Latin

Артыҡбикә - 3

Общее количество слов 3970
Общее количество уникальных слов составляет 2186
27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
38.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
45.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
Бәлки, ысынлап та миндә лә ғәйеп булғандыр? Улай тиһәң, тәнемдең бер ни ҙә тоймағанына мин ғәйеплеме ни? Ә икенсе яҡтан... Икенсе яҡтан ҡараһаң, бәлки, иремде артыҡ күп сағыштырғанмындыр Сашка менән? Сашка бит комплименттар менән "күмә" ине. Үҙ ғүмеремдә бер кемдән дә, хатта иң яҡын туғандарымдан да ишетмәгән иркәләү, наҙлау һүҙҙәрен бер нисә ай ғына таныш булған егеттән ишеттем бит мин. Бәлки, шуға, яҙғы ҡояш наҙына илергән умырзая һымаҡ, комплекстарымды тишеп, ысын минлегем моронлап сыҡҡандыр? Бәлки, шуға аҙаҡ бер кемдең дә иркә һүҙенә, арлы-бирле үпәс итеүенә бирешеп бармаған һауалы ханымға әйләнгәнмендер? Сашка минең булған матурлығым, аҡылым өсөн һоҡланмай ине. Ул алда буласағын тоҫмаллап, киләсәктә ниндәй иҫ киткес, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ була аласағым хаҡында аңлатып, минең үҙемә кем икәнемде тасуирлап – ышандырғыс итеп тасуирлап күңелемде иретте. Кеше харап эгоист шулай ҙа! Хатта мөхәббәттә лә кеше үҙ-үҙен яратыу менән мәшғүл. Мин Сашкаға уның матурлығы, аҡылы өсөн генә түгел, миңә булған һоҡланыуы, баһалауы өсөн ғашиҡ булманыммы икән? Ә уның мине яратыуы үҙ ижадына мөкиббән киткән Пигмалион ише яратыу булманымы? Уның һүҙҙәренән тәжрибәһеҙ, йәш кенә ҡыҙ сәскә атып, балҡып китһен әле! Теләһә – утҡа һала, теләһә – һыуға, теләне – өҙҙө лә алды. Юҡ, өҙөп алманы. Уның теләге буйынса сәскә үҙе тамырынан өҙөлөп, ялтырға төрөнөп алдына, әй, юҡ, аяҡ аҫтына килеп ятты... Үҙ-үҙенән ни тиклем ҡәнәғәт булды, буғай, Сашка. Тәкәбберлеккә икенсе берәүҙең тәкәбберлеге һыныуын күҙәтеү ни тиклем татлы, ләззәтле... Ә ул бының өсөн баш китерлек батырлыҡтар эшләмәне, тауҙар аҡтарманы, күктән йондоҙ ватып алманы, ҡояш бүләк итмәне...




Ул ни бары минең күңел ҡылдарын ҡайҙан, нисек сиртергә, математик мәсьәлә сискән һымаҡ, һалҡын аҡыл менән иҫәпләп сығарҙы ла бойомға ашырҙы. Һәм иң мөһиме – уның бесәй сысҡанды уйнатҡан шикелле уйнатыуын, әүрәтеүен ҡорбан уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел – алданыуы өсөн хатта рәхмәтле була! Мин дә бит ул саҡта Сашка өсөн "сысҡан" булғанымды аңламай инем. Тормош тәжрибәһе лә етмәй, "мөхәббәт" тип күҙ томаланған, бер кемде лә ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Бәләкәйҙән уҡыған фәһемле китаптарҙағы аяныслы тарихтар ҙа онотолдо. Әҙәби әҫәр ысын тормош менән ярыша аламы ни инде: әҙәби геройҙың кисерештәре хаҡында уҡыуы – бер, ә үҙең тойоу – ул бит бөтөнләй бүтән! Әммә китап тигән нәмә минең яҙмышта роль уйнамай ҡалманы.




…Сашка менән айырылышмаған саҡ. Психология менән мауыҡҡан бер курсташымдың тыуған көнө, студенттарса ғына табын. Беҙҙең һәр саҡ шулай:ололарҙыҡы кеүек, байрамдарҙан һуң өс көн ашарлыҡ тороп ҡалмай, мәлендә тамам була. Байрам хужабикәһе һәр ваҡ-төйәк бүләк иткән өсөн дә шатланып рәхмәттәр әйтте, йөрөгән егете, шундай уҡ ярлы студент, ашауҙан өҙөп тигәндәй һыңар сәскә тотоп килгән булған, уға был батырлыҡ өсөн барыбыҙ ҙа ҡул саптыҡ. ҡыҙҙар компанияһындағы икенсе егет, Игорек, ҙур ғына китап бүләк итте. Курсташ ҡыҙ бәхетенән үрле-ҡырлы һикергәнгә, мин дә был китапты асып, арлы-бирле күҙ һалмай түҙә алманым. Авторын иҫләмәйем, ә атамаһы "АнтиКарнеги" ине, буғай. Һәр хәлдә миңә, ҡасандыр Д. Карнеги китаптарын мауығып уҡыусыға, был атама бик сәйер ине. Тулыһынса уҡып өлгөрмәһәм дә, төп мәғәнәһенә төшөндөм: автор Д. Карнегиҙың кешеләр менән аралашыу методтарын тулыһынса инҡар итә. Ул уның китабын "кеше, уның хистәре менән идара итеү буйынса методик ҡулланма" тип атай. Автор фекеренсә, кешелек ике типҡа бүленә: манипуляторҙар һәм манипуляцияға бирешеүселәр. Һәм бына тап Карнеги кеүектәр кешене маҡтап, осондороп үҙ маҡсаттарына ирешәләр. Улар ихлас түгелдәр. Уларҙың ҡылыҡтары уйланған, иҫәпләнгән, хискә бирелмәйҙәр. Манипулятор үҙ маҡсатына ирешеү өсөн "ҡорбан" менән файҙалана. Ул "ҡорбан"ды маҡтап, юхалап ҡына үҙ яғына бормай, ә кәрәк икән – үҙен йәлләтә йә үсегеп еңә, йә енләндереп көсһөҙләтә. Бер ҡасан да үҙ теләген асыҡтан-асыҡ әйтмәй, үҙе лә башҡа кешенең ихласлығына ышанмай. Ихлас – уның өсөн ахмаҡ. Ахмаҡ, – тимәк, ҡорбан.




Китапты тулыһынса уҡыманым. Әммә фантазиямдың бәләкәйҙән көслө булыуы, ғәҙәттәгесә, үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Мин Сашканың ҡылыҡтарын манипулятор формулаһына "һалып иҫәпләп" ҡараным... Һәм ҡапыл барыһын да аңлап, шаңҡыным. Үҙемдең "мөхәббәт" тип алданғанымды аңлап шаңҡыным. Быға Сашканың үҙенең абайһыҙлығы ла сәбәпсе. Минең кеүек хәтерле һәм анализлы фекерләүгә һәләтле ҡыҙ алдында ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләмәҫкә кәрәк ине. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәйәхәттә сағында аҡсаһы бөтә. Ул өйҙәгеләргә һағыныу хистәре, хәтирәләр тулы дүрт-биш битлек хат яҙып һала. Тегеләр хатты илай-илай уҡыйҙар ҙа Сашкаға кәрәкле сумманан байтаҡҡа артығыраҡ аҡса ебәрәләр. "Ә бит мин, – тиер ине Сашка, маһайып, – аҡса һорау түгел, кәрәклеге хаҡында ла бер һүҙ ҙә яҙманым. Ғөмүмән, матди яҡҡа ҡағылышлы һүҙ яҙманым, тик рухи донъям, кисерештәрем хаҡында ғына". Бик кәйефле сағында тағы нығыраҡ асылып ташлай:

– Мин – идеаль ир. Мин ҡатыныма ҡул күтәреү түгел, тупаҫ һүҙ ҙә әйтмәйәсәкмен. Мәҫәлән, ашты бик тәмле бешермәгән икән, ти. Мин бер нисек тә асыуланмаясаҡмын, ашамаһам да, рәхмәт әйтеп тороп китәсәкмен. Әммә шундай һүҙҙәр табырмын – ҡатыным икенсе тапҡыр тәүлек буйы плита эргәһенән китмәһә-китмәҫ, ҡулын утҡа ҡуйып, усында булһа ла бешерер, әммә ашты мин яратҡанса бешерер...




"АнтиКарнеги"ға тиклем Сашканың был һүҙҙәре һиҫкәндермәгәйне. Ә был бит – типик манипуляция! Манипулятор өсөн "ҡорбан"дың хистәре – тишектәге бушлыҡ, ноль. Уға үҙ теләге – теләк. Мәҫәлән, мин Сашканың ҡатыны урынында, ти. Ярай, аш ул теләгәнсә булды, ти. Йәки ул теләгәнсә булманы, һәм мин ҡулымды ла бешерҙем, ти. Минең һыҙланыуымды уйлап бирәсәкме ул? Бәлки, кәйефем юҡ, бәлки, арығанмын, бәлки, бөтөнләй бешерергә теләмәйемдер? Ул минең хистәрҙе лә иҫәпкә һаласаҡмы? Бөтә күҙәтеүҙәрем буйынса, былай килеп сыға: юҡ, һанға һуҡмаясаҡ.




Бына шулай. Әллә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар йыйылмаһы булыуҙан туҡтап булмай. Мин йә Сашканы күккә күтәреп һоҡланам, аҡылды юйып, хистәргә биреләм; йә бер китап арҡаһында һөйгәнемдән ваз кисәм, нәфрәт утында көйәм... Әллә ул йәшлек тигәндәре шундай ауыр мәл, әллә шәхсән минеке генә ошолай? Бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылып шул тиклем арыным.




Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, әллә тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мат яғаһынамы? Белмәйем. Бер нәмә лә бел­мәйем дә, аңламайым да. Ә ул шиктәр шул тиклем йәнемде ҡыя, бер туҡтауһыҙ йөрәгемде күкрәк ситлегендә баскетбол тубы урынына уйната. Йөрәк үҙ урынында эленеп тормағас, ниндәй тыныслыҡ булһын инде? Йә түгелеп илайым, йә һыным ҡатып, хәл бөткәнсе шашып көләм. Дәрестәрҙә нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәйем, уҡытыусылар нимә әйткәнен аңламайым. Ап-айныҡмын, ә үҙемде иҫерек кеүек тоям. Йәшәйем дә кеүек, юҡ та һымаҡ. Әллә бар мин, әллә юҡ... Бер яҡтан, аҡылы камил еткән ҡыҙмын. Икенсе яҡтан, үҙ аяғына үҙе эләгеп тарбайлап йөрөгән сабый бала һымаҡмын. Күп нәмә беләм, ә бер нәмә лә белмәйем, юҡ, йәшлек – ауыр мәл ул. Артыҡ ярһыулыҡ күп, сабырлыҡ юҡ. Бер сиктән икенсеһенә һуғылыуҙан, туҡтауһыҙ икеләнеүҙән, Сашкаға булған аңлайышһыҙ хистәрҙән, ғөмүмән, донъянан һәм үҙ-үҙемдән арып, ялҡып, тыуған йортҡа ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара тапманым. Әле аңлайым: түҙергә аҡыл етмәгән. Иртәме-һуңмы Сашкаға ҡарата йөрәгемдә янып торған ялҡын һүрелер ине. Башым айныр ине. Ҡыҙыулыҡ менән күпме иҫәрлектәр эшләп ташламаҫ инем. Ә кем белә, бәлки, ысынлап башҡа яҡтан яңлышҡанмындыр? Мәҫәлән, Сашка ысынлап яратҡан булһа? Уның һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡҡан булһа? "Һиңә тиклем, "бәхеттең етенсе ҡаты" тигәндәре ялтырауыҡ матур һүҙ генә икән, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер аңланым: бар икән ул. Һинең менән ожмахтың етенсе ҡатында булғандай тойғо кисерҙем. Һин – мөғжизә. Һин – иң серле һәм ғәжәйеп ҡыҙһың. Бығаса донъялағы бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа минән һөйөү һүҙҙәрен ишеткәне булманы. Һин – берҙән-бер. Мин һине яратам. Яратам. Беләһеңме, мөхәббәт – ул ысын бәхет икән..." Был һүҙҙәр һаман ҡолаҡта яңғырай. Ихлас әйтелгәнгә микән? Хатта ихлас әйтелмәгән осраҡта ла, уның һүҙҙәрен онотмаҫҡа ине. Ҡатын-ҡыҙ ғөмүмән ҡасандыр наҙлы һүҙҙәр ишетеп торғанын оноторға тейеш түгелдер. Юҡһа, ул артыҡ ябайлана, артыҡ ғәҙәти, ҡәҙимге бисәгә әйләнә. Унан башлана инде тағы ла хәтәрерәк "әүерелеүҙәр". Кем – аждаһа, кем – йылан, кем – һәүкәш. Тәүбә-тәүбә. Эйе, эйе, кемдер әлеге лә баяғы "бүрәнә" лә булып китә. Ысынында иһә ул ваҡытта ҡасандыр үҙемдең мөғжизә һәм хыял булғанлығымды онотоп ебәргән сағым булған. Хатта йәшермәй әйтеү фарыз – яңы иҫемә төшә башланы. Тағы ла дөрөҫөрәк әйткәндә, үҙ баһамды күтәреү маҡсатында, Рушаннаның күрһәтмәләрен тыңлап, көсләп иҫемә төшөрҙөм. Был уйынға хатта кейәү балаҡай ҙа ҡушылды. Кухняла уның мөрәжәғәтенә, ғәҙәттәгесә, теләр-телмәҫ кенә яуап бирһәм, ҡыҙып китеп әрләп ташланы.

– Һин ҡатын-ҡыҙмы, әллә туң киҫкәме, ә? Ҡаршыңда баһадирҙай ир-егет баҫып тора, ә һин, исмаһам, юрамал да күтәрелеп ҡарамайһың, йылмайып ҡуймайһың?

– Һин бит ир-егет түгел, Рушаннаның ире!

– Булһа һуң. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙың матур йылмайғанын тамаша ҡылып зауыҡланыу гонаһ түгелдер бит? Әммә һин миңә генә түгел, ғөмүмән, ир-атҡа ҡыҙыҡһынып булһа ла ҡарамайһың. Бына маршруткаға кергәс, кемдәр бар икәнен күҙ менән тикшереп алаһыңмы? Юҡ шул, һин шунда уҡ тәҙрәгә текләйһең. Урам буйында берәйһе ваҡыт күпмелеген һораһа, яуап бирәһеңме? Эйе, секундына тиклем әйтһәң әйтәһең, ә һораусының күҙенә түгел, йөҙөнә лә һирпелеп ҡарамайһың. Ә уға ваҡыттың күпмелеге хәжәт ине тип уйлайһыңмы? – Хәжәт булмаһа – һорамаҫ ине.

– Ә хәҙер бөтә кешелә лә сәғәтте күрһәтеп торған мобильник барлығы, бер ҙә булмаһа, ҡалала һәр ерҙә тиерлек ваҡытты һәм температураны күрһәтеп торған йүгерек яҙыуҙар янып тороуы иҫеңә төшмәйме?

– Әллә... уйлағаным булманы.

– Уйланмайһың шул. Асылда ваҡыт һорау – универсаль танышыу ысулы. Ир-егет шул рәүешле ҡылыңды тартып ҡарай, ә һин күтәрелеп ҡарайһы, йылмайып әңгәмәне күтәреп ебәрәһе урынға "дүртенсе ун биш минут" тип боҙҙай тауыш менән әйтәһең дә ҡарашыңды ергә текләп юлыңды дауам итәһең. Унан, үҙеңдең һаман яңғыҙлығыңа аптырап, ирҙәрҙе һуҡырлығы өсөн һүгеп кинәнәһеңдер әле.

– Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәйем, башлыһың да инде, нисек минең үҙемдең башҡа килмәгән. – Рушаннаның күҙҙәре янып китте. Ирен һәр саҡтағыса суп иттереп үбә һалып, миңә текләне. – Тамочка, баҡһаң, һин бөтөнләй ҡылансыҡлана бел­мәй­һең икән!




Хәжәт ине бик! – тип турһайҙым.

– Хәжәт, ишшеү нисек хәжәт әле! Беләһең килһә, ҡылансыҡлана белеү – сибәрлектән күпкә хәтәрерәк ҡорал! Әйҙә, иң ябай алымдан башлайбыҙ. Күрерһең, үҙеңә лә оҡшап ҡалыр әле...




Кешенең аҡылы, бер уйлаһаң, күпмегә үҫешкән: ниндәй генә компьютерҙар юҡ. Ҡоштан бейек оса, нисә йөҙ "ат көсө"н ултырышы аҫтында йөрөтә, нисә меңәр саҡрымдар аша һөйләшә, күрә ала һ.б., һ.б. Ә күңеле, йөрәге һаман шул уҡ – борон заманда нисек матур күҙҙәр ҡапҡанына эләккән, әле һаман эләгә тора. "Сиртте" был балыҡсы "ҡармаҡ"ҡа. Ха-ха-ха. Антрактты минән былай көтә башланы. Уң яғындағы ханымды бөтөнләй онотто. Хәләл ҡатыны түгеллеген аңлағайным инде, әллә ялҡыта башлаған ҡарт һөйәркәһеме икән, тигәйнем. Хәлдәр күпкә ябайыраҡ: ҡәрҙәше икән. Ура, антракт. Яңылыш ҡына ҡағылыу, йән иреткес йылмайыу, иркә тауыш менән ғәфү үтенеү, кәүҙәнең бөтөн һомғоллоғон баһалап өлгөрөрлөк кенә итеп баҫып тороу, ымһындырғыс һығылмалылыҡ менән сығыуға ыңғайлау... Уйлағанымдан өс аҙымды артығыраҡ яһарға тура килде, ҡәһәрең. Уф-ф, ниһайәт, ҡыуып етте. Тәк, күрешергә беренсе ҡатын-ҡыҙ ҡул һона. Сәтәкәй бармаҡты күтәреберәк, Томочка, онотма. Артабан дело техники – күҙҙәренә мөкиббән китеп ҡарайһың, һөйләгәнен иҫең китеп, мауығып тыңлайһың, ауыҙыңды асаһың икән, мотлаҡ уға ҡарата һоҡланыуыңды белдереү өсөн генә.




О-о-о, кәйеф бермә-бер күтәрелде. Театр музейында зауыҡланып йөрөүем етмәгән, "ҡапҡорһаҡ"тың шәбен эләктергәнмен. Ысынлап та, һәйбәт әңгәмәсе генә түгел, Искәндәр Сәғитовичтың танышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел! "Объект" бөгөн бында, хатта беҙҙән йыраҡ та түгел ултыра! Ура-ура-ура. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

– Был яҡҡа таныш ҡарышлауыҡ шыуыша. Янына барып һаулашып китмәй ярамай: минең "хужа"ның "бикә"һе. – Юлдашымдың эргәмдән китеүенән файҙаланып, иркенләп һулыш алдым. Тимәк, Искәндәр Сәғитович менән осрашыуға әҙерлән. Аҫҡа, гардеробҡа, "танауҙы пудраларға" төшөп килмәй ярамаҫ. Баҫҡыс яғына үткән ыңғай яңы танышымдың ҡаршыһындағы һынға күҙ һалам. Һығып торған бәрхәт күлдәк аша хас тиреҫ ҡарышлауығыныҡы һымаҡ ҡатлы-ҡатлы май һырҙары ҡабарып тороуы күҙгә бәрелеп ҡала. О, ҡатын-ҡыҙ! Шыма, ялтырауыҡ тиреле, һығылмалы йыланға тиңләүҙәре, баҡтиһәң, комплимент була икән. Тәүбә-тәүбә, ҡарышлауыҡҡа тиңләүҙән Алла һаҡлаһын. Был эволюция тигән нәмә кеше мәсьәләһенә ҡағылғанда нишләп... киреһенсә эшләй икән? Тәбиғәттә ҡарышлауыҡ гүзәл, нәфис күбәләккә әйләнә, йөнлө, сурышлы маймыл – кешегә. Ә беҙҙең тормошто ҡараһаң... Күбәләктәй еңел кәүҙәле, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ҡыҙ тора-бара ҡарышлауыҡҡа әйләнә. Сибәр, баһадирҙай егеттәр иһә ҡартлыҡтарында һаҡал-мыйыҡ баҫып, йөҙө ҡарайып, йыйырсыҡ баҫҡан һәм кәкрәйгән маймыл төҫөнә керә. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек!




Баҫҡыстан ҡабаланып төшөп барғанда уйланырға ярамай ул миңә. Бына бит, йылтырап торған шып-шыма мәрмәрҙә алабарманлығым арҡаһында тайып та киттем. Йә кеше араһында суҡынып барып төшөп оятҡа ҡалыу менән сикләнәм, йә туфлиҙарымдың беҙ үксәһе аҡтарылып-фәлән ҡазаға тарыясаҡмын, тип уйлап та өлгөрмәнем, баҫҡыстан менеп килгән бер ир-егеттең ҡосағына барып та керҙем.

– Ханым, һеҙ Золушка роле өсөн олораҡ һәм ауырыраҡ түгелме?

– Ысын ир-егеттең ышаныслы ҡулына юлыҡтыммы тиһәм, уныһы ла ит сабыусы икән.




Кәүҙә матурлығын баһалау түгел, ә, ғәҙәт буйынса, иттең йәше һәм ауырлығы менән генә ҡыҙыҡһына. ҡотҡарыусыма үҙе кеүек тупаҫ ҡына яуап­лап, туфлийымды алырға боролам.




Тәүгеһенә ҡарағанда байтаҡҡа йомшарған интонация яңғырай:

– ҡара һин уны! Аяҡтан йыға яҙғансы килеп бәрелә, етмәһә, ғәфү үтенеү урынына, мыҫҡыл итеп маташа. Бының өсөн яуап бирергә лә тура килеүе мөмкин бит әле.

– Беренсенән, маташманым, ә иттем. – Туфлийымды аяҡҡа эләктереү менән, асыу-ярһыу көйө кире боролам. – Икенсенән, нимә-нимә, ә яуап бирергә мин аптырамайым! Өсөнсөнән, һеҙ әллә мәмерйәнән яңы сыҡтығыҙмы? "ҡатын-ҡыҙ хаҡлы булмаһа, унан ғәфү үтенергә кәрәк" тигәнде лә белмәйһегеҙ!




Һуңғы һүҙемде таслатҡансы битенә бәргәс, аңыма барып етә. ҡаршымда... Сашка тора. Был юлы аяҡ тайыуҙан түгел, ә ҡапыл күтәрелгән көслө тойғоларҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып, сайҡалып китәм. ҡулым менән баҫҡыс таянғысын ҡапшарға маташҡанда, таныш ҡулдар тағы беләгемдән матҡып тотоп ала.

– Ниндәй темпераментлы ханым! Етмәһә, бигерәк хиссән. Мин шунда уҡ ғәфү үтенәме, тип кенә әллә иҫтән яҙырға уйланығыҙ? Берүк тынысланығыҙ, зинһар. Юҡһа, кешеләр миңә ен-пәрей күргән кеүек ҡарап үтә башланы. Бәлки, буфетҡа кереп, тереһыу уртлап сығырбыҙ, төҫөгөҙ ҡасҡан.




Мин телемде әйләндерерлек хәлгә етеп тынысланам:

– Беренсенән, таныш түгел әҙәм менән тереһыу түгел... – Һүҙемде әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә, Сашка элеп ала.

– Ябай һыу ҙа уртламайһығыҙ, аңланым. Икенсенән, һеҙгә, ғөмүмән, "беренсенән" тип һүҙ башлаттырырға аслан ярмай – аргументтарығыҙҙы танк урынына ҡулланаһығыҙ, ҡаршы сығырлыҡ түгел. Өсөнсөнән, хаталарымды төҙәтергә һуң түгел – әйҙәгеҙ, мин ғәфү үтенәм һәм, ниһайәт, танышайыҡ!

– Ризамын. Тамара.

– О-о-о, Тамара, ханбикәләр исеме һәм күреп тороуымса – есеме! Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һеҙҙең ҡолоғоҙ – Искәндәр Зөлҡәрнәйен. Ябай ғына ла мөмкин – Искәндәр Сәғитович.




Секунд эсендә бер яндым, бер туңдым һәм телһеҙ ҡалдым. Сашка – Александр Македонский – Искәндәр Зөлҡәрнәев... Йә Хоҙай! Бындай хәлдең тик минең кеүек уңмаған менән генә булыуы мөмкин ине! Сашка һәм Искәндәр Сәғитович – бер кеше, ҡот осҡос! Был осраҡта мин үҙемде нисек тоторға тейеш һуң, ә? Танытырғамы-юҡмы, йә Хоҙай, кемдән кәңәш һорарға?

– Тамара ханым, өсөнсө ҡыңғырау яңғыраны. Концертты ҡарап бөтәбеҙме, әллә...




Тиҙ-тиҙ генә башымда төрлө варианттарҙы байҡайым. Ложаға кереп ултырһаң инде... Юҡ, унда, беренсенән, теге “ҡапҡорһаҡ” бар, уның кәйефен ҡырыуға ҡарағанда, серле монар булып юҡҡа сыҡҡан хәйерлерәк. Икенсенән, төп маҡсатҡа ирештем – кәрәкле кешемде таптым. Хәҙер иң мөһиме – уны ҡулдан ысҡындырмау һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуйҙырыуға ирешеү!

– Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң буфет та ябылмаймы икән? Ысынлап та, тереһыуһыҙ шиңергә уйлайым, ахыры.

– Зарар юҡ, минең машинала шыйыҡлыҡтарҙың һәр төрлөһө лә йөрөй тор­ған.

– Рөхсәт итһәгеҙ, бер шылтыратып алыр инем...

– Әлбиттә, Тамара ханым, әлбиттә.




ҡалтыранған ҡулдарым менән кескәй генә клатч эсенән кеҫә телефонын һәрмәп ала алмай йөҙәнем. Унан, иҫәрләнеп, тоҡандыра алмай бер булдым. Етмәһә, тота килеп пин-код хәтергә төшмәй ыҙалатты. Рушаннаға шылтыратып, өҙөк-тәтек Искәндәр Сәғитович менән танышыуымды хәбәр иттем. Ә бына уның ысынында Сашка икәнен бер нисек тә әхирәтемә аңлатып еткерә алманым. Ниндәйҙер кәңәш бирер, тип өмөтләнһәм, телефондың аккумуляторы ла “ултырҙы”. Хет асыуыңдан шартла. Машинала беҙҙән башҡа кәүҙәле генә ике егет тә бар ине. Йән көйөүенә түҙмәй, һалып бирелгән эсемлекте бер тынала түңкәрҙем дә... аңымды юйҙым...




* * *




ҡайҙа ятам мин? Кипкән ауыҙымда телемде ҡутарып әйләндерергә маташам. Тәмһеҙ. Иҫтән яҙғанда гел ошолай ауыҙ тәмһеҙләнгән була. Шәкәрле сәй эсеп алам бындай саҡтарҙа. Әммә ул мәлдә иҫтән яҙыуға ниндәйҙер сәбәп була торғайны, мәҫәлән, мунсала башҡа еҫ тейеү. Ә әлегеһе бит хатта бик шикле шарттарҙа. Театрҙа инем. Сашка – Искәндәр. Машина... Бер кем дә башҡа һуҡманы, тимәк, сәбәп – эсемлектә. Ахмаҡ һин, Тамара, төптө ахмаҡ! “Дошманыңдың йортонда ашамаҫҡа, эсмәҫкә, йоҡламаҫҡа“ тигән ябай ғына аҡылды оноттоңмо ни? Тормош томшоҡҡа тондороп тора, тәки аҡылға ултыртҡансы түгел, ә?!. Күҙемде асалаҡ-йомалаҡ килтереп ҡайҙалығымды аңларға маташҡанда, яҡында ғына бик тыныс, бер аҙ мыҫҡыллыраҡ интонацияла тауыш яңғырай:

– Шунан, экс-Золушка, спящая красавица хәленән арындығыҙмы, әллә берәй батша малайының килеп үбеүен көтәбеҙме?

– О-о-о, тағы ла разочарование! Батша малайы үҙе осранымы тиһәм, әпәт сираттағы әрмәнде. Ярай әле, быныһы үбешкәнгә тиклем асыҡланып өлгөрҙө! – Ҡапыл боролоп әңгәмәсемә күҙ һалам һәм секундтың ундан бер өлөшө арағыуында ғына сағылып өлгөргән эмоцияны күреп өлгөрөп, эстән тантана итәм. Бөтөнләй үк таш булып ҡатмағанһың әле, Искәндәр әфәнде, “Ахиллес үксәһе” ерҙәреңә сәпкә тейҙергәнсе бәргәнмен бит. Ярай, Тамара, артыҡ маһайма, оппонент яуап-маҙар уйлағансы, үҙ хәлеңде хәл итеүҙе ҡайғырт. Рушаннанан кәңәш һорарға шылтыратһам да, “үҙемде Сашкаға танытмаҫҡа!“ тигән ҡәтғи ҡарарға килгәйнем инде. Ни тиһәң дә, ваҡыт аяуһыҙ. Үҙ йәшемә хатта бик арыу күренһәм дә, ун һигеҙ йәшлек “мин” менән ярыша алмайым инде хәҙер. Ул саҡтағы ғәмһеҙ йәшлек матурлығын әлеге тормош тарафынан оролған утыҙ йәшлек ханымдың ваҡыт үтеү менән апаруҡ таушалған тәне менән йәнәш ҡуйып булмай. Эс тирәһенә бер нисә тапҡыр бик һуҙылырға тура килде, эҙҙәрен йәшерерлек түгел инде, тән бөтөнләй бүтән һәм үҙгәрештәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матурлыҡ яғына түгел. Аһ, аяуһыҙ ваҡыт! Хәйер, ваҡыт аяуһыҙлығына түҙергә була ул... Хәтер аяуһыҙлығына түҙеп булмай. Үҙемдең баштан үткәргәс, ныҡ төшөндөм.




– Бер осрашыу күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе...

– Һаумы, Тамара.

– Һаумы, тик мин һеҙҙе танымайым.

– Зөлхизә.




Был исем миңә бер нәмә хаҡында ла һөйләмәй. Иғтибар менән йөҙөнә ҡарайым, әммә был кәм тигәндә ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ханым менән ниндәй шарттарҙа танышыу мөмкинлегемде һис күҙ алдына килтерә алмайым.

– Һуң, Зөлхизә, Өфөлә бергә уҡығайныҡ...




Шул саҡтағы шаңҡыуҙан телһеҙ ҡалыуҙарым! Ун йыл буйы күрешмәгән курсташымды, хатта бер аҙ ваҡыт серҙәшемде танымасы әле! Зөлхизә. Йөҙөнән нурҙар сәсеп торған ғәжәп һылыу ҡыҙ ине ул. Республикала һылыуҡайҙар конкурсы яңы ғына үткәрелә башлаған мәл. Шунда Гран-при алған ҡыҙға ныҡ оҡшағайны. “Шуның һеңлекәше мәллә?” – тип мөрәжәғәт итә торғайнылар. Ләкин күҙҙәренән осҡон борҡолоп, керпектәренән нур һибелеп торған, бешкән сейәләй ымһындырғыс иренле гүзәлкәйҙең бынау ҡарайған сирыш битле, ялтыр металл тешле, ҡараштары һүнгән әбей менән ни уртаҡлығы бар? Һөйләшһәм дә һөйләштем, һөйләшмәһәм дә һөйләштем... Аҡылым менән шул Зөлхизә икәнен аңғарһам да, ҡабул итә алманым. Әйтерһең дә, бөтөнләй ят кеше менән уртаҡ таныштарҙың хәл-әхүәлен белешәбеҙ. Мин ул осрашыуҙан бер нисә көн айный алманым. Рушаннаға шылтыратып хәбәр иттем, курсташыбыҙҙың аяныслы хәле хаҡында фекер алышып уфтаныштыҡ, ихлас ҡайғырҙыҡ, хатта балауыҙ һығып алдыҡ... Хәҙер үҙемә Зөлхизә урынына ҡалырғамы? Алла һаҡлаһын. Сашканың күҙҙәрендә “о, ваҡыт, һин ни тиклем аяуһыҙ!” тип миңә ҡарата йәлләү күрһәм? Был кәмһенеүгә ҡарағанда әжәлең мең артыҡ. Үткәндәр үткәндә ҡалһын. Йәшлектәгенең ҡонон ҡайтарырға ҡыҙыҡмам тигән инем. Кем белһен инде Сашканың зәһәрләнгәнен. Ул, ана, һис уяулығын юғалтмаған. Нисегерәк һорау алырға тотондо. Имеш, кем тирмәненә һыу ҡоям, хәсрәт “Мата Хари”, етлекмәгән шпионка. Тамаша залында уҡ уға текләп, гипноз алымдары ҡулланып маташҡанмын. Барып сыҡмағас, махсус рәүештә аңдып тороп, баҫҡыста юрамал килеп бәрелгәнмен.

– Бәлки, мин һеҙҙең һуш китерлек сибәрлеккә күҙем сағылып ҡолағанмындыр, әфәндем?

– Бында шаярыу тоны урынһыҙ, ханым. – Һуңғы һүҙгә минең интонация менән баҫым яһап, боҙҙай һалҡын тауыш менән яуаплай Сашка-Искәндәр. – Яҡшылыҡ менән һорағанда яуап биргегеҙ килмәһә, насарлыҡ менән дә булдыра алабыҙ. Минең һаҡсы “бурҙай”ҙарҙы күрҙегеҙ, көс мөмкинлектәрен ҡатын-ҡыҙ һиҙгерлеге менән баһалап өлгөргәнһегеҙҙер. Бер тәүлеккә биреп ҡуйырмын үҙегеҙҙе унауһына бергә. Ете быуын олатағыҙҙың бөтә гонаһтарын да һөйләп бирерһегеҙ хатта. Әлбиттә, ауыҙ асып тел әйләндерерлек хәлегеҙ һәм мөмкинлегегеҙ ҡалған булһа... Һеҙ бая мине ит сабыусы менән сағыштырыуығыҙҙа ниндәйҙер хәҡиҡәт тә бар ине. Был һеҙҙең алдан күреүсәнлек һәләтенең сағылышы икән, зинһар, мин әйткәнде эшләгәндән һуң һеҙҙең нәфис, йәш һәм, дөрөҫөн әйткәндә, ымһындырғыс тәнегеҙ менән ниҙәр буласағын күҙаллағыҙ ҙа был ҡыҙғаныс хәлде булдырмау юлдарын табығыҙ. Ышанығыҙ, мин бит бөтөнләй бәғерһеҙ түгел. Мине нисектер файҙаланырға тырышҡан һәр береһен язаға тарттыра башлаһам, исемем Гитлер менән бер рәттә торор ине. Аллаға шөкөр, әлегә улай түгел. Күрәһегеҙ, тәүҙә һүҙ менән генә тәьҫир итергә маташыуым.




Эҫеле-һыуыҡлы булып китәм. Мин аяуһыҙ тормоштоң һикәлтәләрен үтеп бөтмәнем, ахрыһы. Һаман аҡыл кермәгән. Власть эргәһендә ҡасан мәрхәмәтлелеккә урын табылғаны бар? Ниндәй аҫыл йөрәктәрҙе, яҡты күңелдәрҙе бөкмәгән ул? Кем уның аяуһыҙ көсөнә бирешмәгән дә шәфҡәт һәм миһырбан тулы кеше булып ҡала алған? Ул бик йыраҡ йәшлектә генә Сашка һинең өсөн әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмаҫлыҡ ине. (Дөрөҫөрәге, ул ваҡыттағы ҡурҡыныс нәмә әле ҡурҡыныс түгел – шунда ғына айырма. Әлбиттә, ҡурҡыныс кеше. Сашка һәр ваҡыт минең өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы һәм тыуҙыра.) Әле ул айырыуса хәүефле кешегә әйләнгән. Сөнки ҡулында власть һәм буйһонорға тейешле әҙәмдәр бар. Бер ымлауы булыр, ҡулың – ҡулса, ботоң ботса ботарлап та ташларҙар. Итеңде ырғытты ҡуйҙы берәҙәк эттәргә йәки берәй котлованға... Әҙме ни әҙәм һөйәктәрен юҡ итер ерҙәр. Бер кем дә эҙләмәҫ тә, белмәҫ тә. Ике улың ике көсөктәй шыңшып алыр ҙа үҫә-бара онотор. Яҡлар-ботлар кешең бер ҡасан да булманы һәм булмаҫ та. Һәр саҡ был донъяла артыҡбикә булғаныңды, үлгәс кәрәгең ҡалыр тип беләһеңме? Ҡурҡышымдан таш һынға әйләнә башланым, ә Сашка торған һайын аяуһыҙыраҡ.




Минең сибәрлегемә ҡағылышлы һүҙҙәрегеҙгә мин, әлбиттә, ышана алыр инем. Тәүҙә хәлдең шулай булыуында шикләнмәнем дә. Хатта шундай көйәҙ ханымдың иғтибары ирлек тәкәбберлегемә май булып яғылды. Әммә ярҙамсыларымдың береһе һеҙҙең телефондан ни һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалған. Абайһыҙлыҡ ҡылғанһығыҙ, кем, Мата Хари! Абайһыҙлыҡ! Шпион ул аҡыллы һәм сибәр генә түгел, нығыраҡ иғтибарлы һәм түҙемле булырға тейеш. Ниңә инде танышыр-танышмаҫ отчет ебәрә башларға? Етмәһә, кем тип бит әле! “Сашка”, имеш. Кемгә – Сашка, ә кемгә – Искәндәр Сәғитович...




Кешене стенаға килтереп терәргә ярамай ул. Сөнки юғалтыр нәмәһе лә ҡалмаһа, иң йыуаш кеше лә арыҫландай дошманға ташланырға һәләтле. Минең дә был хәлгә асыуым килә башланы. Нимә һуң был? Ниндәй шпионлыҡ, ниндәй разборка? Ниндәй гонаһым өсөн мин үлемгәме, зәғифлеккәме дусар ителергә тейеш? Яҡлаусыһы булмаһа ни... Яҡлаусыһыҙ кеше булыуҙан туҡтайһыңмы ни? Мин үҙем яҡлаусы – улдарыма. Улар, йәтим ҡалып, кеше күҙенә ҡарап ултырырмы, бынау чиношаның..... башына тай типкән тип?




Минең ҡарашым ҡапыл туфлиҙарыма төштө. Улар төҙ генә, ҡупшы ғына торалар. Келәм өҫтөндә, йыраҡ та түгелдәр. Ә кем улайтып ҡуйған? Был бит – тап Сашканың ғәҙәте. Уның минең алда өлтөрәп йөрөй торған холҡо бар ине. Кейемдәремде һыйпап-ҡағып урынлаштыра, хуш еҫле күбектәр менән ванна яһай, сәй артынан ҡуҙғалмайым да – ҡулға килтереп тоттора... Ботарлатыр өсөн һаҡсыларына ырғытырға торған фәхишәнең туфлиҙарын шулайтып ҡуялармы ни?




Уйҙарымдың был юҫыҡҡа тәгәрәүе ҡапыл ҡурҡыу бығауҙарымды ысҡындырып төшөрҙө. Минең баш күтәрелде, кәүҙә турайҙы, ирендәремә йылмайыу йүгерҙе.




Хәсрәт манипулятор! Был бит блеф, ҡоро һүҙ менән ҡурҡытыу! Кеше күберәк кеше һүҙенән түгел, үҙенең фантазияһы эшмәкәрлегенән ҡурҡыуға бирелә. Бына мин дә ахмаҡланып барам. Сашканың арлы-бирле кинәйәләренән әллә ниндәй уйҙарға бирелеп, ахмалға төшөп ҡурҡып, үҙемде табутҡа апарып һалдым хатта! Нисауа, ҡасандыр һине алдымда теҙләнергә мәжбүр итә алғанмын икән, моғайын, төшөп ҡалғандарҙан булмағанмындыр. Тик ул ваҡытта, үҙ файҙамды ҡайғырта белмәгәнмен. Искәндәр был ваҡытта, үҙ-үҙе менән һоҡланыуға артыҡ бирелеп, миндәге үҙгәреште абайламай ҡалғайны. Бына ул эсемлек һалып алған бокалын тотоп, минең яҡҡа боролдо. Уның бер секундлыҡ аҙауынан файҙаланып, мин өҫтөмә ябылған пледты һирпеп ырғыттым.

– Искәндәр, әйт әле, мине бында һин үҙең күтәреп килтерҙеңме, әллә теге егеттәреңме? – Үҙем көткән реакцияны күреп, эстән генә тантана итәм. – Әлбиттә, үҙең. Бына бит, тубыҡтар тубыҡҡа терәлгән, итәк таушалмаҫлыҡ итеп яҙылып ябып ҡуйылған. Ә был йомшаҡ плед? Унан һинең еҫең килеп тора. ҡайҙа тәмләп ҡарайым әле, вермутмы? Әлбиттә, вермут, мотлаҡ ике кубик боҙ менән. ҡайҙа ванна бүлмәһе? Болоттай күбек менән тулған ванна әҙер түгел икән, исемем Тамара булмаһын!




Бер туҡтауһыҙ һөйләнеп, Искәндәргә айнырға ирек бирмәнем. Уның бер нәмә лә аңламай ҡалыуынан файҙаланып, ванна бүлмәһенә кереп тә бикләндем. Уф-ф-ф! Күҙемде баянан бирле ҡырып этләткән линзыларҙы сисеп, раковинаға бәрҙем. Хушығыҙ, минең ялған "күҙҙәрем"! Хуш, минең ялған битлегем, шаҡ ҡатырылған прическам! Тәнем ҡалтырауын ваннала йылыға күмелеп ятыу бер аҙ баҫты. Ох, нервылар! Ярай әле, бая, Искәндәр ҡаршыһында, "ысҡынманылар"! Ул инде бер нисә тапҡыр килеп, ванна ишеген шаҡып китте. Иҫенә килгәндер инде, миңә яңы психик атака әҙерләне, буғай.




Шунан, Тамара, нишләйбеҙ? Үҙеңде танытмай ғына эш ҡыйратып булманы, былай булғас. Танытырға тура килә. Эх-х. Танытҡы килмәгәйне, юҡ! Ярай, тыныслан. Һәр нәмәнең яҡшы яғы бар. Йәшлеген һәр кем яратып иҫкә ала. Йәшлек хәтергә төшһә, бәғер йомшай, йоҡоға талған яҡшы сифаттар уяна. Ваҡытлыса, әлбиттә, әммә уяна. Ә миңә тап шул бер нисә минут йомшаҡлыҡ менән урынлы файҙаланырға һәм кәрәкле ҡағыҙҙарҙы эшләтеп алырға ғына кәрәк. Эйе, ни бары бизнес, ни бары... Шундай уйҙар менән мин ваннанан сығам, яҡшылап һөртөнәм һәм йомшаҡ халатҡа уранам. Ни булһа – шул булыр...

– Ха-ха-ха! Мин шулай тинемме? Хатта теҙләндемме?! Вәт иҫәр, ә? Шундай һүҙҙәр һөйләнемме: «Яратам»? Мин шулай тип әйттемме? Ха-ха-ха... Кемдән оттом икән бындай ахмаҡлыҡты? Берәй кинола күргәнмендер...




Битемә ахмаҡ йылмайыу йәбештерҙем дә шаңҡып тик ултырҙым. Ғәрлегемдән өнөм тығылды, бер һүҙ әйтә алмайым. Ә Сашка көлә лә көлә. ҡапыл, уның көлөүен ниндәйҙер үкһеүгә оҡшатып, һиҫкәнеп китәм. Күҙҙәренә ҡарайым. Тап шул ваҡытта, ул быялаларын һөртөргә була, ярайһы уҡ ҡарайтылған күҙлеген сисеп, ҡайҙалыр бушлыҡҡа текәлде. Уның күҙҙәрендәге миңә ныҡ таныш оло һағышты күреп тетрәндем. Аһ, ошо ҡараштар. Шул ҡараштарҙан мин телһеҙ ҙә ҡалам, быуынһыҙ ҙа. Күпме шарҡылдап көлгән булды ул әле генә, күпме минең хистәрҙе мыҫҡыл итте! Ә үҙенең күҙе тулы бына-бына түгелергә торған мөлдөрәмә хәсрәт. Теге ваҡытта ла шулай ине. Шул ғәм тулы, зар тулы ҡараштарға арбалдым да сөңгөлөнә баттым. Белә ул үҙе тураһында. Ниндәйҙер уҡытыусыһы әйткән. Шунан бирле быялаһы ҡарайтылған күҙлек кейә. Минең ме­нән икәүҙән-икәү ҡалғанда ғына сисеп ырғыта торғайны. "Һинең менән генә үҙем була алам», – тип әйткәне булды. Ә хәҙер иҫләмәй, миңә нимә һөйләгәнен түгел, хатта таныш булғанды ла. Ғәрлек. Илағы килә. Үҙемде көс-хәл тыйып ултырам.

– Туҡта, һинең әле генә күҙҙәрең ҡуңыр ине түгелме? – тип ҡысҡырып өндәшеүгә тертләп, күтәрелеп ҡарайым.

– Әлләсе, ғүмер буйы йөрөткән күҙҙәрем инде. Сәгер. Күҙҙәрең йәйғор һымаҡ, тип тә әйтә торғайның әле, етмәһә, бөтә хистәр сағылып тора, хәйләләшә белмәйһең, тип. Мин, бахыр, ышанған булдым.




Минең үпкә һүҙҙәремде тыңламай ине ул. Алдыма килеп теҙләнде лә үҙенең туп-тулы зарлы ҡараштары менән туп-тура миңә текләне.

– Был – һин! Был – һинең күҙҙәр!




Вы прочитали 1 текст из Башкирский литературы.
Следующий - Артыҡбикә - 4
  • Части
  • Артыҡбикә - 1
    Общее количество слов 4148
    Общее количество уникальных слов составляет 2339
    26.8 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    39.1 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 2
    Общее количество слов 4023
    Общее количество уникальных слов составляет 2251
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.4 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    43.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 3
    Общее количество слов 3970
    Общее количество уникальных слов составляет 2186
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.1 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 4
    Общее количество слов 4148
    Общее количество уникальных слов составляет 2273
    27.1 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.6 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.0 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 5
    Общее количество слов 4242
    Общее количество уникальных слов составляет 2298
    27.7 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.8 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    44.9 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 6
    Общее количество слов 4096
    Общее количество уникальных слов составляет 2332
    27.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    38.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    44.7 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 7
    Общее количество слов 4019
    Общее количество уникальных слов составляет 2203
    28.0 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    39.5 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    45.8 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов
  • Артыҡбикә - 8
    Общее количество слов 3502
    Общее количество уникальных слов составляет 1919
    30.3 слов входит в 2000 наиболее распространенных слов
    41.9 слов входит в 5000 наиболее распространенных слов
    47.4 слов входит в 8000 наиболее распространенных слов
    Каждый столб представляет процент слов на 1000 наиболее распространенных слов