Latin

Урал Батыр - 3

Süzlärneñ gomumi sanı 3625
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1720
28.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
41.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
italki
майың иреһен,
Бөтә йәнде үҙендәй
Һөйөр
бер күңел тыуһын;
Ҡыҙғаныусан йәш
йөрәк
Уйыңа башсы булһын.
Шуға
саҡлы был ерҙә,
Тере көйө шул гүрҙә
Башың
ҡаңғырып ятһын.
Үҙенә юлдаш
һайларлыҡ,
Яҡшы юлды табырлыҡ,
Илдә
даны ҡалырлыҡ
Яңы кеше булырһың;
Яҡшыға
юлдаш булырһың,
Йыландарҙан
ҡасырһың,
Уны дошман белерһең,–
Тигән
һүҙен әйткән дә
Һомай сығып киткән,
ти.

Урал
батыр. 5-се бүлек

 

Уралдың
Һомай һарайына барғаны; Йәншишмә һыуын
табыу өсөн Һомай ҡуйған шартты үтәп,
уның һеңлеһе Айһылыуҙы табып алып
килгәне

Бер
ҡыҙ йүгереп килгән, ти,
Берәү килде,
тигән, ти;
Һомай шундуҡ таныған:
Ул
килгән Урал булған,
Тик Уралға
әйтмәгән;
Урал, ҡыҙҙы күрһә лә,
Һомайҙыр
тип белмәгән,
Һомай яҡынлаған һуң,
Урал
күҙен һалған, ти:
Уның усма
шәлкемдәй,
Енсегене ҡапларҙай,
Кәйтән
менән биҙәлгән.
Сәс толомо һалынған;
Оҙон
керпеге үтә
Ҡара күҙе текәлгән;
Уйнап
торған ҡыйғас ҡаш
Күҙ өҫтөндә
йылмайған;
Тертәйешкән ҡалҡыу түш
Күҙ
алдында тулҡынған;
Бал ҡортондай
нәҙек бил.
Борғоланып уйнаған;
Гүйә
күптәнге танышы,
Көмөштәй саф
тауышлы;
Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан,
Ҡыҙҙы
күргәс, Урал да,
Ни әйтергә белмәгән,
Үҙе
күргән – Һомай тип,
Уйына ла
килмәгән.
Был ҡыҙ оҙаҡ тормаған,
Уралды
үҙ артынан
Һарайына ымлаған.
Урал
һарайға ингәс,
Иҫән-һаулыҡ һорағас,
Йәнә
ҡайҙа булғанын,
Юлда ниҙәр күргәнен
Барын
теҙеп һөйләгәс,
Уралға күҙ ташлаған,
Былай
тип һүҙ башлаған:
– Йә, егетем,
төҫ-башың
Алыҫ илдән күренә,
Беҙҙең
яҡҡа килеүҙән
Теләгең барлыҡ
беленә,
Һүҙең һөйлә, тыңлайым,
Ҡулдан
килһә, йомошоңа
Ярҙамсыңдан
булайым.


Үҙем йәп-йәш булһам да,
Биш ил барын
белдем мин:
Береһендә үҙем тыуҙым,
Икеһен
йөрөп күрҙем мин,
Ҡалған тағы
икәүһен
Күрергә тип сыҡтым мин.
Ҡайҙа
ғына барһаң да,
Кемде генә күрһәң
дә,
Береһе үҙен баш, тиә,
Икенсеһе
баш эйә,
Көслө көсһөҙҙө ейә,
Теләгәнсә
ҡан ҡоя.
Исеме
бар донъяла,
Үҙе күҙгә күренмәҫ;
Берәү
уға кәр ҡылмаҫ,
Аяғы-ҡулы һис уның
Балға
тотоп йонсомаҫ;
Арыслан менән
һунарҙа
Үҙе йәнлек юлламаҫ;
Үҙ
теләген табырға
Бер ҙә юлдаш эҙләмәҫ

Шундай
яуыз Үлем бар,
Шунан алыр ҡоном
бар;
Үлемде табып үлтереп,
Ил
ҡотҡарыр уйым бар.
Һунарлаған
сағымда,
Ҡулға төшкән бер ҡоштан,
Һеҙҙең
илдә Үлемдән
Ҡотолорға юл бар,
тип,
Ишеткәйнем мин йәштән.


Был донъяла үлмәҫкә,
Ҡара ергә кермәҫкә

Минең
илдә булмаған,
Үҙен берәү күрмәгән
Дейеү
батша биләгән
Йәншишмәнең һыуы
бар.
Уны барып алырға,
Һиңә ярҙам
бирергә,
Теләген бар ҡылырға
Минең
һиңә шартым бар
Ҡайҙа булһа
барырһың,
Үҙең уйлап бағырһың;
Йылан
илен үткән ир,
Уңдан һулға сыҡҡан
ир,
Үҙең юлын табырһың.
Минең илдә
булмаған,
Ишетеп тә күрмәгән,
Бөтә
донъя ҡош төҫөн
Үҙ өҫтөндә биҙәгән
Бер
ҡош эҙләп тапһаң һин,
Шуны алып ҡайтһаң
һин,
Минән ярҙам күрерһең
Шишмәнән
һыу алырһың,
Теләгәнең табырһың


Мин алыҫтан ил йөрөп,
Яман-яҡшыны
күреп,
Үлемде табып үлтереп,
Ҡотҡарырға
кешене,
Тындырырға барыны
Уйлап
сыҡҡан батырмын,
Һиңә ҡошон
табайым,
Үҙеңдән ярҙам алайым,
Бүләгеңә
шарт итеп,
Мин дә бер һүҙ әйтәйем:
Алтын
һалыр йөгөм юҡ,
Ынйы тағыр кемем
юҡ,
Яҡшынан бүтән уйым юҡ;
Үлемдән
бүтән берәүҙән
Юллай торған дауым
юҡ.
Ил теләген алырға,
Илде байман
ҡылырға,
Үлемгә ҡаршы барырға,
Уны
тар-мар итергә;
Серәшеп яу асҡанда,
Үлем
юлын баҫҡанда,
Ҡан илаған кешенең
Күҙ
йәшене һөртөрҙәй,
Миңә юлдаш
булырҙай,
Яуҙа ҡорҙаш булырҙай
Бүләк
бир, тип һорайым.
Ул бүләгең ни булыр?

Әйтсе,
белеп торайым.


Утҡа төшһә, янмаҫтай,
Һыуға төшһә,
батмаҫтай,
Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,
Тауҙан-таштан
өркмәҫтәй,
Ир-егеттән бүтәнде
Үҙеңә
тиң күрмәҫтәй;
Типһә, тау-таш
сорғотоп,
Сапһа, дингеҙ ярырҙай,
Ауырлыҡта,
тарлыҡта
Һиңә юлдаш булырҙай,
Күктә
тыуып, күктә үҫеп,
Ерҙә тоҡом
йәймәгән,
Әзрәҡәнең дейеүе
Мең
йыл ҡыуып тотмаған,
Әсәйемдән
бирелгән,
Үҙем һөйгән егеткә
Бирә
торған бүләгем –
Аҡбуҙ
толпар бирәйем.
Йөҙөн һис тут
алмаҫтай,
Һис берәү кәр ҡылмаҫтай,
Утҡа
ҡаршы – ут булыр,
Һыуға ҡаршы – һыу
булыр,
Ен-дейеүҙең барыһын
Үлемендәй
ҡурҡытыр,
Ҡуй-һарыҡтай өркөтөр
Булат
ҡылыс бирәйем, –
Тигәс,
Урал күнгән,ти,
Ҡыҙ теләген эҙләргә
Сығып
китмәк булған, ти.
Урал ҡунаҡ булған,
ти,
Бер нисә көн торған, ти;
Һомай
үҙен әйтмәгән
Шүлгән бикле тимәгән,
Урал
тағы һиҙмәгән.
Урал торған, ти, таң
менән,
Битен йыуған, ти, һыу менән,
Бер
табында ултырып,
Тамаҡланған, ти, ҡыҙ
менән.
Урал юлға сыҡҡан, ти,
Таяғын
ат иткән, ти.
Бик күп көндәр киткән,
ти.
Бара торғас, бер саҡта
Тау
уратҡан бер яҡта:
Һайыҫҡан да, ҡоҙғон
да
Йән барлығын һиҙмәгән,
Һис бер
кеше булмаған,
Дейеүе дә ул ергә
Килеп
аяҡ баҫмаған
Үркәс-үркәс ҡаяһы,
Башына
күҙең һалһаң,
Юғары торор болоттан,
Бөтә
йәмде үҙендә
Һаҡлар элек-электән

Шундай
бер тау күргән, ти;
Болот ярып,
үрмәләп,
Тау башына менгән, ти.
Тирә-яҡҡа
күҙ һалып,
Оҙаҡ ҡарап торған, ти:
Алыҫтан
күҙгә салынған,
Йондоҙҙай булып
сағылған
Бер яҡтылыҡ күргән,ти,
Шуға
тоҫҡап киткән, ти.
Барып етеп
ҡараһа,
Әйләндереп күҙ һалһа:
Таш
урынына көмөштән
Сите, төбө
биҙәлгән,
Буйындағы сәскә лә
Ҡаты
елгә борсолмай,
Шаҙраланып өҫтәре,
Күҙ
сағылыр төҫтәре,
Ел дә тейеп
тулҡынмай,
Ҡояш нуры төшкәндә,
Ем-ем
иткән ынйылай
Бер һылыу күл күргән,
ти.
Ошо күлдең өҫтөндә
Тирәләй ҡош
йыйналған,
Бөтә төҫкә биҙәлгән
Бер
һылыу ҡош йөҙгәнен
Урал айыра күргән,
ти.
Ҡош һиҙмәҫтән шул ерҙә
Ҡош
янына барған,ти.
Төҫөн-башын
ҡараған,
Таяғы менән арбаған,
Һомай
әйткән ҡош был, тип,
Урал шундуҡ
уйлаған.
Ҡош Уралдан шикләнмәй,
Осорға
ла уҡталмай,
Уға ҡарай килгән, ти;
Урал,
йола белмәгәс,
Ҡошҡа туры уҡталғас,
Ҡош
Уралдан һиҫкәнгән,
Осмаҡ булып
ынтылған.
Урал барып тотҡан һуң,
Тотоп
ҡулға алған һуң,
Тағы тапты дошман,
тип,
Ҡош ҡайғырып уйланған.
Урал,
ҡошто күтәреп,
Ҡырға сығып
барғанда,
Теләгем булды тигәндә,
Ҡошо
телгә килгән дә:
– Ай, егетем, туҡта
әле,
Миңә ысынын әйт әле:
Дейеүме
һин, енме һин?
Кешеме һин, кем һуң
һин?–
Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Ҡош кешеләй һөйләшкәс,
Урал
таңға ҡалған,ти.
Бер аҙ барғас бер
ерҙә,
Шишмә буйы туғайҙа,
Ҡоштоң
затын кемлеген
Урал һорай башлаған.
Ҡош
та бер аҙ уйланып,
Үҙ алдына
һөйләнеп,
Текләп ҡарап торған да:

Күҙең йомоп, күрмәй тор,
Ҡулың алып
ҡанаттан,
Һис еремдән тотмай
тор,–
Тигәс,
Урал уйланған:
– Был ҡош осһа,
артынан
Ҡарсыға булып ҡыуырһың,
Һыуға
сумһа, артынан
Суртан булып
сумырһың,–
Тип
таяҡҡа ымлаған,
Ҡош әйткәнде тыңлаған.

Егет, күҙең ас инде,
Әйтер һүҙең әйт
инде,–
Тигәс,
Урал ҡараһа:
Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас
ҡаш,
Эйәк-бите уйылған,
Һул битенең
уртаһы
Күҙ ҡаралай миңләнгән;
Йүрмә-йүрмә
ишелеп,
Ике яҡлап-сикәләп
Тамсы
гөлдәй елберәр,
Иң башынан һалыныр
Оҙон
сәсен матурлап,
Әсмә яһап төшөргән;
Оҙон
керпектәре аша
Ҡара күҙен йылмайтып;
Бит
уймағын уйнатып,
Көләс йөҙөн
көлдөрөп,
Дертләп торған күкрәген
Уралғараҡ
ыҡлатып,
Һөйләп киткән шулай тип:

Ай, егетем, һин былай
Килеп нисек
юлыҡтың?
Бында килеп сығырға
Ни
бәләгә тарыҡтың?
Ай, егетем, бел
шуны:
Ҡарап көлгән йөҙөм дә,
Әйтеп
торған һүҙем дә –
Сер
сисеү ул, егетем.
Быға саҡлы мин
былай
Һиндәй егет күрмәнем,
Дейеү
килмәҫ урынға
Һин килер тип
белмәнем,
Һыуҙа балыҡ булырҙай,
Күктә
йондоҙ булырҙай
Ҡулда көсөм бар
ине,
Китер юлым бар ине.
Һине күргәс,
бар уйым, –
Ел
таратҡан болоттай,
Ҡаса торған бар
юлым,–
Йүгереп
бөткән һуҡмаҡтай,
Күҙ алдымдан
киттеләр,
Юйылышып бөттөләр.
Мин
бер саҡта ҡыҙ инем,
Иркә үҫкән буҙ
инем, –
Дейеү
мине урланы,
Кейәүгә биреп
зурланы.
Кейәүем егет-ир ине,
Бергә
оҙаҡ торманы:
Көтмәгәндә юғалды,
Йөрәгемде
ҡайғы алды.
Дейеүҙәрҙән ҡастым
мин;
Илгә ҡайтһам, атама,
Бөтә
тыуған илемә
Яу килер, тип ҡурҡтым
мин.
Дейеү килеп алыр тип,
Тағы
ҡайғы һалыр тип,
Һис донъяла
булмаған,
Кеше төҫөн белмәгән
Бер
ҡош булып остом мин;
Һис бер кеше
тапмаҫлыҡ,
Килеп аяҡ баҫмаҫлыҡ
Ошо
күлгә төштөм мин, –
Тигән
һүҙен ишеткәс,
Ҡыҙҙың серен
төшөнгәс,
Урал уйын һөйләгән,
Тик
бер ҡыҙға ҡош эҙләп
Сыҡҡан уйын
әйтмәгән.
– Юлымдан, ахыры, уңманым:
Эҙләп
килгән ҡошомдо
Был күлдә лә
тапманым,–
Тиеп
Урал уйлаған.
Тағы ары китергә,
Мораҙына
етергә,
Ҡыҙға ярҙам итергә
Теләгәнен
һөйләгән.
– Егет, тыңла, һүҙемде,
Асыҡ
күрҙең йөҙөмдө,
Айһылыу тигән атым
бар.
Илде тотҡан атам бар,
Күктең
Айы – әсәм бар,
Һөйгәнемә бирерҙәй
Һарысай
тигән атым бар, –
Һыу
теләһәң, һыу табыр,
Яуҙа юлдашың
булыр.
Егет, һүҙем тыңласы,
Һүҙем
ҡырын һалмасы:
Һин эҙләгән ул ҡошто
Был
тирәнән тапмаҫһың.
Атайым ил гиҙгән
ул,
Күк йөҙөндә осҡан ул,
Бөтә ерҙә
булған ул,
Бар ҡоштарҙы күргән
ул.
Атайымдан һорайыҡ –
italki
Беҙҙең
илгә барайыҡ,
Һин теләгән ул ҡошто
Шунда
табып алайыҡ;
Мине дейеүҙән
ҡотҡарһаң,
Теләгең үтәр атайым.
Беҙҙең
илде хуп күрһәң,
Мине үҙеңә тиң
күрһәң,
Әйҙә, беҙгә барайыҡ,
Икәү
бергә булайыҡ,
Бергә ғүмер һөрәйек


Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ,
Бүләгеңде
алмайым,
Илеңә мин бармайым,
Ысынлап
та ҡош булһаң,
Ҡыҙға юрый әйләнһәң,
Һине
алып ҡайтайым,
Үҙем белгән һарайға
Һине
илтеп бирәйем.
Унда барғас, һөйләрһең,
Үҙ
теләгең әйтерһең:
Теләһәң, ҡош
булырһың,
Теләһәң, ҡыҙ булырһың;
Һине
улар хурлаһа,
Теләгәнеңде бирмәһә,
Ул
саҡ һине яҡлармын,
Үҙ илеңә илтермен,

Урал
шулай тигән, ти,
Ҡыҙ ҙа быға күнгән,
ти,
Яҡшылығын Уралдың
Тел төбөнән
белгән, ти.
Ҡыҙ ҡош тунын кейгән
дә,
Бергә китмәк булған, ти.
Теге
таяҡҡа менгәндәр,
Юлға сығып
киткәндәр,
Тауҙар ашып үткәндәр,
Күҙ
асып, күҙ йомғансы
Былар ҡайтып
еткәндәр.
Ҡыҙҙар ҡаршы килгәндәр,
Ҡошто
бары ҡосаҡлап,
– Айһылыу! – тип
алғандар.
Урал быны ишеткәс,
Аптыраған,
таң ҡалған,
Айһылыу ҡош тунын һалған.

Әйҙә, егет, керәйек,
Һинең ҡайтҡан
һарайың,
Минең ҡайтыр һарайым,
Икеһе
лә бер икән, –
Тип
Уралға әйткән, ти.
Урал тағы
нығыраҡ
Хайран булып ҡалған, ти.

һай, егетем, егетем,
Батыр-алып
икәнһен,
Мин һораған ҡошомдо
Дейеүҙән
алып килгәнһең, –
Тигәс,
Урал аптырап
Бөтә
серҙе һөйләгән.
– Уны алған ул
күлдә
Дейеү-маҙар күрмәнем,
Барған-йөрөгән
юлымда
Һис ауырлыҡ тойманым.
Нисек
анда икәнен,
Ҡош тунында йөрөгәнен,
Ҡайҙан
аны белдең һин,
Миңә: – Эҙлә, тинең
һин? –
Тиеп
Урал һораған.
– Дейеү нисек
белмәне,
Киткәнеңде күрмәне? –
Тип,
Һомай Айһылыуға
Аптыраулы һүҙ
ҡушҡас,
Айһылыу шунда һиҙгән,
ти,
Апаһының яңылыш
Уйлағанын
белгән, ти.
Дейеүҙәрҙән үҙенең
Ҡасып
күлдә ятҡанын,
Урал барып шул күлдән
Уны
эҙләп тапҡанын,
Барын теҙеп
һөйләгән.
Атаһының һарайынан
Уны
берәү белмәгән,
Һомай быны
ишеткәс,
Уралдан сер тартмаған:
Үҙе
Һомай икәнен,
Уралды яҡшы белгәнен
Барын
һөйләп аңлатҡан,
Һомай шунда
атаһын
Бүлмәһенә саҡыртҡан.
Самрау
килеп ингән дә,
Айһылыуға күрешкән,
Күҙ
йәш түгеп ҡыҙынан
Бөтә хәлен
һорашҡан.
Айһылыу атаһына
Хәлен
һөйләп танытҡан.
Самрау тыңлап торған
да,
Серҙе аңлап белгән дә,
Уртаға
һалып үҙ уйын
Ҡалдырмайынса төйөн:

Айһылыуҙың ҡайтҡанын,
Дейеүҙәрҙән
ҡасҡанын,
Берәүгә лә әйтмәгеҙ,
Хәҙергә
сер тотоғоҙ.
Дейеү белһә, яу асыр,
Һис
уйламаҫ, ил басыр;
Айһылыу ҙа
йонсоған,
Күп ҡайғынан борсолған,
Әсәһен
дә һағынған.
Айға барһын ҡунаҡҡа,
Байман
тапһын аулаҡта,
Саҡырырбыҙ кәрәктә,

Тиеп
һүҙен әйткән, ти,
Атаһының һүҙенә
Ҡыҙҙары
ла күнгән, ти.
Һарайҙа ял иткәс тә,
Бер
нисә көн үткәс тә,
Атаһы менән
апаһы
Әсәһенән бирелгән
Айһылыуҙың
бүләге –
Һары
атын саҡыртҡан,
Айһылыуҙы бер
төндә
Былар айға оҙатҡан.

Урал
батыр. 6-сы бүлек

 

Ҡыҙы
Һомайҙы, Аҡбуҙатын, булат ҡылысын Уралға
бирергә Самрау батшаның риза булғаны;
Уралдың Шүлгән менән осрашҡаны, ағаһының
яуыз уйлы кеше булып сыҡҡаны; Һомай
йыйған майҙанда Шүлгәндең хур булғаны,
Уралдың халыҡты хайран ҡылғаны

Бер
нисә көн Урал да
Бәҫле ҡунаҡ булған
да,
Берҙән-бер көн таң менән
Йоҡоһонан
торған да,
Һомайҙы саҡырып алған,
ти,
Әйтерен әйтә һалған, ти:
– Мин
әле бик йәш саҡта,
Атам һине
атҡанда,
Барыбыҙ ҙа һунар тип,
Һине
һырып алғанда,
Муйыныңа ырмау
һалғанда,
Йәнең алҡымға килгәндә,
Ысынлап
та белепме,
Йән асыуҙан ҡурҡыпмы,
Һин
телеңә килгәйнең,
Ҡотолорға
Үлемдән
Йәншишмә бар тигәйнең,
Һинән
шуны ишеткәс,
Үлемде тапһаҡ,
тоторға,
Илдән башын юйырға,
Шишмәнән
һыу алырға,
Мәңге йәшәһен донъя,
тип,
Илгә һыуын бирергә
Тигән уйға
килгәйнек,
Икәү юлға сыҡҡайныҡ.
Күп
ер китеп, сер белгәс,
Юлды икәү
бүлгәйнек,
Юл буйында ни барын
Һорашып
та белгәйнек.
Ағам китте һул яҡҡа,
Мин
тайпылып уң яҡҡа,
Айырылып киткәйнек.
Күп
йыл йөрөнөм, ил күрҙем,
Әйткән һүҙең
онотмай,
Һеҙҙең илгә боролдом, –
Илең
аша уҙманым,
Бармайым, тип
торманым,
Һарайығыҙ алдына
Арыҫланымды
бәйләнем,
Һарайыңа ингәндә,
Уйым
һөйләп үткәндә,
Арала һүҙ киткәндә,
Үҙ
бауырың эҙләргә
Миңә йомош ҡушҡанда,
Һин
бер бүләк әйткәйнең.
Мин эҙләгән
Үлемдән
Һин әйткәйнең телеңдән:

Ҡотолорға юл табып
Мин бирермен, –
тигәйнең,
Аҙаҡ һүҙең әйт, һылыу,
Ни
әйтерһен, – көтәйем,
Мин ишетеп
китәйем, –
Тигән
һүҙен ишеткәс,
Атаһына барған,
ти,
Йәшермәйсе бер ниҙе,
Теҙеп
әйтеп һалған, ти.
– Һөйһәң, ҡыҙым,
барырһың,
Аҡбуҙатың бирерһең;
Яҡты
донъя йөҙөндә
Рәхәт торорһоң,
балам,
Уралдай уҡ батырға
Әсә
булырһың, балам.
Урал батыр
хаҡына
Шүлгәнде лә сығар һин,
Бөтә
илде саҡыр һин,
Батыр ирҙе туйла
һин,
Һис берәү ҙә ҡалмаһын –
Барын
йыйып һыйла һин, –
Тигән
һүҙен тыңлаған.
Атаһы уйын
аңлаған,
Шүлгәнде лә сығарған,
Бөтә
илде йыйнаған,
Алҡындырып
һыйлаған.
Шүлгән, Урал – икәүһе,
Берен-бере
табышҡас,
Көтмәгәндә осрашҡас,
Ике
туған шатлығын,
Юлда күргән барыһын
Урал
теҙеп һөйләгән.
Шүлгән тыңлап
ултырған,
Барын уйлап уҙҙырған:

Урал былай дан алһа,
Атама данлы
ҡайтһа,
Батыр булып маҡталыр,
Бар
эштә лә өҫ булыр,
Минең һүҙҙәр аҫ
ҡалыр,–
Тип,
эсенән көнләшкән.
Шуға күрә Уралға
Бар
серен сисмәгән.
Әзрәҡәлә булғанын,
Бында
ниңә килгәнен–
Береһен
дә әйтмәгән.
Ул Уралды үлтереп,
Үҙе
данлы ир булып,
Һомайҙы ла үҙе
алып,
Аҡбуҙатҡа атланып,
Булат
ҡылыс ҡулланып,
Дан алыуҙы уйлаған.
Шүлгән
асыулы булғанын,
Һәр саҡ һалҡын
йөрөгәнен,
Уның шомо барлығын
Урал
ҙурға ҡуймаған:
– Тик ябыулы
ятҡанға,
Уңайһыҙға ҡалғанға, –
Тиеп
кенә уйлаған.
Бер саҡ Урал
Шүлгәндең
Ҡомһарылып, ҡаш
төйөп,
Ултырғанын күргән дә:

Батыр иргә арыҫ та,
[Донъялағы ҡырыҫ
та,]
Икәү бергә менгәшеп,
Бер-берене
күҙләшеп,
Күләгәләй йөрөрҙәр,
Баҫмалатып
килерҙәр,
Алмашлап тап булырҙар.
Батыр
булған ир-егет
Еңмәҫ нәмә булырмы?
Батырмын
тигән ир-егет
Яуызға юл ҡуйырмы?
Утҡа
ҡаршы һыу булыр ул,
Яуға ҡаршы тау
булыр;
Үҙенә түгел, барына
Ауырлыҡта
юл булыр;
Батырҙан ил тарыҡмаҫ,
Батыр
һис бер зарыҡмаҫ,
Яҡшылыҡтан
ялыҡмаҫ,
Яуҙан да һис талыҡмаҫ.
Күккә
менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе аҫыр
асҡысһыҙ,
Яҡшынан эскәне – һыу
булыр,
Ямандан эскәне – ыу булыр,–
Тигән
Урал Шүлгәнгә,
Һомай, һаман ышанмай,
Ысын
сергә төшөнмәй,
Ағай-эне икәүҙең
Ҡыланышын
күҙәткән.
Алмаш-тилмәш улар мән
Һомай
һәр саҡ һөйләшкән.
Бар йолаһын
уларҙың
Һомай төпсөп һорашҡан.
Уралды
Һомай күргәс тә,
Батырлығын белгәс
тә,
Яҡшылығын һиҙгәс тә,
Уға күңел
бәйләгән,
Ул Уралды һайлаған.
Шүлгән
ҡомһоу йөрөгәнгә,
Һаман шиге
булғанға,
Ике туған һөйләшеп,
Икәү-ара
серләшеп
Ултырғанда, Шүлгәндең
Һытыҡ
йөҙөн күргәнгә,
Һомай унан шикләнгән.
Урал
ятһа йоҡларға,
Биш көн тотош
йоҡлағас,
Шүлгәндән ҡыҙ шикләнгәс,
Ҡыҙҙар
ҡуйған һаҡларға.
Шүлгән ятҡан бер
яҡта,
Айырымланған торлаҡта.
Шүлгән
уйы сыҡмаған:
Һомай һис юл
ҡуймаған.


Һин күп ерҙә булғанһың,
Бик күп нәмә
күргәнһең.
Батыр булып, дан алып,
Инде
бында килгәнһең,
Самрауҙың иленә
Килеп
аяҡ баҫҡанһың.
Инде нимә уйлайһың?
Беҙҙең
теләк ошонда
Икәнен асыҡ
белмәйһең.
Самрауға яу асайыҡ,
Аҡбуҙатын
алайыҡ,
Беребеҙ таяҡ тотайыҡ,
Беребеҙ
Аҡбуҙ менәйек,
Бөтә илдә баш
булып,
Барыһыны мат ҡурып,
Көслө
батша булайыҡ.
Һин таяғың бир миңә,

Ошо
илде ҡырайым,
Самрау ҡоштоң ҡыҙыны
Үҙемә
тартып алайым,
Аҡбуҙатын менәйем;
Мин
бит – туған ағайың,
Мин дә данлы
булайым!


Былар һис тә кешегә
Бер яуызлыҡ
итмәгән,
Үлтереп, ҡан ҡоймаған,
Кешегә
дошман булмаған.
Беҙ икәүләп
барайыҡ,
Дейеү илен алайыҡ,
Унда
тотҡон булғандың
Барына юл асайыҡ.
Ҡыҙ
алырға уйлаһаң,
Аҡбуҙатын һайлаһаң,
Ҡыҙы
һөйһә, ҡыҙын ал,
Бүләк итһә, Буҙын
ал.
Ҡыҙ алам, тип яу асып,
Үлемгә
беҙ юл ҡуйып,
Бер ҙә юҡҡа ҡан ҡойоп,
Яуыз
исем таҡмайыҡ,
Ҡан ҡойоусы даны
алып,
Илгә яман ҡайтмайыҡ.
Әзрәҡәне
еңәйек,
Шишмәнән һыу алайыҡ,
Үлгәнгә
йән бирәйек,
Кешеләрҙе донъяла
Үлмәҫ
йәндәр ҡылайыҡ, –
Тигәс,
Шүлгән уйланған,
Төрлө юлдар
һайлаған.

Берҙән-бер көн
аулаҡта,
Һомай булған торлаҡта,
Шүлгән
барған янына,
Ҡулын һалған яурынына.
Шунда
һүҙен асҡан, ти,
Һөйөү уйын әйткән,
ти:
– Донъялағы донъяла
Ҡайтты, –
тинең һин үҙең;
Арабыҙҙа яман уй,
Ҡанға
батыр яман туй
Арабыҙҙа булмаҫ ул,

Тип
уйлайым мин үҙем,
Һиңә әйтәм был
һүҙем.
Дуҫлыҡҡа күнел береккән,
Айырылмаҫтай
ереккән,
Беҙ ҙә илдә ҙур батыр,
Йөрәгебеҙ
сыныҡҡан,
Һин тыңлаһаң, әйтәйем,
Бер
серем бар, һөйләйем,
Тел өҫтөнә тел
ҡуймай,
Яуабыңды көтәйем.
Инде
һүҙем алмаһаң,
Асыҡ яуап бирмәһәң,
Үҙ
ярағым күрәйем,
Үҙ юлымда булайым,
Һарайыңа
килгәс тә,
Күҙ алдымда күргәс
тә,
Күңелемде арбаның,
Күҙең миңә
һалманың.
Мине әллә таныпмы,
Ужарымды
иҫкә алып,
Шуға минән ҡурҡыпмы,
Әллә
мине һынапмы, –
Ҡараңғыға
бикләнең,
Һөйләшкән һуң, һөйөпмө,
Әллә
Урал килепме,
Ҡараңғынан сығарҙың,
Һарайыңа
саҡырҙың.
Асыҡ йөҙөң күргәс тә,
Барын
хәҙер оноттом;
Һиндәй һылыу булмаҫ,
тип,
Эҙләп һис кем тапмаҫ, тип;
Миңә
ҡулын бирерме,
Үҙе һөйөп килерме,

Тип,
күңелем елкеттем;
Теләһәң, бергә
булайым,
Һөйһәң, һине алайым,
Ҡарыулашһаң,
тағы ла
Үҙ уйымды ҡылайым,


Егет, һүҙең тыңланым,
Эс сереңде
аңланым,
Шулайҙыр тип уйланым;
Мин
бер батша ҡыҙымын,
Ҡыҙҙарының
ҙурымын.
Егет, уйың уй булһын,
Бер
ҙур майҙан ҡорайым,
Батырлығың
һынайым,
Шунда даның күрәйем.
Буҙ
атым бар йыраҡта,
Әсәм биргән
бүләккә,
Майҙаныма шул килер,
Батыр
булһаң, ул белер.
Майҙанымда буҙ
атты
Ҡулыңа алып менәлһәң,
Эйәренең
ҡашынан
Булат ҡылысын алалһаң,
Шундай
батыр булалһаң–
Буҙым
бүләк ҡылайым;
Атама әйтеп туй
яһап,
Үҙеңә йәр булайым,–
Тип
яуабын биргән, ти,
Шүлгән быға күнгән,
ти.
Һомай майҙан йыйған, ти,
Аҡбуҙын
саҡырған, ти.
Күк күкрәп, шау килеп,
Ерҙә
дауыл ҡуптарып,
Тау-таш, ҡая аҡтарып,
Бөтә
йәнгә шом һалып,
Йондоҙ һымаҡ
атылып,
Аҡбуҙ толпар атлығып,
Күктән
килеп төшкән, ти,
Һомай һылыу
алдына
Килеп, башын эйгән, ти.
Аҡбуҙ
шунда туҡтаған,
Бөтә майҙан
һоҡланған:
Һыртына эйәр һалынған,
ти,
Эйәренең башына
Алмас ҡылыс
тағылған;
Йүгәненең ҡашы алтын,
Йүгәненең
башы алтын;
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,
Ялын
ҡыҙҙай тараған;
Башкүнәктәй
танаулы,
Һарымһаҡтай аҫаулы;
Ҡарсыға
түш, тар бөйөр,
Еңел, текә тояҡлы;
Ҡуян
күҙле, баҡыр күҙ,
Ҡыҫыр йылан
тамаҡлы;
Урайы ҡуш, яңағы ас,
Муйындары
бер ҡолас,
Ҡыйғыр бөркөт ҡабаҡлы;
Текә
баҫып, баш ташлап,
Йылғыр атлап
бышҡырыр;
Ҡолаҡтарын ҡайсылап,
Алан-йолан
ҡараныр;
Алғыр бүре күҙендәй,
Күҙ
бәбәген сылатыр,
Ауыҙлыҡ сәйнәп,
ярһыуҙан
Ауыҙҙарын күпсетер;
Елгә,
ҡоштай елпенеп,
Артында саң
уйнатыр;
Осраған бер кешене
Хайран
итер, уйлатыр, –
Бына
ошондай Аҡбуҙ ул,
Күҙ күрмәгән ят буҙ
ул.
Һөйөп алғас Аҡбуҙын,
Һомай
әйткән хаҡ һүҙен:
– Күктә торҙоң
йондоҙҙай,
Батыр көтөп, зарығып.
Кеше
ҡаны булмаған
Батырҙарҙы ырғытып;
Мин
һайлаған батырҙың
Береһен һанға
алманың,
Үҙеңһайлап батырың,
Миңә
табып бирмәнең.
Бына килде батырҙар,
Һине
көтөп ятырҙар.
Батырлығын
һайлапмы,
Матурлығын һайлапмы,
Береһен
үҙең алаһың,
Үҙеңә юлдаш ҡылаһың,

Һиңә
иптәш ир булыр,
Минә һөйгән йәр
булыр.
– Матур миңә дан булмаҫ,
Өҫтөмдә
йөрөр йән булмаҫ.
Шаулап болот
ҡалҡҡанда,
Ҡойон-дауыл сыҡҡанда,
Күктә
ҡош та оса алыр,
Ҡамғаҡ осһа, яр
табып,
Уҙа елдән баҫа алыр.
Мин
сапҡанда – ел ҡубыр,
Таш та ятып
түҙәлмәҫ,
Һыу тулҡыныр-ҡайнашыр,
Һыуҙа
балыҡ йөҙәлмәҫ.
Ҡаф тауына типһәм
мин,
Он-талҡандай ыуалыр,
Тирә-яҡта
йән булһа,
Береһе ҡалмай ҡыйралыр.
Эйәремдең
ҡашында
Булат-алмас ҡылысым –
Күп
йыл уны һуғарған
Үҙ янында ҡояшым

Бөтә
донъя ирерлек
Утҡа һалһаң,–
иремәҫ.
Донъялағы бер нигә
Йөҙө
тейеп тупармаҫ,
Етмеш батман
ауырлыҡ
Күтәреп күккә сөймәгән,
Өс
бармағы осонда
Төшөрмәйсә тотмаған
Кеше
– батыр ир булмаҫ,
Ҡылыс һелтәп
сабалмас.
Шундай батыр булмаһа,
Миңә
юлдаш булалмаҫ.
Мин сапҡанда, ул
батыр
Миндә ултырып түҙәлмәҫ.
Батыр
булам тигән ир,
Мине алам тигән
ир,
Көсөн шулай һынаһын,
Унан мине
менергә
Баҙнат итеп ҡараһын, –
Аҡбуҙ
шулай тигән һуң,
Бары эште белгән
һуң,
Тау битенә барғандар,
Етмеш
батман ауырлыҡ
Бер ҙур ташты
тапҡандар,
Ҡуптарырға булғандар.
Ай
тартҡандар, ти, былар,
Йыл тартҡандар,
ти, былар, –
Таш
урындан ҡупмаған,
Көс-хәлдәре
етмәгән,
Һомай Шүлгәнгә ҡарап:

Алып ташла! – тигән, ти;
Шүлгән барып
уҡталған,
Тирә-яҡлап һәрмәнгән,
Ҡутарырға
серәнгән,
Көсөргәнеп маташҡан,
Көсөн
һалып айҡашҡан.
Баҫҡан ерҙә
тубыҡтан
Шүлгән ергә батҡан, ти.
Ай
айҡашҡан, ти, Шүлгән,
Йыл айҡашҡан,
ти, Шүлгән, –
Ташы
һис ҡуҙғалмаған,
Шүлгән, сәсәп,
алйыған,
Күтәрәлмәй, ташлаған,
Һомай
Уралға ҡарап:
– Күтәреп ҡара! – тигән,
ти.
Урал ташҡа барған, ти,
Ағаһы
хурға ҡалғанға
Урал асыуланған,
ти,
Йоҙороҡлап һуҡҡан, ти, –
Таш
тәгәрәп киткән, ти.
Шунан алған
ҡулына,
Ташты атҡан һауаға, –
Таш
киткән, ти, атылып,
Күрер күҙҙән
юғалып;
Барыһы күккә баҡҡан, ти,
Таш
төшөрөн көткән, ти.
Иртә ине, төш
булған,
Төш тә ауып, кис булған,

Күктә
тауыш шаулаған,
Таш килгәнде
күргәнгә,
Төшһә, вайран булғанға,
Бөтә
ҡош-ҡорт илаған.
– Зинһар, ергә
төшмәһен, тип,
Илде харап итмәһен, –
тип,
Барыһы ла Уралдан
Ялбарышып
һораған,
Һыңар ҡулын һуҙған, ти,

Урал
ташты тотҡан, ти;
– Ҡайһы яҡта Әзрәҡә?

Тип
һорашып алған, ти;
Әзрәҡәнең иленә
Урал
ташты атҡан, ти.
Бөтәһе лә
ҡарашҡан,
Аптырашып уйлашҡан,
Ҡайҙа
барып төшөр, тип,
Үҙ-араһы һөйләшкән.
Буҙ
ат килеп, шунан һуң,
Уралға баш эйгән,
ти,
Мин һинеке, батыр, тип,
Уға буйын
биргән, ти.
Самрау батша шул саҡта
Үҙе
килеп сыҡҡан, ти,
Уралға ҡул биргән,
ти,
– Кейәүем бул, – тигән, ти.
Бөтә
илде йыйғандар,
Былар ҙур туй
ҡорғандар,
– Ил батыры бул һин, –
тип,
Уралға дан биргәндәр.
Шүлгән
быны күргән һуң,
Урал ҙур дан алған
һуң,
Шүлгән быға түҙмәгән,
Эсенән
бик һыҙланған.
Урал уны ҡыҙғанған.
Айһылыуҙы
димләргә,
Шүлгәнгә уны бирергә
Һомай,
Урал уйлашҡан,
Самрауға аңлатып,
Өсәү-ара
һөйләшкән.
Айһылыуҙы ҡайтартып,
Тағы
илде саҡыртып,
Айһылыуҙы бирергә,
Шүлгәнгә
туй яһарға
Самрау ҙа күнгән, ти;

Башҡарайыҡ был туйҙы,
Аман булыр,–
тигән, ти.
Һомай туйы барғанда,
Уйын-көлкө
булғанда,
Ер тетрәп киткән, ти,
Бары
аптырап киткән, ти.
Төрлө уйға
сумғандар,
– Был ни булыр? –
тигәндәр.
Ҡараһалар: күк йөҙөн
Ҡып-ҡыҙыл
ут алған, ти;
Барыһы да күккә
ҡарап,
Аптырауға ҡалған, ти.
Һис
кем быны аңламай,
Ни тип әйтергә
белмәй,
Шулай алйып торғанда,

Дейеү микән был? – тиеп,
Барыһы шомға
ҡалғанда,
Күктән сыр-сыу, илаулап,
Ниҙер
төшөп килә, ти,
Бары ҡарап тора,
ти.
Ҡара көйгән ялҡынды,
Күктәге
ут – тулҡынды
Тотоп алған, ти,
Урал.
Ҡарағандар, ти, былар:
Айһылыу
ҡыҙ булған, ти,
Ҡайтып килгән
сағында
Ялҡын сырмап алған, ти,
Ут
эсендә ҡалған, ти.
– һауаға таш
атҡанын
Ҡарап торҙом күктә мин,
Ташты
буйға атҡанын
Йәнә күрҙем күптән
мин.
Ул таш дингеҙ ашаға,
Сорғап
китте йыраҡҡа,
Әзрәҡәнең иленә
Барып
төштө бер саҡта.
Ерҙе ярҙы уртаға,
Ялҡын
сыҡты һауаға;
Ялҡын мине ялманы,
Һис
тәҡәтем ҡалманы, –
Һушым
китеп йығылдым.
Саҡ-саҡ йыйып
һушымды,
Былай таба боролдом,

Тигәндән
һуң Айһылыу
Барыһы быға таң ҡалған;

Әзрәҡәгә шау һалды –
Тип,
Самрау бик шатланған.
Шүлгән быны
белгән, ти,
Серене төшөнгән, ти:
Әзрәҡәнең
Шүлгәнгә
– Ҡыҙым ул тип кәләшкә
Биргән
ҡыҙы Айһылыу
Икәнен һиҙенгән, ти.
Дейеү
ҡыҙым тигәне,
Үҙ ҡыҙым, тип биргәне
Барыһы
ла буш икән, –
Тиеп
Шүлгән уйлаған.
– Дейеү мине япты,
тип,
Мин дә унан ҡастым, – тип,
Шүлгән
барын алдаған,
Айһылыу быға
ышанған,
Һомай күргәс Шүлгәнде,
Йылан
менән килгәнде,
Үҙен йылан: – Алам,
– тип,
Һәр саҡ һорап йөрөгәнде
Һомай
белгәс, һиҫкәнгән,
Һомай бынан
шикләнгән.
– Ике батыр кейәүем
Ил
өҫтөндә терәүем
Булыр,– тиеп Самрау
Үҙ
эсенән шатланған.

Урал батыр.
7-се бүлек

 

Серле
таяҡ ярҙамы менән туфан күтәртеп,
Шүлгәндең халыҡты ҡырырға маташҡаны;
Зәрҡум менән икәүләп дейеү батшаһы
Әзрәҡәгә ҡасҡаны; Уралдың Әзрәҡәне,
башҡа дейеүҙәрҙе тураҡлағаны, шулар
емтегенән тауҙар яһағаны

Һарайға
Һомай ҡайтҡас,
Зәрҡум янына
төшкәс,
Шүлгән бынан шомланған;
Зәрҡум
серҙе асыр, тип,
Миңә бәлә тағыр,
тип;
Нисек булһа, юл табып,
Урал
таяғын алып,
Барыһын һыуҙан
баҫтырып,
Ҡыран-яран итергә;
Аҡбуҙатҡа
менергә,
Һомайҙы ла алырға,
Әзрәҡәгә
китергә,–
Тиеп
Шүлгән уйлаған.
Шул урында Уралға
Былай
тип ул һөйләгән:
– Мин дә бер дан
табайым,
Әзрәҡәгә барайым,
Илен
баҫып алайым,–
Тип,
таяғын һораған.
– Икәү бергә
барайыҡ,
Бергә йөрөп ҡарайыҡ,–
Тигән
Урал Шүлгәнгә.
Шүлгән быға күнмәгән,
Урал
таяҡты биргән,
Һомай ямдан
сыҡҡансы,
Зәрҡум менән һөйләшеп,
Бөтә
серҙе белгәнсе,
Шүлгән таяҡ алғас
та,
Һомайҙы ла көтмәйсе,
Айһылыуҙы
күрмәйсе,
Самрауға әйтмәйсе,
Бер
яҡ ҡырға сыҡҡан да,
Таяҡты бер һуҡҡан
да,
Барыһын һыуҙан баҫтырған,
Һәләкәткә
ҡалдырған.
Зәрҡум быны күргәс тә,
Ҙур
бер балыҡ булған да,
Янына барған
Һомайҙы
Шул урында ҡарпыған.
Зәрҡум
ҡыҙҙы ҡарпығас,
Күктә ҡояш тотолған,
Быны
Аҡбуҙ белдергән,
Аҡбуҙ даръяға
сумған,
Даръя гөрләп ҡайнаған,
Һомайҙың
да юҡлығын
Барыһы ла анлаған.
Аҡбуҙ
даръяны быуғас,
Зәрҡумға юл
булмағас,
Һомайҙы ул ебәргән,
Зәрҡум
үҙе тотолмай,
Ҡаса һалып өлгөргән,
Һомай
кире ҡайтҡан һуң,
Бөтә серҙе әйткән
һуң,
Урал эште аңлаған,
Дошман
булды ағам, тип,
Үҙ эсенән уйлаған.
Бөрккән
һыуы ҡороғас,
Зәрҡум барып
ҡушылғас,
Аҡбуҙатҡа ҡаршы
Таяҡ
көсө етмәгәс,
Зәрҡум, Шүлгән киткән,
ти,
Әзрәҡәгә еткән, ти,
Бөтә серҙе
әйткән, ти.
Әзрәҡә бик ҡайғырған,
Дейеүҙәрен
йыйҙырған,
Һарайға һаҡ ҡуйҙырған.
Ҡәһҡәһә
менән Шүлгәнде,
Зәрҡум, дурт-биш
дейеүҙе
Ғәскәренә баш ҡылған.
Күктә
ҡоштар осмаҫлыҡ,
Ерҙә кеше
йөрөмәҫлек,
Ерҙе һыу менән ҡапларға,
Күкте
ут менән ялмарға
Бар дейеүгә
бойорған.
Берҙән-бер көн бар
ерҙә
Күк-күмгәк һыу эркелгән,
Күк
йөҙөндә ҡып-ҡыҙыл
Ялҡынлы ут
бөркөлгән.
Күктә ҡош-ҡорт осалмай,
Ерҙә
бер йән торалмай,
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Урал Батыр - 4
  • Büleklär
  • Урал Батыр - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3602
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1861
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 3632
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1731
    29.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 3625
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1720
    28.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 3589
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1827
    26.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 674
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 378
    38.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.