Latin

Йөкмәтке - 4

Total number of words is 4103
Total number of unique words is 2065
28.5 of words are in the 2000 most common words
43.3 of words are in the 5000 most common words
49.5 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
Скагуэйҙа өс көн ял иткән осорҙа Бэк һәм уның юлдаштары нисек арып-йонсоғандарын тоя алды. Дүртенсе көндөң иртәһенә Штаттан килгән ике американ уларҙың егемен юҡ ҡына хаҡҡа һатып алды. Улар бер-береһен Чарльз һәм Хэл тип атай. Чарльз — аҡ тәнле, төҫһөҙ, йәшләненкерәп торған күҙле, һалынҡы ирендәрен ҡаплау өсөнмөлөр мыйыҡтары бороп ҡуйылған уртаса йәштәрҙәге ир. Хэлға, йөҙөнә ҡарап, ун туғыҙ йә егерме йәш бирергә була. Бил ҡайышына олоғара кольт һәм һунар бысағы тығып алған. Патрондар менән тулы бил ҡайышы уның иң күҙгә бәрелгән ере булғандыр. Хужаһының ул йәшел, тәжрибәһеҙ йәшлеген күрһәтеп тора. Уларҙың икеһе лә бындай шарттарҙа үҙ урындарында түгел һәм ни юллап Алыҫ Төньяҡҡа тәүәккәлләнеүҙәрен аңлауы ҡыйын ине.
Бэк был икәүҙең хөкүмәт агенты менән һатыулашҡандарын ишетте, уларҙың уға аҡса биргәндәрен күрҙе һәм шотландтың, шулай уҡ ылауҙағы башҡа әйҙәүселәрҙең уның тормошонан, Перро менән Франсуа һәм уларға тиклемге башҡалар нисек юғалған булһа, шулай мәңгегә юғаласаҡтарын аңланы. Уны һәм егемдәге башҡа эттәрҙе яңы хужаларҙың лагерына килтергәс, Бэк бындағы бысраҡҡа һәм тәртипһеҙлеккә иғтибар итте. Палатка яртылаш ҡына ҡоролған, ҡашығаяҡ йыуылмаған, бөтә әйбер теләһә ҡайҙа аунап ята. Бында ул йәш ҡатынды ла күрҙе. Ирҙәр уға Мерседес тип өндәшә. Ул Чарльздың бисәһе, Хэлдың һеңлеһе булып сыҡты, күрәһең, был ғаилә экспедицияһы булғандыр.
Уларҙың палатканы йыйыуын һәм әйберҙәр тейәүен Бэк ауыр һиҙемләү менән күҙәтте. Улар бик тырыша, ләкин бөтәһен дә ипһеҙ башҡара. Палатканы нисектер килбәтһеҙ итеп урап ҡуйҙылар, ул өс тапҡыр күберәк урын биләне. Ҡурғаш һауыт-һабаны йыуылмаған көйө һалдылар. Мерседес гел генә юҡҡа буталанды: ирҙәргә ҡамасаулай, бер туҡтауһыҙ һөйләнә йә урынһыҙ кәңәше, йә бөтмәҫ өгөт-нәсихәте менән баштарын ҡатыра. Кейем тултырылған тоҡто сана алдына һалғас, юҡ, уның урыны алда түгел, артта тип иғлан итте. Тоҡто күсерҙеләр, өҫтөнә бер нисә башҡа әйбер һалынды, шунда Мерседес ҡапыл ниндәйҙер онотолоп ҡалған нәмәләрен иҫенә төшөрҙө, уныңса, уларҙы тап ошо тоҡҡа тығырға кәрәк ине. Сананы йәнә бушатып тейәнеләр.
Күрше палатканан өс ир килеп сыҡты ла быларҙы, көлөмһөрәп, бер-береһенә күҙ ҡыҫышып, күҙәтә башланы.
— Әйберҙәрегеҙ һеҙҙең — Аллам һаҡлаһын! — тине уларҙың береһе. — Әлбиттә, һеҙҙе өйрәтеү минең эш түгел, шулай ҙа һеҙҙең урында мин палатка алып тормаҫ инем.
— Күҙ алдына ла килтерә алмайым! — Мерседес ҡылансыҡ аптырашта ҡулдарын сапты. — Палаткаһыҙ мин ни эшләйем?
— Урамда яҙ, һыуыҡтар башҡаса булмаясаҡ, — тине күршеһе.
Мерседес ҡырҡа баш сайҡаны, ә Хэл менән Чарльз һуңғы төйөнсөктәрҙе тауҙай өйөлгән йөк өҫтөнә урынлаштырҙы.
— Ҡуҙғала алырҙар тип уйлайһығыҙмы? — тине тамашасыларҙың береһе.
— Ә ни өсөн юҡ һуң әле? — тип киҫкен ҡаршы төштө Чарльз.
— Ярай-ярай, мин былай ғына, — тип, һүҙҙе оҙонға һуҙмаҫҡа була ипле яуаплай һалды тегеһе. — Тик миңә һеҙҙең сана бер аҙ артыҡ тейәлгән һымаҡ.
Чарльз, уға арҡаһы менән боролоп, ҡайыштарҙы тырыша-тырыша, әммә ҡулайһыҙ нығыта башланы.
— Әлбиттә, ярарлыҡ, — тип күтәрмәләне уны икенсеһе һәм ҡамсыға ымланы. — Был булған да эттәр көнө буйы на саба ала.
— Бер һүҙһеҙ, — тип яуапланы бер ҡулына ҡамсы, икенсеһенә һайғау тотҡан Хэл боҙҙай әҙәплелек менән.
— Ну! Ҡуҙғалдыҡ! — тип, ҡамсыһы менән һелтәнеп ҡысҡырҙы ул. — Алға!
Эттәр, көсәнеп, алға ынтылды, ләкин шунда уҡ туҡтанылар. Уларҙың сананы ҡуҙғатырға көстәре етерлек түгел ине.
— Ялҡау хайуандар! — тип ажғырҙы Хэл. — Бына мин һеҙҙе хәҙер! — Ул эттәрҙе һыҙырырға була ҡамсыһын күтәрҙе.
Тик Мерседес ҡыҫылып өлгөрҙө.
— Тейәһе булма, Хэл! — тип ҡысҡырып ҡамсыға йәбеште һәм уны туғанынан тартып алды. — Меҫкен эттәр! Юл да һин уларҙы бер ҡасан да ҡыйырһытмам тип һүҙ бир, юҡһа мин бынан бер аҙым да атламаясаҡмын.
— Күпте беләһең, — тип телләште Хэл. — Эттәр менән нисек эш итергә кәрәклеген белмәйһең икән — тығылма! Улар ялҡау, шул ғына. Ҡамсыны ғына тыңлайҙар. Теләһә кемдән һора. Әйтәйек, бынау торғандарҙан!
Мерседес ялыныс менән күршеләренә ҡараны. Уның матур йөҙөндә ытырғаныс яҙылғайны — хайуандарҙы ыҙалағанды күреү ҡыйын ине уға.
— Ысынын белергә теләһәгеҙ, был эттәрҙең сыҡмаған йәне генә бар, — тине, уның ҡарашына яуап итеп, ирҙәрҙең береһе. — Улар ныҡ йонсоған, бына хикмәт ниҙә. Уларға ял кәрәк.
— Ниндәй ял ти ул, шайтан алғыры, — тип ризаһыҙ мығырҙанды мыйыҡ та сығып өлгөрмәгән Хэл.
Ә Мерседес, уның шайтанды телгә алыуын ишетеп, ҡайғылы көрһөндө. Ләкин унда туғанлыҡ хисе көслө ине, шуға күрә ашығыс рәүештә ағаһын яҡлашты.
— Иғтибар итмә, — тине ул ҡырҡа ғына. — Былар — беҙҙең эттәр, улар менән нисек теләһәң, шулай эшләй алаһың.
Хэлдың ҡамсыһы йәнә эттәр өҫтөндә уйнаны. Улар, аяҡтары менән тапалған ҡарға терәлеп, йән көстәренә, юлға ятып тигәндәй йөктө ҡуҙғатырға көсәнде. Тик сана ҡымшанырға уйламаны ла. Ике тапҡыр уҡталып ҡараған эттәр, ауыр һулап, туҡтап ҡалды. Ҡамсы һауа ла ел кеүек һыҙғырҙы, һәм тағы ла Мерседес эттәрҙе ҡурсаланы. Ул Бэк янында тубыҡланды һәм, күҙ йәшенә мансылып, уны ҡосаҡлап алды.
— Бахырҙар һеҙ, бахырҡайҙарым! — тип, тауышы ҡалтыранып, йәлләү ҡатыш һөйләнде ул. — Йә, ни эшләп тырышып ҡарамайһығыҙ инде? Ул сағында һеҙҙе һыҙырмаҫтар ҙа ине бит!
Бэкҡа Мерседес оҡшаманы, әммә, йонсоуы еткәнлектән, уға тейешенсә яуап бирерлек хәлдә түгел ине. Ҡатындың иркәләүҙәрен ул бөгөнгө көндөң ҡотолғоһоҙ кирелектәренең береһеләй ҡабул итте.
Тештәрен ҡыҫып, асыулы һүҙҙәрен ауырлыҡ менән саҡ тыйып торған тамашасыларҙың береһе, ахыр сиктә, сыҙамай һүҙ башланы:
— Һеҙгә мин, дөрөҫөн әйткәндә, төкөрөр инем, ләкин эттәр йәл. Шуға мин уларға ярҙам итеү өсөн һеҙгә ни эшләргә кәрәклеген әйтәйем. Санағыҙҙың табандары боҙға туңған. Боҙҙо аҡтарығыҙ. Урынынан ҡуҙғатыу өсөн, бөтә көсөгөҙ менән саналарға терәлеп, уларҙы уңға-һулға һелкетегеҙ.
Өсөнсөгә уҡталдылар. Быныһында Хэл, төплө кәңәшкә ҡолаҡ һалып, боҙҙо ватҡыланы һәм юлға ҡуша туңған сана табандарын ерҙән айырҙы. Кәрәгенән тыш тейәлгән олоғара сана аҡрын ғына ҡуҙғалып китте, Бэк һәм уның юлдаштары ҡамсынан ярыла-ярыла иҫ китмәле көсөргәнеш менән атланы. Туҡталыштан йөҙ ярд арауыҡта юл борола һәм төп урамға текә төшөп китә. Бындай урында ауыр йөктө тәжрибәле әйҙәүсе генә тотоп ҡала ала, ә Хэлдың ҡулынан килерлек түгел. Боролошта сана һалыуланы, бауҙар яҡшылап тарттырылмағанға күрә йөктөң яртыһы юлға һибелде. Эттәр иһә туҡтарға уйламанылар ҙа. Еңеләйгән сана, ҡабырғаһына ятып, улар артынса һикергеләне. Рәхимһеҙ мөғәмәлә менән шундай ауыр йөк һөйрәргә мәжбүр иткәнгә асыуҙары ҡабарған эттәр сабыуҙарын белде. Бэк, әйтерһең дә, енләнгәйне. Ул йән-фарман саба, егем дә унан ҡалышмай. Хэлдың: “Туҡта! Туҡта!” — тип ҡысҡырыныуы бушҡа ғына, улар тыңларға уйламай ҙа. Хэл тайып йығылды. Түңкәрелгән сана уның аша осто, һәм эттәр, ҡалған йөктө сәскеләп үтеүҙәре менән тамашасыларҙың иғтибарын биләп, Скагуэйҙың төп урамы буйлап сапты.
Ҡаланың ниндәйҙер мәрхәмәтле әҙәмдәре эттәрҙе туҡтатты һәм сананан ҡойолоп ҡалған әйберҙәрҙе йыйыштырышты. Бер ыңғайҙан улар кәңәшкә лә һаранланманы. Хэл менән Чарльзға улар былай тине: «Әгәр ҙә нисек тә Доусонға етергә теләһәгеҙ, йөктөң яртыһын ырғытырға, ә эттәрҙең һанын икеләтә арттырырға кәрәк». Хэл һәм уның кейәүе менән һеңлеһе кәңәштәрҙе ризаһыҙ ғына тыңланы. Палатка ҡуйҙылар ҙа әйберҙәрен барларға тотондолар. Әҙәм көлдөрөп, кәнсир банкаларын ырғыттылар, сөнки Бөйөк Төньяҡ Юлында сәйәхәтсе өсөн улар иң кәрәклеһе ине.
— Һеҙҙең юрғандар тотош ҡунаҡханаға етерлек, — тине Хэл менән Чарльзға ярҙам итеүселәрҙең береһе, эстән көлөп. — Яртыһы ла күберәк әле. Һеҙгә уларҙан ҡотолорға кәрәк. Палатканы ташлағыҙ, һауыт-һабаларҙы ла — юлда уны кем йыуып йөрөһөн?! Аллам һаҡлаһын, һеҙ бында пульман вагондарында йөрөрбөҙ тип уйлағайнығыҙмы ни?
Шулай тәжрибәле кешеләрҙең күрһәтмәләре менән берәм-берәм артыҡ әйберҙәрҙе ташланылар. Әйберҙәрен, тоғонан һелкеп, бер-бер артлы ситкә ырғыта башлағас, Мерседес илап ебәрҙе. Барыһы өсөн дә һәм һәр береһе өсөн айырым-айырым да күҙ йәше түкте. Тубыҡтарын ҡулдары менән ҡосаҡлап, ҡара ҡайғыла алға-артҡа сайҡалды. Бер Чарльз өсөн түгел, уның һымаҡ унарлаған өсөн дә бер аҙым атламаясаҡмын, тип ныҡыны. Бөтәһенә бер юлы ла, һәр береһенә айырым да ялуарып ҡараны, ахырҙа, йәштәрен һөртөп, юл да хатта иң кәрәкле булырҙай әйберҙәрҙе лә ташларға тотондо. Үҙенең тоғо менән эште бөтөрөп, башҡаларҙыҡына тотондо һәм, ҡомарға бирелеп, был әйберҙәр өҫтөнән өйөрмәләй үтте.
Байтаҡ маташҡандан һуң, санала йөктөң яртыһы ғына ҡалды, әммә ул да тау һымаҡ ине. Кискә Чарльз менән Хэл эт һатып алырға киттеләр һәм алтауҙы, ерлеләрҙе түгел, ә ситтән алынғандарҙы, килтерҙеләр. Хәҙер егемдә ун дүрт эт ине — Перроның тәүге егеменән ҡалған алтау, рекордлы сабыш алдынан алынған Тик менән Куна һәм яңы алтау. Хәйер, был яңылар, ситтән килтерелгән эттәр, өйрәтелгән булһалар ҙа, бик шәптән күренмәйҙәр. Уларҙың өсәүһе шыма йөнлө пойнтер, береһе — нью фаундленд, ҡалған икәүһе— билдәләүе ҡыйын булған ҡатнашма. Яңылар, күрәһең, бөтөнләй тәжрибәһеҙ ине. Бэк һәм башҡа оло эттәр уларға мыҫҡыллы ҡараны. Бэк шунда уҡ нимә эшләргә ярамағанын күрһәтте, әммә уларҙы нимә эшләргә кәрәклегенә өйрәтә алманы. Уларға екке эттәренең эше оҡшаманы. Пойнтерҙар һәм ньюфаундленд үҙҙәре өсөн бөтөнләй ят булған ҡырағай төньяҡ шарттарында һәм аяуһыҙ мөғәмәлә итеүҙәр арҡаһында тамам төшөнкөлөккә бирелгән һәм ныҡ ҡурҡытылған. Ә теге ике нәҫелһеҙ эт бөтөнләй белекһеҙ, уларҙың һөйәктәрен генә һындырғыларға мөмкин.
Күренеүенсә, яңылар бер нигә лә яраҡһыҙ, ә элекке егем, ал-ялһыҙ ике мең ярым миль үтеп, арманһыҙ булғанға күрә, уларҙан яҡшыны өмөт итеүе ҡыйын ине. Әммә Хэл менән Чарльз күтәренке кәйеф һәм ғорурлыҡ менән тулышҡайны. Уйлап ҡара, хәҙер уларҙың эше майлаған кеүек китәсәк— әйтерең бармы, егемдә ун дүрт эт! Кешеләрҙең нисек Доусонға артылғанын һәм әйләнеп ҡайтҡанын улар күрҙе бит— сәйәхәтселәрҙең береһендә лә шул тиклем эттәр юҡ ине.
Ысынында, Арктикаға сәйәхәт итеүселәрҙең бер санаға ун дүрт эт екмәҫ өсөн етди сәбәптәре бар ине: бер санала был тиклем эткә ашарға етерлек аҙыҡ-түлек алыу мөмкин түгел. Тик Хэл менән Чарльз быны белмәне. Улар ҡәләм менән ҡағыҙҙа иҫәпләне: шунса эт, эткә шунса аҙыҡ-түлек, юлда шунса көн — йәмғеһе… Ҡәләм ҡағыҙ өҫтөнән йүгерә, ә Мерседес, иренең яурыны аша ҡарап, белдекле генә баш һелкә — бөтәһе лә ябай һәм асыҡ.
Иртәгәһенә Бэк һуңлап ҡына оҙон егемде Скагуэй урамы буйлап алып китте. Ул да, башҡа эттәр ҙә артыҡ ҙур тырышлыҡ һәм көс күрһәтмәне. Юлға улар ныҡ арыған көйө сыҡты. Бэк Тоҙло Һыу менән Доусон араһын хәҙер инде дүрт мәртәбә үткәйне. Ныҡ йонсоған, арыуы сиктән ашҡан, шуға йәнә ошо ауыр юлға ҡуҙғалырға мәжбүр ителеүе асыуын килтерә. Был сәйәхәт уның күңеленә лә, башҡаларҙыҡына ла ятышлы түгел. Яңы эттәр барыһынан да ҡурҡа, ә элекке тәжрибәлеләре әлеге хужаларға ышана алмай. Бэк томанлы булһа ла күҙаллай: был ирҙәргә һәм ҡатынға таяныу мөмкин түгел. Улар бер ни ҙә белмәй, һәм көн һайын асыҡлана бара — һис нәмәгә өйрәнә лә алмайҙар. Бөтә нәмәне улар илке-һалҡы ғына башҡара, тәртип тигәнде һанламай. Ярты кис лагерь ҡороуға китә, ә иртәнең яртыһы — юлға йыйыныуға. Сана иһә нисек етте шулай тейәлә, аҙаҡ, әйләнгән һайын туҡталып, йөктө күсергеләргә тура килә. Ҡайһы бер көндәрҙә улар ун миль дә үтмәй, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй ҡуҙғала алмайҙар. Бер ҡасан да улар көнөнә Төньяҡта сәйәхәтселәр уртаса норма һанаған һәм шунан сығып аҙыҡ-түлек алған арауыҡтың яртыһын да үтә алманы. Хэл менән Чарльзға юлда эттәренә ашанты етмәҫе башта уҡ асыҡ ине. Өҫтәүенә улар эттәрҙе бүккәнсе һыйланылар, шуның менән һәләкәтте тиҙләттеләр. Ят эттәр әҙ ашауға күнекмәгәнгә ас кернә, ә урындағылар ныҡ йонсоғанға яй бара. Бынан сығып, Хэл ашантының эттәргә билдәләнгән ғәҙәти күләме аҙ тип уйланы һәм уны икеләтә арттырҙы. Етмәһә, Мерседес, матур күҙҙәрен йәшләндереп, тауышын ҡалтыратып, эттәргә күберәк биреүҙе үтенә, Хэл тыңламаған осраҡта, тоҡтағы балыҡтарҙы урлап, эттәрҙе йәшертен ашата. Ләкин Бэк менән юлдаштарына ашауҙан да бигерәк ял кәрәккәйне. Шәп бармаһалар ҙа, улар һөйрәгән йөктөң ауырлығы хәлдәрен ныҡ бөтөрҙө.
Һуңынан быға аслыҡ өҫтәлде. Бер көндө Хэл шундай асыш эшләне: эттәр өсөн алынған ашантының яртыһы юҡ, ә юлдың иһә сиреге генә үтелгән, бында бит бер ниндәй аҡсаға ла аҙыҡ алырмын тимә. Шунда ул аҙыҡты уртаса көндәлек нормаға ҡарағанда ла кәметте һәм тиҙлекте арттырырға ҡарар итте. Һеңлеһе лә, кейәүе лә уның менән килеште. Әммә бынан бер ни ҙә килеп сыҡманы: санаға күп тейәлгән, ә кешеләр бигерәк тәжрибәһеҙ. Эттәргә ашарға әҙерәк биреү иң ябайы, ә уларҙы шәберәк сабырға мәжбүр итә алманылар. Етмәһә, иртәләрен, хужаларҙың мәшәүлеге арҡаһында юлға һуң ҡуҙғалғанға, ваҡыт бушҡа үтә. Был кешеләр эттәрҙе лә, үҙҙәрен дә тәртиптә тота белмәне.
Беренсе булып Даб йығылды. Һәр ваҡыт бурлыҡта тотолоп туҡмала торған, бешмәгән уғры шулай ҙа егемдә хәйләһеҙ ине. Уның ҡаймыҡҡан ҡалаҡ һөйәген урынына ла ҡуйманылар, ял да бирмәнеләр. Уның хәле насарланғандан-насарланды. Ахыр сиктә Хэл уны үҙенең ҙур кольтынан атып китте. Төньяҡта бөтәһе лә яҡшы белә: башҡа ерҙән килтерелгән эттәр, әгәр ҙә уларҙы сәүектәрҙең нормаһына ҡуйһаң, астан үлә. Хэл иһә хатта был күләмде лә яртылаш ҡалдырғанға күрә, ситтән килгән алты эт тә һис шикһеҙ һәләк буласаҡ ине. Беренсе булып ньюфаундленд сәнселде, уның артынса — пойнтерҙарҙың өсөһө бер юлы. Улар менән сағыштырғанда ике сәүек йәшәүгә нығыраҡ йәбешеп ҡараны, әммә ахырҙа улары ла йән бирҙе.
Был мәлгә сәйәхәтселәр көньяҡтыҡыларҙың йомшаҡлығын һәм илтифатлылығын тамам юғалтҡайны. Арктикаға сәйәхәттең таң ҡалдырғыс романтикаһы томандай таралды, ысынбарлыҡ уғата ҡырыҫ булып сыҡты. Мерседес эттәрҙе йәлләп илауҙан туҡтаны — хәҙер ул үҙен йәлләүҙән генә илай һәм ире, ағаһы менән әрләшеүҙән бушамай. Талашыуҙан улар бер ҡасан да арыманы. Ауырлыҡтар арҡаһында йән көйөүҙәр артҡандан-арта ғына барҙы. Был ике ир һәм ҡатын Бөйөк Төньяҡ Юлы ҡыйынлыҡта ла игелекле, итәғәтле булырға төшөндөргән сабырлыҡҡа өйрәнә алманы. Бэктың яңы хужаларында был сабырлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине. Улар һыуыҡтан бөрөштө, бөтә ерҙәре лә ауырта: мускулдары, һөйәктәре, хатта йөрәктәре. Шуға улар мыжыҡҡа әйләнде, иртәнән кискә тиклем тупаҫлыҡ һәм сәнскеләшеү телдәренән төшмәне. Мерседес Чарльз менән Хэлды тыныс ҡалдырған сағында, тегеләр үҙ-ара ыҙғыша башлай. Һәр ҡайһыһы үҙен эштең иң күбен башҡарам тип иҫәпләй һәм уңайы сығыу менән был турала әйтмәй ҡалмай. Ә Мерседес иһә йә ағаһының, йә иренең яғын ала һәм аҙағы күренмәгән ғаилә талашы башлана. Әйтәйек, усаҡ өсөн утынды Чарльзмы, әллә Хэлмы әҙерләргә тейеш тип һүҙ ҡуҙғала һәм икеһе лә мең миль алыҫлыҡтағы бөтә туғандарын, атай-әсәйҙәрен, ике туған ағай-апайҙарын һәм хатта ҡәберҙә булғандарҙы ла барлап сыға. Усаҡ өсөн ағас ҡырҡыуға Хэлдың сәнғәткә ҡарашының, йәиһә әсәй яҡлап ағаһы яҙған пьесаларҙың ниндәй ҡыҫылышы булыуын аңлауы мөмкин түгел. Әммә бәхәскә былар бөтәһе лә, Чарльздың сәйәси ҡараштары кеүек үк, йыш өҫтәлә. Чарльздың һеңлеһенең телсәнлеге менән Юконда усаҡ тоҡандырыу араһында ниндәй бәйләнеш булғандыр — быныһы иренең туғандарының башҡа килешһеҙ сифаттарын соҡоп сығарырға торған Мерседесҡа ғына билдәле. Ә ваҡыт үтә, усаҡ яғылмай, төнгөлөккә әҙерлек юҡ, эттәр ашатылмаған.
Ризаһыҙлыҡ өсөн Мерседестың айырым сәбәптәре— ҡатын-ҡыҙға хас булған дәғүәләре лә бар. Ул — сибәр, иркә, ирҙәр уның артынан рыцарҙарса йөрөй торғайны. Хәҙер иһә ире менән ағаһының мөнәсәбәтен бер нисек тә рыцарҙарса тип әйтеп булмай! Мерседес һәр ваҡыт үҙенең көсһөҙлөгөнә һылтанырға күнеккәйне. Был иһә Чарльз менән Хэлды сығырынан сығара. Ә Мерседес һәр саҡ үҙенең төп өҫтөнлөктәре менән иҫәпләшмәүгә ҡаршы төшә һәм барыһының да тормошон ағыулай. Ул арыған, ул үҙен ауырыу тоя, шуға эттәрҙе башҡаса йәлләп тормайынса, гелән санала бара. Әммә был йомшаҡ һәм күркәм зат йөҙ егерме фунт тарта — ауыр йөк һөйрәп арыған һәм ярым ас эттәр өсөн ярайһы һиҙелерлек өҫтәмә. Мерседес көн буйына, эттәр хәлһеҙлектән йығылып, егем туҡтамайынса, сананан төшмәй. Чарльз менән Хэл уны төшөп бер аҙ саңғыла барырға ялуарып, димләп ҡарай, ҡатын иһә, илап, ирҙәрҙең ҡанһыҙлығына күп һүҙле зар түгеп, Алланы бимазалай.
Бер тапҡыр уны, сананан төшөрөп, ҡарға баҫтырып та ҡаранылар, ләкин шунда уҡ үкенергә тура килде һәм артабан былай маташмаҫҡа тәүбә иттеләр. Мерседес, үҙ һүҙле бала һымаҡ, юрамал аҡһай башланы һәм ҡарға ултырҙы. Ирҙәр ары китте, ә ул урынынан ҡуҙғалманы. Өс миль үткәс, улар кире боролорға мәжбүр булды, йөктөң бер ни тиклемен бушатып, уны көс менән санаға мендерҙеләр.
Үҙҙәренең аҙабы был өсәүҙе эттәрҙең яфаланыуҙарына вайымһыҙ итте. Сынығыуҙы Хэл кәрәкле тип иҫәпләне, әммә был теорияны күбеһенсә башҡаларға ҡарата ҡулланды. Башта ул уны һеңлеһе менән кейәүенә вәғәзләп ҡараны, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрағас, күҫәк ярҙамында эттәргә һеңдерергә маташты. Был мәлгә, Биш Бармаҡҡа еткәндә эттәрҙең ашантыһы бөткәйне, һәм тешһеҙ индианка әбей бер нисә фунтлыҡ туң йылҡы тиреһен Хэлдың һунар бысағы менән бергә бил ҡайышын биҙәп торған кольтҡа алмашырға ризалашты. Ниндәйҙер бер малсының аслыҡтан ҡырҡылып йығылған атынан ярты йыл элек һыҙырып алынған был тире иң һуңғы сиктә генә ҡулланырға мөмкин булған, эттәргә ашарға яраҡлы ҡыҙғаныс бер нәмә ине. Һыуыҡтан ул тимер ҡалайға әйләнгән, ә инде эт ауырлыҡ менән йотоп ебәргәс, ирегәндән һуң да туҡлығы юҡ тиерлек һәм ашҡаҙанды бары ҡуҙғыта ғына.
Бэк, бөтәһенә лә сыҙап, бик алама төштәге кеүек, егем алдында бара, ҡеүәте еткәндә сана һөйрәй, ә көсө ҡалмаһа, тәгәрәй ҙә ҡамсы йә күҫәк менән торғоҙғансы ята бирә. Уның матур оҙон йөнө үҙенең ҡуйылығын һәм йылҡылдауын күптән юғалтты. Ул ойошҡан һәм бысраҡ, Хэлдың күҫәге тиреһен йыртҡан урындарҙа ҡанға уҡмашҡан. Бэктың мускулдары ниндәйҙер төйөрлө епкә әйләнгән, һәм ул шул тиклем ябыҡты — таушалып, бөрмәләнеп аҫылынған тире аҫтында ҡабырғалары һәм һөйәктәре асыҡ беленеп тора. Был теләһә ниндәй йөрәкте лә бөтөрөрлөк, әммә Бэктың йөрәге, ҡыҙыл свитерлы күптән иҫбатлағанса, тимерҙән ине.
Башҡа эттәрҙең хәле лә Бэктыҡынан яҡшыраҡ булмағандыр. Бөтәһе лә һөйрәлеүсе һөлдәләргә әйләнгәйне. Улар хәҙер, Бэкты ла ҡушып, етәү. Шул тиклем йонсонолар, хатта күҫәк, ҡамсы менән һуғыуға ла иҫтәре китмәй башланы. Язалауҙарҙан ауыртыныуҙы ла битараф ҡабул итәләр, бөтә нәмәне лә алыҫтан ғына күргәндәй-ишеткәндәй хәлдәләр. Былар яртылаш үлем хәлендәге йән эйәләре, йәшәү саҡ-саҡ ҡына һиҙелгән, тоҡҡа тултырылған һөйәктәр генә. Туҡталыштарҙа туғарыуҙы ла көтмәйенсә, юлда уҡ тәгәрәйҙәр; һәм һуңғы йәшәү осҡоно һүнгәндәй тойола. Ә инде күҫәк менән ҡамсы уйнай башлаһа, был осҡон ҡабынғандай итә: улар йәнә, ауырлыҡ менән тороп, ары атлайҙар.
Хуш күңелле Биллиға ла һуңғы көн килде: йығылғандан һуң тора алманы. Хэлдың револьверы юҡ ине, Биллиҙы ул, башына балта төйҙәһе менән һуғып, эшен бөтөрҙө һәм юлдан ситкә һөйрәне. Бэк та, башҡа эттәр ҙә быны күрҙе һәм аңланы: ошондай уҡ хәл тиҙҙән улар менән дә буласаҡ. Икенсе көнөнә Кунаға сират етте. Хәҙер улар бишәү генә ҡалды: яуаплап ырылдай ҙа алмаған, интегеүҙең сигенә еткән Джо, үҙенең бөтә хәйләкәрлеген һәм мутлығын онотҡан сатан Пайк, әле лә эшкә бирелгән, әммә сана һөйрәүгә көсө етмәгәнлектән һағышланған Соллэкс, быға тиклем был ҡыштағы кеүек алыҫ йөрөмәгән, бөтәһенә ҡарағанда ла тәжрибәһеҙерәк булғанға күберәк һәм нығыраҡ туҡмалған Тик һәм әле булһа башлыҡ урынын биләгән, ләкин хәҙер инде тәртип тотоуға һәләтһеҙ, хәйер, быға ынтылмаған да Бэк. Хәле бөткәнгә күрә ул һуҡырҙарса тәнтерәкләй, тирә-йүнде томан аша ғына күрә, аяҡтары ғәҙәт буйынса ғына, ҡаты ерҙе тойғанға күрә юлдан тайпылмай.
Ғәжәйеп яҙ килә, ләкин кешеләр ҙә, эттәр ҙә уны иғтибарламай. Көн һайын ҡояш иртәрәк сыға һәм һуңыраҡ байый. Сәғәт өстәрҙә яҡтыра, ә эңер киске туғыҙҙа ғына ҡуйыра башлай. Көн оҙонона, күҙҙе сағылдырып, ҡояш балҡый. Ҡыштың тоноҡ тынлығы уяна башлаған тормоштоң яҙғы шау-шыуы менән алышына бара. Яңынан тыуыу ҡыуанысынан бөтә ер телгә килә; оҙайлы һыуыҡ айҙар буйына үлек кеүек хәрәкәтһеҙ булған барыһы ла хәҙер терелә һәм ҡыбырҙай. Ҡарағайҙарҙа һут күтәрелә. Талдарҙа һәм уҫаҡтарҙа бөрөләр шартлап ярыла. Ҡыуаҡтар йәшелдән кейенә башланы. Төндәрен сиңерткәләр сөрөлдәй, ә көндөҙөн шыуышыусы, йүгереүсе, осоусы — бөтәһе лә, ҡояшта йылынып, мыжғып тора. Урманда ағуналар тауыш бирә, тумыртҡалар туҡылдай, тейендәр һикерешә, йырсы ҡоштар моңлана, ә бейек күктә көньяҡтан килеүсе кейек ҡаҙҙар тубы һауа ярып оса.
Һәр бер бәләкәй генә ҡалҡыулыҡтан да һыу йүгерә, тирә-йүндә күҙгә лә күренмәгән гөрләүектәр йыры сыңлай. Бөтә нәмә ирей, шаулай, яҙғы елдә һелкенә, йәшәргә ашыға. Юкон үҙен япҡан боҙ япмаһын ватырға тырыша. Ул боҙҙо аҫтан йыуа, ә өҫтән ҡояш ҡыҙҙыра. Йылымдар барлыҡҡа килә, боҙҙар ярығы киңәйә бара һәм йоҡарған урындары һынып аға. Күҙҙе сағылдырған ҡояш һәм наҙлы ел аҫтында яҙҙың көсөнә ингән, уяна башлаған тормош ашҡыныулы ҡеүәтләнгән бер мәлдә ике ир, бер ҡатын һәм эттәр, үлемгә барғандай, көс-хәлгә ҡыймылдай.
Эттәр аҙым һайын тәгәрәй, Мерседес сананан төшмәй илай, Хэл ни эшләргә белмәгәнлектән асыулы әрләшә, Чарльздың йәшләнгән күҙҙәренән хәсрәт эркелә.
Ошо хәлдә улар Аҡ йылға тамағындағы Джон Торнтон туҡталышына еттеләр. Туҡталыу менән эттәр үлек кеүек йығылды. Мерседес йәштәрен һөртә-һөртә Джон Торнтонға ҡараны. Чарльз бүрәнәгә ял итергә ул тырҙы. Ауырлыҡ менән, яй ғына ултырҙы — тәне, әйтерһең, ағас кеүек ҡатҡайны.
Һүҙҙе Хэл башланы. Джон Торнтон ҡайын ағасынан балта һабы оҫталай. Ул эшенән айырылмай ғына, ара-тирә ябай һүҙ ҡыҫтырғылап, һораған мәлдәрендә кәңәш биргеләп тыңланы. Бындай кешеләрҙе яҡшы белгәнгә икеләнмәне: уның кәңәштәре барыбер үтәлмәйәсәк.
— Беҙгә йылға үрендә үк әйткәйнеләр: юл ышаныслы түгел, артабан йөрөмәгеҙ тип, кәңәш тә биргәйнеләр, — тине Хэл, Торнтондың хәҙер боҙҙоң ышанысһыҙлығына бәйле иҫкәртеүенә яуап итеп. — Аҡ йылғаға етә алмаҫһығыҙ ҙа тигәйнеләр — ә бит еттек! Һуңғы һүҙҙәр аҫтыртын көлөп һәм еңеүсе тантанаһы менән әйтелде.
— Һеҙгә дөрөҫ кәңәш биргәндәр, — тине Джон Торнтон. — Боҙ бына-бына ҡуҙғалырға тора. Төптө алйот ҡына йылға аша сығырға тәүәккәлләйәсәк. Алйоттарға ыңғай булғылауы ла билдәле. Тик мин һеҙгә дөрөҫөн әйтәм — һеҙҙең урында яҙмыш менән шаярмаҫ һәм Алясканың бөтә алтындары бәрәбәренә лә был боҙға баҫмаҫ инем.
— Әлбиттә, һеҙ бит алйот түгел, — тип һүҙ ырғытты Хэл. — Ә беҙ шулай ҙа Доусонға ҡуҙғала быҙ.
Ул ҡамсыһын һелтәне:
— Бэк, тор! Йә! Тор, тиҙәр һиңә! Алға марш!
Торнтон күҙҙәрен күтәрмәйенсә юныуын белде. Ул аңлай: дыуамалдарҙы ахмаҡлыҡтан туҡтатыу файҙаһыҙ. Ахыр сиктә, донъяла ике-өс алйот кәмегәндән бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Ләкин эттәр, төрлөсә ҡысҡырыныуҙарға ҡарамаҫтан, торманы. Улар күптән инде туҡмалып ҡына ҡалҡына алыу хәленә еткәйне. Ҡамсы, яуыз эшен башҡарып, тегендә-бында һыҙғырып йылтылданы. Джон Торнтон тешен ҡыҫты. Беренсе булып, ауырлыҡ менән Соллэкс тороп баҫты. Уның артынса Тик, Тиктан һуң, ауыртыныуҙан шыңшып, Джо ҡалҡынды. Пайк ғазаплы көсөргәнеш менән аяғына баҫырға тырышты. Алғы аяҡтарына күтәрелә биргәс, ул тәгәрәп китте, икенсегә ҡоланы, өсөнсө ынтылышта ғына теләгенә иреште. Бэк иһә торорға маташманы ла. Ул тәгәрәгән ерендә өнһөҙ-тынһыҙ ята бирҙе. Ҡамсы тәнен ҡайыҙлай, ә ул шыңшымай ҙа, ҡаршылашмай ҙа. Торнтон бер нисә тапҡыр ниҙер әйтергә уҡталды, әммә өндәшмәне. Уның күҙҙәренә йәш эркелгәйне. Ә Хэл Бэкты һыҙырыуын белә. Торнтон урынынан ҡалҡты ла, ни эшләргә белмәй, ары-бире һуғылды.
Бэк беренсе тапҡыр буйһонорға теләмәне һәм был Хэлды шартларҙай кимәлдә асыуландырҙы. Ҡамсыһын ташлап, ул күҫәккә тотондо. Ләкин уғата ауырыраҡ дөмбәҫләү ҙә Бэкты аяғына баҫтыра алманы. Уның башҡа эттәр кеүек тороп баҫырлыҡ та рәте ҡалмағайны, әммә бынан тыш, уларҙан айырмалы, аңлы рәүештә торорға теләмәне. Ул үлемдең тамам яҡынлашҡанын томанлы ғына булһа ла аңлай. Һәләкәткә дусар ителгәнлек тойғоһо сананы ярға һөйрәгәндә үк яралғайны, һәм ул Бэкты шунан бирле ташламаны. Көнө буйына ул аяҡ аҫтындағы боҙҙоң бына-бына ярылырға торған йоҡа икәнен һиҙеп килде һәм яҡында ғына, хужа ҡыуалаған ерҙә, бәлә һағалауын тойомланы. Шуға ла ул торорға теләмәне. Яфаланыуҙарҙың шул тиклем сигенә еткәйне: һуғыуҙан ауыртыныуҙы һиҙмәне лә тиерлек. Туҡмау иһә дауам итте һәм Бэкта һуңғы йәшәү сатҡыһы һүнә барҙы. Үлем сигендә ине ул. Бөтә тәнендә ниндәйҙер ғәжәйеп ҡатып ҡалғанлыҡ тойҙо. Ауыртыуҙы һиҙеү юғалды, ул туҡмалғанын төш аралаш тигәндәй генә белә, тәненә күҫәк тейеүен алыҫтан ишетәлер һымаҡ. Тик был тән уныҡы түгелдер һәм былар бөтәһе лә ҡайҙалыр алыҫта баралыр кеүек.
Шул мәл, көтмәгәндә, Джон Торнтон ниндәйҙер аңлайышһыҙ, хайуан үкереүен хәтерләткән һөрән менән күҫәкле кешегә ташланды. Хэл, ҡырҡылған ағастан баҫылғандай, арҡаһына ҡоланы. Мерседес сыйылдап ебәрҙе. Чарльз иһә был күренешкә ҡарашында ҡатып ҡалған шул уҡ хәсрәт менән, йәшләнеүсе күҙҙәрен һөртә-һөртә ҡараны, ләкин урынынан ҡуҙғалманы, сөнки тәне ағастай ҡатҡайны.
Джон Торнтон, үҙен ҡулға алырға тырышып, Бэк өҫтөнә эйелде. Ҡабарған асыуы уға һөйләргә ҡамасауланы.
— Әгәр ҙә һин эткә тағы бер һуҡһаң, мин һине үлтерәм,— тине ул ахырҙа, тыны ҡыҫылып.
— Эт минеке, — тип ҡанлы иренен һөртә-һөртә ҡаршылашты Хэл. — Кит бынан, юҡһа мин һине урыныңа һуҙып һалып ҡуям. Беҙ Доусонға китәбеҙ!
Әммә Торнтон, юл бирергә уйлап та ҡарамай, уның менән Бэк араһында тора бирҙе. Хэл бил ҡайышына ҡыҫтырған оҙон һунар бысағын һурып сығарҙы. Мерседес ҡысҡырып илай, хахылдап көлөп ала, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын мәғәнәһендәге өйәнәк хәленә еткәйне. Торнтон, балта һабы менән Хэлдың бармаҡтарына һуғып, уның бысағын ергә төшөрҙө. Хэл эйелеп бысаҡты алырға маташҡанда, Торнтон икенсегә уның бармаҡтарына эләктерҙе, эйелеп, бысаҡты үҙе алды ла Бэктың ҡайыш бауҙарын ҡырҡты.
Хэлдың әтәсләнеүе шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Өҫтәүенә уға ҡулына ауған, дөрөҫөрәге, яурынына терәлгән һеңлеһе менән булашырға тура килде һәм ул, Бэктың хәҙер кәрәге юҡ, барыбер үләсәк, сананы ла тарта алмаясаҡ, тигән һығымта яһаны.
Бер нисә минуттан сана ярҙан йылға боҙона төштө. Бэк, ҡуҙғалыусы сана тауышын ишетеп, башын күтәрҙе. Уның урынында, егем башында Пайк бара, төптә Соллэкс, ә улар араһына Джо менән Тик егелгән. Бөтәһе лә аҡһай һәм һөрлөгөп китә. Сана өҫтөндә Мерседес ултыра, Хэл алда, һайғау алыҫлығында бара. Иң арттан Чарльз тәнтерәкләй.
Бэк улар артынан ҡарай, ә Торнтон, уның эргәһенә тубыҡланып, үҙенең ҡаты ҡулдары менән һаҡ ҡына, берәй ерҙә һөйәк һынмағанмы тип, уны ҡапшай. Ул эттең бары ҡаты туҡмалғанын һәм аслыҡтан ныҡ ябыҡҡанын
аңланы. Был мәлдә сана сирек миль алыҫлашырға өлгөргәйне. Эт менән кеше уларҙың боҙ буйлап барыуын күҙәтә. Ҡапыл күҙ алдарында сананың арты, соҡорға төшкәндәй, һыуға сумды, ә Хэл тотҡан һайғау һауаға тоҫҡалды. Әсе ауаз яңғыраны. Арттан барған Чарльз боролоп кирегә, ярға ҡарай, йүгерергә теләгәйне лә, әммә шул саҡ улар аҫтындағы боҙ тотошлайы менән һә тигәнсе бата башланы һәм бөтәһе лә — эттәр ҙә, кешеләр ҙә һыу аҫтында юғалды. Улар урынында олоғара йылым тулҡынды. Торнтон менән Бэк бер-береһенә ҡараштылар.
— Ах һин, бахырҡайым, — тине Джон Торнтон. Ә Бэк уның ҡулын яланы.


VI бүлек
КЕШЕНЕ ЯРАТҠАНҒА


Декабрҙә аяҡтарын туңдырғас, иптәштәре Джон Торнтонды, арыуланғансы тип, ҡышлауҙа ҡалдырып торғайны. Үҙҙәре, Доусонға ағыҙасаҡ бүрәнәләрҙе әҙерләү өсөн, йылға үренә күтәрелде. Торнтон Бэкты ҡотҡарған мәлдә аҡһай ине әле, әммә көндәр йылыныу менән был һылтыҡлау ҙа үтте. Бэк иһә яҙғы оҙон көндәрҙә яр буйына сығып ята ла йылға ағышын ялҡау ғына күҙәтә, ҡош һайрауын, яҙ шауын тыңлай һәм аҡрынлап ҡайтанан көскә тулыша.
Кем өс мең миль сабып үткән, уға ял айырыуса татлы. Дөрөҫөндә, яралар уңалған, мускулдар нығынған, һөйәктәргә яңынан ит үрелгән мәлдә Бэк торған һайын нығыраҡ һәлкәүләнә барҙы. Хәйер, бында бөтәһе лә — Бэк ҡына түгел, Торнтон үҙе лә, Скит та, Ниг та, Доусонға китәсәк һалды көтөп, эшһеҙлектән интегә. Скит, ирланд сеттерҙары тоҡомонан сыҡҡан бәләкәй генә кәнтәй, Бэк менән тиҙ дуҫлашты. Ни үле, ни те ре хәлендә ул уның иркәләүҙәрен, ҡайғыртыуҙарын кире ҡаға алманы. Скит, башҡа ҡайһы бер эттәр кеүек үк, яраларҙы һәм ауыртыныуҙарҙы инстинктив рәүештә дауалай алыу һәләтенә эйә ине. Үҙенең балаларын ялаған бесәй кеүек, ул Бэктың яраларын ялай. Һәр иртә һайын, Бэк ашап алғас та, ул үҙе теләп алған бурыстарын үтәргә тотона. Ниһайәт, Бэк, Торнтондың ҡайғыртыуҙарын ҡабул иткән кеүек үк, уныҡын да ҡабул итә башланы. Эҙәрмән менән шотланд бурҙайы ҡушылдығы булған, шулай уҡ дуҫтарса мөнәсәбәтле, әммә тыйнағыраҡ Ниг шатлыҡ эркелеп торған күҙле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ игелекле ҙур ҡара арлан ине.
Бэк өсөн шуныһы ғәжәп: был эттәр уны хужаға көнләшмәне. Әйтерһең, уларға Джон Торнтондың игелекле һәм киң күңелле булыуы күскән. Бэк нығынғас, улар уны күңелле ойпалашыуға йәлеп итә башланы. Ҡайһы саҡ, тыйыла алмайынса уларға Торнтон үҙе лә ҡушылғылап китә.
Шулай итеп, Бэк үҙе лә һиҙмәҫтән шәбәйҙе һәм яңы тормош башланы. Тәүге тапҡыр ул ысын мәғәнәһендә илерткес һөйөү татыны. Бер ҡасан да, хатта Ҡояшлы Үҙәндә урынлашҡан Санта-Кларалағы судья Миллер йортонда ла һис кемде шул тиклем ярата алмағайны ул. Судьяның һунарға һәм алыҫ йөрөмдәргә бергә сыҡҡан улдарына ла ул иптәштәрсә, бәләкәй ейәндәренә өҫтән һәм ҡурғаусан, ә судьяға үҙенең юғары абруйын һис кенә лә төшөрмәҫлек дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Бары Джон Торнтонға ғына унда яндырғыс, аҡылдан шаштырыр, табыныр сиктәге һөйөү уята алыу яҙған икән.
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Йөкмәтке - 5
  • Parts
  • Йөкмәтке - 1
    Total number of words is 4323
    Total number of unique words is 2181
    27.4 of words are in the 2000 most common words
    41.8 of words are in the 5000 most common words
    48.8 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 2
    Total number of words is 4215
    Total number of unique words is 2154
    27.2 of words are in the 2000 most common words
    41.3 of words are in the 5000 most common words
    49.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 3
    Total number of words is 4251
    Total number of unique words is 2112
    28.7 of words are in the 2000 most common words
    42.8 of words are in the 5000 most common words
    50.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 4
    Total number of words is 4103
    Total number of unique words is 2065
    28.5 of words are in the 2000 most common words
    43.3 of words are in the 5000 most common words
    49.5 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 5
    Total number of words is 4224
    Total number of unique words is 2080
    28.1 of words are in the 2000 most common words
    43.0 of words are in the 5000 most common words
    50.1 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 6
    Total number of words is 4117
    Total number of unique words is 2086
    28.2 of words are in the 2000 most common words
    43.5 of words are in the 5000 most common words
    50.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
  • Йөкмәтке - 7
    Total number of words is 876
    Total number of unique words is 640
    33.4 of words are in the 2000 most common words
    44.8 of words are in the 5000 most common words
    49.9 of words are in the 8000 most common words
    Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.