Latin

Шиғырҙар - Дауыт Юлтый

Süzlärneñ gomumi sanı 885
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 588
35.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
47.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.


Атлан, батыр

Атлан, батыр, атҡа, тот һөңгөңдө!
Әйҙә, саптыр, яуға — дошманға!
Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына,
Ауаздарың ашһын асманға!

Күрмәйһеңме, унда уҫал көстәр
Ҡуҙғап ҡара дауыл, елдәрҙе,
Ҡан йылғалар түгеп, уттар бөркөп,
Баҫып килә ярлы илдәрҙе.

Әйҙә, батыр егет, алға саптыр!
Аҡтар ҡара көстәр диуарын,
Тар-мар килтер, барыһын батыр ҡанға,
Ырғыт йәһәннәмгә ни барын!

Ҡаҙалһындар мәңге иҙеп килгән
Ҙур батшалыҡ, король, ҡаанлыҡ!
Шунһыҙ ярлы илгә юҡ тыныслыҡ,
Юҡ саф ирек, мәңге туғанлыҡ!




Аҡсарлаҡ

Аҡсарлаҡҡай айҡап күл өҫтәрең,
Аҡ сабаҡтар аулай ем өсөн.
Аҡ сабаҡтар аулап, ап-аҡ булып,
Үҫә икән бахыр кем өсөн?

Аҡсарлаҡтар оса, һыуҙар ҡоса,
Тулҡын яра сабаҡ тоторға;
Тау буйынан килә үткер бөркөт,
Аҡсарлаҡты яҫҡап йоторға.

1913


Беренсе ҡар

Их, бөгөн ниндәй күңелле:
Ҡаплаған ҡар ер йөҙөн,
Әй, беренсе ҡырпаҡ ҡарҙар
Ергә һипкән бөртөгөн.
Барса ер яҡты, күңелле,
Ябалаҡ ҡарҙар яуа,
Инде ерҙә юҡ еүешлек,
Барса ерҙә саф һауа.
 
 

1988 йыл


Елдәр иҫкәндә

Елдәр иҫә, көн-төн тауҙар кисә,
Белмәйем шул ҡайҙа барғанын;
Йәш йөрәгем яна һис туҡтауһыҙ,
Белмәйем шул ниңә янғанын.

Елдәр иҫә, көн-төн иҫә ул,
Урман, диңгеҙ, тауҙар кисә ул;
Йәш йөрәккә һис ни кәрәк түгел,
Бер ялҡынлы ҡараш етә ул.

1913


Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр

Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр,
Алда тора бик күп эштәр;
Бергәләшеп, күмәкләшеп,
Яһайыҡ мөһим кәңәштәр.

Ышанмайыҡ башҡаларға,
Алданмайыҡ аҡсаларға;
Беҙ торайыҡ халыҡ өсөн,
Ҡаршы туп, пуль атһалар ҙа.

Тотоп барыбыҙ бер юлды,
Диҡҡәтләп уңды һәм һулды,
Йүнәләйек аҡ юл менән
Тотошоп ҡулдарға ҡулды!

1909, Сорокин мәҙрәсәһе


Китәм

Улар тел беҙҙәрен сәнсеп,
Ағыуланды бөтә йәнем,
Аға йәшем, яна бәғерем,
Мөғәҙҙәп дәхи выжданым.
Ҡасам, тормайым, китәм хәҙер
Был яһилдәр араһынан;
Йәнем һөймәй, тамам биҙҙем
Был вәхшиҙәр ҡараһынан,
Мине туйҙырҙы был тормош,
Китәм бынан, китәм сәйран,
Китә ҡалһам, минең арттан
Монафиҡтар яһар байрам.

1910

Сумка

Их сумка, сумка, сумка!
Ник бирелдең миңә юҡҡа?
Арыҡ елкәмдә йөк булып,
Тарттыраһың ҡанлы судҡа.

Һин бирелдең тик бер йылға,
Өсөнсө йыл ҡанлы һуғыш,
Ҡасан бөтөр ер өҫтөндә
Был ҙур вәхшәт, был ҡан түгеш

Күп күтәрҙем, күп йөрөнөм,
Инде ташларға ла ваҡыт,
Юҡһа килер шундай бер көн:
Йотор мине һалҡын ләхет.

Ҡурҡмайым һалҡын ләхеттән,
Ләкин ниңә баш юғалтыу?
Әүәл белергә шул серҙе,
Унан дошманға уҡ атыу!

Барыһы хәйлә, барыһы золом,
Улар тик һеҙҙе һаталар,
Беҙҙең башты буштан-бушҡа
Ҡанға батырып юғалталар.

Их сумка, сумка, сумка!
Ник бирелдең миңә юҡҡа?
Арыҡ елкәмдә йөк булып,
Тарттырҙың ҡанлы судҡа!

1916


Шинель


Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә.
Һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә.
Аҫҡа түшәк, өҫкә юрған,

Башҡа мамыҡ мендәрем,
Барлығы — һин, йылытаһың
Аҫтында туңған төндәрем.

Һин минең шәфҡәтле әсәм,
Мәрхәмәтле ҡәрҙәшем.
Күп ауырлыҡ, ҡайғыға Уртаҡлыҡ иткән иптәшем.

Йоҡланыҡ һалҡын, еүеш Зимләнкәләрҙә күп ваҡыт,
Аҙмы һуғыштарҙа йөрөнөк
Ҡан вә һаҙҙарға батып!

Эй шинель, минән иҫәпһеҙ Афарин, рәхмәт һиңә,
Һаҡлайһың ямғыр, һыуыҡ елдән, файҙаң күп миңә!

1925


Эҙләнеү

Сикһеҙ киң күк йөҙөн сыбарлаған
Йондоҙҙарға ҡарап ирек асам;
Яҙмышҡа буйһонған һыныҡ күңел
Шунан рәхәт тапһың, исмаһам.

Ана, кескәнтәйерәк аҡһыл йондоҙ,
Ул күҙ ҡыҫа, әгәр мин ҡыҫһам;
Миңә иптәшлеккә — йәр булырға
Төшөр төҫлө, кил, тип ҡыҫтаһам.

Юҡ, мин алмам, уны йәр итә алмам;
Юҡ, мин башҡа бер нур эҙләнәм,
Табам, тимен, һаман ғүмер уҙа,
Кем алдына инде теҙләнәм?!

1909


Юҡ-бар менән

Эй үтәһең, йәшлегем, гел моң менән, аһ-зар менән,
Ҡайнап эстә төрлө хәсрәт, ҡайғы еҙе пар менән.

Мин көтәм шатлыҡ таңынын саф һауа, йомшаҡ елен,
Иҫә шималдән әсе елдәр һыуыҡ боҙ, ҡар менән.

Был тәбиғәт миңә күрһәтмәй гүзәл яҡты таңын,
Керетер ахыры ҡәберенә тонсоҡтороп юҡ-бар менән.

1913, Биштамаҡ, Ҡаҙағстан


Ҡан баҙары


Тоҡтомалдан ергә төштө
Бер-бер артлы бомбалар,
Бер поезд булған һәләк һәм
Бер ауылда ҙур пожар.

Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған
Киң фронтта ҡан аға,
Йәнҡыярҙар унда асҡан
Ит вә ҡандан ҙур баҙар!

Ҙур пожар, ҡандан баҙар!..
Был баҙарҙа барыһынан да
Арзан әйбер: ит вә ҡан.
Көн һайын меңдәр шәһит:
Меңдәр аяҡ-ҡулһыҙ, сатан.

Бында ҡан!.. — Артта Ватан-
Пәруар халыҡтар ҡысҡыра:
Барыһынан да беҙгә ҡыйбат,
Беҙгә ҡыйбат ил, Ватан!
Бында ҡан! Унда Ватан!

Ҡанлы һуғыш дәһшәтенә
Түҙмәгән һалдат бахыр;
Түҙмәгәс, ҡасҡан...
Ләкин Һалдатты тотҡандар ахыр.

Император исеме менән
Ул бахыр алға бара;
Ул бара атылыу өсөн!, һуң
Ул бахырҙы кем атыр?
Ул бахырҙы кем атыр?

Көн вә төн туп, йәҙрә аҫтында...
Шулай һәр таң ата,
Ыңғырашып һәр ерҙә мәжрух
Йән бирә алмай, ҡан ата.

Был фажиғ ҡанлы баҙарҙы
Кемдәр асҡан? Кем өсөн?
Биш түгелгән тауарын
Кем ала, кемдәр һата?
Кем ала, кемдәр һата?

Аһ, «туғандар ҡәбере» һәр көн
Һәр урынға өҫтәлә;
Һәр яҙын унда йәшел,
Төрлө үләндәр үҫһә лә,—

Баш күтәргәс,— ҡан менән,
Һәр япрағынан ҡан тама,
Унда донъя күңеленән сыҡҡан

Фоған, хәсрәт яна.
Ҡан тама! Хәсрәт яна.

Шаулаған япраҡ — үлемде
Көйләгән шомло ҡурай;
Мин — мәйет! Йәнле мәйет!
Кәр йәҙрә минән ҡан һорай!

Выжлаған һәр йәҙрәләр, һәм
Гөжләгән һәр снаряд,
Ьәр сағылған ҡурҡыныс уттар
Үлемдән төш юрай,
Йән юрай, ут төш юрай!

 

1916


Ҡыш

 Аҡ ҡар баҫҡан яланды,
 Ҡураларҙы, соланды.
 Ябалаҡлап ҡар яуа,
 Бөгөн буранлы һауа.
 Иртә һалҡын яланда,
 Ҡар бураны һеперә.

1996 йыл


Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә!

һуҡа бабай, ситкә кит!
Ана килә трактор!
Зинһар, бабай, йыраҡ тор!
Ташла эште, боҙма ерҙе,
Ситтән генә ҡарап тор!
Ерҙе йыртып, өҙгөләп,
Ыҙан буйын һыҙғылап,
Үгеҙ төҫлө һөҙгөләп,
Сирәмдәрҙе боҙғолап,
Нисә йылдар йөрөһәң дә,
Күпме ерҙәр һөрһәң дә,
Ашлыҡтарың уңманы,
Бураҙнаһы тулманы,
Ҡоро йылда Аллаңдан
Һораһаң да булманы.
Ашлығыңды ауыҙ итеп,
Балаларың туйманы!
Улар хәҙер белделәр,
Яңы юлды күрҙеләр,
Иҫке юлды ләғнәтләп,
Йәһәннәмгә өрҙөләр,
Йәшел ҡырға һәйбәтләп
Һабандарын ҡорҙо лар;
Ер һөрөргә пар менән
Тракторҙы борҙолар.
Ниндәй еңел, аҙапһыҙ
Ай һөргәнде көн һөрә;
Ун һабанға бер атһыҙ
Ер һөргәнде кем белә?
Тррр, тррр... трактор!..
Зинһар, бабай, йыраҡ тор!
Һинән артыҡ эшләгәнде
Ситтән генә ҡарап тор!


























Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.