Latin

Кәкүк менән ҡояш

总字数为 179
唯一单词总数为 132
59.7 个单词位于 2000 个最常用单词中
67.9 个单词位于 5000 个最常用单词中
70.8 个单词位于 8000 个最常用单词中
每个条形代表每 1000 个最常用单词中的单词百分比。

Бер ваҡыт бөтә ҡоштар йомортҡа баҫырға ултыралар. Урман тып-тын булып ҡала. Һайыҫҡан урман буйлап осоп барғанда кәкүкте күреп ҡала. Һайыҫҡандың йомортҡа менән һыйланғыһы килә. Ул кәкүк эргәһенә барып ҡуна ла: «Кәкүк, күрәһеңме, күктә һаман ай тора, китергә уйламай ҙа. Ябалаҡ миңә ҡунаҡҡа килде, насар хәбәр килтерҙе. Ҡояш үпкәләгән, ҡоштар мине һайрап ҡаршы алманылар, башҡа ер өҫтөнә сыҡмайым, тигән. Ишетәһеңме, ябалаҡ нисек уфтана. Ай яҡтыһында ғына һыуыҡ булыр, бәпкәләребеҙ үлеп бөтөрҙәр. Мин һинең йомортҡаларыңды һаҡлап торам, һин ҡояшты һайрап ҡаршы ал инде,» - тигән. Кәкүк һайыҫҡанға ышанған, ояһын уға ҡалдырып, тиҙерәк ҡояшты ҡаршы алырға осҡан. Ул иң бейек ағас башына ҡунған да ҡояшты саҡыра башлаған. «Мин - кәкүк, мин һине көтәм, ҡояш, сыҡ,» - тип саҡырған ул.

Ә һайыҫҡан был арала уның йомортҡалары менән һыйланған да ҡасҡан. Кәкүк ҡояш сыҡҡас, ашығып ҡайтһа, ояһында тик ҡабырсаҡтар ғына туҙышып ята, ти. Шунан һуң да кәкүк көн һайын ҡояшты ҡаршы алырға оса – ҡояш сыҡмаҫ тип ҡурҡа ул. Йомортҡаларын, һайыҫҡан ашамаһын тип, башҡа ҡоштар ояһына йәшерә икән.

Ә кешеләр башҡа ҡоштарҙы “һайрай” тип һөйләһәләр ҙә, кәкүкте “саҡыра”, тиҙәр. Уның ҡояшты саҡырғанын белеп әйтәләр улар.

您已阅读巴什基尔篇文献中的 1 篇文章。