LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡиссаи Йософ - 6
Süzlärneñ gomumi sanı 3661
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1659
30.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Ҡөҙрәте менән хаҡ уны итте барлы,
Хөкөмө ғәҙел, аҡылы теүәл, үҙе ғәрле,
Дине бөтөн, ғилеме тамам, йөҙө нурлы,
Йөҙөн күргән йәнен фиҙа итер имде.
Зөләйха зәғифләнде, күҙе күрмәҫ,
Ашау-эсеү кейенеүгә күңел һалмаҫ,
Ныҡ ҡартайҙы, Йософ уны күреп белмәҫ,
Ә Йософто ул һис тә онотмаҫ имде.
Йософ йөрөгән юлдарҙан китмәҫ булды,
Бар ғүмерен бағышларға ниәт ҡылды,
Бисара Зөләйхаға бары шул ҡалды,
Ғишыҡлығы уның һаман артыр имде.
Шулай итеп, сираттағы ай тулғанда,
Аты кешнәп, ғәскәр тағы йыйылғанда,
Ғәзиз Йософ сәхрәләргә йыйынғанда,
Зөләйха юлында илап торор имде.
Зөләйханың бындай хәлен Йософ белмәҫ,
Зирәк Йософ Зөләйхаға яҡын килмәҫ,
Илағаны ҡолағына ишетелмәҫ,
Барабан, борғо тауышы ҡаплар имде.
Зөләйха хәсрәт йотоп кирегә китер,
Ҡайғы-хәсрәт уттары бәғерен өтөр;
Илай-илай Йософ эргәһенән үтер,
Шулай ҙа ҡауышыу өмөтөн өҙмәҫ имде.
Зөләйха оҙаҡ көндәр шулай йөрөнө,
Тамам хәлдән тайҙы, башы миңрәүләнде,
Үҙе табынған сәнамға үпкәләне,
Мәнфәғәте юҡ икәнен белде имде:
«Ғәзиз инем — тол ҡалдым, ғәрипләндем,
«Сәнам» тип ялбарыуымды ишетмәнең,
Йософ ғишҡы сәбәбенән михнәтләндем,
Һинән бер ярҙам юҡ һаман, белдем имде.
Мысырҙа бик хөрмәтле ҡатын инем,
Ғәләмдәргә етәкселек ҡыла инем,
Унан һине тәңрем тип белә инем,
Һис ҡасан да рәхмәтең булманы имде.
Ошо Йософ минең ҡолом булыр ине,
Илаһына ғибәҙәттәр ҡылыр ине,
Хоҙайы хеҙмәтенә буйһонор ине,
Хоҙай уға мөлкәт, ғиҙҙәт бирер имде».
Зөләйханың сәнамдан күңеле ҡайтты,
Мөъмин булып, сәнамдан үҙе баш тартты,
Сәнамды һуҡҡылап ваҡ-ваҡ киҫәктәргә
ватты
Киҫәктәрен баҙарҙа ул һатыр имде.
Тағы ла ай тулып, яңыһы тыуҙы,
Йософ йәнә сайранға атын ҡыуҙы,
Зөләйха ҡысҡырып уға тауыш бирҙе:
«Йә, Йософ, миңә бер генә күҙ һал имде».
Халиҡ шул саҡ Зөләйхаға ярҙам итте:
Ниһәйәт, тауышын Йософ та ишетте,
Ишетеп, Йософ атының теҙгенен тартты,
Күҙе күрмәй, Зөләйха баҫып торор имде.
арала Йософ яҡынлашты,
Яҡынлашты, хәл-әхүәлдәрен һорашты,
«Кемһең һин, ни кәрәк һиңә?— тип белеште,
Әйт теүәлләп, хәжәтеңде үтәйем имде».
әйтер: «Эй йыһандар шаһы,
зәғиф, күҙем күрмәй — бел һин асыҡ,
Мысыр батшаһы ефете — Зөләйха ҡарсыҡ,
Бына хәҙер ошо хәлгә төштөм имде.
Иҫеңдәме, һине һатып алған инем,
Бөтә малым һиңә фиҙа ҡылған инем,
ғишҡыңдан мин хайран ҡалған
инем —
бөгөн ни хәлгә төштөм имде!
Ҡулдарымдан китте инде аш-һыу, ниғмәт,
Һис ҡалманы, юҡҡа сыҡты бар мал-мөлкәт,
ләкин кәмемәне ғишҡым-хәсрәт,
Бер туҡтауһыҙ яндыра, арта имде.
итеп инандым мин тәңрегә,
инандым һин — Йософ пәйғәмбәргә,
шиктәрем ҡалманы мөъминдәргә,
Әлхәмделилла, мөъминә булдым имде».
Йософ Зөләйханы күреп, бик йәлләне,
Уның ғишҡы-хәсрәтенә ғәжәпләнде,
Әйткәненә ысынлап ышанманы,
Һынамаҡ өсөн ҡабатлап һорар имде:
«Йә, Зөләйха, ҡайҙа һинең һанһыҙ малың,
Зифа буйың, оҙон сәсең, нескә билең?
Тулған айҙай балҡыр ине матурлығың —
Нисек итеп ошо хәлгә төштөң имде?»
Зөләйха әйтер: »Матурлығымды, малымды
бирҙем,
Һинең өсөн бөтәһен дә фиҙа ҡылдым,
Бәхетемдән, тәхетемдән мин төңөлдөм,
Һинең ғишҡың мине әсир итте имде».
Йософ әйтер: «Әгәр ҙә ысынлап ғашиҡ
булһаң,
Ғашиҡлыҡта тоғролоҡто һаҡлай алһаң,
Ғашиҡлыҡҡа ысынлап дәғүә ҡылһаң,
Был дәғүәңә берәй дәлил кәрәк имде».
Зөләйха әйтер: «Әйҙә, яҡыныраҡ кил,
Рәхим итеп, ҡамсыңды, Йософ, миңә бир,
Ғашиҡ булһам, ул хәҙер һиңә белдерер,
Күрһәтмәһә, был дәғүәм урынһыҙ имде».
Йософ уға ҡамсыһын урап тотторҙо,
Ҡатын ҡамсыға бер өрөп кире бирҙе,
Ҡамсыға ут тоҡанмышын Йософ күрҙе,
Уты Йософтоң ҡулын көйҙөрөр имде.
Ҡамсыны атып ебәрҙе Йософ ситдыҡ,
Зөләйханың ғишҡын белде ул ап-асыҡ,
Тоғролоғон күрҙе, күңелдә ҡалманы шик,
Ғәжәпләнеп, атын кире борор имде.
Зөләйха әйтер: «Йә, Йософ, ышандыңмы,
Ҡамсы ниҙән ҡабыныуын аңланыңмы?
Әллә ҡулың янғанын да тойманыңмы?
Ҡырҡ йыл ул ут мине көйҙөрә имде».
Йософ нәби был ғибрәткә ғәжәпләнде,
Зөләйхаға нәсихәттәр, өгөт бирҙе:
«Һин өмөтлән, көткән вәғәҙә көнө килде,
Михнәт үтте, рәхәт килде, аңла имде».
Шул мәлдә Ябраил тағы осоп килде,
Хаҡ сәләмен Йософҡа ул еткерҙе,
Ә Зөләйха уғыл-ҡыҙҙан өмөт өҙҙө,
Хаҡҡа илап, зар-интизар ҡылыр имде.
Ябраил әйтер: «Мәүлә сәләм ебәрҙе,
Хәҡиҡәт, һиңә ул ебәрҙе мине,
Зөләйхаға никах ҡылып, алһын тине,
Зөләйха — ҡатын, һин — батша булһын
имде».
Ябраилдан Йософ нәби быны белде,
Зөләйха торған урынға кире барҙы,
Быларҙы һөйләп, уны шатландырҙы,
«Йә, Зөләйха, рәхәт-һөйөнөс килер имде».
Быны ишетеп Зөләйха ҡайғыға ҡалды:
«Эй хоҙайым, үҙең беләһең минең хәлде, Матурлығымдан, малымдан күптән яҙҙым,
Үҙем ҡарт, өҫтәүенә ике күҙем күрмәҫ имде.
Мәүләмдән тәҡдиремә әмер булһа,
Күҙҙәремдең нурҙары ла кире килһә,
Матурлығым да Йософҡа лайыҡ булһа,
Мәүләмдән генә ярҙамды көтәм имде».
Шул сәғәт Ябраил ҡабаттан килде,
Ҡанаты менән һыйпаны, доға ҡылды —
Зөләйханың күҙе асылды, йәп-йәш булды,
Йөҙө тулған ай шикелле балҡыр имде.
Йософ нәби шунда оло мәжлес йыйҙы,
Әмер биреп, Зөләйхаға никах ҡылды,
Бәктәр, күп ҡунаҡтар һарайға йыйылды,
Бик күп ҡыуаныс-шатлыҡтар булыр имде.
Унан һуң икеһе генә аулаҡ ҡалды,
Йософ Зөләйханың саф икәнен белде,
Зөләйханың ҡулын тотоп ул һораны:
«Халиҡ нисек минең өсөн һаҡлар имде?»
Зөләйха Йософҡа ыңғай хәбәр бирҙе,
«Халиҡ, ысын, һинең өсөн һаҡлар ине,
Миңә оҡшаш пәрей ҡыҙы килә ине,
Ҡәнзәфәр уны мин тип һөйөр имде».
Йософ әйтер: «Хәтерләйһеңме ул көндө?
Яман эшкә өндәгәйнең бит һин мине.
Алла һаҡлаһын, ҡылған булһаҡ беҙ уны,
Был моратҡа бөгөн етмәҫ инек имде».
Зөләйха әйтер: «Эйе, Йософ, шулай инде,
Битемә бәрмә инде һин ғәйебемде,
Ҡөҙрәте менән һаҡланы хоҙай мине,
Бәләнән һине, мине һаҡланы имде.
Тулған айға оҡшай ине һинең йөҙөң
Һөйләһәң, тыңламаҡҡа татлы һүҙең,
Халиҡ һиңә бүләк иткән матурлығың —
Һине күргәс, кемдең сабыры ҡалыр имде».
Зөләйха әйтер: «Рәхмәт уға, һине бирҙе,
Бар теләгем, моратым да ҡабул булды,
Йөҙөм күрке һәм дәүләтем кире бирҙе,
Рәхмәт-шөкөр ул мәүләгә ҡылам имде».
Унан аҙаҡ хаҡ тәҡдире шулай булды,
Ошо икәүҙең ғүмере бергә уҙҙы,
Ун ике ул мәүләнең бүләге булды,
Олоһона Мөҫәлим тиерҙәр имде.
Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
Ҡәнған илендә ҡаты ҡоролоҡ булды,
Яҡуп сәүче уландарына бойорҙо,
Әйтер: «Беҙгә ҡытлыҡ бик ауыр булды,
Ашлыҡ алырға Мысырға барың имде.
Илебеҙҙә беҙҙең хәйер һис ҡалманы,
Елкәбеҙҙән хәйерле эш һис килмәне,
Ҡытлыҡ беҙҙе аптыратты, хуш килмәне,
Йә, балалар, Мысырға барығыҙ имде!
Мысырҙа һатлыҡ ашлыҡтары бар икән,
Батшаһы — мөъмин, дине лә дөрөҫ икән,
Алтын юҡ, һатыулашығыҙ, йөк-мал менән,
Ул ғәзизгә беҙҙән сәләм әйтегеҙ имде».
Ун ҡәрҙәш тә дөйә менеп юлға сыҡты,
Уныһы ла юлланырға мәжбүр булды,
Ибне Йәмин генә бармай өйҙә ҡалды,
Ҡәнғандан Мысырға ҡарай барыр имде.
Юлда бер каруан менән осраштылар,
Асыл-нәҫел бер-беренән һораштылар,
Исмәғил нәҫеленән икән — белештеләр,
«Исхаҡ нәҫеленәнбеҙ»,— тип әйтерҙәр имде.
Яҡуп сәүче хәлдәрен улар һораны,
«Меҫкен Йософһоҙ ни эшләй Яҡуп? — тине,
Ә Йәһүҙә ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе,
«Яҡуптың хәле насар»,— тиер имде.
Үҙҙәре тегеләрҙән хәбәр һорашты,
Мысырҙан килеүселәр менән һөйләште,
Ашлыҡ хаҡы күпме икәнен белеште,
Хушлашып, Мысырға ҡуҙғалдылар имде.
Хаҡ тәғәлә Ябраилға тағы бойорҙо,
Йософҡа ҡунаҡтар килерен белдерҙе,
Ағалары һаман да юлда ине,
Ун өс көндән генә Мысырға етер имде.
Ғәзиз Йософ Ябраилдан хәбәр алды,
Ҡәрҙәштәре килеүенә бик ҡыуанды,
шөкөр-рәхмәттәр яуҙырҙы,
етеүҙәрен көн-төн көтөр имде.
ҡәрҙәштәре килеп еткәс,
был турала хәбәр иткәс,
йыраҡтан күреп танығас,
Уфтанып, тәхеттән ауып төшөр имде.
Бер аҙҙан Йософтоң иҫе кире ҡайтты,
был ҡыланышҡа хайран ҡалды,
«Йә шаһ, ни хәлдәр, һиңә
ни булды?—
Аҡылың шашып, һуштан яҙып яттың имде».
нәби вәзиренә һорау бирҙе:
«Ҡайҙан килгәндәр улар — беләһеңме? »
әйтте: «Килгәненә биш көн уҙҙы,
улар, йомоштары барҙыр имде».
әйтер: «Ул юлсылар ҡайҙан килгән,
Белешегеҙ, ниндәй йомоштары төшкән?»
әйтер: «Ул меҫкендәр бында килгән,
өсөн Ҡәнғандан килгәндәр имде».
әйтер: «Бер һарайҙы әҙерләп ҡуй,
тултырығыҙ төрлө ниғмәт-һый,
Шул уҡ сәғәт тегеләрҙе килтереп ҡуй,
Уларҙы үҙең хеҙмәтләндер имде».
Вәзир ул юлсыларҙы табып алдырҙы,
Төрлө ниғмәт, тәмле тәғәмдәр ҡуйҙырҙы,
Алдарында аяғүрә баҫып торҙо,
Түбәнселек менән хөрмәт ҡылыр имде.
Тегеләр ошондай һый-хөрмәт ашағас,
Өҫтәүенә, вәзирҙән ҙур хөрмәт күргәс,
Ололоҡлап һәм ҡәҙерләп ҡабул иткәс,
Ағалары ғәжәпкә ҡалырҙар имде.
Аптырашып, үҙ-ара һөйләшә улар:
«Батша беҙҙән бик күп алтын көтә, буғай,
Шуның өсөн дә ул беҙҙе ололоҡлай,
Алтыныбыҙ юҡлығын белмәйҙер имде».
Шәмғун әйтер: «Атабыҙҙы ул беләлер,
Тап уның өсөн беҙгә хөрмәт ҡылалыр,
Яҡуп — рәсүл икәнлегенә инаналыр?—
Шуға күрә беҙҙе ололайҙыр имде».
«Сәбәбе шул,— тип әйтер Йәһүҙә унан,—
Барыбыҙ ҙа фәҡирерәк башҡаларҙан,
Батша беҙҙең хәлебеҙҙе асыҡ күргән,
Шуға ла мәрхәмәтен күрһәтер имде».
Рауил әйтер: «Был шаһ — ғәҙел, һүҙ юҡ
бүтән,
Беҙҙең зәғиф хәлебеҙҙе күҙе күргән,
Мөшкөл хәлебеҙҙе тойоп, ул йәлләгән,
Ғәҙел кеше ғәриптәрҙе һөйөр имде».
Йософ эстән генә һығылып тыңланы,
Ҡәрҙәштәренең барыһын да таныны,
Шәмғун менән Йәһүҙәне айырманы,
Ябраил ғына килеп асыҡлар имде.
Унан Йософ бойорҙо Мөҫәлименә,
«Һыу килтереп ҡой минең һауытыма,
Илтерһең шунан теге меҫкендәргә,
Бөтәһенә аяҡсы булырһың имде.
Һыу эсереп, һәммәһенә лә хеҙмәт ит,
Аманат: ағаларға күрһәт хөрмәт,
Ҡайҙан, ниңә килгәндәрен бел, әйт,
Кемлегеңде һораһалар, өндәшмә имде».
Мөҫәлим һауыттарға һыу тултырҙы,
Ҡунаҡтарҙы ҡарарға әҙер торҙо,
Алдарында аяғүрә баҫып торҙо,
Ҡулдарына туҫтаҡтар тотторҙо имде.
Һәр береһе һыу теләһә, ҡойоп бирҙе,
Хөрмәтләүҙе үҙе өсөн ҙур дәрәжә күрҙе,
Хөрмәт итеп эсһәләр, тағы тултырып ҡуйҙы,
Ошолай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтер имде.
«Аҡылы камил, теле йомшаҡ, мөрәүәтле,
Күңеле йомшаҡ, йөҙө яҡты, үҙе күркле,
Әйткәне — раҫ, һүҙе тапҡыр, теле татлы,
Был Йософҡа оҡшаған»,— тиҙәр имде.
Һорашалар: «Эй егет, йөҙөң бик нурлы,
Матурлығың хуш, мөрәүәтле, үҙең ғәрле,
Беҙгә яҡшылыҡ күрһәтәһең күп төрлө,
Кем һин, кемдең улы һин?» — тиерҙәр имде.
Мөҫәлимдең уларға яуабы әҙер:
«Әйткәнегеҙ ғибранисә нисек булыр?
Мине һеҙгә хеҙмәт итергә ҡуйҙылар,
Ни һөйләйһегеҙ һуң?— тип яуаплар имде.—
Мысыр шаһы һеҙҙе бигерәк тә һөйә,
Йөҙөгөҙҙө күрмәһә, хәсрәтләнә,
Һеҙҙең менән танышыуға өмөтләнә,
Мине һеҙгә хеҙмәткә бирҙе имде.
Һеҙгә һәр ваҡыт хеҙмәт итәсәкмен,
Киткәнсе эргәгеҙҙә буласаҡмын,
Үҙемде лә дәрәжәле тоясаҡмын,
Һеҙҙе күреү миңә рәхәт була имде».
Улар күрҙе Мысыр шаһы яҡшылығын,
Ҡәҙерләп, хөрмәт итеп яратҡанын,
Һәр беренә бер икмәк биргәнлеген —
Күмәкләшеп ғәжәпкә ҡалырҙар имде.
«Был батша бигерәк йомарт, тиештеләр,
Аш-Һыуға мул икән, тип һөйләштеләр,
Ашлыҡтың хаҡы күпме?» — тип
һораштылар,
«Бер йөк ашлыҡ мең ике йөҙ алтын имде».
Унан Йософ биҙәттерҙе һарай-тәхетен,
Бөтәһен йыйыштыртты, килтереп шартын,
Ҡол-ҡарауашына ҡушты, әйтеп ваҡытын,
«Ҡәнғандар килһен!»—тип бойорор имде.
Ул арала өс көн үтеп киткән ине,
Тегеләр Мөҫәлимгә өйрәнгән ине.
Барыһына аҡ атлас тундар биргәйне,
Дүртенсе көн һарайға барырҙар имде.
Һарай эсенә барып инеүҙәре менән,
Йософтоң ғәйрәтен күреүҙәре менән,
Солтанатын, көсөн белеүҙәре менән,
Уныһы ла, баш ороп, сәждә ҡылыр имде.
Йософ әйтер: «Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы,
Ултырығыҙ һәм йыйығыҙ аҡылығыҙҙы,
Һөйләп ебәрегеҙ миңә хәлегеҙҙе,
Ни хәжәт менән килдегеҙ, әйтең имде».
Шунан тегеләр сәждәнән баш ҡалҡытты,
Һәммәһе күҙен асты, аҡылын йыйҙы,
Уныһы ла ҡалҡынып үрә торҙо,
Тәхет эргәһендә ҡурҡынып торор имде.
Йософ шунда ағаларын таныны,
Һәр береһенә берәм-берәм ҡараны,
Пәрҙә аҫтында һиҙҙермәйсә иланы,
Ә улар Йософто һис белмәҫтәр имде.
Йософ бойорҙо — ун һандыҡ килтерҙеләр,
Рөхсәт бирҙе, ун ҡәрҙәше ултырҙылар,
Ҡурҡыу, борсолоу, билдәһеҙлек кисерҙеләр,
«Ниндәй аяныс, үкенес»,— тиҙәр имде.
Йософ һорар быларҙан: «Һеҙ кемдәрһегеҙ?
Ҡайһы илдән килдегеҙ, ни теләйһегеҙ?
Ысынлап та, бер туған ҡәрҙәштәрһегеҙ?
Атағыҙ кем һуң һеҙҙең?» — тип һорар имде.
Улар әйтер: «Беҙ Ҡәнғандан килгәнбеҙ,
Дәрәжәле Исхаҡ сәүче — беҙҙең бабабыҙ,
Хәҡиҡәт: ун ике бер туғандарбыҙ,
Атабыҙҙы Яҡуп нәби тиҙәр имде.
Берәүебеҙ өйҙә ҡалды, килә алманы,
Иң бәләкәйебеҙҙе бүре ашаны,
Атабыҙ уны бигерәк һөйә ине,
Шул хәсрәттән ике күҙе күрмәҫ имде».
Йософ әйтер: «Ололар, ни һөйләйһегеҙ,
Һеҙ әйтәгеҙ — атабыҙ нәби, тиһегеҙ,
Кесебеҙҙе артығыраҡ һөйә тиһегеҙ,
Пәйғәмбәргә улай эшләү яҙыҡ имде».
Улар әйтер: «Эйе, ғәзиз, ишет беҙҙән,
Күрһәң ине кесебеҙҙе бер күҙ менән,
Һин дә уны һөйөр инең бар күңелдән —
Күргәнең булмағас, аңламаҫһың имде.
Беҙ ҙә уны шундай итеп һөйөр инек,
Әҙ генә күрмәһәк тә һағыныр инек,
Бер ялған төш күргән, аҙаҡ шуны белдек,
Атабыҙ изгегә юрай икән имде».
Йософ әйтер: «Ниндәйерәк төш күргән һуң,
Атағыҙ ул төштө нисек юраған һуң?»
Улар әйтер: «Атабыҙ, тыңлағандан һуң,
Мысыр батшаһы булаһың, тигән имде.
Ул төшөн беҙгә һуңынан һөйләмәне,
Уның төшөн атабыҙ ғына юраны,
«Мысыр батшаһы булыр» тип ололаны,
Шуға ла уны беҙ өнәмәнек имде».
Йософ әйтер: «Ул төш улай булмағанмы,
Шулай юрау әллә тура килмәгәнме,
Энегеҙ Мысыр батшаһы булмағанмы,
Хәлдәрен уның беләһегеҙме имде?»
Улар әйтер: «Ғәзиз, ул уғлан ҡайҙа булһын?
Хәҡиҡәт, яуыз бүре ашаны бит үҙен,
Ожмахталыр инде күптән йәне уның,
Был донъянан мәңгелеккә үтте имде.
Бына инде, ғәзиз, хәлебеҙҙе белдең,
Атайыбыҙ һиңә ебәрҙе күп сәләм,
Тамам йонсотто ҡоролоҡ, шундай бөлдөк,
Һеҙҙән ашлыҡ һорарға килдек имде.
Мохтаж булып торабыҙ беҙ алдығыҙҙа,
Күп түгелдер алып килгән малыбыҙ ҙа,
Ярҙам, изгелек көтәбеҙ барыбыҙ ҙа,—
Яҡшылығың бөтә ғәләмгә мәшһүр имде».
Йософ әйтер: «Һүҙҙәрегеҙ ҡабул булһын,
Арағыҙҙан берәйегеҙ ҡалып торһон,
Икенсе мәртәбә килергә сәбәп булһын,—
Ибне Йәмин һеҙҙең менән килһен имде.
Әгәр һеҙҙең тарафтан тоғролоҡ булһа,
Ибне Йәмин һеҙҙең менән килер булһа,
Атағыҙ юл ебәрергә риза булһа,
Хәҙер бушлай ашлыҡ тейәтәмен имде.
Ашлыҡ бирәм, төрлө-төрлө ниғмәт бирәм,
Бөтәгеҙгә лә аҫыл кейем кейҙертәм,
Башҡа төрлө бүләктәр ҙә һеҙгә бирәм,
Атағыҙға ла бүләк ебәрәм имде».
Ун ҡәрҙәше был тәҡдимде ҡабул ҡылды,
Шәмғун Мысырҙа ҡалырға риза булды,
Йософ йөк тейәтергә бойорҙо,
Әйберҙәрҙе йөк эсенә ҡуйыр имде.
Бәс, уларҙы күндерҙе Йософ ситдыҡ,
Яҡшылап эшләп тейәтте тағы ризыҡ,
«Атағыҙга минән сәләм еткерегеҙ күп,
Ә үҙегеҙ кире килерһегеҙ имде.
Хәҡиҡәт, мин барығыҙҙы ла һөйәмен,
Икенсе ҡат күрергә бик теләймен,
Әйләнеп килеүегеҙҙе мин көтәмен,
Һеҙҙе шулай һөйәмен»,— тиер имде.
Улар Мысырҙан сығып барғанда ла,
Ял итергә туҡтаған урында ла,
Кемдер берәү юлдарында осраһа ла,
Уларҙы ҙурлап, ололап торорҙар имде.
Улар әйтер: «Был ерҙән гел үтер инек,
Ошо урында туҡтап ял итер инек,
Ҡәҙер-хөрмәтте һис тә күрмәй инек,
Берәй хикмәт барҙыр бында»,— тиҙәр имде.
Улар ашығып Мысырҙан ҡайтыр ине,
Йософ еҫе уларға эйәрә килде,
Арттарынан иблес-мәлғүн ҡыуа ине:
Йософ еҫен бөтөрөргә уйлай имде.
* * *
Уландары Ҡәнғанға ҡайтып та керҙе,
Күреү менән Яҡуп сәүче һушын юйҙы,
Йәш аралаш ҡапыл ғына көлөп ҡуйҙы,
Унан тағы иҫтән яҙып ятыр имде.
Уландары Яҡуп менән күрештеләр,
Көлөүенең сәбәбен дә һораштылар,
« Әйтсе, баба, ниңә көлдөң?— тиештеләр,
Ниңә иҫһеҙ булып яттың?»— тиҙәр имде.
Яҡуп әйтер: «Һүҙегеҙҙе мин төшөндөм,
Шул сәбәптән шатландым да көлдөм,
Арағыҙҙа берәү юҡ икәнен белдем,
Шуға тағы һушымды юғалттым имде.
Мысыр хужаһы нисек һуң ашлыҡ бирҙе,
Белдегеҙме, ҡайһы динде тотор үҙе?»
Улар баҫып Яҡупҡа яуап бирҙе:
«Ул һеҙгә ҙур изгелек күрһәтте имде.
Асыҡланыҡ — уның дине саф мосолман,
Беҙҙе ул ныҡ ҙурланы, ҡәҙерләне һаман, Ҡыҙыҡһындырҙы батшаны Ибне йәмин,
Шәмғун унда ҡалды инде»,— тиҙәр имде.
Ишеткәс тә Яҡуп ҡысҡырып ебәрҙе:
«Нишләп ҡалдырҙығыҙ һуң унда
Шәмғунды?
Ниңә ебәрәйем мин Ибне Йәминде?
Бер алданып, Йософһоҙ ҡалдым бит имде!»
Уғландары Яҡупҡа яуап бирҙе:
«Ул ғәзиз тағы бик ныҡ һорашты һеҙҙе,
Һинең өсөн бик иланы, янып-көйҙө,
Күп итеп сәләм ебәрҙе имде».
Аҙаҡ Яҡуп был тәҡдимгә риза булды,
Улдарының барыһынан ант бирҙерҙе,
Ахыр Ибне Йәминде ебәрергә булды,
Һәр береһе ышандырып һүҙен бирҙе.
Астылар улар аҙаҡ тоҡтарын,
Ҡутарҙылар ҙа тейәлгән йөктәрен,
Ышандырҙылар күмәкләп аталарын,
«Үҙебеҙҙең байлығыбыҙ!» — тиҙәр имде.
Яҡуп нәби уларға рөхсәт бирҙе,
Ибне Йәминде ҡулдарына тапшырҙы,
Ун ҡәрҙәш хушлашып юлға ҡуҙғалды,
Батша хеҙмәтенә тип барырҙар имде.
Яҡуп әйтер: «Унда барып етеүегеҙ менән,
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ яман телдән, күҙҙән,
Бөтәгеҙ ҙә бер ҡапҡанан йөрөмәгеҙ,
Икешәрләп кенә үтерһегеҙ имде».
Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
Уғландары Мысырға килеп тә етте,
Икешәр-икешәре ҡапҡанан үтте,
Ибне Йәмингә инергә сират етте,
Бер үҙе ни эшләргә лә белмәҫ имде.
Шам ҡапҡаһынан бер үҙе килеп керҙе,
Олоһонан-кесеһенән юл һораны,
Һис бер кем уның телен дә аңламаны,
Хайран булып, шунда илап торор имде.
Шунда килеп етте хаҡ илсеһе Ябраил,
Килтерҙе Йософҡа тағы хаҡ сәләмен.
Әйтте: «Килде бит ҡәрҙәшең Ибне Йәмин,
Ҡыуанысты белдерергә килдем имде.
Йә, Йософ, тор имде, ҡаршыларға йыйын,
Иңдәреңә һал иң матур атлас кейем,
Һиҙҙермәйсә бер кемгә, дөйәгә мен,
Ҡәрҙәшеңде күрергә ҡабалан имде.
Ул Шам ҡапҡаһы эргәһендә торалыр,
Кемде күрһә лә өндәшә, ялбаралыр,
Бер кем белмәҫ ғәрәпсә, яуап бирәләр,
Бер яңғыҙы аптырап, илар имде».
Йософ нәби күрһәтелгән ергә китте,
Шамдан ингән ҡапҡа эргәһенә етте.
Ибне Йәмин белмәне ул икәнлекте,
Йософ, йөҙөн ҡаплап, һорау бирер имде.
Йософ әйтер: «Йә, ғәзизем, ни һорарһың,
Ҡайһы илдән килгәнһең, ҡайҙа бараһың?
Ниңә илап тораһың һуң, ни теләйһең?
Хәлдәреңде миңә һөйләп ебәр имде».
Һөйләп бирҙе: «Мин Ҡәнғандан килгән инем,
Мысыр шаһы хеҙмәтенә бара инем,
Шәһәргә ингәс, юлды белмәй тора инем,
Атам «Ибне Йәмин» тип йөрөтөр имде.
Ун ҡәрҙәш килеп еттек был ҡапҡаға,
Икешәр-икешәр инделәр һәр ҡапҡаға,
Иш етмәйенсә ҡалдым яңғыҙ ҡапҡала,
Ҡайғыларҙан шулай илап торам имде.
Тағы ла минең ҡарындашым бар ине,
Бер әсәнән тыуған инек уның менән,
Уны уйлап та ағалыр йәш күҙемдән,
Ни эшләргә белмәйенсә торам имде».
Әйтер: «Кем һуң үҙең шундай мөрәүәтле,
Бөтөргәндәй булдың күңелдән хәсрәтте,
хуш һүҙҙәр һөйләнең татлы,
Был телде нисек өйрәндең?» — тиер имде.
Йософ әйтер: «Мин Ҡәнғанда торған инем,
Бер ваҡытта шул ерҙәрҙе күргән инем,
Бәләкәй саҡта унда мин торған инем,
Ошо телде шул ваҡытта өйрәндем имде».
Ибне Йәмин: «Эй изгелекле йән,— тине,
Хәсрәт уттарына төштөм инде,— тине,
Йөҙөңдө күрергә теләгем бар,— тине,
Япмаң асып, йөҙөңдө бер күрһәт имде».
Йософ әйтте: «Был эште ҡыла алмайым,
Йөҙөмдән пәрҙәне ала алмайым,
Теләгеңде һис кенә үтәй алмайым,
Сабыр итеп торғол бер аҙ ваҡыт имде».
Унан Йософ уға өгөт-кәңәш бирҙе,
Үҙе ҡулы менән беләҙек тотторҙо,
Ул беләҙек саф ҡыҙыл алтын ине,
Ҡырҡ мең Мысыр аҡсаһына торор имде».
Быялалыр, тип уйланы Ибне Йәмин,
Ни эшләтергә белмәйенсә беләҙеген,
Йософ әйтте: «Кей беләгеңә бүләгем».
Үҙе эстән генә көлөп торор имде.
Ибне Йәмингә Йософ юл күрһәтте,
Икеһе бергә шәһәр яғына китте,
Ибне Йәмин ҡәрҙәштәрен ҡыуып етте,
Күмәкләшеп һарайға баралар имде.
Йософ әйтте: «Инде миңә рөхсәт ҡылғыл,
Ҡәрҙәштәрең эргәһенә барып торғол,
Уларҙан айырылмайса һарайға килгел,
Ҡайғырма, күңелең хуш булыр имде».
Ибне Йәминдең айырылғыһы һис килмәҫ,
Тегеләр янына барырға теләмәҫ,
Әйтер ки: «Айырылырға көсөм етмәҫ,
Һинең янда булыу миңә рәхәт имде».
Ҡайғыһынан күҙҙәренә йәштәр тулды,
Әйтер: «Һүҙҙәрең күңелемә татлы булды,
Бар булмышым менән һиңә әсир булдым,
Һинән башҡа бер кем кәрәк түгел имде.
Һинән башҡа бер кемде лә күҙем күрмәҫ,
Һинән башҡа күңелем һис тә тынғы белмәҫ,
Бер һүҙем бар, тик һорарға телем бармаҫ...
Төҫ-һының нәҡ Йософҡа оҡшар имде».
Йософ әйтер: «Мин үҙем дә ҡолмон,— тиер,
Мәүләм бар, уның хөкөмөн тотам,— тиер,
Аллам әмерен һындырырға ҡурҡам,— тиер,
Бойорғанын үтәргә кәрәк имде.
Бар, ҡәрҙәштәрең менән бергә-бергә бул,
Күңелеңде ас, хәсрәттәрҙән арынғыл,
Рәнйеү-ҡайғыларҙы ситкә ҡуй, шат бул,
Күңел йәрәхәте дауаһы булам имде».
Ибне Йәмин ҡәрҙәштәре янына килде,
Килеү менән күрешергә ҡулын бирҙе,
Ибне Йәмин шат икәнен улар күрҙе,
«Ниңә шатланаһың?— тип һорарҙар имде.—
Бер ваҡытта һинең шат булғаның юҡ,
Йософто ҡорт ашағандан һуң, көлгәнең юҡ,
Тешеңде күрһәтеп, бер йылмайғаның юҡ,
Бөгөн шатланаһың»,— тип әйтерҙәр имде.
Ибне Йәмин уларға тиҙ яуап бирҙе:
«Һеҙҙән мин бит айырылып ҡалған инем,
Шул ваҡытта бер дөйәле кеше килде,
Минең менән ғәрәпсә һөйләште имде.
Пәрҙә менән ҡапланғайны уның йөҙө,
Юлсыларға дуҫ та икән, мөрәүәтле,
Теле йомшаҡ, һүҙҙәре күңелгә ятышлы,
Уны тыңлау — йән рәхәте,— тиер имде.—
Һеҙҙең эргәгеҙгә тиклем ул килтерҙе,
Бер беләҙек бүләк итеп миңә бирҙе,
Уны күреп, күңелемә шатлыҡ тулды,
Ҡайғы-хәсрәттәрем онотолдо имде».
Йәһүҙә әйтер: «Ҡайҙа, беҙ ҙә күрәйек,
Беләҙеге ниндәй икән, беҙ беләйек,
Ҡәҙерен белеп, һинең өсөн һаҡлайыҡ»,—
Беләҙекте Йәһүҙәгә бирер имде.
Йәһүҙә алды, ҡараны, быяла, тине,
Беләгенә кейеп ҡараны, һыйманы,
Рауил Йәһүҙәнән һорап алалманы,
Ибне Йәмингә әйләнеп ҡайтыр имде.
Ибне Йәмин беләҙекте кире һондо,
Рауил ҡулына ҡат-ҡат кейеп ҡараны,
Бына ғәжәп: уға ла яраманы,
Кире Ибне Йәмин ҡулына кейелер имде.
Ҡәрҙәштәре берәм-берәм алып тотто,
Ҡайһылары кейеп ҡарарға маташты,
Һис береһенең ҡулына ла һыйманы,
Ибне Йәмингә генә ул таман имде.
* * *
Йософ бойорҙо: «Төҙөүселәр хәҙер килһен,
Бер ғәжәп күркәм бейек һарай төҙөһөн,
Һарайҙың оҙонлоғо ҡырҡ аршын булһын,
Бейеклеге лә ҡырҡ аршын булһын имде.
Яҡуп нәбиҙең һүрәтен төшөрһөндәр,
Эргәһенә улдарын эшләһендәр,
Йософҡа ни ҡылғандарын күрһәтһендәр,
Барыһын да яҙып ҡуйһындар имде.
Алдатып атаһынан айырыуҙарын,
Сисендереп ҡойоға һалдырыуҙарын,
Хәҡиҡәт, үлтерергә йыйыныуҙарын —
Береһен ҡалдырмай төшөрһөндөр имде.
Ҡойонан сығарғас тағы килеүҙәрен,
«Ҡолобоҙ ул»,—тип алдашып әйтеүҙәрен,
Һатҡанда ла аҙ баһаға биреүҙәрен...
«Өс ғәйебе бар» тип тә яҙылһын имде».
Шунан Йософ нәби бик ҙур мәжлес йыйҙы,
Һарайына төрлө ниғмәттәр алдырҙы,
Ҡунаҡтарына төрлө аш-һыу ҡуйҙырҙы,
Ағаларын да ҡунаҡҡа әйтер имде.
Ҡәрҙәштәре һарайға килеп тә инде,
Иң тәүҙә яҙыуҙарҙы Рауил күрҙе,
Шыпырт ҡына бер-беренә мәғлүм ҡылды,
«Беҙҙең боҙоҡ эшебеҙ бит!—тиҙәр имде.—
Атабыҙҙан Йософто алыуыбыҙ ҙа,
Атабыҙҙы ҡайғыларға һалыуыбыҙ ҙа,
Күпме яфа Йософҡа ҡылыуыбыҙ ҙа
Батша һарайына төшөрөлгән имде».
Ун ҡәрҙәше лә ул яҙыуҙарҙы күрҙе,
Үҙҙәренең боҙоҡлоғона хайран ҡалды,
Гонаһ эштәренә ысынлап үкенде,
Ашау-эсеүҙәр ҡайғыһы китер имде.
Алдарына ҡуйылһа ла төрлө ниғмәт,
Йөҙҙәрендә үк сағылды ҡайғы-михнәт,
Барыһын солғап алды ҡаты хәсрәт,
Ауыҙҙарына ризыҡ та ҡапмаҫ имде.
Йософ тәржемәсене алдыртты;
«Һорасы, ниңә тәмләмәйҙәр ризыҡты,
Инеү менән илаштылар ни сәбәптән?»
Тәржемәсе уларҙан һорар имде.
Улар баҫып, тәржемәсегә яуап бирҙе:
«Беҙҙең бер ҡәрҙәшебеҙ булыр ине,
Уның йөҙө тап рәсемдәгесә ине,
Бүре ашаны элек,— тиерҙәр имде.—
Уны күргәс, хәсрәтебеҙ яңынан ҡуҙҙы,
Ашау-эсеү ҡайғыһы ла онотолдо».
Башҡа һарай әҙерләргә бойоролдо,
Ҡәрҙәштәрен шунда күсергә өндәр имде.
Ун бер ҡәрҙәш һарайына килеп керҙе,
Унда ла һәр төрлө ниғмәт ҡуйҙырҙы,
Ун ағаһы, ултырып, ашап-ейҙе,
Ибне Йәмин генә илап торор имде.
Йософ әйтер: «Ниңә һинең йәшле күҙең,
Бәғерең тулышҡан, ҡайғылыһың үҙең?
Ни ҡайғың бар, яныңда бит ун ҡәрҙәшең,
Ниңә илайһың, хәсрәтең ни?» — тип һорар
имде.
Ибне Йәмин әйтер: «Кире барыр инем,
Рөхсәт итһәң, һарайыңа инер инем,
Тағы ла бер ҡат һүрәтте ҡарар инем,
Ул рәсем Йософома оҡшар имде».
Йософ Ибне Йәмингә рөхсәт бирҙе,
Ибне Йәмин тәүге һарайға йәнә керҙе,
Ул һүрәтте ҡараны, асығын белде,
Һаман текләп, иларға тотонор имде.
Мөҫәлимгә Йософ әйтер: «Йә, улым, бар,
Ағайыңды бер аҙ һарайҙа көтөп тор,
Һорау бирһә, хәлдәреңде асыҡлап бир,
Ул меҫкенгә үҙеңде таныт имде».
Мөҫәлим һарайға кире әйләнеп ҡайтты,
Ҡул ҡаушырып, ҡаршыһына барып баҫты,
Ибне Йәмин шунда Мөҫәлимде осратты,
Илай-илай әхүәлдәрен һорар имде.
«Күренһәң, ҡайғыларҙы оноттораһың,
Матурлыҡ менән беҙҙе йыуандыраһың,
Йософома бигерәк тә оҡшап тораһың,
Кем һин? Кемдең улы һин?»—тип һорар
имде.
Мөҫәлим шунда әйтер: «Хәҙер әйтәм.
Эйе, ағам, ишет инде минән дөрөҫтө,
Минең атам — Мысыр шаһы Йософ тоғро,
Мысыр халҡы бөтәһе уға ҡол имде.
Атаһы Яҡуп нәби — Изге Исраил.
Бер ваҡыт уға килгән, имеш, Ябраил,
Пәйғәмбәрлек килтерҙе уға мәүләнән,
Рисаләт, ҡирәмәт бүләк итер имде».
Ибне Йәмин быны ишетеп шаҡ ҡатты,
Һушынан яҙып, аҡылын юйып ятты,
Ибне Йәмин дә аптыраны, йыуатты,
«Нимә булды һиңә?»—тип һорар имде.
Ибне Йәмин Мөҫәлимгә яуап бирҙе:
«Минең дә бер ҡарындашым булыр ине,
Уның исеме лә оҡшаш — Йософ ине,
Шуны иҫләгәс тә һушым китте имде».
Мөҫәлим әйтер: «Йә, ағам, инде тыңла,
Серемде асамын — үҙең бел дә һаҡла,
Йософтоң улы мин, инде шуны аңла,
Һин әйткән ҡәрендәшеңдең улымын мин.
Дөйә менеп, ул һинең яныңа килгән,
Шам ҡапҡаһы төбөндә һине күргән,
Ағаларыңа алып барып ҡауыштырған,
Ҡыҙыл алтын беләҙек тә биргән имде».
Ибне Йәмин шунда бөтәһен аңлаған,
Аҡылы шашып, иҫһеҙ булып ергә ауған.
Аңға килгәс, шатлығының сиге булманы,
«Хәсрәтемә ҡауыштым»,— тиер имде.
Мөҫәлим икенсе һарайға килде,
Ни булғанын атаһына һөйләп бирҙе,
Йософ уның һүҙҙәрен урынлы күрҙе,
«Мин дә хәсрәтемә ҡауыштым бит имде».
Йософ та аулаҡ һарайға кире барҙы,
Яҡты йөҙөнән пәрҙәһен тартып алды,
Шул ваҡытта Ибне Йәмин уны күрҙе,
Оҙаҡ ҡына иҫтән яҙып ауыр имде.
Ибне Йәмин, ниһәйәт, иҫенә килде,
Икәүләшеп бер-беренә ҡулын бирҙе,
Шулай улар табышты-ҡауышты имде,
Фәрештәләр түгелеп илайҙар имде.
Унан һуң ултырҙылар улар аулаҡлап,
Хоҙайына уҡынылар шөкөр-рәхмәт,
Һөйләштеләр, түктеләр ҡайғы-хәсрәт,
Илай-илай Йософ һорау бирер имде.
Атаһының башта һорашты хәл-әхүәлен,
Ибне Йәмин дә көттөрмәне яуабын,
«Һуҡырайҙы илап — беләһең сәбәбен,
Хәсрәт йортонан бер генә сыҡмаҫ имде.
«Йософ тиһәң, күҙҙәренән ҡандар тама,
Айырылыу ғазабынан бәғере яна,
Күрешеүгә өмөт тотоп хыяллана,
Ҡауышыуға һис өмөтөн өҙмәҫ имде.
Иҫеңдәлер, бар ине ҡәрендәшең Динә,
Һис яңы кейем кейгәне юҡ иңенә,
Һине һорар юлдан ҡайтҡан бер кешенән,
Һин юғалғандан һуң көлгәне юҡ имде».
Йософ әйтер: «Хәҙер бар инде һарайға,
Бергә йөрө, барып ҡушыл ағаларға,
Эштәрендә ярҙам итерһең уларға»,
Ибне Йәмин ҡурҡыр, кире бармаҫ имде.
Әйтер: «Һине аңғармаҫтан мин юғалттым,
Етмеш йыл ғазабымдан хәсрәт сиктем,
Һинән башҡа күпме ғүмер, ваҡыт үтте,—
Айырылыу утынан бәғерем көйөр имде».
Хөкөмө ғәҙел, аҡылы теүәл, үҙе ғәрле,
Дине бөтөн, ғилеме тамам, йөҙө нурлы,
Йөҙөн күргән йәнен фиҙа итер имде.
Зөләйха зәғифләнде, күҙе күрмәҫ,
Ашау-эсеү кейенеүгә күңел һалмаҫ,
Ныҡ ҡартайҙы, Йософ уны күреп белмәҫ,
Ә Йософто ул һис тә онотмаҫ имде.
Йософ йөрөгән юлдарҙан китмәҫ булды,
Бар ғүмерен бағышларға ниәт ҡылды,
Бисара Зөләйхаға бары шул ҡалды,
Ғишыҡлығы уның һаман артыр имде.
Шулай итеп, сираттағы ай тулғанда,
Аты кешнәп, ғәскәр тағы йыйылғанда,
Ғәзиз Йософ сәхрәләргә йыйынғанда,
Зөләйха юлында илап торор имде.
Зөләйханың бындай хәлен Йософ белмәҫ,
Зирәк Йософ Зөләйхаға яҡын килмәҫ,
Илағаны ҡолағына ишетелмәҫ,
Барабан, борғо тауышы ҡаплар имде.
Зөләйха хәсрәт йотоп кирегә китер,
Ҡайғы-хәсрәт уттары бәғерен өтөр;
Илай-илай Йософ эргәһенән үтер,
Шулай ҙа ҡауышыу өмөтөн өҙмәҫ имде.
Зөләйха оҙаҡ көндәр шулай йөрөнө,
Тамам хәлдән тайҙы, башы миңрәүләнде,
Үҙе табынған сәнамға үпкәләне,
Мәнфәғәте юҡ икәнен белде имде:
«Ғәзиз инем — тол ҡалдым, ғәрипләндем,
«Сәнам» тип ялбарыуымды ишетмәнең,
Йософ ғишҡы сәбәбенән михнәтләндем,
Һинән бер ярҙам юҡ һаман, белдем имде.
Мысырҙа бик хөрмәтле ҡатын инем,
Ғәләмдәргә етәкселек ҡыла инем,
Унан һине тәңрем тип белә инем,
Һис ҡасан да рәхмәтең булманы имде.
Ошо Йософ минең ҡолом булыр ине,
Илаһына ғибәҙәттәр ҡылыр ине,
Хоҙайы хеҙмәтенә буйһонор ине,
Хоҙай уға мөлкәт, ғиҙҙәт бирер имде».
Зөләйханың сәнамдан күңеле ҡайтты,
Мөъмин булып, сәнамдан үҙе баш тартты,
Сәнамды һуҡҡылап ваҡ-ваҡ киҫәктәргә
ватты
Киҫәктәрен баҙарҙа ул һатыр имде.
Тағы ла ай тулып, яңыһы тыуҙы,
Йософ йәнә сайранға атын ҡыуҙы,
Зөләйха ҡысҡырып уға тауыш бирҙе:
«Йә, Йософ, миңә бер генә күҙ һал имде».
Халиҡ шул саҡ Зөләйхаға ярҙам итте:
Ниһәйәт, тауышын Йософ та ишетте,
Ишетеп, Йософ атының теҙгенен тартты,
Күҙе күрмәй, Зөләйха баҫып торор имде.
арала Йософ яҡынлашты,
Яҡынлашты, хәл-әхүәлдәрен һорашты,
«Кемһең һин, ни кәрәк һиңә?— тип белеште,
Әйт теүәлләп, хәжәтеңде үтәйем имде».
әйтер: «Эй йыһандар шаһы,
зәғиф, күҙем күрмәй — бел һин асыҡ,
Мысыр батшаһы ефете — Зөләйха ҡарсыҡ,
Бына хәҙер ошо хәлгә төштөм имде.
Иҫеңдәме, һине һатып алған инем,
Бөтә малым һиңә фиҙа ҡылған инем,
ғишҡыңдан мин хайран ҡалған
инем —
бөгөн ни хәлгә төштөм имде!
Ҡулдарымдан китте инде аш-һыу, ниғмәт,
Һис ҡалманы, юҡҡа сыҡты бар мал-мөлкәт,
ләкин кәмемәне ғишҡым-хәсрәт,
Бер туҡтауһыҙ яндыра, арта имде.
итеп инандым мин тәңрегә,
инандым һин — Йософ пәйғәмбәргә,
шиктәрем ҡалманы мөъминдәргә,
Әлхәмделилла, мөъминә булдым имде».
Йософ Зөләйханы күреп, бик йәлләне,
Уның ғишҡы-хәсрәтенә ғәжәпләнде,
Әйткәненә ысынлап ышанманы,
Һынамаҡ өсөн ҡабатлап һорар имде:
«Йә, Зөләйха, ҡайҙа һинең һанһыҙ малың,
Зифа буйың, оҙон сәсең, нескә билең?
Тулған айҙай балҡыр ине матурлығың —
Нисек итеп ошо хәлгә төштөң имде?»
Зөләйха әйтер: »Матурлығымды, малымды
бирҙем,
Һинең өсөн бөтәһен дә фиҙа ҡылдым,
Бәхетемдән, тәхетемдән мин төңөлдөм,
Һинең ғишҡың мине әсир итте имде».
Йософ әйтер: «Әгәр ҙә ысынлап ғашиҡ
булһаң,
Ғашиҡлыҡта тоғролоҡто һаҡлай алһаң,
Ғашиҡлыҡҡа ысынлап дәғүә ҡылһаң,
Был дәғүәңә берәй дәлил кәрәк имде».
Зөләйха әйтер: «Әйҙә, яҡыныраҡ кил,
Рәхим итеп, ҡамсыңды, Йософ, миңә бир,
Ғашиҡ булһам, ул хәҙер һиңә белдерер,
Күрһәтмәһә, был дәғүәм урынһыҙ имде».
Йософ уға ҡамсыһын урап тотторҙо,
Ҡатын ҡамсыға бер өрөп кире бирҙе,
Ҡамсыға ут тоҡанмышын Йософ күрҙе,
Уты Йософтоң ҡулын көйҙөрөр имде.
Ҡамсыны атып ебәрҙе Йософ ситдыҡ,
Зөләйханың ғишҡын белде ул ап-асыҡ,
Тоғролоғон күрҙе, күңелдә ҡалманы шик,
Ғәжәпләнеп, атын кире борор имде.
Зөләйха әйтер: «Йә, Йософ, ышандыңмы,
Ҡамсы ниҙән ҡабыныуын аңланыңмы?
Әллә ҡулың янғанын да тойманыңмы?
Ҡырҡ йыл ул ут мине көйҙөрә имде».
Йософ нәби был ғибрәткә ғәжәпләнде,
Зөләйхаға нәсихәттәр, өгөт бирҙе:
«Һин өмөтлән, көткән вәғәҙә көнө килде,
Михнәт үтте, рәхәт килде, аңла имде».
Шул мәлдә Ябраил тағы осоп килде,
Хаҡ сәләмен Йософҡа ул еткерҙе,
Ә Зөләйха уғыл-ҡыҙҙан өмөт өҙҙө,
Хаҡҡа илап, зар-интизар ҡылыр имде.
Ябраил әйтер: «Мәүлә сәләм ебәрҙе,
Хәҡиҡәт, һиңә ул ебәрҙе мине,
Зөләйхаға никах ҡылып, алһын тине,
Зөләйха — ҡатын, һин — батша булһын
имде».
Ябраилдан Йософ нәби быны белде,
Зөләйха торған урынға кире барҙы,
Быларҙы һөйләп, уны шатландырҙы,
«Йә, Зөләйха, рәхәт-һөйөнөс килер имде».
Быны ишетеп Зөләйха ҡайғыға ҡалды:
«Эй хоҙайым, үҙең беләһең минең хәлде, Матурлығымдан, малымдан күптән яҙҙым,
Үҙем ҡарт, өҫтәүенә ике күҙем күрмәҫ имде.
Мәүләмдән тәҡдиремә әмер булһа,
Күҙҙәремдең нурҙары ла кире килһә,
Матурлығым да Йософҡа лайыҡ булһа,
Мәүләмдән генә ярҙамды көтәм имде».
Шул сәғәт Ябраил ҡабаттан килде,
Ҡанаты менән һыйпаны, доға ҡылды —
Зөләйханың күҙе асылды, йәп-йәш булды,
Йөҙө тулған ай шикелле балҡыр имде.
Йософ нәби шунда оло мәжлес йыйҙы,
Әмер биреп, Зөләйхаға никах ҡылды,
Бәктәр, күп ҡунаҡтар һарайға йыйылды,
Бик күп ҡыуаныс-шатлыҡтар булыр имде.
Унан һуң икеһе генә аулаҡ ҡалды,
Йософ Зөләйханың саф икәнен белде,
Зөләйханың ҡулын тотоп ул һораны:
«Халиҡ нисек минең өсөн һаҡлар имде?»
Зөләйха Йософҡа ыңғай хәбәр бирҙе,
«Халиҡ, ысын, һинең өсөн һаҡлар ине,
Миңә оҡшаш пәрей ҡыҙы килә ине,
Ҡәнзәфәр уны мин тип һөйөр имде».
Йософ әйтер: «Хәтерләйһеңме ул көндө?
Яман эшкә өндәгәйнең бит һин мине.
Алла һаҡлаһын, ҡылған булһаҡ беҙ уны,
Был моратҡа бөгөн етмәҫ инек имде».
Зөләйха әйтер: «Эйе, Йософ, шулай инде,
Битемә бәрмә инде һин ғәйебемде,
Ҡөҙрәте менән һаҡланы хоҙай мине,
Бәләнән һине, мине һаҡланы имде.
Тулған айға оҡшай ине һинең йөҙөң
Һөйләһәң, тыңламаҡҡа татлы һүҙең,
Халиҡ һиңә бүләк иткән матурлығың —
Һине күргәс, кемдең сабыры ҡалыр имде».
Зөләйха әйтер: «Рәхмәт уға, һине бирҙе,
Бар теләгем, моратым да ҡабул булды,
Йөҙөм күрке һәм дәүләтем кире бирҙе,
Рәхмәт-шөкөр ул мәүләгә ҡылам имде».
Унан аҙаҡ хаҡ тәҡдире шулай булды,
Ошо икәүҙең ғүмере бергә уҙҙы,
Ун ике ул мәүләнең бүләге булды,
Олоһона Мөҫәлим тиерҙәр имде.
Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
Ҡәнған илендә ҡаты ҡоролоҡ булды,
Яҡуп сәүче уландарына бойорҙо,
Әйтер: «Беҙгә ҡытлыҡ бик ауыр булды,
Ашлыҡ алырға Мысырға барың имде.
Илебеҙҙә беҙҙең хәйер һис ҡалманы,
Елкәбеҙҙән хәйерле эш һис килмәне,
Ҡытлыҡ беҙҙе аптыратты, хуш килмәне,
Йә, балалар, Мысырға барығыҙ имде!
Мысырҙа һатлыҡ ашлыҡтары бар икән,
Батшаһы — мөъмин, дине лә дөрөҫ икән,
Алтын юҡ, һатыулашығыҙ, йөк-мал менән,
Ул ғәзизгә беҙҙән сәләм әйтегеҙ имде».
Ун ҡәрҙәш тә дөйә менеп юлға сыҡты,
Уныһы ла юлланырға мәжбүр булды,
Ибне Йәмин генә бармай өйҙә ҡалды,
Ҡәнғандан Мысырға ҡарай барыр имде.
Юлда бер каруан менән осраштылар,
Асыл-нәҫел бер-беренән һораштылар,
Исмәғил нәҫеленән икән — белештеләр,
«Исхаҡ нәҫеленәнбеҙ»,— тип әйтерҙәр имде.
Яҡуп сәүче хәлдәрен улар һораны,
«Меҫкен Йософһоҙ ни эшләй Яҡуп? — тине,
Ә Йәһүҙә ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе,
«Яҡуптың хәле насар»,— тиер имде.
Үҙҙәре тегеләрҙән хәбәр һорашты,
Мысырҙан килеүселәр менән һөйләште,
Ашлыҡ хаҡы күпме икәнен белеште,
Хушлашып, Мысырға ҡуҙғалдылар имде.
Хаҡ тәғәлә Ябраилға тағы бойорҙо,
Йософҡа ҡунаҡтар килерен белдерҙе,
Ағалары һаман да юлда ине,
Ун өс көндән генә Мысырға етер имде.
Ғәзиз Йософ Ябраилдан хәбәр алды,
Ҡәрҙәштәре килеүенә бик ҡыуанды,
шөкөр-рәхмәттәр яуҙырҙы,
етеүҙәрен көн-төн көтөр имде.
ҡәрҙәштәре килеп еткәс,
был турала хәбәр иткәс,
йыраҡтан күреп танығас,
Уфтанып, тәхеттән ауып төшөр имде.
Бер аҙҙан Йософтоң иҫе кире ҡайтты,
был ҡыланышҡа хайран ҡалды,
«Йә шаһ, ни хәлдәр, һиңә
ни булды?—
Аҡылың шашып, һуштан яҙып яттың имде».
нәби вәзиренә һорау бирҙе:
«Ҡайҙан килгәндәр улар — беләһеңме? »
әйтте: «Килгәненә биш көн уҙҙы,
улар, йомоштары барҙыр имде».
әйтер: «Ул юлсылар ҡайҙан килгән,
Белешегеҙ, ниндәй йомоштары төшкән?»
әйтер: «Ул меҫкендәр бында килгән,
өсөн Ҡәнғандан килгәндәр имде».
әйтер: «Бер һарайҙы әҙерләп ҡуй,
тултырығыҙ төрлө ниғмәт-һый,
Шул уҡ сәғәт тегеләрҙе килтереп ҡуй,
Уларҙы үҙең хеҙмәтләндер имде».
Вәзир ул юлсыларҙы табып алдырҙы,
Төрлө ниғмәт, тәмле тәғәмдәр ҡуйҙырҙы,
Алдарында аяғүрә баҫып торҙо,
Түбәнселек менән хөрмәт ҡылыр имде.
Тегеләр ошондай һый-хөрмәт ашағас,
Өҫтәүенә, вәзирҙән ҙур хөрмәт күргәс,
Ололоҡлап һәм ҡәҙерләп ҡабул иткәс,
Ағалары ғәжәпкә ҡалырҙар имде.
Аптырашып, үҙ-ара һөйләшә улар:
«Батша беҙҙән бик күп алтын көтә, буғай,
Шуның өсөн дә ул беҙҙе ололоҡлай,
Алтыныбыҙ юҡлығын белмәйҙер имде».
Шәмғун әйтер: «Атабыҙҙы ул беләлер,
Тап уның өсөн беҙгә хөрмәт ҡылалыр,
Яҡуп — рәсүл икәнлегенә инаналыр?—
Шуға күрә беҙҙе ололайҙыр имде».
«Сәбәбе шул,— тип әйтер Йәһүҙә унан,—
Барыбыҙ ҙа фәҡирерәк башҡаларҙан,
Батша беҙҙең хәлебеҙҙе асыҡ күргән,
Шуға ла мәрхәмәтен күрһәтер имде».
Рауил әйтер: «Был шаһ — ғәҙел, һүҙ юҡ
бүтән,
Беҙҙең зәғиф хәлебеҙҙе күҙе күргән,
Мөшкөл хәлебеҙҙе тойоп, ул йәлләгән,
Ғәҙел кеше ғәриптәрҙе һөйөр имде».
Йософ эстән генә һығылып тыңланы,
Ҡәрҙәштәренең барыһын да таныны,
Шәмғун менән Йәһүҙәне айырманы,
Ябраил ғына килеп асыҡлар имде.
Унан Йософ бойорҙо Мөҫәлименә,
«Һыу килтереп ҡой минең һауытыма,
Илтерһең шунан теге меҫкендәргә,
Бөтәһенә аяҡсы булырһың имде.
Һыу эсереп, һәммәһенә лә хеҙмәт ит,
Аманат: ағаларға күрһәт хөрмәт,
Ҡайҙан, ниңә килгәндәрен бел, әйт,
Кемлегеңде һораһалар, өндәшмә имде».
Мөҫәлим һауыттарға һыу тултырҙы,
Ҡунаҡтарҙы ҡарарға әҙер торҙо,
Алдарында аяғүрә баҫып торҙо,
Ҡулдарына туҫтаҡтар тотторҙо имде.
Һәр береһе һыу теләһә, ҡойоп бирҙе,
Хөрмәтләүҙе үҙе өсөн ҙур дәрәжә күрҙе,
Хөрмәт итеп эсһәләр, тағы тултырып ҡуйҙы,
Ошолай ҡәҙер-хөрмәт күрһәтер имде.
«Аҡылы камил, теле йомшаҡ, мөрәүәтле,
Күңеле йомшаҡ, йөҙө яҡты, үҙе күркле,
Әйткәне — раҫ, һүҙе тапҡыр, теле татлы,
Был Йософҡа оҡшаған»,— тиҙәр имде.
Һорашалар: «Эй егет, йөҙөң бик нурлы,
Матурлығың хуш, мөрәүәтле, үҙең ғәрле,
Беҙгә яҡшылыҡ күрһәтәһең күп төрлө,
Кем һин, кемдең улы һин?» — тиерҙәр имде.
Мөҫәлимдең уларға яуабы әҙер:
«Әйткәнегеҙ ғибранисә нисек булыр?
Мине һеҙгә хеҙмәт итергә ҡуйҙылар,
Ни һөйләйһегеҙ һуң?— тип яуаплар имде.—
Мысыр шаһы һеҙҙе бигерәк тә һөйә,
Йөҙөгөҙҙө күрмәһә, хәсрәтләнә,
Һеҙҙең менән танышыуға өмөтләнә,
Мине һеҙгә хеҙмәткә бирҙе имде.
Һеҙгә һәр ваҡыт хеҙмәт итәсәкмен,
Киткәнсе эргәгеҙҙә буласаҡмын,
Үҙемде лә дәрәжәле тоясаҡмын,
Һеҙҙе күреү миңә рәхәт була имде».
Улар күрҙе Мысыр шаһы яҡшылығын,
Ҡәҙерләп, хөрмәт итеп яратҡанын,
Һәр беренә бер икмәк биргәнлеген —
Күмәкләшеп ғәжәпкә ҡалырҙар имде.
«Был батша бигерәк йомарт, тиештеләр,
Аш-Һыуға мул икән, тип һөйләштеләр,
Ашлыҡтың хаҡы күпме?» — тип
һораштылар,
«Бер йөк ашлыҡ мең ике йөҙ алтын имде».
Унан Йософ биҙәттерҙе һарай-тәхетен,
Бөтәһен йыйыштыртты, килтереп шартын,
Ҡол-ҡарауашына ҡушты, әйтеп ваҡытын,
«Ҡәнғандар килһен!»—тип бойорор имде.
Ул арала өс көн үтеп киткән ине,
Тегеләр Мөҫәлимгә өйрәнгән ине.
Барыһына аҡ атлас тундар биргәйне,
Дүртенсе көн һарайға барырҙар имде.
Һарай эсенә барып инеүҙәре менән,
Йософтоң ғәйрәтен күреүҙәре менән,
Солтанатын, көсөн белеүҙәре менән,
Уныһы ла, баш ороп, сәждә ҡылыр имде.
Йософ әйтер: «Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы,
Ултырығыҙ һәм йыйығыҙ аҡылығыҙҙы,
Һөйләп ебәрегеҙ миңә хәлегеҙҙе,
Ни хәжәт менән килдегеҙ, әйтең имде».
Шунан тегеләр сәждәнән баш ҡалҡытты,
Һәммәһе күҙен асты, аҡылын йыйҙы,
Уныһы ла ҡалҡынып үрә торҙо,
Тәхет эргәһендә ҡурҡынып торор имде.
Йософ шунда ағаларын таныны,
Һәр береһенә берәм-берәм ҡараны,
Пәрҙә аҫтында һиҙҙермәйсә иланы,
Ә улар Йософто һис белмәҫтәр имде.
Йософ бойорҙо — ун һандыҡ килтерҙеләр,
Рөхсәт бирҙе, ун ҡәрҙәше ултырҙылар,
Ҡурҡыу, борсолоу, билдәһеҙлек кисерҙеләр,
«Ниндәй аяныс, үкенес»,— тиҙәр имде.
Йософ һорар быларҙан: «Һеҙ кемдәрһегеҙ?
Ҡайһы илдән килдегеҙ, ни теләйһегеҙ?
Ысынлап та, бер туған ҡәрҙәштәрһегеҙ?
Атағыҙ кем һуң һеҙҙең?» — тип һорар имде.
Улар әйтер: «Беҙ Ҡәнғандан килгәнбеҙ,
Дәрәжәле Исхаҡ сәүче — беҙҙең бабабыҙ,
Хәҡиҡәт: ун ике бер туғандарбыҙ,
Атабыҙҙы Яҡуп нәби тиҙәр имде.
Берәүебеҙ өйҙә ҡалды, килә алманы,
Иң бәләкәйебеҙҙе бүре ашаны,
Атабыҙ уны бигерәк һөйә ине,
Шул хәсрәттән ике күҙе күрмәҫ имде».
Йософ әйтер: «Ололар, ни һөйләйһегеҙ,
Һеҙ әйтәгеҙ — атабыҙ нәби, тиһегеҙ,
Кесебеҙҙе артығыраҡ һөйә тиһегеҙ,
Пәйғәмбәргә улай эшләү яҙыҡ имде».
Улар әйтер: «Эйе, ғәзиз, ишет беҙҙән,
Күрһәң ине кесебеҙҙе бер күҙ менән,
Һин дә уны һөйөр инең бар күңелдән —
Күргәнең булмағас, аңламаҫһың имде.
Беҙ ҙә уны шундай итеп һөйөр инек,
Әҙ генә күрмәһәк тә һағыныр инек,
Бер ялған төш күргән, аҙаҡ шуны белдек,
Атабыҙ изгегә юрай икән имде».
Йософ әйтер: «Ниндәйерәк төш күргән һуң,
Атағыҙ ул төштө нисек юраған һуң?»
Улар әйтер: «Атабыҙ, тыңлағандан һуң,
Мысыр батшаһы булаһың, тигән имде.
Ул төшөн беҙгә һуңынан һөйләмәне,
Уның төшөн атабыҙ ғына юраны,
«Мысыр батшаһы булыр» тип ололаны,
Шуға ла уны беҙ өнәмәнек имде».
Йософ әйтер: «Ул төш улай булмағанмы,
Шулай юрау әллә тура килмәгәнме,
Энегеҙ Мысыр батшаһы булмағанмы,
Хәлдәрен уның беләһегеҙме имде?»
Улар әйтер: «Ғәзиз, ул уғлан ҡайҙа булһын?
Хәҡиҡәт, яуыз бүре ашаны бит үҙен,
Ожмахталыр инде күптән йәне уның,
Был донъянан мәңгелеккә үтте имде.
Бына инде, ғәзиз, хәлебеҙҙе белдең,
Атайыбыҙ һиңә ебәрҙе күп сәләм,
Тамам йонсотто ҡоролоҡ, шундай бөлдөк,
Һеҙҙән ашлыҡ һорарға килдек имде.
Мохтаж булып торабыҙ беҙ алдығыҙҙа,
Күп түгелдер алып килгән малыбыҙ ҙа,
Ярҙам, изгелек көтәбеҙ барыбыҙ ҙа,—
Яҡшылығың бөтә ғәләмгә мәшһүр имде».
Йософ әйтер: «Һүҙҙәрегеҙ ҡабул булһын,
Арағыҙҙан берәйегеҙ ҡалып торһон,
Икенсе мәртәбә килергә сәбәп булһын,—
Ибне Йәмин һеҙҙең менән килһен имде.
Әгәр һеҙҙең тарафтан тоғролоҡ булһа,
Ибне Йәмин һеҙҙең менән килер булһа,
Атағыҙ юл ебәрергә риза булһа,
Хәҙер бушлай ашлыҡ тейәтәмен имде.
Ашлыҡ бирәм, төрлө-төрлө ниғмәт бирәм,
Бөтәгеҙгә лә аҫыл кейем кейҙертәм,
Башҡа төрлө бүләктәр ҙә һеҙгә бирәм,
Атағыҙға ла бүләк ебәрәм имде».
Ун ҡәрҙәше был тәҡдимде ҡабул ҡылды,
Шәмғун Мысырҙа ҡалырға риза булды,
Йософ йөк тейәтергә бойорҙо,
Әйберҙәрҙе йөк эсенә ҡуйыр имде.
Бәс, уларҙы күндерҙе Йософ ситдыҡ,
Яҡшылап эшләп тейәтте тағы ризыҡ,
«Атағыҙга минән сәләм еткерегеҙ күп,
Ә үҙегеҙ кире килерһегеҙ имде.
Хәҡиҡәт, мин барығыҙҙы ла һөйәмен,
Икенсе ҡат күрергә бик теләймен,
Әйләнеп килеүегеҙҙе мин көтәмен,
Һеҙҙе шулай һөйәмен»,— тиер имде.
Улар Мысырҙан сығып барғанда ла,
Ял итергә туҡтаған урында ла,
Кемдер берәү юлдарында осраһа ла,
Уларҙы ҙурлап, ололап торорҙар имде.
Улар әйтер: «Был ерҙән гел үтер инек,
Ошо урында туҡтап ял итер инек,
Ҡәҙер-хөрмәтте һис тә күрмәй инек,
Берәй хикмәт барҙыр бында»,— тиҙәр имде.
Улар ашығып Мысырҙан ҡайтыр ине,
Йософ еҫе уларға эйәрә килде,
Арттарынан иблес-мәлғүн ҡыуа ине:
Йософ еҫен бөтөрөргә уйлай имде.
* * *
Уландары Ҡәнғанға ҡайтып та керҙе,
Күреү менән Яҡуп сәүче һушын юйҙы,
Йәш аралаш ҡапыл ғына көлөп ҡуйҙы,
Унан тағы иҫтән яҙып ятыр имде.
Уландары Яҡуп менән күрештеләр,
Көлөүенең сәбәбен дә һораштылар,
« Әйтсе, баба, ниңә көлдөң?— тиештеләр,
Ниңә иҫһеҙ булып яттың?»— тиҙәр имде.
Яҡуп әйтер: «Һүҙегеҙҙе мин төшөндөм,
Шул сәбәптән шатландым да көлдөм,
Арағыҙҙа берәү юҡ икәнен белдем,
Шуға тағы һушымды юғалттым имде.
Мысыр хужаһы нисек һуң ашлыҡ бирҙе,
Белдегеҙме, ҡайһы динде тотор үҙе?»
Улар баҫып Яҡупҡа яуап бирҙе:
«Ул һеҙгә ҙур изгелек күрһәтте имде.
Асыҡланыҡ — уның дине саф мосолман,
Беҙҙе ул ныҡ ҙурланы, ҡәҙерләне һаман, Ҡыҙыҡһындырҙы батшаны Ибне йәмин,
Шәмғун унда ҡалды инде»,— тиҙәр имде.
Ишеткәс тә Яҡуп ҡысҡырып ебәрҙе:
«Нишләп ҡалдырҙығыҙ һуң унда
Шәмғунды?
Ниңә ебәрәйем мин Ибне Йәминде?
Бер алданып, Йософһоҙ ҡалдым бит имде!»
Уғландары Яҡупҡа яуап бирҙе:
«Ул ғәзиз тағы бик ныҡ һорашты һеҙҙе,
Һинең өсөн бик иланы, янып-көйҙө,
Күп итеп сәләм ебәрҙе имде».
Аҙаҡ Яҡуп был тәҡдимгә риза булды,
Улдарының барыһынан ант бирҙерҙе,
Ахыр Ибне Йәминде ебәрергә булды,
Һәр береһе ышандырып һүҙен бирҙе.
Астылар улар аҙаҡ тоҡтарын,
Ҡутарҙылар ҙа тейәлгән йөктәрен,
Ышандырҙылар күмәкләп аталарын,
«Үҙебеҙҙең байлығыбыҙ!» — тиҙәр имде.
Яҡуп нәби уларға рөхсәт бирҙе,
Ибне Йәминде ҡулдарына тапшырҙы,
Ун ҡәрҙәш хушлашып юлға ҡуҙғалды,
Батша хеҙмәтенә тип барырҙар имде.
Яҡуп әйтер: «Унда барып етеүегеҙ менән,
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ яман телдән, күҙҙән,
Бөтәгеҙ ҙә бер ҡапҡанан йөрөмәгеҙ,
Икешәрләп кенә үтерһегеҙ имде».
Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
Уғландары Мысырға килеп тә етте,
Икешәр-икешәре ҡапҡанан үтте,
Ибне Йәмингә инергә сират етте,
Бер үҙе ни эшләргә лә белмәҫ имде.
Шам ҡапҡаһынан бер үҙе килеп керҙе,
Олоһонан-кесеһенән юл һораны,
Һис бер кем уның телен дә аңламаны,
Хайран булып, шунда илап торор имде.
Шунда килеп етте хаҡ илсеһе Ябраил,
Килтерҙе Йософҡа тағы хаҡ сәләмен.
Әйтте: «Килде бит ҡәрҙәшең Ибне Йәмин,
Ҡыуанысты белдерергә килдем имде.
Йә, Йософ, тор имде, ҡаршыларға йыйын,
Иңдәреңә һал иң матур атлас кейем,
Һиҙҙермәйсә бер кемгә, дөйәгә мен,
Ҡәрҙәшеңде күрергә ҡабалан имде.
Ул Шам ҡапҡаһы эргәһендә торалыр,
Кемде күрһә лә өндәшә, ялбаралыр,
Бер кем белмәҫ ғәрәпсә, яуап бирәләр,
Бер яңғыҙы аптырап, илар имде».
Йософ нәби күрһәтелгән ергә китте,
Шамдан ингән ҡапҡа эргәһенә етте.
Ибне Йәмин белмәне ул икәнлекте,
Йософ, йөҙөн ҡаплап, һорау бирер имде.
Йософ әйтер: «Йә, ғәзизем, ни һорарһың,
Ҡайһы илдән килгәнһең, ҡайҙа бараһың?
Ниңә илап тораһың һуң, ни теләйһең?
Хәлдәреңде миңә һөйләп ебәр имде».
Һөйләп бирҙе: «Мин Ҡәнғандан килгән инем,
Мысыр шаһы хеҙмәтенә бара инем,
Шәһәргә ингәс, юлды белмәй тора инем,
Атам «Ибне Йәмин» тип йөрөтөр имде.
Ун ҡәрҙәш килеп еттек был ҡапҡаға,
Икешәр-икешәр инделәр һәр ҡапҡаға,
Иш етмәйенсә ҡалдым яңғыҙ ҡапҡала,
Ҡайғыларҙан шулай илап торам имде.
Тағы ла минең ҡарындашым бар ине,
Бер әсәнән тыуған инек уның менән,
Уны уйлап та ағалыр йәш күҙемдән,
Ни эшләргә белмәйенсә торам имде».
Әйтер: «Кем һуң үҙең шундай мөрәүәтле,
Бөтөргәндәй булдың күңелдән хәсрәтте,
хуш һүҙҙәр һөйләнең татлы,
Был телде нисек өйрәндең?» — тиер имде.
Йософ әйтер: «Мин Ҡәнғанда торған инем,
Бер ваҡытта шул ерҙәрҙе күргән инем,
Бәләкәй саҡта унда мин торған инем,
Ошо телде шул ваҡытта өйрәндем имде».
Ибне Йәмин: «Эй изгелекле йән,— тине,
Хәсрәт уттарына төштөм инде,— тине,
Йөҙөңдө күрергә теләгем бар,— тине,
Япмаң асып, йөҙөңдө бер күрһәт имде».
Йософ әйтте: «Был эште ҡыла алмайым,
Йөҙөмдән пәрҙәне ала алмайым,
Теләгеңде һис кенә үтәй алмайым,
Сабыр итеп торғол бер аҙ ваҡыт имде».
Унан Йософ уға өгөт-кәңәш бирҙе,
Үҙе ҡулы менән беләҙек тотторҙо,
Ул беләҙек саф ҡыҙыл алтын ине,
Ҡырҡ мең Мысыр аҡсаһына торор имде».
Быялалыр, тип уйланы Ибне Йәмин,
Ни эшләтергә белмәйенсә беләҙеген,
Йософ әйтте: «Кей беләгеңә бүләгем».
Үҙе эстән генә көлөп торор имде.
Ибне Йәмингә Йософ юл күрһәтте,
Икеһе бергә шәһәр яғына китте,
Ибне Йәмин ҡәрҙәштәрен ҡыуып етте,
Күмәкләшеп һарайға баралар имде.
Йософ әйтте: «Инде миңә рөхсәт ҡылғыл,
Ҡәрҙәштәрең эргәһенә барып торғол,
Уларҙан айырылмайса һарайға килгел,
Ҡайғырма, күңелең хуш булыр имде».
Ибне Йәминдең айырылғыһы һис килмәҫ,
Тегеләр янына барырға теләмәҫ,
Әйтер ки: «Айырылырға көсөм етмәҫ,
Һинең янда булыу миңә рәхәт имде».
Ҡайғыһынан күҙҙәренә йәштәр тулды,
Әйтер: «Һүҙҙәрең күңелемә татлы булды,
Бар булмышым менән һиңә әсир булдым,
Һинән башҡа бер кем кәрәк түгел имде.
Һинән башҡа бер кемде лә күҙем күрмәҫ,
Һинән башҡа күңелем һис тә тынғы белмәҫ,
Бер һүҙем бар, тик һорарға телем бармаҫ...
Төҫ-һының нәҡ Йософҡа оҡшар имде».
Йософ әйтер: «Мин үҙем дә ҡолмон,— тиер,
Мәүләм бар, уның хөкөмөн тотам,— тиер,
Аллам әмерен һындырырға ҡурҡам,— тиер,
Бойорғанын үтәргә кәрәк имде.
Бар, ҡәрҙәштәрең менән бергә-бергә бул,
Күңелеңде ас, хәсрәттәрҙән арынғыл,
Рәнйеү-ҡайғыларҙы ситкә ҡуй, шат бул,
Күңел йәрәхәте дауаһы булам имде».
Ибне Йәмин ҡәрҙәштәре янына килде,
Килеү менән күрешергә ҡулын бирҙе,
Ибне Йәмин шат икәнен улар күрҙе,
«Ниңә шатланаһың?— тип һорарҙар имде.—
Бер ваҡытта һинең шат булғаның юҡ,
Йософто ҡорт ашағандан һуң, көлгәнең юҡ,
Тешеңде күрһәтеп, бер йылмайғаның юҡ,
Бөгөн шатланаһың»,— тип әйтерҙәр имде.
Ибне Йәмин уларға тиҙ яуап бирҙе:
«Һеҙҙән мин бит айырылып ҡалған инем,
Шул ваҡытта бер дөйәле кеше килде,
Минең менән ғәрәпсә һөйләште имде.
Пәрҙә менән ҡапланғайны уның йөҙө,
Юлсыларға дуҫ та икән, мөрәүәтле,
Теле йомшаҡ, һүҙҙәре күңелгә ятышлы,
Уны тыңлау — йән рәхәте,— тиер имде.—
Һеҙҙең эргәгеҙгә тиклем ул килтерҙе,
Бер беләҙек бүләк итеп миңә бирҙе,
Уны күреп, күңелемә шатлыҡ тулды,
Ҡайғы-хәсрәттәрем онотолдо имде».
Йәһүҙә әйтер: «Ҡайҙа, беҙ ҙә күрәйек,
Беләҙеге ниндәй икән, беҙ беләйек,
Ҡәҙерен белеп, һинең өсөн һаҡлайыҡ»,—
Беләҙекте Йәһүҙәгә бирер имде.
Йәһүҙә алды, ҡараны, быяла, тине,
Беләгенә кейеп ҡараны, һыйманы,
Рауил Йәһүҙәнән һорап алалманы,
Ибне Йәмингә әйләнеп ҡайтыр имде.
Ибне Йәмин беләҙекте кире һондо,
Рауил ҡулына ҡат-ҡат кейеп ҡараны,
Бына ғәжәп: уға ла яраманы,
Кире Ибне Йәмин ҡулына кейелер имде.
Ҡәрҙәштәре берәм-берәм алып тотто,
Ҡайһылары кейеп ҡарарға маташты,
Һис береһенең ҡулына ла һыйманы,
Ибне Йәмингә генә ул таман имде.
* * *
Йософ бойорҙо: «Төҙөүселәр хәҙер килһен,
Бер ғәжәп күркәм бейек һарай төҙөһөн,
Һарайҙың оҙонлоғо ҡырҡ аршын булһын,
Бейеклеге лә ҡырҡ аршын булһын имде.
Яҡуп нәбиҙең һүрәтен төшөрһөндәр,
Эргәһенә улдарын эшләһендәр,
Йософҡа ни ҡылғандарын күрһәтһендәр,
Барыһын да яҙып ҡуйһындар имде.
Алдатып атаһынан айырыуҙарын,
Сисендереп ҡойоға һалдырыуҙарын,
Хәҡиҡәт, үлтерергә йыйыныуҙарын —
Береһен ҡалдырмай төшөрһөндөр имде.
Ҡойонан сығарғас тағы килеүҙәрен,
«Ҡолобоҙ ул»,—тип алдашып әйтеүҙәрен,
Һатҡанда ла аҙ баһаға биреүҙәрен...
«Өс ғәйебе бар» тип тә яҙылһын имде».
Шунан Йософ нәби бик ҙур мәжлес йыйҙы,
Һарайына төрлө ниғмәттәр алдырҙы,
Ҡунаҡтарына төрлө аш-һыу ҡуйҙырҙы,
Ағаларын да ҡунаҡҡа әйтер имде.
Ҡәрҙәштәре һарайға килеп тә инде,
Иң тәүҙә яҙыуҙарҙы Рауил күрҙе,
Шыпырт ҡына бер-беренә мәғлүм ҡылды,
«Беҙҙең боҙоҡ эшебеҙ бит!—тиҙәр имде.—
Атабыҙҙан Йософто алыуыбыҙ ҙа,
Атабыҙҙы ҡайғыларға һалыуыбыҙ ҙа,
Күпме яфа Йософҡа ҡылыуыбыҙ ҙа
Батша һарайына төшөрөлгән имде».
Ун ҡәрҙәше лә ул яҙыуҙарҙы күрҙе,
Үҙҙәренең боҙоҡлоғона хайран ҡалды,
Гонаһ эштәренә ысынлап үкенде,
Ашау-эсеүҙәр ҡайғыһы китер имде.
Алдарына ҡуйылһа ла төрлө ниғмәт,
Йөҙҙәрендә үк сағылды ҡайғы-михнәт,
Барыһын солғап алды ҡаты хәсрәт,
Ауыҙҙарына ризыҡ та ҡапмаҫ имде.
Йософ тәржемәсене алдыртты;
«Һорасы, ниңә тәмләмәйҙәр ризыҡты,
Инеү менән илаштылар ни сәбәптән?»
Тәржемәсе уларҙан һорар имде.
Улар баҫып, тәржемәсегә яуап бирҙе:
«Беҙҙең бер ҡәрҙәшебеҙ булыр ине,
Уның йөҙө тап рәсемдәгесә ине,
Бүре ашаны элек,— тиерҙәр имде.—
Уны күргәс, хәсрәтебеҙ яңынан ҡуҙҙы,
Ашау-эсеү ҡайғыһы ла онотолдо».
Башҡа һарай әҙерләргә бойоролдо,
Ҡәрҙәштәрен шунда күсергә өндәр имде.
Ун бер ҡәрҙәш һарайына килеп керҙе,
Унда ла һәр төрлө ниғмәт ҡуйҙырҙы,
Ун ағаһы, ултырып, ашап-ейҙе,
Ибне Йәмин генә илап торор имде.
Йософ әйтер: «Ниңә һинең йәшле күҙең,
Бәғерең тулышҡан, ҡайғылыһың үҙең?
Ни ҡайғың бар, яныңда бит ун ҡәрҙәшең,
Ниңә илайһың, хәсрәтең ни?» — тип һорар
имде.
Ибне Йәмин әйтер: «Кире барыр инем,
Рөхсәт итһәң, һарайыңа инер инем,
Тағы ла бер ҡат һүрәтте ҡарар инем,
Ул рәсем Йософома оҡшар имде».
Йософ Ибне Йәмингә рөхсәт бирҙе,
Ибне Йәмин тәүге һарайға йәнә керҙе,
Ул һүрәтте ҡараны, асығын белде,
Һаман текләп, иларға тотонор имде.
Мөҫәлимгә Йософ әйтер: «Йә, улым, бар,
Ағайыңды бер аҙ һарайҙа көтөп тор,
Һорау бирһә, хәлдәреңде асыҡлап бир,
Ул меҫкенгә үҙеңде таныт имде».
Мөҫәлим һарайға кире әйләнеп ҡайтты,
Ҡул ҡаушырып, ҡаршыһына барып баҫты,
Ибне Йәмин шунда Мөҫәлимде осратты,
Илай-илай әхүәлдәрен һорар имде.
«Күренһәң, ҡайғыларҙы оноттораһың,
Матурлыҡ менән беҙҙе йыуандыраһың,
Йософома бигерәк тә оҡшап тораһың,
Кем һин? Кемдең улы һин?»—тип һорар
имде.
Мөҫәлим шунда әйтер: «Хәҙер әйтәм.
Эйе, ағам, ишет инде минән дөрөҫтө,
Минең атам — Мысыр шаһы Йософ тоғро,
Мысыр халҡы бөтәһе уға ҡол имде.
Атаһы Яҡуп нәби — Изге Исраил.
Бер ваҡыт уға килгән, имеш, Ябраил,
Пәйғәмбәрлек килтерҙе уға мәүләнән,
Рисаләт, ҡирәмәт бүләк итер имде».
Ибне Йәмин быны ишетеп шаҡ ҡатты,
Һушынан яҙып, аҡылын юйып ятты,
Ибне Йәмин дә аптыраны, йыуатты,
«Нимә булды һиңә?»—тип һорар имде.
Ибне Йәмин Мөҫәлимгә яуап бирҙе:
«Минең дә бер ҡарындашым булыр ине,
Уның исеме лә оҡшаш — Йософ ине,
Шуны иҫләгәс тә һушым китте имде».
Мөҫәлим әйтер: «Йә, ағам, инде тыңла,
Серемде асамын — үҙең бел дә һаҡла,
Йософтоң улы мин, инде шуны аңла,
Һин әйткән ҡәрендәшеңдең улымын мин.
Дөйә менеп, ул һинең яныңа килгән,
Шам ҡапҡаһы төбөндә һине күргән,
Ағаларыңа алып барып ҡауыштырған,
Ҡыҙыл алтын беләҙек тә биргән имде».
Ибне Йәмин шунда бөтәһен аңлаған,
Аҡылы шашып, иҫһеҙ булып ергә ауған.
Аңға килгәс, шатлығының сиге булманы,
«Хәсрәтемә ҡауыштым»,— тиер имде.
Мөҫәлим икенсе һарайға килде,
Ни булғанын атаһына һөйләп бирҙе,
Йософ уның һүҙҙәрен урынлы күрҙе,
«Мин дә хәсрәтемә ҡауыштым бит имде».
Йософ та аулаҡ һарайға кире барҙы,
Яҡты йөҙөнән пәрҙәһен тартып алды,
Шул ваҡытта Ибне Йәмин уны күрҙе,
Оҙаҡ ҡына иҫтән яҙып ауыр имде.
Ибне Йәмин, ниһәйәт, иҫенә килде,
Икәүләшеп бер-беренә ҡулын бирҙе,
Шулай улар табышты-ҡауышты имде,
Фәрештәләр түгелеп илайҙар имде.
Унан һуң ултырҙылар улар аулаҡлап,
Хоҙайына уҡынылар шөкөр-рәхмәт,
Һөйләштеләр, түктеләр ҡайғы-хәсрәт,
Илай-илай Йософ һорау бирер имде.
Атаһының башта һорашты хәл-әхүәлен,
Ибне Йәмин дә көттөрмәне яуабын,
«Һуҡырайҙы илап — беләһең сәбәбен,
Хәсрәт йортонан бер генә сыҡмаҫ имде.
«Йософ тиһәң, күҙҙәренән ҡандар тама,
Айырылыу ғазабынан бәғере яна,
Күрешеүгә өмөт тотоп хыяллана,
Ҡауышыуға һис өмөтөн өҙмәҫ имде.
Иҫеңдәлер, бар ине ҡәрендәшең Динә,
Һис яңы кейем кейгәне юҡ иңенә,
Һине һорар юлдан ҡайтҡан бер кешенән,
Һин юғалғандан һуң көлгәне юҡ имде».
Йософ әйтер: «Хәҙер бар инде һарайға,
Бергә йөрө, барып ҡушыл ағаларға,
Эштәрендә ярҙам итерһең уларға»,
Ибне Йәмин ҡурҡыр, кире бармаҫ имде.
Әйтер: «Һине аңғармаҫтан мин юғалттым,
Етмеш йыл ғазабымдан хәсрәт сиктем,
Һинән башҡа күпме ғүмер, ваҡыт үтте,—
Айырылыу утынан бәғерем көйөр имде».
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡиссаи Йософ - 7
- Büleklär
- Ҡиссаи Йософ - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3677Unikal süzlärneñ gomumi sanı 216026.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3728Unikal süzlärneñ gomumi sanı 177230.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3804Unikal süzlärneñ gomumi sanı 157531.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3703Unikal süzlärneñ gomumi sanı 173727.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3709Unikal süzlärneñ gomumi sanı 162231.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3661Unikal süzlärneñ gomumi sanı 165930.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3642Unikal süzlärneñ gomumi sanı 174829.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 2270Unikal süzlärneñ gomumi sanı 138229.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.