🕥 35 minut uku
Үгәй балалар - 2
Süzlärneñ gomumi sanı 4496
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1915
31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
46.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Аһ донъя, был ваҡытты Зөһрә килеп күрһә, йөрәктәре ярылыр, ихтыярһыҙ йығлар, ни эшләргә белмәҫ ине.
Ғәлә муллаға бик тиҙ ҡыҙ табылды, Зөһрә абыстайҙы онотторорлоҡ булды. Бисара балаларға әсә ҡайҙа? Уларҙың әсә хәсрәтен кем бөтөрә ала? Был әсә уларға үгәй намында уласаҡтыр. Ғәлә мулла ҡыҙға барып та ҡушылды, хәсрәттәр таралды.
Латифаға ҡушылып, ике-өс көн торғандан һуң, бер-береһенә танышлыҡ вә үгрәнеүлек хасил булғандан һуң, Латифа абыстайыбыҙ, үҙ фекеренсә, үҙен Ғәлә муллаға бигерәк һөйҙөрөп, гүйә Зөһрәне оноттормаҡсы булып: «Мин матурмы, үлгән катының Зөһрә матур инеме? Йә, әйт!»— тип әйтә башланы.
Латифаның ошо ике йөмлә һүҙенән уҡыусылар, уның тәрбиәһеҙ идекен, шайәт аңларҙар тип, хәҙер уның нисек идекен яҙмай торабыҙ. Бәлки, киләсәктә Латифаның ҡыланыш-йөрөшөнән нисек идеке үҙ-үҙенән бик асыҡ беленер. Латифаның «Мин матурмы? Зөһрә матурмы?» тигән һүҙенә ҡаршы, Ғәлә мулла: «Миңә ҡайһығыҙ тәрбиәле, әхлаҡлы булһа, шул матур»,-— тип яуап биреү кәрәк ине. Ләкин Ғәлә мулла Латифаның заһири матурлығына ҡарап ҡына, башҡаһын тикшермәй: «Һеҙ матурыраҡ»,— тип әйтеүҙән үҙ-үҙен туҡтата алманы. Күп ваҡыттар ҙа үтмәй Ғәлә мулла Латифаны үҙ өйөнә алып килеп, бергә мәғишәт итә башланылар.
ЛАТИФАНЫ АЛҒАНДАН ИКЕ ЙЫЛ ҺУңЫРАҡ
Ҡара-ҡаршы, ҙур итеп бина ителгән яҡшы ғына ике өй булып урам яғындағыһы матур өй (ҡунаҡ өйө), эске яҡтағыһы аш өйө, тип тәғбир ителерлек өйҙәр, Ғәлә мулланың өйҙәре ине. Шул уҡ аш өйөндә, туғыҙ йәшендәге Фатима, ете йәшендәге Зәйнәп һәм биш йәшендәге Ғәлиәхмәт, ҡулдарында берәр телем икмәк улдығы хәлдә, ҡатыҡ ашап ултыралар ине. Был балаларҙың өҫ-баштары ҡарайған, күлдәктәренә ҡатыҡ буялған, йөҙҙәре нурһыҙ булып һулыған, күҙҙәре эскә батҡан, ҡыҙҙарҙың сәстәре таралмай сыуалып бөткән, Ғәлиәхмәттең күлдәк еңе йыртылып, бәйләп ҡуйылған ине. Быларҙы был хәлдә күргән ваҡытта, бер ҙә белмәгән, танымаған кеше лә, был бисаралар етем икән, тип белеп ҡыҙғанырлыҡ ине. Латифа абыстай илә Ғәлә мулла ҡунаҡ өйөндә, матур өйҙә, рәхәт-рәхәт уйнап-көлөп, сәй әсәләр. Ашъяулыҡта (дәстәрхан) майға бешкән эҫе ҡоймаҡ, бал-майҙар тулы улдығы хәлдә, урталарында ултыра башлаған бер бала ҡулына шәкәр тотҡан, төшөп китһә-нитһә, Латифа абыстай алып бирә, Ғәлә хәҙрәтебеҙ ҙә был балаға ҡарап, ауыҙын һыҙғыртып, ике ҡулды һуҙып: «Кил миңә, кил!»— тип саҡырмаҡта, йәш бала, әҙрәк талпынып, килергә теләһә, ирле-ҡатынлы ҡыҙыҡ күреп шарҡылдашып көлмәктә инеләр. Теге өйҙәге балалар ҡатыҡ ашап ултырған ваҡытта, был йәш баланың шәкәр ашап ултырыуынан да был бала йәш ҡатын Латифа абыстайҙың балаһы идеке һорамаған кешегә лә мәғлүм ине.
Бисара Фатима, ҙур кешеләр кеүек, туғандарына ҡарап: «Туғандарым, ҡатыҡты түкмәй ашағыҙ, йәш әсәй килеп керһә, асыуланыр, беҙҙе туҡмар»,— тип ултырғанда, Латифа абыстай килеп кереп: «Ашағыҙ, бирәндәр!.. Туймаҫ кеүек булып тора инегеҙ, туйығыҙ!»— тигән кеүек ҡаты һүҙҙәренән бының шәфҡәтһеҙ идеке беленә ине. Бисараларҙың күрәһе ағырлыҡтарына ҡаршы, шул ваҡытта Ғәлиәхмәт ҡалаҡты яңылыш алдына төшөрөп ебәреү илә, Латифа абыстай бының сикәһенә сабып, күҙенән уттар сығарып, теге өйгә сығып китте. Шул дәрәжә ҡаты һуҡһа ла, Ғәлиәхмәттең ҡысҡырып йығлау ихтималы юҡ ине. Сөнки улар һуғылыуға шул дәрәжә ғәҙәт алғандар ине, ҡасан ваҡыт етер ҙә, ҡасан таяҡ төшөр, тип, көтөп кенә торалар ине.
Әгәр һуғылған ваҡытта йығлап тауыш сығарһалар, дәхи нығыраҡ (ҡатыраҡ) һуғыласаҡтарын бик асыҡ беләләр ине. Латифаны күргән ваҡытта ҡалтырап, ҡурҡыуҙарынан бизарур ғәйепле эштәрҙе эшләп ҡуялар, шул сәғәттә ағыр язаларҙы ла күрәләр, бер генә һуғылыу илә ҡотолоп ҡалһалар, бик ҙур ғәнимәт, тип беләләр ине.
Латифа абыстай теге өйгә кергән ваҡытта: «Түгәләр ҙә бөтәләр, көнө-төнө ашауҙан бушамайҙар»,— тип һөйләнеп барып керһә лә, Ғәлә мулла бер һүҙ ҙә өндәшмәй (тик тора), әлбиттә, йәш абыстай дөрөҫ итә тигән кеүек тик торҙо. Былар әүәлгесә кәйеф-сафа илә сәй эсә башланылар. Кашки шул ваҡытта Зөһрә абыстай килеп күрһә, Ғәлә муллаға ҡарап: «Һай, оятһыҙ, инсафһыҙ! Минең аҡтыҡ көнөмдә йән әсеһе илә әйткән васыятымды оноттоңмо? Ул ваҡытта, һис инсафһыҙ булмаҫ кеүек, минең һүҙҙәремде күҙ йәшең илә ҡаршы алған инең дәгелме? Йәш абыстай кәйефе һәм хәтере өсөн, үгәй балаларҙың хәтерен ҡалдырмаҫҡа булған вәғәҙәң ҡайҙа? Үҙегеҙ тәмле һәм татлы аштар илә сәй эсеп, бисара етемдәргә асы ҡатыҡ илә ҡара арыш икмәге биреп ҡуйыуығыҙ ҡәҙәр инсафһыҙлыҡ бармы? Алтын кеүек балаларымды тәрбиәһеҙ был һүрәттә ҡалдырыуығыҙ өсөн, бер алла хозурында ни яуап бирерһегеҙ?»— тип ҡанлы йәш илә ҡаты һүҙҙәр әйтәсәк. Латифаға ла ҡарап: «Ай, таш йөрәкле ҡатын! Үҙең минең кеүек вафат булып, балаларың минең ҡулымда ҡалып, шулай ағырлыҡтар күрһәтһәм, нисек булыр ине? Ошоларҙы аҙыраҡ уйлап, был бисараларға аҙ ғына булһын шәфҡәт итерлек һиндә ғаҡыл юҡмы ни?»— тип әйтәсәк ине.
Һай, бисара, Зөһрә абыстай, был донъя золом вә яфа донъяһылыр. Бик аҙ ғына инсандар инсафы илә сифатланып, ҡалғандары ла залимдарҙыр. Бер кеше кеше ҡулында мәғлүб булып ҡалһа, һәр заман мазлум булып, аһ-зар илә көндәрен уҙҙырырға тура киләлер.
Был хәлдәр яңғыҙ һинең етем ҡалған балаларыңда ғына дәгел, бәлки бөтә милләттәрҙә барҙыр. Балалар үгәй әсә ҡулына ҡалдығы кеүек, бер милләттең дә етем булып ҡалыуы барҙыр.
Залимдарҙың ҡул аҫтында сикһеҙ мазлумдар шул етемдәрҙең Латифа абыстай алдында ҡалтырап торҙоғо кеүек,ҡалтырап тормаҡталарҙыр. ҡулынан ҡалағы төшкән Ғәлиәхмәт кеүек, аҙ ғына ғәйебе өсөн яза күргән Ғәлиәхмәт илә донъя тулған. Асы ҡатыҡ ашаған кеүек, асы яза һәм ағырлыҡтар күргән кешеләр хисапһыҙ булған. Фәҡәт, тәмле аштарҙы Латифалар илә Ғәләләр кеүек, рәхимһеҙ вә шәфҡәтһеҙҙәр генә ашап туйған, башҡалар ас ҡалғандар.
Инсандар шулай залим була тороп та, һаман үҙҙәрен хаҡлы, золомдарын урынлы белеп, быға дәлилдәр ҙә килтереп мәшәҡәт сигәләрҙер.
Башҡа эштә дәгел, хатта былар бер гонаһ эшләп ташлаһалар, шайтан сәбәп булды тип, шайтан бисараны ғәйепле яһарға вә гонаһты уға ауҙарырға тырышалар.
Гонаһ ҡылһа был көндә ибне инсан,
Сәбәп булды быға, тиҙәр, ул шайтан.
Үҙен ҡотҡаралыр, шайтанға һылтап,
Бер инсан хәйләһенә һин яуап тап!
Уҫаллыҡҡа былар ниндәй ипле:
Гонаһ эшләп — була шайтан ғәйепле.
ҠЫҙҒАНЫС ХӘЛ
Латифа абыстай Ғәлә муллаға тамам баш булған, ҡәүемдәр тәғбиренсә әйткәндә, теләһә ҡайҙа аяҡ баҫтыра ала ине. Бының был дәрәжә ашҡыныу, хәддән тәжәүез итеүе, әллә күрәһе булғанғамы икән, тип, хәтергә килә башлаған ине. Бер көн Латифа абыстайҙың аҫырау ҡыҙы ебәргән ерҙән ҡайтманы, Латифаның үҙенә ҡамыр баҫырға тура килде. Шул сәбәпле ғәйәт асыуланып йөрөй. Нисек булһа ла, аҫырауҙың үсен бер нәмәнән алырға теләй ине. Фатима, Зәйнәп, Ғәлиәхмәт ҡурҡыуҙарынан өйҙән сығып ҡасҡандар. Әсәләренә күренмәй йөрөгән булһалар ҙа, ҡаҙан аҫтына ут яғырға кеше кәрәк булғас, ул: «Ҡайҙа китте шул мөхәббәтһеҙ әрәмтамаҡтар, тиҙ килегеҙ!»— тип ҡысҡырҙы.
Шул ваҡыт Зәйнәп йүгереп килеү илә: «ҡайҙа йөрөйһөгөҙ, ашарға ғына беләһегеҙ»,— тип, асыуланып ҡулындағы уҡлау илә уның башына шул дәрәжә ҡаты һуҡты, Зәйнәп, бисара, тауышһыҙ-тынһыҙ йығылып китте, уның өҫтәүенә аяғы илә тибеп ебәрҙе. Зәйнәптең һис хәрәкәте юҡ, фәҡәт битенән, йөҙөнән ҡыҙыл ҡан шаулап аға ине. Латифа асыуынан бындай ҙур эште белмәй эшләһә лә, аҙыраҡ ҡурҡыуға төшөп, Зәйнәпте барып ҡарап, башы ярылғанды күреп, ҡыҙғанып бер ситкә күтәреп алып ҡуйҙы.
Ғәлә мулла, эштән ҡайтып, ғәҙәте буйынса, асыҡ йөҙ илә Латифа абыстай янына керҙе. Күңелһеҙ бер хәлдә күреп, сәбәбен һорағас, Латифа хәйлә илә: «Ана, балаларың шаярып, Зәйнәп мейес башынан йығылып төшөп башын ярҙы»,— тип яуап бирҙе. Ғәлә мулла ҡурҡып, тиҙерәк Зәйнәп янына барып, уның иҫһеҙ бер хәлдә ятҡанын күреп, ихтыярһыҙ йығлай башланы. Латифаға ҡарап: «Был баланың башына еттең! Ни өсөн мейес башынан йығылды тип алдайһың? Һәр ваҡыт шундай бер эш булыр тип уйлай торған инем, ахыры, был көн тура килде. Мин һине, үҙе белер тип уйлап, ул балалар тураһында һис бер һүҙ әйтмәй инем. Һин белмәнең!»— тине.
Латифа ни эшләргә белмәй ҡыҙарып:
— Мин нисек әйтәйем? Үҙҙәре шаярып, уйнап шулай булдылар. Һинең балаларың минең һүҙҙе тыңлайҙармы ни?— тине.
Эш үткән инде, ҡарап торорға ярамай, тиҙерәк бер сараһын табырға кәрәк. Бында доктор-фәлән юҡ инде, беҙҙең татар (төрөк) докторы — табибы — әбей килтерергә тура килде. Әбей ҙә килде, дауа ла ителде, фәҡәт бының илә генә Зәйнәптең башы төҙәлмәне. Белмәгән көйөнсө дарыулаған булып, зарар ғына иттеләр. Етем вә үгәй булып, бындай һәләкәткә осраған баланы, бының кеүек ауырыуҙан ҡотҡарырға камил докторҙар, беренсе дәрәжәләге табибтар кәрәк булалыр. Үгәй булып, күҙенән ҡанлы йәш аҡҡан милләттәрҙе лә, Зәйнәп кеүек ауырып, үлергә ятмыш инсандарҙы ла, әүәлге хәленә ҡайтарып ислах итер өсөн камил докторҙар кеүек, инсандарҙың вә милләттең мадди вә мәғнәүи ауырыуҙарын белгән кешеләрҙең ҡулынан ғына килер.
Әбей Зәйнәптең башын төҙәтә алмаған кеүек, яһил улып, мадди һәм мәғнәүи ауырыуыбыҙҙы белмәгән кешеләр, ни ҡәҙәр ислах тип ижтиһад итһәләр ҙә, әфсәд ҡына ҡуйырҙар.
Бисара Зәйнәп әбей ҡылған дарыуҙар илә сихәт таба алманы, өс-дүрт көн ятып, бишенсе көн Зөһрә абыстай барған ҡара ҡәбергә китте. Етем вә үгәй балалар ҙа ике дана ғына ҡалды. Ни сара, Ғәлә муллабыҙ ҡайғырҙы, хәсрәтләнде, тәҡдир тип әйтеүҙән башҡа тәдбир ҡалмағас, мәғлүм сыҙамлы тәҡдиргә тапшырҙы. Әлдә беҙҙең бер тәҡдиребеҙ бар, юҡһа ни эшләр инек?
Тәҡдир булмаһа, беҙҙең шикәйәт итер урыныбыҙ ҙа юҡ шул! Бер аҙҙан һуң Зәйнәп хәсрәте лә онотолдо, улай-былай булманы, бик тыныс бөттө. Инде Ғәлә муллаға бер генә эш ҡалды, ул да әүәлгесә уйнап-көлөп мәғишәт итеүҙән ғибарәт ине.
Латифа инде ҡалған балаларҙы уҡлау илә һуғыуҙан һаҡлана, фәҡәт тел илә һүгеп, ашау яғынан ғына ҡыҫа башланы. Был эше илә лә был ике бисараның вөжүдтәре донъяла ҡалдырмаҫҡа мөмкиндер.
Һәр ваҡыт ҡайғыға балалар дәгел, ҙур кешеләр ҙә сыҙай алмайҙыр, былар нисек сыҙаһын?
РУСИӘ ИЛӘ ЯПОНИЯ МӨХӘРӘБӘҺЕ
Был донъя инҡилаб донъяһы дәгелме? Шуның өсөн был донъяны наҙан халыҡтар ҙа: «Донъя, тәгәрмәс кеүек, әйләнеп тора»,— тип тәғбир итәләр.
Бер көн бер мәмләкәт, мин беренсе тип торғанда, икенсе ерҙән донъя тәгәрмәсе әллә ниндәй хөкүмәттәрҙе килтереп сығаралыр. Әлхасил, донъя тигән нәмәнең ҡайғы-хәсрәте ҡара ҡәбергә барып кермәй һис бөтәсәк дәгелдер. Ҡайғыларҙың береһенән һуң береһе ағып килә, теләгән кешене хәсрәт тулҡыны ҡағып алып китәлер...
...сәнә 26 ғинуарҙа башланмыш рус-япон мөхәрәбәһе килеп сыҡты. Хисапһыҙ кешеләрҙе ҡорбан, күп ҡатындарҙы тол, балаларҙы ата йөҙө күреүҙән мәхрүм итеп, етем вә үгәй ҡалдырҙы. Бөтмәҫ тип уйлаған ҡеүәттәр, күҙҙән йәш ағыҙып йыйылған парәләр Ляодун шөбһәи йәзирәһендә, Маньчжурия сахраларында ҡалды. Бер-береһен ҡыҙғанмаған, бер-береһенең ҡанына һыуһаған инсан балалары мөхәрәбә ҡылды. Көтөү-көтөү инсандар барып ҡайтманы. Шулай мөхәрәбә ҡыҙған ваҡытта беҙҙең һалдат хәҙрәтебеҙ — Ғәлә муллаға ла унда барырға тура килде.
Был донъя яңғыҙ үгәй балаларҙы ғына хәсрәт вә ҡайғыға ҡалдырмай, бәлки уларға төрлө язалар күрһәтеүсе Латифаларға ла ҡайғы-хәсрәт күрһәтә ала.
Шул йәһәттән ҡарағанда, донъяны бер ғәҙел нәмә тип әйтергә лә мөмкинлек барҙыр.
Был эштәр, Ғәлә мулла өсөн, иң ҙур хәсрәт булды, етемлектең насар икәнлеген яңы белде. Башҡа милләттең үҙ руханиҙары рәхәт-рәхәт ятҡан ваҡытта, беҙҙең сәлләле хәҙрәттәребеҙ, сәлләләрен ташлап, йығлай-йығлай йыраҡ шәреҡтәргә, ҡайтмаҫ сәфәрҙәргә киттеләр. Аш өйөндә үгәй балаларға ҡатҡан арыш икмәге илә асы ҡатыҡ ашатҡан Ғәлә мулланың үҙенә лә ҡатҡан арыш икмәктәре ашарға тура килде.
Сүп өҫтөнә сүмәлә тигән кеүек, бында дәхи иң ҙур ағырлыҡ Фатима илә Ғәлиәхмәткә төшәсәк, әсәһеҙ ҡалған бисаралар, атаһыҙ ҙа ҡаласаҡтар.
Ғәлә мулла ла йығланы, зарланды. Һушһыҙ улдығы хәлдә ватанынан, һөйгән абыстайҙан айырылып китте. Матур-матур Өфө сахраларын, һуҙылып ағып ятҡан Иҙел вә уның өҫтөндә йөрөгән пароходтарҙы, «мин һинән дә көслө бит» тигән кеүек торған, Иҙел өҫтөнән күперҙән үтеп киткән поездарҙы күреп, хәсрәттәре дәхи арта ине. Унан үтеп, Урал тауҙарын ярып үтеп киткән тимер юлдар илә, Урал тауҙарын ташлап китеүе вә быларҙы кире күрмәҫ кеүек булыуы Ғәлә муллаға ҡайғы өҫтөнә ҡайғы була ине. Шуны ла диҡҡәт итергә тейешле: Ғәлә мулла быларҙы күргән ваҡытта, бер ҙә ғибрәт алмай, фәҡәт: «Һай, рустар, был күперҙәрҙе нисек яһағандар! Был күккә етеп торған тауҙарҙы нисек ярғандар!»— тип өҫтән генә уйлап китә ине. Кашки Ғәлә мулла «Шәмсиә» уҡыған ваҡытта, замирҙы ҡайҙа ҡайтарырға кәрәк, тигән ҡәҙәре, тәхҡиҡ илә был юлдарҙың нисек яһағанлыҡтарын тәхҡиҡ ҡараһа, шикһеҙ файҙа аласаҡ ине. Нә сара уйлә тәхҡиҡ вә тәфтиштәр «Шәмсиә» уҡығанда бөткәндер! Был урында ғибрәт менән ҡарап, быларҙы башлап эшләтеүсе мөҡәндистәр, был дәрәжә эшләүсе оҫталарҙы, быға сарыф ителгән һиммәт вә ҡеүәттәрҙе, быға ла сәбәп ғилем, мәғариф идеге Ғәлә мулланың хәтеренә кереп тә сыҡманы. Үҙенең фекерһеҙлеге сәбәпле, үрмәксе тоҙағына төшкән себен кеүек, йығлап бара, үгәй бала кеүек, һис кемдән шәфҡәт вә мәрхәмәт өмөт итә алмай ине.
Дөбөрләп барған вагондарҙың тауышы гүйә Ғәлә муллаға, «һине унда алып барһаҡ та, кире алып ҡайта алмабыҙ» тигән булып тора ине. Ғәлә мулланың бәхетһеҙлегенә ҡаршы, уны һалдаттарға имам итеп тә ҡуйманылар. Уның өџтөнә Ляодун мөхәрәбәләренә мөдафаға итергә барырға тура килде.
Бөтә донъяның диҡҡәтен йәлеп итеп, хайран ҡалдырған был мөхәрәбәләрҙә яңғыҙ Ғәлә дәгел, йөҙ меңдәрсә ғәскәр мотлаҡан япондарҙы мәғлүб итәсәк булып ҡаршы торғандар ине. Ләкин көслө көсһөҙҙө, ғалим яһилды мәғлүб итмәк ағып торған бер тәбиғәт улдығындан, был тәбиғәт тулҡынына ҡаршы килеп булманы.
Ҡеүәтле дауылға осраған ағастар кеүек, мәғлүб тараф ергә ятты. Был ваҡыттарҙа һәр кешелә баш ҡайғыһы булып, ғәләбә һалмаҡтан өмөт өҙөп саҡ-саҡ ҡасып ҡотолдо, нөжәт тапты. Ергә ятҡандар араһында беҙҙең Ғәлә хәҙрәтебеҙ ҙә ятмаҡта, ләкин ғүмере булыуы сәбәпле, ғәзиз йәне тәнендә ине. Мәжрух илә Ғәлә хәҙрәтебеҙ үҙ тарафыбыҙға алынды, был ваҡытта уның вафат булмауы өмөтлө булғанға күрә, дауа ителә башланды.
Был ваҡыттарҙа Ғәлә хәҙрәт үҙенең үткән ғүмерен, Зөһрә илә мәғишәт иткән ваҡыттарын, унан айырылып ҡалып йәш абыстай илә нисек ғүмер иткәнен, ул ваҡытта улған рәхәттәрҙе уйлап, был көндәр кире килерме икән, тип, фекер итә ине. Шуның артынан, Латифаның етем балаларға күрһәткән золомдарын, уның матурлығына алданып, етемдәрҙе илтифатһыҙ ҡалдырыуын уйлап, выжданы ғазап күрә. Быға хайран ҡалып, үҙ-үҙен шелтә итте, былай булып ятмаҡты шуның язаһы тип белә ине. Ғәлә мулла шунда дауа ителеп ҡалды, беҙ хәҙер бында, йәғни Латифа абыстайҙарҙың һәм дә Фатима илә Ғәлиәхмәттәрҙең хәленә, быларҙың нисек көн күргәндәренә киләйек.
ДӘХИ БЕР ҠЫҘҒАНЫС
Фекерһеҙерәк инсан балаһы ни ҡәҙәр ҡайғы-хәсрәт күрһә лә, бынан ҡотолһа, уларҙы бик тиҙ онота, әле ул бәлә-ҡазаларҙан ҡотолдом, бер нәмә лә булманы, үтте-китте, тип, әүәлге әхлаҡһыҙлығына кире ҡайталыр. Латифа абыстай Зәйнәпте теге донъяға ебәрҙе. Был ваҡытта аҙыраҡ ҡурҡып, ҡалған етем вә үгәй балаларға золом итмәҫкә тәүбә ҡылһа ла, был тәүбәһе бик күп дауам итмәне.
Латифа абыстай Фатима илә Ғәлиәхмәтте һаман ҡыҫа, ҡулынан килгән ҡәҙәр ағыр язаларҙы күрһәтә ине. Хосусан, Ғәлә мулла шәреҡ сәфәренә киткәс, Латифа абыстай быларға иркенләп золом итә башланы. Ғәлә мулла шәреҡтә йығлап йөрөгәндә, Фатима илә Ғәлиәхмәт ғәребтә йығлап торалар, рәхәтлек яңғыҙ Латифа абыстайҙа ине.
Бер көндө аҫырау илә Фатима ҡайҙа булһа ла бер ергә киткәндәр, өйҙә бишенсе йәшенә кергән Ғәлиәхмәт илә Латифа абыстай ғына ҡалған ине. Өйҙә һыу бөтөп ҡалған сәбәпле, ҡура (кәртә) эсендәге ҡойоға һыу алырға сығырға тура килде. Һәр нисек был яҡын ғына ерҙән һыу алып кереү бик еңел эш булһа ла, Латифа абыстай үҙе сыҡмай, йәш бала Ғәлиәхмәтте сығарып ебәрҙе.
Йәш кенә баланың ҡойоуҙан һыу алып кереүе бер ҙә ғаҡылға тура килмәгән бер эш булһа ла, ҡойоуға төшөп-нитеп китер тип ҡурҡылһа ла, Латифа улай ҡурҡып торманы. Үгәй булғас, йәштән шулай ағырлыҡҡа үгрәтмәк тейешле тип, Латифа уйлай торғандыр. Ғәлиәхмәт, бисара, йүгереп сығып китте. Барып-барып силәк (биҙрә) илә тартып, һыу ала башланы. Ләкин Ғәлиәхмәт һыуҙы ала алмай, һыу Ғәлиәхмәтте алып тәрән ҡойоға тартып төшөрҙө. Инде Ғәлиәхмәт тә был донъянан китте!.. Ғәлиәхмәт тиҙ кермәгәс, Латифа абыстай, асыуланып, ҡыскыра-ҡысҡыра сыҡһа ла, инде ҡоро файҙаһыҙ ғына асыу ине. Барып ҡойоуҙо ҡарап, Ғәлиәхмәттең вафат булғанын күреп, йөҙө ағарып, быға нисек итергә тип, хәйлә эҙләй башланы. Инде бының хәйләһе бик анһат (еңел), Ғәлиәхмәт уйнағанда үҙе ҡойоуға төшкән дә киткән...
Фатима өйгә ҡайтып кереү илә Латифа абыстай: «Әллә ҡайҙа йөрөйһөгөҙ, ана туғаның Ғәлиәхмәт, шаярып-йөрөп ҡойоуға төшкән»,-— тигәс, бисара Фатима ла йүгереп, ҡойоу янына барып, һушһыҙ булған кеше кеүек, ҡурҡып ҡатып ҡала. Был хәбәр тиҙ арала бөтә ауылға таралып, Ғәлиәхмәтте ҡойоуҙан алып сығарҙылар. Бының өсөн бөтә ауыл халҡының йәне әсеп, һәр береһе Фатиманы ғәйепле яһанылар.
Был ваҡытта ҙур хәсрәттәрҙең әсеһе яңғыҙ Фатимаға ҡалып, бынан һуң да әллә ниҙәр күрәсәктәрен, мөхәрәбәгә киткән атаһының да шул ерҙә ҡалыуҙарын уйлап, яна вә көйә шул шиғырҙарҙы әйтә ине.
Ата-әсә, туғандары үлеп, бер ҡыҙ
Зар йығлап ошо көндө ҡалды яңғыҙ.
Һәр йәһәттән ҡайғы-хәсрәт солғап алып,
Киң донъя Фатимаға булды тығыҙ...
Хәсрәтенән был бисара йығлап ята,
Ихтыярһыҙ ҡайғы-хәсрәт йығлата.
Донъяның золомдары уҡтар кеүек,
Һәр тарафтан һөжүм итеп, эскә бата.
Иң әүәл ғәзиз әсәм булды вафат,
Зәйнәп үлеп, хәсрәт артты дәхи бер ҡат,
Ғәзиз энем вафат булып торған ваҡыт,
Атайың мәжрух булды тип, килде бер хат.
Ғәлиәхмәтте алып барып Зөһрә абыстайҙың янына ҡуйҙылар.
Ислам хөкүмәттәренең берәр-берәр вафат булып, яңғыҙ әҫәрҙәре ҡалдығы кеүек, был етем вә үгәй балалар ҙа үлеп, әџәр булараҡ ҡәберҙәр генә ҡалды. Бәғзе милләттәр бара-бара ҡыҫылып, мөнкәриз йәиһә башҡаларға ҡушылып бөтөүе кеүек, был үгәй балалар ҙа бөтөп, яңғыҙ Фатима ғына ҡалды.
Был ҡәҙәр хәсрәттәрҙе күргәндә, йәш ҡыҙ бала дәгел, ҙур кешеләр ҙә хәсрәттәренән ауырыу булырлыҡтыр. Был көндә Фатима ябығып һап-һары булып бөткән, уға, үлмәҫ борон уҡ, үлек төҫө, сифаты кергән ине.
Аурупа и Русиәнең шәрҡендә, ҙур бер шәһәрҙең вокзалында мөәккәл бай, фәҡир, зәғиф, таҙа, хәсрәтле, шат күңелле кешеләр хисапһыҙ күп йыйылған. Һәр береһе бер эш илә бында килгән ине.
Йыраҡ Маньчжурияға китәсәк поезд, Самар тарафынан килеп туҡтаған вагондарға тығыҙлап тултырылған һалдаттар, бөтә вокзалға жәьжүж кеүек таралған, унан артҡаны вагон тәҙрәләренән баштарын тығып, уҙған-барған кешеләргә асыуланып ҡарап торалар ине. Былар унда ни өсөн барғандарын вә кем ебәргәндәрен белмәй, урынһыҙ бындағы кешеләргә асыуланғандарын күреп, мин дә быларға ғәжәпләнеп ҡарап, тәрән фекерҙә тора инем.
Шул ваҡытта, йылан өҫтөнә йәбешкән ҡырмыҫҡа кеүек, күп халыҡ илә Сибирия тарафынан килгән поезд шатлығынан: «Аллаға шөкөр, бында ҡайтып еттек бит әле»,— тигән кеүек булып, килеп етте.
Бында йыйылған кешеләрҙең бәғзеһе яҡын ҡәрҙәштәрҙе оҙатырға, бәғзеһе лә Маньчжуриянан мәжрух булып ҡайтҡан вә ҡайтасаҡ ҡәрҙәштәрен ҡаршы алырға йыйылғандар ине.
Һәр кешенең күҙе Себер тарафынан килгән поезда булһа ла, ул поезд ранендар поезы булмай, пассажирский поезд булғас, мәьюс вә өмөтһөҙ булып кире сигенделәр. Унан килгән кешеләрҙең тауыштары илә бергә бындағы кешеләрҙең: «Әле һаман килмәй, ҡасан килер икән?»— тигән тауыштары, шуның өҫтөнә китәсәк һалдаттарҙың йүгереп үҙ вагондарына ултырған тауыштары бергә ҡушылып, күктәргә сыҡты. Сибирияға китәсәк поезд да: «Хуш булығыҙ инде!»—тип ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡуҙғалып китте.
Был йыйылған күп халыҡ араһында яҡшы ғына кейенгән бер кеше, янындағы йәш кенә бер ҡатынға ҡарап: «Латифа, инде йыраҡ китмә! Тиҙҙән килер, күреп ҡалырбыҙ»,— тип тора. Был кеше лә Сафа бай булып, Латифа абыстай — уның ҡыҙы, Ғәлә муллабыҙҙың абыстайы ине. Тимәк, инде бөгөн мәжрухтар араһында Ғәлә хәҙрәт тә ҡайтып киләсәк, Латифа абыстай уны вокзалда бер сәғәт булһа ла күреп ҡаласаҡ, имеш.
Бер аҙҙан, мәжрухтар илә тулған гүзәл поезд килеп тә етте. Был мәжрухтар эсендә ҡулы һынған Ғәлә хәҙрәтебеҙ ҙә бар ине. Был поезд, бында күп тормай, Самар тарафына китәсәк. Ғәлә хәҙрәт, ул тарафта шифаханала тамам төҙәлеп бөткәс кенә, асыл Ватанына ҡайтасаҡ ине.
Сафа бай ҡыҙы илә кейәүҙәрен нисек булһа ла күрә алдылар.
Бик аҙ ғына ваҡыт күрешеп тороуҙары сәбәпле, бында шатлыҡ ҡатыш хәсрәт илә күҙҙәренән йәш түгеп йығлашыуҙан бушаманылар. Ҡайтмаҫлыҡ тип уйлаған, күреүҙән өмөт өҙөлгән бер кешенең ҡайтып килеүе, әлбиттә, ҙур шатлыҡтыр. Фәҡәт таҙа көйөнсә китеп, ҡулһыҙ булып ҡайтыуы ғына бер аҙ уңайһыҙҙыр.
Был бер сәғәт күрешкәндә Ғәлә илә Латифа, бер-береһенә ҡарап, рәхәт-рәхәт йығлап, айырылышып киттеләр. Бында шуныһы ғәжәп эш: «Фатима илә Ғәлиәхмәт сәләмәт торалармы?»— тип һорарға Ғәлә мулланың хәтеренә лә килмәне.
Бөтә мөхәббәте Латифа абыстайҙа булғас, үгәй вә етем балаларын вә уларҙың аһ-зарҙарын белергә әһәмиәт бирмәне. Кешенең үҙе яратмаған кешеләрҙең хәленә әһәмиәт бирмәү вә уларҙың хәлен ислах ҡылырға ижтиһад итмәү ғәҙәте барҙыр. Был ғәҙәт яңғыҙ Ғәлә муллала ғына дәгел, бәлки бөтә милләттәрҙә лә барҙыр. Ни ҡәҙәре тәрәҡҡи итһә итһен вә мәҙәниәтле булһын, ислах итмәк дәғүәһендә лә сабит булһын, һаман былар, үҙҙәренән башҡа милләттәр тураһында, был дәғүәләрҙең ғәҡеһен ҡылалар. Мәҙәниәт пәрҙәһе, тоғролоҡ дәғүәһе илә золомлоҡ вә инсафһыҙҙарын, көн дә көн ғәләмгә күрһәтеп торалар. Ғәлә илә Латифа ла, ихтимал, үҙҙәренең был насар фиғылдарын яҡшы тип уйлай торғандарҙыр.
ҒӘЛӘ МУЛЛА ҠАЙТТЫ
Ғәлә мулла бальниста бер аҙ ятып, йәрәхәт төҙәлеп, үҙҙәренең ауылына ҡайтты. Үҙҙәренең мулла вә имамдары ҡайтҡас, бөтә ауыл халҡы ҡаршы сыҡты. Ғәлә күргән ағырлыҡтарын иҫенә төшөрөп, быларҙы күргәндә, күңеле йомшап, аллаға шөкөрҙәр ҡылды. Гәрсә ҡулы зәғиф булһа ла, бындай ҙур мөхәрәбәләрҙән йәне ҡайтмаҡ уның өсөн бик ҙур сәғәҙәт күренә ине.
Ғәзиз атаһы ҡайтҡас, Фатима ла шатлығынан ҡаршы йүгереп сығып күрешеп, бөтә вөжүди күргән ағырлыҡтарҙы, сиккән мәшәҡәттәрен шикәйәт иткән кеүек, йығланы, күҙ йәштәре илә: «Инде Ғәлиәхмәт тә ҡойоуға төшөп үлде, мин яңғыҙ ҡалдым»,— тип әҫәрле тауыштары илә күңелендә булған ҡайғыларының хөләсәһен бәян итте.
Ғәлиәхмәттең былай вафат булыуы, Ғәлә өсөн башҡа хәсрәттәре илә бергә ҡушылып, күңелде йәрәхәтләндерҙе. Донъяның бөтмәҫ золомдары яңғыҙ үҙенә ҡойолоп торғанды хәтеренә килтереп, Зөһрә абыстай вафат булғандан бирле, бер сәғәт улһын, ысын рәхәт күрә алмауын уйлай башланы.
Ләкин был уйҙар күп ваҡытҡа бармай, Латифа абыстайҙы күреп бер аҙ һүҙләшеү илә онотола. Ауылға ҡайтып мәғишәт иткән көндән һуң, был фекерҙәр таралып, әүәлге Ғәлә була ине.
Мөхәрәбәгә барып, күргән аслыҡтары, унан ҡулы зәғиф булып ҡайтыуы, бында балаһының тәрән ҡойоуға төшөп вафат булыуы, яңғыҙ етем Фатиманың һап-һары булып кибеп бөтөүе, һис онотолмаҫлыҡ, сәбәптәрен тикшерерлек эштәр булһа ла, Ғәлә хәҙрәт сәбәптәрҙе тикшереп торманы, барсаһын тәҡдиргә бағланы. Шәриғәт сабырлыҡ ҡылырға ҡушҡан тип уйлап, үҙен сабыр әһелдәр йөмләһенән ҡылды. Сабырлыҡ бик яҡшы нәмә, фәҡәт бәлә-ҡаза, ҡайғы-хәсрәт эсендә ултырыуҙа Ғәлә хәҙрәт өмөт иткән һауаптар юҡтыр.
Ғәлә хәҙрәттең күргән хәсрәттәре күбеһе үҙенең эште яҡшы идара ҡыла белмәгәнлегенән, тәрбиәһеҙлегенән, яңғыҙ ҡатынына баш була алмай, уның ихтыярына ҡуя биргәнлегенән булды дәгелме?
Мөхәрәбә майҙанына бармаҡтың да асыл сәбәбе хәҙрәттәр үҙҙәре булып, һаман был туралағы үпкәләр үҙҙәренә ғайәттер.
Баштан бирле яҙып килдекемеҙ ике нәмә улурһа, Ғәлә муллабыҙ буйлә ағырлыҡтарҙы күрмәҫ ине. Ул ике нәмә лә — ғилем илә тәрбиәлер. Ғәлә мулла ла, файҙа килтерәсәк ғилеме улһа, был хәлгә ҡалмадыҡы кеүек, тәрбиәһе улып, шуның илә хәрәкәт итһә, тәзәүежләнгән вә юлдашланған ваҡытта, тәрбиәле юлдаш табырға ижтиһад итер,тәрбиәһеҙерәк ҡатын тура килһә лә, үҙе тәрбиә итеп әхлаҡтан ғилем бирер вә яҡшы юлға күндерә алыр ине. Хөснө холоҡ вә тәрбиә сахибы улһа, тәрбиәһеҙ, ҡаты ҡәлебле бер ҡатын юлы илә йөрөмәҫ, бәлки уны үҙенең юлына төшөрөргә ижтиһад итер вә бының илә муафәҡ улыр ине.
ФАТИМАНЫҢ АХЫРҒЫ КӨНДӘРЕ
Бынан ике сәнә мөҡәддәм... шәһәрендә апрелдең ун бишенсе көнөндә, иртә илә сәғәт туғыҙҙар самаһында, ҙур номерҙарҙың береһендә, иң ҙур урамға ҡараған тәҙрәне асып, ҡарап ултыра инем. ҡояш та ҡеүәтле нурын сәсеп тора, көндәр аяҙ, һауалар яҡшы, йылы, болот кеүек, кәйефһеҙлек килтерә торған бер нәмә лә юҡ ине. Минең диҡҡәтемде йәлеп итә торған вә был тәҙрәнән ҡарарға мәжбүр иткән нәмә был матур көндәр вә яҡшы һауалар түгел, бәлки урам тулып, береһе ул тарафҡа, береһе был тарафҡа уҡырға барырға сыҡҡан шәкерттәрҙең күплеге ине.
Һигеҙ йәшлек баланан башлап, барсаһы ҡулдарына дәрес китаптары тотоп, тәртип илә бәғзеләре гимназияға, бәғзеләре реальный училищеға, бәғзеләре башҡа түбән дәрәжә мәктәптәргә киткән егеттәр, һәм дә һигеҙ йәшлек ҡыҙҙан ун һигеҙ йәшлеклеләргә ҡәҙәр, һәр береһенең бер ваҡытта барыуҙары, махсус кейемдәр кейеп, һәр ҡайһыһы, ҡырып яһаған кеүек, бер һүрәттә булыуҙары мине төрлө фекерҙәргә төшөрә вә ҡыҙыҡтыра ине. Уҡый торған урындарының ни дәрәжә таҙа булып, унда барып кергәс, әсасле вә истиҡбалдәрен итәсәк ғилем вә мәғариф тәхсил итеүҙәре: «Аһ, беҙ ҙә шулар кеүек булһаҡ, ни ҡәҙәр сәғәҙәтле булыр инек!»— тип күңелгә килгәнде тел илә әйттерә ине.
Был ваҡытта үҙебеҙҙең уҡыу-уҡытыу вә мәҙрәсәләребеҙҙе иҫкә төшөрөп, шәкерттәребеҙҙең был көндә таралып китеп, хеҙмәт итеүҙәрен уйлап, быларға үҙебеҙҙе ҡыяс ҡылып хайран ҡалам вә үҙ-үҙемә асыуланып торам. Аһ, бер йәһәттән йәһәләтебеҙ, икенсегә был йәһәләтебеҙгә һәр тарафыбыҙҙан сәбәп булып килгән үгәйлегебеҙ, тип уйлай инем. Урыҫлашмаҡтан ҡурҡып, аталарыбыҙҙың балаларын уларҙың мәҙрәсәләренә бирмәүе, үҙебеҙҙең мәктәп вә мәҙрәсәләребеҙҙең уйлә бер хәлдә булыуы йәнемде ҡыҫа, туғрыһы, ғаҡылым шашып ҡала ине. Быларҙың, урта дәрәжә тигән бер шәһәрҙәрендә, ике ҡыҙҙар гимназияһы, ирҙәргә махсус тағы кеүек бер реальный училище вә бер гимназия булып (ибтидаи вә рөшдиҙәрҙең күплеге быларға ҡыяс ҡылып ҡарағанда беленер). Беҙ бисараларҙың, егерме миллионбыҙ тип дәғүә ҡылып та, дини мәҙрәсәләребеҙ харап бер хәлдә яталар. Был көндә фәнни, үҙ тәғбиребеҙсә, «донъяуи мәҙрәсәләребеҙ» юҡ, ҡасан булыр? Ике милләтте бергә килтереп сағыштырып ҡарағанда, араһы ер илә күк араһы ҡәҙәре булыуы, былай барһаҡ, шикһеҙ, был милләтебеҙ бөтөп исеме генә ҡалыуы ихтыярһыҙ уйға төшөп хайран ҡалдыра һәм ҡайҙа торғанды иҫтән сығара ине.
Ярты сәғәт ҡәҙәр ҡарап торғас, был уҡыусы милләттәр уҡый торған урындарына барып кереп бөттөләр. Бер ваҡыт миңә икенсе бер нәмәгә диҡҡәт илә ҡарарға тура килде. Әлбиттә, был урында, ишандар кеүек, күҙ йомоп булмай. Шул ваҡыт минең күҙемә үҙ ҡәрендәштәрем, диндәштәрем күренә башланы. Быларҙың күренеүе мине хәсрәткә генә ҡалдыра нә ҡайғы өҫтөнә ҡайғы ғына арттыра ине. Сөнки уларҙың уҡырға барыу ҡайғыһы юҡ, ҡарттары, йәштәре, аралаш улдығы хәлдә, күсерлек итәләр, урам һеперәләр, лимон, әфлисун һаталар, хәйер һоранып йөрөйҙәр, иҫке кейемдәр һаталар, балта күтәреп утын ярырға эҙләп йөрөйҙәр. Быларҙан ҡалған бик аҙ ҡисме сауҙа иткән булып, уҡыу-фәлән кәрәкмәй тип, ултыралар ине. Быларҙың, бер тән һәм бер йән кеүек ҡәҙерле булып та, был хәлдә йөрөүе күңелемдең иң нескә еренә тәьҫир итә. Фатима, Ғәлиәхмәт кеүек етем һәм үгәй балаларҙы иҫкә төшөрә ине.
Шул ваҡытта күп халыҡ илә бергә үҙебеҙҙең мосолман шәкерттәренән өс кеше килеп сыҡты. Быларҙың өсөһө өс төрлө кейем кейгәндер. Бар эштәре бөткән кеүек, ҡайғыһыҙ бер һүрәттә, теләһә нисек ҡарап баралар ине. Быларҙың был барыштары миңә бигерәк ныҡ тәьҫир итте. Асыуымдан номер тәҙрәһен ябып, өҫтәл янына килеп ултырҙым. Шулай асыу илә ултырған ваҡытымда, минең күрше номерҙа нәҙек-нәҙек тауыштар ишетелгәнгә күрә, ҡолаҡ һалып тыңламаҡлығым әҙәп вә әхлаҡ йәһәтенән ярап бөтмәһә лә, быларҙың зарлы вә әҫәрле тауыштары мине ҡолаҡ һалып тыңларға мәжбүр итте.
Был ике нәҙек тауышлы кешеләрҙең тауыштарынан ҡыҙҙар идеке беленеп тора, береһе икенсеһенә шул һүҙҙәрҙе теҙеп-теҙеп һөйләй ине:
— Мин был көндө ун дүртенсе йәшемдәмен. Минең атайым... ауылына мулла булған кеүек, әсәйем дә бер байҙың ҡыҙы вә шул хәҙрәттең оҫтабикәһе ине. Мин йәш ваҡытымда беҙ бик рәхәт тора инек. Мин ул ваҡытта бик йәш булһам да, был рәхәтлектәрҙе һис ваҡыт онота вә хәтеремдән сығара алмайым. Йәшем алты-етегә килгән ваҡытта, минең бәхетһеҙлегемә ҡаршы, әсәйем вафат булды. Мин һәм биш йәшендә бер һеңлем, өс йәшендә бер энем етем булып ҡалдыҡ. Шунан һуң атай бер байҙың ҡыҙын алды. Беҙҙең әсәйебеҙ, үҙенең ысынлап үгәй икәнлеген, беҙгә теле, ҡулы илә белдерә башланы.
Беҙҙең был әсәйебеҙ шул ҡәҙәр шәфҡәтһеҙ булды, нисә йылдар уның ҡулында тороп, бер шатлыҡ күрә алманыҡ. Минең был оҙон сәстәремдең яртыһы үгәй әсә ҡулы илә өҙөлдө, был йөҙҙәрем нурһыҙ булып ҡалды. Минең битем һәр ваҡытта күгәреп йөрөй ине. Сөнки ул беҙҙе бер ҙә ҡыҙғанмай, ни осраһа, шуның илә һуға ине. Минең туғаным Зәйнәп, шул әсәмдең уҡлау илә һуғыуынан башы ярылып, ауырып, вафат булды. Шунан һуң минең атайым япон тигән кешеләр илә һуғышырға китте. Ул киткәс, ғәзиз энем Ғәлиәхмәт тә, әсәйҙең ҡушыуы илә һыу алырға барып, ҡойоуға төшөп үлде. Былар шулай вафат булһалар ҙа, үгәй әсә мине һаман ҡыҫа, хәл ҡәҙәре минән асыуын ала ине. Шул хәсрәттәр илә мин ауырыуға һабыштым. Атай йәрәхәтләнеп һуғыштан ҡайтты, мин ул ваҡыттарҙа ауырый башлаған инем.
Инде шул ауырыуым мине һаман алға ебәрмәй, бәлки артҡа тарта. Инде ошо хәлгә килгәндә, мине олатайым был шәһәргә, докторға күрһәтәм тип алып килде. Инде олатайым докторҙы эҙләп киткән ине, тиҙ ҡайтыр, тип һүҙен киҫте.
Был бисараның һүҙҙәренә янындағы ҡатын да ҡыҙғанып йығланы. Мин бының үҙебеҙҙең баштан бирле яҙып килгән үгәй ҡыҙ Фатима икәнде белгәс, ихтыярһыҙ ике күҙемдән йәш аҡты. Урамда күргән хәсрәттәрем өҫтөнә дәхи бер хәсрәт артты.
Бисараға етемлек вә үгәйлек тәьҫир итеп, ауырый башлаған, имеш.
ҮГӘЙ БАЛАЛАР БӨТТӨЛӘР
...ауылында, июнь числоһының урталарында, бер яҡшы ғына көндә, Ғәлә мулланың өйөндә, ун дүрт йәшендәге Фатима, мәғлүм ауырыуҙан тамам һарғайып, хәлһеҙләнеп ята. Уның янында һис кеше юҡ, фәҡәт ҡаршы өйҙә аҫырау ҡыҙ ғына үҙ эше илә мәшғүл булып йөрөй ине. Был ваҡытта Ғәлә муллабыҙ ашта йөрөй, Латифа абыстайыбыҙ аталарына ҡунаҡ булып киткән ине. Фатима, ғәйәт хәлһеҙлегенән, тора алмай, һыуһап, һыу эскеһе килһә лә, алып биреүсе юҡлығынан, аҡтыҡ сәғәтендә бер эсем һыуға мохтаж булып ята ине. Һыуһауҙың ахыр дәрәжәһенә еткән ваҡытта, аҫырау ҡыҙ керһә лә, Фатиманың унан һыу һорап алырлыҡ теле юҡ, бәлки йәне сығырға бик аҙ ғына ваҡыт ҡалған ине. Тәрбиәһеҙ аҫырау Фатиманы килеп тә ҡараманы. Дөбөрләп йөрөп, үҙ эше илә булып, кире сығып китте. Мөнкәриз булыуға ҡәрип булған бер милләттең һис бер ярҙамсыһы булмаған кеүек, был етем вә үгәй Фатимаға ла бер ярҙамсы вә бер йотом һыу биреүсе кеше табылманы.
Инде Фатима үҙенең үләсәген вә бынан һуң һис кемгә мохтаж булмай торған мәңгелек йортҡа барасаҡты белеп, аяҡтарын һуҙып, салҡан ятты. Был ваҡытта Фатиманың фекеренә һис нәмә лә төшмәй, яңғыҙ үлем ҡайғыһы вә ауырыуының ағырлығы илә генә ғазаплана вә мәшәҡәт күрә ине. Үлер сәғәттә Латифаның булмауы күңеленә яҡшы кеүек беленә. Ул булһа, әллә нисек, бының рәхәтләнеп вафат булыуына ла маниғ булыр кеүек була ине.
Бер аҙҙан һуң аҫырау ҡыҙ был өйгә кереп, Фатима янына барҙы, быны тауышһыҙ-тынһыҙ бер хәлдә күреп, барып ҡарап, үлгән икәнде белеп, ҡурҡып йүгереп сығып китте. Ул тура Латифа янына барып:
— Абыстай! Фатима үлгән, ысын үлгән!— тип хәбәр бирҙе.
Латифа:
— Ул бик тиҙ үлмәҫ, хәйлә илә ята торғандыр,— тип яуап бирһә лә, Латифаның әсәһе вә башҡалар: — — Бисара үлгәндер, үлмәһә, улай ятмаҫ ине, бар, тиҙерәк ҡайтып ҡара!— тигәс кенә, ҡайтып китте. — Латифа ҡайтып, Фатиманың үлгәнен күреп, аллаға шөкөр бынан да ҡотолдом, тигән кеүек:
— Үлгән икән, бар, атаһына әйтеп ҡайт,— тип аҫырауҙы ебәрҙе.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.