LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡиссаи Йософ - 7
Süzlärneñ gomumi sanı 3642
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1748
29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Унан инде Йософ һорар: «Өйләндеңме,
Йә ҡәрҙәшем, уғыл-ҡыҙың үҫәләрме?
Уландарыңа исемдәр бирҙеңме,
Ниндәйерәк исем ҡуштың, әйт һин имде».
Ибне Йәмин яуапты ҡайтарҙы былай:
«Ун ике уғыл бирҙе миңә хоҙай,
Һәр беренә һәр төрлө исем шундай:
Барыһы һинең ҡайғыға ишара имде.
Тәүге улымдың исемен Диңгеҙ ҡуйҙым,
Икенсеһенә Бүре исеме бирҙем,
Өсөнсөһөнөң исемен Ҡайғы тинем,
Дүртенсеһенә Ҡан тинем имде.
Диңгеҙҙәр ярында күп йәштәр түктем,
Тауҙа бүре аулап, анттар биреп бөттөм,
Ҡанлы күлдәктәрең тотоп хәсрәт йоттом,
Ҡайғы эстәрендә йөҙҙөм имде.
Бишенсеһе исемен Гүр тип атаным,
Алтынсыһыныҡын Дәрт тип әйттем,
Етенсеһенә Гәр тиеп ҡуштым,
Һигеҙенсеһе — Арыҫлан тип аталыр имде.
Гүрстандар араһында күп иланым,
Дәртлеләрҙән дәртлеләргә күп йөрөнөм,
Мәгәрә-таш араһында ла ҡараным,
Арыҫландарҙы туҡтатып һораным имде.
Туғыҙынсыһының атын Фәрит тинем, Унынсыһыныҡын иһә Ғәриб тинем,
Ун беренсеһенең аты — Хәсрәт тинем,
Ун икенсеһен Ҡол тип атаным имде.
Ҡолдар күрһәм, күңелдәрен асыр инем,
Ғәриб күрһәм, ҡушылып илар инем,
Ҡайғылыларҙы күреп, йәлләп һыҡтар инем,
Ҡолдарға миһырбанлыҡ күрһәттем имде».
Йософ әйтте: «Шундай исем ниңә ҡуштың,
Ниңә уларҙы ҡушырға тырыштың?»
Ибне Йәмин: «Барыһы ла һинең өсөн,
Бөтәһен дә һинең ише күрҙем имде».
Йософ әйтер: «Инде хәҙер ҡайғырмағыл,
Ҡәрҙәштәрең янына бар — айырылмағыл,
Минең янда ҡалаһың — асыҡ белгел,
Уның өсөн бер сара табам имде.
Һинең йөгөңә бер һауыт йәшерермен,
Шуны табып, һин уғры, тиеп әйтермен,
Ошолайтып, мин һине алып китермен,
Минең менән булырһың»,— тиер имде.
Ибне Йәмин ағаларына кире килде,
Бит-йөҙҙәре шатлыҡ-нурҙарға күмелде,
Улар һорар: «Кем шулайтып ҡыуандырҙы,
Йөҙҙәрең тулған айҙай балҡый имде?»
Әйтер: «Йөрәгемә шатлыҡ ҡошо ҡунды,
Халиҡтан рәхимлек ишараһы булды,
Ниһәйәт, мин моратыма бөгөн килдем,
Бына бөгөн шул билдәле булды имде».
Унан Йософ йөҙөнә пәрҙәһен япты,
Ҡәрҙәштәрен ҡәҙерләп ҡунаҡ та итте,
Үҙ ҡулы менән алдарына тәғәм илтте,
«Икешәрләп ултырығыҙ»,— тиер имде.
Ҡәрҙәштәре ашамлыҡҡа ҡулын һондо,
Тәмле тәғәм еймәк булып ниәтләнде,
Ибне Йәмин ҡәрҙәшһеҙ мәхрүм ҡалды,
Ашамаҫ-эсмәҫ, хәсрәтләнеп илар имде.
Йософ әйтте: «Иламағыл, ашағыҙ аш,
Туҡта инде, ағыҙма күҙеңдән һис йәш,
Кил инде, үҙем булам һиңә ҡәрҙәш,
Әйҙә, тәғәм ейгел бергә»,— тиер имде.
Ибне Йәмин шатланып бик риза булды,
Үҙ янынан Йософ уға урын бирҙе,
Иҡрам ҡылып, килгәнлеген бик хуп күрҙе,
Тәхетендә икәүләшеп ашар имде.
Ашап-эскәс, алтын һауытын килтертте,
Барыһының дөйәһенә йөк йөкләтте,
Ибне Йәмин йөгөнә һауыт йәшертте.
Икәүһенән башҡаһы һис белмәҫ имде.
Ул һауыт ҡыҙыл алтындан эшләнгән,
Гәүһәр-яҡут менән матурлап биҙәлгән,
Дүрт йөҙ мең алтын хаҡҡа баһаланған,
Шул ҡәҙәр ҡиммәтле бер хазина имде.
Хушлашып, доға ҡылып ҡуҙғалдылар,
Бер аҙ барғас, бер урында туҡтанылар,
Урын һайлап ял итергә уҡталдылар —
Арттарынан Йософ етеп тотор имде.
Йософ сәүче юлсыларҙы ҡыуып етте,
Яҡуп ялдарының барыһын да тотто,
«Һауыт урлағанһығыҙ»,— тип хәбәр-итте,
«Бурҙар икәнһегеҙ!»—тиеп әйтер имде.
Улар әйтер: «Валлаһилыр, беҙ алманыҡ,
Алла шаһит: уғрылыҡ һис ҡылманыҡ,
Электән дә ундай яман эш булманы»,—
Әммә Йософ уларҙы кире борор имде.
Барыһын да Мысырға ҡайтарттылар,
Дәүләттәрен, йөктәрен аҡтарттылар,
Бөтәһенең дә йөктәрен бушаттылар,
Һауыт Ибне Йәмин йөгөнән сыҡты имде.
Йософ әйтер: «Тоҙ-икмәк һанламанығыҙ.
Ни сәбәптән миңә хөрмәт ҡылманығыҙ?
Дүрт йөҙ алтынлыҡ һауытты урланығыҙ»
Бошоноп, үпкә һүҙҙәр әйтер имде.
Быны ишетеп, улар бик оялдылар,
Йософтоң ғәйрәтенән аҙанылар,
Һәммәһе бер-беренә ҡаранылар,
Береһе лә ни тиергә белмәй имде.
Унан улар Йософҡа яуап бирҙе,
«Был уғландың береһе лә яуыз ине,
Ул ҡәрендәше лә уның уғры ине,
Икеһенең әсәһе Рәхилә имде.
Йософҡа шундай ғәҙәт бәләкәйҙән килгән,
Бала саҡта һөт анаһы тәрбиәләгән,
Ул Йософто бигерәк тә ныҡ һөйгән,
Дүрт йәшкә тиклем янында тотор имде.
Атабыҙ Яҡуп Йософто кире һорар,
Дая ебәрмәҫкә үҙенсә хәйлә ҡорор,
Биленә ҡыҙыл алтын осҡорон аҫыр —
Һәм Яҡупҡа Йософто бирер имде.
Бер-ике көн үткәс, дая йәнә килде:
«Ҡыҙыл алтын асҡысым минең юғалды,
Әллә ул осҡорҙо Йософмо алды —
Атам Исхаҡтан ҡалған бүләк имде».
Яҡуп сәүче быны тикшерергә булды,
Йософтоң билендә икән, шуны белде,
Уны ҡайтарырға ҡарар ҡылды,
Тағы ике йылға хәтле торһон»,— тине.
Бер нисә риүәйәттәрҙә ул былай:
Ашағанда, имеш, Йософ нан йәшергән,
Йәшереп юҡһылдарға уны биргән,
«Йософ — уғры» тейеүҙәре шунан имде.
Унан Йософ уларға яуап бирҙе:
«Иң тәүҙә яуыз эштәр үҙегеҙҙән,— тине,
Яҡуп сәүче һуң ни эшләп хәсрәт күрҙе,
Ҡулығыҙҙан тик яуызлыҡ килә имде.
Һеҙ түгелме атағыҙҙы илатмаған,
Алдыҡ менән һөйгән улдан яҙҙыртмаған,
Азат кешене ҡол итеп һатмаған? —
Харам ашап йәшәүсе һеҙҙер имде».
Шул сәғәттә Йософ тоғро бирҙе әмер:
«Һауытты урлаусыны тотоғоҙ хәҙер,
Шәриғәт ҡушҡанса уға хөкөм әҙер,
Ун ике йыллап зинданда торор имде».
Улар Йософҡа ялбарып үтенде:
«Атабыҙ был улын бик һөйөр ине,
Шуға ла аманат итеп кенә бирҙе,
Уны ебәр, башҡабыҙҙы яптыр имде».
Йософ әйтте: »Был эште ҡалдырып булмай,
Ғәҙеллектән сығып, золомлоҡ ҡылып
булмай,
Ғәйеп өсөн ғәйепһеҙгә яза булмай,
Хата эйәһен алып китегеҙ имде».
Был һүҙҙәргә улар аптырашып ҡалды,
Уныһы ла бер тирәгәрәк йыйылды,
(Ысынлап та, уларҙың хәле ҡыйындыр)
«Килегеҙ, нимәләр эшләйек?» — тиҙәр имде.
Йәһүҙә әйтер: »Мин бер уйҙы уйлайым:
Яҡыныраҡ барып, бик ҡаты ҡысҡырайым,
Ибне Йәминде унан сығарайым,
Һеҙ барығыҙ ҡылыс тотоп тороғоҙ имде.
Тауышымды ишетеү менән шундуҡ килең,
Шәһәрҙәге халыҡтың барсаһын да ҡырың,
Йәһүҙәнең ғәйрәтен бөтәгеҙ белең,
Ул ҡысҡырһа, һәммәләре үлер имде».
Йософ уларҙың кәңәшен алдан белде,
Кесе улы Мәмиләгә әмер бирҙе,
Йәһүҙәгә күрһәтеп, бар ана, тине,
Арҡаһын һыйпағыл уның, тине имде.
Мәмилә Йәһүҙәнең янына барҙы,
Һиҙҙермәй(ен)сә эргәһендә баҫып торҙо,
Ниһәйәт, арҡаһынан ул һыпырҙы,
Йәһүҙә һис кенә быны тоймаҫ имде.
Йәһүҙәнең асыуланған сағы булһа,
Йәне көйөп, ҡысҡырырға ниәт ҡылһа,
Мәмилә уның арҡаһынан һыйпап ҡуйһа,
Үпкәһенән һауа ғына сығыр имде.
Ҡәрҙәштәре уның өнөн ишетмәне,
Ҡаты ҡысҡырырға көсө һис етмәне,
Үҙе менән нимә булған — ул белмәне,
Ҡәрҙәштәре аптырап, һорарҙар имде.
Улар әйтер: «Ни сәбәптән ҡысҡырманың,
Ғәйрәтләнеп, шәһәр халҡын һин ҡырманың?
Һүҙебеҙҙе һин еренә еткермәнең,
Шул арала нимә булды»? — тиер имде.
Йәһүҙә әйтер: «Ошондай бер хәл булды,
Минең эргәмә генә бер уғлан килде,
Вайымһыҙ ғына яурынымдан һыйпап алды,
Тап шул саҡ минең һушым китер имде».
Ҡәрҙәштәре был хәл ишетеп, ғәжәп ҡылды:
«Бындай хәл-әхүәлдәр нисек, ниҙән булды,
Әллә юҡһа Исраил нәҫеле бармы?» —
Барыһы ла таңға ҡалып торор имде.
Уларға Йософтоң ныҡ асыуы килде,
«Хыянатсы икәнһеғеҙ — шуны белдем,
Йәшергән серегеҙҙе лә белдем имде,
Ҡурҡытырға теләйһегеҙ икән имде.
Йыйынғанһығыҙ шәһәргә кермәгә,
Уйлайһығыҙ — көтмәгәндә ҡысҡырырға,
Шулай итеп, бөтә халыҡты ҡырырға —
Яуызлыҡ ниәтләйһегеҙ икән имде.
Ике тапҡыр илемә килдегеҙ һеҙ,
Беҙҙән күпме ҡәҙер-хөрмәт күрҙегеҙ һеҙ,
Һәм тоҙ-икмәк килгән һайын ейҙегеҙ һеҙ,
Яҡуп сәүченең улдары беҙ, тинегеҙ».
Асыуланып, Йософ төштө тәхетенән,
Һарайын иғтибарлап үткәрҙе күҙенән,
Һарай эсе тетрәнде ғәйрәтенән,
Мәрмәр терәктәре ауып төшөр имде.
Йософ әйтер: «Хөрмәт итәм атағыҙҙы,
Юғиһә, һис тә ҡалдырмаҫ инем һеҙҙе,
Төрлөсә үлтертер инем барығыҙҙы»,—
Ғәйрәтенән тегеләре ҡурҡыр имде.
Аҙаҡ Йософҡа улар ныҡ ялбарҙылар,
Ниһәйәт, китергә рөхсәт тә алдылар,
Йәһүҙәнән айырылып юлландылар.
Ибне Йәмин менән ул ҡалыр имде.
Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
Башҡалары ояла-ҡыҙара ҡайтып инде,
Яҡупҡа әхүәлдәрен һөйләп бирҙе,
«Ибне Йәминдең хәле бик мөшкөл инде,
Йәһүҙә лә уның менән ҡалыр имде».
Яҡуп нәби был эште белде асыҡ,
Ғәм-хәсрәте элеккенән булды артыҡ,
«Ибне Йәмин ҡылдымы һуң уғрылыҡ,
Ысынлап та күрҙегеҙме?» — тиер имде.
Уғландары Яҡупҡа ошоно әйтте:
«Ул шаһ беҙгә ололап хөрмәт күрһәтте,
Алтын һауытын шунда уҡ юғалтты,
Ибне Йәмин йөгөнән ул сығыр имде».
Яҡуп әйтер: «Хоҙайым, бар өмөт һеҙҙә,
Иншалла, Йософомдо күрермен ерҙә,
Өс уғланымды ла осратырмын бергә».
Улдары әйтер: «Нисек белдең имде?»
Яҡуп әйтер: «Хаҡ ҡушыуы шулай булһа,
Ҡолона даими бәлә-ҡаза килһә,
Хаҡ хөкөмөнә ҡол сабыр ризалашһа,
Михнәттән һуң рәхәт-шатлыҡ килер имде.
Ҡөрьәндә халиҡ биргән беҙгә өгөт:
Алла ярҙамынан һис өҙмәгеҙ өмөт,
Инанмағандар йөрөйҙәр кафыр булып,
Рәхмәтенән һис өмөт өҙмәйек имде».
бер көндө килде Исраилға,
Ризалығын биреп иң тәүҙә мәүләгә,
Һорау бирҙе, бер аҙ үткәс, Ғазраилға:
«Йософом иҫәнме?»—тиеп һорар имде.
Ғазраил әйтер: «Йософоң һинең тере,
Ҡайҙа икәнлеге лә беҙгә билдәле,
Үҙе солтан, бик күп байлыҡ, мал эйәһе,
Бер тарафта батшалыҡ итер имде».
Яҡуп әйтер: «Эй Ғазраил, һин миңә әйт,
Мин меҫкенгә Йософтоң ҡайҙалығын әйт,
Ярҙамың һәм изгелегең миңә күрһәт».
Ә Ғазраил, рөхсәт юҡтыр, тиҙер имде.
Яҡуп әйтер: «Аһ, ул рөхсәт ҡасан була,
Йософомдоң һөйөнөсө ҡасан килә?
Мәүләм миңә ярҙамын һуң ҡасан ҡыла?»
Үҙе һорар, күҙенән ҡан ағыр имде:
«Йә, күңелем шатлығы, күҙем нуры,
Йә, бәғерем пәраһы, нәфсем суры64
Ибне Йәминем — әсәһенең төҫө — улы,
Халиҡ һеҙҙе күрһәттерһен тиҙерәк имде.
Ҡурҡамын: нәүбәт менән әжәл килһә,
Мин һеҙҙәрҙән айырылһам мәңгелеккә,
Ҡауышмайса бергә, керһәм гүргә иртә»,—
Шулай илай-һыҡтай хәлдән тайыр имде.
Улдары йыуатыр: «Бөтөрөнмә бик тә,
Үҙ-үҙеңде өҙгөләп, ҡайнама хәсрәттә,
Ҡауышырһығыҙ, моғайын, әхирәттә,
Донъялағы өмөтөңдө өҙгөл имде».
Яҡуп әйтер: «Улай тип әйтмәгеҙ миңә,
Өмөтөмдө өҙмәҫмен һаман мәүләнән,
Рәхимен ҡылам тиһә, еңел бит уға,
Ҡауышырға өмөтөм бар»,— тиер имде.
Һәр осраҡта ул, ҡөҙрәтле, ярҙам бирер,
Хәсрәтлегә хәсрәтлене ҡауыштырыр,
Меҫкендәрҙе ҡөҙрәте менән шат ҡылыр,
Ышанғандар уға өмөтһөҙ булмаҫ имде.
Көндән-көн хәсрәттәр арта барҙы,
Ибне Йәмин Йәһүҙә менән унда ҡалды,
Михрабында көн һайын сәждә ҡылды,
«Эй хоҙайым, һинән ярҙам»,— тиер имде.
Әйтер: «Әгәр ҙә ки был эш дөрөҫ булһа,
Мысыр хужаһы уны зинданға тыҡһа,
Йәһүҙә бар көсөнә шунда ҡысҡырһа,
Шәмғун уның нығытмаһын ватыр имде.
Шәмғундың шул ҡәҙәре ҡеүәте күп,
Арыҫландар туҡтатыр, йүгереп етер,
Ҡурҡмайынса уларҙың баштарын өҙөп,
Кәүҙәләрен пыран-заран итер имде».
Улдары әйтте: «Беҙ ҙә шулайта инек,
Әммә ләкин үҙебеҙҙән көслө күрҙек,
Шунлыҡтандыр, күмәкләшеп беҙ баш
бирҙек,
Һис ҡаршылыҡ күрһәтмәнек»,— тиҙәр имде.
Исраил ҡыҙы Динәгә әмер бирҙе:
Динәһе ҡағыҙ-ҡәләмен алып килде,
Шәмғунды саҡырып, атаһы бойорҙо:
«Шәмғун, хәҙер хат яҙырһың,— тиер имде —
Иң-иң элек, бисмилланы, Шәмғун, яҙғыл,
Унан инде Исраилды телгә алғыл,
Мысыр хужаһына мотлаҡ сәләм яҙғыл,
Хәле ауыр, көсө лә бөткән, тиеп имде.
Эй ғәзизем, ҡабул ҡылғыл, маҡтау һиңә,
Күҙеңде һал был мәктүбтең хужаһына,
Беҙгә күпләп килгән ине рәнйеү-яфа,
Әллә ҡасандан михнәткә тарыныҡ имде.
Дәдәм минең Ибраһим, дуҫы алланың,
Нәмруд яһил тотоп бәргән утҡа уны,
Ут эсендә лә уны алла һаҡланы,
Утты баҡсаға әүерелдергән имде.
Унан алла Ибраһимға бирҙе әмер:
«Йә, Ибраһим, буйһонаһың миңә хәҙер,
Исмәғил улыңды килтер, булһын әҙер,
Минең өсөн уны ҡорбан итең имде.
Мин — Яҡуп та — шуларға ҡаным тартҡан,
Бер улым бар ине элек, бик яратҡан,
Мин инде шул бисара — улын юғалтҡан —
Ҡайғыларҙан тамам зәғифләндем имде.
Ошо хәсрәттәрҙән һаман бәғерем яна,
Күҙҙәремдән ҡанлы йәштәр һыуҙай аға,
«Аһ» тип әйтһәм, күкрәгемдән төтөн сыға,
Тотошлай йөрәгемә ҡан һауған имде.
Етмеш йылдар, Йософом, тип илауыма,
Шул ғазаптан йөрәгем тулауына,
Өмөтләнәм алла мине аңлауына,
Йософом менән ҡауыштыр,— тиер имде.—
Күп илауҙан ике күҙем күрмәҫ булды,
Күкрәк янды, бәғерем көйҙө, көсөм һынды,
Ибне Йәмин унда ни насар эш ҡылды,
Ни сәбәптән уны әсир иттең имде?
Пәйғәмбәрҙәр һис кеше малына теймәҫ,
Билдәле ки, яҙыҡ эштәргә лә бармаҫ,
Улдары ла уғрылыҡ юлына баҫмаҫ,
Ибне Йәмин нахаҡҡа ғәйепләнгән имде.
Бынан элек хаҡ күрһәтте яҡшылығын,
Кәмемәһен ул сифаты, һаман артһын,
Улыма тик килтермәһен яуызлығын,
Уны кире ҡайтарһын,— тип һорар имде.—
Интектермәгеҙ мине, бик ғазапланам,
Юғиһә, мин хәсрәтемдән доға ҡылам,
Нәҫелең менән михнәт эстәрендә ҡалһаң?... Мәзлүмдәрҙең доғаһынан ҡурҡ һин имде».
Ул ғәзиздең йомошона йүгерҙеләр,
Оҙаҡламай Мысырға ла еткерҙеләр,
Уғландары ул бетеүҙе килтерҙеләр,
Ер үбеп, Йософҡа хат һонорҙар имде.
Ғәзиз Йософ ҡулына хат алды, күрҙе,
Асмаҫ элек үбеп йөҙөнә тигеҙҙе,
Унан һуң тегеләргә һорау бирҙе:
«Нишләп былай ҡыландым, әйтегеҙ имде?»
Йософ әйтер: «Һәр бер солтан ғәҙел булһа,
Изгеләрҙән уға берәй хәбәр килһә,
Хатты тотоу менән йөҙөнә тейгеҙһә,
Шулай тейеш, шулай кәрәк булыр имде».
Алыу менән Йософ хатты сыҡты уҡып,
Инде уға бар әхүәлдәр булды асыҡ,
Ғазаптарҙан бәғере ҡайнаны ташып,
Япма аҫтында йәшеренеп илар имде.
Ябраил шул ваҡыт килеп етте,
Ебәргән ине Йософҡа халиҡ үҙе:
«Йә, Йософ, тиҙ генә яҙ сәләм һүҙең,
Тиҙерәк хатты Яҡупҡа ебәр имде».
Унан Йософ яуап бирҙе Исраилға:
«Килешерме ундай эш тәңрегә?
Ҡол гел шөкөр ҡылырға тейеш мәүләгә —
Хоҙай хөкөмөнә бағыу кәрәк имде.
Йә, Исраил, әҙерәк яңылышҡанһың,
Мәүлә ыҙа ебәргәнен ят ҡылғанһың,
Һуңынан рәхәт бирәсәген онотҡанһың,
Хаҡ ни ҡушһа, ҡол үтәргә тейеш имде.
Ул хәлилгә утты баҡса ҡылдырғаның,
Исмәғил өсөн ҡорбан — ҡуй салдырғаның,
Эргәңдә ун бер улыңды ҡалдырғаның,
Нишләп уларын яҙманың?»—тиер имде.
Уландары яуап хатын килтерҙеләр,
Шунда уҡ Исраилға ла еткерҙеләр,
Яуап хатын барыһы ла хуп күрҙеләр,
«Был — пәйғәмбәр һүҙе»,— тиерҙәр имде.
Бәс, Яҡуп ҡаты бойорҙо уғландарга,
«Кире барығыҙ, ашығығыҙ һеҙ Мысырға,
Өмөтөмдө өҙмәй ялбарам аллаға:
Ибне Йәмин Йософ менән булыр имде».
Ағаларының кире Мысырға килеүе,
Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
Бәс, улар Мысырға кире килде,
Яҡуптан Йософҡа сәләм күндерҙе,
«Падишаһ, хәлебеҙ бик мөшкөлләнде,
Беҙҙе тот, Ибне Йәминде сығар имде.
Йософһоҙ ҡайтмаҫҡа ҡушты атабыҙ беҙгә,
Шуға ла бик мохтаж булып килдек һеҙгә,
Уның хәсрәте үтте бәғеребеҙгә».—
Хатты уҡып, Йософ уны белер имде.
Тәхетенән шунда Йософ төштө ергә,
Ҡәрҙәштәре менән ултырҙы ул бергә,
Бер яҙыу уларға һондо: «Мәгеҙ, һеҙгә,
Уҡып ҡарағыҙ»,— тип бойорор имде.
Улар Йософ ҡулынан ҡағыҙҙы алды,
Һәр береһе ҡағыҙға күҙен һалды,
Хәүеф менән бер-беренә ҡараны,
«Үҙебеҙҙең йәшерен эш»,— тиерҙәр имде.
Йософ әйтер: «Быны һис кем уҡый алмаҫ,
Был шәһәрҙә быны һис кем дә аңламаҫ,
Уҡыһа ла, һис кем мәғәнәһен аңғармаҫ,
Был хат һеҙҙең телдә яҙылғандыр имде».
Улар әйтте: «Беҙ ҙә быны аңламайбыҙ,
Уҡып та, мәғәнәһен әйтә алмайбыҙ,
Хатта бер яҡшы һүҙ ҙә таба алмайбыҙ,
Насар мәғәнәле хат»,— тиҙәр имде.
Яҙыуҙы элек үҙҙәре яҙған ине,
«Йософ — ҡол» тип һатҡан саҡтары ине,
«Өс төрлө ғәйебе бар» тигәндәр ине,
«Һатып алыусыға» тип яҙғандар ине.
Ошо хат Йософ ҡулына кергән ине,
Уны Йософ юғалтмайса һаҡлай ине,
Ебәктәр араһына һалып ҡуйған ине,
Яҙыуҙы улар өсөн тип һаҡлай ине.
Йософ әйтер: «Бер ҡол һатыла, тигәнһегеҙ,
Ҡолобоҙҙоң өс ғәйебе бар, тигәнһегеҙ,
Шул шарт менән яҙыуҙы яҙғанһығыҙ».—
Улар: «Беҙ яҙманыҡ» тип баш тартыр имде.
Йософ әйтер: «Бер һауыт-саҡ килтерегеҙ,
Ул сыңғырап ни әйтер, шуны тыңлағыҙ,
Ни тиһә, шуға һеҙ инанығыҙ».—
Ағалары шундуҡ риза булды имде.
Йософ бойорғас та саҡ килтерҙеләр,
Ҡыҙыл алтын тәңкә менән саҡҡа бәрҙеләр,
Ҡөҙрәт менән тауыш биргәнен белделәр:
Уларҙың барлыҡ ҡылғанын һөйләр имде.
Йософ әйтте: «Хәҙер инде инандығыҙмы,
Саҡтың ни тигәнен тыңланығыҙмы,
Йософто нишләттегеҙ — иҫләнегеҙме?
(Сараһыҙҙан тегеләр дөрөҫләр имде.)
Ул ваҡыт бит Йософто алдағанһығыҙ,
Ҡырҙа йөрөргә тиеп саҡырғанһығыҙ,
Үҙегеҙ үлтерергә уйлағанһығыҙ,
Тик Йәһүҙә быға ҡаршы булған имде.
Һөйгән улын Яҡуптан айырғанһығыҙ,
Айырылыу ғазабында яндырғанһығыҙ,
Хәҙер килеп, минең алда маҡтанаһығыҙ,
«Беҙ — аҫылдар, шәрифтәр!» — тиһегеҙ
имде.
Һеҙҙең берәр ҡулығыҙҙы киҫтерермен,
Барығыҙҙы муйынынан аҫтырырмын,
Тереләй тирегеҙҙе тунатырмын,
Йософҡа күрһәткәндәрегеҙ өсөн имде».
Бойорҙо: «Бәйләгеҙ күҙҙәрен,— тине,—
Алтын ағас ботаҡтарына аҫығыҙ».— тине,
Ҡәрҙәштәре ҡысҡырып иларҙар инде,
Йософҡа инәлеп-ялбарырҙар имде.
Әйтерҙәр: «Һин беҙҙе, олуғ мәлик, азат ит,
Атабыҙ Исраил хаҡына хөрмәт ит,
Зинһар, бер меҫкен Яҡупҡа күрһәт шәфҡәт,
Үҙебеҙҙең ғәйепте таныныҡ имде.
Ул меҫкен беребеҙҙе юғалтты инде,
Ҡайғы ике күҙен һуҡырайтты инде».
Уны ишетеп, Йософ үҙе лә ғазапланды инде,
Барыһының ҡулдарын систерер имде.
Был хәлдәрҙән Йософтоң сабыры шашты,
Түҙмәне, йөҙөнән пәрҙәһен асты,
Тегеләрҙең барыһының күҙен систе,
Йософто күреп, ниҙер һиҙенделәр имде.
«Йософҡа һин бигерәк тә оҡшағанһың,
Йософ булһаң, ниңә беҙҙе ят күрәһең?
Әллә, ысынлап та, Йософмо икәнһең...
Валлаһи, Йософһоң бит!» — тиерҙәр имде.
Йософ әйтер: «Булһын барығыҙға асыҡ:
Мин — һеҙҙең ҡарындашығыҙ Йософ
ситдыҡ,
Бирҙе батшалыҡты миңә изге халиҡ,
Мин — Йософ, һеҙ — туғандарым»,— тиер
имде.
Быны ишетеп, барыһы һығылып төштө,
Үкенеүҙән барыһының аҡылы шашты,
Мысыр халҡына шунда уҡ барып етте,
Ошоға улар ғәжәпкә ҡалыр имде.
Йософ әйтер: «Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы,
Бағышланым бөтә боҙоҡ эшегеҙҙе,
Һис ҡайғырмағыҙ, ғәфү итәмен һеҙҙе,
Кисерҙем ғәйебегеҙҙе»,— тиер имде.
Ағалары баштарын күтәрҙеләр,
Һәр береһе Йософҡа ҡул бирҙеләр,
Бөтәһе лә, хәсрәтләнеп, йәш ҡойҙолар,
Быны күреп, фәрештәләр илар имде.
Йософ әйтер: «Инде шулай тәртип ҡылам,
Күлдәгемде атабыҙға биреп ебәрәм,
Ул меҫкенде шулай итеп һөйөндөрәм,
Хатағыҙҙы ул ярлыҡаһын»,— тиер имде.
Ни хәлдәр был, үҙе бер һүҙен дә әйтмәҫ,
Хатта бер-ике һүҙ ҙә яҙып тоттормаҫ,
Бүтән бер нәмә лә ебәрергә уйламаҫ —
«Ошо күлдәкте алығыҙ»,— тиер имде.
Ҡойола Йософ яланғас ҡалған ине,
Хаҡ әмере менән Ябраил килгән ине,
Ул күлдәкте ожмахтан килтергән ине,
Килтереп Йософҡа кейҙергән ине.
Аны кейҙе лә ҡотолдо мәхрүмлектән,
Ул күлдәк бүләк булды инде халиҡтан,
Ярҙам булды Йософҡа, һаҡланы һыуыҡтан.
Ошоға ишаралап ебәрер имде.
Анаһы үлгәс, Йософ йәтим ҡалды,
Яҡуп нәби бер ҡараусы һатып алды,
Уны Йософона һөт инәһе ҡылды,
Шул ҡатындың үҙ балаһын һатып имде.
Шул тиклем ныҡ ҡайғырҙы ошо ҡатын,
Көнө-төнө тыя алмайынса күҙенең йәшен,
«Илаһым, хәлемә инеп, ярҙам итең,
Һөйөклөмдән айырҙы бит Яҡуп нәби».
Халиҡ әйтер: «Бер хөкөмөмдө бирермен,
Уны ла һөйөклөһөнән айырырмын,
Айырып улынан, бәғ(е)рен яндырырмын
Етмеш йыл илатырмын тамам имде.
Әүүәл һине улың менән ҡауыштырам,
Унан һуң Йософ менән осраштырам,
Ҡөҙрәтлемен, һүҙемде тормошҡа ашырам,
Минең вәғәҙәм үтәлмәйсә ҡалмаҫ имде».
Йософ бер ҡол һатып алды — Бәшир атлы,
(Был һүҙҙәрем тыңлау өсөн бик тә татлы)
Ҡоло иһә миһырбанлы, шәфәғәтле,
Һәр бер эште теләк менән үтәр имде.
Үҙ күлдәген Йософ шул Бәширгә һондо,
Йәнә бетеү яҙып ҡулына тотторҙо,
Бәшир, күлдәкте алып, сәфәргә йыйынды,
Йософтан Яҡупҡа барыр кәрәк имде.
Таң еле халиҡҡа ҡайғы-зар еткерҙе,
Ҡөҙрәте менән уға хаҡ рөхсәт бирҙе,
Бәширҙән ун ике көн алдараҡ килде,
Йософ еҫен Яҡупҡа еткерер имде.
Быны тойоп, Яҡуп нәби шөкөр ҡылды,
Хәсрәттәрҙән арынды, бик шат булды,
Әйтер: «Минең Йософомдоң еҫе килде,
Таң елдәре килтерҙе»,— тип әйтер имде:
«Әкрен генә иҫ, таң еле, ни иҫәһең,
Йософомдоң еҫен миңә килтерәһең,
Йәрәхәтте уңалтырға ярҙам итәһең,
Һин туҡтама, иҫ, мине шатландыр имде.
Ҡыуандырҙы, ҡарт кешене, эй таң еле,
Йософ еҫе туҡтамаһын, һин иҫ әле!
Уны тойҙом, күңелем рәхәтләнә әле,
Төп сәбәпсеһе — Йософом»,— тип әйтер
имде.
Яҡуптың кешеләре тыңланылар,
Ҙур ғәйбәт итеп һөйләнеләр,
«Ҡайҙа, ҡайҙа Йософоң»,— тип һоранылар,
Күптәнге һаташыуы, тиерҙәр имде.
Унан аҙаҡ ун биш көндән Бәшир килде,
Бер ҡатынҡай ҡойола кер йыуа ине,
Эргәһенә ҡабаланып Бәшир килде,
«Яҡуп өйө ҡайҙа икән?» — тиер имде.
Ҡатын әйтер: «Ниңә Яҡупты һорайһың?
Ниңә улай ашығаһың, кем булаһың?
Әллә Йософ өсөнмө ҡабаланаһың...
Яҡшы хәбәр килтергәнһең — күрәм имде.
Яҡуп нәби мине һатып алған ине,
Йософона дая итеп ҡуйған ине,
Бәшир атлы кескәй улымды һатҡан ине,
Етмеш йыл ҡайғы-хәсрәт кисерәм имде.
Халиҡ үҙе миңә вәғәҙә ҡылған ине,
Башлап һине һөйөндөрәм, тигән ине...
Йософтоң яҡшы хәбәре килде инде,
Ҡайҙа минең Бәширем?» — тип илар имде.
Бәшир әйтер: «Әй ана, һин һис илама,
Хәсрәт утында йөрәгеңде яндырма,
Хаҡ вәғәҙәһе үтәлмәй тип ҡайғырма,
Хәҡиҡәт, улың Бәшир — мин булам имде».
Меҫкен Бәширҙең михнәт-хәсрәттә башы,
Үҙенән-үҙе ағалыр күҙенән йәше,
Хәсрәтенән туҡтамаҫ күҙенән йәше,
Бөртөк-бөртөк күҙенән йәш ағыр имде.
Быны ишетеп, бисара шашып ҡалды,
Меҫкен ҡатын иҫен юйып ергә ауҙы,
Аңы ҡайтҡас, улына ҡулын һуҙҙы,
Берәйһе күрһә, ғәжәпкә ҡалыр имде.
Икәүләп Яҡуптың өйөнә керҙеләр,
Һөйөнөстән ҡатын ни эшләргә белмәй,
Сәләм әйткәс тә Бәшир күлдәкте биргәй...
Йөҙөн һөрттө — ике күҙе күрер имде.
Күҙен асты ла Исраил, күрҙе уны,
«Һин кем һуң, ниндәй кешеһең?» — тип
һораны,
Бәшир әйтте: «Әүүәл мине һатҡан инең,
Айырып ғәзиз анамдан»,— тиер имде.
Аҙаҡ Яҡуп уҡыны ебәргән хатын,
Ҡайҙа икәнлеген белде ул Йософтоң,
Йософтоң Мысыр батшаһы булғанлығын,
Шөкөр итеп хаҡҡа сәждә ҡылыр имде.
Яҡуп менән Йософтоң ҡауышыуҙары
Аҙаҡ Йософ ҡәрҙәштәрен кейендерҙе,
Алтын-көмөшкә ат, ҡасыр ҡушып бирҙе,
Атаһын да килтерергә рөхсәт бирҙе:
«Бөтә нәҫел-нәсәбе килһен!» —тиер имде.
Ағалары атаһы менән ҡауыштылар,
Барыһы ла ҡайғырып күрештеләр;
«Хаталанғанбыҙ икән,— тип илаштылар,
Кисерә күр гонаһыбыҙҙы,— тиҙәр имде.—
Алдаҡ менән Йософто һинән алдыҡ,
Ҡол итеп ҡайһы йыраҡ илгә һаттыҡ!
Бөгөн килеп уның солтан икәнен белдек,
Бөтә Мысыр халҡы уның ҡоло имде».
Яҡуп әйтер: «Яҙыҡтарҙы бағышланым,
Хәҡиҡәт, хатағыҙҙы ғәфү ҡылдым,
Үҙем иһә халиҡтан рәхәтлек алдым,
Һеҙгә лә шулай булһын»,— тиер имде.
Бер дөйә алып килде тағы Ябраил,
Дөйәне ебәргән икән мәүлә-йәлил,
«Йә, Ябраил, ашыҡ, йомошто үтәгел,
Тиҙ генә Йософ менән ҡауыштыр имде».
Ярҙам менән ул дөйәгә Яҡуп менде,
Олоһо-кесеһе Ҡәнғандан алыҫ ҡалды,
Етмеш өс мең кешеһе менән юл алды,
Уғландары туҡтауһыҙ иларҙар имде.
Яҡуп, ҡулын күтәреп, доға уҡыны,
Уландары ла бергәләп «амин» тине,
Тәңре алдында доғалары ҡабул булды,
Улдары һаман да ҡайғырырҙар имде.
Ғәзиз Йософ бар ғәскәрен теҙеп ҡуйҙы,
Атаһын ҡаршыларға үҙе барҙы,
Борғо, нәғәрә тауыштары яңғырап торҙо,
Бәйге аттары ярһып кешнәр имде.
Яҡуп сәүче быны күреп шөкөр ҡылды,
Йософ, атынан төшөп, йәйәү килде,
Атаһы ла дөйәһенән төшөп килде,
Ата-уғыл илашып күрешер имде.
Килделәр туғандары, ун бер ҡәрҙәше...
Хоҙай ҡөҙрәтендә бөтә әҙәм эше,
Тормошҡа шулай ашты Йософтоң төшө,
Бөтәһе лә Йософ хеҙмәтендә ҡалыр имде.
Йософ әйтте: «Юҡҡа сыҡты шайтан көсө,
Ҡәрҙәштәрем менән осраштырҙы изге,
Бөгөнгө көн Мысыр батшаһымын үҙем,
Шөкөр ҡылып шәһәргә керерҙәр имде.
Килделәр унда Йософтоң уғландары,
Яҡуп һорашты Йософтан уларҙы,
Йософ әйтте: «Барыһы ла ейәндәрең
Зөләйханан тыуғандар»,— тип әйтер имде.
Бәс, Зөләйха Яҡупҡа яҡын килде,
Хәл-әхүәлдәрен бабаһының белде,
Яҡуп нәби Зөләйхаға доға ҡылды,
Аҙаҡ Йософтан Зөләйха һорар имде:
«Рөхсәт итһәң, ҡунаҡларым Исраилды,
Һарайыма саҡырайым ул рәсүлде?»
Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, һин бел инде:
Пәйғәмбәрҙәр ҙур һарайға бармаҫ имде».
Зөләйха бер бәләкәй һарай һалдырҙы,
Төрлө-төрлө тәмле ниғмәттәр алдырҙы,
Яҡупты өндәне — ул килде һәм күрҙе,
«Нисек һуң былай һалдырҙың? — тиер
имде.
Был өйҙө миңә лайыҡ төҙөткәнһең,
Минең күңел теләгәнсә эшләткәнһең,
Ҡәнғандағы өйөбөҙгә оҡшатҡанһың»...
Зөләйха «Йософ бойорҙо» тиер имде.
Яҡупты барыһы түргә саҡырҙылар,
Зөләйха һарайына инеп ултырҙылар,
Төрлө-төрлө ниғмәттәр алдылар,
Яҡуп, уны күргәс, ғәжәпкә ҡалыр имде.
Яҡуп әйтер: «Йөҙ егерме йәшем тулды,
Ғибәҙәттәр ҡылыу бөтә эшем булды,
Ашағаным гел арпа икмәге булды,
Пәйғәмбәрҙәр бындай аштар еймәҫ имде».
* * *
Йософ әйтер: «Раян мине бик ҙурланы,
Зиндандан сығарҙы, мәмләкәтен бирҙе,
Әй бабам, уны барып күрәйек»,— тине.
Яҡуп әйтер: «Һүҙеңдә хата бар һинең имде.
Кис тә бурыслы түгелһең һин Раянға,
Һине бөтә халиҡ сығарҙы ул зиндандан,
Кешеләргә ярҙам килә ул собхандан,
Һин тик бары уға бурыслыһың имде».
Йософтоң һүҙен тыңлап, Яҡуп эйәрҙе,
Раян йөҙөндә тылсымлы нурҙы күрҙе.
«Нисә йәштәһең һуң?»— тип һорауын бирҙе,
Яҡуп әйтте: «Йәшем йөҙ егерме имде».
ҡатын әйтте: «Артыҡ»,—
тине,
Яҡуп сәүче һүҙенә ышанманы,
Ошо мәлдә Яҡуп нәби доға ҡылды...
Күкрәгенә эйәге һалыныр имде.
Мәлик Раян Йософтан йәнә һораны:
«Ҡатындың эйәге ниңә һалынды?»
Йософ әйтер: «Пәйғәмбәргә инанманы,
Шуға ла ул ошо хәлгә төшөр имде».
Унан аҙаҡ Раян Яҡупҡа ялбарҙы:
«Ул меҫкен ҡатын бик оло йәштә ине,
Һүҙен алып, кире һеҙҙең дингә керҙе,
Уға изге доғаларыңды ҡыл имде.
Һинең дәдәң — Ибраһимдыр, хаҡтың дуҫы,
Атаң һинең — Исхаҡ сәүче, дин табибы,
Һеҙ үҙегеҙ ҙә халиҡтың Исраилы,
Һүҙең һинең ялған булмаҫ»,— тиер имде.
Яҡуп сәүче, ҡул күтәреп, доға ҡылды,
Ҡатындың эйәге әүәлгесә булды,
Үҙенең яңылышҡанын ҡатын белде;
«Һине Исхаҡ икәнһең тип торам имде».
Ҡатын Яҡуптың кем икәнен һораны,
Яҡуп бөтә хәлдәрен уға һөйләне.
Халиҡ фарманы менән ҡарсыҡ үлде,
Бөтәһе был хәлгә ғәжәпләнер имде.
Һуңғараҡ Исраил тағы хәбәр бирҙе,
Яҡуп сәүче менән Йософ яҡын килде,
Бойорҙо йыуҙырырға, кәфенлеген һалды...
Үҙ ҡулдары менән ерләнеләр имде.
Яҡуп нәбиҙең вафат булыуы
Яҡуп нәби Мысырҙа тап ҡырҡ йыл торҙо,
Бер көн килеп, Ябраил хәбәр бирҙе,
Исраил хаҡтың сәләмен еткерҙе:
Әмер килгән Мысырҙан китергә имде.
Яҡупҡа китеү ваҡыты мәғлүм булды,
Йософто, саҡыртып алып, иғлан ҡылды,
Йософ, быны ишетеп, ҡайғыға ҡалды,
Яҡуп иһә һаубуллашып китер имде.
Бәс, Яҡуп Йософто оҙаҡ өгөтләне;
«Ҡәңәшемде тот һин,— тип димләне,—
Һин үҙең дә Мысырҙы ташлап кит,— тине,—
Мөъминдәр мәҡәме Мәккә түгел имде».
Яҡуп нәби Ҡәнғанға табан юл алды,
Ғәзиз Йософ илай-илай тороп ҡалды,
Вәзир, хеҙмәтселәренә хәбәр һалды:
«Яҡуп сәүче беҙҙе ташлап китер имде».
Ата-бабалар еренә Яҡуп ҡайтты,
Бик күп түгел, бер көн шул урында ятты,
Бөйөк халиҡ фәрештәләренә ҡушты,
Улар килеп, бер гүр ҡаҙып китер имде.
Яҡуп сәүче инде барыһын аңланы,
Васыят өсөн уландарын йыйып алды,
Уландарының һәммәһен дә барланы,
Донъялыҡта татыулыҡ теләр имде.
Яҡуп нәби сәләм биреп, хәл һорашты,
Фәрештәләр беренә-бере ҡарашты,
«Тәңребеҙ дуҫына әжәл яҡынлашты,
Уның өсөн ҡаҙып йөрөйбөҙ ҙә имде».
Фәрештәләр гүрҙе ҡаҙып әҙерләнеләр,
Еҫле май һибеп, ебәктәр түшәнеләр,
Гүр эсен матур итеп биҙәнеләр,
Яҡуп унда керергә бик теләр имде.
Фәрештәләр әйтер: «Әгәр керер булһаң,
Ысынлап та, был урынды һөйөр булһаң,
Йә ҡәрҙәшем, уғыл-ҡыҙың үҫәләрме?
Уландарыңа исемдәр бирҙеңме,
Ниндәйерәк исем ҡуштың, әйт һин имде».
Ибне Йәмин яуапты ҡайтарҙы былай:
«Ун ике уғыл бирҙе миңә хоҙай,
Һәр беренә һәр төрлө исем шундай:
Барыһы һинең ҡайғыға ишара имде.
Тәүге улымдың исемен Диңгеҙ ҡуйҙым,
Икенсеһенә Бүре исеме бирҙем,
Өсөнсөһөнөң исемен Ҡайғы тинем,
Дүртенсеһенә Ҡан тинем имде.
Диңгеҙҙәр ярында күп йәштәр түктем,
Тауҙа бүре аулап, анттар биреп бөттөм,
Ҡанлы күлдәктәрең тотоп хәсрәт йоттом,
Ҡайғы эстәрендә йөҙҙөм имде.
Бишенсеһе исемен Гүр тип атаным,
Алтынсыһыныҡын Дәрт тип әйттем,
Етенсеһенә Гәр тиеп ҡуштым,
Һигеҙенсеһе — Арыҫлан тип аталыр имде.
Гүрстандар араһында күп иланым,
Дәртлеләрҙән дәртлеләргә күп йөрөнөм,
Мәгәрә-таш араһында ла ҡараным,
Арыҫландарҙы туҡтатып һораным имде.
Туғыҙынсыһының атын Фәрит тинем, Унынсыһыныҡын иһә Ғәриб тинем,
Ун беренсеһенең аты — Хәсрәт тинем,
Ун икенсеһен Ҡол тип атаным имде.
Ҡолдар күрһәм, күңелдәрен асыр инем,
Ғәриб күрһәм, ҡушылып илар инем,
Ҡайғылыларҙы күреп, йәлләп һыҡтар инем,
Ҡолдарға миһырбанлыҡ күрһәттем имде».
Йософ әйтте: «Шундай исем ниңә ҡуштың,
Ниңә уларҙы ҡушырға тырыштың?»
Ибне Йәмин: «Барыһы ла һинең өсөн,
Бөтәһен дә һинең ише күрҙем имде».
Йософ әйтер: «Инде хәҙер ҡайғырмағыл,
Ҡәрҙәштәрең янына бар — айырылмағыл,
Минең янда ҡалаһың — асыҡ белгел,
Уның өсөн бер сара табам имде.
Һинең йөгөңә бер һауыт йәшерермен,
Шуны табып, һин уғры, тиеп әйтермен,
Ошолайтып, мин һине алып китермен,
Минең менән булырһың»,— тиер имде.
Ибне Йәмин ағаларына кире килде,
Бит-йөҙҙәре шатлыҡ-нурҙарға күмелде,
Улар һорар: «Кем шулайтып ҡыуандырҙы,
Йөҙҙәрең тулған айҙай балҡый имде?»
Әйтер: «Йөрәгемә шатлыҡ ҡошо ҡунды,
Халиҡтан рәхимлек ишараһы булды,
Ниһәйәт, мин моратыма бөгөн килдем,
Бына бөгөн шул билдәле булды имде».
Унан Йософ йөҙөнә пәрҙәһен япты,
Ҡәрҙәштәрен ҡәҙерләп ҡунаҡ та итте,
Үҙ ҡулы менән алдарына тәғәм илтте,
«Икешәрләп ултырығыҙ»,— тиер имде.
Ҡәрҙәштәре ашамлыҡҡа ҡулын һондо,
Тәмле тәғәм еймәк булып ниәтләнде,
Ибне Йәмин ҡәрҙәшһеҙ мәхрүм ҡалды,
Ашамаҫ-эсмәҫ, хәсрәтләнеп илар имде.
Йософ әйтте: «Иламағыл, ашағыҙ аш,
Туҡта инде, ағыҙма күҙеңдән һис йәш,
Кил инде, үҙем булам һиңә ҡәрҙәш,
Әйҙә, тәғәм ейгел бергә»,— тиер имде.
Ибне Йәмин шатланып бик риза булды,
Үҙ янынан Йософ уға урын бирҙе,
Иҡрам ҡылып, килгәнлеген бик хуп күрҙе,
Тәхетендә икәүләшеп ашар имде.
Ашап-эскәс, алтын һауытын килтертте,
Барыһының дөйәһенә йөк йөкләтте,
Ибне Йәмин йөгөнә һауыт йәшертте.
Икәүһенән башҡаһы һис белмәҫ имде.
Ул һауыт ҡыҙыл алтындан эшләнгән,
Гәүһәр-яҡут менән матурлап биҙәлгән,
Дүрт йөҙ мең алтын хаҡҡа баһаланған,
Шул ҡәҙәр ҡиммәтле бер хазина имде.
Хушлашып, доға ҡылып ҡуҙғалдылар,
Бер аҙ барғас, бер урында туҡтанылар,
Урын һайлап ял итергә уҡталдылар —
Арттарынан Йософ етеп тотор имде.
Йософ сәүче юлсыларҙы ҡыуып етте,
Яҡуп ялдарының барыһын да тотто,
«Һауыт урлағанһығыҙ»,— тип хәбәр-итте,
«Бурҙар икәнһегеҙ!»—тиеп әйтер имде.
Улар әйтер: «Валлаһилыр, беҙ алманыҡ,
Алла шаһит: уғрылыҡ һис ҡылманыҡ,
Электән дә ундай яман эш булманы»,—
Әммә Йософ уларҙы кире борор имде.
Барыһын да Мысырға ҡайтарттылар,
Дәүләттәрен, йөктәрен аҡтарттылар,
Бөтәһенең дә йөктәрен бушаттылар,
Һауыт Ибне Йәмин йөгөнән сыҡты имде.
Йософ әйтер: «Тоҙ-икмәк һанламанығыҙ.
Ни сәбәптән миңә хөрмәт ҡылманығыҙ?
Дүрт йөҙ алтынлыҡ һауытты урланығыҙ»
Бошоноп, үпкә һүҙҙәр әйтер имде.
Быны ишетеп, улар бик оялдылар,
Йософтоң ғәйрәтенән аҙанылар,
Һәммәһе бер-беренә ҡаранылар,
Береһе лә ни тиергә белмәй имде.
Унан улар Йософҡа яуап бирҙе,
«Был уғландың береһе лә яуыз ине,
Ул ҡәрендәше лә уның уғры ине,
Икеһенең әсәһе Рәхилә имде.
Йософҡа шундай ғәҙәт бәләкәйҙән килгән,
Бала саҡта һөт анаһы тәрбиәләгән,
Ул Йософто бигерәк тә ныҡ һөйгән,
Дүрт йәшкә тиклем янында тотор имде.
Атабыҙ Яҡуп Йософто кире һорар,
Дая ебәрмәҫкә үҙенсә хәйлә ҡорор,
Биленә ҡыҙыл алтын осҡорон аҫыр —
Һәм Яҡупҡа Йософто бирер имде.
Бер-ике көн үткәс, дая йәнә килде:
«Ҡыҙыл алтын асҡысым минең юғалды,
Әллә ул осҡорҙо Йософмо алды —
Атам Исхаҡтан ҡалған бүләк имде».
Яҡуп сәүче быны тикшерергә булды,
Йософтоң билендә икән, шуны белде,
Уны ҡайтарырға ҡарар ҡылды,
Тағы ике йылға хәтле торһон»,— тине.
Бер нисә риүәйәттәрҙә ул былай:
Ашағанда, имеш, Йософ нан йәшергән,
Йәшереп юҡһылдарға уны биргән,
«Йософ — уғры» тейеүҙәре шунан имде.
Унан Йософ уларға яуап бирҙе:
«Иң тәүҙә яуыз эштәр үҙегеҙҙән,— тине,
Яҡуп сәүче һуң ни эшләп хәсрәт күрҙе,
Ҡулығыҙҙан тик яуызлыҡ килә имде.
Һеҙ түгелме атағыҙҙы илатмаған,
Алдыҡ менән һөйгән улдан яҙҙыртмаған,
Азат кешене ҡол итеп һатмаған? —
Харам ашап йәшәүсе һеҙҙер имде».
Шул сәғәттә Йософ тоғро бирҙе әмер:
«Һауытты урлаусыны тотоғоҙ хәҙер,
Шәриғәт ҡушҡанса уға хөкөм әҙер,
Ун ике йыллап зинданда торор имде».
Улар Йософҡа ялбарып үтенде:
«Атабыҙ был улын бик һөйөр ине,
Шуға ла аманат итеп кенә бирҙе,
Уны ебәр, башҡабыҙҙы яптыр имде».
Йософ әйтте: »Был эште ҡалдырып булмай,
Ғәҙеллектән сығып, золомлоҡ ҡылып
булмай,
Ғәйеп өсөн ғәйепһеҙгә яза булмай,
Хата эйәһен алып китегеҙ имде».
Был һүҙҙәргә улар аптырашып ҡалды,
Уныһы ла бер тирәгәрәк йыйылды,
(Ысынлап та, уларҙың хәле ҡыйындыр)
«Килегеҙ, нимәләр эшләйек?» — тиҙәр имде.
Йәһүҙә әйтер: »Мин бер уйҙы уйлайым:
Яҡыныраҡ барып, бик ҡаты ҡысҡырайым,
Ибне Йәминде унан сығарайым,
Һеҙ барығыҙ ҡылыс тотоп тороғоҙ имде.
Тауышымды ишетеү менән шундуҡ килең,
Шәһәрҙәге халыҡтың барсаһын да ҡырың,
Йәһүҙәнең ғәйрәтен бөтәгеҙ белең,
Ул ҡысҡырһа, һәммәләре үлер имде».
Йософ уларҙың кәңәшен алдан белде,
Кесе улы Мәмиләгә әмер бирҙе,
Йәһүҙәгә күрһәтеп, бар ана, тине,
Арҡаһын һыйпағыл уның, тине имде.
Мәмилә Йәһүҙәнең янына барҙы,
Һиҙҙермәй(ен)сә эргәһендә баҫып торҙо,
Ниһәйәт, арҡаһынан ул һыпырҙы,
Йәһүҙә һис кенә быны тоймаҫ имде.
Йәһүҙәнең асыуланған сағы булһа,
Йәне көйөп, ҡысҡырырға ниәт ҡылһа,
Мәмилә уның арҡаһынан һыйпап ҡуйһа,
Үпкәһенән һауа ғына сығыр имде.
Ҡәрҙәштәре уның өнөн ишетмәне,
Ҡаты ҡысҡырырға көсө һис етмәне,
Үҙе менән нимә булған — ул белмәне,
Ҡәрҙәштәре аптырап, һорарҙар имде.
Улар әйтер: «Ни сәбәптән ҡысҡырманың,
Ғәйрәтләнеп, шәһәр халҡын һин ҡырманың?
Һүҙебеҙҙе һин еренә еткермәнең,
Шул арала нимә булды»? — тиер имде.
Йәһүҙә әйтер: «Ошондай бер хәл булды,
Минең эргәмә генә бер уғлан килде,
Вайымһыҙ ғына яурынымдан һыйпап алды,
Тап шул саҡ минең һушым китер имде».
Ҡәрҙәштәре был хәл ишетеп, ғәжәп ҡылды:
«Бындай хәл-әхүәлдәр нисек, ниҙән булды,
Әллә юҡһа Исраил нәҫеле бармы?» —
Барыһы ла таңға ҡалып торор имде.
Уларға Йософтоң ныҡ асыуы килде,
«Хыянатсы икәнһеғеҙ — шуны белдем,
Йәшергән серегеҙҙе лә белдем имде,
Ҡурҡытырға теләйһегеҙ икән имде.
Йыйынғанһығыҙ шәһәргә кермәгә,
Уйлайһығыҙ — көтмәгәндә ҡысҡырырға,
Шулай итеп, бөтә халыҡты ҡырырға —
Яуызлыҡ ниәтләйһегеҙ икән имде.
Ике тапҡыр илемә килдегеҙ һеҙ,
Беҙҙән күпме ҡәҙер-хөрмәт күрҙегеҙ һеҙ,
Һәм тоҙ-икмәк килгән һайын ейҙегеҙ һеҙ,
Яҡуп сәүченең улдары беҙ, тинегеҙ».
Асыуланып, Йософ төштө тәхетенән,
Һарайын иғтибарлап үткәрҙе күҙенән,
Һарай эсе тетрәнде ғәйрәтенән,
Мәрмәр терәктәре ауып төшөр имде.
Йософ әйтер: «Хөрмәт итәм атағыҙҙы,
Юғиһә, һис тә ҡалдырмаҫ инем һеҙҙе,
Төрлөсә үлтертер инем барығыҙҙы»,—
Ғәйрәтенән тегеләре ҡурҡыр имде.
Аҙаҡ Йософҡа улар ныҡ ялбарҙылар,
Ниһәйәт, китергә рөхсәт тә алдылар,
Йәһүҙәнән айырылып юлландылар.
Ибне Йәмин менән ул ҡалыр имде.
Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
Башҡалары ояла-ҡыҙара ҡайтып инде,
Яҡупҡа әхүәлдәрен һөйләп бирҙе,
«Ибне Йәминдең хәле бик мөшкөл инде,
Йәһүҙә лә уның менән ҡалыр имде».
Яҡуп нәби был эште белде асыҡ,
Ғәм-хәсрәте элеккенән булды артыҡ,
«Ибне Йәмин ҡылдымы һуң уғрылыҡ,
Ысынлап та күрҙегеҙме?» — тиер имде.
Уғландары Яҡупҡа ошоно әйтте:
«Ул шаһ беҙгә ололап хөрмәт күрһәтте,
Алтын һауытын шунда уҡ юғалтты,
Ибне Йәмин йөгөнән ул сығыр имде».
Яҡуп әйтер: «Хоҙайым, бар өмөт һеҙҙә,
Иншалла, Йософомдо күрермен ерҙә,
Өс уғланымды ла осратырмын бергә».
Улдары әйтер: «Нисек белдең имде?»
Яҡуп әйтер: «Хаҡ ҡушыуы шулай булһа,
Ҡолона даими бәлә-ҡаза килһә,
Хаҡ хөкөмөнә ҡол сабыр ризалашһа,
Михнәттән һуң рәхәт-шатлыҡ килер имде.
Ҡөрьәндә халиҡ биргән беҙгә өгөт:
Алла ярҙамынан һис өҙмәгеҙ өмөт,
Инанмағандар йөрөйҙәр кафыр булып,
Рәхмәтенән һис өмөт өҙмәйек имде».
бер көндө килде Исраилға,
Ризалығын биреп иң тәүҙә мәүләгә,
Һорау бирҙе, бер аҙ үткәс, Ғазраилға:
«Йософом иҫәнме?»—тиеп һорар имде.
Ғазраил әйтер: «Йософоң һинең тере,
Ҡайҙа икәнлеге лә беҙгә билдәле,
Үҙе солтан, бик күп байлыҡ, мал эйәһе,
Бер тарафта батшалыҡ итер имде».
Яҡуп әйтер: «Эй Ғазраил, һин миңә әйт,
Мин меҫкенгә Йософтоң ҡайҙалығын әйт,
Ярҙамың һәм изгелегең миңә күрһәт».
Ә Ғазраил, рөхсәт юҡтыр, тиҙер имде.
Яҡуп әйтер: «Аһ, ул рөхсәт ҡасан була,
Йософомдоң һөйөнөсө ҡасан килә?
Мәүләм миңә ярҙамын һуң ҡасан ҡыла?»
Үҙе һорар, күҙенән ҡан ағыр имде:
«Йә, күңелем шатлығы, күҙем нуры,
Йә, бәғерем пәраһы, нәфсем суры64
Ибне Йәминем — әсәһенең төҫө — улы,
Халиҡ һеҙҙе күрһәттерһен тиҙерәк имде.
Ҡурҡамын: нәүбәт менән әжәл килһә,
Мин һеҙҙәрҙән айырылһам мәңгелеккә,
Ҡауышмайса бергә, керһәм гүргә иртә»,—
Шулай илай-һыҡтай хәлдән тайыр имде.
Улдары йыуатыр: «Бөтөрөнмә бик тә,
Үҙ-үҙеңде өҙгөләп, ҡайнама хәсрәттә,
Ҡауышырһығыҙ, моғайын, әхирәттә,
Донъялағы өмөтөңдө өҙгөл имде».
Яҡуп әйтер: «Улай тип әйтмәгеҙ миңә,
Өмөтөмдө өҙмәҫмен һаман мәүләнән,
Рәхимен ҡылам тиһә, еңел бит уға,
Ҡауышырға өмөтөм бар»,— тиер имде.
Һәр осраҡта ул, ҡөҙрәтле, ярҙам бирер,
Хәсрәтлегә хәсрәтлене ҡауыштырыр,
Меҫкендәрҙе ҡөҙрәте менән шат ҡылыр,
Ышанғандар уға өмөтһөҙ булмаҫ имде.
Көндән-көн хәсрәттәр арта барҙы,
Ибне Йәмин Йәһүҙә менән унда ҡалды,
Михрабында көн һайын сәждә ҡылды,
«Эй хоҙайым, һинән ярҙам»,— тиер имде.
Әйтер: «Әгәр ҙә ки был эш дөрөҫ булһа,
Мысыр хужаһы уны зинданға тыҡһа,
Йәһүҙә бар көсөнә шунда ҡысҡырһа,
Шәмғун уның нығытмаһын ватыр имде.
Шәмғундың шул ҡәҙәре ҡеүәте күп,
Арыҫландар туҡтатыр, йүгереп етер,
Ҡурҡмайынса уларҙың баштарын өҙөп,
Кәүҙәләрен пыран-заран итер имде».
Улдары әйтте: «Беҙ ҙә шулайта инек,
Әммә ләкин үҙебеҙҙән көслө күрҙек,
Шунлыҡтандыр, күмәкләшеп беҙ баш
бирҙек,
Һис ҡаршылыҡ күрһәтмәнек»,— тиҙәр имде.
Исраил ҡыҙы Динәгә әмер бирҙе:
Динәһе ҡағыҙ-ҡәләмен алып килде,
Шәмғунды саҡырып, атаһы бойорҙо:
«Шәмғун, хәҙер хат яҙырһың,— тиер имде —
Иң-иң элек, бисмилланы, Шәмғун, яҙғыл,
Унан инде Исраилды телгә алғыл,
Мысыр хужаһына мотлаҡ сәләм яҙғыл,
Хәле ауыр, көсө лә бөткән, тиеп имде.
Эй ғәзизем, ҡабул ҡылғыл, маҡтау һиңә,
Күҙеңде һал был мәктүбтең хужаһына,
Беҙгә күпләп килгән ине рәнйеү-яфа,
Әллә ҡасандан михнәткә тарыныҡ имде.
Дәдәм минең Ибраһим, дуҫы алланың,
Нәмруд яһил тотоп бәргән утҡа уны,
Ут эсендә лә уны алла һаҡланы,
Утты баҡсаға әүерелдергән имде.
Унан алла Ибраһимға бирҙе әмер:
«Йә, Ибраһим, буйһонаһың миңә хәҙер,
Исмәғил улыңды килтер, булһын әҙер,
Минең өсөн уны ҡорбан итең имде.
Мин — Яҡуп та — шуларға ҡаным тартҡан,
Бер улым бар ине элек, бик яратҡан,
Мин инде шул бисара — улын юғалтҡан —
Ҡайғыларҙан тамам зәғифләндем имде.
Ошо хәсрәттәрҙән һаман бәғерем яна,
Күҙҙәремдән ҡанлы йәштәр һыуҙай аға,
«Аһ» тип әйтһәм, күкрәгемдән төтөн сыға,
Тотошлай йөрәгемә ҡан һауған имде.
Етмеш йылдар, Йософом, тип илауыма,
Шул ғазаптан йөрәгем тулауына,
Өмөтләнәм алла мине аңлауына,
Йософом менән ҡауыштыр,— тиер имде.—
Күп илауҙан ике күҙем күрмәҫ булды,
Күкрәк янды, бәғерем көйҙө, көсөм һынды,
Ибне Йәмин унда ни насар эш ҡылды,
Ни сәбәптән уны әсир иттең имде?
Пәйғәмбәрҙәр һис кеше малына теймәҫ,
Билдәле ки, яҙыҡ эштәргә лә бармаҫ,
Улдары ла уғрылыҡ юлына баҫмаҫ,
Ибне Йәмин нахаҡҡа ғәйепләнгән имде.
Бынан элек хаҡ күрһәтте яҡшылығын,
Кәмемәһен ул сифаты, һаман артһын,
Улыма тик килтермәһен яуызлығын,
Уны кире ҡайтарһын,— тип һорар имде.—
Интектермәгеҙ мине, бик ғазапланам,
Юғиһә, мин хәсрәтемдән доға ҡылам,
Нәҫелең менән михнәт эстәрендә ҡалһаң?... Мәзлүмдәрҙең доғаһынан ҡурҡ һин имде».
Ул ғәзиздең йомошона йүгерҙеләр,
Оҙаҡламай Мысырға ла еткерҙеләр,
Уғландары ул бетеүҙе килтерҙеләр,
Ер үбеп, Йософҡа хат һонорҙар имде.
Ғәзиз Йософ ҡулына хат алды, күрҙе,
Асмаҫ элек үбеп йөҙөнә тигеҙҙе,
Унан һуң тегеләргә һорау бирҙе:
«Нишләп былай ҡыландым, әйтегеҙ имде?»
Йософ әйтер: «Һәр бер солтан ғәҙел булһа,
Изгеләрҙән уға берәй хәбәр килһә,
Хатты тотоу менән йөҙөнә тейгеҙһә,
Шулай тейеш, шулай кәрәк булыр имде».
Алыу менән Йософ хатты сыҡты уҡып,
Инде уға бар әхүәлдәр булды асыҡ,
Ғазаптарҙан бәғере ҡайнаны ташып,
Япма аҫтында йәшеренеп илар имде.
Ябраил шул ваҡыт килеп етте,
Ебәргән ине Йософҡа халиҡ үҙе:
«Йә, Йософ, тиҙ генә яҙ сәләм һүҙең,
Тиҙерәк хатты Яҡупҡа ебәр имде».
Унан Йософ яуап бирҙе Исраилға:
«Килешерме ундай эш тәңрегә?
Ҡол гел шөкөр ҡылырға тейеш мәүләгә —
Хоҙай хөкөмөнә бағыу кәрәк имде.
Йә, Исраил, әҙерәк яңылышҡанһың,
Мәүлә ыҙа ебәргәнен ят ҡылғанһың,
Һуңынан рәхәт бирәсәген онотҡанһың,
Хаҡ ни ҡушһа, ҡол үтәргә тейеш имде.
Ул хәлилгә утты баҡса ҡылдырғаның,
Исмәғил өсөн ҡорбан — ҡуй салдырғаның,
Эргәңдә ун бер улыңды ҡалдырғаның,
Нишләп уларын яҙманың?»—тиер имде.
Уландары яуап хатын килтерҙеләр,
Шунда уҡ Исраилға ла еткерҙеләр,
Яуап хатын барыһы ла хуп күрҙеләр,
«Был — пәйғәмбәр һүҙе»,— тиерҙәр имде.
Бәс, Яҡуп ҡаты бойорҙо уғландарга,
«Кире барығыҙ, ашығығыҙ һеҙ Мысырға,
Өмөтөмдө өҙмәй ялбарам аллаға:
Ибне Йәмин Йософ менән булыр имде».
Ағаларының кире Мысырға килеүе,
Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
Бәс, улар Мысырға кире килде,
Яҡуптан Йософҡа сәләм күндерҙе,
«Падишаһ, хәлебеҙ бик мөшкөлләнде,
Беҙҙе тот, Ибне Йәминде сығар имде.
Йософһоҙ ҡайтмаҫҡа ҡушты атабыҙ беҙгә,
Шуға ла бик мохтаж булып килдек һеҙгә,
Уның хәсрәте үтте бәғеребеҙгә».—
Хатты уҡып, Йософ уны белер имде.
Тәхетенән шунда Йософ төштө ергә,
Ҡәрҙәштәре менән ултырҙы ул бергә,
Бер яҙыу уларға һондо: «Мәгеҙ, һеҙгә,
Уҡып ҡарағыҙ»,— тип бойорор имде.
Улар Йософ ҡулынан ҡағыҙҙы алды,
Һәр береһе ҡағыҙға күҙен һалды,
Хәүеф менән бер-беренә ҡараны,
«Үҙебеҙҙең йәшерен эш»,— тиерҙәр имде.
Йософ әйтер: «Быны һис кем уҡый алмаҫ,
Был шәһәрҙә быны һис кем дә аңламаҫ,
Уҡыһа ла, һис кем мәғәнәһен аңғармаҫ,
Был хат һеҙҙең телдә яҙылғандыр имде».
Улар әйтте: «Беҙ ҙә быны аңламайбыҙ,
Уҡып та, мәғәнәһен әйтә алмайбыҙ,
Хатта бер яҡшы һүҙ ҙә таба алмайбыҙ,
Насар мәғәнәле хат»,— тиҙәр имде.
Яҙыуҙы элек үҙҙәре яҙған ине,
«Йософ — ҡол» тип һатҡан саҡтары ине,
«Өс төрлө ғәйебе бар» тигәндәр ине,
«Һатып алыусыға» тип яҙғандар ине.
Ошо хат Йософ ҡулына кергән ине,
Уны Йософ юғалтмайса һаҡлай ине,
Ебәктәр араһына һалып ҡуйған ине,
Яҙыуҙы улар өсөн тип һаҡлай ине.
Йософ әйтер: «Бер ҡол һатыла, тигәнһегеҙ,
Ҡолобоҙҙоң өс ғәйебе бар, тигәнһегеҙ,
Шул шарт менән яҙыуҙы яҙғанһығыҙ».—
Улар: «Беҙ яҙманыҡ» тип баш тартыр имде.
Йософ әйтер: «Бер һауыт-саҡ килтерегеҙ,
Ул сыңғырап ни әйтер, шуны тыңлағыҙ,
Ни тиһә, шуға һеҙ инанығыҙ».—
Ағалары шундуҡ риза булды имде.
Йософ бойорғас та саҡ килтерҙеләр,
Ҡыҙыл алтын тәңкә менән саҡҡа бәрҙеләр,
Ҡөҙрәт менән тауыш биргәнен белделәр:
Уларҙың барлыҡ ҡылғанын һөйләр имде.
Йософ әйтте: «Хәҙер инде инандығыҙмы,
Саҡтың ни тигәнен тыңланығыҙмы,
Йософто нишләттегеҙ — иҫләнегеҙме?
(Сараһыҙҙан тегеләр дөрөҫләр имде.)
Ул ваҡыт бит Йософто алдағанһығыҙ,
Ҡырҙа йөрөргә тиеп саҡырғанһығыҙ,
Үҙегеҙ үлтерергә уйлағанһығыҙ,
Тик Йәһүҙә быға ҡаршы булған имде.
Һөйгән улын Яҡуптан айырғанһығыҙ,
Айырылыу ғазабында яндырғанһығыҙ,
Хәҙер килеп, минең алда маҡтанаһығыҙ,
«Беҙ — аҫылдар, шәрифтәр!» — тиһегеҙ
имде.
Һеҙҙең берәр ҡулығыҙҙы киҫтерермен,
Барығыҙҙы муйынынан аҫтырырмын,
Тереләй тирегеҙҙе тунатырмын,
Йософҡа күрһәткәндәрегеҙ өсөн имде».
Бойорҙо: «Бәйләгеҙ күҙҙәрен,— тине,—
Алтын ағас ботаҡтарына аҫығыҙ».— тине,
Ҡәрҙәштәре ҡысҡырып иларҙар инде,
Йософҡа инәлеп-ялбарырҙар имде.
Әйтерҙәр: «Һин беҙҙе, олуғ мәлик, азат ит,
Атабыҙ Исраил хаҡына хөрмәт ит,
Зинһар, бер меҫкен Яҡупҡа күрһәт шәфҡәт,
Үҙебеҙҙең ғәйепте таныныҡ имде.
Ул меҫкен беребеҙҙе юғалтты инде,
Ҡайғы ике күҙен һуҡырайтты инде».
Уны ишетеп, Йософ үҙе лә ғазапланды инде,
Барыһының ҡулдарын систерер имде.
Был хәлдәрҙән Йософтоң сабыры шашты,
Түҙмәне, йөҙөнән пәрҙәһен асты,
Тегеләрҙең барыһының күҙен систе,
Йософто күреп, ниҙер һиҙенделәр имде.
«Йософҡа һин бигерәк тә оҡшағанһың,
Йософ булһаң, ниңә беҙҙе ят күрәһең?
Әллә, ысынлап та, Йософмо икәнһең...
Валлаһи, Йософһоң бит!» — тиерҙәр имде.
Йософ әйтер: «Булһын барығыҙға асыҡ:
Мин — һеҙҙең ҡарындашығыҙ Йософ
ситдыҡ,
Бирҙе батшалыҡты миңә изге халиҡ,
Мин — Йософ, һеҙ — туғандарым»,— тиер
имде.
Быны ишетеп, барыһы һығылып төштө,
Үкенеүҙән барыһының аҡылы шашты,
Мысыр халҡына шунда уҡ барып етте,
Ошоға улар ғәжәпкә ҡалыр имде.
Йософ әйтер: «Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы,
Бағышланым бөтә боҙоҡ эшегеҙҙе,
Һис ҡайғырмағыҙ, ғәфү итәмен һеҙҙе,
Кисерҙем ғәйебегеҙҙе»,— тиер имде.
Ағалары баштарын күтәрҙеләр,
Һәр береһе Йософҡа ҡул бирҙеләр,
Бөтәһе лә, хәсрәтләнеп, йәш ҡойҙолар,
Быны күреп, фәрештәләр илар имде.
Йософ әйтер: «Инде шулай тәртип ҡылам,
Күлдәгемде атабыҙға биреп ебәрәм,
Ул меҫкенде шулай итеп һөйөндөрәм,
Хатағыҙҙы ул ярлыҡаһын»,— тиер имде.
Ни хәлдәр был, үҙе бер һүҙен дә әйтмәҫ,
Хатта бер-ике һүҙ ҙә яҙып тоттормаҫ,
Бүтән бер нәмә лә ебәрергә уйламаҫ —
«Ошо күлдәкте алығыҙ»,— тиер имде.
Ҡойола Йософ яланғас ҡалған ине,
Хаҡ әмере менән Ябраил килгән ине,
Ул күлдәкте ожмахтан килтергән ине,
Килтереп Йософҡа кейҙергән ине.
Аны кейҙе лә ҡотолдо мәхрүмлектән,
Ул күлдәк бүләк булды инде халиҡтан,
Ярҙам булды Йософҡа, һаҡланы һыуыҡтан.
Ошоға ишаралап ебәрер имде.
Анаһы үлгәс, Йософ йәтим ҡалды,
Яҡуп нәби бер ҡараусы һатып алды,
Уны Йософона һөт инәһе ҡылды,
Шул ҡатындың үҙ балаһын һатып имде.
Шул тиклем ныҡ ҡайғырҙы ошо ҡатын,
Көнө-төнө тыя алмайынса күҙенең йәшен,
«Илаһым, хәлемә инеп, ярҙам итең,
Һөйөклөмдән айырҙы бит Яҡуп нәби».
Халиҡ әйтер: «Бер хөкөмөмдө бирермен,
Уны ла һөйөклөһөнән айырырмын,
Айырып улынан, бәғ(е)рен яндырырмын
Етмеш йыл илатырмын тамам имде.
Әүүәл һине улың менән ҡауыштырам,
Унан һуң Йософ менән осраштырам,
Ҡөҙрәтлемен, һүҙемде тормошҡа ашырам,
Минең вәғәҙәм үтәлмәйсә ҡалмаҫ имде».
Йософ бер ҡол һатып алды — Бәшир атлы,
(Был һүҙҙәрем тыңлау өсөн бик тә татлы)
Ҡоло иһә миһырбанлы, шәфәғәтле,
Һәр бер эште теләк менән үтәр имде.
Үҙ күлдәген Йософ шул Бәширгә һондо,
Йәнә бетеү яҙып ҡулына тотторҙо,
Бәшир, күлдәкте алып, сәфәргә йыйынды,
Йософтан Яҡупҡа барыр кәрәк имде.
Таң еле халиҡҡа ҡайғы-зар еткерҙе,
Ҡөҙрәте менән уға хаҡ рөхсәт бирҙе,
Бәширҙән ун ике көн алдараҡ килде,
Йософ еҫен Яҡупҡа еткерер имде.
Быны тойоп, Яҡуп нәби шөкөр ҡылды,
Хәсрәттәрҙән арынды, бик шат булды,
Әйтер: «Минең Йософомдоң еҫе килде,
Таң елдәре килтерҙе»,— тип әйтер имде:
«Әкрен генә иҫ, таң еле, ни иҫәһең,
Йософомдоң еҫен миңә килтерәһең,
Йәрәхәтте уңалтырға ярҙам итәһең,
Һин туҡтама, иҫ, мине шатландыр имде.
Ҡыуандырҙы, ҡарт кешене, эй таң еле,
Йософ еҫе туҡтамаһын, һин иҫ әле!
Уны тойҙом, күңелем рәхәтләнә әле,
Төп сәбәпсеһе — Йософом»,— тип әйтер
имде.
Яҡуптың кешеләре тыңланылар,
Ҙур ғәйбәт итеп һөйләнеләр,
«Ҡайҙа, ҡайҙа Йософоң»,— тип һоранылар,
Күптәнге һаташыуы, тиерҙәр имде.
Унан аҙаҡ ун биш көндән Бәшир килде,
Бер ҡатынҡай ҡойола кер йыуа ине,
Эргәһенә ҡабаланып Бәшир килде,
«Яҡуп өйө ҡайҙа икән?» — тиер имде.
Ҡатын әйтер: «Ниңә Яҡупты һорайһың?
Ниңә улай ашығаһың, кем булаһың?
Әллә Йософ өсөнмө ҡабаланаһың...
Яҡшы хәбәр килтергәнһең — күрәм имде.
Яҡуп нәби мине һатып алған ине,
Йософона дая итеп ҡуйған ине,
Бәшир атлы кескәй улымды һатҡан ине,
Етмеш йыл ҡайғы-хәсрәт кисерәм имде.
Халиҡ үҙе миңә вәғәҙә ҡылған ине,
Башлап һине һөйөндөрәм, тигән ине...
Йософтоң яҡшы хәбәре килде инде,
Ҡайҙа минең Бәширем?» — тип илар имде.
Бәшир әйтер: «Әй ана, һин һис илама,
Хәсрәт утында йөрәгеңде яндырма,
Хаҡ вәғәҙәһе үтәлмәй тип ҡайғырма,
Хәҡиҡәт, улың Бәшир — мин булам имде».
Меҫкен Бәширҙең михнәт-хәсрәттә башы,
Үҙенән-үҙе ағалыр күҙенән йәше,
Хәсрәтенән туҡтамаҫ күҙенән йәше,
Бөртөк-бөртөк күҙенән йәш ағыр имде.
Быны ишетеп, бисара шашып ҡалды,
Меҫкен ҡатын иҫен юйып ергә ауҙы,
Аңы ҡайтҡас, улына ҡулын һуҙҙы,
Берәйһе күрһә, ғәжәпкә ҡалыр имде.
Икәүләп Яҡуптың өйөнә керҙеләр,
Һөйөнөстән ҡатын ни эшләргә белмәй,
Сәләм әйткәс тә Бәшир күлдәкте биргәй...
Йөҙөн һөрттө — ике күҙе күрер имде.
Күҙен асты ла Исраил, күрҙе уны,
«Һин кем һуң, ниндәй кешеһең?» — тип
һораны,
Бәшир әйтте: «Әүүәл мине һатҡан инең,
Айырып ғәзиз анамдан»,— тиер имде.
Аҙаҡ Яҡуп уҡыны ебәргән хатын,
Ҡайҙа икәнлеген белде ул Йософтоң,
Йософтоң Мысыр батшаһы булғанлығын,
Шөкөр итеп хаҡҡа сәждә ҡылыр имде.
Яҡуп менән Йософтоң ҡауышыуҙары
Аҙаҡ Йософ ҡәрҙәштәрен кейендерҙе,
Алтын-көмөшкә ат, ҡасыр ҡушып бирҙе,
Атаһын да килтерергә рөхсәт бирҙе:
«Бөтә нәҫел-нәсәбе килһен!» —тиер имде.
Ағалары атаһы менән ҡауыштылар,
Барыһы ла ҡайғырып күрештеләр;
«Хаталанғанбыҙ икән,— тип илаштылар,
Кисерә күр гонаһыбыҙҙы,— тиҙәр имде.—
Алдаҡ менән Йософто һинән алдыҡ,
Ҡол итеп ҡайһы йыраҡ илгә һаттыҡ!
Бөгөн килеп уның солтан икәнен белдек,
Бөтә Мысыр халҡы уның ҡоло имде».
Яҡуп әйтер: «Яҙыҡтарҙы бағышланым,
Хәҡиҡәт, хатағыҙҙы ғәфү ҡылдым,
Үҙем иһә халиҡтан рәхәтлек алдым,
Һеҙгә лә шулай булһын»,— тиер имде.
Бер дөйә алып килде тағы Ябраил,
Дөйәне ебәргән икән мәүлә-йәлил,
«Йә, Ябраил, ашыҡ, йомошто үтәгел,
Тиҙ генә Йософ менән ҡауыштыр имде».
Ярҙам менән ул дөйәгә Яҡуп менде,
Олоһо-кесеһе Ҡәнғандан алыҫ ҡалды,
Етмеш өс мең кешеһе менән юл алды,
Уғландары туҡтауһыҙ иларҙар имде.
Яҡуп, ҡулын күтәреп, доға уҡыны,
Уландары ла бергәләп «амин» тине,
Тәңре алдында доғалары ҡабул булды,
Улдары һаман да ҡайғырырҙар имде.
Ғәзиз Йософ бар ғәскәрен теҙеп ҡуйҙы,
Атаһын ҡаршыларға үҙе барҙы,
Борғо, нәғәрә тауыштары яңғырап торҙо,
Бәйге аттары ярһып кешнәр имде.
Яҡуп сәүче быны күреп шөкөр ҡылды,
Йософ, атынан төшөп, йәйәү килде,
Атаһы ла дөйәһенән төшөп килде,
Ата-уғыл илашып күрешер имде.
Килделәр туғандары, ун бер ҡәрҙәше...
Хоҙай ҡөҙрәтендә бөтә әҙәм эше,
Тормошҡа шулай ашты Йософтоң төшө,
Бөтәһе лә Йософ хеҙмәтендә ҡалыр имде.
Йософ әйтте: «Юҡҡа сыҡты шайтан көсө,
Ҡәрҙәштәрем менән осраштырҙы изге,
Бөгөнгө көн Мысыр батшаһымын үҙем,
Шөкөр ҡылып шәһәргә керерҙәр имде.
Килделәр унда Йософтоң уғландары,
Яҡуп һорашты Йософтан уларҙы,
Йософ әйтте: «Барыһы ла ейәндәрең
Зөләйханан тыуғандар»,— тип әйтер имде.
Бәс, Зөләйха Яҡупҡа яҡын килде,
Хәл-әхүәлдәрен бабаһының белде,
Яҡуп нәби Зөләйхаға доға ҡылды,
Аҙаҡ Йософтан Зөләйха һорар имде:
«Рөхсәт итһәң, ҡунаҡларым Исраилды,
Һарайыма саҡырайым ул рәсүлде?»
Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, һин бел инде:
Пәйғәмбәрҙәр ҙур һарайға бармаҫ имде».
Зөләйха бер бәләкәй һарай һалдырҙы,
Төрлө-төрлө тәмле ниғмәттәр алдырҙы,
Яҡупты өндәне — ул килде һәм күрҙе,
«Нисек һуң былай һалдырҙың? — тиер
имде.
Был өйҙө миңә лайыҡ төҙөткәнһең,
Минең күңел теләгәнсә эшләткәнһең,
Ҡәнғандағы өйөбөҙгә оҡшатҡанһың»...
Зөләйха «Йософ бойорҙо» тиер имде.
Яҡупты барыһы түргә саҡырҙылар,
Зөләйха һарайына инеп ултырҙылар,
Төрлө-төрлө ниғмәттәр алдылар,
Яҡуп, уны күргәс, ғәжәпкә ҡалыр имде.
Яҡуп әйтер: «Йөҙ егерме йәшем тулды,
Ғибәҙәттәр ҡылыу бөтә эшем булды,
Ашағаным гел арпа икмәге булды,
Пәйғәмбәрҙәр бындай аштар еймәҫ имде».
* * *
Йософ әйтер: «Раян мине бик ҙурланы,
Зиндандан сығарҙы, мәмләкәтен бирҙе,
Әй бабам, уны барып күрәйек»,— тине.
Яҡуп әйтер: «Һүҙеңдә хата бар һинең имде.
Кис тә бурыслы түгелһең һин Раянға,
Һине бөтә халиҡ сығарҙы ул зиндандан,
Кешеләргә ярҙам килә ул собхандан,
Һин тик бары уға бурыслыһың имде».
Йософтоң һүҙен тыңлап, Яҡуп эйәрҙе,
Раян йөҙөндә тылсымлы нурҙы күрҙе.
«Нисә йәштәһең һуң?»— тип һорауын бирҙе,
Яҡуп әйтте: «Йәшем йөҙ егерме имде».
ҡатын әйтте: «Артыҡ»,—
тине,
Яҡуп сәүче һүҙенә ышанманы,
Ошо мәлдә Яҡуп нәби доға ҡылды...
Күкрәгенә эйәге һалыныр имде.
Мәлик Раян Йософтан йәнә һораны:
«Ҡатындың эйәге ниңә һалынды?»
Йософ әйтер: «Пәйғәмбәргә инанманы,
Шуға ла ул ошо хәлгә төшөр имде».
Унан аҙаҡ Раян Яҡупҡа ялбарҙы:
«Ул меҫкен ҡатын бик оло йәштә ине,
Һүҙен алып, кире һеҙҙең дингә керҙе,
Уға изге доғаларыңды ҡыл имде.
Һинең дәдәң — Ибраһимдыр, хаҡтың дуҫы,
Атаң һинең — Исхаҡ сәүче, дин табибы,
Һеҙ үҙегеҙ ҙә халиҡтың Исраилы,
Һүҙең һинең ялған булмаҫ»,— тиер имде.
Яҡуп сәүче, ҡул күтәреп, доға ҡылды,
Ҡатындың эйәге әүәлгесә булды,
Үҙенең яңылышҡанын ҡатын белде;
«Һине Исхаҡ икәнһең тип торам имде».
Ҡатын Яҡуптың кем икәнен һораны,
Яҡуп бөтә хәлдәрен уға һөйләне.
Халиҡ фарманы менән ҡарсыҡ үлде,
Бөтәһе был хәлгә ғәжәпләнер имде.
Һуңғараҡ Исраил тағы хәбәр бирҙе,
Яҡуп сәүче менән Йософ яҡын килде,
Бойорҙо йыуҙырырға, кәфенлеген һалды...
Үҙ ҡулдары менән ерләнеләр имде.
Яҡуп нәбиҙең вафат булыуы
Яҡуп нәби Мысырҙа тап ҡырҡ йыл торҙо,
Бер көн килеп, Ябраил хәбәр бирҙе,
Исраил хаҡтың сәләмен еткерҙе:
Әмер килгән Мысырҙан китергә имде.
Яҡупҡа китеү ваҡыты мәғлүм булды,
Йософто, саҡыртып алып, иғлан ҡылды,
Йософ, быны ишетеп, ҡайғыға ҡалды,
Яҡуп иһә һаубуллашып китер имде.
Бәс, Яҡуп Йософто оҙаҡ өгөтләне;
«Ҡәңәшемде тот һин,— тип димләне,—
Һин үҙең дә Мысырҙы ташлап кит,— тине,—
Мөъминдәр мәҡәме Мәккә түгел имде».
Яҡуп нәби Ҡәнғанға табан юл алды,
Ғәзиз Йософ илай-илай тороп ҡалды,
Вәзир, хеҙмәтселәренә хәбәр һалды:
«Яҡуп сәүче беҙҙе ташлап китер имде».
Ата-бабалар еренә Яҡуп ҡайтты,
Бик күп түгел, бер көн шул урында ятты,
Бөйөк халиҡ фәрештәләренә ҡушты,
Улар килеп, бер гүр ҡаҙып китер имде.
Яҡуп сәүче инде барыһын аңланы,
Васыят өсөн уландарын йыйып алды,
Уландарының һәммәһен дә барланы,
Донъялыҡта татыулыҡ теләр имде.
Яҡуп нәби сәләм биреп, хәл һорашты,
Фәрештәләр беренә-бере ҡарашты,
«Тәңребеҙ дуҫына әжәл яҡынлашты,
Уның өсөн ҡаҙып йөрөйбөҙ ҙә имде».
Фәрештәләр гүрҙе ҡаҙып әҙерләнеләр,
Еҫле май һибеп, ебәктәр түшәнеләр,
Гүр эсен матур итеп биҙәнеләр,
Яҡуп унда керергә бик теләр имде.
Фәрештәләр әйтер: «Әгәр керер булһаң,
Ысынлап та, был урынды һөйөр булһаң,
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡиссаи Йософ - 8
- Büleklär
- Ҡиссаи Йософ - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3677Unikal süzlärneñ gomumi sanı 216026.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3728Unikal süzlärneñ gomumi sanı 177230.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3804Unikal süzlärneñ gomumi sanı 157531.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3703Unikal süzlärneñ gomumi sanı 173727.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3709Unikal süzlärneñ gomumi sanı 162231.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3661Unikal süzlärneñ gomumi sanı 165930.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3642Unikal süzlärneñ gomumi sanı 174829.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 2270Unikal süzlärneñ gomumi sanı 138229.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.