LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡан ауазы - 7
Süzlärneñ gomumi sanı 917
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 667
32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Джек Лондон хеҙмәт юлын бик иртә башларға мәжбүр була. Бала сағын иҫенә тѳшѳрѳп, ул: «Ун йәшемдә мин урамда гәзит һата инем инде. Эшләп тапҡан һәр бер центты ғаилә ихтыяждарына бирәм, ә үҙем мәктәпкә барғанда башлығым, аяҡ һәм ѳҫ кейемдәрем ѳсѳн ояла торғайным. Гәзит алыр ѳсѳн иртәнге сәғәт ѳстә үк торам, унан тура мәктәпкә юлланам. Мәктәптән һуң — киске гәзит…» — тип яҙған. Джек башланғыс класты ун дүрт йәшендә тамамлай һәм консерва фабрикаһына эшсе булып урынлаша. Артабан ул рѳхсәте булмаған килеш устрицалар аулай, балыҡсылар патрулендә эшләй, Беринг диңгеҙенә диңгеҙ бесәйҙәре ауларға барған шхунала матрос була, кер йыуыу оҫтаханаһында кер үтекләй, электр станцияһында мейес яға, ҡайҙа тура килә шунда эшләп тамаҡ аҫраған осоро ла була, ниһайәт, «алтын биҙгәге» башланыу менән Клондайкҡа бәхет эҙләп сығып китә. Ошонда, Аляскала, Юкон һәм Стюарт йылғаларының ҡушылдығында, оҙон-оҙаҡ поляр ҡышы үткәреп, ул кешеләрҙең аяуһыҙ тѳньяҡ шарттары менән батырҙарса кѳрәшендә ҡатнаша. Был ҡырыҫ хеҙмәт мәктәбендә ҡыйыулыҡҡа имтиханды уңышлы тапшырған егет үҙенең киләсәктә яҙасаҡ әҫәрҙәренең геройҙарын осрата, һүрәтләйәсәк ваҡиғаларға шаһит була, фекер туплай. Клондайктағы кѳнитмеше яҙыусыға айырыуса күпте бирә: ул алтын тапмай, уның ҡарауы ғәйәт мауыҡтырғыс һәм тетрәткес хәл-ваҡиғаларҙа ҡатнаша. Аляскала тупланған рухи һәм ижади хазинаһы Лондон ѳсѳн баһалап бѳткѳһѳҙ ҡиммәткә эйә, ул осорҙағы кисерештәре, тәьҫораттары яҙыусының ижадын бик оҙаҡ йылдар буйы һуғара. Хәйер, уның әҙәбиәттәге юлы башланыуына ла башынан үткән хәлдәрҙе художестволы ижад аша тѳшѳнѳү теләге сәбәп була. 1890-сы йылдарҙа Америка гәзит-журналдарында уның Аляска тураһындағы хикәйәләре баҫыла башлай. Артабан улар «Бүре улы» (1900), «Уның ата-олаталары аллаһы» (1901), «Һалҡын балалары» (1902), «Ирҙәр тоғролоғо» (1904) тигән йыйынтыҡтарҙа тупланып донъя күрә. Уларға йѳкмәткеһе һәм темаһы буйынса «Ҡан ауазы» (1903) һәм «Аҡ ҡаҙыҡ теш» (1906) повестары яҡын тора.
Тәүге китаптары уҡ Лондондың исемен Америкала ғына түгел, донъяның бик күп илдәрендә данға күмә. Был китаптарҙа күтәрелгән үҙәк темалар — һынау һәм батырлыҡ. Сѳнки Тѳньяҡ кешенең бѳтә мѳмкинлектәрен дә асып һала. Тѳньяҡта әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр «дуҫлыҡ», «аслыҡ», «ышыҡ», «йәшәү», «үлем» кеүек тѳшѳнсәләрҙең асылын ысын мәғәнәһендә аңлай башлай. Бында кеше үҙ-үҙе менән япа-яңғыҙ тороп ҡала һәм ғүмеренә янаған ауыр шарттар менән кѳрәшкән саҡта үҙен һынап ҡарарға мѳмкинлек ала. Лондон мәғрүр тәбиғәт ерлегендә киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡлы ситуациялар кәүҙәләндерә; уларҙы хәл иткән ваҡытта булмыштары ҡеүәтле бѳтѳн шәхестәр үҙҙәренең бар тәрәнлегендә асыла.
Әҙиптең тәүге хикәйә һәм повестарының ысын геройы — термометр илле градус һыуыҡлыҡты күрһәткән саҡта ла выжданы «туңмай» торған, дуҫлыҡтың мѳҡәддәс ҡанундарын юғары баһалаған, саф мѳхәббәт тойғоларына һәләтле фиҙакәр кеше. Халыҡ миһырбан, кешелеклелек, намыҫ, ихтыяр кѳсѳ, яуаплылыҡ һәм дуҫлыҡ мәсьәләләрен нисек аңлай, Лондондың геройҙары ана шул ҡараштарға тулыһынса тап килә. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә Американың ҡырағай Тѳньяғы хаҡында яңы эпос булдырыуға ѳлгәшә. Бында ла, боронғо замандарҙағы һымаҡ, кеше менән тәбиғәт бергә бер, күҙмә күҙ бәрелешә. Был үлемесле алыш-та иң мѳһиме алтын түгел, ә кешенең булмышы, кеше күңеле. Әгәр бәндә, алтын йылтырауына ҡарап, үҙ-үҙен онота икән, ул йыртҡысҡа әйләнә. Клондайктағы Тѳньяҡ күренеше, Лондон ѳсѳн үҙенең бѳйѳк ҡанундары менән йәшәгән гүзәллек һәм ысынлыҡ идеалын кәүҙәләндергәнлектән, элеккесә хикәйәләү ҡыҫымы ѳсѳн үтә юғары һәм камил. Бындағы трагедия һәм драмаларҙың эпик киң ҡоласы, кѳсѳргәнешле ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм кисерештәр донъяға романтик күҙлектән ҡарауҙы талап итә һәм Джек Лондондың үҙенсәлекле поэтикаһы бына шул арҡала ярала. Был алым һәр деталдең теүәл һүрәтләнеүенә, ысынбарлыҡҡа тап килеүенә художестволы фантазия ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә, ә ябай ғына кѳндәлек мәшәҡәттәрҙе һүрәтләү икенсе, фәлсәфәүи-аллегорик мәғәнә ала.
Кѳньяҡтан Тѳньяҡҡа барып эләккән һәм Ѳнһѳҙлѳк тѳбәгенең аяуһыҙ ҡырыҫлығына яраҡлаша алған Бэк ҡушаматлы эттең тарихына арналған «Ҡан ауазы» повесына ла бына шундай шиғриәтлек хас. Судья йортонан — үҙен бѳтәһе лә яратҡан һәм иркәләгән мѳхиттән — алыпһатарҙар ҡулына барып эләккән аҡыллы, кѳслѳ һәм ҡаһарман Бэк аяуһыҙ хәсрәт мәктәбендә һабаҡ ала башлай. Ул кешелек цивилизацияһында ла, ҡырағай тәбиғәт шарттарында ла хакимлыҡ иткән «күҫәк һәм ҡаҙыҡ теш ҡануны» кешеләрҙең дә, эттәр һәм бүреләрҙең дә донъяһына хас булғанын тѳшѳнә. Тѳньяҡтағы яңы тормошонда Бэкҡа тѳрлѳ хужаларға хеҙмәт итергә тура килә, ул ҡыланыштары һәм ғәҙәттәре менән кешеләрҙе хәтерләткән екке эттәр менән, бер кемгә лә буйһонмаған бүреләр менән таныша. Бѳткѳһѳҙ эштән торған аяуһыҙ шарттарҙа, аслыҡ һәм кәмһетелеү ғазаптарын кисереп, Бэк бик тиҙ ѳлкәнәйә һәм үҙе ѳсѳн ѳр-яңы асыш яһай: тормошта намыҫ һәм ғәҙеллеккә урын юҡ, һѳйѳү һәм дуҫлыҡ ҡанундары ѳҫтѳнлѳк алған Кѳньяҡта урынлы булған әхлаҡи тѳшѳнсәләр йәшәү ѳсѳн кѳрәшкәндә зыянлы; мәрхәмәт бары тик йомшаҡ тәбиғәт шарттарында ғына килешә. Йәшәү тураһында ошондай фәлсәфәүи һығымталарға килгән осоронда ул аслыҡтан үлмәҫ ѳсѳн беренсе тапҡыр ашамлыҡ урлай һәм тәүге мәртәбә урмандың һәм ҡырағай ата-бабаларының саҡырыу ауазын ишетә. Был мотив әҫәрҙә уның геройы үҙенән эйәләштерелгән һәм яҡшы тәрбиәләнгән эттең рухын һығып сығара-сығара ҡырағай йыртҡыстың тәүтормош хәленә ҡайта барған һайын ѳҫтѳнлѳк ала бара. Был ҡотолғоһоҙ үҙгәрешкә хатта Бэкты үлемдән йолоп алған һуңғы хужаһы Джон Торнтонға ҡарата һѳйѳүе лә ҡамасаулай алмай. Уның менән мѳнәсәбәттәрҙә Бэк үҙен ҡырағай урмандан Джон Торнтондың усағына килгән тәүтормош януары итеп тоя. Торнтондың индеецтар тарафынан үлтерелеүе Бэктың тулыһынса ҡырағайланыуын тағы ла тиҙләтә тѳшә. Ул үҙе ѳсѳн тормоштоң тѳп ҡанунын былай тип билдәләй: йә һин еңәһең, йә һине еңәләр; дошманды ҡыҙғаныу — кѳсһѳҙлѳк билдәһе; үлтер йәки үлтереләсәкһең, аша йәки һине ашарҙар — бында урталыҡ юҡ. Ҡараңғы урмандың саҡырыуына яуап итеп тәбиғәткә кире ҡайтҡан Бэк үҙенә бүре ѳйѳрѳн буйһондора һәм бүреләрҙең яңы тоҡомон башлап ебәрә. «Ҡан ауазы» повесының геройы Тѳньяҡта үҙләштерергә мәжбүр булған ҡанундар биология ғына түгел, эволюция ҡанундары ла, герой тәбиғәт һәм тормош шарттары менән туҡтауһыҙ ауыр кѳрәштә холҡоноң кѳсѳ, аҡылы, сыҙамлығы арҡаһында еңеп сыға, йәғни биологик һайланыш рәүешендә үҙенсәлекле рухи һайланыш та килеп сыға — әҫәрҙең аҙағында беҙ ана шуға шаһит булабыҙ.
ХХ быуат башындағы Америка әҙәбиәтендәге иң мѳһим фәлсәфәүи-этик эҙләнеүҙәр беҙҙең беребеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫлыҡ итеп һүрәтләнгән эт яҙмышы тураһындағы тарихта бына шундай сағылыш тапҡан.
Галина Ишимбаева
ЙӨКМӘТКЕ
I бүлек. Тәүтормошҡа
II бүлек. Күҫәк менән теш ҡануны
III бүлек. Тәүтормош йыртҡысы тантана итә
IV бүлек. Беренселек өсөн көрәштә кем еңде?
V бүлек. Юлдағы ҡыйынлыҡтар һәм эш
VI бүлек. Кешене яратҡанға
VII бүлек. Ауазды аңлау
Һуңғы һүҙ

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
- Büleklär
- Ҡан ауазы - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4323Unikal süzlärneñ gomumi sanı 218127.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4215Unikal süzlärneñ gomumi sanı 215427.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4251Unikal süzlärneñ gomumi sanı 211228.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4103Unikal süzlärneñ gomumi sanı 206528.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4224Unikal süzlärneñ gomumi sanı 208028.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4117Unikal süzlärneñ gomumi sanı 208628.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 917Unikal süzlärneñ gomumi sanı 66732.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.