Latin

Төн тимәй, көн тимәй тәртип һағында торалар

Süzlärneñ gomumi sanı 522
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 391
38.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
60.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Алдан яҡын танышлыҡ булмағас, һөйләшеү ҡыйыныраҡ булыр инде... «Енәйәт тикшереү бүлеге етәксеһе Илвир Сәғитов» тигән яҙыулы ишекте шундайыраҡ шик менән асып индем. Кем икәнлегемде һәм сәфәремдең сәбәбен әйтеүгә, бүлмә хужаһының йөҙөн ихлас йылмайыу яҡтыртты. Бер нисә минуттан әңгәмәсем менән тулыһынса уртаҡ тел таптыҡ. Тәжрибәле оператив хеҙмәткәр бер үк ваҡытта итәғәтле тыңлаусы ла, фекерҙәрен матур итеп һөйләүсе лә булып сыҡты...


– Беҙҙең көндәлек эш халыҡҡа күренмәй, участка инспекторҙары һәр саҡ кеше араһында – уларҙы яҙырға кәрәк, — тип һүҙ башлаған Илвир Илдаф улы үҙе етәкләгән бүлек эшмә­кәрлегенә күскәс, бигерәк тә йәнләнеп китте. Ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәр тураһында йы­лы бәйән итеүе генә лә яңы таны­шымдың ысын мәғәнәһендә һөнәренә бирелгән, ғүмерен һәм яҙмышын унан башҡа күҙ алдына килтермәгән офицер икәнен асып һалды.

Енәйәт тикшереү бүлегенең эше, оператив эшмәкәрлек хаҡында ниндәйҙер кимәлдә хәбәрҙар булһам да, полиция подполковнигы һөйләгә­нен күңел биреп тыңланым. Эске эштәр органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәшен ойоштороуҙа төп үҙәк булған бүлектә ике тиҫтә йылға яҡын эшләгән, ә һуңғы ваҡытта уның көндәлек эшмәкәрлегенә уңышлы етәкселек итеүсенең һәр һүҙендә үҙ хеҙмәте өсөн оло ғорурлыҡ, үтәгән бурыстарҙың мөһимлеген төптән аңлау һыҙаттары сағылды. Енәйәтте тиҙ һәм тулыһынса асыу, кеше, йәмғиәт һәм дәүләт алдында ғәйепле булғандарҙы ғәҙел хөкөмгә тарттырыу, ҡанунды боҙоуҙы фашлау оператив хеҙмәткәрҙәрҙең коллектив эше була­раҡ күҙ алдына баҫты. Был туралағы мәғлүмәт, ғәҙәттә, «оператив-эҙләнеү эштәре һөҙөмтәһе» тип иғлан ителә. Ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулы кимәлдә аңлап етмәһәк тә, улар артында хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив хеҙмәткәрҙәре торғанын беләбеҙ.

Детектив әҙәбиәттә һәм фильм­дарҙа енәйәтте фашлау башлыса бик тиҙ һәм яйлы килеп сыға. Бындай уңышҡа илткән ҡатмарлы һуҡмаҡтар­ҙы көсөргәнешле көндәр һәм йоҡоһоҙ төндәр үткәргән оператив хеҙмәткәр­ҙәр үҙҙәре генә белә. Һөнәргә тулы­һынса бирелгәнлек, шәхси тормоштоң икенсе планда тороуы – улар өсөн ҡәҙимге күренеш. Юғары хеҙмәт хаҡы һәм ташламалы пенсия өсөн генә йөрөүселәр юҡ улар араһында. Илвир Илдаф улы, бүлегендә эшләгәндәр тураһында оло ғорурлыҡ менән һөйләп, күптәрен «фекерҙәштәрем» тип атаны.

Эске эштәр органдарындағы хеҙмә­тен уҙған быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдары уртаһында ябай патруль-пост милиционеры булып башлаған бөгөнгө полиция подполковнигы. Бер нисә йылдан үҙенә оло ышаныс күрһәтеп, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең иң яуаплы йүнә­лешенә эшкә тәҡдим иткән тәүге етәкселәре Рафаил Диваев, Әнис Минһажев, Фәнис Рәхмәтуллин, Сергей Щенников һәм Владимир Тихоновты, шулай уҡ бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Нефтекама» муниципаль-ара бүлеге­нең етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелгән полиция полковнигы Рафиҡ Хәкимов­ты хөрмәт һәм ихтирам менән телгә алды. Ә оператив хеҙмәткәр һөнәре­нең нескәлектәре менән уртаҡлашып, был эшкә тоғролоҡ һәм һөйөү тәрбиәләгән Олег Әхмәтйәнов — Илвир Илдаф улы өсөн ғүмерлек үрнәк. Яуаплы бурысты үтәгәндә енәйәтселәр ҡулынан һәләк булған тәүге остазының фотоһүрәте уның эш бүлмәһендә һәр саҡ күҙ алдында тора...

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив хеҙмәткәрҙәре хаҡында һөйләгәндә, ғәҙәттә, ниндәйҙер мажаралы ваҡиға миҫалға килтерелә. Шул уҡ ваҡытта, яуланған уңыштың нигеҙе булып та, сит күҙгә бөтөнләй күренмәгән, күп көс, ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән көндәлек мәшәҡәттәр иғтибарҙан ситтә ҡала. Ҡуйылған маҡсатҡа илткән юлда уларға икенсел дәрәжәләге һәм күп ваҡытты алған бихисап эштәрҙе, һуңғы һөҙөмтәгә бөтөнләй тиерлек ҡағылышы булмаған һанһыҙ документ яҙыуҙы ла өҫтәһәң, оператив хеҙмәт­кәрҙәр иңенә төшкән йөктөң ауырлы­ғын яҡынса самаларға була.

Көндәлек хеҙмәтен йәшәү рәүеше итеп ҡабул иткән ысын һөнәрмәндәр өсөн бер эштең дә ауырлығы юҡ. Ҡалала енәйәтселеккә ҡаршы көрәш­тең уртаһында торған бүлекте етәклә­гән полиция подполковнигы Илвир Сәғитов – нәҡ шундайҙар рәтендә.


Нефтекама ҡалаһы.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.