Latin

Ҡан ауазы - 6

Süzlärneñ gomumi sanı 4117
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2086
28.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Был башҡа донъяла дәһшәт хакимдыр, күрәһең. Усаҡ эргәһендә башын тубығына терәп һәм ҡулдары менән ҡосаҡлап йоҡлаған йөнтәҫ кешене күҙәткәндә, уның тынысһыҙ йоҡлағанын, йоҡо аралаш ҡалтыранғанын, ә уянғас, ҡурҡынып, ҡараңғылыҡҡа текәлгәнен һәм утҡа ботаҡтар ташлағанын күрә. Диңгеҙ яры буйлап йөрөһәләр, йөнтәҫ унда ҡабырсаҡтар йыя ла шунда уҡ уның эсендәгеһен ашай, йүгерек күҙҙәре тирә-йүнде йылғыр күҙәтә, берәй ерҙә хәүеф юҡмы тип ҡарана, ә аяҡтары шом билдәһе күренеү менән сабырға әҙер. Урман аша улар тауыш-тынһыҙ ғына уҙа — йөнтәҫ— алдан, Бэк — уның артынан. Һәм икеһе лә һаҡлыҡ күрһәтә, икеһенең дә ҡолаҡтары һелкенә, танау япраҡтары дерелдәй, сөнки кешенең дә Бэктыҡы кеүек үк ишетеүе һәм һиҙемләүе бик нескә. Йөнтәҫ ерҙә бик шәп йөрөгән кеүек үк, ағасҡа ла етеҙ менә. Ботаҡтарҙың әле береһенә, әле икенсеһенә тотоноп, ҡайһы берҙә ул ағастан-ағасҡа ун-ун ике фунт арауыҡты бер ҡасан да ҡолап төшмәйенсә, һауала осҡандай, һикереп үтә. Ағаста ул үҙен ерҙәге кеүек үк иркен һиҙә. Бэк шундай төндәрҙе хәтерләй: йөнтәҫ ағас башында уның ботаҡтарына сат йәбешеп йоҡлаған мәлендә, ул ағас төбөндә уны һаҡлай.
Йөнтәҫкә бәйле күренештәргә элеккеләй ҡарурман төпкөлөнән килгән саҡырыусы тауыш бик яҡын. Ул Бэкҡа көслө борсолоу һала, ниндәйҙер билдәһеҙ теләктәр тыуҙыра. Бэк тулҡынлана, аңлайышһыҙ ҡыуаныс, нимәгәлер бәйле көслө юҡһыныу тойғоһо кисерә. Ҡайһы берҙә ул саҡырыу ауазы ишетелгән урманға саба, уны күрерлек нәмәләй итеп эҙләнә һәм, кәйефенә ҡарап, йә шым ғына, йә ҡоторонҡо өрөргә тотона. Мороно менән ул урман мүгенә йә бейек үлән менән ҡапланған еүеш ергә төртөлә лә, уларҙың
еҫенән кинәнеп, бырхылдай. Йә дауыл ауҙарған, бәшмәкләнеп бөткән ағастар ышығында, һаҡтағылай ҡолағын шымартып, күҙҙәрен ҙур асып, сәғәттәр буйына ята, һәр бер тауышты ишетә, һәр хәрәкәтте күрә. Бәлки, бында ятҡанында ул үҙенә тынғылыҡ бирмәгән теге билдәһеҙ саҡырыу ауазын һағалағандыр. Ул үҙе лә быны ни өсөн эшләгәнен белмәй. Бары үҙенән көслөрәк булған нимәгәлер буйһона һәм быны үҙенә хисап бирмәйенсә эшләй.
Хәҙер ул тулыһынса еңелеү белмәгән инстинкттар ихтыярында. Лагерҙа, йылылыҡтан иҙерәп серем иткәнендә, ҡапыл башын күтәрә, көсөргәнешле тыңлағандай ҡолаҡтарын ҡарпайта ла ырғып тора һәм сабып сығып китә. Сәғәттәр буйына урманда йөрөй йә асыҡ тигеҙлекте ҡыҙыра. Ҡороған йылға үҙәндәре буйлап йүгереү, урман тормошон тикшереү уға айырыуса оҡшай. Оҙон көндәр буйына, үләндә ҡупым ғына йөрөп ятҡан, ҡанаттарын шапылдатып, урындан-урынға осҡан ағуналарҙы күҙәтеп, ҡыуаҡлыҡтар эсендә ята. Шу лай ҙа Бэкҡа йәйҙең шыйыҡ ҡына ярым ҡараңғы төндәрендә сабып йөрөү һәм урмандың йоҡоло, һаңғырау бышылдауын тыңлау, кеше китапты нисек уҡыһа, шулай уның тауышын, билдәләрен аңлау, серле нәмәне эҙләү нығыраҡ яҡын.
Бер мәл ул төндә йоҡо аралаш ҡурҡып һикереп торҙо, күҙҙәрен киң асып, танау япраҡтарын ҡалтыратып, һауа һурҙы. Бөтә йөнө ҡабарып, ел аҫтындағы тулҡын кеүек йөрөй башланы. Урмандан һис ҡасан булмағанса шундай асыҡ саҡырыу ауазы килә ине. Был егем эттәренең олоуына оҡшаған да, бик оҡшап та етмәгән һуҙынҡы олоу ине. Бэкҡа ул таныш тойолдо, эйе, ул уны ҡасандыр ишеткәйне бит! Йоҡоло лагерҙы ул бер-ике һикереүҙә артта ҡалдырҙы, тауыш-тынһыҙ һәм ашығыс рәүештә урманға тоҡойҙо. Олоу ҡайҙалыр яҡында ишетелә башлағас, ҙур һаҡлыҡ менән ҡабаланмай атланы. Ниһайәт, асыҡ аҡланға килеп сыҡты һәм ағастар ышығынан моронон күккә сөйөп олоған арыҡ ҡына ҙур бүрене күрҙе.
Бэк бер ниндәй ҙә тауыш сығарманы, әммә бүре уны һиҙҙе һәм олоуынан туҡтаны. Һауаны еҫкәп, дошманының ҡайҙалығын асыҡларға тырышты. Тулыһынса йыйнаҡланып, ҡойроғон таяҡтай ҡуйып, Бэк үҙенә хас булмаған баҙнатһыҙ аҙым менән аҡланға сыҡты. Уның һәр бер хәрәкәтендә бер юлы янау ҙа, дуҫлыҡ тәҡдим итеүсе тыныслыҡ та бар ине. Урман йыртҡыстары тап шулай осраша. Тик бүре Бэкты күреү менән сабып сығып китте. Бэк эре аҙымдар менән һикерә-һикерә, ҡыуып етергә теләп, артынан төштө. Уны сығыр урын тотош ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған ҡороған шишмә йырҙаһына ҡыуып индерҙе. Бүре, борғоланып, тегеләй-былай әйләнде, сығыр урыны булмаған ергә эләккәндә Джо һәм башҡа эттәр нисек артҡы аяҡтарына сүгәләһә, шулай ҡыланды. Ул, ырылдап, йөндәрен ҡабартып, туҡтауһыҙ тештәрен шаҡылдатты.
Бэк һөжүм итмәне, ә үҙенең дуҫтарса мөнәсәбәтен белдереп, бүре тирәләй өйөрөлдө. Тик бүре унан шикләнә һәм ҡурҡа, сөнки Бэк унан өсләтә ҙурыраҡ һәм бер башҡа бейек. Уңайлы мәлдән файҙаланып, бүре тағы ысҡынды, йәнә сабыш башланды. Ҡайһы берҙә Бэк уны ҡайҙалыр ҡыуып индерә, һәм бөтәһе лә яңынан ҡабатлана. Бүре ныҡ ябыҡҡан, юғиһә Бэкҡа уны ҡыуып етеү еңел булмаҫ ине. Ул саба, янбашына Бэктың башы етә башлаһа, һаҡланырға теләгәндәй, ҡапыл борола, әммә тағы ла артабан сабырға тотона.
Ниһайәт, Бэктың ныҡышмаллығы еңде. Бүре, уның теләктәре зыянһыҙ икәненә ышанып, ыҡланы һәм улар еҫкәшеп алды. Шулай дуҫлыҡ мөнәсәбәте булдырғандан һуң улар ҡырағай йыртҡыстар үҙҙәренең уҫаллығын йәшергән көсөргәнешле һәм өркәк һаҡлыҡ менән уйнай башланы. Бэк менән уйнап алғандан һуң бүре еңел генә артабан юртты. Бөтә торошо менән ул Бэкҡа ашығыуын һәм уны үҙ артынан әйҙәүен күрһәтергә тырышты. Улар ҡуйы ҡараңғылыҡта, төбөндә шишмә аҡҡан йырҙа буйлап, үргә, артабан ул баш алған болоҡһоу тауҙар аша йәнәш юртты.
Һыуайырғыстың ҡаршы яҡ битләүенән улар ҡуйы урмандары, күп йылғалары булған тигеҙлеккә төштөләр, һәм был урмандар буйлап, артабан йүгерҙеләр ҙә йүгерҙеләр. Сәғәттәр уҙҙы, ҡояш та ярайһы ауаланы, һиҙелерлек йылынды. Бэк ҡырағай ләззәт тойғоһо кисерә. Хәҙер ул белә: үҙенең урмандағы туғаны менән йәнәш өндә лә, төштә лә ишетелгән теге ауаз килгән ергә сабалар. Бэкта ниндәйҙер боронғо хәтирәләр уяна һәм ул уларға, ҡасандыр ысынбарлыҡтың күләгәһе булған хәтирәләргә, яуап бирә. Эйе, бөгөн булып ятҡандың бөтәһе лә уның иҫенә томанлы ғына төшкөләгән икенсе бер донъяла ҡасандыр булған: ул бына ошолай ирекле йүгергән, аяҡ аҫтында — йөрөлмәгән ер, ә баш өҫтөндә — иңләй алмаҫлыҡ күк.
Улар һыуһын ҡандырыр өсөн йылға буйында туҡтаны, һәм шунда Бэк Джон Торнтонды иҫенә төшөрҙө. Ул ултыра төштө. Бүре тегендә, һис шикһеҙ теге ауаз килгән ергә, уҡталды ла, Бэктың ҡуҙғалмауын күреп, кире боролдо, мороно менән танауына төрткөләп, уны төрлөсә үҙенең артынан әйҙәргә тырышты. Әммә Бэк, унан ситкә боролоп, кире юлға сыҡты. Сәғәт самаһы тиерлек уның ҡырағай туғаны шыңшый-шыңшый йәнәш йүгерҙе. Һуңынан ултырҙы ла, моронон күккә сөйөп, олоп ебәрҙе. Был моңһоу олоу, алыҫлаша барып, ишетелер-ишетелмәҫ булғансы Бэкты оҙата килде.
Джон Торнтон, Бэк лагерға ҡайтып уға ташланғанда, төшкөлөккә ашап ултыра ине. Һөйөүенән иҫереп, ул хужаһын ергә йыҡты, өҫтөнә ырғыны, битен яланы, ҡулын тешләгеләне— ҡыҫҡаһы, Джон Торнтон әйтмешләй, «алйотланды», хужаһы үҙ сиратында этте, башынан тотоп, ойпаланы һәм, яратып, иң һуңғы һүҙҙәр менән әрләне.
Ике тәүлек буйына Бэк лагерҙан сыҡманы һәм Торнтондан айырылманы. Ул уның артынан бер тотам да ҡалмай, алтын йыуған ергә эйәреп бара, ашағанын күҙәтә, кисен юрған аҫтына инеүен, ә иртәнсәк килеп тороуын һағалай. Тик был ике тәүлек үтеп китеү менән урмандан килгән теге ауаз Бэк ҡолағында үткәндәгенән дә ныҡышмалыраҡ һәм талапсаныраҡ яңғыраны. Ул йәнә тынысһыҙланды, уны тауҙың теге яғындағы күңелле үҙәнгә, урмандағы туғанына, уның менән бергәләшеп икһеҙ-сикһеҙ урман буйлап сапҡан мәлдәргә бәйле хәтирәләр эҙәрләне. Ул йәнә урманға ҡаса башланы, әммә ҡырағай туғанын башҡаса осратманы. Оҙон төндәрҙә ни саҡлы бирелеп тыңлаһа ла, уның һағышлы олоуын ишетә алманы.
Лагерҙан ул, төнгөлөктө теләһә ҡайҙа үткәреп, бер нисә көнгә юғалып тора. Бер юлланғанында, таныш һыуайырғыс аша сығып, йәнә урман һәм йылғалар иленә юлыҡты. Бында ул, ҡырағай туғанының эҙҙәрен файҙаһыҙға эҙләп, аҙна буйына йөрөнө. Ул юлында осраған табыш менән туҡлана, арыу белмәй, еңел, оҙон һикеремдәр менән йүгерә лә йүгерә. Ҡайҙалыр алыҫта диңгеҙгә ҡойған оло йылғала һөмбаштар тота. Шул уҡ йылғала ул ҡара айыуҙы боғаҙланы. Теге уның һымаҡ уҡ һөмбаштар тота ине. Серәкәйҙәрҙең аяуһыҙ талауынан күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, тәҡәтһеҙ ҡотороноп, урманға ташланды. Айыуҙың мөшкөл хәленә ҡарамаҫтан, алыш аяуһыҙ булды, Бэк та йоҡомһораған йыртҡыслыҡ шунда ныҡлап уянды. Ике көндән һуң ул айыу үләкһәһе ятҡан ергә яңынан килгәнендә егермеләп ҡононоң табыш өсөн өҙөшөүенә тап булды. Бэк уларҙы кәбәктәй ырғытҡыланы, ә ҡасырға өлгөрмәгән икәүһе мәңгегә шунда ятып ҡалды.
Бэк йәшәү өсөн тереләрҙе үлтергән, башҡаларҙан ярҙам көтмәйенсә яңғыҙы, бары үҙенең көсөнә һәм айбарлығына таянып, ҡырағай тәбиғәт ҡосағында еңеүсе тантанаһы кисереп, көслөләр генә иҫән ҡалырлыҡ ерҙә ҡанға һыуһаған йыртҡысҡа әйләнә бара. Үҙенең көсөн аңлау унда ғорурлыҡ тойғоһо уята. Был тойғо уның һәр бер хәрәкәтендә, һәр бер мускулының уйнап тороуын да һиҙелә, бигерәк тә ҡылығында асыҡ күренә, был ғорурлыҡ хатта уның ҡабарынҡы йөнөнә яңы балҡыш һәм ҡупшылыҡ биргәндәй. Әгәр ҙә томшоғон да һәм күҙҙәре өҫтөндә көрән төрткөләр, күкрәгендә аҡ һыҙатлы йөн булмаһа, уны уҫлаптай бүре тип ҡабул итергә мөмкин. Атаһы сенбернарҙан ул үҙенең үлсәмен һәм ауырлыҡты алған, ә бөтә ҡалғаны — әсәһе овчарканан. Уның томшоғо бүреләрҙекесә оҙон, хатта уларҙыҡынан оҙонораҡ та, баш һөйәге киңерәк һәм ҙурыраҡ булһа ла, төҙөлөшө яғынан бүренекен хәтерләтә.
Ул бүреләргә генә хас хәйләкәрлеккә, ҡырағай йыртҡыстың мәкерле хәйләһенә эйә. Бынан тыш уға овчарка аҡылы һәм сенбернар зирәклеге һалынғайны. Быларҙың бөтөнөһө ҡырыҫтарҙын-ҡырыҫ тормош тәжрибәһе менән ҡушылғанға Бэкты ҡырағай урман ҡыҙырыусы теләһә ниндәй йыртҡыстан да ҡурҡынысыраҡ итә. Сей ит менән генә туҡланған был бурҙайҙың тамам көскә ултырған сағы, йәшәү сәме һәм дәрт унда ташҡын хәлендә. Торнтон уның арҡаһынан һыйпаған саҡта, Бэктың йөнө, һәр бер ҡылы көслө энергетика тәьҫиренән сыртлап тора. Унда бөтәһе лә — тәненең һәм мейеһенең һәр бер күҙәнәге, һәр епсәһе һәм нервыһы көсөргәнешле тормош менән йәшәй, бер-береһе менән тулыһынса ярашып, тигеҙ эшләй. Яуап биреүҙе көткән, күргән һәм ишеткән күренештәрҙең бөтөнөһөнә лә Бэк йәшен тиҙлегендә яуап ҡайтара. Төньяҡ тоҡомло эттәр тиҙ һөжүм итә һәм һөжүмдән ашығыс һаҡлана, Бэк иһә быларҙы икеләтә шәберәк башҡара. Хәрәкәтте күреү, тауышты ишетеү менән башҡа эттәр ни булғанын аңғарып та өлгөрмәҫтән, ул эшен бөтөрә. Бэк бер юлы аңлай, хәл итә һәм эшләп ҡуя. Был өс ғәмәл: аңлау, хәл итеү, эш-хәрәкәт, билдәле булыуынса, бер-бер артлы килә. Әммә Бэкта уларҙың арауығы шул тиклем ҡыҫҡа, һиҙелерлек түгел, бөтәһе лә бер юлы башҡарылғандай тойола. Уның мускулдары йәшәү көсө менән тулы, тимер пружина кеүек тиҙ һәм теүәл эшләй. Ҡыуаныусы, баш бирмәүсе йәшәү ҡеүәһе унда ташҡындай йәйелә, был ташҡын ҡоторонған мәлендә хатта уны киҫәктәргә бүлгеләп, тышҡа атылып сығыр һәм бөтә донъяны ҡаплап алыр төҫлө.
— Бындай эт ер йөҙөндә юҡ һәм булмаған да! — тине бер ваҡыт Джон Торнтон иптәштәренә, Бэктың лагерҙан сығып барыуын күҙәткән мәлендә.
— Уны ҡойған мәлдә формаһы, моғайын, һырҙары буйынса ярылғандыр ҙа башҡаса ҡулланылмағандыр, — тип шаяртты Пит.
— Валлаһи, мин дә тап шулай уйлайым, — тип йѳпләне Ганс.
Улар Бэктың лагерҙан нисек сыҡҡанын күҙәтте, әммә урман уны кешеләр күҙенән ышыҡлағас та эттә һә тигәнсе ҡурҡыныс үҙгәреш булғанын күрмәне. Урманда Бэк мөһабәт атлауын үҙгәртте, шунда уҡ ҡырағай йыртҡысҡа әйләнде һәм тауыш-тынһыҙ, һиҙҙермәй, бесәй кеүек, ағастар араһына йәшенеп, урман күләгәләрендә үҙе лә еңел генә күләгәләй йылтлап ҡына хәрәкәтләнде. Теләһә ниндәй урында ла ул үҙенә ышыҡ урын таба, ҡорһағында йылан һымаҡ шыуыша, ҡапыл һөжүм итә һәм еңә. Ағунаны ул йылдам ғына ояһынан тартып сығара, йоҡлап ятҡан ҡуянды урынында баҫа, бер генә секундҡа һуңлаған тейендәрҙе осоп барышлай эләктерә. Туңмаған һыуҙарҙа унан балыҡтар ҙа, хатта быуа төҙөүсе һаҡ ҡондоҙҙар ҙа ҡасып ҡотола алмай. Бэк аяуһыҙ яуызлыҡ менән түгел, ә тамағын туйҙырыу өсөн үлтерә. Тик ул үҙе тотҡанды ғына ашарға ярата. Уның һунарында уйнап алыу ғәҙәте лә бар. Мәҫәлән, тейен эргәһенә һаҡлыҡ менән барып етеп, инде тешенә эләктерер саҡта ғына уға, ҡото осоп ҡурҡҡан йән эйәһенә, ағас башына йән-фарман атылырға мөмкинлек биреү бигерәк ҡыҙыҡ.
Көҙгө урманда мышылар күбәйҙе, улар ҡабаланмай ғына ҡышҡылыҡҡа, артыҡ һыуыҡ булмаған түбәндәге үҙәндәргә күсенә. Бэк бер тапҡыр көтөүҙән ҡалған мышы быҙауын ҡыуып тотҡайны, хәҙер иһә уны ҙурыраҡ табыш ҡыҙыҡтырҙы, һәм быға ул тауҙа, шишмә башында осраны. Егермеләп баштан торған мышы өйөрө урман һәм йылғалы ерҙән килә, баш яғында — бейеклеге алты футтан да күберәк булған ҙур үгеҙ. Ул бик ярһыған, һәм Бэкҡа унан да ҡурҡынысыраҡ дошманды табыуы мөмкин булыр инеме икән?! Мышы ун дүрткә тармаҡланған иҫ китмәле ҙур мөгөҙөн һелккеләй. Уның бәләкәй күҙҙәрендә асыулы ут яна. Бэкты күргәс тә үгеҙ үкереп ебәрҙе.
Уның күкрәгенә яҡын иңбашына ҡаурыйлы уҡ ҡаҙалған, шуға ла уның асыуы ныҡ ҡабарған икән. Тәүтормош дәүерендә урманда һунар итеүсе нәҫелдән килгән инстинкт Бэкҡа башлыҡты көтөүҙән айырып алырға өндәне. Еңелдән түгел ине был. Ары китә лә алмаған үгеҙ был ыржайған тешле ҡурҡыныс затҡа арҡаһы менән борола ла һуңғы сиккә етеп ажарлана. Уғата ярһыған мәлдәрендә ул Бэкҡа һөжүм итә, ләкин тегеһе йылғыр тайшана, ярҙамсыһыҙ ҡалғандай була, шуның менән мышыны ҡыҙыҡтырып, өйөрөнән алыҫҡараҡ алып китергә тырыша. Тик һәр осраҡта ла ҡарт үгеҙ көтөүҙән айырылыу менән ике-өс йәш үгеҙәк, Бэкҡа һөжүм итеп, яраланған башлыҡҡа башҡаларға ҡабат ҡушылырға мөмкинлек бирә. Йыртҡыстарға үҙенә башҡа, тормоштоң үҙе кеүек үк арыу-талыуҙы белмәгән, ныҡышмал, көсөргәнешле сыҙамлыҡ хас. Бындай сыҙамлыҡ үрмәксегә — үҙенең ауында, йыланға— дүңгәләккә бөгәрләнеп, сыбар ҡапланға һаҡта сәғәттәр буйына ҡатып ҡалырға ярҙам итә. Бындай сыҙамлыҡты тере йән артынан һунар иткән һәр кем күрһәтә. Хәҙер Бэк уны ҡуллана ине. Эргәнән килеп, йәш үгеҙәктәрҙе үсектереп, инәләрен, быҙауҙарҙы ҡурҡытып, яралы башлыҡты көсһөҙлөктән шашыныр сиккә еткереп, көтөүҙе тотҡарлай. Был ярты көн буйы барҙы. Бэк, һәр яҡтан һөжүм итеп, көтөүҙе ҡурҡыныс өйөрмәләй өйөрөлтөп, әйтерһең дә, икегә бүленде, ҡорбанын тағы-тағы айырғыланы, эҙәрләнеүселәрҙең түҙемлеген (ә ул һәр ваҡыт эҙәрләүселәрҙекенән әҙерәк) ҡаҡшата барҙы.
Көн аҙағына, ҡояш байыуға табан ыңғайлағас (көҙ үҙенең хоҡуғын даулай башлағайны: ҡараңғы иртәрәк төшә, төн иһә хәҙер алты сәғәткә һуҙыла), йәш үгеҙҙәр башлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өйөрҙән теләр-теләмәҫ кенә айырыла башланы. Ҡыш яҡынлай, уларға үҙәнгә ваҡытында төшөп етергә кәрәк, ә бында арыу-талыу белмәгән, уларҙы тотҡарлаған йыртҡыстан ҡотолор әмәл юҡ. Унан килеп, ҡурҡыныс бөтә көтөүгә, уларға, йәштәргә түгел, ә бары ҡарт мышының ғына ғүмеренә янай. Уларға үҙҙәренең ғүмере ҡиммәтерәк, шуға ахыр сиктә улар башлыҡты ҡорбан итергә әҙер ине.
Эңер төштө. Ҡарт мышы, башын эйеп, өйөрөнә, үҙе яратҡан инә мышыларға, быҙауҙарына, үҙенә буйһонған йәш үгеҙҙәргә ҡараны. Уларҙың һүрәнәйә барған көн яҡтыһында ҡабалана-ҡабалана китеүҙәрен күҙәтте. Улар менән бергә китә алмай ине шул, сөнки уның алдында йәлләүҙең ни икәнен белмәгән йыртҡыс бөтөрөлә һәм юлына арҡыры төшә. Уның ауырлығы ярты тоннанан артығыраҡ, ул көрәш һәм ҡыйынлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер кисерҙе, һәм бына уны төйөрлө ҙур тубыҡтарына саҡ-саҡ етеп торған, үткер тешле ниндәйҙер йән эйәһенән үлем көтә!
Бынан һуң Бэк көндөҙ ҙә, төндә лә табышын яңғыҙ ҡалдырманы, яралы мышыға бер минутҡа ла тынғылыҡ бирмәне. Уға ул йәш ҡайындарҙың һәм ҡыҙыл талдың япраҡтарын йәиһә үренделәрен ялмарға мөмкинлек ҡалдырмай, кискән шишмәләрҙән һыу ҙа эсермәй һәм мышы ѳтѳп алып барған сарсауын да ҡандыра алмай. Йыш ҡына ул, өмөтһөҙлөккә бирелеп, сабырға тотона. Бэк уны туҡтатырға тырышмай, тик бер тотам да ҡалмай, үҙе өсөн был уйындан оло ҡәнәғәтлек табып, тыныс ҡына артынан юрта. Мышы бер урын да торған сағында, Бэк ергә ята, ә инде тегеһе ашарға йә эсергә теләһә, ярһып уға ташлана.
Мышының ағас һымаҡ тармаҡланған мөгөҙлө башы түбәнгә һәленгәндән-һәленә бара, атлағанда ла аҡрыныраҡ атлай. Хәҙер ул, моронон ергә төшөрөп, бәлтерәгән ҡолаҡтарын һалындырып, оҙаҡ тора, һәм Бэктың йүгереп һыу эсеп килергә, ял итеп алырға ваҡыты күберәк. Ауыр һулап, телен сығарып, олоғара мышынан күҙен дә алмай ятҡанында уға тирә-йүн башҡа ҡиәфәт алғандай тойола. Ул һиҙә: бөтә донъяла ниндәйҙер яңы үҙгәреш бара. Мышылар менән бергә бында күҙгә күренмәгән башҡа тере йән эйәләре лә килгәндер һымаҡ. Урман да, һыу ҙа, һауа ла улар булғанға дерелдәй. Был турала Бэкҡа күҙе лә, ишетеүе лә, еҫ һиҙеү ағзаһы ла түгел, ә ниндәйҙер эске, хаталанмай торған тойомо белдерә. Ул бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш нәмәне күрмәне һәм ишетмәне, әммә белә: үҙен солғап алған донъяла ниндәйҙер үҙгәреш бара, ҡайҙалыр аңлайышһыҙ сәйер нәмәләр хәрәкәтләнә. Һәм ул был донъяны әлеге эшен бөтөрөү менән тикшереп сығасаҡ.
Ниһайәт, дүртенсе көнгә ул ҡарт мышыны аяҡтан йыҡты. Рәттән көн һәм төн буйына үҙенең табышы янында булды: ғарыҡ булғансы ашаны, йоҡоһон туйҙырҙы, тирә-йүнде әйләнеп сыҡты. Ял итеп, көсөн нығытҡас, Джон Торнтонды иҫенә төшөрҙө лә лагерға табан еңел генә һикереп сабып китте. Ул күп сәғәттәр буйына таныш булмаған урындарҙа ла йүнәлештән бер генә тапҡыр ҙа яҙлыҡмайынса, компаслы кешене оятҡа ҡалдырырҙай ышаныс менән сапты ла сапты.
Юл буйынса Бэк тирә-йүндә ниндәйҙер хәүефле яңылыҡ булыуын торған һайын көслөрәк төшөнә бара. Бөтә ерҙә лә хәҙер ул белгәндәгенән айырмалы билдәһеҙ башҡа тормош ҡайнай. Был хаҡта уның серле эске тойомлауы ғына һөйләмәй. Юҡ, был турала ҡоштар хәбәрләшә, тейендәр үҙ-ара бытылдай, уға хатта был тура ла ел шыбырҙай. Бэк, бер нисә тапҡыр туҡталып, иртәнге саф һауаны көсөргәнешле еҫкәгәндә уны шәберәк сабырға мәжбүр иткән хәбәрҙе аңланы. Уны көтөлмәгән бәлә килеүен һиҙемләү һиҫкәндерҙе. Һәм ул, һуңғы һыуайырғысты үтеп, лагерь булған үҙәнгә төшкәс, һаҡлыҡ күрһәтеп, сабышын аҡрынайтты.
Өс миль йүгергәс, күптән түгел һалынған эҙҙәр күрҙе, һәм уның елкә йөндәре ҡыбырҙаны. Эҙҙәр тура лагерға, Джон Торнтонға алып бара! Бэк шәберәк, ләкин тағы ла тауыш-тынһыҙыраҡ саба башланы. Уның бөтә тойғолары көсөргәнешле хәлдә, бик күп нәмәләрҙе нескә иғтибарлай. Улар күпте аңғарта, ләкин аҙағынаса белергә ниҙер етмәй ҡала. Еҫ буйынса үҙе сапҡан һуҡмаҡтан ят кешеләр үтеүенә ул хәҙер шикләнмәй. Тын ҡалған урман күптән түгел генә ҡылынған аяуһыҙ яуызлыҡты йәшерә. Ҡоштар тауышланмай, тейендәр күренмәй, Бэк күҙенә уларҙың берәүһе генә салынды: уның ялтырап торған күк тиреһе ҡороған ботаҡҡа шул тиклем лыпын йәбешкәйне — уны ағастың бер өлөшө, ҡуша үҫкән бер нәмәлер тип уйларға мөмкин.
Бэк шәүләләй еңел һәм тауыш-тынһыҙ елә, һәм ҡапыл уның томшоғо ниндәйҙер сит көс менән ҡайырғандай икенсе яҡҡа боролдо. Ул яңы, таныш булмаған еҫкә йүнәлтелгәйне. Ул ҡыуаҡлыҡта Нигты күрҙе. Эт ҡабырғаһында үле ята. Күрәһең, ул шыуышып килгән һәм бында йән биргән. Янбаштарының ике яғында ла ҡаурыйлы уҡ һерәйә. Йәнә йөҙ ярд үтеүгә Бэк Торнтондың Доусонда һатып алған эттәренең икенсеһенә юлыҡты. Ул үлем ғазабы менән һуҡмаҡ эргәһендә генә ерҙә аунай. Бэк туҡтап тормай ғына уны урап уҙҙы. Лагерҙан берсә көсәйеп, берсә һүрәнәйә төшөп тоноҡ тауыштар ишетелә — бер тондағы йыр ритмы ине был. Бэк, ҡорһағында шыуып, ҡырҡынты осона етте һәм унда йөҙтүбән ятҡан һәм күп уҡтар ҡаҙалғанға терпене хәтерләткән Гансҡа тап булды. Шул уҡ минутта элек уларҙың шыршы ботаҡтарынан ҡоролған ҡыуышы торған ергә боролоп ҡарағас, йөндәрен ҡабартҡан күренеште шәйләне. Уны тотоп тыя алмаҫлыҡ ярһыу ташҡыны солғаны. Үҙе лә аңламаҫтан ул ҡалын тауыш менән, йыртҡыстарса уҫал ырылдап ебәрҙе. Ғүмерендә һуңғы тапҡыр унда яндырайлыҡ хәйләкәрлектән һәм айыҡ аҡылдан өҫтөнлөк алды. Бэк башын юғалтты, һәм бының сәбәбе Джон Торнтонға булған һөйөүҙә ине.
Ҡыуыш ҡалдыҡтары тирәләй бейегән ихеттар ҡапыл ҡурҡыныс ырылдау менән уларға ғүмерҙә лә осрамаған йыртҡыс сабып килгәнен күрҙе. Бэк, үс алырға теләү ярһыуынан аҡылын юйып, уларға ғәрәсәт һымаҡ ябырылды. Ул иң яҡын торғандарҙың береһенә (ул ихеттарҙың ҡор башы ине) ташланды, һәм тештәре менән ғорлаһын шундай итеп йыртып ебәрҙе— венаһынан ҡан фонтан булып атылды. Индеец ҡолағас, Бэк, башҡаса уға теймәйенсә, сираттағыһына ырғыны һәм уның да ғорлаһын сәйнәне. Уны бер ниндәй көс тә туҡтата алмаясаҡ. Ул халыҡ уртаһына уҡталды, үҙенә осҡан уҡтарға иғтибар ҙа итмәйенсә, йыртҡыланы, йолҡҡоланы, өҙгөләне. Ул шундай аңлата алмаҫтай тиҙлек менән атылып йөрөй, ә индеецтар шул тиклем тығыҙ өймәкләшкән — уҡтары менән уны түгел, ә бер-береһен яралайҙар. Бер йәш һунарсы Бэкҡа һөңгөһөн ырғытты, әммә ул икенсе һунарсының күкрәгенә шундай көс менән барып тейҙе: ҡоралдың осо үтәләйгә үтеп арҡанан килеп сыҡты. Шунда ихеттарҙы ҡот осормалы шашыныу солғаны һәм инабатһыҙ эштәре өсөн үҙҙәрен билдәһеҙ йән эйәһе баҫты тип ҡысҡырына-ҡысҡырына урманға йүгерҙеләр. Бэк тотам да ҡалмайынса, ағастар араһында уларҙы болан ҡыуғандағылай эҙәрлекләгәндә ысынлап та шайтанға оҡшағайны. Ихеттар өсөн был көн ҡурҡыныс төштөң ысынға әйләнеүе ине. Улар эргә-тирәләге урмандарға һибелде, һәм иҫән ҡалғандары аҙна уҙғас ҡына, алыҫ үҙәндә йыйылып, юғалтыуҙарҙы һананы. Ә Бэк, уларҙы ҡыуып арығас, бушап ҡалған лагерға әйләнеп килде. Питты ул йоҡлап ятҡан ерендә үле килеш тапты. Юрған аҫтынан сығып та өлгөрмәгән. Был тирәләге тапалып өлгөрмәгән эҙҙәр Торнтондың тиңдәшһеҙ алышын тасуирлай. Бэк был билдәләрҙең бөтәһен дә, иң һуңғыһына тиклем еҫкәп сыҡты. Улар уны тәрән быуа ярына алып килде. Уның иң ситендә башы һәм алғы аяҡтары менән һыу эсендә тоғро Скит ята. Ул хужаһын иң һуңғы минутҡаса тащламаған. Мәғҙән йыуыуҙан болғансыҡланғанлыҡтан һәм төбөн ләм баҫҡанлыҡтан үҙендә нимә ятҡанын быуа яҡшы йәшергәйне. Ә унда Джон Торнтон ята. Бэк, уның аҙымдарын һыуға тиклем юллап, кирегә бер ҡайҙа ла эҙ юҡлығын асыҡланы.
Көнө буйына Бэк быуа эргәһендә ултырҙы йә, лагерь буйлап, ҡаңғырып йөрөнө. Ул үлемдең ни икәнен белә: кеше хәрәкәт итеүҙән туҡтай һәм тереләр араһынан бөтөнләйгә юғала. Ул Джон Торнтондың үлгәнлеген аңланы, ул юҡ һәм булмаясаҡ, — һәм эсендә ниндәйҙер бушлыҡ тойҙо. Асығыуға оҡшаш ине был, ләкин быныһы ауыртыныу тыуҙыра һәм бер ниндәй ҙә ризыҡ менән уны тултырып булмай. Был ауыртыныу, туҡталып, ихеттарҙың мәйеттәрен ҡарағанда ғына онотолоп тора. Ул сағында Бэкта оло ғорурлыҡ тойғоһо ҡалҡына, — бер ҡасан да ул үҙе менән шулай ғорурланғаны юҡ ине! Ул бит кешене, күҫәк менән теш ҡанунына ярашлы иң юғары затты, үлтерҙе. Ул аңлайышһыҙ ҡыҙыҡһыныу менән мәйеттәрҙе еҫкәй. Кешене үлтереү бик еңел икән дәбаһа! Ғәҙәти этте үлтереүгә ҡарағанда ла анһатыраҡ. Уҡтары, һөңгөләре һәм күҫәктәре булмаһа, улар көс, таһыллыҡ йәһәтенән уның менән — Бэк менән — тиңләшә алмай! Тимәк, ҡулдарында уҡтары, һөңгөһө, күҫәге булмаһа, артабан уларҙан ҡурҡырға ярамай.
Төн килде, ағастарҙан бейегерәк булып тулы ай күтәрелде һәм ерҙе тоноҡ яҡтылыҡҡа сорнаны. Был төндә, быуа ярында бойоҡ ултырғанында, Бэк асыҡ һиҙенде: урманда уның өсөн ниндәйҙер яңы тормош бара. Ул тороп баҫты, ҡолаҡтарын ҡарпайтты, һауаны ентекләберәк еҫкәне. Алыҫта көсһөҙ, ләкин бик асыҡ олоу ишетелде, торараҡ уға тотош хор ҡушылды. Олоу көслөрәк ишетелә, минут һайын яҡыная бара. Бэк уны йәнә икенсе донъяла, хәтере төпкөлөндә йәшәгән донъяла ишетеүен хәтерләне. Ул асыҡ урынға сыҡты һәм ныҡлабыраҡ тыңланы. Эйе, был теге саҡырыусы ауаз, төрлө тауышлы ауаз! Бер ҡасан да был тиклем үк ныҡышып, әлеге кеүек был тиклем дә әүрәткес итеп ишетелгәне булманы һәм Бэк уға буйһонорға әҙер ине. Джон Торнтон үлде. Һуңғы ептәр өҙөлдө. Талапсан һәм буйһондороусан кешеләр Бэк өсөн башҡаса юҡ.
Тере табышҡа һунар итеүсе бүреләр өйөрө, индеецтар кеүек үк, күсенеүсе мышылар артынса урман һәм йылғаларҙы үтеп, Бэк үҙәненә килеп сыҡҡайны. Ай нурында ҡойонған аҡланға улар көмөш тулҡын булып ағылды, ә аҡлан уртаһында тораташтай хәрәкәтһеҙ Бэк баҫҡан һәм уларҙы көтә. Был мөһабәт һәм хәрәкәтһеҙ йыртҡыс бүреләрҙә ҡурҡыу тыуҙырҙы, тик минут самаһы икеләнгәндән һуң уларҙың иң ҡыйыуы Бэкҡа ырғыны. Бэк йәшендәй бәрелде һәм уның муйын һөйәктәрен һындырҙы. Баштағы кеүек үк бер ни тиклем ваҡытҡа хәрәкәтһеҙ ҡалды, артында иһә үлемесле яраланған бүре ерҙә бәргеләнә. Бер-бер артлы йәнә өс бүре һөжүм итеп ҡараны, һәм һәр береһе, ҡанға батып, аҡтарылған ғорла йә ҡанға туҙған иңбаш менән артҡа сигенде.
Ахыр сиктә бөтә өйөр бер юлы Бэкҡа ташланды. Бүреләр, табышты тиҙерәк ҡулға төшөрөү түҙемһеҙлеге менән өймәкләшеп, бер-береһенә ҡамасаулап, уға ынтылды ар. Әммә Бэкҡа иҫ китмәле йылдамлығы һәм йылғырлығы ярҙам итте. Артҡы аяҡтарына терәлеп, барса яҡҡа ла борғаланып, тештәре һәм тырнаҡтары менән ул бер юлы көллөһөнөң дә һөжүменән һаҡлана ине. Арттан үтеп инеүҙәренә ҡамасаулау өсөн ул аҡрынлап ҡына сигенә. Быуаны үткәнсе сигенгәс, ҡороған шишмә үҙәненә юлыҡты, унан бейек һыртҡа күтәрелде. Бында Бэктың хужалары алтын йыуыу өсөн ҡом алғайнылар, әҙ генә арыраҡ ҡомло ярлауҙа эскәрәк инеп торған ышыҡ урын яһалғайны. Бында Бэк өс яҡтан да һаҡлаулы, шуға ҡаршыһына килеүсе дошман менән генә алышырға ҡала.
Ул быны шул тиклем уңышлы башҡарҙы, ярты сәғәт үтеүгә бүреләр, тулыһынса бәлтерәп, сигенергә мәжбүр булды. Уларҙың аҡ тештәре ай нурында тағы ла ағыраҡ булып ялтыраны. Ҡайһы берҙәре, морондарын һуҙып, ҡолаҡтарын шымалап, ҡорһаҡтарына ятты. Икенселәре торған килеш Бэкты күҙәтте, ә ҡайһы берҙәре быуанан һыу эсергә тотондо. Ҙур, ябыҡ күк бүре һаҡ ҡына алғараҡ сығып баҫты. Күренеп тора: ул дуҫтарса аңлашырға теләй — Бэк теге ваҡыт урманда тәүлек буйы бергә йүгергән ҡырағай туғанын танып алды. Бүре аҡрын ғына сыйнап ҡуя, Бэк та уға шулай уҡ яуап биргәс, улар, бер-береһенә яҡынайып, еҫкәштеләр.
Бер аҙҙан Бэкҡа икенсе, талаш-тартыштарҙан бөтә тәнен йөй баҫҡан ҡарт бүре килде. Бэк тәүҙә тештәрен ыржайтһа ла, аҙаҡ уның менән дә еҫкәште. Яҡынлашыу йолаһы үтәлгәндән һуң ҡарт бүре, арт аяҡтарына ултырып, моронон айға һоноп, һуҙып олоп ебәрҙе. Олоуға ҡалғандар ҙа ҡушылды. Бэк үҙен оҙон төндәр буйы тынғыһыҙлаған ауазды таныны. Ул да, арт аяҡтарына ултырып, олой башланы. Бөтәһе лә тынғас, үҙенең ышығынан сыҡты. Өйөр уны уратып алды, яртылаш дуҫтарса, яртылаш һағайып уны еҫкәнеләр. Өйөр башы, йәнә олоп алғас, урманға сапты. Улар артынса олой-олой ҡалған бүреләр ҙә ҡуҙғалды. Үҙенең ҡырағай туғаны менән Бэк та ҡушылды. Олой-олой саба ине ул.
Ошо ерҙә Бэк хаҡындағы хикәйәтте тамамларға ла булыр ине.
Бер нисә йыл үтте һәм ихеттар шуға иғтибар итте: урман бүреләренең тоҡомо бер ни тиклем үҙгәрҙе. Баштарында һәм томшоғонда көрән миңле, күкрәктәре аҡ һыҙатлы бүреләр осрай башланы. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ ине: ихеттарҙың һөйләүенсә, бүреләр өйөрө башын да Эт Йәне йүгерә. Улар был эттән ныҡ ҡурҡа, сөнки ул бүреләрҙән хәйләкәрерәк. Ыжғыр ҡыштарҙа ул индеецтарҙың һаҡлыҡ аҙыҡ-түлеген ташый, ҡапҡандарынан табыштарын алып китә, эттәрен талай һәм иң ҡыйыу һунарсыларҙан да ҡурҡмай.
Бынан ҡурҡынысыраҡтарҙы ла һөйләйҙәр: ҡайһы саҡ һунарсылар урманға китә лә ҡышлаҡҡа кире ҡайтмай, ҡайһы берҙәрен боғаҙҙары сәйнәлгән килеш үлек хәлдә тапҡыланылар. Мәйеттең тирә-яғы иһә бүренекенән эрерәк эҙҙәр менән сыбарланған була.
Көҙҙәрен, ихеттар мышылар артынан ҡыуа сыҡҡанда, улар бер үҙәнде һәр ваҡыт урап үтә. Усаҡ эргәһендә Яуыз Йән Эйәһенең нисек был үҙәнгә килеүе, уны үҙенә йәшәү урыны итеп һайлағаны тураһында риүәйәттәр башланыу менән ҡатын-дарҙың йөҙөн ҡайғы баҫа. Йәйҙәрен был үҙәнгә бер урман йыртҡысының килеп йөрөүен ихеттар белмәй. Был иҫ китмәле ҡабарынҡы йөнлө ҙур бүре. Башҡа бүреләргә ул оҡшаған да, оҡшамаған да һымаҡ. Ул урман төпкөлөнән яңғыҙы ғына килә һәм үҙәнгә, ағастар араһындағы аҡланға төшә. Бында болан тиреһенән тегелгән сереп бөткән тоҡтар ята һәм уларҙан ергә алтын ҡомо ағылғандай, ә алтын ҡомон аралап, уларҙы ҡояштан йәшереп, бейек үләндәр үҫә.
Бында сәйер бүре күпмелер ваҡыт шым ғына ултыра, оҙайлы һәм бәғерҙәрҙе телерҙәй итеп һағышлы олой ҙа урманға инеп юғала.
Ҡайһы берҙә был ергә ул нәҫелен дә эйәртеп ала. Оҙон ҡышҡы һалҡын төндәр башланғас, бүреләр, табыш эҙләп, үҙәнгә ыҡлағас, уны тотош өйөр башында ла күрергә мөмкин. Айҙың аҡһыл нурында йәиһә төньяҡ һаҙағайы емелдәүе аҫтында башҡаларҙан ул ҙурлығы менән күпкә мөһабәтерәк булып айырылып килә һәм үҙенең ҡеүәтле тамағы менән донъяның иң йәш сағындағы йырҙы — бүреләр өйөрө йырын— башҡара.


ҺУҢҒЫ ҺҮҘ
Джек Лондон (Jack London; тыумышы буйынса Джон Гриффит Чейни, John Griffith Chaney) (1876–1916) — Америка яҙыусыһы. Ул — проза һәм публицистик әҫәрҙәр, новеллалар ижад иткән, үҙенең яҙыу алымын «кешегә һәм уның ынтылыштарына тәрән ышаныс менән һуғарылған илһамлы реализм» тип билдәләгән донъя әҙәбиәте классигы. Айырым бер шиғри тел ме нән яҙылған әҫәрҙәрендә Лондон кешене ауыр хәлгә ҡалған осраҡтарҙа, яҙмыштың киҫкен һынылыш алған ваҡыттарында күрһәтә һәм ысынбарлыҡты романтика һәм мажара рухы аша һүрәтләй. Уның күп һанлы хикәйәләре, сағыу һәм әһәмиәтле романдары — «Диңгеҙ бүреһе» (1904), «Тимер үксә» (1908), «Мартин Иден» (1909) — бына шундай алым менән яҙылған.
Джек Лондон — XIX быуат аҙағы һәм XX быуаттағы инглиз һәм америка әҙәбиәттәренең күсәгилешле бәйләнешен тәьмин иткән ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған яҙыусы. Ул инглиз яҙыусылары Р. Стивенсон менән Р. Киплингты әҙәби остаздары итеп иҫәпләй, ә үҙ прозаһының стиле инглиз яҙыусыһы Дж. Оруэллға, Америка яҙыусылары Э. Хемингуэй, Н. Мейлер, Дж. Керуак һәм башҡаларға кѳслѳ йоғонто яһаған.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡан ауазы - 7
  • Büleklär
  • Ҡан ауазы - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4323
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2181
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4215
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2154
    27.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4251
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2112
    28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4103
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2065
    28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 4224
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2080
    28.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 4117
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2086
    28.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 917
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 667
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.