Latin

Артыҡбикә - 6

Total number of words is 4096
Total number of unique words is 2332
27.0 of words are in the 2000 most common words
38.9 of words are in the 5000 most common words
44.7 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Мөнөй әбейемдең баш осонда торланым. Уның кәртәһе лә юҡ, памятнигы ла, фотоһы ла... Ҡалдырҙың һин миңә йомаҡтар, ҡалдырҙың. “Үҙең бәхет бул” тинең. Ҡырҡың да етеп килә бит әле. Уҡытыр микән әсәйем? Үкенеүе ихлас инеме икән? Әллә “бесән ваҡытында нимәгә был өҫтәлмә мәшәҡәт” тиерме? Исемем юҡлығын әйтмәнем дә бит әле мин уға. Бетеү хаҡында ла ләм-мим. Рушаннаға ғына әйттем. Ире гранат ҡашлы алтын алҡалар бүләк иткән икән. Хаҡы апаруҡ ҡына. Ниһайәт, скидка карточкаһын “платиновый”ға алыштырғандар. “Бетеүеңә күндән матур ғына тышлыҡ тек тә минең карточка менән алтынмы, көмөшмө сылбыр алып тағып ҡуйырһың. Исем ҡушыу айҡанлы бүләгем булыр”, – тине.

Мәркәз иҫкә төшкәс, йөрәк леперҙәп китте. Барһаң ине! Теге ваҡыттан бирле барған юҡ. Сашка-Искәндәр менән кабинетында һуңғы осрашыу сәйер генә булды. Документ әҙерләп ҡуйған, имза ҡылды. “Ошо ғына инеме теләгең” тип, күрәләтә битараф тон менән өндәште. Мин уның ғәмһеҙ тауышында үпкә һәм рәнйеү ишеткән һымаҡ булдым. Тик тойғома ышанманым. Ә әле, шул ваҡ-төйәк деталдәрҙе бергә “йәбештереп”, уйлана ҡалдым. Ул “ныҡ ҡыйын ваҡытта – көн тимәй, төн тимәй,– шылтырат” тип телефон номерын бирҙе. Ишеккә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Хушлашып һонғанында ҡулы еңелсә ҡалтыранған һымаҡ тойолдо. Әммә мин шул тиклем ныҡ тулҡынлана инем. Ҡулым дерелдәгәнен баҫырға маташып, хистәремә әүрәп, уға иғтибар итмәнем. Әле шуларҙы иҫләп-иҫләп ҡуям да... Бәлки, алданмағанмындыр әле мин? Бәлки, уның да хистәре ихлас булғандыр? Бәлки, һуңғы осрашыуҙа ул минән нимәлер көткәндер? Башлап аҙым яһауымды, мәҫәлән. Башлап был темаға һүҙ бороуымды. Юҡһа, беҙ әллә ҡайҙағы Американың һауа торошон һәм Австралия урынлашҡан мередиан градусын асыҡлап бөттөк, ә иң кәрәклеһенә ҡағылманыҡ. Кем булдыҡ беҙ бер-беребеҙ өсөн? Кем кемде ташланы? Һәм ни өсөн? Һорауҙар, һорауҙар. Бөтә тормошом һорауҙарҙан торасы, йәнде көйҙөрөп. Хет бер яуап булһасы. Мәҫәлән, фәлән-фәлән көндө был мәсьәләләр сиселәсәк, тигән.

Мәтрүшкәһен ауыл янынданыраҡ йыйып алдым алыуға. Тик бына бесәнлегем ер аяғы ер башы яҡта. Әлеге лә баяғы – яҡлаусы юҡлыҡ. Байҙарҙың, хәллеләрҙең сабыны ла ауылға терәлеп торған яландарҙан. Ни тиһәң дә, уларҙың был эште яйларға яйы, майларға майы бар. Сабынлыҡҡа ла бит әлеге лә баяғы теге шайтан таяғы хужа. “Силсәүит”те әйтәм. Минең һымаҡ көсһөҙөрәктәргә иң йыраҡ, үләне ҡойто яландарға ғына күҙ терәп торорға тора килә. Тракторсыһы ла алыҫҡа техника ҡыуғыһы килмәй, инәлтеүсән, алһа, хаҡын да ҡутара ала. Юҡ, бөтә яңғыҙаҡ, тол ҡатындар минең һымаҡ йонсомай, һүҙ юҡ. Хатта донъяның артына тибеп йәшәй ҡайһылары. Иренең ҡырҡын уҡытыр-уҡытмаҫтан йәш егет керетә ҡайһыһы. Кемдер йортло-ерле, уңған ғына буйҙаҡҡа барып керә. Ауылда бит ир-ат заттары күберәк, ҡатын-ҡыҙ әҙерәк. Кемдер йортҡа ла керетмәй, кейәүгә лә сыҡмай, ғаиләле арыу ғына ирҙе һыйындыра. Аҡмаһа ла тама, тигән шикелле, тәүҙә ҡатынынан ҡаса-боҫа, аҙаҡ асыҡтан-асыҡ ярҙам итә уныһы. Кемдер иң анһат юл таба – көмөшкә ҡыуырға тотона. Даими аҡса ла тамып тора, ваҡ-төйәк мәшәҡәтеңде атҡарышырға һәр ваҡыт сәрхүш батрактарың бар, шулай уҡ батрачкаларың да. Ҡәйнә яҡтары инде нисә йыл минең ниндәй “юл һайлағаным”ды белә алмай яфалана. Ә минең бер ниндәй ҙә юл һайламағанымды аңларға әллә баштары етмәй, әллә теләктәре. Хәйер, һуңғы йыл-йыл ярымда ниндәйҙер үҙгәреш һиҙә башланым. Элек урам буйындағы һәр ғәйбәт һайын мине һүгеп китеүҙән тәм табалар ине. Әле нисә тапҡырында ул-был һүҙ әйтмәй, ҡушҡан һаулығымды алып үттеләр. Ишетмәй ҡалғандарҙыр, тиһәң, ауылда бер ниҙе лә йәшереп булмай. Күрәһең, тыныслана башлағандарҙыр. Оло кешеләр ҙә инде, бәлки, кемдең кем икәнен, ниһайәт, айырғандарҙыр. Әле ҡәйенбикәнең оло малайы хәбәр килтергән. Бесәнемде һаман саптыра алмағас, “күрше”ләр байтаҡ ҡына өлөшөмә кереп, һелтәп ташлағандар, ти. Асыу-ярһыу менән киттем сабынымды ҡарарға. Бер-ике саҡрым йәйәү, бер нисәһен бесәнселәр техникаһына эләгеп барып еттем. Апаруҡ ҡына йәмһеҙләшеп, һүҙләшеп алыуға, ҡотто осороп, кеҫә телефоным шылтыраны. Кем икәнен аңғармай ҙа ҡалдым, “Өйөң яна, пожар!” тип ҡысҡырыуға быуынһыҙланып төштөм. Иң беренсе уйым: “улдарым!” Шаңҡыуҙан телефонымдың ҡулдан һыпырылып төшкәнен дә аңғармай, ауыл яғына йүгергәнмен. Әле генә минең менән изгәләшкән ирҙәр, хәлде һорап-белеп, артымдан еңел машина менән ҡыуып еткәндәр. Юл буйы нимәлер һөйләп тынысландырырға маташалар. Ҡайҙа ти ул! Бер ни ҙә ишетмәйем дә, аңламайым да. Эсемдән генә тик Хоҙайға ялбарам: “Ниндәй ауырлыҡ бирһәң дә түҙермен, балаларым ғына иҫән-һау булһын!” Эҫе көндә ҡоп-ҡоро бәләкәй генә ағас өйгә күп кәрәкме ни? Етмәһә – бесән өҫтө, йүнле әҙәм яланда. Йортта шул ҡарт-ҡоро ла бала-саға. Ярай әле, ваҡытында пожарниктарға хәбәр иткәндәр. Ҡура-ҡаралтылар ҡалған, күршеләргә күсеп, буйлап китмәгән. Ярай әле, улдарымды фәрештәләре һыу инергә алып киткән булған. Барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, әммә яланғас, документтарһыҙ һәм аҡсаһыҙ килеш урамда тороп ҡалдыҡ. Хәлемдең аяныслығы тәүҙә башыма барып та етмәне. Уттан ҡалған “мөлкәт”те барлап, милиция менән аңлашып, балаларға ятыр-торор урын хәстәрләп мәж килдем. Булдыра алған кеше үҙенән артҡан кейем-маҙарын килтергән була, ҡайғымды уртаҡлашып уфтанған, баш сайҡаған була, әбейҙәр: “Инде ни хәл генә итерһең инде”, – тип бот сабып аптыраша. Уларҙың аптырағанынан миңә ни файҙа инде? Былай ҙа эсем яна. Аһ, өйкәйем! Ҡәлғәм булғанһың икән һин миңә, ҡәлғәм! Тәнем генә түгел, йәнем өшөгәндә лә һиңә ышыҡландым. Кешеләргә рәнйегәнемдә лә һиңә кереп бикләнә лә йыуана инем. Бәләкәй генә булһаң да, минең өсөн азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡтоң үҙе булғанһың икән!

Ни эшләргә һуң, ни эшләргә? Атай йортонда оҙаҡҡа ҡалып булмай, уныһы көн кеүек асыҡ. Тәүҙә “боролорға ла урын ҡалманы” тип уфтана башларҙар. Унан китә кәпкәкләү. Унан китә һәр телем икмәк менән дә битәрләү... Мин, ярай, өйрәнгән баш. Ә улдарым? Мин бит уларҙы, артыҡ тыңлаусан, йыуаш булмаһындар тип, үҙ көйөмә бейегәнде талап итмәй үҫтерҙем. Әле иһә аптырап ҡалдылар: улар, имеш, дөрөҫ ултырмайҙар, ашай белмәйҙәр, ни эшләһәләр ҙә еренә еткермәйҙәр, боҙалар... Минән яҡлау көтөп мөлдөрәп ҡарағандарында әллә ҡалай булып китә. Ни эшләй беләм инде? Ошо кешене үҙ-үҙен үҙгәртергә маташып саҡырыу – файҙаһыҙ. Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр. Үҙең аҡылға ултырмаһаң, яныңдағы бер кемдең дә тәьҫире ярҙам итмәйәсәк.

Ауылда буш торған өйҙәр бар-барын. ҡайһыһына күсһәң дә, хәтһеҙ генә ремонт кәрәк буласаҡ. Кеше тупһаһы – кеше тупһаһы инде, үҙеңдеке түгел. Бер ҡайҙан килем дә, ярҙам да юҡ икән, үҙ өйөңдө нисек һалырға? Хатта ҡаза күреүселәргә ярҙам йөҙөнән делянканы льготалы шарттарҙа бирһәләр ҙә, мин, ҡатын кеше, нисек урман эшен йырып сыға алам? Күпме ир-атты тыңлатыр кәрәк уның өсөн! Ә минең “тыңлатҡыс”ым тамаҡ аҫрарға саҡ-саҡ. Күпме документ юллайһы бар. Уның өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсамды алыр өсөн... документтарҙы тергеҙергә кәрәк! Минең әле улар артынан район үҙәгенә йөрөр өсөн хатта өҫтөмә, аяғыма кейерлек әҙәмсә кейемем дә юҡ...

Был – тупик. Вәт терәлдем тек терәлдем. Проблемаларымдың осо-ҡырыйы күренмәй. “Юҡтырһың да, Алла, булһаң әгәр...” – тип айға ҡарап олорға ғына ҡалды.

Хәйер, Алла бар ул, бар! “Мөхәммәдиә”мде муллалыҡҡа уҡып йөрөгән бер шәкерт алып торғайны. Бетеүем, көмөш сылбырым булмау сәбәпле, телефонда брелок булып йөрөй. Шулай итеп, ике ғәзиз балам һәм ике ҡәҙерле ҡомартҡым үҙем менән ҡалды. Шуға шөкөр ҡылмай, ни тип әйтәһең?

“Тупик” тип алдараҡ “шатланғанмын”, имеш. Баҡтиһәң, әсәй үҙенең иң яҡын әхирәттәре менән минең яҙмышты үҙенсә яҡшы итеп ойоштормаҡсы икән.

Инде йәшең дә апаруҡ. Етмәһә, ике малайың бар. Яңғыҙың барыбер өй һалып булаша алмаҫһың. Бында ла урын тар. Хәшиә әхирәттең күрше ауылда арыу ғына ҡоҙаһы бар икән. Өйө ҙур, ти, хужалығы ла ҡараулы. Йәше ҡырҡтан уҙған-уҙыуға, зато бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, һәләк уңған, ипле, ти. Әсәһе менән генә йәшәй. Оҙаҡламай һоратырға килерҙәр. Йәш ҡыҙ кеүек, ҡуҡырайып, инәлтеп ултырма. Үҙегеҙҙе үҫтергәнмен, хәҙер, ҡартайған көнөмдә, балаларыңды ҡарап ултыра алмайым. Мин Хәшиәгә ризалыҡ бирҙем. Танышып, килешеп китергә тырыш, ҡыш бауыры оҙон, һалҡындарға тиклем урынлашып ҡалғаның хәйерле.

Әсәйгә текләнем дә шаҡ ҡаттым. Ни эшләйһең һин? Бер тапҡыр кейәүгә ҡыуып сығарып, яҙмышымды боҙҙоң бит! Инде тағы шул “тырма”ға баҫтырырға тырышаһыңмы? Асырғанып ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырманым. Сыҡтым да киттем. Ҡайҙа киттем? Үҙем дә белмәйем. Уй-һағыштарымды елгә осорайыммы икән, һыуға ағыҙайыммы? Тормош – ормош. Ошолайтып оролғансы, торна булып берәй яҡҡа ғына олаҡһамсы!

Күңелле генә итеп телефон зыңланы. Рушанна икән.

– Минең хәлдәр йырҙағыса. Срочно ғына кил, срочно! Осрашҡас һөйләшербеҙ барыһын да. Автобусҡа аҡса тапһаң, ҡалғаны һинең проблема түгел. Көтәм, кил!

Ялҡауым килеп кенә уйлана ҡуйҙым. Ҡайҙан аҡса таба алам мин? Баҡсамдағы булған еләк-емеште һыпырып йыйып алдым да, бер күршегә – бер силәк сейә, икенсеһенә ҡурай еләге һатып, юллыҡ аҡса йүнләнем. Иртәгәһенә Рушаннаның квартираһында бер-бер артлы матур-матур кейемдәр ҡарай инем инде. Ул үҙенең буй-һынды ҡыҫып торған иң затлы юбка-салбарҙарын, күн курткаһын, бейек үксәле туфли-ботильондарын килтереп сығарҙы. Ахырҙа түҙмәнем:

– Ниңә улай ҡыланаһың, былар бит үҙеңә кәрәкле әйберҙәр! – тинем.

– Ҡалдыҡ-боҫтоҡто бирергә һин мине кем тип уйлайһың?

– Юҡ, Рушанна, бигерәк ҡиммәтлерәр, үҙең генә кей.

– Мин бит һиңә, хәлдәрем йырҙағыса, тинем.

– Йыр кеүек булғас, һәйбәт инде.

– Ниңә “ниндәй йыр?” тип һорамайһың?

– Ну... Ниндәй йыр?

– “А я беременна, и это временно” тигәнен ишеткәнең бармы?

– Бар... Ой, Рушанна, ҡотлайым. Малаймы?

– Шулайҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Шуға күрә был кейемдәр миңә байтаҡ ярамаясаҡ. Ә ярай башлағас, модаһы үткән була. Яҡшы булды әле, гардероб яңыртырға бер сәбәп, исмаһам.

Әлдә яҙмышымда Рушанна бар. Йәнемде ҡыйып, миңә ҡушылып уфтанмай. Юҡ-бар нәмә һөйләп көлдөрөп, эске көсөргәнешемде йомшартырға, хәсрәтемде таратырға тырыша. Бының өсөн уға шул тиклем рәхмәтлемен. Арығанмын уйланыуҙарҙан. Тағы саҡ ҡына – аҡылдан да яҙырмын, тип ҡурҡам. Нисек һиҙә шуны Рушанна? Ҡасан, нимә менән мине “уятырға”мы, йыуатырғамы – һәр саҡ белә.

– Теге “көйә күбәләге”... әй, “торна ҡаурыйы” күлдәгеңде миндә онотоп ҡалдырғанһың бит. Алып ҡайтаһыңмы?

– Нимәгә, никахымамы ни?

– О-о-о, һинең әле минән йәшерен кавалерың да бармы ни? Ғәфү итмәм бит, малай!

Ҡыҫҡаса ғына хәлде аңлаттым. Рушанна, күҙҙәрен шаҡмаҡ итеп, башын сайҡай. Байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырабыҙ. Әхирәтемде көсөргәнешле уйҙарға һалыуыма оят та булып китә. Уға бит хәҙер нервыларын һаҡларға кәрәк.

– Ҡайҙа, бир әле, үҙ күлдәгемде лә кейеп ҡарайым, бер “дефиле” менән шөғөлләнгәндә.

Көҙгөләге үҙемә, танымаған кеүек, бер аҙ аптырап бағып торам. Был күлдәктә бик бәхетле лә булдым бит әле мин. Оҙаҡламай бер йыл да тула. Прическа, макияжһыҙ ябай ғына йәйге күлдәк һымаҡ күренә икән. Рушанна тағы уйҙарымды уҡый:

– Бигерәк килешә. Һин уны никахҡа түгел, туйға кей.

– Ярама һин тоҙ һалма, исмаһам.

– Исем туйыңа, тим бит. Әйҙә, иртәгә мәсеттәрҙең иң матур, күңелеңә оҡшағанын һайлайбыҙ ҙа...

– Мәсеткә кейергә уңайһыҙыраҡтыр ул.

– Бер ҙә уңайһыҙ түгел. Кергәндә жакет кейеп, яулыҡ ябынаһың да – эше лә бөттө. Давай-давай, ҡушабыҙ тигәс ҡушабыҙ. Ике балама ла ауылда атай-әсәй ҡуштырғайны. Өсөнсөһөнә үҙебеҙ исем туйы уҙғарырбыҙ. Һин – “эксперимент ҡуяны” булып тор, беҙгә лә киләсәккә тәжрибә кәрәк. Һинең әле бер документың да юҡ түгелме ни? Бына, исмаһам, беренсеһе булыр – хәҙер мәсеттә исем ҡағыҙы бирәләр.

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә Рушанна менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Хәйер, ҡаршылашҡым да килмәй...

– Исемең Миңлеғәйшә булһын! – Йөҙөнән нисектер шәфҡәт, миһырбанлыҡ бөркөлөп торған мулла исемемде әйтеп, ҡолағыма өргәндә, күңелемә һиллек килеүен тойҙом. Мәсет ихатаһынан сыҡҡанда, үҙемдең был ауырлыҡтарҙы ла үткәреп ебәрә алыуымда шикләнмәй инем инде. Бығаса булмағанса үҙ көсөмә ышаныс барлыҡҡа килде. Автобусҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар ине. Килгәскилгәс, күренеп китәйем, тип галерея яғына боролдом. Шәрифә Ҡәҙимовна, ғәҙәтенсә, бик ихлас ҡаршыланы.

– О-о-о, бик матур күренәһең, аҡыллым, маладис. Ә был ниндәй ҡупшы кулон?

– Иҫке-моҫҡо күн киҫәктәренән әтмәлләп алғайным шунда...

– Кулон бик матур, һинең зауығың барлығында шикләнгәнем дә юҡ. Әммә мөнәсәбәтең дөрөҫ түгел. Хәҙер исемле-аҡсалы байҙар ҙа һендмейдерҙар ижадын хуп күрә. Ҡулың эш белгәндән оялырға ярамай. “Әтмәлләгәйнем иҫке-моҫҡо”, имеш. Үҙ хеҙмәтең менән ғорурланып, башыңды юғары тотоп, тантаналы интонацияла әйтергә кәрәк был турала. Аңланыңмы?

– Мотлаҡ шулай итәсәкмен, Шәрифә ханым!

– Әйткәндәй, гел һорарға уйлайым да, форсаты сыҡмай. Һинең һынлы сәнғәт-фәлән буйынса махсус белемең бармы әлеү?

– Ике йыл модельер һөнәренә уҡып маташҡайным. Сәнғәт тарихын өйрәнә торғайныҡ... – Шәрифә апайҙың ҡарашында шелтә тойоп, айнып китәм. – Ой, ғәфү, хәҙер төҙәтәм. Маташманым, ә уҡыным. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Үҙ алдыма күп уҡыным, әле лә төрлө баҫмаларҙы даими күҙәтеп барам. Тик хәҙер ҡулға энә генә тотҡом килмәй. Бөтөнләй.

– Нишләп улай?

– Әллә... Нисектер үҙемде алданған һымаҡ тоям. Әллә ниндәй ялған хыялдар булып сыҡты. Алданылар... Бойомға ашманылар...

– Нишләп ашманы? Һин иң беренсеһенән башла. Кем булырға теләгәйнең?

– Әйтеүе лә көлкө... – Икеләнһәм дә, һөйләргә булдым. Ысынында иһә йәндәй күргән Рушаннам да белмәй был хаҡта. – Балерина булғым килә ине... Бер заман “Сыңрау торна” фильм-балетын күрҙем. Күрҙем дә һушым китте. Минең дә шулай ҡанатһыҙ ҙа көйө осҡом килде. Үҙ алдыма аяҡ остарында бейеп маташам... Был хыялым баштан уҡ өмөтһөҙ ине, әлбиттә. Беренсенән, мин унда балет өсөн “ҡарт” та инем. Икенсенән, балет түгел, ябай бейеү түңәрәге генә лә эшләмәгән төпкөл ауылда тыуғанмын. Шунан... ябайыраҡ хыял тыуҙы. Сәхнәлә осоп йөрөһәм, илаһи заттар өсөн болоттай, күбәләктәй затлы-нәфис күлдәктәр теккем килде. Шул серле донъяға нисек тә яҡынлашҡы килә ине, нисек тә... Аҙаҡ әхирәтем менән уртаҡ хыялға бирелдек. Үҙебеҙҙең театр-студия, тип әйтәйемме... Ҡыҫҡаһы, костюмдар уйлап сығарып, хәрәкәттәр ҡуйып, показдар ойоштороу ине уйҙар. Йәнәһе, ул прическа-макияжға яуап бирә, ә мин – костюмдар һәм хореографияға... Әммә яҙмыш әллә нисек боролоп...

– Ә ниндәй мауығыуҙарың бар ине?

– Мауығыуҙар ни... Төрлөһө булып алды. Бер шулай георгиндар үҫтерергә елкендем. Кешеләрҙән дә йыйҙым, почта аша ла алдырҙым. Ниндәйе генә юҡ ине! Бер егермеләп төргә еткергәнмендер. Өйөм күмелеп тиерлек ултыра ине инде. Тәүге сәскәләрен атҡан ғына мәл... Август урталарында ҡырау килтереп һуҡты. Өйөмдөң ҡап-ҡара үле сатыр-соторҙар араһында ултырыуын күреп, күңелем өшөнө. Шунан бирле сәскә үҫтереүгә ҡул һелтәнем.

– Ул бүлбеләрҙе ҡаҙып алып, икенсе йылына ла үҫтерһәң булмай инеме? Ҡайҙа һиндә сәм тигән нәмә?

– Ул уй башҡа ла инмәне. Теләмәйһегеҙ икән, мин дә һеҙҙе теләмәйем, тинем дә ҡуйҙым.

– Артыҡ көслө “теләйем” һәр саҡ “теләмәйем”гә әйләнә, ивет. Нимәнелер көсәнеп-көсәнеп үҙеңдеке итергә теләйһең, ә ул шул тиклем нығыраҡ килеп сыҡмай. Етә бер көн – һин инде иң көслө хыялыңды күрә алмаҫ дәрәжәгә етәһең...

– Шулай шул, Шәрифә апай... Нишләп улай һуң? Нәфсем артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек, ә барыбер... Бер теләгем дә ашмай. Уның ҡарауы, бәхетһеҙлектәр... Улары инде башыма биҙрәләп ҡойола...

– Ой, Тамараҡай... Минең йәшкә еткәс, һин әлеге мәлеңде һағынып, яратып иҫкә аласаҡһың. Сөнки әле һин сәләмәт, матур, көслө һәм иң мөһиме – йәшһең.

Мин иҫәр кеше кеүек йылмаям. Шәрифә ханымдың һүҙҙәренә, әлбиттә, тамсы ла ышанмайым. Ул да был турала белеп тора. Ололар барыһы ла бер иш: йәшлекте ышанмаусылыҡта һәм аҡылһыҙлыҡта ғәйепләй. Шулай уҡ йәштәр ҙә бер иш: һәр ваҡыт ололарҙы бер нәмә лә аңламауҙа ғәйепләй.

– Әйткәндәй, һин теге былтырғы миссияңды үтәнеңме? Таныштыңмы Сагитович иптәш менән?

– Иптәш түгел, әфәнде. Үтәмәй ни... Әле ауылда төҙөлөштөң ҡыҙған мәле. Тағы ярты йылдан цех үҙ эшен башлар, тип көтөлә. Тимәк, ярты силсәүит халыҡҡа эш урындары буласаҡ...

– О-о-о, ниндәй официоз... Күрәһең, һин тағы ярыҡ ялғаш янында. Тағы эшһеҙ ҡалдыңмы?

– Маңлайға яҙылғанмы әллә? Бәлки, ҡалған яҙыуҙарын да уҡып бирерһең мин томанаға?

– Уныһын аҙағыраҡ. Ә Сагитовичты нисек “һындырҙың” һуң? Нисек “зацепила”?

– Ул бит минең тәүге мөхәббәт булып сыҡты! Һөйләмәнемме ни?

Яратам ошо әртистәрҙең эмоциональ йөҙҙәрен. Шәрифә апайҙың ҡаштары матур һикереп китә, күҙҙәре түңәрәкләнеү түгел, хатта “шаҡмаҡлана” ала...

– Туй, өйләнешеү, ғаилә кеүек темаларҙы беренсе ул башланымы, һинме?

– Ул.

– Тимәк, ул һине ҡатыны итеп күҙ алдына килтерә алған. Ир-егет ваҡыт уҙғарырға ғына йөрөгән ҡатын-ҡыҙ менән бер ваҡытта ла был темаға һөйләшмәй.

– Ысынмы? Бына ғәжәп.

– Ысын. Ә һиңә уны ҡойроғонан шаҡара тотоп эләктерергә нимә ҡамасауланы?

– Ҡурҡыу. Йәшлек дыуамаллығы менән миңә өйләнер ҙә, бөтә яҡындары, туғандары кәмһетә, “суҡый” башлағас, һыуыныр, тинем.

– Ә улар һине кәмһетә инеме?

– Этем белһен, танышып өлгөрмәнем. Әммә яҙмышым шундай булғас, ҡайҙа ҡасаһың? Мин бит үҙемде белә-белгәне кәмһенеп үҫтем. Аҙаҡ, кейәүгә сыҡҡас та, шул уҡ хәл ҡабатланды. Сәғитович ғаиләһе менән дә барыбер шулай булыр ине.

– Һинең кәмһенгәнеңде электән һиҙә торғайным, тик сәбәбен аңлай алмайым. Һин – бына тигән кешеһең. Булдыҡлыһың, һәләтлеһең, намыҫлыһың... Төҫөңдө әйтеп тә тормайым – бар яҡтан килгән икәнде үҙең дә белә-күрәһеңдер...

– Күрәм, беләм, әммә тоймайым. Мин бөгөнгө көнгә тиклем үҙемде тик Артыҡбикә исеме аҫтында ғына тойҙом. Ни бары Артыҡбикә итеп... Быйыл килеп ул исемде миңә ата-әсәйем биргән икәнен белдем. Ныҡ ауыр булды кисереүе...

– Кисерҙеңме?

– Әлләсе... Кисерҙем, ғәфү иттем һымаҡ. Тик барыбер асыу килә. Ярай, исем – исем инде. Әллә ниндәй холоҡ, әллә ниндәй темперамент биргәндәр бит. Ваҡытында аҡыллы кәңәш итә белмәгәндәр. Шунда уҡыуыма, артыма тибеп булһа ла, ҡабат ебәрһәләрсе?!

– Һаман шул уйҙар менән йәшәгәс, тимәк, кисермәгәнһең. Шулай ҙа һинең уларға үпкәләрлек урының юҡ. Хәҙер дәлилләйем. Һине иң беренсе күргәс тә тәүҙә бик ҡупшы, һомғол буй-һыныңа иғтибар иттем. Аҙаҡ камил, нәзәкәтле йөҙөң иғтибарҙы тартты. Был бит һиңә – атай-әсәйең бүләге. Үҙ-ара әллә күпме ризаһыҙлыҡтары булһа ла, һине донъяға яралтҡанда улар һөйөү йәлләмәгән. Ә кәмһенеүеңдең сәбәбе – тирә-яҡ мөхиттә, әйтергә яраһа, провинция холҡонда. Юҡ, бүлдермә, һинең ауылың матур, кешеләре һәйбәт икәнен, яҡламаһаң да, аңлап торам. Һинең кеүек бер һоҡланғыс затты биргәндәр икән, әлбиттә, ул – иҫ киткес төбәк, бәхәсһеҙ. Әммә минең мәҙәни кимәл хаҡында һүҙ йөрөткөм килә. Мин, һинең телмәр ҡеүәңә ҡарап, кәм тигәндә аспирантура тамамлағандыр, тигән фекерҙә инем. Һин һәр өлкәлә лә мәғлүмәтле, фекер даирәң киң. Һин меццо-сопрано тауышты колоратураһыҙынан да айыраһың. Линотипия менән линогравюраны бутамайһың. Вольтер менән Вальтерҙы ла, Стендаль менән Сталь айырмаһын да... Һин үҙ мөхитеңдә йәшәһәң, эргәңдәге барыһын да интеллектуаль кимәлең, эрудицияң менән генә түгел, фекер оригиналлеге менән дә һоҡландырыр инең. Ә ауыл-провинцияла аҡыл башҡа үлсәмдәрҙә үлсәнә. Һинең “Онегин”ды ятҡа һөйләүең уларҙа көлкө генә тыуҙыра. Сөнки унда һыйыр тотоу-тотмауың, бесән әҙерләү-әҙерләмәүең, көҙөн ит йыйыусыларға булдыра алған тиклем юғарыраҡ хаҡ менән һата алыуың мөһимерәк. Донъя көтөү, етеш йәшәү кимәлеңә ҡарап, һинең аҡыл ҡеүәң хаҡында фекер йөрөтәләр. Әгәр һин, нәфис буй-һының сәбәпле, салғы, һәнәк-тырма тотмайһың икән, боҙло һыуҙа малдың эсәк-ҡарынын сайҡап йыумайһың икән, һин – йыбытҡы, бер нәмәгә лә эшкинмәйһең. Шулай түгелме ни? Һин, әлбиттә, ауыл ҡатындары өлөшөнә төшкән бар эште лә эшләйһең, шикләнмәйем. Тик һин уға ғына риза түгел. Башҡа бисә-сәсә менән кем нимәне, ни хаҡҡа алған, кем кем менән талашҡан, кем туҡмасты нисә йомортҡаға баҫа, кемдең ҡоймағы йоҡараҡ, кемдең самогоны ҡатыраҡ һ.б. шуның һымаҡ тормоштоң ваҡ-төйәге хаҡында мөһим мәсьәләләр хәл иткәндәй ҡиәфәт менән гәпләшеп ултыра алмайһың. Әлбиттә, улар ҙа быны тоя. Тимәк, һин үҙеңде уларҙан өҫтөн тояһың, тәкәбберһең! Тиҙҙән барыһы ла һине мөрхәтһенмәүен йәшермәй. Эргәләгеләр ситкә типкәс, әлбиттә, һин, аҡыллы кеше булараҡ, сәбәпте үҙеңдән эҙләйһең. Һәм күпселектең фекере өҫтөнгә сыға – шулар күҙлегенән сығып, үҙеңде эшкинмәгән һәм етешмәгән тип уйлай башлайһың. Уй ул шундай көслө, – үҙ-үҙеңде тотошоң уйға буйһона. Башҡалар инде һинең тап шундай йүнһеҙ булыуыңа шикләнмәй. Быны, беләһеңме, нимә менән сағыштырып була? Күҙ алдыңа килтер: мәҫәлән, торнаны. Улар үҙ мөхитендә, тәбиғәттә бейеһен – иҫ киткес гүзәл, һоҡланғыс күренеш! Ә ауылға, һарайға килтереп япһаң, нимә була? Ни ашарға ите юҡ, ни мендәргә йөнө юҡ! Көн һайын йомортҡа һалған тауыҡ ул ғорур ҡоштан мең ҡат артыҡ һәм файҙалы! Бына һин дә шулай – үҙ мөхитеңдә булмағас, үҙеңдең ысын баһаңды аңламайһың. Ябай кешегә көмөш менән алюминийҙың бер айырмаһы ла күренмәй. Ҡиммәтле металдың һиммәтен оҫта ювелир ғына айыра. Ауыл кешеһенә ҡара аҡыл, хәйләкәрлек килешә. Ә һиңә үҙ мәнфәғәтеңде яҡлау хас түгел.

Сәғитович менән булған хәлде генә ал. Һин бит уның менән осрашыуҙан үҙеңә әллә күпме файҙа һыға алыр инең. Уның бер шылтыратыуы етер ине – һине эштән сығарыу түгел, хужаның йомшаҡ креслоһына ҡәҙерләп ултыртып ҡуйырҙар ине. Ә һин бөтә ауылдың киләсәген уйланың да үҙеңде оноттоң. Әгәр һеҙҙе көслө хистәр бәйләмәгән булһа, һин, ике лә уйламай, унан бағымсы яһар инең. Тик был уй һинең башыңа инеп тә сыҡмай. Юҡ, алйот булғаның өсөн түгел. Һин – ныҡ, бөтөн шәхес. Берҙән-бер мөхәббәтеңдең һөйәркәһенә әйләнеү – үҙеңде, үҙ хистәреңде ваҡлау, китекләү булыр ине. Уның тормош юлдашы булып, кисерәсәк шатлыҡтарын ғына түгел, бәлә-ҡазаларын да уртаҡлаша алмағас, һирәкмирәк түшәк кенә бүлешеүгә һин бер ҡасан да риза булмаясаҡһың. Ризалашыр булһаң, иреңдең вафатына биш йыл тулғанын көтөп тормаҫ инең, күптән инде донъя көтөргә аҙ-маҙ файҙаһы тейерҙәй ир-егетте йортҡа керетер инең. Эсеү яғына йомшаҡ, тип берәүһен ҡыуып сығарыр ҙа икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыр инең. Ә һин по рукам китмәгәнһең, китмәҫһең дә. Сөнки, һәр шәхескә хас булғанса, һин кеше фекеренә түгел, үҙ намыҫың тауышына ғына ҡолаҡ һалаһың. Һиңә Хоҙай Тәғәлә ысынлап та күп һынау биргән. Алда тағы ла зәһәрерәктәре булыр. Әммә мин һинең намыҫыңа хыянат итмәҫеңә ышанам. Ул һынауҙы ла үтһәң, мотлаҡ бәхетең асыласаҡ! Шәрифә апайың күпте күргән, ышан. Һинең өйөң яныуына ҡайғырыу түгел, хатта шатланам да. Белгең килһә, ул һинең ситлегең ине. Өйөм, донъям тип, тирә-яҡҡа күҙ ҙә һалмай башлағайның. Ә хәҙер һин ирекле, бер ни ҙә бәйләп тормай – ос та кит, ҡанаттарыңды йәйеп. Үҙ юлыңды тапҡас, аяҡҡа баҫҡас, ҡайтырһың төйәгеңә. Башыңды ғорур тотоп ҡайтырһың!




...Автобустағы ике сәғәт башта ҡайнаған уйҙарҙы рәткә һалырға маташып үтте. “Ирекле”, имеш... Әсәй унда сираттағы тәпене әҙерләп ҡуйҙы бит инде. Тыңламаһаң, дошман булаһың, барыр ер ҙә юҡ. Сығып китһәм, тик мәркәзде генә һайлар инем, ә ул бик ҡиммәтле ҡала. Эш, торлаҡ табыу... Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн күпме аҡса кәрәк! Ә минең бит әле тамаҡтарын туйҙырырға, өҫтәрен бөтәйтергә ике улым бар. Уларҙы кемгә ышанып ҡалдырайым? Ҡалаға уҡырға биреү хаҡында уйлайһы ла түгел. Исмаһам, фатирлы туғандар булһасы... Шулай ҙа Шәрифә апай бер нәмәлә хаҡлы: тыуған яҡтан, нәҫелдән бөтөнләйгә күңелем ҡайтмаҫ элек, китергә кәрәк. Беҙҙә талантлы кешеләр күп тыуа. Әммә уларға кәмһетеүле ҡараш йәшәп килә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: берәү бөтә тапҡан-таянғанын хәмер эсеүгә бөтөрә икән, был нормаль хәл итеп ҡабул ителә. Ауылда ундайҙар аҙым һайын, иҫ тә китмәй. Ә кемдер бөтә тапҡан аҡсаһын үҙе уйлап тапҡан вертолет өсөн запчастар табыуға бөтөрә икән, уға бөтә ғәләм аптырай һәм “иҫәр”ҙән һалдыра... Ҡайҙа ул ғәҙеллек? Бөтә ғүмереңде үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә, түбән тәгәрәүгә йүнәлтһәң – ғәҙәти хәл. Ә үҙеңде камиллаштырырға, һәләттәреңде асырға тырышаһың икән, хыялдарыңа хыянат итмәйһең икән – һин ахмаҡ һәм кәмһетелеүгә дусарһың! Минең бер апайым бар. Тауыш мөмкинлектәре иҫ киткес – дүрт октава! Йырсы юлынан китһә, бығаса опера примадоннаһы булып, сит илдәрҙә балҡып йөрөр ине. Ҡатлы-ҡатлы регалиялары, дан исемдәре булыр ине. Әммә уны ла патриотизм харап иткән. Ул ябай ғына балалар баҡсаһы йыйыштырыусыһы булып эшләй. Ситтә уҙған конкурстарҙа дипломдар яулап ҡайта. Ә үҙебеҙҙә... Ни өсөндөр сәхнәне “һайт-туйт тәритә, тас-биҙрә-кәритә” көйөнә арлы-бирле һупалаған уртаҡул ғына һәләтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биләп ала... Бына шулай. Апайым хәҙер ҡайҙалыр ҡатнашырға үҙе лә ынтылмай. Уның ҡанаттарын семтей-семтей, ҡаурыйҙарын берәмләп йолҡоп, осмаҫҡа мәжбүр иттеләр. Ул хәҙер ағас башында һандуғас булып һайрамай, моңһоҙ тауыҡтар төнәгенән юғарыраҡ күтәрелмәҫкә дусар. Кемгә файҙа? Кеше – барыбер ҡаты бәғерле йән эйәһе. Минең ҡәйнәне генә ал. Әллә ҡайҙағы ҡыш булмаған йылы илдә йәшәгән, оло-ҡара йорт хужабикәһенең берәй йәп-йәш егеткә мөхәббәтенең башҡалар тарафынан аңлап ҡабул ителмәүенә, “бахыр”ҙың кисергән “ауырлыҡтары”на ах та ух килеп ҡайғырып, бөтөнләй таныш түгел бәндәләрҙе йәлләп, бөткөһөҙ сериалдарға текләп илап ултыра. Ә эргәһендә генә үҙ ейәндәре атайһыҙ, йортһоҙ, әйтһәм әйтәйем инде, хатта бала саҡһыҙ (!) тороп ҡалһын – иҫе лә китмәҫ. Ярҙам итеү түгел, етемдәрҙең ауыҙынан йолҡоп тигәндәй алыуын белә. Йорт өсөн күпме судлашырға тура килде, малды әйтәһе түгел – улының етеһен уҡытыр-уҡытмаҫ ҡыуып алып ҡайтты. Ә ауылда бер кем дә уның битенән алмай, оялтырға маташмай. Сөнки “килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше”. Бөгөн ире үлгән икән, ҡырҡын да үткәрмәйенсә икенсегә барасаҡ һәм теттереп йәшәүен дауам итәсәк. Рәсим йыйған донъяны икенсе берәү итектәре менән тапаясаҡ, мөлкәтенән файҙаланасаҡ. Әсә улын юғалтҡанда, килендең рәхәт йәшәргә ни хаҡы бар? Балаһының донъяһының бер өлөшөн генә булһа ла кире ҡайтарырға маташа икән, кем әсәне хөкөм итә ала? Әсәйҙең улын юғалтыу ҡайғыһы менән бер ни ҙә ярыша алмай! Барыһы ла шул позицияла тора һәм ҡәйнәнең ҡылығын аҡлай, яҡлай. Мин гел отошһоҙ яҡта, гел! Ҡайҙа ул ғәҙеллек?

Әлеге ситуацияны ал. Әсәй, үҙенсә миңә изгелек теләп, арыу ғына кешегә бирмәксе. Бер яҡтан, ул хаҡлы: йортһоҙ-йыһазһыҙ, эшһеҙ-килемһеҙ ике балалы бисәне өс-дүрт бүлмәле йорто, урындағы биле ныҡ эшҡыуарға биреү насармы? Етмәһә, ситкә алимент түләмәгән, башҡа вариҫтары булмаған бәндәгә? Ә мин, үҙемдең бахыр хәлемдә, шул тиклем отошло урындан баш тартам. Әсәһенең изгелегенә рәхмәтһеҙлек менән яуап биреүсе ҡыҙҙы нимә тип әйтәһең? Йәмәғәтселек – тәбиғи – әсәне яҡлаясаҡ, мине аш менән атҡанға таш менән бәреүсе тип ҡәһәрләйәсәк. Тағы ла отошһоҙ яҡта ҡалам. Беренсе тапҡыр, кеше һүҙенән ҡурҡып, алйотлоҡ эшләгәндә – Рәсимгә кейәүгә сыҡҡанда мин үҙ бәхетем алдында ғына яуаплы инем. Йәшлегемә барып хата эшләнем. Әммә әле, ун йылдан һуң тырмама ҡабат баҫмаясаҡмын – яратмаған кешегә бармаясаҡмын. Был ғәҙел булмаясаҡ, ул әҙәмгә ҡарата ғәҙел булмаясаҡ. Ниңә ул үҙ көсөн, байлығын, ғүмерен сит балаларға, үҙен бер ҡасан да яратмаҫ ҡатынға арнарға тейеш? Был да ғәҙелһеҙлек тәһә. Ә, икенсе яҡтан, мин ниңә ярыҡ ялғаш янында ҡалырға тейешмен? Ниндәй гонаһтарым өсөн? Рәсимгә хыянат итеп, типтереп йөрөмәнем, ғәйбәт сәйнәп кеше араһын бутаманым, кеше әйберенә ҡул һуҙманым, ыҙа-михнәттәремде хәмергә батырманым... Уф, баштар ҡатты. Алтын башлы ғалим-философтар ҙа был донъяны төшөнмәгәнде, мин генә асыҡлап бөтә алмам. Йәшәргә кәрәк, бары шул ғына.

Оло-оло пакеттар тотоп ҡайтып төшкәс, ишеткән хәбәргә иларға ла, көлөргә лә белмәнем. Бер кемгә әйтмәй-нитмәй ҡапыл сығып киткәс, өйҙә юҡлығымды ла белмәйенсә, кейәүләргә килгәндәр, бәй. Һүҙҙең айышын аңлағас та, ике улым ике яҡтан “кейәү балаҡай”ға ташланғандар: “Беҙҙең әсәй йәш, матур, ә һин ҡарт, уны һиңә бирмәйбеҙ, белдеңме!” Теге бахыр, “уландары бигерәк уҫал, дүрт-биш йылдан үҙеңде туҡмарға ла ҡарап тормаҫтар” тип шикләнепме, ҡойроғон һыртҡа һалған.

Бығаса “бәпкәләрем” тип яратҡан балаларымды хәҙер “бөркөттәрем” тип маҡтаным. Яҡлаусым юҡ, тип юҡҡа көйәм – ана бит, бер түгел, ике яҡлаусым, быуынға ла ултырмайынса, мине бәләнән йолорға эшкингәндәр, вәт, әй! Әсәй, әлбиттә, ниәтенән ҡайтмағандыр, әммә бер нисә ай тыныслыҡ булыр. Шул арала берәй ҡарарға килергә кәрәк.

Яҙмыш тигән нәмә арты менән тороп арып китте, буғай, – миңә йөҙө менән боролдо. Йөҙө, нисек кенә сәйер булмаһын, ҡәйнәм төҫөндә булып сыҡты. Биш-алты йыллап аяҡ баҫмаған тупһаны, мәңге булмағанса, күстәнәстәр, бүләктәр тотоп аша атланы. Тәүҙә һөйләшеү көсәнеү аша барҙы. Йүнле һүҙ ишетеп өйрәнмәгәс, мин ныҡ һағайҙым. Ә уға выждан борсоуы тәбиғи һөйләшергә ҡамасаулай ине. Йылдар буйы күтәрелгән нығытманы бер сәғәттә һүтеп бөтөүе мөмкин дә түгел. Шулай ҙа уртаҡ ҡайғыртыу – балаларҙың киләсәген уйлау аңлашыуға юл асты.

– ҡаҡтым, ҡыйырһыттым, килен, бер һүҙең дә булманы, рәхмәт. Һинең алдағы ғәйептәремде кисер. Бала ҡайғыларын күрһәтмәһен үҙеңә. Зиһенем томаланып, нахаҡҡа ла ҡыйырһыттым. Рәнйегән булһаң да, сал сәстәремде хөрмәтләнең – яуап итеп рәнйетмәнең. Рәсимдең рухын мыҫҡыл итмәнең, балаларҙы ситтәрҙән ҡаҡтырманың. Барыһы өсөн дә рәхмәт. Инде хәҙер тормошҡа сығырға, урынлашырға уйлаһаң – беҙҙән фатиха. Бәхетле бул, балаларыңдың изгелеген күр, тәүфиғыңдан яҙма. Һинән ризабыҙ, фатихабыҙҙы бирәбеҙ. Хоҙай Тәғәлә тәүфиғыңды биргән, инде килеп бәхетеңде лә бирһен...

Өҫтөмдән тау-тау йөктәр ишелеп төштөмө ни... ҡәйнәмде ҡосаҡлап иларҙай булдым. Фатиха! Бына нимә етмәгән миңә! Бына нимә етмәүе бәйләп тора ата йортона. Мин уларҙан үҙ тормошом менән йәшәргә фатиха, фатиха көтәм...

Яҡшы хәбәрҙәр бының менән генә бөтмәне әле. ҡәйнәмдең апаһының улы ҡайтып төшкән. Уны мин белмәйем – ул беҙҙең туйға ла ҡайтмағайны, хәрби кеше. Балаларым менән осрашырға, танышырға теләк белдергән.

– Үҙ ваҡытында Рәсимгә ярҙам итмәнем, исмаһам, балаларына ҡулдан килгәнен эшләйем, – ти.

– Төшөргәндәрме әллә?

– Эйе, хәҙер министрлыҡта түгел, ниндәйҙер бер гимназиямы-нәмәме директоры, ти.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Артыҡбикә - 7
  • Parts
  • Артыҡбикә - 1
    Total number of words is 4148
    Total number of unique words is 2339
    26.8 of words are in the 2000 most common words
    39.1 of words are in the 5000 most common words
    45.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 2
    Total number of words is 4023
    Total number of unique words is 2251
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.4 of words are in the 5000 most common words
    43.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 3
    Total number of words is 3970
    Total number of unique words is 2186
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.5 of words are in the 5000 most common words
    45.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 4
    Total number of words is 4148
    Total number of unique words is 2273
    27.1 of words are in the 2000 most common words
    38.6 of words are in the 5000 most common words
    45.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 5
    Total number of words is 4242
    Total number of unique words is 2298
    27.7 of words are in the 2000 most common words
    38.8 of words are in the 5000 most common words
    44.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 6
    Total number of words is 4096
    Total number of unique words is 2332
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.9 of words are in the 5000 most common words
    44.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 7
    Total number of words is 4019
    Total number of unique words is 2203
    28.0 of words are in the 2000 most common words
    39.5 of words are in the 5000 most common words
    45.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 8
    Total number of words is 3502
    Total number of unique words is 1919
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    41.9 of words are in the 5000 most common words
    47.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.