Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01

Süzlärneñ gomumi sanı 4096
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
НАИЛ ҒӘЙЕТБАЙ
Ҡапкан МАЖАРАЛЫ

ФАНТАСТИК ПОВЕСТАР
ӨФӨ
«КИТАП»
1993
Рәссамдары
Валерий
Мельников һәм
Дамир
Мәғәфүров
Ғәйетбай
Наил

Ҡапҡан:
Мажаралы фантастик повестар.—Өфө:
Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 208 бит.
Танылған яҙыусы Наил Ғәйетбай балалар өсөн дә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итә. 1990 йылда баҫылып сыҡҡан «Ҡара ҡумта» китабын уҡыусылар яратып ҡаршы алды. Автор ошо китаптағы ваҡиғаларҙың дауамын — «Ҡара ҡумта-2», «Эҙәрләү», «Ҡарсыға» менән алыш» исемле мажаралы повестарын яҙҙы.
Шулай уҡ был йыйынтыҡта «Ҡапҡан» исемле фантастик повесы ла урын алды.

ҠАРА
ҠУМТА-2
БАТЫР
ҠАЙҘА?
— Батыр юғалды,—тине Хәлит ҡурҡҡан тауыш менән.
— Нисек юғалды? — Ҡыҙ малайға борсолоп ҡараны.
— Бына ошонда бәләкәй генә ҡара ҡумта тора ине. Шуға ингәйне...
Әмилә һиҫкәнеп китте:

Шунда ингәйне? Ә ҡумта ҡайҙа?

Юҡҡа сыҡты...
Их, һеҙ! — Ҡыҙ, ни эшләргә белмәйенсә, тирә-яғына ҡаранды.
— Унда инергә ярамай бит! Бөтөнләй ярамай!
— Беҙ бит белмәнек... — Хәлит ҡаушап төштө.
— Әгәр
Батырҙы бөгөн тапмаһаҡ...
Ҡыҙ әйтеп бөтөрмәне, шул арҡала Хәлиттең күңелен шом яулап алды.

Ни була?

Батыр юғаласаҡ... мәңгегә!.. — Ҡыҙҙың тауышы ҡалтыранды.
— Мәңгегә?
— Хәлит ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне.
Нисек инде мәңгегә? Яңы ғына ошонда торған дуҫы бөтөнләйгә юҡҡа сыҡтымы? Улай булыуы мөмкин түгел!
Әммә Әмилә шаярғанға оҡшамаған. Улайһа,
Хәлит башҡаса Батырҙы күрмәйме?
Ә ниңә күрмәй? Әгәр тере икән... Әллә...
— Үлде... тимәксеһеңме?

Юҡ.
Батыр тере буласаҡ. Тик беҙ барыбер
Батырҙы башҡа бер ҡасан да күрә алмаясаҡбыҙ...
Коридор осонда һөйләшкән тауыштар ишетелде.

Кемдер килә! — Әмилә, һағайып, малайҙың беләгенән тотто. — Йәшендек!
Улар эргәләге тумба артына боҫоуға, коридорҙа ике кеше күренде. Ә малай менән ҡыҙ тын да алмайынса ҡатып ҡалды.
Бер ваҡыт тегеләр, Әмилә менән Хәлит йәшенгән ерҙең янында туҡталып, нимәлер хаҡында бик борсолоп һөйләшергә кереште.
Улай-былай йөрөшөп алдылар, тирә- яғына ҡарандылар. Улар нимәлер эҙләй ине шикелле. Тик аңлайышһыҙ телдә һөйләшкәнгә
Хәлит бер ни ҙә төшөнмәне. Бер аҙҙан улар ҡысҡырып һөйләшә-һөйләшә китеп барҙылар.

Улар—ҡара ҡумтаның хужалары, — тип аңлатты Әмилә, йәшенгән урындарынан сыҡҡас. — Ошонда ҡалдырғандар, ә ҡумта юғалған. Шуға борсолалар...

Нимә эшләйбеҙ? — Хәлиттә улар ҡайғыһы юҡ.
Уның дуҫы юғалды бит!

Батырҙы эҙләйбеҙ!
— Ул ошонда берәй мөйөштә боҫоп ултыралыр.
Яҡшылап ҡараһаҡ...

Юҡ шул, — тине Әмилә. — Батыр бында юҡ.

Нисек юҡ?

Бына шулай. — Ҡапыл ҡыҙҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары йылтыраны.—Станцияла тағы бер ҡара ҡумта бар! Тик Ер аҫты станцияһының етәксеһенән башҡа бер кемдең дә уны алырға хаҡы юҡ. Ул ҡумта менән Батырҙы табырға була.

Ҡайҙа һуң ул ҡумта?

Әйҙә!
Ҡыҙ менән малай, һаҡ ҡына баҫып, оҙон коридор буйлап атланы. Күп тә үтмәне, улар бер ишек ҡаршыһына килеп туҡтаны.

Бына ошонда! — тине ҡыҙ.
Хәлит ишекте тартҡылап-этеп ҡараны.

Нисек асабыҙ?

Паролде әйтергә кәрәк.

Ниндәй пароль тағы?

Бер нисә һүҙ. Шуларҙы әйтһәң, ишек асыла.
Тик уны станция етәксеһенән башҡа бер кем дә белмәй.
Бәлки, үтенеп һораһаң...
Юҡ.
Мин ҡыҙыҡһына башлаһам, ниңә кәрәк ул һиңә, тип һораясаҡ. Ә мин асығын әйтә алмайым. Ул
Ер кешеләре менән аралашҡанымды белһә, бөгөн үк
Урға ҡайтарып ебәрәсәк.
Малай менән ҡыҙ, ни эшләргә лә белмәйенсә, аптырап ҡалды...
ҒӘЖӘП
НӘМӘЛӘР
Артынан ҡыуып килгән роботтан ҡотолоу өсөн эргәлә торған ҡара ҡумтаға сумғас та, Батыр, артынан ишек- те тиҙерәк ябырға теләп, пульттағы кнопкаларға ашығып баҫты.
Бер ваҡыт ишек ысынлап та ябылды, шунан малай өсөн ғәжәп нәмәләр башланды.
Тәүҙә машина
(ҡара ҡумтаның ниндәйҙер машина икәнлеген ингәс кенә аңланы Батыр) әкрен генә геүелдәне, шул минутта пульттағы тиҫтәләгән лампочкалар емелдәне, таблола һандар ашығып сабырға кереште.
Батыр, ни эшләргә белмәйенсә, аптырап ҡарап тора.
Ҡурҡыу тойғоһо кисермәне ул, киреһенсә, теге роботтан анһат ҡотола алғанына ҡыуанды. Ҡапыл малайҙың ҡо- лағы тонғандай итте. Хас та самолетта осоп барғандағы кеүек.
Әллә ысынлап та осоп киттеләрме икән? Тышҡа карап белер ине, ҡумтаның тәҙрәһенән бер ни күренмәй.
Ябыҡ, күрәһең. Ҡумта бәләкәй генә. Киңлеге-бейеклеге ике метрҙан артмай.
Алда — пульт, уртала — кресло кеүек нәмә. Ниндәйҙер машина, күрәһең.
Ул арала ҡумта һелкенеүҙән туҡтаны. Геүелдәүе лә ишетелмәй.
Батыр бер аҙ шымып ултырҙы.
Ин эшләргә хәҙер?
Бында ғүмер буйы ултырып булмай бит. Әммә ҡапыл ғына сығырға ла ярамай. Унда теге робот көтөп торалыр.
Хәлит менән ни булды икән? Ул ғына эләкмәһә...
Туҡта!
Батыр бынан нисек сығыр?
Малай ишекте улай - былай тартҡылап ҡараны.Ҡымшанмай ҙа!.. Батыр пульттағы яҙыуҙарҙы уҡырға кереште. Ул бит әле Ур планетаһының телен хәтерләй.
Кнопкалар аҫтына сәйер генә һүҙҙәр яҙылған: «Алғ,
«Артҡа», «Йылдар иҫәбе»,
«Пароль»...
Ниндәй пароль был?
Шул ишекте асырға ярҙам итмәҫме?
Батыр кнопкаға баҫты, шунда уҡ таблола Ур телендә ике һөйләм хасил булды:
Инеү
Ваҡытты еңеү».
«Сығыу — Ваҡытҡа һө.
Былар бит
— ҡара ҡумтаға инеү-сығыу өсөн паролдәр!
Тик ниңә бындай сәйер һүҙҙәрҙе һайлағандар икән? Ниңәлер икеһендә лә «ваҡыт» һүҙе бар...
Батыр күп уйлап торманы, ишеккә боролдо ла паролде әйтте. Әгәр теге робот эргәлә көтөп торһа, яба белә!
Бына бер мәл ишек асылып китте. Батыр тышҡа күҙ һалды — яҡын-тирәлә робот күренмәйме?
Киләһе секундта малай күҙенә ташланған күренештән шаҡ ҡатты. Теге робот ҡына түгел, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Ер аҫты станцияһы ла юҡҡа сыҡҡан даһа! Ҡара ҡумта ҡола ялан уртаһында тора! Малай, быға ышанырға теләмәйенсә, күҙҙәрен селт-селт йомғолап алды. Шунан тупһа аша атланы.
Был ниндәй мөғжизә? Ул ысынлап та Ер өҫтөндә!
Ә станция ҡайҙа? Хәлит аҫта ҡалдымы?
Хәҙер уны нисек табырға? Әмиләне күрәм тип, Батыр ҙур ҡыйынлыҡтар менән Ур планетаһының Ер аҫтындағы станцияһына эләккәйне. Ҡыҙҙы таптым тигәндә, йәнә киренән Ер өҫтөнә килеп сыҡтымы? Ул станцияға яңынан нисек эләгергә хәҙер?
Һорауҙар күп, тик береһенә лә яуап юҡ.
Хәлит Батыр тураһында насар уйлауы ихтимал. Йәнәһе, ҡурҡҡан да ташлап ҡасҡан! Ҡайҙан ултырҙы был ҡара ҡумтаға?
Ә нисек килеп сыҡты ул кире Ер өҫтөнә?
Батыр тирә-яғына ҡаранды. Ана, алыҫта Сибай күренә.
Туҡта!
Был ни эш? Быйыл ғына төҙөлгән, ҡала ситендәге берҙән-бер туғыҙ ҡатлы өй ҡайҙа? Малай күҙҙәрен ыуғыланы ла тағы ҡараны. Юҡ! Туғыҙ ҡатлы өй юҡҡа сыҡҡан!
Әллә был Сибай түгелме? Малай ҡалаға ныҡлабыраҡ баҡты. Сибай бит! Эргәлә генә ҡала ситендәге бер ҡатлы өйҙәр — таусылар поселогы ята. Бирерәк Түңәрәк тау күренә.
Улайһа, туғыҙ ҡатлы өй ҡайҙа булған?
Батыр аптырауға ҡалды. Бәлки, ул булмағандыр?
Батыр яңылышалыр. Улай тиһәң, кисә генә улар Хәлит менән шул туғыҙ ҡатлы йорттоң лифтында өҫкә-аҫҡа шыуып йөрөнөләр.
Сибайҙың башҡа өйҙәрендә бит лифт юҡ.
Хәҙер шул йорт юҡҡа сыҡҡан!
Ярай, юҡ икән — юҡ булһын! Хәҙер ул хаҡта ҡайғырып торор ваҡыт түгел. Ер аҫты станцияһына кире инергә,
Хәлитте ҡотҡарырға, Әмиләне табырға кәрәк. Тик станцияның ишеге ҡайһы тирәлә икән?
Ошо ерҙә генә Батыр тыштағы күренештең бик ныҡ үҙгәргәнлегенә иғтибар итте. Бөгөн генә иртәнсәк, станцияға төшкәндә, үләндәр йәм-йәшел ине, сәскәләр үҫеп ултыра ине, һауала турғайҙар һайрай, үлән араһында сиңерткәләр серелдәшә ине. Ә хәҙер тирә-йүн һап-һары, сәскәләр юҡ, сиңерткәләрҙең тауышы ишетелмәй. Ул ғына ла түгел, һалҡын ямғыр яуа, ел иҫә. Бәй, ике-өс сәғәт эсендә ер өҫтөнә ысын көҙ килгән түгелме? Ниңә улай? Әле бит йәйҙең башы ғына? Ни арала йәм-йәшел үләндәр һарғайырға өлгөргән?
Бының бит булыуы мөмкин түгел. Батыр тамам аптырауға ҡалды.
Ошо ерҙә генә ул ямғыр ҡатыш һалҡын елдең һөйәктәргә тиклем үтеп ингәненә иғтибар итте. Шулай булмай ни
— ул бит майка менән шортиктан ғына!
Батыр улай-былай итте лә, өшөүгә түҙә алмағас, кире ҡара ҡумтаның эсенә инеп бикләнде. Әммә бында йылынырлыҡ түгел, машинаның эсе һыуынырға өлгөргән. й үҙенең ҡалтырана башлауын тойҙо...
ҠАРА
ҠУМТА ОСА
Батырҙың башында төрлө һорауҙар ҡайнаша. Ер аҫты станцияһының ишеге ҡайһы тирәлә? Был ҡара ҡумта менән ни эшләргә?
Ошонда ғына ташлап китер ине, кеше-ҡараның күреп ҡалыуы бар. Батыр бит Ур планетаһынан ҡайтҡан саҡта һүҙ бирҙе. Сит планета хаҡында бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәй. Сувенир итеп Урҙан бер значок алғайны, уны бер кемгә лә күрһәтмәй...
Шулай булғас,
Батыр ҡара ҡумтаны ла ер кешеләренә күрһәтергә тейеш түгел. Тик уны нисек йәшерергә?
Киңлеге-бейеклеге икешәр метр бит.
Ә
Батыр бында ҡала алмай. Көндәр былай һыуып киткәс, ҡалаға ҡайта һалып, йылыраҡ кейенеп килергә кәрәк.
Үҙенең йылы кейемдәре Сибайҙа юҡ, Өфөлә ҡалды.
Хәлиттекен алып торор. Тик уның ата-әсәһе Хәлит хаҡында һораша башлар инде. Улдарының өйгә ҡайтмауын нисек аңлатыр икән?
Ошондай уйҙарға батҡан малай ирекһеҙҙән пульттағы яҙыуҙарҙы уҡыуын дауам итте. Әлбиттә, Ур яҡшы белмәй, әммә байтаҡ һүҙҙәрҙе аңлай бит әле.
Бынау кнопка өҫтөнә яҙылған һүҙ башҡортса «осоу» тигәнде аңлата.
Осоу?
Нисек — осоу?
Был ҡумта оса аламы икән ни?
Батыр бер аҙ икеләнде лә теге кнопкаға баҫты. Шул уҡ секундта ҡара ҡумта йәнә геүелдәй, һелкенә башланы.
Ҡапыл алдағы тәҙрә асылып китте, тирә-йүн ап-асыҡ булып күҙгә ташланды.
Туҡта!
Был нимә? Ер аҫҡа төшөп китте түгелме? Юҡ, ҡара ҡумта үҙе өҫкә күтәрелә икән! Ул оса! Батыр тәҙрәгә һырылды. Ысынлап та оса! Туп-тура өҫкә күтәрелә. Әгәр былай барһалар, йыһанға сығып китә икән! Батыр ашығып осоуҙо туҡтатыусы кнопканы эҙләргә кереште.
Юҡ бит! Бына бер рычаг! «Осоуҙың йүнәлеше» тип яҙылған үҙенә! Малай шуны ҡырҡа рәүештә ситкә этте. Киләһе секундта ул башы менән түбәгә бәрелде. Ҡараһа, ҡумта ер өҫтөнән осоп бара. Батыр, ауыртҡан ерен ыуалай-ыуалай, йәнә теге рычагка тотондо. Тик был юлы һағыраҡ ҡыланды.
Рычагты әкрен генә улай-былай ауҙарып ҡараны. Ҡумта рычагтың һәр хәрәкәтенә үҙенең йүнәлешен үҙгәртте. Ҡыҙыҡ! Малай ҡара ҡум- таны бер алға, бер артҡа алып китте, йә өҫкә күтәрҙе, йә аҫҡа төшөрҙө.
Ғәжәп бит был! Ҡанаты юҡ, ә нисек анһат ҡына оса! Ошолай осоп йөрөү малайҙың бар булмышын ялмап алды, хатта ул үҙенең өшөүе хаҡында ла онотто.
Бына бер мәл Батыр ҡара ҡумта менән ҡалаға табан осоп китте. Өйҙәр, урамдар ус төбөндәге кеүек күренә. Теге туғыҙ ҡатлы өй ысынлап та юҡ. Ул ғына түгел ҡаланың ошо яғында төҙөлгән башҡа өйҙәр ҙә күренмәй. Ҡайҙа булған улар? Батыр яҡыныраҡ осоп барырға иткәйне лә, ҡара ҡумтаны кешеләргә күрһәтергә ярамағанлығын иҫенә төшөрҙө. Улайһа, ни эшләргә? Көн һыуынғандан-һыуый бара бит. Ана, ҡар күҙҙәре лә төшә башланы. Батыр дерелдәп ҡуйҙы. Ни булды был көнгә? Бөгөн икенсе июнь. Иртәнсәк кенә Батыр менән Хәлит эҫегә түҙмәй йөрөй ине. Ә хәҙер, ана, яландар һарғайған, ҡар яуа...
Ҡараңғы төшөү менән Батыр Хәлиттәрҙең өйө янына осоп барыр ҙа, йүгереп кенә инеп, йылы кейемдәр алып сығыр. Ә хәҙер нисек кенә һыуыҡ булһа ла түҙергә кәрәк. Батыр кире
Ер аҫты станцияһы булырға тейеш урынға осоп килде. Бәлки, аҫтан осоп сығырҙар, шулай итеп Батыр станцияның ишеген табыр. Ул саҡта станцияға яңынан инергә тырышып ҡарар ине. Тамам туңмаҫ өсөн ҡара ҡумта эсендә гимнастика яһай-яһай,
Батыр ошо хаҡта уйланы.
ҺОРАУҘАР
КҮБӘЙӘ
Ҡара ҡумтаның иҙәнендә торба кеүек бер нәмә ята. Батыр уны ҡулына алып улай-былай әйләндерҙе. Бинокль дә баһа! Малай уны күҙенә килтерҙе лә икенсе осон ҡалаға табан йүнәлтте. Бәй, был бит әллә ҡайҙа ятҡан нәмәне ус төбөндәге кеүек күрһәтә.
Күҙ менән ҡараһаң — ҡала шундай алыҫта, өйҙәрҙе саҡ-саҡ төҫмөрләйһең.
Биноклде күҙеңә килтереүең була, урамдағы кешеләрҙең йөҙө ап-асыҡ күренә, хатта таныштарың осраһа, танырға мөмкин.
Өй эстәрендә кемдәрҙең йөрөүөн дә төҫмөрләүе ҡыйын түгел.
Туҡта,
Хәлиттәрҙең өйө ҡайһы тирәлә әле? Ата-әсәһе өйҙәме икән?
Их, күренмәй, башҡа өйҙәр ышыҡлай икән!
Ә үҙенең өйө, былтыр ғына әсәһе менән икәүләшеп йәшәгән өйө күренмәйме? Ана ултыра! Малай биноклен таныш тәҙрәләргә йүнәлтте.
Ҡапыл малай терт итеп ҡалды. Фатирҙа кемдәрҙер бар!
Дөрөҫөрәге, бер ҡатын һәм Батырҙан ике-өс йәшкә кесерәк малай.
Кемдәр улар? Батыр бит белә: уларҙың элекке фатирында хәҙер яңыраҡ ҡына өйләнешкән ир менән ҡатын йәшәй, йәштәр йәшәй...
Батыр ныҡлабыраҡ текәлде. Туҡта! Нимә был?
Әллә һаташа башланымы?
Теге ҡатын бит... Теге ҡатын... Булмаҫ!
Бының булыуы мөмкин түгел! Батыр йөрәгенең дарҫлап тибә башлауын тойҙо, биноклде үҙҙәренең тәҙрәһенә турпа төбәй алмай ыҙаланы.
Ысын был, ысын! Нимә генә тимә, ә теге ҡатын Батырҙың әсәһенә оҡшаған! Күлдәге лә уныҡы! Ул күлдәкте
Батыр йөҙәрләгән, меңәрләгән күлдәк араһынан таныр ине! Әсәһенеке!
Тик уның йөҙөн генә бынан асыҡ күреп булмай.
Әсәһеме әллә?
Тик бының булыуы мөмкин түгел! Әсәһе бит былтыр үлде.
Батыр хәҙер тома етем. Ул Ур планетаһында булып ҡайтҡандан һуң инде бер йыл Өфөлә сәнғәт интернатында уҡый. Бынан бер нисә көн элек, каникул ас,
Хәлиттәргә ҡунаҡҡа килде. Ә Батырҙарҙың фатирында инде бер йыл икенсе кешеләр — йәш ҡатын менәм йәш ир йәшәй.
Ә бына хәҙер ҡараһа, уларҙың элекке фатирында әсәһенә оҡшаған ҡатын менән Батырҙан саҡ ҡына кесерәк малай йөрөп ята. Кемдәр һуң улар?
Ул арала күҙ бәйләнә башланы. Шуны ғына көткән Батыр осоусы аппаратын ҡалаға табан йүнәлтте.
Хәлиттәрҙең өйөнән алыҫ түгел бер урында гараждар теҙелгән.
Шуларҙың артында аулаҡ, ҡараңғы урын бар. Кара ҡумтаны шунда төшөрөп ултырта ла, йүгереп кенә инеп, Хәлиттәрҙән йылы кейемдәр алып сыға. Юғиһә бөтөнләй туңдырҙы.
Бер юлы үҙҙәренең фатиры ла тәҙрә аша яҡыныраҡтан күҙ һала...
Күп тә үтмәне,
Батыр ҡала өҫтөндә йөҙә ине. Ҡумтаның ҡара төҫтә булыуы һәйбәт, ҡараңғыла ул бер кемгә лә күренмәйҙер. Ана,
Батыр былтыр ғына йәшәгән өй, фатир.
Тәҙрәлә ут бар. Батыр түҙмәне, ҡулына бинокль алды...
Киләһе секундта Батыр тулҡынланыуынан биноклен саҡ-саҡ төшөрөп ебәрмәне. Сөнки ул шаҡ ҡатырлыҡ нәмә күрҙе: уларҙың элекке фатирында Батырҙың әсәһе йөрөп ята ине. Былтыр үлгән әсәһе!
Яңылышыуы мөмкин түгел!
Әсәһенең йөҙөндәге һәр һыҙатты ап-асыҡ хәтерләй бит ул. Быйыл ғына уның ике портретын яһап ятаҡтағы карауаты өҫтөнә элеп ҡуйҙы. Күлдәге лә ныш
— әсәһенеке!
Әсәһе!
Һис шикһеҙ әсәһе! Ә уның янында ниндәй малай күренә? Батырға ҡарағанда ике-өс йәшкә кесе... Таныш та кеүек... Ҡайҙалыр күргәйне шикелле. Кем икән?
Батыр ни эшләргә лә белмәне. Хәҙер үк өйҙәренә йүгереп кенә барып инер ине, ниҙер тота, икеләндерә. Әгәр бинокль аша күргәндәре дөрөҫ булмай сыҡһа?.. Ул саҡта... Әммә ошо күргәндәренең дөрөҫ булыуы һис мөмкин түгел бит! Батыр тамам аптырауға ҡалды...
Ул арала ҡара ҡумта Хәлиттәрҙең өйөнә яҡынлашҡан. Батыр биноклен уларҙың тәҙрәһенә төбәне. Бында малайҙы тағы бер ғәжәп нәмә көтә ине.
Ер аҫты станцияһында ҡалған иптәше Хәлит өйөндә йөрөп ята! Батыр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанырға теләмәне. Нисек инде?
Хәлитте станция аҫтындағы шкаф эсенә йәшерҙе, үҙе ҡара ҡумта эсенә сумды ла, көтмәгәндә, ер өҫтөнә килеп сыҡты. Ошонан һуң Батыр Ер станцияһының ишеге тирәһендә өйөрөлдө, әммә Ер аҫтынан күтәрелеүсе булманы. Ә бына хәҙер биноклдән ҡараһа, Хәлит өйөндә ултыра!
Туҡта, туҡта! Батыр дуҫына ныҡлабыраҡ текәлде.
Был бит Хәлит түгел! Юҡ, Хәлитлеген Хәлит ул! Тик бөгөн генә
Батыр күргән Хәлит түгел. Ул кесерәйгән!
Бөгөнгө Хәлиткә, станцияла ҡалған
Хәлиткә ун өс йәш булһа, әле өйөндә йөрөгән Хәлиткә ун йәш тирәһе генә!
Был нимәне аңлата? Тимәк, бөгөн донъяла ике лит бар?
Береһенә — ун өс йәш, икенсеһенә — ун!
Батырҙың башына төрлө уйҙар килде.
Станцияға төшөр алдынан тышта йәй ине, сыҡһа — көҙ. Иртәнсәк кенә Сибайҙың туғыҙ ҡатлы йорто бар, уның янында ғына больница ҡаласығы йәйелеп ята ине. Батыр ер өҫтөнә күтәрелгәс ҡараһа, больница ҡаласығы ла, туғыҙ ҡатлы йорт та юҡ. Хәлиттең ун йәшлек булып кесерәйеп китеүе! Әсәһенең терелеге! Туҡта! Әсәһенең янында уралған ун йәштәр тирәһендәге малай — Батырҙың үҙе түгелме? Эйе, үҙе бит! Шуға ла таныш кеүек күренгән икән. Әгәр малайҙың тойомлауҙары хаҡ булып сыҡһа...
Батыр үҙ уйҙарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне...
ӘМИЛӘ
ЕРГӘ КИЛГӘН!
Өфөлә уҡып йөрөгән Батыр Әмиләне күрәм тип Сибайға килде лә бына ошондай ҡатмарлы хәлгә эләкте.
Ә нисек белде һуң Батыр ҡыҙҙың Ергә килгәнлеген?
Май айының башында Батыр республика газетаһында осоусы билдәһеҙ объект хаҡында бер хәбәр уҡыны. Сибайҙа йәшәүсе бер ағайҙың сәйер күренешкә тарыуы хаҡында яҙылғайны унда.
Кискә табан был ағай быҙауын эҙләргә сыҡҡан. Ялан буйлап китеп барғанда, өҫтән тәрилкәгә оҡшаған нәмәнең төшөп килгәнен күреп ҡалған. Ағай кеше ҡурҡышынан ҡуйы үләндәр араһына йәшенгән дә теге
«тәрилкә»нең артынан күҙәтә башлаған.
Бер мәл баяғы «тәрилкә» ағайҙан егерме-утыҙ метр алыҫлыҡта ергә килеп төшкән. Күп тә үтмәй, тегенең эсенән ике кеше сыҡҡан. Береһе уның ир кеше икән. Икенсеһе ун ике йәштәр тирәһендәге ҡыҙ ине, тип һөйләгән ағай. Ҡиәфәттәре лә, йөҙҙәре лә ер кешеләренекенә оҡшаған. «Уларҙы мин ап-асыҡ күрҙем, хатта йәнә бер тап итһәм, икеһен дә таныр инем,» — тигән теге ағай.
Ары тағы ла ғәжәберәк хәл була. Көтмәгәндә «тәрилкә» лә, ир менән ҡыҙ ҙа ер аҫтына төшөп юҡ р.
Ағай кеше, үҙ күҙҙәренә ышанмайынса, оҙаҡ ҡына йәшенгән урынында ята, тегеләр кире килеп сыҡмаҫмы тип көтә. Бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәгәс, урынынан тороп, яңы ғына тегеләр торған урынға бара. Әммә унда башҡа ерҙәге кеүек тип-тигеҙ ялан, үләндәр үҫеп ултыра икән.
Статьяның аҙағында ошо хәл булған урын атап әйтелә.
Ул юлдарҙы уҡығас, Батырҙы оло тулҡынланыу ялмап алды. Ул ағай осоусы «тәрилкә»не Ур планетаһының Ер аҫтындағы станцияһы урынлашған тирәлә осратҡан ине...
Ошо көндән алып
Батыр тыныслығын юғалтты. ҡыҙ - Әмилә бит!
Бында бер ниндәй шик юҡ! Әмилә килгән! Батырҙы күреү өсөн килгән! Тик нисек итеп тапмаҡсы икән ул малайҙы!
Батыр хәҙер Сибайҙа йәшәмәй инде бер йыл Өфөлә сәнғәт интернатында рәссамлыҡҡа уҡый...
Эйе,
Әмилә, уны, күпме генә эҙләһә лә, таба алмаҫ. Уның урынына Батыр үҙе Әмиләне таба! Тиҙҙән бит йәй етә, каникулдар башлана. Тик Әмилә, Батырҙы табыуына өмөтөн өҙөп, кире Урға китеп бармаҫмы?
Юҡ, булмаҫ! Шуның сама ара үтеп килгән икән, Батырҙы күрмәйенсә китмәҫ. Батырға ғына тик ятырға ярамай, тиҙерәк Сибайға барырға, ҡыҙҙы эҙләргә тотонорға кәрәк!
Тәүҙә
Батыр редакцияға барып, Сибайҙа йәшәгән теге ағайҙың адресын белеште. Хәлиткә, каникулдар башланыу менән, уларға ҡунаҡҡа барасағын белдереп хат яҙҙы...
Ниһәйәт, уҡыуҙар бөттө. Йәйҙең тәүге көнөндә үк
Батыр Сибайҙа ине инде. Ул үҙе менән
Әмиләнең ике портретын алып килде.
Хәлит, әлбиттә, Әмиләне хәтерләмәй ине. Нисек хәтерләһен? Уны бит теге саҡта махсус магнит тулҡыны аша үткәрҙеләр, һәм ул
Ер аҫты станцияһында күргәндәренең барыһын да онотто.
Әмиләне яңғыҙ эҙләүе еңел түгел. Шуға ла Батыр дуҫына серен асып һалды. Үҙҙәренең нисек итеп Ер аҫты станцияһына эләгеүен, ундағы мажараларын һөйләне, ике ай Ур планетаһында булып ҡайтыуын да йәшермәне.
Хәлит шаҡ ҡатты, төрлө һорауҙар бирергә тотондо, ҡайһы бер урындарҙы ҡат-ҡат һөйләтте, туҡтауһыҙ Әмиләнең портреттарын ҡараны, әммә барыбер бер ни ҙә хәтерләй алманы. Шуға ла Батыр һөйләгәндәргә бөтөнләй ышанырға теләмәне. Фәҡәт
Батырҙың ике ай ҡайҙалыр юғалып йөрөүе генә Хәлитте уйға һала ине. Әгәр, ысынлап та, Ерҙән ситкә китмәһә, бер туғаны ла булмаған үкһеҙ етем Батыр ҡара көҙгә тиклем ҡайҙа йөрөгән?
Хәлит ышанманы дуҫына, әммә ярҙамлашырға әҙер икәнлеген әйтте.
ОСОУСЫ
«ТӘРИЛКӘ» КҮРГӘН АҒАЙ
Хәлит менән Батыр тәүҙә теге ағайға киттеләр.
Үҙҙәре менән Әмиләнең ике портретын алдылар.
Ағай кеше газетаға яҙылғандан артығын һөйләй алманы.
— Һеҙ ул ҡыҙҙың йөҙөн хәтерләйһегеҙме? — тип һораны Батыр.

Ныҡ хәтерләйем. Кисә генә күргән кеүек күҙ алдымда тора.

Әгәр хәҙер күрһәгеҙ йәки фотоһын ҡараһағыҙ, таныр инегеҙме?

Танымай ни...
Батыр үҙе эшләгән портреттарҙы сығарҙы. Уларҙы күргәс, ағай ултырған урынында ырғып китте:

Шул!
Шул ҡыҙ! Үҙе! Ҡайҙан алдығыҙ?

Ағай, яҡшылап ҡарағыҙ, — тине Батыр тыныс булырға тырышып.
— Яңылышмайһығыҙмы?
Нисек яңылышайым ти? Бөгөнгө кеүек иҫемдә!
Тап үҙе!
— Ағай тулҡынланыуынан осоусы «тәрилкә»нең нисек ергә килеп төшөүен, ҡайһылайтып унан ир менән кескәй ҡыҙҙың килеп сығыуын киренән тасуирлап һөйләргә кереште.
Батыр менән Хәлит барыһын да аңланы, шуға улар хушлашып китергә ашыҡты.

Инде ышандыңмы? — тип һораны Батыр, урамға сыҡҡас.
Әллә.
— Хәлит яурындарын һелкетте. — Ул
«тәрилкә»ләр ысын түгел, тиҙәр бит.
— Күрмәгән кешеләр шулай ти.

Минең дә күргәнем юҡ.
инме?
Һин бит!..
— Батыр уға икәүләшеп Ер аҫ- ты станцияһына эләгеүҙәрен йәнә һөйләй башларға итте лә туҡтап ҡалды.
Инде күпме тылҡыны бит! Һаман ышанмай!
Шул тиклем дә кире кеше булыр икән!..
Эште
Ер аҫты станцияһының ишеген табыуҙан башларға булдылар.
Әмилә унда. Быға Батырҙың шиге юҡ. Тимәк, хәҙер нисек тә станцияға эләгергә кәрәк.
Батыр былтыр
Ер аҫты станцияһының етәксеһенә биргән анты хаҡында уйламаҫҡа тырышты.
Бер кемгә лә бер ҡасан да Ер аҫтындағы станция хаҡында,
Ур планетаһы тураһында бер һүҙ ҙә һөйләмәм.
Станцияны эҙләп йөрөмәм»,
— тип һүҙ биргәйне Батыр.
Әммә эштәр ана нисек боролоп китте. Әмилә килгән бит
Ергә!
Батырҙы күрер өсөн килгән! Шундай саҡта нисек итеп былтыр биргән антыңа тоғро булып ятырһың? Батыр бит станцияға зыян килтермәйәсәк. Һүҙ биргән мәлдә малай Әмилә хаҡында бөтөнләй уйламаған. Бөгөн шул антына тоғро ҡалһа, ҡыҙҙы таба алмаясаҡ...
Эйе,
Батыр антын боҙҙо —станция хаҡында Хәлиткә һөйләне, хәҙер уның эсенә төшөргә йыйынып йөрөй. Әммә быны Хәлит менән
Батырҙан башҡа бер кем дә белмәйәсәк...
Малайҙар, балыҡҡа барабыҙ тигән һылтау менән, станцияны эҙләргә юлға сыҡты. Ике көн күҙәтәсәк улар.
Шул арала станциянан кем дә булһа сығырға тейеш, йә булмаһа кемдер ер аҫтына төшөр. Малайҙар шулай итеп станцияның ишеген беләсәк. Шунан инде ер аҫтына шөргә маташып ҡарарҙар...
КҮҘӘТЕҮ
Хәлит менән Батыр Ер аҫтындағы станцияны табыу уйы менән китеп бара.

Юҡ, ышанмайым мин быға, — тип ҡуйҙы Хәлит йәнә.

Тағы башланыңмы? — Батырҙың асыуы килде.

Башламайым.
Ур планетаһына ышандым тиерлек.
Бында уларҙың станцияһы ла булһын. Ер аҫтында.
Мин үҙебеҙҙең шул станцияға эләгә алыуыбыҙға ышанмайым.

Мин дә ышанмайым, — тип уфтанды Батыр. — Улайһа, нимә эшләйек? Әйт.

Белмәйем.
— Хәлит көрһөндө.

Ана шулай шул.
Көн эҫе. Июнь ҡояшы арыу ғына ҡыҙҙыра.
Малайҙар ҡыҙыныу өсөн майкаларын сисеп, ҡулдарына тотоп алдылар.

Уйлаһаң, ғәжәп бит был, — тип ҡуйҙы Хәлит бара торғас. — Ерҙән башҡа урында кеше юҡ, тип ләр ошоғаса. Ә баҡһаң, танау төбөндә...
Станция! Нисек һиҙҙермәй төҙөгәндәр тиһең, ә?! Шулай ҙа унда төшөп сыҡҡанда шәп булыр ине лә... Беҙҙең хаҡта газетаға яҙып ебәрһәләр... Малайҙарҙың күҙе дүрт булыр ине.
ин миңә һүҙ биргәнеңде оноттоңмо?

Әй, эйе бит әле! — Хәлит ҡулын һелтәп ҡуйҙы. — Ә ниңә ҡурҡаһың әле һин? Һөйләһәк ни була?
Ана, ҡалар һөйләй, газетаға яҙа. Беҙ кемдән кәм?

Башҡалар күргәнен яҙа.

Беҙ ҙә...

Беҙ күреү генә түгел, беләсәкбеҙ. Ярай, етер был хаҡта!

Етер икән, етер, — тине
Хәлит күңелһеҙ генә.

Туҡта!
— Батыр иптәшенең беләгенән тотто. — Ошо тирәлә булырға тейеш.

Һуң, бында ҡола ялан бит.

Ә һин, ҙур ҡапҡа торорға тейеш, тип уйлағайныңмы?

Уйламаным, шулай ҙа...

Әйҙә, бындараҡ.
Малайҙар уләндәрҙең ҡуйыраҡ урынына йәшенде лә тынып ҡалды.

Әгәр бер кем дә сыҡмаһа, ни эшләйбеҙ? — тип һораны бер аҙҙан Хәлит.

Сығасаҡ.

Сыҡмаһа, тием бит мин.

Улайһа, кемдер аҫҡа төшәсәк.

Төшмәһә?

Ул саҡтамы?.. Ул саҡта берәйһе сыҡҡансы йәки төшкәнсе көтәбеҙ.

Улай икән. — Хәлит көрһөнөп ҡуйҙы.

Әгәр арый башлаһаң, ҡайтып килерһең.

Ниңә мин генә? Алмашлап ҡайтып килербеҙ...
Көн әкренләп кискә ауышты, ҡояш Ирәндек тауҙарына табан тәгәрләне. Малайҙар ике тапҡыр ашап алдылар, һыуыған сәйҙәрен эстеләр. Ошо арала улар иҫтәренә төшкән бар ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы бер-береһенә һөйләп бөттөләр, тик ер аҫтындағы станцияға төшөүсе лә, унан сығыусы ла булманы.
Бер мәл ҡояш байыны, бер аҙ һалҡынайтып ебәрҙе. Малайҙар үҙҙәре менән йылы кейем алмағандарына үкенде.
Ярай әле, одеял алырға баштары еткән. Шуны ябындылар.
Тирә-йүн ҡараңғыға күмелгәс, төрлө ҡурҡыныс ваҡиғалар иҫкә төшә башланы. Малайҙар шуларҙы һөйләп бер-береһен ҡурҡытып алды. Алыҫта матур уттары менән емелдәүсе
Сибай менән дә һоҡландылар. Батырҙың ҙурайғарәссам,
Хәлиттең летчик буласағы ла беленде.
Инде лайҙарҙың йоҡоһо килә башланы.
Малайҙар алмашлап йоҡларға булды. Ике сәғәт берәүһе күҙәтә лә, икенсеһен уятып, йоҡларға ята.
Тәүҙә
Батыр күҙәтте. Шунан ул ике сәғәттәй йоҡлап алды.
Хәлит
Батырҙы дүрттәр тирәһендә уятты...
ОСОУСЫ
«ТӘРИЛКӘ»
Батыр тәүҙә күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтеп ятты. Бынан
Ур планетаһының ҡояшы күренәме икән? Шул хаҡта уйланы. Ғөмүмән, ҡайһы тирәлә икән ул планета? Әмиләне тапҡас, һорарға кәрәк.
Ҡапыл күк йөҙөндәге бер йондоҙ ҙурая башлағандай тойолдо.
Батыр урынынан тороп ултырҙы. Ысынлап та анау йондоҙ ҙурайғандан-ҙурая бара. Тимәк, был — йә ракета, йә осоусы
«тәрилкә»!
Тағы бер нисә секунд үтеүгә, теге «тәрилкә»нең тура
Батырҙар йәшенгән ергә төшөп килеүе асыҡланды.
Быны аңлағас, малай иптәшен төрткөсләргә тотондо:

Хәлит!
Хәлит, тор!

Кит әле! — Хәлит икенсе яғына әйләнеп ятты.

Тор, тим! Осоусы «тәрилкә»!

Кәрәкмәй тәрилкәң, ашағым килмәй.

Ашау өсөн түгел, осоусы «тәрилкә»! —Батыр
Хәлитте бар көсөнә һелкетте. — Хәлит!
Ниһәйәт
Хәлит тороп ултырҙы, күҙҙәрен ыуғыланы:

Ни булды?

Ана, ҡара!
Хәлиттең күҙе шар булды:

Нимә ул?

Осоусы
«тәрилкә»! Хәҙер ер аҫтындағы станцияға төшәсәк!

Кит әле! — Хәлит тора башланы.

Ят!
Малайҙар бер килке ергә яҡынайыусы «тәрилкә»гә өндәшмәй генә ҡарап ятты.

Мин осоусы «тәрилкә»не тәүгә күрәм, — тип шыбырланы Хәлит. — Матур, эйе бит!
Батыр үҙе лә зәңгәрһыу төҫтәге «тәрилкә»гә һоҡланып ҡарап ята. Тегенең уртаһында — яп-яҡты ут.
Унан нәҙек булып төрлө яҡҡа һигеҙ нур һуҙыла. Әйтерһең, күктән ергә ҙур бер үрмәксе төшөп килә инде! Үҙенең бер ниндәй тауышы юҡлығын әйт әле! Ғәжәп!

Хәҙер нимә эшләйбеҙ? — тип һораны Хәлит.
Батыр үҙе лә ошо хаҡта уйлап ята. Әгәр тегеләр ер аҫтына төшкәндә, паролде ишетә алһалар икән! Әммә улар, моғайын, паролде аппарат эсенән тура ер аҫтына ебәрәләрҙер.
Тимәк, малайҙар бер ни ҙә ишетмәйәсәк.
Ни эшләргә уларға?
Ҡапыл Батырҙың башына бер уй килде.

Әйҙә, минең арттан!

Ҡайҙа?

«Тәрилкә» станцияның ишегенә төшәсәк. Беҙгә уның аҫтына инеп йәшенергә кәрәк.

Нимә?
Иҙеп ҡуйһа! Күрмәйһеңме — уның тояғы ла, тәгәрмәсе лә юҡ!

Булмаһа, эргәһенә йәшенәбеҙ. Әйҙә!
Батыр
Хәлитте ары өгөтләп торманы, тоҫмаллап
«тәрилкә» төшөр ергә табан шыуышты.

Ҡайҙа ашығаһың шулай? — Арттан Хәлиттең ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелде.

Тиҙерәк, юғиһә өлгөрмәйбеҙ!
Ысынлап та, «тәрилкә» ергә ҙур тиҙлек менән лаша.
Ә уның төшөр урынына тиклем утыҙ-ҡырҡ метр тирәһе барҙыр. Нисек тә өлгөрөргә кәрәк! Тороп йүгерерҙәр ине, күреп ҡалыуҙары бар. Өлгөрмәҫтәрме икән ни?
«Тәрилкә» бит бигерәк тиҙ елдерә!
Малайҙарҙың бәхетенә, «тәрилкә» тиҙлеген кәметә төштө һәм ергә яй ғына яҡынлаша башланы. Бар көстәрен һалып үлән араһынан шыуышҡан Батыр менән
Хәлиткә шул етә ҡалды, улар «тәрилкә» янына килеп еттеләр.
Баҡһаң, ул һис тә тәрилкәгә оҡшамаған, ә бишме, алтымы мөйөшлө призманы хәтерләтә. Стеналарынан һирпелеп торған зәңгәрһыу яҡтылыҡ уны «тәрилкә»гә оҡшатып күрһәтә икән. Ҡабырғаларында самолеттыҡы кеүек түңәрәк тәҙрәләре лә бар.
Ергә төшөргә бер метр тирәһе ҡалғас, аппарат аҫылынды ла туҡтаны. Батыр менән Хәлит йәнәшәлә генә ята, икеһенең дә йөрәктәре ҡурҡыштан дөп-дөп тибә.
Әгәр яңғыҙ булһа, береһе лә ошондай хәүефкә түҙмәҫ, әллә ҡасан ҡасып китер ине, моғайын.
Көтмәгәндә, эргәлә генә ер аҫҡа төшә башланы. Малайҙар ҡаушап ҡалды.
Нимә был?
Станцияның ишегеме? Ни эшләргә? Көтөргәме?
Әллә...
Ҡыҫҡа секундтар эсендә Батырҙың башында тиҫтәләгән һорау ҡайнаны. Ашығыс рәүештә хәл итергә кәрәк.
Юғиһә...
Батыр күп уйлап торманы, түбәнәйә башлаған ер өҫтөнә ырғыны:
— Әйҙә!
Ҡурҡыуҙан күҙҙәре ҙурайған Хәлит, ни эшләргә белмәйенсә, улай-былай итте. Бәлки ул өҫтә тороп та ҡалыр ине, әммә киләһе секундта Батыр уның беләгенән эләктереп, аҫҡа тартыл төшөрҙө.
Ул арала эргәләге ер, яр кеүек күтәрелеп, күҙҙән юғалды.
Ә малайҙар ултырған ер киҫәге байтаҡ ҡына аҫҡа төшкәс, ситкә шылып эргәләге түбә аҫтына барып инде.
Шунан өҫтән
«тәрилкә» килеп төштө лә тауышһыҙ-ниһеҙ оҙон коридор буйлап шыуып китте.
Бына малайҙар ултырған ер киҫәге йәнә хәрәкәткә килде.
Уның кире өҫкә күтәрелеп ишекте ҡаплаясағын аңлаған
Батыр тиҙ генә иҙәнгә ырғып төшә һалды. Хәлит тә уға эйәрҙе.
Күп тә үтмәне, станцияның ишеге күтәрелеп урынына ҡапланды.
— Ҡара әле, — тип шыбырланы иҫенә килә алмай торған
Хәлит. — Йөйө лә күренмәй, исмаһам!
— Тс-с!
— Батыр тирә-яғына ҡаранды.
ЕР
АҪТЫНДА

Инеүен индек тә ул бында... — Хәлиттең тауышы бойоҡ ҡына сыҡты.

Әкрен!
— тине Батыр. — Беҙгә хәҙер ҡайҙа ла булһа йәшенергә кәрәк.
Батыр әйтеп бөтөргә өлгөрмәне, һөйләшкән тауыштар ишетелде. Малайҙар, ауға эләккән йәнлек кеүек, улай-былай ташланды. Ни эшләргә? Ҡайҙа йәшенергә? Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ, эргәләге тумбалар артына сумдылар.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.