LatinHärber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
Ҡан ауазы - 2
Süzlärneñ gomumi sanı 4215
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 2154
27.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Йәнә бер һабаҡ: тимәк, бында һыуыҡтан шулай ҡотолалар икән! Бэк, инде ышаныслы рәүештә, урын һайланы һәм оҙаҡ, ҙур тырышлыҡ һалып аҙапланғандан һуң ҡар эсендә үҙенә өң эшләне. Бер минут үтеүгә тән йылыһынан соҡор имшене һәм ул йоҡоға талды. Ваҡыты-ваҡыты менән йоҡо аралаш, алама төштәр ыҙаһынан шыңшып, өргөләп алһа ла, оҙайлы һәм ауыр көндән һуң ҡаты һәм тәмле йоҡланы.
Иртәнсәк уны тора башлаған лагерҙың тауышы ғына уятты. Тәүге минутта ул ҡайҙалығын аңламай торҙо. Төндә ҡар яуған һәм уның соҡорон тулыһынса күмеп киткән. Тотош ҡар ҡатламы төрлө яҡтан ҡыҫа, баҫа. Бэкты ҡапыл ҡурҡыу тойғоһо, ҡырағай йыртҡыстың ҡапҡанға эләккәндәге тойғоһо биләп алды. Был унда алыҫ нәҫелдәшенең һиҙемләүҙәре уяны-уын белдереүсе билдә ине, сөнки был үҫешкән, хатта самаһыҙ үҫешкән эт үҙ тормошонда тоҙаҡҡа эләгеүҙең ни икәнен белмәй һәм унан ҡурҡырға ла тейеш түгел ине. Әммә бер үк мәлдә уның тәне ҡалтыранып йыйырылды, муйын һәм иңбаш йөндәре ҡабарҙы, ул йыртҡыс ырылдауы менән, тирә-йүнгә осҡонло ҡар болото туҙҙырып, соҡорҙан туп-тура иртәнге яҡтылыҡҡа ырғылды. Әммә алдында аҡ яландағы лагерҙы күреү менән ҡайҙалығын аңғарҙы ла Мануэль менән йөрөштөргәндән һуң үткән төнгө, ҡар эсендә өң эшләгәнгә тиклемге, ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө.
Франсуа уны ҡысҡырып сәләмләне:
— Йә, мин нимә тинем? — тине ул, ҡыуаныс менән Перроға боролоп. — Был Бэк һә тигәнсе бөтәһенә лә өйрәнә!
Перро етди ҡиәфәттә баш ҡаҡты. Ул — Канада хөкүмәтенең курьеры, почта, ҡиммәтле документтар ташый, уға иң яҡшы эттәр кәрәк. Шуға ла ул Бэк һымаҡ эт һатып ала алыуына уғата ҡәнәғәт.
Сәғәт тә үтмәҫтән үҙ егеменә ул йәнә өс эт һатып алды. Шулай уларҙың һаны туғыҙға етте, һәм сирек сәғәттән, бөтәһе лә еккегә теҙелеп, Дай каньонына илтеүсе ҡарлы юлдан сабалар ине. Бэкты егемдәгеләрҙең ҡомарға бирелеүе ғәжәп итте, әммә аҙағыраҡ был ҡомар уның үҙен дә биләп алды. Ә бөтәһенән дә бигерәк таң ҡалдырғаны Дэйв менән Соллэкстағы үҙгәреш ине. Егем уларҙы бөтөнләй башҡаға әйләндерҙе — былар инде бөтөнләй икенселәр. Әйтерһең, бөтә булған илке-һалҡылыҡ, бер нигә иҫ китмәүсән битарафлыҡтарын ҡул менән һыпырып алғандар. Ҡайҙан был етеҙлек һәм көс-ҡеүәт?! Улар, бөтә егемдә буталыш йә тотҡарланыу тыуһа, енләнә башлайҙар. Был хеҙмәт улар булмышының иң юғары сағылышы, шунда уларҙың йәшәүенең асылы һәм берҙән-бер ҡыуанысы кеүек.
Дэйв төп еккелә, алдараҡ, уның менән Соллэкс араһына, Бэкты ҡуйҙылар. Башҡалар унан алдараҡ бер-бер артлы теҙелеп саба, ә барыһының алдында — башлыҡ Шпиц.
Бэкты Дэйв менән Соллэкс араһына өйрәнһен өсөн ҡуйҙылар. Ул — зирәк уҡыусы, ә былары уның яңылыштарын шунда уҡ төҙәтә, кәрәкһә, үткер тештәре менән тейешенсә эшләргә мәжбүр итә алған яҡшы уҡытыусылар булып сыҡты. Дэйв ғәҙел һәм зиһенле. Ул буш-юҡҡа Бэкты бер ҡасан да ҡыйырһытманы, ә инде язаға лайыҡ булһа, уның тештәре һәр саҡ әҙер, Франсуаның сыбыртҡыһы ла бындай осраҡта шыйлап ала; Бэк шундай һығымтаға килә: яңылышмаҫҡа тырышыу ырылдашыуға ҡарағанда отошлораҡ икән. Бер мәл ҡыҫҡа ғына туҡталышта ул, мисәүҙә буталып, ҡуҙғалып китеүҙе тотҡарланы. Дэйв менән Соллэкс уға берҙәм ташланды һәм арт һабағын уҡытты. Был иһә буталышты йәнә сыбалтып ебәрҙе, уның ҡарауы аҙаҡ Бэк мисәү бауҙарын сыуалтмаҫҡа тырышты, көн һуңына ул инде үҙ бурыстарын шундай итеп үтәне: өйрәтеүселәре башҡаса уға бәйләнмәне. Франсуаның сыбыртҡыһы уның һыртында һирәгерәк шартланы, Перро иһә, айырым иғтибар күрһәтеп, уның табан, тырнаҡ араларын ҡайғыртыусан ҡарап сыҡты.
Тәүге көн эсендә үткән ара ауыр бирелде. Улар, каньон буйлап, Һарыҡ ҡасабаһы аша Үлсәү эргәһенән һәм урман ситенән, боҙлоҡтар, бер нисә йөҙ фут бейеклегендәге ҡар һырынтылары аша сығып, сөсө һәм татыр һыулы шишмәләр, күлдәр менән сыбарланған, кешеһеҙ Төньяҡ сигенә ҡурҡыныс һаҡсылай баҫҡан Бөйөк Чилкутты артылдылар. Бөтә юлды һүнгән вулкан кратерҙарында туңған күл сылбырҙары аша имен-аман үтеп, төнләтеп кенә яҙғы боҙ китеү алдынан меңәрләгән алтын эҙләүселәр кәмәләр эшләгән Бэннет күле эргәһендәге ҙур лагерға етеп йығылдылар. Бында Бэк, үҙенә ҡар эсендә өң яһап, хаҡлы йоҡоға талды, әммә уға туйғансы йоҡларға яҙманы, — күп тә үтмәҫтән уны соҡорҙан сығарып, ҡараңғы һыуыҡ төндә башҡа эттәр менән бергә санаға ектеләр.
Ул көндө юл тапалған булғанға ҡырҡ миль үткәйнеләр. Уның ҡарауы икенсе көнөнә һәм артабан әллә нисәмә көндәр уларҙың үҙҙәренә ҡарҙа юл һалырға тура килде, ныҡ арынылар һәм яйыраҡ барҙылар. Ғәҙәттә Перро егемдең алдынан төшөп ала, эттәргә үтеүе еңелерәк булһын өсөн саңғылары менән ҡарҙы тапай, ә Франсуа алғы санаға беркетелгән оҙон еңел һайғау менән саналарға йүнәлеш бирә. Күпмелер ваҡыт үтеүгә улар Перро менән урындарын алмаша, ләкин был бик йыш булмай. Перро ашыға һәм бер үк мәлдә ул Франсуаға ҡарағанда бер күҙ һирпеүҙән боҙҙоң ҡалынлығын яҡшыраҡ самалай, ә был, көҙгө боҙ әле бигүк ышаныслы булмағанға, айырата мөһим. Ағым уғата шәп булған урындарҙа боҙ бөтөнләй юҡ.
Бэк көн һайын (ә уларҙың ахыры булмаҫ та кеүек) егемдә. Ялға тик ҡараңғы төшөү менән генә туҡталалар, ә күк йөҙө саҡ-саҡ яҡтыра башлау менән саналар саҡрымдарҙы бер-бер артлы артта ҡалдыра-ҡалдыра алға саба. Бары кис менән ҡараңғыла лагерь ҡоралар; эттәр үҙ өлөшөнә тейгән балыҡтарҙы ала һәм йоҡлар өсөн ҡарға өңөлә. Бэк ашауға бүреләрсә талымһыҙ. Уның көнлөк өлөшө фунт ярымлыҡ киптерелгән болан итенән ғибәрәт. Был иһә уның бер тешенә генә эләгә. Ул бер ҡасан да туйғансы ашай алмай һәм һәр ваҡыт аслыҡ ғазабы кисерә. Бер үк мәлдә кәүҙәгә еңелерәк булған һәм бындай тормошҡа нығыраҡ яраҡлашҡан башҡа эттәр берәр генә фунт балыҡ ала һәм нисектер көс-ҡеүәттәрен һаҡлай.
Бэк тиҙ арала Көньяҡта, үҙ йортонда, булған һайлансыҡлығын онотто. Уның ашыҡмайынса ашау, аҙыҡҡа талапсан булыу ғәҙәте бар ине. Әммә күп тә үтмәҫтән шуны аңғарҙы: уның юлдаштары үҙҙәренең өлөшөн тиҙ-тиҙ һоғона һала ла уның ашап өлгөрмәгән киҫәктәрен эләктерә. Өлөшөн ул һаҡлай алмай — ике йә өс уғры менән талашҡан арала уның балығы башҡаларҙың ауыҙында юғала. Шуға ул тегеләр кеүек үк йәһәт ашай башланы. Шулай ҙа аслыҡ уны шул тиклем ғазаплай: ул уғрылыҡ мәсхәрәһенә лә төшөргә әҙер. Ул башҡаларҙың быны нисек эшләүен күҙәтте һәм уларҙан өйрәнде. Яңы килгәндәрҙең береһе, хәйләкәр Пайктың нисек Перро боролған арала ғына ит киҫәген эләктереп ҡасыуын шәйләне, икенсе көнөнә шуны уҡ үҙе ҡабатланы. Ҡурҡыныс буталыш ҡупты, әммә унан шикләнмәнеләр, уның яҙығы һәр саҡ бәләгә тарыусан, йыбытҡы Дабҡа төштө.
Был тәүге урлашыу Бэктың ҡаты төньяҡта ла йәшәй аласағын күрһәтте, яңы шарттарға яраҡлаша алыу һәләтен иҫбатланы. Әгәр ҙә уның бындай һәләте булмаһа, уға тиҙ арала ғазаплы үлем янаясаҡ ине. Бынан тыш урлашыу уның өсөн әхлаҡи юғарылыҡтан түбән тәгәрәүҙең башы булды. Уның быға тиклемге әхлаҡи төшөнсәләре емерелә барҙы, сѳнки тере ҡалыр ѳсѳн барған ауһыҙ кѳрәштә улар кәрәкмәгән йөк кенә ине. Улар һөйөү һәм дуҫлыҡ хөкөм һөргән Көньяҡта урынлы, унда башҡаларҙың әйберенә ҡағылмаҫҡа, үҙҙәренә ҡарата мәрхәмәтле булырға кәрәк. Ә бында, Төньяҡта, иһә күҫәк һәм ҡаҙыҡ теш ҡануны хөкөм һөрә һәм бары тик һармаҡ ҡына йәшәргә ҡамасаулаған намыҫты һаҡларға тырышасаҡ.
Әлбиттә, Бэк былай уйлай алмай, — ул инстинктив рәүештә яңы шарттарға яраҡлаша. Бер ҡасан да ул тормошта, хатта көстәр тигеҙ булмағанда ла, көрәштән ситләшмәне. Тик ҡыҙыл свитерлының таяғы уға иң ябай, әммә тормошта иң кәрәкле ҡағиҙәләрҙе һеңдерҙе. Тәрбиәле эт булараҡ, Бэк үҙенең әхләҡи идеалдары, әйтәйек, судья Миллерҙыҡы булған ҡамсы өсөн үлергә лә әҙер ине. Хәҙер иһә бындай идеалдарҙы һанға һуҡмаҫҡа, тик үҙен генә һаҡларға әҙер булыуы уның тәүтормош хәленә ҡайта башлауын күрһәтте. Урлашыуға ул быны яратҡанға түгел, ә ас ҡарындың аяуһыҙ талабына буйһоноп тотондо. Ул асыҡтан-асыҡ таламаны, ә һиҙҙермәйенсә, бөтә һаҡлыҡ саралары менән сәлдерҙе, сөнки күҫәк һәм ҡаҙыҡ теш ҡанунын яҡшы үҙләштергәйне. Ҡыҫҡаһы, ул эшләмәүгә ҡарағанда эшләргә еңелерәк булған бѳтә нәмәне лә эшләне.
Ул бик тиҙ камиллашты (дөрөҫөрәге, йыртҡыслана барҙы). Мускулдары тимерҙәй нығынды, һәм ғәҙәти ауыртыныуҙарҙы бар тип тә белмәй башланы. Ул яҡшы сынығыу — тышҡы һәм эске сынығыу — алды. Хәҙер ул теләһә ниндәй, хатта иң ерәнгес, ауыр эшкәртеләсәк аҙыҡты ла ашай ала. Уның ашҡаҙаны үҙенә эләккәндең туҡлыҡлы булырҙай һәр өлөшсәһен һығып сығара, ә эшкәртелгән аҙыҡ, ҡанға әйләнеп, тәненең барса еренә тарала, ныҡлы һәм сыҙамлы мускулға әүерелә. Бэктың күҙе үткер, еҫ һиҙеү һәләте нескә, ә ишетә алыуы шундай: хатта йоҡоһонда ла иң аҡрын тауышҡа ла һиҙгер һәм унан ҡурҡыныс янау-янамауын аңғара. Ул тырнаҡтары араһына туңып ҡатҡан боҙҙо кимереп ватҡыларға өйрәнде, ә эсергә теләгәнендә, мәке туңған булһа, боҙҙо көслө алғы аяҡтары менән ватырға оҫтарҙы. Әммә Бэктың иң әһәмиәтле һәләте елде тойомлауы булғандыр. Уның йүнәлешен ул тотош төнгөлөккә алдан белә. Иң тымыҡ кистәрҙә лә үҙенә өңдө ағас төбөндә йә яр буйында шундай урын һайлап ҡаҙа: аҙаҡ ниндәй генә ел булмаһын — уның ояһы һәр саҡ ел ыңғайында, йылы һәм рәхәт.
Быларҙың бөтәһен дә Бэк тәжрибә аша ғына үҙләштермәне — унда әллә ҡасан уҡ онотолған тәүтормош инстинкттары ҡалҡынды. Ә ҡулға эйәләштерелеп, бер нисә быуындан күскәндәре, киреһенсә, юғала барҙы. Тоноҡ, ишетелер-ишетелмәҫ тауыштар менән унда өйөрө-өйөрө менән йөрөгән ҡырағай эттәр осоро, әҙәм аяғы баҫмаған урмандарҙа табыштарын хәлдән тайҙырғансы ҡыуалап үлтергән дәүерҙәге йәшлеге тауыш бирә башланы. Күп тә үтмәҫтән Бэк тырнаҡтарын һәм тештәрен тейешенсә ҡулланырға өйрәнде, унда сос ҡына эләктерә торған бүре ғәҙәте барлыҡҡа килде. Уның әллә ҡасан йәшәгән нәҫелдәштәре тап шулай өҙгөләшкән. Унда иң боронғо үткәндәр уяна, һәм нәҫелдәштәренең быуындан-быуынға күсә килгән элгәрге ҡылыҡтары уның булмышына әйләнә бара. Уларҙы Бэк бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ, уларҙа ниндәйҙер яңылыҡ йәки ғәжәпләнерлек бер ни ҙә күрмәгәндәй, үҙенә һәр ваҡыт хас булған сифат һымаҡ үҙләштерә.
Шулай итеп, Бэк тымыҡ һалҡын төндәрҙә, томшоғон йондоҙҙарға күтәреп, бүреләрсә һуҙынҡы һәм оҙайлы олоған мәлендә унда күптән туҙанға әйләнгән олаталарының олоуы ҡабатлана, йондоҙҙарға ҡарап, улар быуаттар буйына шулай олоған. Бэктың олоуында шул уҡ ноталар — тынлыҡ, ҡараңғылыҡ һәм йәнде ҡурырлыҡ һыуыҡ тыуҙырған һағыш та, башҡа тойғолар ҙа сағыла.
Шулай, гүйә беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тәбиғәт ҡулында уйынсыҡ ҡына булыуыбыҙҙы иҫбатлау өсөн Бэк күкрәгенән бабаларының иң боронғо йыры урғыла, һәм ул аҡрынлап ҡына нәҫеленең инешләнгән еренә яҡынлай. Ә был хәл кешеләрҙең Төньяҡта алтын табыуына, йәнә лә баҡсасы ярҙамсыһы Мануэлдең эш хаҡы бисәһенең һәм үҙенә оҡшаған ҡырым сиреүеләй ишле ғаиләһенең ихтыяждарына саҡ-саҡ етеүенә бәйле килеп тыуғайны.
III бүлек
ТӘҮТОРМОШ ЙЫРТҠЫСЫ ТАНТАНА ИТӘ
Тәүтормош йыртҡысы Бэкта көслө ине һәм яңы тормоштоң ҡаты шарттарында ул торған һайын бөтөнөһөнә ҡарағанда ла өҫтөнлөк итә барҙы. Әммә был башҡаларға һиҙелмәне. Бэкта уянған йыртҡыс хәйләкәрлеге уға инстинкттарына баш булырға ярҙам итте. Өҫтәүенә яңы шарттарға яраҡлашыу ихтыяжы уны һәр ваҡыт көсөргәнештә тота һәм шундай тырышлыҡ талап итә: ул ғауға күтәреү йәиһә эттәр талашына ҡыҫылыу түгел, ә бындай бәрелештәрҙән, киреһенсә, мөмкин тиклем ситләшергә ынтыла. Уның ҡылығында ниндәйҙер һаҡлыҡ, иплелек һиҙелә. Ул ашығыс, дыуамал эш итеү менән мауыҡмай. Шпиц менән уның араһындағы үлемесле дошманлыҡ менән күралмаусанлыҡ дөрләһә лә, ул бер ҡасан да ярһыуын күрһәтеп бармай һәм бер ҡасан да дошманына башлап ҡағылмай.
Шпиц иһә, киреһенсә, яйы сыҡҡанда тештәрен күрһәтә йөрөнө, моғайын, Бэкта ул ҡурҡыныс ярышманды һиҙенгәндер. Тиреһенән сығырҙай булып, ул Бэкты ҡуҙғытырға һәм талаш сығарырға тырыша, һәм был талаштың мотлаҡ береһенең үлеме менән тамамланасағы ла билдәле. Бындай алыш юлдың башында уҡ булаһы ине, тик көтөлмәгән осраҡ ҡамасауланы. Бер мәл көн аҙағында саналар Ле-Барж күле янында елдән һаҡланмаған шыҡһыҙ урында туҡтаны. Тәнде утта ҡыҙҙырылған бысаҡтай телгеләгән көслө буран һәм ҡараңғылыҡ кешеләрҙе ял итеү урынын эҙләргә мәжбүр итте. Бынан да аламараҡ урынды табыуы ла ҡыйын булғандыр, моғайын. Улар артында, стена булып, теп-текә ҡая күтәрелә; Перро менән Франсуаға тап күл боҙо өҫтөндә усаҡ яғырға һәм йоҡо тоҡтарын түшәргә тура кил де. Сәйәхәттә еңел булһын өсөн палатканы улар Дайҙа ҡалдырғайны. Һыу ташҡан да йыйылып ҡалған сыбыҡ-сабыҡтан усаҡ тоҡандырҙылар, әммә уныһы, аҫтындағы боҙҙо иретеп, һүнеп ҡуйҙы — шуға кискелекте ҡараңғыла ашанылар.
Бэк ҡаяның тап аҫтында, елдән һаҡланған өлөшөндә, ояланы. Бында шундай йылы һәм тыныс — шуға ла ул Франсуа утта йылытып алған балыҡты эттәргә таратып бирә баш лағас, өңөнән теләр-теләмәҫ кенә сыҡты. Бэк, үҙ өлөшөн ашап, кире элекке урынына килгәндә, ояны кемдер биләгәйне. Янаусан ырылдау баҫып алыусының Шпиц булыуын аңғартты. Быға тиклем Бэк дошманы менән бәрелешеүҙән тайпыла килде, әммә быныһында сыҙай алманы. Унда йыртҡыс уянды. Ул Шпицҡа икеһе өсөн дә, айырыуса Шпиц өсөн, көтөлмәгән ярһыу менән ташланды, сөнки Шпиц үҙенең ярышманы — һуңғы сиктәге ҡурҡаҡ эт, уны тик көсө һәм ауырлығы ғына ҡотҡара, тип баһаларға күнеккәйне. Улар туҙҙырылған өңдән эләгешкән көйѳ тәгәрләшеп килеп сыҡҡас, хатта Франсуа аптырап ҡалды, әммә шунда уҡ талаштың сәбәбенә төшөндө.
— Әһә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул, Бэк ты дәртләндереп. — Шулайт һин уны! Ҡорсаңғы бурҙың кәрәген бир!
Шпиц алышҡа ырғылды. Ул ярһыуҙан сыҙай алмай олой, һикереү өсөн уңайлы мәл һайлап, Бэк тирәләй бөтөрөлә. Бэк та шулай уҡ ярһыған һәм, бөтә һаҡлыҡты онотоп, Шпицты уратып әйләнә. Әммә шул мәл беренселек өсөн алышҡа ҡамасаулаған көтөлмәгән хәл килеп тыуҙы. Үлемесле алыш иһә күпкә һуңыраҡ, байтаҡ хәлдән тайҙырғыс ауыр саҡрымдар үтелгәс булды.
Перроның эттәрҙең һөйәксән арҡаһында гөпөлдәгән күҫәк тауышы, ауыр тыныуҙан асырғанып сыйылдау һуңғараҡ башланған тамуҡтағылай буталышҡа ишара ебәргәндәй тойолдо. Лагерҙа ҡапыл йөнтәҫ тәнлеләр ҡайнаны: лагерь еҫен һиҙеп, йөҙәрләгән ас эт ҡайҙандыр яҡындағы индеецтар ауылынан килеп тулғайны.
Бэк менән Шпиц үҙ-ара өҙөшә башлаған мәлдә, лагерға саҡырылмаған ҡунаҡтар үтеп инде, ә Перро менән Франсуа күҫәк тотоп йүгереп килеп еткәс, ярһыған эттәр уларға ташланды. Аҙыҡ еҫе уларҙың аңын томалағайны. Перро, эттәрҙең береһе аҙыҡ-түлекле йәшниккә моронон тыҡҡанын күреп, уның арыҡ ҡабырғаһына ауыр күҫәген төшөрҙө. Йәшник, тәгәрәп, асылып китте — шунда уҡ ас хайуандар, иткә һәм икмәккә ташланып, аҙыҡ өсөн талашып, бер-береһен өҙгөсләргә тотондо. Хәҙер инде күҫәктәр тулыһынса эшкә егелде. Эттәр күҫәктәр дөпөлдәүе аҫтында ырылдай, сыйнай, шыңшый, әммә табыш өсөн үлемесле алышты дауам итеп, һуңғы валсыҡты ҡапмайынса сигенмәне.
Шул арала Перроның бөтә эттәре, ҡурҡышып, үҙ соҡорҙарынан сыҡты. Ҡоторонҡо килмешәктәр өйөрө, көттөрөп тормаҫтан, уларға ташланды. Бындай эттәрҙе Бэктың бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Уларҙың һәр ҡабырғаһын һанарлыҡ. Былар ысынын да ла бысраҡ тире тарттырылған һөлдәләр генә. Уларҙың күҙҙәре яна, томшоҡтарынан күбек аға; аслыҡтан ҡурҡыуҙы юйғанға улар ҡурҡыныс һәм еңә алмаҫлыҡ ине. Беренсе бәрелештә үк егем эттәре ҡаяға кире ҡаҡлыҡты. Бэкҡа шунда уҡ өс ят эт һөжүм итте һәм күҙ асып йомған ара ла иңбашын һәм моронон тешләне. Ҡот осорғос мәхшәр тыуҙы. Билли һәр ваҡыттағыса зарлы шыңшый. Дэйв менән Соллэкс яраланған көйө, ҡанға туҙып, йәнәшә ҡыйыу талаша. Джо, яңаҡтарын шаҡылдатып, шашынып тешләшә, ят эттәрҙең береһенең ал аяғына тештәрен батырып, һөйәген сәйнәй. Ә хәйләкәр Пайк, яраланған эткә һикереп, шундуҡ уның муйынын һындырҙы. Бэк ауыҙынан мул шайығы аҡҡан дошманының ғорлаһына уҡталды. Ҡан урғылды һәм уны тотошлай буяны. Ауыҙындағы йылы ҡан тәме Бэкты тағы ла ярһытып ебәрҙе. Ул икенсе эткә ташланды, әммә шул мәл кемеһенеңдер теше муйынына батыуын тойҙо. Был — Шпиц, хыянатсыл рәүештә ҡабырғанан һөжүм иткәйне.
Перро менән Франсуа, лагерҙың бер өлөшөн һөжүм итеүселәрҙән таҙартып, эттәренә ярҙамға ташланды. Улар күренеү менән ас йыртҡыстарҙың ҡоторонҡо ағымы артҡа сигенде, ә Бэк үҙенә аҫылынған Шпицты ҡырҡа ғына һелкеп төшөрҙө. Әммә тынлыҡ бер минутҡа ла һуҙылманы. Перро менән Франсуа кире йүгерҙеләр — уларға аҙыҡ-түлекте һаҡларға кәрәк ине. Индеецтарҙың эттәре, егемгә кире килеп, яңынан һөжүм итте. Өмөтһөҙлөккә тиң ҡыйыулыҡ менән Билли аҡылдарын ен алыштырған дошмандар уратымынан атылып килеп сыҡты ла боҙ өҫтөнән алға йомолдо. Уның артынса Пайк менән Даб, артабан Перроның бөтә эттәре ынтылды. Бэк боҙға һикерергә уҡталған мәлдә күҙ ҡырыйы менән Шпицтың уны аяҡтан йығырға була ырғый-һикерә елеүен күрҙе. Әгәр ҙә Бэк йығыла ҡалһа, уны баҫтырған эттәр өйөрө аҫтында ҡаласаҡ һәм ул осраҡта үлеме ҡотолғоһоҙ. Бэк, бөтә көсөн йыйып, Шпицтың ҡыҫырыҡлауын кире ҡаға алды һәм башҡалар ыңғайы на күл буйлап сапты.
Бер ни тиклем ваҡыттан егемдәге туғыҙ эттең бөтәһе лә бергә йыйылды һәм, ышыҡ эҙләп, урманға йүнәлде. Уларҙың артынан инде бер кем дә ҡыумай, әммә улар бик ҡыҙғаныс хәлдә: һәр береһендә дүртәр-бишәр йәрәхәттән дә кәм түгел, ә ҡайһы берҙәре бигерәк тә ауыр яраланды. Дабтың артҡы аяғы ныҡ имгәнгән, Доллиҙың (уны Дайҙа һатып алғайнылар һәм ул егемгә иң һуңғыһы булып ҡушылғайны) муйынында ҡот осорғос ярыҡ өңөрәйә. Джо күҙенән яҙған, ә игелекле Билли төнө буйы шыңшып һәм сыйнап сыҡты — уның ҡолағы киҫәк-киҫәк теткеләнгән икән. Яҡтырыуға улар көс-хәл менән лагерға ҡайттылар. Талаусылар күренмәй. Франсуа менән Перро тиреләренә һыймай йөрөй. Аҙыҡ-түлектең яртыһы юҡҡа сыҡҡан. Ул ғынамы, ас эттәр ҡайыш, брезент әйберҙәрҙе йыртҡылап эштән сығарған. Аҙмы-күпме ашарға яраҡлы бер генә нәмә лә уларҙың тештәренән ситтә ҡалмаған. Перроның болан тиреһенән тегелгән мокасины ашалған, егемдең байтаҡ ҡайышлы өлөшө сәйнәлгән, хатта Франсуаның сыбыртҡыһы ике футҡа ҡыҫҡарған. Эттәрҙе әйҙәүсе, ҡамсыһын күңелһеҙ ҡараштырыуҙан туҡтап, егемде күҙҙән үткәрҙе.
— Ай-һай-һай, туғанҡайҙар! — тине ул аҡрын ғына.— Нисегерәк талағандар һеҙҙе. Ә ҡапыл һеҙ ҡотора башлаһағыҙ! Ш-шайтан! Бит бөтәгеҙҙең дә ҡотороуы мөмкин! Перро, нисек уйлайһың?
Курьер, борсолоп, башын сайҡаны. Доусонға тиклем йәнә дүрт йөҙ миль үтәһе бар — эттәрҙең, һыуҙан ҡурҡып, ауырып китеүҙәре генә етмәгәйне! Ике сәғәтлек көсөргәнешле эштән һәм тоҙло-боросло әрләшеүҙәрҙән һуң егем тәртипкә килтерелде. Эттәр, һулҡылдап һыҙлаған яраларына ҡарамаҫтан, ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла, юлдың иң ауыр өлөшөн ҡыҫҡарта-ҡыҫҡарта саналарҙы алға һөйрәне. Был артылыштағы кеүек ҡыйынлыҡты уларға ошоғаса бер ҡайҙа ла күрергә тура килмәгәйне.
Утыҙ миллек йылға тулыһынса туңып өлгөрмәгән. Уның етеҙ ағымы һыуыҡ менән ныҡ серәшә, бары тымыҡ тобалар ғына боҙланған. Был ҡот осорғос утыҙ милде үтеү өсөн хәлдән тайҙырғыс көсөргәнеш талап иткән алты көн кәрәк булды. Һәр аҙым да эттәргә лә, кешеләргә лә үлем янаны. Юлды алдан тикшереп барған Перро егерме тапҡыр боҙ аҫтына убылды. Уны оҙон һайғау ғына ҡотҡара — ул уны шулай яйлаған: ҡолаған һайын һайғау йылыуға арҡыры ята. Һыуыҡ тамам ҡатылана бара, термометр Цельсий буйынса нулдән түбән иллене күрһәтә. Һәр бер ошондай сумып сығыуҙан һуң Перроға, үлемесле һалҡын алдырыуҙан һаҡланыу өсөн, усаҡ яғып, кейемде киптереп алырға тура килә.
Тик уны бер нимә лә ҡурҡытмай. Уны хөкүмәт курьеры итеп тап шундай ҡыйыу булғаны өсөн ҡуйғандар ҙа инде. Перро, үҙенең ҡаҡса, йыйырсыҡлы йөҙөн һыуыҡҡа ҡуйып, теләһә ниндәй дыуамаллыҡҡа ла бара, көн дә яҡтынан ҡараңғыға тиклем төрлө ҡыйынлыҡтар менән көрәшә.
Ул баҫҡан һайын сайҡалған һәм бер мәлгә генә лә туҡталып ҡалыу хәүефле булған боҙ ситенән, йылғаның ағымһыҙ яры буйлап, атлай. Бер тапҡыр саналар Дэйв һәм Бэк менән бергә һыуға сумды, эттәр саҡ-саҡ тонсоҡманы, уларҙы яртылаш туңған килеш һөйрәп сығарҙылар, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн усаҡ яғырға тура килде. Улар ҡалын ғына боҙ шекәрәһе менән ҡапланырға өлгөргәйне — иреһендәр өсөн Франсуа менән Перро уларҙы усаҡ тирәләй утта йөндәре төтәҫләр яҡынлыҡта йүгерергә мәжбүр итте.
Икенсе юлы йылымға Шпиц эләкте һәм Бэкҡа тиклемге тотош егемде үҙе менән бергә һөйрәне. Боҙ өҫтөндә ҡалыу өсөн Бэк бөтә көсөн һалды һәм, боҙ шартлап ватылыуға ҡарамаҫтан, йылым ситенә бөтә дүрт аяғы менән терәлеп, сигенә башланы. Бәхеткә күрә, Бэк артынса егелгән Дэйв та йән көсөнә артҡа сигенде, ә саналар артындағы Франсуа уларҙы шундай итеп тарта, хатта быуындары шытырҙағаны ишетелә.
Ә бер тапҡыр яр буйындағы боҙ сите саналарҙың артында ла, алдын да ла емерелде. Ҡотолоу өсөн бер генә юл ҡалғайны — текә ҡая. Тик уның башына менергә кәрәк ине шул. Түбәндә ҡалған Франсуа, был мөғжизә бойомға аша күрһен инде тип, Аллаға һығынған арала Перро ысынлап та ҡая башына күтәрелде. Бөтә ҡайыштарҙан, екке бәйҙәренән оҙон бер бау ишеп, эттәрҙе бер-бер артлы ҡая башына күтәрҙеләр. Саналар һәм бөтә ҡалған йөк өҫкә алынғас, иң һуңғыһы булып, Франсуа күтәрелде. Аҙаҡ ҡаянан төшөү мөмкинлеген эҙләй башланылар. Ахыр сиктә шул уҡ бау ярҙамында төшөргә тура килде һәм төндө улар йәнә йылғала ҡаршыланы. Был көндө улар ни бары сирек миль генә үтә алдылар.
Хуталинкваға еткән мәлдә боҙ ныҡлы ятты, әммә Бэк аруҡ йонсоно. Башҡа эттәрҙең дә хәле шул сама. Шуға ҡарамаҫтан, Перро, бушҡараҡ үткән ваҡытты ҡаплау маҡсатын да, тиҙлекте арттырырға тырышты. Тәүге көн улар утыҙ биш миль үтеп, Оло Һөмбашҡа килеп сыҡтылар. Икенсе көнөнә йәнә шул сама артылып, Бәләкәй Һөмбашта, өсөнсөһөндә — ҡырҡ миль һәм Биш Бармаҡ шаршыһына яҡынланылар.
Бэктың аяҡтары Төньяҡ эттәренеке менән сағыштырғанда улай уҡ ныҡлы һәм сыҙам түгел ине әле. Ҡырағай нәҫелдәштәренең береһе мәмерйә кешеһе йәки ҡағып ултыртылған бүрәнә ҡоролмалар эйәһе тарафынан ҡулға эйәләштергәндән һуң үткән ваҡыт эсендә уның тоҡомо быуындан-быуынға еңелерәк була барған тормошта артыҡ йомшарған.
Бэк, аяуһыҙ ауыртыныуға сыҙарға тырышып, сатанлай-сатанлай көнө буйына барҙы ла барҙы. Кисенә, туҡталышта, үлектәй ергә ҡоланы. Балыҡ өләшкәндә уны хатта асығыуы ла урынынан ҡуҙғата алманы. Франсуаға уның өлөшөн алып барырға тура килде. Шул уҡ Франсуа һәр кис, ашап алғандан һуң, ярты сәғәт буйына уның аяҡтарын ыуғыланы һәм үҙенең мокасинынан Бэктың дүрт тәпәйенә лә кейем яраштырҙы. Был аяҡ кейеме эттең ыҙа сигеүҙәрен күпкә еңеләйтте. Иртәләрҙең береһендә Франсуа Бэкҡа был «мокасин»дарҙы кейҙерергә онотҡас, арҡаһына һурҙайған Бэктың дүрт аяғын да һауала һелккеләп, кейендермәйенсә юлға ҡуҙғалмаясағын белдереүен күреп, хатта Перроның да ҡорошҡан йөҙө йылмайыуҙан яҙылып китте. Аҡрынлап уның тәпәйҙәре тупаҫланды, сыныҡты һәм инде туҙып бөткән мокасиндарҙың кәрәге ҡалманы.
Бер саҡ иртәнсәк, Пеллиҙағы туҡталы шта эттәрҙе егә башлағас, көтмәгәндә ошоға тиклем бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған Долли ҡоторондо. Ҡапыл ул бүреләрсә ҡотто осорорлоҡ, йән өҙгөс итеп олоп ебәрҙе лә (ҡурҡыштан бөтә эттәрҙең йөнө көҙөрәйҙе) Бэкҡа ташланды. Бэк, ҡоторған эт менән үҙ ғүмерендә тәүгә осрашҡанға, унан ҡурҡырға кәрәклеген белмәй ине әле. Шулай ҙа, инстинктив ҡуҙғып, ситкә ырғылды. Ул туп-тура алға оса, ә бер һикерем арауыҡта уны ауыр һәм тауышлы тын ала-ала, томшоғонан күбек тамған Долли ҡыуа. Бэкты — ҡурҡыу, ә Доллиҙы ҡотороноуы алға ҡыуалай, һәм береһе — ҡасып, икенсеһе ҡыуып етә алмай. Бэк, ҡыуаҡлыҡҡа һикереп, утрауҙың түбәнге осона килеп сыҡты, боҙҙар тығылышҡан ниндәйҙер ҡултыҡ аша йөҙҙө, икенсе утрауға, өсөнсөһөнә үтте. Түңәрәк яһап, йылғаның төп йырҙаһына кире әйләнеп килде һәм ҡаушауын баҫа алмай боҙ өҫтөнән сапты. Әйләнеп ҡарамайынса ла артында, бер һикерем арауыҡта, Доллиҙың өҙлөкһөҙ мышнауын ишетә килә. Шулай сирек миль йүгергәс, Франсуаның саҡырыуын ишетеп, уралта биреберәк кирегә боролдо. Тыны ҡыҫыла-ҡыҫыла, һауаны ауырлыҡ менән ауыҙына ялмап, Доллиҙы әлеге шул бер һикерем арауыҡта ҡалдырып, Франсуаға табан елә. Бөтә өмөт шунда: ҡотҡарһа, уны эттәрҙе әйҙәүсе генә ҡотҡара аласаҡ. Эргәһенән Бэк ялт итеп үтеү менән Франсуа әҙер тотҡан балтаһын ҡоторған Доллиҙың башына төшөрҙө.
Тамам хәлһеҙләнгән Бэк, өҙөк-өҙөк тын алып, саналар эргәһенә тәнтерәкләне, шул мәл уның мөшкөл хәлдә ҡалыуынан файҙаланып, Шпиц уға ташланды һәм, ҡаршылыҡ күрмәйенсә, тештәрен уға батырҙы. Ул ике урындан һөйәккә тиклем үтте һәм Франсуа килеп еткәнгәсә Бэкты ойпаланы. Шпицтың баш осонда сыбыртҡы шыйланы, һәм Бэк ҡәнәғәтләнеү менән шуны күрҙе: ошоғаса бер генә эт тә был тиклем үк туҡмаҡ алғаны булмағандыр.
— Шайтан был Шпиц, — тине Перро. — Ул ҡасан да булһа Бэкты талап үлтерәсәк.
— Нисауа, Бэк та бер түгел, ике шайтан бар! — тип яуапланы Франсуа. — Улар артынан мин гел күҙәтә йөрөйөм, һәм беләһеңме, һиңә нимә әйтәйем? Көнө килер, Бэк шул тиклем йыртҡысланасаҡ, һинең Шпицты сәйнәп кенә төкөрәсәк. Мин әйтте тиерһең!
Бынан һуң Бэк менән Шпиц араһында асыҡтан-асыҡ ыҙғыш башланды. Башлыҡ һәм егемдең өйөрөүсеһе итеп ҡабул ителгән Шпиц Көньяҡтың был сәйер килмешәгендә үҙенең беренселегенә янау һиҙҙе. Бэк уға шуның өсөн сәйер тойолдо: быға тиклем Көньяҡ эттәренең береһе лә — уларҙы Шпиц күп күрҙе — бындағылар менән туҡталышта ла, юлда ла тартҡылаша алманылар. Уларҙың бөтәһе лә уғата наҙлылар һәм көс еткеһеҙ эштән, һыуыҡтан һәм аслыҡтан үлә торҙолар. Бэк — уларҙан айырылып торған берҙән-берәү. Ул бөтәһенә лә сыҙаны, яңы тормошҡа яйлашты; көс, уҫаллыҡ һәм ҡыйыулыҡ яғынан төньяҡтыҡыларҙан һис ҡалышмайынса еңеүҙәргә генә ирешә барҙы. Бынан тыш ул өҫтөнлөк яратыусан, ә ҡыҙыл свитерлының күҫәге, уның баштағы алабарман ҡыйыулығын һәм ҡыҙыулығын юҡҡа сығарып, уны айырыуса ҡурҡыныс януарға әйләндергәйне. Ул ғәҙәти булмағанса хәйләкәр һәм беренселеккә ынтылыуында уңайлы мәлде ҡырағай йәнлектәргә генә хас сыҙамлыҡ менән көтөп ала белә.
Беренселек өсөн алыш булырға тейеш ине, һәм Бэк уны теләп йөрөнө. Ул уны үҙенең тәбиғәте шулай булғанға һәм аңлап етә алмаҫлыҡ, екке эттәрен һуңғы һулышҡаса юлға ҡыуалаған, ҡыуаныс менән егемдә йөрөргә мәжбүр иткәнгә һәм еккенән ҡыуылған осраҡта һағыштан үлем сигенә еткергән ғорурлыҡ тойғоһо булғанға теләй. Бындай ғорурлыҡ, төп еккегә ҡуйғас, Дэйв та ла уянды, ул Соллэксты, бөтә көсөн һалып, саналарҙы тартырға мәжбүр итә. Юлға ҡуҙғалырға ваҡыт етеү менән ғорурлыҡ тойғоһо бөтә эттәрҙе дәртләндерә, томһа, ҡыҙып барыусандарын көскә тулышҡан, сәмле, арыу белмәҫ эшсәндәргә әйләндерә. Был тойғо уларҙы көн һуҙымына ҡайыҙлай, тик кис ялға туҡтағас ҡына аңлашылып бөтмәгән тынғыһыҙлыҡ һәм ризаһыҙлыҡ менән алышына. Шпиц, башлыҡ булараҡ, тап ана шул һөнәри ғорурлығы булғанға йөрөштәрен ҡулайлай алмаған, егем бауҙарын сыбалтҡан һәм иртән еккегә ваҡыт еткәндә йәшеренергә тырышҡан эттәрҙе тешләй. Шул уҡ ғорурлыҡ тойғоһонан Шпиц Бэкты башлыҡ итеп ҡуймаһындар тип ҡурҡа, ә Бэк башлыҡ булырға ынтыла.
Хәҙер инде Бэк асыҡтан-асыҡ башлыҡ урынына даулаша. Ул аңлы рәүештә Шпиц язаларға тырышҡан һәлкәүҙәрҙе ҡурсалай. Бер төндә байтаҡ ҡар яуҙы ла йыл таныраҡ Пайк саналар янына килмәне. Ул ҡар аҫтына тәрән ҡаҙылған өңөнә йәшенгәйне. Франсуаның саҡырып эҙләүе бушҡа ғына булды. Шпиц енләнә башланы. Ул лагерь буйынса бәргеләнә, һәр бер шикле урынды еҫкәй-еҫкәй аҡтара һәм шундай уҫал итеп ырылдай, Пайк, быны ишетеп, өңөндә ҡурҡышынан дер-дер килә.
Ниһайәт, табып сығарғас, Шпиц уны ойпалап алырға ташланғайны, ҡапыл Бэк шундай уҡ ярһыу менән улар араһына тығылды. Был шул тиклем көтөлмәгән һәм йылғыр һикереш булды — артҡа алып ташланған Шпиц аяғында баҫып ҡала алманы. Ҡурҡышынан ерәнгес ҡалтыранған Пайк та, бындай асыҡтан-асыҡ боланы күреп, батырая төштө һәм йығылған башлыҡҡа һөжүм итте. Инде намыҫлы алыш ҡағиҙәләрен онотҡан Бэк та йәнә Шпицҡа ынтылды. Әммә Франсуа, был хәл уны мауыҡтырһа ла, тыныслыҡ урынлаштырыуҙы бурысы һанап, бөтә көсөнә сыбыртҡыһы менән Бэкҡа тартты. Был да уны ҡарҙа аунаусы дошманынан айыра алманы. Ахыр сиктә Франсуа сыбыртҡы һабын эшкә ҡушты. Иҫәңгерәгән Бэк ситкә осто һәм оҙаҡ ҡына уның өҫтөндә сыбыртҡы шыйланы, ә Шпиц шул арала етерлек гонаһҡа батҡан Пайктың эшен китәрҙе. Әммә һуңыраҡ та Доусонға илтеүсе юлда Шпиц ғәйепле эттәрҙе язаларға тырышҡан һәр мәлдә Бэк араға тығылыуын дауам итте. Быны ул хәҙер бик хәйләкәр рәүештә, Франсуа яҡын-тирәлә булмаған да, эшләне. Бэктың йәшертен ойошторған болаһы Шпицҡа буйһонорға теләмәгәндәр өсөн бик ҡулай, һәм егемдә тәртип юғалғандан-юғала бара. Дэйв менән Соллэкс ҡына үҙгәрмәне, ә ҡалған эттәр холоҡһоҙланғандан-холоҡһоҙланды. Бөтәһе лә кәкрегә бөкрө китте. Талаштың һәм ыҙғыштың аҙағы күренмәне. Мөнәсәбәттәр торған һайын ҡыҙа — һәм быға Бэк ҡына сәбәпсе. Уның арҡаһында Франсуа, былар үлемесле талаш башлаясаҡ тип, тынғылыҡ тапманы. Егемде әйҙәүсе аңлай: был иртәме-һуңмы мотлаҡ буласаҡ. Төндәрен ул әллә нисәмә мәртәбә, талаш тауышы ишетеп, Бэк менән башлыҡ талашалыр тип ҡурҡып, йоҡо тоғонан сыға.
Әммә быға сәбәп табылмағайны һәм болотло көндәрҙең береһендә Доусонға килеп еткәндә ҙур алыш алда ине әле.
Доусонда кеше күп, ә эттәр тағы ла күберәк, һәм Бэк бөтә эттәрҙең дә эшләгәнен күрҙе, күрәһең, бында был тәбиғиҙер. Көнө буйына оҙон эт егемдәре төп урам буйлап уҙа, хатта төндә лә ҡыңғырау сыңы тынғаны юҡ. Эттәр төҙөлөш өсөн бүрәнә ташый, утын, приискыға башҡа кәрәк-яраҡ килтерә. Улар Санта-Клара үҙәнендә аттар башҡарған бөтә эштәрҙе лә атҡара. Улар араһын да көньяҡтыҡылар ҙа осрай, әммә күберәге — урындағы тоҡом, бүре нәҫеле. Ҡараңғы төшөү менән, даими сәғәт туғыҙҙа, ун икелә, төнгө өстә улар үҙҙәренең серле, ҡот осормалы төнгө йырын башлай. Бэк, ҡәнәғәтләнеп, уларға үҙенең тауышын ҡушып ебәрә.
Баш осонда боҙло шәфәҡ булып төньяҡ һаҙағайы балҡыған һәм һалҡын күктә йондоҙҙар бейегән, ә ер ҡар аҫтында ҡорошоп туңған бындай төндәрҙә эттәрҙең олоуы, әгәр унда һағышлы, үкһеүгә оҡшаш һуҙынҡы һәм бойоҡ бѳгѳлдәр булмаһа, тормош ауазы булып ҡабул ителер ине. Юҡ, унда, күбеһенсә, тормошҡа, яфаланып йәшәү ауырлығына зар ишетелә. Ул элекке, уларҙың ерҙәге тоҡомо кеүек үк боронғо йыр, шул мәлдәге йәп-йәш донъяның бар ауаздары ла һағышҡа тулы булған. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ быуындарҙың һағышы менән тулы был һыҡтау Бэкты ғәжәп һәм сәйер итеп тулҡынландыра. Башҡа ят эттәр менән бергә ул да ҡасандыр ҡырағай нәҫелдәштәренең, һыуыҡ төн сере алдында ҡоттары осоп, йәшәү ауырлығынан һыҙланып олоуын ҡабатлай. Был боронғо тойғоларҙың тынғыһыҙлауы Бэктың бөгөнгө тормоштан тотоп тыйғыһыҙ рәүештә кире, кеше мәмерйә усағына һыйынған быуаттарға, был олоу яралған ҡырағай тәүтормош дәүеренә ҡайтыуын күрһәтә ине.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Ҡан ауазы - 3
- Büleklär
- Ҡан ауазы - 1Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4323Unikal süzlärneñ gomumi sanı 218127.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.48.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 2Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4215Unikal süzlärneñ gomumi sanı 215427.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.41.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 3Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4251Unikal süzlärneñ gomumi sanı 211228.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.42.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 4Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4103Unikal süzlärneñ gomumi sanı 206528.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.49.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 5Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4224Unikal süzlärneñ gomumi sanı 208028.1 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 6Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 4117Unikal süzlärneñ gomumi sanı 208628.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.43.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
- Ҡан ауазы - 7Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.Süzlärneñ gomumi sanı 917Unikal süzlärneñ gomumi sanı 66732.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.44.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.50.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.