Latin

Шиғырҙар - Ғәли Соҡорой

Süzlärneñ gomumi sanı 318
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 226
27.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
36.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
40.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.


Фасли яҙ

Хәмәл тыуҙы, бәһәр улды,
Ләйәли сөн нәһәр улды,
Көнә-көн мәстәнәр улды,
Һәммә әкүән әжәр саздыр.

Биҙәнде ер нияз илә,
Туканды төрлө наҙ илә,
Ҡыуанды фасли яҙ илә,
Нәбәте менән дәм саздыр.

Әгәр дарҙа йөрөһәң дә,
Вә йә тағда йөрөһәң дә,
Япандарҙа йөрөһәң дә,
Хоҙа зикрелә ауаздыр.

Был дәмдә һәм ҡайу януар
Ерә дәүрән итеп һайрар.
Быларҙа һәм дәлилдәр вар:
Улар ҙа ғишҡ менән саздыр.

Ҡара-ҡаршы көлөшөрҙәр,
Дәүр итеп йөрөшөрҙәр,
Кеме сабып, ҡыуышырҙар,
Мөхәббәттин аҫар саздыр.

Күгәрсен, ҡарлуғас көмрө,
Ҫәнә берлә үтер ғүм(е)ре,
һабантурғай нисә төрлө
Нәуалар берлә дәм саздыр.

Бүре, төлкө, йылан, ҡуян,
Балыҡтар һәм ҡаму хайуан
Ҫәнә итеп ҡылыр әфған —
Бары дәрт илә дәм саздыр.

Баҡалар һыу яҡаһында
Булып гәрҡәп ғатаһында,
Йыртып дәмен, яҡаһын да
Садалар берлә дәм саздыр.

Кеме япраҡ илә азһар
Араһында уҡыр ашғар,
Кеме жәүи һауала зар,
Ғәзәл хан, бала пәрүәздер.

Кеме ерҙә, кеме һыуҙа,
Кеме көндөҙ, кеме төндә
Йөрөп һәр ян, кеме көндә
Кеме бер ерҙә дәм саздыр.

Кеме жаһран, кеме хафия,
Кеме яңғыҙ, кеме йөмлә,
Кеме зикер итә бер телдә,
Кем күп телдә дәм саздыр.

Кисәләр мөстәмиғ улһаң,
Тәфәккер әйләйер булһаң,
Ғәжәпме дәрт илә тулһаң —
Бары беҙгә кәрәм саздыр.

Килеп былбыл, күрер бостан,
Нәмүнә, тир, гөлө дуҫтан.
Уҡыр гөлгә һазар дастан,
Гөлө түштер вә һамраздыр...

Килер ҡоштар, һалыр тәхемен,
Назар ҡылыр уны көн-төн,
Берәр айҙа күрер фәрәхен,
Был һүҙ беҙгә аҫар саздыр...

Әгәр хайуан илә ҡоштар
Үҙенә лайығын эшләр,
Һәммә йәй, көҙ илә ҡыштар
Беҙә лайыҡ һүҙ вә саздыр...

Кәләлем ҡарыма мин уш,
Диәлем ярыма мин: «Хуш!»
Булалым ҡош кеүек яҙ, ҡыш:
Кем ул зикри һөнәр саздыр...



Яҙ әйәме — егет улмаҡ,
Көҙ әйәме — ҡари улмаҡ,
Ҡыш эйәме — вафат улмаҡ,
Ғүмерҙең ғишрәте аҙҙыр.

Егетлектә ғүмер ҡасыды
Кәрәктер ҡылмаға васлы,
Яғын булһа яҙың фаслы,
Бағы зарға ла нан баздыр.

Шу кем яҙҙа ярағ итте —
Ҡышы рәхәт берлә үтте.
Шу кем уйнап-көлөп үтте —
Ҡышы хәсрәттә жанбаздыр.

Был ерҙә ҡалмағай баҡса,
Һулыр гөл, ләләләр, ғонса,
Ғәжәп төтәне бынса,
Һәүәҫ берлә һауа саздыр.



Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.