Latin

Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04

Total number of words is 3516
Total number of unique words is 1768
33.0 of words are in the 2000 most common words
46.1 of words are in the 5000 most common words
52.1 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
ҡулын һелтәне.


Теләһәгеҙ
ни эшләгеҙ...

Рәфҡәт,
өндәшмәһә лә, Илнур менән Хәсән яҡлы
ине.
Ярты
төн ауышҡас, Сафа менән Рәфҡәт
браконьерҙарҙы күҙәтергә китте. Улар
бер-ике сәғәттән генә әйләнеп килде.


Йоҡланылар,
шикелле, — тине Сафа. — Оҙаҡ ҡына
һөйләшеп, араҡы эсеп ултырҙылар ҙа
баштан-аяҡ төрөнөп, усаҡ эргәһенә
тәгәрәнеләр. Хырылдағандары әллә ҡайҙан
ишетелеп тора.

Илнур,
хуплап, Сафа менән Рәфҡәттең яурындарына
еңелсә һуҡҡылап ҡуйҙы.
Яҡшы!
— Унан, Хәсәнгә ҡарап:—Хәҙер — беҙҙең
сират, — тине.
Илнур
менән Хәсән, «карап»ҡа ултырып, ағым
үренә йөҙҙө. Бик һаҡ ҡыланды улар.
Ишкәктәрҙең шығырлауы ла, һыуға тейеүе
лә ишетелмәй ине тиерлек. Йылға өҫтө
ҡарағусҡыл көмөшләнеп, шомло булып
күренә. Тороп-тороп һиҙелер-һиҙелмәҫ
һалҡынса ел иҫеп ҡуя.
Илнур
кәмәне ауҙың аръяҡтағы таяғына йүнәлтте.
Моронда ултырған Хәсән, килеп етеү
менән, таяҡты ипләп кенә күтәрҙе лә
бауҙарын киҫеп тә төшөрҙө. Ауҙың был
яғы һыу түбәненә ағып китте. Унан Илнур
һаҡлыҡ менән генә кәмәне теге яҡҡа
ыңғайлатты. Хәсән уның оҫталығына
һоҡланып ҡуйҙы.
Яр
буйына яҡынлашҡас, өҫтә, һүнеп бөткән
усаҡ эргәһендә, бер-береһенә яҡын ғына
ятҡан ике кәүҙәне шәйләне Хәсән. Ул
көсөргәнеш менән шуларҙы күҙәтте. Бына
береһе, ҡуҙғалып, ыңғырашҡандай итте.
«Әллә йоҡламағанмы икән? Тороп китмәһә
ярар ине», — тип теләне малай, борсолоп.
Тәне буйлап эске бер ҡалтырау үтте.
Ул
арала «карап» икенсе таяҡ янына килеп
етте. Хәсән уға килеп тотондо ла
тулҡынланыуҙан йәһәтерәк күтәрҙеме,
таяҡ кәмә ситенә «тыҡ» итеп тейеп ҡалды.
Ҡаушауынан малай яр башына алан-йолан
ҡарап алды: «Уянманылармы?» Ул-был
һиҙелмәне. «Ашыҡ» тигәнде аңлатып, Илнур
уға ҡулын һелкте. Хәсән бәкеһе менән
ауҙың бауҙарын киҫеп, таяғын тегеһе
кеүек үк һыуға ташланы. Ә ауҙың бер осон
ҡулына урап, иптәшенә «китәйек» тип
ишара яһаны.
Ағым
ыңғайына шым ғына ҡайтып еттеләр. Ауҙы
һөйрәп сығарып, киҫкеләп-йыртҡылап
бөткәс, Ҡалманайға ағыҙып ебәрҙеләр.
Эште
тамамлағас, йылғаға ҡарап торған Ил-
нурға:


Яр
башынан һеҙҙе Рәфҡәт менән икәү күҙәтеп
торҙоҡ, — тине Сафа.

Илнур
уға боролдо.


Ниңә?

Улай-былай
булһа, Аҡтырнаҡ менән иғтибарҙарын
үҙебеҙгә тартмаҡсы инек.

Шәп
иттегеҙ, малайҙар, — тип һүҙгә ҡушылды
Рәфҡәт тә. — Бер ни һиҙмәнеләр, ахмаҡтар.

Улар
ҡыуыш эргәһенә күтәрелгәндә, Әмин ғырлап
йоҡлағанға һалышып ятты. Малайҙар киткән
арала ул үҙҙәренең икмәктәре, пакетлы
аштары һалынған рюкзакты ҡыуыштан ҡырҡ-
илле аҙымдағы бер соҡорға, ҡуйы үлән,
сытырмалыҡ араһына, илтеп ташланы.
«Иртәгә ни эшләрһегеҙ икән? Тағы ла
боролмаһағыҙ, күҙ күрер», — тине ул,
иптәштәренә яңы бәлә вәғәҙә иткәндәй.
«ҺАЙ,
МАТУРҠАЙЫМ, БАТЫРҠАЙЫМ...»
Илнур
үҙе дежурный булғас, төн буйы йоҡламаҫҡа
тырышты. Теге балыҡсыларҙың килеп сығыу
ихтималын уйлап, усаҡты ла әҙ генә,
серәкәйҙәрҙе ҡурҡытырлыҡ ҡына итеп
быҫҡытып ултырҙы.
Иптәштәре
йоҡоға сумып, үҙе генә ҡалғас, ауылды,
атаһы менән әсәһен, ағаһы менән һеңлеһен
хәтеренә төшөрҙө. Атаһының уйсан,
эшлекле, әсәһенең яғымлы, көләс йөҙҙәре
күҙ алдына килде лә йөрәге ашҡыныу менән
тибеп ҡуйҙы. Бөтә сәйәхәтселәр ҙә
ата-әсәләрен, яҡындарын, тыуған яҡтарын
һағынғандарҙыр. Ләкин кире боролмағандар.
Берингты, Миклухо-Маклайҙы, полярник
Шмидтты ал... Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар
кисермәгәндәр!..
Илнур
ҡапыл үҙен ысын караптың ысын капитаны
итеп күҙ алдына килтерҙе. Бына улар алыҫ
бер илгә диңгеҙ ярып алға ынтыла. Тауҙай
тулҡындар ажарланып карапҡа урғыла,
уны күтәреп һуғып, упҡын ҡосағына
ташларға теләй. Ләкин батыр капитан
Илнур Шәмсуров карапты дауыллы диңгеҙҙең
ҡоторонҡо тулҡындары аша ҡыйыу алып
бара.
Ул
шулай татлы хыял тулҡынында йөҙөп нисек
күҙҙәре йомолғанын да һиҙмәй ҡалды.
Шунда уҡ уны сәйер бер төш биләп алды.
Диңгеҙ буйлап карапта баралар, имеш.
Ҙур-ҙур тулҡындар уларға ябырыла. Ләкин
бирешмәйҙәр, бары алға ғына ынтылалар.
Ҡапыл ҡайҙандыр ҡот осҡос ҙур йыртҡыс
килеп сыҡты. Ул, ҡойроғон борғолап
йөҙә-йөҙә, ауыҙын асып карапҡа яҡынлаша,
бына-бына йота. Ләкин капитан Илнур
артиллеристарға йәһәт команда бирә:
«Атырға!» Пушка ут бөркә, ни өсөндөр,
уның тауышы сыҡмай, ә снаряды йыртҡыстың
асыҡ ауыҙына инеп китә. Ул, ҡурҡышынан
күҙ асып йомғансы боролоп, караптан
ситкә ҡасып китә. Быға тиклем, ни булыр
инде, тип ҡото осоп торған Илнур, теге
йыртҡыстың, ҡасыуын күреп, ҡысҡырып
көлөп ебәрә: «Ха-ха-ха! Тамағыңа
ултырҙымы!..»
Илнур
уянып китте. Яҡтырғайны инде. Тәбиғәттән
ниндәйҙер сафлыҡ аңҡый. Ҡалманай, уның
аръяғындағы тау битләүҙәрен ҡаплап
алған урмандар өҫтөнән шыйыҡ төтөн
һымаҡ быу күтәрелә, эргәләге ағастар
араһында ҡоштар сыр- сыу килә. Бына
тынғыһыҙҙар! Нисек йоҡолары килмәй?!
Аҡтырнаҡ та йылға буйында еҫкәнеп йөрөп
ята.
Илнур,
кисәге браконьер балыҡсыларҙы хәтеренә
төшөрөп, шул яҡҡа барып килмәксе итте.
Киткән булһалар, тиҙ генә ашап-эсеп
алырға ла юлға ҡуҙғалырға кәрәк.
Малай
яр буйы һуҡмағынан әкрен генә атланы.
һалҡынса ине. Үләндәрҙән аяғына, салбар
балағына ысыҡ тамсылары яғылды.
Браконьерҙар урынлашҡан аҡланға етәрәк
ул эйелә төштө, ҡарашын алға төбәне.
Аҡланда берәү ҙә күренмәне. Ул, яҡыныраҡ
барып, бер ағас төбөнә боҫто. «Киткәндәр,
ахыры», — тип уйлап бөтөргә лә өлгөрмәне,
балыҡсыларҙың береһе — сандыры — яр
аҫтынан өҫкә күтәрелде. Илнур унан ағас
артына ҡасмаҡсы булып, ҡапылыраҡ
ҡуҙғалдымы, аяғы аҫтында нимәлер
шытырланы ла ҡуйҙы. Теге балыҡсы ялт
итеп уға ҡараны ла, күреп, яңғырауыҡлы
сәрелдек тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
«Ә-ә, ҡарап тораһыңмы, киткәндәр, тип
уйланыңмы?» Ул шомло ҡиәфәт менән Илнурға
табан килә башланы. Малай тиҙ генә
боролдо ла ағастар араһынан йүгереп
китте. «Ю-уҡ, минән ысҡына алмаҫһың,
мөртәт, — тип екеренде теге. Илнур үҙенең
артында уның ҡайнар һулышын тойғандай
булды. Ул йүгереүен тиҙләтә төштө.
Иптәштәре янына илтә торған һуҡмаҡтан
бармай, һулғараҡ, урман эсенә, елдертте.
Был тирәлә ағастар һирәк, шаҡтай иркенләп
йүгерергә мөмкин ине. Шунлыҡтан
балыҡсы-браконьер әкренләп малайға
яҡынлаша ине. Илнур бер боролоп ҡараған
арала уның асыулы аҡыш күҙҙәрен, ас
яңаҡлы йөҙөн күреп ҡалды. Унан шәфҡәт
көтөп булмай ине. Ҡыуып тотһа, үлтергәнсе
туҡмауы ла ихтимал. Был осраҡта малайға
кем ярҙам итә ала? Шунда Илнур Аҡтырнаҡты
иҫенә төшөрҙө лә өҙөп-өҙөп ҡысҡырып
ебәрҙе: «Аҡтырнаҡ! Аҡтырнаҡ! Маһ... маһ...»
Яуап оҙаҡ көттөрмәне. «Вау-вау», — тигән
таныш һәм күңелгә яҡын тауыш урманды
яңғыратты. «Аһ, хәсис!» — тине арттан
ҡыуып килгән браконьер, ауыр һулап. Ул
Илнурҙы инде килеп тоттом тигәндә,
Аҡтырнаҡтың ҡалын тауыш менән өрөп
ебәреүе һәм яман ырылдап ҡуйыуы уны
шунда уҡ туҡталырға мәжбүр итте. Улай
ғына ла түгел, ҡаршыһында асыулы ҙур
этте күргәс, йәһәт кенә боролдо ла бер
ни булмағандай китеп барҙы. Аҡтырнаҡ,
урман яңғыратып өрә-өрә, уны бер аҙ
оҙатты ла, мин үҙ бурысымды үтәнем
тигәндәй, әйләнеп тә килде. Илнур уны
муйынынан ҡосаҡлап алды ла:


Һай,
матурҡайым, батырҡайым, һаҡсыбыҙ,
яҡлаусыбыҙ беҙҙең, — тип һамаҡланы.

«...АРТЫҠ
КӨЙМӘЙЕК ӘЛЕ»
Илнур
Аҡтырнаҡ менән төйәккә әйләнеп килгәс,
ҡыуыш ауыҙына сүгәләп, Сафаны уятты.


Тор,
иртәнгелеккә берәй нәмә әҙерлә. Ә
мин серем итеп алайым.

Сафа
ҡуҙғалып ҡуйҙы.


Хәҙер...

Илнур
уны аҙыраҡ көттө лә, тауышын күтәрә
төшөп:


Йә,
тораһыңмы, юҡмы?—тине.

Сафа
теләр-теләмәҫ кенә урынынан күтәрелде.
Үҙенә текләп, көтөп торған Илнурға ҡарап
алды ла ҡыуыштан килеп сыҡты, эскә табан
башы менән ишаралап:


Бар,
йоҡлап ал, — тине...

Илнур
иптәштәренең шаулашҡанына уянып китте.
Сафа,
көрһөнөп:


Ҡайҙа
булыр икән ул? — тине.

Хәсәндең
аптырап һөйләнеүе ишетелде.


Бөтә
ерҙе ҡарап бөттөк — юҡ бит.

Ҡайһығыҙҙың
эше был, малайҙар? — тине Сафа, хафаланып.
— Шаяртһағыҙ, рюкзакты килтерә һалығыҙ.
— Берәү ҙә өндәшмәгәс, Сафа,
ярһып, Әмингә ябырылды: —Бындай эш,
килһә, һинең, ҡулдан ғына килер. Икмәктәрҙе
йәшерһәң, табып бир яҡшы саҡта. Беҙҙең
унда бөтә запасыбыҙ.


Нимә
тип миңә бәйләнәһең? —тип екерҙе Әмин.
— Күрәләтә бәлә яғаһың. Икмәк
менән шаярырға мин баламы ни?

Илнур
эштең ниҙә икәнен аңлағайны инде, һикереп
торҙо ла иптәштәре янына килеп баҫты.


Икмәк
юғалғанмы ни?

Эйе
шул, — тине Сафа, әсенеп.

Илнур
һалҡын ҡанлы булырға тырышты.


Беҙҙең
хәлдәр ҡыҙыҡ әй: йә «карап» ағып китә,
йә икмәк юғала. Шулай ҙа күрмәгән-белмәгән
көйө, кешегә бәйләнмә, — тине ул Сафаға.
— «Урлаған бер гөнаһлы, урлатҡан мең
гөнаһлы», — ти минең өләсәй. Шуның кеүек
булмайыҡ. Һеҙ йоҡлағанда беҙ Аҡтырнаҡ
менән теге браконьерҙар туҡталған ергә
барып әйләндек. Шул арала, бәлки, ҡыуыш
тирәһенә берәйһе килеп сыҡҡандыр. Кем
белә? —Шунан Илнур борсоулы ҡарашы
менән иптәштәрен байҡаны. — Йәгеҙ,
икмәкһеҙ ни эшләйбеҙ?

Әминдең
эсенә йылы йүгерҙе. Капитан, ниһайәт,
бына хәҙер: «Ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалмай
булмаҫ, ахыры», — тип әйтер һымаҡ ине.
Ләкин был юлы ла улай булып сыҡманы.
Икмәк
тип, артыҡ көймәйек әле, — тине Хәсән.
— Аҙмы-күпме аҡсаларыбыҙ бар бит.
Яҡындағы берәй ауылға инеп, һатып
алырбыҙ.


Ысынлап
та,

тине
Сафа, йәнләнеп.

Бәлки,
яҡын-тирәлә лә ауыл барҙыр. Мин кисә
төндә эт өргән, әтәс ҡысҡырған тауыштар
ишеткәндәй булғайным.

Улайһа,
хәҙер беләбеҙ уны, — тине Рәфҡәт һәм
аҡлан ситендә башҡа ағастарҙан ҡалҡы-
быраҡ ултырған ҡарағайға табан йүнәлде.
Ул ағас баштарына үрмәләргә әүәҫ ине.
Бәләкәйерәк саҡта ҡош ояларын туҙҙырғаны
ла булды. Үҫә төшкәс, бындай эштең
насарлығын аңланы һәм ҡоштарҙы ярата,
уларҙың йырҙарын ихлас тыңлай, йәшәү
рәүештәрен өйрәнә башланы.

Рәфҡәт
ҡарағайҙың шып-шыма олонона һоҡланғандай
ҡарап торҙо ла, устарын төкөрөкләп,
маймыл етеҙлеге менән юғары үрмәләне.
Ағастың осона етәрәк туҡтаны ла, бер
яҡҡа ҡайырылып ҡарап, ҡысҡырып ебәрҙе:


Ана,
бер ҙур ғына ауыл. Бынан бер-ике саҡрымда
ғына.

Рәфҡәт
ҡарағай башынан төшкәс, Илнур, иптәштәрен
үҙ тирәһенә йыйып:


Мин,
Хәсән, Әмин — өсәүләп ауылға барып
килербеҙ, — тине. — Сафа менән Рәфҡәт
бында ҡалһын.

Был
һүҙҙәрҙән һуң, Әминдең йөҙө, теше һыҙлаған
кешенеке кеүек, һытылып ҡуйҙы.
ЯТ
МАЛАЙ МЕНӘН ОСРАШЫУ
Малайҙар
ауылға килеп ингәс, таҙа ҡарағай
бүрәнәләрҙән һалынған, кәрниз һәм тәҙрә
ҡапҡастары
зауыҡ менән семәрләнгән ыҡсым өйҙәргә
ҡыҙыҡһынып ҡарап барҙылар. Урман буйында
ғына йәшәгәс, был ауыл кешеләре
йорт-ҡаралтыларҙы, ысын хужаларса,
ныҡлап, матурлап төҙөгәндәр.
Илнур
ҡапҡа төбөндә торған ялан аяҡлы
һигеҙ-туғыҙ йәшлек бер малайҙан:


Был
ауылдың исеме нисек? — тип һораны.

Алтынсурин.

Алтынсурин?

Эйе.
Элекке исеме Сабаталы булған.

Малайҙар,
бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙы.
Илнур малайҙан һорашыуын дауам итте.


Сабатаны
күргәнең бармы һуң?

Малай,
юҡ тигәнде аңлатып, башын сайҡаны.


Ә
магазин бынан йыраҡмы?

А-а-нау
яҡта, кирбес йортта, — тине малай, урам
осона табан күрһәтеп.

«Кирбес
йорт» тигәне — бер ҡатлы ҙур ғына бина.
Ул икегә бүленеп, бер яғында — кейем-һалым,
икенсе яғында аҙыҡ-түлек һатыла икән.
Әлегә ишектәре бикле. Илнурҙар иртәрәк
килгәндәр шул. Магазин алдында шаҡмаҡлы
күлдәк, джинсы салбар кейгән ҡуңыр йөҙлө
малайҙан башҡа бер кем дә юҡ.


Аһ,
ҡасан асылыр инде?—тине Илнур, магазинға
ымлап.

Туғыҙҙа,
— тине ят малай, быларға ҡарамайынса
ғына.—Тағы егерме минут бар әле.


Тағы
егерме мину-ут!—тине Әмин, һуҙып.

Ят
малай Илнурҙарға текләп ҡарап торҙо.


Һеҙ
был ауылдан түгелһегеҙ, эйе бит?

Түгел.
Ә ниңә? —тине Илнур ҡоро ғына.

Былай
ғына... Ҡайҙан киләһегеҙ?

Илнур
уға сәйерһенеп ҡарап алды.


Күпте
белһәң, тиҙ ҡартайырһың.

Ят
малай үпкәләмәне, киреһенсә, йылмайып
ҡына ҡуйҙы.

Мин
үҙем дә был ауылдан түгел. Илнурҙың йөҙө
асыла төштө.


Ҡайҙан?

Ҡалманайбаш
ауылынан.

Ҡалманайбаш
ауылынан? Беҙ шул яҡҡа китеп барабыҙ
бит. Бынан алыҫмы әле ул?

Һигеҙ
саҡрым.

Хәсән
ҡыуанысынан ҡысҡыра төшөп:


А-а,
Ҡалманай башына алыҫ түгел, улайһа, —
тине.

Теге
малай тағы йылмайҙы:


Ҡалманайбаштан
биш саҡрым тирәһе генә. Малайҙар шымып
ҡалды. Илнур ят малайға йәнә баштан-аяҡ
ҡарап алды.

Ә
һин ни көтәһең бында?

Велосипед
камераһы бар, тигәйнеләр. Булһа, шуны
алам да ҡайтып китәм. Ун көн элек үк
олатайымдарға килгәйнем. Ә һеҙ йәйәүләпме?

Юҡ,
кәмәлә, — тине Илнур.

Ят
малайҙың йөҙө балҡып китте.


Кәмәлә?
Бына был шәп, исмаһам. Бәлки, мине лә
үҙегеҙ менән алырһығыҙ?

Илнур
иптәштәренә ҡараны.


Ҡыҫығыраҡ
булмаҫмы?

Хәсән
яурынын йыйырып ҡуйҙы.


Һыйырбыҙҙыр,
моғайын.

Улайһа,
алабыҙ.

Оҙаҡламай
магазиндар асылды, һатыуҙа икмәк юҡ
ине. Илнурҙар печенье, консерва, шәкәр
алып сыҡҡанда, ят малай уларҙы көтөп
тора ине инде.


Камера
булған да бөткән. Их, кисә килә алманым
шул, — тине ул, күңелһеҙләнеп.

Нисауа,
— тине Илнур, уны йыуатып. — Иҫкеһен
ямап эшкиндерерһең әле. Ә кәмәгә камера
кәрәкмәй.

Дөрөҫ,
кәрәкмәй.

Әйткәндәй,
һинең исемең кем һуң әле? — тип һораны
Илнур.

Иршат,
— тине теге.

Мин
— Илнур, был — Хәсән, ә был баҙыҡ кәүҙәле
— Әмин батыр.

Малайҙар,
йылмайышып, танышып бөткәс, урам буйлап
шәп-шәп атлап китеп барҙылар. Ҡалманай
буйына етәрәк Сафа менән Рәфҡәт уларға
ҡаршы сыҡты. Йөҙҙәре шат, үҙҙәре ни
өсөндөр тулҡынланған һымаҡ. Илнур, быны
күреп:
Ни
булды? — тип һорай һалды.


Икмәкте
таптыҡ, — тине Сафа, ҡояштай балҡып.

Нисек?
Ҡайҙан?

Сафа,
ҡулы менән күрһәтә-күрһәтә:


Аҡтырнаҡ
анау ерҙә еҫкәнә, өргәндәй итә. Ни бар
икән тип, янына барһам, бер соҡор төбөндә,
үлән һәм сыбыҡ-сабыҡ араһында, беҙҙең,
рюкзак ята, — тине.

Үәт,
эт, исмаһам, был Аҡтырнаҡ!—тине Илнур,
ҡыуанып. — Рюкзакка сысҡан-фәлән
теймәгәнме?

Сафа
башын сайҡаны.


Юҡ.
Рюкзак эргәһендә йомарланған бер терпе
лә бар ине. Шул һаҡлағандыр.

Был
һүҙҙәрҙән малайҙар көлөшөп алды. Әмин
дә, үҙен көсләп булһа ла, йылмайҙы.
ТЕТРӘТКЕС
ХӘБӘР
Ауылдан
ҡайтҡас, малайҙар күмәкләп сәй эсеп
алдылар ҙа тағы «карап»ҡа тейәлеп, һыу
үренә йөҙҙөләр. Иршат шунда уҡ ишкәктәргә
тотондо. «Карап»ты йылға ситләтеп ағым
үренә оҫта ғына алып китте.
Илнур,
уның таҫыллығын баһалап:


Ишә
беләһең икән, — тине.

Белмәй
ни, беҙ Ҡалманай буйынан да, — тине
Иршат, ғорурланған һымаҡ.

Һөйләшеп
килеп, байтаҡ араның артта ҡалыуы
һиҙелмәне лә. Ҡалманайҙың йәнә бер
ҡушылдығын үтеп киттеләр. Иршат, сылтырап
ағып ятҡан шул йылғасыҡҡа күрһәтеп:


Был
— Етеҙәк тип атала, — тине һәм һул яҡта
зәңгәрләнеп торған үркәс тауҙарға
ишаралап:— Анау тауҙар араһынан ағып
сыға, — тип өҫтәне.

«Карап»
морононда ултырған Сафа артына боролдо.


Унда
булғаның бармы ни?

Походҡа
барғайныҡ. Ул тирәләге ҡуйы урман эсендә
Алтынсурин етәкселегендәге партизандар
отряды йәшеренеп ятҡан урын бар.

Ундай
урынды беҙ ҙә күрҙек, — тине Хәсән.

Ҡайҙа?

Бынан
ун биш саҡрымлап түбәндә.

Нисек
унда барып сыҡтығыҙ?

Иршатҡа
бөтәһен дә һөйләп бирергә тура
килде.
Ул, сәйәхәтсе тиҫтерҙәренә һоҡланып:


У-у,
һеҙ мажараларға тарып бөткәнһегеҙ
икән, — тине. — Ярай әле имен ҡотолғанһығыҙ.
Ҡалманай буйы урмандарында Алтынсурин
отряды төйәк иткән бер нисә төбәк
билдәле, тиҙәр шул.

Ишкәксе
урынын алған Хәсән үҙ эше менән мәшғүл
булһа ла, һөйләшеүҙәргә ҡолаҡ һалып
килә ине.

Яҡташтары
бик ихтирам итәләрҙер, күрәһең,
Алтынсуринды, — тине.
Иршат
ихлас баш ҡаҡты.


Эйе.
Һеҙҙең менән уның тыуған ауылында
осраштыҡ бит. Элекке Сабаталыға яҡташтары
уның исемен ҡушҡандар. Беҙҙең
пионер дружинаһы ла уның исемендә.

О-о,
— тип ғәжәпләнде Рәфҡәт.— Батыр кеше
булғандыр, һин уның хаҡында беләһеңдер
бит?

Иршат,
әллә минән көләһеңме тигәндәй, сәйерһенеп,
ҡаштарын өҫкә күтәрҙе.


Белмәҫкә
ни! Ул Балтика морягы булған. 1918 йылдың
башында Сабаталыға ҡайтҡан. Уны волком
секретары итеп ҡуйғандар. Хәҙергесә
әйткәндә, райком секретары инде. Тик
оҙаҡ та үтмәй аҡ чехтар, уларға ҡушылған
аҡ гвардиясылар беҙҙең яҡтарға ла килеп
сыҡҡан. Алтынсурин бер төркөм иптәштәре
менән урманға ҡасҡан. Урындарҙа аҡтарға
эләккән большевиктарҙы, совет яҡлыларҙы
ҡотҡарыу буйынса күп кенә ҡыйыу һөжүмдәр
ойошторған. Дошмандарҙың ҙур ғына
отрядтарын да юҡ иткеләгән.

Ун
һигеҙенсе йыл аҙағында аҡ чехтар, Ҡыҙыл
Армия тарафынан еңелеп, Башҡортостандан
китә. Алтынсурин үҙ эшенә ҡайта. Ауылдарҙа
Совет власын нығытыу менән шөғөлләнә.
Ләкин ун туғыҙынсы йылдың март аҙаҡтарында
колчаксылар беҙҙең яҡтарға килеп етә.
Был юлы Алтынсурин көслөрәк партизан
отряды ойоштора, аҡтарға ҡыйыу һөжүмдәр
яһай, уларға һис тынғы бирмәй. Сабаталыла
ла, Ҡалманайбашта ла, Таллыгүлдә лә
партизандарҙың мәргән утынан
бик күп колчаксы юҡ ителә, ҡоралдары,
аҙыҡ- түлек запастары тартып алына.
Ләкин аҡтар ҙа тик ятмай. Партизан
отрядына бер хыянатсы үтеп инә. Шуның
ярҙамында аҡтар партизандарға көслө
засада ойоштора. Был алышта күпселек
партизандар, уларҙың батыр командиры
ла һәләк була. Бынан һуң оҙаҡламай аҡтар
беҙҙең яҡты ҡалдырып китә. Шунан бирле
күпме йылдар үтә, ә Алтынсуриндың, уның
көрәштәштәренең батырлығы онотолмай.
Иршат
һөйләүҙән туҡтағас та:


Һин
күп беләһең икән! — тине Илнур, һоҡланып.

Мин
тарихты яратам, — тине Иршат. — Ә тарих,
минеңсә, тыуған яҡтарыңды өйрәнеүҙән
башлана ул.

Мин
дә тарихты яратам, — тине Әмин. — Тик
мин дәреслекте генә уҡыйым шул.

И-һи,
улай ғына етмәй, дәреслекте беҙ бөтәбеҙ
ҙә уҡыйбыҙ инде, — тине Иршат, йылмайып.

Хәсән
дә Иршаттың күп белеүенә көнләшеп
ултырҙы. Быға саҡлы үҙҙәренең тыуған
яҡтарының тарихын, батыр кешеләрен
өйрәнмәүенә үкенеп ҡуйҙы. Күңелендәге
серен сисергәме, юҡмы тип, икеләнеп
килде-килде лә әйтергә булды:
Беләһеңме,
Иршат, минең олатайҙың атаһы, йәғни ҡарт
олатай ҙа ошо тирәләге партизан отрядына
киткән дә ауылға әйләнеп ҡайтмаған.
Аҡтар менән һуғышта үлгәндер инде.
Атайым ошо хаҡта һөйләгәйне...


У-у,
— тип ҡыуанысын белдерҙе Иршат,— ҡарт
олатайың партизан булған, тимәк! Ни
эшләп быға тиклем ҡыҙыҡһынманығыҙ?

Ҡыҙыҡһынманыҡ
инде, — тине Хәсән, уңайһыҙланып.

Һеҙ
ҡайһы ауылдан әле?

Ҡарандан.

Иршаттың
күҙҙәре ҙур асылып, ауыҙы йы- рылып-йырылып
ҡуйҙы.


Ҡарандан,
Ишемйәр районынанмы?

Эйе-эйе,
— тине Хәсән, ҡабаланып.

Башҡалар
ҙа һағайып ҡалды. Ә Иршат ҡыуанысынан
урынынан уҡ тороп китте, хатта «карап»
сайҡалып ҡуйҙы. Әммә быға берәү ҙә
иғтибар итмәне. Әмин дә, ишеүенән туҡтап,
Иршаттың ауыҙына төбәлде, «Дункан»
әкрен
генә ағым ыңғайына китә башланы.


Беләһегеҙме,
малайҙар, беҙҙең ауыл эргәһендә һәләк
булған бер партизандың исеме күптән
түгел генә асыҡланды, — тине Иршат. —
Батырҙарҙың батыры булған ул. Кем әле
исеме? Фамилияһы?—Ул бер аҙ ғына уйланып
торҙо ла: —Ә-ә... Бәхтиәр... Ирғәлин, —
тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

Хәсән
һиҫкәнеп китте, ныҡ тулҡынланыуҙан
сикәләре шунда ук янып сыҡты:
Был,
моғайын, минең ҡарт олатай. Исеме лә,
фамилияһы ла тура килә.


Бына
ҡыҙыҡ!—тине Рәфҡәт.

Был
ҡыҙыҡ ҡына түгел, барыбыҙ өсөн дә
ҡыуаныс
та!—тине Илнур.

Бөтәһе
лә Хәсәнгә төбәлде. Ә уның йөҙө балҡый
ине.


Ҡарт
олатайым табылды һымаҡ. Ныҡлап белешмәй
ҡайтып булмаҫ.

Әлбиттә,
белешерһең, — тине Илнур.

Уға
Иршат өҫтәне:


Ярҙам
итермен... Ҡулдан килгәнсә, һәр хәлдә,
беҙҙең ауыл эргәһендәге обелискыға
Бәх- тиәрҙең исеме яңыраҡ яҙылып ҡуйылды.

ҠАЛМАНАЙБАШ
КҮРЕНДЕ
Ҡалманайбаш
ауылына ҡәҙәр йәнә ике ҙур булмаған
ҡушылдыҡ осраны. Береһен инеш тиһәң дә
була. Бынан һуң Ҡалманай тағы ла тарайҙы,
һайыҡты. Бер нисә шаршылыҡты үткәндә,
Аҡтырнаҡтан башҡа бөтә экипажды төшөрөп,
«Дункан»ды һөйрәргә тура килде. Хәйер,
Ҡалма- найҙың нигеҙҙә тыныс йылға булыуы
сәйәхәтселәрҙе күп кенә бәләләрҙән
ҡотҡарғандыр, моғайын.

Быға
тиклем гел көнсығышҡа йөҙгәйнек, хәҙер
юлыбыҙ тап төньяҡҡа табан боролдо, —
тине Илнур, компасына ҡарап.
Эйе,
— тине Иршат, — хәҙер Ҡалманай- ҙың
башына ҡәҙәр гел ошо йүнәлештә барырға
тура киләсәк.
Төш
ауышып күп тә үтмәне, йылға буйында ҙур
ғына ҡырсынлыҡ, унда кейемдәрен сисенеп
ташлап, сыр-сыу килеп һыу инеүсе бала-саға,
уларҙан өҫтәрәк — ҡармаҡ һалыусылар
күренде. Ҡырсынлыҡтың арғы ситендә
ҡыҙыл мәтеле бейек кенә яр һуҙылып, унан
әллә ни алыҫ та түгел ауыл өйҙәренең
ҡалай түбәләре ялтырашып, телевизор
антенналары һерәйешеп күккә ашып тора
ине.
Иршат,
шул яҡҡа күрһәтеп:


А-а-на
беҙҙең ауыл, — тине.

Ул
сәйәхәтсе тиҫтерҙәренә эҫенеп бөткәйне
инде. Тегеләре лә уны киң күңелле, алсаҡ
булғаны өсөн шунда уҡ үҙ иттеләр. Хатта
Аҡтырнаҡ та уға, ҡойроғон болғап,
ихтирамын белдерҙе.


Малайҙар,
мин бөгөн һеҙҙе үҙебеҙгә ҡунаҡҡа
саҡырам, — тине Иршат, алсаҡ йылмайып.
— Минең атай менән әсәй — ябай кешеләр.
Мин дуҫ күргән кеүек, улар ҙа һеҙҙе яҡын
итәсәктәр.

Малайҙарҙың
йөҙҙәре ниндәйҙер эске бер йылылыҡ,
өмөт менән балҡып китте, һәр үҫмер кеүек,
улар ҙа ҡунаҡҡа барырға, яҡты йөҙ күрергә,
тәмле-татлы аштар менән һыйланырға
ярата ине. Тик капитан ни әйтер? Уға
төбәлделәр. Ә ул ебеп төшмәне. Капитан
булған кеше бөтәһен дә тәрәнерәк уйларға,
алданыраҡ күрергә тейеш шул. Дөрөҫөн
әйткәндә, ул өлкәндәрҙең: «Ҡайҙан, нисек
киләһегеҙ? Атай-әсәйҙәрегеҙҙән рөхсәт
алдығыҙмы? Нисек ебәрҙеләр?» — тигән
һәм башҡа һорауҙарынан һағая ине. Эйе,
улар рөхсәтһеҙ китмәнеләр, билдәле.
Сафаны әсәһе ебәрмәҫкә тырышҡас, малай
иһә: «Ҡасып булһа ла китәм», тип шаулағас,
уның әсәһе менән Илнурҙың үҙенә һөйләшергә
тура килде. Әлегә Сафа һынатманы. Ә эте
үҙе бер хазина булды...


Рәхмәт,
Иршат! Беҙ, элеккесә, Ҡалманай буйына
урынлашырбыҙ. Беҙҙең янға үҙең килерһең,—
тине Илнур, уйҙарын төйнәп.

Өҙөп
әйтелгән был һүҙҙәрҙән һуң, Иршат
көсләшеп торманы.


Һеҙ
ҡайҙа туҡталырһығыҙ икән?—тип кенә
һораны.

Илнур
эйәге менән йылға үренә ишаралап:


Саҡ
ҡына арыраҡ, тынысыраҡ урында туҡталырбыҙ,
— тине.

Иршат,
үҙҙәренә ҡыҙыҡһынып ҡараусы малай-шалайға
иғтибар ҙа итмәй, шаршылыҡтан «Дункан»ды
үткәрешеп ебәрҙе лә:


Мин
оҙаҡламай килеп етермен, — тип, ҡул
болғап тороп ҡалды.

БӘХТИӘР
— ХАЛЫҠ БАТЫРЫ
Ҡалманай
үрендә ысынлап та төйәк өсөн уңайлы
урындар етерлек ине. Әммә береһе Ил-
нурға айырыуса оҡшаны. Ҡалманайбаш
ауылы тәңгәлендә аръяҡлап ҙур булмаған
болонлоҡ һуҙыла, ә ҡаршы яҡ яр ҡуйы бөҙрә
талдарға күмелгән. Яҙғы ташҡын
ваҡытындалыр, бер өйәнке һыуға ауған
да бер нисә тамыры менән генә ярға эләгеп
ҡалған. Уның япраҡтары шиңә башлаған.
Арала әле йәшелдәре лә күренә.
Илнур,
өйәнкегә күрһәтеп:


Бында
балыҡ ҡармаҡларға һәйбәт. Ятыуыраҡ
урын, — тине.

Сафа
ла уны хупланы.


Эйе,
бында ажау менән ҡыҙыл күҙ сиртергә
тейеш.

Хәсән,
болон аръяғындағы уҡтай ҡарағайҙар
һибелгән ҡалҡыулыҡтарға ишаралап:


Тәбиғәт
тә матур, әкиәттәге кеүек,—тип ҡуйҙы.

Әминдең
иҫе китмәне:


Беҙҙең
яҡтарға етмәй. Йүкә, саған, имәндәре
булмаған урман урманмы ни ул! Ҡалманай
ҙа бында һай ғына, киңлеге лә ун метрҙан
артмай.

Һәр
яҡтың үҙ матурлығы, — тине Хәсән.

Йылғаға
ҡарап уйға ҡалып торған Рәфҡәт
башын
сайҡап ҡуйҙы.


Матур
урын. Шулай ҙа үҙебеҙҙең яҡтар һағындырҙы.

Атай
менән әсәйҙе, тиң, — тине Хәсән, йылмайып.

Уныһы
ла бар инде.

Илнур
киҫкен генә ҡулын һелтәп алды.
Етте,
малайҙар, һағыш хистәренә бирелер
ваҡыт
түгел. Кискә ҡоро-һары әҙерләргә, балыҡ
тоторға ла кәрәк. Әле иртә, бәлки,
магазинға ла өлгөрөрбөҙ. Икмәк аҙ ҡалған.
Ул да иҫкергән.
Малайҙар
арлы-бирле итеүгә, Иршат килеп тә етте.


Эһе-ей,
сығып алығыҙ әле!—тип тауыш бирҙе ул
арғы яҡтан. Ҡултығына
нимәлер ҡыҫтырып алғайны.

Уны
күргәс, малайҙарҙың йөҙҙәре яҡтырып
китте. Ҡармаҡ һалып торған Илнур әйберҙәр
янындағы иптәштәренә өндәште:


Берәйегеҙ
Иршатты сығып алығыҙ инде.

Былай
ҙа Рәфҡәт урынынан ҡуҙғалғайны инде.
Ул ашығып «карап»ҡа йүнәлде.
Иршат
йылға аша сыҡҡас, Илнур менән Сафа ла
уның эргәһенә килде. Иршат ҡулындағы
төргәкте капитанға һуҙҙы.


Бына,
әсәй һеҙгә күстәнәс ебәрҙе.

Илнур
төргәкте алып систе лә, йылмайып,
иптәштәренә
ҡараны. Алдарында ауыл мейесендә бешкән
түңәрәк икмәк балҡып тора, эргәһендә
банка менән яңы айыртҡан ҡаймаҡ та бар
ине.

У-у,
шәп! — тине Илнур, ҡыуанып.—Рәхмәт,
Иршат! Хәҙер рәхәтләнеп сәйләп алайыҡ
әле.
Малайҙарҙың
күңелдәре күтәрелеп китте. Хатта Аҡтырнаҡ
та, күстәнәстән үҙенә лә өлөш сығаһын
һиҙенгәндәй, ҡойроғон болғап, малайҙар
тирәһендә бөтөрөлдө.
Сафа
өсөн усаҡ яғыу, күп һынауҙар үтеп,
ҡоромланып бөткән алюмин сәйнүктә
Ҡалманай һыуын ҡайнатыу ғәҙәти эш ине.
Ә төш ваҡытында ла әл-йөл генә ҡапҡылаған
малайҙар яңы икмәк менән яңы ҡаймаҡты
һыпырҙы ғына, оҙаҡламай быяла банка ялт
итеп ҡалды. Сәйҙән һуң Иршат, урынынан
тороп:


Хәҙер
мин һеҙҙе ике партизанға ҡуйылған
обелискыға алып китәм, — тине.

Яҡты
күҙҙә барып ҡайтайыҡ әйҙә, — тине Хәсән
дә, шунда уҡ аяғына баҫып.

Башҡалар
ҙа урындарынан ҡуҙғалды. Тик Илнур
ҡарашы менән иптәштәрен байҡап алды
ла:


Ә
бында кемдәр ҡала? —тип һораны, береһе
лә өндәшмәгәс: —Әмин, һин дежурный,
ҡоро-һары әҙерләй тор, Сафа, һин балыҡ
тот. Кискә
һурпалыҡ булыр, — тине.

Әмин
йөҙөн һытып ситкә боролдо. Уның малайҙарҙан
ҡалғыһы килмәй ине. Ләкин ул — дежурный,
төйәк һаҡсыһы. Унан һуң капитандың
әмерен бер һүҙһеҙ үтәргә килешкәйне
улар.
Малайҙар,
Иршатҡа эйәреп, Ҡалманай буйлап атланы.
Болондо үткәс тә, һуҡмаҡ уларҙы әрәмәлеккә
алып инде. Бында муйыл, балан, артыш
ҡыуаҡтары араһында өйәнке һәм еректәр
ҙә күренгеләй ине. Аҫта, күләгәлә, билгә
етеп ҡыяҡ үләндәр үҫкән. Йылан кеүек
борғоланған һуҡмаҡ менән барҙылар-барҙылар
ҙа йәнә ҙур ғына болонға килеп сыҡтылар.
Уның арғы яғы урманға барып терәлә ине.


Ана,
урман буйында обелиск ҡалҡып тора, —
тине Иршат, ҡулы менән төртөп күрһәтеп.


Эйе,
күрҙек, — тине малайҙар һәм туп- тура
шунда йүнәлделәр. Уларҙы обелиск тирә-
яғында ҡып-ҡыҙыл сәскә атып ултырған
ҡәнәферҙәр ҡаршы алды. Ә мәрмәр ташҡа
бронза төҫөндәге буяу менән:
«Бында
1919 йылдың 12 майында колчаксыларға ҡаршы
көрәштә ҡаһармандарса һәләк булған
Фома
Иванович
Петров Бәхтиәр Ғизетдин улы Ирғәлин
ерләнгән.
Халҡыбыҙҙың
азатлығы, бәхете өсөн ҡорбан булғандарҙың
яҡты иҫтәлеге алдында баш әйегеҙ!»—
тип яҙылғайны.
Малайҙар
обелиск алдында тын ғына баҫып торҙо.
Бер аҙҙан Иршат, ғорурланған һымаҡ:


Был
һәйкәлгә беҙҙең пионер дружинаһы шефлыҡ
итә. — тине.

Хәсән
яңы иптәшенә айырыуса йылы ихтирам
менән ҡараны.


Тырышлығығыҙ
күренеп тора. Ә уларҙың нисек һәләк
булғандарын беләһеңме һуң?

Иршат
башын эйеп уйға ҡалып торҙо. Унан:
Аҙ
ғына беләм, — тине. — Улар, партизан
отрядының сигенеүен ҡаплап, колчаксыларға
ҡаршы торғандар, үҙҙәре үлһәләр ҙә,
иптәштәрен эҙәрлекләүҙән ҡотҡарғандар.
Был турала Ҡалманайбаш
мәктәбендәге ошо партизандарға арналған
мөйөштәге яҙмаларҙан да белеп була.
Хәсән
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
  • Parts
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01
    Total number of words is 3516
    Total number of unique words is 1697
    33.0 of words are in the 2000 most common words
    46.1 of words are in the 5000 most common words
    52.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
    Total number of words is 3630
    Total number of unique words is 1784
    33.9 of words are in the 2000 most common words
    47.0 of words are in the 5000 most common words
    53.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
    Total number of words is 3589
    Total number of unique words is 1816
    32.0 of words are in the 2000 most common words
    45.2 of words are in the 5000 most common words
    52.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04
    Total number of words is 3516
    Total number of unique words is 1768
    33.0 of words are in the 2000 most common words
    46.1 of words are in the 5000 most common words
    52.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
    Total number of words is 3501
    Total number of unique words is 1770
    32.7 of words are in the 2000 most common words
    44.8 of words are in the 5000 most common words
    50.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
    Total number of words is 3633
    Total number of unique words is 1851
    32.9 of words are in the 2000 most common words
    46.0 of words are in the 5000 most common words
    52.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 07
    Total number of words is 3637
    Total number of unique words is 1736
    32.6 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 08
    Total number of words is 3643
    Total number of unique words is 1756
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    45.2 of words are in the 5000 most common words
    51.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 09
    Total number of words is 3666
    Total number of unique words is 1893
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10
    Total number of words is 3574
    Total number of unique words is 1811
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    43.8 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
    Total number of words is 2538
    Total number of unique words is 1384
    34.4 of words are in the 2000 most common words
    47.4 of words are in the 5000 most common words
    54.3 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.