Latin

Аҡбуҙат - 1

Süzlärneñ gomumi sanı 3584
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1661
30.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
51.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
"АҠБУҘАТ" -
Башҡорт халыҡ эпосы

Борон-борон
заманда, атаһы үлгәс, әсәһе юғалғас,
Һәүбән тигән бер бала биш-алты йәшендә
етем ҡалған, ти. Ауыр эш эшләргә йәш
булғас, өйҙән-өйгә йөрөп, йөҙ һыуын
түгеп, һоранып тамаҡланып көн күргән,
ти. Көндәрҙән бер көндө ул яланға сығып
киткән. Туғайҙағы шишмәне — күлдәй,
әрмәнде тауышын — туйҙай, әттек, йыуа,
ҡуҙғалаҡты һыйҙай күреп ҡыуанған. Бара
торғас, ҡурай тауышы ишетеп, шаңлаған
да шул яҡҡа, табан ыҡлаған, һаҙлыҡтар
кисеп, үҙән буйлап Иҙелгә ҡарай атлаған,
ти.

Ырғыҙ
бейҙә һыйыр көткән Тарауыл ҡарттың
янына барып сыҡҡан. Тарауыл ҡарт Һәүбәндән
иҫәнлек-һаулыҡ, ил-һыу именлеген һорашҡан.
Һәүбән атаһы үлгәндән башлап әсәһе
ғәйеп булғанға хәтле үҙ тормошон энәһенән
ебенә саҡлы һөйләп биргән, ти. Тарауыл
ҡарт, Һәүбәндең һүҙен ишеткәс, бик
ҡыҙғанған, тәрән итеп көрһөнөп ҡуйған,
ти. “Үҙ көнөм дә ауыр, балам, һеҙҙәйҙәрҙе
күрһәм, бигерәк йөрәгем һыҙлап китә
шул, — тигән. Оҙаҡ уйлап ултырған да
һунар ҡорамалдарын йүнәтә башлаған,
ти. — Балам, бынау күлгә барып әйләнәйек
әле булмаһа, берәй суртан мәскәүләп
булмаҫмы икән, — тигән дә, бер ҡулына
мәскәүен, икенсе ҡулына һыҙмаһын тотоп,
Һәүбәнде эйәртеп алып киткән, ти. Юлда
барғанда Тарауыл ҡарт Һәүбәнгә үҙенең
хәлен һөйләп барған. — Балам, бейҙең
бисәһе һаран, көн буйына ашап-эсергә
бер тәгәс ҡатыҡ, бер баш ҡорот ҡына биреп
ебәрә, уның менән тамаҡ аҫрауы ҡыйын.
Бына ошолай йөрөп, һыҙмам менән ҡош
атам, мәскәү менән суртан мәскәүләйем.
Кис ҡайтып киткәндә, ҡармаҡтарымды
әрмәнде менән емләп, йәйенгә ултыртып
китәм. Шулай итеп тамаҡланмаһаң, йән
аҫрауы ҡыйын, балам”, — тигән. Һәүбән,
Тарауыл ҡарт артынан эйәреп барғанда,
ҡарттың ҡулындағы ҡорамалдарына
ҡарай-ҡарай ҡыҙығып: — Олатай, ошондай
һыҙмам булһа, мин дә ҡош атырға өйрәнер
инем, юҡ бит. Ҡош атып алһам, асҡа ҡаңғырып
та йөрөмәҫ инем, — тип әйткән, ти. Тарауыл
уға: “Шулай булыр ине шул”, — тигән дә
бик оҙаҡ өндәшмәй барған. Ҡулындағы
һыҙмаһы Һәүбәндең атаһыныҡы булғанға,
бала берәй нәмә уйлап әйтмәнеме икән,
тип шикләнгәндәй булған. — Балам, атайың
бахыр бик һәйбәт һунарсы, мәргән кеше
ине. Уның бик матур һыҙмаһы була торғайны,
хәҙер ҡалмағандыр шул, — тип әйткән,
ти. Һәүбән: — Шулай, уның һыҙмаһы булған
шул. “Атайың үлгәс, кәфенлек алырға бер
нәмәһе лә булманы, шунан әсәйең бахыр
атайыңдың һыҙмаһын биреп, кәфенлек
алды” тип һөйләйҙәр, — тигәс, Тарауыл
ҡарт күҙ йәштәрен һөрткән дә: — Кәфенлеге
булмағас, үҙенең иҫке-моҫҡоһо менән
ураштырып ҡына ҡуйһа ла арыу булыр ине
лә бит, әҙәм рәтле итеп күмәйем, тигәндер
инде. Нисек итһен, күп йылдар буйы бергә
ғүмер иткән юлдашы бит, — тигән. Һәүбән:
— Ай олатай, әле һин уны һөйләйһең,
булғаны булған инде, атайым үлгәс, уның
етеһен, ҡырҡын уҡытырға бер нәмәһе лә
булмағас, әсәйем зарланып ил араһына
эҙләнеп сығып киткән, шул китеүҙән
ҡайтмай ғәйеп булған, тип һөйләйҙәр.
Мин, ул саҡта бәләкәй булғас, асығын
белмәйем. Әсәйем ғәйеп булған инде,
атайымдың һыҙмаһы ғына булһа ла, былай
ҡаңғырып йөрөмәҫ инем, ҡош-маҙар атырға
өйрәнер инем, — тигән һүҙҙәрҙе әйткәс,
Тарауыл ҡарт бик оҙаҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй,
уйлап барған, ти. Шунан ҡапыл, бер нәмә
уйлаған кешеләй, туҡтаған да: — Балам,
йәшем алтмышҡа етте. Йәшәгән саҡлы
йәшәмәм инде. Һин йәш бала әле, ҡаңғырып
йөрөмә. Мә, был һыҙманы һиңә бирәйем,
бер ҡомартҡы итеп тоторһоң. Кемдән
алғаныңды берәүгә лә әйтмә, бындай һыҙма
Уралда юҡ, — тип ҡулындағы һыҙманы
Һәүбәнгә биргән. Һәүбән ҡыуанысынан ни
эшләргә лә белмәгән. Тарауыл ҡартҡа
рәхмәттәр әйткән, ти. Былар суртан
мәскәүләп, уны бешереп тамаҡланып, бергә
ятып ял иткәндәр. Көн кискә һарҡҡас,
бер-береһе менән һаубуллашып, икеһе ике
яҡҡа киткән. Һәүбән, йыл, ай, көн һанап
үҫеп, ун ете-ун һигеҙ йәшкә етеп, һыҙма
менән һунарға йөрөй башлаған. Берҙән-бер
көн күл яғалап барғанда, бер алтын өйрәк
йөҙөп йөрөгәнен күргән, уны-быны абайлап
тормаған, тоҫҡай һалып атып йыҡҡан да
йөҙөп барып өйрәкте күл ситенә яҡынлата
ғына башлаған икән, теге алтын өйрәк
ҡапыл телгә килеп, һөйләй башлаған.
Шунда был алтын өйрәк:

Егет,
атҡан һунарың

Өйрәк
түгел, белһәң һин,

Күлдә
йөҙөп уйнаған,

Данлы
Шүлгән батшаның

Йәндәй
күргән ҡыҙы мин.

Ай
егетем, егетем,

Мине
күлдән алма һин,

Төйәгемдән
айырып,

Күлгә
ҡайғы һалма һин!

Ни
һораһаң, бирәйем,

Изге
теләк теләйем,

Өйөр-өйөр
мал тиһәң,

Барын
һиңә бирәйем, —

тигән
һүҙҙәрҙе әйтеп, Һәүбәнгә ялбарған, ти.
Һәүбән, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аяҡларлыҡ
ергә саҡлы йөҙөп алып килгән дә туҡтаған,
аптырап, ни әйтергә белмәй торған. Өйрәк
һаман шул һүҙен ҡабатлағас, Һәүбән уны
һыуҙан сығармай ғына, үҙенең хәлен әйтә
башлаған:

–Атам,
әсәм ғүмергә

Көн
иткәндәр тарлыҡта,

Мин
үҫкәнмен аслыҡта.

Икеһе
лә юҡ хәҙер

Етем
ҡалдым йәшлектә;

Морон
терәр ер булмай,

Буй
үҫтерҙем хурлыҡта.

Бөгөн
тәүге һунарҙа

Юлыҡтым
мин монарға,

Шулай
ҙа мин ебәрмәм,

Теләһәң
дә сумырға.

Өйрәк
уға былай тип яуап ҡайтарған, ти:

Ирәмәлдәй
һарайға

Алтын
таштар тултырған;

Төрлө
төҫтә йылҡылар,

Өйөр-өйөр
көттөргән;

Бер
ынтылып өргәндә,

Тау-таш,
ерҙе онтаған,

Ҡылыс
киҫмәҫ муйынлы

Батырҙарҙы
туплаған;

Бар
байлыҡҡа торорлоҡ,

Тарҙа
серҙәш булырлыҡ

Аҡ
батша атайымдың

Һөйөп
менгән аты бар,

Йылҡы
малдың ҡото бар:

Ут
юҡта ул ут бирер,

Һыу
юҡта ул һыу бирер,

Осһоҙ-ҡырыйһыҙ
диңгеҙҙән

Осоп
сығыр ҡош булыр;

Ялы
ап-аҡ ебәктәй,

Төҫө
талғыр буҙ ғына,

Йомро
ғына тояҡты

Баҫып
тора беҙ генә;

Ҡамыш
ҡолаҡ, баҡыр күҙ,

Бәбәге
лә аҡ ҡына;

Мундаһы
бейек, тар бөйөр,

Суртан
тәнле, ныҡ ҡына;

Ҡарсыға
морон, киң танау,

Ҡуш
аҙаулы, һоҫа теш,

Осло
эйәк, ас яңаҡ,

Ҡуш
урайлы, шеш ҡолаҡ, —

Шул
Буҙ атты бирәйем,

Уралыңда
— һин үҙең,

Һыу
илемдә мин үҙем

Бәхетле
ғүмер итәйем.

Һәүбән,
был һүҙҙәрҙе ишеткәс, өйрәккә:

Тәмле
һүҙгә алданып,

Ҡыу
баш ҡалдым донъяла.

Бирер
малың янда юҡ,

Һүҙең
менән алдама, —

тигән
икән, өйрәк уға бынау һүҙҙәрҙе әйткән,
ти:

Батша
ҡыҙы үҙем мин;

Һине
алдап тораммы?

Донъя
малын ҡыҙғанып,

Ергә
сығып үләмме?

Был
күл минең һарайым,

Көн
дә ҡоштай ҡойонам;

Ер
ҡояшы сыҡҡанда,

Йөҙөп,
уйнап ҡыуанам.

Егет,
мине алһаң да,

Ергә
сыҡһам, мин үләм;

Өйгә
алып ҡайтһаң да,

Бер
ҡабымлыҡ ит булмам.

Егет,
һиңә ике һүҙ,

Һайлап
береһен алырһың,

Берен
дә һайлай белмәһәң,

Алйот
булып ҡалырһың.

Егет,
мине ебәр ҙә

Бер
ҡарамай алға кит!

Бөтә
төҫтән өйәрләп

Йылҡы
сығыр, шуны көт!

Һауымы
еткән һыйырҙар

Мөзөлдәп
сығыр быҙауһыҙ,

Алпанлап
баҫыр ҡуйҙары

Мөңрәп
сығыр ҡуҙыһыҙ;

Күл
шаулатып, күл ярып,

Ерҙә
дауыл ҡуптарып,

Аҡбуҙ
сығыр — мал ҡото,

Бөтә
малдан һуң ҡалып, —

Сабыр
итеп шуны көт.

Маңлайынан
һыйпаһаң,

Телгә
килеп һөйләр ул,

Ни
теләһәң, барын да

Һис
ҡарыуһыҙ эшләр ул.

Алтынлаған
эйәрҙең

Ҡашына
ҡамсы эленгән,

Болғар
күндән матурлап,

Башына
йүгән кейелгән.

Ҡумы,
айылы — барыһы

Бергә
ҡушып тегелгән,

Мәңге
унан алмаҫҡа

Беркетелеп
ҡуйылған.

Утлар
булһа йәш үлән,

Башы
һуҡҡан яғына,

Һорап
тормаҫ, китер ул;

Бер
бөртөктән ҡыл үртәп

Саҡырғанда,
килер ул.

Бөтә
малың бөтһә лә,

Буҙ
ат ҡалыр яныңда,

Юлдаш
булыр юлыңда,

Батыр
булыр яуыңда.

Ебәр,
егет, китәйем,

Барына
әмер итәйем;

Һыу
илендә мин, һылыу,

Рәхәт
ғүмер итәйем.

Һәүбән
шунан өйрәккә былай тигән, ти:

Һылыу,
һүҙең тыңланым,

Мин
дә бер уй уйланым:

Икәү
китәйек алга беҙ, —

Мал
килерен күрәйем,

һыуһыҙ
үләмен, тиһәң,

Сарыҡҡа
һыу ҡояйым,

Үҙеңде
көнгә тейҙермәй,

Шул
сарыҡҡа һалайым;

Әйткән
һүҙең тап булһа,

һине
азат ҡылайым;

Һин
дә ирәүән ит, тип

Теләк
теләп ҡалайым.

Шул
ваҡытта Һәүбәнгә өйрәк ошо һүҙҙәрҙе
әйткән, ти:

Мин
күлемә суммаҫтан,

Малдар
сыҡмаҫ далаға,

Саҡырыуға
килмәҫтәр,

Һөйләп
бирмәй атама.

Мине
алып һин, егет,

Һис
тә мандый алмаҫһың:

Күгәрсен
туны кеймәгәс,

Мине
төндә күрмәҫһең;

Йәр
тип мине һөйөргә

Ҡуйыныңда
тапмаҫһың.

Ергә
сығып ҡыуарһам,

Мине
һылыу тимәҫһең...

Ер
егете ер һөйөр:

Тәне
ерҙән яралған;

Һыу
ҡыҙының бар ере

Нурҙан,
уттан яралған.

Ҡояш
һине йылытыр,

Мине
майҙай иретер,

Минән
аҡҡан бер тамсы

Илең
ыуҙай ҡоротор.

Өйрәктән
был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Һәүбән ышанған
да өйрәкте ебәргән. Үҙе артына ҡарамай,
өйрәк өйрәткәнсә, алға атлап киткән.
Бер аҙ киткәс тә, йылҡы сырҡыраған,
ҡуй-һарыҡ баҡырған, һыйыр мөңрәгән
тауыштар ишетелә башлаған. Бына бер саҡ
ел-дауыл ҡубып киткән. Һәүбән алға атлай
ҙа алмай башлаған, аптыраған, ни эшләргә
лә белмәгән. Ахыры, түҙмәгән, артына
әйләнеп ҡараған. Ҡараһа, ни күҙе менән
күрһен: ер ҡаплап мал сыҡҡан. Ә теге
Аҡбуҙаттың күлдән саҡ муйыны ғына сығып
килгән мәле икән. Һәүбәндең артына
ҡарағанын күргәс тә, Аҡбуҙат күлгә кире
сумған, Аҡбуҙаттың кире сумғанын күргәс,
теге малдар, бер-береһен тапарҙай булып
өркөшөп, береһе лә ҡалмай, Аҡбуҙат
артынан күлгә сумышып бөткәндәр ҙә
ҡуйғандар, ти.

Ел-дауыл
туҡтаған. Һәүбән үҙ күҙенә үҙе ышанмай
аптырап, ни эшләргә белмәй уйлап торған,
ти. Күл ситенә лә барып ҡараған, унда ла
нам-нәшан юҡ, тып-тын, ти. Ултырып
уйлаған-уйлаған да мәхрүм булып ҡайтып
киткән. Йәйләүгә ҡайтһа, бөтә тирмә
аҡтарылып бөткән, бала-саға, ҡарт- ҡоро,
әбей-һәбей, бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын, —
барыһы ла бергә йыйылып, аптырашып
һөйләшеп торалар, ти. Улар янына, таяғын
таянып, оҙон сыбыртҡыһын яурынына һалып,
Тарауыл ҡарт килеп еткән. Уның, ауылда
аҙған-туҙған малын һорашып: “Бынау
һеҙҙең сиктәрәк мал көтә инем. Ғәрәсәт
дауыл сығып китте лә, малдар ҙа, үҙем дә
ҡайҙа баҫып торғанды, ҡайҙа барып
бәрелгәнде белмәй,

тарҡалышын
бөттөк. Бына шул аҙған-туҙған малдарымды
эҙләп, һеҙҙең йәйләүгә килеп сыҡтым
әле”, — тип һөйләп торған сағында ғына,
Һәүбән дә килеп өлгөргән, ти. Һәүбән,
ҡарт-ҡороларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып
тыңлап торған да һүҙ ыңғайында Тарауыл
ҡарттан:

— Олатай,
был ниндәй күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән
дауыл булды һуң? — тип һораған. Тарауыл
ҡарт уға:

— Ай,
ҡусты, бының сере бик күп. Бындай дауыл
беҙҙең быуында булғаны юҡ. Олатайҙар
һөйләүе буйынса, хәтерҙә ҡалғаны ғына
бар. Улар ошолай һөйләй торғайны:
борон-борон заманда бөтә донъяны
www.bashqort.com һыу баҫҡан, беҙҙең олатайҙар
булмаған, Урал тауы сыҡмаған, был тирәлә
дүрт аяҡлы йән эйәһе йөрөмәгән, тик
дейеүҙәр йәшәгән, һыу батшаһы ғына баш
булған саҡта, Урал тигән батыр килеп яу
асҡан. Уның Аҡбуҙ толпары юлынан Урал
тауы бар булған. Дейеүҙәрҙе ҡырған
урында һыу ҡороп, сағылдар ҡалҡҡан. Һыу
батшаһы, еңелә башлағас, төпһөҙ, ялдым-ятыу
урынды эҙләп, бына ошо һеҙҙең яндағы
күлгә сумған. Ул күлдең төбө юҡ, ер
аҫтындағы даръяға тоташҡан. Шуға Урал
батыр һыу батшаһын тота алмаған. Ул һыу
батшаһы Шүлгән исемле булған. Шуға был
күлде Шүлгәнкүл тип атағандар. Урал
батыр үлгәс, Шүлгән батша уның Аҡбуҙатын
урлатҡан. Урал батырҙың улдары ла үлеп
бөткәс, һыу батшаһы Аҡбуҙатты менеп
миҙгел- миҙгел Урал буйына сығып әйләнә
торған булған. Аҡбуҙат күлдән сыҡҡанда,
үҙ батырҙарын иҫенә төшөрөп, елкенеп
ҡанаттарын ҡаҡһа, шул ҡанат еленән
тау-таш ҡолатыр дауыл ҡуба, бер нәмә
ҡалмай аҫты-өҫкә әйләнә, тип һөйләй
торғайнылар. Был дауылды мин шулай
түгелме икән тип уйлайым, — тип әйткән,
ти.

Һәүбән
һыу ҡыҙының һүҙе ысын икәненә ышанған.
Тарауыл ҡартҡа ла, бүтән берәүгә лә
күргәнен һөйләмәгән, ҡулынан килмәгән
көйөнсә дауыл ҡуптарып йөрөй, тип
асыуланырҙар, тип уйлаған.

Тарауыл
ҡарт, һөйләшеп бөтөп үҙ юлына китә
башлағас, Һәүбән уны туҡтатҡан да:

— Олатай,
һин кем булаһың? — тип һораған. Тарауыл
ҡарт үҙенең кем икәнен һөйләп биргәс,
Һәүбән, иҫенә төшөрә һалып:

— Олатай,
һин мине таныйһыңмы? — тип һораған.
Тарауыл ҡарт, Һәүбәндең буй-һынына,
төҫ-башына ҡарап, баштан-аяҡ күҙен
йөрөткән дә:

— Юҡ,
ҡустым, бер ҙә сырамыта алмайым шул.
Күҙем ҡайтҡан, күҙем! — тип көрһөнөп
ҡуйған. Унан: “Ҡустым, былай булғас,
танып китәйем инде, һин кем балаһы
булаһың, төҫ-башыңа ҡарағанда, ир-егет
һымаҡ күренәһең. Сура батырҙың берәй
ярсығы түгелме?” — тип һораған, Һәүбән
шунда ҡарттың һыҙма биргәндәренә саҡлы
барыһын да һөйләп биргәс, Тарауыл
Һәүбәнде ҡосаҡлап алған да:

— Ай
ҡустым, Сура батыр арыҫлан ине, ул барҙа,
был һыу батшаһы ер өҫтөнә сығып аяҡ баҫа
алмай ине. Улым, мин биргән һыҙма бармы
әле? — тигән. Һәүбән:

— Бар,
олатай, уны йәндән артыҡ аҫрайым, бына
ул һыҙма! — тип ҡулындағы һыҙмаһын
күрһәткәс, Тарауыл ҡарт, һыҙманы ҡулына
алып, тотоп ҡарап торған да үпкән, ти.
Шунан Һәүбәнгә һыҙманы кире биреп:

— Ҡустым,
быны биргәндә, һин бала инең, мин бының
серен әйтмәнем. Был һыҙма — атайыңдың
һыҙмаһы. Был һыҙма — Урал батыр балаларынан
ҡалған ҡомартҡы. Һыу батшаһы ошо һыҙманан
ғына ҡурҡа. Ныҡ һаҡла, берәүгә лә әйтмә,
— тип үҙ уйҙарын һөйләп бөткән дә үҙ
юлына киткән. Һәүбән алтын өйрәк тураһында
уға һөйләмәгән, ти.

Һәүбән
алтын өйрәкте аңдып күп йөрөгән. Айҙар,
йылдар үткән, Һәүбән күл ситендә ҡунып
һағалап та ҡараған, һис осрата алмаған.
Бүтән ҡош- йәнлектән күп һунарҙар алған.
Тарауыл ҡартҡа шыбаға сығарып биргән,
уның янына барып та йөрөгән, һаман да
алтын өйрәкте һөйләмәгән.

Көндәрҙән
бер көн Һәүбән, Тарауыл янына барғас,
һүҙҙән һүҙ сыҡҡанда, ҡарттан күл батшаһы
тураһында һөйләүен һораған. Тарауыл
ҡарт:

— Ул
батшаның сығып-нитеп йөрөгәнен күргән
кешене белмәйем. Бер саҡ мин күл ситендә
йөрөгәндә, бер ҡатын осраны. Шул ҡатын:
“Бынау күлдә бер алтын өйрәк йөрөйсө,
ул ниндәй өйрәк икән?” — тигәс, икәүләп
күл ситенә бара һалып ҡараныҡ. Беҙҙе
күргәс тә, теге өйрәк күлгә сума һалып
юғалды. Мин ҡабат ҡараштырғылаһам да,
ул өйрәкте һис күрә алманым. Тағы бер
осрағанымда теге ҡатын: “Һинең менән
мине күргәндән бирле теге өйрәк сыҡмай.
Нисә айҙар буйы абайланым, гел, айҙың
ун дүрте етһә, төндә күгәрсен төҫлө
булып сығалар ҙа, супырлатып, көлөшә-көлөшә
һыу инәләр,— ен ҡыҙҙары, ахырыһы”, —
тип һөйләне. Борон да шулай тип һөйләй
торғайнылар, — тип һөйләгән, Һәүбән:

— Ул
ниндәй ҡатын икән? — тигәс, Тарауыл
ҡарт:

— Мәсем
хандың бала ҡараусыһы инем, ҡыҙы ошо
күлгә һыу инә килгәндә, күҙ-ҡолаҡ булырға
килгәйнем. Шул хандың ҡыҙы күҙ менән
ҡаш араһында ғәйеп булды. Шуға хан,
ҡыҙымды тапмай ҡайтма, тапмаһаң, күл
ситендә асҡа үл, бер ергә лә китмә, тип
ҡалдырҙы. Шунан бирле асҡа ҡаңғырып
йөрөйөм, — тип ҡанлы күҙ йәше менән
һөйләп, илай торғайны ул ҡатын. Хәҙер
уға күп йылдар булды инде, — тип барыһын
да һөйләп биргән.

Һәүбән
Тарауыл ҡарттың һөйләгән һүҙҙәрен
барыһын да эсенә алып ҡына торған да,
унан айырылғас, айҙың ун дүртенсе кисен
көтөп йөрөгән. Айҙың ун дүртенсе кисе
еткәс, күл ситенә барған. Төн аяҙ, тымыҡ,
шылт иткән нәмә лә юҡ. Бер аҙ һағалап
ятһа, бына күлдең бер яҡ ситендәрәк
супырлап һыу ингән тауыш ҡолағына
салынған. Һәүбән ер ҡырлап ҡына шыуышып
ҡараһа, өйрәк түгел, алтын тәхет өҫтөндә
алтын сәстәрен һалындырып бер ҡыҙ сәс
тарап ултыра, уның тирәһендә аҡ күгәрсендәр
уйнап йөрөй, ти. Һәүбән янлап ҡына барған
да һиҙҙермәй генә теге ҡыҙҙың сәсенән
урап тотҡан, ҡыҙ һиҫкәнеп киткән. Теге
күгәрсендәр осоп киткән, ти. Һәүбән,
ҡыҙҙың сәсен ебәрмәйенсә:

Һылыу
төҫөн алышҡан:

Өйрәк
түгел, ҡыҙ икән, —

тип
әйткән. Был ҡыҙ баяғы һыу батшаһының
ҡыҙы икән. Шунда ул ҡыҙ Һәүбәнгә:

Мине
ҡайҙан тап иттең

Төн
уртаһы сағында?

Нисә
ҡараусым бар бит,

Ҡарап
тора янымда!

Егет,
ебәр сәсемде

Бүлдермә
һин эшемде!

Күгәрсендәр
киттеләр,

Илгә
хәбәр иттеләр,

Атам
белһә эшеңде,

Һис
аямаҫ башыңды! —

тип
әйткән. Һәүбән ҡыҙға:

Һылыу,
әйтсе атыңды,

Бер
һөйләрмен дан итеп,

Йә
булмаһа ҡайтайыҡ,

Бергә
торайыҡ көн итеп! —

тигән
икән, ҡыҙ уға:

Егеткәйем,
шаулама,

Атым
һорап даулама,

Хатта
мине күргәнде

Илгә
ҡайтып һөйләмә!

Егет,
һиңә тиң булмам,

Мине
алырға уйлама:

Нурҙан
тыуған тоҡоммон, —

Ерҙә
йөрөп хурлама.

Ер
улына тиң булмаҫ

Нурҙан
тыуған ҡыҙ бала;

Һарайҙа
үҫкән ҡыҙҙар ҙа

Мөлхәтһенмәҫ
далала.

Егет,
һүҙең оҙайтма,

Атам
килһә, яу һалыр;

Илең
туҙандан ҡалыр,

Тоҡомоңдо
юҡ ҡылыр, —

тип
әйткән. Быны ишеткәс, Һәүбән ҡыҙға былай
тигән:

Һине
эҙләп күп йөрөнөм,

Ай
тыуғандарын көтөп.

Инде,
һылыу, ебәрмәм,

Илаһаң
да ут йотоп.

Егет
тигән дәүеремдә

Күңелем
һис ниҙән ҡурҡмаҫ,

Батыр
егет йөрәге

Ҡоро
ҡапаҡтан өркмәҫ,

Яу
асһа ла атайың,

Тайшанмаҫҡа
уйым бар.

Яңғыҙлатмаҫ
үҙемде

Урал
тигән илем бар.

Егет
был һүҙҙәрҙе әйткәс, ҡыҙ уйға ҡалған.
“Атам данын әйткәс тә, ҡурҡманы, был
ниндәй егет икән”, — тип уйлаған. Шунан
ул Һәүбәнгә бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти:


Егет,
батырмын тиеп,

Тау
ярырҙай һөйләйһең;

Атам
илен һаҡлаған

Дейеүҙәрҙе
белмәйһең.

Теге
мәлде үҙеңә

Йылҡы
малы әйҙәнем,

Йылҡы
менән китергә

Аҡбуҙатты
димләнем.

Йылҡы
сыҡҡан сырҡырап,

Һыйыр,
һарыҡ мөңрәп,

Бары
бергә ҡушылып,

Хан
малындай эркелеп.

Улар
артынса ажғырып,

Шүлгән
күлен яғалап,

Аҡбуҙат
та атлыҡҡан,

Ғәйрәт
сәсеп, баҫмалап.

Күлде
ярып, елкенгән,

Һине
күрергә ынтылған;

Ғәйрәтенең
еленән

Урал
тауы һелкенгән.

Түҙә
алмай, батыры

Ҡолап
төшкәс һыртынан,

Аҡбуҙат
та, ғәрләнеп,

Кире
ҡайтҡан йортона.

Шулай
толпар ат менгән,

Дейеү-пәрейҙе
йыйған,

Һыу
йәненең барыһын

Үҙ
ҡулында туплаған,

Шүлгән
күле батшаға

Кем
булаһың уҡталған?

Ҡыҙҙың
был һүҙҙәренә Һәүбән бынауылай тип яуап
ҡайтарған, ти:

Атаң
бында хан булһа,

Дейеү-пәрейҙең
барын

Тирәһенә
туплаһа,

Аҡбуҙ
толпарын менеп,

Ел-дауылдар
ҡуптарһа,

Уҫаҡ
япрағындай ҙа

Йөрәгем
өшөп һелкенмәҫ!

Ун
ике башлы дейеүең

Илемә
утын һалһа ла,

Уралымда
дау асып,

Сергелектән
ҡан ҡойоп,

Илемә
яу һалһа ла,

Һис
ҡурҡмамын атаңдан,

Йөрәгемә
уҡ атһа ла!

Сура
батырҙан ҡот йыйып,

Батыр
тыуған затым бар;

Етем-еҫер
күҙ йәшен

Һырҡыратмаҫҡа
антым бар.

Һылыуҡайым,
маһайма

Шүлгән
күле тәрән, тип,

Атам
илдә ҙур батша,

Дейеүҙәрҙе
йыйған, тип,

Урамда
илаған етемдең

Күҙ
йәше аҡһа, күл булыр.

Ҡәберен
ағыҙып батырҙың

Юшҡын
түкһә, сүл булыр.

Һыуҙа
йөҙгән ҡыҙ бала

Ҡайҙа
һыулау табыр ул?

Шүлгән
һайыҡһа юшҡындан,

Ике
башлы дейеүҙәр

Ҡайҙа
ялдым табыр ул?

Ил
зарына моңайған

Иңләп
ятҡан Уралым,

Йылғыр
аҡҡан Иҙелем,

Тоноҡ
аҡҡан Яйығым

Нөгәр
йыйып йәшәргә

Атаңа
торлаҡ бирмәҫ ул.

Ҡыҙ,
Һәүбәндән был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡурҡып
киткән дә уға бынау һүҙҙәрҙе әйтеп
һалған, ти:

Егет
һүҙең һүҙ булһын,

Һиңә
антым бирәйем,

Үҙеңде
алып илемә,

Атам
торған еремә,

Ҡан-яу
асмай арала,

Һоҡланғаның
бирәйем.

Алтын
һарай эсендә

Мамыҡ
түшәк йәйәйем,

Ни
теләһәң алырға,

Һорағаның
бирәйем.

Илем
гиҙеп йөрөрһөң,

Бар
һарайҙы күрерһең,

Мине
Нәркәс тип һөйһәң,

Һарайымда
ҡалырһың,

Беҙҙә
толҡа тапмаһаң,

Мөлхәтһенмәй
барына,

Шүлгән
һарай иленә,

Нәркәстәй
хур ҡыҙына, —

Аҡбуҙ
толпар менерһең,

Ҡулға
бәхетең туплап,

Уралыңа
елерһең.

Һәүбән,
ҡыҙҙың был һүҙҙәрен ишеткәс, уның аты
Нәркәс икәнен белгән. Нәркәстең үҙ
һүҙендә торор-тормаҫына ышаныр өсөн,
уны тағы бер тапҡыр ант иттергән. Шунан
улар икәүләп һыу батшаһына китергә
булғандар. Нәркәс күҙ йоморға ҡушҡан.
Һәүбән күҙен йомған. Күҙен асырға ҡушҡан.
Һәүбән күҙен асһа, ҡыҙҙың алтын һарайында
тора, ти, был. Һәүбән унда бер нисә көн
ҡунаҡ булған. Һарай ҡыҙҙары йырлап-йырлап
ҡунаҡ иткәндәр, тик Һәүбән бер ҙә күңел
биреп ашамаған-эсмәгән, ти. Нәркәс
Һәүбәндең бойоҡҡанын, толҡа тапмағанын
һиҙгән дә атаһына барған, үҙ хәлен
баштан-аяҡ ошолай һөйләп биргән, ти:

Шүлгән
тигән ҙур күлең

Һыулау
булды йәшемдән.

Уйнап-көлдөм
эсендә,

Һис
йәш түкмәй ҡайғымдан.

Ун
һигеҙгә еткәнсе

Күп
һунарсы осраттым,

Күптәр
тоҫҡап атһа ла,

Барынан
да яҙлыҡтым.

Алтын
өйрәк тун кейһәм,

Ер
ыласыны һиҙмәне,

Кистең
йылғыр еле лә

Сәсем
һыйпап һөйөргә

Ҡара
башлы ҡамыштан

Үтер
юлын белмәне.

Ҡамыштағы
ҡама ла

Һыу
ингәнем һиҙмәне.

Аҙаҡ
тапҡыр береһендә

Өйрәк
булып атылдым,

Ай
нурына мансылып

Һыу
ингәндә тотолдом.

Ергә
сыҡһам, үлә инем,

Һүҙем
биреп ҡотолдом:

Атың
әйтеп ант иттем

Арала
ут асмаҫҡа,

Батыр
һоҡланған заттан,

Атай,
һаранланмаҫҡа.

Бына,
атай, ул батыр

Һарайымда
ҡунаҡта,

Антым
шулай ҙур булғас,

Ҡунаҡ
иттем аулаҡта.

Бына
һүҙең әйт, атай,

Минең
антҡа торорлоҡ,

Мәргән
батыр — алдында,

Уның
күңеле булырлыҡ

Бүләгең
бир малыңдан:

Инде
малың ҡыҙғанһаң,

Үҙем
барыр уйым бар.

Ҡыҙынан
был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик аптырауға
ҡалған. Был егеттән нисек тә ҡотолорға
уйлап, ҡыҙына былай тигән:

Ҡыҙым,
аҙаҡ һунарың

Хәйерлегә
булмаған,

Өйрәк
тунға атыр ир

Минең
илдә тыумаған.

Алтын
ҡолан сәсеңде

Йылтыр
күҙҙә күрерҙәй,

Ҡыҙым,
ундай зирәк йән

Бер
ҡасан да булмаған.

Ҡыҙым,
уға юл тапһаҡ,

Ботон-ботса
ботарлап,

Ҡыҙым,
унан ҡотолһаҡ,

Ҡабат
Шүлгән буйында

Һине
атыр ир булмаҫ,

Маҙаңа
ла тейерҙәй

Тирә-яҡта
йән булмаҫ.

Нәркәс,
атаһының Һәүбәнгә ҡарата был ҡаты
һүҙҙәрен ишеткәс, уның күңелен йомшартырға
тырышып, бынау һүҙҙәрҙе әйткән, ти:

Атаҡайым,
ул егет

Һүҙемде
тыңлап килде,

Мине
атҡан сағында,

Өйрәктер
тиеп белде.

Атаҡайым,
тағы ла

Мине
ҡосто ҡулына,

Уның
ҡулы йылыһы

Әле
йөрөй ҡуйынымда.

Уның
ҡаны ҡойолһа,

Бел,
сымырғаныр тәнем,

Уның
йомшаҡ һүҙҙәре

Мәңге
өҙөр йөрәгем,

Атай,
уға ҡаныҡма,

Уның
ҡанын ағыҙма.

Уның
өсөн бар Урал

Эҙләр
һинән ҡарымта.

Ул
һис күпте көҫәмәй,

Һинән
тәхет һорамай,

Малың
һорап тағы ла

Байлығыңды
муйырмай.

Атай,
мине бала итһәң,

Уның
ҡанын ағыҙма.

Бағауылһыҙ
егеттең

Йәнен
ҡыйып дан алма!

Егетте
ҡыйып дан алма!

Егеткә
бир Буҙ атты,

Һынап
ҡара ғәйрәтен,

Тота
алһа Буҙ атты,

Уралда
йәйһен ҡанатын.

Батша,
ҡыҙының былай инәлеүен күргәс, бик оҙаҡ
уйлап торған. Унан һуң үҙенең вәзирҙәрен
йыйып, Ҡәһҡәһә тигән ун ике башлы дейеүен
саҡырып алып, уларға кәңәш иткән, ти.
Ҡәһҡәһә батшаға былай кәңәш биргән, ти:


Буҙ
ат бирһәң егеткә,

Көсөң
китер ҡулыңдан,

Буҙ
ат китһә ҡулыңдан,

Айырылырһың
юлыңдан.

Һыңар
башлы аждаһаң

Уға
күренер мунсаҡтай;

Ике
башлы аждаһаң

Уға
күренер янсыҡтай;

Өс
башлы аждаһаң

Уға
күренер турһыҡтай;

Илең
тотҡан Ҡәһҡәһәң, —

Ул
да ҡалыр бурһыҡтай.

Батшам,
һиңә бер аҡыл:

Һарайың
тулы ер ҡыҙы,

Үҙ
ҡыҙыңдан да һылыу

Мәсем
хандың бер ҡыҙы.

Уны
күрһә, ул егет

Аҡбуҙатты
онотор,

Бер
ҡарыуһыҙ, алам, тип

Егет
шуға ынтылыр, — тип әйткән, ти.

Батша,
Ҡәһҡәһәнең был кәңәшен хуп күреп, урлап
килтерелгән ҡыҙҙар һарайына Нәркәс
менән бергә Һәүбәнде ебәрмәк булған,
ти. Шунда батша Нәркәсте саҡырып алған
да уға:

Балам,
күңелең хуш булһын,

Егеткә
бирәм теләген,

Һинең
ҡәҙерең тағы артһын,

Күреп
сыҡһын байлығым,

Һарайҙарға
алып бар,

Һарай
ҡыҙҙарын күрһен,

Һис
бер ҡыҫымға алмай

Ҡыҙҙар
менән һөйләшһен, —

тип
әйткән, ти.

Нәркәс,
атаһының был бойороғон ишеткәс, Һәүбәнгә
бөтә һарайҙы күрһәтеп сыҡмаҡ булған.
Улар күп һарайҙарҙы үткәс, бик ҙур баҡса
аша сығып, бер алтын һарайға барғандар.
Был һарайға еткәс, Нәркәс Һәүбәнгә:

Был
һарайҙа мин әйткән

Данлы
толпар Буҙ ат бар;

Танау
тартып ажғырыр,

Күҙенә
текләп ҡарап тор;

Яҡын
килеп сапсынһа,

Алдына
барып баҫып тор;

Тибергә
тип арт бирһә,

Янбашынан
ҡағып тор;

Ҡолаҡтарын
шымайтһа,

Ер
батыры мин, тип көл.

Шунан
килер яныңа, —

Һыртын
һыйпап һөйөрһөң;

Ялынан
алып ике ҡыл,

Беләгеңә
бәйләрһең;

Ҡойроғонан
ике ҡыл

Аяғыңа
бәйләрһең, —

тигән
дә, һарайҙы асып, уны Аҡбуҙат янына
индергән, ти.

Аҡбуҙат,
Һәүбәнде күргәс, үрә һикереп, танау
тартып ажғырып ебәргән, ти. Һәүбән унан
ҡурҡмаған. Аҡбуҙаттың янып торған баҡыр
күҙенә текләп ҡарағас, Аҡбуҙ, башын
сайҡап, ҡырғараҡ барып торған да алғы
аяҡтары менән сапсына башлаған. Аҡбуҙаттың
сапсынған аяҡ тауышын ишетеп, һаҡлап
торған дейеүҙәр һарай түбәһенән килеп
төшә башлағандар. Дейеүҙәрҙең ярҙамға
килгәнен күргәс, Аҡбуҙат, бөтә асыуы
менән Һәүбәндең алдына килеп, баштарын
сайҡап, сапсырға-ынтыла башлаһа ла,
www.bashqort.com Һәүбән һис тайшанмай ҡаршы
барған. Аҡбуҙ, Һәүбәнде былай ҙа ҡурҡыта
алмағас, әйләнеп типмәксе булған икән,
Һәүбән уның янбашынан һөйгән. Аҡбуҙат,
былай ҙа булдыра алмағас, ҡолаҡ шымайтып,
Һәүбәндең өҫтөнә ырғымаҡ булған икән,
Һәүбән уға ҡарап:

Аҫау
тотоп өйрәткән

Урал
батыры Һәүбән мин,

Батыр
һөймәҫ ат һуйып,

Итен
ейгән бәһлеүән мин.

Һаҙаҡ
теймәҫ Нәркәсте

Атып
алған мәргән мин.

Урал
тигән илемде

Яуҙан
һаҡлар Һәүбән мин, —

тип
әйткән икән, Аҡбуҙат айбанған, ти. Уның
айбанғанын күргәс, дейеүҙәр ҙә берәм-берәм
һарайҙан шыла башлаған. Һәүбәндең
батырлығын күргән Аҡбуҙат, яңғыҙ ҡалғас,
Һәүбәнгә килеп башын эйгән, ти. Быны
күргәс, Һәүбән Нәркәс әйткәндәрҙең
барыһына ла ышанған. Аҡбуҙаттың ял-
ҡойроғонан ҡыл алғас, Аҡбуҙ былай тип
әйткән, ти:

Егет,
ерҙең батыры

Һәүбән
батыр һин булһаң,

Йомро
тояҡ йылҡыла

Ат
толпары мин булам,

Ялым
һиңә көс бирер,

Ҡылыс
тотһаң ҡулыңда;

Ҡойроҡ
ҡылым көйҙөрһәң, —

Мин
булырмын яныңда.

Аҡбуҙат
ошо һүҙҙәрен әйткән дә, Һәүбәнде үҙ
батырындай күреп, уның алдында ҡолаҡтарын
ҡайсылап, иркәләнеп торған, ти. Шунан
Һәүбән, Аҡбуҙатты һыртынан һөйөп, уның
янынан сығып киткән. Нәркәс Һәүбәндең
сыҡҡанын ҡырҙараҡ көтөп тора икән. Уның
иҫән-һау сыҡҡанын күргәс, шатлығын
белдереп, өндәшмәй генә йылмайып ҡуйған
да ҡыҙҙар һарайына эйәртеп алып барған.
Һарай ҡапҡаһы төбөнә еткәс, Нәркәс,
Һәүбәнгә был һарай тураһында өйрәтеп,
былай тигән:

Һарай
тулы ҡыҙ булыр,

Һылыуҙары
күп булыр,

Аралап
күҙ һалырһың, —

Айҙан
яҡты йөҙ булыр,

Ике
бите уйылып,

Ҡара
ҡашы ҡыйылып,

Оҙон
керпеге аша

Ҡарап
көлгән күҙ булыр.

Ҡарсығалай
түш киргән.

Толомон
сәсмәүләп үргән,

Ынйылай
теш йылтыратып,

Наҙлы
көлгән ҡыҙ булыр.

Бал
ҡортондай билле үҙе,

Йөрәгеңә
ятырҙай,

Айһылыу
тигән ҡыҙ булыр;

Уралға
алып китерһең,

Мәсем
хандың ҡыҙы ул.

Ҡыҙҙы
һөйһәң, атамдан

Шуны
һора, бирер ул.

Уралға
алып китерһең,

Атаһына
илтерһең,

Ханға
кейәү булырһың.

Егет,
тағы онотма,

Бында
шундай ҙур сер бар:

Был
һарайҙан сыҡҡас та,

Убыр
ҡарсыҡ ҡаршылар,

Һине
күҙ менән арбар,

Һәрмәнгеләп
юхалар.

Ҡулың
бирмә тоторға,

Аяғың
бирмә һөртөргә.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Аҡбуҙат - 2
  • Büleklär
  • Аҡбуҙат - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3584
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1661
    30.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.0 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Аҡбуҙат - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 3448
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1755
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Аҡбуҙат - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 1906
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 998
    35.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.