Latin

Ҡиссаи Йософ - 2

Süzlärneñ gomumi sanı 3728
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1772
30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ул заһидтың Йософто күргеһе килде,
Ниһәйәт, доғаһы уның ҡабул булды,
Халиҡ уға оҙон ғүмер насип ҡылды,
Йософто күреү көнө лә етер имде.


Халиҡ заһидҡа: «Ваҡытың етте һинең,
Бар әйҙә, Ғад ҡойоһона кергел, тине,
Йософ ситдыҡ матурлығын күргел, тине,
Йософ унда килгәнсе, көтөп тор имде».


Килде, төштө ул заһид был ҡойоға,
Бер өҙлөкһөҙ сәждә ҡылды ул мәүләгә.
Араһында доға ҡылды ул мәүләгә,
Йософто күреү теләге менән имде.


Һәр кистә ризығы уның анар ине,
Уң яғында нурҙан кәндил яныр ине,
Уның йәше мең ике йөҙ йыл ине,
Ахырҙа ул Йософто күрер имде.


Йософтоң биленә бер еп таҡтылар,
Үҙҙәренең йөрәгенә ут яҡтылар,
Ҡойо эсенә һалырға уй тоттолар,
Ялбарыуын Йософтоң ишетмәҫтәр имде.


Йософ әйтер: «Һис бер яҙыҡ эш ҡылманым,
Һеҙ ҡурҡҡан буталсыҡ төш тә күрмәнем,
Бер ерҙә лә оятлы кеше булманым»,—
Ярлы Йософ меҫкенләнеп ялыныр имде.


Улар Йософ зарына ҡолаҡ һалманы,
Хәсрәтләнеп илауына аптыраманы,
Йәһүҙәнең кәңәшен дә тыңламаны —
Барыһының да асыуы ташыр имде.


Йософ әйтер: «Яуызлыҡты уйламағыҙ,
Шайтан ҡотҡоһона төшөп ойомағыҙ,
Шәрә итеп, тундарымды һалдырмағыҙ,
Ата хаҡын, туған хаҡын һаҡла имде.


Бөгөн үлһәм, аҙаҡ миңә кәфен кәрәк,
Әй дәриға! Кәфен булһын ошо күлдәк».
Уларҙағы һыуыҡ бәғер, ҡаты йөрәк —
Күлдәген иңенән һуйып алырҙар имде.


Биленә бер еп тағып килтерҙеләр,
Йософто шул ҡойоға төшөрҙөләр,
Шәфҡәтһеҙҙәр! Йөҙҙәрен сөйөрҙөләр,
Береһе килеп арҡанын киҫер имде.


Йософ әйтер: «Эй илаһым, бөйөк аллам,
Бисаралар өлөшө — рәхимле аллам,
Һис өмөтөм ҡалманы ағаларға,
Миңә үҙең ярҙам күрһәт»,— тиер имде.


Уны ишетеп, ҡәрҙәштәре шаштылар,
Барыһы ла хаҡҡа төбәп олоштолар,
Йыйылышып, бергәләп һөйләштеләр,
Илаһым, үҙең ярҙам бир, тиҙәр имде.


Бисаралар таянысы — мәлик-рахман,
Ҡөҙрәте менән Ябраилға ҡылды фарман:
«Йә, Ябраил, Йософҡа күрһәт һин ярҙам! —
Рисаләт мишуратын бирер имде.


Алланың хәбәрсеһе — Ябраил хәҙрәт,
Хоҙай уға биргән икән шундай ҡөҙрәт:
Ҡауышты Йософ менән шул уҡ сәғәт —
Йософто һыуға теймәҫтән үк тотор имде.


Ябраил әйтер Йософҡа: «Әй һин, уғлан,
Мәүлә һиңә ебәрҙе изге сәләм,
Пәйғәмбәрлек бүләк итә, әйҙә, ҡыуан,
Рисаләтең мөбәрәк булһын имде!»


Йософ янына Ябраил килеп еткәс,
Ябраилды Йософ үҙе лә танығас,


Хаҡтың сәләмен-ҡотлауын ҡабул ҡылғас,
Һүнгән күңеле шатланып китер имде.


Ҡойоноң иң төбөндә бер таш бар ине,
Ябраил ул ташты өҫкә сығарҙы,
Һыу өҫтөндә батмайынса был таш торҙо,
Йософ килеп, таш өҫтөнә ултырыр имде.


Таш өҫтө ебәктән дә йомшаҡ булды —
Йософ шулай халиҡтан шәфҡәт алды,
Йософтоң нуры менән ҡойо тулды,
Балҡып, нуры хатта тышҡа сығыр имде.


Йәлилдән Ябраилға килде тағы фарман,
Сәфәргә сыҡты унан, ожмахҡа табан.
Ожмахтан алып килде кейем, тәғәм,
Өҫтөнә кейеп, Йософ ашҡа тотонор имде.


Кейем кейҙе, тәғәм ейҙе, шөкөр ҡылды,
Йөҙө төрлө-төрлө нурҙар менән тулды,
Ябраилдың нуры менән бергә ҡушылды,—
Ерҙән күккә нурҙан күпер үтер имде.


Шунда ғына заһид урынынан торҙо,
Йософтоң матурлығын күҙҙәре күрҙе,
Иреште ул моратына күпме йылғы!
Күрешеп, ул хаҡҡа шөкөр әйтер имде.


Заһид әйтер: «Эй Йософ, бер ҙә ҡайғырма, Ҡәрҙәштәреңдән күңелеңде айырма,
Уларға яуыз доғалар һис та ҡылма!
Йософ һорар: «Үҙ хәлеңде һөйлә имде».


Заһид әйтер: «Китап аша тәүләп күрҙем,
Ҡарағас та йөҙөңә ғашиҡ булды.
Мең ике йөҙ йыл буйы доға ҡылдым,
Иншалла, моратыма еттем имде».


Йософҡа заһид күп кенә өгөт бирҙе,
Йософ иһә өгөттәрен бик хуп күрҙе,
Шул саҡта ғына заһидҡа әжәл килде —
Йософ тағы ҡайғыға батыр имде.


Бойорҙо Ябраилға мәүлә Йәлил:
«Йософ янына тиҙ барғыл, йә, Ябраил,
Сәләмдәремде һин еткер, өгөтләгел,
Хәтеренән ҡайғы-хәсрәтен юй имде.


Ҡойонан сығарылғас, һатыласаҡ,
Һуңынан төрлө ғәйбәткә юлығасаҡ.
Артабан зинданға ла ябыласаҡ,—
Был хәлдәргә минең әмер булыр имде.


Һуңынан бәләләрҙән дә ҡотҡарам,
Атаһына, ниһәйәт, юлыҡтырам. Дәүләтен дә, мөлкәтен дә мин арттырам — Таж вә тәхет, мәмләкәт бирәм имде.


Көнләшкәндәр хеҙмәтеңә киләсәктәр,
Оятсылыҡ, хурлыҡ кисерәсәктәр,
Үкенестә, хәсрәттә йөрөйәсәктәр,—
Йософ — бик шат, улар һыҡтап торор имде».


Шул уҡ сәғәт Ябраил Йософҡа килде,
Сәләмде, әйткән һүҙҙәрен еткерҙе,
Йософ, киләсәген аңлап, шөкөр ҡылды,
Ҡазаларға ризалығын бирер имде.


* * *


Ҡәрҙәштәре ҡайтырға ыңғайланы,
Береһе кәзә бәрәсен боғаҙланы,
Ҡанын Йософ күлдәгенә буяғыланы,
Башҡалары илай илай ҡайтыр имде.


Юл буйында яңғыҙ ағас үҫә ине,
Яҡуп шуның төбөндә көтә ине,
Һауанан, алыҫтан бер өн ишетелде,
Тыңлаһаң, «етмеш» тигән һымаҡ имде.


Яҡуп әйтер: «Әллә етмеш көнгә микән,
Әллә тағы бары етмеш айға микән,
Әллә инде хатта етмеш йылға микән
Йософомдоң кисегеүе?» — тиер имде.


Зарлы Яҡуп илай-илай юлға сығыр,
Йософтан айырылыу уты бәғ(е)рен яғыр.
Яҡуп баҡты шул тарафҡа — ауаз сығыр,
Йософто күрһәм, тип көтөп торор имде.


Күңеле зарлы, илай-илай өйгә керҙе,
Улдарының һөйләгәнен шикле күрҙе,
Йософто юҡ иткәндәрен һиҙҙе,
Намаҙ ҡылыр, үҙе илай-һыҡтай имде.


Уғландары үҙ араһы антлаштылар,
Өйгә етә үкерешеп илаштылар,
«Аһ дәриға! Йософ!— тип иңрәштеләр,
Йософобоҙҙо юғалттыҡ».— тиҙәр имде.


Яҡуп өйҙә намаҙын уҡыр ине,
Уландарының иңрәүе ишетелде,
Ҡолағына илау тауышы ярып керҙе,
Тороп, шундуҡ ҡаршыларына сығыр имде.


Уны күреп, үҙҙәре лә үкенделәр,
Тундар йыртып, сәстәр йолҡоп, бөтөндөләр,
Йософ! тип барыһы ла һыҡтанылар,
Йософобоҙҙо алдырҙыҡ, тиҙәр имде.


Уны ишетеп, Яҡуптың аҡылы шашты,
Ҡысҡырҙы, һуштан яҙып, ергә төштө.
Уны күреп, уландары ҡайғырышты,
Аһ дәриға! Хата ҡылдыҡ!— тиерҙәр имде.


Ул төн үтте, тағы ла иртә булды,
Шунда ғына меҫкен Яҡуп аңға килде,
Уландарын саҡыртып, һорау бирҙе:
«Ҡайҙа минең Йософом?» — тиер имде.


Уғландары илай-илай яуап тотто:
«Барыбыҙ күмәкләшеп берәр уҡ аттыҡ,
Уҡтарыбыҙҙы алырға тип киткән саҡта,
Йософ әйбер һаҡларға ҡалыр имде.


Кире килгәнсе әйләнеп, ҡаза килгән,
Шул ерҙә бер яуыз бүре йөрөгән,
Хәҡиҡәт, шул бүре Йософто ейгән,
Ләғнәт төшһөн уға!» — тиерҙәр имде.


Яҡуп әйтте: «Әгәр шулай булған икән,33
Бүре уны ашап һәләк иткән икән,
Ағзаларынан берәй нәмә ҡалған икән,
Табып алып, килтерегеҙ шуны имде!


Кәфенләп, мин уны гүргә һалыр инем,
Өҫтөнә матур ҡоролма ҡуйыр инек,
Үҙем Йософом эргәһендә ҡалыр инем,
Ғүмеремде шунда үткәрермен имде».


Улар әйтте: «Эй атабыҙ, күп ҡараныҡ,
Унаулашып ҡайҙарга эҙләргә барманыҡ,
Унда-бында һис нәмә таба алманыҡ,
Һәммәһен дә бүре ашап бөткән имде».


Берәүһе ҡуйындан ҡанлы күлдәк алды,
Яҡуптың алдына шуны йәйеп һалды.
Төртөп күрһәткәс тә күлдәктәге ҡанды,
Яҡуп тағы һуштан яҙып ҡолар имде.


Иҫенә килгәс, күлдәкте тотоп ҡараны,
Үбә-ҡоса, илай-илай тотҡоланы,
Бер ерендә лә йыртығын табалманы,
«Ниндәй шәфҡәтле бүре һуң?— тиер имде.—


Ҡанын эсеп, итен бөткәнсе ашағас,
Йософомдан мине шулай мәхрүм ҡылғас,
Өҫтәүенә, күлдәге лә йыртылмағас,
Берәй хикмәт барҙыр бында,— тиер имде.—


Бәс, шулай булған бит һеҙҙең теләгегеҙ,
Йософто ебәрергә үтенеүегеҙ,
Алып китеп, шунда һәләк иткәнһегеҙ!
Былай илап тороуығыҙ ялған имде.


Һүҙҙәремә бөтәгеҙ ҙә буйһоноғоҙ,
Тотоп ҡортты, бында алып килтерегеҙ,
Ҡушҡанымды үтәгеҙ һис бер һүҙһеҙ,
Был хәлдең хәҡиҡәтен беләйем имде.


Юғиһә, мин сәждә итеп, доға ҡылам:
Һеҙгә ҡаты яза бирер олуғ хоҙам;
Ул һәр ваҡыт ҡабул итә минең доғам,
Мин мәзлүм доғаһынан ҡурҡығыҙ имде».


Быны ишетеп, улар йәнә ҡуҙғалдылар.
Тауҙа бер гонаһһыҙ бүре ауланылар,
Яҡуп эргәһенә тотоп килтерҙеләр;
«Йософто ашаған бүре!» — тиҙәр имде.


Меҫкен Яҡуп ул бүрене шунда күрҙе,
Илай-илай хәсрәт менән ҡаршы барҙы.
«Йософом ҡайҙа?— тип, әсенеп һораны,—
Ниңә ейҙең Йософомдо, әйтсе имде.


Эй бүре! Ниңә ашаның, әйт, йәшермә:
Нисек бөтөн ҡалды күлдәк — аңлат миңә?
Халиҡтан ҡурҡмайынса, мин нәбигә
Хәсрәт һалып, улын һәләк иттек имде?»


Халиҡтан бүрегә шунда әмер килде,
«Исраилға һөйләп бир һин,— тине,— хәлде».
Телгә килеп, бүре ни булғанын әйтте,
Әҙәп һаҡлап, йомшаҡ һүҙен һөйләр имде.


Бүре әйтте: «Валлаһи, Йософто күрмәнем,
Уның ҡайҙа икәнен дә белмәнем.
Алла шаһит, ул тирәлә йөрөмәнем,
Мин гонаһһыҙ, ышанығыҙ миңә имде.


Һин бит үҙең алланың бер рәсүлеһең,
Хаҡ ебәргән илселәрҙең береһеһең,
Тәңре аша һин бит үҙең дә белерһең:
Пәйғәмбәрҙәр ите беҙгә харам имде.


Теләһәң, бойороҡ бир, мин барайым;
Ошо тирә бүреләрен мин йыйнайым,
Барыһын да ҡаршыңа хәҙер туплайым,—
Дөрөҫлөктө әйҙә раҫлаһындар имде.


Улар ҙа Йософто бер күрмәгәндәр,
Валлаһи, уға хаслыҡ ҡылмағандар,
Тәңрегә һис гонаһлы булмағандар,
Пәйғәмбәрҙәр ите беҙгә харам, тиҙәр имде.


Мин үҙем Мысырҙан яңы килдем,
Бер ҡәрҙәшем бар ине, шунда үлде.
Ризыҡ ҡапмағаныма ун ете көн тулды,
Хәсрәтемдән ауыҙым аҙыҡланмаҫ имде.


Хайран булдым: бер ерҙә мине тоттолар,
Золомлоҡ менән эргәңә һөйрәттеләр,
Ауыҙыма ҡайһылары ҡан һөрттөләр,—
Гонаһһыҙмын, асылын бел һин имде».


Яҡуп ҡорт һүҙенең раҫ икәнен белде,
Уҙ ҡулы менән бүрегә аш ейҙерҙе.
Әйтер: «Был ҡазаны бирҙе тәңре»,—
Доға ҡылып, ҡортҡа рөхсәт бирер имде:


«Был ҡазаны бирҙе миңә хоҙай-мәүлә, Сабырһыҙлыҡтан бөйөктәр төштө түбән.
Шуға булырмын мин сабыр-күркәм,
Сабырлыҡтан морат хасил булыр имде».


Йәһүҙә ул урынға көн дә сығыр,
Ҡойо эргәһенә барып, көн дә бағыр,
Йософ менән хәбәрләшеп, күңел баҫыр,
Үҙ хәлдәрен дә һөйләп ҡайтыр имде.


Малик Дуғырҙың төш күреүе, Йософто
ҡойонан сығарыуы, ағаларының
һатып ебәреүе



Мысыр эсендә бер бай сауҙагәр йәшәй ине,
Уның исеме Малик ибне Дуғыр ине.
Дуғыр улы Малик бер төш күргән ине,
Төш мәғәнәһен юраусынан һорар имде.


Юраусыға Малик әйтер: «Күрҙем бер төш,
Төшөмдә Ҡәнғанға китеп барам, имеш.
Ғад ҡойоһона барып етеүем булмыш —
Ҡояш, ысын, күктән ергә инер имде.


Ҡояш, хәҡиҡәт, күктән ергә һеңде,
Яғамдан сыҡты, ҡуйынымдан кереп,
Күктән яуҙы ямғыр ише ынйы-мәрйен,
Уларҙы мин итәгемә йыйҙым имде.


Бик һөйөнөп, уларҙы алдым йыйып,
Һандығыма бергә-бергә һалдым ҡуйып.
Төшөмдөң мәғәнәһен аңлауы ҡыйын.
Юраусым, йә, аңлат миңә шуны имде».


Төш юраусы саҡырҙы; «Ултыр яныма,
Мәғәнәһен асып бирәм һорауыңа.
Ике ҡыҙыл алтынды ҡуй был яғыма:
Төшөң бик мөбәрәк булһын имде.


Әгәр ҙә шундай төш күргәнһең икән,
Төшөңдә ул урынға барғанһың икән,
Хәҡиҡәт, унда дәүләткә эйәһең икән —
Бер шәриф ҡол ҡулыңа төшөр имде.


Ул ҡолдо һин шунда һатып аласаҡһың,
Аҙаҡ һатып, күп ниғмәттәр табасаҡһың,
Дәүләт-мөлкәт эйәһе буласаҡһың,
Шул сәбәптән алда рәхәтлек көтөр имде.


Ошоларҙан олуғлыҡҡа ирешерһең,
Һәм халиҡтың берлегенә төшөнөрһөң,
Кафырлыҡ михнәтенән ҡотолорһоң.
Донъя — әхирәт дәүләте — күренер имде».


Быны ишетеп, Малик Дуғыр сәфәр ҡылды,
Ҡәнған иленең эсенә килде, керҙе,
Ғад ҡойоһона еткәс, йөгөн төшөрҙө,—
Төшөндә күргәнен иҫтә тотор имде.


Ҡолдарына бойорҙо — тыңланылар,
Ул ҡойоноң тирә-яғын ҡаранылар,
Ҡабат-ҡабат эҙләй торгас, арынылар,
Малик Дуғыр үҙе лә эҙләшер имде.


Әллә ҡайҙан һауанан бер өн килде,
Дуғырҙың ҡолағына ишетелде,
Әйтте: «Теүәл илле йыл ваҡыт ҡалды
Ул уғланды алыуыңа һинең имде!


Икеләнмәй тап илле йыл ҡайтып тор һин,
Унан инде был мәҡәмгә тағы кил һин,
Ул уғланды кәм баһаға һатып ал һин,
Күп байлыҡҡа аҙаҡ үҙен һатырһың имде».


Был хәтәрҙән Малик кире ҡайтып китте,
Шунан теүәл илле йыллап ваҡыт күсте.
Дуғыр улы был ерҙәргә йәнә килде,
Вәғәҙә етте, тип бик һөйөнөр имде.


Бер нисә фәрештә килгән булған икән,
Шунда ҡоштарға улар әүерелгән икән,
Ошолайтып Йософҡа иш булған икән,
Ҡоштар булып ҡойонан сығалар имде.


Малик Дуғыр ул ҡоштарҙы унда күрҙе—
Фәрештәләр икәнен һис белмәҫ үҙе.
Был мәлдә Малик әле кафыр ине,
Уҡ алып ҡоштар атырға барыр имде.


Яҡын килгәс тә ул ҡоштар юҡҡа сыҡты,
Быны күреп, Малик Дуғыр хайран ҡалды,
Баҡты: ҡойо әсенән бер нур ағылды —
Малик һушын йыя алмай торор имде.


Шул уҡ сәғәт урынына килде йәнә,
Аңһыҙ түгел — һиҙенде был: зирәк ине.
Ике ҡолона бойорҙо: «Барың, ана
Шул ҡойонан һыу килтерең»,— тиер имде.


Бәшир менән Бөшрә биҙрә алдылар,
Ҡойоноң эргәһенә яҡын барҙылар,
Биҙрәгә бау бәйләп, ҡойоға бәрҙеләр,—
Йософ барыһын күреп ултырыр имде.


Икәүләшеп биҙрәһен һыуға батырҙы.
Тиҙ генә мөлдөрәмә итеп тултырҙы,
(Хаҡ Йософҡа барырға Ябраил ды күндерҙе:
Өҫкә сығырға рөхсәт еткерер имде:


«Йә, Йософ, һин көҙгөгә баҡманыңмы?
Көҙгөлә күркең күреп, маҡтанманыңмы?
Мин һатылыр ҡол булһам, тип әйтмәнеңме,
Минең хаҡты берәү ҙә түләй алмаҫ,
тимәнеңме?»


«Йәшермәйем, көҙгөгә мин ҡарағайным,
Күркем күреп көҙгөлә, маҡтанғайным.
Һатыла торған ҡол була ҡалһам, тигәйнем,
Баһамды түләй алмаҫтар, тигәйнем имде».


Ябраил әйтте: «Йә, Йософ, баҫ аяҡҡа,
Биҙрә тотҡаһына йәбеш, сыҡ һин тышҡа,
Күрерһең — һатырҙар һине күпме хаҡҡа,
Һатып алыусылар килгән, әҙер имде».)


Икәүләшеп Бәшир, Бөшрә бауҙы тартты,
Ғәзиз Йософ шул ваҡытта өҫкә ҡалҡты, Ҡадир мәүләм тәҡдиргә шулай ҡушты,
Ни эшләйһең, уның хөкөмө шулдыр имде.


Ҡойонан бөтөнләйгә сыҡты үҙе,
Тулған айҙай балҡый ине уның йөҙө,
Малик күргәс тә бер аҙға һушын юйҙы,
Ниндәй шатлыҡ — ошо уғлан, тиер имде.


Малик күп йылдар даими әйтә килде,
Ҡолдарына исемен дә белдергән ине:
«Ҡайһығыҙ арағыҙҙан тәүҙәрәк күрә,
Азат итеп, шуға ҡыҙым бирәм имде».


Бәшәр ҡайтып Маликка хәбәр һалды,
Малик Дуғыр һөйөнөп ҡаршы барҙы,
Ҡаршы барып, Йософтоң ҡулынан алды,
Алып килеп, сатырына йәшерер имде.


Йософ ҡәрҙәштәре шул саҡ тауҙа йөрөгән.
Ҡараһалар — теге урынға каруан килгән.
Күмәкләшеп, ашығып шунда йүгергән,—
Ә Йософ ҡойола булмай сыҡҡан имде!


Шунда уҡ Малик Дуғырҙың алдына барған, Бергәләшеп каруанын уратып алған,
Әйткәндәр: «Беҙҙең бер ҡолобоҙ юғалған.
Бер шик юҡ, һеҙ алғанһығыҙ!»— тиҙәр имде.


Рауил әйтте: «Бирегеҙ яҡшылыҡ менән,
Юғиһә оран һалам бөтә көс менән,
Һәммәгеҙ ҙә һәләк булыр михнәт менән:
Тауышымдан кешеләр йән бирер имде».


Малик ҡарышманы — аҡыллы ир ине —
Йософто ҡәрҙәштәренә кире бирҙе.
Тегеләр ҙә ошо эштән файҙа күрҙе,
Ҡол итеп һатайыҡ үҙен, тиҙәр имде.


Ниәттәрен улар ошолай атҡарҙылар:
Йософҡа ғәрәп телендә аңлаттылар,
«Үлтерәбеҙ, әгәр әйтһәң,—тип ҡурҡыттылар,
Ҡол итеп һатабыҙ—буйһон»,—тиерҙәр имде.


Малик Дуғыр зирәк ине — быны белде,
Эстән генә күңеленә шатлыҡ тулды,
Һатып алырға Йософто риза булды,—
Быны күреп, Йософ түгелеп илар имде.


Йософ әйтте: «Һеҙ мине һатаһығыҙмы?
Ҡайғы-хәсрәт утына атаһығыҙмы?
Яуыз эште әйтер, тип ҡурҡаһығыҙмы?
Серҙе асмайым, ант итәм,— тиер имде.


— Мине һатмаң: кафыр ҡоло була алмам,
Бер нисек тә кафыр ҡоллоғонда ҡалмам,
Атам Яҡупты хәсрәткә ҡуя алмам —
Дәдәм хәлил хөрмәтен һаҡлағыҙ имде!»


Улар әйтте: «Беҙ һине әле тыңланыҡ.
Атабыҙға Йософто ҡорт ейҙе, тип аңлаттыҡ.
Исраилға ауыр хәбәрҙәр ауҙарҙыҡ,
Йософ, был инәлеүеңде туҡтат имде».


Бәс, Йәһүҙә лә Йософто өгөтләне,
Әйтте: «Был ҡазаны һиңә бирҙе тәңре.
Ҡәрҙәштәрең һаман да үс тота,— тине,— Улар аҙаҡ, һине үлтерерҙәр имде.


Иң яҡшыһы — риза булып, һатылып тор,
Ҡәрҙәштәрең яфаһынан ҡотолоп тор,
Исраилдан хәсрәт менән айырылып тор, Ҡауыштырыуҙы халиҡ үҙе белер имде».


Улар әйтте: «Һатабыҙ был ҡолдо һеҙгә,
Шартыбыҙ бар: һатабыҙ беҙ йыраҡ ергә,
Ниндәй баһа бирерһегеҙ икән беҙгә,
Икеләнмәй һатасаҡбыҙ»,— тиҙәр имде.


Малик һорай: «Ниндәй ҡол һуң был —
әйтегеҙ,
Ниңә һатаһығыҙ уны — аңлатығыҙ?
Ни ҡылды, ниңә ҡасты — һөйләп бирегеҙ.
Аҡылы, күрке һеҙҙән артыҡ»,— тиер имде.


Әйттеләр: «Атабыҙ элек һатып алды,
Тора-бара беҙгә һәр саҡ юлдаш булды.
Ахырҙа, ниңәлер тамам яуызланды,
Ҡасып килеп был ҡойоға төшөр имде».


Малик әйтте: «Уның хәлен асыҡлағыҙ,
Нисә төрлө ғәйебе бар — аныҡлағыҙ.
Бер ниндәй шөбһә ҡалмаһын, тырышығыҙ,
Һатыу-алыу шарты дөрөҫ булһын имде».


Улар әйтте: «Шикләнмәгеҙ, ысын, ул — ҡол. Ҡолобоҙҙоң өс төрлө ғәйебе бар шул:
Уғры вә ялғансы, өҫтәүенә, ҡасҡын.
Өс төрлө ғәйебе менән алғыл имде».


Малик әйтер: «Ни әйтһәгеҙ, мин аңланым,
Ысынлап та, был ҡолдо һатып алырмын,
Ғәйептәре булһа ла, ҡабул ҡылырмын,
Ниндәй хаҡ ҡуяһығыҙ, һорағыҙ имде.


Әммә ләкин бында һис алтыным юҡ,
Төрлө-төрлө туҡымам бар, атласым күп.
Бер нисә йармаҡ тәңкәм бар, ҡиммәте юҡ.
Һатыуҙы нисек ҡылырбыҙ?» — тиер имде.


Йософ уйлар: «Эштәре уңмаһа ине,
Ҡәрҙәштәр ризалашмаһалар ине,
Алыусы ҙур хаҡ бирә алмаһа ине,
Мин бисара ҡол булмаһам...»—тиер имде.


Улар әйтер: «Бер ни ҙә ҡыла алмайбыҙ,
Был сауҙаға һис кенә риза булмайбыҙ.
Ҡулығыҙҙан ебәк-атластар алмайбыҙ,
Күпме йармағың бар, шуны бир»,— тиерҙәр
имде.


Малик әйтер: «Йармағым бар, теүәл ун
һигеҙ,
Хәҡиҡәт, алтыным юҡ, шуны белегеҙ.
Ошо ун һигеҙ йармағымды алығыҙ,
Ҡалғандарын миңә бағышлағыҙ имде».


Улар әйтер: «Ун һигеҙен дә алабыҙ,
Шулайтып һатыулашыуҙы тамамлайбыҙ,
Барыбыҙ был сауҙаға риза булабыҙ,
Ҡалғандарын һеҙгә бағышлайбыҙ имде».


Аҙаҡ инде Малик Йософҡа һүҙ ҡатты:
«Былар һине ҡол тип миңә бит һатты.
Ошо хәл дөрөҫмө, ошо һүҙҙәр раҫмы?
Дөрөҫлөгөн асыҡлап әйт»,— тиер имде.


Улар әйтте: «Ҡол! Ҡоллоҡҡа ризалыҡ бир!
Үҙеңдең телең менән дөрөҫләп ебәр.
Юғиһә, ысынлап һине үлтерербеҙ
барыбер!» —
Йәшерен генә уны ҡурҡытырҙар имде.


Ысынлап та, Йософ үҙе ҡурҡып ҡалды,
Ҡурҡышынан ҡоллоҡҡа ла риза булды,
«Мин — ҡол» тине, күҙҙәренә йәштәр тулды,
«Алла ҡоло» тип эстән генә уйлар имде.


Улар әйтте: «Йә, Малик, һин беҙгә инан,
Ҡол булыуына шик тотма, беҙгә ышан.
Бау-бығауын сисмәгеҙ һис аяғынан,
Мысырға хәтле бығаулы барһын имде.


Бик ялғансы — һүҙенә һис ышанмағыҙ,
Йәлләп-аяп, миһырбанлыҡ күрһәтмәгеҙ,
Бер ваҡытта яҡшы һүҙ ишеттермәгеҙ,
Аҙығы тик арпа икмәге булһын имде».


Малик әйтер: «Һүҙҙәрегеҙгә ышандым,
Риза булып, ҡолоғоҙҙо һатып алдым.
Өс төрлө ғәйебе менән ҡабул ҡылдым —
Был турала берәй яҙыу кәрәк имде».


Тегеләр ҙә был үтенесте хуп күрҙе,
Бетеү яҙып бирергәрәк ҡарар ҡылды,
Бөтәһе лә яуыз эшкә тоғро ҡалды —
Ҡул ҡуйырға барыһы ла риза имде.


Шәмғун үҙ ҡулдары менән яҙыу яҙҙы,
Шуны яҙып, фетнәгә нығыраҡ аҙҙы,
Йософтан йөҙ дүндереп, тамам биҙҙе.
Пәйғәмбәрҙе бәндәлеккә һатыр имде:


«Барыбыҙ ҙа был сауҙаға риза булдыҡ,
Ҡолобоҙҙо һатыуҙы лайыҡ күрҙек,
Ул үҙе лә риза булғас, яҙыу яҙҙыҡ.
Ҡолобоҙҙо һиңә тапшырабыҙ имде».


Быларҙы ишетеп, Йософ ҡан иланы,
Бәғере көйөп, хәсрәттә эсе янды.
Илай-илай халиҡтан рөхсәт һораны:
«Кире барам, рөхсәтең бир»,— тиер имде.


«Ризалыҡ бир, яндарына кире барам,
Күҙҙәренә туйғансы бер ҡарап ҡалам.
Яҙығымды ғәфү итеүҙәрен һорап,
Бәхилләшеп айырылам»,— тиер имде.


Маликтың был һүҙҙәрҙән эсе өҙөлөр,
Йософтан артығыраҡ йәше түгелер.
Йософтоң ҡыланышы аңларлыҡ түгелдер —
Был ғибрәткә ғәжәпләнеп торор имде.


Малик Дуғыр Йософҡа яуабын бирҙе:
«Күрмәйһеңме, улар һиңә ниҙәр ҡылды?
Миңә бит бик осһоҙ ғына хаҡҡа һатылдың.
Ниңә бараһың? Улар һине һөймәй имде.


Улар һаттылар бит ун һигеҙ йармаҡҡа,
Теләнеләр, шикһеҙ, һинән айырылмаҡҡа,
Бер ҙә улар лайыҡ түгел һин бармаҡҡа.
Ҡәҙерең әллә күпмегә артыҡ имде!


Бер йармаҡтың ҡиммәте — бел хаҡын,—
Мең дүрт йөҙ йармаҡ тора беҙҙә бер алтын.
Шул баһаға ғына алдым һине һатып».—
Малик Йософҡа хәлен аңлатыр имде.


Йософ уға илау аша яуап бирҙе:
«Улар шулай эшләргә кәрәк тип белде,
Теләктәре, мораттары шундай ине.
Уларҙан шәфҡәт өмөтөн өҙмәм имде!»


Унан Малик Йософҡа рөхсәт итте,
Меҫкен Йософ хәсрәт менән кире китте.
Ун ҡәрҙәшен, ниһәйәт, ул ҡыуып етте,
Һәр береһен үбә-үбә илар имде.


Әйтер: «Беләм, минән тамам һеҙ биҙҙегеҙ,
Ожмах биреп, тамуҡ һатып һеҙ алдығыҙ,
Мине Исраилдан мәхрүм һеҙ ҡылдығыҙ —
Хоҙай нисек кенә ҡауыштырыр имде?


Аһ дәриға! Ғәзиз башым түбән булды,
Ҡәрҙәштәрем бындай яфа миңә ҡылды,
Атам Яҡуп, бахыр, минән мәхрүм ҡалды.
Ҡауышыуҙар оҙаҡ алыҫ ҡалды имде.


Бынан һуң мине кемдәр тәрбиә итер?
Илаһам, кемдәр күҙемдең йәшен һөртөр?
Мин ҡайғылы меҫкенде кем иш итер,
Өҫ-башымды минең кемдәр йыуыр имде?


Оҙон сәсем тарай-тарай кемдәр үрер,
Мәхрүмлегем, меҫкенлегем кемдәр күрер?
Мин — ҡайғылыға иптәш булып кем йөрөр?
Азат инем — бәндәлеккә төштөм имде.


Атам мине үҙ иңенә ала ине,
Йоҡом килһә, яҫтығына һала ине,
Торғоҙоп, төрлө аш-ризыҡ бирә ине —
Шул рәхәттән был михнәткә төштөм имде.


Аһ дәриға! Был ҡоллоҡта ни ҡылайым,
Нисек кафыр ҡоллоғонда мин торайым?
Ҡәрҙәштәр йыраҡ ҡала, нисек күрәйем?
Айырылырға тәҡдиребеҙ ҡушты имде.


Был тәҡдирҙе тәңренән тип белеү кәрәк,
Хаҡ хөкөмөнә ҡол ризалығы кәрәк.—
Язаһына сабыр, риза булыу кәрәк —
Ҡазаһына ла башымды эйҙем имде».


Зарлы Йософ ҡайғыһынан ҡан-йәш түгер —
Илағанын ағалары күрмәмеш булыр —
Барыһын үбә-ҡоса ул бәхилләшер.
Малик Дуғыр һушһыҙ булып илар имде.


Ҡәрҙәштәре лә түҙмәйенсә илашты,
Хәсрәтләнеп вә ҡайғырышып аһлашты,
Ысын күңелдән өҙгөләнеп иңрәште —
Ҡылыҡтары өсөн эсе бошор имде.


Әйтерҙәр: «Беҙ һине кире алыр инек,
Ҡулыңдан етәкләп тәүбә ҡылыр инек,
Һатыу уйынан кире ҡайтҡан булыр инек —
Бигерәк тә ғәрләнәбеҙ!— тиҙәр имде.—


Атабыҙға тағы ялған әйтә алмайбыҙ,
Һине кире уға илтә лә алмайбыҙ,
Был эштә бер сара ла ҡыла алмайбыҙ.
Михнәттәргә һин сабырлыҡ күрһәт имде».


Йософ әйтер: «Һөйләгән һүҙ кире килмәҫ.
Хаҡ тәҡдире ниндәйлеген кемдәр белмәҫ!
Уға ҡол теләге һис тә ҡаршы булмаҫ,
Хаҡ фарманына буйһоноу кәрәк имде.


Был тәҡдирҙе тәңрем бирҙе — һеҙгә мәғлүм. Хәсрәтләнеп, атам Яҡуп ҡалды, мәхрүм,
Айырылып ҡалды Ибне Йәмин энем,
Мине аҙаҡ ҡайҙа ғына күрер имде?»


Ҡәрҙәштәре туҡтап тормай һаман китте,
Йософ өсөн айырылыр мәл дә етте.
Ҡанлы йәштәр эркелеп, бәғерен өттө,
Үҙе һаман артҡа боролоп ҡарай имде.


Малик Дуғырҙың Йософто Мысырға алып китеүе, юлда төрлө мажараларға осрауы


Бахыр Йософто юлға кейендерҙеләр,
Балаҫ түшәп, бер дөйәгә мендерҙеләр.
Бау менән ҡулдарын ныҡлап бәйләнеләр,
Бушап, юлда ҡасмаһын, тиерҙәр имде.


Бер хәбәши ҡол бар ине, Ҡылыс атлы,
Барлыҡ ҡолдар араһында иң ғәйрәтле.
Йөҙө ҡара, үтә ҡаты тәбиғәтле,
Йософто шул ҡолға тапшырҙылар имде.


Шул уҡ сәғәт каруан ҡуҙғалып китте,
Каруан юлы бер гүрстан аша үтте.
Йософтоң бер ҡәбергә күҙҙәре төштө —
Үҙ анаһы Рәхиләнең ҡәбере имде.


Илай-илай һөйләнер: «Рәхилә анам,
Ниндәйерәк хәлгә төштөм, күҙеңде һал!
Ҡәрҙәштәрем һатты мине, һин белеп ҡал,
Азат инем, бәндәлеккә төштөм имде.


Хөсөт ҡылып, атамдан да айырҙылар,
Ғазаптарҙа бәғеремде яндырҙылар.
Мәхлүк тунын иңдәремә кейҙерҙеләр,
Ҡул-аяғым сынйыр менән бәйле имде.


Ҡәрҙәштәрем миңә ҡылды рәнйеү, зәхмәт,
Бәләкәйҙән төштө миңә шундай михнәт,
Ҡөҙрәт менән алла бирһен инде шәфҡәт,
Минең өмөт — тик хоҙайҙа,— тиер имде.—


Әй, анам, минең хәлемде күр, зинһар,
Бәндәлеккә һатып алды мине кафыр,
Мәүләм генә бирҙе миңә бындай тәҡдир,
Һуңынан, бәлки, шәфҡәтен ҡылыр имде.


Эй дәриға! Ғәзиз анам, ятаһыңмы?
Минең хәлем нисегерәк — беләһеңме?
Миңә ҡарап хәлдәремде күрәһеңме:
Ҡул-аяҡтарым минең бығаулы имде!»


Анаһының гүренән бер тауыш килде:
«Ғәзиз улым, Йософом, әйт, ниҙәр булды?
Ҡәрҙәштәрең нимә уйлап, улай булды?
Йософ, һинме был хәлдәргә төштөң имде?


Йәнем-уғлым, был яфаға ниңә индең,
Яфаға һалырлыҡ ул тиклем нимә ҡылдың?
Нисек минең ҡәбер эргәһенә килдең?!
Гүр аша ла йәнем өҙгөләнә имде.


Атаң Яҡуп был хәлеңде белмәнеме?
Ул меҫкенгә хәлең мәғлүм булманымы?
Ибне Йәмин һинең менән килмәнеме,
Был бәләгә вайымһыҙ нисек ҡалдың имде?


Һинең атайың — Яҡуп, бабаң — Исхаҡ,
Оло бабаң ҡарышманы хаҡҡа бер саҡ.
Һин үҙең дә уның рәхмәтенә бул хаҡ!
Өмөтлән, тиҙҙән шатлыҡтар килер имде.


Әй хоҙайым! Был хәжәтем һиңә мәғлүм,
Һәр ваҡытта өмөт тотор барса мәзлүм.
Залимдарға һатылған бит минең уғлым —
Ҡөҙрәт менән уға шәфҡәт күрһәт имде».


Йософ уны ишетеп һушын юйҙы.
Хаҡ Рәхилә мөнәжәтен ҡабул ҡылды,
Уның доғаһы Йософҡа тура килде:
Таж вә тәхет һәм солтанат бирҙе имде.


* * *
Ҡылыс баҡты — Йософ бер ҙә күренмәне,
Эҙләһә лә, ҡайҙалығы беленмәне,
Тырышһа ла, бер яңғыҙы табалманы,—
Хужаһына хәлде барып әйтер имде.


Ҡылыс әйтер: «Хужам! Туҡтаһын каруан!
Һис шикһеҙ, беҙҙән ҡасҡан теге уғлан!»
Каруан туҡтаны, барыһы ла шунан
Күмәкләшеп Йософто эҙләрҙәр имде.


Ҡылыс шунда бер сапҡы ат табып менде, Эҙләүселәрҙең барыһынан алда ине,
Атын ҡыуып, шәп-шәп итеп саба ине,
Йософ торған урынға бара имде.


Йыраҡтан уҡ Йософтоң яңғыҙын күрҙе,
Меҫкен Йософ, уны күреп үрә торҙо,
Аяғын һөйрәп илай-илай юлға керҙе,—
Ҡылыс һүгер, туҡмар, ерҙән һөйрәр имде.


Йософ әйтер: «Эй илаһым, ни ҡылайым,
Был михнәттән нисек кенә ҡотолайым?
Залимдарҙан ҡотолорға ни уйлайым?
Эй хоҙайым, ярҙамыңды күрһәт имде!»


Йософ йәнә ялбарҙы: «Эй хоҙай, тип,
Рәхимдәрең менән мине ярлыҡа, тип,
Минең хәлде үҙең беләһең бит,
Һиңә генә һыйынайым хәҙер имде.


Олуғ бабам Ибраһим — дуҫың ине,
Һинең әмереңде һәр саҡ тыңлай ине,
Улы Исмәғил дә һиңә ҡорбан ине,
Һинең хөрмәтеңә арналғайны имде.


Эй хоҙайым, әгәр хата ҡылған булһам,
Әмереңде тыңламай, гонаһлы булһам,
Атам Яҡуп хеҙмәтенән ҡалған булһам,
Үкенәм, тәүбә ҡыламын,— тиер имде.—


Падишаһым, әгәр мин гонаһһыҙ булһам,
Хаталар менән юлдан яҙмаған булһам,
Был бәләгә һис гонаһһыҙ төшкән булһам,
Был ҡәүемгә бер ғәләмәт күрһәт имде».


Бәс, ул Ҡылыс Йософто тиҙ алып килде,
Килтереү менән Маликтың ҡулына бирҙе.
Малик төшөп бер-ике рәт яңаҡланы,
Дөйәгә мендереп бәйләп ҡуйыр имде.


Шул ваҡытта тәңренән фарман булды,
Ҡөҙрәт менән күктә ҡара болот ҡупты,
Ел сыҡты, ҡарлы-боҙло ямғыр яуҙы,
Шул ҡәҙәр ҡаты ғәрәсәт ҡубыр имде.


Баштарына ҡундырһа, моғайын, ярыр,
Тәндәренә тейһә, ғәрип булып ҡалыр.
Бөтәһе, аҡырышып, ярҙамға саҡырыр,
Тик берәү ҙә ярҙам итмәҫ ине имде.


Бындағылар берен-бере күрмәҫ булды,
Ҡайһылары зөлмәт эшкә хайран ҡалды,
Күк күкрәне, йәшен дә йәшнәп торҙо.
Быны күреп Малик ҡаты ҡурҡыр имде.


Малик әйтер: «Хәлебеҙ бигерәк яман,
Йә рабби, ниҙән ҡупты ошо туфан?
Әй дәриға! Барҙыр бында бер ғәзиз йән,
Шуның ярлыҡауын беҙ һорайыҡ имде».


Әйтер: «Был ғазап — күктән: белегеҙ,
Золом-йәбер ҡылыусылар — сафланығыҙ!
Яҙыҡлы кешеләр тәүбәгә килегеҙ!
Юҡһа, бөтәбеҙ ҙә һәләк булабыҙ имде.


Әгәр берәү беҙҙән золом күргән булһа,
Ул мәзлүмдең доғаһы күктәргә ашһа,
Күк эйәһе яфа-бәләләр яуҙырһа...
Тәүбә ҡылың! Юҡһа, һәләк булдыҡ имде!»


Ҡылыс, быны ишеткәс, шунда уҡ килде,
Хатаһын-гонаһтарын раҫ тип әйтте:
«Белегеҙ: гонаһ минән»,— тип дөрөҫләне,
Шул ҡол уғлансыҡты туҡмағайным имде».


Малик Дуғыр бойорҙо ул ҡара ҡолға:
«Бар, Йософтоң аяғын үп, ғәфү һора,
Иң тәүҙә күңелен күр, өҫтөн ҡара,
Мәгәр беҙгә изге доға ҡылһын имде».


Бәс, Йософтоң ҡаршыһына Ҡылыс барҙы,
Бик ҡаты илап, үкенеп, башын орҙо,
Хата-гонаһ ҡылғанлығын әйтеп бирҙе,
Төшөп, Йософтоң аяғын үбер имде.


Малик тағы уның менән бергә барҙы,
Теҙгә сүгеп, алдарында ҡул ҡаушырҙы,
Малик та Йософҡа инәлеп ялбарҙы,
Хатабыҙҙы кисерә күр, тиер имде.


Быны күреп, Йософ миһырбанлыҡ ҡылды,
Ҡулын күтәреп, хоҙайға доға ҡылды,
Йософтоң доғаһы шунда ҡабул булды,
Михнәт үтеп, ҡар-ямғырҙар кәмер имде.


Шул сәғәттә ҡар-ямғыр ҙа туҡтап ҡалды,
Яуа торған ямғырҙар ҙа яумаҫ булды.
Боҙҙар иреп, һыуҙар ҡоро ергә һеңде,
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡиссаи Йософ - 3
  • Büleklär
  • Ҡиссаи Йософ - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 3677
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2160
    26.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    37.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 3728
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1772
    30.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 3804
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1575
    31.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 3703
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1737
    27.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    39.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 3709
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1622
    31.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 3661
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1659
    30.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 3642
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1748
    29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡиссаи Йософ - 8
    Süzlärneñ gomumi sanı 2270
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1382
    29.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    40.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.