Latin

Инеш һуҙ урынына - 3

Süzlärneñ gomumi sanı 4511
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2104
31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
51.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
italki
Шулай үҙ-ара ололар фекер алышҡан арала Нәжибә апай ни тере, ни үле түгел көйөнсә улының биттәренән һыйпаны, ғүмерҙә лә онотмаҫлыҡ итеп ҡарап ҡалырға ашыҡты. Үҙенең саҡ ҡына булһа ла ерләүҙе һуҙғыһы килгәне күренеп тора ине. Әсә кешенең хәлен һәр кем аңланы, шуға ашыҡтырманылар.
Ошонда аңҡы-тиңке торған Нәжибә апайҙың тәне ҡапыл эҫеле- һыуыҡлы булып китте. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ағарынып китеп, берҙән-бер күҙ күргән яҡын кешеһенә — Ғизетдин бабайға өндәште:
— Һуң был баланы мин тапһам, минән дә яҡыныраҡ күреп иркәләп-ҡарап үҫтергән Йөҙөкәй апай бар ҙа баһа! Ғүмер буйы улым шунан сыға белмәне. Йөҙөкәй апай үпкәләр бит, йөрәгемә гонаһ алғым килмәй һис кенә лә...
Был хәбәргә бөтәһе лә аптырап ҡалды. Йөҙөкәй инәй арала юҡ ине.
— Ысынлап та, йәмәғәт, унһыҙ ерләү килешкән эш түгел бит.
— Эйе, Йөҙөкәй үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе уны.
— Күрҙе генә тиһегеҙ әле, Нәжибә көндәр буйы колхоз эшендә, ә Йөҙөкәй сабыйҙы ҡулынан төшөрмәне. Ул икмәк сәйнәп ҡаптырһынмы, ул кәзә һауып һөтөн эсерһенме. Аслыҡ ине бит һуғыштан һуң...
— Нисек башҡа килмәгән был. Ярай әле һуңлап булһа ла иҫкә төшөрҙөгөҙ. Йөҙөкәй ҡайҙа киткән? Артынан ат ебәрергә кәрәк тиҙ генә...
Асыҡлай торғас, Йөҙөкәй инәй бынан ун һигеҙ саҡрымда ятҡан бер ауылға — берҙән-бер һеңлеһенә ҡунаҡҡа киткән булып сыҡты. Унан башҡа ерләргә бер кем дә батырсылыҡ итмәне.
Колхоздың ҡорсаңғы ғына атын егеп алып, Ғизетдин бабай юлға сыҡты...
— Эх, еңелгә ултыртып ебәрергә берәй малайы ла юҡ бит, исмаһам, — тип ҡалдылар артынан.
— Малай бар ине лә бит...
...Йөҙө ҡара янған Йөҙөкәй инәйҙе ултыртып, ҡояш байығас ҡына ҡайтып төштө Ғизетдин бабай. Юлда тәгәрмәстәр ҡойолоп ыҙаланған икән. һуңланылар. Мосолман йолаһы буйынса, ҡояш байығас, мәйет күммәйҙәр. Ошолай һөйләнә-һөйләнә, халыҡ иртәгәгә тиклем таралышты.
Йөҙөкәй инәй арбанан төшөү менән сеңләп ебәрҙе:
— Әрәм генә булды балаҡайым. Сабый ғына ине бит, ҡош ҡына... Бәхеткәйҙәре генә булманы бахырҡайымдың. Атаһының төҫө генә булып йөрөп ятыр ине. Аҡмырҙа кеүек кеше тирә-йүндә юҡ ине. Аҫыл һөйәккәйҙәре ятып ҡалды. Был аллаһы тәғәлә Нәжибәнең хәлен уйламай икән һис тә. Былай ҙа етем ҡалғайны бит, тормош йөгөн бер үҙе тол ҡалып тартып килде. Ул минеке ята әллә ҡайҙа. Әллә беҙгә бәхеттән өлөш тейһә, ҡырын китер микән ни?..
Йөҙөкәй инәй һөйләнде лә һөйләнде. Сабыйҙы ҡосаҡлап үкһене.
Кискелеккә үҙе ҡарауыллап ултырырға булып, шәмгә ут алдылар. Арлы-бирле генә түрҙә сәй әҙерләнеләр. Нәжибә апайҙың тамағына бер нәмә лә барманы. Йөҙөкәй инәй ҡыҫтап сәй эсергә димләне.
— Үҙең дә һурылып киттең. Аша, ҡайғы тип, үлгән артынан үлергә ярамай.
Нәжибә апай тыңлаусан ғына сынаяғын күтәрҙе. Шунда ҡапыл тәҙрәләре төбөндә ҡалын, көр тауышлы эт өрөп ебәрҙе. Нәжибә апайҙың ҡулынан сынаяғы төшөп ватылды. Ҡапыл бөтә йөҙөн ниндәйҙер ҡара һағыш, шом ҡаплап алды. Ҡулдары ҡалтырарға тотондо.
Эт өргән тауыш тағы ҡабатланды. Сыйнап, шыңшый теге, Ирмәк ятып үлгән карауат тәңгәлендә стенаны тырнай.
— Фрунзе... ҡыйғыр... — тип бышылданы Нәжибә апай, күҙҙәренән йәше субырлап аҡты ла китте. — Теге ҙур һары эт... Килгән, эҙләп тапҡан бит...


Ҡурҡынған Йөҙөкәй әбей тәҙрәгә барып этте ситкә ҡыуҙы.
— Себә, кит, тим бит, себә!
Нәжибә апайҙың ҡарайған йөҙөндә, күҙҙәрендә ниндәйҙер яҡтылыҡ сағылып үтте:
— Йөҙөкәй апай, сеү!.. Ҡыума һин уны... Ул бит... улым янына... хушлашырға килгән. Эт күңеле ныҡ һиҙенә, ти бит ул. Белеп тора, тиҙәр. — Шунан ул тәҙрәгә килде, һары эт, уны танып, үрле-ҡырлы һикерҙе. — Ҡана, булмаһа, мәхлүккә ашарына бирәйем. Хәйер булыр, сауабы тейер...
Нәжибә апай һөткә икмәк турап сығарып ултыртты. Фруска сабып килеп уға һырынырға, иркәләнергә кереште, түҙемһеҙлеген белдереп, шыңшып, бер туҡтамай оҙон ялбыр ҡойроғон болғаны. Нәжибә апай уның арҡаһынан яратты, башынан һыйпаны.
— Аша, аша, Фруска, мин һине шулай тип йөрөткәйнем бит, — тип һөйләнде. — Тик бына дуҫың ғына юҡ инде, нисегерәк уйнаған булыр инегеҙ. Улым һине иң ҡаты ауырыған сағында саҡырып ятты. Фрунзе, Ҡыйғыр, тине.
Нәжибә апай күңеле булғансы эт менән һөйләште. Эсе бушап ҡалғандай итте, йөрәге һыҙлауы ла хатта баҫылған кеүек тойолдо. Шунда ғына өйгә инде, артынан эйәртеп килгән Фрусканы эскә үткәрмәне. Эрней-әрней һаман һүҙен һөйләне уға.
— Ярамай, хайуан, хәҙер кис бит, ярамай. Иртәгә күмәкләп алып сығырбыҙ улымды. Шунда һин дә эйәреп барырһың...
Йөҙөкәй инәй мәйет янына килеп ултырған да өнһөҙ ҡалған. Ирмәктең өҫтөнә арҡыры бысаҡ һалған. Йола шулай ҡуша икән. Инәй үҙе һөйләшмәй ҙә, ҡымшанмай ҙа. Эстән генә доғаһын уҡый ине шикелле. Әллә ҡайғынан шулай ултырамы?
— Йөҙөкәй апай.
Инәй кеше ҡапыл йәнләнде:
— Ул һары эт ҡайһылыр ауылда беҙгә эйәреп алды шикелле. Ғизетдинде таныған кеүек тойҙом. Беҙ ни... ҡайғынан уға иғтибар итерлек инекме ни? Шулай ҙа, Нәжибә, мин ышанып бөтә алмайым. Йөрәгем тетрәп тик тора. Ай буйы күренмәгән эт эйәреп килгәс, иҫке китапта яҙылған, ҡайғы ингән йортҡа эт ҡайтһа, шатлығы ла ситләп үтмәҫ тип. Ҡарәле, йөрәгемә әллә ни булды. Өлпөлдәп тик тора. Бар, Нәжибә, һин түрҙә ятып ал, арып бөткәнһең бит. Мин үҙем һаҡлап ултырырмын улыҡайыбыҙҙы...
Нәжибә апай тартҡылашһа ла, уны Йөҙөкәй инәй күндерҙе. Быҙлаҡ шәмде был яҡҡа сығарып ҡуйҙылар. Әллә ҡайҙан — тәҙрә ярығынан үткән елгә лә ул ялпылдап китә, стенала күләгәләр бейеп ҡала. Донъя шомло. Мейес артында сиңерткә үҙенең ялҡытҡыс оҙон көйөн һуҙырға тотондо.
Ҙур һары эт тәүҙә ҡайҙалыр ситтә — Аҡнөгөш буйында өрөп йөрөнө. Тәүҙә ярһып-ярһып бер туҡтамай һауланы. Шунан сабып был яҡҡа килде шикелле, тауышы бик тиҙ яҡынайҙы. Ҡапыл тәҙрәгә ярғанат бәрелде. Йөҙөкәй инәй һиҫкәнеп китте, ырғып торҙо. Тәҙрәнән әллә кем ике ҡулын рам ситенә терәп ҡарап тора ине. Ҡото алынып, яҡын килһә, теле һалбырап аяҡ үрә баҫып торған этте таныны. Эсенә йылы инде.
— Себә, һин дә ят инде, серем ит! — тине Йөҙөкәй инәй. Тәне шыбыр тир булғайны. — Кеше ҡурҡытып йөрөмә!
Әллә эт аңланы инде, бер-ике генә өрөп алды ла тынысланды, шул тәҙрә төбөндә үк һуҙлайып төшөп ятты шикелле. Башҡаса үҙен бел- дертмәне.
...Ошолай төн үтеп китте. Таң яҡтыра башланы. Йөҙөкәй инәй керпек тә ҡаҡмайынса сабый мәйете янында ултырып сыҡты. Нәжибә бик ныҡ арығайны, уятып торманы. Уның өсөн иң ауыры алда әле. Кешене күмгән ваҡытта юғалтыуҙың мәғәнәһе ныҡлап аңлашылып бөтмәй, тиҙәр, аҙаҡ йөрәк һыҙлай ул...
Таң һарыһы өй эсенә һарҡып үткәс тә, Йөҙөкәй инәй әллә ниңә түҙемһеҙләнә башланы. Етмәһә, тәҙрә төбөндә генә ятҡан эт әллә ҡайҙа китеп шундайын абалап өрөргә кереште, әйтерһең дә, баҡса артына бүре өйөрө килеп тулған. Йөҙөкәй инәй аптырап, тиҙгә генә тышҡа ла сығып инде. Баҡса артында бер нәмә лә юҡ, уның ҡарауы һары эт ләхет таҡтаһы өҫтөнә менеп ҡунаҡлаған да бер өҙлөкһөҙ донъя һарһылта. Лапаҫ артындағы һыйыр ҙа тынысһыҙлана, кәзәләр тыпыр-тыпыр урындан урынға күсә. Әллә берәй януар бармы тип, лапаҫ эсенә лә башын тығып ҡараны Йөҙөкәй инәй, ләкин шикле бер нимә лә күрмәгәс:
— Һин, себә, туҡта инде! — тине лә инеп китте.
Көн яҡтыһы матур булып Ирмәктең битенә төшкән. Гүйә, сабый әҙгә генә серемгә тынған да хәҙер килеп уяныр төҫлө. Күҙ ҡабаҡтары шешмәкләнеп тора. Йөҙөкәй инәйҙең башына ҡапыл ғына бер уй килде лә ошо фекеренән үҙе үк ҡурҡып китте. Шулай ҙа яҡын уҡ килеп сабыйҙың йөҙөнә ҡарап тора башланы. Үлгән кешенең иң тәүҙә ирендәре күгәреп сығырға тейеш ине, ә Ирмәк тере кеше кеүек ята. Хайран ҡалды Йөҙөкәй инәй. Уҡына-уҡына тәҙрә төбөндә ятҡан көҙгө ярсығын барып алды, икеләнеп бик оҙаҡ шуны тотоп торҙо. Эт уның һайын ярһыбыраҡ өрҙө. Бына һарыҡай әҙгә генә туҡтап торҙо. Ошо тынлыҡ инәйгә көс биргәндәй итте. Ул шыпырт ҡына килеп, көҙгө ярсығын мәйеттең ауыҙ-мороно тәңгәлендә тотоп тора башланы.
Ошо килеш күпме ваҡыт үткәндер, билдәһеҙ, бер ваҡыт Йөҙөкәй инәй көҙгөнө алып ҡараны ла тилергән кешеләй иҙән буйлап йөрөргә, һамаҡларға кереште. Быны ишетеп, уянып килеп сыҡҡан Нәжибә апай бер нәмә лә аңламаны. «Әллә ҡайғынан Йөҙөкәй инәй алмашынған инде», тигән ҡурҡыныс уй үтте башынан. Тынысландырып та ҡараны, ләкин Йөҙөкәй инәйҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Ул хәҙер иҙән уртаһында торған өҫтәлде уратып йөрөргә кереште. Үҙе һамаҡлай:
— Улыбыҙ иҫән. Улыбыҙ иҫән. Бирсе хоҙай бәхетте!..
— Йөҙөкәй апай, ятып алһаңсы... Арығанһың, ахыры...
— Ята буламмы, Нәжибә. Әйттем бит, эт әйләнеп ҡайтһа, шатлыҡҡа тип. Әйттем... Эйе, улыбыҙ иҫән. Ирмәгебеҙ тере! Тере! Тере...
Һис ни аңламаған Нәжибә апай мейес буйындағы һикегә ултырҙы ла тәүҙә сеңләп кенә иланы, шунан һулҡылдарға кереште. Быны күргән Йөҙөкәй инәй уны тыйманы, киреһенсә, дәртләндереп кенә ебәрҙе.
— Ила, Нәжибә, илап ҡал! Илаһаң да хәләл! Ҡыуаныс йәштәрең аға һинең. Әйҙә, шулай булһын!..
Бынан һуң тағы нимәләр булғандыр, Нәжибә апай хәтерләмәй, әммә улының ҡулы, ята торғас, ҡыймылдап ҡуйғанды үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Күрҙе лә, ҡото алынып, тәҙрәгә ташланды. Барһа, унда Фруска күҙен алмай ҡарап тора. Шунан ишеккә ташланды. Сығып китеп әллә күпме йөрөп ингәс, бөтөнләй аҡылынан шаша яҙҙы: Ирмәгенең күҙҙәре асыҡ, ҡарап ята, бармаҡтары ҡыбырҙай. Йөҙөкәй инәй малайға төбәлгән дә, ҡояш сығыуын яңы күргән кешеләй, иҫ-аҡылдары китеп, онотолған. Үҙе шым ғына, әкрен генә тауыш менән Нәжибәгә өндәшә:
— Ҡапыл ҡысҡырып сабыйҙы ҡурҡытып ҡуйма. Бәхет ҡайтты, бәхет! Улыбыҙ терелде!.. Мөғжизә... Йөрәгем һиҙенгәйне лә шул... Мәрткә генә киткән булған, мәрткә. Кисә илтеп күмеп ҡуйһаҡ, ҡуй инде, бөтөнләй әрәм иткән булыр инек сабыйҙы. Үҙ бәхеткәйҙәре үҙе менән. Иншалла!.. Бар, анау һары этте керет. Шул шатлыҡ килтерҙе бит...
Нәжибә апай был хәлдең өнмө, төшмө икәнлеген аңлай алманы. Бер туҡтауһыҙ улының маңлайынан, күҙҙәренән үпте. Тегенең теремек ҡараштарында Аҡмырҙаһының йылылығын тойоп, үкереп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.
Ирмәктең терелеү хәбәре йәшен тиҙлегендә бөтә Өсөйлө ауылына таралып, шаҡ ҡатырҙы. Халыҡта көтөүгә мал ҡыуыу ҡайғыһы китте, һәр кем мөғжизә күрергә Нәжибә апайҙың өйөнә йүгерҙе. Тәүҙә кешеләр өйгә яҡын килергә ҡурҡтылар. Үлгән кеше терелеү булған эшме ни? Аҡыл етерлек түгел бит. Шунан әкрен генә баҙнат итеп берәм-берәм тәҙрәгә килделәр. Ултырып торған баланы күргәс, телһеҙ ҡалдылар. Ҡайһы берҙәре ташҡа әйләнгәндәй, шунан йыраҡ китә алмайынса, ҡатып ҡалды, ә икенсе берәүҙәр уҡына-уҡына, ситкә ҡасыу яғын ҡараны...
Тик бер генә йән эйәһе хөрәфәткә ышанманы. Ул — Фрунзе, Фруска, Ҡыйғыр, нисәмә саҡрымдар үтеп үҙенең дуҫын тапҡан, уның яҙмышындағы иң киҫкен минуттарында янында булыу бәхетенә ирешкән ҙур һары эт ине. Үрле-ҡырлы һикереп, өй тирәһендә буталып йөрөнө.
Бер туҡтауһыҙ өрҙө, стенаны килеп тырнаны, кешеләргә бәрелде, ерҙә аунаны, ләкин уны ҡыуыусы кеше табылманы. Бөтәһе лә уға изге йән итеп ҡараны.
Ошо шатлыҡтан һуң Ирмәктең ҡаҙып әҙерләп ҡуйған ҡәбере лә, шул килеш онотолоп, яйлап-яйлап ишелеп, ер менән тигеҙләнә яҙҙы. Ҡәбер ташы ла аунап ятып ҡалды. Йөҙөкәй инәй ҡунаҡҡа сығып китеү сәбәпле генә уның кәрәге теймәне...
Алтынсы хикәйә,
йәки
буре менән алышыу
Йәй уртаһы етте. Ирмәк, ҡот осҡос ауырыуҙан ҡотолоп, ул хәлдәрҙе онотоп бөткәйне инде. Әҙерәк буйға ла үҫеп киткәйне шикелле. Хәйер, үҫһә лә ваҡыт инде, киләһе йылға уҡырға барасаҡ бит. Йәл, быйылғы сентябрҙә етеһе тулып өлгөрмәй. Юғиһә, әсәһенең район үҙәгенән алып ҡайтып биргән портфеле өйҙөң иң түрендә — өрлөктә күптән эленеп тора. Эсендә хатта бер нисә дәфтәр менән ручкаһы ла бар.
Ҙур һары эт менән Ирмәк ныҡлап дуҫлашып алды. Фрунзе тигән исем уға ныҡлы тағылды. Ауыл халҡы ла был мәрәкәне тиҙ үк үҙ итте. Һары эт урамда күренеү була, улар:
— Фрунзе, Фрунзе, маһ, маһ!.. — тип ҡысҡыралар.
Фрунзе ни үҙ сиратында дәрәжәһен төшөрмәй генә бер өрөп ҡуя ла бындай саҡта, ышаныслы юртып, тегеләрҙең яндарынан үтеп китә. Тәүҙәрәк Фрунзены ла үҙ итмәгән кешеләр табылды Өсөйлөлә. Таш бәргән кешеләр булғыланы. Ләкин Фрунзе сабырлығы менән еңде ундайҙарҙы. Аҙаҡтан уға күнделәр. Ауылда йүнле сәүек тә юҡ ине шул ул йылдарҙа. Ә был һары эт үҙе эре һөйәкле, ҡалҡыу, ҡараштары аҡыллы, юҡҡа-барға лауылдап бармай. Ҡыҫҡаһы, Өсөйлөнөң яратҡан йән эйәһенә әүерелде.
— Уның бит төндә тороп бер өрөп ебәреүҙәре ни тора! — тип һоҡландылар аҙағыраҡ. Кемеһелер хатта өҫтәне:
— Йүнле ауылдың йүнле генә эте лә булырға тейеш...
Өсөйлө — бәләкәй генә ауыл иҫәпләнһә лә, халҡы зерә лә ғорур ул, ғәрсел. Өйҙәрҙе лә бында бер-береһенән уҙҙырырға тырышып һалалар. Ҡарғалыла ана бөтәһе лә тип әйтерлек, һалам ҡыйыҡлы өйҙәр, ә Өсөйлөлә юҡ-юҡ та ҡабыҡ түбәлеләр, хатта таҡта менән ябылған йорттар ҙа күренгеләй башланы. Ауыл уртаһынан оло юл үтә. Үткенселәрҙе эт ҡаршылай, эт оҙатып ҡала. Төҙөк тыҡрыҡтарын да, ҡупшы өйҙәрен дә күҙҙән үткәреп, моғайын, былай тип әйтәләрҙер әле:


— О-о, дарым был Өсөйлө, бәләкәй генә ауыл булһа ла, шәп йәшәйҙәр икән, халҡы егәрлелер. Өйҙәре бик төҙөк, хатта эттәре лә быҙау ҙурлыҡ...
Шуға Фрунзе тиҙ үк ауылдың үҙенә күрә бер ғорурлығына әйләнеп өлгөрҙө:
Ирмәк эте менән бергә уйнаны, бергә һыу инде, хатта бергә ашап, бергә йоҡланы тиһәң дә, хата булмаҫ. Ҡабырғаларын ҡабырғаларына терәп йоҡлап киткеләгәндәрен күреүселәр йыш осрағандыр. Хәҙер инде Мөслимәнең әтәсенән ҡурҡыу замандары үтте.
italki
Бер көндө киске көтөүҙән Ирмәктәрҙең һыйырҙары ҡайтманы. Нәжибә апай һауырға тип сыҡҡас ҡына белде. Көтөүсенән дә һорашып ҡаранылар.
— Быҙауы менән ҡушылғайнылар, — тип кенә ҡуйҙы теге. Ә быҙау ҡушылғас, һөт юҡ тигән һүҙ инде.
— Әллә улым, эҙләп киләһеңме? — тип әсәһе үтенесле ҡараштарын төшөрҙө. Ирмәк инәлтеп торманы, Фрунзены эйәртте лә сығып та китте.
Йәйге кис оҙон була, әллә күпме йөрөнөләр урман, баҫыу ситтәрен ҡыҙырып. Шунан ауылға яҡын ғына тауға күтәрелергә булдылар. Быйылғы йәй ниңәлер тирә-яҡта бүре үрсеп киткәйне. Юҡ-юҡ та төрлө хәбәрҙәр ишетелеп торҙо. Йә әллә кемдең танаһын йыҡҡандар мәлғүндәр, йә фәләндең кәзәһен тамаҡлағандар. Нәжибә апайҙың шикләнеүе лә ошоға бәйле ине. Нисек тә һыйырҙы ҡайтарып лапаҫ аҫтына яптырғыһы килде.
Тау битләүенән кәбән төптәрен тикшерә-тикшерә китеп бара Ирмәк. Инде ҡараңғы ла төшә башланы. Бында тороп ҡалһаң, ҡурҡыныс. Ярай әле янында тоғро дуҫы — Фрунзеһы бер. Ул бер тотам ситкә китмәй. Ирмәге ҡайҙа борола, ул да шул яҡҡа ҡайырыла һала. Шулай ҙа туҡтап-туҡтап һауаны еҫкәп алырға онотмай.
Һыйыр менән быҙау табылманы. Инде ҡараңғы төштө. Кире боролорға кәрәк. Тауҙың иң аҫтында, бойҙай башланып киткән ерҙә, йәнә лә бер бәләкәй кәбән ултырып ҡалғанды хәтерләне Ирмәк. Тик унда барырға малайҙың батырсылығы етмәй. Кәбән тәңгәленән генә өҫкә табан тәрән йырын башланып китә. Унда дөм ҡараңғы ағаслыҡ — өсҡат, муйыл, миләш араһында йәмшегән дә үҫә хатта. Бер керһәң, тиҙ генә йырып сығырмын тимә. Бына шул йырындан ғәҙәттә бүреләр көтөүе килеп сыға икән тип һөйләгәндәрен ишеткәне бар ине Ирмәктең.
Һаҡ ҡына түбән төшәләр. Фрунзе алға уҡ сабып сығып китә лә туҡтап көтөп ала. «Молодец, ташламай», тип ҡыуанды малай эстән генә. Шул саҡ ҡайҙалыр һыйыр мөзөлдәгәне ишетелгәндәй итте. Ергә һырығыбыраҡ ҡараңғылыҡҡа ҡараһа, уларҙың алдында ғына һыйыр менән быҙау тора. Танып алып, тиҙерәк тегеләрҙе ҡайтыу яғына — һуҡмаҡҡа төшөрөп ебәрҙе.
— Һәш, һәш, мөстән, һөтөңдө имеҙеүең етмәгән, ҡайтмай йөрөп ятаһың!..
Оҙаҡламай һарғайып ҡына күк йөҙөндә ҡыйырсыҡ ай ҡалҡты. Ҡараңғы ер өҫтө саҡ ҡына яҡтыра башлағандай тойолдо. Түбәндә ауыл уттары мызлай. Әллә ниндәй таныш булмаған ҡоштар сырҡылдашып ҡуя, ябалаҡтар пырылдап үтеп китә. Үлән араһында сиңерткәләр йоҡоға талған күрәһең. Уның ҡарауы ҡайҙалыр яңғыҙ өкө уһылдағаны ҡолаҡҡа салына.
Һыйыр һуҡмаҡ буйлап иң алға төшөп алды, уның артынса уҡ күндәм генә быҙауы юртып бара. Һирәк-һаяҡ икеһе лә бышҡырып ҡуя, тирә-яҡтарына ҡараналар.
Инде баҫыу араһынан һалынған берләм юлға ла күп ҡалмай.
Ошо ваҡыт ҡапыл тыныс ҡына атлап барған һыйыр менән быҙау артҡа тайшанды. Ирмәк уны-быны аңғарып өлгөргәнсе, янынан атлаған Фрунзе күҙ асып йомғансы быҙау аша алға ырғылды, һыйыр үткер мөгөҙҙәрен йәпләп, башын ергә тиклем эйгәйне. Быҙауы уның ҡабырғаһына һыйынды. Ҡулына таяҡ тотҡан Ирмәк тә быҙауға эйәрҙе. Шунда ғына ул, ҡото алынып, ҡысҡырып ебәрҙе:
— Әс-сәй!.. — Ҡаршыһында бер генә түгел, дүрт йәшел ут мызлай ине.
Күҙ асып йомған арала алыш башланды ла китте.
— Фрунзе, ҡыйғыр!.. — тип иламһыраны Ирмәк, хәленең ниндәй аяныс икәнлеген яңы аңлап. Ләкин яңыраҡ ҡына бесәне сабып алынған аҡлан өҫтөндә ҡанлы алыш башланып та киткәйне. Бер түгел өс януар ҡамыл өҫтөндә туп кеүек тәгәрләп йөрөй. Тирә-яҡты ырылдау, соңҡолдау, шыңшыу, ажғырыу тауыштары баҫты. Ирмәктең тубыҡтары дер-дер ҡалтыраны, шулай ҙа таяғын болғап ебәргән булды. Таяҡ тигәне лә — ҡар малайҙан тороп ҡалған Сәмиғулла ҡулы ине. Шуны тойоу саҡ ҡына көс биргәндәй итте уға. Бына һыйыр ҙа, ер тырнап сапсып, мөгөҙҙәрен ялтлатып, иләмһеҙ үкереп ебәрҙе.
Ошоно ғына көткәндәй, Ирмәк тә йән асыуы менән әллә ҡурҡышынан, әллә ысынлап аҡырып ебәрҙе.
Үлән өҫтөндә аунаусы оло йомғаҡ ҡапыл кесерәйеп ҡалғандай итте. «Бүреләрҙең береһе ҡасты, ахырыһы», тигән уй үтте Ирмәк башынан. Ҡыйырсыҡ ай, юғары күтәрелеп, ер өҫтөн апаруҡ яҡтырта ине.
Бына тороп ҡалған ике януар бер-береһенән ысҡынып китте. Кәүҙәгә бейегерәге — Фрунзе ине. Ләкин алыш туҡталыу оҙаҡҡа булманы, ҙур һары эт, уҡ кеүек атылып, йәнә ҡорбанын бәреп йыҡты һәм ҡайһы ерендер умырып алды, ахыры. Күҙ асып йомғансы, бүре шыңшый-шыңшый юғарырға — тау араһындағы йырынға ырғылды...
Быны күргән Ирмәк йүгереп дуҫы янына барҙы. Тегенең һаман ярһыуы бөтмәгән, тештәрен ыржайтып бүреләр ҡасҡан яҡҡа ҡарап ырылдай. Яңынан килеп кенә ҡарағыҙ, тере ҡотола алмаҫһығыҙ, йәнәһе. Уны саҡ тынысландырҙы малай, ҡабырғаһындағы йөнөнән, башынан һыйпаны. Шунда Ирмәктең ҡулы еүеш әйбергә тейеп үтте. Аптырап усын еҫкәп ҡараны ла, ҡан икәнлекте аңлап, тиҙерәк һыйыр менән быҙауҙы юлға төшөрөп ебәрҙе. Ауылға еткәнсе йүгертте хайуандарҙы. Ҡотолоп ҡалыуҙарына үҙҙәре лә ҡыуанғандыр инде улар, Ирмәк ҡайҙа бара, шунда ыңғайланылар. Тик Фрунзе ғына арттарынан саҡ өлгөрөп ҡайтып инде. Ул ныҡ аҡһай ине.
Икенсе көн әсәһе, Фрунзеның яраларын таҙартып, май һөрттө. Ирмәк уға көнө буйы ашарға ташыны, моғайын, янынан да китмәгәндер. Ул бер өҙлөкһөҙ ҡотҡарыусыһының башынан һыйпаны.
Төшкә табан Фрунзены күләгәгә — саған төбөнә күсерҙе. Аҫтына әсәһенең иҫке һырмаһын һалғайны. Эт тоғро ҡуңыр күҙҙәрен Ирмәктән алмай. Яралы булһа ла, ҡәнәғәт ине шикелле кисәге ҡылығынан. «Ирмәк, һин мине үлемдән ҡотҡарғайның боҙ киткәндә, бына хәҙер мин һине бәләнән арсалап алып ҡалдым, шулай дуҫ йәшәйек», тигән кеүек ине уның аҡыллы ҡараштары.
Ләкин Фрунзеға тигән һынау бының менән генә бөтмәгән икән әле.
Ошолай күләгәлә Ирмәк ултырып, Фрунзе башын дуҫының алдына һалып ятып тора инеләр, юлдан үтеп барған ат ҡайырылып улар тәңгәлендә туҡтаны. Кемдер, таныш түгел кеше:
— Тпру-у, тик тор тиҙәр һиңә! — тип уҫал итеп атына өндәште, Ирмәк саған япраҡтары араһынан үрелеп ҡараны. Ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, мыйыҡлы, кейеҙ эшләпәле кеше ипләп кенә арбаһынан сыбыртҡыһын ала ине.
Ирмәк бер нәмә лә аңламаны, шулай ҙа шикләнеп, өйҙәре яғына ҡарап ҡуйҙы. Бөгөн ял көнө, әсәһе өйҙә генә тора. Ана түр яҡ тәҙрәнән уның бешеренгәне күренеп тора. Шуға малай тыныслана төштө.
Кейеҙ эшләпәле саған төбөн һөҙөп ҡарап торҙо. Уның яғынан Фрунзе ғына күҙгә ташлана ине, ахырыһы, Ирмәкте шәйләмәне. Бына ул арба төбөнән киндер тоҡ алып, шуға бер тына ҡарап торҙо: уйланды-уйланды ла уны кире ырғытты. Малай тын да алмай күҙәтә. Ахыр килеп ҡыҙыл йөҙлө оҙон сыбыртҡыһын ҡулына тотто. Нисек саған төбөнә килеп еткәндер, Ирмәк быныһын һиҙмәйерәк ҡалды, ләкин ҡапыл муйынына сыбыртҡы осо килеп тейеүгә сарылдап ырғып торҙо. Теге әҙәм Фрунзеға һелтәнгән икән. Былай ҙа һыҙланып ятҡан яралы хайуан асырғанып барып ҡыҙыл йөҙлөнөң осаһынан умырып тешләп тә өлгөргәйне.
— Ах, ҡәбәхәт, мин һине бөтөрмәһәмме! Тфү! — Әллә нимәләр тип һүгенә теге кеше, осаһын һыйпап, усы менән йыртыҡ урынды ҡапларға итә. Уңарсы булмай, өйҙән Нәжибә апай йүгереп сыҡты. Ирмәктең ялланып киткән муйынын күреп ҡалыу менән улын күтәреп ала һалды.
— Нишләп йөрөйһөң һин, әҙәм аҡтығы! — тип ҡысҡырҙы Нәжибә апай. — Ул балаға һин түгел, үҙем дә ҡағылғаным юҡ. Кем һин? Ни кәрәк?
Ҡыҙыл йөҙлө һыҙланып осаһын һыйпаны, сыбыртҡы һабы менән саҡ ҡына ситкә күсеп ултырған Фрунзеға янаны.
— Мин һине, аҙғын, дөмөктөрмәһәмме, исемем фәлән булмаһын!..
Нәжибә апай был кешене танып алғайны инде. Теге ваҡыт һары этте нуҡталап, бер тейәп алып киткәйне инде. Әле түҙмәне, ҡаршыһына атланы:
— Мин һеҙҙең ауыл советығыҙға барасаҡмын, белдегеҙме? Ниңә былай юл баҫып йөрөйһөгөҙ? Күрмәйһегеҙме ни, һеҙҙән кеше түгел, эт тә биҙеп бөткән.
— Ауыл советы түгел, Мәскәүҙең үҙенә бар, ә мин был һары сусҡаны дөмөктөрәсәкмен! — Ул шаңҡайып сыбыртҡыһы менән күн итегенең ҡунысына һуҡты.
Ҡапыл уҫал тауыш яңғыраны:
— Кем ул, кемде дөмөктөрә? Ҡайҙан килгән ундай кеше? — Әйләнеп ҡараһалар, күҙҙәре нәфрәт менән тулышҡан Ғизетдин бабай.
Аҡ ҡына күлдәктән, еңдәрен һыҙғанып ебәргән, ҡап-ҡара булып ҡояшта янган беләктәре ташып, ҡан тамырҙары йәшәреп тора. Күрәһең бесәндән ҡайтып килгән. Ситтәрәк салғыһы ята.
Ҡыҙыл йөҙлө һаман ирәгәләшә:
— Үҙем белермен кемде дөмөктөрөргә! Әлегә тиклем һорап йәшәгән юҡ.
Шулай тип тә өлгөрмәне, Ғизетдин бабай асырғанып тегенең яғаһынан һығып алып һелкетте. Был мәлдә ул Ирмәктең сыбыртҡынан ялланып сыҡҡан муйынын күреп алғайны. Етмәһә, яҡында ғына ҡанһырап Фрунзе баҫып тора.
— Етемдәрҙе ҡыйырһытырға ирек бирмәбеҙ, белдеңме? Әтрәгәләмдәр күп булыр. Эҙеңә төштөм мин һинең, энекәш кеше, һуғышҡа барыу урынына, сырхаулап, урманда дүрт йыл буйы мал көткәнлегеңде лә ишеттек. Ауылдаштарың үҙҙәре һөйләй. Әле килеп, Аҡмырҙаның улына ҡул күтәргәнһең. Ә? Мин һине!..
Ирмәк Ғизетдин бабайҙың был тиклем уҫал икәнлеген белмәй ине. Әле иҫ-аҡылдары китте. Ҡыҙыл йөҙлөнөң эшләпәһе тәгәрләп китте. Бабай уны ерҙән күтәреп бер ғыжылдатҡансы һелкетте лә тәүҙә ҡулындағы сыбырҡыһын тартып алды, уның һабын сыртлатып ҡына һындырып, саған араһына ырғытты, аҙаҡ тегенең үҙен һөрлөктөргәнсе арбаһына төртөп ебәрҙе. Ҡыҙыл йөҙлө, осаһын усы менән ҡаплай-ҡаплай, йүгереп арбаһына менеп ултырҙы.
— Эт бит минеке. Мин һеҙҙе судҡа бирәм! — тип янаны.
— Бир, бир, үҙем свидетель, булып барырмын. Этте генә түгел, кешеләрҙе лә шулай яфалайһыңдыр әле, — тип ҡул һелтәне Ғизетдин бабай.
— Һине лә онотмабыҙ! — тип ҡысҡырҙы ҡыҙыл йөҙлө, атының дилбегәһен аяуһыҙ тартып ебәрҙе. Ләкин ул теҙгененән бағанаға эләктереп ҡуйылғайны. Быны күргән Ғизетдин бабай эре, һәлмәк аҙымдар менән


ашыҡмай ғына барып теҙгенде ысҡындырҙы, шунан арба хужаһына яҡын килде. Күпмелер тегеңә һынап ҡарап торғас, эйелеп нимәлер әйтте. Теге был юлы атын ҡамсыламаны, әкрен генә ҡуҙғалып китте. Үҙе, Өсөйлөнө сыҡҡансы, юл уртаһында баҫып торған Ғизетдин бабайҙан күҙҙәрен алманы. Ирмәк менән Фрунзе Ғизетдин бабайға килеп һарылды. Бабай кеше ике ҡулы менән бер юлы икеһен дә иркәләп һөйҙө лә әйтеп ҡуйҙы:
— Ҡабат был әҙәм беҙҙең ауылды өс саҡрымдан урап үтәсәк...
Етенсе хикәйә,
йәки
таш ҡапсыҡҡа эләгеү


Был ваҡиға көҙгә табаныраҡ булды. Инде йәйге мажаралар онотолғайны. Фрунзеның да бүре һалған яралары күптән уңалды. Теге ҡыҙыл йөҙлө уҫал әҙәм дә ҡабат килеп йонсотманы. Ғизетдин бабай хаҡ булып сыҡты. Тик уның кейеҙ эшләпәһе генә аунап ятып ҡалған икән. Ирмәк уны алып ситән башына күренерлек урынға элеп ҡуйҙы, ләкин хужаһы килмәне. Ғизетдин бабай уның ҡолағына нимә тип әйткәндер инде, шул ғына сер булып ҡалды. Хәйер, был тормошта серле нәмәләр ҙә осрарға тейеш. Шунһыҙ донъя йәмһеҙ булыр ине. Һәр хәлдә Ирмәк бына шулайыраҡ фекер йөрөтә. Ә теге кейеҙ эшләпәнең кәрәге тейер әле. Оҙаҡламай ҡыш етәсәк бит. Ирмәк ҡар малай менән ҡар ағай яһап ҡуясаҡ. Береһенә Сәмиғулланың кәпәсен кейҙерәсәк. Әйҙә, һәйбәт малай — Ирмәктең дуҫы һәр ваҡыт уға тормоштоң матурлығы тураһында иҫкәртеп торһон. Ә икенсеһенә — ҡар ағайға ана шул ятып ҡалған кейеҙ эшләпәне кейҙерәсәк. Был тормошта уҫал ниәтле кешеләр ҙә юҡ түгеллеген оноттормаҫ.
Ә әлегә Ирмәк эте Фрунзе менән рәхәтләнеп донъя көтә. Әсәһе Нәжибә апай тыныс ҡына эшенә йөрөй. Йөҙөкәй инәй көн һайын Ирмәкте сәйгә саҡырып ала. Хужаһы артынан Фрунзе ла эйәрмәй ҡалмай. Ғәҙәттә, асыҡ ишектән сабыр ғына сәй әсеүселәргә ҡарап ултыра. Йөҙөкәй инәй уның түҙемлелеген үҙенсә баһалай һәм маҡтап ҡуйырға онотмай.
— Ҡайһылай ҙа кеше кеүек аҡыллы булыр икән, килептереп намыҫлы, тупһанан үтергә лә баҙнатсылыҡ итмәй. — Әлбиттә, Фрунзеға ла бынан һуң өлөш сыҡмай ҡалмай.
Берҙән-бер көндө, Нәжибә апайға эйәреп, Ҡарғалы малайы Нурғәле ҡунаҡҡа килеп төштө. Ул инде Ирмәктең бынамын тигән дуҫы барлыҡты Нәжибә апай һөйләүе аша белә ине. Килеп күрергә хыялланып йөрөгән малайға тағы ла бер сәбәп табыла. Уның флотта хеҙмәт иткән ағаһы ялға ҡайтып төшә һәм Нурғәлегә өр-яңы кеҫә фонаре бүләк итә. Ундай нәмәнең барлығын ишетеп кенә белгән Ирмәктең күҙҙәре дүрт булды. Э Нурғәлегә шул ғына кәрәк тә. Нимә тиһәң дә, Ҡарғалылар әҙерәк маҡтансығыраҡ шул. Әле шул фонарен дә кеҫәһенә һалып килгән.
Ҡунаҡты шартына еткереп ҡаршылағас, кәнфитләп сәй эскәс, урамға сыҡтылар. Фрунзе тәүҙә уға шикләнеберәк ҡарап ҡуйғайны, был яңы малайҙың хужаһы Ирмәк менән бик татыу икәнлеген күреп, тынысланды, рәхәтләнеп уларҙың икеһе менән уйнай башланы.
Ҡараңғы төшкәнен саҡ көтөп алдылар малайҙар. Нурғәле фонарҙе Ирмәккә лә тоттороп ҡараны.
— Шәп бүләк! — тине, ҡыҙығып Ирмәк.
— Һинеке юҡ та бит әле, — ҡапыл аҫтыртын көлгән булды Нурғәле. Ниңә шулай кәпәренергә инде? Ирмәк аптырап ҡалманы:
— Фонарь нимә ул, төндә генә кәрәк бит. Күп кеше, етмәһә, кис өйҙә генә ултыра. Вәт. Зату минең тоғроларҙан-тоғро этем бар, — тине.
Малайҙар, көтмәгәндә бәхәсләште лә китте.
— Минең фонарь шәберәк!
— Булды, ти, һиңә! Көтөп тор! Фрунзеға етмәй инде ул.
— Юҡ, минең фонарь!!!
— Минең эт...
— Улай телләшһәң, ҡайтам да китәм.
— Китһәң, ана бара юлың.
— Ә-ә, әле һин шулаймы?
— Һинең кеүек инде...
Малайҙар ҡыҙышып ҡына китеп баралар ине, араларына Фрунзе инеп, ҡапыл ғына «һау!» тип өрөп ебәрмәһенме! Ике малай ҙа шаҡ ҡатты. Һары эт, етмәһә, ирмәк кенә итеп ҡойроғон болғай, күҙҙәрен туҡландырып, тегеләрҙең йә береһенә, йә икенсеһенә ҡарап ала. Нурғәленең иҫе китте:
— Ҡарале, Ирмәк, вәт, эт, исмаһам!..
— Мин һиңә әйттем...
Дуҫтар яңынан ярашты. Ҡараңғы төшкәйне инде. Арттарынан Фрунзены эйәртеп, ут яндырып, әллә күпме урам буйлап сабып йөрөнөләр. Аһылдап ҡайтып түшәктәренә йығылғас ҡына күңелдәре булды. Йәй көнө ни, өй ишеге асыҡ. Фрунзены ла Нәжибә апайға һиҙҙермәй генә соланға индерҙеләр. Малайҙар бик ҡоҙалағас, риза булды шикелле эт, тик өй тупһаһын аша атлап үтмәне.
Шунда Ирмәк Нурғәленең һүҙен алды.
— Һин иртәгә ҡайтма, ә?
— Әсәйемә әйтмәгәйнем бит әле.
— Минең әсәйем аңлатып бирер. Бергәләп уйнарбыҙ.
Нурғәле икеләнә, ҡалғыһы ла килә, ләкин Ҡарғалыла ағаһы барлығын иҫенә төшөрөп, йәнә кире уйлай.
Шунда Ирмәктең башына бик елле уй килде:
— Беләһеңме, Нурғәле, ҡалһаң, мин һиңә бик хәтәр сер әйтәм! Нурғәле «сер» һүҙен ишетеү менән дуҫының муйынынан ҡосаҡлап
алды.
— Йә, йә, әйтә һал сереңде!
— Һин тәүҙә вәғәҙә бир.
— Ағайым көтә бит әле.
— Улай икән серҙе белмәй ҡалаһың инде.
— Әйт инде.
— Юҡ булмай.
Нурғәлелә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-артты.
— Йә, улайһа, ҡалам.
— Ысынмы?
— Ысын инде.
— Юҡ, ысын-ысынмы? Һин алдамаҫһыңмы?
— Ниңә алдайым, ти, инде.
— Улайһа, — Ирмәк бышылдауға күсте, — тыңла. Беҙҙең ауылға яҡын ғына бик хәтәр бер мәмерйә бар!
— Ну, булһа ни...
— Әй, аңлап етмәйһең дә инде. Эсенә инәбеҙ.
— Нисек?
— Бәй, һинең фонарыңды яҡтыртабыҙ ҙа инәбеҙ ҙә китәбеҙ.
Ҡапыл Нурғәле маңлайына шапылдатып һуҡты.
— Вәт был шәп! Ҡалам. Ирмәк, ҡалай шәп кешеһең, — ул хатта дуҫын муйынынан һығып ҡосаҡлап уҡ алды. — Йыраҡ түгелме һуң?
— Анауы тауҙа инде.
— Бүре-фәлән осрамаҫмы? — Нурғәле шик белдерҙе.
— Осраһа ни, беҙҙең Фрунзе уны хәҙер ботарлап ырғытасаҡ. — Ул йәй уртаһында һыйыр менән булған мажараны һөйләп бирҙе.
— Этең дә елле икән һинең! Уны ла эйәртәбеҙ.
— Ул минән бер тотам да ҡалмай.
Ошо һүҙҙәр менән малайҙар йоҡоға талды. Иртән тороуҙарына Нәжибә апай эшкә киткәйне инде.
Сәй эсеп кенә ултырғанда, кемдер тәҙрә туҡылдатты. Ҡараһалар, Мөслимә менән Миңлегөл. Ҡулдарында тырыздары ла бар. Кистән ҡунаҡ малайҙы улар күргәйне шул.
— Әйҙәгеҙ, тауға барып ҡайтабыҙ, үҙебеҙ генә ҡурҡабыҙ.
— Ә-ә... тауҙа ни ҡалған? — Ирмәктең күңеленә шик төштө. Әллә кисәге мәмерйәгә барабыҙ тигән уйын белеп ҡалғанмы былар?
— Сейә йыйырбыҙ, — тип ныҡышты Мөслимә. — Һеҙҙең этегеҙ ҙә бар...
— Ә һин, — тине Ирмәк, элекке үпкәләрен онотоп бөтмәйенсә, — һуғышҡаҡ әтәсеңде эйәрт!
Мөслимә үпкәләмәне. Ирмәк этле булғандан бирлеме, әллә үлеп терелгәндән һуңмы, билдәһеҙ, малайҙы бер ваҡытта ла башҡаса үсекләмәне. Саша менән булғандағы үпкәһен дә онотто шикелле.
— Бергә күңеллерәк бит, — тип Миңлегөл дә һүҙгә ҡушылғас, Ирмәк ризалашты. Яһаған сәйҙәрен дә эсеп тормайынса, кеҫәләренә икмәк тығып алдылар ҙа урамға йүгереп тә сыҡтылар. Нурғәле кеҫә фонарын бауға эләктереп, бөтәһе лә күрерлек итеп муйынына тағып алды.
Кәрәк була ҡалһа тип, Сәмиғулланың ишек алдында ятҡан ике тал «ҡул »ын да алдылар. Юлға әҙерләнгәндәрен тойоп Фрунзе шатлығынан ни эшләргә белмәне — берсә алға уҡ йүгереп сығып китә, берсә артта тороп ҡала, ләкин һәр ваҡыт уларҙы йә көтөп ала, йә ҡыуып етә.
Аҡнөгөш кисеүен сыҡҡанда Ирмәк менән Нурғәле шыпырт ҡына һүҙ беректерҙе:
— Мәмерйәне әйтмәйбеҙ, йәме!
— Юҡ, юҡ, әйҙә, ҡыҙҙарҙың күҙҙәре дүрт булһын.
— Һөйләштек.
— Килештек.
Тауға еткәнсе, әллә күпме туҡтай-туҡтай бөрлөгән, ҡарағат ашанылар. Йәмшегәндән дә ауыҙ иттеләр. Хатта әлморон менән баланды тәмләп ҡарарға онотманылар.
— Малайҙар, әсәйем әйтә, тауҙа сейә тамылйып үҫкән, ти, урын ҡалдырығыҙ! — Мөслимә ихлас йылмая.
— Аш-ашҡа, урыны — башҡа, — тигән булды Нурғәле, фонарын яҡтыртты.
— Ә был нимәне ниңә алдығыҙ? — тип белеште Миңлегөл. — Беҙ кискә ҡалмайбыҙ ҙа инде.
Ирмәк Нурғәлегә ҡараны, тегеһе күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Шулай ҙа мәмерйә тәңгәленә еткәс, ҡыҙҙарға әйтергә тура килде. Юҡһа, мәмерйә ауыҙының өңөрәйеп торған тишеген күреп, урап үтмәксе иткәйнеләр. Серҙе һөйләп бирҙеләр.
— Инәбеҙ ҙә сығабыҙ, эсен күргән юҡ бит, — тине Ирмәк.
— Был фонарь менән әллә нимә яҡтыртып була. — Ҡыҙҙар ҡурҡа ине: — Унда ҡасҡындар бар, — ти.
— Моғайын, айыу-бүре лә оялайҙыр әле?
Малайҙар ҡыҙышып китте.
— Ниндәй айыу-бүре булһын? Хәҙер йәй үтеп бара, донъя тулы емеш-еләк. Уларҙы тоторһоң мәмерйәлә.
— Төнәгән Ғизетдин бабай инеп сыҡтым, тип һөйләп торҙо әле... — Ирмәк был юлы шыттырыбыраҡ ебәргәнен аңлаһа ла ҡул һелтәне. — Бына бит, етмәһә, минең тоғро дуҫым — Фрунзе беҙҙең менән.
Шулай тигәс кенә, риза булды ҡыҙҙар.
Мәмерйә ауыҙы әллә ни ҙур түгел. Тырыз-фәләндәрен ҡалдырҙылар ҙа бер-бер артлы тағылышып инеп тә киттеләр. Фрунзены алмаҫҡа булдылар. Тырыздарҙы, ризыҡты һаҡларға ла кәрәк бит.
Иң алдан Миңлегөл, иң арттан, аяҡ аҫтын бөтөнләй күрмәйенсә, Ирмәк атлай. Мәмерйә эсе һалҡынса. Барған һайын коридор киңәйә.
Төрлө яҡҡа яҡтыртып һәр нәмәне тикшереп барған Нурғәле һоҡланыуҙан бушамай:
— Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙур таш! Өй урыны ҙурлыҡ та баһа!
— Ә бейеклеген ҡарағыҙ әле...
— Бында юл икегә бүленә...
Оҙаҡламай балалар мауығып китте. Ҡурҡыу ҙа онотолдо. Бер уңға, бер һулға боролдолар, йә тырмашып өҫкә күтәрелделәр, йә, киреһенсә, мүкәйләп түбән төштөләр. Нурғәленең фонары, ысынлап та, шәп ине.
Мәмерйә эсендә лә упҡын була икән. Йөрөй торғас, шуға килеп юлыҡтылар ҙа ҡурҡып ҡалдылар. Нурғәле яҡтыртып түбән ҡарай, төбөн күрерлек түгел. Ирмәк бер таш ырғытҡайны, тегенең таштан ташҡа бәрелеүе оҙаҡ-оҙаҡ яңғырап торҙо.
— Малайҙар, әйҙә кире сығайыҡ, — тине Мөслимә.
— Мин өшөнөм... — Миңлегөл дә үҙенең барлығын белдерергә онотманы.
Нурғәле бирешмәне:
— Хәҙер саҡ ҡына сабыр итегеҙ инде, — тип боролоп та өлгөрмәне, ҡулындағы фонарын төшөрөп тә ебәрҙе. Саңҡ итеп тегенең быялаһы ватылғаны ишетелде.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Инеш һуҙ урынына - 4
  • Büleklär
  • Инеш һуҙ урынына - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4485
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2039
    31.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Инеш һуҙ урынына - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4616
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2106
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Инеш һуҙ урынына - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4511
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2104
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Инеш һуҙ урынына - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 2368
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1311
    35.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.