Latin

Ҡан ауазы - 3

Süzlärneñ gomumi sanı 4251
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2112
28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Доусонға килеп, ете көн үткәс, улар, текә яр буйлап, яңынан Юкон боҙона төштөләр һәм ҡайтыу юлына, Дай менән Тоҙло Һыу йүнәлешенә, сыҡтылар. Перро хәҙер Доусонға килтергән почтаға ҡарағанда ла ашығысырағын алғайны. Етмәһә, ул йыллыҡ тиҙлек рекорды ҡуйыу ҡомарына бирелде. Хәлдәрҙең торошо быға ыңғай булды. Эттәр, аҙна буйына ял итеп, көстәрен ярайһы нығытты. Ҡарҙа улар һалған эҙ башҡалар тарафынан яҡшы тапалғайны. Шуға өҫтәп, был юлда полиция ике-өс урында эттәр һәм кешеләр өсөн аҙыҡ-түлек урындары асҡайны. Шуға улар ҡайтыуға еңелерәк йөк менән ҡуҙғалды.
Тәүге көндө үк улар Юкон буйлап үргә илле миль үттеләр, ә икенсеһенең кисенә Пеллиға яҡынланылар. Әммә был һәйбәт тиҙлек Франсуаға күп мәшәҡәт һәм борсолоу тыуҙырҙы. Бэк ҡуҙғытҡан бола егемдең берҙәмлеген емерә. Эттәр хәҙер берәүҙәй булып йүгермәй. Бэктың яҡлауына арҡаланып, улар йыш ҡына эш боҙа. Хәҙер улар Шпицтан башлыҡтан ҡурҡырға тейеш булған рәүештә ҡурҡмайҙар. Уның алдындағы элгәрге шөрләү юҡҡа сыҡты, Бэк ҡына түгел, башҡалар ҙа уның беренселеген танымай башланы. Бер төндѳ Пайк Шпицтың ярты балығын шылдырҙы һәм Бэк һағы аҫтында шунда уҡ ашап та ҡуйҙы. Икенсе юлы Даб менән Джо үҙҙәренә тейешле ойпаланыуҙан ҡотолоу өсөн Шпицҡа башлап һөжүм итте. Хатта йыуаш Билли ҙа, хуш күңелле булыуын ҡалдырып тороп, элеккесә ярамһаҡланып өргөләмәй. Бэк иһә һәр ваҡыт Шпиц эргәһенән үтешләй ырылдай һәм уҫал көҙөрәйә. Ғөмүмән, ул ысынтылап бәйләнсеккә әйләнде, оятһыҙ рәүештә Шпицтың морон төбөндә йөрөүҙе ғәҙәт итеп алды.
Тәртиптең бөтөүе эттәр араһындағы мөғәмәләлә сағылды. Улар әүәлгегә ҡарағанда йышыраҡ тешләшә һәм әлдән-әле лагерь ысын мәғәнәһендәге тамуҡҡа әүерелә. Тик Дэйв менән Соллэкс ҡына үҙҙәрен элеккесә тота, хәйер, улар ҙа тыныс түгел — уларҙы эргә-тирәләге был өҙлөкһөҙ тешләшеү тамам екһендерә башланы. Франсуа аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән әрләшә, көсһөҙлөктән үртәлеп, урынында ауыр тапана, сәстәрен йолҡа. Уның сыбыртҡыһы даими рәүештә эттәрҙең арҡаһында уйнай, әммә бынан һөҙөмтә аҙ. Франсуаның боролоуы була — хәл яңынан ҡабатлана. Ул Шпицты яҡлай, ә Бэк — ҡалғандарҙың бөтәһен дә. Франсуа яҡшы белә: бөтәһенә лә Бэк сәбәпсе, Бэк уның быны белеүен дә яҡшы аңлай. Әммә ул шул тиклем хәйләкәр — уны этлеге мәлендә тотоуы мөмкин түгел. Егемдә ул ныҡ тырыша, сөнки эш уға ҡәнәғәтлек бирә. Шу лай ҙа юлдаштары араһында йәшертен талаш сығарып, эҙ һепереү бынан да ҙурыраҡ ҡәнәғәтләнеү тыуҙыра башланы.
Бер мәл Тэхкин тамағындағы туҡталышта кискелеккә ашап алғандан һуң Даббер ҡуянды өркөттө, әммә уны эләктереп өлгөрә алманы. Күҙ асып йомғансы бөтә өйөр табышты ҡыуырға ташланды. Лагерҙан йөҙ ярд алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыш полицияһының иллеләп эт тотҡан станцияһы бар ине, уларҙың бөтәһе лә һунарға ҡушылды. Ҡуян йылға боҙо өҫтөнән сапты һәм, туңған инешкә боролоп, тәрән ҡар өҫтөнән еңел генә һикерә-һикерә артабан елдерҙе, ә эттәр, ауырыраҡ булғас, аҙым һайын ҡарға бата. Бэк, бер-бер артлы йылымдарҙы урай-урай, алтмышлап эттән торған өйөрҙөң алдынан саба, ҡуянды ҡыуып етә алмай. Ул һуҙылып саба һәм кинәнес менән саңҡылдап ҡуя. Уның һоҡланғыс кәүҙәһе аҡһыл ай нурына ҡойонған һауала йәшендәй ялтлай. Һыуыҡ төндөң аҡ шәүләһе кеүек, ҡуян да шундай уҡ тиҙлектә алға оса.
Йылдың билдәле миҙгелендә тере йәндәрҙе ҡурғаш төйөрсөктәр менән үлтерер өсөн шау-шыулы ҡаланан кешеләрҙе урман һәм яландарға ҡыуған боронғо инстинкттар хәҙер Бэкта ла терелде, һәм ҡанға һыуһау, һунар ҡомары унда, ҡырағай дәүерҙәргә ыңғайлаған йыртҡыста, күпкә тәбиғи ине. Табышҡа, тере иткә тештәре менән ҡаҙалыу, томшоғон күҙенә тиклем йылы ҡанға батырыу өсөн енләнеп ҡыуалаған өйөр алдынан ынтыла.
Йәшәүҙең иң бейек нөктәһе, йәшәтеүсе көстәрҙең иң юғарғы көсөргәнеше — ләззәттә онотолоу бар. Шуныһы ғәжәп: был мәл — йәшәүҙе тулыһынса тойоу һәм үҙ-үҙеңде лә, эргә-тирәңде лә тулыһынса онотоу. Бындай үҙ-үҙеңде кинәнестә юғалтыу кимәлендәге илһамлы мәл ижадсы-рәссамға килә. Ул яугирҙы яу яланында биләп ала һәм ул, һаҡланырға кәрәклеген онотоп, үлемгә лә еңеүсе тойғоһо менән бара. Бэк тап ошондай кисерештәр солғанышында, бүреләрҙең боронғо еңеү ораны менән табыш артынан, ай нурына күмелеп, өйөр алдынан саба. Был хистәр, уны ваҡыт төпкөлөнә ҡайтарып, үҙенә лә билдәле булмаған эске булмышынан килә. Унда тормош ҡайнай, яҙғы ташҡын булып йәйелә, һәм һәр мускулы, һәр тарамышы ут булып уйнай, йәшәү ҡыуанысы хәрәкәткә, йондоҙҙар аҫтында һыуыҡтан туңған үлек ер өҫтөнән ошо ярһыулы сабышҡа әйләнә.
Хатта иң ҡырҡыу мәлдәрҙә лә һалҡын ҡанлы һәм һаҡ була алған Шпиц, өйөрҙән айырылып, йылға бөгөлөнә ҡарай ҡуян йүнәлешенә арҡыры елде. Бэк быны шәйләмәне, бөгөлдө уратҡанда алда йылтлаған аҡ ҡуян шәүләһен генә күрҙе. Ҡапыл тәүгеһенән ҙурыраҡ икенсе аҡ шәүлә текә ярҙан ҡуян алдына һикерҙе. Был Шпиц ине. Ҡуян артҡа борола алманы. Шпиц һикергән ыңғай уның арҡаһына тештәрен батырҙы һәм ҡуян, ауыртыныуҙан кеше нисек ҡысҡырып ебәрһә, шундай уҡ та уыш сығарҙы. Йәшәү өсөн алыштың иң көсөргәнешле мәлендә үлемдең тимер ҡосағына эләккән йән эйәһенең был ауазын ишеткән Бэк артынан ынтылған бөтә өйөр шашынып олоп ебәрҙе.
Бэк ҡына тауыш сығарманы. Ул туҡталып та тормаҫтан Шпицҡа, боғаҙынан эләктерергә ниәтләп, йәшен ташындай йомолдо, тик эләктерә алманы. Икеһе бер йомғаҡ булып, ҡар туҙҙырып, тәгәрләп киттеләр. Шпиц беренсе булып шундай тиҙ ырғып торҙо, әйтерһең, йығылманы ла, — бер ыңғайҙан Бэктың иңбашынан тешләне һәм ситкә ырғыны. Уның яңаҡтары шул арала ҡапҡан тимереләй ике тапҡыр үлемесле ҡыҫылып өлгөрҙө, йәнә һикереү өсөн арауыҡ ҡалдырып, артҡа тайшанды һәм, өҫкө иренен күтәреп, тештәрен ыржайтып, ырылдап ебәрҙе.
Бэк хәл иткес мәл еткәнен, был алыш йәшәү менән үлем сигендә буласағын яҡшы аңланы. Улар, ҡолаҡтарын шымартып, ырылдай-ырылдай, һөжүм өсөн уңайлы мәл көтөп, бер-береһе тирәләй әйләнгәндә, Бэк өсөн ҡапыл былар бөтәһе лә таныш, эргә-тирәләге аҡ урман, ап-аҡ ер, ай нуры һәм алыштан иҫереү ҡасандыр булған кеүек тойолдо. Тирә-йүндәге аҡ тынлыҡта һиҙелер-һиҙелмәҫ нимәлер бар һымаҡ. Ә бер ниндәй хәрәкәт, бер ниндәй ҡыштырлау юҡ, ағастарҙа бер генә ҡатҡан япраҡ та ҡалтыранмай, тик һыуыҡ һауала эттәрҙең тын алышынан сыҡҡан быу ғына өҫкә һуҙыла. Улар, бүреләрҙең ҡулға насар эйәләштерелгән тоҡомо, ҡуян менән эште тиҙ бөтөрҙө, һәм хәҙер көсөргәнешле, тауыш-тынһыҙ көтөү халәтендә алышҡа ташланған икәүҙе түңәрәккә алды. Бөтәһенең дә күҙҙәре яна, асыҡ ауыҙҙарынан быу күтәрелә. Был ҡасанғылыр тәүтормош дәүеренән булған күренеш Бэк өсөн яңы ла, сәйер ҙә түгел. Ошолай һәр ваҡыт булған һәм уға аптырарға ла ярамайҙыр һымаҡ.
Шпиц — тәжрибәле һуғышҡаҡ. Шпиц бер гендан бөтә Арктика, Канада һәм Үле Ер аша үткән юлында ул төрлө эттәрҙе күп күрҙе, бөтәһен дә еңеп, үҙенә буйһондорҙо. Уның ҡотороноуы ҡурҡыныс, бер үк мәлдә уның бындай осраҡта ла күҙе томаланмай. Теткеләү һәм бөтөрөү теләге менән янғанда ла дошманының да шундай уҡ утта яныуын һис бер онотмай. Яуап һөжүменә әҙер булмайынса ул бер ҡасан да үҙе башламай, уңышты алдан уҡ хәстәрләмәйенсә дошманға ырғылмай.
Бэк тың был уҫлаптай аҡ эттең муйынына тештәрен ҡаҙарға тырышыуы бушҡа ғына ине. Һаҡланмаған урынға тештәре ҡағылып та өлгөрмәй, уларҙы Шпицтың тештәре ҡаршылай. Тештәргә тештәр бәрелә, икеһенең дә мороно ҡанда, Бэк бер нисек тә дошманының һиҙгерлеген алдай алмай. Ул ҡыҙа башланы һәм Шпицты өйөрмәләй ябырылыуы менән шаҡ ҡатырҙы. Ул ҡат-ҡат йәшәү тибеше ише телгән ҡарҙай аҡ муйынға ынтылды, тик Шпиц һәр осраҡта ла, уны тешләп, ситкә тайпыла барҙы. Шунда Бэк икенсе алым ҡулланды: Шпицтың ғорлаһына ынтылған булды ла, ҡапыл башын артҡа ташлап, боролдо һәм Шпицты ҡолатыр өсөн уға яурыны менән тарандай һуғылды. Әммә Шпиц уның яурынын тешләп өлгөрҙө һәм еңел генә ситкә һикерҙе.
Шпиц әле булһа яраланмаған, ә Бэк ҡанһырай һәм ауыр тын ала. Алыш торған һайын аяуһыҙыраҡ була бара. Уларҙы уратҡан эттәр тулы тынлыҡта, еңелгәнде ботарларға әҙерләнеп, икеһенең береһе тәгәрәгән мәлде түҙемһеҙләнеп көтә. Бэктың тыны ҡыҫыла башлағас, Шпиц һаҡланып йөрөүҙән һөжүмгә күсте һәм уға ял итергә мөмкинлек бирмәй башланы. Бэк инде сайҡала. Бер тапҡыр ул тәгәрәп тә китте — һәм барлыҡ алтмыш эт һә тигәнсе аяҡтарына баҫты. Әммә Бэк бер һикерештә тороп баҫты, һәм түңәрәк яңынан тауыш-тынһыҙ ҡатып ҡалды.
Бэкта кешене лә, йыртҡысты ла бөйөк итә ала торған нәмә — фараз итә алыу һәләте бар ине. Алышта ул инстинктҡа буйһона, әммә мейеһе лә
эшләүҙән туҡтамай. Дошманына ул элекке алым — иңбашы менән бәрелеүҙе ҡабатларға теләгәндәй ырғыны, тик иң һуңғы мәлдә ергә эйелде һәм Шпицтың һул алғы аяғын тештәренә эләктерҙе. Һынған һөйәк тауышы ишетелде һәм аҡ эт өс аяҡта ғына тороп ҡалды. Бэк уны өс тапҡыр йығырға тырышты, ахырҙа шул уҡ алым менән алғы уң аяғын да сәйнәне.
Ауыртыныуға һәм аяныс хәленә ҡарамаҫтан, Шпиц аяғында ҡалыу өсөн көсөргәнешле тырышлыҡ һалды. Ул түңәрәк яһап торған тауыш-тынһыҙ эттәрҙе, уларҙың янған күҙҙәрен, һәлберәгән телдәрен һәм һауа һулағанда сығарған быуҙарының юғары күтәрелгәнен күрә. Уның эргәһендә түңәрәк йәнә тарая төштө. Элек еңелеүсе тирәләй түңәрәктең тамам ҡыҫылыуын нисәмә тапҡырҙар күргәйне бит! Был юлы иһә еңелеүсе үҙе ине.
Уның яҙмышы хәл ителгәйне. Бэк аяу белмәй. Рәхимлелек йомшаҡ климатта ғына урынлы. Ул һуңғы бәрелешкә әҙерләнде. Эттәр хәҙер шул тиклем яҡын — уларҙың ул йылы тынын ҡабырғаларын да һиҙә. Шпиц артын да ул ергә ята биреберәк һикерергә әҙерләнеүселәрҙе, уның һәр бер хәрәкәтен ентекле күҙәткән ҡараштарҙы шәйләй. Тынлыҡ урынлашты. Бөтә эттәр урындарында тораташтай ҡатып ҡалған. Шпиц ҡына бөтә кәүҙәһе менән ҡалтырай һәм сайҡала, йөндәрен көҙөрәйтеп, яҡынлашҡан үлемде ҡурҡытырға теләгәндәй, уҫал ырылдай. Бына Бэк уға ташланды һәм шунда уҡ кире ырғыны. Был юлы иңбаш менән бәрелеү үҙ эшен эшләне.
Шпиц йығылды. Эттәрҙең ҡара түңәрәге ай нурында ялтыраған ҡарҙа бер нөктәгә йыйылды һәм Шпиц юҡҡа сыҡты. Ә Бэк еңеүсе булып баҫып тора һәм өйөрҙө күҙәтә. Үлтерештән кинәнес табып, тантана итеүсе тәүтормош йыртҡысы ине был.


IV бүлек
БЕРЕНСЕЛЕК ӨСӨН КӨРӘШТӘ КЕМ ЕҢДЕ?


— Йә, мин нимә тинем? Был Бэкта ике шайтан ултырыуы дөрөҫ булманымы ни?
Икенсе көн иртәнсәк Шпицтың юғалыуын, ә Бэктың тотош яралы булыуын белгәндән һуң үҙенең тойғоларын Франсуа шулай белдерҙе. Ул Бэкты усаҡҡа яҡын килтерҙе һәм ут яҡтыһында Перроға янбашын һәм арҡаһын күрһәтте.
— Был Шпиц ҡырағай йыртҡыс кеүек алышҡан, — тине Перро, өңөрәйеп торған яраларҙы һәм тешләнгән урындарҙы ҡарай-ҡарай.
— Ә Бэк ике йыртҡыс кеүек, — тип яуапланы Франсуа. — Ныу, хәҙер беҙҙең эштәр ыңғайға китәсәк. Шпиц булмағас, талашҡа ла урын ҡалманы.
Перро саналарға бөтә әйберҙәрҙе йәтешләп һалған арала әйҙәүсе эттәрҙе екте. Һәр саҡ Шпицты еккән урынға Бэк килеп баҫты. Франсуа уға иғтибар ҙа итмәйенсә был урынға Соллэксты килтерҙе: ул башлыҡ урынына яраҡлы итеп уны күрә ине. Әммә Бэк, ярһып, Соллэксҡа ташланды ла, уны ҡыуып ебәреп, Шпиц урынына үҙе баҫты.
— Бына һиңә кәрәк булһа, — тип таң ҡалыуҙан боттарына һуға-һуға ҡысҡырып ебәрҙе Франсуа. — Бэкҡа ҡара әле! Шпицты таланы ла хәҙер башлыҡ булырға теләй.
— Кит бынан, юлбаҫар, — тип ҡысҡырынды ул Бэкҡа, ләкин тегеһе бер ни булмағандай тора бирҙе.
Франсуа уны, елкәһенән эләктереп, уҫал ырылдауына ҡарамаҫтан, ситкә һөйрәне һәм башлыҡ урынына йәнә Соллэксты ҡуйҙы. Тегеһенә был бөтөнләй оҡшаманы: күренеп тора — оло эт Бэктан ҡурҡа. Франсуа ла кирегә бөткән — үҙенекен итте, әммә боролоуы булды, Бэк тағы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Соллэксты ҡыуып ебәрҙе.
Хәҙер инде Франсуа ныҡ асыуланды.
— Бына мин һинең арт һабағыңды уҡытайым әле! — тип ҡысҡырҙы ла йүгереп барып ауыр күҫәк алып килде.
Бэк ҡыҙыл свитерлыны хәтерләне һәм аҡрын ғына артҡа сигенде. Башҡаса ул, Соллэксты һаман да алға ҡуйғас, уны ҡыҫырыҡлап маташманы, тик күҫәк етмәҫлек алыҫлыҡта урала башланы.
Уҫал һәм үпкәсел өргөләп, әгәр ҙә Франсуа елгәрә ҡалһа, тайпылып ҡалыу өсөн бер мәлгә лә күҫәктән күҙ яҙлыҡтырмай ситтәрәк йөрөй бирҙе, сөнки был нәмәнең ни икәнен, үҙ тәжрибәһенән сығып, бик яҡшы үҙләштергәйне.
Әйҙәүсе үҙ мәшәҡәттәре менән булды һәм сираты еткәс кенә Дэйв алдынан ҡуйыу өсөн Бэкҡа өндәште. Бэк бер нисә аҙым артҡа сигенде. Франсуа уға табан бара башланы, әммә эт тағы ла артҡараҡ шылды. Был бер нисә тапҡыр ҡабатланды, ниһайәт, Франсуа, Бэк шунан ғына ҡурҡалыр тип, күҫәген ситкә ташланы. Ләкин хикмәт күҫәктә түгел ине — Бэк башлыҡ булыу өсөн асыҡтан-асыҡ бола ҡуптарҙы. Хаҡлы рәүештә был урын уныҡы, ул уға лайыҡ һәм унан да кәмгә ризалашмаясаҡ.
Перро Франсуаға ярҙамға ашыҡты. Сәғәт буйына улар Бэкты баҫтырҙы, таяҡтар менән бәргеләне, әммә эт йәтеш ялтана килде. Тегеләр уның ата-әсәһен, олатай-өләсәләрен, донъяға киләсәк әллә нисәмә быуынын, тиреһендәге һәр бер ҡылын, тамырҙарындағы һәр бер тамсы ҡанын әрләп-һүгеп сыҡты. Бэк иһә әрләшеүҙәргә ырылдап яуап бирҙе һәм үҙенә яҡын ебәрмәне. Ул ҡасып китергә лә йыйынмай, тик кешеләргә, әгәр ҙә ул теләгәнсә булһа, тыңлаясағын белдереп, лагерь тирәләй йөрөй бирә.
Франсуа, аптырап, ни эшләргә белмәйенсә ҡарға сүгәләне һәм елкәһен тырнаны. Перро, сәғәтенә күҙ һалып, һүгенеп ҡуйҙы. Ваҡыт үтә, улар бер сәғәт элек үк ҡуҙғалырға тейеш ине. Франсуа, йәнә елкәһен тырнаштырып, башын сайҡаны ла, курьерға ҡарап, уңайһыҙланып, көлөмһөрәне. Тегеһе, яуап итеп, үҙҙәренең еңелеүен танығандай, яурындарын йыйырҙы.
Франсуа, Соллэкс янына килеп, Бэкты саҡырҙы. Бэк үҙенсә, эттәрсә, көлөп яуапланы, әммә әле булһа ярайһы ғына арауыҡта ҡала бирҙе. Франсуа, Соллэксты туғарып, кире үҙ урынына ҡуйҙы. Бөтә егем, тотош сылбырға теҙелеп, әҙер хәлгә килтерелде. Бэкҡа хәҙер алдағы башлыҡ урынынан башҡа урын да ҡалмағайны. Франсуа уны тағы саҡырҙы, ә Бэк йәнә көлөп кенә ҡуйҙы, тик саҡырыуға һаман килмәне.
— Күҫәгеңде ташла, — тип әмер бирҙе Перро.
Франсуа быны эшләгәс кенә Бэк тантаналы ҡиәфәттә егем алдына килеп баҫты. Уға ҡайыштарҙы кейҙерҙеләр, саналар туңған ерҙән ҡуҙғатылды, һәм улар һә тигәнсе йылғаға сыҡты, ә ирҙәр саңғыла йәнәш йүгерҙе.
Әйҙәүсе Франсуа элек тә, Бэкта ике шайтан ултыра тип, уға ҡарата юғары фекерҙә ине, әммә бер көн дә үтмәне, был этте ул тулыһынса баһалай алмағанына төшөндө. Бэк шунда уҡ башлыҡ роленә инде, үҙенең зирәклеге, йылғырлығы, тәүәккәллеге менән хатта Шпицты, Франсуа ҡасан да булһа күреп белгән иң яҡшы башлыҡты, уҙҙырҙы.
Әммә иң иҫте китәргәне уның башҡаларҙы буйһондора алыу һәләте ине. Ул, башлыҡ булараҡ, шунда уҡ бөтәһен дә талаптарын үтәргә мәжбүр итте. Дэйв менән Соллэкс яңы башлыҡҡа бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәне. Уларҙың бурысы эшләү — көс йәлләмәй саналарҙы һөйрәү; уларға ҡамасауламағанда, был икәү бөтәһенә лә риза. Башлыҡ булып хатта Билли торһа ла ярай, тик тәртип кенә булдырһын! Ләкин башҡалар һуңғы арала бәйҙән ысҡынғайны. Уларға Бэктың ҡаты талапсанлығы оҡшап етмәне. Егемдә Бэк артынса барған ялҡау Пайк элек ҡайышты ҡотолғоһоҙ осраҡта ғына, көстө бер генә тамсыға ла артыҡ исрафламай тарта ине. Хәҙер Бэк уны аҙым һайын тиерлек төрткөләй, һәм Пайк беренсе көндә үк йөктө ғүмерҙә булмағанса тырышып тарта башланы. Ә Джо тәүге кистәге туҡталышта уҡ ныҡлы яза алды — был хатта Шпицҡа ла бер ҡасан да мөмкин булмағайны. Бэк уға бөтә ауырлығы менән ташланды һәм тегеһе йәлләтеп шыңшый башлағансы ойпаланы.
Бөтә егем шунда уҡ күпкә яҡшыраҡ эшләй башланы. Хәрәкәт итеүҙәге көйлөлөк яйға һалынды, эттәр йөктө бер йәнгә әйләнгәндәй һөйрәне. Ринк Репиде шаршыһында Перро йәнә ике канада сәңкелдәген — Тик менән Кунаны һатып алды. Бэк уларҙы шул тиклем тиҙ өйрәтте — Франсуа аһ итте, ғәжәпләнеүҙән тыйыла алманы.
— Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә, Бэк һымаҡ башҡа берәй этте таба алмаясаҡһың, — тип тәҡрарланы ул. — Бындай өсөн, валлаһи, мең доллар ҙа йәл түгел! Перро, юҡ, тиерһеңме? Перро килешә. Был мәлгә ул, тиҙлек рекордын уҙып, көн һайын йөрөштө ҡыҙыулата бара. Юл һәйбәт, ҡаты, яҡшы таҡырланған, уның өҫтөндә сана шыуыуын ҡыйынлаштырған кәүшәк ҡар юҡ. Өҫтәүенә ул тиклем һыуыҡ та түгел. Температура илле градусҡа тиклем төштө лә шул көйөнсә ҡалды. Перро менән Франсуа, алмашлап, йә санала, йә саңғыла бара, ә эттәр, ҡыҫҡа ғына туҡталыштар яһап, бер тигеҙ һикереп сабалар.
Утыҙ милле йылға инде ярайһы ҡаты боҙ менән ҡапланғайны, һәм улар бер көн эсендә Доусонға ун көн буйы барған араны үттеләр. Шунан улар туҡталышһыҙ Ле-Барж күленән Аҡ Алаша шарлауығына тиклем алтмыш миль саптылар. Марш,Тагиш һәм Бэннет (етмеш миль) күлдәре аша эттәр шундай тиҙлектә елде: ирҙәрҙең саңғыла барғаны санаға бәйләнгән епкә тотоноп шыуырға мәжбүр ине. Һәм, ниһайәт, икенсе аҙнаның һуңғы кисендә улар, Аҡ артылышты сығып, диңгеҙгә, Скагуэя һәм ҡултыҡта торған карап уттары емелдәгән урынға төшә башланы.
Рекордлы сабыш ине был. Ике аҙна эсендә улар көнөнә уртаса ҡырҡар миль үтте. Тулы өс көн Перро менән Франсуа, Скагуэяның төп урамы буйлап, күкрәктәрен киреп йөрөнө, һәм төрлө яҡтан уларҙы эсергә саҡырған тауыштар яңғырап торҙо, ә уларҙың егеме һәр ваҡыт екке эттәрен баһалай белеүселәр һәм һатып алыусыларҙың, таң ҡалып, тел шартлатыусы төркөмө менән уратылып алыныр булды.
Күп тә үтмәҫтән Көнбайыштың бер нисә баш киҫәре ҡаланы талап сығырға ынтылып ҡараны, һәм был дыуамаллыҡтары арҡаһында борос һауытындай тишкеләнгәс, тамашасылар яңы шаҡ ҡатырғыс ваҡиғаға әүрәне. Перро шул мәл яңы бойороҡ алды. Уны белгәс, Франсуа Бэкты саҡырып алды ла, уны ике ҡуллап ҡосаҡлап, илап ебәрҙе. Бэк был эшлекле ирҙәр менән шулай хушлашты. Быға тиклемге башҡа кешеләр кеүек үк, улар ҙа уның тормошонан мәңгегә юйылды. Уны һәм башҡа эттәрҙе ҡатнаш ҡанлы ниндәйҙер шотланд кешеһенә бирҙеләр, һәм улар тиҫтәләп эттән торған егемдә яңынан шул уҡ ялыҡтырғыс юлға — Доусонға илткән юлға — сыҡтылар. Хәҙер уларҙың йөгө еңелдән түгел, шуға күрә рекорд тураһында уйларға ла ярамай. Юҡ, улар ал-ялһыҙ, көнө-төнө эшләне, ауыр әйберҙәр һалынған саналарҙы һөйрәне. Был почта ылауы Ер шарының бөтә яғынан Төньяҡ ҡотоп тарафында алтын эҙләүселәргә хәбәр илтә ине.
Бэкҡа был оҡшамай, ләкин Дэйв менән Соллэксты рухландырған эш ҡомары уға ла хас, һәм ҡалған юлдаштары йөктө сәмләнеп һөйрәйҙәрме-юҡмы — иң мөһиме егәрле булыуҙарын талап итә. Тормош, тоҡандырып ебәргән машиналай, бер төрлө бара. Көндәр, ике тамсы һыуҙай, бер-береһенә оҡшаған. Иртә менән билдәле бер сәғәттә ашнаҡсылар эшкә тотона. Усаҡ яғалар, иртәнге тәғәм әҙерләйҙәр. Аҙаҡ улар саналарға палаткаларҙы һәм бөтә ҡалған әйберҙе тейәй, икенселәре эттәрҙе егә. Юлға, таң беленеү билдәһе булып, төн яҡтыра башлауға бер сәғәт ҡалғас сығалар. Кис менән ялға туҡтайҙар. Кешеләр палаткалар ҡора, утын яра һәм түшәк өсөн ҡарағай ботаҡтары һындыра, ашнаҡсыларға һыу йәки боҙ ташый, эттәрҙе ашата. Бэк һәм юлдаштары ѳсѳн көндөң был иң ҡыуаныслы ваҡыты. Хәйер, һуңыраҡ та күңел ле була: өлөшөңә тейгән балыҡты ашағас, бер-ике сәғәт башҡа эттәр тирәһендә (ә улар бында йөҙҙән артыҡ) һәптәңләп алаһың. Улар араһында хәтәр һуғыш суҡмарҙары осрай, әммә иң уҫалдары менән өс алыштан һуң Бэк танылыу яуланы. Бөтәһе лә юл бирһен өсөн уға, тештәрен ыржайтып, һырт йөндәрен ҡабартыу ҙа етә ине.
Шулай ҙа Бэк, моғайын, нығыраҡ усаҡ эргәһендә ятыуҙы яратҡандыр. Артҡы аяҡтарын эсенә тартып, алғы аяҡтарын алға һоноп, башын күтәреп утҡа ҡарай ҙа уйға тала. Был минуттарҙа судья Миллерҙың Санта-Клараның ҡояшлы үҙәнендәге йорто, үҙе йөҙгән бетон бассейн, йөнһөҙ мексикан Изабель, япон мопсигы Тутс иҫенә төшә. Ләкин Бэк ҡыҙыл свитерлы, Кэрлиҙың үлеме, Шпиц менән тиңдәшһеҙ алыш һәм ҡасандыр ашаған һәм ашарға хыялланған тәмлекәстәр хаҡында йышыраҡ уйлай. Ул тыуған яҡ тип һағышланмай. Ҡояшлы ил уны артыҡ борсомай торған тоноҡ һәм алыҫ хәтирә генә булып ҡалды. Уны икенсе, алыҫ нәҫелдәштәренең тормош ваҡиғалары нығыраҡ биләй. Шуларға бәйле уға бер ҡасан күрмәгән нәмәләр ҙә таныш һымаҡ тойола. Ә элек беленмәгән һиҙемләүҙәре (улар ҙа иң боронғо нәҫелдәштәренең ҡан ауазынан башҡа бер ни ҙә түгел ине) хәҙер килеп терелде һәм буйһондороусы тауышҡа әйләнде.
Ваҡыты-ваҡыты менән шулай усаҡ янында ятҡанында һәм йоҡомһорап утҡа күҙҙәрен ҡыҫҡанда уға был ялҡын үҙе ҡасандыр йылынған икенсе усаҡтыҡы кеүек һәм эргәһендә ашнаҡсы метисты түгел, ә бөтөнләй икенсе кешене күргәндәй була. Уның аяҡтары ҡыҫҡараҡ, ә ҡулдары оҙонораҡ, мускулдары шыма түгел һәм май менән ҡапланмаған, ә төйөрлө бау һымаҡ. Уның сәстәре оҙон һәм ялбырап тора, күҙҙәренән алып түбәһенә тиклем башы ослайған. Был кеше ғәжәйеп тауыштар сығара һәм, күрәһең, ҡараңғылыҡтан ныҡ ҡурҡа, сөнки тубығынан түбәнерәк төшөп торған ҡулдарына ҙур таш бәйләнгән таяғын ҡыҫып тотоп, әйләнгән һайын шунда ҡарай. Ул шыр яланғас тиерлек — арҡаһында ғына утта өтөлгән йыртыҡ тире ярпыһы елпелдәй. Тәне тотошлай йөн менән ҡапланған, әммә күкрәгендә, яурындарын да, ҡулының эске яғында һәм боттарын да ул бигерәк тә ҡуйы. Был кеше тура ғына тормай, ә кәүҙәһен алғараҡ иңкәйткән һәм аяҡтарын тубыҡтан бөгә төшкән. Уның тәнендә ниндәйҙер иҫ китмәле, бесәйҙәргә хас һығылмалылыҡ, һәр ваҡыт күренеп һәм күренмәй торған, ҡурҡыныс аҫтында йәшәргә мәжбүр ителгәндәрҙә генә була торған көсөргәнеш һиҙелә. Ҡайһы берҙә был йөнтәҫ йән эйәһе усаҡ эргәһендә сүкәйгән килеш, башын түбән һәлендереп, ойоп китә. Ул осраҡта терһәген тубыҡтарына терәй, ямғырҙан һаҡланғандай, ҡулдары менән башын ҡаплай. Ә усаҡ артында, алыҫта, ҡараңғылыҡта бик күп ҡуҙҙар яна; Бэк белә: былар аяуһыҙ йыртҡыс күҙҙәре. Улар ҡыуаҡтар аша үткәндә ҡороған ботаҡтарҙың шартлап һынғанын, яҡынлашҡандарын белдергән бөтә тауыштарҙы ишетә.
Бэктың Юкон ярында, утҡа ялҡау ғына ҡарап, хыялға бирелеп ятҡан мәлендә икенсе донъялыҡтағы был тауыштар һәм күренештәр уны шул тиклем тынғыһыҙлай: хатта һырт йөндәре ҡабара һәм ул шым ғына сыйылдай, тоноҡ ҡына итеп ырылдай башлай. Ул сағында ашнаҡсы-метис ҡысҡырып ебәрә: «Эй, Бэк, уян!» Күренештәр ҡайҙалыр юғала, күҙ алдына йәнә ысынбарлыҡ килеп баҫа, һәм Бэк, иҫнәп, кирелә-һуҙыла, ысынлап та яңы ғына йоҡоһонан уянғандай, тороп баҫа.
Юл бик аҙаплы ине: йөк ауыр, уны һөйрәү эттәрҙе ныҡ йонсота. Улар ябыҡты һәм, ниһайәт, Доусонға ингәндә үтә лә йәлләткес хәлгә еткәйнеләр. Уларға ун көн, һис юғы берәй аҙна ял кәрәк ине. Әммә ике көн үтеүгә улар, Казармдан хаттар тейәп, түбәнгә, Юкон боҙона, төштөләр. Эттәр талсыҡты, әйҙәүселәр ризаһыҙ мығырҙана, өҫтәүенә көн дә ҡар яуа. Ә тапалмаған йомшаҡ юлдан барыу уғата ауыр, сана табандары нығыраҡ ышҡыла һәм эттәргә һөйрәүе ҡыйын. Шулай ҙа кешеләр бөтә ауырлыҡты ла күтәрә, эттәрҙе лә ихлас ҡайғырта.
Кис һайын лагерь ҡорғанда әйҙәүселәр, тәүге эш итеп, эттәрҙе ҡарай. Киске аҙыҡты ла улар кешеләрҙән алданыраҡ ала, әйҙәүселәрҙең береһе лә, эттәрҙең аяғына күҙ һалмайынса, йоҡо тоғона инергә ашыҡмай. Шулай ҙа эттәрҙең көсө әҙәйгәндән-әҙәйә бара. Был ҡышта улар, ауыр йөк тейәлгән саналар һөйрәп, мең һигеҙ йөҙ миль самаһындағы ялыҡтырғыс, ыҙалы юл үтте. Ә мең һигеҙ йөҙ миль иң ныҡлы, сыҙам этте лә аяҡтан йыға. Әлегә Бэк бирешмәй, башҡаларҙы ла эшләргә мәжбүр итә, егемдә тәртип тота, ләкин ул да ныҡ йонсоно. Билли төнө буйына шыңшып сыға һәм йоҡо аралаш ыңғыраша. Джо ҡара янған, ә Соллэксҡа күҙһеҙ яғынан түгел, күҙлеһенән килеү ҙә ҡурҡыныс. Әммә бөтәһенән дә бигерәк Дэйв яфаланды. Уның хәле насарланды. Тиҙ ҡыҙып бара, томһа; төнгөлөккә туҡтау менән үҙенә соҡор ҡаҙа ла инеп ята һала, — әйҙәүсе аҙыҡты уға шунда килтерә. Туғарылған минуттан алып, иртән еккәнгәсә урынынан ҡуҙғалып та ҡарамай. Ҡайһы саҡ юлда саналар ҡапыл туҡтағанда көслө бәрелеүҙән, йәиһә уларҙы урынынан ҡуҙғатыу өсөн көсәнергә тура килгәндә ауыртыныуҙан ялыныслы ыңғыраша.
Әйҙәүсе уны әллә нисәмә тапҡыр ҡарап сыҡты, тик ни булғанын аңлай алманы. Ахыр сиктә бының менән башҡа әйҙәүселәр ҙә ҡыҙыҡһынды. Улар хәлде ашағанда ла, йоҡо алдынан һуңғы төрөпкәне тартҡанда ла тикшерҙеләр, ә бер кис ысын мәғәнәһендәге консилиум ойошторолдо. Дэйвты усаҡ эргәһенә килтерҙеләр ҙә шул тиклем ихласлап, төрлөсә тотҡолап ойпаланылар, хатта ул ауыртыныуҙан бер нисә тапҡыр сый нап ҡуйҙы. Һынған-ниткән ер табылманы, бер ни ҙә асыҡлай алманылар. Күрәһең, уның эсенә ниҙер булған.
Касьяр һайлығына еткәндә Дэйв шул тиклем хәлһеҙләнде, — аҙым һайын тиерлек ҡолай башланы. Шотланд туҡталырға ишараланы һәм, уны туғарып, урынына Соллэксты ҡуйҙы. Дэйв саналар артынан, егемдә булмайынса барһын, шулай ял итһен тип, эшләнгәйне был. Ләкин Дэйв, ауыртыныуына, хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, уны эштән бушатыуҙары менән килешә алманы. Ҡайыштарҙан ысҡын дырғас, ырылдап, өргөләп алды, урынында Соллэксты күргәс, олоп ебәрҙе. Үлемесле ауырыһа ла, сәме ҡуҙғалғанға үҙен башҡа менән алыштырыуға ҡаршы сыҡты. Саналар ҡуҙғалғас, батҡыл ҡарға сума-сума, эргәләп саба башланы һәм Соллэксты тешләргә йә, уға ташланып, уны ҡарға, юлдың икенсе яғына йығырға тырышты; егемгә, Соллэкс менән саналар араһына тығылырға маташты, ауыртыныуҙан, ғәрләнеүҙән шыңшып, өҙөк-өҙөк өргөләне. Шотланд уны сыбыртҡыһы менән ҡыуып ебәрергә тырышты, ләкин Дэйв тәнен көйҙөрөп алған ҡамсыға иғтибар итмәне, ә әйҙәүсенең нығыраҡ һуғырға ҡулы барманы. Эт саналар артынан тыныс ҡына таҡыр юлдан үҙ яйына йүгерергә теләмәне — йомшаҡ ҡарҙа бата-сума егем эргәһенән сабыуын дауам итте. Тик күп тә үтмәй, бөтөнләй хәлдән тайып, йығылып китте. Тәгәрәгән ерендә ятҡан көйөнсә янынан үткән саналар теҙемен яманһыу шыңшып оҙатты. Аҙаҡ, барлыҡ ҡалған көсөн йыйып, саналар эҙенән ылау туҡталған урынға тиклем тәнтерәкләне. Шулай итеп, Дэйв үҙенең элекке урынына, Соллэкс эргәһенә, етеп туҡтаны. Уның әйҙәүсеһе, башҡа саналар янына барып, төрөпкәһенә күршеһенән ут алды. Бер минуттан ул кире әйләнеп килде һәм ҡуҙғалырға ҡушты. Эттәр нисектер бер көсәнеүһеҙ ғәжәйеп еңел атланы һәм ҡапыл бөтәһе лә, борсолоулы боролоп, туҡтаны. Әйҙәүсе лә аптырашта — саналар урынынан ҡуҙғалмаған. Ә Дэйв Соллэкстың ике яғынан да ҡайыштарҙы сәйнәп өҙгән һәм үҙе элекке урынына, сана алдына баҫҡан.
Ул, ҡыумағыҙ, тип бөтә ҡарашы менән ялбара. Әйҙәүсе юғалып ҡалды. Юлдаштары этте егемдән сығарыу (эштәре иҫ китмәле ауыр һәм яфалы булһа ла) — улар өсөн ҙур ғәрлек икәнлеге хаҡында гәпләште, төрлө хәлдәрҙе — ҡартайыуҙан йә ауырыуҙан егемдә ҡала алмаһа, һағыштан үлеүҙәрен иҫтәренә төшөрҙө. Дөйөм фекергә килделәр: Дэйвҡа шундай яҙмыш яҙған икән, уға үҙ урынын да, йән тыныслығы табып, үлергә мөмкинлек бирер кәрәк.
Дэйвты яңынан санаға ектеләр, һәм ул, мәле-мәле менән билдәһеҙ эске ауыртыныуҙарҙан ирекһеҙҙән ыңғырашып ебәрһә лә, элеккесә ғорур ҡуҙғалып китте. Бер нисә мәртәбә ул йығылды һәм эттәр уны екке менән бергә һөйрәне. Ә бер тапҡыр саналар уның өҫтөнә килеп менде һәм Дэйв артҡы аяғына сатанланы. Шулай ҙа ул туҡталышҡа еткәнсе сыҙаны. Әйҙәүсе уға усаҡ эргәһенән урын бирҙе. Иртәнгә Дэйв шул тиклем хәлһеҙләнгәйне, — артабан атларлыҡ та түгел ине. Егергә ваҡыт еткәс, әйҙәүсе эргәһенә ауырлыҡ менән шыуышып килде. Көсөргәнешле ҡалтырау менән аяғына тороп баҫты, ләкин сайҡала-сайҡала ҡолап китте. Бер аҙҙан, аҡрын ғына эсендә шыуып, юлдаштарына ҡайыш кейҙергән ергә килде. Ул алғы аяҡтарын алға шылдыра һәм, этенеп, бөтә тәнен бер-ике дюймға күсерә, тағы-тағы шуны уҡ ҡабатлай. Ләкин оҙаҡламай уның көсө бөтөнләй ҡалманы. Китешләй эттәр Дэйвтың, ауыр һулап, ҡарҙа ятыуын һәм уларҙы яманһыу ҡараш менән оҙатыуын күрҙеләр. Ә уның төшөнкө олоуы яр буйы ағаслыҡтарына ышыҡланғансы ишетелеп торҙо.
Урман артында ылауҙы туҡтаттылар. Шотланд ауыр аҙымдар менән әле генә ҡалдырып киткән лагерға кире боролдо. Кешеләрҙең береһе-бер һис ни өндәшмәй. Теге яҡта пистолет тауышы яңғыраны. Шотланд, шәп-шәп атлап, саналар янына килде, сыбыртҡылар шартланы, саналар ҡуҙғалды, ҡыңғырауҙар ниндәйҙер билдәһеҙ көйгә зыңланы. Әммә Бэк та, башҡа эттәр ҙә тегендә, яр буйындағы урман артында, ни булғанын яҡшы белә ине.



V бүлек
ЮЛДАҒЫ ҠЫЙЫНЛЫҠТАР ҺӘМ ЭШ


Доусондан сығып, бер ай үтеүгә башында Бэк егеме барған почта ылауы Скагуэйға инде. Эттәр һуңғы сиккә етеп йонсоно һәм хәлдән тайҙы. Бэк хәҙер йөҙ ҡырҡ түгел, йөҙ ҙә ун биш фунт тарта. Еңелерәк эттәр уға ҡарағанда ла нығыраҡ бөтөрөндө. Әйҙәүселәрҙе һәр ваҡыт оҫта хәйләләй алған Пайк хәҙер юрый ғына түгел, ә ысынлап һылтыҡлай. Соллэкс та сатанланы, Даб иһә ҡалаҡ һөйәге сығыуҙан ныҡ яфалана.
Бөтәһенең дә табандары иҫ китмәле ҡырылған, һығылмалылығын һәм хәрәкәтсәнлеген юғалтҡан, эттәр шундай ауыр баҫа: хатта бөтә тәндәре һелкенә һәм улар шул арҡала икеләтә арый. Бөтә бәлә бына ошо үлемесле арыуҙа. Ҡыҫҡа ғына көсөргәнеүҙән һуң арыу ике-өс сәғәт эсендә үтеп тә китә. Был арыу иһә оҙайлы, бер нисә ай буйына ауыр эштән физик көстөң аҡрынлап юғалыуы менән бәйле ине. Эттәрҙең хәҙер көс нығытырға бер хәле, бер мөмкинлеге лә ҡалмағайны: көс һуңғы тамсыһына тиклем файҙаланылғанға, тәндең һәр мускулы, һәр тарамыш, һәр күҙәнәк үлемесле арығайны. Башҡаса нисек булһын? Биш айҙан да әҙерәк ваҡыт эсендә эттәр ике мең ярым миль ара үтте, ә һуңғы мең һигеҙ йөҙ милде артылғанда биш кенә көн ял иттеләр. Ылау Скагуэйға ингәндә уларҙың сыҡмаған йәндәре генә бар ине. Улар бик ҙур ауырлыҡ менән генә егемде тарта, ә түбәнгә төшкәндә саналар өҫтәренә менмәһен өсөн саҡ-саҡ өлгөрәләр.
— Йә, минең меҫкен аҡһаҡ-туҡһаҡтарым, йәнә саҡ ҡына тырышығыҙ! — тип дәртләндерҙе уларҙы әйҙәүсе Скагуэйҙың төп урамынан һөйрәлгән мәлдәрендә. — Килеп еттек тиерлек, тиҙҙән кәрәгенсә ял итәсәкбеҙ. Эйе-эйе, оҙаҡ ял итәсәкбеҙ.
Кешеләр бындағы туҡталыштың оҙайлы булырына ныҡлы ышана ине. Бит улар ҙа саңғыла мең ике йөҙ миль үттеләр, юлда ике генә көн ял иттеләр, ғәҙеллек буйынса ла, хәлдең торошона бәйле лә тейешенсә ялға лайыҡ инеләр. Әммә Клондайкҡа бөтә ер йөҙөнән шул тик лем ирҙәр йыйылғайны, ә тыуған ерҙәрендә шунса уҡ ҡатын-ҡыҙ, һөйгән йәрҙәре, законлы ҡатындары һәм Клондайкҡа килә алмаған башҡа туғандары ҡалғайны. Уларға яҙылған хаттар өйөмө Альп һырттары бейеклегенә тиң булғандыр. Хөкүмәт тарафынан кәрәкле урындарға еткерелергә тейешле ҡағыҙҙар ҙа байтаҡ. Шуның өсөн яраҡһыҙ тип табылған эттәрҙе яңылары менән алыштырырға һәм тиҙ арала юлға сығырға әмер алынды. Егемдән сыҡҡан эттәрҙән ҡотолорға кәрәк, ә доллар һәр ваҡыт эттән ҡиммәтерәк булғас, уларҙы ашығыс ҡына һата һалдылар.
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡан ауазы - 4
  • Büleklär
  • Ҡан ауазы - 1
    Süzlärneñ gomumi sanı 4323
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2181
    27.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 2
    Süzlärneñ gomumi sanı 4215
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2154
    27.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 3
    Süzlärneñ gomumi sanı 4251
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2112
    28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 4
    Süzlärneñ gomumi sanı 4103
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2065
    28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 5
    Süzlärneñ gomumi sanı 4224
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2080
    28.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 6
    Süzlärneñ gomumi sanı 4117
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2086
    28.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Ҡан ауазы - 7
    Süzlärneñ gomumi sanı 917
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 667
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.