Latin

Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01

Total number of words is 3516
Total number of unique words is 1697
33.0 of words are in the 2000 most common words
46.1 of words are in the 5000 most common words
52.8 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
РӘШИТ САБИТОВ

ҺҮНГӘН ЙОНДОҘ ЯҠТЫҺЫ

Повестар
һәм хикәйәләр

ӨФӨ
БАШҠОРТОСТАН
КИТАП НӘШРИӘТЕ

1988

Повестар

АҒЫМ
ҮРЕНӘ
ҠАЛМАНАЙҘА
БОҘ КИТКӘНДӘ

Алтын
ҡояш сағыу нурҙары менән бөтә донъяны
ҡойондороп, ҡарҙары иреп бөтөп барған
баҫыу өҫтөнә һабан турғайы көмөш моңдарын
сәскәндә, мәктәп формаһы кейгән ун дүрт
йәштәрҙәге өс малай Ҡалманай йылғаһы
буйына яҡынлашты. Уларҙың береһе —
Илнур, буйға ҡалҡыуыраҡ, яурынға ла
ҡалыныраҡ, ҡауын һымаҡ оҙонса йөҙөнә
оҙон танау һуҙылып төшкән, күҙҙәре ҙур,
үҙҙәре зәп-зәңгәр. Ә малайҙарҙың ҡалған
икеһе буйға бер сама, тик Хәсән кәүҙәгә
баҙығыраҡ. Уның йөҙө, күктәге ҡояш һымаҡ,
түм-түңәрәк, тыңлауһыҙ ерән сәстәре
тырпайышып тора. Өсөнсө малай — Рәфҡәт
исемле. Уның буй-һыны ла, яңаҡтары ла
ҡаҡсараҡ, ҡуңыр йөҙлө, ҡап-ҡара күҙҙәре,
ыҫмалалай ҡап-ҡара сәстәре иғтибарҙы
тартып тора.
Бына
малайҙар, яр буйына килеп етеп, Ҡалманай
йылғаһына һоҡланып ҡарап торҙолар.
Нисек ажарланған, ғәйрәтләнгән ул!
Ҙур-ҙур боҙ киҫәктәрен уйынсыҡ урынына
өйрөлдөрөп ағыҙа. Улай ғына ла түгел,
ана ҡолас етмәҫ өйәнкене төбө-тамыры
менән аҡтарған да елдертеп алып китеп
бара.
Хәсән,
ҡапыл тынлыҡты боҙоп:


Хәтәр
бит, ә! —тип Илнурға ҡараны. Тегеһе, уны
хуплап:

Эйе,
яҙ көнө беҙҙең Ҡалманай бер шашынып
ҡала инде ул, — тип ҡуйҙы.

Шунда
Рәфҡәт, ҡулы менән йылға үренә күрһәтеп,
ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:


Ҡарағыҙ
әле, ҡарағыҙ! Һыу өҫтөн иңләп бер боҙ
килә. Хоккей майҙанына оҡшаған.

Шул
боҙ яғына ҡарашын йүнәлткән Хәсән:
Ысынлап
та, хоккей майҙаны бит. Ана, ҡапҡа
урындары, — тине.
Башҡалары
менән сағыштырғанда һарыҡ көтөүе
араһындағы үгеҙ һымаҡ күренгән бер ҙур
боҙ малайҙар торған тәңгәлдән үтеп
китте лә алыҫ түгел йылға бөгөлөндә
ярҙы барып һөҙҙө һәм шытырлап өс-дүрт
киҫәккә ярылды.
Хәсән,
нисектер, көрһөнөп ҡуйҙы.


Был
тиклем боҙҙар ҡайҙарҙан килә икән,
малайҙар, ә?—тине.

Илнур,
юҡҡа иҫең, киткән икән тигәндәй,
йылмайғандай итте.


Ҡайҙан
килһен улар, Ҡалманай үренән инде.

Хәсән,
уны ишетмәгәндәй:


Улар
беҙгә килеп еткәнсе әллә ниндәй матур
ерҙәрҙе үтәләрҙер инде, — тине.

Рәфҡәт
тә Илнур һымаҡ көлөмһөрәне.


Беҙҙән
түбәндә лә матур ерҙәр күптер инде ул.
Шуларҙы күреп, бер йөрөп ҡайтһаң икән.

Ҡыҙыҡлы
фекер, — тине Илнур, уйға ҡалып.

Эйе
шул, — тине Хәсән, ҡапыл дәртләнеп. —
Ҡалманайҙың башына ла сәйәхәт итергә
мөмкин инде.

Ә
ниңә Ағиҙелгә ҡойған еренә түгел? —
тип ҡаршы төштө Рәфҡәт.

Хәсән,
шуны ла аңламайһыңмы ни тигәндәй, башын
сайҡап алды.


Һуң
Ағиҙелде күргәнең юҡмы ни? Ул алыҫ
түгел, ҡасмаҫ. Ә бына үҙ йылғабыҙҙың
башлаған урынын, йылға тыуған ерҙе
күреү — был ҡыҙыҡ, исмаһам. Шулай бит,
Илнур?

Минеңсә
лә шулай, — тине Илнур, етдилек һаҡлап.
— Был турала ныҡлап уйлашырбыҙ әле. Тик
быны әлегә бер кемгә лә һөйләмәйек.
Үҙебеҙҙең сер булһын.

Булһын,
— тине Хәсән, шатланып. — Беҙҙән һүҙ
сыҡмаҫ.
Башта
үҙе шаяртып ҡына әйткән фекер Рәфҡәтте
лә вайымһыҙ ҡалдырманы.

Эйе-эйе,
сер булһын, — тине ул.
Ә
Ҡалманайҙы иңләп-буйлап боҙҙар ағылды
ла ағылды.
ТАҒЫ
КЕМДЕ АЛЫРҒА?
Етенсе
класта география дәресе бара ине. Саҡ
ҡына шаҙрараҡ өлкән йәштәге уҡытыусы
апай карта эргәһенә сыҡҡан уҡыусыға
һорау бирҙе:

Ағиҙел
ҡайҙан башлана?
Шул
саҡ Ҡалманай буйындағы кисәге һөйләшеү
ҡылт итеп Хәсәндең хәтеренә төштө лә
күңелен тулҡынландырҙы ла ебәрҙе. Дәрес
ҡайғыһы китте, уйҙары әллә ҡайҙарҙа
йөрөнө. Бер аҙҙан ул портфеленән бер
бит ҡағыҙ алды ла яҙа башланы:
«Илнур!
Ҡалманай
башына барыу хаҡында һөйләшәйек әле
бөгөн. Мәктәптән ҡайтҡас, һеҙгә йыйылырбыҙ,
йәме.
.
Яҙыуын
ныҡлап төрөп, бер иптәше аша алдараҡ
ултырған Илнурға бирҙерҙе. Тегеһе
ҡағыҙҙы алыу менән, күҙ йөрөтөп сыҡты
ла, Хәсән яғына боролоп, йылмайып башын
ҡаҡты. Риза, йәнәһе.
Хәсән
былай һәйбәт уҡыусыларҙан һаналһа ла,
иғтибарын дәрескә йүнәлтә алманы, хыялы
менән Ҡалманай буйҙарын ҡыҙырҙы. Унан
үҙҙәре менән сәйәхәткә тағы ла кемде
алыу тураһында баш ватты. Күҙ алдынан
тиҫтәләп малайҙы уҙғарҙы, һәр ҡайһыһының
уға оҡшап бөтмәгән яҡтары бар. Шулай ҙа
ул Әмин исемле иптәшенә туҡталды. «Дөрөҫ,
ул бер аҙ маҡтансығыраҡ, — тип фекер
йөрөттө малай. — Хәйер, уға йыуан
беләктәре менән аҙыраҡ маҡтанырға ла
мөмкин. Ә сәйәхәт ваҡытында ундағы
көстөң кәрәк булыуы бар».
Хәсән
менән Илнур мәктәптән ҡайтырға бергә
сыҡты. Ҡабаланмай
ғына атламаҡсы ине улар. Әммә үҙҙәренән
алдараҡ ашығып китеп барған Рәфҡәтте
күреп, аҙымдарын тиҙләтә төштөләр.


Эй,
Рәфҡәт, ҡайҙа шулай сабаһың? — тип
өндәште Хәсән.

Әсәһе
бешергән һурпаны тиҙерәк һемерергә,
әлбиттә, — тине Илнур, шаяртып.

Ысынлап
та, асыҡтырҙы, — тине Рәфҡәт, иптәштәрен
көтөп алып.

Хәсән
шунда уҡ һүҙ башланы:


Сәйәхәткә
өсәү генә сыҡмабыҙ бит. Тағы берәйһе
кәрәк булыр. Кемде алабыҙ?

Рәфҡәт,
ни әйтер икән тип, Илнурға ҡараны. Тегеһе:
Тағы
бер иптәш кәрәк, әлбиттә, — тине, ҡояш
нурҙарынан сағылған күҙҙәрен ҡыҫып. —
Азатты алайыҡ.
Рәфҡәт
шунда уҡ башын сайҡаны:


Юҡ,
шәп йүгерһә лә, бер ҙә юҡҡа бәхәсләшергә
ярата ул. Минеңсә... минеңсә, Вәли
ҡулайыраҡ булыр.

Юҡ-юҡ,
— тип киҫкен ҡаршы төштө Ил- нур, —
ҡыҙыу бит ул, әтәс кеүек...

Хәсән,
үҙенең уйын әйтергә ваҡыт еткәнен тойоп:


Ә
Әмингә нисегерәк ҡарарһығыҙ? — тип
һораны.

Эй,
маҡтансыҡ, маҡтансыҡтың арты асыҡ, —
тине Илнур, унан өҫтәп ҡуйҙы: —Етмәһә,
үҙ һүҙле лә.

Улай
тип кенә ҡырт киҫмә әле, — тине Хәсән,
бирешмәҫкә теләп. — Етешһеҙлектәр һәр
ҡайһыбыҙҙа ла бар ул. Ә
Әмин көслө, сәйәхәттә ундайҙарҙың кәрәк
булыуы бар.

Илнур,
ҡаршы килеп, нимәлер әйтмәксе ине, Рәфҡәт
өлгөрөрәк булып сыҡты.


Әмин
ярайһы егет ул.

Илнур
телен тешләне. Ә Хәсән йылмайып ебәрҙе.


Килештек,
улайһа. Рәфҡәт, һеҙгә Әмин яҡын ғына
бит, төштән һуң Илнурҙарға алып кил.
Сәйәхәт хаҡында шунда ныҡлап һөйләшербеҙ.



САФА
МЕНӘН АҠТЫРНАҠ
Әминдәрҙең
өйө Рәфҡәттәрҙекенә бер нисә йорт аша
ғына. Эре бүрәнәләрҙән һалынып, тәҙрә
ҡапҡастары, кәрниздәре бер ниндәй
семәрһеҙ генә яһап ҡуйылған. Өс тәҙрәһе
урамға ҡарап тора.
Рәфҡәт
ҡапҡанан кергәндә, Әмин ҙур ғына утын
түмәрен тәгәрәтеп маташа ине. Ул,
иптәшенең килеүенә ҡыуанғандай,
көлөмһөрәне лә әлеге түмәрҙе ике ҡуллап
тәүҙә күкрәгенә, унан баш өҫтөнә күтәрҙе.
Көсәнеүҙән
күҙҙәренең ағы ялтыраны, урттары
ирләндеке кеүек ҡабарҙы.


Ярай-ярай,
маҡтанмаһаң да була, — тине Рәфҡәт,
ирекһеҙҙән ауыҙын йырып.

Теге,
ауыр тын алып, өҙөк-өҙөк мығырланы:


Маҡ-тан-май-йым.
Улай тиһәң, мә, үҙең күтәреп ҡара.

Әмин
түмәрҙе ҡапыл Рәфҡәттең аяҡ аҫтына
ташланы, тегеһе ҡурҡышынан ситкә һикерҙе.
Был Әмингә ҡыҙыҡ тойолдо, көлөп ебәрҙе:


Ха-ха-ха...
Йә, күтәреп ҡара әле.

Рәфҡәттең
асыуы килде. Ул, сәмләнеп, түмәргә барып
тотондо. Ҡыҙарынып-бүртенеп, ерҙән
айырып алып күкрәгенә күтәрҙе, ләкин,
нисек кенә көсәнмәһен, артығына хәленән
килмәне, түмәрҙе ергә ташланы.
Әмин
ҡәнәғәтләнеү менән:


Ә-ә,
бына күрҙеңме, кем маҡтана!—тине һәм,
ике ҡулын күтәреп, беләк мускулдарына
ишара яһаны.

Йә,
ярай, көслөһөң инде, — тине Рәфҡәт
вайымһыҙ ғына. — Шуның өсөн дә һиңә бер
эш менән килгәйнем бит.


Ниндәй
эш ул?—Әмин Рәфҡәткә яҡынлаша төштө.

Беҙ
Ҡалманай башына барырға йыйынабыҙ.

Ҡасан?
Иртәгәме? Ял көндөмө?


Ашыҡмай
тор, — тине Рәфҡәт һәм, мәғәнәле генә
ҡарап, телен шартлатып ҡуйҙы. — Уҡыуҙар
тамамланғас. Тик әлегә сер был. Үҙебеҙҙән
башҡа бер кем дә белергә тейеш түгел.
Шул сәйәхәт тураһында бөгөн Илнурҙарҙа
ныҡлап һөйләшергә булдыҡ. Малайҙар һиңә
килергә ҡушты.


Ниндәй
малайҙар?


Ну,
Илнур, Хәсән...


Әһә,
киттек, улайһа...

Уларҙы
Илнур менән Хәсән көтөп тора ине инде.


Әмин
батыр ҙа килде. Команда тулы, былай
булғас, — тине Хәсән, ҡыуанғандай.

Бындай
һүҙҙәр Әмингә оҡшай инде ул, ауыҙы
йырылып уҡ китте.


Сәйәхәткә
бөгөндән әҙер!

Уның
ҡылығы Илнурға ла ҡыҙыҡ тойолдо, тик ул
етдилеген юғалтманы.


Бөгөндән
кәрәкмәй, Әмин, — тине ул һәм уның ҡалын
яурынына еңелсә һуғып алды. — Уҡыуҙар
бөтһөн, көндәр йылынһын әле.

Малайҙар
аҙбар буйында ятҡан бүрәнә өҫтөнә
ултырышты. Бында һалҡынса, елдән дә
ышыҡ, ҡояш нурҙары ла сағыуыраҡ төшә.


Малайҙар,
— тине Рәфҡәт көтмәгәндә, — Ҡалманай
буйлап йәйәүләп барырбыҙмы икән?

Хәсән,
ғәжәпләнеп:


Бына
ҡыҙыҡ, йәйәүләп бармай, осоп бараһыңмы
ни? — тине.

Ә
Әмин, шаяртып:


Рәфҡәттең
атаһы конюх булғас, ат менән елдерергә
уйлайҙыр, — тип өҫтәне.

Хәсән
менән Әмин көлөшөп алды. Рәфҡәт үҙе лә
йылмайҙы, әммә шунда уҡ:


Кәмә
менән дә мөмкин бит әле, — тип ҡуйҙы.

Илнур,
шуны ғына көткән кеүек:


Һәйбәт
фекер был, — тине.— Ысынлап та, ниңә
шул хаҡта уйлашмаҫҡа?

Хәсән
ҡулбашын һикертеп ҡуйҙы.


Кәмә
менән ағымға ҡаршы ҡыйыныраҡ булыр ул.

Булһа
һуң!—тине Илнур. — Бер ҡыйындың — бер
рәхәте: ҡайтҡанда йырлап ҡына елдерәсәкбеҙ.

Рәфҡәт,
үҙенең ярым шаярып әйткән һүҙҙәренең
етди ҡабул ителеүенә ҡыуанып:


Кәмә
тапһаҡ, һай, шәп булыр ине лә ул! — тине.

Әмин,
беләк мускулдарына күрһәтеп:


Кәмәне
ағым үренә лә ишәбеҙ уны, тик табылһын
ғына, — тине.

Кәмәне
ҡайҙан алырға? Был һорау һәр ҡайһыһының
күңелен өйкәне. Шул хаҡта бергәләп
һөйләшә
башлағанда ғына ҡапҡала овчарка тоҡомона
тартым һары этен эйәрткән Сафа күренде.
Кәүҙәгә йоҡа, буйға ла бәләкәй генә.


Кәрәкле
кишер япрағы,— тине Әмин, сертләтеп
ергә төкөрөп.

Сафа
туп-тура малайҙар эргәһенә килде. Оло
кешенең, усы аяһындай ғына йөҙөндә
ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныумы, тулҡынланыумы
һиҙелеп тора.


Ниңә
килдең, Сафа? — тип һораны Илнур тыныс
ҡына.

Мин...
ни... — тип Сафа үҙенең һоро күҙҙәрен
Илнурға текләне.— Ҡалманай башына
һеҙҙең менән барырға теләйем...

Малайҙар,
аптырашып, бер-береһенә күҙ аттылар:
йәнәһе, серҙе кем асты икән? Буласаҡ
сәйәхәт тураһында Сафа ҡайҙан белгән?
Бер
аҙҙан ғына Илнур телгә килде:


Беҙ
бер ҡайҙа ла барырға йыйынмайбыҙ бит.

Ә
был нимә һуң?—Сафа куртка кеҫәһенән
бер ҡағыҙ сығарҙы ла Илнурға тотторҙо.

Уны
күргәс тә, Хәсән үҙенең яҙыуын танып
ғәжәпләнде. Илнурға шиксел ҡараш ташланы.
Ә Илнур, уҡып сыҡҡас, ҡағыҙҙы парта
аҫтына төшөрөп ебәреүен, һуңынан алырға
онотоуын хәтерләп, үкенеп ҡуйҙы. Ул,
ҡағыҙҙы һелкеп, Сафаға текләне:


Ҡайҙан
таптың быны?

Мәктәп
буйынса дежурный инем.
ғыҙға
ингәс, парта аҫтығыҙҙа ошоно күрҙем дә
алып ҡараным.


Башҡаларға
күрһәтмәнеңме?

Юҡ.

Яҡшы
иткәнһең. Ә хәҙер тай бынан. Был ҡағыҙҙа
яҙылғандарҙы онот. Сер ул. Аңланыңмы?

Сафа
урынынан да ҡуҙғалманы.

Әгәр
мине ҡыуһағыҙ, серегеҙҙе һаҡлай алмам
шул, — тине ул иҫе лә китмәй.
Илнур,
ни эшләйбеҙ тигәндәй, иптәштәренә
ҡараны.


Бына
бер бәйләнсек, әй...

Шул
саҡ Әмин, үҙенең көсөн күрһәтер саҡ
еткәнен самалап, Сафаның ҡаршыһына
килеп баҫты. Ҡулын күтәреп, ҡалын мускулын
һелкетеп алды.


Әгәр
хәҙер үк, серегеҙҙе бер кемгә лә
һөйләмәйем, тимәһәң, ошо рәшәткә аша
баҡсаға ырғытам үҙеңде.


Ҡуй,
Әмин, теймә уға, имгәтеп ҡуйыуың бар, —
тине Рәфҡәт, уның еңенән тотоп.

Ә
Сафа китергә уйламаны ла, бары йылмайҙы
ғына:


Улай
янаһаң, серегеҙҙе иртәгә үк бөтә мәктәп
беләсәк.

Әмин
түҙмәне, уны яғаһынан эләктереп алды.


Әле
һин шулаймы, кәзә бәрәсе...

Малайҙар
араға керергә өлгөрә алмай ҡалды,
Аҡтырнаҡ
асыулы, ҡурҡыныс күҙҙәрен Әмингә
төбәп,
аҡ тештәрен ялтыратып ырылдап ҡуйҙы.
Әмин шунда уҡ Сафаның яғаһын ебәрҙе лә
ситкәрәк тайпылды.


Яҡлаусыһы
бар берәүҙең, — тип мығырланы ул.

Быға
тиклем үҙен бик етди тотҡан Илнур ҙа
был юлы көлөмһөрәне.


Ярай,
Әмин, — тине ул килешеүсән тон менән,
— дүрт егет эргәһенә йоҙроҡтай малай
һыйыр әле. Беҙ
уны һынаныҡ та инде: ебектәрҙән түгел...

Хәсән
дә йылмайып ҡуйҙы.


Ни
эшләрһең икән һин беҙҙең менән?

Аш
бешереүсе булырмын. Атай-әсәй эштә
саҡта аш-һыуҙы мин гел үҙем әҙерләйем.

Яҡшы,
тине Илнур, уны хуплап. — Флотса әйтһәк,
беҙҙең кок булырһың.

Сафаның
ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етә яҙҙы.


Ҡаршы
килмәһәгеҙ, үҙем менән Аҡтырнаҡты ла
аласаҡмын. Аҡыллы эт ул. Походта кәрәк
буласаҡ.

Эттең
зыяны теймәҫ. Ни тиһәң дә — һаҡсы, —
тине Хәсән, Сафаның ҡулбашына ҡулын
ҡуйып.

Әмин
һаман тынысланып бөтмәгәйне.


Үҙе
генә етмәгән, этен дә эйәртмәксе. Нимәгә
инде ул әрәм тамаҡ!—тип һөйләнде.

Ләкин
был һүҙҙәргә иғтибар итеүсе булманы.
Биш
малайҙан, бер эттән торған төркөм шулай
ойошто.


КӘМӘ
БУЛАСАҠ
Малайҙар
оҙаҡ һөйләште. Юлға үҙҙәре менән ниндәй
әйберҙәр алырға, нисек туҡланырға,
сәйәхәт ваҡытында нәмәләр менән
ҡыҙыҡһынырға — береһе лә ҡалманы.
Илнур,
эңер төшкәс кенә, иптәштәрен оҙатты,
үҙе өйҙәренә инергә ашыҡманы, нисек
кәмә табыу хаҡында уйланды. Малайҙарҙан
был турала күңел йыуатырлыҡ фекер
булманы. Ул үҙе генә: «Кәмә табырға
тырышырбыҙ», — тине. Ошо һүҙ- ҙәрҙе
әйткәнсе үк уның башында бер уй тыуғайны.
Тик уны әлегә иптәштәренә асырға
ҡабаланманы. Их, уйы барып сыҡһа икән!..
Уның капитан булып, диңгеҙҙәрҙе,
океандарҙы гиҙергә хыялланыуын күптәр
белмәй. Әммә шул яҡты хыялыңа юлды ауылың
эргәһенән аҡҡан йылға буйлап сәйәхәттән
башлау насармы ни! Малайҙың йөрәге
ҡанатланып ҡуйҙы. Кәмә була ҡалһа, ул
да, иптәштәре лә уны «карап» тип атаясаҡ.
...Илнурҙың
атаһы — балта оҫтаһы. Ябай ултырғыс
яһауҙан алып өй һалыуға тиклем бөтә
эште белә. Уны Ҡаран ауылында «оҫта»
тип кенә йөрөтәләр. Малай атаһының кәмә
яһағанын күргәне юҡ. Әммә уның был эште
лә булдырасағына ышана ине.
Киске
аштан һуң Илнур дәрес әҙерләне. Ул
өҫтәл
артында газета уҡыған атаһына ҡарап-ҡарап
алды. Атаһының уйсан күҙ ҡарашы, оҙон
йоҡараҡ танауы, һыҙылып киткән ҡара
мыйығы һәм тамырҙары бүртеп торған
һөйәксел ҙур ҡулдары — бөтәһе лә үтә
таныш, яҡын малайға.
Хәбиб
ағай бер мәл Илнурҙың үҙенә төбәл- гән
ҡарашын тойоп:


Йә,
улым, ни әйтерһең?—тине.

Илнур
шунда уҡ күңелен өйкәгән һорауын
бирҙе:


Атай,
һин кәмә яһай беләһеңме?

Уның
нимәһе бар. Беләм, әлбиттә.

Ни...
атай, — Илнур тулҡынланыуҙан тот- лоҡто,
— миңә, юҡ миңә генә түгел, беҙгә, йәғни
биш малайға, кәмә яһап бирмәҫһеңме?

Нимәгә
ул?

Ни...
— тип тағы тотлоҡто Илнур, әйтергәме-юҡмы
тигәндәй уйланып торҙо. Юҡ, ниндәй генә
сер булмаһын, атаһынан уны йәшерә алмай
ул. — Кәмәлә Ҡалманай башына барырға
уйлайбыҙ. Бөтәбеҙ — биш малай, бер эт.
Тик әлегә был беҙҙең сер...

Шулаймы?—Хәбиб
ағай саҡ ҡына, мыйыҡ аҫтынан ғына
йылмайып ҡуйҙы. — Иптәштәреңде
ата-әсәләре ебәрерҙәрме һуң?

Беҙ
ҙур бит инде. Ебәрерҙәр, тип уйлайым.

Шулай
ҙа...

Әллә,
атай, мине лә ебәрмәҫ инеңме?

Хәбиб
ағай бер аҙ уйға ҡалып торҙо ла:


иңә
ышанам мин, — тине. — Тик уйығыҙ тормошҡа
аша-нитә ҡалһа, нәмәләр алырға, нисек
йөрөргә кәңәш-теләктәремде әйтермен.
Хәҙер кәмә мәсьәләһе... Уға һәйбәт таҡта
кәрәк. Ә беҙҙә ул аҙыраҡ бит әле. Ҡайҙан
табырға икән?

Таҡта
табылыр, атай, — тине Илнур, күңеле
күтәрелеп, — Иптәштәрем дә килтерер.
Кәмә бөтәбеҙ өсөн бит.

Улайһа,
яһарға була. Таҡтағыҙҙы әҙерләй башлағыҙ.
Тик иптәштәреңә ныҡлап әйт: ата-
әсәләренән һорап ҡына алһындар.
Аңланыңмы?

Аңланым,
атай. Уныһы өсөн борсолма.— Илнурҙың
шатлығы эсенә һыйманы. «Былай булғас,
эш бешә», — тип уйланы ул.

ЙӘНӘ
БЕР СЕР
Әминдең
ике туған ағаһы ауылға ҡайтты. Өҫтөндә
— моряк формаһы. Ағиҙел йылға
пароходствоһында эшләй икән. Ул Әмингә
Өфөнән Әстрханға ҡәҙәр барыуы, Каспий
диңгеҙен
күреүе, унда һыу инеүе, һары ҡомонда
ҡыҙыныуы хаҡында һөйләне. Әстрхан
ҡауын-ҡарбузының тәмен дә хәтергә
төшөрҙө.
Шул
саҡ Әмин дә түҙмәне, үҙҙәренең Ҡалманай
башына барырға йыйыныуҙарын әйтеп
һалды. Ағаһы, мыйыҡ аҫтынан ғына көлөп:
Ниңә
Ҡалманай тамағына төшмәйһегеҙ? Ағиҙелгә
барып етһәгеҙ, унан Кама
менән
Волга ла алыҫ түгел. Ә Волгаға сыҡһаң,
Каспий
диңгеҙенә
— бер аҙым. О, диңгеҙҙе бер күреүең ни
тора! Бына минең телняшкалағы һыҙыҡтарҙай
береһе артынан икенсеһе буй-буй һуҙылған
зәңгәр тулҡындар, алтын ҡомло пляждар,
көньяҡ ҡояшы...


Унда
тиклем кәмәлә барып етеп буламы ни?—тип
шик белдерҙе Әмин.

Тегеһенең
иҫе лә китмәне.


Бик
теләһәң — була! — тине, ҡустыһын
шаяртыуын дауам итеп. — Ә беҙҙең
пароходҡа ултырһаң, бигерәк тә шәп,
ҡояшта ҡыҙынып, тирә-яҡҡа һоҡланып ҡына
бараһың.

Әминдең
ауыҙы асылды, әҫәрләнеп тыңланы ул. Тик
көтмәгәндә һүҙҙәре бүленде, ағаһын
саҡырып алдылар. Ә икенсе көндө Әмин
мәктәптән ҡайтыуға, ул Өфөгә киткәйне
инде.
Ағаһының
һүҙҙәрен ысынға алған Әминдең хыялдары
ҡабынды ла китте. Ҡалманай башына барыу
бәләкәй, артыҡ мөһим булмаған бер нәмә
һымаҡ күренде. «Унда, күп тигәндә, ике-өс
шишмә барҙыр инде, — тип уйланы ул. —
Минең шишмә күргәнем юҡмы ни! Ана,
Ҡалманайҙың текә яр аҫтында әллә нисәһе
ағып ята. Шулай булғас, ағым ыңғайына
йөҙөү яҡшыраҡ бит. Ағиҙелгә генә түгел,
Камаға, ағай эшләгән паро- ходҡа эләгеп,
Волгаға, унан диңгеҙгә барып етергә лә
мөмкин. Ул ерҙәрҙә күпме тарихи урындар,
ҡомартҡылар барҙыр!»
Эйе,
Әминде тарих та ҡыҙыҡһындыра. Был фәндән,
дәрестәрҙе ныҡлап уҡып, гел «бишле» ала
ул. Әммә был сәйәхәттә уны тулҡынландырған
нәмә тарих ҡына түгел. Бөҙрә аҡ яллы
ҙур-ҙур
тулҡындарҙы
ярып йөҙөүсе мөһабәт караптар, шаярып,
уйнап-көлөп, һыу ингән малайҙар күҙ
алдына килде. Хыялы менән мәңге йәшел
кипаристарҙы, пальмаларҙы күреп һоҡланды.
Тәлгәштәре ҡыуаҡтарын һырып алған
йөҙөмдәр, һап-һары емештәренән һығылып
ултырған өрөктәр, абрикостар, яландарында
тәгәрәшеп ятҡан күнәктәй ҡауын-ҡарбуздар,
уның күҙҙәрен осҡонландырып, ауыҙына
һыуҙар килтерҙе. «Аһ, быны Ҡалманай башы
менән сағыштырырға мөмкинме һуң!—тине
ул эсенән. — Ни булһа ла, малайҙарҙы
ағым ыңайына йөҙөүгә күндерергә кәрәк.
Улар менән Ағиҙелгә етһәм, ни эшләргә
үҙем белермен».
«Үҙем
белермен» тигәне Әминдең иң ҙур хыялы
инде. Ағиҙел йәки Кама
буйындағы
берәй пристандә ағаһы хеҙмәт иткән
пароходҡа эләгеп, тәбиғәттең бөтә
гүзәллеген күреп, ял итә-итә диңгеҙгә
тиклем юл тотоу ине уның уйы. Ағаһы,
моғайын, ҡунаҡ итеп кенә алып барыр әле.
Был
хаҡта оҙаҡ ҡына уйлап йөрөгәс, яңғыҙыма
күңелһеҙ булыр тип, малай үҙе менән бер
иптәш тә алырға ҡарар итте. Ағаһы, һис
шикһеҙ, иптәшен дә һыйҙырыр. Пароход
ҙур, ике бәләкәй малай нимә уға...
Тик
серҙе кемгә тишергә һуң? Илнурғамы?
Хәсәнгәме? Әллә Рәфҡәткәме? Әмин Сафаны
иҫәпкә алманы. Байтаҡ баш ватҡас, хәлдең
төрлө яҡтарын үлсәүгә һалып ҡарағас,
Рәфҡәтте
үҙе
өсөн иң ҡулай юлдаш тип тапты: йомшаҡ
күңелле, тиҙ килешеүсән, серҙе тота
белә.
Әмин
өҫтәл артынан һикереп торҙо ла урамға
ашыҡты. Зәңгәр күктән балҡып ҡараған
ҡояш та, ҡурала баҡырған ҡыҙыл һыйыр
ҙа, күршеләрҙә тамаҡ ярып ҡысҡырған
әтәс то уның иғтибарын тарта алманы.
Ул, үҙ уйҙарына күмелеп, шәп-шәп атланы.
Рәфҡәттәргә юл тотто. Дуҫын үҙ яғына
ауҙарһа, икәүләп Илнур менән Хәсәнде
лә сәйәхәтте ағым ыңайына йүнәлтергә
күндерерҙәр. Ҡалай шәп булыр!
Рәфҡәт
өй алдына сыҡҡан да аҙбар башындағы
ояһы өҫтөндә сыбыҡҡа ҡунып һайраусы
сыйырсыҡҡа төбәлеп ҡарап тора. Әмин
килеп ҡул башына ҡағылғас ҡына, ул, уянып
киткәндәй, боролоп ҡараны.


Ә-ә,
һинме ни, — тине ул, ғәжәпһенеп.

Килдем
әле, — тине тегеһе, саҡ ҡына көлөмһөрәп.
— Ниңә шул сыйырсыҡҡа ҡарап иҫең китте?

Улай
тимә, — тине Рәфҡәт, үпкәләгәндәй. —
Бик матур һайрай ул.

Әмин
ҡулын ғына һелтәне.


Эй,
юҡ менән баш ватма...

Рәфҡәттең
йәне көйөп китте шикелле, бер оя
өҫтөндәге
сыйырсыҡҡа, бер Әмингә ҡарап:
Ҡоштарҙы
яратмайһың икән, был — хөрт, әлбиттә.
Тик уларҙы яратҡан кешене кәмһетмә һин,
— тине.


Ярай-ярай,
мин шаярттым ғына, — тип, үҙенә хас
булмағанса, артҡа сигенде Әмин. Эйе,
ул әле иптәшенең, көйһөҙ ҡылына ҡағылырға
теләмәй ине.

Шулай
тип ҡотол, — тине Рәфҡәт, нисектер,
күңеле күтәрелеп.

Шуны
ғына көткәндәй, Әмин уға яҡыныраҡ килде.


Ни...
Рәфҡәт, һиңә бер һүҙем бар...

Ниндәй
һүҙ ул?

Ни...
— Әмин тауышын тағы ла әкренәйтә төштө,
— беҙ сәйәхәткә Ҡалманай башына түгел,
уның Ағиҙелгә ҡойған еренә барайыҡ.
Малайҙарҙы ла шуға күндерәйек.

Рәфҡәт
иптәшенә ғәжәпләнеп ҡараны.


Ниңә?
Малайҙар риза булмаҫ.

Һинең
менән мин аяҡ терәп һөйләшһәк, ҡайҙа
китерҙәр тиһең?

Минең
үҙемдең дә Ҡалманай башына барғым килә
шул.

Һи-һи-һи,
— тип көлөп ҡуйҙы Әмин, унан, ҡапыл
етдиләнеп: — Диңгеҙгә тиклем сәйәхәт
итеү мөмкинлеге бар бит, — тине.

Рәфҡәттең
ҡап-ҡара күҙҙәре баҙлап китте.

Нисек?

Ағайым
моряк булып эшләгән пароходта. Ул үҙе
әйтте...
Әмин
ағаһы менән һөйләшеүен, үҙенең хыялдарын
һөйләп биргәс, Рәфҡәт, урынында сыҙап
тора алмай тапанып, ҡулдарын ыуып ҡуйҙы.


ай,
шәп булыр ине диңгеҙҙе күреп ҡайтһаң!
Бөтә малайҙар, ҡыҙҙар шаҡ ҡатыр ине!

Улай
ғына тиһең, — тип өҫтәне Әмин, —
уҡытыусыларҙың, бөтә ауылдың иҫе китер
ине. Йә,
нисек?

Нисек
кенә тиһең әле! Шә-әп!

Улайһа,
былай итәйек, — тине Әмин шыпырт ҡына.
— Малайҙарға, беҙ Ҡалманай башына
бармайбыҙ, түбәнгә, Ағиҙел яғына, юл
тотһағыҙ ғына һеҙгә юлдаш була алабыҙ,
тиәйек. Беҙҙең шартты ҡабул итмәһәләр,
серҙе бөтә ауылға таратыу менән
ҡурҡытырбыҙ. Ә Ағиҙелгә барып еткәс,
беҙ икәү үҙ юлыбыҙ менән китербеҙ,
башҡалар — ҡайтыр. Уларҙы ла алыр инем,
ағайым күпһенер шул, асыуланыр. Беҙҙең
был маҡсат хаҡында бер кемгә — ләм-мим...

Әлбиттә...
— Рәфҡәт ни өсөндөр уйланып торҙо.—
Серҙе асабыҙ тип, малайҙарҙы
асыуландырмайыҡ. Бармайбыҙ, тип тә
әйтмәйек. Улай егетлек булмай ул. Былай
ғына өгөтләйек, дуҫтарса. Ҡалманай
башына барыу ҙа һәйбәт бит.

Әминдең
йөҙө боҙолдо.


Нимәһе
һәйбәт уның?

Шундай
ҙур йылғаның башланған ерен күрәбеҙ...
Әллә ағайыңдар үтә торған пристангә
автомашинала ғына барабыҙмы?

Әмин,
кәйефе ҡырылып, ҡулын һелтәне:

Улай
ҡыҙыҡ түгел. Малайҙарҙан айырылмаҫҡа
ине. Ағайыма ла шулайыраҡ әйткәйнем.
Сәйәхәт — сәйәхәт булһын инде.


Ярай
ҙа малайҙар риза булһа,— тине Рәфҡәт,
ниңәлер икеләнеп.

Үҙем
һөйләшермен улар менән, һин хуплап ҡына
торорһоң.

Ярай
һуң.

Бына
шулай йәнә бер сер тыуҙы. Ни менән бөтөр
ул?..


ӘҘЕР!
Илнурҙың
йөҙө көмөш тәңкәләй балҡыны. Ул аҙбар
буйында ыҫмала еҫе аңҡытып ятҡан өр-яңы
кәмәгә ымлап:


«Карап»
әҙер! Бөгөндән сәйәхәткә китергә мөмкин!
— тине.

Малайҙар
кәмәгә һоҡланып ҡараны. Ысынлап та,
нисек матур яһалған! Фабриканан сыҡҡанмы
ни! Ҡойроҡта, урта тәңгәлдә һәм морон
өлөшөндә ултырырға йәтеш кенә урындары
ла бар. Илнурҙың атаһы Хәбиб ағай ныҡ
тырышҡан. Малайҙарҙан берәр-икешәр
таҡта килтертте лә үҙҙәренән үк шып-шыма
итеп йышҡы менән йыштырҙы. Бөтә нәмәләре
әҙер булғас, бөгөн, Илнур мәктәптән
ҡайтыуға, атаһы кәмәне ҡороп та ҡуйған.
Уны икәүләп ыҫмалалап та алдылар...


«Карап»ҡа
исем кәрәктер ул, — тине Сафа, йылмайып.

Малайҙар
йәнләнеп китте.


Ысынлап
та.

Ниндәй
исем ҡушабыҙ?

Бер-бер
артлы төрлө исемдәр әйтелде: Салауат,
Аврора, Башҡортостан,
Варяг,
Салют... Тик ҡайһыһына
туҡталырға ла белмәнеләр. Шунда Хәсән,
уртағараҡ сығып:


«Дункан»
тиһәк,
нисек булыр?—тине, Илнурға төбәлеп.

Тегеһе
уйланғандай итте лә:


«Дункан»,

тип ҡабатланы, — Жюль Верндан... һәйбәт,
минеңсә.

Был
исем башҡаларға ла оҡшаны.


Сәйәхәтселәр
карабы, — тине Хәсән. — Капитан Грантты
эҙләп, ул карап менән диңгеҙҙәр, океандар
гиҙгәндәр. Беҙ ҙә бит сәйәхәтселәр
булабыҙ инде, үҙебеҙсә. Уҡыуҙар бөтөп,
һыу инерлек йылы көндәр килеү менән,
Ҡалманай үренә юл тоторбоҙ.

Ә
ниңә түбәнгә түгел? — тине Әмин,
башҡаларҙы аптырашта ҡалдырып.

Иҫке
ауыҙҙан яңы һүҙ, — тине Хәсән. — Тәүҙә
үк Ҡалманайҙың башына барырға һөйләшкәйнек
бит.

Инде
Рәфҡәт тә, Әминде яҡлап:


Малайҙар,
әйҙәгеҙ Ҡалманай тамағына барайыҡ.
Ағиҙелдән нисек пароходтар үткәнен
күрербеҙ. Ағым ыңғайына кәмәбеҙ ҙә
балыҡ һымаҡ йөҙөр, — тине.

Ә
ҡайтыуы?—Илнур Рәфҡәткә һораулы ҡарашын
төбәне.

Тегеһе,
аптырабыраҡ ҡалғандай:
Ну...
нисек тә ҡайтырбыҙ әле. Бер ҙә булмаһа,
кәмәне ташланыҡ киттек, — тине.
Илнур
мыҫҡыллы көлөмһөрәне:


Ай-һай,
аҡылың алтын икән. Бына тигән кәмәне
ташла ла кит, имеш. Юҡ инде, уныһы булмаҫ.

Тик
Әминде еңермен тимә. Ҡарбуз кеүек йомро
башын сайҡай-сайҡай һаман үҙенекен
тылҡыны ул.


Юлыбыҙ
бары тик түбәнгә генә. Унда Ағиҙел, аҡ
пароходтар, шуларҙың береһендә — минең
ағай...

Юҡ-юҡ,
улай бармай, — тине Хәсән, үҙ һүҙлеләнеп.
— Үрҙә беҙҙе серҙәр, матурлыҡтар көтә.
Бәлки әле, граждандар һуғышы партизандары
эҙенә лә юлығырбыҙ.

Әмин
ҡыҙа төштө, күмер кеүек ҡара күҙҙәренән
бына-бына осҡондар сәсрәр һымаҡ ине.


Түбәндә
лә — матурлыҡтар, тарихи урындар...
Түбәнгә тигәс, түбәнгә!

Юҡ,
үргә! Унда, Ҡалманай башында, минең ҡарт
олатайым партизан булып, аҡтарға ҡаршы
һуғышҡан, ти. Күптән түгел генә атайым
һөйләне.

Буш
һүҙҙе лыҡылдама. Бары тик түбәнгә!

Шул
саҡ быға ҡәҙәр шым ғына торған кескәй
Сафа ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:


Ниңә
бәхәсләшәһегеҙ? Шыбаға тотошоғоҙ. Кем
өҫкә сыға, шул еңә.

Әмин
Сафаға боролдо:


Ә
һин кем яҡлы?

Мин?..
Мин бер кем яҡлы ла түгел. Үргә
барһағыҙ
ҙа, түбәнгә төшһәгеҙ ҙә — минең өсөн
барыбер.
Әмин
уға күҙенең ағын әйләндереп карап ҡуйҙы.


Их
һин... Ҡиблаһыҙ.

Хәсән
дә ҡыҙып алғайны. Көтмәгәндә Сафаның
тәҡдименә ҡушылып:


Улайһа,
шыбаға тотошабыҙ, — тине.

Әмин
ҡулын һелтәне:


Ярай,
һеҙҙеңсә булһын.

Сафа
салбар ҡайышын сисеп алды ла, уның
таралғыһын усына йомарлап, Әмингә
өндәште:


Тот
әйҙә, һинән башлайыҡ.

Әмин
уға күҙ ташланы ла ҡайышты ныҡ итеп
тотоп алды. Ул, әлбиттә, үҙенең һүҙен
һүҙ итеренә өмөтләнә ине. Шул уҡ теләк
Хәсәнде лә ҡайышҡа үрелергә мәжбүр
итте.


Ныҡ
тот, ҡулыңды шыуҙырма, — тине Әмин,
Хәсәнде үртәп.

Тегеһе
бирешмәне:


Минең
ҡул ҡамырҙан түгел.

Ҡулың
тимер булһа ла, мин өҫкә сығасаҡмын.

Ә
мин өҫкә сығып ҡуйһам?..

Уныһы
булмаҫ...

Күрерһең
бына.

Ул
арала шыбаға тотоусылар ҡайыштың осона
яҡынлашты, һуңғы тотам ҡалғас, Хәсән,
ҡәнәғәтләнеп, йылмайып ебәрҙе.
Әһә,
ағайың еңдеме! Әйттем бит мин һиңә.
Тик
шыбаға тотошоу Әминде тынысландырманы.


Юҡ-юҡ,
бер генә тапҡыр һынау етмәй бында. Ғәҙел
булмай. Хәҙер баҡыр аҡса ташлайыҡ, —
тип ҡысҡырҙы ул, ҡыҙарынып.

Шул
саҡ араға Илнур керҙе.


Етте,
Әмин, еңелдең, юҡ менән башты әйләндермә.
Сәйәхәткә әҙерлек тураһында һөйләшәйек.
Тиҙҙән уҡыуҙар тамамлана.

Әмин,
эсендәге ярһыуын тыйып, тынырға мәжбүр
булды. Ул үҙен көслөләрҙән иҫәпләһә лә,
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
  • Parts
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01
    Total number of words is 3516
    Total number of unique words is 1697
    33.0 of words are in the 2000 most common words
    46.1 of words are in the 5000 most common words
    52.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
    Total number of words is 3630
    Total number of unique words is 1784
    33.9 of words are in the 2000 most common words
    47.0 of words are in the 5000 most common words
    53.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
    Total number of words is 3589
    Total number of unique words is 1816
    32.0 of words are in the 2000 most common words
    45.2 of words are in the 5000 most common words
    52.2 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04
    Total number of words is 3516
    Total number of unique words is 1768
    33.0 of words are in the 2000 most common words
    46.1 of words are in the 5000 most common words
    52.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
    Total number of words is 3501
    Total number of unique words is 1770
    32.7 of words are in the 2000 most common words
    44.8 of words are in the 5000 most common words
    50.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
    Total number of words is 3633
    Total number of unique words is 1851
    32.9 of words are in the 2000 most common words
    46.0 of words are in the 5000 most common words
    52.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 07
    Total number of words is 3637
    Total number of unique words is 1736
    32.6 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 08
    Total number of words is 3643
    Total number of unique words is 1756
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    45.2 of words are in the 5000 most common words
    51.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 09
    Total number of words is 3666
    Total number of unique words is 1893
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    45.6 of words are in the 5000 most common words
    52.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10
    Total number of words is 3574
    Total number of unique words is 1811
    32.2 of words are in the 2000 most common words
    43.8 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
    Total number of words is 2538
    Total number of unique words is 1384
    34.4 of words are in the 2000 most common words
    47.4 of words are in the 5000 most common words
    54.3 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.