Latin

Ғабдулла Туҡай Өфөлә

Süzlärneñ gomumi sanı 979
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 573
44.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
57.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
62.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Ғ. Туҡайҙың Өфөгә килгәнен ишетеү менән «Сәбах» көтөпханаһына барҙым. Был ваҡыт 1912 йылдың яҙы ине.

Мин барғанда Туҡай «Сәбах»тың артындағы бер ҙә рәткә һалынмаған бүлмәлә, әрйәләрҙән йыйылып уҡмаштырылған һике һымаҡ бер нәмә өҫтөндә ята ине.

Туҡайҙың өҫ-башы ҡарайған, сәфәр мәшәҡәтен күреп бигерәк тә йонсоғайны. Һөйләгән һүҙҙәребеҙҙән: уның сәфәре, ҡымыҙ эсер өсөн Троицкиға барыуы, Ҡазан вә йәштәре хаҡында булды.

Туҡай юлда бик йонсоғанлығын, Ҡазандан нисек тә булһа иртәрәк китергә теләгәнен, ҡымыҙ ваҡыты еткәнсе Өфөлә, юлда үткәреүен һөйләп: «Юлда бик күңелһеҙ ине, Өфөгә килеп саф һауаһын еҫкәп хәл йыйғас, үҙемде күтәренке һиҙә башланым»,— тине. Туҡайҙың ятҡан ере ғәҙәттән тыш эҫе, бик тәьҫир итә торған һүрәттә бөркөү ине.

Бүлмәлә байтаҡ ултырҙыҡ. Кергән-киткән булманы. Бары Х. Зәбири бәғзан эштән бушаған ваҡытта кереп, төрлө һүҙҙәр әйтеп, көлдөрөп сыға ине.

Туҡай бәғзан берәр генә мисрағлы шиғыр йәки «Ҡөръән»дән берәр айәт уҡып ҡуя ине.

Бер аҙ торғандан һуң сығып йөрөргә ҡарар бирҙек. Сығыр алдынан ниндәйҙер бер дарыу эсеп, Туҡай:

— Бер файҙаһы булмаһа ла, быны эсергә тура килә,— тине. — — Ҡайҙа барырға теләйһегеҙ? Теләһәгеҙ, ат менән берәй ергә барайыҡ,— тинем. — — Өфө урамында был извозчиктар менән йөрөһәң, эсәктәрең ҡалмаҫ. Вокзалдан менгәнсе лә үлә яҙҙым. Йәйәү генә бер аҙ йөрөйөк,— тине. — Беҙҙең төбәп бара торған еребеҙ булмағанға күрә һәм минең Туҡайҙы шатландырғым, үҙе теләгән эштәрен эшләттергем килгәнгә: «Ҡайҙа барабыҙ?»— тинем.

— Ҡайҙа барырға? Берәй ергә кереп ултырырға кәрәк, ләкин бик шәп урын булмаһын, беҙҙең Ҡазанда шундай муафиҡ урындар була торған ине,— тине.

Ниһайәт, бик ғади генә бер ергә кереп ултырҙыҡ. Ләкин беҙҙең бында эш бешмәне. Беҙҙән алыҫ түгел бер өҫтәлдә ултырған ике татарҙан Туҡай, ниңәлер, шомланды: «Былар тикмәҫ кешеләр булмаҫҡа кәрәк, ҡарауҙары шуны белдерә. Бынан китәйек»,— тине.

Мин Өфөлә, Ҡазандағы кеүек, татарҙарҙың кешене тикшермәүҙәрен һөйләһәм дә, ҡәнәғәт хасил иттерә алманым.

Ниһайәт, «Сәбах»ҡа ҡайтып киттек. Беҙҙең беренсе көн шулай үтте. Киске һалҡындан ҡурҡып, Туҡай сығып йөрөмәҫ булғас, мин ҡайтып киттем. Икенсе көн, нисек тә ваҡытты күңелле уҙҙырыр өсөн, Туҡайҙы резиновый ходлы арбаға ултыртып, бик иркенләп йөрөһә килә ине. Мин ат табырға ла вәғәҙә иткәйнем. Ләкин был эш тә булманы. Бер-ике кешегә мөрәжәғәт итеп ҡараһам да, эш сығара алманым.

Туҡай бөгөн кисәгенән кәйефле ине.

Өфөнөң һауаһы килешкәнен, кәйефе төҙәлгән һымаҡ булыуын һөйләне. Тағы ла йөрөргә сыҡтыҡ. Фәҡәт беҙҙе шул барыр ер булмау ғына бер аҙ иҙә ине.

Туҡай ғаилә тормошон артыҡ һөймәгәнгә, уны ғаилә эсенә алып барырға теләү бушҡа китәсәк булғанға, ул яҡты әйтеп торманым.

Беҙ, яҙғы ҡояш аҫтында бер аҙ йөрөп, берәй ергә кереп ултырырға ҡарар иттек. Беҙ бөгөн матурыраҡ бер ергә керергә муафәҡ булдыҡ. Ҡояшҡа ҡаршы булған был залды Туҡай үҙе лә яратты.

Беҙ инде бында бик иркенләп ултырмаҡсы булдыҡ. Эштәр Туҡай теләгән рәүештә, бик шәп китте.

Бик кәйефле ултырған ваҡытта, Туҡай биҙгәк тотҡан кеүек ҡалтырана башланы. Уның шундай ваҡытта йота торған порошогы «Сәбах»та ҡалғанға күрә, дарыуҙы ебәртеп алдырырға тура килде. Ул дарыуҙы эскәндән һуң Туҡайҙың ҡалтырауы баҫылып, бер аҙ кәйефе төҙәлде.

Баштараҡ Туҡай ҙа, мин дә һүҙ таба алмаған кеүек, бер-беребеҙҙең күҙебеҙгә ҡарашып, тик ултыра инек. Бара торғас, беҙҙең мәжлес бик күңелле булып китте. Күберәк һүҙҙәребеҙ шиғыр вә шағирҙар, Ҡазан һәм дә мөхитебеҙ хаҡында ине. Туҡай Ҡазандағы тормошонан ялҡҡанын, шул сәбәпле ҡымыҙға иртәрәк булһа ла, Ҡазандан китергә ашыҡҡанын һөйләне.

Туҡайҙың хәссас күңеленән сыҡҡан бик ғади генә һүҙҙәре, уның был донъянан һәм дә үҙенең мөхитенән разый булмауы миңә яҡшы уҡ ҙур тәьҫир бирҙе. Был ваҡытта беҙҙең икебеҙҙең дә күҙҙәребеҙҙә ихтыярһыҙ атылып сыҡҡан күҙ йәштәре ялтырай ине.

Туҡайҙың рухы күтәрелде. Үҙенең Петербургка саҡырылғанын, унда барып ҡайтырға теләгәнен һөйләне. Туҡайға Ҡазандан тура Петербургка барыу уңайыраҡ булғанын, Өфөгә килеп, кире Петербургка китеү бер аҙ рәтһеҙ икәнен белһәм дә, уның теләгенә ҡаршы бер һүҙ әйтергә теләмәнем. Уның был яңылыш планында айырыуса бер шиғриәт булғанға күрә, Туҡайҙың Петербургка китеүе ҡыҙыҡ һымаҡ тойола ине.

Беҙҙең иртә башланған мәжлес тамам булған ваҡытта, ҡояш байыған ине.

Туҡай «Сәбах»ҡа ҡайтыу менән, Петербургка барасағын хәбәр биреп телеграмм һуҡты. Шул ҡарары буйынса Туҡай Өфөнән Петербургка сәфәр итте.

Туҡай Петербургтағы сәфәрендә 15 көн самаһы йөрөп, апрелдең 18-ҙәрендә тәкрар Өфөгә ҡайтты.

Туҡай был сәфәренән ғәйәт йонсоп килгән ине.

Ул бисара Петербургта бер ҙә үҙе өмөт иткән күңел рәхәтлектәренә осрай алмаған. Үҙ тәкбире менән әйткәндә, «был сәфәр — хәйерһеҙ сәфәр» булған. Ул йөрөп, ниһайәт дәрәжәлә ватылған. Үҙендә хәлһеҙлектең бик күп артҡанын һиҙгән. «Ниңә барҙым?» тигән көнгә төшкән.

— Юл йөрөү бик ҡыйын булды. Күп ваҡытта сәй эсмәй килергә тура килде,— тине.

— Ниңә сәй эсеп, рәхәтләнеп килмәнегеҙ?— тигәс:

— Сәй алып керер кеше булманы, мин үҙем вагонда ваҡытта төшөп йөрөргә ҡурҡам, йә поезд китеп ҡалыр,— тине.

Туҡайҙың Өфөгә икенсе мәртәбә килеүенә баҡсаларҙа ағастар япраҡ ярған, ер өҫтө йәшел мамыҡ кеүек йәш үләндәр менән ҡапланған, ҡымыҙҙар хәҙерләнгән ине. Бик матур ҡояшлы көндә шәһәр баҡсаһына сыҡтыҡ. Унда ҡымыҙ эскәндән һуң, ағастар араһындағы асыҡ ергә йәшел үлән өҫтөнә барып яттыҡ.

Туҡай:

— Ҡайҙа ул Петербургта был һауа менән был йәшеллектәр! Унда йәшел нәмәләрҙе һуғансы мәрйәләр ҡулында ғына күреп ҡалырға була,— тине.

Ҡымыҙ эсеп, саф һауала ятыу Туҡайҙың сәләмәтлеген ҡайтарған кеүек булды. Һауаны маҡтай, иркен һулыш ала, ике һүҙҙең береһендә «сәләмәтлек һауаһы эсәм» тип һөйләй ине.

Туҡай Өфөнөң саф һауаһын, матур баҡсаларын бик яратты. Шуның өсөн Өфөлә торғанда, аҙ ғына ҡояшлы ваҡыт булһа, баҡсаға сыға, ҡымыҙ эсеп, йәшел үлән өҫтөндә ята ине. Баҡсала йәшел үлән өҫтөндә йоҡлап киткән ваҡыттары ла булды.

Туҡай Өфөгә һуңғы мәртәбә килгәндә, бер һәфтәгә яҡын тороп, әүәлге ҡарары буйынса, ҡымыҙ эсер өсөн, Троицкиға китте.

Өфө Туҡайҙың дәрәжәһенә мөнасип һис бер хәрәкәт күрһәтә алманы. Туҡайҙың Өфөгә килеү хөрмәтенә һис бер мәжлес-фәлән тәртип ҡылынманы. Уның Өфөгә килгәнен күп кеше белмәй ҙә ҡалғандыр.

Туҡайҙың Өфөлә үткәргән 10—15 көн ғүмере «Сәбах» көтөпханаһының артындағы бүлмәлә үтте. Уның күңелен асып, рухын күтәрерлек һис бер эш эшләнмәне. Бер ғаиләнән башҡа, хосуси дәғүәт итеп күңелен асыусы ла булманы.

Туҡайға ҡатышырға, уны хөрмәт итергә ярамаған кеүек хәрәкәт иттеләр.

Уның ауырыу рухын күтәрер өсөн, Өфө халҡына һәр төрлө тәдбирҙәрҙе ҡылыу тейешле булһа ла, Өфө быны булдыра алманы. «Сәбах» бүлмәһенә төшөп, шунда ятып, шунан сәфәр итте.

Ваҡытында Өфөлә тейешле хөрмәт күрһәтә алмаған Өфө йәштәре, Туҡайҙың вафатына бер йыл тулыуы мөнәсәбәте менән, «Туҡай кисәләре» яһайҙар. Өфөнөң ҡыҙҙары, егеттәре Туҡайҙы хөрмәт менән иҫкә төшөрәләр. Фәҡәт был хөрмәтте Туҡай үҙе күрә алмай.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.