Latin

Ҡан ауазы - 1

Süzlärneñ gomumi sanı 4323
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2181
27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.


Һис көтмәҫтән иң боронғо һиҙемләүҙәр
Өҙә быуат һәм ғәҙәттәр ҡоршауын.
Тәрән йоҡоларҙан улар уята ла
Йыртҡыслыҡтың ысҡындыра тышауын.






I бүлек
ТӘҮТОРМОШҠА
Бэк гәзит уҡымай, шуға ла үҙенә генә түгел, Пюджет ҡултығынан Сан-Диегоға тиклем арауыҡтағы барса йылы йөнлө көслө ялбыр эттәргә бәлә яҡынлағанын белмәне. Барыһы ла әҙәм балаларының ҡотоп ҡараңғылығы аша һәрмәнеп тигәндәй үтеп барышлай һары металл табыуы, ә пароход һәм транспорт компанияларының был табыш хаҡын да хәбәр таратыуы һәм меңдәрсә кешеләрҙең Төньяҡҡа атлығыуы менән бәйле ине. Был кешеләргә эре тоҡомло, көслө, ауыр эшкә яраҡлы, ҡаты һыуыҡтарҙан һаҡлай алырлыҡ тығыҙ һәм оҙон йөнлө эттәр кәрәк булды.
Бэк Санта Клараның ҡояшлы үҙәнендәге оло йорт та йәшәй ине. Был тирәне «судья Миллер утары» тип йөрөтәләр. Ағастар менән ярым ышыҡланған йорт оло юлдан ҡырҙараҡ урынлашҡан. Ағастар аша уның бөтә яғынан да уратып ҡоролған иркен һәм күләгәле верандаһы ғына күренә. Йортҡа һомғол тирәктәр ботаҡтары сатыры аҫтынан, киң аҡландар аша үткән ҡом ҡатыш ваҡ ҡырсын түшәлгән һуҡмаҡтар илтә. Йорттоң арғы яғы тағы ла иркенерәк. Бында ярҙамсылары менән бергә мәш килгән унлаған ат ҡараусылы ҙур ат һарайы, хужа хеҙмәтселәренең ҡырағай йөҙөм һабаҡтары менән үрелеп бөткән өйҙәре, ҡәтғи план буйынса төҙөлгән йорт-ҡаралтылары, улар артынса йөҙөм, емеш-еләк баҡсалары, көтөүлектәр йәйрәп киткән. Шун да уҡ артезиан ҡоҙоғо өсөн һыу һурҙырыу ҡоролмаһы, судьяның малайҙары эҫелә көн һайын, шулай уҡ һәр иртәлә ҡойона алһын өсөн олоғара йөҙөү бассейны урынлашҡан.
Бөтә был киң биләмә — Бэктың батшалығы. Бында ул донъяға килде, ғүмеренең тәүге дүрт йылын бында йәшәне. Әлбиттә, башҡа эттәр ҙә бар ине. Шундай иркен биләмәлә башҡаса нисек булһын, әммә уларҙы иҫәпкә алырлыҡ түгел шул. Улар күренеп ҡала ла юғала, тар ғына эт ояһында йәшәй, йә өй эсендә күҙгә лә салынып бармай көн күрәләр. Япон мопсигы Тутс, мәҫәлән, йәиһә Мексиканың бөтөнләй йөнһөҙ көсөгө Изабель. Ибәтәйһеҙ был йән эйәләре иркен саф һауаға һирәк сыға, йорт алдында йә баҡсала онотҡанда бер генә күренә. Бынан тыш утарҙа — ике тиҫтәләп булыр, һис тә кәм түгел — иҙән йыуғыс һәм һеперткеләр менән ҡоралланған хеҙмәтселәр һағы аҫтында тәҙрә аша ҡарап тора торған Тутс менән Изабелгә ҡаты өрөүсе фокстерьерҙар өйөрө лә бар.
Әммә Бэк бүлмә көсөгө лә, йорт-ҡура эте лә түгел. Бөтә биләмә уның ҡарамағында. Бассейн да ла йөҙә, судья малайҙары менән һунарға ла сыға. Хужаның Молли һәм Алиса исемле ҡыҙҙарын иртә менән йә киске эңерҙә һауа һуларға сыҡҡан мәлдәрендә оҙата йөрөй. Ҡышҡы кистәрҙә судьяның аяҡ осон да китапхананың эҫе бөркөп торған камины алдында ята. Судьяның ейәндәрен арҡаһына ултыртып йөрөтә, йәиһә улар менән үләндә аунай, уларҙы, артҡы ҡуралағы фонтанға етеп, унан да ары — еләкле яландарға сығып, бәләгә тарыу ихтималы булған ҡыйыу шуҡлыҡтары мәлендә ҡурсалай. Фокстерьерҙар алдынан ул һауалы үтә, ә Тутс менән Изабелде иғтибарға ла алмай, сөнки ул — батша, судья Миллер биләмәһендә шыуышҡан, йөрөгән, осҡан, хатта ике аяҡлы йән эйәләренә тиклем — барыһына ла ул хөкөмдар.
Бэктың атаһы, Элмо, уҫлаптай сенбернар ҡасандыр судьяның айырылғыһыҙ юлдашы булды. Бэк та атаһына торошло вариҫ була аласағына өмөтләндерә. Ул атаһылай иҫ китмәле ҙур түгел, бары йөҙ ҡырҡ фунт тарта, сөнки әсәһе Шен шотланд овчаркаһы ине. Әммә йөҙ ҡырҡ фунт ауырлыҡ та, әгәр ҙә уға яҡшы тормош һәм барсаһының да тәрән хөрмәте арҡаһында яралған үҙ бәҫеңде белеү тойғоһон ҡушҡанда, королдәрсә йәшәү хоҡуғын бирә. Иҫ белгән көсөк мәленән алып, дүрт йыл буйы Бэк туҡ аҡһөйәк тормошонда булды, ғорур, хатта күпмелер дәрәжәлә оло донъянан үҙ биләмәһенә бикләнеп йәшәгән ҡайһы бер юғары ҡатлам кешеләре шикелле тәкәббер ине. Әммә уны кәрәгенән артыҡ иркәләү күргән бүлмә эттәре хәленә төшмәү ҡотҡара килде. Һунар, саф һауалағы шуға яҡын башҡа саралар уға һимерергә бирмәне, мускулдарын нығытты. Ә һалҡын һыуҙа йөҙөү тәнен сыныҡтырҙы, һаулығын һаҡланы.
1897 йылдың көҙөнәсә, Клондайкта табылған алтын бөтә тирә-йүн кешеләрен һыуыҡ төньяҡҡа ылыҡтырғанға тиклем, арлан Бэк шулай йәшәне. Гәзит уҡымағанға күрә Бэк «алтын биҙгәге» тураһында бер ни ҙә белмәне. Шулай уҡ баҡсасы ярҙамсыларының береһе булған Мануэль менән дуҫлыҡтың яҡшыға килтермәйәсәген һиҙмәй ҡалды. Боҙоҡлоҡ хас ине Мануэлгә — ҡытай лотереяһына самаһыҙ бирелгәйне. Ул ғына етмәгән, был ҡомарлы уйынсының, әлеге уйын системаһына тулыһынса ышанып, шул йомшаҡлығы арҡаһында йәнен дә һатып ебәрә алыуы ап-асыҡ ине. Был система буйынса уйнау өсөн аҡса кәрәк, ә кесе баҡсасының эш хаҡы ҡатынының һәм күп һанлы бала-сағаһының ихтыяжын саҡ-саҡ ҡәнәғәтләндерә килде.
Мануэль хыянат эшләгән көндѳ судья Миллер шарап ҡойоусылар йыйылышына киткәйне, малайҙар иһә спорт клубын яйға һалыу менән мәшғүл булды. Шуға ла Мануэль менән Бэктың баҡса аша ғәҙәттәгесә йөрөштөрөп килеү өсөн (Бэк шулай уйланы) үтеп китеүен бер кем дә абайламаны. Уларҙың поездар кәрәге сыҡҡанда ғына туҡтала торған ярым станция хәлендәге Колледж-паркка килеүен берҙән-бер кеше генә шәйләне. Был бәндә Мануэль менән ни хаҡындалыр һөйләшеп алды, ҡулдан-ҡулға биргәндә аҡсалар зыңлап ҡуйҙы.
Таныш булмаған бәндә:
— Һин, нимә, тауарҙы төрмәй-нитмәй генә килтергәнһең, — тип, ҡәнәғәтһеҙ мығырҙанғас, Мануэль Бэктың муйынын муйынса аҫтынан ике ҡатлап ишелгән йыуан бау менән уратып бәйләп ҡуйҙы.
— Ныҡ итеп тартһаң, уның тыны быуылыр, ысҡына алмаҫ, — тине Мануэль, ә тегеһе, ят әҙәм, ризалыҡ белдереп, ниҙер мөңгөрҙәне.
Үҙ баһаһын белгәнгә Бэк муйынына бау тағыуҙы тыныс ҡабул итте. Дөрөҫөн әйткәндә, был уның өсөн яңылыҡ ине, тик ул таныш кешеләргә, уларҙың үҙенән аҡыллыраҡ булыуҙарын танығанға күрә, ышанып ҡарарға өйрәнгәйне шул. Шулай ҙа бауҙың осо ят әҙәм ҡулына күскәс, ул янаулы ырылдап ҡуйҙы. Үҙенең ғорурлығына барып, ошондай ризаһыҙлыҡ ҡына ла етә, тип уйлай ине әле ул. Уны аптырашта ҡалдырып, бауҙы шундай ныҡ итеп тарттылар: ул саҡ-саҡ тонсоҡманы. Керпек ҡаҡҡан арала күтәрелгән ярһыу менән ул рәнйетеүсегә ташланды, әммә тегеһе өлгөрлөк күрһәтте: боғаҙын ҡаты ҡыҫты ла уғата бер йылғырлыҡ менән этте арҡаһына әйләндерҙе. Бау Бэкты аяуһыҙ рәүештә ҡыҫһа ла, ул, телен сығарып, бөтә күкрәге менән ауыр һәм тауышлы тын ала-ала кеше менән алышты. Бығаса һис кем уның менән был тиклем дә тупаҫ мөғәмәлә итмәне һәм бер ҡасан да шул тиклем һуңғы сиккә етер дәрәжәлә асыуы ҡабарғаны булманы. Әммә тиҙҙән ул хәлдән тайҙы, күҙҙәре быялаланды һәм, поезд килеп, ике ир уны тауар вагонына ырғытҡанда бер нимә лә аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Аңына килгәс тә ул телендә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ауыртыныу тойҙо. Артабан һелкенеп барыу, тимер юлдарҙың киҫешкән урынында паровоздың һыҙғыртҡылауын ишетеп, Бэк ҡайҙалығын аңланы. Йыш ҡына ул судья менән сәйәхәт иткеләне бит. Шуға ла тауар вагонында барыу билдәләре уға таныш ине. Ул күҙҙәрен асты. Уларҙа әсир алынған йыртҡыстың һүнмәҫ нәфрәте баҙланы. Уғры уның боғаҙынан алмаҡсы итте, әммә Бэк был юлы өлгөрлөк күрһәтте. Тегенең ҡулына тештәрен батырҙы ла, бауҙан быуылып, аңын юғалтҡансы яңаҡтарын бушатманы.
— Быумалы ул! — тип, ҡанлы ҡулын йәшерә-йәшерә аңлатты ир, тауыш ишетеп килеп ингән вагон оҙатыусыға.— Хужа миңә уны Фрискоға еткерергә ҡушты. Унда ниндәйҙер бик шәп эт табибы бар, тиҙәр. Ул уны дауалаясаҡ.
Был төндѳң ваҡиғаларын Бэкты урлаған бур аҙаҡ Сан-Францисколағы ҡабаҡтың иң төпкөл бүлмәһендә, барса һәләтен һалып, ныҡ фәстереп һүрәтләне.
— Ә бит ошоларҙың бѳтәһе өсөн мин ни бары ярты йөҙ алам, — тип зарланды ул.
— Белгән булһам, мең тәңкәне шунда уҡ бирһәләр ҙә, был эшкә һис тотонмаҫ инем.
Уның ҡулы ҡанға буялған ҡулъяулыҡ менән уралған, ә салбарының уң балағы тубыҡ аҫтына тиклем йыртылғайны.
— Ә теге мут һинән был эш өсөн күпме алды һуң? — тип ҡыҙыҡһынды ҡабаҡ хужаһы.
— Йөҙ. Шунан да кәмгә һис кенә лә ризалашманы.
— Шу лай итеп, барлығы йөҙ илле, — тине ҡабаҡ хужаһы. — Ә эт, башым менән яуап бирәм, был ғына хаҡҡа торорлоҡ.
Уғры, ҡулъяулығын тағатып, тешләнгән яраһын ҡарай башланы.
— Ҡоторған ғына булып ҡуймаһа ярар ине. Юҡһа, үлеп ҡуйыуың да бар.
— Ҡурҡма, һин бынан үлмәйһең. Һинең нәҫел ебеңә элмәккә аҫылыу яҙылған, — тип шаяртты ҡабаҡ хужаһы. Аҙаҡ өҫтәп ҡуйҙы:
— Әйҙә, әҙерәк миңә ярҙам ит тә шунан ҡуҙғалырһың.
Шаҡ ҡатҡан, ярым тонсоҡҡан, тамағының түҙеп торғоһоҙ ауыртыуынан ғазапланған Бэк шулай ҙа үҙен интектереүселәргә ҡаршы торорға ынтылып ҡараны. Әммә һәр осраҡта ла уны иҙәнгә йыҡтылар һәм олоғара баҡыр муйынсаны бысып алғансыға тиклем бау менән тамағын һыҡтылар. Шунан һуң ғына, бауҙы ысҡындырып, ситлеккә оҡшаған рәшәткәле йәшниккә төрткөләп индерҙеләр.
Был ситлектә ул һүрелмәгән асыу һәм рәнйетелгән ғорурлыҡ менән ялҡытҡыс төндө уҙғарҙы. Быларҙың бөтәһе нимә аңлатҡанын ул һис кенә лә төшөнә алманы. Уларға, был ят кешеләргә, нимә кәрәк икән? Нимәгә уны был тар ситлеккә яптылар әле? Бэк аптыранды, уны ниндәйҙер бәлә яна уын һиҙемләү яфаланы. Ул бер нисә тапҡыр шартлап ишек асылғанға ырғып торҙо. Өмөтләнә ине ул: судья, һис юғы малайҙар килгәндер, уны ҡотҡарырҙар, әммә гел генә һүрән яҡтылыҡ һирпкән май шәм менән һарайға күҙ һалғылаған ҡабаҡ хужаһының шешенгән йөҙөн күрҙе. Бэктың тамағына тығылған ҡыуаныслы өрөүе уҫал ырылдауға әйләнә ине.
Хәйер, ҡабаҡ хужаһы уға теймәне. Иртә менән генә дүрт ир инеп йәшникте күтәреп алды. «Бына тағы яңы яфалаусылар», — тип уйланы Бэк, сөнки былар ниндәйҙер шикле, йыртыҡ әләм-һәләм кейгән әҙәмдәр ине. Шуға ла ул, был бәндәләргә енләнеп, рәшәткә аша ырылданы. Әммә тегеләр, уны таяҡ менән төрткөләп, көлдө генә. Бэк таяҡты тештәре менән эләктерә лә ебәрмәй; шулай ҙа бер аҙҙан аңғарҙы: тегеләргә шул ғына кәрәк икән. Ахырҙа ул томһа ғына һуҙылып ятты ла фургонға тейәгәнсе ҡымшанманы.
Бына Бэк ситлек эсендә килеш ҡулдан-ҡулға китте. Тәүҙә уның менән транспорт контораһы хеҙмәткәрҙәре булашты, уны икенсе фургонға тейәнеләр ҙә артабан алып киттеләр. Аҙаҡ посылка йәшниктәре менән бергә паромға тейәнеләр. Паромдан ул оло тимер юл вокзалына барып эләкте, шунан тағы ла тауар вагонына ырғыттылар.
Ике көн һәм ике төн буйына вагон әсе ҡысҡыртыусы паровоз артынан һөйрәлде. Ике көн, ике төн буйына Бэк ашаманы ла, эсмәне лә. Вагон да оҙатып барыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуына ул ҡоторонған ырылдау менән яуапланы, ә улар, быға яуап итеп, уны ҡорсота, үсекләй башланы. Бөтә кәүҙәһе менән ҡалтыранып, урты күбекләнеп, ситлегендә бәргеләнгәнендә, улар хахылдап көлә, алама көсөктәр ише ырылдайҙар, өрәләр, уның танауы алдында мырылдап та, әтәс булып ҡысҡырып та ҡулдарын болғайҙар. Бэк бының уғата мәғәнәһеҙ алйотлоҡ булыуын аңлай, ләкин тап шуның өсөн был уның сәменә бигерәк тә нығыраҡ тейә һәм уның асыуы ҡабарғандан-ҡабара бара. Аслыҡҡа түҙергә мөмкин дә ул, ә бына һыуһынды ҡандыра алмауҙан аяуһыҙ интегә һәм был уны түҙеп торғоһоҙ хәлгә еткерә. Бындай тупаҫ мөғәмәлә уның тойғоло һәм нескә тәбиғәтенә йоғонтоһоҙ ҡалманы, һәм ул сиргә һабышты. Температураһы күтәрелде, һыуһауҙан кипкән тамағы менән теле шешенде.
Уны бер генә нәмә ҡыуандыра: муйында бау юҡ. Уның булыуы дошмандарға бай таҡ өҫтөнлөк бирә бит. Хәҙер иһә ул, бау булмағас, уларға күрһәтәсәк! Башҡаса уға бау таға алмаясаҡтар! Быны ул ҡәтғи хәл итте. Ике тәүлек ул ашаманы ла, эсмәне лә, һәм был ике тәүлеккә һуҙылған ғазаптар эсендә унда шул тиклем асыу йыйылды: әгәр ҙә берәйһе тәүгеләрҙән булып уға ҡағыла ҡалһа, әсе яҙмышҡа дусар ителәсәк. Бэктың күҙенә ҡан һауҙы, ул ысын мәғәнәһендә йыртҡысҡа әйләнгәйне. Был көндәр эсендә ул шул тиклем үҙгәрҙе, хатта хәҙер судья үҙе лә уны таный алмаҫ ине, моғайын, һәм оҙатып килеүселәр, ниһайәт, уны Сиэтлда бушатып ҡотолғас, иркен тын алдылар. Йөк ташыусы дүртәү төрлө һаҡлыҡ саралары менән ситлектәге Бэкты ҡойма менән уратылған йорт алдына индерҙеләр.
Уларға муйын өлөшө һуҙынҡы, бәйләнгән ҡыҙыл свитер кейгән мыҡты кәүҙәле ир ҡаршы сыҡты ла, йөксөнән кенәгә алып, тауарҙы ҡабул итеүе хаҡын да ҡултамғаһын ҡуйҙы. «Яңы ғазаплаусы», — тип ҡарар итте Бэк һәм ҡотороноп ситлек тирәсенә ташланды. Свитерлы кеше, томһа көлөмһөрәп, өйгә инеп китте лә унан балта менән күҫәк алып сыҡты.
— Сығарырға теләйһегеҙме ни? — тип аптыраны йөксө.
— Әлбиттә, — тип яуапланы свитерлы кеше һәм балтаһын ситлек ярығына тыҡты.
Йөксөләрҙең дүртеһе лә һә тигәнсе эргә-тирәгә һибелде һәм ҡойма башына, хәүеф-хәтәрһеҙ урынға менеп, ҡыҙыҡ тамаша ҡарарға йыйынды.
Бэк балта аҫтында шытырҙаған йәшник ситенә бәргеләнде, уны тештәре менән кимерҙе, бөтә кәүҙәһе менән этәренеп, туҙынды. Балта ситлеккә тышҡы яҡтан һуҡҡан тәңгәлдә, ул ырылдап та, сыйылдап та эстән ташланды. Ҡоторонҡо көсөргәнеш менән ул ситлектән тиҙерәк сығырға ынтылды, ә ҡыҙыл свитерлы тыныс тәүәккәллек менән уны сығарырға әҙерләнде.
— Йә, ҡыҙыл күҙле шайтан! — тине ул, Бэк һыйырлыҡ тишек киңәйгәндән һуң. Шунан, балтаһын ташлап, күҫәген уң ҡулына алды.
Бэк был мәлдә, ысынлап та, шайтан шикелле ҡурҡыныс ине: һырт йөндәрен ҡабартҡан, һикерергә әҙерләнгән, ҡан һауған күҙҙәрендә саманан тыш дыуамаллыҡ ялтлай, ауыҙынан күбек тама. Ул инде үҙенең барса йөҙ ҡырҡ фунт ауырлығын шул тиклем оҙаҡ тыйып тотоу арҡаһында һуңғы сиккә еткән иҫ китмәле ажарлыҡ менән кешегә ташларға әҙер. Бэк өҫкә ырғылды һәм үлемесле таһыллыҡ менән дошманын эләктереп алырға теләне, тик шул уҡ мәлдә ныҡ ҡаты һуғыу уны артҡа елгәрҙе. Бэк, ғазаплы ауыртыныуҙан тештәрен шаҡылдатып, һауа ла борғоланып, арҡаһы менән ергә барып тѳштѳ лә ҡабырғаһына әйләнде. Ул үҙ ғүмерендә бер ҡасан да таяҡтан туҡмалғаны юҡ ине әле — юғалып ҡалды. Шыңшыу ишетелгән ырылдау менән ул һикереп торҙо һәм ҡыйырһытыусыға тағы ла ташланырға теләне, әммә уны икенсегә ҡолата һуҡтылар. Хәҙер ул бөтә хикмәттең күҫәктә булыуын аңланы, әммә тотоп тыйғыһыҙ асыулы булғанға һаҡлыҡ кәрәклеген онотҡайны. Ул унлап тапҡыр күтәрелеп ырғып ҡараны — һәр осраҡта ла күҫәк уны һауа ла осошлай уҡ ергә ялпаштыра һуҡты.
Айырата аяуһыҙ бер һуғыуҙан һуң Бэк саҡ-саҡ тороп баҫты. Ул шул тиклем хәлдән тайғайны — башҡаса ҡаршы торорға рәте ҡалманы. Ул сайҡала, танауынан, ауыҙынан, ҡолағынан ҡан килә, матур йөнө ҡанлы һеләгәйгә буялған. Ҡыҙыл свитерлы әҙәм уға яҡынланы ла һалҡын ҡан менән ҡабаланмай ғына моронона ҡаты итеп һуҡты. Быға тиклем Бэк татыған бөтә ғазаптар быныһы менән сағыштырғанда сүп кенә булған икән. Арыҫландай ырылдап ул йәнә үҙен яфалаусыға ташланды. Әммә тегеһе, күҫәген уң ҡулынан һулына күсереп, тыныс ҡына уның аҫҡы яңағынан эләктереп алды ла шундай көс менән әйләндерҙе — Бэк һауала тулы түңәрәк яһаны, йәнә ярым түңәрәк үтте һәм башы, күкрәге менән ергә һемәште.
Бэк кешегә тағы бер ырғыны, әммә теге алдан уйлап аҙаҡҡа тиклем һаҡлаған емергес хәрәкәт яһаны. Бэк, тамам ҡыйралып, иҫәңгерәп, ауып китте.


— Бына мәҙрәс! — тип һоҡланып, ҡысҡырып ебәрҙе ҡойма башындағыларҙың береһе. — Был теләгән бер этеңде лә тынысландырыр.
— Минеңсә, бындай эт менән эш иткәнсе, көндә, ә йәкшәмбеләрҙә ике тапҡыр, касса емереү хәүефһеҙерәк, — тип һөйләнде йөксө кузлаға менешләй һәм йәһәтләп атын ҡыуаланы.
Бэк аңына килде-килеүен, әммә хәлһеҙлектән ҡолаған ерендә ята бирҙе, күҙҙәре менән генә ҡыҙыл свитерлыны күҙәтте.
— «Бэк» ҡушаматына яуаплай, — тине тегеһе Сан-Францисколағы ҡабаҡ хужаһының йәшниктәге тере йөк хаҡында хәбәр еткереүсе хатын уҡый-уҡый. — Йә, Бэк, күгәрсенем, — тип күңелле дауам итте ул, — беҙ һинең менән боларышып алдыҡ, ҡыҙып та киттек шикелле, ә хәҙер иң яҡшыһы — был хаҡта онотайыҡ. Һин үҙ эшеңде белерһең, ә мин — үҙемдекен. Тыңлаусан булһаң, бөтәһе лә майланған һымаҡ китер, ә инде ғауға ҡуптарһаң, йәнеңде алырмын. Аңланыңмы?
Шулай тип әйтә-әйтә, ул ҡурҡмайынса әле генә аяуһыҙ дөмбәҫләгән эттең башынан һыйпаны. Уның һәр бер ҡағылыуына Бэк, һырт йөнөн ҡабартһа ла, ҡаршылашманы, сабырлыҡ күрһәтте. Ҡыҙыл свитерлы уға һыу килтерҙе, һәм ул, ҡомарланып, һыуһынын ҡандырҙы, ҡомағайлыҡ менән мул һыйҙы — сей итте яңы хужаның ҡулынан ҡабалана-ҡарһалана һоғондо.
Ул еңелде (быны аңлай ине ул), әммә һынманы, башын да эймәне. Ул шуға төшөндө: күҫәк менән ҡоралланған кеше унан көслөрәк һәм был һабаҡты ул ғүмерлеккә иҫендә ҡалдырҙы. Был күҫәк уның өсөн асыш ине. Ул уны тәүтормош ҡанундары хөкөм һөргән донъяға алып инде, һәм Бэк был ҡанунды тиҙ үҙләштерҙе. Уға тормоштоң ҡырыҫ дөрөҫлөгө асылды, әммә ул уны ҡурҡытманы — Бэкта иректәге йыртҡыс хәйләкәрлеге уяна башлағайны.
Ваҡыт үтә торҙо. Шундай уҡ йәшниктәрҙә йә бәйҙә башҡа эттәрҙе килтерҙеләр. Берәүҙәре бик тыныс һәм тыңлаусан, икенселәре Бэк һымаҡ ҡоторонҡо олой. Әммә ҡыҙыл свитерлы әҙәм барыһын да үҙенең күҫәкле көсөнә буйһондорҙо. Бэк таяҡ менән йыртҡыстарса өйрәтеү ысулын күҙәтә һәм ябай ғына хәҡиҡәт уның аңында нығынғандан-нығына бара: күҫәге булғандар буйһондороусы, хужа, уларҙы мотлаҡ яратырға тимәгән, әммә тыңларға тейешһең. Һәм Бэк, тыңлаған хәлдә лә, туҡмалған башҡа эттәр кеүек хужаға бер ҡасан да иркәләнмәне, ҡойроҡ болғаманы, ҡулын да яламаны. Шулай уҡ ул буйһонорға, еңелергә теләмәгән бер эттең был тартҡылашта үлтерелеүен дә күрҙе.
Ваҡыты-ваҡыты менән ят кешеләр килә. Хужа менән ни хаҡындалыр асыуланып йә ярамһаҡланып һөйләшәләр. Бындай һөйләшеүҙәр аҙағынан, ҡулдан-ҡулға аҡса күскәндән һуң, ул кешеләр үҙҙәре менән йә бер, йә бер нисә этте алып китә. Бэк үҙенә һорау бирә, ҡайҙа китә һуң улар, сөнки береһе-бер кире әйләнеп килмәй. Киләсәк уны шул тиклем ҡурҡыта: һайлап алыусылар уға теймәгән һайын ҡыуаныс тойғоһо кисерә.
Әммә ахыр сиктә уға ла сират етте. Уны өркөткән киләсәк кибеп бөткән йыйырсыҡ битле кешекәй ҡиәфәтендә килеп баҫты. Инглиз телен ул ватып-емереп һөйләшә, мәле менән Бэкҡа мәғәнәһе аңлашылмаған ниндәйҙер сәйер, ҡырҡа тауыштар сығара.
— Шайтан алғыр! — тип Бэкҡа күҙе төшөү менән ҡысҡырып ебәрҙе ул. — Бына, исмаһам, эт! Беренсе класлы арлан! Оһо! Ә күпме?
— Бөтәһе өс йөҙ. Бушлай тиерлек бирәм, — тип бик тиҙ яуап бирҙе ҡыҙыл свитерлы. — Һин һатыулашып та, ҡарыулашып та тормаясаҡһың бит инде, Перро? Аҡса һинеке түгел бит, ҡаҙнаныҡы.
Перро тигәне аҫтыртын көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Эттәргә ғәҙәттәгенән тыш ихтыяж ҙур булғанға, уларға хаҡтар ҙа хаттин ашҡайны шул, шуға ла был Бэк кеүек бына тигән эткә һораған баһа артыҡ самаһыҙ тойолманы.
Канада хөкүмәте был тауарҙы алғандан ярлыланып китмәҫ, ә почта ашығыс йөрөргә тейеш. Перро эттәрҙең рәтен белә, шуға ла ул бер күҙ һалыу менән үк асыҡланы: Бэк кеүек эттәр меңгә бер генә осрай. «Хатта ун меңгә бер», — тип эсенән генә үҙен төҙәтте ул.
Бэк ҡулдан-ҡулға аҡса күсеүен күрҙе һәм йыйырсыҡлы кешекәйҙең уның менән йомшаҡ холоҡло ньюфаундленд Кэрлиҙы үҙенә алыуына аптыраманы. Башҡаса Бэк ҡыҙыл свитерлыны бер ҡасан да күрмәне. Ә инде улар Кэрли менән «Нарвал» пароходы палубаһынан алыҫта юғалып барған Сиэтлға ҡарағанда йылы Көньяҡты башҡаса ғүмерҙә лә күрә алмаясаҡтарын белмәйҙәр ине.
Перро уларҙы түбәнгә алып төштө лә Франсуа исемле ҡара тәнле алпамышаға тапшырҙы. Перро — канада французы, ә Франсуа метис1 булғанлыҡтан икеләтә ҡарараҡ. Бэк бындай кешеләрҙе тәүгә күрә (аҙаҡ ундайҙарҙы ул йыш осратыр, уларҙы яратмаһа ла, тейешенсә баһалар һәм хөрмәт итергә өйрәнер). Тиҙҙән ул шуға инанды: Перро менән Франсуа бик ғәҙел һәм тыныс кешеләр, ғәйебең була ҡалһа, бер яҡлы ғына хәл итмәйҙәр, тейешле язаһын бирәләр. Эттәрҙең барса ҡылыҡтарын да яҡшы белгәнлектән, уларҙы бер генә эт тә алдай алмай. Пароходта Бэк менән Кэрлиҙы йәнә ике эт йәнәшәһендә урынлаштырҙылар. Береһе ҙур, ҡарҙай ап-аҡ, уны кит аулау карабы капитаны Шпицберген утрауынан алып сыҡҡан, һуңыраҡ ул Уңдырышһыҙ Ерҙә геологик экспедицияла йөрөгән. Был тәү ҡарамаҡҡа бик йомшаҡ холоҡло, ләкин мәкерле арлан ине, иркәләнеүгә һәләтле, әммә бер үк мәлдә кемгәлер этлек әҙерләй, — шулай ул тәүге ризыҡланыу мәлендә үк Бэк ашантыһының бер өлөшөн эләктерҙе. Бэк тейешенсә яуаплар өсөн уға ташланды, әммә Франсуа өлгөрөрәк булып сыҡты: һауала сыбыртҡы шартлап, уғрыны һыҙырҙы. Бэкҡа үҙенең һөйәген алырға ғына ҡалды.
Ул Франсуаның ғәҙел булғанын күрҙе, һәм бынан һуң метисҡа ҡарата ихтирамы уянды.
Икенсе эт бер кемгә лә ярамһаҡланманы һәм бер кемдә лә үҙенә ҡарата яғымлы мѳнәсәбәт тыуҙырманы, әммә яңы килеүселәрҙең өлөшөнә лә үрелмәне. Ул ҡырыҫ, ауыр холоҡло, һәм берҙән-бер теләге булыуын Кэрлиға асыҡ аңлатты — уға теймәһендәр, ә тейә ҡалһалар, насар буласаҡ. Дэйв исемле был арлан ашай ҙа йоҡлай, ә уяу сағында өҙлөкһөҙ иҫнәй, уны һис бер нәмә ҡыҙыҡһындырмай. Хатта «Нарвал» пароходы Шарлотта батшабикә ҡултығын үткән саҡта ҡоторонҡо бәүелеп-бәргеләнеп үрә торғанда, Бэк менән Кэрли ҡурҡыштан аҡылдан яҙыр сиккә еткәндә лә, Дэйв илтифатһыҙ ғына башын күтәргеләй, уларға битараф ҡына күҙ һала ла, иҫнәп, яңынан йоҡоға тала.
Пароход көнө-төнө пульс кеүек өҙлөкһөҙ бер ритмда дерелдәтеп эшләгән винттан тотош ҡалтырай. Бер көн икенсеһенә оҡшаш, әммә Бэкҡа һыуығыраҡ була барғандай тойола. Ниһайәт, бер иртәлә винт туҡылдауы тынып ҡалды һәм «Нарвал»да ығы-зығы башланды. Бэк, башҡа эттәр кеүек үк, тирә-йүндәге боланы һиҙҙе һәм ниндәйҙер үҙгәреш буласағын аңланы. Франсуа уларҙың бөтәһен дә бергә палубаға алып сыҡты. Уның һалҡын иҙәненә баҫыу менән Бэк табандарының бысраҡҡа оҡшаған ниндәйҙер бутҡаға батыуын тойҙо. Ул, бырхылдап, артҡа һикерҙе. Шул уҡ аҡ еүеш бутҡа өҫтән дә ҡойола. Ул,ҡыҙыҡһынып, уны еҫкәне, аҙаҡ ялап та ҡараны. Был аҡ нәмә ут кеүек өтөп ала ла шунда уҡ телдә ирей. Был хәл Бэкты бик ғәжәпләндерҙе, ул йәнә яланы — шул уҡ һөҙөмтә. Эргәлә шарҡылдап көлөп ебәрҙеләр — һәм уға, кешеләрҙең нимәнән көлөүҙәрен аңламаһа ла, нимәгәлер уңайһыҙ булып китте. Бэктың тәүгә ҡар менән танышыуы ине был.


II бүлек
КҮҪӘК МЕНӘН ТЕШ ҠАНУНЫ


Дайҙағы тәүге көн Бэкҡа ҡот осорғос төш һымаҡ күренде. Бында ни ҙә булһа өҙлөкһөҙ ғәжәпләндерә һәм ҡурҡыта. Көтмәгәндә уны мәҙәни үҙәктән ниндәйҙер тәүтормош донъяһына бырғанылар. Көньяҡ ҡояшы аҫтында бәхетле, иренсәк көн итеү, ни эшләргә белмәй һәптәнләү тамамланды. Бында ял да, тынғылыҡ та юҡ, бер генә мәлгә лә Бэк үҙен хәүефһеҙ урындамын тип тоя алмай. Бында бөтәһе лә хәрәкәттә һәм эш өҫтөндә, һис ҡасан бөтмәйәсәк мәхшәр һәм минут һайын үлем йә имгәнеү һағалай. Был яңы донъяла һәр саҡ уяу булырға тура килә, сөнки эттәр ҙә, кешеләр ҙә ҡаланыҡыларға бөтөнләй оҡшамаған. Уларҙың бөтәһе лә ҡырағай — күҫәк менән теш ҡанунынан башҡаһын белмәй.
Быға тиклем Бэк бер ҡасан да эттәрҙең бындағылай үҙ-ара талашыуын күрмәне: былар ысын бүреләр һәм тәжрибәнең тәүгеһе үк Бэк өсөн онотолмаҫ һабаҡ булды. Хәйер, тәүге өҙгөләшеүҙә ул ҡатнашманы, юҡһа унан иҫән-һау сыға ла, был һабаҡты ҡуллана ла алмаҫ ине. Ул түгел, ә Кэрли ҡорбан булды.
Уларҙың икеһен дә кибет эргәһендәге бәләкәй ағас өй эргәһендә ҡалдырғайнылар. Кэрли һәр ваҡыттағыса бүре ҙурлығындағы буйсан, әммә үҙенән ике мәртәбә бәләкәй көслө арлан менән вайымһыҙ ғына уйнай башланы. Һәм ҡапыл, бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ, йәшендәй тиҙ һикереш, тимер сыңылай тештәр шаҡылдауы, шул уҡ тиҙлектә кирегә ырғыу — ә Кэрлиҙың томшоғо күҙенән ауыҙына тиклем йыртылған.
Был эттәрҙә шундай бүре ҡылығы — һөжүм итә һәм шунда уҡ кире ырғый. Әммә эш бының менән генә бөтмәне. Шунда уҡ утыҙлаған, ҡырҡлап та булғандыр, эләксендәр өйөрө өҙөшөүселәрҙе өнһөҙ, һағайып уратып алды. Бэк башта уларҙың ни өсөн өнһөҙ көсөргәнеш менән ниҙелер көтөүҙәрен, ҡомһоҙ тамшаныуҙарын аңламағайны. Кэрли дошманына ташланды, ә тегеһе йәнә бер тешләне лә кире һикерҙе. Кэрлиҙың икенсегә ынтылышын ул күкрәге менән ҡаршыланы һәм шундай йылғырлыҡ күрһәтте: Кэрли ергә тәкмәсләп барып төштө. Талашты күҙәтеүсе эттәр шуны ғына көткәндәр икән. Кэрли башҡаса тора алманы: сыйнау һәм ырылдау менән улар уның тирәләй өймәкләште, үлемесле ауыртыныу менән шыңшыған Кэрли йөнтәҫ тәнлеләр өйкөмө аҫтында юғалды.
Был шул тиклем тиҙ һәм көтөлмәгәнсә булды ки, Бэк тамам юғалып ҡалды. Ул шпицберген арланының нисек ҡыҙыл телен һәлендереүен күрҙе — тегеһенең көлөүе ине был. Франсуаның балта менән һелтәнә-һелтәнә эттәр өйөрөнә ташланыуын шәйләне. Өс ир, күҫәктәр эләктереп, уға эттәрҙе таратырға ярҙамлашты. Кэрли йығылғандан һуң ике минут үтеүгә һуңғы һөжүм итеүсе ҡыуып ебәрелгән, киҫәктәргә тиклем тиерлек өҙгөләнгән Кэрли, ҡанға буталып, тапалған ҡарҙа ята. Ә ҡара тәнле метис, уға эйелеп, ҡаты әрләшә ине.
Был күренеш бик йыш Бэктың иҫенә төшөр, хатта төшөнә инеп йөҙәтер булды. Бына ниндәй икән тормош! Унда миһырбан һәм ғәҙеллеккә урын юҡ икән. Кем йығыла, уға — үлем. Тимәк, аяҡта ныҡлы торорға кәрәк! Шпиц йәнә, телен сығарып, көлгәндәй итте. Ошо минуттан Бэк уны аяуһыҙ бер үлемесле нәфрәт менән күралмаҫ булды.
Бэк Кэрлиҙың фажиғәле үлеменән айнып та бөтмәгәйне, уны яңы тетрәнеү көткән икән: Франсуа уға үҙенең элекке алпауыт ерендә ат ҡараусылар атҡа егә торған нәмәләргә оҡшаған ҡайыш егем кейҙерҙе. Һәм тегендә егеүле аттар нисек эшләһә, уға бында шулай эшләргә тура килде. Франсуаны ул еңел санала үҙәнде уратҡан урманға утынға алып китте. Егемдә йөрөргә мәжбүр итеүҙәре Бэктың сәменә ныҡ тейҙе, әммә баш күтәрмәҫкә аҡылы етте. Былар бөтәһе лә уға яңы һәм ғәжәйеп күренһә лә, үҙен еңеп, яҡшы эшләргә тырышты.
Франсуа ҡаты ҡуллы, үҙен шунда уҡ тыңлауҙарын талап итә һәм быны ҡамсыһы ярҙамында бойомға ашыра. Бынан тыш Бэктың һәр бер яңылышҡан мәлендә төп еккеләге оһолло Дэйв тештәре менән уның ботонан эләктереп тә ала. Егемдең башлығы — Шпиц. Ул Дэйв кеүек үк тәжрибәле екке эте. Юлдан тайпылып киткән мәлдәрендә Бэкты эләктереп алырға мөмкинлеге булмаһа, ул уҫал да, шелтәле лә ырылдай һәм, кәүҙәһенең бөтә ауырлығын егемгә һалып, йылдам ғына уны тейешле тарафҡа йүнәлтә. Бэкҡа һабаҡ еңел бирелде, ике юлдашының һәм Франсуаның етәкселеге аҫтында иҫ китмәле уңыштар яуланы. Лагерға ҡайтҡансы ул «хо!» тигән тауыштың «туҡта!» тигәнде аңлатыуын, ә «марш» тиһәләр, алға йүгерергә кәрәклеген белә ине инде; боролоштарҙа тиҙлекте кәмет, ә инде йөклө сана тау аҫтына елә икән, төп еккенән алыҫыраҡ бул.
— Эттәрҙең өсөһө лә бик яҡшы, — тине Франсуа, ҡайтып Перроны күреү менән. — Был Бэк бирелеп эшләй. Мин уны тиҙ арала өйрәтәсәкмен.
Хөкүмәт почтаһын ашығыс рәүештә кәрәкле урынға еткерергә тейеш булған Перро көндөҙ Билли менән Джо исемле йәнә ике эт килтерҙе. Был таҙа ҡанлы эләксендәр бер үк әсәнән, әммә бер-береһенән көн менән төн һымаҡ айырылып торалар. Биллиҙың уғата бер ҡатлылығы уның берҙән-бер етешһеҙлеге булғандыр, Джо иһә, киреһенсә, томһа, йомоҡ, тиҙ ҡуҙғыусан. Ул һәр ваҡыт бөтәһенә лә ырылдай һәм асыулы тексәйә.
Бэк Билли менән Джоны иптәштәрсә ҡаршыланы, Дэйв уларға иғтибар ҙа итмәне, Шпиц иһә тотҡарлыҡһыҙ береһенә, шунан икенсеһенә һөжүм итте. Билли башта килешеүсән ҡиәфәт менән ҡойроҡ болғаны. Әммә был осраҡта, тыныслыҡҡа ынтылыу ярҙам итмәүен күреп, ҡасырға теләне, тик өлгөрмәне. Шпицтың үткер тештәре уның янбашына ҡаҙалды. Билли быныһында ла һуғышсан түгел, ә ялыныслы һәм ҡыҙғаныс итеп сыйнап ебәрҙе. Уның ҡарауы Джо, Шпиц ҡайһы яҡтан ғына килеп ҡарамаһын, йөндәрен тырпайтып, ҡолаҡтарын шымартып, һәр ваҡыт уға ҡаршы борола торҙо. Ул уҫал ырылдай, сиктән тыш йышлыҡ менән тештәрен шаҡылдата, күҙҙәре иһә шайтандыҡылай яна; был — һуғышсанлыҡтың һәм дәһшәттең тап үҙе ине. Уның ҡиәфәте шул тиклем ҡурҡыныс: Шпицҡа уның менән бәйләнеп тороуҙан баш тартырға тура килде. Үҙенең еңелеүен йәшереү өсөн ул әле булһа ҡыҙғаныс шыңшыған һәм яуапһыҙ булған Биллиға йәнә ташланды һәм уны лагерҙың ситенә тиклем ҡыуып ебәрҙе.
Кискә табан Перро еккегә йәнә бер олоғайған, сандыр, оҙон һәм һығылмалы кәүҙәле эт алып ҡайтты. Уның томшоғо йөй һәм яраларҙан ғына тора, бер генә күҙе бар. Әммә был һыңар күҙенең уҫал, ҡыйыу яугирлыҡ менән ялтлауы бөтәһендә лә уға ҡарата хөрмәт уята. Арландың ҡушаматы ла Соллэкс, йәғни Асыулы. Дэйв кеүек үк, ул бер кемдән дә бер ни талап итмәй, бер ни көтмәй, ә инде үҙен ҡыйырһытһалар, үпкәләштән булмаһын — тейешенсә яуап бирәсәк. Һәм ул ашыҡмай ғына, үҙ баһаһын белеп, башҡаларға яҡынлағас, хатта Шпиц та уға бәйләнергә тәүәккәллек итмәне. Соллэкстың берҙән-бер йомшаҡ яғы (бәхетһеҙлеккә күрә, Бэк уны беренсе булып асты): бер күҙгә һуҡыр арлан күрмәгән яҡтан килгәнде яратмай икән. Был турала башына ла килтермәгән Бэк уға тап шундай уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы һәм үҙенең хаталаныуын Соллэкс, ҡырҡа боролоп, уның иңбашын өс дюймға, һөйәккә тиклем үтәләй тешләгәс кенә аңғарҙы. Бынан һуң Бэк Соллэксҡа бер ҡасан да тыйылған яҡтан яҡынламаны, һәм Соллэкс уға бер ҡасан да теймәне. Яңы таныш, Дэйв һымаҡ уҡ, күрәһең, бер нимә генә теләй — уны борсомаһындар. Хәйер, Бэк тегеһенең дә, быныһының да икенсе, юғарыраҡ, ынтылышҡа бирелгән булыуҙарына ла инанды.
Тәүге төндә үк Бэк алдында бик мөһим булған ҡуныр урын мәсьәләһе килеп тыуҙы. Шәм янған палатка аҡ ҡар яланында ымһындырғыс яҡтыра. Уның урыны шунда булырға тейештер һымаҡ. Әммә ул унда барып инеү менән Перро ла, Франсуа ла уны әрләп ҡаршыланы һәм ни етте шуның менән бәргесләп, юғалып ҡалырға мәжбүр итеп, мәсхәрәләп, һыуыҡҡа ҡыуып сығарҙы. Бөтә тәнде ҡалтыратып, әсе ел иҫә, айырыуса яралы иңбашҡа аяуһыҙ ҡағыла. Бэк ҡарға ятып йоҡлау яйын самалап ҡараны, әммә һыуыҡ уны тиҙҙән аяғына баҫтырҙы. Йыуанысһыҙ өмөтһөҙлөк менән ул, йылы урын эҙләп таба алмайынса, палаткалар араһында ҡаңғырып йөрөнө. Тегендә лә, бында ла уға ҡоторонҡо эттәр ташлана, һәм ул, һырт йөндәрен ҡабартып, уларға уҫал ырылдай (быға ул шулай уҡ тиҙ өйрәнде) һәм тегеләре уға башҡаса бәйләнмәй.
Ниһайәт, башында шундай уй ялтланы: кире барып ҡарарға кәрәк, уның егемендәге эттәр ҡуналҡаға нисек урынлашты икән? Әммә, аптыраҡ — береһен-бер таба алманы!
Улар ҡайҙалыр юғалған. Бэк йәнә барса лагерь буйынса йөрөп сыҡты, әммә һөҙөмтә булманы. Палаткала юҡтар микән? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел, — бит бына уны, Бэкты, унан ҡыуып сығарҙылар! Ә ҡайҙа булғандар һуң? Тотошлай ҡалтыранып, ҡойроғон һәлендереп, яңғыҙы, бер маҡсатһыҙ аҡрын ғына палатка тирәләй уралды ла уралды. Ҡапыл аяҡ аҫтындағы ҡар ишелеп, ул ҡайҙалыр аҫҡа төшөп китә яҙҙы. Етмәһә, аҫта ниҙер ҡыймылдай. Күренмәгән, беленмәгән күренештән терт итеп ҡалған Бэк, ырылдап, ситкә һикерҙе, һырт йөндәре ҡабарҙы. Әммә дуҫтарса, йомшаҡ сыйылдап алыу уны шунда уҡ тынысландырҙы, һәм ул тикшереп ҡарау өсөн кире боролоп килде. Танауына йылы һауа бәрелде: ҡар аҫтындағы соҡорҙа, уңайлы ғына бөгәрләнеп, Билли ята икән. Ул, ярамһаҡланып, өрөп алды, борғаланып, үҙенең Бэкҡа яҡшы мөнәсәбәтен белдереп, ҡойроғон болғаны һәм уны үҙенә ылыҡтырыу өсөн йылы еүеш теле менән морононан ялап алырға ла ҡыйыулығы етте.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡан ауазы - 2
  • Büleklär
  • Ҡан ауазы - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4323
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2181
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4215
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2154
    27.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4251
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2112
    28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4103
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2065
    28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 4224
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2080
    28.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 4117
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2086
    28.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 917
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 667
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.