Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12

Süzlärneñ gomumi sanı 4069
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Мин аңғармай ҙа ҡалдым, ҡапыл өҫтөмә ташландылар. Мин ҡысҡыра башланым.

Нисәү инеләр?

Икәү.
Кисәгеләр. Ауыҙға сепрәк тығырға маташтылар. Һинең ишекте асырға маташыуыңды ишеткәс, ҡурҡтылар. Мин уларҙан ысҡынып өҫкә йүгергәс, ҡыуып торманылар, ҡастылар.
Кәбир улай-былай йөрөнөп алды.

Улар һиңә ныҡлап тотонмаҡсы, — тине ул тыныс булырға тырышып. Енәйәтселәрҙе ҡулға килеп эләккән ерҙән ебәргәне өсөн
Кәбирҙең үҙ-үҙенә асыуы килә ине.— Әгәр улар һине урлап китһәләр, бына булыр ине көлкө. Мин фатирҙа ятам һине һағалап, ә улар... Ниңә күршеләреңдең береһе лә сыҡманы?

Ҡурҡҡандар, күрәһең... Мине ҡотҡарам тип үҙҙәре бәләгә эләкһенме?
Теге ике кешенең Нәғим һөйләүе буйынса төҙөлгән портретын Кәбир милицияға шылтыратып әйтте. Хәҙер был мәғлүмәттәр урамдарҙа йөрөгән нарядтарға биреләсәк.
Бәлки шулай итеп эләктерерҙәр енәйәтселәрҙе.
Ул төн башҡаса ул-был булманы. Әммә Кәбир
Нәғимдең подъезы янында көнө-төнө наряд тоторға кәрәк тигән фекергә килде.
13
Тағы бер көн үтеүгә таң менән Кәбир янына ныҡ борсолған Роза килеп инде:
— Бөгөн төн кемдәрҙер минең өйөмә инергә маташты!
Был хәбәрҙән шаҡ ҡатҡан Кәбир ҡатындың һүҙҙәренә ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәне. Кемдәр һөжүм яһай? Ни өсөн? Нимә кәрәк уларға?
Һорауҙар күп, береһенә лә яуап юҡ. Иң ҡыйыны — билдәһеҙлек утында яныу! Ике төн буйы улар Нәғимгә һөжүм итеп маташтылар, хәҙер — Розаға!
Киләһе төн уларҙың башына ниндәй уй килер?
— Мин инде йоҡларға ятҡайным, — тип һөйләне
Роза.
— Сәғәт төнгө ун икеләр тирәһе булғандыр.
Ҡапыл иремдең кабинетында шылт иткән тауыш ишетелгәндәй булды. Ҡурҡа төштөм.
Ирем юғалғаны бирле мин... һәр ваҡыт...
Йә кемдер артымдан күҙәтә кеүек, йә ҡолағыма аңлайышһыҙ тауыштар салына. Был юлы ла шулайҙыр, тип үҙ-үҙемде тынысландырырға тырыштым. Ә үҙем рыбер тын да алмай ятам. Ҡапыл йәнә шылт иткән тауыш! Ҡотом осто, йөрәгем дөп-дөп тибә.
Мин инде ным: кемдер өйгә инеп килә. Төн уртаһында!..
Ырғып торҙом да улай-былай иттем. Башыма бер ниндәй уй мәй, нимә эшләргә белмәйем. Шунан, бар батырлығды йыйып, иремдең кабинетының ишеген саҡ-саҡ ҡына асып эскә күҙ һалдым... Ә унда... Тәҙрәлә ҡап-ҡара бер һын тора. Ул тыш яҡтан тәҙрә төбөнә күтәрелгән дә асыҡ форточка аша тәҙрәне асырға маташа! Ҡурҡышымдан урынымда ҡаттым да ҡалдым. «Һә» тигәнсе
Мансурҙың, иремдең юғалыуы иҫемә төштө.
Эргәлә генә фон, шуға барырға хәлем юҡ. Ҡапыл үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, әсе тауыш менән ҡысҡыра башланым. Шәүлә ошоғаса мине йоҡлап ята тип уйлағанмы икән, ни булһа ла тиҙ генә ергә ырғып төштө лә, юҡҡа сыҡты.
Ә мин оҙаҡ ҡына тыныслана алмай ҡысҡырҙым шикелле.
Хәҙер яҡшылап хәтерләмәйем дә, тәнемдең ут кеүек яныуы ғына иҫемдә ҡалған. Бер аҙҙан аңыма килеп телефонға ташландым.
Ә ул эшләмәй ине!.. Теге әҙәм уны алдан өҙгән!
Тимәк, минең өйҙә икәнлегемде белгән ул!
Йә үлтерергә уйлаған!.. Йә... Шуға ла һеҙгә шылтырата маным, үҙем йүгереп килдем... Һиҙәм: хәҙер улар мине үлтерергә итә! Киләһе төн дә киләсәктәр!..
Ә көндөҙ һөжүм итһәләр? Мин ҡурҡам!.. Миңә китергә кәрәк
Өфөнән, шулай бит?
Кәбир ни эшләргә белмәйенсә үрһәләнгән ҡатынды тынысландырырға тырышты:

Борсолмағыҙ,
Роза. Бер ҡайҙа ла китеү кәрәкмәй.
Беҙ һеҙҙе һаҡларбыҙ. Улар һеҙгә бер ни ҙә эшләй алмаҫ.
Тынысланығыҙ.
Ә хәҙер хәтерләп ҡарағыҙ... Һеҙгә, әлбиттә, ул кешенең йөҙө күренмәгәндер?

Юҡ.
Ҡараңғы ине бит. Тик миңә тойолдо...
Нимә тойолдо? Роза, яуап бирегеҙ!

Юҡ, юҡ, түгелдер. Күҙемә генә шулай күренгәндер.

Нимә?
Әйтегеҙ!

Тәҙрәләге шәүлә... теге саҡта Мансурҙы алып киткән кешегә оҡшағандай тойолдо. Бәлки, мин яңылышамдыр... Әммә ул ҡабырғаһы менән тора ине... Һәм ҡапыл шул кешегә оҡшап китте...

Тағы шул кеше! — Кәбир әсенеп өҫтәлгә һуҡты.
— Кем ул? Нимә кәрәк уға һеҙҙән?

Белмәйем,
— тине ҡурҡыштан күҙҙәре түңәрәкләнгән
Роза.
Кәбир ни уйларға ла белмәне. Исмаһам, бәйләнеп китерлек бер йөй булһа...

Һеҙгә берәй кеше асыу тота инеме? — тип һораны ул аптырағас, ҡатындан. — Йә иһә ирегеҙ берәйһе менән ҡаты ғына сәкәләшкәндер?
Әллә Мансур һиңә кешегә әйтмәҫтәй сер системе? Роза, ҡәҙерлем, хәтерлә, иҫлә!
Юғиһә беҙ уны ғүмерҙә лә тота алмаясаҡбыҙ!

Мин бер нәмә лә белмәйем. — Розаның күҙҙәре ҡурҡыуҙан ҙур итеп асылған. Улар Кәбиргә текәлгән дә ҡатып ҡалған. — Мин бер нәмә лә белмәйем!
Кәбир, тойғоға артыҡ бирелеп китеүен һиҙеп, урынына барып ултырҙы. Инде аҙна буйы аңлайышһыҙ йомғаҡ тирәһендә өйрөлөү уның да нервыһын ныҡ ҡына ҡаҡшатҡайны шул. Ләкин былай ҙа ҡото осҡан ҡатын ҡаршыһында үҙеңдең көсһөҙлөгөңдә күрһәтергә кәрәкмәҫ ине...
Кәбир
Розаға ла ултырырға ҡушты.

Роза, тынысланығыҙ, — тине ул. Әммә был һүҙләрҙе ҡатынға түгел, ә үҙ-үҙен ҡулға алыу өсөн әйтте.
— Хәҙер һине үҙебеҙҙең машина менән эшеңә оҙатып ҡуйырбыҙ.
Бишкә тиклем эшләйһең бит әле һин? Шуға тиклем бер ҡайҙа ла сыҡма, һәр саҡ кеше араһында бул.
Сәғәт бишкә мин һине ҡаршы барып алырмын...
14
дүрт тирәһендә
Кәбир Нәғимгә шылтыратып, бөгөнгө төндө бергә үткәрергә тәҡдим итте. Был бик уңайлы булыр ине. Тегендә Нәғимде һаҡларға кәрәк, бында
Розаның өйөн күҙәтергә тура килә. Ә Кәбир Розаның өйөн һаҡлашырға
Нәғимде алып барасаҡ. Ул бит үҙе ярҙамлашырға әҙер. Милиционерҙар етешмәгән мәлдә был бик шәп булыр.
— Ә нисек һаҡлайбыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды Нәғим.

Һиҙҙермәй генә баҡсала йәшенәбеҙ. Һин өйҙөң бер яғында, мин — икенсе.

Мин риза, — тине Нәғим. — Тик миңә лә берәй пистолет бирегеҙ.
Кәбир көлдө:

Минең пистолет икебеҙгә лә етер.

Мин ундар тирәһенә барһам, нисек булыр?
Эштәрем бар ине.

Енәйәтсе шуға тиклем һөжүм итмәҫ моғайын, — тине
Кәбир. — Мин баҡсала булырмын.

Ярай, һөйләштек.

Туҡта!
Һин бит Розаның адресын белмәйһең.

Ысынлап та! Ҡайҙа йәшәй ул?
Кәбир
Розаның адресын әйтте, унда нисек барырға кәрәклеген өйрәтте.
Сәғәт бишенсе яртыла Кәбир Роза эшләгән больница янына килеп телефон-автоматтан шылтыратты.

Мин һеҙҙе күптән көтәм, — тине ҡатын борсолған тауыш менән.

Мин больница ҡаршыһында торам, — тине следователь. — Һеҙ сығығыҙ ҙа тура өйөгөҙгә табан атлағыҙ. Мин артығыҙҙан барасаҡмын.
Ҡайтҡас, бер ҡайҙа ла сыҡмағыҙ, ә мин баҡсағыҙға йәшенәм. Сәғәт унда һеҙҙе һаҡлашырға тағы бер иптәшем килә. Беҙ төнө буйы баҡсала буласаҡбыҙ. Аңланығыҙмы?

Аңланым,
— тине Роза.
Бына ҡатын больницанан килеп сыҡты ла, ҡаршылағы эскәмйәлә газета уҡып ултырған
Кәбиргә күҙ һирпеп ҡарағандан һуң, урамға табан атланы. Следователь бер аҙҙан, газетаһын кеҫәһенә һалып, уның артынан төштө. Ара — ете-һигеҙ метр.
Кәбир башын бормай ғына тирә-яҡты һөҙөп ҡарап бара. Эргәлә саҡ ҡына шикле әҙәм күренһә, ҡарашын унан алмай. Әлегә
Кәбиргә шикле тойолған һәр кеше Розаға күтәрелеп тә ҡарамайынса үтеп китә...
Шулай атлай торғас, ҡатындың өйөнә килеп еттеләр. Бына ҡатын ҡапҡанан эскә инде, ә Кәбир арыраҡ үтте. Урамда бер кем дә күренмәй. Кәбир йәһәт кенә ҡойма аша ырғыны. Бына ул баҡсала. Следователь ағастарҙың ҡуйыраҡ еренә үтте. Бынан өй ҙә, ҡапҡа ла ус төбөндәге кеүек күренә. Яҡтыла ошонда ултырыр, ҡараңғы төшөп, Нәғим килгәс, өйгә яҡынлашырҙар.
Ваҡыт әкренләп алға тәгәрләне. Шул арала урамдан тиҫтәнән саҡ ҡына артығыраҡ кеше үткәндер. Роза бер нисә тапҡыр ишек алдына сығып әйләнде. Баҡсаларында биш алма, дүрт сейә, ете балан ҡыуағы үҫә икән.
Ҡарағаттарын һанап бөтөрлөк түгел...
Кәбирҙең уйҙары әкренләп енәйәтселәргә күсә.
Кемдәр улар?
Нимә кәрәк уларға? Ауырыуҙармы, әллә шеләр менән берәй тәжрибә үткәрәләрме? Улай тиһәң, кеше юғала, ике-өс көндән мәйете табыла, ә унда энә менән төрткән урын да юҡ...
Нәғим ун беренсе яртыла килде.

Ғәфү ит, саҡ ҡына һуңланым, эш күп ине. Мине бит хәҙер Мансур урынына бүлек мөдире итеп ҡуйҙылар, — тип аҡланды ул. — Бер кем дә килмәнеме?

Әлегә юҡ.
Инде ҡараңғы төштө. Өйҙәрҙә уттар ҡабынды. ның бар тәҙрәләре лә яҡтылыҡ һибеп тора.

Икебеҙ өйҙөң ике мөйөшөнә йәшенәбеҙ, — тине Кәбир.
— Һиңә ике стена, миңә ике стена күренә.
Арабыҙға бау һуҙабыҙ, берәй шикле нәмә күренһә, шуны тартырбыҙ.
Бауҙы һуҙғас, тикшереп ҡаранылар: аңлашырға була.
Ошонан һуң икеһе ике мөйөшкә сумды ла шымып ҡалды. Ваҡыт теләр-теләмәҫ кенә алға шыуышты. Әкренләп тәҙрәләрҙә уттар һүнә башланы. Бына Розаның да бер генә тәҙрәһе оҙаҡ ҡына яҡтылыҡ һибеп торҙо ла ҡараңғылыҡҡа күмелде. Урамдан һирәк-һаяҡ кешеләр үтеп китә.
Яҡында ғына бер эт ярһып өрөп алды.
Ҡайҙалыр мотоцикл тоҡанды. Бер аҙҙан уның тауышы алыҫайып юҡҡа сыҡты.
Кәбир сәғәтенә күҙ һалды — беренсе ярты.
Тағы күпмелер ваҡыт үтте.
Ҡапыл еп хәрәкәткә килде. Кәбир тәүҙә ышанырға теләмәне.
Нәғим бит ниндәйҙер ҡурҡыныс хаҡында иҫкәртә!
Кәбирҙең йөрәге ярһып тибергә тотондо. Ул, эйелә биреп, Нәғим ултырған мөйөшкә ашыҡты.

Тс-с!
— тип шыбырҙаны Нәғим, Кәбир килеп еткәс.
— Ҡойма аша кемдер инде. Ана, күрәһеңме? Өйҙөң теге яғына сыға!..
Кәбир, уны күреү өсөн ҡалҡына биргәйне, Нәғим кинәт аҫҡа тартты:

Күрә бит хәҙер!
Следователь ҡолаҡ һалды: ысынлап та, унда шылт иткән тауыш ишетелгәндәй булды.
— Нимә эшләйбеҙ?
— тип һораны Нәғим тулҡынланған тауыш менән.
— Өйҙө урап ҡаршыһына сығабыҙ. Һин — был яҡтан, мин — теге яҡтан!
Кәбир алға атланы. Бына өйҙөң мөйөшө.
Ҡапыл өй эсенән Розаның әсе итеп ҡысҡырғаны ишетелде. Шул минутта селпәрәмә килеп тәҙрә ватылды. Нәғим:

Туҡта!
Атам! — тип ҡысҡырҙы.
Кәбир, ҡырҡа турайҙы ла, ағастар аша ырғый-ырғый тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе.
Алда дөпөлдәп йүгергән тауыш ишетелде, ҡойма башында нимәлер ялп итеп күренеп ҡалды.

Ҡасты!
Кәбир, тиҙ бул! — тип һөрән һалды Нәғим.
Кәбир шул яҡҡа йүгерҙе. Нәғим күренмәй. Кәбир ҡойма аша ырғып урамға сыҡты. Бында ҡараңғы, бер нәмә күрерлек түгел. Ул арала Нәғим килеп етте.

Эх, саҡ ҡына эләкмәне! Ҡайҙа тороп ҡалдың һин? — Нәғим әсенеп һөйләнде. — Әгәр икәү булғанда...
Кәбир уны тыңлап торманы, йүгереп кире баҡса эсенә инде, ярыҡ тәҙрә янына килде. Эстә
Розаның һулҡылдап илағаны ишетелә:

Ул килде! Тағы тәҙрә аша инергә маташты!
Шул уҡ кеше!
Бөтә был ваҡиғаға асыуы килгән Кәбир, ни эшләргә белмәйенсә, өйҙө урап китте.
Ниңә былай булды әле? Ҡайҙа хата ебәрҙеләр?
Бына уның ҡаршыһына Нәғим килеп сыҡты.

Ниңә ҡасып китте ул? — тип һораны Кәбир дуҫынан.
Нәғим аңлатырға тотондо:

Мин мөйөштө генә урағайным, күрәм, ул тәҙрәгә лә күтәрелгән. Мин ҡаушап ҡалдым...
Ҡурҡтым хатта. Шул саҡ аяғым аҫтындағы бер ағас шартлап һынды. Теге әйләнеп ҡараны ла мине күрҙе. Шул саҡ эстән Роза ҡысҡырып ебәрҙе. Был әллә эскә инергә итте, әллә икенсе уйы бар ине... Ни булһа ла тәҙрә ярылып китте. Мин һинең етеп килгәнеңде һиҙә инем. Тегеңә ташландым.
Тик ул етеҙ булып сыҡты. Ҡойма аша ырғыны ла күҙҙән дә юғалды. Ҡулға эләккән ерҙән... Ниңә оҙаҡ мыштырланың? Әгәр шәберәк ҡыланһаң...
Кәбир үҙе лә эстән янып тора. Ҡосаҡҡа килеп ингән енәйәтсене ҡулдан ысҡындырҙылар!
Хәҙер ул бында засада барлығын белде, тимәк, башҡаса килмәйәсәк. Розаны икенсе урында юҡ итергә тырышасаҡ. Туғанов быны ишетһә... Милицияла Кәбирҙең күҙен дә астырмаясаҡтар. «Йә, һөйләп ташла әле: нисек засада ойошторҙоң?..» Кәбир йән асыуы менән стенаға йоҙроҡлап һуҡты.
Ул арала Роза өйҙәге бар уттарҙы ҡабыҙҙы.

Әйҙә, инәйек, — тине Кәбир.

Бар, һин ин, тынысландыр Розаны. Мин бында торайым әле. Кем белә, бәлки, йәнә килеп сығыр.
Халатта ғына карауатында ултырған Роза ҡурҡҡан йәшле күҙҙәрен Кәбиргә төбәне. Уның ҡарашында был ваҡиғаның ни менән бөтәүен аңлатыуҙы һорау ҙа, следователдән яҡшы хәбәр ишетеренә өмөт тә бар ине. Кәбиргә уңайһыҙ булып китте. Үҙен эшкинмәгән, ҡурҡаҡ кеше итеп һиҙҙе ул ошо минутта.

Тоттоғоҙмо?
— тип һораны Роза.

Юҡ.
— Кәбир ҡатынға ҡарамаҫҡа тырышты.

Нисек?
Ҡастымы? — Роза ышанырға теләмәне, тауышында оло хәүеф ишетелде. «Тимәк, уны үлтерергә килгән енәйәтсе иректә!
Уның иртәгә лә килеүе бар! Йә иһә урамда тап итеп...» Ул устары менән йөҙөн ҡапланы.

Ниңә ҡысҡырҙың? — Кәбир уҫал ғына өндәште.
Был минутта үҙҙәренең уңышһыҙлыҡҡа осрауына ошо ҡатын ғәйепле кеүек ине.
— Әгәр тауыш күтәрмәһәң, ул ҡасмаҫ ине.

Мин ҡурҡтым! Ул бит тәҙрәнән инеп килә ине.
Һеҙ килеп еткәнсе, ул мине үлтерер ине. Ә ниңә тәҙрәгә күтәрелгәнсе тотманығыҙ? Һеҙ бит уны күрмәй ҡалғанһығыҙ.
Бындай ғәйепләүҙе Кәбир тыныс ҡына ҡабул итә алманы.

Беҙ уның ҡойма аша төшкәнен күрҙек, — тине ул күҙен дә йоммайынса. — Уны ҡамай башлағайныҡ.
Һин ҡысҡырмаһаң... Ярай, тыныслан, хәҙер бер ни эшләп булмай...
Беҙ бында, өй янында, һин ят, йоҡла.

Ә иртәгә? Килерһегеҙме? — Роза ҡурҡҡан күҙҙәрен следователгә төбәне.

Бында засада барлығын белгәс... ул иртәгә килмәйәсәк.
Роза ҡото осоп ырғып торҙо:

Киләсәк, мин һиҙәм, киләсәк! Ҡалдырмағыҙ мине яңғыҙ!

Роза, тынысланығыҙ.
Беҙ иртәгә лә һеҙҙе һаҡларбыҙ.
Хәҙер йоҡларға тырыш.
Кәбир ишек алдына сыҡты. Ағастар араһынан Нәғим күтәрелде:

Ҡурҡҡанмы?
Тынысландымы?
Йоҡларға ятты, — тине
Кәбир ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.
— Шул ғына эште боҙҙо.

Эйе шул, — тип килеште Нәғим. — Әгәр ҡысҡырмаһа... Нимә эшләйбеҙ?

Ярай, бар, һин ҡайт. Ул инде бөгөн башҡаса килмәҫ. Шулай ҙа мин бында булам әле.

Ә иртәгә?

Иртәгә лә килергә тура килер, ахыры. Килә алырһыңмы?

Енәйәтсене тоторға кәрәк бит. Был беҙҙең Мансур алдындағы бурысыбыҙ. Икенсенән, миңә лә өйҙә ҡалыу ҡурҡыныс. Миңә төнөн һинең янда булыу хәйерле, — тине Нәғим эске әсенеү менән.
Нәғим өйөнә ҡайтып китте. Кәбир Розаның баҡсаһында ҡалды.
Был ваҡытта сәғәт төнгө өстө күрһәтә ине.
15
Туғанов, төнгө ваҡиғаларҙы ишеткәс, туҙып китте:

Эшкинмәгән!
Ауыҙыңа ҡапҡанды йота алмағанһың! Хәҙер уны ғүмерҙә лә тотоп булмаясаҡ! Әгәр былай эшләһәң... — Ул Кәбирҙе ярты сәғәттәй әрләне. Эштән ҡыуыу менән янап бөттө. Ә был следователь өсөн иң насар нәмә. Эштән ҡыуылған икәнһең, тимәк, һин — булдыҡһыҙ — уңмаған следователь.
Кемдең үҙ эшенә бындай баһа алғыһы килһен?
Ниһәйәт,
Туғанов тыныслана төштө һәм:

Хәҙер ни эшләргә уйлайһың? — тип һораны.

Бөгөн төн йәнә ул өйҙө һаҡлайым.

Һин нәмә, ул енәйәтсене иҫәр тип уйлайһыңмы?
Ул башҡаса унда аяҡ та баҫмаясаҡ!

Баҫасаҡ,—тине
Кәбир ышаныслы тауыш менән.— Ул беҙҙең ни уйлағаныбыҙҙы һиҙенә. Берҙе өркөттөк, инде һаҡланмаҫҡа ла була, тип фекер йөрөтәсәк ул енәйәтсе. Шуға ла бөгөн
Розаға йәнә һөжүм итеп ҡараясаҡ. Тик ул ун тапҡыр, йөҙ тапҡыр һағыраҡ ҡыланасаҡ. Засадаға эләкмәҫ өсөн!

Кәрәге бар ине уға Розаның! Ул бандитҡа башҡа ҡатындар бөткәнме?

Уға
Роза кәрәк, — тине Кәбир.
— Ярай, һаҡла, — тип ризалашты Туғанов. — Тик бел: ике көндән беҙгә был енәйәтте асышырға Мәскәүҙән ярҙам ебәрмәкселәр.
Шуға тиклем беҙ ул енәйәтселәрҙе табырға тейешбеҙ! Үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп күрһәтмәҫ өсөн! Һиңә—ике көн! Онотма!
Туғанов ярҙамға биргән ике егеткә нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңлатты ла
Кәбир, ятаҡҡа ҡайтып, карауатына ауҙы.
Ул бит төнө буйы йоҡламаны. Ике-өс сәғәт серем итеп алһа...
Әммә ярты сәғәттән уны уятып телефонға саҡырҙылар.

Тиҙ генә килеп етегеҙ, — тине телефон аша жур милиционер.

Ни булды?

Белмәйем.
Туғанов ҡушты.
Кәбир, ашыҡ-бошоҡ кейенде лә, такси менән эшенә осто.
Ни булды икән? Әллә енәйәтселәрҙе эләктергәндәрме?
Юҡтыр.
Улайһа, ниңә саҡыралар?
Туғановтың йөҙө ҡара янған:

Ҡыуан!
— тине ул Кәбир килеп инер-инмәҫтән. — Ҡалала тағы бер кеше эҙһеҙ юғалған!
Кәбирҙең арҡаһы буйлап эҫеле-һыуыҡлы тулҡындар йүгерҙе:

Ҡасан?
Кем?

Кисә кис. Әйткәндәй, Һинең дуҫың Нәғим йәшәгән подъездан.

Нәғим?
— Кәбирҙең башынан төрлө уйҙар йүгерҙе.
— Улар йәнә Нәғимгә һөжүм итергә барғандар!
Ул өйҙә булмағас...

Белмәйем!
— Туғановтың тауышы асыулы.—Был мине тамам ялҡтырҙы! Һин унда йоҡлап ятаһың! Ә бында...
Онотоп торам: Розаның иренең мәйете табылды.

Ҡайҙа?
Йәнә урмандамы?

Түгел.
Енәйәтселәр, һин уйлағанса, иҫәр түгел.
Ике мәйетте урмандағы өйгә ташлағас, хәҙер уның һаҡланғанын һиҙенмәйҙәр тиһеңме?
Быныһын йылға буйына илтеп ташлағандар.

Нисек үлтергәндәр?

Быныһының да үлеменең сәбәбен асыҡлай алмайҙар.
Бөтә ере һау, тырнаҡ менән дә сыйылған урыны юҡ, әммә үлгән! Һин, давай, йоҡлап ятма, юғалған кешенең өйөнә бар, ҡатыны, бала-сағаларын күр, күршеләренән һораш.
Ул енәйәтселәр кеше күҙенә күренмәй ҡалмағандарҙыр.
Ярҙамға биргән ике егет ни менән шөғөлләнә?

Береһе
Мансурҙың эше менән, икенсеһе Кәлигә ҡағылышлы.
Мин уларға ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген әйткәнмен.

Тағы бер кеше бирәм, — тине Туғанов. — Ашыҡ, ашыҡ!
Уларға йәнә кеше урларға юл ҡуймаҫҡа кәрәк!
Бар!
Кәбир
Туғанов янынан шаңҡыған кеше кеүек сығып китте. Ниндәй мәхшәр был? Енәйәт өҫтөнә енәйәт өйөлә, ә Кәбир уларҙы сисеүгә бер аҙым да яҡынлашмай. Әгәр эштәр киләсәктә лә ошолай дауам итһә, ҡайҙа барып төртөлөрҙәр? Иң үкенеслеһе, йәбешеп китерҙәй эҙ, еп шундай кескәй, бәләкәй...
Кәбирҙең күңелен әсенеү һәм үкенеү солғап алды. Әгәр бөгөн төндә лә килһә ул ҡәһәр һуҡҡыр, Кәбир теше-тырнағы менән йәбешәсәк, әммә тотасаҡ шайтан алғырын!
Кисә кис юғалған ир, ысынлап та, Нәғимдең подъезынан булып сыҡты. Слесарь булып эшләй икән. Ҡатыны өйҙә ултыра, өс балаһын тәрбиәләй. Ҡатын ҡалала һуңғы осорҙа юғалған кешеләр хаҡында, аҙаҡтан уларҙың мәйеттәре табылыуы тураһында ишеткән, шуға ҡото осҡан, өмөтөн юғалтҡан, илай торғас, күҙҙәре шешенгән.
Кәбир ҡатынды тынысландырырға тырышты:

Беҙ табабыҙ ирегеҙҙе. Енәйәтселәрҙең эҙенә төшкәнбеҙ, бөгөнмө-иртәгәме тотабыҙ.

Ирем генә тере булһын инде, — тине ҡатын йәш аралаш. — Юғиһә өс бала менән...

Ул ҡасан юғалды? Сәғәт нисәлә?

Кисә кис. Сәғәт һигеҙ тирәһендә майҙансыҡҡа тәмәке тартырға сыҡҡайны, ғәйеп булды.
Аяғында—тапочка, трико менән футболка кейгәйне.
Кәбир подъездағы бар фатирҙарға инеп сыҡты.
Бигерәк тә өй алдында кис буйы ултырған әбейҙәрҙән кисә кемдәр килеп, кемдәр киткәнлеген тәфсилләп һорашты. Бер әбей һигеҙҙәрҙән һуң подъезға ҙур сумаҙан тотҡан ике ирҙең инеп киткәнлеген хәтерләне. Ярты сәғәттән улар шул уҡ сумаҙандарын күтәреп кире сығып киткән.
Башҡа әбейҙәр ҙә быны раҫланы. Тегеләрҙең береһе куртка кейгән булған икенсеһе
— плащ. Шуларҙың эшеме? Юғалған ирҙе сумаҙандарына һалып алып киткәндәрме?
Әбейҙәр сумаҙанлы ирҙәрҙең ҡиәфәтен яҡшылап иҫтәренә төшөрә алманы. Ә уларҙың кейемдәре хаҡында ғына белеү бик аҙ!..
Кәбир
Нәғимдең эшенә шылтыратты. Ул үҙҙәренең подъезында йәшәгән слесарҙың юғалыуы тураһында ишеткән икән.

Бик шәп кеше ине, — тип ҡайғырҙы Нәғим. — Кемгә ҡамасауланы икән ул? Шикләнерлек кешеләр бармы, исмаһам?

Юҡ шул, — тип уфтанды Кәбир. — Һин кисә кис өйҙә булманыңмы? Бәлки күҙеңә шикле кешеләр салынғандыр?
Мин бит кис буйы институтта булдым... Унан тура һинең яныңа остом... Мин һиҙенәм, ул енәйәтселәр минең арттан килгән! Мин булмағас, шул слесарҙы алып киткән. Тик мин аңламайым: уларға мин кәрәкме, әллә кем тап була—шулмы? Ниңә слесарҙы алып киткәндәр?
Кәбир көрһөндө.

Бөгөн төн килә алаһыңмы? — тип һораны ул. — Следователдәрҙе эштән айырғы килмәй.
Төнө буйы унда булһалар, иртәгә көнө буйы йоҡлаясаҡ бит улар.
Килермен,
— тине Нәғим. — Тик ундан һуң ғына.
Институтта эштәр күп.

16
Кәбир йәнә Розаның баҡсаһында ултыра.
Енәйәтселәр бөгөн килмәһә, иртәгә Розаны берәй яҡҡа оҙатырға кәрәк. Сөнки уны көн дә һаҡлап булмай, һаҡсыһыҙ ҙа ҡалдырырға ярамай. Енәйәтселәр ҡатындың яңғыҙ ҡалғанлығын белһә, шунда уҡ уның башына етәсәк.
Нәғим ҡараңғы төшкәс кенә килде. Сәғәт ун бер ине. Арлы-бирле һөйләшеп алдылар ҙа үҙ мөйөштәренә сумдылар...
Розаның уттары ун икелә һүнде.
Тауыш-тынһыҙ йәнә бер сәғәттәй ваҡыт үтте... Төрлө уйҙарға сумып ултыра торғас, Кәбир үҙенең йоҡомһорай башлауын тойҙо. Төндә уға йоҡо бөтөнләй эләкмәне бит. Ул ултырған ерендә төрлө хәрәкәттәр яһап алды.
Ҡапыл уның ҡолағына сәйер тауыш салынды.
Әйтерһең, кемдер йөрөй!.. Кәбир бар иғтибарын һалып тыңланы... Тирә-йүн йәнә тынлыҡта. Яңылыштымы икән ни? Нәғим ишеттеме ул тауышты? Алдан һөйләшкәнсә,
Кәбир бауҙы ике тапҡыр тартып ҡуйҙы.
Был — «шикле нәмә юҡмы?» тигән һорауҙы аңлата. Әгәр Нәғимгә ул- был һиҙелмәһә, ул бауҙы бер тапҡыр тартырға тейеш. Әммә
Кәбир күпме көтһә лә, Нәғим яуап бирмәне.
Кәбир йәнә бауҙы ике тапҡыр тартты.
Ләм-мим! Кәбирҙе борсоу ялманы. Берәй нәмә булғанмы? Бәлки, енәйәтсе һиҙҙермәй генә килеп Нәғимде үлтергәндер ҙә...
Кәбирҙең тәне өшөп китте. Ул, тиҙ генә урынынан тороп, Нәғимдең мөйөшөнә ашыҡты. Бына уның урыны. Нәғим юҡ! Ҡайҙа ул? Кәбир тирә-яғына ҡараны, бер ни күренмәгәс, һағайып тыңланы.
Ҡапыл арғы мөйөштә шәүлә күренде! Кем ул?
Нәғимме? Бында табан килә! Кәбир ергә сүгәләне. Әммә шәүлә яҡынайғас, уның
Нәғим икәнлеге асыҡланды.

Ҡайҙа йөрөйһөң һин? — тип шыбырланы Кәбир.

Һин ишетмәнеңме? Ниндәйҙер сәйер тауыш сыҡҡайны. Мин тауыш килгән яҡты барып ҡараным.

Миңә әйтеп китергә кәрәк. — Кәбир асыуланды.— Мин бында әллә нәмәләр уйлап бөттөм.

Алыҫ та китмәҫмен, тигәйнем... Ул-был һиҙелмәйме?

Юҡ шикелле... Ярай, киттек урындарыбыҙға.
Йәнә бер сәғәттәй ваҡыт үтте.
Ҡапыл өй эсендә Розаның ҡото осоп ҡысҡырған уышы ишетелде. Шунда уҡ кемдеңдер ҡатын йоҡлаған бүлмәнең ишеген типкеләүе ҡолаҡҡа салынды.
Кәбир ырғып торҙо ла Розаның тәҙрәһенә ташланды.

Ул ишекте аса! Ул ишекте аса! — тип ҡысҡыра ине аҡылдан яҙа яҙған ҡатын. — Тиҙерәк!
Кәбир өйҙө урап йүгерҙе. Пистолетын ҡулына тотто.
Енәйәтсе—өйҙә!
Нисек үтеп ингән?
Кәбир ишеккә тибеп ебәрҙе. Ул асыҡ ине! Башҡалары ла бикләнмәгән! Кем асҡан уны? Розаға уларҙың рыһын да бикләргә ҡушылғайны бит!
Ҡапыл төпкө бүлмәлә пистолеттан атҡан тауыш телде!
Кәбир йән-фарманға Розаның бүлмәһенә барып инде.
Күҙ ҡырыйы менән тәҙрә аша инеп килгән Нәғимде күрҙе.
Кәбир, утты яндыра һалып, карауатҡа ҡараны...
Ә унда Роза салҡан төшөп ята ине. Маңлайындағы кескәй генә тишектән ҡан аға...
Ҡото осҡан Кәбир, ни эшләгәнен белмәйенсә, ҡатынға ташланды.
Әйтерһең, инде йән биргән ҡатынды өрөп булһа ла кире терелтергә теләне. Тик һуң инде, һуң!..
Ул арала Нәғим дә килеп етте.

Үлгән!
— тине ул йән асыуы менән.

Баҡсаға!
— Кәбир тәҙрә аша тышҡа ырғыны.
Ҡайҙа ул? Кәбир тирә-яғына ҡаранды. Шунан йәһәт кенә ҡойма аша ырғып урамға сыҡты. Бер кем дә юҡ!
Ул кире өйгә атылды! Бәлки, берәй бүлмәгә йәшенгәндер!
Бына ул бар уттарҙы яндырҙы ла бөтә бүлмәләрҙе байҡап сыҡты.
Әммә бер ҡайҙа ла бер кем дә юҡ ине. Шунан йәнә баҡсаға сыҡтылар, урамға күҙ һалдылар...
Ун минуттан хәлдәре бөткән Кәбир менән Нәғим, өйгә инеп, бүлмә уртаһында туҡтап ҡалдылар. Икеһе лә бер ни өндәшмәй.
Ни әйтергә мөмкин бындай минутта?!
Икәүләшеп йөрөнөләр ошонда, ләкин
Розаны һаҡлай алманылар!
Енәйәтсе нисек шулай анһат ҡына ҡасып китә алды? Кәбир быны һис тә аңлай алмай. Ул тыш яҡтан тәҙрәгә килгәндә, Роза тере, енәйәтсе ишекте теге яҡтан типкеләй, асырға маташа ине. Кәбир, өйҙө урап, ишектән йоҡо бүлмәһенә ингәнсе, енәйәтсе
Розаны үлтереп юҡҡа ла сыҡты. Ҡайҙа булды ул? Нисек күҙгә лә күренмәй китә алды?



Һин күрҙеңме уны? — тип һораны Кәбир дуҫынан.

Юҡ.
— Нәғим бөтөнләй ҡаушап ҡалған. — Атыу тауышы ишетелгәс, тәҙрәне яра һуҡтым.
Тик тәҙрә бигерәк бейек. Ҡапыл менеп булмай! Өҫкә күтәрелеүгә, һин йоҡо бүлмәһендә тора инең.

Ҡайҙа булды һуң ул? — Кәбир карауатта ятҡан ҡатындың мәйетенә ҡарамаҫҡа тырышты.
— Күрәһең, ул Розаны үлтергән дә залға инеп йәшенгән. Мин йүгереп йоҡо бүлмәһенә үткәс, әкрен генә сығып киткән. Әлбиттә, шулай! Уның артынан йүгерәһе урынға, мин, иҫәр, тәҙрәнән тышҡа ырғыным, урамға йүгерҙем. Ә енәйәтсе бит ишек алдына сыҡҡан да арт яҡҡа һыпыртҡан.

Ә мин һуң, мин! — тип әсенде Нәғим. — Һин тәҙрә аша ырғығас, миңә унда ни ҡалған инде? Йәнәһе, һиңә һөжүм итә ҡалһалар, ҡотҡарам! Миңә ишектән сығып, икенсе яҡты ҡарайһы булған!
Хәҙер нисек кенә үкенһәләр ҙә, һуң ине инде:
Роза йәнһеҙ, енәйәтсе күҙгә лә күренмәйенсә ғәйеп булды. Кәбир иртәгә милицияла ни буласағын күҙ алдына килтерҙе лә йөҙөн сирҙы. Хәҙер уның күҙен дә астырмаясаҡтар бит! Ә Туғанов ошолай ауыҙ асып йөрөүен ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәк. Әгәр Мәскәүҙән килеүселәр был хаҡта ишетһә, уның үҙенә лә ныҡ эләгәсәк. Засадала ултырып та, енәйәтсене тотоу түгел, күрә лә алмай тороп ҡалыуҙы кем аңларға теләр?..
Кәбир телефондан ашығыс ярҙам машинаһына һәм милицияға шылтыратты...
Төнө буйы уны йоҡо алманы. Кәбир бөгөн булған ваҡиғаларҙы ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрҙе һәм үҙенең аҙым һайын тиерлек хаталар яһағанын аңланы. Иртәгә ни генә булыр эштә?
17
Туғановтың кабинетына эҙәрләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Хужа һүҙҙе Кәбиргә бирҙе:
— Йә, һөйләп ташла: нисек засада ойошторҙоғоҙ?
Нисек итеп һаҡланығыҙ ул ҡатынды? Йә?
Кәбир хәҙер нимә генә һөйләһә лә, үҙен аҡларлыҡ дәлилдәр таба алмаясағын аңлай, ләкин бергә эшләгән кешеләр алдында көлкөгә ҡалғыһы ла килмәй. Ул, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып, кисәге ваҡиғаларҙы башынан аҙағынаса һөйләп бирҙе.

Ниңә һин, енәйәтсенең ишекте типкеләүен ишеткәс, Роза янына тәҙрә аша инмәнең?
— тип һораны Туғанов.

Миңә бит уны тоторға кәрәк ине. Әгәр быяланы ярып тәҙрә аша инә башлаһам, ул сығыр ҙа ҡасыр ине.

Ә дуҫың ҡайҙа ине?

Мин уны иҫкәртергә өлгөрмәнем. Енәйәтсенең күренмәй генә фатирға үтеп инерен алдан уйламағанбыҙ. Ә инде ишекте емерә башлағанын ишеткәс... Бында уйланып торорға ваҡыт юҡ ине.

Мин енәйәтсенең күҙгә күренмәй китә алыуына ышанмайым! — Туғанов улай-былай йөрөнөп алды. — Йә ул иҫ киткес аҡыллы енәйәтсе, йә булмаһа... Бөтә бәлә Кәбирҙә... Засаданы ойоштора алмағанһың! Ни өсөн унда яңғыҙ барҙың? Мин бит һиңә ярҙамға өс кеше биргәнмен!

Уларҙың башҡа эше бар. Әгәр төнө буйы унда ултырып сыҡһалар, бөгөн көнө буйы йоҡомһорап йөрөрҙәр ине, — тип аҡланып маташты Кәбир.

Тағы ярҙамсы һорар инең! Ә дуҫыңды ниңә эйәртеп алып барҙың? Рөхсәтһеҙ! Әгәр уны үлтереп китһәләр, кем яуап бирер ине? — Туғанов асыулы ҡиәфәт менән уйланып торҙо. — Бер аҙна эсендә — өс мәйет! Һин енәйәтсене тотоу түгел, табыуға табан бер аҙым да яһамағанһың!
Ҡала халҡы милицияны һүгә һәм дөрөҫ эшләй! Ҡыҫҡаһы, мин был эште һинән алам!
Бөтә документтарҙы, ана, Ғәзизовҡа тапшыр. Бөгөндән был эш менән уның етәкселегендәге төркөм шөғөлләнә.
Кәбир башын эйгән хәлдә ултырҙы, сөнки үҙ-үҙен аҡларлыҡ бер һүҙ ҙә тапманы. Ысынлап та, ул ошо енәйәттәр сылбырын нисек итеп сисергә кәрәклеген һаман аңламай, ошоғаса йәбешеп китерлек бер генә лә эҙ тапманы...
Инде төш мәле етеп килә. Кәбир милициянан сыҡҡас, туҡтап ҡалды. Ятаҡҡа ҡайтҡы килмәй, сөнки хәҙер барыбер йоҡлай алмаясаҡ ул. Аптырағас, Нәғимгә шылтыратты, үҙен был эштән ситләштергәндәрен һөйләп бирҙе. Нәғимдең бик асыуы килде:
Әгәр һиңә ышанмайҙар икән... Әйҙә, тырышып ҡараһындар! Үртәнмә! Аңларҙар әле... Кис нимә эшләйһең?

Хәҙер мин буш.

Улайһа, мин эштән һуң ятағыңа һуғылырмын, — тине Нәғим. — Онотма, һин мине ул енәйәтсенән һаҡларға тейешһең. Әйткәндәй, яңы следователь минең менән ни эшләргә йыйына?

Унда әле һинең ҡайғың юҡ.

Мине үлтергәндәрен көтә инде? — Нәғим көлөп маташты. — Ярай, янымда һин булғанда бирешмәм. Алтыла көт.
Кәбир сәғәт бишкә тиклем үҙ кабинетында ваҡ-төйәк эштәр менән булашты. Шунан йәйәүләп ҡайтырға сыҡты.
Урам тулы халыҡ. Кешеләр эштәрен тамамлап өйҙәренә ашыға, магазиндарға ҡабалана.
Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ мәшәҡәте. Бер кемдә лә бурысын үтәй алмағаны өсөн эшенән ситләштерелгән Кәбир ҡайғыһы юҡ...
Нәғим, вәғәҙә иткәнсә, сәғәт алтыла килеп инде.

Әйҙә, киттек! — тине ул ишек төбөндә туҡтап ҡалып. — Асыҡтырҙы, ресторанға инеп ашап алайыҡ.
Нәғимдең күҙҙәре янып тора, ниңәлер үҙен бик тынысһыҙ тотҡан кеүек. Үҙенә ике тапҡыр һөжүм иткәс, үҙгәрҙе ул. Ҡурҡа, күрәһең...
Ресторандан сыҡҡанда һигеҙ тирәһе ине. Улар такси менән Нәғимдең фатирына киттеләр. Бер аҙ телевизор ҡарағас, Нәғим, эшләп алам әле, тип кабинетына инеп китте.
Кәбир телевизор ҡарап ултыра торғас, йоҡомһорай башлауын тойҙо. Бер ваҡыт бүлмәһенән
Нәғим килеп сыҡты.

Һин минең нимә менән шөғөлләнгәнемде белергә теләй инең, — тине ул Кәбиргә.
— Әйҙә күрһәтәм.

Мин барыбер бер ни ҙә аңламайым. — Кәбирҙең урынынан торғоһо килмәне.

Мин аңларлыҡ итеп күрһәтермен.

Кешенең йәне хаҡындағы эшеңме?

Эйе.

Ҡыҙыҡ.
— Кәбир урынынан тороп телевизорҙы һүндерҙе. — Әйҙә, улайһа.
Йоҡо бүлмәһенә инделәр. Нәғим Кәбирҙе мөйөштәрәк торған приборҙар янына алып килде.

Һин ер кешеләре өсөн иҫ киткес асыш янында тораһың, — тине Нәғим. — Ошо машина кешенең йәнен тәненән айыра ала.

Нисек айыра? — Кәбир аңламаны. — Үлтерәме?
Ундай тупаҫ һүҙ ҡулланма! — Нәғим йөҙөн боҙҙо.
— Нимә ул тормош? Бына өйҙө ал. Уның эсендә кеше булһа — өй тере лә, кеше сығып китһә — өй үлеме?

Өй эсендә кеше бармы, юҡмы - өй барыбер өй инде ул.

Кешенең тәне лә шулай. Ул үҙ тормошо менән йәшәй.
Уның өсөн эсендә йән бармы, юҡмы- барыбер.

Йән сыҡһа, тән бит үлә, серей, юҡҡа сыға.

Сереү ҙә тормош. Сереү — ул органик элементтарҙың кислород менән реакцияға кереүе генә.
Йәғни, йән ташлап киткәс, тән актив йәшәй башлай, тиергә була.
Кәбир дуҫына ҡарап көлөмһөрәне:

Улай уйлай башлаһаң, был донъяла йәшәүҙең бөтөнләй мәғәнәһе юҡ.

Бар,
— тине Нәғим. — Тормош беҙ уйлағанса ябай нәмә түгел. Мәҫәлән, кешенең йәне бер ҡасан да үлмәй, бөтмәй. Тәнде ҡалдырып китһә лә, ул йыһанда йөрөй, йәшәй.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.