Latin

Ҡиссаи Йософ - 4

Süzlärneñ gomumi sanı 3703
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1737
27.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Малик әйтер: «Эй, Йософ, йөҙҙәрең нурлы, Фәрештә сифатлыһың, һүҙең татлы,
Әҙәмиҙә күрмәнем һинең сифатты.
Әйтсе миңә, һин кем һуң?» — тип һорар
имде.


Йософ әйтер: «Һиңә хәлемде һөйләп бирәм, Кемлегемде лә хәҙер асып һалам,
Әммә ләкин бер шартым бар: үҙең ҡара, Барыһынан да серемде һаҡла имде.


Кем икәнлегемде һиңә асып һалам:
Минең атым Яҡуп уғлы Йософ булам,
Олуғ бабам хаҡыбыҙҙың дуҫы булған,
Атам Яҡуп, бабам Исхаҡ булыр имде».


Аһ дәриға! Әгәр быны белгән булһам,
Бер кемгә лә ҡол шикелле һатмаҫ инем,
Азат итеп, атайыңа илтер инем,
Үҙем шунан ҡолоң булып ҡалыр инем».


Йософ әйтер: «Был мөмкинлек үтте инде, Тәңребеҙҙең тәҡдиренсә булды инде,
Сараһыҙҙан бәләләргә төштөм инде,—
Хаҡ әмеренә ҡол риза була имде».


Малик әйтер: «Эй ҡәҙерлем, тоғро Йософ,
Ҡыҙым бар, уланым юҡ — бел һин аныҡ,
Минең өсөн доға ҡылғыл, күңелең һалып.
Һин гонаһһыҙ — доғаң ҡабул булыр имде».


Йософ нәби ҡул күтәреп доға ҡылды,
Халиҡ уның доғаһын ҡабул ҡылды,
Егерме дүрт уғыл уға хоҙай бирҙе,
Һәр береһе дәүләт эйәһе булыр имде.


Малик шунда Йософтан һораны йәнә:
«Һине миңә һатыусылар кемдәр ине?
Ниңә һатты, өҫтәүенә осһоҙ һине —
Быныһын да һөйләп бирһәң ине миңә».


Йософ әйтер: «Уныһын әйтә алмайым,
Хаҡ һүҙен боҙоп, гонаһ ҡыла алмаймын,
Ғәйбәт һөйләп, шайтан күңелен байытмайым
Ул серҙе асмайым, ирекһеҙләмә имде.


Айырылыу ваҡыты етте, асыҡ бел һин,
Саф күңелеңдә гел иманың йөрөһөн,
Йософто күрҙем, тип әйтмә бер кемгә һин, Аманатым: был серемде һаҡла имде».


Мысыр мәлиге Ҡәнзәфәр, уйлап юҡты,
Йософто алғанына эсе ныҡ бошто:
Ҡаҙнала алтын-көмөш юҡҡа сыҡты,
Мохтажлыҡ-хәйерселеккә төштөк имде».


Йософ әйтте: «Шаһ бойорһон, әмер ҡылһын: Хазина һаҡсыһы ҡаҙнаға күҙ һалһын,
Нимә ҡалған хазинала барып күрһен,
Шунан шаһҡа килеп хәбәр бирһен имде».


Аптырағас, батша шунда әмер бирҙе,
Ҡаҙнала ни ҡалған, белергә ебәрҙе,
Хазинадар хазинаға йүгерҙе,
Барһа, ҡаҙнала туп-тулы байлыҡ имде.


Хазинадар шунда уҡ боролоп килде,
Бындай хәлде асыҡлап һөйләп бирҙе,
Батша, ишетеп быларҙы, хайран ҡалды, Ғәжәпләнеп һәм таң ҡалып тыңлар имде.



Батша яйлап хазинадарҙан һораны:
«Берәй хикмәт бармы,— тип аптыраны,—
Юҡ хазина нисек тулһын,— тип һораны,—
Был кирәмәт, был бәрәкәт ҡайҙан имде?»


Хазинадар әйтер: «Был серҙе белмәймен, Мәғәнәһен дә һис аңлата алмаймын,
Бындай хәлде юҡ берәүҙән ишеткәнем,
Серҙе белһә, уғлан үҙе белер имде».


Йософ әйтер шунда батшаға: «Эй солтан,
Минең изге мәүләм барҙыр — олуғ собхан,
Бөтә ошо яҡшылыҡтар — бары унан,
Юҡтарҙы бар ҡылыу уға еңел имде.


Шуны белегеҙ: унандыр бар ғинәйәт,
Ҡөҙрәте менән күрһәтер ул кирәмәт,
Шуға ла мин уға ҡылам шөкөр-рәхмәт,
Һеҙгә һис бурысым юҡтыр»,—тиер имде.


Хазинадар әйтер: «Шунда йөрөй инем,
Йософтоң эргәһендә тора инем,
Күктә ҡоштар осҡанын да күргән инем.
Йософ менән әҙәмсә һөйләшер имде.


Әйтерҙәр: Эй Йософ, ҡара ана, күр һин,
Ошоно аңлаһаң, тырышһаң ине.
Тәңребеҙҙең ҡушҡанына риза бул һин,
Баһаң күпме икәнлеген белгел имде.


Бынан элек көҙгөгә бер баҡҡан инең.
Көҙгөләге күркең күреп, маҡтанғайның,
Мин һатылыр ҡол булһам, тигән инең,
Миңә ысын баһаны кем бирер имде?


Баһаңдың дәүмәлен белдеңме инде,
Тәҡдирең нисеклеген күрҙеңме инде,
Ни баһаға һатыуҙарын белдеңме инде?
Ун һигеҙ йармаҡҡа һаттылар бит имде.


Бөгөн күрҙең: ҡиммәтең күпме тора.
Халиҡ һиңә изгелеген күпме ҡыла,
Бөтмәҫ байлыҡ хазинаңа нисек тула,—
Халиҡҡа рәхмәттәреңде ҡылғыл имде».


Унан һуң Йософтан батша һораны,
Оло хөрмәт күрһәтте, ҡәҙерләне,
Ҡулынан алып, Зөләйхаға былай тине:
«Был мөбәрәк уғландыҡты һаҡла имде.


Уға тейешенсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәт,
Дәрәжәгә, ололауҙарға лайыҡ зат,
Миңә ҡарағанда ла ныҡ ярат,
Ул беҙҙең улыбыҙ булһын!» — тиер имде.


Батша һүҙен Зөләйха ҡабул ҡылды,
Йософто ҡәҙерләне, хөрмәтләне,
Өс йөҙ алтмыш төрлө кейем әҙерләне,
Һәр көн бер төрлөһөн кейҙерер имде.


Йософ әйтер: «Был эш миңә түгел ҡулай, Кейемдәрҙе ниңә әҙерләйһең былай?
Бындай эште бөтә кеше ғәйеп ҡыла,
Хатта батша үҙе лә кеймәҫ имде».


Зөләйха әйтер: «Тундарҙы кейгел инде,
Батша бит үҙе «кейендерергә» тине.
Хәҡиҡәт, батша үҙе өгөтләне мине,
Кей, нур өҫтөнә нур ғына булыр имде».


Үҙ ҡулы менән Йософтоң сәсен тарар,
Ынйы-мәрйен ҡушып сәстәрен үрер.
Әммә күңел тыныслығын юя барыр,
Ғишҡы еңде, сабыры һис ҡалмаҫ имде.


Зөләйха Йософ матурлығын сағыштырҙы, Ихтыярһыҙ, ғажиз булып, меҫкен ҡалды,
Ул Йософҡа баштан-аяҡ ғашиҡ булды,
Көндән-көнгә ғишҡы һаман артыр имде.


Зөләйха хәлдән тайҙы — белештермәй үҙен
Бер сәғәт күрмәй торһа Йософтоң йөҙөн,
Сабыры ҡалмаҫ, аңламаҫ кеше һүҙен,
Ни әйтһә лә «Йософ» тип ҡысҡырыр имде.


Берәй ваҡыт тамырынан ҡан алдырһа,
Табиб уның тамырына бысаҡ һыҙһа,
Шул саҡта, ҡаны ағып, ергә тамһа,
Ер өҫтөндә Йософ исеме яҙылыр имде.


Ҡайһы берҙә күк йөҙөнә күҙен һалһа,
Күктә янған йондоҙҙарҙы күреп ҡалһа,
Шул мәлдә Йософто хәтеренә алһа,
Йондоҙҙар ҙа «Йософ» тип ҡабатлар имде.


Шулай ул тамам тыныслығын юйҙы,
Үҙенең хәлен Йософҡа асмаҡ булды,
Һөйөп Йософтоң ҡулын ҡулына алды,
Етәкләп, потханаға индерер имде:


«Йә, сәнам, хәжәтемдән килдем мин һиңә,
Ошо уғлан шикһеҙ лайыҡ торор миңә,
Ярҙамыңды күрһәт, зинһар, өмөтөм һиндә,
Был уғланды буйһондорһаң миңә имде».


Ялбарҙы ул сәнамға, күп зарланды,
Ғишыҡ уты көсәйҙе, сабырын алды,
Күңелендәген йәшермәй һөйләргә булды, Сараһыҙҙан сәнамға ялбарыр имде.


Уны күреп, Йософ нәби доға ҡылды,
Сәнам ауып китеп, ун киҫәк булды,
Халиҡтан сәнамға шундай әмер килде:
«Йософ — хаҡ пәйғәмбәр» тигән һүҙҙер
имде.


Зөләйха хаҡ ҡылғанын асыҡ күрҙе,
Сәнамға оло хурлыҡ килгәнен белде,
Сәнам, телгә килеп, барын әйтеп бирҙе,
Быны Зөләйха Йософтан һорар имде.


Зөләйха әйтер сәнамға: «Был хәл — ниҙән?
Сәнам бер бөтөн ине, ун киҫәк хәҙер...
Йософ әйтер: «Быға халиҡ бирҙе әмер,
Сөнки тәңре был ғәмәлде һөймәҫ имде».


Зөләйха әйтер: «Шуныһы бик ғәжәп торор:
Нисек итеп халиҡ ул сәнамды күрер?
Был сәнам шундай хурлыҡҡа нисек түҙер?—
Сәнам өйҙә йәшерен тора имде».


Зөләйха әйтер: «Әгәр ҙә шулай итеп,
Халиҡ беҙгә берәй төрлө ярҙам итһен,
Баяғы сәнамым тағы бөтөн булһын —
Йә, Йософ, һин ни тиһәң, шул булыр имде.


Ҡурҡамын: потханаға батша керер,
Унға ярылып ятҡан сәнамды күрер.
Нишләп шулай сыҡҡан — беҙҙән һорар,
Беҙ гонаһлы тиеп уйламаһын имде».


Шунда Йософ тағы ла доға ҡылды,
Хоҙай уның теләктәрен ҡабул ҡылды,
Шул саҡ сәнам баяғыса бөтөн булды,
Зөләйха ғәжәпкә ҡалып торор имде.


Унан һуң ғашиҡлыҡ уны әсир ҡылды,
Көндән-көнгә ғишҡы һаман арта барҙы,
Йөҙө һулыны, йоҡонан мәхрүм ҡалды,
Ашау-эсеү ҡайғыһы китте имде.


Бер көн батша үҙе эргәһенә инде,
Зөләйханың хәле мөшкөллөгөн күрҙе,
Һорар, аптырар: «Хатын, һиңә ни булды,
Тәҡәтең юҡ, күркле йөҙөң һулыған имде?»


Бойорҙо табибтарҙы тиҙ саҡырырға,
Табибҡа уйланы был хәлде аңлатырға, Табиб килде хатын сирен асыҡларға, Ҡулын алып, тамырын тотоп ҡарар имде:


«Ниндәй сир икәнлеген әйтә алмам,
Был рәнйеүгә дәрманымды еткерә алмам,
Уның сирен мин асыҡлап әйтә алмам,
Хәҡиҡәт, ғашиҡлыҡ бөләһелер имде».


Зөләйха ғәзиздән йәшерен ҡылды,
(Ғәзиз уның ни тиерен белмәй ҡалды)
Табибтан ул сир сәбәбен йәшермәне,
Һүҙе менән табибҡа белдерер имде.


Зөләйханың дая кәңәшен тотоуы, һарай һалдырыуы, Йософ менән һөйләшеүе


Зөләйха бер көндө ятып торор ине,
Бер даяһы килде, хәлен белешергә инде,
Әйтер: «Әй ҡатын, һиңә ниҙәр булды,
Ни сәбәптән был хәлгә төштөң имде?


Йә, күҙ бағам, нилектән күңелең тар?
Матурлығың һарғайған, ни ҡайғың бар?
Сирең минән йәшермә, асығын әйт,
Хәлең насар, кәйефең бик мөшкөл имде».


Зөләйха даяһына шуны һөйләне:
Ауырыу серен даяһына асып бирҙе,
Бөтәһенән үҙе серен йәшерә ине,—
Бер кемгә лә һөйләмәүен үтенде имде.


Зөләйха әйтер: «Ҡанғандың ҡол уғланы... Беләһеңдер, изге даям, һин дә уны?
Был хәлдәргә ул төшөрҙө, бел һин шуны,
Уның ғишҡы мине шулай итте имде».


Дая әйтте: «Хәлең мөшкөл икән, һиҙҙем.
Ниңә белдермәйенсә һаман да түҙҙең?
Мәслихәт эш эшләп, ризаландыр үҙен,
Шулай моратыңа ирешерһең имде.


Ғашиҡлыҡ ғашиҡҡа һәр саҡ бәлә булыр, Мәғшуҡтың теләге гел генә шул булыр,
Ғашиҡ күңеле көндән-көн нығыраҡ һулыр,
Тәҡәте лә, ҡөҙрәте лә ҡалмаҫ имде.


Йә, хужам, ғашиҡ хәле еңел булмаҫ,
Табибтар ҙа ул дәрткә дарман тапмаҫ,
Ғәләм ҡыуанғанда ла ғашиҡ көлмәҫ,—
Һәр саҡ һөйгәненең ҡайғыһын тотор имде».


Зөләйха әйтер: «Эй даям, бик раҫ әйтәһең
һүҙең,
Бигерәк мәслихәтле булды әйткән һүҙең,
Минең өсөн ни эшләргә уйлайһың бөгөн?
Юҡһа был сирем үлтерер имде.


Ни ҡушһаң да миңә, хәҙер шуны ҡылам,
Һинең әмереңә бөтөнләй буйһонам,
Бәлки, был ауырыуымдан да ҡотолам,
Баштағы моратыма ирешһәм имде!»


Дая әйтте: «Малыңды тотоу кәрәк,
Ғашиҡ кешегә мал фиҙа ҡылыу кәрәк,
Хазина-малды күңелдән ҡыуыу кәрәк,
Ғашиҡ икәнһең, байлығыңдан төңөл имде».


Ҡатын әйтте даяға: «Йә, риза булдым,
һинең егет-кәңәштәреңә буйһондом,
Мал-мөлкәттең барыһын фиҙа ҡылдым,
Минең өсөн ни ҡылһаң да — ҡылғыл имде».


Дая әйтте: «Төҙөүселәр хәҙер килһен,
Һиңә лайыҡ бер һарай төҙөп бирһен,
Шулай булһын: күргән берәү хайран
ҡалһын,
Эсе ғәжәп төрлө нағыш булһын имде.


Төрлө-төрлө терәктәр унда торһон,
Уларҙың бер нисәһе аҡыҡ булһын,
Бағананың бер нисәһе бәллүр булһын,
Ҡайһылары ынйы-мәрйендән булһын имде.


Ул терәктәрҙең төбөндә ҡыуаҡ үҫһен,
Сыбыҡтары барыһы ла алтын булһын,
Терәктәр араһына үгеҙ ҡуйылһын,
Улары инде көмөштән булһын имде.


Саф ҡыҙыл алтындан берәй ат яһалһын,
Гәүһәр, яҡут менән матур биҙәкләнһен,
Эргәһендә төрлө-төрлө ағастар эшләнһен, Емештәре тик алтындан булһын имде.


Ул ағастар өҫтөнә ҡош ҡундырылһын, Ҡоштарҙың һәр береһе бер төрлө булһын, Һарайҙың эҫтәре шундай матурланһын,
Һәммәһе лә һандал-гөлдән булһын имде.


Ул һарайҙы шулай итеп эшләһендәр,
төрлө нағыш менән биҙәһендәр. Диуарҙарын бәллүр менән кәпләһендәр,
Алтын-көмөш менән балҡып торһон имде.


Уның эсенә йомшаҡ ебәк түшәһендәр,
Гәүһәрҙән кәндилдәр яндырһындар,
Ғәнбәр, мишек, зәғфрандар төтәтһендәр,
Биҙәкле лә, хуш еҫле лә булһын имде.


Түшәме лә һүрәттәр менән биҙәлһен,
Дүрт диуарға ла рәсемдәр төшөрөлһөн,
Йософ һүрәте лә араһында булһын,
Үҙеңдең дә йөҙ-һының сағылһын имде.


Тап уртала зиннәтле тәхет ҡуйҙырып,
Иңеңә иң затлы кейемдәрең һалып,
Башыңа тейешле матур таж кейеп,
Тәхет өҫтөндә балҡып ултыр имде.


Ҡарауаштар хеҙмәтеңә әҙер торһон,
Ҡыҙыл алтын һауыттар тотоп торһон,
Мишек-ғәнбәр еҫтәре лә аңҡып торһон,
Көмбәҙе ҡыҙыл алтындан булһын имде.


Йософто саҡыртып алдыр, шундуҡ килһен,
Килеү менән был ғәжәпкә күҙен һалһын,
Күргәс тә ихтыярһыҙ аптырап ҡалһын,
Бөтә сабырлығы шунда бөтһөн имде.


Көтмәгәндә генә шунда һине күрер,
Өмөт бар: буйһонор тамам, әсир булыр,
Башыңдағы дәртеңә лә дарман булыр,
Моратыңа ирешерһең шунда имде».


Зөләйха дая кәңәшен ҡабул итте,
Ләкин ауырыу көсәйҙе, хәле бөттө,
Ғәзиз бер көндө килгәнендә белеште:
«Һинең сиреңдең сәбәбе ниҙә имде?»


Хатын әйтер: «Төҙөүселәреңде саҡыр,
Миңә лайыҡ матур һарай хәҙер һалдыр,
Һарай эсенә ғәжәп нағыштар һалдыр,
Төрлө һыуҙар эсендә ағып торһон имде».


Ахырҙа Ҡәнзәфәр үҙе әмерен ҡылды,
Биҙәүселәр, оҫталар ҙа күп йыйылды,
Биҙәлгән һәм күркәм һарай ҙа һалынды. Оҫталарҙың барыһы ла унда имде.


Зөләйха ынйы-мәрйенләп сәсен үрҙе,
Ынйы-мәрйен бик матурланы үҙен,
Батша киткәс, Зөләйха һарайға керҙе,
Йөҙ нуры һарай эсенә бөркөлөр имде.


Өҫтөнө ул затлы ебәк күлдәк кейҙе,
Биҙәкләнгән тажды башына ҡуйҙы,
Менәүәр тәхеткә ултырырға булды,
Йөҙөнән яҡты нурҙар ағылыр имде.


Йософто килтерергә ҡушҡас, барҙылар,
Һарайға тиҙ килергә, тип саҡырҙылар,
Аңламағанға вайымһыҙ ине — алданылар,
Беҙгә ғәзиз ҡушты, тип әйттеләр имде.


Ҡабаланып һарайға Йософ килде,
Тәхеттә балҡып ҡатын ултыра ине.
Абайланы һәм шунда уҡ кире дүнде,
Һиҙенде лә ҡасыу яғын ҡарар имде.


Зөләйха был хәлде һиҙеп ҡалыуы менән,
Йософ хәүефләнеп кирегә китеү менән,
Ниңә килгәненә үкенә башлау менән,
Ете ишек биктәрен бикләне имде.


Ҡаш һикертер, күҙен ҡыҫыр, һүҙен һөйләр, Һөйләгәндә тынынан хуш еҫ аңҡыр,
Үҙе йәннәт нурҙарына оҡшап ҡалыр,
Ауыҙында ынйы тештәр йылтырар имде.


Йософ әйтер: «Эй хоҙайым — хоҙаүәндә,
Һинең хөкөмөңә килтерҙе мине бында,
Был фетнәгә төшкән ҡолға сабыр ҡайҙа? Ҡөҙрәтең менән сабырлыҡ биргел имде».


Бәс, Йософто Зөләйха етәкләп алды,
Ғашиҡ булғанын асып, әйтеп һалды,
Һөйөнөп, Йософтоң ҡулынан алды,
Көс менән үҙенә таба тартыр имде:


«Мин һине бала саҡта төшөмдә күрҙем,
Шунан бирле матурлығыңа ғашиҡ булдың,
Нисә йылдан бирле теләгем ҡабул булды Моратыма бөгөн ирешермен имде».


Ҡасып тотто Зөләйха Йософтоң ҡулын,
Баҫып тора, тулған айҙай балҡып нуры,
Ә Йософ иһә эҙләй ҡотолоу юлын,
«Ҡотҡарсы», тип хоҙайға ялбарыр имде.


Йософ уйлар: «Аулаҡ һарай биҙәттергән,
Хур ҡыҙы кеүек үҙе биҙәнгән-төҙәнгән,
Шайтан-иблес аҙҙырыуына бирелгән,
Мәкер-хәйләләрҙән, аллам, һаҡла имде.


Эй, хоҙайым, әгәр улай була ҡалһа,
Иблес-ләғин күреп, эсе бошонмаһа,
Әгәр һинән берәй ярҙам килмәй ҡалһа,
Атам Яҡуп оятсылыҡ күрер имде».


«Тоғролоҡ бир», тип Йософ ҡабатланы. Сабырлығын, тоғролоғон ныҡ һаҡланы,
Тунының ете төймәһен ысҡындырманы,
«Аллам, һаҡла», тип хаҡҡа һыйына имде.


Халиҡ: «Ярҙамыма мөрәжәғәт иттең,
Һәр ваҡытта мине ярҙамсың тип белдең,
ҡайғырма, михнәттәрҙә ярҙам алдың,
Әле лә ҡотҡарам, хөрмәтле итәм имде».


Йософ әйтер: «Ҡатын, ебәр, ҡулымды
алайым,
Боҙоҡлоҡ эшләп, хаҡҡа гонаһлы булмайым,
Яҙыҡ эштәр менән бысранмайым,
Шайтандар ҡотҡоһонан арындыр имде».


Бәс, Зөләйха Йософҡа ҡаршы торҙо,
Матурлығын бер туҡтауһыҙ маҡтай бирҙе, Сибәрлеген берәм-берәм һанап теҙҙе,
Маҡтауынан маҡтауы арта бара имде.


Зөләйха әйтер: «Эй миһырбанлы,
һөймәлекле,
Холҡоң һәйбәт, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы,
Ҡауышыу ниәтләп һарайҙы биҙәттем,
Һарай биҙәктәренә күҙ һал имде».


Йософ баҡһа, күрҙе һарай матурлығын, Маҡтамайынса түҙә алманы үҙен,
Ул һорай ҡуйҙы батшаның ҡайҙалығын,
«Ниңә хатыны менән бергә түгел икән
имде?»


Зөләйха Йософҡа ошолай яуап бирер:
«Ғәзиздең был һарайҙа ни эше бар?
Был һарайҙың нағыш-биҙәге һиңә оҡшар,
Сөнки тик һинең өсөн төҙөлгән имде.


Ошо һарайҙың матурлығы һиңә лайыҡ,
Һис арттырып һөйләмәйем, һүҙем аныҡ,
Фиғылың хуш, ғишҡың көслө, һүҙең татлы,
Ғашиҡ булып, һиңә әсир төштөм имде».


Йософ әйтер: «Ғәзиз мине һатып алды,
Минең фиғыл-холҡом уға оҡшап ҡалды,
Мине бит уғыллыҡҡа ҡабул ҡылды,—
Мин атама нисек хыянат итәм имде?


Хыянат эшләүсене халиҡ һөймәҫ,
Дошмандарына ғазабын һис кәметмәҫ.
Ярҙам һораусыларҙы ул ситкә типмәҫ,
Сабыр иткел һәм аллаға ялбар имде».


Зөләйха ул һүҙҙәрҙе һис аңламаҫ,
Йософтан да төңөлмәҫ, һис тыңламаҫ,
Уға лайыҡ һис бер генә һүҙ ҙә һөйләмәҫ,
Үҙ һүҙен генә ҡабатлай бирә имде.


Һүҙе һайын Йософҡа маҡтау яңғырар,
Ҡауышыуҙы уйлап, ниәтендә ҡаты торор,
Түбәнселек менән инәлер, ялбарыр,
Матурлығын берәм-берәм һанар имде.


Әйтер ки: «Эй Йософ, һинең һүҙең татлы, Ялҡмайынса тыңлау өсөн ул рәхәтле,
Йөҙөң латиф, әйткән һүҙең мөрәүәтле,
Ишетһәм дә, рәхәтем ныҡ артыр имде.


Күрешеүҙәр — йөрәгемә йән рәхәте,
Гүзәллегең ҡояш кеүек, ғишҡың ҡаты,
Буй-һының таң ҡалырлыҡ, һүҙең мәргән,
Хәнйәр кеүек йәнемде киҫер имде.


Һиңә оҡшаш берәүҙе донъяла белмәҫмен,
Бер миҙгел һинһеҙ тора алмаҫмын,
Һинән айырылып бер үҙем түҙә алмаҫмын—
Айырылһам, йәнем тынғылыҡ тапмаҫ имде.


Яңы тыуған айға оҡшаш ҡаштарың бар,
Ынйыларға оҡшаш матур тештәрең бар,
Мишек-йофар еҫе килгән сәстәрең бар,
Үрергә үҙ ҡулым менән лайыҡ имде.


Ғәжәп нәфис ҡара бөҙрә толомоң бар,
Кешелекле, итәғәтле һүҙҙәрең бар,
Бер һирпелһә, йөрәк һыйырлыҡ
күҙҙәрең бар,
Керпектәрең йәнемә ҡаҙалыр имде.
Әйткәнең хуш, телең асыҡ, яғымлы күҙ,
Буйың матур, үҙең яҡшы, һының төп-төҙ.
Тағы ғәжәйеп баш-ҡул, менәүәр йөҙ
Күк эйәһе һиңә яҙмыш иткән имде.


Яҡутҡа оҡшаштыр һинең яңаҡтарың,
Йәш алманан нәфисерәк эйәктәрең,
Бал-шәкәрҙән татлыраҡтыр ирендәрең,
Эйәктәрең күңелемде үртәр имде.


Яңы бөккән тал сыбыҡтай бармаҡтарың,
Ынйы-мәрйендәй теҙелмеш тырнаҡтарың. Камфурҙан да ағыраҡтыр беләктәрең.
Ҡулдарың ебәктән йомшағыраҡ имде.


Хәҡиҡәт, һин ихтыярһыҙ иттең мине,
Ай-вай, ҡасан етә инде ҡауышыу көнө?
Гел даими күреп торһам ине һине,
Күрмәһәм, һис сабырлығым ҡалмаҫ имде.


Эйе, Йософ, әйткәнең хуш, үҙең ғәрле,
Һис берәү ҙә күрмәгәндер һиндәй йәрҙе,
Әҙәмиҙән тыумыш түгелһеңдер — нурлы— Аналарҙан һинең кеүек тыумаҫ имде».


Был һүҙҙәрҙе Йософ шымып тыңлап торҙо, Зөләйханың ниәттәрен асыҡ тойҙо,
Хөрмәт менән йомшаҡ ҡына яуап бирҙе,
Нәсихәт биреп, тынысландырыр имде.


Йософ әйтер: «Зөләйха, өгөтөм тыңла,
Ни әйтермен — фәһем ҡыл, ишет, аңла,
Тәндән йән айырылһа — шуны тыңла,
Күркле йөҙҙә һис бер нуры ҡалмаҫ имде.


Ҡолдарға әжәл вәғәҙәһе килеү менән,
Йән алыусы килеп йәнде алыу менән,
Йән айырылып, ҡоро кәүҙә ҡалыу менән,
Күркле йөҙҙә лә нуры ҡалмаҫ имде.


Күркле йөҙлө, кәфен урап, гүргә керһә,
Күп түгел, гүрендә тик өс көн торһа,
Әгәр дуҫы, гүргә кереп, уны күрһә,
Күреү менән, төңөлөп ҡасыр имде.


Гүр эсендә күркле йөҙҙөң күрке ҡасыр,
Йылан-сая, ҡорт-ҡырмыҫҡа уны ашар,
Ҡороҡ кеүек оҙон сәстәр өҙөлөп төшөр,
Бер ни тоймай ҡоро кәүҙә ятыр имде.


Үткер күҙҙәр ҙә унда бер ни күрмәҫтәр,
Ынйы кеүек тештәр ҙә ҡойолоп бөтөр,
Ун ике һөйәктең барыһы юҡҡа сығыр,
Ите сереп, туҙып-ҡаҡшап ятыр имде.


Гүр эсендә күркле йөҙҙәр боҙолорҙар,
Ете ағза һеңерҙәре өҙөлөрҙәр,
Йылан-сая, ҡорт-ҡырмыҫҡа теҙелерҙәр.
Ауыҙ-морон, тел-тамаҡҡа тулыр имде.


Күркле йөҙҙәр, гүргә кергәс, нуры бөтөр,
Алдаҡсы ҡол йәшерен эштән тағы нишләр? Бурыслының бурысы унда үтер,
Бынан унда бурысы барыу насар имде.


Күркле-күркһеҙ матурлығы һулыясаҡ,
Гүр эсендә бер тигеҙ ҡаласаҡтар,
Һәр кемдең нимә ҡылғанын күрәсәктәр,
Уң-һулдан ике фәрештә яҙыр имде.


Бына белдең: хәлдәр шулай була икән,
Ҡолдарына мәүлә хисап ҡыла икән,
Ҡылған эш шунда алдыңа килә икән,—
Яман эштән һаҡланырға кәрәк имде».


Зөләйха әйтер: «Минең гонаһ ҡылғаным юҡ,
Ҡурҡып, уйҙан ваз кисергә дарманым юҡ.
Айырылыу ғазабын күп татыным, хәсрәтем
суҡ,
Ҡауышыу дәрте сабырҙы алды имде.


Оҙаҡ итеп һиңә һүҙ һөйләнем,
Һиңә лайыҡ шундай матур йорт төҙөттөм,
Йәнемде йәлләмәй, хәҡиҡәт, һине һөйҙөм,
Мал-мөлкәтте һиңә фиҙа ҡылдым имде».


Йософ әйтер: «Миңә һарай һис кәрәкмәй,
Ожмах һарайына барыбер етмәй.
Ожмахтағы ниғмәттәр һис кәмемәй,
Донъя йорто — фани һарай»,— тиер имде.


Зөләйха әйтер: «Йә, Йософ, ни һанайһың,
Йәшермә, күңелеңдән ни кисерәһең?
Әйтсе миңә: һин кемдән, ниңә ҡурҡаһың?
Егетлегеңде бер күрһәт»,— тиер имде.


Йософ әйтер: «Эйе, ҡурҡамын халиҡтан,
Үҙемде шулай итеп һаҡлаймын яҙыҡтан,
Әхирәтте уйлағанға һаҡланамын,
Шуға һиңә буйһонғом килмәй имде».


Зөләйха әйтер: «Буйһонсо, Йософ, миңә,
Күпме яфа килтерҙең һин минең йәнгә,
Мин күпме яҡшылыҡтар ҡылдым бит һиңә,
Һин — хоҙайым, мин — хеҙмәтсең булам
имде».


Бәс, Зөләйха Йософтоң ҡулынан тотто,
Йософ та уға ҡарабыраҡ ылыҡты,
Шул ваҡыт халиҡтан сәләм етте:
Яҙыу булып күҙенә күренер имде.


Шул уҡ сәғәт Яҡуптан киҫәтеү килде:
«Был — зина», тип ул да ҡабатлар инде.
Күҙ алдында Яҡуп нәби пәйҙә булды,
Аят уҡып, киҫәтеү ҡабатлар имде.


Шунан атаһы Йософ алдында күренде,
«Боҙоҡ эштән нәфсеңде тый, улым»,— тине,
Уны ишеткәс, Йософҡа сабырлыҡ килде,
Ә Зөләйха Йософҡа табан атлар имде.


Шул уҡ ваҡыт бер фәрештә килеп керҙе,
Йософҡа халиҡ ҡөҙрәтен күрһәтте,
Йософтоң арҡаһынан бер һыйпаны,
Тынысланып, тәүбәгә килһен имде.


Тәңренең бер аяты иҫенә килде,
«Гонаһлы язаһын алыр»,— тигән инде,
Йософ бының ни икәнен асыҡ белде,
Алланан ғәфү, ярҙам һорар имде.


Аяттың мәғәнәһен Йософ аңлағас,
Хәүефле киҫәтеүҙәрҙе аңғарғас,
Яман эштән ҡотолорға ярҙам булғас,
Хаҡҡа ойоп, боҙоҡ эштән дүнде имде.


Зөләйха тажын һалды, тәхеттән төштө,
Килде вә Йософтоң муйынынан ҡосто,
Тоғро Йософ гонаһ эште кире ҡаҡты,
Бындай аҙғынлыҡты тәңре һөймәҫ имде.


Ул һарай эсендә сәнам тора ине,
Зөләйха уны хоҙай тип белә ине,
Кейеме менән уны Зөләйха ҡапланы,
Әйтер ки: «Хоҙайымды ҡапланым имде».


Халиҡтан Йософ шундай күрһәтмә алды,
Халиҡ Йософҡа ошондай яҡшылыҡ ҡылды,
Уҡырға татлы, йөкмәткеһе яҡшы ҡөрьән
бирҙе,
Ҡөрьәндән тоғрораҡ дуҫ-юлдаш юҡ имде.


Сәнамды ҡаплағас, Йософ аптыраны,
Зөләйханан уның сәбәбен һораны.
Зөләйха Йософҡа яуап ҡайтарҙы,
«Тәңремдән тартынамын», тиер имде.


Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, ни эш ҡылдың,
Шуның кеүекте нисек тәңре тип белдең,
Сәнамды күлдәгең менән ҡаплап ҡуйҙың?
Минең аллам нишләһәм дә күрер имде.


Сәнам — мәхлүк, яралмыш. Хаҡ-яратыусы,
Бөтә йәшерен фиғылды ла ул күреүсе,
Бер ваҡытта ла юҡ унан ҡотолоусы.
Сәнам йәнһеҙ: күрмәҫ, тоймаҫ, белмәҫ имде.


Сәнам битараф һәм кәрәк түгел ябыу,
Түбәнлек — уға алла итеп табыныу,
Изге алла бойороғона боҙоҡлоҡ ҡылыу,
Валлаһи, һис кенә лә яҡшы түгел имде.


Тәңре күрер, күргәнендә яңылышмаҫ,
Уның яҙған тәҡдирен ҡол аңлай алмаҫ.
Тәңре ебәргән уҡ юлдан һис тайпылмаҫ,
Уны ҡаза уғы тип йөрөтөрҙәр имде».


Быны ишетеп, Зөләйха мәкер ҡорҙо,
Йософҡа ғишҡы күңелендә ашып тулды,
Ҡасыр Йософ, тип ул ныҡ хәүефләнде,
Шуға ла ҡулын ебәрмәй торор имде:


«Ниңә ҡасаһың? Һарай аулаҡ түгелме ни?
Эсе гәүһәр, алтын затлы түгелме ни?
Ә үҙем һуң һиңә лайыҡ түгелме ни?
Егетлеккә дәрт-дарманың юҡмы имде?»


Йософ әйтер: «Эй хоҙайым, ҡотҡарыусым
Ҡотолорға бынан көс-ҡеүәттәр бирсе,
Ҡөҙрәтең менән үҙең, зинһар, ҡотҡарсы,
Бының мәкере сабырҙы алды имде.


Мәңгелек ҡотҡарыусыбыҙ тәңре-рахман,
Һәм рөхсәттәр биреүсе лә улдыр һаман,
Ҡөҙрәте менән Йософҡа ебәрҙе ярҙам,
Ябраилды тағы ебәрер имде.


Хәлил әйтте Ябраилға: «Эй Ябраил,
Тиҙ генә барып Йософто өгөтләп кил,
Ул һиңә лайыҡ түгел тип өйрәтеп кил,
Гонаһтан нәфсеһен тыйһын үҙе имде».


Шул сағында эргәһенә изге рух килде,
Килеү менән донъя нурына күмелде,
Хаҡ сәләмен Йософҡа шундуҡ еткерҙе,
Өгөтләп, арҡаһынан һыйпар имде.


Әйтер: «Эй, Яҡуп улы Йософ ситдыҡ,
Мәүләм һиңә ебәрҙе сәләмдәр суҡ,
Был эш һиңә лайыҡ түгелдер: төңөл, сыҡ
Яман эшкә үҙеңде бәйләмә имде».


Бәғзе тәфсирселәр әйтер: «Былдыр ялған,
Ҡөҙрәтле хаҡ Йософҡа биргән илһам:
(Михнәт сигеп, Йософ тәхеткә ултырған,
Быларын үҙең уйлап аңла имде).


мәҡамында ибне Исхаҡ,
Ибне Йәмин һағыналыр уны һәр саҡ,
Фәһем ҡыл, аңларға тырыш, уларға баҡ,
Улар ҡауышыу өмөтөн өҙмәҫтәр имде.


Ҡөҙрәтлемен, нәүбәт менән табыштырам,
Ярҙамым менән һеҙҙе лә ҡауыштырам,
Хәсрәттәре берҙәрҙе күрештерәм,
Дуҫтарҙы — шат, дошманды хур ҡылам
имде.


Ҡөҙрәт менән батшаларҙың йәнен алам,
Гүр эсенә әсирлеккә илтеп һалам,
Ҡөҙрәтлемен, тәҡдирем һиңә ҡылам,
Зөләйхаға ла иман бүләк итәм имде.


Мысырҙа оло батша буласаҡһың,
Зөләйханы никахланып аласаҡһың,
Ул — һинеке, һин — уныҡы буласаҡһың,
Ул — хатын, һин батша буласаҡһың имде».


Ә Йософ хаҡтан был хәлдәрҙе ишеткәс,
Мәүләнән бындай ишарат килеп еткәс,
Ошолайтып халиҡ изгелектәр ҡылғас,
«Ҡотҡар» тип инәлеп-ялбарыр имде.


Халиҡ әйтер: «Йөҙ төңөлтөп ҡасыу — һинән,
Ҡөҙрәт менән ете ишек асыу — минән,
Ҡотҡарамын Зөләйханың михнәтенән,
Был эштән тыйылырға ярҙам итәм имде».


Халиҡҡа һығынды ла Йософ ҡасты,
Ҡөҙрәт менән ете ишек халиҡ асты,
Сәләмәт, шатланған Йософ сапты,
Артынан Зөләйха ҡыуа төшөр имде.


Бәс, Зөләйха Йософто ҡыуып етте,
Етеү менән итәгенән ныҡлап тотто,
Йософтоң артҡы итәге йыртылып китте,
Бер-бер артлы таш ҡапҡанан сығырҙар
имде.


Ғәзиз унда торған икән, быны күрҙе:
Төҫө ҡасҡан, яуыз ине Зөләйханың йөҙө,
Хәлен һораны, ниҙер булғанын һиҙҙе,
Һорашыр, ысынын белергә теләр имде.


Зөләйха йүгереп батшаға килде,
Әйтер: «Бына шул уғланың — яуыз нәмә,
«Ниндәй яза тейер уға, үҙең билдәлә,
Төрмәгәме, әллә язамы?»—тиер имде.


Зөләйха әйтер: «Быны зинданға яптыр,
Ҡурҡытып, өгөтләп тоғро юлға баҫтыр,
Һис юғында әрлә, булмаһа, ҡысҡыр,
Әҙәпһеҙлек ҡылды бит ул»,— тиер имде.


Ғәзиз һорар: «Йә, Йософ, ни эш ҡылдың?
Ошолай насар юлға ниңә баҫтың?
Тотанаҡһыҙлыҡтан ҙур гонаһҡа баттың,
Бөтә халыҡҡа беҙҙе рисуай иттең имде».


Йософ әйтер: «Юҡ, ғәзизем, ул — гонаһлы,
Хәҡиҡәт, мин — арыумын, ул — яҙыҡлы,
Зөләйханың тануҡы юҡ, мин—тануҡлы,
Кескәй уғлан миңә шаһит булыр имде».


Ғәзиз әйтер: «Ул бит яңы ғына тыуған уғлан,
Ун ете көн элек кенә тыуған булған,
Һөйләшә алмай был йәштә һис бер инсан,
Ни һөйләп беҙгә таныҡлыҡ бирер имде?»


Йософ әйтер батшаға: «Эй олуғ батшам!
Көслөлөр, ғәйрәтлелер ул изге алла!
Ул һөйләтһә, телгә килер ошо бала —
Тоғролоғома таныҡлыҡ бирер имде».


Шунда ғәзиз хеҙмәтсегә әмер бирҙе,
Йәш баланы үҙ әсәһе алып килде,
Шунан ғәзиз баланы ҡулына алды,
Яғымлы һәм йомшаҡ итеп һорар имде.


Уғлансыҡтан һорар, әйтер: «Эй йәш сабый,
Бөтә ғәләмдәрҙә юҡтыр бала һиндәй,
Ошо хәлдә ни генә белерһең икән, сабый?
Күргәнеңде беҙгә һөйләһәң имде».


Асыҡ итеп, матур телдә бала һөйләй,
Уның ни һөйләгәнен батша тыңлай,
Телгә килеп, барыһын аптырата сабый,
Ә ул күргәнен түкмәй-сәсмәй һөйләр имде.


Уғлан әйтер: «Мин алдаҡсы була алмайым,
Ғәйбәт һөйләп, аллаға гонаһлы булмайым,
Ялған таныҡлыҡ һис бер бирә алмайым,—
Үҙ хөкөмөн изге тәңрем бирһен имде.


Эйе, ғәзиз, хәҡиҡәтте ишет минән,
Аңларға тырыш: был дәғүәнең асылы ниҙә?
Уны белергә була Йософтоң күлмәгенән,
Итәгенең арты йыртыҡ — гонаһһыҙ имде».


Шулай итеп, батша эштең асылын белде,
Йософ кейеменең йыртыҡлығын күрҙе,
Таныҡлыҡтың дөрөҫлөгөнә ышанды,
«Зөләйха, ғәйеп һиндә»,— тип орошор имде.


Ғәзиз әйтер: «Зөләйха, әйткәнең ялған.
Асыҡланды: һин икәнһең гонаһ ҡылған,
Бар, Йософтан ялын, ғәфү үтен унан,
Тәүбәгә кил, ниәтеңдән төңөл имде».


Унан һуң ғәзиз Йософто өгөтләне,
Йомшаҡ һүҙҙәрҙе Йософҡа күп һөйләне,
Был хәлгә ҡағылып, Йософтан үтенде:
«Зөләйханың серен, зинһар, һаҡла имде».


Унан инде ғәзиз тышҡа сығып китте,
Зөләйха Йософҡа мөрәжәғәт итте:
«Нисек яңы тыуған бала һөйләште?»
Был ғибрәткә ғәжәпләнеп ҡалыр имде.


Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, һин күрҙеңме,
Тәңренең ҡөҙрәтенә ышандыңмы,
Ғибрәттән, күңелең шиктән арындымы?
Хаҡ сәнғәте менән сабый һөйләшер имде».


Һарайҙа ғәйбәт таралыуы,
Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа
саҡырыуы


Мысыр ҡатын-ҡыҙҙары быны ишетте,
Күмәк араһы ғәйбәт итеп һөйләне,
Ишеткәне-ишетмәгәне йыйылышты,
Һәр береһе бер төрлө һүҙ һөйләр имде.


Зөләйха ҡолона ғашиҡ булған, имеш,
Ҡоло, уны тыңламай, тартынған, имеш.
Быны батша үҙе күреп торған, имеш.
Ҡолдо ҡыуа сыҡҡанын да күргән, имеш.


Зөләйханың ғәйбәтен сәйнәүселәр,
Һәр береһе үҙенсә һүҙ йөрөттөләр,
«Мәлик ҡатыны абруйын төшөрҙө һәм
Халыҡ араһында рисуай булды имде».


Зөләйханы тикшергән ул ҡатындың
Бер нисәһе үҙҙәре лә ғәйепләнде,
Ҡайһы береһе был ғәйептән арынды,
Барыһы халыҡҡа рисуай булыр имде.


Зөләйха ҡатындар ғәйбәтен ишетте,
Бик оло мәжлес йыйырға ҡарар итте,
Тегенән-бынан дүрт йөҙләп ҡатын килде,
Түңәрәкләп, түргә ултырырҙар имде.


Шунда Зөләйха Йософтан бик үтенде,
«Һүҙемде йыҡма, бер генә тыңла инде:
Саҡырһам, шунда уҡ килеп кер,— тине,—
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡиссаи Йософ - 5
  • Büleklär
  • Ҡиссаи Йософ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3677
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2160
    26.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 3728
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1772
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 3804
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1575
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 3703
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1737
    27.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3709
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1622
    31.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 3661
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1659
    30.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 3642
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1748
    29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 8
    Süzlärneñ gomumi sanı 2270
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1382
    29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.