LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡиссаи Йософ - 3
Süzlärneñ gomumi sanı 3804
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1575
31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Көн асылып, йыһан шатлыҡҡа тулыр имде.
Быны Малик ғибрәт сифатында күрҙе,
Бау-бығауҙарын аяҡ-ҡулдан систерҙе,
Малик һәм ҡолдары ысынлап ялбарҙы,
Малик үҙе барыһынан уҙҙырыр имде.
Насар кейемен алып, күлдәк кейҙерҙе,
Дөйәһенән төшөрөп, атҡа мендерҙе,
Олоһо-кесеһе Йософҡа ялбарҙы,
«Эй хоҙай, каруан — Йософтоҡо имде.
Барығыҙ ҙа Йософҡа буйһоноғоҙ!
Оло-кесе — барығыҙ ҙа ҡол булығыҙ!
Бынан ары уны батша тип белегеҙ!
Уның әмеренән һис сыҡмағыҙ имде!»
Һуңынан Йософ хөкөмө булды ыңғай,
Оло хөрмәт бирҙе уға мәлик хоҙай,
Һис берәү сыҡмаҫ булды бойороғонан,
Малик Дуғыр үҙе лә тыңлар имде.
Һөйләгән һайын Йософтоң фәһеме артты,
Аҡылы теүәл, теле матур, һүҙе татлы.
Йөҙөн асһа, йыһан үҙе нурға батыр,
Кеше матурлығын күреп туймаҫ имде.
Унан Белүс шәһәренә каруан керҙе,
Шәһәр халҡы барыһы ла кафыр ине,
Йософтоң матурлығын улар күрҙе —
Һәммәһе был хәлгә таң ҡалыр имде.
Йософтоң эргәһенә йыйылдылар,
Хаҡтың шундай сәнғәтенә таң ҡалдылар,
Йософ менән әңгәмә лә ойошторҙолар,
Хәл-әхүәлен яҡшылап һорарҙар имде:
«Әйт асығын: кем һине былай бар итте,
Йөҙөңдө күркәм итеп кем яратты?
Биҙәктәрен кем һалды шулай шул хәтле?
Беҙ ҙә уға ҡол булыр инек имде!»
Йософ әйтте: «Алла — мине бар һалыусы,
Ерҙә, күктә беҙ — ҡолдарҙы туйҙырыусы,
Был эштәргә лайыҡ бары уның көсө.
Беҙҙе, һеҙҙе ул яратты — белегеҙ имде!
Был һүҙҙәргә барыһы ла инандылар,
Бер аллаға барыһы ла табындылар,
Йософтоң пәйғәмбәрлеген танынылар,
Ысынлап та мөъмин булдылар имде.
* * *
Улар тағы Бәйан шәһәренә керҙе,
Халыҡ Йософтоң йөҙ күркәмлеген күрҙе,
Ҡайһы берәү Йософҡа тәре бирҙе,
Улар шул тәрегә табыналар имде.
* * *
Аҙаҡ каруан Ҡоддос шәһәренә керҙе,
Ҡоддос бәге уны төштә күргән ине,
Бөтә шәһәр халҡына әйткән ине:
«Каруан килә, сығып ҡаршылағыҙ имде!»
Ғәскәр йыйып, Ҡоддос бәге ҡаршыланы,
«Был каруандың хужаһы кем була?»— тине. Каруандыҡылар уға яуап бирҙе:
«Малик Дуғыр каруан хужаһы имде».
Ҡоддос бәге быға бик ныҡ ғәжәпләнде,
«Малик Дуғыр бынан йыл да үтер ине,
Моғайын, быйыл берәй хикмәте барҙыр —
Ҡаршыларға бойороҡ булмаҫ имде!
Хаҡ бойороп, фәрештәләр килгән ине,
Был хәлдәргә Йософҡа иш булған ине,
Һәр ваҡытта уның эргәһендә йөрөгән ине,
Тел-күҙҙән Йософто ныҡ һаҡлайҙар имде.
Әҙәм, уның менән бергә пәрей булған,
Йософ менән дә шулай бер пәрей тыуған,
Һәр кем менән парлап пәрей тыуа торған,
Әгәр үлһә, пәрей ҙә үлә торған имде.
Фәрештәләр бәккә былай яуап биргән:
«Дөрөҫ, ошоно ҡаршыларға әмер килгән,
Бар әйҙә ҡаршыларға ғәскәрең менән,
Һин төшөңдә күргән уғлан — шулдыр имде».
Был уғланды күреп, бәк бик хайран ҡалды, Фәрештәләр һөйләгәс тә аңлап алды:
«Һәммәгеҙ ҙә хөрмәтләгеҙ был уғланды,
Ҡәҙере — бөтәһенән артыҡ!»—тиер имде.
Шул уҡ сәғәт каруан эргәһенә килде,
Хөрмәт менән Йософҡа ул сәләм бирҙе,
Әҙәп менән Йософҡа: «Әйтсе беҙгә,— тине,—
Кем икәнең беҙгә мәғлүм булһын имде».
Йософ уға ошолай тип яуап бирҙе:
«Һин төшөңдә күргән кеше шул мин инде. Ҡаршылағыҙ, тип бойороҡ килгән ине,
Хәҡиҡәт, мин тап шул кеше булам имде».
Малик ишетеп был һүҙҙе ғәжәпләнде,
Ҡунаҡ итеп, үҙенә саҡырып алды,
Йософто һем юлдаштарын ололаны,
Һәммәһенә ҡәҙер-хөрмәт ҡылыр имде.
Ҡоддос бәге әйтте: «Миңә ни әйтерһең?
Миңә ниндәй өгөт-нәсихәт бирерһең?
Эй Йософ! Миңә ниҙәр тип бойорорһоң?
Ни ҡушһаң да, мин үтәргә әҙер имде».
Йософ әйтте: «Эй мәлик, һүҙемде тыңла,
Минең һүҙҙе тотоп, кер әйҙә тоғро юлға,
Һиңә нишләп утҡа, потҡа табынырға?!—
Мөъмин булып, уттан, поттан баш тарт имде.
Ул бәк әйтте: «Һүҙҙәреңде ҡабул ҡылдым,
Һин һөйләгән тәңрегә лә мин буйһондом,
Хаҡ пәйғәмбәр тип һине генә белдем,
Шулай ҙа потханаға инәйек имде».
Әгәр ул пот сәждә ҡылып, телгә килһә,
Һине күргәс, һорауыңа яуап бирһә,
Пәйғәмбәр тип, һинең менән иҫәпләшһә,
Мин, һис шикһеҙ, мөъмин булам»,— тиер
имде.
Йософ әйтер: «Риза булдым. Беҙ торайыҡ.
Икәүләшеп потханаға беҙ керәйек.
Сәнамдан хәл-әхүәлен бер һорайыҡ,
Тыңлайыҡ: ниндәй яуап бирер имде?»
Йософ менән потханаға мәлик керҙе,
Шул ваҡытта Йософто был сәнам күрҙе.
Ынтылды Йософҡа табан, сәләм бирҙе,
«Хәҡиҡәт, һин пәйғәмбәрһең!»—тиер имде.
Тағы ул сәнам Йософҡа сәждә ҡылды,
Ҡоддос мәлиге үҙе күреп ышанды,
Халиҡтың берлегенә лә ул инанды,
Мөъмин булып, тар билғауын сисер имде.
Йософҡа төрлө ниғмәт — аш килтерҙе,
Йософ, һонолоп, берәр киҫәк алып ейҙе,
Өс йөҙ туҡһан кеше тағы ейҙе, туйҙы,
Ә ниғмәттәр һис кәмемәй ҡалыр имде.
Унан Ҡоддос мәлик әйтер был Маликка:
«Ошбу беҙгә лайыҡ булыр сәрүәрлеккә,
Бер бәхәсһеҙ лайыҡ ул оло хөрмәткә,
Унан артығыраҡ кем генә булыр имде?»
Малик Дуғыр был мәликкә яуап бирҙе,
Әйтте: «Беҙҙең сәйетебеҙ — Йософ имде. Сәйетлеккә Йософ беҙҙән лайыҡ инде, Мин — Йософтоң ҡоломон»,— тиер имде.
Ҡоддос мәлиге Йософ янына килде,
Малик Дуғыр был мәликтән рөхсәт алды,
Ул шәһәрҙән кусенмәккә ниәт ҡылды,
Өгөтләп, Йософто ла күндерер имде.
Каруандар ҡыбырланы, юлға китте,
Ҡоддос мәлигенең башына етте:
«Уғлан бит ҡулыбыҙҙан ысҡынып китте,
Тиҙ ҡыуып етеп ҡулға алайыҡ имде!»
Ун ике мең кеше аттарға атланды,
Ҡыуып етеп, алып ҡайтырға ниәтләнде.
Мәлик әйтер: «Йә, Йософ, етәләр инде,
Йософ әйтер: «Һис ҡурҡма, килһендәр имде»
Бына ғәскәр Йософҡа яҡынланы,
Йософ, туҡтап, уларға ҡараш ташланы,
Уны күреп, барыһы шунда туҡтаны,
Һушын юйып, аттарынан төшөр имде.
Ун ике мең ир атынан ауып төштө,
Бөтәһенең, һушы китеп, аҡылы шашты.
Каруан күсте. Ул арала өс көн үтте,
Тегеләр һаман һушһыҙ ятырҙар имде.
Быны күреп, һәммәһе лә хайран калды,
Йософ иһә күрке менән ғорурланды,
Матурлығына Йософ шөкөрҙәр ҡылды,
«Миңә оҡшаш кеше юҡтыр,— тиер имде.—
Тыуманы һәм тыумаясаҡ оҡшаш миңә.
Һәр кемдең аҡылы шашыр, мине күрһә.
Бер күреүгә мохтаж була, бик үтенә,
Бер күрергә йәнен фиҙа ҡылыр имде».
Шул сәғәттә Ябраил да торҙо әҙер,
Шулай ҡушты Ябраилға мәлик ҡадир:
«Йә, Йософ, ялбарып ни тинең хәҙер?
Ғорурландың, халиҡ сәнғәтен күр имде».
Унынсы көн Гурус шәһәренә керҙе,
Ул шәһәр халҡы бөтәһе ен-пәрей ине,
Йософ, ниһәйәт, уларҙың йөҙөн күрҙе,—
Һәр береһе Йософтан күрклерәк имде.
Ҡол уйлаған һәр саҡта ла тура килмәҫ,
Ул шәһәрҙә Йософто һис бер кем белмәҫ, Матурлығын күрһә лә, ҡабул ҡылмаҫ.
Төҫкә-башҡа бөтәһе бик матур имде.
Һәр береһенең Йософтан йөҙө нурлы,
Һындары менәүүәр, нурҙар төрлө-төрлө,
Бөтәһенең аҡылы камил, үҙе ғәрле:
Быны күреп, Йософ бик үртәлер имде.
Халиҡтан шунда Йософҡа хәбәр килде,
«Йә, Йософ, ҡөҙрәтемде күр һин, тине,
Сабыр бул, үҙ хәлдәреңде бел һин, тине,
Күрк биреүсе, хәҡиҡәт, мин бит имде!»
Шулай, Йософ үҙ хәлен асыҡ белде,
Маһайып йөрөүенә бик үкенде.
Өҙгөләнеп, мәүләгә сәждә ҡылды,
Тәүбә ҡылып, йә раббым, тип илар имде.
Тағы ла халиҡтан ныҡлы ярҙам булды —
Йософтоң матурлығын кире бирҙе,
Тышҡы-эске күркәмлеген бергә ҡушты,
« Йә, Йософ, башыңды ҡалҡыт»,— тиер имде.
Бәс, Йософ сәждәнән башын күтәрҙе,
Ул шәһәр халҡы йософтоң йөҙөн күрҙе,
Бөтәһе лә ғәжәпләнеп үрә торҙо,
Нурын күргән ихтыярһыҙ ҡалыр имде.
* * *
Каруан был шәһәрҙән алыҫлашты,
Ниһәйәт, юл Мысырға ла яҡынлашты, Каруан Нил диңгеҙенә яҡын төштө, Малик Дуғыр Йософҡа ялбарыр имде.
Малик әйтер: «Йә, Йософ, инде һин бар,
Нил йармағы ошолор, барып һин күр,
Мәслихәт булыр, шунда һыуға һин кер,
Өҫтөндәге туҙан-тупраҡ китер имде».
Йософ Маликтың әмеренә риза булды,
Торҙо, Нил тармағына яҡын килде,
Ҡул күтәреп, халиҡҡа доға ҡылды:
«Ҡөҙрәт менән берәй пәрҙә биргел имде».
Йософ нәбиҙең доғаһы ҡабул булды,
Шул уҡ сәғәт күктән көмбәҙ пәйҙә булды,
Йософ нәби шуның эсендә һыу ҡойондо,
Уның тәнен һис бер әҙәм күрмәҫ имде.
Һыу эсендә бер балыҡ булыр ине,
Башҡа балыҡтарға ул бойороҡ бирҙе:
«Халиҡтың яратҡаны һыуыбыҙға керҙе,
Әҙәп һаҡлаң, бер кем күҙ һалмаһын имде».
Уны ишетеп бөтә балыҡ тиҙ-тиҙ ҡасты,
Оялыһы ояһына кереп ятты,
Һис береһе күҙ ҙә һалмай көтөп ятты,
Барыһы Йософҡа хөрмәт һаҡлар имде.
Ул оло балыҡ Йософҡа йәнә килде,
Үҙенең хеҙмәтен уға тәҡдим итте,
Йософ шунда ул балыҡҡа менеп алды,
Арҡаһына кирә баҫып торор имде.
Шул балыҡтың өҫтөндә ғөсөл алды,
Нуры артты баяғынан мең ҡәҙәре,
Шул сәғәттә Ябраил да килеп етте,
Хаҡ сәләмен, затлы хөллә бирер имде.
«Бына, Йософ, халиҡ һиңә ҡылды сәләм,
Әйтте: «Йософҡа һәр саҡ ярлыҡаусы булам, Һуңынан уны олуғ мәлик тә ҡылам,
Әммә ләкин сабыр булһын»,— тиер имде.
Йософ нәби йыуыныуҙы тамамлағас,
Арыуланып, таҙарынып, һыуҙан сыҡҡас,
Хөллә кейеп, күңеле шатлыҡ менән тулғас,
Йософҡа балыҡ үтенес әйтер имде.
Йософҡа әйтер һәм шунда һорар балыҡ:
«Миңә дәүләт, байлыҡ бирҙе оло халиҡ,
Ҡөҙрәте менән тағы бирҙе батшалыҡ,
Балыҡтар солтаны булам,— тиер имде.—
Балыҡтарҙың солтанымын, дәүләтлемен,
Бала өсөн, Йософ, бик тә хәсрәтлемен,
Берәй бала биреүҙе бик үтенәмен,
Шуның өсөн берәй доға ҡылһаң имде.
Халиҡ та һинең доғаңды ҡабул ҡылыр,
Ҡөҙрәте менән, бәлки, бер уғыл бирер,
Минән һуң ул уғлан һиңә доға ҡылыр,
Үлеп, мин донъялыҡтан киткәс имде».
Йософ ҡулын күтәреп доғаһын ҡылды,
Халиҡ тарафынан доға ҡабул булды,
Ул балыҡтың аҙаҡ ике улы тыуҙы,
Икеһе лә дәүләт эйәһе булыр имде.
Икеһе лә кирәмәтле булып тыуҙы:
Бере — Юнысты ҡабып йотоусы булды, Икенсеһе йөҙөктө йотоусы булды —
Йөҙөк Сөләймән пәйғәмбәрҙеке имде.
Балыҡ шунда Йософ менән хушлашты, Икәүләшеп алҡышлашып айырылышты,
Балыҡ һаубуллашып һыуға кире төштө,
Йософ Малик эргәһенә килер имде.
Йософ килде: шатланған һәм көләсләнгән,
Нуры мең ҡат арта төшкән элеккенән,
Нурҙар балҡыр өҫтөндәге кейеменән,
Ерҙән күккә нурҙан терәк ҡойған имде.
Йософтоң кире килгәнен Малик белде,
Шул ук сәғәт ҡолдарына әмер бирҙе,
Һандығынан етмеш төрлө кейем алды,
Йософ кейһен, тип алып бирер имде.
Малик Дуғыр Йософҡа ҡаршы барҙы,
Уның иңендәге кейемдәрҙе күрҙе,
Һорар: «Бындай кейемдәрҙе кем кейҙерҙе?!» Матурлығына таң ҡалып торор имде.
Йософ әйтер: «Кейемде бирҙе мәүләм,
Шулай миңә тәңрем бүләк итте дәүләт, У
нан инде күңелемә булды рәхәт,
Серемде ул минең асыҡ белә имде».
Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
Малик Дуғыр ул урындан күсеп китте,
Мысырға яп-яҡын бер ергә барып етте,
Мысыр халҡы һауанан тауыш ишетте:
«Бер ғәзиз шәхес Мысырға килә имде!
Малик Дуғыр һарайына йүгерегеҙ,
Ул уғланды бөтәгеҙ барып күрегеҙ,
Әҙәмигә оҡшамаған — һеҙ белегеҙ,
Изге фәрештәгә бик оҡшаған имде.
Уның килеүе һеҙҙең өсөн булыр ҡотло,
Аҡылы теүәл, һәр бер әйткән һүҙе татлы,
Йөҙө нурлы, холоҡтары мөрәүүәтле —
Барып күреү өсөн ашығығыҙ имде!»
Мысыр халҡы ишетеп бик һөйөнөштө,
Мотлаҡ күрергә кәрәк, тип килеште.
Оло-кесе, ир-ҡатындар йыйылышты,
Һәр береһе ҡаршы барып һорар имде.
Күп тә үтмәй, бик күп атлы ғәскәр ингән,
Барыһы ла изге фәрештәләр икән,
«Йософҡа иптәш булығыҙ» тип хаҡ әйткән,
Шуға ла Йософҡа иш булғандар имде.
Араһында Йософ килә, хөллә кейеп,
Йөҙө балҡый, тирә-яҡҡа нурын һибеп,
Килтерҙеләр Йософто шулай итеп.
Йософ уларҙан айырылып тора имде.
Мысыр халҡы, уны күргәс, булды хайран,
Әйтерҙәр: «Был түгелдер ҙә әҙәмиҙән.
Берәй изге фәрештәлер төшкән күктән».—
Барыһы ла уға сәждә ҡылыр имде.
Улар ҡасан Мысырға яҡын килде:
Төрлө аш-һыу, тәғәм — барыһы тәмләнде.
Йософ еҫе тирә-яҡтарға таралды,
Бөтә ерҙән ғәнбәр кеүек аңҡыр имде.
Малик Мысыр эсенә кереүе менән,
Һарайға Йософто индереүе менән,
Япмаһын алып, йөҙөн асыуы менән,
Һарайҙан нурҙары балҡып сығыр имде.
Уны күреп, Мысыр халҡы йыйылышты,
Һарай алдына бөтәһе өйөлөштө,
Теләктәрен Маликка еткереште:
«Ҡолоңдо сығар, күрәйек»,— тиҙәр имде.
Малик әйтер: «Моратығыҙ ҡабул булмаҫ, Һарайыма береғеҙ ҙә керә алмаҫ,
Йософтоң матурлығын да күрә алмаҫ,
Берәр динар бирмәһәгеҙ миңә имде».
Риза булып, берәр динар килтерҙеләр,
Рөхсәт алып, һарайына уҡ керҙеләр.
Йософтоң ғәжәп матурлығын күрҙеләр,
Ҡарап-күреп һис кем туя алмаҫ имде.
Икенсе көн Мысыр халҡы йәнә килде,
Ике динар ҡыҙыл алтын тотҡан ине,
Йософ йөҙөн күрергә теләйҙәр ине,
Күргәндәре хайран ҡалып торор имде.
Өсөнсө көн, дүртенсе көн, бишенсе көн... Арттырҙылар көн һайын берәр алтын,
Йософҡа бер ҡарау — уйы бар халыҡтың, Күрһәләр ҙә, матурлыҡҡа туймаҫ имде.
Шулай итеп ун көн ваҡыт үтеп китте,
Унынсы көн унар алтын улар бирҙе.
Оло-кесе — барыһы күрергә килде,
Күргәндәре һушһыҙ булып ятыр имде.
Бер нисәһе һыны матурлығын күрҙе,
Бер нисәһе эске күркәмлеген тойҙо,
Бере рәсүлийәт һыҙаттары һиҙҙе —
Һәр төркөм үҙенсә генә күрер имде.
Һүрәтен күргәндәр малын фиҙа ҡылды, Булмышын күргәндәр йәнен фиҙа ҡылды,
Егерме биш меңләп кеше шаһит булды, Рәсүлийәтен күргән — иман килтерҙе.
Унан аҙаҡ хаҡтан тағы фарман килде,
Малик Дуғыр Йософто алып инде,
Һарай эсендә алтын тәхеткә килтерҙе,
Йософто шул тәхеткә ултыртыр имде.
Һөрәнселәр өҫтән тороп ҡысҡырҙылар,
«Был уғланды кем һатып алыр?— тинеләр, Бының ҡиммәтен кем белер һуң?— тинеләр,
Кем баһаһын еткерә, шул алыр имде».
Һарай алдына халыҡ йәнә тулды,
Оло-кесе, бай-фәҡир — барыһы килде,
Хәлүәселәр, икмәк бешереүселәр өмөтләнде,
Һәр береһе «мин алһам!» тиерҙәр имде.
Бер ҡарсыҡ бер кәләп еп алып килгән,
Йософто һатып алырға ниәтләнгән.
Йософто күреү өсөн ул хәйлә ҡорған,
Шул арҡала Йософҡа бер ҡарар имде.
Риүәйәттәрҙән риүәйәт шәйлә, имеш:
Йософ эргәһенә бер ҡыҙ килгән, имеш,
Уның хаҡында күп хәбәрҙәр ишетмеш,
Йософто алырға уйлап килгән имде.
Мең дөйәгә мал-хазина тейәндергән,
Һәр карауашты берәр атҡа мендергән,
Барыһына ла затлы ебәк тун кейҙергән,
Баштарына мәрйенле таж үрер имде.
Ошо рәүештә һарайға килеп имде,
Йософтоң йөҙөнә бер күҙ һирпеп алды,
Рәсүллек нурын күреп, ул хайран ҡалды,
Хаҡ сәнғәтен, Йософ күркен аңлар имде.
Йософтан ул һораны: «Кем улы һин?
Күреп торам, ысынлап, һин ҡол түгелһең,
Әйт, йәшермә, үҙең ҡайһы ырыуҙанһың,
Ниндәй солтан улыһың?— тип һорар
имде.—
Ошо хәлдә ҡалыуың һис дөрөҫ түгел,
Ҡол итеп һатылырға һин лайыҡ түгел,
Һинең өсөн һатыулашыу — яҡшы түгел,—
Ҡайһы кеше дөрөҫ баһа бирһен имде?!
Ни өсөн ҡайғы-зарың күп, күңелең тар,
Хәсрәт-михнәт ниңә һиңә булды йәр?
Әйт һин миңә, ниндәй бының хикмәте бар,
Хәл-әхүәлеңде асыҡлап һөйлә имде.
Йыһанда һинең кеүектең булғаны юҡ,
Һиңә оҡшаш берәүҙең дә тыуғаны юҡ,
Һис берәүҙә һинекеләй сифаттар юҡ,—
Хуш килдең арабыҙға беҙҙең имде.
Хәбәр ишеткәс, бөтә малымды бирҙем,
Һине һатып алырға тип ниәтләндем,
Иҫәп-һанһыҙ мал-хазина алып килдем,
Әммә ләкин малым етмәҫ, белдем имде».
Йософ уның һүҙҙәренә яуап бирҙе,
Һүҙен ишетеп, бөтәһе хайран ҡалды.
Күҙҙәренән гәүһәр кеүек йәштәр аҡты,
Асыҡ теле йомшаҡ һүҙҙәр һөйләр имде.
Әйтер: «Минең хәлде бары халиҡ белер,
Уның хөкөмө ҡолдарына лайыҡ булыр:
Ни ҡылһа ла, тап үҙенә лайыҡ булыр:
Был тәҡдирҙе миңә ул үҙе бирҙе имде.
Ҡөҙрәте менән мине хоҙай бар итте,
Ошоноң кеүек матурлыҡты яратты,
Был ҡазаны өҫтөмә үҙе йөкмәтте —
Уның хөкөмөн һис берәү белмәҫ имде.
Һиңә ҡол кәрәк булһа, әйҙә һатып ал,
Күпме хаҡҡа лайыҡ тиһәң, шуны һин һал,
Әгәр байлығың етмәһә, азатлыҡ ал!
Төпсөнөп һин башҡаһын һорама имде».
Быны ишетеп, Йософтоң ҡулын алды,
Шулай итеп, Талут ҡыҙы мөъмин булды,
Йософ уға мосолманлыҡ иғлан ҡылды,
Асыҡ телдән саф иманын бирер имде.
Мәүлә хәлил мәғрифәтен лайыҡ ҡылды,
Малын ҡыҙ фәҡирҙәргә өләшеп бирҙе,
Үҙе ғибәҙәханаға барып керҙе,
Бөтә ғүмерен ошонда үткәрер имде.
Халиҡтан мәғрифәт рәхмәтен алды,
Унан һуң да эше гел табыныу булды, Гонаһтарының барыһын хаҡ ғәфү ҡылды,
Көндән-көнгә ошо хәлдә булыр имде.
Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
Ҡолаҡ тотоп, тыңлағыҙ ошо һүҙҙе:
Был — Зөләйха, мәликзада, Таймус ҡыҙы.
Тулған айҙан балҡып тора уның йөҙө,
Ожмахтағы хур ҡыҙына оҡшар имде.
Ул Таймус — оло мәлик, Мәғриб эйәһе,
Йөҙ мең ирҙән артығыраҡ хеҙмәтсеһе.
Күк хужаһы ҡушыуынса, байлыҡ эйәһе,
Донъяла иң оло мәлик булыр имде.
Байлыҡтары менән донъя тулған имеш,
Батша үҙе поттарға табына, имеш,
Ә Зөләйха — уның яратҡан ҡыҙы имеш —
Был хәлдәрҙең асылын да аңла имде!
Зөләйха мәлик Таймустың ҡыҙы ине,
Яҫтығы атаһының тубығы ине.
Йософ һынын төшөндә бер күргән ине,
Һүрәтте ысын икән тип белде имде.
Яҡуп Йософто нисек яратҡан булһа,
Йософ Яҡуп алдынан төшмәгән булһа,
Зөләйха ла атаһына ғәзиз инде,
Бәлки, күпкә артығыраҡ һөйөр имде.
Зөләйха бер көндө йоҡлап ята ине,
Йософ һүрәте тағы төшөнә инде.
Күреү менән был юлы ғашиҡ булды,
Зөләйха илап уянып китер имде.
Атаһы ҡыҙынан һорар: «Ни илайһың?
Күңелеңдә ни кисерәң, ни теләйһең?
Төшөңдә ниҙәр күреп борсолаһың?
Бөтәһен дә ҡалдырмай һөйләп бир имде».
Зөләйха әйтер: «Мин ятып торған инем,
Төшөмдә бик гүзәл һүрәтте күрҙем,
Уянһам — һүрәт юғалды, мин бер үҙем,
Шул сәбәптән илап ултырамын имде.
Ул һүрәт күҙем алдына асыҡ килде,
Хәтерем шашты, вә фәһемемде алды.
Аҡылымды, сабырымды йыйып алды,—
Күңелем, нәфсем тик шуны теләр имде».
Атаһы әйтер: «Мин үҙем күрһәм ине,
Уның ҡайҙалығын да эҙләтеп тапһам ине,
Малым вә мөлкәтем фиҙа ҡылыр инем,
Уны-һине ҡауыштырыр өсөн имде».
Зөләйха йоҡонан тамам мәхрүм ҡалды,
Ай кеүек күркле йөҙҙәре ныҡ һурыҡты,
Эсмәй, ашамай һис бер ниндәй ризыҡты,
Көнө-төнө, Йософ, тиеп илар имде.
Ошо хәлдә тағы ла бер йыл уҙҙы,
Зөләйха теге һүрәтте йәнә күрҙе,
Был юлы һүрәт уға өгөт тә бирҙе:
«Өгөтөмә, Зөләйха, ышан, тыңла имде.
Шуны һин бел: мин — һинеке, һин—минеке.
Була күрмә минән башҡа һис кемдеке.
Иҫендә тот минең дә ғашиҡ икәнлекте,
Минән башҡаға күҙ ҙә һалма имде!»
Зөләйха был өгөттәргә риза булды,
Йоҡонан уянып тирә-йүнгә күҙ һалды,
Тағы ла теге һүрәт күҙҙән юғалды,—
Зөләйха ла һуштан яҙып ауыр имде.
Атаһы был хәлде күргәс, хайран ҡалды, Ғашиҡлыҡ сәбәп икәнен асыҡ белде,
дауаларға сара ҡылды,
Аҡылы килмәҫ, һис дауа килешмәҫ имде.
Аҡылы шашты, ятһа, һис йоҡо алмаҫ, Килтерһәләр, тәғәм ризыҡ ҡаба алмаҫ,
Һис берәү менән бер-ике һүҙ һөйләшмәҫ,
Бер ниндәй ҙә табиб сара тапмаҫ имде.
Өсөнсө йыл һүрәтте күрҙе йәнә,
Бик ҡаты ант биреп, инәлеп һораны:
«Әйт миңә мәҡәмеңде, ҡайҙа ул?— тине,
Мине бөтәһенән мәхрүм иттең имде».
Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, бел һин шуны:
Мин — Мысырҙың батшаһымын, мине таны. Мысырға кил, күрергә теләһәң мине,
Мысыр эсендә булырмын мин имде.
Сабырлыҡ менән эшлә һин был эште, Сабырлыҡтан башлана һәр эштең башы, Моратына тиҙ етер сабырлы кеше —
Ниәттәргә күркле сабырлыҡ кәрәк имде».
Зөләйха, быны ишетеп үрә торҙо,
Һүҙен аңлап аҡылын, фәһемен йыйҙы, Атаһына үҙенең хәлен һөйләп бирҙе, «Теләгәнем — Мысыр батшаһылыр»,—тиер имде.
Бау-бығауҙарын систерҙе, иҫе ҡайтты,
Бынан ары һөйләгәне булды татлы,
Йөҙөндә нур балҡыны, теле асылды,
Әммә үҙе гел Йософто уйлар имде.
Зөләйханың тыуған иле — Мәғриб иле,
Йыраҡ ҡына Мысырҙан уның юлы,
Әгәр ҙә атлы булһа, көнө-төнө
Алты айҙа Мәғрибкә етерҙәр имде.
Егерме бәктән килде оло яусылар,
Һөр береһенең башында алтын таждар, Килтергәндәр алтын тәре менән малдар,—
Барыһы ла Зөләйханы теләй имде.
Һәр бер мәликтән айырым яусы килде,
Зөләйханы кейәүгә димләйҙәр имде,
Ә Зөләйха атаһына әйтер инде:
«Мысыр батшаһына мине биргел имде».
Атаһы был хәбәрҙе асыҡ белде,
Яҙыу яҙып, Мысырға кеше ебәрҙе,
Яҙыуында ҡыҙы теләген белдерҙе:
«Ҡыҙым бар, шул һине генә теләр имде».
Таймус Талус улымын — белең уны,
Бер ҡыҙым бар — Зөләйха, һиңә лайыҡ,
Шундай тәҡдир ҡушҡан уға тәңре халиҡ, Теләһәң; яусыңды ебәр,— тиер имде.—
Күп солтандар һораны, ул ризалашмай,
Күңеле ятмай, береһен дә оҡшатмай,
Хәтеренән һис кенә һине сығармай,
Көнө-төнө һине генә көтөр имде.
Мин ҡыҙымды, ысынлап та, һиңә бирәм,
Мең дөйәгә йыһаздарҙан йөк тейәтәм,
Тағы ла мең ҡасырға мал йөкмәтәм,
Мең дөйәлә затлы ебәк булыр имде.
Тағы ла мең ҡарауаш эйәреп барыр,
Улар һинең һарайыңда хеҙмәт ҡылыр,
Һәр әйткәнегеҙгә буйһонорға әҙер,—
Кеме ҡытай, кеме руми булыр имде».
Ул саҡ Мысыр мәлиге Ҡәнзәфәр ине,
Илселәр яҙыу тотоп уға килде,
Уҡып, риза булды, үҙенсә хуп күрҙе,
Яуапнамәлә сәләмдәр яҙыр имде:
«Кем теләһә мине, мин дә бик теләрмен,
Йөҙ мең тапкыр һағынып ҡаршылармын,
Яҡшы теләк-хисемде фиҙа ҡылырмын, Тәҡдимегеҙ ҡабул ҡылам»,—тиер имде.
Ҡәнзәфәрҙән илселәр килеп еткәс тә,
Таймус уның яуабын ҡулына алғас та,
Ул хаттың ыңғай икәнлеген белгәс тә,
Зөләйханы Мысырға әҙерләр имде.
Мең дөйә һәм ҡасырға йөк йөкмәттерҙе.
Тағы ла мең ҡол — ҡарауаш атландырҙы,—
Зөләйха Мысырға шулай килеп керҙе,
Һарайҙа үҙ тәхетен ҡуйҙырыр имде.
Ебәк кейҙе, төҙәтенде, тажын һалды,
Күңеле асылып, хәтере шатлыҡҡа сумды,
Гүйә, айҙың ун дүртенсе көнө тыуҙы —
Йөҙө ҡояш кеүек балҡып торор имде.
«Ниһәйәт, моратыма ирештем, тиер,
Ғәзиз Мысыр батшаһын күрәм, тиер,
Бөтә малым дәрүиштәргә бирәм, тиер,
Шөкөр, бына моратыма ирештем имде».
Шул ваҡытта бәктәр менән батша килде,
Бәктәр китте, мәлик яңғыҙ тороп ҡалды,
Ә Зөләйха, уны күреп, асыуланды:
«Был ниндәй ир, ниңә ҡалды? » — тиер имде.
Ҡарауаштар Зөләйхаға яуап бирҙе:
«Мысыр ғәзизе — солтаныбыҙ инде үҙе, Хәҡиҡәт, һин теләгән Ҡәнзәфәр — үҙе, Әҙәпһеҙлек күрһәтмә»,— тиерҙәр имде.
Был һүҙҙән Зөләйханың аҡылы шашты,
Һушы китеп, тәхетенән ауып төштө,
Ҡарауаштар барыһы ла ҡайғырышты,
Быны күргәс тә Ҡәнзәфәр сығыр имде.
Ниһәйәт, Зөләйха меҫкен аңға килде,
Ниндәй хәлдә ҡалғанлығын асыҡ белде,
Ҡайғы-хәсрәттән уның йөҙө һулыны,—
Ҡарауаштар барыһы ла күрер имде.
Улар һорай: «Әйтсе, ни булды, Зөләйха?
Һинһеҙ беҙгә кәрәк түгел ошо йыһан,
Уны күреп, ауып төштөң. Ни һуң булған?
Беҙгә шуны асыҡлап һөйләһәң имде».
Зөләйха әйтер. «Йыраҡ ҡалды минең илем,
Ах, шундай хатанан ауыр минең хәлем,
Аһ, дәриға! Рәнйеүем ҙур, оҙаҡ юлым,
Алты айлыҡ михнәтем буш булды имде.
Мин төшөмдә күргәнем был ир түгел,
Тағы әйтәм: был ир миңә лайыҡ түгел,
Һис тә төштә күргәнемә оҡшаш түгел,
Аҡылы, күрке уның бындай түгел имде.
Тулған айға оҡшай ине уның йөҙө,
Бал-шәкәрҙән татлыраҡтыр әйткән һүҙе, Хәсрәтлегә рәхәт бирә ике күҙе,—
Унһыҙ миңә был йыһан хуш түгел имде.
Төшөмдә ул миңә вәғәҙәләр бирҙе,
Ни сәбәптән вәғәҙәһен үҙе боҙҙо?
Алты айлыҡ михнәттәрем юҡҡа булды,
Минең шәһәр бынан йыраҡ ҡалды имде».
Ҡарауаштар Зөләйханы йәлләнеләр,
Йылы һүҙ менән уны өгөтләнеләр,
Зөләйханы сабырлыҡҡа өндәнеләр,
«Сабырлыҡ моратыңа еткерер имде».
«Ҡайҙан беләһең, халиҡ сәбәп иткәндер,
Ул төшөң, бәлки, ысынға тура килер,
Ысынлап та, бәлки, моратың ҡабул булыр, Теләгеңде үтәү уға еңел имде».
Зөләйха өгөтләүгә шунда бирелде,
Мысырҙа торорға ахырҙа риза булды,
Берәү ошо серҙе белмәй ҡалды,
Хатта Ҡәнзәфәр үҙе лә белмәҫ имде.
Унан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте,
Мәликтән үҙен Зөләйха һаҡлап йөрөттө,
Йөҙө һулыһа ла өҙмәне өмөтөн,
Бер туҡтауһыҙ Йософто уйлар имде.
Халиҡ һаҡланы Ҡәнзәфәрҙән Зөләйханы,
Йософ өсөн һаҡлай ине — белгел уны,
Ҡәнзәфәр иһә бер ни ҙә белмәй ине,
Хәжәт төшкәндә, ен ҡыҙы килер имде.
Зөләйха Ҡәнзәфәргә буйһонмаҫ, баш бирмәҫ, Үҙен һаҡлар, уға бер ҙә яҡын килмәҫ,
Ҡәнзәфәр һаман был хәлдең асылын белмәҫ,
Ен ҡыҙын Зөләйха тип һөйөр имде.
Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханың ғишҡы яңырыуы
Унан һуң ете йыллап ваҡыт үтте,
Хәлдәр тынды, күп ай-йылдар китте,
Ниһәйәт, Йософ Мысырға килеп етте,
Мысырҙа ҡол ителеп һатылыр имде.
Өндәүселәр баҙар эсендә йүгереште,
«Был уғланды кем һатып ала?—тиеште,
Гүзәл йөҙөнән пәрҙәһен күтәреште,
Йөҙ нуры көн яҡтыһын ҡаплар имде.
Бер кеше лә уны һатып ала алманы,
Баһа биреп, уға яҡын килә алманы,
Мысыр малы уға баһа була алманы —
Бөтә ғәләм байлығы ла етмәҫ имде.
л ваҡыт Мысырҙа батша ине Ҡәнзәфәр,
Уға барып ишетелде ошо хәбәр,
Дуғыр улын хеҙмәтенә саҡырып алыр,
«Ҡолоң килтер, беҙ күрәйек»,— тиер имде.
Шул сәғәт Ҡәнзәфәр шундай әмер ҡылды: Матурлап, ҙурлап биҙәнеләр майҙанды.
Ебәк түшәк менән тулды һарай алды,
Эргәһендә ултырғыстар торор имде.
Бәктәр, Ҡәнзәфәр көрсиҙәргә ултырҙылар,
Шунда уҡ Йософто бында килтерҙеләр,
Оло-кесе барыһы хөрмәт күрһәттеләр, Майҙандағы көрсигә ултырырҙар имде.
Майҙанға Йософ килеп тә ултырҙы,
Йөҙөнөң нуры бөтә майҙанға тулды,
Зөләйха шул ваҡыт Йософто күрҙе,
Күргәс тә һушһыҙ булып төшөр имде.
Ҡарауаштар барыһы бергә йыйылды,
Иҫен юйып төшкәненә ғәжәп ҡылды,
Һорарҙар: «Ҡатын, әйтсе, нимә булды?» Китмәйенсә төбәшеп һорарҙар имде.
Зөләйха әйтер: «Ебәрегеҙ, төшәйем,
Нисә йылғы хәсрәтем менән ҡауышайым,
Айырылыу хәл-әхүәлен һорашайым,
Хәҡиҡәт, ҡауышыу көнө етте имде.
Улдыр — минең теләгем, шуны белегеҙ,
Һеҙ минең өсөн уны һатып алығыҙ,
Бар малды уның өсөн фиҙа ҡылығыҙ,
Күпме һораһалар ҙа бирегеҙ имде».
Фәрештә бар ине — Йософтоң юлдашы,
Әйтер: «Быны алһа ала тик бер кеше:
Бары батша була ала тиңе-төшө,
Батша кеүек шаһтар ала, белгел имде».
Өндәүселәр ҡаты һөрән һалдылар:
«Был уғланды кем һатып ала?»—тиҙәр,
Һөнәре бер ун төрлө, тип өҫтәнеләр,
Берәм-берәм һанап сығырҙар имде:
«Беренсенән — буйы зифа, матур үҙе,
Икенсенән, айҙай яҡты, күркле йөҙө,
Өсөнсөнән, асыҡ теле, йомшаҡ һүҙе,
Етмеш ике телде тамам белер имде.
Дүртенсенән, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, Бишенсенән, алып йөрәкле һәм һиммәтле, Алтынсынан, күптәрҙән күпкә ҡеүәтле,
Ҡырҡ ирҙән ҡеүәте артығыраҡ имде.
Етенсенән, дине тогро, дийанатлы,
Һигеҙенсе — хыянатһыҙ, аманатлы,
Туғыҙынсы — холҡо гүзәл, һүҙе ҡотло,
Унынсы — үҙе пәйғәмбәр нәҫеле имде».
Батша, быны ишетеп, хайран ҡалды,
Йософтоң матурлығына күҙен һалды,
Күргәс тә сабыры китте, һушһыҙ ҡалды,
Таң ҡалып, ғәжәпләнеп ул торор имде.
Батша әйтер: «Был уғланды миңә һатың,
Алтын-көмөш кәрәк булһа, шуны алың,
Ни баһаны һорайһың, бәйән ҡылың,
Ҡиммәтенең дәүмәлен белдерең имде».
Фәрештәләр унда ни, әҙерҙәр ине,
Йәшерен генә Дуғырға кәңәш бирҙе:
«Һәр төрлөһөнән барыһын һора, тине,
Йософ ауырлығы ҡәҙәр бирһен имде».
әйтте: «Үлсәүеңә алтын һалдыр,
Икенсе үлсәүеңә Йософто баҫтыр,
Башҡа зиннәттәреңде лә бында алдыр,
Йософ ауырлығы хәтле бирерһең имде.
Унан батша бындай шартҡа риза булды,
Шул уҡ сәғәт хазина һаҡсыһы килде,
Үлсәүенә ул биш йөҙ мең алтын һалды,
Алтын Йософ ауырлығы тартмаҫ имде.
Үлсәүенә әллә күпме алтын һалды,
Үлсәнеләр, барыбер етерлек булманы,
Хазинала алтын-көмөш тә ҡалманы.
Бөтәһен йыйғанда ла етмәҫ имде.
Атлас-ебәк, мишек-ғәнбәр — барын ҡуйҙы. Гәүһәр-яҡут, ынйы-мәрйен йәнә йыйҙы.
Бындай хаҡҡа батша аптырап ҡалды,
Бөтә байлығы Йософҡа етмәҫ имде.
Батша әйтер: «Беҙҙең сауҙа барып сыҡмаҫ, Баһаһына, шарт буйынса көсөм етмәҫ,
Ғәләм малын йыйһаң да быға етмәҫ,
Ҡалғанын һин миңә бүләк итһәң имде!»
Тәжир әйтер: «Ярай, сауҙаға ризалашам, Еткәненсә малыңды ла ҡабул ҡылам,
Етмәгәнен үҙеңә бушлай ҙа бирәм.
Был уғланды риза булып бирәм имде».
Шулай итеп, батша Йософто алды,
Малик Дуғыр ҙа ҡолона күҙен һалды,
Ҡулында пәйғәмбәрлек нурҙарын күрҙе, Һатыуына бик үкенеп торор имде.
«Ай дәриға! Ҡайҙа һуң минең дәүләтем?
Быға хәтле нисек һине белмәгәнмен?
Ҡулындағы нурын да күрмәгәнмен,—
Бөгөнгө көн уғлан ҡулдан китте имде!»
Быны Малик ғибрәт сифатында күрҙе,
Бау-бығауҙарын аяҡ-ҡулдан систерҙе,
Малик һәм ҡолдары ысынлап ялбарҙы,
Малик үҙе барыһынан уҙҙырыр имде.
Насар кейемен алып, күлдәк кейҙерҙе,
Дөйәһенән төшөрөп, атҡа мендерҙе,
Олоһо-кесеһе Йософҡа ялбарҙы,
«Эй хоҙай, каруан — Йософтоҡо имде.
Барығыҙ ҙа Йософҡа буйһоноғоҙ!
Оло-кесе — барығыҙ ҙа ҡол булығыҙ!
Бынан ары уны батша тип белегеҙ!
Уның әмеренән һис сыҡмағыҙ имде!»
Һуңынан Йософ хөкөмө булды ыңғай,
Оло хөрмәт бирҙе уға мәлик хоҙай,
Һис берәү сыҡмаҫ булды бойороғонан,
Малик Дуғыр үҙе лә тыңлар имде.
Һөйләгән һайын Йософтоң фәһеме артты,
Аҡылы теүәл, теле матур, һүҙе татлы.
Йөҙөн асһа, йыһан үҙе нурға батыр,
Кеше матурлығын күреп туймаҫ имде.
Унан Белүс шәһәренә каруан керҙе,
Шәһәр халҡы барыһы ла кафыр ине,
Йософтоң матурлығын улар күрҙе —
Һәммәһе был хәлгә таң ҡалыр имде.
Йософтоң эргәһенә йыйылдылар,
Хаҡтың шундай сәнғәтенә таң ҡалдылар,
Йософ менән әңгәмә лә ойошторҙолар,
Хәл-әхүәлен яҡшылап һорарҙар имде:
«Әйт асығын: кем һине былай бар итте,
Йөҙөңдө күркәм итеп кем яратты?
Биҙәктәрен кем һалды шулай шул хәтле?
Беҙ ҙә уға ҡол булыр инек имде!»
Йософ әйтте: «Алла — мине бар һалыусы,
Ерҙә, күктә беҙ — ҡолдарҙы туйҙырыусы,
Был эштәргә лайыҡ бары уның көсө.
Беҙҙе, һеҙҙе ул яратты — белегеҙ имде!
Был һүҙҙәргә барыһы ла инандылар,
Бер аллаға барыһы ла табындылар,
Йософтоң пәйғәмбәрлеген танынылар,
Ысынлап та мөъмин булдылар имде.
* * *
Улар тағы Бәйан шәһәренә керҙе,
Халыҡ Йософтоң йөҙ күркәмлеген күрҙе,
Ҡайһы берәү Йософҡа тәре бирҙе,
Улар шул тәрегә табыналар имде.
* * *
Аҙаҡ каруан Ҡоддос шәһәренә керҙе,
Ҡоддос бәге уны төштә күргән ине,
Бөтә шәһәр халҡына әйткән ине:
«Каруан килә, сығып ҡаршылағыҙ имде!»
Ғәскәр йыйып, Ҡоддос бәге ҡаршыланы,
«Был каруандың хужаһы кем була?»— тине. Каруандыҡылар уға яуап бирҙе:
«Малик Дуғыр каруан хужаһы имде».
Ҡоддос бәге быға бик ныҡ ғәжәпләнде,
«Малик Дуғыр бынан йыл да үтер ине,
Моғайын, быйыл берәй хикмәте барҙыр —
Ҡаршыларға бойороҡ булмаҫ имде!
Хаҡ бойороп, фәрештәләр килгән ине,
Был хәлдәргә Йософҡа иш булған ине,
Һәр ваҡытта уның эргәһендә йөрөгән ине,
Тел-күҙҙән Йософто ныҡ һаҡлайҙар имде.
Әҙәм, уның менән бергә пәрей булған,
Йософ менән дә шулай бер пәрей тыуған,
Һәр кем менән парлап пәрей тыуа торған,
Әгәр үлһә, пәрей ҙә үлә торған имде.
Фәрештәләр бәккә былай яуап биргән:
«Дөрөҫ, ошоно ҡаршыларға әмер килгән,
Бар әйҙә ҡаршыларға ғәскәрең менән,
Һин төшөңдә күргән уғлан — шулдыр имде».
Был уғланды күреп, бәк бик хайран ҡалды, Фәрештәләр һөйләгәс тә аңлап алды:
«Һәммәгеҙ ҙә хөрмәтләгеҙ был уғланды,
Ҡәҙере — бөтәһенән артыҡ!»—тиер имде.
Шул уҡ сәғәт каруан эргәһенә килде,
Хөрмәт менән Йософҡа ул сәләм бирҙе,
Әҙәп менән Йософҡа: «Әйтсе беҙгә,— тине,—
Кем икәнең беҙгә мәғлүм булһын имде».
Йософ уға ошолай тип яуап бирҙе:
«Һин төшөңдә күргән кеше шул мин инде. Ҡаршылағыҙ, тип бойороҡ килгән ине,
Хәҡиҡәт, мин тап шул кеше булам имде».
Малик ишетеп был һүҙҙе ғәжәпләнде,
Ҡунаҡ итеп, үҙенә саҡырып алды,
Йософто һем юлдаштарын ололаны,
Һәммәһенә ҡәҙер-хөрмәт ҡылыр имде.
Ҡоддос бәге әйтте: «Миңә ни әйтерһең?
Миңә ниндәй өгөт-нәсихәт бирерһең?
Эй Йософ! Миңә ниҙәр тип бойорорһоң?
Ни ҡушһаң да, мин үтәргә әҙер имде».
Йософ әйтте: «Эй мәлик, һүҙемде тыңла,
Минең һүҙҙе тотоп, кер әйҙә тоғро юлға,
Һиңә нишләп утҡа, потҡа табынырға?!—
Мөъмин булып, уттан, поттан баш тарт имде.
Ул бәк әйтте: «Һүҙҙәреңде ҡабул ҡылдым,
Һин һөйләгән тәңрегә лә мин буйһондом,
Хаҡ пәйғәмбәр тип һине генә белдем,
Шулай ҙа потханаға инәйек имде».
Әгәр ул пот сәждә ҡылып, телгә килһә,
Һине күргәс, һорауыңа яуап бирһә,
Пәйғәмбәр тип, һинең менән иҫәпләшһә,
Мин, һис шикһеҙ, мөъмин булам»,— тиер
имде.
Йософ әйтер: «Риза булдым. Беҙ торайыҡ.
Икәүләшеп потханаға беҙ керәйек.
Сәнамдан хәл-әхүәлен бер һорайыҡ,
Тыңлайыҡ: ниндәй яуап бирер имде?»
Йософ менән потханаға мәлик керҙе,
Шул ваҡытта Йософто был сәнам күрҙе.
Ынтылды Йософҡа табан, сәләм бирҙе,
«Хәҡиҡәт, һин пәйғәмбәрһең!»—тиер имде.
Тағы ул сәнам Йософҡа сәждә ҡылды,
Ҡоддос мәлиге үҙе күреп ышанды,
Халиҡтың берлегенә лә ул инанды,
Мөъмин булып, тар билғауын сисер имде.
Йософҡа төрлө ниғмәт — аш килтерҙе,
Йософ, һонолоп, берәр киҫәк алып ейҙе,
Өс йөҙ туҡһан кеше тағы ейҙе, туйҙы,
Ә ниғмәттәр һис кәмемәй ҡалыр имде.
Унан Ҡоддос мәлик әйтер был Маликка:
«Ошбу беҙгә лайыҡ булыр сәрүәрлеккә,
Бер бәхәсһеҙ лайыҡ ул оло хөрмәткә,
Унан артығыраҡ кем генә булыр имде?»
Малик Дуғыр был мәликкә яуап бирҙе,
Әйтте: «Беҙҙең сәйетебеҙ — Йософ имде. Сәйетлеккә Йософ беҙҙән лайыҡ инде, Мин — Йософтоң ҡоломон»,— тиер имде.
Ҡоддос мәлиге Йософ янына килде,
Малик Дуғыр был мәликтән рөхсәт алды,
Ул шәһәрҙән кусенмәккә ниәт ҡылды,
Өгөтләп, Йософто ла күндерер имде.
Каруандар ҡыбырланы, юлға китте,
Ҡоддос мәлигенең башына етте:
«Уғлан бит ҡулыбыҙҙан ысҡынып китте,
Тиҙ ҡыуып етеп ҡулға алайыҡ имде!»
Ун ике мең кеше аттарға атланды,
Ҡыуып етеп, алып ҡайтырға ниәтләнде.
Мәлик әйтер: «Йә, Йософ, етәләр инде,
Йософ әйтер: «Һис ҡурҡма, килһендәр имде»
Бына ғәскәр Йософҡа яҡынланы,
Йософ, туҡтап, уларға ҡараш ташланы,
Уны күреп, барыһы шунда туҡтаны,
Һушын юйып, аттарынан төшөр имде.
Ун ике мең ир атынан ауып төштө,
Бөтәһенең, һушы китеп, аҡылы шашты.
Каруан күсте. Ул арала өс көн үтте,
Тегеләр һаман һушһыҙ ятырҙар имде.
Быны күреп, һәммәһе лә хайран калды,
Йософ иһә күрке менән ғорурланды,
Матурлығына Йософ шөкөрҙәр ҡылды,
«Миңә оҡшаш кеше юҡтыр,— тиер имде.—
Тыуманы һәм тыумаясаҡ оҡшаш миңә.
Һәр кемдең аҡылы шашыр, мине күрһә.
Бер күреүгә мохтаж була, бик үтенә,
Бер күрергә йәнен фиҙа ҡылыр имде».
Шул сәғәттә Ябраил да торҙо әҙер,
Шулай ҡушты Ябраилға мәлик ҡадир:
«Йә, Йософ, ялбарып ни тинең хәҙер?
Ғорурландың, халиҡ сәнғәтен күр имде».
Унынсы көн Гурус шәһәренә керҙе,
Ул шәһәр халҡы бөтәһе ен-пәрей ине,
Йософ, ниһәйәт, уларҙың йөҙөн күрҙе,—
Һәр береһе Йософтан күрклерәк имде.
Ҡол уйлаған һәр саҡта ла тура килмәҫ,
Ул шәһәрҙә Йософто һис бер кем белмәҫ, Матурлығын күрһә лә, ҡабул ҡылмаҫ.
Төҫкә-башҡа бөтәһе бик матур имде.
Һәр береһенең Йософтан йөҙө нурлы,
Һындары менәүүәр, нурҙар төрлө-төрлө,
Бөтәһенең аҡылы камил, үҙе ғәрле:
Быны күреп, Йософ бик үртәлер имде.
Халиҡтан шунда Йософҡа хәбәр килде,
«Йә, Йософ, ҡөҙрәтемде күр һин, тине,
Сабыр бул, үҙ хәлдәреңде бел һин, тине,
Күрк биреүсе, хәҡиҡәт, мин бит имде!»
Шулай, Йософ үҙ хәлен асыҡ белде,
Маһайып йөрөүенә бик үкенде.
Өҙгөләнеп, мәүләгә сәждә ҡылды,
Тәүбә ҡылып, йә раббым, тип илар имде.
Тағы ла халиҡтан ныҡлы ярҙам булды —
Йософтоң матурлығын кире бирҙе,
Тышҡы-эске күркәмлеген бергә ҡушты,
« Йә, Йософ, башыңды ҡалҡыт»,— тиер имде.
Бәс, Йософ сәждәнән башын күтәрҙе,
Ул шәһәр халҡы йософтоң йөҙөн күрҙе,
Бөтәһе лә ғәжәпләнеп үрә торҙо,
Нурын күргән ихтыярһыҙ ҡалыр имде.
* * *
Каруан был шәһәрҙән алыҫлашты,
Ниһәйәт, юл Мысырға ла яҡынлашты, Каруан Нил диңгеҙенә яҡын төштө, Малик Дуғыр Йософҡа ялбарыр имде.
Малик әйтер: «Йә, Йософ, инде һин бар,
Нил йармағы ошолор, барып һин күр,
Мәслихәт булыр, шунда һыуға һин кер,
Өҫтөндәге туҙан-тупраҡ китер имде».
Йософ Маликтың әмеренә риза булды,
Торҙо, Нил тармағына яҡын килде,
Ҡул күтәреп, халиҡҡа доға ҡылды:
«Ҡөҙрәт менән берәй пәрҙә биргел имде».
Йософ нәбиҙең доғаһы ҡабул булды,
Шул уҡ сәғәт күктән көмбәҙ пәйҙә булды,
Йософ нәби шуның эсендә һыу ҡойондо,
Уның тәнен һис бер әҙәм күрмәҫ имде.
Һыу эсендә бер балыҡ булыр ине,
Башҡа балыҡтарға ул бойороҡ бирҙе:
«Халиҡтың яратҡаны һыуыбыҙға керҙе,
Әҙәп һаҡлаң, бер кем күҙ һалмаһын имде».
Уны ишетеп бөтә балыҡ тиҙ-тиҙ ҡасты,
Оялыһы ояһына кереп ятты,
Һис береһе күҙ ҙә һалмай көтөп ятты,
Барыһы Йософҡа хөрмәт һаҡлар имде.
Ул оло балыҡ Йософҡа йәнә килде,
Үҙенең хеҙмәтен уға тәҡдим итте,
Йософ шунда ул балыҡҡа менеп алды,
Арҡаһына кирә баҫып торор имде.
Шул балыҡтың өҫтөндә ғөсөл алды,
Нуры артты баяғынан мең ҡәҙәре,
Шул сәғәттә Ябраил да килеп етте,
Хаҡ сәләмен, затлы хөллә бирер имде.
«Бына, Йософ, халиҡ һиңә ҡылды сәләм,
Әйтте: «Йософҡа һәр саҡ ярлыҡаусы булам, Һуңынан уны олуғ мәлик тә ҡылам,
Әммә ләкин сабыр булһын»,— тиер имде.
Йософ нәби йыуыныуҙы тамамлағас,
Арыуланып, таҙарынып, һыуҙан сыҡҡас,
Хөллә кейеп, күңеле шатлыҡ менән тулғас,
Йософҡа балыҡ үтенес әйтер имде.
Йософҡа әйтер һәм шунда һорар балыҡ:
«Миңә дәүләт, байлыҡ бирҙе оло халиҡ,
Ҡөҙрәте менән тағы бирҙе батшалыҡ,
Балыҡтар солтаны булам,— тиер имде.—
Балыҡтарҙың солтанымын, дәүләтлемен,
Бала өсөн, Йософ, бик тә хәсрәтлемен,
Берәй бала биреүҙе бик үтенәмен,
Шуның өсөн берәй доға ҡылһаң имде.
Халиҡ та һинең доғаңды ҡабул ҡылыр,
Ҡөҙрәте менән, бәлки, бер уғыл бирер,
Минән һуң ул уғлан һиңә доға ҡылыр,
Үлеп, мин донъялыҡтан киткәс имде».
Йософ ҡулын күтәреп доғаһын ҡылды,
Халиҡ тарафынан доға ҡабул булды,
Ул балыҡтың аҙаҡ ике улы тыуҙы,
Икеһе лә дәүләт эйәһе булыр имде.
Икеһе лә кирәмәтле булып тыуҙы:
Бере — Юнысты ҡабып йотоусы булды, Икенсеһе йөҙөктө йотоусы булды —
Йөҙөк Сөләймән пәйғәмбәрҙеке имде.
Балыҡ шунда Йософ менән хушлашты, Икәүләшеп алҡышлашып айырылышты,
Балыҡ һаубуллашып һыуға кире төштө,
Йософ Малик эргәһенә килер имде.
Йософ килде: шатланған һәм көләсләнгән,
Нуры мең ҡат арта төшкән элеккенән,
Нурҙар балҡыр өҫтөндәге кейеменән,
Ерҙән күккә нурҙан терәк ҡойған имде.
Йософтоң кире килгәнен Малик белде,
Шул ук сәғәт ҡолдарына әмер бирҙе,
Һандығынан етмеш төрлө кейем алды,
Йософ кейһен, тип алып бирер имде.
Малик Дуғыр Йософҡа ҡаршы барҙы,
Уның иңендәге кейемдәрҙе күрҙе,
Һорар: «Бындай кейемдәрҙе кем кейҙерҙе?!» Матурлығына таң ҡалып торор имде.
Йософ әйтер: «Кейемде бирҙе мәүләм,
Шулай миңә тәңрем бүләк итте дәүләт, У
нан инде күңелемә булды рәхәт,
Серемде ул минең асыҡ белә имде».
Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
Малик Дуғыр ул урындан күсеп китте,
Мысырға яп-яҡын бер ергә барып етте,
Мысыр халҡы һауанан тауыш ишетте:
«Бер ғәзиз шәхес Мысырға килә имде!
Малик Дуғыр һарайына йүгерегеҙ,
Ул уғланды бөтәгеҙ барып күрегеҙ,
Әҙәмигә оҡшамаған — һеҙ белегеҙ,
Изге фәрештәгә бик оҡшаған имде.
Уның килеүе һеҙҙең өсөн булыр ҡотло,
Аҡылы теүәл, һәр бер әйткән һүҙе татлы,
Йөҙө нурлы, холоҡтары мөрәүүәтле —
Барып күреү өсөн ашығығыҙ имде!»
Мысыр халҡы ишетеп бик һөйөнөштө,
Мотлаҡ күрергә кәрәк, тип килеште.
Оло-кесе, ир-ҡатындар йыйылышты,
Һәр береһе ҡаршы барып һорар имде.
Күп тә үтмәй, бик күп атлы ғәскәр ингән,
Барыһы ла изге фәрештәләр икән,
«Йософҡа иптәш булығыҙ» тип хаҡ әйткән,
Шуға ла Йософҡа иш булғандар имде.
Араһында Йософ килә, хөллә кейеп,
Йөҙө балҡый, тирә-яҡҡа нурын һибеп,
Килтерҙеләр Йософто шулай итеп.
Йософ уларҙан айырылып тора имде.
Мысыр халҡы, уны күргәс, булды хайран,
Әйтерҙәр: «Был түгелдер ҙә әҙәмиҙән.
Берәй изге фәрештәлер төшкән күктән».—
Барыһы ла уға сәждә ҡылыр имде.
Улар ҡасан Мысырға яҡын килде:
Төрлө аш-һыу, тәғәм — барыһы тәмләнде.
Йософ еҫе тирә-яҡтарға таралды,
Бөтә ерҙән ғәнбәр кеүек аңҡыр имде.
Малик Мысыр эсенә кереүе менән,
Һарайға Йософто индереүе менән,
Япмаһын алып, йөҙөн асыуы менән,
Һарайҙан нурҙары балҡып сығыр имде.
Уны күреп, Мысыр халҡы йыйылышты,
Һарай алдына бөтәһе өйөлөштө,
Теләктәрен Маликка еткереште:
«Ҡолоңдо сығар, күрәйек»,— тиҙәр имде.
Малик әйтер: «Моратығыҙ ҡабул булмаҫ, Һарайыма береғеҙ ҙә керә алмаҫ,
Йософтоң матурлығын да күрә алмаҫ,
Берәр динар бирмәһәгеҙ миңә имде».
Риза булып, берәр динар килтерҙеләр,
Рөхсәт алып, һарайына уҡ керҙеләр.
Йософтоң ғәжәп матурлығын күрҙеләр,
Ҡарап-күреп һис кем туя алмаҫ имде.
Икенсе көн Мысыр халҡы йәнә килде,
Ике динар ҡыҙыл алтын тотҡан ине,
Йософ йөҙөн күрергә теләйҙәр ине,
Күргәндәре хайран ҡалып торор имде.
Өсөнсө көн, дүртенсе көн, бишенсе көн... Арттырҙылар көн һайын берәр алтын,
Йософҡа бер ҡарау — уйы бар халыҡтың, Күрһәләр ҙә, матурлыҡҡа туймаҫ имде.
Шулай итеп ун көн ваҡыт үтеп китте,
Унынсы көн унар алтын улар бирҙе.
Оло-кесе — барыһы күрергә килде,
Күргәндәре һушһыҙ булып ятыр имде.
Бер нисәһе һыны матурлығын күрҙе,
Бер нисәһе эске күркәмлеген тойҙо,
Бере рәсүлийәт һыҙаттары һиҙҙе —
Һәр төркөм үҙенсә генә күрер имде.
Һүрәтен күргәндәр малын фиҙа ҡылды, Булмышын күргәндәр йәнен фиҙа ҡылды,
Егерме биш меңләп кеше шаһит булды, Рәсүлийәтен күргән — иман килтерҙе.
Унан аҙаҡ хаҡтан тағы фарман килде,
Малик Дуғыр Йософто алып инде,
Һарай эсендә алтын тәхеткә килтерҙе,
Йософто шул тәхеткә ултыртыр имде.
Һөрәнселәр өҫтән тороп ҡысҡырҙылар,
«Был уғланды кем һатып алыр?— тинеләр, Бының ҡиммәтен кем белер һуң?— тинеләр,
Кем баһаһын еткерә, шул алыр имде».
Һарай алдына халыҡ йәнә тулды,
Оло-кесе, бай-фәҡир — барыһы килде,
Хәлүәселәр, икмәк бешереүселәр өмөтләнде,
Һәр береһе «мин алһам!» тиерҙәр имде.
Бер ҡарсыҡ бер кәләп еп алып килгән,
Йософто һатып алырға ниәтләнгән.
Йософто күреү өсөн ул хәйлә ҡорған,
Шул арҡала Йософҡа бер ҡарар имде.
Риүәйәттәрҙән риүәйәт шәйлә, имеш:
Йософ эргәһенә бер ҡыҙ килгән, имеш,
Уның хаҡында күп хәбәрҙәр ишетмеш,
Йософто алырға уйлап килгән имде.
Мең дөйәгә мал-хазина тейәндергән,
Һәр карауашты берәр атҡа мендергән,
Барыһына ла затлы ебәк тун кейҙергән,
Баштарына мәрйенле таж үрер имде.
Ошо рәүештә һарайға килеп имде,
Йософтоң йөҙөнә бер күҙ һирпеп алды,
Рәсүллек нурын күреп, ул хайран ҡалды,
Хаҡ сәнғәтен, Йософ күркен аңлар имде.
Йософтан ул һораны: «Кем улы һин?
Күреп торам, ысынлап, һин ҡол түгелһең,
Әйт, йәшермә, үҙең ҡайһы ырыуҙанһың,
Ниндәй солтан улыһың?— тип һорар
имде.—
Ошо хәлдә ҡалыуың һис дөрөҫ түгел,
Ҡол итеп һатылырға һин лайыҡ түгел,
Һинең өсөн һатыулашыу — яҡшы түгел,—
Ҡайһы кеше дөрөҫ баһа бирһен имде?!
Ни өсөн ҡайғы-зарың күп, күңелең тар,
Хәсрәт-михнәт ниңә һиңә булды йәр?
Әйт һин миңә, ниндәй бының хикмәте бар,
Хәл-әхүәлеңде асыҡлап һөйлә имде.
Йыһанда һинең кеүектең булғаны юҡ,
Һиңә оҡшаш берәүҙең дә тыуғаны юҡ,
Һис берәүҙә һинекеләй сифаттар юҡ,—
Хуш килдең арабыҙға беҙҙең имде.
Хәбәр ишеткәс, бөтә малымды бирҙем,
Һине һатып алырға тип ниәтләндем,
Иҫәп-һанһыҙ мал-хазина алып килдем,
Әммә ләкин малым етмәҫ, белдем имде».
Йософ уның һүҙҙәренә яуап бирҙе,
Һүҙен ишетеп, бөтәһе хайран ҡалды.
Күҙҙәренән гәүһәр кеүек йәштәр аҡты,
Асыҡ теле йомшаҡ һүҙҙәр һөйләр имде.
Әйтер: «Минең хәлде бары халиҡ белер,
Уның хөкөмө ҡолдарына лайыҡ булыр:
Ни ҡылһа ла, тап үҙенә лайыҡ булыр:
Был тәҡдирҙе миңә ул үҙе бирҙе имде.
Ҡөҙрәте менән мине хоҙай бар итте,
Ошоноң кеүек матурлыҡты яратты,
Был ҡазаны өҫтөмә үҙе йөкмәтте —
Уның хөкөмөн һис берәү белмәҫ имде.
Һиңә ҡол кәрәк булһа, әйҙә һатып ал,
Күпме хаҡҡа лайыҡ тиһәң, шуны һин һал,
Әгәр байлығың етмәһә, азатлыҡ ал!
Төпсөнөп һин башҡаһын һорама имде».
Быны ишетеп, Йософтоң ҡулын алды,
Шулай итеп, Талут ҡыҙы мөъмин булды,
Йософ уға мосолманлыҡ иғлан ҡылды,
Асыҡ телдән саф иманын бирер имде.
Мәүлә хәлил мәғрифәтен лайыҡ ҡылды,
Малын ҡыҙ фәҡирҙәргә өләшеп бирҙе,
Үҙе ғибәҙәханаға барып керҙе,
Бөтә ғүмерен ошонда үткәрер имде.
Халиҡтан мәғрифәт рәхмәтен алды,
Унан һуң да эше гел табыныу булды, Гонаһтарының барыһын хаҡ ғәфү ҡылды,
Көндән-көнгә ошо хәлдә булыр имде.
Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
Ҡолаҡ тотоп, тыңлағыҙ ошо һүҙҙе:
Был — Зөләйха, мәликзада, Таймус ҡыҙы.
Тулған айҙан балҡып тора уның йөҙө,
Ожмахтағы хур ҡыҙына оҡшар имде.
Ул Таймус — оло мәлик, Мәғриб эйәһе,
Йөҙ мең ирҙән артығыраҡ хеҙмәтсеһе.
Күк хужаһы ҡушыуынса, байлыҡ эйәһе,
Донъяла иң оло мәлик булыр имде.
Байлыҡтары менән донъя тулған имеш,
Батша үҙе поттарға табына, имеш,
Ә Зөләйха — уның яратҡан ҡыҙы имеш —
Был хәлдәрҙең асылын да аңла имде!
Зөләйха мәлик Таймустың ҡыҙы ине,
Яҫтығы атаһының тубығы ине.
Йософ һынын төшөндә бер күргән ине,
Һүрәтте ысын икән тип белде имде.
Яҡуп Йософто нисек яратҡан булһа,
Йософ Яҡуп алдынан төшмәгән булһа,
Зөләйха ла атаһына ғәзиз инде,
Бәлки, күпкә артығыраҡ һөйөр имде.
Зөләйха бер көндө йоҡлап ята ине,
Йософ һүрәте тағы төшөнә инде.
Күреү менән был юлы ғашиҡ булды,
Зөләйха илап уянып китер имде.
Атаһы ҡыҙынан һорар: «Ни илайһың?
Күңелеңдә ни кисерәң, ни теләйһең?
Төшөңдә ниҙәр күреп борсолаһың?
Бөтәһен дә ҡалдырмай һөйләп бир имде».
Зөләйха әйтер: «Мин ятып торған инем,
Төшөмдә бик гүзәл һүрәтте күрҙем,
Уянһам — һүрәт юғалды, мин бер үҙем,
Шул сәбәптән илап ултырамын имде.
Ул һүрәт күҙем алдына асыҡ килде,
Хәтерем шашты, вә фәһемемде алды.
Аҡылымды, сабырымды йыйып алды,—
Күңелем, нәфсем тик шуны теләр имде».
Атаһы әйтер: «Мин үҙем күрһәм ине,
Уның ҡайҙалығын да эҙләтеп тапһам ине,
Малым вә мөлкәтем фиҙа ҡылыр инем,
Уны-һине ҡауыштырыр өсөн имде».
Зөләйха йоҡонан тамам мәхрүм ҡалды,
Ай кеүек күркле йөҙҙәре ныҡ һурыҡты,
Эсмәй, ашамай һис бер ниндәй ризыҡты,
Көнө-төнө, Йософ, тиеп илар имде.
Ошо хәлдә тағы ла бер йыл уҙҙы,
Зөләйха теге һүрәтте йәнә күрҙе,
Был юлы һүрәт уға өгөт тә бирҙе:
«Өгөтөмә, Зөләйха, ышан, тыңла имде.
Шуны һин бел: мин — һинеке, һин—минеке.
Була күрмә минән башҡа һис кемдеке.
Иҫендә тот минең дә ғашиҡ икәнлекте,
Минән башҡаға күҙ ҙә һалма имде!»
Зөләйха был өгөттәргә риза булды,
Йоҡонан уянып тирә-йүнгә күҙ һалды,
Тағы ла теге һүрәт күҙҙән юғалды,—
Зөләйха ла һуштан яҙып ауыр имде.
Атаһы был хәлде күргәс, хайран ҡалды, Ғашиҡлыҡ сәбәп икәнен асыҡ белде,
дауаларға сара ҡылды,
Аҡылы килмәҫ, һис дауа килешмәҫ имде.
Аҡылы шашты, ятһа, һис йоҡо алмаҫ, Килтерһәләр, тәғәм ризыҡ ҡаба алмаҫ,
Һис берәү менән бер-ике һүҙ һөйләшмәҫ,
Бер ниндәй ҙә табиб сара тапмаҫ имде.
Өсөнсө йыл һүрәтте күрҙе йәнә,
Бик ҡаты ант биреп, инәлеп һораны:
«Әйт миңә мәҡәмеңде, ҡайҙа ул?— тине,
Мине бөтәһенән мәхрүм иттең имде».
Йософ әйтер: «Йә, Зөләйха, бел һин шуны:
Мин — Мысырҙың батшаһымын, мине таны. Мысырға кил, күрергә теләһәң мине,
Мысыр эсендә булырмын мин имде.
Сабырлыҡ менән эшлә һин был эште, Сабырлыҡтан башлана һәр эштең башы, Моратына тиҙ етер сабырлы кеше —
Ниәттәргә күркле сабырлыҡ кәрәк имде».
Зөләйха, быны ишетеп үрә торҙо,
Һүҙен аңлап аҡылын, фәһемен йыйҙы, Атаһына үҙенең хәлен һөйләп бирҙе, «Теләгәнем — Мысыр батшаһылыр»,—тиер имде.
Бау-бығауҙарын систерҙе, иҫе ҡайтты,
Бынан ары һөйләгәне булды татлы,
Йөҙөндә нур балҡыны, теле асылды,
Әммә үҙе гел Йософто уйлар имде.
Зөләйханың тыуған иле — Мәғриб иле,
Йыраҡ ҡына Мысырҙан уның юлы,
Әгәр ҙә атлы булһа, көнө-төнө
Алты айҙа Мәғрибкә етерҙәр имде.
Егерме бәктән килде оло яусылар,
Һөр береһенең башында алтын таждар, Килтергәндәр алтын тәре менән малдар,—
Барыһы ла Зөләйханы теләй имде.
Һәр бер мәликтән айырым яусы килде,
Зөләйханы кейәүгә димләйҙәр имде,
Ә Зөләйха атаһына әйтер инде:
«Мысыр батшаһына мине биргел имде».
Атаһы был хәбәрҙе асыҡ белде,
Яҙыу яҙып, Мысырға кеше ебәрҙе,
Яҙыуында ҡыҙы теләген белдерҙе:
«Ҡыҙым бар, шул һине генә теләр имде».
Таймус Талус улымын — белең уны,
Бер ҡыҙым бар — Зөләйха, һиңә лайыҡ,
Шундай тәҡдир ҡушҡан уға тәңре халиҡ, Теләһәң; яусыңды ебәр,— тиер имде.—
Күп солтандар һораны, ул ризалашмай,
Күңеле ятмай, береһен дә оҡшатмай,
Хәтеренән һис кенә һине сығармай,
Көнө-төнө һине генә көтөр имде.
Мин ҡыҙымды, ысынлап та, һиңә бирәм,
Мең дөйәгә йыһаздарҙан йөк тейәтәм,
Тағы ла мең ҡасырға мал йөкмәтәм,
Мең дөйәлә затлы ебәк булыр имде.
Тағы ла мең ҡарауаш эйәреп барыр,
Улар һинең һарайыңда хеҙмәт ҡылыр,
Һәр әйткәнегеҙгә буйһонорға әҙер,—
Кеме ҡытай, кеме руми булыр имде».
Ул саҡ Мысыр мәлиге Ҡәнзәфәр ине,
Илселәр яҙыу тотоп уға килде,
Уҡып, риза булды, үҙенсә хуп күрҙе,
Яуапнамәлә сәләмдәр яҙыр имде:
«Кем теләһә мине, мин дә бик теләрмен,
Йөҙ мең тапкыр һағынып ҡаршылармын,
Яҡшы теләк-хисемде фиҙа ҡылырмын, Тәҡдимегеҙ ҡабул ҡылам»,—тиер имде.
Ҡәнзәфәрҙән илселәр килеп еткәс тә,
Таймус уның яуабын ҡулына алғас та,
Ул хаттың ыңғай икәнлеген белгәс тә,
Зөләйханы Мысырға әҙерләр имде.
Мең дөйә һәм ҡасырға йөк йөкмәттерҙе.
Тағы ла мең ҡол — ҡарауаш атландырҙы,—
Зөләйха Мысырға шулай килеп керҙе,
Һарайҙа үҙ тәхетен ҡуйҙырыр имде.
Ебәк кейҙе, төҙәтенде, тажын һалды,
Күңеле асылып, хәтере шатлыҡҡа сумды,
Гүйә, айҙың ун дүртенсе көнө тыуҙы —
Йөҙө ҡояш кеүек балҡып торор имде.
«Ниһәйәт, моратыма ирештем, тиер,
Ғәзиз Мысыр батшаһын күрәм, тиер,
Бөтә малым дәрүиштәргә бирәм, тиер,
Шөкөр, бына моратыма ирештем имде».
Шул ваҡытта бәктәр менән батша килде,
Бәктәр китте, мәлик яңғыҙ тороп ҡалды,
Ә Зөләйха, уны күреп, асыуланды:
«Был ниндәй ир, ниңә ҡалды? » — тиер имде.
Ҡарауаштар Зөләйхаға яуап бирҙе:
«Мысыр ғәзизе — солтаныбыҙ инде үҙе, Хәҡиҡәт, һин теләгән Ҡәнзәфәр — үҙе, Әҙәпһеҙлек күрһәтмә»,— тиерҙәр имде.
Был һүҙҙән Зөләйханың аҡылы шашты,
Һушы китеп, тәхетенән ауып төштө,
Ҡарауаштар барыһы ла ҡайғырышты,
Быны күргәс тә Ҡәнзәфәр сығыр имде.
Ниһәйәт, Зөләйха меҫкен аңға килде,
Ниндәй хәлдә ҡалғанлығын асыҡ белде,
Ҡайғы-хәсрәттән уның йөҙө һулыны,—
Ҡарауаштар барыһы ла күрер имде.
Улар һорай: «Әйтсе, ни булды, Зөләйха?
Һинһеҙ беҙгә кәрәк түгел ошо йыһан,
Уны күреп, ауып төштөң. Ни һуң булған?
Беҙгә шуны асыҡлап һөйләһәң имде».
Зөләйха әйтер. «Йыраҡ ҡалды минең илем,
Ах, шундай хатанан ауыр минең хәлем,
Аһ, дәриға! Рәнйеүем ҙур, оҙаҡ юлым,
Алты айлыҡ михнәтем буш булды имде.
Мин төшөмдә күргәнем был ир түгел,
Тағы әйтәм: был ир миңә лайыҡ түгел,
Һис тә төштә күргәнемә оҡшаш түгел,
Аҡылы, күрке уның бындай түгел имде.
Тулған айға оҡшай ине уның йөҙө,
Бал-шәкәрҙән татлыраҡтыр әйткән һүҙе, Хәсрәтлегә рәхәт бирә ике күҙе,—
Унһыҙ миңә был йыһан хуш түгел имде.
Төшөмдә ул миңә вәғәҙәләр бирҙе,
Ни сәбәптән вәғәҙәһен үҙе боҙҙо?
Алты айлыҡ михнәттәрем юҡҡа булды,
Минең шәһәр бынан йыраҡ ҡалды имде».
Ҡарауаштар Зөләйханы йәлләнеләр,
Йылы һүҙ менән уны өгөтләнеләр,
Зөләйханы сабырлыҡҡа өндәнеләр,
«Сабырлыҡ моратыңа еткерер имде».
«Ҡайҙан беләһең, халиҡ сәбәп иткәндер,
Ул төшөң, бәлки, ысынға тура килер,
Ысынлап та, бәлки, моратың ҡабул булыр, Теләгеңде үтәү уға еңел имде».
Зөләйха өгөтләүгә шунда бирелде,
Мысырҙа торорға ахырҙа риза булды,
Берәү ошо серҙе белмәй ҡалды,
Хатта Ҡәнзәфәр үҙе лә белмәҫ имде.
Унан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте,
Мәликтән үҙен Зөләйха һаҡлап йөрөттө,
Йөҙө һулыһа ла өҙмәне өмөтөн,
Бер туҡтауһыҙ Йософто уйлар имде.
Халиҡ һаҡланы Ҡәнзәфәрҙән Зөләйханы,
Йософ өсөн һаҡлай ине — белгел уны,
Ҡәнзәфәр иһә бер ни ҙә белмәй ине,
Хәжәт төшкәндә, ен ҡыҙы килер имде.
Зөләйха Ҡәнзәфәргә буйһонмаҫ, баш бирмәҫ, Үҙен һаҡлар, уға бер ҙә яҡын килмәҫ,
Ҡәнзәфәр һаман был хәлдең асылын белмәҫ,
Ен ҡыҙын Зөләйха тип һөйөр имде.
Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханың ғишҡы яңырыуы
Унан һуң ете йыллап ваҡыт үтте,
Хәлдәр тынды, күп ай-йылдар китте,
Ниһәйәт, Йософ Мысырға килеп етте,
Мысырҙа ҡол ителеп һатылыр имде.
Өндәүселәр баҙар эсендә йүгереште,
«Был уғланды кем һатып ала?—тиеште,
Гүзәл йөҙөнән пәрҙәһен күтәреште,
Йөҙ нуры көн яҡтыһын ҡаплар имде.
Бер кеше лә уны һатып ала алманы,
Баһа биреп, уға яҡын килә алманы,
Мысыр малы уға баһа була алманы —
Бөтә ғәләм байлығы ла етмәҫ имде.
л ваҡыт Мысырҙа батша ине Ҡәнзәфәр,
Уға барып ишетелде ошо хәбәр,
Дуғыр улын хеҙмәтенә саҡырып алыр,
«Ҡолоң килтер, беҙ күрәйек»,— тиер имде.
Шул сәғәт Ҡәнзәфәр шундай әмер ҡылды: Матурлап, ҙурлап биҙәнеләр майҙанды.
Ебәк түшәк менән тулды һарай алды,
Эргәһендә ултырғыстар торор имде.
Бәктәр, Ҡәнзәфәр көрсиҙәргә ултырҙылар,
Шунда уҡ Йософто бында килтерҙеләр,
Оло-кесе барыһы хөрмәт күрһәттеләр, Майҙандағы көрсигә ултырырҙар имде.
Майҙанға Йософ килеп тә ултырҙы,
Йөҙөнөң нуры бөтә майҙанға тулды,
Зөләйха шул ваҡыт Йософто күрҙе,
Күргәс тә һушһыҙ булып төшөр имде.
Ҡарауаштар барыһы бергә йыйылды,
Иҫен юйып төшкәненә ғәжәп ҡылды,
Һорарҙар: «Ҡатын, әйтсе, нимә булды?» Китмәйенсә төбәшеп һорарҙар имде.
Зөләйха әйтер: «Ебәрегеҙ, төшәйем,
Нисә йылғы хәсрәтем менән ҡауышайым,
Айырылыу хәл-әхүәлен һорашайым,
Хәҡиҡәт, ҡауышыу көнө етте имде.
Улдыр — минең теләгем, шуны белегеҙ,
Һеҙ минең өсөн уны һатып алығыҙ,
Бар малды уның өсөн фиҙа ҡылығыҙ,
Күпме һораһалар ҙа бирегеҙ имде».
Фәрештә бар ине — Йософтоң юлдашы,
Әйтер: «Быны алһа ала тик бер кеше:
Бары батша була ала тиңе-төшө,
Батша кеүек шаһтар ала, белгел имде».
Өндәүселәр ҡаты һөрән һалдылар:
«Был уғланды кем һатып ала?»—тиҙәр,
Һөнәре бер ун төрлө, тип өҫтәнеләр,
Берәм-берәм һанап сығырҙар имде:
«Беренсенән — буйы зифа, матур үҙе,
Икенсенән, айҙай яҡты, күркле йөҙө,
Өсөнсөнән, асыҡ теле, йомшаҡ һүҙе,
Етмеш ике телде тамам белер имде.
Дүртенсенән, шәфҡәтле, мәрхәмәтле, Бишенсенән, алып йөрәкле һәм һиммәтле, Алтынсынан, күптәрҙән күпкә ҡеүәтле,
Ҡырҡ ирҙән ҡеүәте артығыраҡ имде.
Етенсенән, дине тогро, дийанатлы,
Һигеҙенсе — хыянатһыҙ, аманатлы,
Туғыҙынсы — холҡо гүзәл, һүҙе ҡотло,
Унынсы — үҙе пәйғәмбәр нәҫеле имде».
Батша, быны ишетеп, хайран ҡалды,
Йософтоң матурлығына күҙен һалды,
Күргәс тә сабыры китте, һушһыҙ ҡалды,
Таң ҡалып, ғәжәпләнеп ул торор имде.
Батша әйтер: «Был уғланды миңә һатың,
Алтын-көмөш кәрәк булһа, шуны алың,
Ни баһаны һорайһың, бәйән ҡылың,
Ҡиммәтенең дәүмәлен белдерең имде».
Фәрештәләр унда ни, әҙерҙәр ине,
Йәшерен генә Дуғырға кәңәш бирҙе:
«Һәр төрлөһөнән барыһын һора, тине,
Йософ ауырлығы ҡәҙәр бирһен имде».
әйтте: «Үлсәүеңә алтын һалдыр,
Икенсе үлсәүеңә Йософто баҫтыр,
Башҡа зиннәттәреңде лә бында алдыр,
Йософ ауырлығы хәтле бирерһең имде.
Унан батша бындай шартҡа риза булды,
Шул уҡ сәғәт хазина һаҡсыһы килде,
Үлсәүенә ул биш йөҙ мең алтын һалды,
Алтын Йософ ауырлығы тартмаҫ имде.
Үлсәүенә әллә күпме алтын һалды,
Үлсәнеләр, барыбер етерлек булманы,
Хазинала алтын-көмөш тә ҡалманы.
Бөтәһен йыйғанда ла етмәҫ имде.
Атлас-ебәк, мишек-ғәнбәр — барын ҡуйҙы. Гәүһәр-яҡут, ынйы-мәрйен йәнә йыйҙы.
Бындай хаҡҡа батша аптырап ҡалды,
Бөтә байлығы Йософҡа етмәҫ имде.
Батша әйтер: «Беҙҙең сауҙа барып сыҡмаҫ, Баһаһына, шарт буйынса көсөм етмәҫ,
Ғәләм малын йыйһаң да быға етмәҫ,
Ҡалғанын һин миңә бүләк итһәң имде!»
Тәжир әйтер: «Ярай, сауҙаға ризалашам, Еткәненсә малыңды ла ҡабул ҡылам,
Етмәгәнен үҙеңә бушлай ҙа бирәм.
Был уғланды риза булып бирәм имде».
Шулай итеп, батша Йософто алды,
Малик Дуғыр ҙа ҡолона күҙен һалды,
Ҡулында пәйғәмбәрлек нурҙарын күрҙе, Һатыуына бик үкенеп торор имде.
«Ай дәриға! Ҡайҙа һуң минең дәүләтем?
Быға хәтле нисек һине белмәгәнмен?
Ҡулындағы нурын да күрмәгәнмен,—
Бөгөнгө көн уғлан ҡулдан китте имде!»
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡиссаи Йософ - 4
- Büleklär
- Ҡиссаи Йософ - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3677Unikal süzlärneñ gomumi sanı 216026.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3728Unikal süzlärneñ gomumi sanı 177230.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3804Unikal süzlärneñ gomumi sanı 157531.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3703Unikal süzlärneñ gomumi sanı 173727.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3709Unikal süzlärneñ gomumi sanı 162231.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3661Unikal süzlärneñ gomumi sanı 165930.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 3642Unikal süzlärneñ gomumi sanı 174829.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡиссаи Йософ - 8Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 2270Unikal süzlärneñ gomumi sanı 138229.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.