Latin

Ҡан ауазы - 5

Süzlärneñ gomumi sanı 4224
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2080
28.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Торнтон уны ҡотҡарҙы — был үҙе күпте аңлата ине шул. Унан килеп, был кеше әүлиәләй хужа. Башҡалар үҙ эттәрен бурыстары буйынса, был уларға файҙалы булғанға ғына ҡарай. Торнтон иһә улар хаҡында, балаларын ҡайғыртҡан атайҙай, бер ниндәй хисаплашыуһыҙ хәстәрлек күрә. Тәбиғәте шундай. Ул ғына ла түгел — яғымлы, дәртләндергес һүҙҙәр әйтеп, этте ҡыуандырырға бер ҡасан да онотмай, улар менән әңгәмәләшергә ярата (ул быны «һөйләнеү» тип атай) һәм был «әңгәмәләрҙән» үҙе лә эттән кәм шатланмай. Торнтондың шундай ғәҙәте бар: ике ҡуллап Бэктың башынан тотоп ала ла, маңлайына терәп, эткә иң яғымлы булып тойолған әрләү һүҙҙәре менән ҡойондора-ҡойондора, уны тегеләй ҙә, былай ҙа һелккеләргә тотона. Бэк өсөн әрләү менән һуғарылған был тупаҫыраҡ иркәләүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс булмағандыр. Хужаһы уны ойпалаған мәлдәрҙә уның йөрәге хис-тойғоларға тулыша ла, урынынан ҡубарылып, күкрәгенән атылып сығырҙай була. Ниһайәт, Торнтон уны ысҡындырыу менән ул, ауыҙын ҡыуаныслы йәйелдереп, ырғып тора, ҡарашы һүҙҙәрҙән дә мәртәбәлерәк, үңәсе белдереп бөтә алмаған тойғоларҙан ҡыҫылған. Джон Торнтон иһә, урынында ҡатып ҡалған эткә ҡарап, хөрмәт менән: «Йә Хоҙай! Был эт — кеше һымаҡ, тик һөйләшә генә белмәй!..» — тип шы бырҙай.
Бэк ни менән бөтөрө билдәһеҙ булған мөғәмәлә аша ла яратыуын белдереп ҡуйғылай. Бына ул тештәре менән Торнтондың ҡулын эләктереп ала ла яңаҡтарын ҡаты итеп ҡыҫа — тирелә оҙаҡ һаҡланырлыҡ эҙ ҡалдыра. Хужа уның юрамал уҫаллашыуын яҡшы аңлай, был — үҙенең әрләү һүҙҙәре кеүек үк, тойғоларҙың ташып түгелеүе.
Бэктың хистәре күбеһенсә һүҙһеҙ табыныу аша сағыла. Торнтон уға ҡағылған, уның менән һөйләшкән мәлдәрҙә бәхеттән тынып ҡалһа ла, бындай эскерһеҙлеккә үҙе башлап дәғүәләшмәй. Торнтондың ҡулы аҫтына башын тығып, уны һыйпағанға тиклем томшоғо менән төртөлгөләнгән Скиттан йәки, хужаға ынтылып, үҙенең ғәләмәт ҙур башын уның тубығына һала торған ғәҙәте булған Нигтан айырмалы рәүештә, Бэк уға алыҫтан ҡарап һоҡланыу менән генә ҡәнәғәтләнә. Ул сәғәттәр буйы Торнтондың аяҡ осонда, гүйә уны өйрәнгәндәй, көсөргәнешле иғтибар менән уның йөҙөнә ҡарап ята. Йәнле ҡыҙыҡһыныу менән уның йөҙөндәге һәр бер һыҙатты, унда елпенгән һәр бер үҙгәреште күҙәтә. Ҡайһы саҡ алыҫҡараҡ, эргәнән йә артҡараҡ ята ла хужаның тән хәрәкәттәрен иғтибарлай. Кеше менән эт араһында шундай яҡынлыҡ урынлашты: Торнтон йыш ҡына, Бэктың ҡарашын һиҙеп, борола ла өндәшмәй генә уға текләй. Һәм һәр ҡайһыһы икенсеһенең күҙҙәрендә тоҡанған хис-тойғоларҙы абайлай.
Үлемдән ҡотолғандан һуң эргәһендә Торнтонды оҙайлыраҡ күрмәгән мәлдәрендә Бэк тынысһыҙлана торғайны. Торнтон япма эсенән сыҡҡан мәленән алып унда кире инеп киткәнгәсә эт унан бер тотам да ҡалмай. Төньяҡта бер нисә тапҡыр хужаһы алышынғанға ул, даими хужа булмай икән тигән уйға килеп, Торнтон Перро һәм Франсуа, аҙаҡ шотланд кешеһе кеүек уның тормошонан юғалып ҡуймаһын тип ҡурҡа. Хатта йоҡлағанда ла был уй уны эҙәрлекләй. Ул уяна ла, урынынан тороп, япма эргәһенә үтә, эскә ингән ерҙә хужаның тын алышын тыңлай.
Шулай ҙа Джон Торнтонға ҡарата уянған олоғара тойғоларға ҡарамаҫтан, улар уны йомшартырға, ҡулға нығыраҡ эйәләштерергә тейеш булһа ла, унда ҡырағай ата-бабаларының Төньяҡ уятҡан һыҙаттары һүнмәне. Тоғролоҡ һәм бирелгәнлек — һил тормошта тыуған һыҙаттар менән бергә унда йыртҡыслыҡ һәм ҡырағайлыҡтың мәкерлелеге лә һаҡлана ине. Хәҙер инде был ирәүән көньяҡтың ҡулға эйәләштерелгән нисәмә быуын вариҫы түгел — юҡ, был Джон Торнтон усағына ҡарурмандан килгән тәүтормош йыртҡысы. Торнтонға булған тәрән тойғолар Бэкҡа уның аҙыҡ-түлеген урлауҙан тыйҙы, әммә лагерҙағы башҡа берәйһенекен ул уйһыҙ-ниһеҙ, етмәһә үҙенең йыртҡыслыҡ хәйләһе менән бер ниндәй эҙемтәһеҙ алып китә.
Уның томшоғо һәм тәне күп урында эт тештәренең эҙен һаҡлай. Башҡа эттәр менән сыуалышта ул әүәлгегә ҡарағанда ла нығыраҡ аяуһыҙлыҡ һәм тағы ла күберәк йылғырлыҡ күрһәтә. Скит менән Ниг — тыныс һәм игелекле эттәр. Бэк улар менән тешләшмәй, унан килеп улар Джон Торнтондың эттәре бит әле. Ә инде берәй ят эт килеп юлыҡһа — ниндәй тоҡом, көсө ҡайһылайыраҡ — барыбер — ул шунда уҡ Бэктың өҫтөнлөгөн танырға тейеш, киреһенсә икән, уға йәшәү өсөн түгел, үлем өсөн алышырға тура киләсәк. Бэк аяу белмәй. Ул күҫәк һәм ҡаҙыҡ теш ҡанунын яҡшы үҙләштерҙе лә, бер ҡасан да, бер кемгә лә ташлама яһамай, дошманын һис нигә ҡарамайынса бөтөрөп ташлау өсөн артҡа сигенеү тигәнде белмәй. Ул быға Шпицтан, һуғыш суҡмарҙары булған полицайҙарҙан, почта эттәренән өйрәнде. Ул белә: йә еңәһең, йә еңеләһең — урталыҡ юҡ, дошманды ҡыҙғаныу иһә — йомшаҡлыҡ билдәһе. Тәүтормош эйәләре шәфҡәтте белмәй. Улар уны ҡурҡаҡлыҡ тип ҡабул итә һәм уның артынса үлем килә.
Үлтер, йә үҙең үләһең, аша, йәки һине ашаясаҡтар — йәшәйештең тәүтормош ҡануны шундай. Һәм Бэк быуаттар төпкөлөнән килгән был ҡанунға буйһона.
Ул үҙе йәшәгән дәүерҙән, эргә-тирәлә ҡайнаған тормоштан олораҡ. Унда боронғолоҡ менән бөгөнгө тоташа һәм мәңгелектең ҡеүәтле баҫымында диңгеҙ тулҡындарының ҡабат-ҡабат ярға бәрелеп кире китеүе, йыл миҙгелдәренең алышынып тороуы кеүек үк, алмаш-тилмәш, әлдән-әле сыңлап тора. Джон Торнтондың усағы янында киң күкрәкле, оҙон йөнлө, ап-аҡ тешле эт ултыра, әммә уның артынса яртылаш эйәләштерелгән һәм бөтөнләй ҡырағай башҡа эттәрҙең шәүләләре ҡайнаша. Улар ныҡышмал рәүештә үҙҙәрен иҫкә төшөртә, уға үҙ аңдарын еткерә, ул ашаған итте тәмләй, ул эскән һыуға тамшана, ул тыңлағанды тыңлай һәм уға ҡырағай урман ауаздарын аңғарта. Улар уға үҙҙәренең кәйефен һәм ынтылыштарын еткерә, хәрәкәттәрен ҡабатлай, йоҡлаған да йәнәш урынлаша, улар менән бер үк төштәр күрә һәм үҙҙәре үк уның төштәренә инә.
Был шәүләләрҙең саҡырыуы шундай буйһондороусан: кешеләр, уларҙың талаптары Бэк аңында торған һайын нығыраҡ артҡа шыла бара. Ҡарурман төпкөлөнән серле һәм ымһындырғыс өн килә, — Бэк уны тыңлағанда уттан һәм тапалған ерҙән һис кисектермәйенсә, ҡайҙа һәм ни өсөн кәрәклеге билдәһеҙ булған ҡасыу зарурлығын тоя.
Хәйер, ул ҡайҙа һәм ни өсөн тураһында уйланмай ҙа, сөнки был саҡырыуға ҡаршы тороу мөмкин түгел. Әммә Бэк урмандың йәшел сатыры аҫтында, йомшаҡ һәм йөрөлмәгән ерҙә ҡалғанда, Джон Торнтонға булған һөйөү өҫтөнлөк ала һәм уны кире хужаның усағына алып килә.
Бары Джон Торнтон ғына уны тота. Башҡалар Бэк өсөн юҡ. Юлда осрағандар уны ҡайһы саҡ иркәләй һәм маҡтай, ләкин ул бындай мөғәмәләгә битараф ҡала, ә кемдер тамам биҙҙерһә, урынынан тора ла китеп тә бара. Оҙайлы көткән һалда Торнтондың компаньондары Ганс менән Пит ҡайтҡандан һуң, Бэк башта уларға бер ниндәй ҙә иғтибар бүлмәне, ә һуңғараҡ, улар Торнтонға яҡын кешеләр икәнлеген аңлағас, эргәлә булыуҙарына түҙә, яҡын мөнәсәбәттәрен, әйҙә, минең киң күңеллелектән файҙаланығыҙ инде, тигәндәй генә ҡабул итә. Ганс менән Пит — Джон Торнтон кеүек үк хәйләһеҙ, бер ҡатлы, үткер күҙле, тәбиғәткә яҡын кешеләр. Доусонға етмәҫтән, таҡта ярыу цехы эргәһендәге болғансыҡ һыуға үҙ һалдарын индермәҫ борон уҡ улар Бэкты, уның ҡылыҡтарын белеп өлгөргәйне, һәм унан Ниг менән Скит күрһәткән яҡынлыҡты талап итмәнеләр.
Әммә Джон Торнтонға Бэк торған һайын нығыраҡ эйәләшә барҙы. Йәйге юл-арауыҡтарҙа үҙенә ҡайһы бер йөктө артмаҡлатырға ул бары бер генә кешегә — Торнтонға ғына рөхсәт итә ине. Хужа бойороғо буйынса ул бөтәһенә лә әҙер. Бер мәл (ул хәл, һалды аҡсаға әйләндереп, аҙыҡ-түлек алып, Доусондан Танан үренә ҡуҙғалғас булды) кешеләр һәм эттәр теп-текә ҡырлас ҡая янында, өс йөҙ фут бейеклегендәге яланғас таш майҙансыҡта урынлашҡайны. Джон Торнтон иң ҡырыйҙа, ә Бэк, яурынға-яурын терәп, уның эргәһендә. Ҡапыл Торнтонға осраҡлы уй килде һәм Ганс менән Питҡа бер тәжрибә үткәрәсәген белдерҙе.
— Бэк, һикер, — тине ул, упҡынға ҡулы менән иҙәп. Керпек ҡаҡҡан арала ул этен упҡын ситендә нисек тә булһа тотоп ҡалыу өсөн уның менән ойпалаша, ә Ганс менән Пит уларҙың икеһен дә кирегә, хәүефһеҙ урынға һөйрәй ине.
— Был ғәҙәттән тыш, — тине Пит, көллөһө лә тынысланғас.
Торнтон баш сайҡаны:
— Юҡ, был иҫ китмәле, әммә, мин һеҙгә әйтәйем, ҡурҡыныс та. Ышанырһығыҙмы?! Ваҡыты-ваҡыты менән уның тоғролоғо мине ҡурҡыта ла.
— Эйе, уның алдында һиңә ҡағылырға уйлаған кеше хәлендә булырға теләмәҫ инем, — тип, Бэкка ишаралап, йомғаҡлап ҡуйҙы Пит.
— Хоҙай менән ант итәм — мин дә, — тип өҫтәне Ганс.
Шул уҡ йылды Серклела булған хәл Питтың хаҡлылығын раҫлап та ҡуйҙы. Бер мәл уҫал һәм ҡырыҫ холоҡло Ҡара Бартон һыра барында урындағыларҙың тәртип-низамын белмәгән кем менәндер ыҙғыш ҡуптарҙы, Торнтон иһә, үҙенең бер ҡатлылығына барып, уларҙы айырырға тотондо. Бэк һәр ваҡыттағыса мөйөштә, томшоғон аяҡтарына һалып, хужаһының һәр хәрәкәтен күҙәтә ине. Көтмәгәндә Бартон, ҡыҫҡа киҙәнеп, бар көсөнә һуғып ебәрҙе. Торнтон бер яҡ ситкә осто һәм бары тик прилавканы айырып тороусы яндауға тотоноп өлгөргәнгә генә аяғында баҫып ҡала алды.
Был хәлде күреүселәр өрөү ҙә, ырылдау ҙа түгел, ә ҡырағай үкереү ишетте. Күҙ асып йомған арала Бэк өҫкә ырғыны һәм Бартондың үңәсенә ынтылды. Тегеһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡулдарын алға һоноп өлгөргәнгә генә әлегә иҫән ҡалғандыр. Әммә Бэк, уны йығып, өҫтөнә менп китте. Тештәрен Бартондың ҡулынан ысҡындырҙы ла йәнә үңәсенән эләктерергә яҫҡынды.
Был юлы Бартон уңайлы ышыҡлана алманы, һәм Бэк уның муйын тиреһен йыртып ебәрҙе. Шул саҡ эргәләгеләр барыһы ла ярҙамға ташланды һәм этте ситкә ҡыуҙылар. Әммә табип, ҡан сәптереүен туҡтатырға маташып, Бартон менән булашҡан арала, Бэк, уҫал ырылдай-ырылдай, эргә-тирәлә уралды. Ул йәнә Бартонға яҡынайырға ынтылып ҡараны, әммә таяҡтар ҡоймаһы аша дошманына үтә алманы. Алтын эҙләүселәр ошонда уҡ үткәргән йыйылышта эттең асыуланырға ныҡлы нигеҙе бар ине тигән ҡарар сығарылды һәм Бэк аҡланды. Бынан һуң ул үҙенә киң билдәлелек яуланы һәм уның исеме бөтөн Аляска ҡасабаларында ҡабат-ҡабат телгә алына башланы.
Һуңыраҡ, шул уҡ йылдың көҙөндә, бөтөнләй башҡа шарттарҙа Бэк Торнтонды үлемдән ҡотҡарҙы. Өс иптәшкә Ҡырҡынсы Милдәге ҡурҡыныс һикәлтәле шаршыларҙан оҙон нәҙек кәмәне үткәрергә кәрәк ине. Ганс менән Пит, яр буйлап, сүс арҡан ярҙамында кәмәне һөйрәй, ә Торнтон кәмәлә һалдау менән этенә, ярҙағыларға күрһәтмәләр бирә. Бэк, кәмә йәнәшләп, ҡоро ерҙән бара. Ул хужаһынан күҙ алмай һәм ныҡ борсола.
Һыуҙан таш ҡыраздар теҙмәһе сығып торған айырата ҡурҡыныс бер урында Ганс арҡанды бер аҙ бушата төштө һәм, Торнтон һалдау менән кәмәне йылға уртаһына йүнәлткән арала, ҡаяны үтеү менән кәмәне тартыу өсөн, арҡан осон ҡулында тотҡан килеш, яр ҡырлап түбәнгә йүгерҙе. Кәмә ағым ыңғайына алға йомолдо. Ганс, арҡанды тартып, уның тиҙлеген аҡрынайтты, әммә быны ҡырҡараҡ эшләне. Кәмә ҡапыл тартылған ыңғайы түңкәрелде лә шул килеш ярға ыҡланы, ә Торнтонды көслө ағым теләһә ниндәй йөҙөүселәргә лә үлем менән янаған һикәлтәләрҙең иң ҡурҡыныс еренә алып китте.
Мәлендә үк Бэк һыуға һикерҙе. Ҡотороноп урғылған һыуҙа өс йөҙ ярд самаһы йөҙгәндән һуң ул Торнтонды ҡыуып етте һәм, хужаһының ҡойроғона тотоноуын һиҙгәс тә, ҡеүәтле аяҡтары менән йән көсөнә ишә-ишә ярға йөҙҙө. Әммә ырата алманы: был йүнәлештә ғәҙәти булмағанса көслө ағым йөҙөүгә ныҡ ҡамасаулай ине шул. Түбәндәрәк һыу шомло үкерә — унда буръяҡ ташҡын олоғара тараҡ тештәре кеүек сосайып торған таштарға бәрелеп сәсрәй. Һуңғы иң текә һикәлтәнең башланған ерендә һыу шул тиклем көслө һөйрәгәнгә Торнтон ярға йөҙөп етә алмаҫын аңланы. Ул бер ташҡа барып бәрелде, икенсеһенә һуғылды, шунан емергес көс уны өсөнсөһөнә быраҡтырҙы. Бэктың ҡойроғон ысҡындырып, ул таштың тайғаҡ осона ҡушҡуллап йәбеште лә һыу үкереүен еңергә тырышып бойорҙо:
— Бэк, марш! Алға!
Ағым Бэкты түбәнгә әйҙәне. Инде эт уның менән көрәшә һәм кирегә борола алмай. Хужаһының ике тапҡыр һөрәнләгән бойороғон ишетеп, уға тағы бер ҡат ҡарарға теләгәндәй һыуҙан күтәрелә биреп башын саңҡайтты ла тыңлаусан ғына ярға йөҙҙө. Пит менән Ганс Бэкты тамам хәлһеҙләнгән, тыны быуыла башлаған мәлдә һыуҙан тартып алдылар.
Ганс менән Пит яҡшы аңлай: көслө ағым өҙлөкһөҙ һыу сәсрәтеп торған шыуғалаҡ ташта Торнтон күп тигәндә лә өс-дүрт минут ҡына йәбешеп тора аласаҡ. Улар Торнтон аҫылынып торған таш тәңгәленә йәнтәслим йүгерҙеләр. Барып етеү менән, Бэкты ҡыҫмаҫлыҡ, хәрәкәтләнергә ҡамасау итмәҫлек итеп арҡан менән бәйләнеләр ҙә һыуға этеп төшөрҙөләр. Бэк ҡыйыу ынтылды, әммә таш ҡыразға тура ғына йөҙә алманы. Үҙенең яңылышыуын ул ныҡ һуңлап күрҙе: Торнтон менән тиңләшеп, аяҡтары менән бер нисә тапҡыр ишһә, ташҡа тиклемге араны үтә ала ине, әммә ағым уны ситтән үткәрҙе.
Ганс шунда уҡ арҡанды тартты, әйтерһең, Бэк эт түгел, ә кәмә. Ҡапыл тартылыуҙан Бэк һыу аҫтына китте һәм ярға тартып сығарғансы һыу аҫтында ҡалды. Уны өҫкә күтәргәндә, сыҡмаған йәне генә булғандыр. Ганс менән Пит уны, ашыға-ашыға яһалма тын алдырып, саҡ һушына килтерҙеләр. Бэк тороп баҫты ла йәнә ҡоланы. Әммә кинәт Торнтондың хәлһеҙ генә тауышы ишетелде, һүҙе килеп етмәһә лә, уға кисектергеһеҙ ярҙам кәрәклеген, юҡһа ул һәләк буласағын аңланылар. Хужаһының тауышы Бэкҡа электр тогы кеүек тәьҫир итте. Ул һикереп торҙо ла яр буйлап сапты, Ганс менән Пит уның артынан ҡалманы. Улар Бэкты тәүге тапҡыр һыуға төшөргән ергә ашыҡты.
Уны тағы ла арҡан менән бәйләнеләр һәм ул был юлы инде туп-тура йылға уртаһына йөҙөп китте. Бэктың бер генә яңылышыуы бар, ике түгел. Ганс аҡрын-аҡрын, һәр саҡ тартылыңҡырап торорлоҡ итеп кенә, бауҙы тағата, ә Пит арҡанды йәтешләп биреп тора. Бэк Торнтон менән бер һыҙатта булғанға тиклем бер йүнәлештә йөҙҙө. Уның тапҡырына етәрәк ҡырҡа боролдо ла курьер поезы тиҙлегендә уға ырғыны. Торнтон, уны күреп, Бэк көслө ағым ыңғайына бөтә кәүҙәһе менән таран һымаҡ уға һуғылыуға, ҡушҡуллап, уның ялбыр яллы муйынынан ҡосаҡланы. Ганс, ағасҡа эләктереп, арҡанды тартты һәм Бэк менән Торнтон һыу аҫтына сумды. Сәсәп, бышлыға-бышлыға, ташлы йылға төбөнән һөйрәлеп, һыу аҫтындағы таштарға, лапыларға эләгә-эләгә, ваҡыты-ваҡыты менән һыу өҫтөнә күтәрелеп, йә Бэк Торнтон аҫтында, йә Торнтон Бэк аҫтында ҡала-ҡала, ниһайәт, улар ярға килеп сыҡты.
Торнтон, һушына килгәс, йылға ситкә ташлаған бүрәнәлә йөҙтүбән ятыуын, ә Ганс менән Питтың уны, алға-артҡа хәрәкәтләндереп, яһалма тын алдырыуҙарын күрҙе. Ул тәү сиратта ҡарашы менән Бэкты эҙләп тапты. Бэк үлектәй ята, уның йән барлығы тойолмаған кәүҙәһе өҫтөндә Ниг шыңшый, ә Скит еүеш томшоғон һәм йомоҡ күҙҙәрен ялай. Үҙе тотош яралы һәм хәлһеҙ булһа ла, Торнтон аңына килеү менән Бэктың тәнен ентекләп ҡапшап сыҡты һәм уның өс ҡабырғаһы һынғанын асыҡланы.
— Тимәк, хәл ителде, — тип белдерҙе ул. — Беҙ ҡалабыҙ.
Улар Бэктың ҡабырғалары йүнәлеп, атларлыҡ хәлгә еткәнсе шунда ҡалды.
Ә ҡыш Доусонда Бэк әллә ни ҡаһарман да булмаһа ла, уға оло дан килтергән йәнә бер батырлыҡ эшләне. Был батырлыҡ бик ваҡытлы булды, сөнки өс хужаһына күптән теләп йөрөлгән, алтын эҙләүселәрҙән бер кем барып етмәгән, әҙәм аяғы баҫмаған көнтыуышҡа сәйәхәт өсөн улар мохтаж булған кәрәк-яраҡты табышырға ярҙам итте.
«Эльдорадо» барындағы һөйләшеүҙән башланды ул: ир-егеттәр яратҡан эттәре менән маҡтанырға тотондо. Бэк билдәле булғанға бәйләнсектәр өсөн бер сәп ине, Торнтонға уны ныҡлы яҡларға тура килде. Ярты сәғәт тә үтмәне, әңгәмәселәрҙең береһе, минең эт биш йөҙ фунтлыҡ йөклө сананы урынынан ҡуҙғата һәм хатта йөрөтә ала, тип иғлан итте. Икенсеһе үҙенең эте алты йөҙ фунтлы йөктө лә тартасаҡ, өсөнсөһө— ете йөҙ, тип шапырынды.
— Был нимә ул! — тине Джон Торнтон. — Минең Бэк меңде лә урынынан ҡуҙғатасаҡ.
— Һәм йөҙ ярд булһа ла шул йөк менән бара аласаҡмы?— тип һораны Бонанда королдәренең береһе, минең эт ете йөҙ фунтлы йөктө йөрөтә аласаҡ тип ышандырырға тырышҡан Мэттьюсон.
— Эйе, сананы ҡуҙғатасаҡ һәм йөҙ ярд үтәсәк, — тип тыныс ҡына раҫланы Джон Торнтон.
— Ярай, — тине Мэттьюсон, барыһы ла ишетһен өсөн туҡтай туҡтай, аныҡ итеп. — Мең долларға бәхәскә инәм: быны ул эшләй алмаясаҡ. Бына аҡса.
Ул болан колбасаһы йыуанлығындағы алтын ҡомо тултырылған тоҡсайҙы прилавкаға ырғытты.
Был һүҙгә бер кем дә яуап бирмәне. Торнтондың белдереүен бөтәһе лә буш шапырыныу тип ҡабул итте. Торнтон битенә ҡан һикереүен һиҙҙе: нисек бының теленән ысҡыныуын ул үҙе лә белмәй ҡалғайны шул. Мең фунтлы йөк тейәлгән сананы Бэк ҡуҙғата алырмы? Ярты тонна бит! Был һандың иҫ китмәле булыуы ҡапыл Торнтондың ҡотон осорҙо. Бэктың көсөнә ул бик ныҡ ышана һәм йыш ҡына, теләһә ниндәй йөктө лә тарта аласаҡ, тип уйлай. Әммә бер генә тапҡыр ҙа быны һынап ҡарау уның башына инеп сыҡмағайны, — ә бында унарлаған кешенең күҙҙәре уға төбәлгән, бөтәһе лә өндәшмәйенсә көтә. Йәнә тағы шуныһы: уның да, Ганс менән Питтың да мең доллары юҡ.
— Тышта минең санала он бар, егерме тоҡ, һәр береһендә иллешәр фунт, — тип ныҡышмал әрһеҙлек менән дауам итте Мэттьюсон. — Шулай итеп, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ.
Торнтон яуапһыҙ. Ул ни әйтергә лә белмәй. Йә береһенә, йә икенсеһенә фекер туплай алмаған кешеләй иғтибарһыҙ текләй. Ҡапыл уның ҡарашы урындағы байҙа, ҡасандыр уның менән иптәш булған Джим О’Брайенда туҡталды. Был уға этәргес һымаҡ тәьҫир итте һәм Торнтондың башына ла килмәгән ҡарар ҡабул итеү юлын күрһәтте.
— Миңә бер мең биреп тора алаһыңмы? — тип шыбырлап тиерлек һораны ул.
— Әлбиттә, — тине О’Брайен, һәм прилавкаға, Мэттьюсон тоҡсайы эргәһенә, алтын ҡомло икенсе һәлмәк кенә моҡсай шап итеп килеп ятты. — Шулай ҙа мин, Джон, һинең этең был эште атҡара алыр тип ышана алмайым.
«Эльдорадо»ла булғандар бөтәһе лә был ҡыҙыҡ тамашаны күрмәй ҡалмаҫ өсөн урамға һибелде. Кәрт өҫтәлдәре артында бер кем ҡалманы, бар уйынсылар ҙа бәхәстә кем еңерен ҡарарға йә үҙҙәре лә, кәпәс ташлап, бәхәсләшергә сыҡты. Тире кейемле бер нисә йөҙ кеше, ярым түңәрәк яһап, бигүк алыҫҡа китмәйенсә, сананы уратып баҫты. Мэттьюсондың мең фунт тартҡан оно бында ике сәғәтләп ҡаты һыуыҡта торғанға (термометр нулдән түбән алтмыш градусты күрһәтә ине) сана табандары тапалған тығыҙ ҡарға ҡуша ныҡлап туңған. Бәхәс яратыусылар Бэктың сананы ҡуҙғата алмаҫына ышанғанға «икегә — бер» — тигеҙ булмаған заклад тәҡдим итте. Әкәмәтерәк хәл килеп тыуҙы: «сананы ҡуҙғатыу» тигәнде нисек аңларға? О’Брайен, Торнтондың сана табандарын боҙҙан аҡтарырға хаҡы бар, Бэк шунан һуң ғына йөктө урынынан ҡуҙғатырға тейеш, тип иҫәпләне. Мэттьюсон иһә, бәхәс шарты буйынса Бэк үҙе сана табандарын боҙҙан аҡтара тартып алырға тейеш, тип ныҡыны. Шаһиттарҙың күпселеге бәхәсте Мэттьюсон файҙаһына хәл итте һәм Бэкҡа ҡаршы иҫәп «өскә — бер» нисбәтенә күтәрелде.
Әммә бәхәсте ҡабул итергә теләүсе табылманы: Бэктың бындай батырлыҡ эшләй алырына бер кем дә ышанманы. Торнтондың үҙен һәләкәтле килешеүгә йәлеп иткәне асыҡ ине. Ул үҙе лә был санаға, ҡар өҫтөндә бөгәрләнеп ятҡан ун эттән торған егемгә ҡарап, бындай батырлыҡтың мөмкинлегендә торған һайын икеләнә бара. Ә Мэттьюсон тантана итә.
— Өскә — бер! — тип ҡысҡырҙы ул. — Йәнә меңде ҡуям, Торнтон! Хәл иттекме инде?
Ыҙалы шик-шөбһәләре Торнтондың йөҙөнә үк сыҡҡайны, әммә барса иҫәп-хисаптарҙан юғары торған, бәрелеш шауынан башҡаға һаңғырау иткән йән ҡуҙғытыр бәхәс ҡомары уны ялмағайны инде. Был илерткес тойғоно еңә алырҙай бер ни ҙә юҡ. Ул Ганс менән Питты саҡырҙы. Уларҙың аҡса янсыҡтары бөтөнләй тиерлек буш: өсәүһе көс-хәлгә ике йөҙ доллар йыя алды. Һуңғы осорҙа уларға фарты сыҡмағайны шул: был ике йөҙ доллар — уларҙың барлыҡ мөлкәте. Әммә улар бер ниндәй икеләнеүһеҙ был аҡсаны Мэттьюсондың алты йөҙ долларына ҡаршы ҡуйҙы.
Мэттьюсондың ун этен туғарҙылар ҙа үҙ егеме менән санаға Бэкты ҡуйҙылар. Эргә-тирәләге көсөргәнеш эткә лә күсте, ул Джон Торнтонға ниндәйҙер бик мөһим нәмә эшләргә кәрәклеген һиҙемләне. Был мөһабәт йән эйәһен күреүгә халыҡ араһында һоҡланыулы шыбырлау ишетелде. Бэк бик яҡшы хәлдә — бер унция ла артыҡ майы юҡ, уның йөҙ илле фунт ауырлығы йөҙ илле фунтлыҡ ғәййәр көстән генә ғибәрәт. Тығыҙ йөнө ебәк кеүек йылҡылдай. Муйын һәм елкә йөнө ялды хәтерләтә һәм хатта тыныс ҡына торғанда ла аҙ ғына хәрәкәтләнеү менән, урғылып торған йәшәү көсөн белдереп, тырпая башлай. Уның һәр бер ҡылы көс менән тулышҡан һымаҡ. Киң күкрәк һәм ҡеүәтле алғы аяҡтары бөтә һынына теп-теүәл тап килешле, ә тире аҫтындағы мускулдары, әйтерһең, тығыҙ йомғаҡ. Яҡын килеп, был мускулдарҙы һәрмәп ҡараусылар, уларҙы тимерҙәндер, тип белдерә. Бэкҡа ҡаршы иҫәп «икегә — бер» нисбәтенә төштө.
— Мәҙрәс ул, сэр, мәҙрәс! — тип мығырҙанды яңы династияның бер короле Скукум-Бенча. — Уның өсөн мин һеҙгә һигеҙ йөҙ бирәм — һынауға тиклем, сэр, иҫкә алығыҙ. Һигеҙ йөҙ ҡулығыҙға һәм нисек бар — шул көйөнсә алам.
Торнтон, юҡты белдереп, баш сайҡаны һәм Бэкҡа яҡынланы.
— Юҡ, унан ситкә китегеҙ, — тип Мэттьюсон ризаһыҙлыҡ белдерҙе. — Уны үҙ иркенә ҡуйығыҙ — шулай ғәҙел булыр.
Халыҡ тынып ҡалды, өҙөк-өҙөк кенә бергә ҡаршы икене тәҡдим итеүселәрҙең өмөтһөҙ тауышы ишетелеп ҡуя. Бөтәһе лә килешә: эйе, Бэк иҫ китмәле екке эте, әммә иллешәр фунтлыҡ егерме тоҡ он бигерәк кире ҡаҡҡыһыҙ ҡаршылыҡ булып алға өйөлгәйне һәм тамашасылар янсыҡтарын сисергә баҙнат итә алманы.
Торнтон Бэк эргәһенә тубыҡланды, ҡуш ҡуллап уның башын ҡосаҡланы һәм яңағы менән уға һыйынды. Бөгөн ул уны, шаяртып, ғәҙәттәгесә һелкеткеләмәне, төрткөләмәне, яратып әр һүҙҙәрен ҡабатламаны. Юҡ, ул уның ҡолағына бары ниҙер шыбырҙаны.
— Әгәр ҙә мине яратһаң, Бэк... Әгәр ҙә яратһаң... — бына ул нимә тип шыбырҙаны. Һәм Бэк, саҡ-саҡ тыйылып, шыңшып ҡуйҙы.
Эргәләгеләр был күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Унда ниндәйҙер серлелек бар — ул арбауға оҡшаған. Торнтон ҡалҡынғас, Бэк тештәре менән уның ҡулын эләктерҙе лә бер аҙ тешләп тотҡандан һуң аҡрын ғына, теләр-теләмәҫ ысҡындырҙы. Был уның һүҙһеҙ яуабы ине, ул шулай хужаһына үҙенсә һөйөүен белдерҙе. Торнтон артҡа табан ярайһы алыҫ атланы.
— Йә, Бэк, — тип бойорҙо ул.
Бэк мисәү бауҙарын тартылдырҙы, унан бер нисә дюймға уларҙы бушатты. Был уның ғәҙәти алымы ине.
— Ҡуҙғал! — Көсөргәнешле тынлыҡта Торнтондың тауышы нисектер айырата асыҡ һәм киҫкен яңғыраны.
Бэк уңға янтайҙы, һыуға сумғандай эйелде, мисәү бауҙарын көсөргәнеп тартылдырҙы һәм йөҙ илле фунтлыҡ кәүҙәһен киҫкен ҡатырып, ҡапыл туҡтаны. Саналағы йөк ҡалтыранды, табандары аҫтында ниҙер зыңлап шытырҙаны.
— Йә! — тип йәнә ҡысҡырҙы Торнтон.
Бэк шул уҡ хәрәкәттәрҙе, был юлы инде һулаҡайғараҡ ҡайырылып, тағы ҡабатланы. Шытырҙау көслө шартлауға әйләнде, сана бәүелде һәм, табандары шығырҙап, бер нисә дюйм ситкә шыуҙы. Ул эҙгә ҡуша туңған боҙҙарҙан арынды.
Халыҡ ирекһеҙҙән тынын ҡыҫты.
— Хәҙер марш!
Торнтондың бойороғо пистолеттан атҡандай яңғыраны. Бэк, мисәү бауҙарын ныҡлы тартып, алға уҡталды. Уның бөтә тәне ҡурҡыныс көсөргәнеш менән йыйырылды, мускулдары төйөр-төйөр бүртеп сыҡты һәм йөн аҫтында тере йәндәй тәгәрләне. Киң күкрәге менән ул ҡарға ятты тиерлек, башын алға һондо, ә аяҡтары, ныҡлы тапалған ҡарҙа йәнәш ыҙандар ҡалдырып, күҙ эйәрмәҫ етеҙлектә, тәгәрмәстәй ҡотороноп әйләнде. Сана һелкенә һәм ҡалтырана, яртылаш урынынан ҡуҙғалырға ла өлгөрҙө. Кинәт кенә Бэктың бер аяғы тайып китте, халыҡ араһынан кемдер, ҡысҡырып, ахылдап ҡуйҙы. Әммә сана инде тағы ла ҡыҙыуыраҡ ҡалтыранды һәм башҡаса урынында тотҡарланмайынса, һелкенгеләп, алға барҙы— башта ярты дюйм, артабан дюйм... тағы икәүгә. Һелкенеү һиҙелерлек тигеҙләнеп, тиҙлек арта башлағас, Бэк сананы һәүетемсә алып китте.
Халыҡ, минут элгәре тын да алмай торғанын һиҙмәҫтән, иркен тын алып ебәрҙе. Торнтон иһә, күңелле тауыштар менән Бэкты ҡеүәтләп, сана артынан йүгерә. Ара алдан үлсәнгәйне, Бэк йөҙ ярдлыҡ арауыҡтағы бер ҡосаҡ утын һалынған ергә йүгереп барып етеү менән, һоҡланыулы тауыштар яңғыраны. Был тауыш, Бэк утынды үтеп, Торнтондың бойороғо буйынса туҡтағас, ҡыуаныслы геүләүгә әйләнде. Бөтәһе лә, хатта Мэттьюсон да, таң ҡалыуҙан, пыр туҙып шашына. Һауаға бүректәр, бейәләйҙәр оса. Кешеләр таныш булһа-булмаһа ла, белештермәйенсә, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫа, һәм барса шат лыҡлы ауаздар ниндәйҙер бәйләнешһеҙ сыр-сыу тыуҙыра.
Ә Торнтон Бэк алдына тубыҡланған һәм, уның маңлайына маңлай терәп, уны тартҡылай һәм һелкетә. Алғараҡ йүгереп сыҡҡандар уның Бэкты әрләүен ишетте. Ул уны оҙаҡ һәм ҡәнәғәтләнеп, яратып һәм наҙлап әрләне.
— Иҫ китмәле, сэр! Иҫ китмәле! — тип мығырҙаны король Скукум-Бенча. — Мин һеҙгә уның өсөн меңде бирәм, тотош мең, сэр... Ныу, теләһәгеҙ мең дә ике йөҙ?
— Юҡ, сэр, — тине Торнтон король Скукум-Бенчаға.
— Юҡ, теләмәйем. Шайтаныма китегеҙ, сэр! Бына мин һеҙгә ниндәй генә кәңәш бирә алам.
Бэк тештәре менән Торнтондың ҡулын эләктерҙе. Торнтон уны йәнә тегеләй-былай әйләндергеләй башланы. Бер үк хис-тойғоло тамашасылар хәүефһеҙ араға сигенде һәм башҡаса уларҙың мөғәмәләһен боҙорға баҙнат итерҙәй мөрәүәтһеҙ кеше табылманы.


VII бүлек
АУАЗДЫ АҢЛАУ


Бэк биш минут эсендә Джон Торнтонға мең алты йөҙ доллар эшләп биргәс, тегеһе үҙенең бурыстарын түләп, компаньондары менән көнсығышҡа, ул тѳбәктең үҙе кеүек үк боронғо легендаларға бай алтын һибелмәһе ятҡылыҡтарын эҙләр өсөн юлға сыға алды. Күптәр эҙләнде, һирәктәре генә тапҡыланы, бай тағы үҙҙәренең сәйәхәттәренән ҡайта алманы. Әкиәттәгеләй һибелмә сергә уралған һәм күп һәләкәттәрҙең сәбәпсеһе ине. Уны беренсе булып асыусыны бер кем дә белмәй. Хатта иң боронғо легендаларҙа ла был хаҡта әйтелмәй. Кешеләр шуны ғына белә: ул урында бик иҫкергән, яртылаш емерек бәләкәй генә өй торған. Ҡайһы бер алтын эҙләүселәр үҙҙәренең үлем сәғәтендә уны һәм алтын һибелмәһен күреүҙәре тураһында ант иткеләгән һәм әйткәндәрен раҫлау өсөн бөтә Төньяҡта тиңе булмаған эре алтын киҫәктәрен күрһәткеләгән. Әммә тереләр араһында бындай байлыҡтың ниндәйҙер өлөшөнә хужа булған бер кем дә юҡ, ә үлеләр — үле инде. Джон Торнтон, Пит һәм Ганс, үҙҙәре менән Бэкты һәм йәнә биш-алты эт алып, таныш булмаған юл буйлап, кешеләр ҙә, эттәр ҙә аяҡ баҫмаған ергә етергә өмөтләнеп, көнсығышҡа ҡарай ҡуҙғалды. Улар Юкон буйлап үргә етмеш миль үтте, һуңынан Стюарт йылғаһы ыңғайына һулаҡайға ҡайырылды, Мэйоны һәм Мак-Квещенды сыҡтылар ҙа Стюарттың материкты уратып алған тау һырттарының бейек ҡаялары тирәләй сылтыраған шишмәгә әйләнгән еренә тиклем киттеләр.
Джон Торнтон кешеләрҙән дә, тәбиғәттән дә күпте талап итмәй. Әҙәм аяғы баҫмаған ҡырағай урмандар уны ҡурҡытмай. Кеҫәһендәге бер ни тиклем тоҙ һәм яурынындағы мылтығы менән ул урман төпкөлөнә тиклем үтеп инә һәм ҡайҙа теләһә, шунда, күпме кәрәк — шунса йөрөй. Ул индеец һымаҡ йәшәй, бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, сәйәхәт мәлендә аҙыҡты һунар итеп таба. Әгәр бер ниндәй ҙә табыш осрамаһа, ул шундай уҡ тыныслыҡ һәм иртәме-һуңмы уны табырына ныҡлы ышаныс менән юлын дауам итә. Көнсығышҡа сәйәхәттәрендә уларҙың ризығы һунар итеп табылған иттән, саналағы әйберҙәре башлыса иң кәрәкле ҡорал һәм ҡорамалдарҙан тора, ә ниәттәре ваҡытты сикләмәйенсә ҡаралғайны.
Бэк бындай тормоштан — һунарҙан, балыҡ тотоуҙан, таныш булмаған яңы урындарҙы ҡыҙырыуҙан ҙур ләззәт ала. Улар йә рәттән бер нисә аҙна буйы бара ла бара, йә ҡайҙа ла булһа лагерь ҡороп, аҙналар буйы ял итә; эттәр бер ни эшләмәй, ә кешеләр туң ерҙе соҡоп, йә тау тоҡомон шартлатып, усаҡ эргәһендәге улаҡта уны йыуып, алтын эҙләй. Ҡайһы берҙә улар асыға, ҡайһы берҙә ризыҡты иркен тотоналар— бөтәһе лә юлда табыш осрауына, һунарҙың уңышына бәйле.
Йәй килде. Йөктәрен артмаҡлап, кәшмәктә тауҙағы күлдәрҙе йөҙөп сыҡтылар, билдәһеҙ йылғалар буйлап, ағас олононан ырып эшләнгән бәләкәй кәмәләрҙә йә түбәнгә аҡтылар, йә үргә күтәрелделәр.
Айҙар үтте, ә улар һаман ерҙең тикшерелмәгән, кешеләр әле булмаһа ла, ташландыҡ өй тураһындағы легендаларға ярашлы, ҡасандыр йәшәгән ҡырағай урындарҙа йөрөй бирҙеләр. Йылғаларҙы айырып торған тау һырттарын артылдылар, әллә нисәмә тапҡыр унда уларҙы ҡар бурандары ҡаршыланы. Урман менән мәңгелек ҡарҙар сигендә төнгө ҡояш аҫтындағы яланғас түбәләрҙә һыуыҡтан ҡалтырандылар. Болот кеүек ләпәкәйҙәр баҫҡан йылы үҙәндәргә төштөләр, боҙлоҡтар күләгәһендә бешкән еләктәр һәм матурлығы буйынса көньяҡтың иң күркәмдәре менән ярыша алырҙай сәскәләр йыйҙылар. Көҙгә улар тауыш-тынһыҙ ятҡан тылсымлы бойоҡ күлдәр иленә килеп юлыҡты. Ҡасандыр бында йәнлектәр ҙә булғандыр, әммә хәҙер тормош билдәһен белдереүсе бер ни ҙә юҡ — һыуыҡ ел генә һыҙғыра, ышыҡ урындарҙа һыу туңа башлаған һәм шыҡһыҙ ярҙарға моңһоу тулҡындар ҡағыла.
Икенсе ҡышты ла улар үҙҙәренә тиклем булған билдәһеҙ кешеләрҙең күптән юйылған эҙҙәрен юллап үткәрҙе. Бер мәл улар ҡарурман эсендә ағарып күренгән һуҡмаҡҡа килеп сыҡты. Бик боронғо һуҡмаҡ ине был. Уларға теге ташландыҡ өй ҡайҙалыр яҡында һымаҡ тойолдо. Ләкин һуҡмаҡтың башы ла, осо ла табылманы. Уны кем һәм ни өсөн һалыуы ла асыҡланмай ҡалды.
Икенсе юлы улар һунарсыларҙың ваҡыт ғәли йәнәптәре ҡыйратҡан ҡыуышына тап булды. Сереп бөткән юрған ҡалдыҡтары араһында Джон Торнтон оҙон көбәкле саҡма мылтыҡ табып алды. Бындай мылтыҡтарҙы Гудзон Ҡултығы Компанияһы төньяҡ-көнсығышҡа бөтәһе ынтылған тәүге йылдарҙа сығарғайны. Ул саҡта бер мылтыҡҡа уның бейеклегендә тығыҙ итеп өйөлгән ҡондоҙ тиреһе бирәләр ине. Алам-һалам араһында был ҡыуышты төҙөгән һәм юрған араһында мылтығын ҡалдырған кеше тураһында белдергән башҡаса бер ни ҙә табылманы.
Яңынан яҙ килде. Оҙаҡ ҡына ерҙәр гиҙгәндән һуң ахырҙа улар ташландыҡ легендар өйҙө түгел, киң үҙәндең өҫтөндә генә ятҡан һибелмәне таптылар. Бында шул тиклем алтын күп: улаҡ төбө һары май кеүек ялтырай. Өс иптәш башҡаса эҙләнмәҫкә булды. Бында улар бер көн эсендә (ял көндәрһеҙ эшләнеләр) мең долларлыҡ алтын ҡомо йыуа башланы. Алтынды болан тиреһенән тегелгән тоҡтарға иллешәр фунт тултыралар ҙа шыршы ботаҡтарынан үргән ҡыуыш эргәһенә утын әрҙәнәһеләй өйә баралар. Ауыр эш менән мауығып, көндәрҙең бер-бер артлы үткәнен дә һиҙмәнеләр. Көндәр төш һымаҡ алышынып торҙо, ә байлыҡ өйөмө үҫкәндән-үҫә барҙы.
Эттәргә бөтөнләй эш юҡ, бары ваҡыты-ваҡыты менән Торнтон атҡылаған табышты ғына килтерергә кәрәк. Шуға күрә Бэк оҙайлы сәғәттәрҙе усаҡ эргәһендә уйланып үткәрә. Был эшһеҙ мәлдәрҙә ҡыҫҡа аяҡлы йөнтәҫ кеше уның күҙ алдына торған һайын йышыраҡ килеп баҫа. Бэк, утҡа күҙҙәрен ҡыҫып, үҙен был кеше менән томанлы ғына иҫләнгән башҡа донъяла йөрөйөм тип хис итә.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡан ауазы - 6
  • Büleklär
  • Ҡан ауазы - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4323
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2181
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4215
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2154
    27.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4251
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2112
    28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4103
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2065
    28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 4224
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2080
    28.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 4117
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2086
    28.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 917
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 667
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.