Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10

Süzlärneñ gomumi sanı 3925
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Нәғим!
Элеккесә йылмайып, ҡулын йәйҙе! Хәйер, туҡта!
Ниндәйҙер үҙгәреш бар! Ниндәй? Кәүҙәгә бер аҙ тәбәнәкләнгән түгелме? Эйе! Нәғим унан ярты башҡа бейегерәк ине бит, ә хәҙер ул Кәбир менән бер тиң! Кәбир бер ни әйтергә өлгөрмәне, Нәғим уны һөйрәп тиерлек фатирына индерҙе:

Ниңә ҡаушап ҡалдың? Был — мин, мин! Һис тә шәүлә түгел! Ә бит күптәрҙең ҡото осто!
Ышанырға теләмәйҙәр. Күренеүҙән алда барыһына ла шылтыратып тере икәнлегемде әйтергә ҡуштым. Юғиһә урамда тап булырҙар ҙа... — Нәғим ошоларҙы әйткәндән һуң, бер аҙ тыныслана төштө. — Ҡыйын икән үлеп кире терелеүе...

Ә нисек терелдең? — тип һораны Кәбир дуҫының терелеүенә һаман да ышанып етә алмайынса. Ләкин күңелдә ниндәйҙер шом бар, ытырғаныс тойғо бар. Әйтерһең, хәҙер Нәғим тағы бер көтөлмәгән нәмә эшләр...
Нәғимдең кабинетына үттеләр. Бүлмә ҙур ғына. Ул ҡап уртаға иҙәндән түбәгә тиклем етеп торған китап кәштәһе менән бүленгән.
Нәғим ҡунаҡтарын бүлмәнең был яғында ҡабул итә, ә теге яғы уның эш урыны.

Литаргик йоҡо. Мин йоҡлап киткәнмен, ә һеҙ...

Ә ҡәберҙән нисек сыҡтың?

Быныһы бөтөнләй шаҡ ҡатырлыҡ хәл. — Нәғим көлөп алды. — Йәшәһен бурҙар! Әгәр улар минең алтын тештәремде урларға килмәһә, мин, ысынлап та, мәйеткә әүерелә инем.
Күҙ алдыңа килтер: ҡапыл уянып китәм, ә тирә-йүн ҡап-ҡараңғы, бер ни күрмәйем.
Тәүҙә һуҡырайғанмын икән тип уйланым.
Торайым тиһәм, тороп булмай. Әкренләп үҙемдең ҡәбер эсендә икәнлегемде аңланым. Шул мәл саҡ-саҡ аҡылдан шашманым.
Уйлап ҡара: мин йәш, көслө, эшләйһе эштәрем күп! Шуға ҡарамай ҡәберҙә ятам!
Минең нимәләр уйлап, нимәләр кисергәнемде аңлайһыңдыр. Ҡапыл ишетәм: өҫтән шаҡылдаған тауыштар килә. Тәүҙә ҡолағыма ғына ишетеләлер, тип уйланым. Шунан йәнемде алырға фәрештәләр киләлер, тип тә уйлап бөттөм. Аҙаҡ төшөндөм: минең ҡәберҙе ҡаҙалар! Ниңә? Ышанаһыңмы, юҡмы
— мин шунда уҡ аңланым: бурҙар! Тегеләрҙе ҡаршы алырға әҙерләндем... Табутты асыуҙары булды, ҡулдарымды күтәрҙем дә тороп ултырҙым. Күҙ алдыңа килтер,
Кәбир! Улар ҡәбер эсенән нисек сығып ысҡынғандарын да һиҙмәй ҡалды. Мин сыҡтым да... Ҡәберҙе асыҡ ҡалдырырға күңелем барманы. Аңлайһыңмы?

Аңлайым,
— тине Кәбир, ҡәберҙән сыҡҡан кешенең ни тойорон күҙ алдына килтерә алмаһа ла.

Тупраҡты ҡәбер өҫтөнә кире ташланым. Шунан уйға ҡалдым. Ни эшләргә? Нисек итеп үҙемдең терелекте белгертергә? Иртәнсәк телефон аша шылтыратырға тотондом... Фу, иҫләге килмәй... Бына һин әйт әле дөрөҫөн: минең терелегемә ышанаһыңмы, әллә һаман да ҡотоң осоп ултырамы? Һин бит юрист, следователь.
Һинең ни уйлауың минең өсөн бик мөһим.

Ышанам да, ышанмайым да, — тине Кәбир. — Сөнки кисә генә ерләнек... Ләкин һин бит бына ултыраһың. Тимәк, һин тере!

Шулай ҙа һин батыр икәнһең! — Ҡапыл Нәғимдең йөҙө ҡайғылы төҫ алды. — Һин ишеттеңме әле, Мансур юғалған бит.

Ишетеү тиһең... Уны эҙләүҙе миңә йөкмәттеләр.
Үлтергәндәр, тигән шик бар.

Кит, ысынмы? — Нәғимдең йөҙөн ҡара болот
ҡапланы.
— Шундай тыныс, изге кеше... Уның кемгә зыяны тейһен?

Зыянһыҙ кешеләрҙе лә үлтерәләр.

Мансур!..
Ул бит минең иң яҡын дуҫым ине. Әгәр ул үлһә... — Нәғим башын эйҙе. — Зифа ни эшләр хәҙер? Дүрт бала... Яңғыҙы... Бер ҡайҙа ла эшләмәй...

Һин
Мансурҙы ҡасан һуңғы тапҡыр күрҙең? — Кәбиргә хәҙер Мансурҙың кемдәр менән осрашыуын, ҡайҙарҙа булыуын тулыһынса асыҡларға кәрәк.

Ҡасан?
— Нәғим саҡ ҡына уйлап алды. — Бынан өсмө, дүртме көн элек.

Ҡайҙа?

Кәңәшмәлә осраттым. Тәнәфес ваҡытында һөйләшеп тә торҙоҡ.

Хәтерләмәйһеңме, үҙен нисек тотто?

Тыныс ине шикелле. Иҫтән сыҡҡан инде...
Кәбир хушлашып китергә йыйынды.

Һин юғалма, — тине Нәғим дуҫын ишеккә тиклем оҙатҡанда. — Шылтыратып тор. Әгәр ярҙам кәрәкһә... Мин ҡуш ҡуллап тотонам. Мансурҙы табырға кәрәк.
Ул бит беҙҙең дуҫ! Уны табышыу — минең бурыс. Мин үҙем дә шылтыратырмын...
3
Кәбир
Мансурҙың эшенә килгәс, иң алда Феликс тигән егет менән осрашты. Ул Мансурҙың ярҙамсыһы булған, көн дә йәнәшендә эшләгән. Әгәр Мансурҙың ҡылығында берәй үҙгәреш булһа, иң алда ул иғтибар иткәндер.
— Үҙгәреш?
— тип һораны Феликс
— оҙон буйлы, ҡуйы ҡара сәсле егет. — Мин бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙмәнем...
Хәйер, ул эштән Кәли исемле егетте ҡыуған осон ҡайғырып йөрөнө.

Ни өсөн ҡыуҙы уны?

Кәли эсергә ярата. Йыш ҡына эшкә һуңлап килә, ҡушылғанды үтәмәй. Мансур Талипович оҙаҡ яфаланды инде уның менән. Әллә нисәмә тапҡыр иҫкәртеп ҡараны. Кәли эсеүен ташламаны. Беҙҙең бүлектә лаборант эше бик мөһим. Күп тикшеренеүҙәрҙең барып сығыр-сыҡмаҫы уға бәйләнгән.

Кәли ҡайҙа хәҙер?

Белмәйем.
Беҙҙән киткәне бирле күренгәне юҡ.
Кәбир башҡалар менән осрашты, әммә улар әйткәндәргә бер ни ҙә өҫтәй алманы. Мансур һуңғы көндәрҙә лә, һәр ваҡыттағыса, тыныс булған, фәҡәт Кәли арҡаһында ғына бер аҙ борсолоп йөрөгән. Унда ла тегенең китеүенә түгел, эштең туҡталыуына хафаланған.
Кәбир инде институттан китергә йыйынғайны, уны ишек төбөндә ҡыҫҡа итәкле юбка, тәненә йәбешеп торған кофта кейгән бер матур ғына ҡыҙ ҡыуып етте:

Һеҙҙең менән һөйләшергә мөмкинме?
Борсоулы йөҙөнә ҡарау менән уның Мансурға ҡағылышлы хәбәр әйтергә йыйынғанын аңланы Кәбир.

Мөмкин, әлбиттә.

Тик бында тормайыҡ. — Ҡыҙ тирә-яғына ҡаранды.
— Әйҙәгеҙ, минең бүлмәгә.
Күп тә атламанылар, бер лабораторияға килеп инделәр.

Минең исемем — Лиза. Һеҙ Мансур Талиповичтың юғалыуы буйынса, шулай бит? Уны үлтергәндәр!
Кәбир ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне:

Ниңә улай тип уйлайһығыҙ?

Мин кем үлтергәнен дә беләм!
Кәбир тыныс булырға тырышты:

Беләһегеҙ?
Кем ул?

Кәли!
Беҙҙең элекке лаборант!

Быны кем әйтте һеҙгә?

Үҙе әйтте! Эштән ҡыуылған көндө. Кәли минең янға ингәйне. Йәнә эсеп алған. Мансур
Талиповичҡа бик асыулы ине. Шунда Кәли:
«Үлтерәм мин уны!»—тип әйтеп һалды.
«Үлтерәм дә һыуға ташлайым. Бер кем дә таба алмаясаҡ», — тине. Аҙаҡ артыҡ ысҡындырғанын аңланы. Миңә был хаҡта бер кемгә лә өндәшмәҫкә ҡушты.

Ниңә был хаҡта хәбәр итмәнегеҙ?

Мин ышанманым. Мансур Талипович юғалғас ҡына...
Лиза янынан сыҡҡас та Кәбир, кадрҙар бүлегенә инеп, Кәлиҙең документтары менән танышты.
Кәли
Миһран улы Ғилметдинов. Утыҙ биш йәштә.
Тулы булмаған урта белемле. Өс мәртәбә төрмәлә ултырған.
Ике тапҡыр һуғышҡан өсөн, бер тапҡыр машина урлаған өсөн. Ике тапҡыр өйләнеп айырылышҡан. Бер балаға алимент түләй. Тиҫтәләгән ерҙә эшләгән. Әммә бер урында ла йылдан ашыу туҡталмаған.
Фотонан ҡуйы бөҙрә сәсле, сибәр егет ҡарай...
Кәбир
Кәлиҙең адресын алды. Ул әсәһе менән тора икән.
Әгәр
Мансурҙы ул үлтергән булһа... Кәли, әлбиттә, баш тартасаҡ, бер нәмә лә әйтергә теләмәйәсәк. Уның енәйәтен иҫбат итеү өсөн иң алда Мансурҙың мәйетен табырға кәрәк. Ә таба алмаһа?.. Кәбир был хаҡта уйламаҫҡа тырышты.
Әлегә Кәлиҙең бынан өс көн элек кис ни менән шөғөлләнгәнен асыҡларға кәрәк. Кәбирҙең һиҙеүенсә, ул кис Мансурҙы өйөнән Кәли саҡырып сығарған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: осрашыу өсөн ниндәй сәбәп уйлап тапты икән Кәли? Аралары боҙолғанын белә тороп, уның менән осрашырға риза булыр инеме икән
Мансур?
Күрәһең,
Кәли уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ нәмә тапҡан.
Ә нимә? Бәлки ул институттан нимәлер урлағандыр ҙа, шуны кире биреү өсөн Мансурҙы саҡырғандыр?
Улай булһа, Мансур: «Иртәгә институтҡа алып кил»,
— тип кенә әйтер ине...
Ниңә сыҡҡан
Мансур Кәли янына? Һәм ни өсөн быны ҡатынына әйтмәгән? Бына ике һорау Уларға яуапты тапмай тороп...
Кәли өйҙә юҡ ине. Әсәһе — һикһән йәштәрҙәге әбей— улының кисәнән бирле өйгә ҡайтмағанын әйтте. Эшкә урынлашҡанмы, юҡмы — уныһын да белмәй. Кәбир Кәлиҙең нисек йәшәгәнен һорашты. Кәли өйөнә йоҡларға ғына ҡайтып йөрөй, унда ла йыш ҡына иҫерек була икән.
Әсәһенә бер тин аҡса бирмәй, әбей үҙенең аҙ ғына пенсияһына көн күрә...
Кәлигә саҡырыу ҡағыҙы ҡалдырып, Кәбир әбей менән хушлашты.
4
Төштән һуң Кәбиргә Нәғим шылтыратты:

Мансурҙың машинаһын урлағандар!

Ҡайҙан беләһең? — Кәбир шунда уҡ Кәлиҙең бер тапҡыр төрмәлә машина урлағаны өсөн ултырғанын иҫемә төшөрҙө.

Зифа шылтыратҡайны, балалар менән бергә ауылға илтеп ташла тип. Ул бик ҡайғыра, балаларын яҡшылап ҡарай алмай. Әсәһе янына ҡайтып йәшәргә теләй бер аҙ. Минең машина боҙолған.
Мансурҙыҡы менән илтеп ташлайым, тиһәм, гаражы буш.

Ҡасан юғалған?

Зифа белмәй. Мансур юғалыр алдынан ғына бер көн алда машина менән урманға барғандар.
Шунан бирле машина гаражда торған.

Юғалыр кис Мансур машина менән ҡайтҡанмы өйөнә?

Зифа белмәй... Һиндә ниндәй яңылыҡтар?

Әлегә юҡ тиерлек.

Шулай ҙа бармы?

Бәләкәс кенә. Ваҡыт таба алһаң, килеп сыҡ.
Әгәр машинаны Кәли урлаған булһа, уны һатырға тырышасаҡ.
Мәгәр тәүге көндө үк һатып ебәрмәһә.
Хәйер, ул Мансурҙы үлтергән икән, машинаға бәйләнеүҙең хәүефле икәнлеген аңларға тейеш. Бәлки, машинаны тағатып «осорорға» маташыр. Кәлиҙе ике яҡтан ҡамауға алырға тура килер, ахыры. Уның бынан өс көн элек ҡайҙарҙа булыуы, нимәләр эшләүен тикшереү менән бергә, артынан күҙәтеү ойошторорға кәрәк.
Ошо ерҙә Кәлиҙең үҙе килеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Кәбир уға шунда уҡ инергә ҡушты.
Кәли уртасанан саҡ ҡына бейегерәк, ҙур башлы, сибәр йөҙлө ир булып сыҡты. Кәбир уны шулайыраҡ күҙ алдына килтергәйне лә.

Бынан өс көн элек? — тип һораны Кәли маңлайын йыйырып. — Кисме? Мин хәтерләмәйем.

Ул көндө һеҙ институтҡа барып аҡса алғанһығыҙ.

Ә-ә-ә!..
Мин аҡса алдым... Шунан... Минең эштән китеүемде йыуҙыҡ.

Кемдәр менән? Нисәгә тиклем?

Киске алтыларға тиклем. Кем менәнме? Мин быны әйтә алмайым.

Әйтергә тура килер.

Тағы берҙе ҡабатлайым: әйтә алмайым.

Ниңә?

Сәбәбе бар.

Ярай...
Алтынан һуң ни эшләнегеҙ?

Урам буйлап йөрөнөк.

Нисәлә өйгә ҡайттығыҙ?

Хәтерләмәйем.

Шулай ҙа тырышып ҡарағыҙ.

Ресторанға инеп эскәйнек, иҫергәнмен. Сыҡҡас, паркта, эскәмйәлә ултырҙыҡ. Шунда йоҡлап киткәнмен. Уянһам, таң атҡан.

Тимәк, һеҙ төнө буйы өйҙә булмағанһығыҙ?

Шулай булып сыға.
— Һеҙҙең шаһитығыҙ бармы?

Төн уртаһында ниндәй шаһит булһын?

Ҡарағыҙ әле. Һеҙ алтыға тиклем кем менәндер әскәнһегеҙ. Кем менән икәнлеген әйтергә теләмәйһегеҙ. Алтынан һуң таң атҡансы эскәмйәлә ултырғанһығыҙ, бер шаһитығыҙ ҙа юҡ. Быларҙы нисек аңларға?

Нисек һөйләгәнмен, шулай аңлағыҙ. — Кәли,
Кәбирҙән тамсы ла ҡурҡмауын күрһәтергә теләп, күрәһең, уҫал көлөмһөрәне.
— Бөттөмө һорауығыҙ?

Әлегә бөттө, — тине Кәбир тыныс булырға тырышып.
Ул һиҙә: Кәли нимәлер йәшерергә маташа.
Быны белеү өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. — Ҡаланан бер ҡайҙа ла китмәгеҙ. Беҙ һеҙҙе тағы саҡырырбыҙ.
Кәли киткәс, Кәбир ҡәләмен атып бәрҙе. Нисек хәйләкәр тота үҙен! Иҫәр булып ҡылана! Мансурҙың да, уның машинаһының да юғалыуында Кәлиҙең ҡатнашлығы бар
— быға Кәбирҙең иманы камил!
Кәли артынан күҙәтеүсе китергә тейеш. Сәғәт һигеҙ тирәһендә уны
Кәбир үҙе алмаштыра.
Сәғәт инде алтынсы киткән. Кәбир Нәғимгә шылтыратты.
Һигеҙгә тиклем ваҡытты уның менән бергә үткәрергә булды
Кәбир. Мансурҙы иҫләп алырҙар. Дуҫ һаналһа ла, Кәбир
Мансурҙы һуңғы осор һирәк күрҙе, ә бына Нәғим менән ул йыш осрашып торған. Ни тиһәң да, улар бергә эшләне бит. Ул ғына ла түгел, Мансур бүлек мөдире ине, ә Нәғим уның урынбаҫары. Ниндәй уй-теләктәр менән йәшәгән
Мансур, кем менән дуҫ, ә кем менән дошман булған? Быны Нәғимдән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
Икенсенән, ул, Кәбир кеүек үк, дуҫының яҙмышы өсөн борсола.
Улар сәғәт алтыла
«Ағиҙел» ресторанында осрашты.
Мансурҙың юғалыуына һаман да ышана алмайым, тине
Нәғим ашарға заказ биргәс тә.—Ул эргәлә генә йөрөй кеүек.
Хәҙер генә үҙ кабинетынан килеп сығыр һымаҡ. Һуңғы осор беҙ уның менән гел бергә булдыҡ. Нимә әйтһәң дә, ул минең түрә ине бит...
Ул ниндәй тема өҫтөндә эшләне? — тип
Кәбир.
— Һин аңларһыңмы икән?
Ябай тел менән әйткәндә...
Аңдың нимә икәнлеген аңлау һәм аңлатыу буйынса эшләне ул.
— Һин дә шул тирәлә соҡонаһың түгелме?

Шулайыраҡ.
Әммә минеке бөтөнләй икенсе өлкә.
Кешенең йәне һәм тәне. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте. Шуны тикшерә минең лаборатория.

Йән менән тән бер үк нәмә түгелме ни?

Түгел.

Ғәҙәттә, шағирҙар шулай ти. Әммә ғалимдар ошоғаса йән менән тән бер үк нәмә, улар бер-береһенән айырылғыһыҙ, тиҙәр ине шикелле.

Дөрөҫ.
Ошоғаса шулай тинеләр.

Ә хәҙер?

Хәҙер шундай... теория бар. Тән ул йәндең өйө генә.

Тимәк, йән, теләһә, бер өйҙән икенсе өйгә, йәғни икенсе тәнгә күсә ала? Шулаймы?
Нәғим күҙҙәрен Кәбиргә күтәрҙе. Уның ҡарашы етди ине.

Шулай.

Был бит һүҙ генә, теория ғына. Иҫбат итергә кәрәк.

Ашыҡма,
— тине Нәғим. — Ярай, әлегә етер был хаҡта. Беҙ бит Мансур хаҡында һөйләшә башлағайныҡ.

Уны күрәлмаған кешеләр бар инеме?

Юҡтыр...
Мансур тыныс, изге кеше ине бит.

Ә лаборант Кәли Ғилметдинов? Уны беләһеңме?

Беләм, әлбиттә.
Кәбир
Нәғимгә үҙенең уйҙарын сисеп һалды.
Мансурҙың машинаһын да ул урлағандыр, тигән шиген белдерҙе.

Хәҙер ни эшләргә уйлайһың?

Әлегә уның артынан күҙәтәбеҙ. Бәлки, ул
Мансурҙың машинаһын йәшергән урынға барып сығыр, уны һатырға маташыр.

Әгәр бармаһа?

Барырға тейеш. Бармаһа, уның Мансур менән осрашҡанын күреүселәр табыласаҡ. Әгәр ваҡытың булһа, беҙ уны икәүләшеп күҙәтә алабыҙ.

Бар, әлбиттә, — тине Нәғим. — Мин бит буйҙаҡ.
Өйҙә көтөп ултырған кешем юҡ.
Һигеҙ тулыуға икәүләшеп Кәли йәшәгән өйгә яҡынлаштылар. Уның артынан ошоғаса күҙәткән хеҙмәткәр бер ниндәй яңылыҡ әйтмәне. Кәли көнө буйы өйөндә ултырған.
Кәбир уны ҡайтарып ебәрҙе. Кәбир менән
Нәғим ҡаршылағы кафеға инеп тәҙрә янына ултырҙылар. Бынан Кәли йәшәгән өй ус төбөндәге кеүек күренә. Уны күҙәтеү өсөн ошонан да уңайлы урын булмаҫ. Еңелсә генә ашарға заказ бирҙеләр.

Ә ни өсөн һин Кәлиҙән шикләнәһең?
Кәбир институттағы ҡыҙҙың һүҙҙәрен әйтте,
Мансурҙың көндәлегенән уҡығандарын һөйләне.
Көндәлек хаҡында ишеткәс, Нәғим ҡыҙыҡһына төштө
:

Көндәлек алып барғанмы? Нимәләр яҙа инде унда?

Кемдәр менән осрашҡанын, нимә хаҡында һөйләшкәнен.

Ҡыҙыҡ икән. Беҙ йыш осраша инек. Минең хаҡта ла яҙамы?

Әлбиттә.
— Ҡапыл Кәбир урынынан ырғып торҙо:
— Кәли!
Улар тәҙрәгә текәлде.
Кәли өйөнән сыҡты ла урам буйлап атланы.
Кәбир шуға иғтибар итте: ул сәйер кейенгән: күҙендә — ҡара күҙлек, өҫтөндә, көндөҙгө кеүек пинжәк түгел, ә ҡара футболка.
Әйтерһең, кешеләргә үҙен танытмаҫҡа теләй...
Кәбир менән Нәғим күренмәҫкә тырышып, Кәлиҙең артынан атланы. Теге, бер аҙ барғас, телефон-автоматтан шылтыратып алды. Уға яуап биреүсе булманы, ахыры, ярты минуттан йәнә урамға сыҡты. Күпмелер атлағас, ул бер өй янында туҡтаны.

Был бит минең өй!—тине Нәғим аптыраған тауыш менән.
Кәбир бер ни ҙә өндәшмәне.
Ул арала
Кәли бер подъезға инеп китте.

Беҙҙең подъезд! — тип шыбырланы тамам хайран ҡалған
Нәғим.
— Нимә эшләйбеҙ?

Саҡ ҡына көтәбеҙ ҙә инәбеҙ!

Ул кемгә килде икән?
Ярты минуттан, ишекте һаҡ ҡына асып эскә инделәр. Шунда уҡ лифттың геүләп өҫкә күтәрелеүе ишетелде.
Иң өҫкө ҡатта туҡтаны, — тине тулҡынлана башлағ
Нәғим.
— Беҙҙең майҙансыҡта.
Икеһе лә, тын да алырға ҡурҡып, ҡолаҡ һалдылар. Бына
Кәли лифттан сыҡты. Шунан бер аҙ тымып торҙо, күрәһең, тирә-йүнде тыңлап алды. Бер ваҡыт ниндәйҙер ишек янына барҙы.
Тағы ла күпмелер торғас, шығырлап ишек асылғаны ишетелде.

Минең фатир!
— тине ҡото осҡан Нәғим.

Ҡайҙан беләһең?
Ишектең сыйылдауынан.
Тиҙерәк тотайыҡ! Ул бур!
Улар лифтты саҡырып торманы, ике-өс баҫҡысҡа бер баҫып, етенсе ҡатҡа йүгерҙе.
Бына
Нәғимдең ишеге. Кәбир йүгереп килгән көйө уны этеп ебәрҙе. Әммә ишек эстән бикле булып сыҡты.

Ас!
Бур! — тип ҡысҡырҙы Нәғим.

Ҡысҡырма!
Асҡыс!
Тулҡынланған
Нәғим кеҫәһенән асҡысын ҡапыл ғына таба алмай булашты, тапҡас, уны йоҙаҡ тишегенә индерә алмай йөҙәне.
Ниһәйәт ишек асылды. Кәбир менән Нәғим эскә ташланды. Һә тигәнсе өс бүлмәне лә урап сыҡтылар. Әммә фатирҙа бер кем дә юҡ, ине.

Ҡайҙа ул? — Нәғим йыш-йыш тын алды.

Бәлки ул бында инмәгәндер?

Үҙемдең ишектеме!.. Уның тауышын мин мең ишек араһынан таныйым!

Балкон!
— Кәбир йүгереп килеп балкон ишеген тартты. Ул асылып китте.
Нәғим дә балконға сыҡты. Аҫҡа, өҫкә күҙ һалдылар.
Әммә Кәли бер ҡайҙа ла күренмәй ине. Ул һыуға сумғандай юҡҡа сыҡты.
Бер аҙ тыныслана төшкәс:

Аңламайым, уға нимә кәрәк булды икән минең фатирҙа?
— тип һораны Нәғим. — Бәлки, ул мине лә үлтерергә уйлағандыр...

Ул һинең өйҙә юҡлығыңды белгән.

Нисек?

Ул бит автоматтан һиңә шылтыратты. Трубканы бер кем дә алмағас, өйҙә кеше юҡлығын аңланы.

Тимәк, уға мин түгел, ә икенсе нәмә кәрәк булған.

Әлбиттә.

Ә нимә?

Бына шуны белергә кәрәк тә беҙгә.

Улайһа,
Кәлиҙе тиҙерәк табырға кәрәк.

Уны табыуы хәҙер шикле, — тине Кәбир.
5
Иртәгәһенә эшкә килгәс тә Кәбир йәнә Мансурҙың көндәлеген аҡтарырға кереште. Ысынлап та, ул бөтә кешеләр менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булған шул. Һәр кем хаҡында йылы итеп яҙа. Бына Нәғим тураһында бер нисә һөйләм. Аҡыллы ғалим, тип баһа бирә дуҫына Мансур. Улар кешенең йәне менән аңы хаҡында бәхәсләшкәндәр. Аң — ул мейе күҙәнәктәренең ниндәйҙер бер кимәлдә фекерләү һәләтлеге, тип иҫбат иткән Мансур. Ә
Нәғимдең раҫлауынса, аң — ул йәндең үҙ-үҙен тойоуы. Ул тыумай ҙа, үлмәй ҙә. Тән тыуыу менән йән уның эсенә инеп ултыра, тән үлгәс, осоп китә. Көндәлектең бер нисә битендә ошо хаҡта бәхәс яҙылған. Быларҙы уҡыуы ҡыҙыҡлы булһа ла, Мансурҙың ҡыҫҡаса яҙыуҙарынан бер ни ҙә аңламаны Кәбир. Шуға был хаҡта Нәғимдең үҙенән һорашырға булды.
Ҡапыл телефон шылтыраны. Трубкала дежур милиционерҙың тауышы ишетелде:

Кәбир
Усманович, һеҙҙе
Туғанов саҡырта.

Ни булған?

Белмәйем.
Тиҙ генә инһен, тине.
Туғанов әйткән хәбәр
Кәбирҙе шаҡ ҡатырҙы. Бөгөн иртәнсәк Ғилметдинов
Кәлиҙе кемдер үлтерергә маташҡан!
Кәбир эшкә килгәс тә белешкәйне: Кәли төнөн дә, иртәнсәк тә өйөнә ҡайтмаған. Быны уның йортон күҙәткән хеҙмәткәр әйтте.
Һәм бына... Кем үлтерергә маташҡан? Ҡайһы тирәлә һөжүм иткәндәр? Кәбирҙең башында ошоноң кеүек бер нисә һорау тыуҙы.

Әлегә бер ни әйтеп булмай, — тине
Туғанов. — Ғилметдинов больницала. Минең машинаны ал да янына бар хәҙер. Һораш, белеш.
Больницала
Кәбирҙе Кәли янына ҡапыл ғына индермәнеләр.
Баш врачтың үҙенән рөхсәт алырға тура килде.
Кәлиҙең күкрәгенә бөгөн иртәнсәк бысаҡ менән сәнскәндәр. Йөрәккә тоҫмаллағандар, әммә саҡ ҡына яңылышҡандар. Уны күл кеүек ҡан эсендә иҫһеҙ ятҡанында бып алғандар. Әле Кәли иҫенә килгән, ләкин хәле юҡ икән, шуға күрә уның менән һөйләшергә Кәбиргә өс минуттан да артыҡ рөхсәт итмәнеләр.
Кәбирҙе күргәс, карауатта ятҡан Кәли күҙҙәрен йомдо.
Уның йөҙө ағарып киткән, сәстәре уҡмашып маңлайына төшкән.

Мин оҙаҡҡа түгел, — тип аҡланды Кәбир карауат янындағы ултырғысҡа урынлашып.
— Бер-ике генә һорау бирәм дә... Был енәйәтселәрҙе тиҙерәк табыу өсөн кәрәк.
Хәҙер һәр сәғәт, һәр минут ҡәҙерле. Шуға күрә... һиңә нисек һөжүм иткәндәрен ҡыҫҡаса ғына һөйлә әле...
Кәли бер аҙ өндәшмәй ятты. Шунан әкрен генә тауыш менән һөйләй башланы:

Таңғы алты тирәһе ине... Мин ҡайтып бара инем...
«Ҡайҙан?» тип һорарға уҡталды ла Кәбир, тыйҙы.
Әлегә ҡамасауларға ярамай.

Ҡапыл ҡаршыма ике кеше килеп сыҡты... Аҡса һоранылар...
Мин:
«Юҡ», — тинем... Ҡалғанын мәйем...

Һин уларҙы таныныңмы?

Юҡ...

Ниндәйерәк кешеләр ине? Ҡиәфәттәре иҫеңдәме?

Береһе оҙон буйлы ине, икенсеһе тәпәшәгерәк...
Ә йөҙҙәрен хәтерләмәйем...

Ә ҡайҙан ҡайтып килә инең?—Кәбир был һорауҙы бирмәйенсә түҙмәне.
Кәли уҫал итеп ҡараны:

Уныһы нимәгә һеҙгә?

Беҙ быны белергә тейеш.

Мин... әйтә алмайым.
Кәбирҙең асыуы килде.

Ҡара әле, Ғилметдинов! Һин ураған һайын нимәлер йәшерәһең, әйтеп бөтөрмәйһең...
Әгәр һин ошолай һөйләшһәң...
Ошо ерҙә палатаға медсестра килеп инде:

Ғәфү итегеҙ, өс минут үтте. Һеҙгә китергә ваҡыт.
Кәбир урамға сыҡты. Нимә эшләргә? Кәлигә ышанмай ул. Имеш, береһен дә танымаған.
Имеш, бысаҡ менән сәнсергә өлгөрмәгәндәр, ул иҫен дә юғалтҡан. Ул нимәлер йәшерә,
Кәбирҙе эҙҙән яҙлыҡтырырға маташа. Ни өсөн эшләй ул быны? Күрәһең, кемделер
Кәбиргә күрһәтергә теләмәй. Тимәк, теге
Кәли тураһында бигерәк күп белә...
Кәбир хәҙер бер нәмәгә ҡарамай, шул кешеләрҙе табырға тейеш. Ә нисек? Ә ни өсөн улар
Кәлиҙе үлтерергә маташҡан? Кәли ни менәндер янағанмы? Әгәр шулай икән, улар
Кәлиҙе йәнә үлтерергә теләмәҫме? Больница бит бының өсөн иң уңайлы урын. Төнөн килдең дә... Кәлиҙе һаҡларға кәрәк! Шулай итеп кенә берҙән-бер тере шаһитты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа мөмкин...
6
Иртәгеһенә
Кәбир кабинетына килеп ингәйне, телефон шылтыраны. Трубкала больницаның баш врачы тауышы ишетелде:

Ғилметдинов юғалған!

Нисек юғалған? — Кәбир ышанырға теләмәне.

Иртәнсәк эшкә килһәк, палатаһында юҡ!

Беҙҙең хеҙмәткәр ҡайҙа? Ул ни ҡараған?

Ул бында. Палатаның ишеге янынан бер аҙым да ситкә китмәгән. Бына үҙе менән һөйләшегеҙ.

Мин төнө буйы күҙ ҙә йомманым, — тине Кәлиҙе һаҡлаған хеҙмәткәр.
— Уның янына инеүсе лә, палатанан сығыусы ла булманы.

Улайһа, ҡайҙа Ғилметдинов?

Тәҙрәнән сығып киткән. Простыняларҙы бер-береһенә бәйләгән дә...

Эх, һин! — Кәбир башҡаса әйтер һүҙ тапманы.
— Мин хәҙер барам.
Палатаға ингәс, Кәбир тәҙрә төптәрен ҡарап сыҡты.
Рамға бәйләнгән простыняларҙы алмағандар әле... Ниңә тайған
Кәли?
Яуаптан ҡасырға теләйме, әллә башҡа сәбәп бармы?
Кәбир ошо хаҡта уйланы. Һаҡта торған хеҙмәткәргә асыуланыр ине, ул барыһын да Кәбир әйткәнсә эшләгән.
Кәбир Кәлиҙе үлтереп ҡуйырҙар тип ҡурҡҡайны, әммә ул һис тә ҡасып китер тип күҙ алдына килтермәгәйне...
Кәбир хеҙмәткәргә ҡайтырға ҡушты, үҙе Кәлиҙең өйөнә йүнәлде.
Әлбиттә, ҡасҡалаҡ өйөндә ултырмаҫ, ләкин уны эҙләүҙе ҡайҙан да булһа башларға кәрәк бит.



Ишекте
Кәлиҙең әсәһе асты:

Кәлиме?
Ул инде әллә ҡасандан бирле ҡайтҡаны юҡ.
Тик бына ниндәйҙер открытка килтерҙеләр.
Кәлигә тип яҙылған.
Әммә бер ни аңлап булмай.

Ҡасан килде?

Бөгөн.
Кәбир открытканы алды. Машинкала яҙғандар.
«Һеҙгә кәрәк нәмә ун өсөнсө километрҙа, урман эсендә».
Текста
«д» хәрефенең уң яҡ ҡойроғо баҫылып етмәй, «ә» хәрефенең арҡыры һыҙығы бер урында өҙөлгән... Кәбир шуларға иғтибар итергә өлгөрҙө.
«Кәрәк нәмә» — нимә ул? Кем ебәргән был открытканы?
Кемгә?
Кәлигәме? Һорауҙар күп, береһенә лә яуап юҡ.
Нисек кенә булһа ла бында яҙылғандарҙың ни аңлатҡанын тикшерергә кәрәк.
Ярты сәғәттән милиция машинаһы ун өсөнсө километр янына килеп туҡтаны. Шоссенан төшкәс, һуҡмаҡ урман эсенә инеп китә. Кәбир юлдан атланы, милиционерҙар уға эйәрҙе. Күп тә барманылар, алда урмансы йорто күренде.
Кәбир туҡтаны. Бында уларҙы һағаламайҙармы?
Төрлөһөнә әҙер булырға кәрәк.

Таралығыҙ,
— тине Кәбир. — Өйгә төрлө яҡтан яҡынлашабыҙ.
Кәбир ағастарға ышыҡлана-ышыҡлана өйгә табан китте. Унан ун-ун биш аҙым ситтәрәк бер милиционер бер ағастан икенсеһенә йүгерә.
Бына
Кәбир ишек алдына инде, милиционерҙар тәҙрәләргә яҡынлашты.
Кәбир, пистолетын әҙер тотоп, ишеккә ебәрҙе. Эстә ҡылт иткән дә тауыш ишетелмәне...
Кәбир алға атланы. Солан... Алъяҡ... Бер кем дә юҡ... Кәбир төпкә үтте һәм ҡурҡышынан саҡ ҡолап китмәне.
Ул арала милиционерҙар килеп етеп уның яурыны аша эскә ҡараны.
Иҙән уртаһындағы табутта тере кешегә оҡшаған
Мансурҙың мәйете ята ине...
7
Нәғим шылтыратты. Кәбир уға килеп сығырға ҡушты.
Мансурҙың эҙенә нисек төшөргә кәрәклеген һаман аңлай алмай
Кәбир. Әлбиттә, Кәли күп нәмә аңлатыр кеүек.
Ләкин
Мансурҙың юғалыуы менән Кәли араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш булмай сыҡһа? Шуға күрә икенсе яҡтан да эҙләүҙәр алып барырға кәрәк. Кәбирҙең башында бер уй тыуып тора. Шул хаҡта Нәғим менән кәңәшләшмәксе.
Нәғим оҙаҡ көттөрмәне, ун биш минуттан Кәбирҙең кабинетына килеп тә инде. Кәбир ҡарашын күтәргәйне, уның күңелен сәйер хәүеф солғап алды. Ни өсөн тиһәң, кисә генә тәбәнәгерәк күренгән Нәғим бөгөн бер башҡа тиерлек оҙонайып киткәндәй тойолдо, башы ла ҙур ғына һымаҡ...
Әллә күҙенә генә шулай күренәме?

Ниңә аптырайһың? — тип йылмайҙы ул арала
Нәғим.
ин нисектер... үҙгәргән кеүекһең.

Дөрөҫ!
— тине Нәғим ҡыуаныслы тауыш менән.— Мин бер порошок өҫтөндә эшләйем. Уның ярҙамында кешенең буйын оҙонайтырға ла, ҡыҫҡартырға ла була.
Шуны үҙемдә һынап ҡарайым.

Ҡурҡыныс түгелме? — Кәбир хәүефләнде. — Тәүҙә йәнлектәрҙе һынар инең.

Уларҙа һыналған инде. Һөҙөмтәләр һәйбәт кеүек.
Хәҙер үҙемдә тикшерәм дә... Йә, ниндәй яңылыҡтар?
ин бит кешенең йәнен өйрәнәм, ти инең.

Йәнен?..
Уны ла өйрәнәм... Ярай, ул хаҡта аҙаҡ.
Ниңә саҡырҙың?

Кәли юҡҡа сыҡты. Ә Мансурҙың мәйете табылды.

Мәйете?
— Нәғим ултыра төштө. — Мансурҙың?
Ысынмы?
Уны үлтергәндәрме?

Үлтергәндәр...
Нисек?

Бөтә бәлә шунда. Врачтар һис тә төшөнә алмайҙар. Йөрәге лә, башҡа органдары ла һап-һау. Ниңә үлгән? Һис тә аңлатырлыҡ түгел.

Ҡасан үлтергәндәр?

Бөгөн иртәнсәк.

Тимәк, ул ошоғаса тере булғанмы?

Шулай килеп сыға.

Ҡайҙа булған һуң ул?

Күрәһең, бикләп тотҡандар.

Ҡот осҡос! — Нәғим ҡайғыһынан ни эшләргә белмәне. — Хәҙер ни ҡылырға уйлайһың?

Белмәйем....
Кәлиҙең фотоһын бар милиционерҙарға ла таратып бирҙем. Мансурҙың үлемендә уның ҡыҫылышы бар — мин инде шикләнмәйем.
Мансурҙың шулай бер ниндәй эҙ ҡалдырмай китеүе мөмкин түгел. Ҡатыны белмәй, яҡындары белмәй... Ләкин теге кис уның ҡайҙа барғанлығын, кем менән осрашҡанын кем дә булһа белергә тейеш. Француздарҙың
«шерше ля фам» тигән мәҡәле бар.

Ҡатын-ҡыҙҙы эҙләгеҙ!

Эйе.
Мансурҙың һөйәркәһен табырға кәрәк.

Һөйәркәһе?
— Нәғимдең күҙҙәре ҙурайҙы. — Булдымы икән?

Мин һине шуға саҡырҙым да инде, Нәғим. Уйла, хәтерлә, Мансур тирәһендә уралған бар ҡатын-ҡыҙҙы барлап сыҡ. Мансур уларҙың ҡайһыһы тураһында һоҡланып һөйләгәне булды — иҫлә. Мин табырға тейешмен уны.

Мансурҙың һөйәркәһе юҡ ине.

Ниңә улай тиһең? Бәлки булғандыр.

Мансур ундай кеше түгел ине... Икенсенән, Зифаһын бик ярата ине.

Беләм яратҡанын... Һин шулай ҙа тағы бер ҡат уйла әле.

Уйлап тораһы юҡ Кәбир, — тине Нәғим. — Уның һөйәркәһе юҡ ине. Мансур эшенә ифрат ныҡ бирелгәйне, унда ҡатын-ҡыҙ ҡайғыһы бармы.
Кәбир бер аҙ өндәшмәй ултырҙы. Нәғимдең һүҙҙәре уның күңелендә бөрөләнә башлаған өмөттәрҙе юҡҡа сығара яҙҙы. Әммә Кәбир уйынан баш тартырға йыйынмай. Сөнки был мөмкинселекте ул тикшереп ҡарамайынса онота алмай.
Кәбир урынынан торҙо:

Һин эшеңә бараһыңмы? Киттек бергә.
Әйҙә,
— тине Нәғим. — Мин машина менән. Уны төҙәтеп алдым бит.
ин кешенең йәне хаҡында ниҙер әйтергә иткәйнең,
— тине
Кәбир машинаға инеп ултырғас. — Һөйләп ташла.
«Волга» проспект буйлап елде.

Кешенең йәне... Мин һуңғы осор был өлкәлә бик ҡыҙыҡлы асыштар эшләнем. Мәҫәлән, йәнде бер тәндән икенсе тәнгә күсереп була... тип уйлайым.

Һин был турала әйткәйнең. Тик йәнде бер тәндән икенсеһенә нисек күсерергә?

Махсус приборҙар кәрәк. Көслө приборҙар. Сөнки, тән бер йәнгә күнегә һәм уны ебәрергә теләмәй.
тине
Кәбир. Ул Нәғимдең һүҙҙәрен шаярыу тип кенә ҡабул итте. Был хаҡта һөйләшеү әкиәт һөйләгән кеүек сәйер ҙә, урынһыҙ ҙа яңғырай ине. — Йән... Ул бармы икән донъяла?

Бар икән шул.

Ышанғы килмәй.
ин аңламайһың. Әммә йәндең нимә икәнлеген аңлау өсөн... махсус белем кәрәк.

Тимәк, мин аңламаясаҡмын.

Шулай ҙа аңлатып ҡарамаҡсымын әле... Кешенең тәне иҫ киткес ғәжәп, уникаль нәмә ул. Тәбиғәттә уның кеүек ҡатмарлы ла, ябай ҙа үҙе менән идара итеүсе, иң ауыр хәлдән дә ҡотолоу юлын таба алыусы, үҫеш кимәленең иң юғары нөктәһенә китерелгән башҡаса нәмә юҡ.
Ана шундай тәндең барлығына беҙ ғәжәпләнмәйбеҙ, ә йәндең барлығына шикләнәбеҙ. Йән бит, тән менән ғыштырғанда, уғата ябай, примитив нәмә. Ул магнит тулҡынына оҡшаған әйбер. Йән бар ул — һәм вәссәләм. Быға аптырарға ла, унан баш тартырға ла кәрәкмәй.
Кәбир йылмайғандай итте:

Бына хәҙер аңланым шикелле. Тимәк, приборҙар ярҙамында минең йәнде һинең тәнгә күсереп буламы?
Нәғим
Кәбиргә боролоп ҡараны:

Була.

Ә һинең йәнең нимә эшләй?

Үлгән тәндең йәне нимә эшләй?

Күккә аша, тиҙәр.

Күккә ашмай. Туғыҙ көн буйына ерҙә йөрөй.
Шунан йыһанға осоп китә.

Бөтөнләйгәме?

Үҙенә килешле тән барлыҡҡа килгәнен көтә.
Ерҙә ул тыуыу менән, эсенә инеп ултыра.
Әкиәт!
— тине
Кәбир Нәғимдең һүҙҙәренә ыша теләмәйенсә.
Был турала Кәбир бер тапҡыр газетала ла уҡығайны. Әммә былар һис тә тормошта булыр нәмәгә оҡшамаған.
Нәғим
Кәбирҙең һүҙен уғата етди ҡабул итте, күрәһең, сөнки тымып ҡалды. Әллә асыуланды инде, тип уйланы Кәбир. Әммә был хаҡта йәнә һүҙ башларға өлгөрмәнеләр, институтҡа килеп еттеләр.

Хуш!
— тине Кәбир машинанан сыҡҡас.

Юғалма.
— Нәғим йылмайғандай итте. — Шылтыратып тор. Әгәр ярҙам кәрәкһә, мин ҡуш ҡуллап...
8
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.