Latin

Урал Батыр - 2

Süzlärneñ gomumi sanı 3632
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1731
29.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
italki
һаҡлармын,
Һине шулай ҡаҡлармын!
Тип
Уралға әйткән, ти.

– Мин дә әрәм
итергә,
Үгеҙ, һине тырышмам,
Яфаланып,
көс түгеп,
Һинең менән сайҡашмам.
Донъяла
һин кешенән
Көслө юғын танырһың,

Үгеҙ
түгел, тоҡомоң менән
Кешегә ҡол
булырһың, –
Тигән
һүҙгә был үгеҙ
Асыуланып ынтылған,
Мөгөҙөнә
алырға
Уралға ул уҡталған.
Урал
батыр үгеҙҙе
Мөгөҙөнән алған,
ти.
Тырышҡан, ти, үгеҙ ҙә,
Тырмашҡан,
ти, үгеҙ ҙә,
Ышанһа ла мөгөҙгә,
Ысҡыналмай
Уралдан,
Тубығынан батҡан, ти;
Көсөргәнеп
тырышҡас,
Ауыҙынан үгеҙҙен
Ҡап-ҡара
ҡан аҡҡан, ти;
Өҫкө теше төшкән,
ти,
Үгеҙ хәлһеҙләнгән, ти,
Сәсәп,
әлһерәгән, ти.
Быны күреп Ҡатил
да,
Ярандары ла, бары ла
Аптырауға
ҡалған, ти.
Урал һүҙенән китмәгән,
Үгеҙҙе
әрәм итмәгән,
Шаҡарып ике мөгөҙҙө,
Батҡан
ерҙән үгеҙҙе
Күтәреп алып ҡуйған,
ти.
Үгеҙҙең дүрт тояғы
Урталайға
ярылып,
Араһына ҡом тулып,
Һырҙай
ҡанға туҙған, ти.


Ҡулым тейгән мөгөҙөң
Кәкерәйгән
көйөнсә,
Тешен төшкән ауыҙың
Өҫкө
тешең үҫмәйсә,
Айырылған тояғын
Һис
тә берекмәйенсә,
Үҙең түгел, балаң
да
Мәңге ҡалыр шул көйсә.
Кеше
көсөн күрҙең һин,
Хәлһеҙлегең белдең
һин,
Кешегә мөгөҙ сайҡама,
Еңермен
тип, айҡанма! –
Тигәс,
үгеҙ ҡурҡҡан, ти,
Аҡһаҡалдар, батша
ла
Аптырауға ҡалған, ти.

Ҡатил
серен бирмәгән.
– Бер табандан уҡтал!,
– тип,
Дүрт батырға ымлаған.
Батырҙары
килгән, ти.
– Йәнең сыҡһа ҡулымда,
Тәнең
ҡайҙа ташлайым?
Сорғатҡансы
үлмәһәң,
Ҡайһы илгә сөйәйем? –
Тип,
бер батыр Уралға,
Алып һүҙен әйткән,
ти.
Урал бынан ҡурҡмаған,
Дүрт
батырға ҡаршы тороп,
Алға табан
атлаған.
– Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,
Үлем
эҙләп йөрөгән
Батыр көсөн
белегеҙ;
Ҡулығыҙҙа йән бирһәм,
Арыҫланыма
бирегеҙ;
Көсөгөҙ етһә ташларға,
Йәншишмәгә
сөйөгөҙ,
Инде һеҙ ҙә әйтегеҙ:
Минең
ҡулға төшһәгеҙ,
Күбәләктәй осһағыҙ,
Ҡайҙа
ҡарай сөйәйем?
Дейеүҙәрҙе
ҡыйратып,
Йәншишмәнән һыу алып,
Кире
һеҙгә килгәндә,
Һеҙҙе эҙләп
йөрөгәндә,
Он-талҡандай итегеҙҙе,
Күбәләктәй
йәнегеҙҙе
Ҡайһы ерҙән табайым?

Тигәс
Урал, көлгәндәр.
– Көсөң етһә
атырға,
Һыртты ергә һалырға,
Батша
менән ярандарҙың
Алдына ҡарай
ташларһың, –
Тип
мыҫҡыллап ҡуйғандар,
Дүрте берҙән
уҡталып,
Йәбешкән, ти, батырға.
Урал
тотоп береһен,
Олаҡтырған батшаға,
Ҡалған
өсөһен бер юлы –
Ярандары
алдына.
Ер һелкенгәндәй булған,
Ярандар
ҙа, батша ла,
Олаҡтырған батыр
ҙа
Он-талҡанға ҡалған, ти,
Күҙҙән
ғәйеп булған, ти.
Ҡан илаған
әсәләр,
Һыҡтап торған аталар,
Ҡулы
бәйле балалар, –
Барыһы
ла күргән, ти,
Ябырылып Уралдың
Барыһы
янына килгән, ти.

Урал һарайға
барған, ти,
Бар халыҡты йыйған,
ти,
Ҡасҡан-боҫҡан – барына
Үҙ
йортона ҡайтырға
Урал фарман биргән,
ти.
Аранан баш һайлатып,
Үҙе китмәк
булған, ти.
Халыҡтар йыйын ҡорған,
Урал
уртала булған.
Халыҡ эсендә ин
ҡарты
Былай тиеп әйткән, ти:
– Егет
тә егет икәнһең,
Егет, батыр
икәнһең.
Йөрәгенә таянып,
Беләгенә
һыҙғанып,
Беҙҙәйҙәрҙе ҡыҙғанып,
Килгән
батыр икәнһең,
Еңеп ятыр икәнһең!
Батша
асыуын ҡуптарған,
Һиңә ҡаршы
өскөргән,
Шул айҡанлы беҙҙәрҙе.
Шатлы
азат иттергән
Батша ҡыҙы булды бит,
Ул
сәбәпсе булды бит.
Һине һөйөп
шаулашты,
Атаһы менән даулашты;
Батша
ҡыҙын ал, егет,
Бында тороп ҡал, егет!

Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Барыһы ла димләшкәс,
Урал
алмаҡ булған, ти,
Ҡыҙҙы алып, туй
яһап,
Бер аҙ ҡалмаҡ булған, ти.

Урал
батыр. 3-сө бүлек

 

Уралдың
Зәрҡумды үлемдән алып ҡалғаны, уның
менән атаһы Ҡәһҡәһә батшаға барғаны,
сер һарайын асҡаны, Гөлөстанды үҙенә
алғаны

Бер
нисә көн булған һуң,
Ҡыҙҙың туйы уҙған
һуң,
Урал тағы киткән, ти,
Күп
һыуҙарҙы кискән, ти.
Бара торғас, бер
ерҙә,
Бер ҡая тау битендә,
Уйпат
сая эсендә
Арыҫланынан төшөп,
Ял
итергә ятҡанда,
Йылан ыҫлаған
тауыш
Ҡолағына салынған.
Ырғып
тороп урынынан,
Тирә-яғына ҡаранған.
Йыраҡ
түгел, яҡында,
Бер ҡулҡының
янында:
Бейеклеген ҡараһаң, –
Арыҫлан
аша күренмәҫ,
Оҙонлоғон үлҫәһәң,

Йөҙ
аҙымда түкәлмәҫ,
Ғәләмәт бер ҙур
йылан
Ҡулҡы эсенән һөҙөп,
Тотоп
алған бер болан.
Ай, айҡаша, ти,
былар,
Һай, сайҡаша, ти, былар;
Аҙаҡ
сиктә түҙалмай,
Йыланға ҡаршы
торалмай,
Сәсәп, йығылған болан,
Арт
һанынан боландың
Шундуҡ ҡапҡан, ти,
йылан.
Урал барған йүгереп;
Йылан
ҡойроғон болғап,
Дулай, ти, ағас
һындырып.
Уралды ла йоторға
Ҡойроҡ
менән һуҡҡан, ти,
Урал урап
йыландың
Ҡойроғонан тотҡан, ти.

Ебәр һин боланды! – тип,
Йыланға Урал
әйткән, ти.
Йылан бер һүҙ әйтмәгән,
Боландың
ул арт һанын
Сәйнәгән дә сәйнәгән.
Тырышҡан,
ти, был йылан
Үҙ теләген итергә,
Боланды
йотоп бөтөргә
Тырышһа ла, булмаған:
Ҙур
мөгөҙҙә туҡтаған;
Ҡойроғо менән
шаҡарған,
Унда ла мөгөҙ һынмаған;
Ергә
һуҡҡан боланды –
Мөгөҙгә
бер ни булмаған.
Бара-тора йыландың
Һис
тәҡәте ҡалмаған;
Йотһа, мөгөҙ
ебәрмәй,
Ҡоҫһа, кире тибәлмәй;
Аптыраған,
алйыған,
Һис тә эше сыҡмағас,
Башҡа
сара ҡалмағас,
Йылан, башын
сәкәйтеп,
Уралға ҡарап ялбарған:

Ай, егетем, ярҙам ит,
Шул булмаһын
үлемем,
Ҡәһҡәһәнең улымын,
Зәрҡум
тигән егетмен,
Ярҙамына ҡарыуға
Мин
дә ярҙам итермен.
Юлымда юлдаш бул,
тиһәң,
Юлыңа бергә китермен;
Ынйы-мәрйен
һораһаң,
Һарайыма барырһың,
Теләгәнсә
алырһың,
Ҡунаҡ булып ҡалырһың, –
Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Урал былай тигән, ти:

Һис тә ҡарыу ҡылмаған,
Бер йәнгә лә
теймәгән,
Ҡан эсмәҫтәй боланды
Минең
дошман Үлемгә
Асмарланың бахырҙы,
Миңә
һөйлә серене,
Миңә әйт һин барыны,
Миңә
бүләк кәрәкмәй,
Миңә һарай кәрәкмәй,
Мин
сыҡҡанмын илемдән
Ҡотҡарырға
кешене,
Ғәйепһеҙ болан ишене
Яуыз
дошман Үлемдән.


Ай, егетем, әйтәйем,
Бар серемде
һөйләйем:
Беҙгә яҡын бер ерҙә,
Ҡоштар
торған ҙур илдә,
Самрау тигән батша
бар.
Шул батшаның Ҡояштан
Тыуып
төшкән ҡыҙы бар.
Мин һораным –
бирмәне,
– Һин йылан, – тип, ҡыҙы
ла
Мине тартып килмәне.
Мин атама
ялындым,
Көнөн-кисен ялбарҙым,

Атай, шуны ал, – тинем,
Һис булмаһа
иленә
Утлы яуың ас, – тинем.

Бөгөн ауға сыҡ, тине,
Йылан туның кей,
тине;
Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө
Болан
табып ей, тине –
Шуны
йотһаң, донъяла
Төрлө төҫкә
керерһең,
Хәүеф белмәй йөрөрһөң;
Кешеләрҙең
һылыуы,
Бер ир-егет булырһың;
Ҡош
иленә барырһың,
Самрауҙың бер
ҡыҙын
Үҙең һайлап алырһың, –
Тигәс,
ауға сыҡҡайным,
Боланды ла йотҡайным;
Инде
хәлем ҡалманы:
Ауыҙыма кипләнгән
Мөгөҙө
һис һынманы,
Теләгәнем булманы.
Егет,
мине хур итмә,
Бер изгелек ит, егет,
Миңә
ярҙам ит, егет!
Атама бергә барайыҡ,
Ни
теләһәң – алайыҡ.
Атамдан байлыҡ
һорама:
Донъяла һылыу ҡыҙ бирер,
Анһына
ла алданма!
Һарай тулы мал бирер,
Анһына
ла алданма,
Ынйы-мәрйен – барыһын
Атам
түгер алдыңа, –
Анһына
ла алданма!
Аҙаҡ сиктә атайым:

Ынйы-мәрйен һөймәгән,
Байлыҡҡа баш
эймәгән,
Ай, һылыу ҡыҙ, тимәгән,
Был
донъяла йөрөп тә,
Ишетеп тә, күреп
тә
Һис берәүҙе тапманым,
Бирер
нәмәм ҡалманы,
Инде үҙеңә туҡтаным,
Егет,
әйтсе теләген,
Ҙур эшеңә бүләгем,

Тиер
һиңә атайым.
Алдан әйтеп ҡуяйым:
Аждаһа
туның һал, – тирһең,
Ҡош туныңды кей,
– тирһең,
Ҡош телеңде сығарып,
Ауыҙыма
бир, – тирһең.
Атам һине ҡурҡытыр,
Ташҡа
төкөрөп күрһәтер,
Ташты һыуҙай
ҡайнатыр.
Әгәр тауға төкөрһә,
Тауы
иреп, һыу булыр,
Ағып бары шул саҡта,
Бер
үҙәнгә йыйылыр,
Осо-сиге күренмәҫ
Ялтыраған
күл булыр.
Анһынан да ҡурҡма һин,
Һаман
телен һора һин.
Атам телен үпкән һуң,

Күңеле
йомшап киткән һуң,
Ни һорайһың бүләккә?
– тип,
Һиңә ҡарап әйткән һуң:

Бер ҙур илдә батшаның
Яҡшылыҡҡа
яҡшылыҡ
Ҡылыр эшен беләһен,
Үҙ
һөйгәнең ни булһа,
Шуны миңә бирәһең,

Тигәс,
ынйы башлы таяғын
Бирһә, уны алырһың.
Ул
таяҡтың даны шул:
Һыуға төшһәң,
батмаҫһың,
Утҡа инһәң, янмаҫһың,
Күренмәҫкә
теләһәң,
Һис бер йән дә күрәлмәҫ,
Дошман
һине эҙләһә,
Бер ҡасан да табалмаҫ,

Тиеп
Зәрҡум ялбарғас,
Урал мөгөҙҙө
һындырған,
Йылан, боланды йотҡас,
Шундуҡ
бер егет булған.
Уйламаҫтан-нитмәҫтән,
Һүҙҙәре
лә бөтмәҫтән,
Бер һыҙғырыу
ишеткән,
Зәрҡумдың йөҙө шул саҡ
Ағарынып,
буҙ булған.
Урал: – Ни? – тип
һораған,
Зәрҡум бер ни әйтмәгән,
Унан
серен йәшергән.
– Атам белде
серемде,
Мин һөйләгән уйымды;
Был
егеттән яҙлыҡһам,
Быны йотмай
ебәрһәм,
Атам йөрәге ташыр,
Асыуынан
мине аҫыр.
Йоторға көс алалмам,
Ҡойроғомдо
боғалаҡ
Тағы да мин ҡылалмам.
Атама
илтеп тапшырһам,
Аяғына баш орһам,
Аҙ-маҙ
яза алырмын,
Үҙем иҫән ҡалырмын,

Тигән
уйҙы уйлаған,
Тик Уралға әйтмәгән,

Атам эҙләтә икән, – тип,
Ул Уралды
алдаған.
– Әйҙә, егет, барайыҡ,
Беҙҙә
ҡунаҡ булайыҡ,
Атайымдан бүләккә
Мин
әйткәнде һорайыҡ, –
Тип
Уралды өндәгән,
Һарайына димләгән.

Йылан илене күрәйем,
Бар серене
беләйем,
Якшылыҡҡа яманлыҡ
Була
икән донъяла,
Бергә барып күрәйем.
Егет
һүҙе бер булыр,
Алға алған уй
булыр,
Тартынмайса барайым.
italki
Үлем
еңер йөрәктең,
Уны йығыр беләктең
Батырлығын
һынайым, –
Тиеп
Урал уйлаған,
Барыу юлын һайлаған,

Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән
булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә
ғүмер итмәҫһең,
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә
ҡайтып китерһең,
Минән сәләм әйтерһең,
– тип,
Арыҫланына әйткән, ти,
Маңлайынан
үпкән, ти,
Шунда ҡуйып киткән, ти.
Бергә
киткән, ти, былар,
Күп ер үткән, ти,
былар.
Күккә олғашҡан ҙур тауҙай
Ҡара
күргән алдында,
Нәж(ә)ғәйҙәй ялтыраған
Ут
уйнай, ти, янында.
Күк томандар
ҡаплаған,
Ут һөрөмө бөркөлгән
Нәмә
күргәс юлында,
Урал: – Ни? – тип
һораған,
– Һарайҙарҙы һаҡлаған
Тау
түгел ул, йылан, – тип,
Зәрҡум уға
аңлатҡан.
Барып еткән, ти, былар,
Шунда
күргән, ти, Урал:
Тимер ҡойма
янында
Уралып үҙ яйына
Туғыҙ башлы
бер йылан –
Һаҡсы
икәнен белгән.
Зәрҡум башлап барған,
ти,
Туғыҙ башлы йыланға:
– Асҡыс
килтер! – тигән, ти.
Йылан шыжлап
һыҙғырған,
Тау-таш ауғандай булған,
Бер
саҡ тауыш ҡуҙғалған:
Алтышар башлы
дүрт йылан
Асҡыс һөйрәй икән, ти,
Шул
асҡыстың тауышы
Шундай шаулай икән,
ти.
Шул ҙур асҡысты алып,
Һарайҙы
асҡан, ти, барып.
– Әйҙә, егет, инә
тор,
Мин атама барайым,
Бында алып
киләйем, –
Тиеп
Зәрҡум киткән, ти,
Уралды шунда япҡан,
ти.
Бер саҡ һарай тирәһе:
Эреһе-вағы,
төрлөһө –
Йылан
килеп тулған, ти;
Төрлө һүҙҙәр булған,
ти,
Урал тыңлап торған, ти.
Ун бер
башлы бер йылан:
– Сират миңә ашарға

Ун
икенсе баш яһарға,
Батшаға иң яҡын
бер
Вәзиренән булырға.
Туғыҙ башлы
бер йылан:
– Юҡ, был кеше батшаның
Серен
алды улынан,
Вәғәҙә алды ҡулынан;
Быны
батша йә үҙе,
Йә булмаһа мин
йотам:
Батшабыҙҙың бар серен
Үҙ
башымда мин тотам.
Батша уны ашамаҫ,
Улын
яҡлап ҡотҡарғас,
Ашаһа ла, баш
үҫмәҫ.
Юҡҡа
йыйылып тормағыҙ,
Ымһынышып
йөрөмәгеҙ,
Һеҙгә теймәҫ – көтмәгеҙ,

Тигәс,
барыһы таралған.
Туғыҙ башлы ҙур
йылан
Шул тирәлә уралған.
Ҡапҡаға
яҡын килгән, ти,
Бер ҡыҙ төҫлө булған,
ти,
Урал янына инеп,
Арбамаҡсы
булған, ти,
Уралға ҡул һуҙған, ти.
Урал
ҡулын ҡыҫҡан, ти, –
Бармаҡтары
осонан
Ҡаны бәреп сыҡҡан, ти;
Йылан
түҙмәй ҡыҫыуҙан
Ут бөркмәк булған,
ти;
Урал сәсеп ғәйрәтен,
Боғаҙынан
алған, ти.
– Һин бит серҙе белеүсе,
Кеше
ашап ятыусы,
Баш үҫтереп йөрөүсе,
Ҡәһҡәһәнең
бар серен,
Башын һаҡлап тороусы,–
Тигән
һүҙҙе ишеткәс,
Аптырауға ҡалған,
ти:
– Ай, тәңрем икәнһең,
Мин быны
һис белмәнем,
Кешеһең, тип уйланым.
Шуға
бая батшама:
– Улың серҙе кешегә,
Беҙгә
дошман ишегә
Һөйләгән бит, –
тигәйнем,–
Тиеп,
йылан Уралдың
Аяғына йығылған,
Бил
урталай һығылған.
Еҫкәнепме,
һиҙепме,
Күп тә үтмәй был йылан:

Юҡ, юҡ, тәңрем түгел һин –
Кеше
еҫе аңҡыны –
Ысын
кеше икәнһең!
Батша улын һөйләтеп,
Бөтә
серҙе белгәнһең,
Серҙе аңлап
килгәнһең,–
Тиеп
ырғып торған, ти,
Ауыҙ асып, ажғырып,
Утын
бөркмәк булған, ти.
Урал ҡурҡып
тормаған,
Башына бер орған, ти,–
Бер
башынан сылтырап,
Ергә асҡыс
ҡойолған,
Һигеҙ баштан тағы ла
Һигеҙ
батыр бар булған.
– Барыбыҙ ҙа кеше
инек,
Илебеҙҙә ир инек,
Йылан беҙҙе
ашаны,–
Үҙенә
баш яһаны.
Яр йыландың йөрәген –
Алтын
асҡыс табырһың
Сер һарайын
асырһың,
Теләгәнең алырһың,–
Тип
тегеләр әйткән, ти.
Урал йөрәген
ярған, ти,–
Сер
һарайын асҡан, ти:
Ынйы менән
биҙәнгән,
Ебәк менән уранған,
Йөзө-башы
һарғайған
Бер һылыу ҡыҙ күренгән;
Ҡыҙ
янында – бер ишек,
Шуны барып асҡан,
ти;
Бер тәхеттең янында
Ынйы таяҡ
күргән, ти.
– Алсы, егет, таяҡты,–
тип,-
Теге кешеләр әйткән, ти.
Шул
саҡ һарай ишеген
Бер аҡ йылан асҡан,
ти;
– Был кем бында инеүсе,
Һис
кешегә теймәҫтәй
Таяғымды алыусы?–
тип,
Йылан килеп Уралға,
Йотайым
тип, уҡталһа,
Урал тотоп алған, ти,
Ергә
урап һалған, ти,
Ошо һүҙҙе әйткән,
ти:
– Кеше юйыр Үлемде
Эҙләп сыҡҡан
батырмын;
Үлем яҡлы берәүҙе
Ерҙә
имен ҡуймамын;
Атым Урал булғанда,
Затым
кешенән булып,
Был донъяға
тыуғанда,
Кешегә ярҙам итермен,
Илем
байман итермен,
Кешегә дошман
булғандың
Барын тар-мар итермен.
Батша
булһаң, бир фарман:
Бөтә йылан
йыйылһын,
Кеше ейгән баштары
Бары
ергә эйелһен, –
Барын
турап бөтөрмөн,
Кире кеше итермен.
Яуыз
Үлем юлдашы,
Бөтә йылан-яуызды,–
Барын
тар-мар итермен! –
Тигән
һүҙен ишеткәс,
Батырлығын һынағас,
Йылан
да буй биргән, ти.
– Таяғым киткәс
ҡулымдан –
Көсөм
һиндә,– тигән, ти.
Батша фарман биргән,
ти:
Бар йыланды йыйған, ти;
Кеше
ашап үҫкәндең
Башын Урал ҡырҡҡан,
ти, –
Баштан
кешеләр сыҡҡан, ти.
Бар һарайҙы
астырған,
Зиндандағы тотҡондоң
Барыһын
да ҡотҡарған.
– Хәҙер улыңды тап, –
тигән,
Эҙләп алып кил! – тигән.
Халыҡ
иреккә сыҡҡан, ти,
Бикле ятҡан һылыу
ҡыҙ –
Ул
да бергә сыҡҡан, ти;
Барыһы ла килгән,
ти,
Уралды һырып алған, ти:
– Тәңре
бирмәҫ ярҙамды
Беҙгә, егет, атҡарҙың,
Ил
ҡаплаған яуыздың
Утлы яуын
аҡтарҙың.
Инде, егет, нишләйек,
Ниндәй
бүләк бирәйек,
Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?

Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй.
Ил батыры
шул булыр –
Кеше
һөйөр ир булыр,
Һеҙҙең шатлыҡ –
минеке,
Минең шатлыҡ – һеҙҙеке.
Илдең
барын йыяйыҡ,
Күмәкләп туй
ҡылайыҡ,
Арағыҙҙан берәүҙе
Башлыҡ
итеп ҡуяйыҡ.
Йыланға ҡаршы яу
тотҡан,
Күп йыл буйы һуғышҡан
Алғыр
тигән ир булған, –
Шуны
башлыҡ ҡылған, ти.
Алғыр ҡарт
ҡорҙашының
Тоғро бер юлдашының
Ҡыҙы
ҡалған – Гөлөстан –
Ҡәһҡәһәлә
ҡол булған,
Һарайҙа бая осраған
Ошо
ҡыҙҙы димләшеп,
Уралға бирмәк
булғандар.
Урал халыҡтың уйҙарын

Ҡыҙҙы
алыр туйҙарын
Бер аҙ һуңлатмаҡ
булған,
Әзрәҡәне еңгәнсе,
Туйҙы
туҡтатмаҡ булған.
Арала иң өлкәне,
Донъяны
күп күргәне:
– Һәр йыл ғүмер бер
батыр
Иле өсөн яратыр.
Быуын-быуын
үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең
даның ҡалһа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр
ул.
Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры
– батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр
ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән
күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер
ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан
батыр тыуғанда,
Бер быуын тип
һаналған
Илдә ғүмер үтер ул.
Батыр
атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт
имгән,
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға
әсә булыр ҡыҙ, –
Тигәс,
Урал тыңлаған:
Гөлөстанды алған,
ти,
Бер оло туй ҡылған, ти,
Бергә
ҡунаҡ булған, ти.

Урал
батыр. 4-се бүлек

 

Шүлгәндең
дейеү батшаһы Әзрәҡә хәйләһенә эләккәне,
Әзрәҡә мәкерен үтәргә Самрау батша
иленә барғаны, Һомай уны һарай аҫтына
япҡаны

Уңдан
киткән Шүлгән дә
Осраған, ти, бер
ҡартҡа.
Ни эҙләүен был яҡта,
Килгән
саҡта юлында
Осрағанын бер ҡартҡа,

Барын
һөйләп биргәс тә,
– Был ҡарт тағы
Шүлгәнгә,
Сер йәшермәй, эс тартмай,
Былай
тиеп әйткән, ти:
– Һин осраған ул
бабай –
Минең
ҡустым булыр ул,
Минең менән бер
илдә
Тыуып үҫкән ине ул;
Уның йөҙө
хәҙер ҙә –
Ап-аҡ
һаҡал, сал ҡарттыр,
Саҡ йәнене
аҫырарҙай,
Үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр.
Бына
мине күрәһең–
Бер
егеттәй тиерһең,
Уны – ҡустым
тигәнгә,
– Был ҡарт алдай, –
тиерһең.
Уның сере шул, егет,
Шуны
яҡшы бел, егет:
Беҙҙең илдә бар кеше
лә –
Өлкәне
йәнә йәше лә –
Барыһы
ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай;
Илде
талап йөрөмәҫкә,
Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа;
Ил
ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп
ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис
айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө – байман,
тип,
Еҫерҙе сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға
әсә булғанды
Хур әсә, тип
кәмһетеп,
Балаларын һыуға атып,
Ундай
йола ҡылмаҫҡа,–
Тигән
илдең анты бар.
Ҡустым шуны тотманы,
Көсө
еткән йәндәрҙең
Барын ҡырҙы,
туҡманы,
Ҡыйыратты, ашаны;
Үлем
тигән яуызға
Дуҫ, дошманын табырға,
Илдә
күп ҡан ҡойорға
Йола таба башланы.
Шуға
уны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе
лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер
илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере
үтә зарлыҡта;
Шуға уның төҫ-башын
Үлем,
ҡартлыҡ ҡапланы, –
Тиеп,
был ҡарт һөйләгәс,
Шүлгән эште
аңлаған,
Шул илде барып күрергә,
Ни
барыны белергә
Ҡарттан юлын
һораған,
Ҡарт йәшермәй һөйләгән.
Ай
киткән, ти, йыл киткән,
Күп йылға,
тауҙар үткән.
Ҡайҙа ғына төн булһа,
Шунда
ятып йоҡлаған.
Барып сыҡҡан бер
ергә,
Осраған бер күлгә,
Ситен ҡуға
уратҡан,
Томбойоҡтар япрайып,
Тик
ағастай, сәскә атҡан;
Һаҙмыт түгел,
ҡырсын төп,
Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы
Йөҙөп
йөрөй – шундай күп.
Күлдә ятҡан
балығы,
Ялтуш, сабаҡ, суртаны
Бергә
йөҙөп уйнайҙар,
Бер-береһенә
теймәйҙәр.
Быны күргәс, туҡтаған,
Арыҫлан
ҡылыны алып,
Мәскәү яһамаҡ булған,
Балыҡ
ауламаҡ булған.
Мәскәүенә һап
эҙләп,
Ҡуйы таллыҡҡа ҡарап,
Атлап
алға киткәндә,
Тал төбөнә еткәндә:
Талда
һайрап ултырған,
Һандуғасты
ҡушарлап,
Әберсендәр теҙелгән;
Яғылбай
ҙа, ҡарсыға,
Тағы турғай күренгән.
Тау
битенә күҙ һалһа,–
Ҡуй-һарыҡ
та, бүре лә,
Әтәс, тауыҡ, төлкө лә
Бер
тирәгә йыйылған.
Шүлгән күреп,
туҡтаған,
Ҡарт һүҙене иҫләгән:

Тәү батшаға барайым,
Һарай серен
беләйем,
Ҡайтыуҙа юл ыңғайы
Барын
аулап ҡарайым,–
Тиеп
Шүлгән уйлаған,
Арыҫланына менгән
дә,
Үҙ юлына ыҡлаған.
Китеп барған
сағында,
Ҡасып ултырған Зәрҡумға
Шүлгән
килеп тап булған.
Зәрҡум бынан
һорашҡан,
Шүлгән танмай һөйләшкән.
Зәрҡум
үҙен Әзрәҡә –
Дейеү
батша улы тип,
Сер йәшереп
алдашҡан.
Әзрәҡәгә барырға,
Күп
бүләктәр бирергә,
Бергә алып
китергә;
Йәншишмәнән һыу алып,
Теләгәнсә
бирергә
Зәрҡум уны димләгән;
Шүлгән
серҙе белмәгән.
Былар бергә киткән,
ти,
Былар күп ер үткән, ти;
Бер саҡ
ергә тоташҡан,
Үҙе күккә олғашҡан
Ҡара
нәмә күренгән.
Болот микән, тау
микән?
Тау тир инең – ҡайнай, ти,
Болот
тиһәң – шаулай, ти,
Шүлгән быға
аптырап,
Юлдашынан һорай, ти.
Зәрҡум
уға былай ти:
– Ул күренгән ҡарасҡы

Һарайҙы
һаҡлап тороусы,
Беҙҙе күреп килеүсе
Ҙур
дейеүҙең берәүһе.
Туҡта, һин аҙ көтөп
тор,
Ошо урында тороп тор,
Мин тәү
барып әйтәйем,
Ҡунаҡ килде, тиәйем,

Беҙҙе
килеп алыр ул,
Һарайға алып барыр
ул,–
Тип,
Шүлгәнде ҡалдырған.
Үҙе дейеүгә
барған,
Юлдашымды, үҙемде
Һарайға
илт, тип һораған.
Дейеү хәбәр иткән,
ти,
Батша серҙе һиҙгән, ти,
Дейеүҙәргә
ҡушҡан, ти.
Ике толпар етәкләп,
Батыр
ирҙәй олпатлап,
Ҙур ҡунаҡтай
йүпәтләп,
Бер ҙур дейеү килгән,
ти,
Шүлгән менән Зәрҡумды
Һарайға
алып киткән, ти.
Һарайға барып еткән
һуң,
Шүлгәнде Зәрҡум ҡалдырып,
Хәбәр
итеүен белдереп,
Үҙе һарайға ингән,
ти,
Батшаға ҡул биргән, ти,
Әзрәҡәнең
янында
Атаһыны күргән, ти.
Ҡәһҡәһә
менән Әзрәҡә
Урал турында
уйлашып,
Икәү-ара һөйләшеп,
Аптырашып,
алъяшып
Ултырған саҡ икән, ти.
Һынсы
дейеүҙәр килеп,
Бер ҡарт дейеү бик
белеп:
– Анау саҡта, ай, батшам,
Бер
йәш бала тыуғанда,
Шуның тауышы
килгәндә,
Күктә осҡан дейеүҙәр
Бары
ҡолап төшкәйне.
Баланы урлап
алырға,
Үлтереп юҡ ҡылырға
Барған
дейеү, ендәрҙең,
Бала текләп
ҡарағас,
Тоторға тип уҡталғас,
Барған
бере ҡурҡыуҙан
Йөрәге ҡубып үлгәйне.
Шул
баланың сыҡҡанын,
Илгә яҡынлашҡанын,

Алам тигән уйының
Йәншишмәгә төшөүҙән

Шишмә ҡурҡып ҡайнауын,
Яртылаш һыуы
ҡайтыуын
Хәбәр итеп алғайның –
Ҙур
ҡайғыға ҡалғайның.
Батшам, сара
эҙләйек,
Ҡул ҡаушырып тормайыҡ;
Берәй
кеше табайыҡ,
Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын
Кеше
аша алайыҡ,
Һис булмаһа – урлайыҡ.
Әзрәҡә:
– Аҡбуҙатты алырға,
Уға эйәр һалырға
Йә
булмаһа, ул атты
Был донъянан юйырға
Ете
дейеү ебәрҙем.
Күктә торған буҙ
аттың
Урынын үҙем күргәҙҙем.
Улар
барып баҫтырҙы,
Тота алмағас яҡшылап,
Ат
уларға килмәне,
Дейеүҙәрем ғәрлектән
Кире
илемә инмәне:
Күктә ҡалды хур булып,

Етегән тигән исемдә
Мәңге ҡалды ут
булып.
– Һис булмаһа һары атын
Алайым,
тип уйланым.
Айҙан тыуған ҡыҙы
бар,–
Шуны
урлап ҡараным.
Ҡыҙы тотҡон булһа
ла,
Аты бүләк булһа ла,–
Ул
ат һаман килмәне,
Һис теләгем
булманы.
Хәҙер беҙгә шул кәрәк:
Кеше
булған ир кәрәк,
Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы
Арбай
алыр ир булһын,
Был донъяла бер
булһын.
Ҡыҙ, яратып егетте,
Аҡбуҙ
менән булатты
Бүләк итерҙәй булһын.
Буҙ
ат менер ир тапһаҡ,
Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ
биреп,
Мал теләһә, мал биреп,
Баш
булам тип ымһынһа,
Берәй илгә баш
ҡылып,
Ул егетте арбаһаҡ,–
Беҙ
Уралды еңербеҙ,
Ер өҫтөндә
кешенән
Тарлыҡ-мазар күрмәбеҙ,
Теләгәнебеҙ
итербеҙ, '
Барын ҡулда тоторбоҙ!

Тигән
һуң Әзрәҡә,
Зәрҡум, алға сыҡҡан
да,
Батшаға баш эйгән дә,
– Мин
Уралдың ағаһын
Алып килдем,– тигән,
ти
Үҙ хәйләһен аңлатып,
Теҙеп
һөйләп биргән, ти.
Барыһы ла
шатланған,
Зәрҡум батша алдында
Маҡтау
алып, данланған.
Шүлгән һарайға
ингәс,
Әзрәҡә урын күрһәткән,
Бик
йүпәтләп, олпатлап,
Таҡ янына
ултыртҡан,
Зәрҡумды ул – улым,
тип,
Ҡәһҡәһәне – дуҫым, тип,
Алдап-йолдап
танытҡан.
Ни теләһә, шул әҙер,–
Ҙур
ҡунаҡтай һыйлатҡан,
Бар байлығын
күрһәткән;
Һарай ҡыҙҙарын
йыйып,
Һылыуҙарын күҙләткән
Төркөм-төркөм
ҡыҙҙары –
Барыһы
һайлап ҡуйғандай,
Күҙҙең яуын
алырҙай,
Күргәндәр таң ҡалырҙай.
Күмәк
ҡыҙ уртаһында:
Буҙ таштар араһында
Айырым
бөртөк ынйылай,
Күктә балҡып
йәмләнгән
Йондоҙҙарҙың айындай;
Һылыуҙарҙың
битендә
Айырым торған миңендәй,
Типһән-туғай
үләне
Йәмләп торған гөлөндәй

Һылыуҙарҙың
һылыуы
Айһылыуҙы күргәс тә,
Шүлгән
күҙен текәгән,
Түҙемлеген
юғалтып,
Зәрҡумғә быны һөйләгән.
Зәрҡум
уны – һеңлем, тип,
Кейәү итәм һине,–
тип,
Шүлгәнде ул алдаған,
Шүлгән
быға йән атҡан;
– Атама хәҙер әйтәм,
тип,
Зәрҡум уны йыуатҡан.
Әзрәҡә
эште аңлаған,
Алап һалып, Ҡот тауға
Бар
дейеүҙе йыйнаған.
Айһылыуҙы
саҡырып,
Аулаҡ ергә алдырып,
Урланған
ҡыҙ икәнен
Шүлгәнгә һис әйтмәҫкә,
Һарайҙан
сығып йөрөмәҫкә,
– Мин әйткәнде
тотмаһаң,
Башың өҙөп ашармын,
Кәүҙәң
утҡа ташлармын,–
Тигән
һүҙен аңлатҡан,
Айһылыуҙы ҡурҡытҡан.
Данлы
туйын ҡорған һуң,
Шүлгән кейәү булған
һуң,
Ҡыҙ ҙа һылыу булғанға,
Егетте
лә һөйгәнгә,
Шүлгән шуға мауығып
Был
һарайға йотолған,
Бөтә эше
онотолған.
Берҙән-бер көн Әзрәҡә
Зәрҡум
менән Шүлгәнгә
Самрау батшаның
ҡыҙын,
Булат ҡылыс, Аҡбуҙын
Ала
торған юлыны,
– Аҡбуҙатҡа менгән
ир,
Булат ҡылыс тотҡан ир –
Бөтә
донъя йөҙөндә
Ин ҙур батыр булыуҙы,
Барын
баш эйҙереүҙе
Теҙеп һөйләп аңлатҡан,

Төрлө
яҡлап самалап,
Ҡул тамырыны
тартҡан.
Шүлгәнгә быны аңлатҡас,
Һомайҙы
ил маҡтағас,
Яуға ҡалһа, аҙағы
Дейеү
ҙә бирәм тигәс,
Шүлгән бармаҡ булған,
ти,
Һомайҙы алмаҡ булған, ти.
Зәрҡум,
Шүлгән икәүһе
Үҙ-араһы һөйләшеп,
Бер
дейеүгә менгәшеп,
Самрау батша
иленә
Икәү бергә киткән, ти,
Күҙ
асып, күҙ йомғансы
Барыр ергә еткән,
ти.
Былар дейеүҙән төшкәндәр,
Шунда
кәңәш ҡорғандар,
Һүҙ ыңғайы
килгәндә,
Зәрҡум һөйләп киткән
дә,
Урал турында һүҙ асып,
Былай
тиеп, әйткән, ти:
– Бынан бик йыраҡ
түгел
Аждаһа-йылан иле бар,
Ҡәһҡәһә
тигән батша бар.
Шул батшаның
ҡулында
Яуға ҡаршы ут булыр,
Теләгәндә
– һыу булыр,
Ел-дауылдар ҡуптарыр
Бер
хикмәтле таяҡ бар.
Анғармаҫтан-нитмәҫтән,
Берәүһе
лә көтмәҫтән,
Бер батыр ир килгән
дә,
Урлапмылыр, нисектер,
Шул таяҡты
алған да –
Батшаһын
да һөргән, ти,
Бөтә илен алған, ти;
Урал
батыр булам мин, тип,
Үҙе батша булған,
ти, –
Тиеп
Зәрҡум Шүлгәнгә
Барын һөйләп биргән,
ти.
Шүлгән Урал һаулығына,
Бер
яғынан, шатланған,
– Урал өҫтөн булыр,
тип,
– Мин йөрөнөм, ил гиҙҙем,
Илдә
батыр танылдым, –
Тиеп,
Урал маҡтаныр,
Илгә ҡайтҡас
һөйләнер,
Барына яҡшы күренер,
Тиеп,
Шүлгән Уралдан,
Бер яғынан, көнләшкән.

Аҡбуҙатҡа менгәндә,
Булат ҡулда
булғанда,
Бер ни ҡаршы киләлмәҫ, –
тип,
Зәрҡум, Шүлгән һөйләшкән.
Зәрҡум,
бергә килһә лә,
Серҙәш булып йөрөһә
лә:
– Һомайҙы Шүлгән алыр ҙа,
Аҡбуҙатҡа
менер ҙә,
Булат ҡылыс тотор ҙа,
Беҙҙән
өҫтөн булыр, тип, –
Ул
да эстән көнләшкән.
Шүлгән менән бер
булайым,
Батырлығын һынайым,
Йә
үлтереп Уралды,
Таяғымды алайым,
Теләгемде
ҡылайым,
Барынан үс алайым, –
Тиеп
Зәрҡум уйлаған;
Шуға маҡтап
таяҡты
Шүлгәнгә ул һөйләгән.
Былар
килеп ҡалғандар,
Һарайға күҙ
һалғандар,
Һарай алды туп тулы
Ап-аҡ
ҡоштар күргәндәр.
Ҡош тубынан
берәүһе,
Был икәүҙе күргән дә,
Ситкә
айырылып сыҡҡан,
Ҡош тубына ҡарата
Оран
биргәндәй булған, –
Күҙ
асып, күҙ йомғансы
Барлыҡ ҡоштар
таралған.
Айырылған яңғыз ҡош
Быларға
күҙ һалған, ти,
Күҙәтепме торған,
ти;
Былар яҡын барған, ти,
Һомайҙы
атап һорағас,
– Өйҙә юҡ ул,– тигән,
ти.
Былар һорашып бөтмәгән,
Оҙаҡ
ваҡыт үтмәгән
Ҡош туптары барыһы
Ҡош
тундарын һалған да –
Һылыу
ҡыҙға әйләнгән.
Шүлгән барыһын
күҙләгән,
Айырыуса берәүһен.
Ни
тиергә белмәгән:
Үҙе үҫеп, ил
гиҙеп,
Бындай һылыу күрмәгән!
Йөҙө
айҙай балҡыған,
Күкрәктәре ҡабарып,
Һылыу
булып ҡалҡыған.
Тирә-яғы, бар ҡыҙ
ҙа,
Һарай алды, бар ер ҙә
Шул һылыуҙан
йәм алған,
Бары шунан йәнләнгән
Һымаҡ
төҫлө тойолған,
Әйтерһең дә, бар
донъя
Уға ҡарап эйелгән,
– Һомай
тигән ошолор,–
Тиеп
эстән уйлаған.
Ҡыҙҙар серҙе
бирмәгән,
Шикләнгәнен ҡыҙҙарҙың
Был
икәү ҙә һиҙмәгән;
Аралағы яңғыҙы,
Алға
сығып бер үҙе,
Күс башлығы –
инәләй,
Ҡунаҡ көткән эйәләй:
– Ил
аралап йөрөгәнһеҙ,
Һомай ҡыҙҙы
белгәнһеҙ,
Уға төбәп килгәнһеҙ,–
Әйҙә,
һарайға үтегеҙ,
Һомай ҡайтыр –
көтөгөҙ,–
Тип
быларҙы өндәгән,
Һарай ишеген
асып,
Ҡунаҡтарҙы ымлаған;
Һомай
үҙен танытмаған,
Былар һүҙ
ҡуҙғатмаған.
Былар һарайға ингән,
ти,
Ҙур ҡунаҡтай кәпәйеп,
Түргә
табан уҙған, ти.
Аҙ-маҙ ип-һип иткәс
тә,
Һарайҙы томан баҫып,
Быларҙың
һушы ҡасып,
Һарайҙа шау-шыу ҡубып,
Ике
уртаға ярылып,
Шүлгән, Зәрҡум икеһе
Ер
аҫтына осҡан, ти,
Ямға ҡолап төшкән,
ти.
Тирә-яҡты һәрмәгәс,
Бер-берене
тапмағас,
Быларҙа ҡурҡыу тыуған,
ти.
Икеһе лә иҫ йыйғас,
Арлы-бирле
йөрөгөләп,
Тирә-яҡты ҡармалап,
Һис
сер белмәй алъяғас,
Шүлгән аптырап
ултырған.
Зәрҡум уйлап тормаған,
Бер
йыланға әйләнеп,
Ярыҡ-маҙар юҡмы,
тип,
Сығырға юл эҙләгән,
Һомай
белгән был серҙе,
Саҡырып алған бер
ҡыҙҙы;
Ямды һыуҙан баҫтырған,
Һалҡын
һыуҙы таштырған,
Зәрҡумды һыуҙа
йөҙҙөрөп,
Аптырауға ҡалдырған.
Зәрҡум
көшөл булған, ти,
Һыуҙа йөҙөп йөрөгән,
ти.
Һомай быны башҡарғас,
Шүлгән
янына барған, ти,
Һүҙен әйтә һалған,
ти:
– Ҡараңғыға осҡан һуң,
Күңелең
ҡурҡыу алдымы?
Миңә бысаҡ ҡайраған
Сағың
алға килдеме?
Ҡурҡыуыма – ҡурҡыуың
Ҡарыу
булһын, егетем;
Ҡан көҫәгән, йәш
түккән,
Күптәр башына еткән,
Ҡан
эсергә уҡталған
Уҫал йөрәгең
бөтһөн,
Бәғерле йөрәк үҫһен.
Йөрәк
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Урал Батыр - 3
  • Büleklär
  • Урал Батыр - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3602
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1861
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 3632
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1731
    29.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 3625
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1720
    28.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 3589
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1827
    26.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Урал Батыр - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 674
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 378
    38.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.