Latin

Артыҡбикә - 1

Total number of words is 4148
Total number of unique words is 2339
26.8 of words are in the 2000 most common words
39.1 of words are in the 5000 most common words
45.4 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Артыҡбикә


Рәйлә Сабитова



Повесть-монолог




Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә, йәғни Өфөлә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен түгеллеккә. Элек тә килгеләп торҙом баш ҡалаға, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла насип итте. Әммә әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек үҫмер ҡыҙыҡай... Саманан тыш бәреп торған мин-минлегем менән бер рәттән, биләүҙән үк тыҡып-тыҡып баҫалҡылыҡ һеңдерелгән төшөнсәләрҙең ниндәйҙер бер шикле йыйылмаһы. Сәнғәткә уҡырға килгән берәү, йәнәһе. Әсәй бахыр, мәркәздең аппетиты хаҡында ғүмерҙә лә хәбәрҙар булмаған ябай ауыл ҡарсығы, 50 мең аҡса биргән булды. Барып-ҡайтыу хаҡы ул саҡ 30 мең ине. ҡалғанына мин ҡайҙалыр, нисектер йәшәргә, нимәлер ашарға тейешмен. Бесәй балаһы һауытынан да бәләкәйерәк бер шәшке сәй менән ваҡ бәлеш мең һум ярым тора ине ул саҡта. Шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ, оло бесәйҙән дә апаруҡ дәү ун алты йәшлек үҫә торған организм нимә эшләй ала ине? Юҡ, әлбиттә, ниндәйҙер мөғжизә менән ятаҡ хаҡы тәүлегенә 5 мең булмаһа, консультация һәм имтихандарға йөрөүҙә уҙған аҙнаны уйламай ҙа йәшәргә мөмкин ине. Әммә... Әммә мин бахыр ғүмер буйы ниндәйҙер уңышһыҙ юлдарҙа йөрөр кеше булдым, буғай. Өфөлә күпме уҡыу йорто бар, һәм һәр береһендә абитурҙарға йәшәү бушлай булғанда, бер миңә нишләп шулай тура килгән? Бүлмәләш ҡыҙҙар һөйләшә: "Әсәйгә шылтыраттым, асыҡмайһыңмы, тип һорай, мин шунда уҡ прибедняться иткән булам, ашханала әҙерәк туйынам да ул, тип." Ә үҙенең кеҫәһендә 250 мең һум аҡсаһы бар, минең әсәй ҡарсыҡтың бер айлыҡ пенсияһы! Улар миңә бик йәлләп ҡарайҙар ине, аслыҡҡа түҙмәй, имтихандар бөтөүен дә көтмәйенсә ҡайтырға йыйынғас, береһе юлға дүрт перәник бирҙе. Юлға аҡса юҡ ине. Ятаҡта йәшәүгә түләгәндән һуң янсыҡ төбөндә 1 мең 800 һум аҡса ҡалды. Район үҙәгенән ауылға тиклем билет та 3 мең тора...

Автовокзалға тиклем бер туҡталыш ҡалғас, арып, эскәмйәгә ултырҙым. Автобусҡа тиклем ике сәғәт самаһы ла барҙыр, ашығаһы юҡ. Тормоштоң тәүге һынауында уҡ юғалып ҡалыуым йөҙөмдә сағыла ине микән? Таяҡҡа таянып йөрөгән ҡотһоҙ бер ҡарт хәлем менән ҡыҙыҡһынды. Һөйлә лә бир беренсе осраған бәндәгә хәлемдең бөтә аяныслығын. Тиктомалдан, киң күңеленә сыҙаша алмай, аҡса бирер, тип өмөтләндемме? Иҫәр ҡыҙыҡай. Теге ҡартлас паспортымды ҡараны. "Хәҙер нишләйһең инде, – ти. – Попуткаға сыҡһаң, хәҙер үҙеңде берәй ерҙә көсләп, урман буйына ырғытып китәсәктәр". Мин әлбиттә, кеше тигән хайуандың ни дәрәжәлә түбән була алыуы менән осрашҡаным юҡ, әммә телевизор ҡарап, гәзит уҡып бындай хәлдәрҙең булып тороуон бик яҡшы беләм. Асығыуҙан, арыуҙан шул тиклем миңрәүләнгәнмен, әлеге хәлемдән тағы ла ҡот осҡосораҡ, тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар була алыу мөмкинлеген мейем бөтөнләй ҡабул итә алмай. Аңра кеше кеүек, ҡартты йөпләйем. "Эйе шул". "Әйҙә миңә, – ти "яңы таныш", – мин, әлбиттә, инде булдыра алырлыҡ йәштә түгелмен, тотоп ҡына ҡарай алам, ҡурҡма". Һүҙҙәрен дәлилләптер, тубығыма тотона. Минең миңрәүләнгән башта эмоциялар шулай ҙа бөтөнләй үлеп бөтмәгән булғандыр – ғәжәпләнеүҙән күҙҙәрем аҡайҙы, "Мин һиңә сәй эсерермен, – ти теге ҡомо ҡойолған ҡарт. Минең ихтыярҙы сәпсим һындыра алырҙандыр инде, үҙенсә "көслө" дәлил килтерә: – Колбасалап". Шулай. Минең мәркәзгә тәүге сәйәхәтем бик уңышлы булды. "Был донъяла кеше кешегә дуҫ һәм иптәш" тигән өлкәндәр тарафынан аңға һеңдерелгән бер алдаҡсы фекер һабын ҡыуығы булып шартланы. Эйе, иллюзиялар ул теш кеүек ҡойола – ҡойола һәм яңыһы үҫеп сыҡмай. Яһалманы ғына ҡуйырға мөмкин. Бер ҡасан да ирҙәр күҙенә һәм һүҙенә ышанмау, һәр саҡ уяу, һиҙгер булыу шул көндән ҡалды, ахыры. Мин тороп киттем, әйләнеп тә ҡараманым, вокзалға атланым. Теге бабай артынан эйәреп китеп, кешелек ғорурлығын юғалтмауҙан мине бер өмөт араланы: миһырбанлы шофер осрап, район үҙәгенә тиклем алмаҫ микән, тип уйлағайным. Бөтөнләй өлөшһөҙ бала түгелмендер: шофер ысынлап та миһырбанлы булды: аҡсам юҡлығына ышанманы-ышаныуын, әммә алды. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин уға рәхмәт уҡыйым. "Башҡа улай алдашып йөрөмә", – тип мине алдаҡсыға тиңләп кәмһетте-кәмһетеүен, әммә был бәләкәй кәмһетеү менән ул мине оло түбәнлектәрҙән араланы.

Район үҙәгендә ике туған апайға барып ҡундым, аҡса һораным, ауылға ҡайтырлыҡ, тип, бирмәне. Шулай уҡ ышанманы шикелле. Һуңғы меңемде түләп попуткаға – боролошҡа сыҡтым. Машиналарға ҡул да күтәрмәйем, тик торам. Ә ниңә улар мине ултыртырға тейеш, барыбер аҡсам юҡ бит?! Шул тиклем был яҡты донъяға, тормошҡа, саҡ башланып торған йәш ғүмеремә битараф инем... Тағы ла бәхет йылмайҙы: ауылдаш агроном ағай танып, туҡтап, саҡырып алды. "Ниңә ҡул күтәрмәйһең?" – тип аптырай үҙе. Бығаса теплица шарттарында ғына үҫкән нәфис гөлдө ҡырыҫ, асыҡ тәбиғәткә күсереп ултырт әле, ерегер микән? Ерекһә лә, апаруҡ ваҡыт шиңеп, хәлһеҙләнеп ҡалыр. Мин инем шул гөл. Ҡаланың ҡырыҫ, ауяһыҙ тәбиғәте ҡырау урынына бөгөп һалды. Ай самаһы уйнаманым-көлмәнем, ниҙәр кисергәнемде бер әҙәм затына һөйләмәнем. Күңелемдең бер өлөшө туңып ҡалды. Һәм ул өлөш әсәйгә ҡарата ине. Ул бит аҡсаны күберәк тә бирә ала ине. Күпме кәмһенеүҙәрҙән азат була инем мин? Йәнәһе, донъя күрмәгән йәш ҡыҙыҡай, аҡса тота белмәй, берәүҙең хәләл аҡсаһын һағыҙ сәйнәп, газировка-маҙараға туҙҙырып бөтөр, тип уйлағандыр инде әсәй. Һа, үҙенсә ул да хаҡлы.

Ваҡыт үтеп, күңел тынысланғас, ҡабат юлландым мәркәзгә. Уҡырға кереп, ваҡытлыса булһа ла пропискалы, йәшәр урыны булған үҙ-үҙенә ышанған туташ булып еткәс, теге ҡартты тағы шул уҡ туҡталышта осраттым. Был юлы мин уның күҙенә тәкәббер һәм кәмһетеүле баҡтым: күрҙеңме, ҡартлас, һин мине кешелек намыҫымдан яҙҙырырға, ҡыҙ ғорурлығымды аяҡ аҫтына һалып тапарға теләгәйнең, нисауа, бирешмәне әле был апайың! Ул, таяғына таянып, шәп-шәп атлап китеп барҙы. Кейем-фәләнендә бер үҙгәреш бар ине: кепкаһын сисеп, сигеүле түбәтәй кейеп алған. Ике ҡуллап битен һыпырып, ауыҙ ҡыймылдатҡан булып, кемдәрҙелер алдап йөрөйҙөр инде. Уның ҡарауы, мин уның ысын йөҙөн күрҙем. Ул шунан ҡасты – үҙенең ысын йөҙөн күреүсенән. Ә мин тантана итеп тороп ҡалдым. Ғәжәп, аҙаҡ был һөнәрҙән мин тәм таба башланым. Йәғни кеше алдында төкөрөк сәсеп хаҡ тоғролоҡ, рухи ҡиммәттәр тип боғаҙ йыртҡан булып сибәр ҡатын-ҡыҙ менән аулаҡта ябай ғына бер хайуани теләктең мәхлүк ҡолона әүерелеп, кеше тигән субъекттың иң түбән яғын йылан тәпәйен күрһәткән кеүек сығарып күрһәтеүен тамаша ҡылыуҙан тәм таба башланым.

Тиҫтәгә яҡын йылдар элек шулай бер ижади конкурста ҡатнашырға дәрт иткәйнем. Нимәгә кәрәк булды ул? Миңә унда ҡатнашыуҙың ғына түгел, еңеүҙең дә бер ниндәй ҙә профессиональ уңыш килтерәсәге юҡ ине бит! Тәүге турҙан уҡ үтмәнем. Торам фойела ҡатып, аптырап. Тәкәбберлегем көслө булғандыр, үтмәҫемә ышанмағайным, юғалып ҡалдым. Килде яныма сал сәсле бер уҙаман, ҡыҙыҡһынды – сәбәбен әйттем. Ярҙам итер, тип уйланыммы?" Бәлки, киләһе йыл килеп, тура миңә мөрәжәғәт итерһең? Әҙерләрбеҙ", – ти. Төҫкә танымағас, исемшәрифен һорайым, улары таныш, билдәле генә бер режиссер, имеш. Машинаһына саҡырҙы, ултырҙым. Ниндәйҙер дуҫына квартира һорап шылтырата башланы, юлда берәй магазиндан шарап алырға булып китте. Мин алйотҡа шунда саҡ барып етте был «бейәҡаҙанған» бәндәнең бушлай сыр һалып йөрөүе. Көлдөм дә тәүге туҡталышта уҡ төшөрөп ҡалдырыуын һораным. Абзыйым мине, баҫалҡы ауыл ҡыҙы булғанға инәлтә, тип уйланы, күрәһең. Тотондо минең "комплекстарым менән көрәшергә". "Раскрепощайся, – ти. – Нимәһе бар уның, это нормально. Киләһе йыл лауреат итербеҙ. Күпме перспективалар асыласаҡ, раскрепощайся!" Һәм үҙенең боҙҙай һалҡын һәм еүеш устары менән ҡулымды ҡармай. Ерәнгес һыуыҡ тәлмәрйен, тип тертләгән ҡулымды саҡ тартып алманым. Ағайҙың буйтым талантына, оло йәшенә, сал сәстәренә ихтирамым хаҡына түҙҙем. Әммә хахылдап көлөүҙән тыйыла алманым. "Абзыйым, – тинем. – Әгәр мин, һеҙҙең уйығыҙса, закрепощенный булһам, эйәреп китер инем. Әммә мин тап комплекстарҙан азат. Азат кеше – ул, тимәк, һайлау мөмкинлегенә эйә кеше. Иремә хыянат итергә теләһәм, мин, пардон, һеҙҙең һымаҡты түгел, ә бер 17-18 йәшлек боҙолмаған егетте һайлар инем. Миңә тоже йәш тән оҡшай, һеҙҙе аңлайым», – тинем. Битенә сәпәгәндән дә көслөрәк тейҙе, әлбиттә, һүҙҙәрем. Тормош – ул үҙе лә апаруҡ бәғерһеҙ нәмәкәй. Күпмелер ваҡыттан был абруйлы абзыйҙың ниндәйҙер төҫлө металл юбилейы булды. Уның ижадына ах та ух килеп дан йырланылар, фотоһын гәзит һайын баҫтылар. Берәүһендә ҡатыны менән әңгәмә ойошторғандар. Ирен иҫ киткес яҡшы ир, шәп атай итеп һүрәтләгән. Бөтә ғәм алдына "өҫтөмдән йәш, сибәр актрисулькалар менән йөрөүен һаман дауам итә" тимәҫ инде, билдәле. Уҡып, хихылдап көлдөм дә тирә-яҡтағыларға сәбәбен аңлатып торманым. Ниңә кәрәк ул? Кешенең йөҙөн йыртыу ҡәнәғәтлек килтермәй, ә артыҡ таралмаған информацияны белеүем ҡәнәғәтлек уята. Үҙенә күрә тәкәбберлек инде. Булһа һуң. Минең кеүек сибәр, аҡыллы ханымдың ниндәйҙер етешһеҙлеге булырға тейеш тәһә. Ә тәкәбберлек ул кәкре аяҡ йәки икенсе эйәк түгел – тәүге ҡараштан уҡ күренмәй. Шулай булғас, ҡалһын әйҙә.

Был юлы мәркәзгә шәхси мәнфәғәттәрем түгел, оло бурыс әйҙәне. Әммә ул "оло бурыс" шәхси ҡиәфәтемә туранатура бәйле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер миңә түгел, туранан-тура ауыл яҙмышына ҡағылышлы төҙөлөштө туҡтатып торған бер имза хаҡына "ҡорбан" ише һайландым мин. Сөнки ниндәйҙер бер чиновник ниндәйҙер сәбәп менән беҙҙең төбәкте бик яратмай. Былай ҙа етеш йәшәмәгән халыҡҡа йәлсеп китергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Ниндәйҙер оҙон ҡолаҡтар аша беҙҙең начальство ул бәндәнең йөрәгенә юлдың тәпән-тәпән балдар, шаҡтай буралар аша үтмәгәнен белеп ҡалған. Төргәк-төргәк банкноттарға ла битараф, ти, ул бәндә. Абруйлы ағайҙар, таныш-тоноштар аша ла эш сыҡмағас, һуңғы сара ҡалды – көсһөҙ зат ярҙамында абордаж. Сибәрҙәр күп беҙҙә, белемлеләр ҙә бар. Әммә йәрәбә миңә төштө. Сөнки мин бер нисә йыл инде ирһеҙ бисә статусында йәшәп ятам. Ҡаса-боҫа күңел күреүсем дә юҡ. Тимәк, мин, күптәрҙең аңлауынса, иргә "һыуһаған" булырға тейеш. Тейеш һәм – вәссәләм. Ә минең үҙ ғүмеремдә, ниндәй генә оятһыҙ тәҡдимдәр ишетеп тә, иремдән башҡа берәү менән хатта үбешеп ҡарамаған юғары әхлаҡлы ҡатын икәнем бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Сибәр – тимәк, кәнтәй. Әле бер кемде лә яҡын юллатмай, тимәк, – һайлана, ҡиммәтен арттырмаҡсы. Әммә утыҙҙы уҙҙы, ике балаһы бар, тимәк – үтмәҫ тауар. Үҙе лә шуны аңларға һәм һайланыуҙан туҡтарға тейеш. Ә ниңә әле шул барыбер тик ятҡан "тауар"ҙы ҡулланып ҡарамаҫҡа? Килеп сыҡмаһа ла, үкенес түгел, килеп сыҡһа – йәмғиәткә файҙа. Улар шулай уйланы һәм тиҙ генә миңә рәсми делегатмы, депутатмы, тағы әллә ниндәй "гад"мы мандаты әҙерләп, кәрәкле макулатураны күн папкаға тығып, бер аҙ "командировочный" тамыҙып, сығарып та ебәрҙеләр. Ә отпуск, әлбиттә, ҡаҙнанан түгел, үҙемдең елкәнән. Улар нимә уйлаһалар ҙа, минең ващето мораль принциптарым барлығы хаҡында ауыҙ асып, телемде арытып торманым. Сусҡаға мәрйен мунсаҡ кейҙермәйҙәр, улар быны аңларлыҡ түгел, тип үҙ-үҙемде йыуаттым да сығып олаҡтым.

Вокзалда арлы-бирле ҡаранып, тапанып торҙом да әхирәтемә саптым. Уның, менән сер бүлешеүгә өҫтәп, тағы файҙаһы тейерҙәй өлкә бар. Ул – косметолог. Ә миңә профессиональ белгес кәңәше, ай-һай, кәрәк. Мәрмәр иҙәндәрҙән генә тәпәйләп оҙон тырнаҡлы, төҫө-башы күркәм ханым вә туташтар араһында ғүмере үткән чиношаны һыйыр һауып, бәрәңге ҡаҙып тупаҫланып бөткән ҡулдар, биҙәнгесте, ғөмүмән, урыҡ-һурыҡ файҙаланған йөҙ менән шаҡ ҡатырып булмаҫын аңламайыммы ни мин? Гардероб та моданан бер-ике саҡрым артта тороп ҡалған. Ауыл еренә кәп кенә булған "галуштың яҡшыртылған варианты" – туфлиҙар ҙа офистың көҙгөләй ялтыраған иҙәндәренең "бите"нән көлөү булыр һымаҡ.

Әхирәт ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әлдә ҡала бисәһе булып танау сөймәй торған холҡо бар. Даланын күтәрә белгәне өсөн тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм үҙен. Республикала билдәле әллә күпме шәхестәр ятаҡта йәшәп пенсияға сыҡҡанда, ул инде утыҙ йәшен ҡала уртаһындағы фатирында билдәләне. Кейәү балаҡай бик уңған егет булып сыҡты. Сибәр ҙә, буйсан да, эшсән дә булыу өҫтөнә, эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Бер нисә эштә бер юлы эшләй. Ҡағыу-һуғыу түгел, ҡатыны яғына ҡырыныраҡ ҡараш ташлағаны юҡ. Бергә үҫкән яҡын серҙәшемдең бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Ул был бәхеткә лайыҡ та бит инде. Өйләнешкәндәренә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, ирен иркәләп, үбеп кенә уята, кеше алдында ғына түгел, былай ҙа кәпкәкләп-битәрләп тормай. Үҙ ваҡытында береһенәнбереһе матур, аҡыллы, һөйкөмлө ике ҡыҙ бала табып бирҙе. Улары ла ата-әсәһенә мөхәббәтле, етмәһә, бик талантлы балалар булып үҫеп килә. Үҙемдең ҡыҙҙарым булмағас, көнләшеп тә ҡуям. Рушаннаның, йәғни әхирәтемдең үҙ-үҙен тәрбиәләүе һуң? Ванна бүлмәһенә керһәм, әйләнеп сыға алмайым. Ниндәй генә таҙартҡыс, йәшәрткес, ағартҡыс, дауалағыс крем-майҙар юҡ! Биҙәнгестәренең ҡиммәтлелеге иҫ киткес. Минең косметичкамдың эсендә ятҡан, йылдар буйы яҙҙыртылмаған косметикамдың хаҡын бергә ҡушһаң да, Рушаннаның помадаһының хаҡына етмәҫ. "Нисек итеп арзанлы нәмәне битең хәтле ҡәҙерле ереңә оялмай һөртәһең? Йәшлекте йәш саҡтан уҡ һаҡлайҙар, аңлайһыңмы? Арзанға риза булырға арзан ҡатын-ҡыҙмы ни һин!" – Эй, әрләп бөтә мине. Маркетинг менән дә шөғөлләнә, төп эшенән тыш арыу ғына тамып торған килеме лә бар. Бай һәм эшлекле ханымдарға ҡыйбатлы косметика һата ул, етмәһә дизайнер. Яҡшы-яҡшы фирмаларҙың сығарған пробник помада, хушбуй майҙарын миңә лә көсләп бүләк итеп өлгөрә.

Маҡсатлы, оҙайлы хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай икән ул, әй! Үҫмер саҡта уртаса ғына ҡыҙҙар рәтендә йөрөгән Рушанна әле класташ ҡыҙҙар араһында иң сибәре. 5 –10 йылға бер йыйылышып осрашыуҙан ул һәр саҡ һушы китеп ҡайта. Кластың иң сибәр ҡыҙҙарының ҡот осҡос ҡартайған, йәмһеҙләнгәнен күреп шаңҡый инде.Талсыбыҡтай билдәр күптән инде ҡыяр тоҙлау мискәһе размерына еткән, ебәктәй сәстәр төҫө уңып, йылтыры бөтөп, быҙау сәйнәп ташлаған ҡәҙерһеҙ сепрәк ише һалынып-һалынып тора. Алма биттәр янып ҡарайып, кибеп бөткән емеш ише, йыйырсыҡлана башлаған... Ә иң мөһиме, күҙҙәр инде йондоҙҙай балҡып-баҙрап тормай. Һүнгән улар, баштар түбән эйелгән. Рушанна менән бер өҫтәл артында ултырғанда күбеһе ҡулдарын өҫтәл аҫтынан да сығармай. Ауыр эштән, сифатһыҙ көнкүреш химияһын йыш ҡулланыуҙан шағирҙар аҡҡош ҡанаты менән сағыштырған нәфис бармаҡтар ҡармаҡтар булып ҡарайып ҡатҡан.

Рушанна был осрашыуҙарҙан һуң ныҡ әсенеп йөрөй. Үҙеңдең йәш, сибәр ҡалыуың ғына етмәй шул күңелгә. Әле генә бергә дискотекаларҙа күңел асҡан, егеттәр күҙләгән, тормошҡа ғәмһеҙ һәм шаталаҡ ҡараш менән баҡҡан тиҫерҙәреңдең туҙып-таушалып, әбейгә әйләнә башлауын тыныс ҡына күҙәтеп буламы... Замандаштарың шундай икән, тимәк, йәшлек һинән дә киткән, киткән... Был әсенеүле тойғо беҙҙең икебеҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайта, буғай. Беҙ төҫ ташламаныҡ бит әле. Йәшлектең һуңғы йылдарына йәбешеп ятҡан булабыҙ. Рушаннаның үҫмер саҡтан уҡ бит тиреһе бик наҙлы булды. Һытҡы-фәлән сығырға ла әҙер тора. Ҡояш нурына ла тигеҙ генә түгел, мотлаҡ ала-йола булып янып бара. Шуға кремдары ла әллә нисә төрлө. Битенең бер еренә – майлай торғаны, икенсе ергә – киптерә, өсөнсөһөнә – дымлай, дүртенсеһенә – ағарта һәм башҡа әллә ниндәй төрлөһөн һөртөп сыға. Крандан аҡҡан һыуҙы йөҙөнә тейҙергәне юҡ. Тоник-лосьондар, махсус таҙартҡыстан үткән саф һыу ғына. Иртәнгеһе – айырым, төнгөһө – айырым. Ҡышҡа – бер төрлө, йәйгә – икенсе. Бина эсендә буласаҡ сараға – бер төрлө, асыҡ һауалағыһына – икенсе... Сит телдә генә яҙыл­ған һауыттарҙы яңылышмай айырыуын әйт! Донъя көтөү араһында бер нисә йылға бер генә килеп киткән сағында уның кәңәшен теүәл генә үтәп, шул иҫәпһеҙ һауыттарҙан минең дә буянып сыҡҡаным бар. Ғәжәп тәьҫораттар! Үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башлайым. Бер нисә крем һатып алырға теләк тә уянғылай. Әммә, хаҡтарын самалау менән үк, кикерек шиңә. Ярамағанмы миңә шунда ҡатыҡ-ҡаймаҡтан, бәрәңге-ҡыярҙан битлек? Мәркәзгә килеп, ялтыр витриналарын театр урынына тамаша ҡылып йөрөү ҙә – минең өсөн ҡыйбатлы күңел асыу сараһы ине ул саҡта. Билет хаҡына ауылда ғаиләмде аҙна буйы тәмтом менән һыйлай ала инем бит. Әммә шул ваҡытта яңғыҙыма шундай сәйәхәттәр ойоштормаһам, аҡылдан яҙылыр ине. Үҙемде өй тауығы тормошо менән йәшәргә мәжбүр итһәм дә, күңел кәлбем башҡа булғандыр, тим. Тәнем өй-йорт эсендә йөрөй, ә күңел әллә нимәне һағынып көтә. Ул һағышҡа түҙә алмай, тамаҡ йыртып ҡысҡырғы, олоғо килә. Нимәлер етмәй, тынғыһыҙлай, йәшәргә ирек бирмәй. Әйтерһең дә, йөрәгем – ситлектәге турғай. Бәреләм-һуғылам, үрһәләнәм, ә ҡайҙан килеп сыҡҡан был тойғо – аңлай алмайым. Тәүҙә мауығып ултыртҡан сәскәләремдең шау гөлгә күмелеп ултырғаны ла һөйөндөрмәй. Бәрәңгем уңып, тәңкәйешеп ятһа ла – шатланмайым. Сереп бөтһә лә ҡайғырмаҫ инем, моғайын. Үҙем ҡорған донъяға шул тиклем битарафлыҡ тыуҙы бер заман. Өйөмдө йыйыштырғым да килмәй, хатта сәсемде лә тарағым килмәй, иремдең эшен-хәлен һорашырға, һөйләшергә лә хәлем юҡ. Бөтә күңелемде бер үлтергес тойғо биләй – үҙ тормошом түгел был. Мин – мин түгел. Мин тормош урманында тәки аҙаштым. Аҙаштым. Аҙаштым. Ҡайҙа күрмәй ҡалдым икән, ҡасан? Шулай уҡ ғүмер буйы ошо һыҙланыуҙарға түҙергә тейешменме икән? Нимә икән ул күңел тыныслығы? Был һорауҙарҙан шаңҡып, башым эшләмәй башлай. Ғаиләмдә лә тыныслыҡ ҡалмай, холҡом сыҙап торғоһоҙ рәүештә боҙола. Шул ваҡытта сығып китәм мин мәркәзгә. Ҡомһоҙланып һаҫыҡ һауаһын еҫкәйем, асфальтын арып йығылғансы тапайым, алдаҡсы ялтыр-йолтор нурҙарына иркәләп танһығымды ҡандырам. Күргәҙмә-театр тирәһенә барып эләкһәм, күңелем урынына ултыра. Әхирәтемдең палантинына уранып, ялтыр клатчын ҡыҫып тотоп, яй ғына ялтыр мәрмәр иҙәндәрҙән уҙам, белгес кешеләй, стеналарҙағы төҫлө таптарҙы тикшерәм. Күптәренең исем-шәрифен белмәгән, әммә һәр береһенең төҫөнән үк интеллигентлыҡ, юғары зауыҡ бөркөлөп торған матур кешеләр менән фекер алышҡан булам. Ауылға ҡайтҡас та әле ниндәйҙер бәхет тойғоһо мине буйтым оҙатып йөрөй. Уйнай-көлә башлайым, бәғерем йомшара. Ғаиләмә наҙ бирерлек хәлгә киләм, ниһайәт. Ләкин күпмелер ваҡыттан үҙ-үҙемде тағы эстән кимерә башлайым, тағы көн бөтә. Эргәмдәгеләргә лә – беренсе сиратта, әлбиттә, үҙемә... Шуға әлеге мәжбүри командировкама бер яҡтан асыуым килһә лә, төптәге "мин"ем бәхеттән үрле-ҡырлы һикерә ине. Бығаса үҙ-үҙемде ғаиләмдән, мәшәҡәттән "урлап" алып ҡына киткәнемә ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо ла тыуып, тулы бәхеткә ҡамасаулай килде. Ә әле ул тойғо юҡ. Үҙ-үҙемде нимәнәндер азат итеп тоям – ғәжәп.

***

– Тимәк, Алланың ниндәйҙер ҡашҡа тәкәһенә ҡорбанға салынаһы бәрәс итеп һайланылар инде? – Тураһын әйтмәһәм дә, зирәк әхирәтем хәлде бик дөрөҫ аңланы. – Тоже мне ауыл хужаһы. Вазифалы сутенер! Эш килеп сығып, төҙөлөш башланһа, ул – ил арыҫланы, халҡына хеҙмәт итеүсе, ә һин – ҡулланып ташланған простыня булып тороп ҡалаһың инде...

Иренемде ҡымтып, баш ҡағып ҡына ҡуям.

– Берәй бәйләнеп, отворот-поворот алғайнымы әллә? – Рушанна тишеп ҡарай.

Тағы баш ҡағып ҡына ҡуям.

– Үс ала инде, хайуан. Йәнәһе, барыбер бәҫеңде башҡалар ҡулы менән булһа ла һыпырып, ҡойоп төшөрәсәк. Әле шул яҡҡа этәрә лә, киләсәктә риза булғаның өсөн битәрләп бер булыр әле... Әпәт эшһеҙ ҡалаһың инде. Ауылдан күсеп кенә китмәһәң, белмәйем. Ғәйбәтеңде сәйнәп, бәғереңде ашап бөтөр ул бәндә!.

Минең был хаҡта уйланғым килмәй. Тормоштоң аяуһыҙ икәнен Рушанна сәйнәмәһә лә беләм дә инде. Әллә ниндәй йөрәк эсендәге һыҙлауыҡ, әрнеү менән яратам бит шул төйәгемде. Яратыуым ғына яуапһыҙ. Урыҫтарҙың, ҡайҙа тыуғанһың – шунда ярағанһың, тигән әйтеме бар. Ә мин нишләптер яраманым. Бер кәрәгем юҡ минең уға. Артыҡмын. Утыҙҙан уҙҙым, ә йөрәгемдең, аҡылымдың, һәләтемдең бөтә көсөн һалып ауылымдың яҡшыраҡ яҙмышы хаҡына хеҙмәт итерлек урыным юҡ. Минең кеүек кәрәкһеҙлегенән алйып, бәрелепһуғылып йөрөгән күпме ауылдашым, ситкә сығып, солтан булды? Яҡташтарының ҡайҙалыр алыштырғыһыҙ оҫта, иҫ киткес белгес атын күтәреп йөрөүен ишетһәләр, бындағылар аптырап бер була: "Вәт һин уны, йүнһеҙ бәндә ине. Шул да күтәрелгәс, тфү..." Республикала билдәле генә бер яҙыусы әйткән: үҙебеҙҙә олтан ғына булыр өсөн дә, ситтә солтан булып йөрөп ҡайтырға кәрәк... Минең һымаҡ әрнеп, әсеп йөрөгән сағы булғандыр инде. Сит яҡ түгел, тыуған яғың мәнфәғәте өсөн йәш, дәртле энергияңды, хеҙмәтеңде бирә алһаң ине ул! Шулай уҡ ҙур, үтәй алмаҫлыҡ хыял микән ни был? Ғәжәп. Уйлап ҡараһаң, кемгә үпкәләргә? Бойомға ашҡан даһа бер хыялым – ауылымда йәшәйем. Тик был хыял миңә бәхет, күңел тыныслығы бирмәй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы!

– Ул ҡашҡа тәкә ниндәйерәк әҙәм инде?

Яурын ғына һелкетәм.

– Исем-шәрифенән башҡа бер нәмә лә белмәйем. Беҙҙекеләрҙең дә күргәне юҡ. Ҡайһы райондан икәндәрен ишеткәс тә, секретаршаһына тиклем һырт йөнөн ҡабарта, ти.

– Вазифалы түрә булғас, ул-был сараларҙа ҡатнашҡаны барҙыр бит, хет фотоһы баҫылғанмы?

– Юҡ, ти. Камералар алдында бөтөнләй ялтырап йөрөмәй, интервьюлар бирмәй. Кабинет кырнисаһы...

– Туй генералы түгел, ә һоро кардинал... Быныһы ҡурҡыныс. Тимәк, ул властың ысын тәмен белә. Кешеләрҙең яҙмышы менән үҙҙәренә лә һиҙҙермәй генә уйнарға ярата. Вазифаның тышҡы ымһындырған ҡиәфәте түгел, ә мөмкинлеге генә ҡыҙыҡтыра уны. Прям ҡурылған күкәй какой-то – үҙе крутой, үҙенең бер йөйө юҡ...

Уфтанып, байтаҡҡа шымып ҡалабыҙ.

– Бына нимә, Томасик, һин уға приемға барып тормайһың, аңланыңмы? Барыбер үткәрмәйәсәктәр, таныша алмаясаҡһың. Танышҡан хәлдә лә һин уже еңелеүсе булаһың. Иҫләйһеңме "Мастер и Маргарита"ла? "Үҙеңдән көслөләрҙән бер ҡасан да бер нәмә лә һорама". Минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең, шәт. Унда ярлы-ябағай бисәләре йөрөмәй. Клиенткаларҙан ипләп кенә һорашып, кем икәнен асыҡларбыҙ, белербеҙ, ҡоралланырбыҙ. Һинең үҙеңде тәртипкә килтерәһе бар. Ауыл һауаһын яратмаған кеше янына барыу өсөн үҙеңә "мәркәз саңы" ҡундырып алырға кәрәк.

Мин инде Рушаннаның иҫәпһеҙ банка-тюбиктарында бутанып, уларҙы кәметеп, хуш еҫле ваннала аунап сыҡҡайным. Төшкән ҡанаттарым яҙыла башлағайны. Болоттай күпереп торған йомшаҡ махровой халатҡа төрөнөп, иҙрәп ултырам. Рушаннаның "тәртипкә килтерербеҙ" тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа май булып яғыла. Бер ике-өс көн уның матурлыҡ салонындағы кушеткаларҙа аунау – ниндәй шатлыҡ. Беләм, уның ниндәйҙер шикле, бысраҡ ҡына бер батҡағын нисәлер минутҡа биткә һылап тороуҙың хаҡы – минең зарплатаның өстән бер өлөшө. Әммә Рушанна үҙе әйткәс, моғайын, сараһын табыр. Әндрәй ҡаҙнам юҡлығын белә лә инде. Ул уйҙарымды "уҡып" ултыра.

– Морду нарисуем, упакуем, подарочный бантик бәйләп ҡуйырбыҙ, уларын вис өҫтөмә алам. Әммә интеллектыңдың бөтә ҡырҙарын ялтыратып һушын алырға, извини, ярҙам итә алмайым. Ул яғы тулыһынса үҙеңдән генә тора. Шылдымы?

– Шылды.

Рушанна «информация» йыйырға салонына киткәс, мин дә, бушты-бушҡа ауҙармаҫтан, ниһайәт, "мәҙәни ял итергә" – күргәҙмә залдарының береһенә юлландым. Асылған ғына мәленә тура килһәң, ифрат ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға мөмкинлек тыуа. Әле лә бер күҙем литографиялар, гравюралар, офорттарҙың бормалы-бормалы линияларын тамаша ҡыла, икенсеһе менән тамашасыларҙы байҡайым. О-о-о, өмөтөм аҡланды; Шәрифә Ҡәҙимовна үҙе! Ғәжәп ҡыҙыҡ ҡарсыҡ. Йәше алтмыш тирәләре, әммә ундағы энергия – егерме йәшлектәргә биргеһеҙ. Нимә генә белмәй, кемде генә белмәй! Оҙаҡ йәшәгән кеше, ғөмүмән, күпте белә инде ул. Әммә Шәрифә апай, телмәрендә башҡа бер кем дә әйтә алмаҫ әйләнештәр ҡулланып, шундай ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора белә – ауыҙ асып тыңлайһың. Аҡыллы ла, хәтере лә үткер, ә теле тағы ла үткерерәк. Алыҫ йәшлегендә ул актриса булған. Төп театрҙарҙың береһендә төп ролдәрҙе алып барған. Ҡырҡҡа етеп барғанда, тәүге һәм һуңғы балаһын донъяға килтереү хаҡына, артистка карьераһын тамамлай. Хыял иткән ролдәре үкенескә ҡалмағанғалыр инде, йәшлеген дә һағынмай, көсәнеп матурланырға ла тырышмай. Бөтөнләй үткәндәргә барырға ваҡыты ла юҡ, буғай. Һәр саҡ эсе тулы идея, яңынан-яңы шөғөл... Етмәһә, ул бер кемдән дә, бер кем фекеренән дә ҡурҡмай. Шул тиклем әсе теле менән туп-тураһын ярып һала – ҡайһы саҡта һүҙҙәренән минең ҡолаҡ ояла. Актриса сағында ниндәйҙер спектаклдәге төп ыңғай героиняны тиҫкәре образ итеп уйнай. Режиссер кулиса артынан, йоҙроҡ күрһәтеп, ни эшләйһең, тип тызандай башлағас, тегене биш хәрефкә ебәрә. Сәхнәнән, тамашасы алдында! Зал шаҡ ҡата. Ә ул ваҡытта – Советтар Союзы тигән илдә йәшәгән саҡ... Шунан ни булыуы ҡыҙыҡмы? Башта әйтеп үтәйем, был ролде режиссер башҡа актрисаға биргән була, уның менән эшләй. Шәрифә Ҡәҙимовна ул ролде ғариза яҙып ҡына алып, дублер сифатында ғына үҙ аллы әҙерләй. Биш хәрефкә ебәргән көндән һуң спектаклдең популярлығы ҡот осҡос арта, һәм бөтә сығыштарҙа ла Шәрифә апай ғына эшләй, теге актрисаны иҫкә алыусы ла булмай. Ниндәй дыуамал холоҡ һәм рух ныҡлығы булған кеше менән танышыуымды аңлағанһығыҙҙыр. Шуға өҫтәп: түрә ни, ҡара ни, кеше икән – аралаша, кеше түгел икән – әллә ниндәй вазифа биләһә лә, әҙәмгә һанамай. Шәрифә апай алдында ҡылансыҡланып тороу артыҡ ине, хәлде уның стилендә ҡыҫҡа һәм яланғас дөрөҫлөк сағылған һүҙҙәр менән генә аңлатып бирҙем. Ул, әлбиттә, аптыраған да, йәлләмәшеш тә булманы. Күпме матурлыҡҡа төрөүле боҙоҡлоҡ донъяһында йәшәгән, барыһын да күргән-белгән кеше ләһә.

– Исем-аты кем тинеләр, тиң әле?

– Искәндәр Сәғитович шикелле.

О, Шәрифә Ҡәҙимовна был кеше хаҡында, күрәһең, хатта бик хәбәрҙар. Хәтеренә төшөрмәксе булып уйланып та торманы. Әлеге һүҙһеҙ ҡалыуы уның мөмкин тиклем хәҡиҡәткә яҡыныраҡ һүрәтләмә өсөн теүәлерәк һүҙҙәр эҙләүелер. Әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, миңә бик оҙаҡ көтәм кеүек тойолдо. Үҙем Шәрифә Ҡәҙимовнаның йөҙөнә ҡарап, уның ни уйлағанын күҙалламаҡ булам. Апайҙың һүҙе, дөрөҫөн әйткәндә, хөкөм ҡарары уҡыған судьяныҡы дәрәжәһендә мөһим. Нисә йылдар аралашыу дәүерендә белеп бөткәнмен – ул бер ҡасан да яңылышмай. Бер-ике һүҙ ҡатыуҙан уҡ кемдең кем икәнен айыра торған һәләте бар уның.

– Һин миңә шуны әйт әле, Тамара: үҙеңә нисек тойола? Был эште атҡара алырһыңмы-юҡмы?

Яурын һелкетәм.

– Ә мин әйтәм: атҡарасаҡһың. Юҡ, һин аҙғын ҡатын түгел. Иҫәп-хисапҡа ҡоролған мөнәсәбәттәргә лә шулай уҡ һәләтле түгелһең. Һин просто – идея кешеһе. Һин нишләптер, ниндәйҙер идеяға үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә тейешһең, тип уйлайһың. Был осраҡта идея – тыуған төйәгеңә ошондай ысул менән булһа ла файҙа килтереү, хеҙмәт итеү. Мин дөрөҫ аңланыммы? Был хужаң нисектер шуны тойомлаған микән инде... Әгәр улай икән – ифрат үтә күреүсән мужик, хатта аптырата.

– Аптырарлығы юҡ, минеңсә. Ул быны бер ниндәй ҙә "үтә күреүсәнлек" арҡаһында түгел, ә хаслыҡҡа барып эшләй.

– Мәҫәлән?

– Минең уйымса, былай: ул отпуск хаҡында ғаризамды йыртып кәрзингә ырғытты һәм бер нисә көндән мине "за прогулы" эштән бушатты. Урыныма шым ғына, шыма ғына рәүештә үҙенең ҡыҙынмы, ҡәйенбикәһенме эшкә алды. Әлеге моментта коллектив эсендә мине бик әүҙем "сәйнәйҙәр" һәм боҙоҡлоғом кимәле хаҡында һүҙ йөрөтәләр.

– Һин артыҡ ҡара төҫтәр гаммаһында фекер йөрөтмәйһеңме?

– Юҡ, Шәрифә апай. Мин артыҡ ныҡ яҡшы күрәм. "Үтә күреүсәнлек" – ул миңә хас сифат.

– Кеше, әлбиттә, – иң аҡыллы хайуан. Эйе, аҡыллы, ләкин хайуан. Бәлки, һин хаҡлылыр ҙа...

– Кеше хайуан икән, тимәк, мин – терпе.

– Ха-ха-ха, бик ҡыҙыҡ фекер, ә ни өсөн?

– Сөнки дуҫтар һәм дошмандар арҡама шул тиклем дәрәжәлә күп энәләр төрттөрҙөләр, беҙҙәр, бысаҡтар ҡаҙанылар – мин инде терпенән бер ерем менән дә айырылмайым.

– Ну, Тамара, һиндә тел... Мин, әлбиттә, һине хайуанға түгел, ниндәйҙер бер аҫыл ҡошҡа тиңләр инем тиңләүен. Аҡҡошҡамы, торнағамы... Моғайын, һуңғыһыналыр – аҡҡоштарҙың аяғы оҙон булмай. Ә Искәндәр Сәғитовичҡа килгәндә, былай...

Мин Искәндәр Сәғитовичтың үҙен ныҡ яҡшы уҡ белмәйем. Әммә улар – юғары мөхиттә билдәле ғаилә. Минең бер коллегам, йәғни актриса инде, оҙаҡ йылдар уның атаһының һөйәркәһе булды. Береһе – сибәр, икенсеһе – бай һәм дәрәжәле. ҡәҙимге союз, аңлап тораһың. Йәшлеге ирһеҙ ҙә, балаһыҙ ҙа үтеп китә башлағанын тойғас, теге артистка, быны ҡатынынан айырып, үҙенә өйләндермәксе, ауырға ҡала. Теге был хәбәрҙе тыныс ҡабул итә, бала булһа, әлбиттә, бергә булырбыҙ, тип вәғәҙәләй. Уның шундай мөнәсәбәтенән күҙе томаланған йәш ҡатын һыпырта поликлиникаға, иҫәпкә баҫырға. Гинеколог быны ҡарай ҙа ҡот отҡос һүҙҙәр әйтә: "Бала урод, кисекмәҫтән рәхим итегеҙ креслоға". Күҙ алдыңа килтер: кеше ни бары ҡаралырға ғына килгән. Тышта – сират. Бер анализ да эшләнмәгән, бер ниндәй абортҡа барғанда кәрәк була торған кәрәк-яраҡ алынмаған! Ә табип береһенән-береһе ауяһыҙ дәлилдәр килтерә, ҡурҡыта, ышандыра... Йәш ҡатын, шулай итеп, һына. Аборттан һуң һөйәренең шоферы фатирына алып барып, ризыҡ-фәлән ҡалдырып, бикләп китә... Ике аҙна ята өйҙә ҡанһырап. Япа-яңғыҙ, бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Нимә уйларға ла белмәй. Әлбиттә, шулай ята торғас, башы эшләй башлай тегенең. Нисек инде: поликлиника шарттарында аборт? Ул табип та бит әле, кеше-рентген түгел, Хоҙайҙың ерҙәге илсеһе лә түгел! Был бит һөйәре тарафынан ойошторолған тишек шыуманға ултырып ралли гонкаларында йөрөү түгелме һуң? Шундай шиктәргә төшөп, күҙе асыла башлағас, килеп керә теге сәскәләр тотоп. Ҡайғыра, барыһын да беләм, ниндәй ҡыҙғаныс һәм башҡалар, һәм башҡалар... Шулай уны мәкерҙә лә ғәйепләп булмай. Әммә факт: бала юҡ, булмаясаҡ та. Һөйәркә лә үҙ урынын аңларға мәжбүр. Ундай кимәлдәге ирҙәр өсөн ҡатын-ҡыҙ барыбер кеше, шәхес булып күренмәйәсәк, ҡыҙыҡһындырмаясаҡ та. Шуны аңлап, Томочка, һин үҙеңде алдарға ирек бирмә. Эмоцияларыңды һүндер, фәҡәт файҙа һығыу яғын ғына ҡара, отолмаҫһың.

Үҙем дә һиҙмәҫтән, бөтөнләй төшөнкөлөккә биреләм. Ошондайыраҡ бер тарихты кемдер һөйләгәйне. Бер ҡатын, шулай уҡ дәрәжәле берәүҙең һөйәркәһе, хоҡуҡһыҙ статусынан ялҡып, һөйәренә ультиматум ҡуя: йә өйләнәһең, йә һинең ҡырын-мырын эштәреңде фаш итәм. Тегеһе таныш профессор ярҙамында бисәне "һары йорт"ҡа мәңгегә тығып ҡуя. Шәрифә Ҡәҙимовнаның танышы бик еңел, хатта бәхетле ҡотолған – атҡаҙанған исемдәре лә бар, ҡала уртаһында дәү фатиры. Яңғыҙ башына – биш бүлмә. Япа-яңғыҙ ҡалыу өсөн һәйбәт түләүме был? Белмәйем. Был донъяла йәшәүҙе ике улымдан башҡа күҙ алдына килтерә алмау менән сағыштырғанда, нимә инде ул – фатир? Ул балалар килтергән шатлыҡты түгел, улар өсөн кисергән һыҙланыуҙарымды ла алыштырмаҫ инем. Бер байлыҡҡа ла.

You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Артыҡбикә - 2
  • Parts
  • Артыҡбикә - 1
    Total number of words is 4148
    Total number of unique words is 2339
    26.8 of words are in the 2000 most common words
    39.1 of words are in the 5000 most common words
    45.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 2
    Total number of words is 4023
    Total number of unique words is 2251
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.4 of words are in the 5000 most common words
    43.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 3
    Total number of words is 3970
    Total number of unique words is 2186
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.5 of words are in the 5000 most common words
    45.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 4
    Total number of words is 4148
    Total number of unique words is 2273
    27.1 of words are in the 2000 most common words
    38.6 of words are in the 5000 most common words
    45.0 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 5
    Total number of words is 4242
    Total number of unique words is 2298
    27.7 of words are in the 2000 most common words
    38.8 of words are in the 5000 most common words
    44.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 6
    Total number of words is 4096
    Total number of unique words is 2332
    27.0 of words are in the 2000 most common words
    38.9 of words are in the 5000 most common words
    44.7 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 7
    Total number of words is 4019
    Total number of unique words is 2203
    28.0 of words are in the 2000 most common words
    39.5 of words are in the 5000 most common words
    45.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Артыҡбикә - 8
    Total number of words is 3502
    Total number of unique words is 1919
    30.3 of words are in the 2000 most common words
    41.9 of words are in the 5000 most common words
    47.4 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.