Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13

Süzlärneñ gomumi sanı 4078
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
ин дин кешеләре кеүек һөйләнә башланың.

Дин әһелдәренән көлмә әле һин, — тине Нәғим.
— Улар бик күпте белгән. Диндең йән хаҡындағы күп кенә һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. Быны мин тәжрибәләр ярҙамында иҫбат иттем. Йәнде бер тәндән икенсеһенә күсереп була. Бының һис тә ауырлығы юҡ.

Ошо машина ярҙамындамы? — Кәбир ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәне.

Эйе.

Ҡалай бәләкәй генә, — тине Кәбир приборҙарҙы төрлө яҡтан ҡарап.

Дипломат эсенә һыя. — Нәғим маһайған кеүек әйтте.
— Һынап ҡарарға теләйһеңме?

Нисек?
— Кәбир дуҫына ғәжәпләнеп ҡараны. Ул шаярамы әллә? — Һин минең йәнемде тәнемдән айырып ҡарарға тәҡдим итәһеңме?
— Эйе,
— тине Нәғим тыныс ҡына. — Был бик ғәжәп тойғо. Мин бер нисә тапҡыр һынап ҡараным.
Һин үҙ тәнеңдән айырылған саҡты ап-асыҡ тоясаҡһың. Тәнең ошо карауатта ята...
Тәүҙә оҙон ҡараңғы тоннель эсенән ҙур тиҙлек менән елгән кеүек булаһың.
Тоннелдең осонда ниндәйҙер шартлау ишетелә, тирә-йүн ҡапыл яҡтырып китә.
Шул ерҙә йәнең, аҫтан өргән ел ярҙамында күтәрелгән дәфтәр бите кеүек, тәнеңдән айырыла ла түбә таҡтаһына һыйына. Һин карауатта ятҡан тәнеңде, башҡа нәмәләрҙе ап-асыҡ күрәһең. Шул минутта иҫ киткес ләззәт кисерәһең. Һиңә рәхәт, тыныс, күңелеңдә бер ниндәй ҡайғы, хәсрәт юҡ.
Ғәжәйеп иркенлек тояһың. Үҙеңдең бар мәшәҡәттәрҙән, ауырлыҡтарҙан ҡотолғаныңды һиҙәһең. Тән эсендәге йән бындай ләззәттән мәхрүм.

Һин шағир һымаҡ һөйләйһең, — тип көлдө
Кәбир бер ҡаршыһында торған сәйер машинаға, бер илһамланып һөйләгән дуҫына ҡарап. — Ә йәнде шунан нисек тәнгә ҡайтараһың?

Бына, күрәһеңме, сәғәт. Алдан күрһәтелгән ваҡыт үткәс, машина махсус тулҡындар ярҙамында йәнде кире тәнгә тартырға тотона. Быныһы ла ғәжәп тойғо. Түбәнең аҫтында эленеп торған йәнгә ҡапыл өҫтән билдәһеҙ көс баҫа башлай, уны тәнгә табан этергә керешә. Шуныһы ҡыҙыҡ: был минутта йәнде оло һағыш ялмап ала. Уның һис тә ошо иреклектән, рәхәтлек менән хушлашып, тән тип аталған ситлеккә ингеһе килмәй. Әммә теге көс рәхимһеҙ рәүештә баҫа, тәнгә этә. Һин әкрен генә тәнеңә яҡынлаша башлауыңды тояһың.
Ҡапыл ниндәйҙер шартлау ишетелә. Шунан йәнә оҙон ҡараңғы тоннель эсенән еләһең.
Бер аҙҙан күҙҙәрең асыла һәм һин үҙеңдең карауатта ятҡаныңды аңлайһың...

Ә машина ҡапыл боҙолоп ҡуйһа?

Боҙолмай,
— тине Нәғим ышаныслы тауыш менән. — Сөнки ул ике параллель системанан тора.
Береһе ниндәйҙер сәбәп арҡаһында эштән сыҡһа ла, икенсеһе эшләй... Йә, һынап ҡарарға теләгең тыуманымы?
Нәғимдең ныҡышмалы рәүештә был машинаны һынап ҡарарға этеүе Кәбирҙе аптыратты. Нимәгә кәрәк уға был тәжрибә? Ул нимә иҫбат итергә теләй? Үҙенең иҫ киткес асыш яһауын күрһәтеп маһайырға итәме, әллә ниәте башҡамы? Кәбир икеләнде, ни әйтергә белмәне.
Ә
Нәғим һаман үҙенекен тылҡыны:

Бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Карауатҡа ятаһың да ошо ҡуласаны башыңа кейәһең.
Бер ерең дә ауыртмай... Һин аптырама шулай өгөтләүемә. Был бит иҫ киткес асыш. Тиҙҙән уның хаҡында бөтә Ер шары шаулаясаҡ. Уның нисек эшләүен мин иң алда һиңә — иң яҡын дуҫыма күрһәткем килә.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Кәбир ризалашты:

Ярай, улайһа.
Кәбир карауатҡа яҡынлашты. Ошо ерҙә стена буйында ятҡан бер ялтыр нәмә уның күҙенә салынды. Кәбир эйелеп уны ҡулына алды һәм терт итеп ҡалды. Был... Мансурҙың йөҙөгө ине. Был хаҡта уға Зифа әйткәйне:
«Йөҙөгөн алып ҡалғандар...» Кәбир уны дуҫының бармағында күргәне бар. Тик ниңә ул бында ята? Мансур юғалыр кис уны кейеп сығып киткән... Урманда мәйетен тапҡанда, йөҙөк бармағында булмаған... Кәбир туҡталып ҡалды.
Үҙ машинаһын көйләгән Нәғимдең
Кәбирҙә эше юҡ ине әлегә. Кәбирҙең башынан төрлө уйҙар йүгереште... Ҡапыл күңеленең төбө менән тойомланы ул: Нәғимдең машинаны һынап ҡарауға өгөтләүе бушҡа түгел...
Әкренләп
Кәбирҙең мейеһендә сәйер бер һиҙемләү тыуа башланы. Ул әлегә аныҡ та түгел, фәҡәт шик кенә, бер ниндәй дәлилдәргә лә таянмағандай...
Әммә ул инде тыуҙы һәм минут һайын үҫә, ҙурая... Ошо шик
Кәбирҙе был һынауҙан баш тартырға өгөтләй...

Юҡ,
— тине шуға Кәбир. — Минең теләк юҡ.
Нәғим быны көтмәгәйне буғай, ҡырҡа боролоп на ҡараны. Уның күҙҙәрендә түҙемһеҙ ҙә, мыҫҡыллы ла көлөмһөрәү йылтыраны.

Ҡурҡаһыңмы?

Юҡ, ҡурҡмайым. Әммә теләмәйем.

Ярай, килеп еткән икәнһең, ят та ҡуй.
— Нәғим шаярған кеүек ҡыланып, Кәбирҙе карауатҡа ҡолата этте, шунан ҡулындағы ҡуласаны дуҫының башына кейҙерә башланы.
Кәбир, ситкә ялтанып, карауаттан ырғып торҙо һәм бүлмәнән сығып китте. Уның бар тәнен аңлайышһыҙ тулҡынланыу солғап алды.
Уның ҡайҙан килеп тыуғанын да һиҙенә
Кәбир, тик ышанырға ғына теләмәй әлегә.
Әгәр шиге дөрөҫ булһа... Юҡ, юҡ!
Бының булыуы мөмкин түгел. Хәҙер тынысланырға, яңғыҙ ҡалып барыһын да уйларға кәрәк. Бына Кәбир, алъяҡҡа үтеп, кейенә башланы. Ул арала Нәғим йүгереп килеп етте, йылмайып маташты. Әммә йылмайыуы уғата яһалма, көсөргәнешле. Етмәһә, күҙҙәрендә аңлап булмаған оло түҙемһеҙлек.
Әйтерһең, уны утта ҡыҙған табаға баҫтырғандар, һәм Нәғим шул табанан сығыу өсөн ашыға, ҡабалана...

Ҡайҙа киттең? — тип һораны ул.
— Әллә ғанды аңламайһыңмы?

Мин ҡайтам әле. — Кәбир ишек тотҡаһына беште.

Туҡта!
Әгәр бөгөн төндә мине үлтерергә итһәләр?..

Итмәҫтәр.

Ташлайһыңмы?
Дуҫтар улай эшләмәй. Нәғим ишекте асырға бирмәне. Ул инде йылмаймай.
Күҙҙәрендә зәһәр бер тәүәккәллек һәм асыу барлыҡҡа килгән.
Кәбирҙең күңелен шом ялмап алды. Ул үҙен тоҙаҡҡа эләккән йәнлек кеүек хис итте, аяуһыҙ ҡурҡыныстың яҡынлаша барыуын тойғандай булды.
— Ас ишекте!
— Юҡ.
Китмә!
Кәбир,
Нәғимдең ҡулын ситкә этеп, асҡысҡа те.
Шул арала Нәғим уның муйынынан ҡосаҡлап алды. Кәбир үҙенә һауа етешмәй башлауын тойҙо, күҙ алдары ҡараңғыланып китте.
Ул, ҡапыл ҡырҡа хәрәкәт яһап, Нәғимдең эсенә һуҡты. Теге бөгөлөп төштө. Шул саҡ
Кәбир ишекте асты ла баҫҡыс буйлап аҫҡа йүгерҙе. Уның күңелен әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр тойғолар солғап алғайны. Яҡын дуҫының көтмәгәндә ошолай ҡыланыуы сәбәпле, мейеһендә үҫкәндән-үҫә барыусы төрлө шиктәр арҡаһында Кәбиргә сыҙап булмаҫлыҡ ауыр ине был минутта.
18
Иртәгеһенә
Кәбир таң менән, өс эшсене эйәртеп, зыяратҡа килеп инде. Улар хәҙер теге саҡтағы Нәғимдең ҡәберен ҡаҙып ҡарайҙар.
Әгәр Нәғим һөйләгәндәр дөрөҫ булһа, уны, ысынлап та, ҡаҙып сығарғандар икән, табут буш булырға тейеш.
Ҡәберҙең өҫтө бер аҙ соҡолған. Тәү ҡарауҙа унан табутты ҡаҙып алғандар кеүек. Әммә күп тә эшләмәнеләр, бының алдау өсөн генә соҡолғанлығы асыҡланды. Сөнки ер ҡата төшкән, һис тә табутҡа тиклем ҡаҙылғанға оҡшамай.
Бына табутты ерҙән тулыһынса таҙарттылар.
Шунан арҡан менән бәйләп, кран ярҙамында, ер өҫтөнә сығарып ҡуйҙылар.
Бер ваҡыт табутты аса башланылар. Кәбир тын да алмай тора. Бушмы табут? Түгелме? Шиге дөрөҫ булып сығамы? Әллә ул яңылышамы?
Бына ҡапҡасты ситкә алдылар...
Кәбир алғараҡ ынтылды һәм... Ул саҡ ҡолап китмәне...
Табут эсендә Нәғимдең мәйете ята ине! Ул үлгән!
Ул һис тә литаргик йоҡоға китмәгән!
Улайһа, кисә Кәбиргә һөжүм итеп маташҡан
Нәғим кем? Ул ҡайҙан килеп сыҡҡан? Әгәр ул да Нәғим икән, быларҙың ҡайһыныһы ысын Нәғим, ҡайһыныһы — ялған?..
Бер юлы килеп тыуған йөҙәрләгән һорауҙан
Кәбирҙең башы ауыртып китте...
Шунда уҡ акт төҙөнөләр. Кәбир табутты кире күмергә ҡушты ла милицияға ашыҡты.
Сәғәт туғыҙ тирәһендә Нәғим йәшәгән подъезд алдына милиция машинаһы килеп туҡтаны.
Уның эсенән ике милиционер эйәрткән
Кәбир сыҡты. Лифт
«һә» тигәнсә уларҙы етенсе ҡатҡа күтәрҙе.
Кәбир, милиционерҙарға әлегә күренмәҫкә ҡушып, Нәғимдең фатирына шылтыратты.
Кәбир белә: Нәғим сәғәт ундарға ғына эшкә бара. Тимәк, ошо ваҡытта ул өйөндә булырға тейеш.
Ишекте асыусы булманы. Кәбир йәнә шылтыратты.
Үҙе ишек үҙәгендәге быялалы кескәй тишектән күҙен алмай. Унда бүлмәләге яҡтылыҡ нөктә кеүек күренә. Кемдер фатирҙан тышҡа ҡарарға маташһа, баяғы яҡтылыҡ юҡҡа сығасаҡ. Әлегә эстән уны ҡаплаусы юҡ. Тимәк, бер кем дә ишеккә килмәй.
Ниңә асмай? Өйҙә юҡмы? Кәбир милиционерҙарҙы эйәртеп тышҡа сыҡты. Тағы бер аҙ көтөргә булдылар. Тик машинаны ситкәрәк ҡуйҙылар.
Ул Нәғимдең тәҙрәһенән күренергә тейеш түгел.
Ул арала ун тулды. Кәбир Нәғимдең эшенә шылтыратты.

Килмәне әле, — тинеләр.
Кәбир тағы бер аҙ көтөргә булды. Ҡайҙа булды
Нәғим? Өйөндәме? Әллә ҡасып киттеме? Ун бер тулғас, ишекте шаҡарып астылар.
Фатирҙа бер кем дә юҡ ине. Ҡайҙа ҡарама, әйберҙәр туҙып ята, шифоньерҙың ишектәре асыҡ. Әйтерһең, кемдер бик ашығып кәрәк нәмәләрен генә алған да китеп барған.
Хәйер, был, ысынлап та, шулай ине. Кәбир инде аңланы: Нәғим ҡасҡан!
Кәбир йоҡо бүлмәһенә инде. Теге прибор күренмәй.
Тимәк, Нәғим уны алып киткән. Быныһы бик насар. Хәҙер Нәғим үҙенең ҡурҡыныс тәжрибәләрен кешеләр өҫтөндә үткәреүе бар. Ә бының ни менән бөтөүе, кешегә нисек тәьҫир итеүе әлегә билдәһеҙ.
Тиҙ арала Нәғимдең һүрәтен күп итеп эшләтеп милиционерҙарға тараттылар. Вокзал менән аэропортта патрулдәрҙе көсәйттеләр.
Башҡа ҡалаларға хәбәр иттеләр. Сөнки
Нәғимдең гаражы буш булып сыҡты. Тимәк, ул машина менән ҡасҡан.
Нәғимде тотоусы төркөмдөң башында Кәбир тора.
Ул иң алда бензин биреүсе станцияларҙы урап сыҡты. Әгәр ҡаланан ҡасҡан икән,
Нәғим шуларҙың береһенә һуғылырға тейеш. Төнөн дә, иртәнсәк тә станцияла машиналар һирәк була, Нәғимгә иғтибар иткәндәрҙер.
Һәм, ысынлап та, Өфөнөң көнбайышындағы станцияла эшләгән ҡыҙ Нәғимде фотоһынан таныны.
Төнгө берҙәр тирәһендә килде ул, — тине. — Мин йоҡомһорап киткәйнем, кемдер ишек шаҡый. Яҡшы хәтерләйем, ошо ағай ине.
Машинаһы — аҡ «Волга». Өфөнән сығып китте ул.
Нәғимдең бензины ете-һигеҙ сәғәткә етә. Әгәр ул көнбайышҡа китһә, таңғы һигеҙ-туғыҙ тирәһендә ул йәнә бензин станцияһына һуғылырға тейеш. Тимәк, уны йә Самара, йә Ҡазан тирәһенән эҙләргә кәрәк.
Ульяновск йүнәлешен дә оноторға ярамай.
Бер сәғәттән өсәр кешенән торған өс төркөм шул өс ҡалаға осто.
19
Ульяновск ҡалаһына килеп төшкәс тә, Кәбир бөгөн төн ҡалала ике билдәһеҙ мәйет табылғанлығын белде.
Кәбир үҙенең ярҙамсыларын ҡаланың бензин станцияларына ебәрҙе, ә үҙе
Ульяновскиҙың эҙәрләү бүлеге етәксеһе менән теге ике мәйетте ҡарау өсөн моргка китте.
Бына больница. Баш врачты саҡырып алдылар ҙа мәйеттәр ятҡан бүлмәгә үттеләр.
Бер мәйетте Кәбир шунда уҡ таныны. Был
Нәғим менән бер подъезда йәшәгән слесарь ине. Бынан ике көн генә элек кискеһен майҙансыҡҡа тәмәке тартырға сыҡҡан слесарҙың мәйете уҙ өйөнән мең ярым саҡрымда ята. Ғүмеремде шулай ослармын тип ул күҙ алдына ла килтермәгәндер.
Һәм бына... Ниңә уның мәйете шулай алыҫҡа килеп сыҡҡан? Кем килтергән? Ни өсөн килтергән? Был күптәргә бөтөнләй аңларлыҡ түгел, әммә Кәбир ҡайһы бер нәмәләргә төшөнә башлағайны инде.

Нимәнән үлгән? — тип һораны Кәбир баш врачтан.

Хәҙер тикшерәбеҙ.

Тиҙерәк тикшерегеҙ. — Кәбир сәғәтенә ҡарап алды. — Бер сәғәттән миңә ары осорға кәрәк.
Кәбир слесарҙың мәйетен фотоға төшөрөп алды.
Ул арала мәйетте тикшереп сыҡтылар, әммә ни сәбәптән үлгәнлеген асыҡлай алманылар.

Аңлашыла,
— тине Кәбир. — Был мәйетте бөгөн үк
Өфөгә оҙатығыҙ.
Милицияға килеүгә, станциялар буйлап таралышҡан ярҙамсылары ла ҡайтып етте.

Ҡаланың көнбайышындағы станцияла эшләгән ҡыҙ таныны, — тине уларҙың береһе Нәғимдең фотоһын күрһәтеп. — Ул һигеҙҙә бензин ҡойҙороп алған да Мәскәү йүнәлешенә киткән.
Ваҡыт инде өс тирәһе. Нәғимдең Мәскәүҙән башҡа
Горький йәки Пенза ҡалаларына китеүе бар. Ике кешеһенә шул ҡалаларға юлланырға ҡушып, Кәбир үҙе Мәскәүгә осто.
Баш ҡалаға килгәс, Нәғимдең Рузаевкала машинаһына бензин ҡойоп алып, Мәскәү трассаһына төшкәнлеген асыҡланы. Тимәк, ул киске ете-һигеҙ тирәһендә баш ҡалаға килеп етәсәк.
Мәскәүгә илтеүсе юлға көслө патруль ҡуйылды, һәр машинаны, бигерәк тә аҡ «Волга»ларҙы тикшерергә тотондолар. Һәр милиционерҙа
Нәғимдең фотоһы бар.
Һигеҙенсе яртыла юлда аҡ «Волга» күренде.
Кәбир бөтә йөрәге менән тоя — машинала Нәғим булырға тейеш. Ул операцияны башларға кәрәклеген эргәһендәге майорға әйтте лә, үҙе ситкәрәк китте. Уға күренмәйерәк торорға кәрәк.
Бына
«Волга» наряд торған ергә яҡынлашты һәм тиҙлеген әкренәйтә башланы. Кәбир тәҙрә аша руль артындағы кешене танырға маташа. Нәғимме, түгелме? Туҡта, был бик оҙон кәүҙәле кешегә оҡшаған! Яңылыштылармы икән ни? Ярай, тыныслан. Ярты минуттан бөтәһе лә асыҡланыр...
Көтмәгәндә
«Волга», ярһыған ат кеүек, алга ырғыны.
Милиционерҙар саҡ-саҡ ситкә тайпылып өлгөрҙө. Ул арала «Волга» нарядты йырып үтте һәм, ҙур тиҙлек менән алға осто.
Ҡасты! Тимәк, машинала Нәғим! Ул ниҙер һиҙенгән!..
Шунда уҡ бер нисә машинаға ултырып «Волга» артынан ҡыуырға төштөләр. Кәбир, йәшенгән урынынан сығып, саҡ-саҡ майорҙың машинаһына ултырырға өлгөрҙө. «Волга»
— Нәғимдеке, быны Кәбир машинаның номерынан белде. Тик рулдә кем — Нәғимме, башҡа кешеме? Шуны төҫмөрләргә өлгөрмәне.
Әммә ҡаса икән, ул — енәйәтсе...
«Волга» уғата ҙур тиҙлек менән бара, ул алыҫлашҡандан-алыҫлаша. Майор рация аша ҡалаға хәбәр итте, юлдарҙы бикләргә ҡушты.
Әммә
«Волга» ҡалаға инеп торманы, ҡапыл урау юлға боролдо. Майор шунда уҡ постарға хәбәр итте:

Юлды тулыһынса ҡаплағыҙ! Үтерлек бер тишек ҡалмаһын!
Күп тә барманылар, алда юлға арҡыры ҡуйылған бер нисә йөк машинаһы күренде. «Волга», үҙенең үтә алмаясағын тойоп, тиҙлеген әкренәйтте. Юлдан ситкә төшөү ҙә мөмкин түгел. Көтмәгәндә «Волга» кире яҡҡа борола башланы. Майор артына күҙ һалды.
Бында нисә машина? Юлды ҡапларға өлгөрәләрме?
— Туҡта!
— тине ҡапыл майор шоферға. — Юлға арҡыры тор!
Машина туҡтау менән тышҡа ырғып сыҡтылар. Майорҙың да, Кәбирҙең дә ҡулында пистолет ялтырап китте. Ул арала майор килеп еткән икенсе машинаны ла юлға арҡыры ҡуйҙы. Хәҙер үтерлек урын юҡ тиерлек.
Әммә
«Волга» бында табан ҙур тиҙлек менән яҡынлаша. Майор пистолетын күтәрҙе.

Атма!
— тип ҡысҡырҙы Кәбир. Үҙе руль артындағы кешенән күҙен алмай. Кем ул?
Бына ҙур тиҙлек менән елгән «Волга» килеп етте. Юлдағы кешеләр ситкә тайпылды. Ә
«Волга» нисек килһә, шулай юлда торған ике машина араһына сумды.
Тимергә тимер һуғылған көслө тауыш ишетелде.
Шул секундта «Волга», бер-ике сайҡалып алды ла, иреккә сығып, йәнә алыҫлаша башланы.
Ошо ерҙә Кәбир алғараҡ йүгереп сыҡты ла
«Волга» ға төбәп ике тапҡыр атты. Шунда уҡ машина ҡырҡа рәүештә уң яҡҡа янтайҙы, тиҙлеген юғалтты һәм ҡойроғо менән уңлы-һуллы уйнарға кереште.
Барыһы ла «Волга»ға табан йүгерҙе. Туҡтап ҡалған машинаға иң алдан майор барып етте. Бына ул «Волга»ның ишеген асып ебәрҙе. Унан бейеклеге ике метр тирәһендәге кеше килеп сыҡты. Йүгереп килгән Кәбирҙең йөрәген әсенеү солғаны. Ул аҙымдарын әкренәйтте. Нәғим түгел! Ул бит уртаса буйлы, ә был ана ниндәй һонтор! Бөтәһенән дә аша ҡарап тора. Инде Нәғимде тотҡанлығына тамам ышанғайны Кәбир. Хәҙер уны ҡайҙан эҙләргә?
Аҡ
«Волга»ға табан атлағанда ошоларҙы уйланы Кәбир.
Ошо ерҙә теге, ике метр бейеклегендәге ир, был яҡҡа боролдо.
Кәбир аптырауынан саҡ ҡолап китмәне.
Уның ҡаршыһында Нәғим тора ине...
20
Нәғим
Кәбирҙең ҡаршыһында ултыра.
Ниңә ҡулға алдығыҙ мине? — тип һорай ул.
Күҙҙәрендә мыҫҡыллы ла, тынысһыҙ ҙа көлөмһөрәү. Мыҫҡыллауы — енәйәтсе икәнлегемде барыбер иҫбат итә алмаясаҡһығыҙ, тип үҙ-үҙенә ныҡ ышаныуҙан, әлбиттә. Ә тынысһыҙлығы нимәнән?
Фашланыуҙан ҡурҡыу түгел был һис тә — Кәбир уны һиҙенә. Нәғимдә икенсе төрлө тынысһыҙланыу. Әйтерһең, утлы табаға баҫҡан да шунан тиҙерәк ҡотолорға маташа... Нәғим тирә-яғына ҡарана, ул нимәлер эҙләй, уға нимәлер етешмәй...
Шулай ҙа Кабир тойомлай...
— Ниңә ҡулға алдыҡмы? — тип Нәғимдең Һорауын ҡабатлай Кәбир. — Хәҙер мин һуңғы ун көндәге тормошоңдо һөйләп бирәм. Әлбиттә, мин сәйер ҡылыҡтарыңдың сәбәбенә ҡапыл ғына төшөнә алманым. Әммә кисә карауатың аҫтында Мансурҙың йөҙөгөн тапҡас, минең менән бер нәмәгә ҡарамай һынау үткәрергә маташыуыңды күргәс, мин төнө буйы уйланып сыҡтым. Һуңғы көндәрҙәге һинең бөтә үҙгәреүҙәреңде, сәйер ҡыҡтарыңды күҙ алдынан үткәрҙем, йән менән тән тураһында һөйләгәндәреңде хәтерләнем, билдәһеҙ сәбәптәр аркаһында үлгән мәйеттәрҙе иҫләнем. Һәм... — Кәбир урынынан тороп бүлмә буйлап йөрөргә кереште. — Бынан ун көн элек һин үҙеңдең ошо иҫ киткес асышыңды яһағанһың һәм ул хаҡта Мансурға һөйләгәнһең. Һеҙ дуҫтар, әммә арағыҙҙы ҡатмарлаштырған сәбәп тә бар. Мансур һинең етәксең, ул бүлек мөдире. Әммә һин үҙеңде уға ҡарағанда аҡыллыраҡ та, һәләтлерәк тә, талантлырак та тояһың. Шуға ҡарамай, бөтә яҡтан уға буйһонорға тейешһең.
Етмәһә, Мансур ғаилә яғынан да һиңә ҡарағанда бәхетлерәк. Уның ҡатыны, дүрт балаһы бар. Ә һин — яңғыҙ... Һиндә Мансурға ҡарата көслө көнләшеү уты яна. Мансур һинең ниндәй йүнәлештә эшләүеңде яҡшы белә, әммә был уйыңдан бер нәмә лә сыҡмаясаҡ тип, күп тапҡырҙар һине туҡтатырға маташа, икенсе өлкәгә күсергә өгөтләй. Һәм бына һин асыш яһайһың. Был һинең Мансурға ҡарағанда өҫтөнөрәк тороуыңды иҫбат итеүсе тағы бер дәлил.
Әммә Мансур һаман ышанмай. Әкиәт был, ти, юҡ менән булашма, ти. Уның кирелеге, һәләтеңдән көлөүе һинең һарыуыңды ҡайната. Һәм һин бөтәһе өсөн дә үс алырға булаһың. Бының осон бығаса донъяла булмаған ысулды һайлайһың.
Һин
Мансурҙы, машинаңды һынап ҡарайбыҙ, тигән һылтау менән фатирыңа саҡырып килтерәһең дә, уның тәненән йәнен ҡыуып сығарып, үҙ йәнеңде Мансурҙың тәненә индереп ултыртаһың. Һинең йәнеңде алыу менән
Мансурҙың тәне, бигерәк тә йөҙө тулыһынса үҙгәрә. Ул һинең йәнеңә буйһона һәм йөҙө менән һиңә оҡшап китә. Һинең йәнең инеп ултырған Мансурҙың тәне ваҡытлыса ҡаланан ҡаса. Тәнһеҙ ҡалған Мансурҙың йәне йыһанға осоп китә. Ә һинең йәнһеҙ ҡалған тәнеңде табалар һәм күмәләр. Бер көн үтеүгә Мансурҙың тәненә инеп йәшенгән һин ҡайтып төшәһең. Тәүҙә зыяратҡа инеп ҡәбереңде бер аҙ соҡоған булаһың. Йәнәһе, һине бурҙар ҡаҙып сығарғандар. Шул көндө үк һин үҙеңдең үлмәүең тураһында, ә фәҡәт литаргик йоҡоға ғына китеүең хаҡында легенда таратаһың, һәммәһе лә быға ышана. Ышанмау мөмкин дә түгел.
Кем, һин Мансурҙы үлтереп, уның тәне эсендә йөрөй, тип уйлаһын? Йөҙ бит һинеке.
Буй ғына Мансурҙыҡы кеүек ҡыҫҡараҡ.
Әммә быға иғтибар итеүселәр булмай тиерлек. Һин барыһын да шулай анһат ҡына алдай алыуыңа ҡыуанаһың, Мансурҙан үс алыуыңа шатланаһың. Етмәһә, һине уның урынына бүлек мөдире итеп ҡуялар. Һинең өсөн был ғәҙеллектең еңеүе булып тойола.
Сөнки үҙеңде күптән ошо урында эшләргә тейеш тип һанайһың. Инде үҙ асышыңды донъяға белдереп, барыһын да шаҡ ҡатырырға йыйына башлайһың.
Әммә көтөлмәгән ике нәмә һине был уйыңдан баш тартырға мәжбүр итә. Беренсеһе — Кәли. Һуңғы кис Мансурҙы алып китеүеңде ул күргән. Ул һине ҡурҡыта башлай, бик күп аҡса бирһәң генә, был хаҡта бер кемгә лә өндәшмәҫкә вәғәҙә бирә. Икенсеһе — бөтөнләй көтөлмәгән һәм ҡурҡыныс нәмә.
Ҡапыл шул асыҡлана: кеше тәне сит йәнде тулыһынса ҡабул итә алмай икән. Мансурҙың тәненә инеүеңә бер көн дә үтмәй, был тәндең һинең йәнеңдән ҡотолорға маташыуын тояһың. Һин төрлөсә ҡаршылашаһың, әммә тиҙҙән бының файҙаһыҙ икәнлеген аңлайһың.
Сөнки тән сит йән менән йәшәргә һис тә теләмәй, ул үлемде артыҡ күрә. Көтмәгәндә һин ҡапҡанға эләгәһең. Үҙеңдең тәнеңә кире ҡайта алмайһың. Ул инде ҡәберҙә серей башлаған. Мансурҙың тәне һинең йәнеңде сәғәт һайын нығыраҡ ҡыуа, һәм быға ваҡыт үткән һайын ҡаршы тороуы ҡыйынлашҡандан- ҡыйынлаша бара. Һин ҡабаланып был хәлдән ҡотолоу юлын эҙләйһең. Һиңә яңы тән кәрәк. Йәнә ике көн генә йәшәп торорға яңы тән кәрәк.
Ике көндән ул да һинең йәнеңде ҡыуырға тотонасаҡ. Ләкин һиңә был турала уйларға ваҡыт юҡ. Һиңә йәнеңде хәҙер индереп ултыртыу өсөн тән кәрәк. Был сара ҡот осҡос. Ләкин һинең йәнеңә йәшәү өсөн был берҙән-бер юл! Хәҙер һин ике көн һайын бер кешене тотоп, уның йәнен тәненән ҡыуып, буш ҡалған тәнгә үҙ йәнеңде индереп ултыртырға тейешһең.
Һин быны аңлап ҡайғыраһың, икенсе яҡтан
Кәли тынғы бирмәй, фашлау менән ҡурҡыта, аҡса талап итә. Һин юҡ-бар сәбәп табып аҡса биреүҙе һуҙғас, ул һинең фатирыңа төшөргә була. Һинең япон видеомагнитофоның барлығын белә Кәли. Уның хыялы шуны ҡулға төшөрөү. Аҙаҡ шылтыратып:«Фатирыңа мин төштөм», — тип әйтергә йыйына. Милицияға хәбәр итмәҫеңә ышана ул.
— Быларҙы ҡайҙан беләһең? — тип һораны Нәғим.
— Кәлиҙең дуҫы һөйләне. Кәли уға уйҙарын һөйләгән булған. Әммә, хәтерләүеңсә, фатирыңды таҙартырға беҙ ирек бирмәнек. Шул кис һин Кәлиҙән ҡотолорға кәрәклеген аңлайһың. Тәүҙә Мансурҙың үлемен уға ауҙарыу өсөн, машинаһын гараждан алып сығып, Ағиҙелгә осораһың. Һеҙ Кәли менән осрашаһығыҙ, һин уға бысаҡ күтәрәһең.
Кәли больницаға эләгә. Һин үҙеңдең фашланыу ҡурҡынысы аҫтына килеп торғаныңды аңлайһың. Һәм таң менән булған аҡсаңды тотоп Кәли янына бараһың, уны тәҙрә аша саҡырып сығараһың. Машинаңа инеү менән, ҡуласаны башына кейҙереп,
Кәлиҙе иҫтән яҙҙыраһың. Шунан инде
Мансурҙың тәнендә ары йәшәргә түҙемлеге ҡалмаған йәнеңде Кәлиҙең йәне ҡыуылған тәненә индерәһең. Шунда уҡ Кәлиҙең йөҙө һинекенә оҡшап китә. Әммә ҡиәфәтең
Кәлиҙеке кеүек ҡала: һин оҙон буйлы, ҙур башлы кешегә әүереләһең. Быны үҙең уйлап сығарған порошоктың ғәләмәте тип аңлатаһың. Һинең йәнең сыҡҡас та Мансурҙың йөҙө киренән үҙенекенә оҡшай. Һин уның мәйетен урман эсендәге өйгә илтеп ташлайһың; институт машинкаһында открыткаға баҫып
Кәлиҙең әсәһенә ебәрәһең. Әйткәндәй, ул машинка тирәһендә өйрөлөүселәр исемлегендә һин дә бар инең. Ике көндән
Кәлиҙең тәне һинең йәнеңде ҡыуа башлаясаҡ.
Тимәк, һиңә яңы ҡорбан табырға кәрәк. Әммә әлегә һиндә бының ҡайғыһы юҡ. Сөнки көтмәгәндә юлыңа за килеп сыға. Ул да Мансурҙың һуңғы кис һинең менән киткәнен күргән. Етмәһә, һине туҡталышта осрата һәм таный. Хәҙер һиңә йәнә фашланыу янай.
Һин иң алда Розаның ирен юҡ итергә булаһың. Уны сәбәп табып өйөңә алып ҡайтаһың да, йәнен ҡыуып, тәненә инеп ултыраһың.
Кәлиҙең мәйетен йәнә урманға илтеп һың.
Хәҙер һинең маҡсат — Розаны юҡ итеү. Һиңә шик төшмәһен өсөн тәүҙә ике тапҡыр үҙеңә
«һөжүм итеүҙе» ойоштораһың. Тәүгеһе менән бер ниндәй ҡыйынлыҡ булмай.
Шаһиттар юҡ, һин уны килеп миңә һөйләйһең.
Икенсеһенә шаһит кәрәк. Шуға һин мине фатирыңа саҡыраһың.
Шунан күршеләргә киткән булып майҙансыҡҡа сығаһың да тауыш күтәрәһең, күлдәгеңде йыртаһың, битеңде сапсып ебәрәһең.
Мин тиҙ генә сыға алмаһын өсөн, ишекте алдан бикләп ҡуяһың. Һәм мин, ысынлап та һиңә һөжүм иткәндәр икән, тип ышанам.
Шунан һин
Розаны юҡ итергә булаһың, әммә тәүге төн а осрайһың.
Икенсе төн, төрлө сәбәптәр табып, минең менән уны һаҡлашырға бараһың. Ҡатын танып ҡалмаһын өсөн раңғы төшкәс кенә киләһең, Розаға бөтөнләй күренмәйһең.
Тәүге төн бик оҫта итеп ҡатынға һөжүм яһау ойоштораһың. Мин өйҙө бер яҡтан ураған арала, һин Розаның тәҙрәһенә күтәреләһең, быяланы ватаһың! Ҡатын ҡысҡыра башлағас, ергә ырғып төшәһең дә: «Туҡта! Ҡасты!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра урамға йүгерәһең. Ҡатын да, мин дә һөжүм яһалғанына ышанабыҙ. Һин Розаға күренмәй генә ҡайтып китәһең. Иртәгеһенә һинең йәнең өсөн яңы кәүҙә кәрәк була. Һинең инде ундай кешене алыҫтан эҙләп йөрөргә ваҡытың юҡ. Майҙансыҡҡа тәмәке тартырға сыҡҡан слесарҙы саҡырып индерәһең дә, йәнен ҡыуып, тәненә үҙ йәнеңде индереп ултыртаһың. Розаның иренең йәнһеҙ ҡалған тәнен, подъезд алдындағы әбейҙәр таралышҡас, ҡаланан ситкә, йылға буйына илтеп ташлайһың. Шунан минең янға,
Розаның баҡсаһына, киләһең. Был төнгә һин нығыраҡ әҙерләнәһең. Көндөҙ Розаның ишегенә ярарлыҡ асҡыстар эшләтеп алаһың.
Икебеҙ ике мөйөшкә йәшенгәс, һин әкрен генә барып Розаның ишектәрен асаһың.
Шул саҡ нимәлер шалт итеп ҡалды. Мин һинең урыныңда юҡлығыңды һиҙеп ҡалдым.
Әммә һин, эшеңде бөтөрөп, урыныңа кире килергә өлгөрәһең. Мин бер ни һиҙмәйем.
«Ҡайҙа йөрөйһөң?» —тип һорағас, шаҡылдаған тауыш ишетелгәндәй булды, тип аҡланаһың.
Ярты сәғәттән һин өйгә инәһең һәм әкрен генә баҫып Розаның бүлмәһенә яҡынлашаһың.
Ипләп кенә асҡысты ҡуяһың һәм... ишекте типкеләй башлайһың. Роза ҡысҡырырға тотона. Мин өйҙө урап ишеккә йүгерәм.
Шул арала һин ишекте асып инәһең дә
Розаны атып үлтерәһең. Шунан тәҙрәне яра тибеп, унда менеп баҫаһың. Мин ишектә күренеүгә тәҙрә аша тыштан инеп килгән кеше булып ҡыланаһың. Һинең хатаң шунда.
Һин өс ялған һөжүм ойошторҙоң. Өсөһөндә лә һин «күргән» енәйәтсене мин күрмәнем.
Ирекһеҙҙән шик тыуҙы. Әммә ул шиктең дәлилгә әйләнеүенә тиклем... Йәнә бер көндән слесарҙың кәүҙәһе һинең йәнеңде ҡыуырға тотона. Бындай саҡта һин бик тынысһыҙ кешегә әүереләһең. Һине ҡурҡыу солғап ала, сит тән көтмәгән ерҙә йәнеңде этеп сығарыр кеүек тойола. Бындай минутта һине ошо хәлдән нисек ҡотолорға, тигән уй ғына борсой, һин ҡыҙған табала ялан аяҡ баҫып торған кешегә оҡшап китәһең.
Сит кешене өйгә алып ҡайтыуҙары ауыр.
Шуға ла ул кис һин мине үҙеңә саҡыраһың.
Машинаның нисек эшләүен күрһәтәм, тигән һылтау менән һин минең йәнемде тәнемдән ҡыуып, тәнем эсенә үҙ йәнеңде ултыртырға итәһең. Мине Мансурҙың йөҙөгө ҡотҡара.
Мин уны күреп ҡалам, башымда төрлө шик тыуа. Етмәһә, һинең бик талапсан өгөтләүең дә аптырата. Һин көс ҡулланырға маташаһың.
Әммә бер нәмә лә килеп сыҡмай, фәҡәт
минең күңелдәге шикте генә үҫтерәһең, һинән ҡайтҡас мин төнө буйы йоҡламаным, барыһын да уйланым, мәһен дә аңлағандай булдым. Ә инде ҡәбереңде ҡаҙып ҡарап, унда мәйетеңдең ятыуын күргәс, үҙемдең дөрөҫ юлда икәнлегемә ышандым. Һин дә быны һиҙендең һәм приборыңды алып ҡасырға маташтың. Мәскәүгә етеп килгәндә, йәнеңдең ары слесарҙың тәнендә ҡала алмағанлығын белгәс, оҙон буйлы ирҙең тәненә инеп һың.
Элек һин кәүҙәһе менән үҙеңә оҡшағаныраҡ ләрҙе һайлай инең. Әммә хәҙер һайланып торорға втың юҡ. Үҙеңдән ике башҡа оҙонораҡ кешенең тәнен үҙ итәһең.
Ә слесарҙың мәйетен урманға ташлап китәһең.
Йәнә бер көн үтте. Мин һинең хәҙерге хәлеңде яҡшы аңлайым.
Ни өсөн ултырған урыныңда түҙә алмағанғыңды, күҙҙәреңдең улай-былай уйнағанлығын яҡшы беләм.
Был кәүҙә йәнеңде ҡыуа башланы.
Йәнеңә яңы тән кәрәк. Әммә, Нәғим, һин үҙеңдең һуңғы юлыңа тың.
Яһаған енәйәттәрең өсөн яуап бирер мәл етте
урынынан ырғып торҙо. Күҙҙәре ут кеүек яна, тегеләй-былай йүгерә. Ул үҙе лә, ситлектәге йәнлек кеүек, бер урында тороп түҙә алмай.

Ҡайҙа минең прибор? — тин һораны ул йыш йыш тын алып. — Кәбир, ҡайҙа?

Уны һиңә бирмәйәсәктәр.

Мин хәҙер үләм! Йәнемде был тән этә, ҡыуа!
Кәбир, ҡотҡар! Килтер приборҙы!

Юҡ,
Нәғим.
Ултыр.
Мин бер ни ҙә эшләй йым.

Кәбир!
— Ни эшләгәнен аңламаған
Нәғим
Кәбиргә килеп йәбеште, уны быуа башланы
Кәбир ҡапыл Нәғимдең ҡулынан ысҡынды ла уны ситкә этеп ебәрҙе.

Яҡын килмә!
Кәбир!
— Нәғим әкрен генә ҡалтырана ине. хата яһаным! Мин бит йәнемдең сит тәндә оҙаҡ йәшәй алмаясағын белмәнем! Был тәбиғәттең тоҙағы, гә ҡорған ҡапҡаны! Ул беҙҙән йән менән тәндең серен йәшергән.
Унда бер кемгә лә рөхсәт юҡ!
Мин индем.
Йәнәһе, гений! Һәм ҡапҡанға эләктем! Тәбиғәттең ҡанундарын боҙорға ярамай! Ярамай!!!
Кем үҙен тәбиғәттән көслөрәк, аҡыллыраҡ һанай, кәрәкмәгән ергә тығыла, тәбиғәт уны язалай!
Юҡ итмә, Кәбир!
Шуға ла...
Мин бит үләм, Кәбир! Үләм!
Нимә булһа ла эшлә! Йәки өйрәт нимә эшләргә?! йәшәгем килә!
Кәбир!
Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткән арала Нәғим, хәлһеҙләнеп, креслоға ауҙы. Кәбир, стакан менән һыу тотоп, уның янына йүгереп килде. Әммә һуң ине инде. Нәғимдең күҙҙәре ҙур булып асылды, тамағынан көслө ғырылдау сыҡты.
Ошо саҡта уның башы ситкә ауҙы һәм тынып ҡалды.
— Нәғим!
— Кәбир уның башын турайтырға маташты.
Әммә ул икенсе яҡҡа ҡоланы.
Кәбир
Нәғимдең йөрәген тотоп ҡараны. Ул типмәй ине.
Кәбир мәйет алдында башын эйеп торҙо. Шунан мәйеттең түбәгә текәлгән күҙҙәрен ябыу өсөн ҡулын һуҙҙы ла ҡурҡышынан ҡапыл ситкә тайпылды. Көтмәгәндә креслола ятҡан мәйеттең йөҙө үҙгәрә башланы. Бер секунд та үтмәне, креслола ятҡан кеше тамсы ла Нәғимгә оҡшамай ине. Ул бөтөнләй сит әҙәмгә әүерелде.
Был үҙгәрештең серен белһә лә, Кәбирҙең ҡото осто. Ул артҡараҡ сигенеп, креслола ятҡан мәйеткә шарҙай асылған күҙҙәре менән аптырап ҡарап торҙо. Йәнә ике-өс минуттан ғына Кәбир иҫенә килде һәм телефонға үрелде...




Биографик белешмә

Ғәйетбаев
Наил Әсғәт улы Баймаҡ ҡалаһында тыуған.
Илленсе йылда уның ата-әсәһе Сибайға күсә. Ошо ҡаланың урта мәктәбен тамамлағас,
Сибай элеваторында электрослесарь булып эшләй.
Магнитогорск тау-металлургия институтынан һуң, тау нигы һөнәренә эйә булып, бер нисә йыл Кемерово өлкәһенең левск ҡалаһындағы машиналар эшләү заводында төрлө вазифалар башҡара.
1976 йылда Наил Ғәйетбаев, Сибайға ҡайтып, баҡыр көкөрт комбинатында механик, махсус төҙөлөш идараһында өлкән инженер булып эшләй. 1981—83 һәм 1986—87 йылдарҙа
Мәскәүҙә: тәүҙә—Юғары әҙәби курстарҙа, аҙаҡЮғары театраль курстарҙа уҡый.
1988 йылда Наил Ғәйетбаев Өфөгә күсә һәм ике йыл
Башкортостан
Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булын эшләй.
1990
92 йылдарҙа
Наил Ғәйетбаев — профессиональ яҙыусы, ә туҡһан икенсе йылдың июненән алып Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары вазифаһын үтәй.
Ул
1976 йыл «Ағиҙел» журналында баҫылған исемле тәүге повесы менән уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Унан һуң «Алтын ямғырҙар миҙгеле», «Буран», «Ҡамышлы
«Өфөмдөң ямғырлы көҙө» исемле повестар, тиҫтәләгән хикәйәләр яҙҙы. Наил
Ғәйетбаев балалар өсөн «Үҙ маҡсатыңды тап»,
«Һуңғы уйын»,
«Ҡара ҡумта» исемле повестар баҫтырып сығарҙы.
Һуңғы осор Наил Ғәйетбаев драматург булараҡ ҙур танылыу тапты.
1984 йыл уның «Ҡойма ямғырҙа» исемлә тәүге драмаһы Сибай дәүләт драма театрында ҡуйылғайны. 1988 йылдан алып драматургия өлкәһендә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Хәҙерге көндә ул Өфө, Ҡазан, Салауат,
Әлмәт, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм башҡа ҡалалар театрҙарында барған тиҫтәнән ашыу пьесаларҙың авторы.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.