Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 04

Total number of words is 3502
Total number of unique words is 1648
29.5 of words are in the 2000 most common words
43.9 of words are in the 5000 most common words
52.8 of words are in the 8000 most common words
Each bar represents the percentage of words per 1000 most common words.
һалыу ҙа дауам иткән. 1731 йылда нығытмалы
яңы Сулман аръяғы һыҙығын төҙөй
башлағандар. Шунан тыш Башҡортостандың
төнъяҡ-көнсығыш, көньяҡ һәм
көньяҡ-көнбайышындағы хәтһеҙ өлөшөн
XVII быуат башынан башлаған хәрби һөжүмдәре
менән ҡаҙаҡ һәм ҡалмаҡтар баҫып алған.
Һөҙөмтәлә XVIII быуаттың 30-сы йылдарына
тиклем башҡорттар үҙҙәренең бик күп
боронғо ерҙәренән яҙған. Шуға күрә ер
мәсьәләһе ғәмәлдә бөтә башҡорт тартышы
һәм башҡорт яуҙарының төп сәбәбе булған.
Башҡорттар үҙ ерҙәрен һаҡларға бөтә
тырышлығын һалып, асылда үҙ аллы милли
тереклек һәм милли азатлыҡ өсөн көрәшкән.

Рус
дәүләтенең яңы колониаль һөжүме башланыу
менән Башҡортостанда тағы ла хәл ныҡ
ҡырҡыулышҡан. Башҡорттар 20-се йылдарҙың
башында һәм уртаһында йәнә баш күтәрмәк
булған. Әммә рус хөкүмәте яу башларҙай
кешеләрҙе тиҙ генә ҡулға эләктереп,
ҡаты язалап, ҡораллы хәрәкәт иҫкәртеп
өлгөргән. Император Петр I “баш бирмәҫ
башҡорт халҡын мәңгегә ауыҙлыҡлау
хаҡында... айырыуса хәстәрлек күргән”.36
Аяуһыҙ террор алып барыу һәм ҡурҡытыу
менән бер ҡатарҙан, Петр I рус халҡын
күбәйтеп, илде руслаштырыу юлын көслө
ауыҙлыҡлау сараларының береһе, тип
һанаған. Петр I-нең күрһәтмәләрен үтәп,
ҡайһы бер дәүләт эшмәкәрҙәре башҡорт
мәсьәләһенә ҡарата конкрет тәҡдимдәр
яһай башлаған. 1724 йылда Себер һәм Ҡазан
тау заводтары баш идараһының башлығы
В.Н.Татищев хөкүмәт ҡарамағына башҡорттар
буйынса, Башҡортостанды йыш ҡәлғәләр
селтәре менән ҡапларға, башҡорттарҙы
тиҙерәк суҡындырырға һ.б, һ.б., тигән
тәҡдим ҡуйған. 1730 йылда Ҡазан губернаторы
А.В.Волынский “Россия империяһындағы
башҡорт мәсьәләһе тураһындағы записка”
тигән яҙмаһын тапшырған. Был яҙмала ул
күп төрлө сара билдәләгән: бер яҡтан,
башҡорттар, икенсе яҡтан, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ
һәм Башҡортостанға күсеп килгән бөтә
халыҡ араһында дошманлыҡты көсәйтеү;
башҡорттарҙы Рәсәйҙең хәрби походтарында
ныҡ файҙалыныу; Башҡортостанда эре
регуляр ғәскәрҙәр урынлаштырыу;
башҡорттарҙың һанын икеләтә кәметеү
һ.б. 1734 йылда Сенаттың обер-секретары
И.К.Кириллов тапшырылған тәҡдимдәрҙең
бөтәһен дә иҫәпкә алып, Башҡортостанда
колониаль политиканы тағы ла нығыраҡ
активлаштырыу һәм рус хөкүмәтенең
позицияларын көсәйтеү хаҡында киң план
төҙөгән. Кириллов планында күрһәтелгән
саралар:

Ур
йылғаһы тамағында көслө хәрби гарнизон
тоторлоҡ Оренбург ҡалаһын һалырға; ул
ҡала Башҡортостанды ғәскәри көс менән
ҡамау үҙәге һәм Урта Азияға, унан ары
Һиндостанға колониаль һөжүм алып барыу
терәге булырға тейеш (был һөжүм Иван
IV заманында уҡ алға ҡуйылып, Петр I
дәүерендә конкрет маҡсат төҫөн алған);

Башҡортостандың
көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш сиген
буйлатып ҡәлғәләр төҙөргә, шуның менән
уны Рәсәй империяһының эске өлкәһенә
әйләндерергә;

Бөтә
Башҡортостанда мәғдән эҙләү эшен
көсәйтеп, ҙур тиҙлек менән яңы мәғдән
заводтары төҙөй башларға;

Ҡәлғәләрҙәге
гарнизонды һәм мәғдән заводтарындағы
эшселәрҙе аҙыҡ менән тәьмин итеү
маҡсатында үҙ урынында игенселекте
ныҡ үҫтерергә, уның өсөн Башҡортостанға
рус крәҫтиәндәрен мөмкин тиклем күберәк
күсерергә.

Ҡаралған
бөтә эште еренә еткереү тағы бик күп
башҡорт ерен тартып алыуҙан, башҡортто
бөлдөрөүҙән башҡа һис ни бирә алмаған.
Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге рус тарихсылары,
шул сараларҙа ҙур прогрессив башланғыс
булған, башҡоттар, йәнәһе, шуны аңламаған,
тип бара. “Уларҙың әйтеүенсә, “был
саралар ошо төбәктә етештереү көстәрен
үҫтереүгә, урындағы халыҡтың йәшәү
шаттарын яҡшыртыуға, Башҡортостанды
бөтә илдең дөйөм хужалыҡ әйләнешенә
ылыҡтырыуға, рус һәм башҡорт халыҡтарының
үҙ-ара мәҙәни бәйләнешен нығытыуға
ярҙам иткән”.37
Был һүҙҙәрҙең бөйөк руссылыҡ рухы менән
һуғарылғаны асыҡтан-асыҡ күренеп тора.
Бөйөк руссылыҡ күҙлеге аша был тарихсылар
Башҡортостанды айырым колониаль ил
итеп түгел, ә үҙ дәүләтенең бер өлөшө
итеп күрә. Объектив фекер йөрөткән һәр
кеше төбәктә етештереү көстәрен
үҫтереүҙән дә, Башҡортостанды Рус
дәүләтенең дөйөм хужалыҡ әйләнешенә
ылыҡтырыуҙан да колониаль башҡорт халҡы
һис нәмә алмағанын аңларға тейеш. Бөтә
был нәмә колонизаторҙар файҙаһына ғына,
рус йәмғиәтенең экономикаһын үҫтереүгә
генә хеҙмәт иткән, ә игенселек һәм
малсылыҡ өсөн иң уңайлы ерҙәренән
ҡыуылған башҡорттар төпһөҙ бөлгөнлөккә,
шыпа аслыҡҡа, дусар ителгән һәм шул хәл
һуңғараҡ йән өҙгөс реаллеккә әйләнгән.
Ул саралар башҡорттарҙы рус халҡы менән
мәҙәни бәйләнешкә лә килтерә алмаған,
ә, киреһенсә, рустың бөтә нәмәһенә ҡарата
хас дошманлыҡ ҡына уятҡан. Файҙалы
мәҙәни бәйләнеш ирекле халыҡтар араһында
ғына булырға мөмкин.

Үрҙә
аталған тарихсылар Кириллов планың
“прогрессив” әһәмиәте турһында
һөйләгәндә юрамал уны тотош күрһәтмәйҙәр.
Ә унда шундай саралар ҙа ҡаралған:

Башҡорттоң
һанын ныҡ кәметергә, уның өсөн төрлө
яҡҡа таратырға, хәрби походтарҙа киң
файҙаланырға һәм дә ҡаҙаҡ менән ҡалмыҡты
ҡотортоп, өҙлөкһөҙ сапҡын яһатып, аяуһыҙ
ҡырҙырырға;

Башҡортостан
ерендә һан яғынан рус элементының
өҫтөнлөк алыуына өлгәшергә;

Башҡорт
феодалдарын һатып алып, рус властарының
терәгенә әйләндерергә;

Ҙур
тырышлыҡ менән башҡорттарҙы суҡындырыу
эшен алып барырға.

Был
саралар, үрҙәгеләре менән бөтәһе бергә,
рәсми рус политикаһының маҡсатын асҡан:
Башҡортостанды хужалыҡ йәһәтенән тотош
үҙләштереп, колонизацияны тамамлау;
башҡортто һан яғынан, хәрби, экономик,
политик яҡтан тамам көсһөҙләндереп,
киләсәктә ҡабат баш күтәрә алмаҫ хәлгә
төшөрөү.

1734
йылдың
май башында императрица Анна Иоановна
Кириллов планын раҫлаған. Планды бойомға
ашарыу өсөн “Ырымбур эскпедицияһы”
тигән атама менән махсус экспедиция
ойошторорға ҡарар ителгән. Ырымбур
экспедияһының башлығы итеп Кириллов
ҡуйылған, шул уңай менән уға “статский
советник” дәрәжәһе бирелгән. Кирилловтың
ярҙамсыһы итеп татар мырҙаһы А.И.Тевкелев
билдәләнгән, ул полковник дәрәжәһе
алған. Экспедиция етәкселәренә сикләнмәгән
хоҡуҡ бирелгән. Императрицаның махсус
указы буйынса дәүләт ойошмалары һәм
вазифа кешеләре Кииллов менән Тевкелевҡа
һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тейеш булған.
Экспедицияны һаҡлар өсөн биш меңгә яҡын
яҡшы ҡоралланған ғәскәри берәмек
тәғәйенләнгән. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт
тағы ла ике йөҙлөләнеп, башҡорттарҙың
боронғо үҙ ерҙәренә аҫаба булыу хоҡуғын
тоғро һаҡларға вәғәҙә биргән.

Экспедиция
әҙерләнгәнен башҡорттар Петербургтағы
Туҡсура мулланың бөтә башҡортҡа исемләп
яҙған хатынан белгән. Туҡсура үҙенең
хатында, рустар башҡорттоң бөтә ерен
баҫып алырға, уларҙы бөтә хоҡуҡтан
мәхрүм итергә уйлай, тип яҙған һәм
Ырымбур ҡалаһын һалыуға бөтә көс менән
ҡаршы торорға өндәгән. Шул хәбәрҙе
алғас, башҡорттар тиҙ генә йыйын йыйып,
Ырымбур экспедияһын бара торған еренә
үткәрмәҫкә ҡарар иткән. Йыйындың ҡарарын
бөтә дүрт даруғаның башҡорто хуплап
ҡабул иткнә.

1735
йылында башҡорттар яңы йыйын йыйған
һәм йыйын исемен Ырымбур экспедицияһының
маҡсаты тураһында аңлатма алыр өсөн
Өфөгә ике вәкил ебәргән. Ләкин рус
властары үҙ эшен төп халыҡ менән килешеп
эшләргә уйламаған: килгән вәкилдәрҙе
бик ныҡ туҡмап, төрмәгә ташлаған. Был
хәлдән һуң башҡорттар императрицаның
үҙенә барып һөйләшергә паспорт алыу
өсөн тағы ике вәкил ебәргән. Өфө властары
бер вәкилде үлтергән, икенсеһен сыбыртҡы
менән һуҡтырып, төрмәгә ырғытҡан.
Кириллов йыйында ҡатнашҡан бөтә кешене
шулай итмәксе булып, береһен дә ҡалдырмай
тотоп килтерергә бойороҡ биргән.
Башҡорттарға ҡорал тотоп көрәшкә
ҡалҡыуҙан башҡа сара ҡалмаған.

1735
йылдың 1 июлендә Нуғай даруғаһының
Килмәк абыз етәкселегендәге ҡораллы
төркөмө экспедияцияның баш өлөшөнә
ҡушылырға барған Вологодский драгун
полкын ҡыйратҡан. Башҡорттоң Аҡай тигән
икенсе етәксеһе Ҡазан даруғаһының
ғәскәри төркөмө менән килеп, экспедицияның
алдан барған төп өлөшөнә арҡыры төшмәксе
булған, ләкин уңышҡа өлгәшә алмаған.
Туптарҙан атып башҡорттарҙы сигендергән
дә, экспедиция Ур йылғаһына табан юлын
дауам иткән. Июнь аҙағында Себер
даруғаһының Йосоп батыр етәкселегендә
башҡорттар драгун һағы аҫтында Ырымбур
экспедицияһына аҙыҡ алып китеп барған
1084 арбалы ылауҙы ҡыйратҡан. Шулай итеп
Башҡортостанда көслө яу ҡупҡан.

Яуға
ҡалҡҡан башҡорттарға хөкүмәт ғәскәрҙәре
менән генә түгел, бөтә ерҙә башҡортҡа
ҡаршы дәррәү күтәрелгән рус, татар,
мишәр, типтәр, сыуаш, мари һәм башҡа
килмешәктәрҙең ирекле төркөмдәре менән
һуғышырға тура килгән. Иҙелгән,
ирекһеҙләнгән һәр халыҡтан сыҡҡан
кеүек, башҡорттан килеп сыҡҡан һатлыҡ
феодалдар ҙа хөкүмәт яғында йөрөгән.
Шунан тыш, баш күтәргән башҡорттарға
рус хөкүмәте ҡотортоуы менән ҡаҙаҡтар
өҙлөкһөҙ сапҡын яһап торған. Дошмандар,
ҡоторған эт өйөрө һымаҡ, төрлө яҡтан
башҡортҡа ташланған. Шул хәлдә башҡорттар
Ырымбур экспедияһының эшенә тотҡарлыҡ
яһай алмаған: 15 августа Ырымбурға нигеҙ
һалынған. Ырымбурҙан һуң Башҡортостандың
уртаһында һәм сиктәрендә йәһәтләп
ҡәлғәләр төҙөү башланған. 1735-1736 йылдарҙа
ғына 20-нән артыҡ ҡәлғә төҙөлгән.

Башҡорт
яуын баҫтырыу өсөн рус хөкүмәте 1735 йылда
махсус Башҡорт эше комиссияһы ойошторған,
уның башлығы итеп генерал-лейтенант
А.И.Румянцев ҡуйылған. Башҡорт яуына
ҡаршы ебәрелгән бөтә ҡораллы көс уға
буйһондоролған. Румянцев өҫтәмә ғәскәр
һорап мөрәжәғәт иткән. Уның мөрәжәғәте
ҡәнәғәтләндерелгән. Карателдәр башҡортто
баҫтырыу өсөн иң аяуһыҙ саралар ҡуллана
башлаған.

1735
йылдың 7 сентябрендә Кириллов яңы
һалынған Ырымбур ҡалаһынан карателлек
походына сыҡҡан. Һаҡмар ҡәлғәһендә ун
туғыҙ башҡортҡа хөкөм сығарған: берәүһен
ҡаҙыҡҡа ултыртҡан, икенсеһенең дүрт
һанын саптырған, биш кешене аҫтырған,
икәүһен “күҙләмә” өсөн иҫән ҡалдырған.
Һаҡмар ҡәлғәһенән ул ары киткән һәм ун
көн эсендә егерме бер ауылды яндырған,
ул ауылдарҙың кешеләрен тотош үлтергән,
һаҡлыҡ аҙыҡтарын алған, алып китә
алмағанын юҡ иткән.

1735
йылдың декабрь аҙағында Тевкелев
каратель отряды менән Әй тамағына табан
йүнәлгән. 1736 йылдың 19 ғинуарында был
отряд Һөйөнтөҫ ауылына барып еткән.
Шунда Тевкелев, баш күтәреүселәр юлдағы
тау ҡыҫығында уның отрядына һөжүм итергә
йыйына икән, тип хәбәр һалған. Ошоға
яуап итеп, Тевкелев үҙенең отряды торған
Һөйөнтөҫ ауылы тыныс кешеләрен
йыртҡыстарса ҡырған. Ауылдың бөтә
халҡын, 1000-гә
яҡын кешене, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағыны
ҡалдырмай үлтереп бөткән. Шунан
башҡа, 105 кешене аҙбарға бикләп, тереләй
яндырған.*
Ошо ҡот осҡос енәйәттең шаһиты П.И.Рычков:
“… Уларҙың үҙәк өҙөп ҡысҡырышыуынан
һәм мылтыҡ тауышынан унда йән тетрәткес
мәсхәрә булды”, “иң ғәжәбе, бурҙарҙың
күбеһе утта янған көйө яман әрләшә-рәләшә
амбар эсендәге һөңгөләрҙе шунда торған
драгунға ташлап, бер нисәһен яраланы”,
- тип яҙған.38
Кешелек
тарихында һирәк осрай торған был ваҡиға
шулай булған.

Һөйәнтөҫтәге
ҡанлы мәхшәрҙән һуң Тевкелев бөтә ерҙә
лә шундай уҡ йыртҡыслыҡ ҡылырға тотонған.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул Себер һәм
Юса даруғаларында 51 ауылды яндырған,
ныҡ кәметеп алынған мәғлүмәттәр буйынса,
ололар һәм балаларҙан 2000 кешене үлтергән.
Румянцев карателдәрҙең бөтәһенә лә
Тевкелевтан өлгө алырға әмер биргән.
Ләкин карателдәр башҡортто ҡурҡыта
алмаған. Көрәш аяуһыҙ төҫ алынған. Баш
күтәреүселәр йән аямай көрәшкән. 1736
йылдың февралендә улар Себер даруғаһынан
карателдәрҙе тотош ҡыуып сығарған.
Өҫтөнлөк башҡорттар ҡулына күскән.

Шул
мәлдә, 1736 йылдың
11февралендә,
башҡорт яуының ныҡ көсәйеүенән ҡурҡып,
рус хөкүмәте указ ҡабул иткән. Был указ
башҡорттарҙы ҡораллы көрәш алып барыу
мөмкинлегенән яҙҙырып, ҡаршылыҡ күрһәтеү
теләгенән ваз кисереү маҡсатын ҡуйған.

Указ
буйынса яу башлыҡтарына үлем язаһы
биреү, иң актив ҡатнашҡан кешеләрҙе
һөргөнгә ебәреү, ҡалғандарынан штраф
итеп ат түләтеү талабы ҡуйылған. Яуапҡа
тарттырылған баш күтәреүселәрҙең
ғаиләһе Башҡортостандан ситкә оҙатылып,
ҡоллоҡҡа һатылырға һәм көсләп
суҡындырылырға тейеш булған.

Указ
волость старшиналарын һайлап ҡуйыу
тәртибен бөтөрөп, колонизаторҙарға
тоғро кешеләр араһынан билдәләп ҡуйыу
тәртибен индергән. Старшиналарҙың эшенә
ныҡ күҙәтеү ҡуйылған, улар эргәһенә һүҙ
еткереп тороу өсөн мишәрҙәрҙән писарь
билдәләнгән.*
Ләкин был талап яраҡлы старшина табыуҙы
ҡыйынлаштырған. Шуның өсөн В.Н.Татищев:
“... Тоғролар араһында һәләтлеләр юҡ”,
- тип әйтергә мәжбүр булған.39

Указ
башҡорттарға йыйын йыйыуҙы тыйған, тик
Өфө янындағы Чесноковка тауында ваҡ
мәсьәләләр буйынса һәм рус администрацияһының
күҙәтеүе аҫтында бер генә яҙғы йыйын
үткәрергә рөхсәт биргән (1737 йылдың 9
июнендә сыҡҡан указ менән ул йыйынды
үткәреү мөмкинлеге лә ныҡ ҡыҫылған).
Указ шулай уҡ башҡорттоң көндәлек
тормошон ныҡ күҙәтеү аҫтына алырға
ҡушҡан, һәр урындың үҙенән башҡа
билдәләнгән тар сигенән ситкә сығып
йөрөүҙе тыйған. Был саралар башҡорттоң
милли берҙәмлеген тотош ҡыйратыуға,
эске үҙ идараһын юҡҡа сығарыуға
йүнәлтелгән булған.

Указ
тағы ҡабатлап башҡорттарға тимерлек
тотоуҙо тыйған (тәүге тапҡыр тимерлек
тотоу XVI быуатта русҡа ҡушылғас та
тыйылған) һәм башҡортто ҡоралһыҙландырырға
ҡушҡан.

Указ
башҡорттоң бөтә булған уҡымышлы кешеләрен
ҡаты күҙәтеү аҫтына алырға, дин
хеҙмәткәрҙәренең һанын кәметергә,
уларҙан тоғролоҡ антын алырға (сөнки
“... ундай мосолман уҡымышлылары һәм
дин кешеләре иң яман “бур” һәм “яуыз
әҙәм” булған”), мәсет һәм мәктәптәрҙе
батшаның махсус указы буйынса ғына
һалырға ҡушҡан.

Указ
башҡорт ерҙәрен алыуға ирек ҡуйған,
ерҙең колонизаторҙар ҡулына күсеүен
законлаштырған. Сөнки яһаҡ алыр өсөн
ер һатыуҙы тыйып килгән тәртип
Башҡортостанға ағылған алпауыт һәм
сауҙагәрҙәргә ҡамасау яһай башлаған.

Указ
мишәрҙәргә нәҫелдән-нәҫелгә эйә булып
яһаҡһыҙ файҙаланыу өсөн үҙҙәре баҫып
килеп ултырған башҡорт ерҙәрен биргән,
типтәр һәм әтәмбәйҙәрҙе*
ер һалымынан ҡотҡарған, шулай итеп
уларҙы башҡорт халҡын ҡырыуҙа ихлас
ҡатнашҡандары өсөн бүләкләп ҡуйған.

Указ,
элекке кеүек үк, Башҡортостандан ситкә
таратыу, хәрби хеҙмәттә һәм хәрби
походтарҙа ныҡ файҙаланыу юлы менән
башҡорт халҡының һанын ҡырҡа кәметеү
маҡсатын ҡуйған. 1735 йылда Кабинетҡа
ебәргән хатында башҡорттар тураһында
Кириллов: “... унда (хәрби хеҙмәттә)
йөрөгән саҡтарында ҡатындары ауырһыҙ
ҡалыр, ә үлтерелгәндәре бөтөнләй
ҡайтмаҫ”, - тип яҙған. Кириллов “метрополия
өсөн Башҡортостандағы колониаль
проблеманы иң уңайлы хәл итеү юлы –
башҡорт халҡын яйлап үлтереп бөтөрөрлөк
шарт булдырыу тип һаналған”.40
Кириллов позицияһы хөкүмәт политикаһы
менән тотош тап килгән. Шуның менән
бергә указ Башҡортостанға рус халҡын,
һөргөнгә ебәрелгән кешеләр иҫәбенә
булһа ла, мөмкин тиклем күберәк күсерергә
тәҡдим иткән.

Указ
тағы бер тапҡыр ҙур гарнизонлы йыш
ҡәлғәләр селтәре төҙөү һәм Башҡортостан
ерендә регуляр ғәскәр берәмектәрен ныҡ
күбәйтеү кәрәклегенә баҫым яһаған.

Указда
билдәләнгән саралар рус хөкүмәтенең
1667 йылғы Грамотала алған йөкләмәләренән
тулыһынса баш тартып, башҡорттарҙы
тамам ҡоллоҡҡа төшөрөргә тырышҡанын
ғына түгел, ә башҡорт халҡын үҙ ерендә
азат йәшәргә теләгәне өсөн генә ҡаты
геноцид политикаһы менән тотош юҡ итергә
юл алғанын күрһәтә. Әммә рус хөкүмәтенә
шул да әҙ күренгән. 11 февраль указынан
һуң, 1736 йылдың 16 февралендә, ул тағы бер
указ сығарған. Хөкүмәт унда баш
күтәреүселәрҙе бөтөрөү буйынса конкрет
юлдар билдәләп, “боласыларҙы һәр төрлө
юл менән ҡырырға, йорт-ҡоралдарын
ҡыйратырға, ә тотолған бурҙарҙы, бигерәк
тә башлап йөрөүселәрен, бүтәндәргә
фәһем булһын өсөн, язалап үлтерергә, ә
башҡаларын, ғәйебенә ҡарап, ҡатыны,
бала-сағаһы менән һөргөнгә ебәрергә:
яраҡлыларын хеҙмәткә, көнсығыш
ғәскәрҙәренә һәм флотҡа, яраҡһыҙҙарын
– Рогервикта эшләргә, ә бәләкәй бала
һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙ илдәренә кире
ҡайтармау шарты менән рус ҡалаларына
таратып, теләгән кешегә бирергә, ә тороп
ҡалған ҡаралды һәм игендәрен алып
ғәскәргә һәм мәғәзәйҙәргә тапшырырға,
ә аттарын драгун полктарына ебәрергә”
әмер биргән.41
Ошо указ буйынса егерме ике меңлек
кешелек регуляр һәм иррегуляр хәрби
командалар баш күтәреүселәргә ташланырға
тейеш булған. Был ғәскәр һан яғынан
ҡораллы башҡорттарға ҡарағанда бер
нисә тапҡырға артыҡ булған.

16
февраль
указын алыу менән Башҡортостандың бөтә
яғына каратель командалары ебәрелгән.
Иң баш дүрт каратель – Ырымбур
экспедицияһының башлығы Кириллов, уның
ярҙамсыһы Тевкелев, башҡорт эше
комиссияһының башлығы Румянцев, Себер
һәм Ҡазан тау заводтарының баш идараһы
башлығы Татищев – үҙҙәренең карателлек
операциялары өсөн дүрт районды билдәләп
алған: Кириллов – Нуғай даруғаһының
урта һәм көньяҡ өлөшөн, Румянцев – Ҡазан
даруғаһын һәм Нуғай даруғаһының көнбайыш
өлөшөн, Тевкелев – Себер һәм Юса
даруғаларын, Татищев – Урал арты
Башҡортостанын.*
1736 йылдың март-май айҙарында был
карателдәр, бик кәметеп күрһәтелгән
мәғлүмәттәр буйынса, 3042 кешене үлтергән,
503 аулды яндырған, Себер даруғаһы менән
Ҡазан даруғаһынан ғына (башҡа даруғалар
буйынса мәғлүмәттәр юҡ) 3200 баш ат, 1000
баш һыйыр ҡыуып алып киткән, һаҡлыҡ аҙыҡ
һәм бесәнде тотош юҡ иткән, башҡа бик
күп мал-мөлкәтте талаған. Бүтән карателдәр
һәм “ирекле” командалар тарафынан
күпме кеше үлтерелгән, күпме ауыл
яндырылған берәү ҙә һанамаған. Әлбиттә,
улар ҙа башҡортто ҡырыуҙа ныҡ тырышлыҡ
күрһәткән, үҙ начальниктарынан ҡалмаған
булырға тейеш.

Яҙғы
ҡанлы походтарҙан һуң баш карателдәр,
башҡорттоң көсө лә, күңеле лә һынды, тип
ныҡ ышанып, 1736 йылдың 11 февраль указын
бойомға ашырырға тотонмаҡ булған. Ләкин
күп тә үтмәй, 1736 йылдың майында, бөтә
дүрт даруға башҡорто йәнә ҡораллы
көрәшкә ҡалҡҡан һәм көҙ бөткәнсә бөтә
Башҡортостанда тиңһеҙ ҡаты һуғыш барған.
Тәүҙә Ырымбур экспедицияһына ҡаршы
ҡуҙғалған башҡорт яуы тиҙҙән тағы милли
азатлыҡ көрәшенә әйләнгән. Рус дәүләтенең
хөкөмө аҫтында булғанда көслөк һәм ҡаты
иҙгенлектән һис ҡотолоу юҡлығын
башҡорттар белгән. Шуға күрә: “Ҡол
булғансы, үлгән артыҡ”, - тип улар йән
аямай көрәшкән. Яуҙың икенсе дәүерендә
етәксе һәм идеолог булып киткән данлы
башҡорт улы Бәпәнәй 1736 йылдың 2 авгусында
Татищевҡа: “... Элеккесә тотмаһағыҙ,
һәләк булырға, үлергә әҙербеҙ”, - тип
яҙған. Ул иҫ киткес йән әсеүе менән: “...
Бүтән беҙҙең барыр еребеҙ юҡ”, - тип зар
белдергән42,
шуның менән башҡорттоң башҡа ата-баба
ере, башҡа тыуған иле юҡ икәнен аңлатҡан.
Башҡорт халҡының иреккә, үҙ аллы азат
тормошҡа ынтылышы шулай көслө булған.

1736
йылдың көҙөндә таланып, ҡыйратылып,
тамам юҡҡа сығарылған башҡорт ауылдарында
аслыҡ башланған. Карателдәрҙең береһе
башҡорттар тураһында Кирилловҡа: “...
Астан ҡырылалар, ҡалғандары эт-бесәй
ашай, уныһы ла етешмәй”, “малын ғына
түгел, аяҡ-кейемдәрен дә ашап бөттөләр,
бик күбе үлә”, - тип яҙған.43
Карателдәргә бик ҙур ҡыуаныс булған.
Аслыҡ уларға башҡорт яуын баҫыр өсөн
иң көслө сара булып күренгән. Татищев
ас башҡорттарға мотлаҡ баш һалып килеү
шарты менән рус ауылдарынан иген һатып
алырға рөхсәт биргән, ләкин “уларға
һатыу өсөн игендең бик әҙ табыла торған
ерҙәрен билдләгән”.44
Башҡорттарҙың бер аҙ өлөшө баш һалып
барырға мәжбүр булһа ла, күпселеге астан
үлеүҙе баш һалыуҙан артыҡ күргән.
Карателдәр астан ҡырылған башҡортҡа
ҡаршы аяуһыҙ һуғыш алып барған. 1736 йылдың
баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғышҡан
регуляр ғәскәрҙең һаны ғына 20 мең кешегә
барып еткән. Шуларҙан Румянцевты
алмаштырған Хрущев ҡына сентябрь
урталарына тиклем 13 яу башлығын
язалаған (тәгәрмәстә әйләндереп үлтергән,
ҡабырғаһынан ырғаҡҡа элгән, ҡаҙаҡҡа
ултыртҡан, аҫҡан), 144 кешене һөргөнгә
ебәргән, 505 ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны теләгән
кешегә ҡоллоҡҡа һатҡан. Татищев
мәғлүмәттәре буйынса, 1736 йылдың июнь
аҙағына тиклем башҡорттар ололар һәм
балаларҙан 15 мең кеше юғалтҡан (асҡа
үлгәндәрен иҫәпләмәгәндә).

Кириллов
менән Хрущев 1737 йылдың яҙ Нуғай һәм
Себер даруғаларының алыҫ волостарына
каратель походы яһарға уйлаған. Был
походтарҙа 18 мең кешелек регуляр ғәскәр
ҡатнашырға тейеш булған. Уларҙың ҡарарын
хөкүмәт хуплаған. Шул уҡ ваҡытта был
башлыҡтар тотолған етәкселәрҙе язалауын
дауам иткән. 1737 йылдың 28 февралендә
Татищев етәкселәрҙән Һабан, Боҡсура,
Иҫәнғолдо язалаған (тәгәрмәскә һалған,
дүрт һанын сапҡан, башын сапҡан). Эре яу
башлыҡтары, шул иҫәптән Аҡай менән Йосоп
батыр, йә язаланған, йә төрмәгә ябылған.
Килмәк абызды 1737 йылдың 5 февралендә
тотҡандар.

Кириллов
императрицаға, “башҡорттар
аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡырыла”, “ҙур
яуызлыҡ башлауға хәлдәре юҡ”, тип хәбәр
ебәреп ятҡан.45
Ләкин ул тағы хаталанған. 1737 йыл яҙ
башҡорттар тағы көрәшкә күтәрелгән.
Һәләк булған юлбашсылар урынына шундай
уҡ батыр юлбашсылар баҫҡан. Уларҙың
араһында иң күренеклеһе, иң көсөлөһө
Бәпәнәй булған. 1735-1736 йылдарҙа
иҫ киткес күп кеше юғалтып хәйерселек
һәм бөлгөнлөктөң һуңғы сигенә етеүҙәренә
ҡарамаҫтан, башҡорттар асыу һәм нәфрәттән
ярһып, һаны һәм ҡоралы менән бер нисә
тапҡырға өҫтөн торған дошманға ҡаршы
һуғышырға көс тапҡан, һуғышып тағы һәләк
булған.

Яу
башлыҡтары 1737 йылдың
ҡышы һәм яҙында өс тапҡыр кәңәшкә
йыйылған һәм ни сара табырға белмәй
аптырап, зыянһыҙыраҡ күренгән ҡаҙаҡтарҙың
хан нәҫеленән хан һорарға булған, хан
ебәрһә, ҡаҙаҡ, берҙән башҡорт яғына
сығыр, икенсенән, үҙ аллыҡ иғлан итеүгә
политик нигеҙ бирер, тип өмөт иткән. Шул
өмөт менән башҡорттар, Бәпәнәйҙең аҡылы
һәм ҙур дипломатик һәләте арҡаһында,
кесе ҡаҙаҡ жузының ханы Әбделхәйерҙе
күндереп, батша хөкүмәте яғында йөрөгән
еренән үҙҙәренең терәге һәм яҡсыһына
әйләндереп алған. Тик тәьҫирле ҡаҙаҡтарҙың
көслө баҫымы аҫтында ғына Әбелхәйер
бер аҙ ваҡыттан кире элекке юлына
ҡайтҡан.

Себер,
Нуғай, Юса даруғаарында көҙ аҙағына
тиклем көслө һуғыш барған. Ҡазан
даруғаһында ғына хәрәкәт һүрелә төшкән,
сөнки унда Башҡорт эше комиссияһының
үҙәге урынлашҡан һәм бөтә өлкәне ҡаты
ҡыҫым аҫтында тотоп, регуляр хөкүмәт
ғәскәрҙәренең төп көсө тупланған булған.
Карателдәр һәм “ирекле” төкөмдәр
башҡорт волостарында яңынан ҡоторонған,
башҡорттоң унарын, йөҙәрен бер юлы
үлтереп, язалап ташлаған, ни теләһә,
шуны ҡылған. Ырымбур төбәгенең башлығы
булып алған Татищев, “... өйҙәрен һәм
әҙерләгән бесәндәрен тотош яндырырға”,
тип бойороҡ биргән, Башҡорт эше
комиссияһының яңы башлығы Э.Я.Соймонов
1737 йылдың ноябрендә Кабинетҡа: “... Минең
команда уларҙың игенен, шулай

уҡ
бесәнен һәм ауылдарын тотош яндырҙы”,
- тип хәбәр иткән.46
Шулай итеп ҡоротоу арҡаһында башҡорттарҙа
тағы ла аслыҡ башланған. Халыҡ ҡышҡылыҡҡа
һарынан башҡа бер нәмә лә әҙерләй
алмаған. Ҡорманай тигән мишәр
Красноуфимскиҙа башҡорттар тураһында,
“... малдарын ашап бөткәндәр, күбеһе
астан үлә, ә ҡалғандары ташландыҡ
тире-ярыны ашай... Килгән саҡта юлда
унлап башҡортто күрҙем”, тип һөйләгән.47
Астан үлмәһен өсөн ҡайһы кеше балаларын
һата башлаған. Кириллов әйтеүенсә, ҡаты
аслыҡ һәм һуңғы сиккә еткән бөлгөнлөк
кенә башҡортто баш һалып килергә мәжбүр
иткән, ләкин баш һалғандар һирәк булған.

Ҡыш
башында бер аҙ тынып ҡалған яу 1738 йылдың
ғинуарында дүрт даруғала ла ҡабаттан
башланған. Апрель һәм май айҙарында
һуғыш ныҡ ҡыҙған. 1738 йылдың яҙы менән
йәйендә Татищев менән Соймонов бөтә
яҡҡа каратель отрядтар ебәргән, һәр
отряд 2500-3000 кешенән торған. Был отрядтарға
ҡаршы ҙур көс ҡуйырға башҡорттарҙың
инде хәле булмаған. Әммә йыш ҡына улар
карателдәрҙе сигенергә мәжбүр иткән.
Актив хәрәкәт 1738 йылдың көҙөндә, Бәпәнәй
тотолғандан һуң, туҡтаған. Һәләкәт иҫ
киткес ҙур булған. Соймонов бер үҙе генә
1738 йылдың июленән көҙөнә хәтлем меңдән
артыҡ кешене юҡ иткән (үлтергән, язалаған,
ҡоллоҡҡа таратҡан).

Рус
башлыҡтары, Башҡортостан тамам тындырылды,
тип уйлаған. Татищев Ҡазанға: “... Иң
хәүефле Ҡазан менән Нуғай даруғалары
шул хәтле ҡыйратылды, хатта (халҡының)
яртыһы ғына ҡалды, ә бүтәндәре Юса менән
Себер даруғалары халҡы ул хәтле үлмәһә
лә, барыһының да аты һәм малы бөттө,
ауылдары яндырылды, ашар аҙыҡтары
булмағандан бик күбе астан үлде”, - тип
хәбәр иткән һәм, башҡорттар ҡабат яу
күтәрә алмаҫ инде, тип өҫтәп ҡуйған.48

Актив
хәрәкәт туҡтағас, Татищев менән Соймонов
1737 йылдың 14 июлендә Минзәлә кәңәшмәһе
билдәләгән сараларҙы ғәмәлләштерә
башларға уйлаған. Ундағы саралар
башҡортҡа идара итеү эшен үҙгәртеү
хаҡында булған. Үҙгәртеү өсөн, беренсенән,
яһаҡ түләү буйынса Башҡортостандың
төрлө яғындағы ҡалаларға беркетеп,
башҡорттарҙы Өфөләге бер үҙәктән
тарҡатыу, икенсенән, башҡорт халҡын,
атлы казак һымаҡ, хәрби ҡоролошҡа
күсереп, командир вазифаһын рус хөкүмәтенә
тоғро булған кешләргә биреү күҙҙә
тотолған. Асылда был саралар, йыйын
йыйыуҙы һәм ауылдан иркен сығып йөрөүҙе
тыйған 1736 йылдың 11 февраль указы кеүек
үк, башҡорттоң аралашыуына кәртә ҡуйыу
һәм милли берҙәмлеген ҡыйратыу маҡсатын
ҡуйған. Билдәләнгән сараларҙы атҡарыу
өсөн халыҡтың иҫәбен алырға кәрәк
булған. Шул ниәт менән 1739 йыл башында
Башҡортостандың бөтә яғына офицерҙар
етәкселегендәге иҫәпселәр ебәрелгән.
Ләкин рус хөкүмәтенең маҡсатын яҡшы
аңлаған башҡорт иҫәпселәргә ҡаты
ҡаршылыҡ күрһәткән. “Штрафҡа берәр ат
алынһа ла, һаҙаҡ-һөнгөләр әле алынмаған”,
тип улар яңы яу менән ҡурҡытҡан.49
Хөкүмәт иҫәпте туҡтатырға мәжбүр булған.
Шуға ҡарамаҫтан, башҡорттар яңы хәрәкәткә
әҙерләнә башлаған. Нуғай һәм Себер
даруғаларының старшиналары бергә
кәңәшләшеп, яңынан яу башларға ҡарар
иткән. Уларға теләктәшлек белдереп, Юса
даруғаһының башҡорттары хәбәр ебәргән.
Бының сәбәбе хөкүмәт командаларының
яманлығынан килгән. Башҡортостан буйлап
йөрөгән хөкүмәт командалары 1737-1738
йылдарҙағы хәрәкәттә ҡатнашҡан кешеләрҙән
штраф аты йыйыуын дауам иткән, бер үк
ваҡытта улар һәләк булған, язаланған,
һөрөлгән кешеләрҙең ҡатыны һәм балаларын
эҙәрләп, эҙләп табып, Башҡортостандан
ситкә ҡыуған. Был командалар аяуһыҙ
йыртҡыслыҡ ҡылған. 1737 йылдың йәйендә
башҡорттар бер нисә тапҡыр шундай
командаларға ҡаршы сыҡҡан, ләкин киң
хәрәкәт башлай алмаған. Яңы башҡорт яуы
рустарҙың данлы юлбашсыларҙы – Бәпәнәйҙе,
Көҫәп батыр менән Төлкөсураны – ҡаты
язлауынан һуң ҡупҡан.*
Иң аҫыл кешеләрен һәм иҫәпһеҙ күп халҡын
юғалтыу әсеһенән, залимдарҙың ҡанлы
хөкөмөнән түҙә алмаҫ сиккә еткән башҡорт
бөтә йән асыуы менән хас дошманға ҡаршы
һуңғы үлемесле һуғышҡа сыҡҡан. Ошо
һуғышта күңел түрендәге иң изге хыялының,
һүнмәҫ ихтыярының билдәһе итеп, улар
Ҡараһаҡал тигән үҙ ханын күтәреп алған.*

Мөмкинлек
буған булһа ла, Ҡараһаҡал башҡорттоң
яңы хан нәҫелен башлау өсөн бик яҡшы
кеше булыр ине. Ул, Бәпәнәй кеүек, ҙур
аҡылға, ҙур белемгә, юлбашсы һәләтенә
эйә булған, ғәрәп телен һәм бер нисә тел
белгән, Ҡөрьән тәйсиренә оҫта булған,
көслө, батыр яугир булып танылған. 32
йәштә генә булһа ла, ул донъяла күпте
күргән: ҡол итеп ситкә һатылған, төрлө
илдәрҙә йөрөгән, Мәккәгә хажға барған,
шунан 1739 йылда үҙ иленә ҡайтып, бик тиҙ
шөһрәт алған, алдынғы кешеләр сафына
сыҡҡан.

1740
йылдың ғинуар аҙағынан Ҡараһаҡал
асыҡтан-асыҡ көс тупларға тотонған.
Февраль айында баш күтәреүселәр актив
һуғыш хәрәкәте башлаған. Март уртаһына
башҡорт яуы Себер даруғаһының күп
өлөшөн, ә апрель уртаһына – Нуғай
даруғаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөн
сорнап алған. Ошо уҡ ваҡытта хөкүмәт
ғәскәрҙәре бөтә яҡлап баш күтәреүселәргә
ҡаршы һөжүм асҡан. Операцияла туранан-тура
ҡатнашҡан хөкүмәт ғәскәрҙәренең һаны
8000 кешегә яҡын булған, ҡалған 11312 кешеһе
халыҡты баҫып тотор өсөн Башҡортостандың
төрлө ҡала һәм ҡәлғәләрендә торған. Баш
күтәреүселәрҙә был хәтле көстөң сиреге
лә булмаған. Майҙың егермеләрендә Ҡыҙыл
йылғаһы буйында баш күтәреүселәр бик
күпкә артыҡ дошман ғәскәре менән
осрашҡан. Йән аямай һуғышыуына ҡарамаҫтан,
башҡорттар еңелгән. Уларҙың ир һәм
ҡатындарынан 400 кешеһе үлгән. 29 майҙа
Яйыҡ йылғаһында карателдәр Ҡараһаҡалдың
мең ярым кешелек төркөмөнә һөжүм иткән.
Башҡорттарҙың күпселеге йылғанан сығып
өлгәргән, өлгөрмәгән 150 кешене, олоһон,
балаһын айырмай, карателдәр юҡ иткән.
Шунан һуң карателдәр башҡорт төркөмө
артынан ҡыуа төшкән һәм ҡанлы эшен дауам
иткән. Улар бөтә кешене, йәшенә лә,
енесенә лә ҡарамай, юҡ итә барған. Июнь
You have read 1 text from Bashkir literature.
Next - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 05