Latin

Шиғырҙар - Баязит Бикбай

Süzlärneñ gomumi sanı 540
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 406
36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Беҙҙең бабай

Ҡыш бабай, йәшел санаға
Пар аттар егеп,
Буран туҙҙырып далала,
Әй, килә елеп.
Башында осло аҡ бүрек,
Өҫтөндә аҡ тун,
Ауыҙ йырып килә көлөп,
Күңелле ҡарт ул!
Йәшел санаға һалған ул
Уйынсыҡ аттар,
Алма, туп, маймыл, күбәләк,
Ҡаҙ, самолёттар...
Ҡуяндар аптырап ҡала,
Юлдарға сығып:
— Ҡайҙа бара һуң Ҡыш бабай,
Шул һынлы сабып?
 
 

1988 йыл

***

Булмам самаса
- Самаса ғына йәшә, дуҫ,
Самаса ғына эшлә,
Күптән егет сағың үткән,
Хәҙер һин илле йәштә...

Шундай кәңәш биреүселәр
Күбәйеп китте, ай-бай,
Хатта оло аҡыл бирә
Башы самалы ағай.

Самаса ғына йәшәһәм,
Самаса ғына яҙһам,
Минең өсөн булыр ине
Тормош самаһыҙ арзан.

Атакаға барған һалдат
Самаса булалыр шул?
Самаса ғына һуғышһаң,
Еңеүҙәр тыуалыр шул?..

Шағир ҙа - тойғо һалдаты -
Була алмай самаса,
Тоҡандырмай башҡаларҙы,
Дөрләп үҙе янмаһа!

Самаһыҙ һөйәм донъяны,
Халҡым - самаһыҙ яҡын,
Ҡабатланмаҫ ғүмерем дә
Үҙе - самаһыҙ алтын.

Бирмәгеҙ самаса кәңәш,
Сама самаға килмәй,
Араларҙың сиге була,
Йөрәк саманы белмәй.

Самаса булмамын хатта
Йөрәк аҡтыҡ типкәндә...
Ҡалыр самаһыҙ күп һүҙем
Хатта ерҙән киткәндә!..

1964

***

Мөхәббәт төпһөҙ тигәнгә,
Ышанманым бер вакыт.
Бик иҫәр булганмын икән:
Сак үлмәй калдым батып!

1941

Телефонсы ҡыҙ (шаярыу)

Мин телефонсы бер ҡыҙҙы
Бигерәк янып яратам,
Эс серемде асыр өсөн,
Көн һайын шылтыратам.

Оҙаҡ-оҙаҡ шылтыратам,
Телефоны буш түгел.
Әллә телефон буш түгел,
Әллә үҙем иш түгел?..

Номерҙарҙы йыя-йыя
Шыбыр тир булып бөтәм,
Трубканы ҡуймайынса,
Яуап көтәм дә көтәм...

Телефоны, телефоны
Ҡасан буш булыр икән,
Беҙҙең ҡайнар йөрәгебеҙ
Бергә ҡушылыр икән?..

Телефоны бушамаһа,
Сыбыҡтары өҙөлһөн,
Әйҙә, ҡыҙҙың да йөрәге,
Минекеләй, теленһен!

1957

Ут (шаярыу)

Тамам йөҙәттеләр мине,
Күҙҙе лә асып булмай,
Әллә юрый шаярталар,
Әллә ысынлап шулай:
- һеҙҙә ут сыҡҡан икән, - тип,
Ҡайғымды бүлештеләр,
Таныш түгелдәр ҙә килеп,
Уфтанып күрештеләр...
Бер ниндәй ут сыҡҡаны юк,
Ҡайҙан алдылар икән?
Әллә йөрәгем ялҡынланып,
Тышҡа сағыла микән?

1944

Фрицтың кресы

Бына ҡулымда тимер крест..
Сиркәндергес уға ҡарауы!
Күптән түгел уны берәй фриц
Тағып йөрөгәндер һауалы.

һәм ирәйеп күкрәген киргәндер
Парадтарҙа уҙған сағында;
Ҡатынына, бәлки, һүҙ биргәндер
Ҡрест алырмын, тип тағы ла...

Яңылышманы фриц, моратына етте:
Крест алды, булды ерле лә,
Тик ул үҙе... йөҙтүбәнгә китте,
Ҡайтмаҫ инде һөйөнөп иленә.

Алыҫ Украина ҡырҙарында
Урман булып ултыра крестар,
Ошө крестарҙың араһында
Фрицҡа ла уҫак крест бар!

Ул тын ята. Тик әсе ел өрһә,
Ыңрашалар ағас крестар...
Әйтерһең дә шөкәтһеҙ Гитлерға
Ләғнәт уҡый үлек фрицтар!

1941


Ҡаты ауырығанда

Ҡаты ауырығанда
Салғылы шыр һөйәк ҡарсыҡ
Яҡында ғына йөрөй,
Бала алдашҡан шикелле,
Күрмәгән була юрый...

Әллә ялыныр ти микән?
Бик иҫем китте бына:
Йәшәр өсөн тыуған кеше –
Үлер өсөн дә тыуа.

Намыҫлы үтелде ғүмер,
Эшләнде эшләйһе эш,
Илап донъяға килеүсе
Көлөп китергә тейеш.

Ауырлыктар ҙа күрелде,
Биҙмәнем тик донъянан,
Мин ерҙе һөйөп туйманым,
Шуны ғына ҡыҙғанам!

1957

Ҡоҙғон

Бер ҡоҙғон маҡтанып ҡаҡты ҡанаттар,
Күҙ асҡансы түбән ҡалды болоттар.
Ҡуяндар ҡурҡышып, ҡыуға һыйынды,
һайрауҙан бар аҫыл ҡоштар тыйылды;
Оса ул тиңдәшен тоймай һауала,
Түбән ҡалғандарҙы һуҡмай һанға ла...

Бына ташҡа сығып йәш аусы баҫты,
Киреп ҡолас, кереш тартты, уҡ атты.
Яҙлыҡманы йәш аусы уҡ атыуҙа,
Ҡоҙғоноң ҡапланып төштө баҫыуға.
Ята ул тырпандап, тын да ала алмай,
Көсәнһә лә ҡанаттарын ҡағалмай...

О, ҡайҙа көс? Ғорурлык ҡайҙа булган?..
Хәҙер инде себен дә ҡурҡмай унан!

1941

Һырғалаҡ

 Ябалаҡлап ҡар яуа,
 Текә тауҙар өйөлә.
 Беҙ сығабыҙ санала
 Һырғалаҡтар эйергә.
 Ел еткермәҫ ерәндәй,
 Тау түбәнгә сабабыҙ;
 Кәйелеп китһә саналар,
 Ҡолайбыҙ ҙа ҡалабыҙ.
 Әй, күңелле һырғалаҡ,
 Онотола бары ла;
 Шыуһын сана шәберәк,
 Текә булһын тау ғына.
 

1988 йыл

































Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.