Latin

Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02

Süzlärneñ gomumi sanı 4079
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Күп тә үтмәне, коридор осонда ике кеше күренде. Уларҙың кейемдәре һис тә ер кешеләренекенә оҡшамаған, өҫтәрендә ялтырап торған комбинзон, аяҡ кейемдәре роликлы, шуға улар бик шәп атлап йөрөй.
Тегеләр юғалғас, малайҙар урындарынан сығып план ҡора башланы.

Берәй ергә йәшенәбеҙ ҙә күҙәтәбеҙ, — тине
Батыр. — Ҡасан да булһа Әмилә килеп сығыр әле.

Ә ҡайҙа йәшенәбеҙ?

Эҙләйек.
Малайҙар һаҡ ҡына баҫып коридор буйлап атланы.
Әммә тәүге мөйөшкә етеү менән, көтмәгәндә, күҙҙәре урынына лампочкалары баҙлап торған дүрткел башлы тимер кешегә тап булдылар. Был — ер аҫты станцияһында эшләүсе робот ине. Малайҙар ҡото осоп кире яҡҡа ташланды.
Артта роботтың үҙ алдына һөйләнгәне ишетелде.
Бәлки, ул кемгәлер станцияла сит кешеләр барлығын хәбәр иткәндер? Бер мәл робот
Батыр менән Хәлиттең артынан төштө.
Коридорҙар оҙон-оҙон һәм күп тармаҡлы. Малайҙар мөйөшкә килеп етәләр ҙә, ялтана-ялтана боролоп, икенсе яҡҡа сабалар. Бына бер коридорҙың осонда шкаф кеүек нәмә тора, эргәһендә ниндәйҙер ҡара ҡумта күренә.
Малайҙар шуларға еткәс, арттарына әйләнеп ҡараны. Робот күренмәй!

Ин тиҙерәк! — Батыр шкафҡа күрһәтте.
Хәлит саҡ ҡына икеләнде лә тегенең эсенә сумды. Батыр ҙа уның янына инергә иткәйне, һыйманы. Ул тиҙ генә сыҡты ла шкафтың ишеген ябып ҡуйҙы. Ә үҙенә ҡайҙа йәшенергә?
Ул арала коридор осонда робот күренде. Ул
Батырға табан йән-фарман йүгерә! Тотолоуы ошомо икән?
Батыр тирә-яғына күҙ ташланы. Эргәлә теге ҡара ҡумтанан башҡа бер ни юҡ. Ишеге асыҡ.
Малай тиҙ генә шуның эсенә инде. Ишеген ябырға иткәйне, уныһы,
Батырҙы көтөп тормайынса, шарт итеп ҡапланып та ҡуйҙы.
Киләһе секундта ҡара ҡумта һелкенә, геүелдәй башланы һәм, ярты минут та үтмәне, Батырҙы кире ер өҫтөнә килтереп сығарҙы...
Ә
Хәлит теге шкаф эсендә ултырып ҡалды.
Ни булды уның менән?
Тотолдомы, әллә һаман да Батырҙың килеп сыҡҡанын көтөп ултырамы?
Бына ошоларҙы хәтерләне Батыр Сибай өҫтөндә осоп йөрөгән саҡта.
ХӘЛИТ
ӘМИЛӘНЕ ТАБА
Хәлит шкаф эсендә оҙаҡ ҡына торҙо. Ишектәге ярыҡтан ул
Батырҙың ҡара ҡумта эсенә йәшенгәнен дә, гәгә роботтың килеүен дә күрҙе. Тегенең малайҙарҙы тота алмағанына асыуҙан, күрәһең, ҡысҡырып үҙ алдына һөйләнеүен ишетте.
Шунан ҡара ҡумта нисектер ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты.
Ҡайҙа булды ул?
Быны
Хәлит аңламаны. Бер аҙҙан робот та кире яҡҡа китеп юғалды.
Хәлит тауыш-тын сығармай тора бирҙе. Кәрәкһә, Батыр үҙе килеп асыр ишекте, әлегә килергә ярамайҙыр.
Шкаф бик тар булғанға малайҙың аяғы ойоп китте, ниндәйҙер осло нәмәгә терәлгән арҡаһы ауырта башланы.
Ҡыбырлар ине, ҡурҡа — шкаф асылып китер ҙә уны тотоп алырҙар...
Тағы күпмелер ваҡыт үтте. Хәлиттең янынан сәйер генә кейенгән кешеләр ҙә, бер-береһенә ғәйәт ныҡ роботтар ҙа бер-нисә тапҡыр үтеп китте.
Тик Батыр ғына күренмәне.
Ҡайҙа булды ул? Һаман да шул ҡара ҡумта эсендә ултырамы? Әллә берәй хәл булғанмы? Бәлки тотолғандыр.
Хәлит хәүефкә ҡалды. Батыр тотолһа,
Хәлит ни эшләргә тейеш? Ғүмер буйы ошонда тора алмай бит...
Ана, тағы кемдер үтте. Туҡта!
Бәләкәй генә кәүҙәле бит.
Батыр түгелме? Хәлит шкафтың ишеген аса бирҙе. Ҡыҙ ҙа баһа!
Ул нимә эшләп йөрөй бында?
Әллә теге Әмилә тигәне ошомо? Туҡтатырғамы?
Әгәр Әмилә булмаһа? Ул бит
Хәлитте тотторасаҡ. Ни эшләргә? Ҡыҙ секунд һайын алыҫлаша, хәҙер ул күҙҙән юғаласаҡ! Хәл итергә кәрәк!
Юғиһә... Ни булһа, шул булыр!
— Әмилә!
— тип әкрен генә өндәште Хәлит шкафтың ишеген киңерәк асып.
Ҡыҙ ҡырҡа боролдо, малайға аптырап ҡарап торҙо, шунан йүгереп уның янына килде.

Хәлит!
Был һинме?

Мин,
— тине аптыраған Хәлит шкафтан сыға-сыға.

Нисек бында эләктең? Бер үҙеңме?
Хәлит түкмәй-сәсмәй үҙҙәренең нисек итеп ер аҫтына төшөүҙәмен һөйләп бирҙе. Шунан:

Ә һин минең исемде ҡайҙан беләһең? — тип һораны.

Беҙ бит әллә нисә тапҡыр осраштыҡ, — тине
Әмилә. — Батыр һөйләмәнеме ни?

Һөйләне лә ул. Тик мин ышанмағайным.

Ә
Батыр ҡайҙа? — Әмилә тирә-яғына ҡаранды.

Юғалды.

Нисек юғалды? — Ҡыҙҙы хәүеф ялмап алды.
Ә инде Хәлит Батырҙың нисек юғалғанын һөйләп биргәс, Әмилә тамам ҡайғыға ҡалды... Әле улар икенсе ҡара ҡумта бикләнгән бүлмәнең ишеге төбөндә туҡталып ҡалдылар. Нисек унда инергә?
Ҡайһылай итеп ҡара ҡумтаға ултырып
Батырҙы эҙләргә сығырға?
Әммә бында оҙаҡ торорға ярамай. Берәйһе, килеп сығып, Хәлитте күрһә...

Әйҙә, минең бүлмәгә, — тине ҡыҙ.
Оҙон коридор буйлап атланылар. Бер-ике урында
Хәлиткә, эргәләге тумбалар артына йәшенеп, ҡаршы килгән робот менән кешеләрҙе үткәреп ебәрергә тура килде.
Ниһәйәт, улар Әмиләнең бүлмәһендә. Бында Хәлиткә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Малай ер аҫтына төшкәндән һуң тәүге тапҡыр еңел һулап ҡуйҙы.
Бүлмә бәләкәй генә. Бында телевизор кеүек нәмәнән башҡа бер ни ҙә юҡ. Ҡыҙ теге телевизорҙың кнопкаларына баҫыу менән стенала ике ултырғыс хасил булды.

Ултыр,
— тине ҡыҙ.
Тәүҙә
Хәлит ултырғысты, ныҡмы тигәндәй тотҡолап ҡараны, шунан ҡыҙыҡһынып тирә-яғына күҙ һалды:

Һин ошонда йәшәйһеңме?

Эйе.

Ә карауатың ҡайҙа?
Ҡыҙ йәнә бер кнопкаға баҫты. Шунда уҡ стенанан сәңгелдәккә оҡшаған кәштә килеп сыҡты.
Ҡыҙ икенсе кнопкаға баҫҡайны, теге юғалды.
Малай баш сайҡап ҡуйҙы:

Ҡыҙыҡ!

Ярай,
Хәлит, — тине Әмилә. — Беҙҙең яйлап ул-тырырға ваҡытыбыҙ юҡ. Батыр ваҡыт машинаһына ултырып киткән.
Беҙгә уны тиҙ генә табып кире ҡайтарырға кәрәк.

Ниндәй ваҡыт машинаһына?

Батыр бөгөнгө көндә түгел, ә нисәлер йыл алға йәки артҡа киткән.

Нисек алға йәки артҡа? — Хәлит һаман да бер ни аңламаны.

Бөгөн нисәнсе йыл?

1990 йыл, июнь айы.

Ә
Батыр ошо минутта йә 1988 йылда, йә 1987 йылда, ә бәлки, киреһенсә, 1993 йылдалыр.
Хәлит урынынан ырғып торҙо:

Кит әле! Шулай буламы?

Була.
Теге ҡара ҡумтаның бар хикмәте шунда ла инде.
Ул машинаны Ур планетаһында яңыраҡ ҡына уйлап сығарҙылар.
Һынау үткәрергә беҙ бында ла алып килгәйнек.

Улайһа,
Батыр бит үткән йылға ҡайтып әсәһен ҡотҡара ала!

Ярамай!
Әгәр ваҡыт машинаһы ярҙамында икенсе заман кешеләренең яҙмышына ҡыҫылһаң... Был оло ҡыйралыш килтерә!

Нисек?

Бөтә цивилизацияның юҡҡа сығыуы бар.

Их!
— Хәлиттең ҡайғыһы йөҙөнә сыҡты. — й ҙа үткән ваҡытты күреүе!.. Бушҡа мин дә ул ҡара ҡумтаға йәшенмәгәнмен!
Хәҙер китер инем дә һуғыш йылдарына!
Автомат менән!.. Тд-тд-тд!
— Ул машинаның көсө өс йыл алға, өс йыл артҡа барыу өсөн генә етә.
Фи!
Шулай ғынамы?
Юҡ, барыбер ҡыҙыҡ!
Ике йыл артҡа ҡайтып, класҡа барып инһәм... Нимә — унда мин үҙемде осратырмынмы?
Үҙемдең ун йәшлек сағымды?
— Әлбиттә.
— Ух, шәп, ә?! — Хәлит бүлмә буйлап улай-былай йөрөп алды.
— Хәлит!
— тине
Әмилә. — Беҙгә Батырҙы ҡотҡарыу хаҡында уйларға кәрәк.
— Ниңә ҡотҡарырға кәрәк тиһең әле? — Хәлит аптырап ҡараны.
— Хәҙер унан да бәхетле кеше юҡ!
Үткән заманда йөрөй!
Йөрөр-йөрөр ҙә, ялҡһа, ҡайтыр әле.
Бөтә бәлә шунда:
Батыр ҡара ҡумтаның ваҡыт машинаһы икәнлеген белмәй. Уның хәҙер, икенсе ваҡытҡа барып эләккәс, әллә нәмәләр эшләп ташлауы бар.
Батыр ул заман кешеләре менән аралашырға тейеш түгел!

Борсолма,
Әмилә! — Хәлит ғәмһеҙ ҡыланды. — Батыр иҫәр түгел. Вот бит, ә! Батыр ошо минутта ваҡыт буйлап сәйәхәт итә! Ә мин...

Сәйәхәт итә алмай шул.

Ниңә?

Батыр машинаны ваҡыт буйлап йөрөтә белмәй.
Осраҡлы рәүештә ниндәйҙер ваҡытҡа эләккән дә шунда йәшәп ята. Иң ҡурҡынысы шунда. Мин быны бая ҙең эргәлә һөйләшеп торған ике кешенән ишеттем. шиналағы батареяның көсө тик бер тәүлеккә етә.
Әгәр ошо ваҡыт эсендә беҙ Батырҙы табып ҡайтара һаҡ...
— Әмилә тотлоҡто.

Ни була? — Хәлит ҡурҡҡан күҙҙәрен ҡыҙға не.

Әйттем бит инде. Батыр юғала. Ул был ваҡытҡа ла ҡайта алмай, теге ваҡытта ла оҙаҡ йәшәй алмай.

Ә ниңә теге ваҡытта йәшәй алмай?

Икенсе ваҡытҡа эләккән кешенең биоэнергияһы ул ваҡытта йәшәү өсөн фәҡәт ике-өс көнгә етә. Шунан ул үлә...
Хәлит тулҡынланып йөрөргә кереште.

Улайһа, әйт станцияның етәксеһенә! Эҙләһендәр, тапһындар Батырҙы!

Тәүҙә үҙебеҙ эҙләп ҡарайыҡ. Әгәр беҙ тапмаһаҡ, улар нисек табыр? Икенсенән, һинең менән осрашҡанымды белһәләр... бөгөн үк Урға оҙатасаҡтар! — нең тауышы ҡалтырап китте. — Ул саҡта
Батырҙы рергә өлгөрмәйем. Ә мин уны күреү өсөн генә...
Юҡ, лит!
Нисек тә үҙебеҙгә ҡотҡарырға кәрәк
Батырҙы!
БАТЫР—ҮТКӘН
ЗАМАНДА
Быны аңлағас, Батыр шаҡ ҡатты.
Ул, баҡһаң, бөгөнгө Сибайға түгел, бынан ике-өс йыл элекке
Сибайға ҡайтҡан! Йәйгә түгел, көҙгә эләккән.
Тимәк, был ҡара ҡумта — ваҡыт буйлап сәйәхәт итеүсе машина!
Шуға ла уның ишеген астырыусы паролдәр ҙә сәйер генә икән: «Ваҡытты еңеү», «Ваҡытҡа һөжүм».
Батыр ҡаушап ҡалды. Хәҙер ни эшләргә? Былай ғас,
Хәлиттәргә инеп, кейем һорау тураһында уйларға ла ярамай. Үҙҙәренә лә ҡайта алмай ул.
Беренсенән, һе уның
Батыр икәнлегенә ышанмаясаҡ. Нисек ышанһын, өйҙә ун йәшлек
Батыры ултырғас? Икенсенән, шул шикләндерә: әгәр бер цивилизация кешеләре икенсе цивилизация вәкилдәренең тормошона ҡыҫылырға тейеш түгел икән, киләсәктән килгәндәрҙең үткән заманда йәшәүселәр менән аралашырға хаҡы бармы? Был, бәлки, алдан уйланмаған ҡот осҡос боролоштарға килтереп сығарыр!
Ошоларҙы уйлағас, Батыр хатта үҙенең өшөп ҡалтырауын онотто. Юҡ, уға бында бер ни ҙә эшләргә ярамайҙыр.
Тик нисек итеп кире үҙ ваҡытына ҡайтырға?
Әгәр ҡайта алмаһа? Ғүмергә ошо заманда ҡалырмы?
Батыр ашығып машинаның пультындағы яҙыуҙарҙы уҡырға кереште.
Юҡ шул, малай Ур телен тулыһынса белмәй, бындағы яҙыуҙарҙың күбеһе аңлашылмай!..
Малайҙы ҡурҡыу солғап алды. Ул, бәй, ғүмерҙә лә ҡотола алмаҫлыҡ тоҙаҡҡа эләккән! Ни эшләргә? Нисек итеп был хәлдән ҡотолоу юлын табырға?
Был ваҡытта ҡара ҡумта, ҡаланан сығып, ялан өҫтөнән осоп бара ине. Батыр, иҫенә килеп, машинаны кире
Сибайға табан борҙо. Ул ни эшләргә лә белмәй, фәҡәт ҡаланан, кешеләрҙән алыҫ китмәҫкә генә тырыша.
Уларға яҡын булғанда ныҡ өшөмәй кеүек, күңеле лә беp аҙ тынысланған һымаҡ.
Батыр йәнә үҙҙәренең өйөнә яҡынлашты. Әсәһе менән
Батыр кухняла ашап ултыра!.. Ошо минутта малайҙың тамағына бер төйөр килеп тығылды. Ҡапыл тегеләр йәл булып китте бөгөнгө Батырға. Һөйләшеп ултыралар, нимәгәлер көләләр...
Үҙҙәрен иртәгә, бер йылдан ни көткәнен белмәйҙәр.
Күпмелер ваҡыт үтер, шунан әсәһе вафат булыр, ә Батыр яңғыҙ—етем ҡалып, михнәт күрә-күрә, ун өс йәше тулыуға йәнә ошо ваҡытҡа әйләнеп ҡайтыр һәм үҙ ҡалаһының өҫтөндә, ни эшләргә белмәйенсә, осоп йөрөр...
Бәлки, хәҙер үк инеп уларҙы ни көткәнен һөйләп бирергәлер?
Юҡ, ярамай! Нимәлер тота Батырҙы. Нимә? Батыр быны ҡапыл ғына аңлай ҙа алмай... Бәлки тойомлауылыр...
Әгәр, хәҙер инеп, әсәһе менән кескәй иҫкәртһә, иң алда ул үҙе киләсәктә Урға бармаясаҡ, интернатҡа уҡырға китмәйәсәк, тимәк, ошолай итеп осоп йөрөмәйәсәк — ул юҡҡа сығасаҡ! Ни булһа ла был ҡатмарлы, аңлайышһыҙ...
Ярамай.
Әкренләп
Батыр тыныслана төштө һәм үҙенең өшөүҙән ҡалтырана башлауына иғтибар итте. Ниндәй һыуыҡ!
Ни эшләргә? Әгәр ошолай тағы бер-ике сәғәт йөрөһә, ул туңып үлә!
Туҡта! Үҙҙәренең балконында кейем эленеп тора түгелме?
Эйе, куртка, трико күренә! Был бит уның кейемдәре!
Хәйер, уныҡы түгел, теге ун йәшлек
Батырҙыҡы. Булһын! Алып торғанда...
Ваҡытлыса ғына. Сит кешенекенә ҡул һуҙырға хаҡы юҡ, әммә бына үҙенең элекке кейемдәрен бер-ике көнгә алып торорға ярайҙыр.
Үҙ заманына ҡайтырға форсат тыуғас та, кире бирер. Тик ун йәшлек Батырҙың кейемдәре ун өс йәшлек Батырға бәләкәйҙәрҙер инде. Әммә башҡа сара юҡ.
Батыр тәүәккәлләне. Хәҙер ҡара ҡумтаны гараждар артына, ҡараңғы урынға, төшөрә лә... Унда бер кем дә күрмәҫ. Шунан йүгереп бара ла... Батырҙарҙың фатиры икенсе ҡатта.
Балконға нисек күтәрелергә малай яҡшы белә.
ИКЕНСЕ
ҠАРА ҠУМТА

Ул машина янына станция етәксеһенән башҡа кем инә ала? — тип һораны Хәлит.

Бер кем дә инә алмай, — тине Әмилә. — Ә, туҡта! Уның ярҙамсыһы — робот инә ала шикелле.

Робот?
Ул беҙгә ишекте асыусы паролде әйтерме?

Юҡ.
Ҡыҙ менән малай йәнә уйға ҡалды. Улар төрлөсә план ҡорҙо, әммә береһе лә тормошҡа ашырҙай түгел ине. Ниһәйәт, Хәлит иң ябай сараға әйләнеп ҡайтты.

Станция етәксеһенән булмай, — тине ул. — Паролде шул роботтан ғына белә алабыҙ.

Нисек?

Белмәйем.
Уны нисек тә йоҡлатып булмаймы?

Һүндереп була.

Уны ниңә әйтмәй тораһың? Һүндерәбеҙ ҙә...
Уның хәтере барҙыр бит?

Бар, әлбиттә.

Шуны аса ла ҡарайбыҙ! Унда пароль яҙылған.

Ысынлап та. — Әмилә уйға ҡалды. — Бының өсөн уның хәтерен уҡый белергә кәрәк. Туҡта!
Миндә компьютер бар! — Әмилә эргәләге телевизор кеүек нәмәгә күрһәтте. — Ул роботтың хәтерен сисә алырға тейеш!
Тиҙҙән малай менән ҡыҙ, коридорға сығып, станция етәксеһенең кабинетына табан атланы.
Унда үҙҙәренә кәрәк роботты оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Бына ул кабинеттан сыҡты ла станция етәксеһенең сираттағы йомошон үтәү өсөн ҡайҙалыр йүнәлде. Ошо ерҙә уның ҡаршыһына Хәлит килеп сыҡты.

Томука!
— тине малай.
Был
Ур телендә «туҡта» тигәнде аңлата ине.
Робот, ҡаршыһындағы таныш түгел әҙәмде күреп, шаҡ ҡатты, шунан, мейеһенә яҙылған программаға буйһоноп,
Хәлитте эләктереп алырға итте. Малайға шул ғына кәрәк ине.
Ул ҡаршылаша башланы. Ошо ерҙә Әмилә йүгереп килде лә роботты һүндерҙе. Теге, малай менән булашып, ҡыҙға ҡамасаулай ҙа алманы. Робот үлгән кеүек ҡатып ҡалды. Малай менән ҡыҙ шунда уҡ, роботтың ҡул-аяҡтарынан эләктереп, коридор буйлап алып китте.
Тимер кеше ауыр ғына, тик уны коридорҙа ошо килеш ҡалдырырға ярамай. Уның программаһы алынғанын белһәләр, шау-шыу күтәрәсәктәр.
Көс-хәлгә роботты Әмиләнең бүлмәһенә индереп һалдылар.
Бына
— уның программаһы Әмиләнең ҡулында.
Уны шунда уҡ компьютерға һалдылыр һәм таҫмаға яҙылған паролде табырға ҡуштылар. Компьютер оҙаҡҡа һуҙманы, ярты минуттан экранда ур телендә:
Бүлмәгә инеү
— «Ваҡыт менән осрашыу».
Аппаратҡа инеү— «Оло сәйәхәт».
Аппараттан сығыу — «Һаумы, заман», тигән яҙыуҙар емелдәне.
Хәлит түҙемһеҙләнеп
Әмиләгә ҡараны:

Нимә?
Булдымы?

Эйе.
— Әмилә программаны ала һалып кире роботтың күкрәгенә тыҡты. — Әйҙә, тиҙерәк коридорға сығарып ҡуябыҙ!
Әмилә, ишекте асып, тышҡа күҙ һалды. Шунан литкә шауламаҫҡа ҡушты. Күрәһең, кемдер үтеп ғандыр.
Бына бер мәл коридор бушаны. Малай менән ҡыҙ йәнә роботты ҡул-аяғынан эләктереп коридорға сығарҙы, аяғына баҫтырҙы.
— Киттек!
— тине ҡыҙ.

Бәлки, уны тоҡандырырға кәрәктер? — Хәлит туҡтап ҡалды.

Ярамай!
Ул шау-шыу күтәрәсәк! Ә беҙгә ҡара ҡумтаны алып сығырға кәрәк әле!
Әмилә менән
Хәлит коридор буйлап йүгерҙе. Бәхеткә ҡаршы ҡара ҡумта ултырған бүлмәгә тиклем уларға бер кем дә осраманы.
Бына
Әмилә паролде әйтте.
Шунда уҡ ишек асылды. Малай менән ҡыҙ «һә» тигәнсе эскә сумды. Бүлмәлә бейеклеге-киңлеге икешәр метрлыҡ ҡара ҡумтанан башҡа бер ни ҙә юҡ ине.
Хәлит уға һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡарап торҙо.
Ошо ваҡыт буйлап йөрөй аламы инде?

Эйе.

Ҡарап торһаң... Ябай ғына ҡумта бит!
Ул арала Әмилә ҡара ҡумтаны асып ебәрҙе.

Әйҙә, ин!
Хәлит
Әмилә артынан аппарат эсенә инде. Бында пульт бар ине. Әллә ниндәй лампалар йымылдай, күп кенә кнопкалар, тумблерҙар, аңлайышһыҙ яҙыуҙар күҙгә ташлана.
Әмилә ашығып бер-ике тумблерҙы шартылдатты, кнопкаларға баҫты. Бына ҡара ҡумта әкрен генә геүелдәргә, һелкенергә тотондо.

Киттек!
— тине Әмилә тулҡынланған тауыш менән.

Ҡайҙа?

Әлегә бер йыл артҡа! Һеҙҙең 1989-сы йылығыҙға!..
Беҙгә бынан тиҙерәк ысҡынырға кәрәк!

Ә ниндәй көнгә?

Ниндәйенә теләйһең?

М-м,
— тип уйлап алды Хәлит, машинаның иҫ китерлек һәләтенә ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәйенсә. — Әйҙә, беренсе ғинуарға!
Яңы йылға! — Ләкин өҫтөндәге шорт менән майкаға ҡараны ла кире уйланы.— Әй, юҡ!
Әйҙә, йәйгә! Июль айына!
Әмилә йәнә кнопкаларға баҫты. Экранда ниндәйҙер һандар йылтылданы, машина тигеҙ генә геүләне, һелкенде. Хәлит тын да алмай тора. Ысынлап та, улар ошо минутта ваҡыт буйлап сәйәхәт итәме, үткән йылға ҡайтып барамы? Ғәжәп бит был, мөғжизә!
Тиҙҙән машинаның ишеге асылып китте.
ҠАРА
ҠУМТА — ОСОУСЫ «ТӘРИЛКӘ»
Батыр ҡара ҡумтаны гараждарға табан йүнәлтте.
Ошо ерҙә ул ҡала урамдарындағы кешеләрҙең туҡтап, өҫкә текәлеп тороуона иғтибар итте. Нимә ҡарай улар? Малай биноклен ҡулына алды һәм шаҡ ҡатты. Ерҙәге бөтә кешеләр туп-тура Батырға текәлмәһенме!
Уны күрәләрме икән ни? Булыуы мөмкин түгел! Күк йөҙө ҡап-ҡараңғы. Унда йөҙгән ҡара ҡумта күренергә тейеш түгел дә баһа!
Юҡ,
Батыр яңылыша. Күрәһең, улар башҡа нәмәне күҙәтә. Малай бинокле аша ерҙәгеләргә ныҡлабыраҡ ҡараны. Бына ғәжәп! Бинокль уларҙы шул тиклем яҡын күрһәтә, хатта тегеләр ике метр ғына алыҫлыҡта Батырға тишә яҙып текәлеп торған кеүек. Малай ҡурҡа төштө.
Шул саҡлы кеше һиңә туп-тура ҡарап торһон әле! Шик юҡ
— улар ҡара ҡумтаны күрә. Тик ҡара нәмәне ҡараңғы күктә нисек таба һуң улар?
Батыр, һиҙемләүен тикшереп ҡарау өсөн, ҡаланың икенсе осона табан йөҙҙө. Ерҙәгеләр, боролоп, йәнә уға текәлде! Күрәләр!
Ни эшләргә? Нисек итеп быларға һиҙҙермәй генә үҙҙәренең балконында торған йылы кейемдәрҙе ҡулға төшөрөргә? Әгәр былай итһә: ҡала ситенә сығырға, шунан ергә мөмкин тиклем яҡынайырға ла, ҙур тиҙлек менән осоп килеп, гараждар артына сумырға?! Ул саҡта, моғайын, бер кем дә күреп өлгөрмәҫ!
Тиҙҙән
Батыр шулай итте лә. Машинаһын гараждар артына йәшереп, тиҙ генә тышҡа сыҡты.
У-у, ҡалай һыуыҡ! Шулай булмай ни! Аяҡ аҫтында, ҡар ята, һалҡын ел өрә. Ә Батыр майка менән шортиктан!
Малай алға уҡталды. Ҡапыл ул утыҙ-ҡырҡ аҙымдар ситтәрәк бер-нисә кешенең үҙенә текәлеп тороуон күрҙе. Уның кейеменә аптырайҙарҙыр инде.
Батыр, ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ тигәндәй, йәһәт кенә үҙҙәренең өйҙәренә табан йүгерҙе. Һуңғы секундта артына әйләнеп ҡараны. Ҡара ҡумтаны ныҡ йәшерҙеме?
Сит күҙҙәргә күренмәйме? Ҡараны һәм таш һын кеүек урынында ҡатып ҡалды.
Ул ҡара ҡумтаны ҡалдырған урында гараж бейеклегендәге яп-яҡты шар ята ине! Малайҙың ҡото осто! Инмә был?
Ҡара ҡумта шулай яҡтырамы? Ул бит ҡумта ҡиәфәтендә ине, ниңә түңәрәк булып киткән? Яҡтыра!
Тимәк, ул ҡараңғы төшкәндән бирле шулай яҡтылыҡ сәсә!
Бына ни өсөн ерҙәге бар кеше уны күреп торған икән!
Тимәк, анау кешеләр ҡара ҡумтаның осоп килеп ергә төшкәнен күргән, уның эсенән Батырҙың сығыуын күҙәткән!
Осоусы «тәрилкә» килде тип ҡарап тораларҙыр әле хәҙер.
Батыр аңланы: бындай саҡта ҡара ҡумтаны ташлап китеү мөмкин түгел. Һиҙҙермәй генә үҙҙәренең балконына ла менә алмаясаҡ ул. Машинаны ла, малайҙы ла уратып аласаҡтар бер минуттан. Унан һуң ни булырын алдап күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс.
Батыр кире йүгерҙе. Яҡынайғас ҡына ут көлтәһенең эсендә ҡара ҡумта ултырғаны күренде. Күрәһең, на нур сәсә, шуға ла ҡараңғыла яҡты йомғаҡҡа әүерелә.
Батыр ҡара ҡумтаны ерҙән айырҙы ла тиҙ генә ҡаланан ситкә осто.



БАТЫРҘЫ
НИСЕК ТАБЫРҒА?
Әмилә менән Хәлит тышҡа сыҡты. Ҡара ҡумта ҡола ялан уртаһында тора. Өҫтә июль ҡояшы рәхимһеҙ ҙыра.
Әкрен генә ел иҫә. Алыҫта ҡала күренә.
Сибаймы? Эйе, Сибай бит! Тик хәҙер бында, ысынлап та, 1989-сы йылмы икән? Бәлки, һаман да 90-сы йылдыр?
Малайҙың уйҙарын аңлағандай, Әмилә:

Беҙ
1989-сы йылдың беренсе июлендә, — тине.

Ҡайҙан беләһең? — Хәлит ҡыҙға шикле ҡараш: ташланы.

Машинаға шундай бойороҡ бирҙем. Ул беҙҙе шул: көнгә алып килде лә инде.

Ышанғым килмәй, — тине Хәлит. — Минеңсә, беҙ.
90-сы йылдың беренсе июнендә.
ин ҡалаға ҡара. Унда үҙгәреш күрмәйһеңме ни?

Юҡ.
— Хәлит йәнә ҡалаға баҡты. — Туҡта әле!
Анау туғыҙ ҡатлы йорт... Ул ниңә төҙөлөп бөтмәгән?
Унда бит күптән кешеләр йәшәп ята! Кисә генә уның лифтында
Батыр менән өҫкә-аҫҡа шыуып йөрөнөк!

Үҙең уйлап ҡара.

Ысынлап та беҙ 89-сы йылдамы икән ни?! Ғәжәп: бит был!
Өй төҙөлөп бөтмәгән! Ә ул кисә генә!.. — Хәлит аптыраған күҙҙәрен ҡаланан ала алманы. Шунан йәнә ҡара ҡумтаны урап сыҡты. — Вәт машина, ә!.. Ваҡыт аша!..
Әмилә, ҡара әле! Ә унда, ошо ҡалала, мин бармы? Ун ике йәшлек мин, — Хәлит?
Бармы?

Әлбиттә, бар.

Нисек бар? — Хәлит һис тә ышанырға не.
— Мин бит бына! Яныңда торам!

Бында ун өс йәшлек Хәлит, 90-сы йылда йәшәүсе
Хәлит тора.
Ә ҡалала 89-сы йылда йәшәүсе, ун ике лек
Хәлит бар. Һеҙ икегеҙ ике заман вәкиле, шуға геҙ ике кеше.

Юҡ, был минең башыма һыймай! — Хәлит улай- былай йөрөп алды. — Былай булыуы мөмкин түгел! сек инде?
Мин — икәү! Ышанмайым! Юҡ!

Хәлит, етер был хаҡта, — тине
Әмилә. — Батырҙы ҡайҙан эҙләйбеҙ?
Беҙгә шул хаҡта уйларға кәрәк.

Батырҙымы?
Уның машинаһы нисә йылға китә ала тинең әле?

Өс йыл артҡа, өс йыл алға.

Өс йыл арттан башлайбыҙ, һәр көндө тикшерәбеҙ...

Нисек тикшерәбеҙ? Бына беҙ 89-сы йылдың беренсе июлендә торабыҙ.
Бәлки Батыр ҙа ошо көндәлер. Тик уны нисек табырға? Бөтә ҡаланы һөҙөп сыға алмайбыҙ ҙаһа!
Хәлит тә төшөнкөлөккә бирелде:

Һәр көндә ҡала буйлап йөрөй башлаһаҡ,.. О!

Ә беҙ уны бер тәүлек эсендә табырға тейешбеҙ, — тип ҡабатланы Әмилә. — Юғиһә... Батареяның көсө...

Былай ултырырға ярамай! — Хәлит ҡыҙға һөйләп бөтөрөргә бирмәне. — Тәүге көндән башлайбыҙ! Батыр йә үҙенең, йә беҙҙең өй тирәһендә өйрөләлер. Киттек!
Әмилә менән Хәлит ултырған ҡара ҡумта, ваҡыт арауығын тишеп, 1987-се йылға осто. Ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн мөмкин тиклем шәберәк эҙләргә булдылар. Бының өсөн ҡара ҡумтаны
Батырҙарҙың өйҙәре янындағы гараж артына килтереп ҡуйҙылар. Икеһе ике яҡтан тиҙ генә Батырҙы ҡарап килә лә ҡара ҡумтаны йәнә бер көн алға күсерәләр...
Бер мәл 87-се йылдың көҙөнә килеп еттеләр.
Әммә Батырҙың эҙе лә күренмәй...
Тиҙҙән малай менән ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелде.
Улар Батырҙы көндөң бер генә осоронда, йәғни көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә, эҙләй. Ә бит Батыр шул көндөң башҡа ваҡытында тороп ҡалыуы бар!
Тимәк, файҙаһыҙ, файҙаһыҙ Батырҙы эҙләү! Уны табыу мөмкин түгел! Көндөң бит егерме дүрт сәғәте бар, меңдән ашыу минуты бар!
Шуларҙың ҡайһыһында эҙләргә Батырҙы?
Ә Әмилә менән Хәлит Батырҙы бер йылда түгел, алты йыл эсендә эҙләргә тейеш!
Етмәһә, уны бер тәүлектә табырға кәрәк.
Исмаһам, Батыр ултырған ҡара ҡумталағы батареяның көсө оҙаҡҡараҡ етһә! Юҡ шул!
Ул егерме дүрт сәғәттән бөтәсәк, һүнәсәк!
Шунан һуң Батыр...
Ни эшләргә? Тик ултырырға ғына ярамай! Инде өмөттәре өҙөлгәндәй булһа ла, Әмилә менән Хәлит ныҡышмалы рәүештә Батырҙы эҙләүҙәрен дауам иттеләр...
СӘЙЕР
ВАҠИҒАЛАР
Батырҙың әсе һыуыҡҡа башҡаса түҙерлеге ҡалманы.
Ни булһа — шул булыр! Ул ҡара ҡумтаны ҙур тиҙлек менән үҙҙәренең балконына мөмкин тиклем яҡынайтты. Шунан ишекте асты ла бауҙа эленеп торған трико менән куртканы йолҡоп алды. Күҙ ҡырыйы менән генә эстә ут барлығын, тәҙрәләрҙең ҡорғанлы икәнлеген күреп ҡалды...
Тиҙҙән ҡара ҡумта, нимәнәндер ҡурҡҡан ҡарлуғас кеүек, ҡаланан ситкә оса ине.
Трико менән куртканы кейгәс, малайҙың тәненә йылы йүгерҙе. Иртәгә кейемдәренең юғалыуын белгәс, кескәй Батыр нимә уйлар икән?
Ошо ерҙә Батыр терт итеп ҡалды. Сөнки ул бынан өс йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө...
Бер көндө кис, әсәһе менән икәүләшеп ашап алғандан һуң, Батыр дәрестәрен әҙерләргә булды.
Ул балкон тәҙрәһенә арҡаһы менән ултыра ине. Ҡапыл өй эсен сәйер яҡтылыҡ солғап алғандай итте. Батыр быға ул тиклем аптыраманы. Уларҙың янынан аҙ машина үтәме ни! Шуларҙың яҡтылығылыр. Шул мәл балконда нимәлер шаҡылданы. Елме икән?
Туҡта, унда кемдер бар түгелме? Тик уларҙың балконында кем йөрөһөн? Батыр артына әйләнеп ҡараны.
Әммә ҡорған ябыҡ, шуға балконда ни барлығы күренмәй. Әммә тәҙрәләр зәңгәрһыу төҫтәге сәйер яҡтылыҡҡа күмелгән.
Ул һис тә машина фараһының яҡтылығына оҡшамаған.
Батыр ҡаушабыраҡ ҡалды.
Ул арала тәҙрә артындағы яҡтылыҡ юғалды.
Малай урынынан тороп тәҙрә янына барҙы, ҡорғандарҙы асып ебәрҙе. Әммә тышта шик тыуҙырырлыҡ бер ни юҡ, фәҡәт ҡаршылағы өйҙәрҙең тәҙрәләре генә яҡтырып тора. Урамдан үткән машина күренмәй.
Улайһа, әле генә нимә яҡтыртты икән ҡорғандарҙы?
Туҡта, бауҙағы трикоһы менән курткаһы ҡайҙа? Уларҙы кисә генә әсәһе йыуып киптерергә элгәй- не.
Батыр уларҙы көндөҙ үк алырға иткәйне, әллә ниңә бушай алманы.

Әсәй,
— Батыр кухняла булашҡан әсәһенә өндәште,
— балкондағы кейемдәрҙе һин алдыңмы?

Юҡ.

Ә ҡайҙа һуң улар?
Әсәһе килеп етте...
...Батырҙың иҫендә: икәүләшеп бик ныҡ аптырағайнылар.
Малай курткаһын бик ярата ине, бигерәк тә уның арҡаһында ҙур хәрефтәр менән
«спорт» тип яҙылған һүҙ оҡшай ине.
Шуға ла бик ныҡ ҡайғырҙы.
Ә шул көндөң иртәгәһенә
Батыр бит тағы ла ғәжәберәк хәлдәргә тарыны.
Мәктәптән ҡайтҡас, ишекте асып өйгә инәйем тиһә, плащының кеҫәһендә асҡысы юҡ.
Малай аптырауға ҡалды.
Ҡайҙа булыуы мөмкин?
Төшөп ҡалды тиер ине, бөгөн футбол уйнаманы, улай- былай йүгереп йөрөмәне...
Ни эшләһен
Батыр, әсәһенең эшенә барып, уның асҡысын алды...
Ошо ваҡиғаларҙың аҙағы бигерәк тә хайран ҡалырлыҡ булды.
Шул кис Батыр балконға ҡараһа, бауҙа трикоһы ла, курткаһы ла эленеп тора. Кем килтергән?
Ҡасан? Быны малай ҙа, әсәһе лә һис тә аңлай алманы. Ә инде куртка кеҫәһенән бөгөн генә юғалған асҡысының килеп сығыуын күргәс, улар тамам аптырауға ҡалды. Батыр ҙа, әсәһе лә юҡ-барға ышанмай ине, әммә ошо сәйер ваҡиғаларҙан һуң, әллә йорт эйәһе буламы икән, тип шикләнә башланылар. Әммә был хаҡта бер кемгә лә һөйләп торманылар. Хәйер, кем ышаныр ине икән уларға?
Ике-өс көн аптырашып йөрөнөләр ҙә, башҡа ундай ул-был ҡабатланмағас, әкренләп оноттолар...
Һәм бөгөн килеп ун өс йәшлек Батыр шуларҙы иҫләне. Бына бит сәбәп ниҙә булған! Әҙәм ышанмаҫлыҡ ваҡиға шул! Ошо минутта тегендә, ул фатирҙа, ун йәшлек Батыр курткаһы юғалғанға ҡайғыралыр, ә бында, ҡара ҡумта эсендә, ун өс йәшлек Батыр, нисек итеп үҙ заманына ҡайтырға белмәйенсә, Ирәндек тауҙарына табан осоп бара...
Ҡапыл
Батыр бынан өс йыл элек, көҙ, ҡала газетаһында ғәжәп бер мәҡәләнең баҫылып сығыуы хаҡында хәтерләне. Унда бер көндө кис кешеләрҙең ҡала өҫтөндә осоусы яҡты шарҙы күреүҙәре хаҡында яҙылғайны. Теге ут йомғағы бер түбәнәйеп, бер өҫкә күтәрелеп оҙаҡ ҡына осоп йөрөгән. Шунан ҡала уртаһындағы гараждар артына барып төшкән. Бер мәл шар эсенән кеше килеп сыҡҡан. Ул буйға бәләкәй генә булған.
Был йән эйәһе шарҙан ситкәрәк атлаған, әммә үҙенә текәлгән кешеләрҙе күргәс, тиҙ генә кире ут йомғағы эсенә ингән дә осоп киткән. Тегенең кейеме балаларҙың майкаһы менән шортигын хәтерләтә ине, тип һөйләгән күреүселәр... Уларҙың барыһының да тәьҫораттары ҡала газетаһында баҫылып сыҡты, хатта был мәҡәләне аҙаҡ республика газеталары ла күсереп баҫты.
Әммә уларға бер кем дә, шул иҫәптән Батыр ҙа, ышанмағайны.
Ә баҡһаң, ул утлы шар эсенән сыҡҡан кеше
Батырҙың үҙе булған! Әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмә бит был!
...Батыр әкренләп шундай фекергә килде: ер аҫтындағы станцияны табырға кәрәк. Ур кешеләренә хәлде аңлатып бирергә тура килер. Үҙ заманына ҡайтыу өсөн ошонан башҡаса юл юҡ...
Батыр бында ыҙалай, ә Хәлит ни эшләне икән?
Әгәр ул тотолһа, бөтәһен дә оноттороп, малайҙы ер өҫтөнә сығарып ебәрәсәктәр.
Ул саҡта Хәлит Батырҙың ҡайҙа икәнлеген бөтөнләй хәтеренән сығарасаҡ...
Шулай уҡ үҙ ваҡытына кире ҡайта алмаҫмы? Әмиләне башҡаса бер ҡасан да күрмәҫме икән ни? Ҡыҙ менән осрашыу өсөн ашҡынып килгәйне бит Батыр Сибайға...
ХӘЛИТ
ХӘЛИТТЕ ОСРАТА
— Таптым!
— тине Хәлит шат тауыш менән. — Батырҙың ер аҫты станцияһында ҡара ҡумтаға ултырған ваҡытына барайыҡ та, уны туҡтатайыҡ. Йәки нисек кире ҡайтырға өйрәтәйек!
— Ярамай.
— Әмилә күңелһеҙ ҡиәфәт менән башын сайҡаны.
— Был инде тарихтың үҫешенә ҡыҫылыу була.
Батыр инде күптән ҡара ҡумтаға ултырып киткән, ул ҡайҙалыр икенсе ваҡытта йөрөй. Беҙҙең уны табып кире ҡайтарырға ғына хаҡыбыҙ бар, ә сәйәхәттең башына барып туҡтатырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Был
Ер һының үҫешенә...
— Беләм, беләм!
— тип бүлде ҡыҙҙы Хәлит ҡәнәғәтһеҙ тауыш менән.
— Оло ҡыйралышҡа килтерәсәк... Улай ярамай, былай ҙа ярамай! Улайһа, нимәгә кәрәге бар был машинаның?
Хәлит ҡара ҡумтаның мөйөшөнә тибеп ебәрҙе.
— Ул тикшереүҙәр өсөн кәрәк.
— Былай йөрөһәк, беҙ бер ҡасан да Батырҙы тапмаясаҡбыҙ!
Ә ваҡыт үтә, үтә! Батареяның көсө бөтһә...
— Шуға тиклем табырға кәрәк, тим бит.
О нисек? Нисек?
— Белмәйем.
— Әмилә тыштан тыныс булырға тырыша, ә эстән уның да йөрәге әрней...
Инде
Әмилә менән
Хәлит 87-се йылдың көҙөнә килеп еттеләp.
Ҡара ҡумта әүәлгесә гараждар артында ултыра.
Малай менән ҡыҙ яҡын-тирәне ҡарап сыға ла, Батыp ҙа, уның аппараты ла күренмәгәс, ваҡыт буйлап бер сәғәткә алға күсәләр.
Әмилә Батырҙың өйө тирәһенә барып әйләнә,
Хәлит үҙҙәре йәшәгән яҡты барып ҡарай...
Һикһән етенсе йыл
Хәлиткә ун йәш булған. Эй, күрәһе ине үҙенең шул сағын!
Шуға ла өйҙәренә инеп сығыу теләге малайҙы ташламай.
Әммә Әмилә ваҡытты уғата әҙ бирә. Ул йүгереп йөрөп үҙҙәренең тирәһен ҡарап сығыуға ғына етә. Юғиһә беҙ бер тәүлек эсендә алты йылды урап сыға алмаясаҡбыҙ, ти ҡыҙ. Шуға ла Хәлит үҙҙәренең өйөнә, алыҫта ултырған мәктәптәренә ашығып ҡына раш ташлай ҙа гараждар артына ҡабалана. Шул арала үҙҙәре тирәһендә йәшәгән бер-ике бала-сағаны тап итте.
Уларҙың ҡапыл ике-өс йәшкә бәләкәсәйеп китеүҙәрен күреүе Хәлит өсөн ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Әммә яҡшы таныштар булмағас, барыбер ул тиклем хайран ҡалмай Хәлит.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
  • Büleklär
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    38.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 4079
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1616
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 4118
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1679
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    59.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3974
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1629
    37.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 4017
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1632
    37.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 4147
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1669
    39.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 4137
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    41.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    61.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 4096
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1606
    37.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    60.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 4004
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1677
    37.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    58.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3925
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1714
    35.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3900
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1705
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 4069
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1738
    34.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡапҡан: Мажаралы Фантастик Повестар - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 4078
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1883
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.