Latin

Алдарҙың ер һатҡаны

Süzlärneñ gomumi sanı 578
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 310
50.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
62.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
66.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Берҙән-бер көндө Алдар хәбәр таратҡан: «Шулай ҙа шулай, бер әсмухә сәйгә бер түтәрәм ер һатам». Алдарҙың был ниәтен ишеткәс тә, иң тәүҙә мулла килеп инә.

— Шулай ҙа шулай, мулла кем Алдар, һин ереңде миңә һатһаң, урының ожмахта булыр.

— Әйҙә, рәхим ит, ала күр. Тик хаҡына килеш кенә.

— Хаҡы күпме һуң әле? — тигән була мулла белмәмешкә һалышып.

— Бер әсмүхә сәй, мулла абзый.

Мулла тиҙ генә сәйҙе бирә лә ҡайтып китә. Шунан күп тә үтмәй мәзин килеп инә.

— Ереңде миңә һатһаң, сауаплы булырһың,— ти был,— ике донъялыҡта ла изгелек күрер инең.

— Ал әйҙә, мәзин абзый, тик мин әйткән хаҡына ғына күн. Хаҡын алдан белгәс ни, бер әҫмүхә сәйен алып килгән мәзин.

— Күнәм, күнәм,— тип, бер әсмүхә сәйҙе ҡалдырып, мәзин сығып китә.

Күп тә үтмәй, ишек төбөндә тағы берәүҙең тамаҡ ҡырғаны ишетелә.

— Әйҙә, әйҙә,— тип ҡысҡырыуға, туҡ-туҡ таяғын таянып, мөтәүәлли килеп инә.

— Ереңде һатаһың икән, тип ишеткәйнем, хаҡ һүҙме!'

— Хаҡ, хаҡ.

— һин уны, Алдар ҡустым, минең кеүек изгелек юлында йөрөгән кешегә Һат. Ғүмергә яҡшылыҡ күрерһең.

— Ал, мөтәүәлли ағай, рәхим ит.

Мөтәүәлли ҙә бер әсмүхә сәйҙе ҡалдырып сығып Китә. Алдар самауыр ҡуя башлауға ғына бер бай килеп инә.

— Ереңде миңә һат, Алдар ҡусты,— ти быныһы ла,— мин һиңә хаҡты арттырып бирермен.

— Рәхим ит, бай ағай,— ти Алдар,— артығы кәрәкмәй. Алдар бынан да үҙе әйткән хаҡты алып ҡала. Бай сығып китә.

Инде Алдар сәй эсергә генә ултырғанда, бер сауҙагәр килеп инә.

— Эй Алдар ҡустым, күҙ күреш кешебеҙ, ағайыңа әйтмәй-нитмәй, ереңде осларға йөрөй икәнһең. Миңә, һат, мин һиңә сәй янына ике шаҡмаҡ шәкәр ҙә өҫтәрмен,— ти сауҙагәр.

— Ал, сауҙагәр ағай,— ти Алдар,— үҙ хаҡына бирәм мин уны.

— Әһә, шулаймы?

Сауҙагәр һалырға торған шәкәрен тиҙ генә кеҫәһенә тығып, сәйен генә ҡалдырып сығып китә. Алдар бер сынаяҡ сәйен эсеп бөтөүгә йорт старшинаһы килеп инә.— һин, Алдар ҡусты, ереңде ситкә һатырға тейеш түгелһен,,— ти был.— Миңә һат, эйе, мин бит, үҙең беләһең, закон кешеһе.

— Ала күр,— ти Алдар,— тик хаҡына күнһәң, тим инде.

— Хаҡы беҙҙең өсөн бүстәк,— тип старшина ла бер әсмүхә сәйҙе өҫтәлгә сығарып һала. Шунан үҙ юлына китә. Алдар сәйен эсеп бөтөп, инде торам тигәндә генә, ишектән мирауай судья килеп инде, ти.

— Алдар Фәләнович, һеҙ ерегеҙҙе һатаһығыҙ икән. Мин уны үҙем алырға булдым,— ти был.

— Рәхим ит, господин судья, ер бик яҡшы. Во, тигән! Судья ла артыҡ туҡталып тормай бер әсмүхә сәйҙе кеҫәһенән

сығарып Алдарға тоттора ла үҙ юлына китә.

Иртәгәһен иртүк тегеләр, береһе лә ҡалмай, хеҙмәтселәрен алып, Алдар күрһәткән ерҙе һөрөргә килгәндәр, ти. Килһәләр, бер генә түтәрәм ерҙә ете хужа булып киткәндәр, ти. Ни эшләргә?

— Алдар был ерҙе миңә һатты,— тип әйтә, ти, береһе.

— Юҡ, һиңә түгел, миңә һатты,— тип әйтә, ти, ҡалғандары.

Шулай итеп был ете хужа араһында тауыш сыҡты, ти. Тамаҡтары ҡарлыҡҡансы талашҡандың һуңында, яғалашыуға етә яҙған саҡта ғына, мирауай судья:

— Йәмәғәт, улай законды боҙмағыҙ. Сабыр итегеҙ. Киттек Алдарҙың үҙенә! — тип ҡысҡырып, уларҙы аңдарына килтерә. Китәләр Алдарҙың үҙенә. Шау-гөр килеп инәләр былар, Алдарҙы өҙгәләп ташларҙай булып. Мулла ҡысҡыра:

— Һин, ахмаҡ, нишләп улай бер түтәрәм ереңде ете кешегә һатаһың?

Алдар иҫе китмәй генә яуап бирә:

— Бәй, мулла абзый, ер ете ҡат, тип әйткән кеше һин түгелме ни әле ул?

— Мин.

— Һуң?

— Мин булһа ни! Ер ете ҡат инде ул. Китап шулай ти. Уны бына ил ағалары ла белә.

— Ете ҡат, мулла, ете ҡат! һәр кемсәнгә мәғлүм инде ул ерҙең ете ҡат икәне,— тиешәләр тегеләре.

— Бәй, шулай булғас, һеҙҙең ғауға күтәреүегеҙҙе аңлап етмәйем. Мин етәүегеҙгә ерҙең ете ҡатын һатҡанмын, һатыу минән, бүлешеү үҙегеҙҙән. Йәрәбә һалаһығыҙмы, нишләйһегеҙ, уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ,— тип, үҙ эшенә тотондо, ти.

Тегеләр ни эшләһен инде? Елкәләрен тырнай-тырнай сығып киткәндәр, ти.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.