LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡиссаи Йософ - 8
Süzlärneñ gomumi sanı 2270
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1382
29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Шунда рәхәткә ирешергә уйлаһаң,
Исраил, ошо шәрбәтте эскел имде».
Яҡуп сәүче ҡулына һауытты тотто,
«Бисмилла» тиеп шәрбәтте бер аҙ йотто,
Айырылды тәненән ғәзиз йәне, үтте,
Ҡош кеүек ожмахҡа ҡарап осор имде.
Фәрештәләр шул уҡ сәғәт йыуындырҙы,
Ожмахтан бүҙ килтереп кейендерҙе,
Аҙаҡтан яҡындарына хәбәр бирҙе,
Бөтәһе лә күмәкләшеп илар имде.
Улдары бергә йыназаға йыйынды,
Фәрештәләр уға оҙаҡ намаҙ ҡылды,
Ул урында хәҙер дүртенсе гүр булды,
Хәлил, Сара, Исхаҡ, Яҡуп шунда имде.
Яҡуптың Ҡәнғандағы уландары,
Йософҡа ебәрҙеләр был хәбәрҙе,
Йософ, ишетеп был турала, бик ҡайғырҙы,
Хәсрәтләнеп күҙ йәштәрен ҡойор имде.
Йософ ишетте атаһының вафатын,
Уҡыны «Рабби ҡәд атайтани» аятын,
«Минә-л-мөлки вә ғәлләмтәни»,— тине,
«Мин тәъвили илә хәдиси»,— тиер имде.
Кем һәм ҡасан ғына барһа ла Йософҡа,
Һөйләйҙер Яҡуп сәүченең вафатын.
Тәүәффани мосолман, тип ул дәм тиҙәр,
Вә әлхикни бис-салихин, тиер имде.
Йософ пәйғәмбәрҙең вафат булыуы
Ябраил Йософ янына тағы килде,
«Йософ, һиңә халиҡ сәләм күндерҙе,
Хәҡиҡәт, алтмыш йыл ғүмерең ҡалды,
Шуға лайыҡ кәрәк-яраҡ әҙерлә имде.
Мысыр халыҡтарына ҡыл һин өгөт,
Ислам юлына баҫтыр, киҫ боҙоҡлоҡ,
Һин — үҙең пәйғәмбәрһең, был хәҡиҡәт,
Кафырҙарҙы ислам юлына төшөр имде».
Йософ Мысыр халыҡтарын өгөтләне,
Күбеһе был эште бик хуп күрмәне,
Мәлик Раян да хатта өнәмәне;
«Беҙҙе исламға өгөтләй»,— тиер имде.
Мәлик Раян Йософҡа кәңәш бирҙе,
«Мысыр халҡы һине һаман һөйә,— тине,
Әммә исламға риза булмаҫтар,— тине,
Быларҙы һин өндәмәгел, ҡуйғыл имде».
Йософ әйтте: «Эй мәлик Раян, үҙең аңла,
Өгөтләргә әмер бирҙе миңә алла,
Шул әмерҙе генә мин ҡылдым бәйән,
Уның әмере үтәлергә тейеш имде».
Шулай булғас, өгөтләмәй тора алмайым,
Юғиһә, мин Мысырҙа ҡала алмайым,
Кафырҙар күршеһе була алмайым,
Кафырҙан айырым тороу кәрәк имде».
Йософ нәби мөъминдәрҙе бергә йыйҙы,
Бер хуш ергә Нәһрел-ғойун тип ат бирҙе,
Мысырҙан күсеп китеп, унда барҙы,
Бер шәһәрстан төҙөй башлар имде.
Ғәзиз Йософ унда байлыҡ, муллыҡ тапты,
Ул шәһәргә төрлө ашамлыҡтар аҡты,
Юҡ урын көфөрлөккә, яуызлыҡ ҡасты,
Шәһәр эсендә именлек, татыулыҡ имде.
Раян ишетеп, ул шәһәрҙе ғәжәп ҡылды,
Шундуҡ шәһәргә барырға ла йыйынды,
Алдан Йософтан рөхсәт алырға булды,
Йософ әйтте: «Бында кафыр инмәҫ имде».
Раян, быны ишеткәс тә, мөъмин булды,
Әммә ләкин тәҡдире башҡаса ҡылды,
Шәһәргә инеп тә етмәҫтән Раян үлде...
Ҡайһы берҙәр риүәйәт сығарыр имде.
Әйтерҙәр: «Ҡайһылай оҙон ғүмер һөрҙө,
Йөҙ дүндерҙе, кафырлыҡҡа йәнә керҙе,
Ул арала Муса сәүче килеп керҙе;
«Ысын фирғәүен» тип йөрөтөрҙәр имде.
Ҡайһылары әйтер: «Улы мәғсийәт ҡылды,
Ике йөҙ йыл Мысырҙа мәлик булды,
Ул тағиҙың улы фирғәүен ләғин булды,
«Мәғсийәт углы» ни тиерҙәр имде.
* * *
Йософ нәби шәһәрендә оҙаҡ торҙо,
Бер көн әжәл киләсәге мәғлүм булды,
Шунан, уғландарын йыйып, өгөт бирҙе,
Иманығыҙҙы һаҡлағыҙ, тиер имде.
Күп тә үтмәй Зөләйха ла вафат булды,
Йософ нәби ҡайғыһынан тамам бөлдө,
Башҡа өйләнмәне, яңғыҙ ғүмер һөрҙө,
Уғландары менән бергә йәшәр имде.
Унан инде Йософҡа нәүбәт килде,
Улдары, яҡындарынан айырылды,
Халиҡ менән ҡауышырға тип юл алды,
Халиҡ уға рәхмәтен яуҙырыр имде.
Бала-саға, яҡындары аһ орҙолар,
Кәфен тегеп бөтөргәс, намаҙ ҡылдылар,
Ул изгенең табутын әҙерләнеләр,
Бер хуш урынға уны күмерҙәр имде.
Ул тарафтарҙа мул булды төрлө ниғмәт,
Әҙәмигә, хайуандарға булды рәхәт...
Әммә Мысырҙа ҡытлыҡ. Был ни ғәжәп?
Халыҡтары бик ыҙалай, бөлә имде.
Мөҫәлимгә Раян бер кеше ебәртте,
Йософ сәүче табутын бер аҙға һоратты,
Мөҫәлимде был үтенес аптыратты:
«Мин атамды нисек бирәм?» — тиер имде.
Мөҫәлимгә был хәбәр ауыр булды,
Шул сәғәттә ғәскәре әҙер торҙо,
Уның менән һуғышырға ҡарар ҡылды,
Һуғышманы, яҙмышына буйһонор имде.
Һуңынан араларында солох ҡорҙо,
Мөҫәлимгә өгөт бирҙе:
«Мәлик Раяндан атаң күп хөрмәт күрҙе,
Һуғышма, теләгенә ирештер имде».
Йософ сәүче табутын Раян алды,
Мысырҙың эргәһенәрәк дәфен ҡылды,
Шунан һуң унда рәхәтлек, киңлек булды,
Ә бында иһә ҡытлыҡ-тарлыҡ булыр имде.
Мөҫәлимгә Раян яҡшылыҡ күрһәтте,
Алып, һыу эсенә ҡуйҙырҙы табутты,
Мысыр эсенә уңыш, муллыҡ урынлашты,
Ике тарафта ла уңыш артыр имде.
Йософ нәби һыу эсендә ҡырҡ йыл торҙо,
Муса кәлимулла ла Мысырға килде.
Кәлименә бөйөк халиҡ әмер бирҙе:
«Йософомдо һыу эсенән сығар имде!»
Муса Йософ табутын эҙләп ҡараны,
Таба алманы. Бер ҡатынға осраны,
Йософ нәби табутын ул таба алды,
Муса аҙаҡ һыу эсенән сығарыр имде.
Ҡасан Йософ табутының ҡайҙалығын күрҙе,
Муса кәлим һыу эсенән дә сығарҙы,
Халиҡ үҙе Мусаға рөхсәт бирҙе,
Муса Йософ табутын алып килер имде.
Килде, Яҡуп табутына нәҙер ҡылды,
Ҡапҡасын төшөрөп, эргәһендә торҙо,
Унда бағып, күп ғәжәп нәмә күрҙе,
Пайҡы хәҙрәт унда шундуҡ килер имде.
Муса сәүче шулай табутты табып алды,
Һәр беренә айырым-айырым һөйләп торҙо,
Йософ сәүче ҡиссаһын һөйләп бирҙе,
Ҡыҙыл алтын менән яҙып та ҡуйыр имде.
Хәтимә
Бәс, ҡупты ғәләм, шунда ҡуҙғалды бидғәт73
Кафырҙары ислам таба ҡылды дәғүәт.
Әмер берлә доға ҡылды пайҡы хәҙрәт:
«Ҡисса яҡшылығы тынысландырыр имде».
Бөгөн кис менән йәһүттәр мәжмуғ булды,74
Сәләм улы Ғабдулла янына килде,
Ҡайһылары Мостафаға сәләм ҡылды,
Бик күп мәсьәләләр һорар имде:
«Әгәр һин мотлаҡ рәсүл булырға теләһәң,
Рисаләт дәғүәләшергә уйлаһаң,
Йософ сәүче ҡиссаһын белә ҡалһаң,
Белгәнеңде беҙгә лә һөйлә имде».
Рәсүл әйтте: «Йә, йәһүттәр, ултырығыҙ,
Йәһүтлекте күңелегеҙҙән сығарығыҙ,
Йомшаҡ телдән таҙа иман күрерһегеҙ,
Һуңынан әхүәлдәрҙе һөйләрмен имде».
Бәс, оло мәғәнә һалып, хәбәр асты,
Ишетеп, йәһүттәрҙең аҡылы шашты,
Мостафаның йомшаҡ һүҙҙәрен ишетте,
«Беҙҙән яҡшыраҡ был әйтер»,— тиерҙәр
имде.
Хаҡ ҡушҡанса, Мостафа тәүфиҡлы ине,
«Ҡиссала улар хаҡында ғибрәт бар»,— тине, Аҡыллыраҡтары ҡыҙыҡһынып китте,
Ахмаҡтары тәкәббер генә тыңлар имде.
Әлхәмдиллаһ, тамам булды һәҙа(л) — китап.
Мәүләм ҙур ярҙам ҡылды — минән рәхмәт,
Аңлаһағыҙ, һеҙгә төрлө өгөт-хикмәт,
Был зәғиф ҡол назым менән теҙҙе имде.
Йософ сәүченең ҡиссаһын ҡылдым һаман,
Ғәрәп, фарсы телендәгесә ҡылдым тамам.
Уҡымаға, тыңламаға булһын анһат,
Уҡығандар доға-хәйер ҡылһын имде.
Йософ сәүче ҡиссаһынан аҡыл артыр,
Тыңлаусыла фәһем артыр, йәше тамыр,
Эске боҙоҡлоҡтары сәселеп сығыр,
Илаһым уға рәхмәтен күрһәтер имде.
Ғалим кеше ошо назымды һөйләһә,
Аҡыллы кеше ҡолағын ҡуйып тыңлаһа,
Икәүләшеп мин гонаһлыға доға ҡылһа,
Һорағаны уның тормошҡа ашыр имде.
Уҡығандар, тыңлағандар доға ҡылыр,
Был зәғифең доға теләр — халиҡ белер,
Гонаһлылар доға аша ярлыҡаныр,
Ярлыҡауға лайыҡлы булырҙар имде.
Гәүһәр таштың һәр береһе гәүһәр булмаҫ,
Күп кеше гәүһәрҙең ҡәҙерен аңламаҫ,
Был назымдың да ҡәҙерен ахмаҡ белмәҫ,
Аҡыллы тыңлар, аңлар, табыр имде.
Аһ дәриға! Һәр бер кеше табалманы,
Фәһеме көсһөҙ кеше лә яҙылманы.
Мин зәғифтең ошбу назымы боҙолманы,
Робағи вәзен менән төҙөлдө имде.
Быны яҙҙым зәғиф бәндә — аты Ғәли,
Егерме дүрт рәкем менән яҙҙым юлды,
Йә, рәхим, ярлыҡағыл ул хата ҡолдо,
Рәхмәтеңдән миһырбанлыҡ булыр имде.
Өмөт тотор был мәзлүм һин мәүләгә,
Һин кәрим, һин рәхимле оло мәүлә!
Рәхмәт ҡыл һин меҫкен Ҡол Ғәлигә,
Һуңғы нәфсемде ҡандыр — шатландыр
имде.
Хоҙайым, был хәжәтем һиңә мәғлүм,
Был ҡайғылының күңелен итмә мәхрүм,
Эй рахманым, рәхмәтеңдән ҡылма мәхрүм,
Һуңғы һулышымда иман бүләк ит имде.
Мәүләнең һәр саҡ ярҙамы арҡаһында,
Һәм рәжәп айының тап утыҙында,
Тарих теүәл алты йөҙ утыҙында,
Был зәғиф был китапты төҙөнө имде.
Тәүфиҡ, ярҙам, фәһемде халиҡтан алдым,
Алла илһам биргәненә шөкөр ҡылдым,
Был арала ошо китапты тамам ҡылдым,
Һеҙгә, беҙгә ул файҙалы, тимен имде.
Аңлатмалар
Алла — ислам дине тәғлимәтендә алла образын тыуҙырыусы сифаттарҙың 99 атамаһы бар: ҡадир (ҡөҙрәтле, булдыҡлы), собхан (маҡтаулы, данлыҡлы), халиҡ (донъяға яралтыусы), йәлил (шөһрәтле, бөйөк), жаббар (бик көслө, ҡеүәтле), зөләлжәләл (бөйөк, ҙур), тәңре, хоҙай, мәүлә, илаһи, изге, хаҡ, оло эйә, рахман һ. б. Ҡиссала был атамалар йыш ҡына «алла» һүҙе урынына ҡулланыла.
Мөхәммәт (570—632)— ислам диненә нигеҙ һалыусы.
Ике йәйә араһы — дини хикәйәттәр буйынса, Мөхәммәт пәйғәмбәр, ете ҡат күккә ашып, алла менән һөйләшкәндә, уларҙың араһы — ике йәйә араһы булған, имеш.
Мәғәрә эйәһе — Әбү Бәкер (572—634), Мөхәммәттең беренсе вариҫы (уларҙы хәлиф тип йөрөткәндәр). Дини эшмәкәрлеген дауам итеүсе. Дини хикәйәт һөйләгәнсә, Мөхәммәткә ҡурҡыныс янағанда, мәмерйәлә йәшереп тотҡан, имеш. (Мәғәрә — мәмерйә.)
Ғүмәр Хаттаб улы (591—644) — Әбү Бәкерҙән һуң ҡуйылған икенсе хәлиф.
Ғосман бине Ғаффан (575—656) — өсөнсө хәлиф, Мөхәммәттең кейәүе.
Ғәли бине Әбү Талиб (?—661) — дүртенсе хәлиф, Мөхәммәттең кейәүе. Дин өсөн көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғәли батыр исеме алған. Уның хаҡында бик күп хикәйәттәр һаҡланған. Ғәли исеме менән ислам динендә «Шиит» мәҙһәбе барлыҡҡа килеү бәйләнгән. Зөлфәкәр — Ғәли батырҙың ҡылысы, тәржемәлә «билен өҙә сабырлыҡ» тигәнде аңлата.
Хәсән (625—669), Хөсәйен (626—680) — Мөхәммәттең ейәндәре, ҡыҙы Фатима менән Ғәлиҙең улдары, ислам диненең шиит мәҙһәбендәге имамдар.
(һайлап алынған), әхмәт (маҡтаулы, данлыҡлы), рәсүл (илсе), алла һөйгәне — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һүрәтләүсе атамалар. Ҡисса тексында «Мөхәммәт» һүҙен йыш ҡына алмаштырып киләләр.
Сабит улы Ноғман (696—797) йәки Әбү Хәнифә, ислам тәғлимәтен тәү башлап яҙмаға теркәгән дин ғалимы.
—боронғо төрки һүҙе, «пәйғәмбәр» мәғәнәһендә.
— Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙең береһе. Имеш, Йософтоң атаһы, сығышы менән Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеленән, Библиялағы «Иаков» образына тап килә.
(ғәрәп һүҙе) — алла һүҙҙәрен ишетеүсе һәм башҡаларға еткереүсе. Ҡөрьән буйынса иң тәүге нәби — Әҙәм, унан һуң улар күп булған, Әммә Ҡөрьәндә тик 28 нәби (Нух, Ибраһим, Ғайса, Дауыт, Яҡуп, Йософ, Әйүб, Муса һ. б.) тураһында тасуирлана. Мөхәммәт — иң һуңғы нәби. Пәйғәмбәр (фарсы һүҙе) — шул уҡ мәғәнәлә.
— Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙең береһе, Ибраһим нәбиҙең улы, Библиялағы Исаак образына тап килә.
Ибраһим нәби — Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең береһе, һәр пәйғәмбәрҙең үҙенә генә хас билдәләмәһе булған, Ибраһимдыҡы — хәлил Алла (алланың дуҫы). Ул тәү башлап алланың берлегенә инанырға өндәгән. Библиялағы Авраам образына тап килә.
Сәждә ҡылыу — доға уҡығанда маңлайҙы һәм танауҙы ергә тейҙереп алыу. (табыныу)
— дини хикәйәттәр буйынса, алланың иң яҡын дүрт ярҙамсы фәрештәләренең береһе, алла ҡушҡанын нәбиҙәргә еткереп йөрөүсе.
Туган ҡалаһы Мәккәлә пәйғәмбәрлеген танымай, үҙен эҙәрлекләй башлағас, Мөхәммәт 620 йылдарҙа 400 саҡрым тирәһе, алыҫлыҡта ятҡан Йасриб шәһәре кешеләре менән бәйләнешкә инә. Ул ваҡытта Йасрибта мәжүси һәм йәһүт динен тотҡан ғәрәп ҡәбиләләре, башҡа халыҡтар йәшәгән була. 622 йылда Мөхәммәт пәйғәмбәр Йасрибҡа күсеп китә һәм аҙаҡ был ҡала «Мәҙинәт ән-нәби» (Пәйғәмбәр ҡалаһы) «Мәҙинә» тип йөрөтөлә башлай. Күрәһең, ҡиссала Мөхәммәттең Йасрибҡа килгәс, йәһүттәрҙе ислам диненә күсергә өндәгәне тасуирлана. (Ислам, Энциклопедический словарь, M., 1991, с. 178.)
— ниндәй ҙә булһа эштең, хәлдең ағышы, булып тороуы. Тариҡ — Ҡош юлы йондоҙлоғо, Бирйан — ҡыҙҙырылған, ҡурылған, Кабәс — Уҡсы йондоҙлоғо, Ҫабит — даими: үҙ һүҙле, һүҙенә тоғро һ. б. Ғомуд — тура торған, бағана. Жарих — яралау; ялғанға сығарыу һ. б. Фәрғ — бүлек, киҫәк, тармаҡ.
Йондоҙ атамалары төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә. Мәҫәлән, Пермь ҡулъяҙмаһында — Бәйан, Тариҡ, Рийан, Зөлҡуғтар, Кабәс, Ҫабит, Ғомуд, Байыҡ, Ҡылыҡ, Сариж, Фәрғ. Ҡазан баҫмаһында (Ҡазан, 1983, 425-се б).— Мәйан, Тариҡ; Бәрйан, Ҡәнған, Кабәс, Ҫабит, Ғомуд, Хәйал, Мәлик, Сәрих, Сәпуғ.
— пәйғәмбәрлеккә рөхсәт; рисаләт мишураты — пәйғәмбәрлек билдәһе.
— бүре.
— «исра — алла», йәғни алла ҡоло.
— ғөмүмән, өҫ кейеме. Йофар хуш еҫле матдә.
— күн һауыт.
Эй дәриға! — әй ҡыҙғаныс.
— тоғро (Йософто маҡтаған һүҙҙәрҙең береһе).
— затлы, лайыҡлы, оло дәрәжәле. Зариф — матур, һүҙгә оҫта.
— боронғо вавилон батшаларының береһе. Имеш, Ибраһим пәйғәмбәр уны алланың берлегенә инанырға өгөтләй башлағас, асыуынан Ибраһимды утҡа ырғытҡан, әммә алла ҡөҙрәте Ибраһимды утта яндырмаған, ҡотҡарған.
— Ҡөрьәндә телгә алынған заттарҙың береһе, Ибраһим нәби улы. Имеш, тоғролоғон һынау өсөн, алла Ибраһимға улын ҡорбан итергә бойора. Зәм-зәм шишмәһе лә Исмәғилдең ергә аяғы менән төрткән урындан сыға башлаған, имеш.
— Ғәрәбстан ярымутрауында бик борон йәшәгән ярым мифик халыҡ исеме. Хәҙерге Йәмән республикаһындағы Аден (Гаден) ҡалаһы һәм боронғо хикәйәттәрҙә «ерҙәге ожмах» итеп һүрәтләнгән Эдем ҡалаһы ошо исем менән бәйле, тип иҫәпләйҙәр. Кафыр — танымаусы, белмәүсе, динһеҙ.
— донъя мәшәҡәттәренән ваз кисеп, яңғыҙ йәшәүсе кеше, аскет.
— гранат емеш. Кәндил — шәм.
Әле беҙ файҙаланған Һеңрән ҡулъяҙмаһында (ошо күрһәтелгән урындан ары) 60 юл күләмендә текст яҙылған бит төшөп юғалған. Уның урынына шартлы рәүештә Пермь ҡулъяҙмаһы тип аталған сығанаҡтан 20—21 биттәге текст алынды.
Ҡояш ергә инеп бара — «байый» мәғәнәһендә.
— Эфиопия иле кешеһе.
еңрән ҡулъяҙмаһында 2 бит төшөп юғалған. Ошо строфанан артабан 80 юл текст Пермь ҡулъяҙмаһынан (37 — 39-сы биттәр) алынды.
Пот, сәнам — мәжүсиҙәрҙә табыныу предметы, һын, һүрәт, идол һ. б. Потхана — пот ҡуйылған табыныу бүлмәһе.
Тар билғау — мәжүси һәм христиандар бәйләй торған махсус билбау.
— хаким.
— елән кеүек кейем.
— Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең береһе, бер сүрә уның исеме менән аталған. Хикәйәттәр буйынса, алланың берлегенә ышанмауы арҡаһында, төрлө мажараларға осрап, балыҡ йотоп ебәргән һәм, тәүбәгә килгәс, өс көндән һуң бер сүллеккә сығарып ырғытылған. Библиялағы Ионаға тап килә.
— Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең береһе. Имеш, Сөләймән ҡоштар һәм хайуандар телен белә, бөтә тәбиғәт көстәрен үҙенә буйһондора ала. Уның мөғжизәле көсө «алла» исеме яҙылған йөҙөгөндә була. Библиялағы Соломонға тап килә.
— хуш еҫле матдә, амбра. «Мишек-ғәнбәр» шул уҡ мәғәнәлә.
— мосолман илдәрендә йөрөгән аҡса берәмеге.
— алланың илсеһе булыу билдәләре.
— хеҙмәтсе, ҡол ҡатын-ҡыҙ.
— ишәк.
— Византия, руми — византиялы.
һүҙе ике мәғәнәлә йөрөргә мөмкин: (фарсы телендә) — Мысыр батшаһының аҡса менән идара итеүсе вәзире; (ғәрәп телендә)— Мысыр батшаһы, хакимы, мәлик. Ҡиссала Ҡәнзәфәр ике төрлөсә лә атала: ғәзиз, мәлик.
Был тап килмәү авторҙың үҙе тарафынан ебәрелгәндер, тип уйларға ҡала.
— сауҙагәр.
— хеҙмәтсе ҡатын.
— ун мең.
— Ҡөрьәнгә шәрех, комментарий. Тәфсирсе — Ҡөрьәнде шәрехләүсе.
Дәр әл-мәхзун — хәсрәт йорто; ҡарттар йорто; мәсет.
— шаһит, күреүсе.
— йомшаҡ ултырғыс.
— төш юрау, күрәҙәселек.
— алыҫлыҡ үлсәме, 7—8 саҡрымға тура килә.
— яратҡан, һөйгән.
Аралашыу теле — авторҙың йөкмәткене ҡатмарландырып ебәреү өсөн файҙаланған бер алымы. Был хаҡта ҡиссаның дүрт урынында әйтелә.
Текста телдәрҙең аңлатмаһы ике төрлө яҙылған: тәүге өс осраҡта бер төрлө — «ғәрәпсә». Һуңғыһы «ғибри» теле тип уҡылды, шулай итеп Йософ һәм ағаларының теле — ғәрәп, ә мысырлылар, шул иҫәптән Мөҫәлим ғибри (боронғо йәһүт — иврит) телендә һөйләшә булып сыға.
— тиңдәшһеҙ, берҙән-бер. Ғәриб — сит илдә интегеүсе, меҫкен.
— икмәк.
— аллаға яҡын торған дүрт фәрештәнең береһе. Имеш, ул кешеләрҙең яҙмышын белә, әммә ваҡытын әйтә алмай. Алла тәхете эргәһендә үҫкән ағастан үлә торған кешенең исеме яҙылған япраҡ өҙөлөп төшөү менән, 40 көн эсендә кешенең тәненән йәнен айырырға тейеш икән. Икенсе төрлө Израил тип тә йөрөтәләр.
— дини миф буйынса, заман ахыры көнөндә Исраил пәйғәмбәр ҡысҡырта торған мөгөҙ — торба.
— гарем.
— ғойун — шишмә башы.
— Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең береһе. Уның аша ергә «Тәүрат» китабы ебәрелгән, имеш. Библиялағы Моисейға тап килә.
— гонаһ, яуыз эштәр.
— яуыз, деспот.
Алда һөйләнелгәнсә, Йософ шәһәренә ингән саҡта мәлик Раян вафат булғайны, тағы кире терелгән булып сыға. Башҡа риүәйәттең дауамы, тип тә, йә автор тарафынан ебәрелгән теүәлһеҙлек тип тә аңларға була.
— алла әйткәнде кешеләргә еткереүсе.
Пайҡы хәҙрәт — хәбәр йөрөтөүсе.
— рәсми дингә ҡаршы сыҡҡан тәғлимәт, тыйылған эш.
Мәжмуғ улды — йыйылды.
Робағи вәзен — дүрт юллыҡ шиғыр үлсәме. Рифмаһы — аааб.
Егерме дүрт рәкем — 24 ижек. Ҡулъяҙмаларҙа 2 строфа бер юлға һыйған (12—12 ижек).
йыл иҫәбе Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән йасриб (Мәҙинә) шәһәренә күсеү (һижрәт) ваҡытынан, 622 йылдан башлана. 630 йыл — милади 1233 йылға тура килә.
Мөхәррире Рәмил Дәүләтҡолов
Рәссамы Иван Файрушин
Техник мөхәррире Зәйтүнә Сыңгыҙова
Корректоры Әлифә Хажиева
№ 4731
Йыйырға бирелде 23.04.93. Баҫырға ҡул ҡуйылды 13.08.93. Ҡағыҙ форматы 84Х108. Мәктәп гарнитураһы. Офсет ысулы менән баҫылды. Офсет ҡағыҙы. Шартлы баҫма таб. 7,14+ + 0,13 форзацы. Шартлы буяу отт. 14,94. Ншер-иҫәп. таб. 7,95 + 0,18 форзацы. Тиражы 6 000 дана. Заказ 554. Хаҡы ирекле.
Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 450001, Өфө, Левченко урамы, 4а.
Өфө полиграфия комбинаты. 450001, Октябрь проспекты, 2.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
- Büleklär
- Ҡиссаи Йософ - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3677Unikal süzlärneñ gomumi sanı 216026.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3728Unikal süzlärneñ gomumi sanı 177230.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3804Unikal süzlärneñ gomumi sanı 157531.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3703Unikal süzlärneñ gomumi sanı 173727.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3709Unikal süzlärneñ gomumi sanı 162231.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3661Unikal süzlärneñ gomumi sanı 165930.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3642Unikal süzlärneñ gomumi sanı 174829.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 2270Unikal süzlärneñ gomumi sanı 138229.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.