Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05

Süzlärneñ gomumi sanı 4017
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Батыр артына әйләнеп ҡараны. «Бүрәнә» уларҙы баҫтырырға йыйынмай ине. Ул, ярҙа ятҡан дүрт сәтләүекте оҙон теле менән ялмап ауыҙына оҙатты ла, кире һыуға сумды.

Бур!
— тип ҡысҡырҙы Батыр йән асыуы менән. Күпме ыҙаланып алғайны ул сәтләүектәрҙе!
Ә был һә тигәнсе юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы.
Ошо ерҙә Батыр сәғәтенең ярҙа ятып ҡалғанлығын хәтерләне.
«Бүрәнә» күренмәй шикелле.
Батыр ярға яҡынлашырғамы, юҡмы тип икеләнеп торған арала, һары һайыҫҡандарҙың береһе шыҡыйып ергә төштө лә малайҙың сәғәтен суҡышына эләктереп осоп та китте.

Һай, һай!
— тип ҡысҡырып ҡараны малай.
Әммә һайыҫҡан тауышҡа иғтибар итмәне, әкрен генә осоп күҙҙән дә юғалды.

Бурҙар!
— Батыр ҡоштарға йоҙроғон һелтәне.
— Талаусылар планетаһы!

Ерҙәге кеүек йөрөйбөҙ, — тине Әмилә.
— Әгәр й ҡыланһаҡ... Ярай әле сәтләүектәр менән сәғәтте генә юғалттыҡ.
Был ваҡытта
Золо ҡояшы байыуға табан яҡынлаша ине.
Күк йөҙө кинәт ҡара-йәшел төҫ ала башланы. Урман эсенән таныш булмаған, сәйер ҙә, уҫал да тауыштар нығыраҡ, хәүефлерәк ишетелде. Тирә-йүн күҙгә күренеп ҡараңғыланды.
Хәҙер сәтләүек ҡайғыһы китте. Ҡараңғыла әллә ниндәй йыртҡыстың ауыҙына эләгеүҙәре бар.
Станцияға ҡайтайыҡ,
— тине Әмилә. — Төндө шунда үткәрербеҙ...
Малай менән ҡыҙ кирегә атланы. Ана, станция күренә.
Тик ниңә уның ишеге асыҡ. Йәнлектәр инә алмаһын өсөн
Батыр уны ныҡ итеп бикләгәйне.
Туҡта,
— тине
Батыр. — Кем асты икән ишекте?
Ҡара!
— Ҡыҙ шомло тауыш менән өндәште. — Эстә ут бар!
Ысынлап та станцияның эсендә ут тоҡандырғандар!
Кем йөрөй унда?
Әмилә яҡшы белә: Золола кешеләр булырға тейеш түгел. Әммә утты йәнлектәр тоҡандырмағандыр бит?
Улайһа, кем? Хәҙер ни эшләргә? Барырғамы станцияға, юҡмы? Әгәр унда ҡыҙ менән малайҙы һис уйламаған ҡурҡыныс көтөп торһа?
Әммә
Батыр менән Әмиләгә был хаҡта оҙаҡ баш ватырға тура килмәне. Ҡапыл станцияның ишегенән йыуан кәүҙәле бер кеше пәйҙә булды. Уны күргәс, ҡыҙ шаҡ ҡатты:

Был бит... Беҙҙең
Ер аҫтындағы станцияла эшләгән кеше!
Батыр ҙа хайран ҡалды:

Нимә ҡарап йөрөй ул бында? Нисек килгән?
Ҡыҙ яурындарын һелкетте:

Мин ҡайҙан беләйем?
Ул арала Йыуан тышҡа сыҡты. Улар артынан икенсе оҙон һәм тәбәнәк кәүҙәле йәнә ике кеше хасил булды.

Ә былары кемдәр?

Улар ҙа беҙҙең станциянан, — тине Әмилә. — Мин аңланым! Уларҙы беҙҙең арттан ебәргәндәр. Алып ҡайтыу өсөн!

Аңлашыла,
— тине Батыр. — Алып ҡайтырға ла икебеҙҙән дә бер-беребеҙҙе онотторорға!

Шунан мине оҙатасаҡтар Урға. Мәңгегә...
Әммә
Батыр ҙа, ҡыҙ ҙа Ер аҫты етәксеһенең
Батырҙы
ла
Урға алып китеп, кеше тәнен тикшереүселәрҙең бысағы аҫтына бирергә йыйыныуын белмәй ине...

Нимә эшләйбеҙ?

Минеңсә, уларға күренергә ярамай.

Эйе,
— тине ҡыҙ. — Ә ҡайҙа ҡунырбыҙ? Бында бит аҙым һайын ҡурҡыныс...

Яйын табырбыҙ әле, — тине малай.
Улар боролдо ла инде тамам ҡараңғылыҡҡа күмелгән урманға табан атланы...
ХӘЛИТ
ТОТҠОНДА
Хәлит йәшенгән урынында оҙаҡ ҡына ултырҙы.
Эргәһенән шаулашып улай-былай йүгерешкән кешеләрҙең тауыштарын ишетте: хатта ишек ярығынан ҡайһыларын күргеләне: тауыш-тынһыҙ ғына үтеп киткән роботтар ҙа күҙенә салынып ҡалды. Бер мәл кешеләр юғалды, коридорҙа тынлыҡ урынлашты.
Ярты сәғәттәй көткәндән һуң Хәлит, ишекте киңерәк асып, тирә-йүнгә күҙ һалды.
Коридор буп-буш. Күптән түгел генә ошонда торған ике йәшел йәшник тә юҡҡа сыҡҡан.
Хәлит бер аҙ уйланып торҙо. Хәҙер ҡайҙа барырға?
Батыр менән Әмиләне нисек табырға? Ни өсөн ошоғаса улар үҙҙәре Хәлит янына килмәне? Тотолдолармы? Бәлки үҙенә был станциянан сығыу сараһын күрергә кәрәктер? Ә нисек? Әлеге лә баяғы, станция ишеге янына йәшеренергәме?
Хәлит йәшенгән урынынан сыҡты ла, һаҡ ҡына баҫып, коридор буйлап атланы. Станцияның ишеге ошо яҡта булырға тейеш. Тиҙерәк барып етергә лә йәшенергә!
Ике боролошто үткәнсе ХәлитКә ул-был осраманы. Әммә өсөнсө боролошҡа етеп барғанда, ҡабырғалағы бер ишек асылып китте лә унан ике кеше килеп сыҡты.
Тегеләр Хәлитте күргәс, шаҡ ҡатты, хатта ни эшләргә белмәйенсә, ары-бире ҡарашып алдылар. Шул арала Хәлит алға ташланды.
Тиҙерәк берәй ергә йәшенергә! Боролошто үткәндә артына күҙ ташларға өлгөрҙө: тегеләр малайҙың артынан төшкән.
Хәлит йәшен тиҙлеге менән йәнә ике боролошто үтеп китте. Шул арала ҡасыусы менән ҡыуыусыларҙың араһы ҙурайғандай тойолдо.
Әммә алда коридорҙың осо күренде. Хәлит ялт-йолт тирә-яғына ҡаранды. Ҡайҙа ҡасырға? Тоҙаҡҡа эләктеме? Тиҙерәк йәшенергә! Ҡайҙа? Үс иткәндәй, эргәлә ултырғыс ҙурлыҡ та әйбер күренмәй.
Ишектәр ҙә юҡ!
Ул арала боролошта теге ике кеше күренде.
Малай, ауға эләккән балыҡ шикелле улай-былай итте, шунан тегеләргә ҡаршы китте. Хәҙер уларҙы йырып үтәсәк тә, барыбер ҡасасаҡ! Ул тотолорға тейеш түгел! Алыҫ Урға алып китеп барһалар?!
Уның ата-әсәһе был ҡайғыға түҙә алмаясаҡ бит.
ЗОЛО
ТӨНӨ
Урман эсендә төрлө-төрлө ҡурҡыныс тауыштар ишетелә.
Бер йәнлек баҡыра, икенсеһе илаған һымаҡ ҡысҡыра
— әллә ярҙам һорай, әллә йырлауы шул. Әмилә менән
Батыр туҡтап ҡалды—әгәр һаман алға атлаһалар, берәй йыртҡыстың ауыҙына барыл эләгеүеңде көт тә тор.
Инде тамам ҡараңғыланды. Бына бер мәл тирә-йүн күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек хәлгә килде. Малай менән ҡыҙ бер-береһенә һыйынып тынып ҡалды. Уларға теге фил кеүек үрмәксе, йәки йылға эсендә йөрөгән бүрәнәгә оҡшаған хайуан эргәгә килеп сығыр ҙа һөжүм итә башлар һымаҡ...
Бәлки бөтөнләй башҡа, әле улар күрмәгән йыртҡыс эргәлә һаҡлап торалыр...
Юҡ, юҡ! Өндәшмәй торорға ярамай. Ул саҡта мейе береһенән- береһе ҡурҡынысыраҡ һүрәттәрҙе күҙ алдына терә башлай. Бына, имеш, уларға бер йыртҡыс яҡынайтып килә.
Бына ул Батыр менән Әмиләгә ырғырға әҙерләнә!
Хәҙер ырғый! Бына ырғый! Ырғыны!!

Батыр!

Әү!

Беҙ ошонда ғүмергә ҡалырбыҙмы икән?

Белмәйем.
Бында әлегә кешеләр юҡ тиһеңме?

Юҡ.

Тимәк, беҙ Зололағы беренсе кешеләр булабыҙмы?

Ә теге өс кеше? Беҙҙе эҙәрләүселәр?

Улар бит ҡайтып китәсәк. Ә беҙ ҡалабыҙ.

Әгәр тотмаһалар. Улар бит беҙҙе алып ҡайтыу өсөн килгән.

Тотолмаясаҡбыҙ,
— тине Батыр ышаныслы тауыш менән.

Асыҡтырҙы...
Етмәһә өшөтә... — Ҡыҙҙың тауышы сибек кенә сыҡты. Ҡапыл ул ҡысҡырып ебәрҙе.
— Батыр!

Ни булды?

Анау ағас артында кемдер тора!

Ҡайһы ағас?

Ана теге!

Бер нәмә лә күрмәйем.

Мин күрҙем! Нимәлер ҡыбырланы! — Ҡыҙ Батырға һыйынды. — Мин ҡурҡам!

Тыныслан!
Бер кем дә юҡ.

Һалҡын...

Мин яҡтыла ҙур япраҡлы ағастар күргәйнем...
Шуларҙы өҙөп алып ябынғанда...

Уларҙы хәҙер нисек табаһың?

Эҙләп ҡарарға кәрәк.

Китмә,
Батыр. Тирә-йүн тулы йыртҡыстар! Нисек ҡысҡырышалар! Ҡурҡам! Тиҙерәк таң атһын ине!..

Ҡурҡма,
Әмилә. Һин ошонда ғына тороп тор...

Юҡ!
Мин дә һинең менән!..
Улар һаҡ ҡына баҫып бер-ике аҙым яһаны.

А-а-а!
— тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ ҡапыл.
Батыр ҡото осоп артына әйләнә һалды. Ҡараңғыла, бер ни күренмәй...

Әмилә, ни булды?

Мин нимәгәлер баҫтым!

Йәнлеккәме?
Тешләмәнеме?

Йомшаҡ ҡына.

Бер нәмә лә юҡ бит.

Ырғып торҙо ла ҡасты...
Йәнә алға атланылар. Бына бер ағасҡа килеп бәрелделәр. Тик быныһы үләнгә оҡшағаны булып сыҡты. Батыр һәрмәнеп йәнә алға атланы. Ҡапыл ул нимәгәлер эләгеп ҡолап китте. Ҡулына еүеш тә, шыуғалаҡ та әйбер ҡағылды. Батыр шунда уҡ ырғып торҙо.
Йөрәге дөп-дөп тибә.
Ниндәй сирҡаныс!

Батыр!
— тип ҡысҡырҙы Әмилә.
— Ҡайҙа юғалдың?
— Мин бында...
Йәнә бер ағасҡа килеп төртөлдөләр.
Быныһының япрағы ҙур булып сыҡты. Тик анһат ҡына йолҡоп алырмын тимә! Малай улай итте, былай итте, әммә япраҡ еңел генә өҙөлөргә теләмәне.
Ҡаҙаҡлап ҡуйғандармы ни!
Етмәһә ҡараңғы, ҡайһы тирәһенән йолҡорға кәрәклеге күренмәй.
Малай тирләп китте.
Ә эргәлә торған Әмилә был минутта өшөүҙән ҡалтырана ине.
Туҡта!
Был япраҡ шул тиклем ныҡ йәбешкән икән...
Батыр уның осона йәбешеп ҡараны. Күтәрә.
Улайһа, ниңә уның өҫтөнә генә менеп ятмаҫҡа? Өҫтәге япрағы аҫтындағыһына тейә яҙып тора — уныһы юрған булыр!
Малай тәүҙә ҡыҙға япраҡ өҫтөнә күтәрелергә ярҙам итте, шунан үҙе менде.
Япраҡ әкрен генә тирбәлә, әммә уның өҫтөндә ятырға була.
Ә урын күп бында. Улар икәүҙән башҡа тағы бер- ике кеше һыйыр ине, моғайын. Тик бына өҫтәге япраҡ ҡына алыҫыраҡ
— тәнгә тейеп тормай, шуға өшөтә.
Бер-береһенә арҡаларын терәп ятҡас, саҡ ҡына дай булдылар.
Улар, урмандың шомло тауыштарын тыңлай-тыңлай, ара-тирә һөйләшеп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттылар.
Бына улар Ерҙән уй етмәҫлек планетала. Күпме булырҙар бында?
Ҡайта алырҙармы?
Әллә мәңге ҙармы бында?
Нимә ашарҙар? Әллә үҙҙәренә ризыҡ таба алмайынса астан үлерҙәрме?
Ашау тураһында уйлағас, икеһе лә үҙҙәренең ныҡ асыҡҡанын тойҙо.
Батыр әсәһе тере саҡта бешергән бәлештәрҙең ниндәй тәмле булғанлығы тураһында һөйләне, ә Әмилә компьютерҙың нисек итеп аш бешергәнлеген аңлатты малайға...
Улар йоҡоға талғанда, Золо планетаһының көнсығышында таң һыҙыла башлағайны инде.
ЭҘӘРЛӘҮ
Беренсе булып Батыр уянды. Тәүҙә малай үҙенең ҡайҙа икәнлеген аңлай алманы. Шунан барыһын да иҫләне.
Ошо арҡала күңелен бошонҡолоҡ солғап алды...
Золо ҡояшы урман өҫтөнә күтәрелгән дә аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Тирә-йүндә тауыштар ҙа кәмегән кеүек. Ныҡлап ҡолаҡ һалһаң ғына урман төпкөлөнән сәйер өндәр килгәнлеген ишетергә була. Эргәләге ағаста бер нисә һары һайыҫҡан ултыра. Уларҙың барыһы ла Батыр менән Әмиләгә төбәлгән. Күрәһең, таныш түгел «йәнлектәрҙе» тикшерәләр
— быларҙан ҡурҡырғамы, әллә киреһенсә, үҙҙәренә һөжүм итергәме?
Батыр һайыҫҡандарға ҡул һелтәне:

Көш!
Шуны ғына көткәндәй, ошоғаса тыныс ҡына ултырған ҡоштар бер-береһенә ҡарашып шаулашырға тотондо. Асыуҙары килде буғай. Әммә осоп китмәнеләр, бер аҙ тыныслана төшөп, йәнә малай менән ҡыҙға текәлделәр.
Батырҙың тауышын ишетеп, Әмилә лә уянды.

Ә мин төш күрҙем, — тине ҡыҙ. — Имеш, Ергә ҡайтҡанбыҙ ҙа, унда икәүләшеп йәшәргә булғанбыҙ.

Нисек икәүләшеп?

Бер ғаилә булып. Һеҙҙә уны «өйләнешеү» тиҙәр, эйеме?

Эйе...
Ә һин ерҙә ғүмергә ҡала алыр инеңме?

Белмәйем...
Һине юғалтҡым килмәй... Тик Урҙа бит минең атайым бар. Ул минһеҙ... Белмәйем...
Ҡыҙ моңһоуланды. Шуға малай һүҙҙе тиҙерәк икенсегә борҙо:

Әйҙә, төшәйек. Хәҙер беҙгә ниҙер булһа ла ҡапҡылап алырға кәрәк. Юғиһә астан үләбеҙ бит!
Ергә төшөүгә, ағас төбөнән ниндәйҙер йәнлек ситкә ырғыны. Малай менән ҡыҙҙың ҡото осто. Әммә теге йәнлек уларға ҡарағанда ла нығыраҡ шөрләгәйне, буғай. Күҙ асып йомғансы ағастар араһына инеп юғалды.
Батыр менән Әмилә тыныслана төшөп бер-береһенә ҡарашты.

Нимә булды ул? — тип һораны Батыр.

Кәзәгә оҡшаған ине шикелле.

Миңә лә шулай тойолдо...
Эргәләге ағаста өс сәтләүек күренде. Батыр уларҙы өҙөп алыу өсөн, арҡанға оҡшаған үлән эҙләргә кереште.
Ҡапыл урман эсенән сәйер тауыштар ишетелде.
Ниндәйҙер геүләүгә ла оҡшаған, кеше һөйләшкән кеүек тә булып китә.
Малай һағайҙы:

Әмилә, ишетәһеңме? Ниндәйҙер тауыш...

Кешеләр һөйләшә түгелме?
Тауыштар яҡынайғандан-яҡыная. Малай менән ҡыҙ ағас араһына сумды. Нимә был? Әллә теге өс кеше уларҙы эҙләргә сыҡҡанмы?
Күп көтөргә тура килмәне. Бер аҙҙан урман эсенән өс кеше килеп сыҡты. Былар Йыуан,
Һонтор һәм Тәпәш ине. Бер-ике аҙым яһайҙар ҙа ергә эйелеп нимәлер ҡарап алалар.
Шунан йәнә алға атлайҙар.

Улар беҙҙең эҙҙән килә, — тип шыбырланы
Әмилә. — Китәйек бынан тиҙерәк!

Туҡта!
— Малай тирә-яғына ҡаранды. — Бынан сыҡһаҡ, улар беҙҙе күрәсәк!

Китмәһәк, хәҙер тотолабыҙ! Күрәһеңме — эҙҙәребеҙ ярылып ята!
Ысынлап та уларҙың эҙҙәре ап-асыҡ булып күренә икән! Батыр ҡабаланып уйланы. Әгәр тик торһалар, хәҙер тотоп аласаҡтар. Ҡасырға маташһалар, тегеләрҙең күҙҙәренә эләгәләр. Ни эшләргә?


Ул арала теге өсәү эҙ буйлап малай менән ҡыҙ төн үткәргән ағасҡа табан атланы.
Хәҙер Батырҙар быларҙың артында тороп ҡалды.
Батыр
Әмиләгә ым менән: «Минең арттан!» — тине лә һаҡ ҡына баҫып ситкә атланы. Тиҙерәк!
Һонтор дуҫтары менән теге ағасҡа барып еткәнсе, урманға инеп юғалырға! Малай менән ҡыҙ ҡабалана, әммә бында урман һирәк, һис тә тегеләрҙең күҙҙәренән тиҙ генә ҡотолорлоҡ түгел!
Ҡапыл аяҡ аҫтына эләккән бер ағас шыртлап һынды. Был тауыш бөтә урманға таралғандай булды. Ошо ерҙә Батыр менән Әмиләнең йөрәктәре саҡ-саҡ өҙөлөп төшөп китмәне.
Икеһе лә йылп итеп арттарына әйләнеп ҡараны: ишеттеме тегеләр?
Бәхеткә ҡаршы тегеләр Батырҙар йоҡлаған ағас төбөндә урала икән, шул арҡала, күрәһең, тауышҡа иғтибар итмәнеләр.
Малай менән ҡыҙ ашығып алға атланы. Саҡ ҡына барһалар, ҡуйыраҡ урынға етәләр. Тиҙерәк, тиҙерәк!.. Ошо ерҙә, көтмәгәндә, тегеләрҙең береһе көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Батыр менән Әмилә артҡа әйләнеп ҡараны. Күргәндәр! Ана, ашығып, был яҡҡа йүгерә башланылар.

Ҡалма минең арттан! — Батыр алға уҡталды.
Батыр бер үҙе булһа, анһат ҡына эҙ яҙлыҡтыра алыр
ине.
Ҡыҙ менән булғас... Әмилә шәп йүгерә алмай. Ул ике тапҡыр йығылып китте, тубығын һыҙырып ебәрҙе. Батыр нисек тә ярҙам итеү өсөн ҡыҙҙы етәкләп алды.
Урман ҡуйыра төштө. Ағастар кейемгә йәбешеп артҡа тарта, аңғармаҫтан битте тырнап ала. Арҡыры ятҡан ағастарҙы ырғып үттеләр, ниндәйҙер соҡорҙарға барып төштөләр. Тиҙ-тиҙ үрмәләп үргә күтәрелделәр ҙә йәнә йүгерҙеләр...

Арыным!
— тине ҡыҙ бер мәл, саҡ-саҡ тын алып.

Түҙ,
Әмилә, түҙ! Тағы саҡ ҡына йүгерәбеҙ ҙә...
Ҡыҙ, көс-хәл менән йәнә бер-ике аҙым яһаны ла, ергә ултыра төштө:

Бөттө!..
— Әмиләнең күҙҙәренән йәштәр күренде.
— Хәлем юҡ!..

Тыныслан,
Әмилә. — Батыр уның янына сүкәйҙе. — Ярай... Уларҙы артҡа ҡалдырҙыҡ шикелле...
Ҡасан эҙ буйынса беҙҙе тапҡансы...
Шулай ҙа тирә-яғына ҡаранып алды. Күренмәйҙәр, тауыштары ла ишетелмәй, буғай...

Әмилә, һин ошонда ултырып тор...

Ә һин?

Асыҡтырҙы бит. Шуға хәл юҡ. Анау ағас башындағы сәтләүектәрҙе өҙөп алам.

Ә тегеләр килеп етһә?

Улар ярты сәғәтһеҙ беҙҙе таба алмаясаҡтар.
Батыр арҡанға оҡшаған үлән эҙләргә кереште.
Ниңәлер был тирәлә ул күренмәй. Малай алғараҡ үтте. Шунан артына әйләнеп ҡараны. Әмиләне юғалтып ҡуймаһын! Шунан йөрөрҙәр бер-береһен табыша алмай. Ана ултыра Әмилә. Батыр унан егерме-егерме биш аҙым ситкә китергә лә өлгөргән...
Көтмәгәндә эргәлә генә үкергән тауыш ишетелде.
Малай йылп итеп артына әйләнеп ҡараны һәм ҡото осоп янындағы ағасҡа һыйынды.
Батырға ике яҡтан ике ҙур һәм ғәйәт ҡурҡыныс йыртҡыс яҡынлашып килә ине.
Уларҙың ҡиәфәттәрен күреү менән малайҙың тубыҡтары ҡалтырай башланы. Береһенең бейеклеге дүрт-биш метр булыр. Тау кеүек кәүҙәһе, әкренләп ҡойроҡҡа әүерелеп, ағастар араһына инеп юғала. Бүрәнә кеүек оҙон муйыны осонда өҫтәл ҙурлыҡ башы бар. Икенсе йыртҡыстың бейеклеге ун-ун биш метр тирәһе булыр. Ул йомранға оҡшаған. Үҙе арт аяҡтарына баҫып йөрөй,
Башы крокодилдыҡы кеүек оҙон, тештәре хәнйәр кеүек осло.
Ошо ике йыртҡысты күргәс, Батыр урынынан ҡыбырлай алмайынса ҡатты ла ҡалды. Ҡасыр ине — хәле юҡ, көсө ҡайҙалыр китеп юғалды. Әмилә ҡайҙа? Батыр йәһәт кенә ҡыҙ ултырған яҡҡа боролоп ҡарап алды.
Ҡыҙҙың йөҙө ап-аҡ булған, күҙҙәре ҙур итеп асылған...
Ул арала теге ике йыртҡыс, күк күкрәгәндәй үкерешеп, яҡынлашҡандан-яҡынлаша ине.
Ошо ерҙә генә уларҙың үҙенә түгел, ә бер-береһенә һөжүм итергә йыйыныуҙарын аңлап алды малай.
Йыртҡыстарҙың күҙҙәренә ҡан һауған, улар үлемесле алышҡа әҙерләнә, шул арҡала үҙҙәре өсөн ҡырмыҫҡа ҙурлығындағы малайҙы бөтөнләй күрмәй. Улар асыуҙарына сыҙай алмайынса, юлдарында тап булған ағастарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп ситкә быраҡтыра, ерҙе тырнап-тырнап ала...
Бына бер мәл улар бер-береһенә килеп йәбеште.
Шунда уҡ бер ҡарауҙа ҙур, килбәтһеҙ йыртҡыстар иҫ киткес етеҙлек, таҫыллыҡ күрһәтергә кереште, ҡот осҡос тауыш менән үкереүҙәренә бөтә урман һелкенә башланы.
Ер киҫәктәре ағастар менән үләндәргә ҡушылып, мамыҡ кеүек өҫкә осто. Батырҙан бер нисә генә аҙым ситтәрәк ике йыртҡыстан торған ҙур йомғаҡ тәгәрләп йөрөй...
Иң хәүефлеһе: Батыр менән Әмилә был ҡурҡыныс алыш барған майҙандың ике яғында тороп ҡалды.
Батыр әкренләп иҫенә килде һәм артҡа сигенде.
Юғиһә, хәҙер был ике йыртҡыстың ҡойроғо килеп тейәсәк, йә булмаһа, тырнаҡтары аҫтынан осҡан ер киҫәге башына эләгәсәк...
Әмилә күренмәй. Юғалып ҡына ҡуймаһын! Әллә теге өсәү килеп етеп уны алып та киттеме?
Булмаҫ! Улар килеп етергә тейеш түгелдәр әле.
Тиҙерәк был йыртҡыстарҙы урап ҡыҙ янына барырға.
Малай, ағас-үләндәрҙе йыра-йыра, алға йүгерҙе.

Әмилә,
Әмилә! — тип ҡысҡырҙы малай, тик үҙенең тауышын үҙе ишетмәне. Сөнки йыртҡыстарҙың үҙәк өҙгөс үкереүе бөтә донъяны ялмап алғайны.
Бына
Батыр алыш барған майҙанды урап сыҡҡандай булды. Әмилә ошо тирәлә ҡалғайны, ҡайҙа ул? Ниңә күренмәй? Әллә Батыр яңылыш икенсе урынға килеп сыҡтымы? Юҡ! Ошонда ҡалғайны Әмилә. Бына уның ултырған урыны. Бына эҙҙәре. Әммә Әмилә юҡ!

Әмилә!
— тип ҡысҡырҙы ҡото осҡан малай. — Әмилә!
Батыр алан-йолан тирә-яғына ҡаранды. Юҡ Әмилә, юҡ! Бер ҡайҙа ла юҡ!
Малай, ни эшләргә белмәйенсә, берсә үкерә-үкерә ҡанға батып алышыусы йыртҡыстарға ҡараны, берсә әле генә ҡыҙ ултырып ҡалған урында уралды.
Әммә
Әмилә, ер йотҡан кеүек, юҡҡа сыҡты...
ХӘЛИТ
ХӘТЕРЛӘРГӘ ТЫРЫША
Хәлит балыҡтан ҡайтып килә. Ана Сибай күренде.
Тиҙҙән өйөндә буласаҡ...
Бөгөн каникулдың нисәнсе көнө әле? Ғөмүмән, бөгөн нисәһе? Малай ҡапыл хәтерләй алманы. Әллә икенсе июнь бөгөн, әллә инде дүрте...
Нисәһе генә булһа ла, каникул башланды. Нисек үткәрергә йыйына әле ул йәйге ялдарын? Ниңәлер ошоғаса был хаҡта уйлағаны булманы... Хәйер, май баштарында Батыр менән хат алышҡайнылар. Дуҫы: «Һеҙгә ҡунаҡҡа килермен»
— тип яҙғайны... Ә ниңә килмәне әле ул?.. Әллә килдеме ул?
Юҡ шикелле, юҡ...
Ошо ерҙә Хәлитте сәйер бер тойғо солғап алды. Күңелендә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ барлыҡҡа килде... Нимәнән ул?
Батырҙың килгәнме, юҡмы икәнлеген белмәүҙәнме, әллә икенсе сәбәп бармы бында?
Хәлит һуңғы көндәрҙә нисек йәшәгәнлеген хәтерләй башланы, әммә бер ни ҙә иҫләй алманы. Ниңә улай?
Уҡыуҙарҙың нисек тамамланғанын хәтерләй, шунан Һуң...
Шунан ни булды әле? Ниңәлер Батыр килгән кеүек, шул уҡ ваҡытта дуҫын инде бер йыл күргәне юҡ бит...
Ошондай сәйер уйҙарға бирелеп ҡайтып инде Хәлит өйөнә.
Ә бында әсәһенең тәүге һорауы Хәлитте бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы:

Батыр ҡайҙа?

Ниндәй
Батыр? — тип һораны Хәлит. — Ул килдеме ни?
Хәҙер әсә аптырауға ҡалды:

Һин
— нимә? Иҫәрләнеп бараһыңмы? Уның килгәнлегенә нисә көн? Кисә икәүләшеп балыҡҡа киткәйнегеҙ бит. Ҡайҙа ул?
Хәлит ҡойолоп төштө. Батыр ысынлап та килгән. Әсәһе алдашмайҙыр бит. Ана нисек асыулана... Тик ниңә Хәлит бер ҙә хәтерләмәй? Быныһы — бер. Икенсенән, бергәләп балыҡҡа киткәндәр икән, Батыр ҡайҙа булған?
Малайҙың күңеленә шом инеп ултырҙы. Етмәһә, әсәһе лә ябырылды:

Батыр ҡайҙа!? Батыр ҡайҙа?
Малай уны тынысландырыу өсөн:

Тышта ҡалды, хәҙер ҡайта, — тине. Шунан үҙенең бүлмәһенә инеп, бөтә был ғәләмәтте аңлау өсөн уйға ҡалды.
Нимәне аңлата был сәйер ваҡиғалар? Ниңә Хәлит үҙенең балыҡҡа китеүҙәрен хәтерләмәй? Нисек итеп балыҡ тотоуҙарын да онотҡан, ҡармаҡтары ла әллә ҡайҙа ятып ҡалған. Әммә үҙенең балыҡтан ҡайтып килеүен ул ниңәлер белә ине. Бына ғәжәп!
Күрәһең, бында ниндәйҙер сер бар. Бәлки, бөтә бәлә Батырҙалыр? Әгәр ул, ысынлап та, килгән булһа, әгәр икәүләшеп балыҡҡа киткәндәр икән... Ошо ерҙә Хәлит ток һуҡҡандай урынынан ырғып торҙо. Әллә
Батыр батып ҡуйҙымы? Улайһа, ҡайҙа ул?
Бәлки, Батырҙың һыуға батыуын күргән саҡта бик ныҡ ҡурҡҡандыр Хәлит һәм шул арҡала барыһын да онотҡандыр, хәтерен юғалтҡандыр?..
Юҡ!
Бының булыуы мөмкин түгел! Батыр һыуға батҡан, имеш. Булмаҫ! Беренсенән, уның дуҫы бик шәп йөҙә белә. Икенсенән... Хәлит быға ышанмай! Батыр тере! Ул ҡайҙалыр тороп ҡалған! Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында.
Хәҙер уны эҙләп табырға ғына кәрәк. Тик ҡайҙан эҙләргә? Һәм ни өсөн Хәлит һуңғы көн үҙе менән ни булғандарын хәтерләмәй?
Күрәһең, ныҡ ҡына итеп уйларға кәрәк, барыһын да хәтерләргә тырышырға кәрәк.
Һәм һуңғы ике көн эсендә булған ваҡиғалар иҫенә төшөр.
Ошо уйға килгәс, Хәлит карауатына ятты ла түбәләге бер нөктәгә төбәлде...
ЗОЛО
КӘЗӘҺЕ
Әмилә ғәйеп булғандан һуң, Батыр тыныс ҡына уйлау һәләтлеген юғалтты. Ул йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа ташланды. Хатта теге ике йыртҡыстың үлемесле хәлгә килеп ауыуҙарына ла иғтибар итеп торманы, уларға күҙ генә һирпте лә, йәнә йүгерә-йүгерә ҡыҙҙы эҙләргә кереште:
— Әмилә!
Әмилә! — тип ҡысҡырҙы малай туҡтауһыҙ.
Бер мәл ул бөтөнләй хәлдән тайҙы, шул арҡала тыныслана төштө һәм, әгәр былай итеп уйһыҙ-ниһеҙ йүгерәңләп йөрөһә, ҡыҙҙы бер ҡасан да таба алмаясағын аңланы.
Киренән Әмилә ҡалған урынға барырға ла ҡыҙҙың эҙен табырға кәрәк.
Малай кире яҡҡа боролдо. Ошо ерҙә ниндәйҙер өҙөк- өҙөк тауыш ишетелгәндәй булды.
Батыр ҡатып ҡалды. Ҡолағына салындымы?
Әллә берәйһе ҡысҡырамы? Малай тын да алмай тора. Урмандың йөҙәрләгән сит ауаздары араһында Батыр өсөн ҡәҙерле булған тауыш та ишетелгән һымаҡ.
Малай үҙе һиҙмәй ҡалды, ҡысҡырып ебәрҙе:

Әмилә!
Тегә тауыш яуап ҡайтарҙы. Малай терт итеп ҡалды. Был, һис шикһеҙ, Әмилә ине.

Әмилә!
Әмилә! — Батыр ҡыҙҙың исемен ҡысҡыра- ҡысҡыра тауыш килгән яҡҡа йүгерҙе.

Батыр!
— Бына ҡыҙҙың тауышы ап-асыҡ салынды малайҙың ҡолағына.
Күп тә үтмәне, Батыр бер тәрән ярыҡ ситенә килеп туҡтаны. Уны бер ҡарауҙа абайлап та булмай. Бәлки, Батыр нисек йүгереп килһә, шул көйө ярыҡ эсенә тәгәрләп төшөп тә китер ине; малайҙы Әмилә иҫкәртергә өлгөрҙө. Баҡһаң, ҡыҙ ярыҡ эсенә ҡолаған икән.
Ярыҡтың тәрәнлеге һигеҙ-туғыҙ метр тирәһе бар.
Ярҙары текә, эсенә төшкән кеше сығырлыҡ түгел.

Бер ерең дә ауыртмаймы?

Аяғым ауырта.
Батыр тирә-яғына күҙ һалды. Бына арҡанға оҡшаған үлән. Малай уның бер осон ярыҡ эсенә ташланы:

Йәбеш!
Тиҙҙән ҡыҙ өҫкә күтәрелде.
Баҡһаң, урталарында теге ике йыртҡыс һуғыша башлағас, Әмилә малайҙы юғалтыуҙан ҡурҡҡан һәм, алыш майҙанын урап, Батыр ҡалған яҡҡа сығырға уйлаған. Ҡабаланып йүгереүе арҡаһында, ошо ярыҡты абайламай ҡалған...
Хәҙер уларға был урындан мөмкин тиклем алыҫҡараҡ китергә кәрәк. Сөнки эҙәрләүселәр етеп килергә тейеш. Был юлы малай менән ҡыҙ хәйләкәрләштеләр. Баралар-баралар ҙа, шул уҡ эҙҙәренә баҫып кире киләләр.
Шунан ҡапыл ситкә ырғыйҙар һәм бөтөнләй икенсе яҡҡа атлайҙар. Ә эҙҙәрен юя баралар...
Был хәйлә уларға ярты көн тиерлек тыныс йәшәргә мөмкинселек бирҙе. Шул арала
Батыр менән Әмилә ике тапҡыр ағастарҙан өҙөп алған сәтләүек ашап өлгөрҙө. Шунан ер кәзәләренә оҡшаған йәнлектәрҙе тап иттеләр. Уларҙың бәрәстәре лә бар икән.
Батырҙың башына кәзәләрҙең берәүһен тотоп һауып ҡарарға тигән уй килде.
Бына малай үлән-арҡандан тоҙаҡ яһаны ла кәзәләр көтөүенә яҡынлашты. Хайуандар утлап йөрөгән еренән туҡтап, Батырға аптырап ҡарап тора. Йәнәһе, был ниндәй таныш түгел хайуан? Ҡапыл малай эргәһендәге кәзәгә тоҙағын ырғытты. Үлән-арҡан йәнлектең мөгөҙөнә эләкте. Кәзә ҡурҡышынан үрә торҙо, ҡасырға маташты. Әммә малай ҙа һаҡ тора ине, ул арҡанға сат йәбеште.
Башҡа кәзәләр, ҡоттары осоп, шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Ә Батыр, тырыша торғас, тыпырсынған йәнлекте ергә йығып һалды.
Әмилә уның тояҡтарын бәйләшергә ярҙамлашты. Шунан Батыр кәзәне һауырға тотондо. Тырыша торғас, сәтләүектең ҡабығы һөт менән тулды. Ул тәме менән һис тә ер һыйырының һөтөнән айырылмай ине тиерлек. Тик саҡ ҡына шәрбәтлерәк.
Малай менән ҡыҙ һауып алынған һөттө эсеп бөтөрөргә лә өлгөрмәне, урман эсендә һөйләшкән тауыштар ишетелде.
Батыр менән Әмилә урындарынан ырғып торҙо.
Эҙәрләүселәр! Тиҙерәк ҡасырға! Әммә күп тә атламанылар, тәрән ярыҡҡа килеп төртөлдөләр. Нисек эсенә төшөп китмәнеләр?!
Улай-былай иттеләр ҙә ярыҡ буйлап йүгерҙеләр. Һәм ҡапыл ҡоттары осоп баҫҡан урындарында ҡатып ҡалдылар: эҙәрләүселәр уларға табан килә ине. Улар малай менән ҡыҙҙы күреп шатлыҡтарынан ҡысҡырып ебәрҙеләр.
Батыр менән Әмилә артҡа ташланды. Әммә улар хәҙер шәп ҡаса алмайҙар — ҡыҙҙың аяғы ауырта. Ул баҫҡан һайын йөҙөн сирылта, күҙҙәрен йома.

Түҙ,
Әмиләкәй, түҙ! — ти Батыр. — Саҡ ҡына китәбеҙ ҙә туҡтайбыҙ!
Тегеләрҙең ниҙер ҡысҡырғаны, аяҡтары аҫтында ағастарҙың сытырлап һынғаны яҡында ғына ишетелде. Етеп киләләр!
Ҡапыл
Батыр менән Әмиләнең баш осонан ҙур ҡара шәүлә үтеп китте. Уның еле саҡ-саҡ ҡолата һуҡманы. Малай йүгереп барған көйө өҫкә ҡараны.
Уларҙың өҫтөндә генә кеҫәрткегә оҡшаған йәнлек осоп йөрөй. Уның оҙонлоғо алты-ете метр самаһы. Ҡанаттары ярғанаттыҡына оҡшаған
— урта тирәһендә оҙон тырнаҡлы аяҡтарының бишәр бармағы ла бар.
Осоусы кеҫәртке, кирегә боролоп, малай менән ҡыҙға ташланыу өсөн шыҡыя башланы.

Әмилә, сүкәй! — тип ҡысҡырҙы Батыр. Эргәлә генә ҙур япраҡлы ағастар үҫә. Ул ҡыҙҙы шунда табан тартты. — Йәшен тиҙерәк!
Улар бер япраҡ аҫтына сумды. Шунда уҡ был осоусы кеҫәртке был япраҡты йолҡоп алып китте. Шунан, ҡорбандарының тырнағына эләкмәгәнен күргәс, асыулы итеп ҡарҡылданы ла япраҡты ергә ырғытты.
Батыр менән Әмилә урындарынан ырғып тора һалып, эргәләге ағас төбөнә һыйынды. Ул арала кеҫәртке йәнә түбәнәйә башланы.
Ошо ерҙә малай менән ҡыҙ янына Йыуан,
Һонтор һәм Тәпәш килеп етте. Осоусы ғифрит, малай менән ҡыҙҙы онотоп, эҙәрләүселәргә ташланды.
Был минутта Һонтор, йүгереп килеп, Батыр менән Әмиләне эләктереп алғайны инде. Ә һауалағы йыртҡыс ҡот осҡос тиҙлек менән Һонторға яҡынлаша.
Хәҙер эләктереп аласаҡ! Малай менән ҡыҙ ҡурҡышынан күҙҙәрен йомдо. Һонтор балаларҙан ҡулдарын ысҡындырҙы ла бар көсөнә аҡырып ебәрҙе.
Ошо секундта арттараҡ ҡалған Тәпәш, кеҫәһенән пистолет кеүек нәмә сығарып, осоусы кеҫәрткегә төбәне. Шунда уҡ кәбәктән мендәр ҙурлығы ут йомғағы сыҡты ла кеҫәрткенең аяҡтарын ялап алды. Йыртҡыс тәүҙә быға иғтибар итмәне кеүек, нисек осоп килһә, шул көйө түбәнәйеп, ҡанаттары менән Һонторға һелтәнде. Әммә ялҡын да үҙ эшен эшләне — кеҫәртке ҡапыл ҡурҡыныс тауыш менән аҡырып ебәрҙе лә, ҡырҡа өҫкә күтәрелеп китте. Тирә-йүнгә янған йөн еҫе таралды.
Урынынан ырғып торған Батыр ҡыҙҙың ҡулынан тартты:
— Әмилә, ҡастыҡ!
Тәпәш менән Йыуан, балалар хаҡында онотоп, ерҙә ятҡан Һонторға эйелгәйне. Ә осоусы, ҡорбандарын ташлап китергә теләмәйенсә, яңынан һөжүм яһарға әҙерләнде.
Урмандың ҡуйы урынына инеп китер алдынан Батыр шуны күреп ҡалды: Йыуан ултырған Һонтор янында сүгәләгән, ә Тәпәш пистолетын түбәнәйеп килеүсе йыртҡысҡа төбәп тора...
СЕБЕН
МЕНӘН АЛЫШ
Батыр менән Әмилә урман шырлығын йырып алға атлай. Мөмкин тиклем алыҫыраҡ китергә.
Юғиһә эҙәрләүселәр хәҙер ҡыуып етәсәк.
Улар инде осоусы кеҫәрткенән ҡотолоп
Батырҙарҙың эҙенә төшкәндәрҙер.
Әмиләнең аҡһауы көсәйгәндән-көсәйә. Малай уға бер ағас һындырып бирҙе. Хәҙер ҡыҙ шуға таянып атлай. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан.
Күрәһең, аяғы уғата ныҡ ауырта.
Алда осло түбәле бер тау күренде. Туҡта, ул таныш түгелме? Ҡабул итеү станцияһы эргәһендәге тауға оҡшаған да баһа! Әллә ҡасып йөрөй торғас, өйөрөлөп, йәнә киткән урындарына килеп сыҡтылармы?
Малай менән ҡыҙ туҡтап тирә-яғына ныҡлап күҙ ташланылар.
Алда станция күренә! Был тирәлә йөрөмәү хәйерле. Сөнки эҙәрләүселәрҙең бында ҡайтасағы көн кеүек асыҡ.
Бер аҙ барғас, яланға килеп сыҡтылар. Бында күҙҙең яуын алып төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултыра. Батыр менән Әмилә был матурлыҡҡа һоҡланып туҡтап ҡалды.

Батыр, ҡара әле! — тип шыбырланы ҡыҙ, ҡапыл яландың арғы осона күрһәтеп.
Тегендә бик сәйер ҡиәфәттәге ике йәнлек үлән ашап йөрөй ине. Уларҙың баштары ҙур, аяҡтары нәҙек кенә, ҡанаттары йоҡаҡ, үтәнән-үтә күренеп тора.

Себен түгелме? — тип һораны Батыр.

Һыйыр ҙурлыҡ себен буламы?
Ул арала себенгә оҡшаған йәнлектәр ҙә малай менән ҡыҙҙы күреп ҡалды. Шунда уҡ улар анһат ҡына өҫкә күтәрелделәр ҙә был яҡҡа табан яҡынлаша башланылар.
Ҡаушаған
Батыр менән Әмилә урындарында ҡатып ҡалды. Нимә эшләмәкселәр? Һөжүм итмәкселәрме? Малай тирә-яғына ҡараны.
Әгәр ул-был була ҡалһа, ҡайҙа ҡасырға?
Улар сәскәләр менән һоҡланып яландың уртаһына килеп еткәндәр, ә бында йәшенерлек нәмә юҡ. Батыр тиҙ генә
Әмиләнең ҡулындағы таяҡты тартып алды.
Әгәр һөжүм итһәләр, ошоноң менән һаҡланып ҡарар.
Батырҙарға биш-алты аҙым етмәйерәк себендәр ергә төштөләр ҙә малай менән ҡыҙға ҡарап ҡатып ҡалдылар. Шунан береһе йәнә өҫкә күтәрелеп, осоп килгән килеш оҙон суҡышы менән Батырҙы суҡып алырға итте.
Әммә малай һаҡ тора ине. Ул ҡулындағы таяғы менән йыртҡыстың башына эләктерҙе. Теге
«Ха-ап!» тип ҡысҡырып ебәрҙе, шунан йәһәт кенә боролоп, йәнә Батырға ташланды.
Батыр тағы таяғын күтәреп йыртҡысҡа һелтәне. Был юлы себен дә таҫыллыҡ күрһәтте, тиҙ генә башын ситкә алды.
Өҫкә күтәрелеп алғандан һуң, йыртҡыс өсөнсө тапҡыр Батырға ташланды. Малай йәнә таяғын күтәрҙе... Ул тағы тегенең маңлайына тос ҡына эләктерҙе. Хатта йыртҡыстың башынан йәшел төҫтәге шыйыҡса аға башланы. Әммә себен дә бер аяғы менән малайҙы сапсырға өлгөрҙө. Малайҙың майкаһы йыртылып тегенең тырнағына эләгеп китте. Малайҙың яурынында оҙонса ҡыҙыл эҙ ҡалды. Унда ҡан тамсылары күренде.
Себен башҡаса һөжүм итеп торманы. Ул ситтәрәк ултырған дуҫы янына барып ҡунды ла ҡәнәғәт тауыш менән ҡорҡолдай-ҡорҡолдай майка киҫәген өҙгөсләргә кереште.
Күрәһең, улар дошманын еңгәненә ышанды һәм шуны байрам итә башланы.
Ә малай менән ҡыҙ, һыйыр дәүмәлле себендән анһат ҡотолоуҙарына ҡыуанып, тиҙерәк был яландан китеү яғын ҡараны.
ЗОЛО
ТЕТРӘЙ
Яландан бер аҙ алыҫлашҡас,
Батыр менән Әмилә бер ағас төбөнә ултырып, тынып ҡалды. Улар инде күптән тамаҡ ялғағандары юҡ. Тимәк, йәнә ризыҡты ҡайғыртырға кәрәк.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.