Latin

Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10

Süzlärneñ gomumi sanı 3574
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1811
32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
үҫтергән, уңышын йыйған мәлдә вайымһыҙ
ҡарауым, юҡ-бар сәбәп менән дә эштән
ҡалыуҙарым өсөн үкенеп ҡуйҙым. Шундай
уйҙарға бирелеп, трибунаға сыҡҡан
Лотфулла бабайҙы ла йүнләп тыңламаным.
Уның бары тик: «Һеҙҙең аранан да Фатиха
инәйегеҙ кеүек бынамын тигән сөгөлдөрсөләр
үҫеп китәсәгенә шикләнмәйем», — тигән
һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалдым.
Ә
бер аҙҙан икенсе бер таныш тауыштың:
«Үәт бына...» — тип әйтеүенә, уйҙарымдан
ҡапыл арынып, башымды күтәрҙем. Ибраһим
ағай трибуна эргәһенә сығып баҫҡан да,
ғәҙәтенсә, бөтә йөҙө менән йылмайып
һөйләп тора имеш.


Сөгөлдөр
үҫтереүҙә, уны юғалтыуһыҙ йыйып алыуҙа
айырыуса тырышып эшләгән балаларыбыҙҙы
колхоз идараһы китаптар менән бүләкләргә
ҡарар итте, — тине лә, ҡулындағы ҡағыҙға
күҙ төшөрөп алғас, һигеҙенсе класта
бер ҡыҙыҡайҙың исемен әйтте.

Ҡыҙыҡай
трибуна янында ғына ултырған икән. йәһәт
кенә урынынан тороп, сәхнәгә күтәрелде.
Уның былай ҙа сандыр оҙон буйы юғарыла
тағы ла оҙоная төшкәндәй күренде. Ибраһим
ағай уға, нисектер, аталарса яғымлы итеп
ҡараны һәм трибуна артынан ҡалын ғына
бер китапты алып:


Һеҙ
Аркадий
Гайдарҙың
«Һайланма әҫәрҙәр»е менән бүләкләнәһегеҙ,
— тине.

Ҡыҙыҡайға
китапты тотторғас, Ибраһим ағай уның
ҡулын ҡыҫты һәм арҡаһынан еңелсә генә
ҡағып ҡуйҙы.


Рәхмәт!
— тине ҡыҙыҡай, тулҡынланыуҙан бит
остары алһыуланып.

Бүләктәр
тапшырыу залда ҙур йәнләнеү тыуҙырҙы.
Сәхнәгә күтәрелгән һәр уҡыусыға гөрләтеп
ҡул саптыҡ. Бына Зәлифәнең дә исем-фамилияһы
әйтелде. Ҡыҙыҡай, Ибраһим ағай ҡаршыһына
килеп, бүләк-китапты алғас та, урынына
төшөп ултырырға ашыҡманы. Йөҙө менән
залға әйләнеп:

Тыуған
колхозым өсөн киләсәктә тағы ла
тырышыбыраҡ эшләргә, Фатиха инәйҙәр
аманатына тоғро булырға һүҙ бирәм, —
тине.
Күрәһең,
был һүҙҙәрҙе ул алдан уйлап ҡуйғандыр:
шундай оҫта итеп әйтте, артистка тип
торорһоң, үҙе ҡыҙарманы ла.
Зәлифә
өсөн ҡул сабыуҙар баҫылырға ла өлгөрмәне,
Ибраһим ағай йәнә ҡулындағы ҡағыҙға
текләп:


Шәүкәтов
Тамир, — тип уҡыны.

Мин
бүләк көтмәй инем. Теге ваҡытта Зөлфәт
менән һөйләшкәндән һуң, бүләккә түгел,
маҡтап телгә алынырға ла лайыҡһыҙ
булыуымды аңлағайным инде. Етмәһә,
класта ҡайһы бер оҙон телдәрҙең: «Берәүҙәр
тир түгә, икенселәр маҡтала», — тип
төрттөрөүҙәрен дә ишетергә тура килгәйне.
Әлеге бүләкте лә ҡабул итһәм, тағы нимә
тимәҫтәр? Һәм улар хаҡлы буласаҡ. Староста
ла бит әле мин. Был хаҡта оноторға хаҡым
бармы? Ни эшләргә? Әллә алып ҡына ҡуяйыммы?
Бүләге лә ниндәй бит! Китап. Юҡ-юҡ!..
Башымдан
йәшен тиҙлегендә шундай уйҙар үтте. Ә
үҙем һаман баҫып торам. Президиум өҫтәле
артында ултырған Гөлғәйшә Мөрсәлимовна,
башы менән минең яҡҡа ымлап:


Йә-йә,
Шәүкәтов, ниңә аптырап ҡалдың? Йәһәтерәк
бул, — тине.

Мин,
киҫкен ҡарарға килеп, шунда ук үҙ уйымды
әйттем дә һалдым:


Мин
бындай ҙур бүләккә лайыҡ түгелмен.

Ныҡ
тулҡынланыуҙан биттәрем янып, урыныма
ултырҙым.
Ибраһим
ағай, был ниндәй хәл тигәндәй, бер миңә
табан, бер президиум яғына ҡарап алды.
Гөлғәйшә
Мөрсәлимовнаның йөҙөндә лә ғәжәпләнеү
билдәһе сағылды. Тик ул үҙен бик тиҙ
ҡулға алып:


Эй
Шәүкәтов, һабаҡты бирҙең һин беҙгә, —
тине. Мәктәптең отличнигы тип,
бүләкләнеүселәр исемлегенә һине үҙем
индергәйнем. Был хатаны ла хәҙер үҙемә
үк төҙәтергә тура килер, ахыры. Шәүкәтов,
һинеңсә, мәҫәлән, кем һеҙҙә шәберәк
эшләне?

Мәҫәлән...
— Мин тотлоғоп ҡалдым. — Мәҫәлән...
Вәсиф Ғабдуллин... — Йәнә Зөлфәтте, тағы
бер нисә уҡыусыны әйтмәксе инем, мине
Гөлғәйшә Мөрсәлимовна шунда уҡ бүлде:

Вәсиф
Ғабдуллин... — Директорҙың йөҙө
һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡараңғыланып ҡуйҙы.
Ул үҙенән арттараҡ ултырған Мәрйәм апай
менән нимәлер
һөйләшеп алғас: — Ысынлап та, беҙ Ғаб-
дуллинға тейешле бүләкте Шәүкәтовҡа
бирә яҙғанбыҙ икән, — тине. — Ярай әле
Шәүкәтов быны үҙе һиҙеп ҡалған. Был
хатабыҙ өсөн Ғабдуллиндан ғәфү үтенәбеҙ.
Әйҙә, Вәсиф, сәхнәгә сыҡ. Бүләк — һинеке!
«Вәсиф
киреләнмәгәйе», — тип шикләнеп тә
ҡуйғайным. Юҡ, улай булып сыҡманы. Йоҡа,
еңел кәүҙәле Вәсиф бөтә зал аша шәп-шәп
атлап үтеп, сәхнәгә күтәрелде. Директорҙың
һүҙе уға килеште, күрәһең. Ибраһим ағай,
арҡаһынан һөйә-һөйә, уға Марк
Твендың
«Принц һәм теләнсе» тигән ҡалын ғына
китабын тапшырҙы. Мин быға ҡыҙығып та,
көнләшеп тә ҡараным.
Быйылғы
уңыш байрамы минең өсөн бик үк күңелле
булмаһа ла, үҙемде кеше итеп хис иттем.
Иптәштәрем алдында ғорурлығым
кәмһетелмәне. Ә бүләк... Уныһын алда,
лайыҡ булһам, алырмын әле. Үҙемә
тәғәйендәрен.
*
* *
Дәрестән
һуң Зөлфәт менән пионер бүлмәһенә инеп
сыҡмаҡсы булдыҡ. Лотфулла бабай
тураһындағы альбомды асып ҡарағы килә
ине. Сөнки иптәштәре менән һеңлем Гөлшат
уны эшләгәндә Зөлфәт менән минең дә
өлөш инде. Улар өсөн бабай менән әңгәмәне
беҙ ойошторҙоҡ. Үҙебеҙҙең тәжрибәгә
таянып, ҡарттың тормош юлын һәйбәтләп
яҙып сығырға ла ярҙамлаштыҡ.
Пионер
бүлмәһендә
беҙҙе Венер ағай ҡаршы алды:


Йә,
егеттәр, хәлдәрегеҙ нисек?

Һәйбәт
әле, — тинем мин.

Венер
ағай миңә һынабыраҡ ҡараны.


Хеҙмәт
ветерандары менән осрашыу сборына
әҙерлек нисек бара?

Әҙерләнәбеҙ,
— тинем мин, нисектер, вайымһыҙ күренергә
тырышып. — Фатиха инәй тураһында
материалдар туплауҙы дауам итәбеҙ.

Ярайһы,
улай булғас, — тине Венер ағай, хуплап.

Шунда
Зөлфәт тә һүҙгә ҡушылды:


Сборға
беҙҙең рапорт һәйбәт буласаҡ.

Венер
ағай, саҡ ҡына йылмайғандай итеп,
Зөлфәткә
күҙ ташлап алды, тик бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Мин, ошо тынлыҡтан файҙаланып:


Венер
ағай, бишенселәрҙең альбомын ҡарарға
ине, — тинем.

Өлкән
вожатый ҡарашын миңә һирпеп:


Ә,
һеңлеңдәрҙең эшенме? Ҡара әйҙә,— тине
һәм, шкафты асып, ҡалын ғына альбомды
алды ла минең алға, өҫтәлгә, ҡуйҙы.

Зөлфәт
менән икебеҙ ҙә альбомға эйелдек,
һеңлемдәр, ҡулдарынан килгәнсә, уны
биҙәргә тырышҡандар. Тышына, журналдарҙан
киҫеп алып, һалдаттарҙың һуғыштағы
батырлығын күрһәткән бер нисә һүрәт
йәбештергәндәр. Уларҙа туптан атып
торған артиллеристар ҙа, танкылар
артынан һөжүмгә барған уҡсылар ҙа, осоп
барыусы ике-өс истребитель дә бар. Әммә
иң иғтибарҙы йәлеп иткәне — лейтенант
Егоров
менән
сержант Кантарияның рейхстаг көмбәҙенә
байраҡ ҡаҙап торғанды сағылдырған
һүрәт. Ул күңелдә тантана, ғорурлыҡ
уята. Шул уҡ ваҡытта ауыр һәм ҙур
юғалтыуҙар менән тулы Еңеү юлын да күҙ
алдына баҫтыра.
Лотфулла
бабай ҙа Волганан Одерғаса ошо юлды
үткән. Һеңлемдәр альбомдың беренсе
битенә уның орден-миҙалдарын тағып
төшкән ҙур ғына фотоһын ҡуйғандар.
Аҫтына эре хәрефтәр менән «Бөйөк Ватан
һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Лотфулла
Низаметдин улы Шәнгәрәев» тип яҙылған.
Унан һуң уның тормош юлы бәйнә-бәйнә
һөйләп бирелгән. Быныһын беҙ яттан
беләбеҙ. Шуға күрә уҡып торманыҡ. Бары
тик яугирҙың төрлө йылдарҙағы фотоларын,
альбом биттәренә йәбештерелгән йәки
яһап ҡуйылған матур-матур һүрәттәрҙе
генә ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡтыҡ.
Уның
ғүмеренең һәр осоро үҙенсә матур һәм
һоҡланғыс.
Революциянан
һуң ул ауылда тәүге комсомолец, тәүге
колхозсы булған. Кулактарға ҡаршы
көрәшкән, спектакелдәрҙә, концерттарҙа
ҡатнашҡан. Башҡалар менән бергә ең
һыҙғанып ер һөргән, иген сәскән, урған,
һуҡҡан...
Һуғыш
алдынан уны «Ҡыҙыл юл» колхозының
бригадиры итеп һайлағандар.
Ә
ҡалғаны... һуғыш, ауыр һәм данлы еңеү
юлы... Йәнә тыныс хеҙмәт...
Уйлап
ҡараһаң, Лотфулла бабайҙың бөтә тормошо
илгә, халҡыбыҙға арналған бит. Альбомдағы
һүрәттәрҙән, ошо ябай биографик яҙманан
уның һәр саҡ тормоштоң алғы һыҙығында
булыуын күрәһең. Был үҙе батырлыҡ түгелме
ни!
Альбомдың
һуңғы битен ябып, пионер бүлмәһенән
сыҡҡанда, мин ошо хаҡта уйланым һәм
Зөлфәткә ҡарап ҡуйҙым. Уның
да йөҙө етди ине. Бәлки, ул да Лотфулла
бабай хаҡында уйлағандыр.
Мәктәп
ҡапҡаһы төбөндә беҙгә Вәсиф осраны. Ул
беҙҙең ҡайҙа ингәнде күреп ҡалып,
көтөбөрәк торған икән. Шым ғына ҡайтыр
яҡҡа атланыҡ, һиҙәм: Вәсиф миңә ҡарап-ҡарап
ҡуя. Моғайын, үҙемә генә әйтер һүҙе
барҙыр, тик Зөлфәт алдында уңайһыҙлана,
күрәһең. Шулай ҙа, тыҡрыҡты сыҡҡас,
беҙҙең юлдар айырыласағын аңлап, ул һүҙ
башланы.


Тамир,
уңыш байрамында минең хаҡта яҡшы һүҙең
өсөн рәхмәт. Ә мин быны һинән һис көтмәй
инем.

Ни
эшләп? — тинем мин, ғәжәпләнеп.

Вәсиф
был һорауҙан ҡаушабыраҡ ҡалғандай
күренде.


Теге...
ни... Асман менән мин дуҫ, ә һин, киреһенсә...

Бында
Асмандың ни ҡыҫылышы бар?


ин
эскерһеҙ... ғәҙел, ә мин...

Беҙ,
тыҡрыҡты үтеп, урамға сыҡтыҡ. Мин
туҡталдым.


Ярай,
Вәсиф, һау бул!—тинем, һаубуллашырға
ҡулымды һуҙып.

Вәсиф,
ҡулымды ҡыҫып тотҡас, саҡ ҡына арыраҡ
киткән Зөлфәткә ҡарап алды.


Тамир,
— тине ул, тауышын әкренәйтеп, — һинең,
алда мин ғәйепле бит.

Һинең
ниндәй ғәйебең булһын?

Бар
шул, — тине Вәсиф үкенес менән һәм аяҡ
аҫтына төбәлде. — Асман менән һинең
дуҫлығың өҙөлөүҙә минең дә ғәйеп бар.
Беләһеңме, беҙ дүртенселә уҡығанда мин
дә Асман менән дуҫлашырға теләй инем.
Тик ул гел һиңә тартылды. Һеҙ гел бергә
булдығыҙ. Был мине бик көнләштерә
торғайны. Түҙмәнем, бер ваҡыт, һин пионер
лагерына киткәс, мин Асманға: «Тамир
һинең хаҡта: «Асманды көслө булғанға
ғына дуҫ күрәм. Минең телохранитель
ул», — тип һөйләй», — тинем. Асмандың
ҡолағына элек тә бер нисә һүҙ төшөргөләп,
уның кеше һүҙенә ыша- ныусанлығын һиҙеп
алғайным инде. Ә был юлы, минең һүҙҙәрҙе
ишеткәс, ул буҙарып, ҡыҙып китте: «Мин
уға күрһәтермен «телохранител»- де!»
— тине.

Һуңынан,
һеҙ дошманлашып йөрөй башлағас, мин бик
үкендем, тик ғәйебемде танырға булдыра
алманым. Ғәфү ит!
Вәсиф,
бәлки, минең ҡабынып китеүемде, әр-
ләүемде көткәндер. Ләкин күңелемдә уға
ҡарата асыу ҙа, үпкә лә юҡ ине.


Ярай
инде, үткән эшкә — салауат, — тинем.

Был
һүҙҙәрҙән һуң Вәсифтең башы күтәрелеп,
йөҙө яҡтырып китте.


Беләһеңме,
үҙемдең ғәйепте Асманға ла һөйләп,
һеҙҙе дуҫлаштыра алам.

Кәрәкмәй,
— тинем мин шунда уҡ. — Асман менән
дуҫлаша алмамдыр. Беҙ ул саҡта бәләкәйерәк
инек, әлбиттә. Шулай ҙа уның урынында
мин булһам, кеше һүҙенә ҡарап, дуҫлыҡты
өҙмәҫ инем. Юҡ, дуҫлыҡ һәр төрлө ваҡлыҡтан,
ғәйбәттән өҫтөн булырға тейеш. Шунһыҙ
ул оҙаҡ йәшәй алмай.

Вәсиф
менән ҡул ҡыҫышып айырылыштым. Мине
көтөп торған Зөлфәт янына ашыҡтым. Ул
миңә серле генә ҡарап алды ла:


Кисәлә
бүләк алғаны өсөн рәхмәтен бик оҙаҡ
белдерҙе, — тине.

Юҡ,
беҙ башҡа нәмәләр хаҡында һөйләштек.

Ә
һинең кисәге сығышыңды класта хуплайҙар.
«Егет икән беҙҙең Тамир», — тиҙәр.

Зөлфәттең
был һүҙҙәре күңелемде күтәреп ебәрҙе.
«Намыҫым ҡушҡанса йәшәргә, үҙ-үҙемә бер
ҡасан да хыянат итмәҫкә», — тип үҙ-үҙемде
эстән нығыттым мин.



эпилог
Беҙ
инде VII
класта
уҡыйбыҙ. Быйыл Октябрь байрамына «Хеҙмәт
даны» музейын астыҡ. Уны йыһазлауҙа
сөгөлдөрҙә эшләп алған аҡсабыҙ тотолдо.
Биҙәү өсөн ҡаланан махсус рәссам
саҡырылды. Музейыбыҙ бына тигән килеп
сыҡты! Уны ҡарарға үҙебеҙҙең ауыл халҡы
ғына түгел, ситтән дә кешеләр килә.
Музейҙың
иң түрендә Фатиха инәй Зари- пованың
ҙур фотоһүрәте, уның тормош һәм хеҙмәт
юлын сағылдырған стенд, ә витринала,
быяла аҫтында, орден-миҙалдары, Почет
грамоталары, уның хаҡында газетала
баҫылып сыҡҡан материалдар һәм шәхси
әйберҙәре.
Лотфулла
бабайға арнап та шундай уҡ стенд һәм
витрина яһаныҡ.
Колхоз
тарихында үҙ хеҙмәттәре менән айырыуса
дан ҡаҙанған тиҫтәләгән кеше музейҙа
урын алды. Эҙләнеүҙе әле лә дауам итәбеҙ.
Беренсе тракторсы Нурислам Зарипов
тураһында
ла материалдар туплайбыҙ. Был эш бөтә
балаларҙы мауыҡтырҙы.
Асман,
өләсәһе тураһындағы материалдар музейға
ҡуйылғас, ныҡ үҙгәрҙе. Уҡыуын, тәртибен
яҡшыртты. Быйыл колхоз сөгөлдөрөндә лә
һәйбәт эшләне. Ә музейҙа директорҙың
актив ярҙамсыһына әүерелде. Һәр көндө
бында тегеһен — тегеләй, быныһын —
былай итеп йөрөй, килеүселәрҙе ҡаршы
алып, уларға үҙе белгәндәрҙе һөйләй.
Шуныһы
ғәжәп, элек туҡтауһыҙ сирләп, өйөнән
сыҡмай ятҡан, сыҡһа ла ҡапҡа төбөнән
китмәгән Лотфулла бабай хәҙер һис тынғы
белмәй, йыш ҡына мәктәптә, музейҙа,
колхоз идараһында була.
Лотфулла
бабайҙы беҙ ҙә онотмайбыҙ. Көн һайын
тиерлек өйөнә барып, уға донъя көтөүҙә,
колхоз ремонтлап биргән өйөн тәртиптә
тотоуҙа ярҙам итәбеҙ. Өҫтәп шуны әйтәм:
мин Асман менән дә, Вәсиф менән дә ысынлап
дуҫлашып китә алманым. Осрашҡанда
һөйләшеп тә торабыҙ, бергәләп төрлө
уйындар ҙа уйнайбыҙ, уҡыуҙа ярҙам иткәнем
дә бар үҙҙәренә. Ләкин йөрәгемде тулыһынса
аса алмайым уларға. Ниңәлер, эске бер
көс рухымды бығаулап тора. Ихтимал, мин
дуҫлыҡҡа үтә юғары талап ҡуя торғанмындыр.
Хәйер, ҡуйырға кәрәк тә ул. Бына мин
Зөлфәткә үҙемә ышанған кеүек ышанам,
теләһә ниндәй серемде сисә алам. Ул үҙе
лә бөтә уй- хыялдарын минең менән бүлешә.
Асман
менән Вәсиф тә III—IV класта уҡыған саҡтағы
малайҙар түгел инде. Быны яҡшы беләм дә
ул, әммә барыбер уларҙы үҙ итеп бөтөрә
алмайым. Күрәһең, дуҫлыҡ хисенә бер тап
төшөрһәң, ул ҡабат уянмаҫҡа ла мөмкиндер.
Үҙеңдең
тормош юлыңа ла, дуҫлыҡҡа ла тап төшмәһен,
ғүмер йондоҙоң һүнгәс тә, Фатиха
инәйҙәрҙеке кеүек, кешеләргә йылы нурын
һибеп торһон ине.















Хикәйәләр




ҺАЙЛАУ
Ҡарманай
ауылының зәңгәр патруль отряды колхоз
келәттәре янына йыйылды. Бында ҙур
булмаған ҡарауылсы өйө көндөҙҙәрен йыш
ҡына буш тора. Ул штаб ролен үтәй.
Бөгөнгөләй сыуаҡ иртәлә, ҡояш күтәрелеп
кенә килгән саҡта, сәйер еҫтәр аңҡыған
тынсыу бүлмәгә инеп тороуҙың хәжәте
юҡ. Һүҙҙе тышта ла алып барып була.
Уртаса
буйлы, әммә баҙыҡ кәүҙәле отряд командиры
Әхтәр янып торған ҙур күҙҙәре менән
иптәштәрен барлап сыҡты ла һүҙ башланы:


Кисә
Ҡамышлы буйында патруль командиры
Хәйҙәр Моратшин үҙен тейешенсә тотмаған,
ҡармаҡ һалыусы бер малайға сәбәпһеҙ
бәйләнгән.

Эйе-эйе,
— тип эләктереп алды шунда уҡ ҡылыс
танаулы, ҡуңыр йөҙлө, ҡаҡса кәүҙәле
Ҡасим, — ул үҙен патрулсегә хас булмағанса
тотто. Улай ярамай ул. Беҙ үҙебеҙҙең
исемгә тап төшөрөргә тейеш түгелбеҙ.

Уныһы
дөрөҫ, — тине бер ҡыҙ. — Матур һайрайһың.

Әхтәр
әллә Ҡасимды, әллә ҡыҙҙы хуплап, ҡап-ҡара
сәсле ҙур башын ҡағып ҡуйҙы:


Әлбиттә.

Командир
кисә кис үҙҙәренә килеп Ҡасим һөйләп
киткәнде, һуңынан шуны башҡалар
дөрөҫләгәнде иптәштәренә еткермәксе
булып ауыҙын асҡас, Хәйҙәр яғына күҙ
ташланы ла ты- йылыбыраҡ ҡалды. Теге
ҡара көйөп, башын эйе- берәк баҫып тора.
Хаталаныуы өсөн үкенә, күрәһең. Әхтәр,
уның хәлен аңлап, артыҡ һүҙ ҡуйыртмаҫҡа
булды.

Эйе,
Хәйҙәр дуҫ, әҙерәк яңылышҡанһың...

Ҡасим
шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:


Нисек
«әҙерәк»? Тыныс ҡына ҡармаҡ һалып торған
малайға патрулсе бәйләнергә тейешме
ни?

Тейеш
түгел, — тине Әхтәр. — Шуға күрә лә
«әҙерәк яңылышҡан», тим бит.
Әҙерәкме?
Әллә күберәкме? Ниңә башҡаларға һөйләп
бирмәйһең?
Әхтәр
саҡ ҡына йылмайғандай итте:


Уныһы
кәрәкмәҫтер, һин башҡаларға ла
еткергәнһеңдер инде.

Һөйләне,
беләбеҙ, — тиеште патрулселәр.

Шунда
Әхтәрҙең башына бер уй килде. Ул
Ҡасимдың
теләген күптән һиҙеп йөрөй, тик уны
аңламағанға һалыша ине. Әле шуға ла
ныҡлы ҡарарға килеп:


Эйе,
Хәйҙәрҙең ғәйебе бар, — тине. — Ҙур
түгел, билдәле. Уны ғәфү итергә лә була.
Ләкин, икенсе яҡтан, Ҡасим да хаҡлы
инде. Әллә Хәйҙәр урынына уны һайлап
ҡуябыҙмы?

Ҡасимдың
йөҙө яҡтырып, ауыҙы йырылып китте, хатта
ғәҙәттәге баҫалҡылыҡты ла һаҡлай алманы.


Һайлаһағыҙ,
мин ҡаршы түгел, — тине ул, аҫҡа ҡарап.

Әммә
иптәштәре ни өсөндөр тынып ҡалды. Был
тынлыҡ Ҡасимға шомло тойолдо, тулҡынланыуҙан
йөрәге ҡыҫылып-ҡыҫылып ҡуйҙы. Башында
бер генә уй әйләнде: «Һайларҙармы,
юҡмы?..»
Йә,
ниңә һүҙһеҙ ҡалдығыҙ? — тине Әхтәр,
иптәштәренә текләп. Тегеләренең бер
нисә- һе икеләнепме, ҡәнәғәтһеҙлек
менәнме, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Командир
уларҙың Ҡасимды өнәп бөтөрмәүҙәрен
һиҙенде, тик был һынау коллектив
өсөн, бигерәк тә Ҡасимдың үҙе өсөн кәрәк,
тип уйланы.
Ә
Хәйҙәр иһә үҙенең кисәге ҡылығы өсөн
ысынлап та үкенеп: «Бер ҙә юҡтан килеп
сыҡты бит, бер ҙә юҡтан...» — тип үртәнә
ине.
Нисек
булды һуң әле был? Эйе, төштән һуң Хәйҙәр
өс иптәше менән Ҡамышлы йылғаһы буйлап
китте. Көн бөгөнгө кеүек үк аяҙ, йылы
ине, яр буйындағы таллыҡтарҙа ҡоштар
һайраша, йылғала әле унда, әле бында
балыҡтар ҡарпый. Башта таллыҡ буйында
ғына ҡармаҡ һалып торған бер ағайҙы
осраттылар. Малайҙарҙы күргәс, ағайҙың
ҡаҡса йөҙөндә йылмайыу сағылды.


Тәбиғәтте
һаҡлайбыҙмы?—тине ул, оҙонса башын
ҡыйшайтып ҡарап. — Һаҡлағыҙ әйҙә,
һаҡлағыҙ! Һеҙ тотонғас, эш алға китәсәк
инде ул.

Хәйҙәргә
был ағайҙың һүҙҙәре оҡшаманы: ниндәйҙер
кинәйә, мыҫҡыллау бар ине уларҙа. Ул,
үҙенең башлыҡ икәнен иҫтә тотоп:


Ҡамышлыны
браконьерҙарҙан һаҡлаясаҡбыҙ, әлбиттә,
— тине ҡоро ғына, унан тирә-йүнгә ҡарап
алды ла: —Ағай, һеҙ сүпләнегеҙме бында
яр буйын?—тип һораны.

Мин
дә сүпләгәнмендер, бәлки. Киткәндә
йыйыштырырмын.

Тик
бынау консерва банкаларын Ҡамышлыға
ырғытмағыҙ инде.

Ағай
кеше тағы кинәйәле йылмайҙы.
Ырғытмамын,
ырғытмамын.


ау
булығыҙ! Балыҡ күберәк ҡапһын үҙегеҙгә,
— тине Хәйҙәр, иптәштәренә үҙ артынан
эйәрергә ишаралап.

Ошоға
тиклем бөтәһе лә һәйбәт барҙы. Тик
Хәйҙәрҙең, йәнен ҡыйған әлеге ваҡиға
бына шунан һуң булды ла инде.
Ҡуйы
таллыҡ аша сығып, текә ярға күтәрелделәр.
Йәнә бер аҙ барғас, яр һөҙәкләнде. Шунда
ҡармаҡ һалып торған сандыр кәүҙәле,
аҡһыл һары сәсле бер малай күренде.
Патрулселәр килеп етәрәк, уға ҙур ғына
сабаҡ эләкте. Ҡырсында ялтлап һикерендәгән
сабаҡ Хәйҙәрҙең күҙен ҡыҙҙырҙы. Ул да
ҡармаҡ һалырға, шундай сабаҡтарҙы
ҡаптырырға ярата шул. Ҙурыраҡта- рын
эләктерергә лә хыяллана, тик был бәхет
уны әлегә урап үтә.
Хәйҙәр,
малай янына килеп, сабаҡты тотоп ҡарап
торҙо ла:
Зур,
матур сабаҡ. Бәхетең бар икән,— тип, уны
сандыр малайға бирҙе. Тегеһе сабаҡты
шешкә теҙеп ҡуйғансы, үҙе, уның ҡармағын
емләп һыуға ташланы. Талғын ғына аҡҡан
йылға эсендә ҡалҡыуыс әкрен генә һыу
түбәненә йөҙҙө. Хәйҙәр ҙә, эйелә биреп,
яр буйлап уның артынан атланы. Бына бер
мәл ҡалҡыуыс ҡапыл һыуға батып китмәһенме!
Хәйҙәрҙең тулҡынланыуҙан ҡулы ҡалтыраны,
сабаҡты ярға ырғытҡан һымаҡ, әлеге
сирткән балыҡты ла күтәреп алмаҡсы
булды, тик сыбығы ғына көйәнтәләй
бөгөлдө, ә балыҡ күтәрелмәне. Улай ғына
ла түгел, яман тулап, Хәйҙәрҙең ҡулын
дер һелкетте. Ярҙағылар бөтәһе лә,
ауыҙҙарын асып, уға төбәлгәйне. Шунда
береһе:

Һөйрәп
сығар, һөйрәп, — тип ҡысҡырҙы. Сандыр
малай ҡармаҡ сыбығына тотонмаҡсы
булғайны, тик Хәйҙәр:


Үҙем,
үҙем, — тип ҡармаҡ ебен ипләп кенә ярға
тарта башланы. Борғолана-борғолана
терһәк буйы ажау килеп сыҡмаһынмы!
Хәйҙәр уны ярға етер-етмәҫтән, айғолағынан
эләктереп алып, ҡырсынға ташланы:

Ағайың
ҡаптырҙымы? Ҡаптырҙы!

Ул
тантаналы төҫтә иптәштәренә ҡараны.
Сандыр малай ажауҙы ҡулына алып, юғары
күтәрҙе. Балыҡтың, көмөш тәңкәләре
ҡояшта алтын һымаҡ балҡып китте. Бөтәһе
лә уны тотоп ҡарарға теләне:


Бына,
исмаһам, балыҡ!

Кескәй
генә ҡармаҡҡа нисек эләккән ул?

Ай-һай
оҫта балыҡсы икән Хәйҙәр!
Ҡасим
тотоп ҡарап торған ажауға Хәйҙәр ҡулын
һуҙып:


Үҙем
ҡаптырҙым, үҙемә буласаҡ, — тине.

Булмай
торһон әле.— Сандыр малай, Хәйҙәргә
тиклем балыҡты эләктереп, артына
йәшерҙе. Уның әле генә көмөш тәңкәләй
балҡып торған йөҙөн ҡара болот баҫты.
— Минең ҡармаҡҡа эләктерҙеңме —
минекенә. Шулай булғас, балыҡ та минеке.

Шаярма,
бир ажауҙы!
Бирмәйем...
Хәйҙәр
ҡыҙа башланы. Күпме ҡармаҡ һалырға
йөрөнө, бындайы ҡапҡаны юҡ ине шул уға.
Был табышты ҡармаҡ хужаһына ҡалдырыу
бик тә йәл ине. Шунлыҡтан, бирмәйем, тип
тартышҡан сандырға үҙенең, кемлеген
күрһәтеп алыуҙы кәрәк тапты:


Былай
телләшеп торһаң, балығыңды ла, ҡармағыңды
ла тартып алдыҡ, киттек. Минең кемлекте
белмәйһеңме ни әле? Танытырмын,
белмәһәң...

Был
һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ҡасим пырхылдап көлөп
ебәрҙе. Хәйҙәрҙең күҙҙәренән асыу
осҡондары сәсрәне.

Ниңә
тештәреңде ыржайтаһың?


Ыржайтырһың
да, бер ғәйепһеҙ малайға бәйләнәһең
дә.

Башҡа
иптәштәре лә һүҙгә ҡушылды:

Балыҡ
һинеке түгел дә инде, Хәйҙәр.


Уның
ҡармағын былай ғына һалып ҡараның бит.

Үҙен
хуплауҙарын күреп, Ҡасим Хәйҙәрҙе тағы
ла әсерәк тешләргә тырышты.


Үҙеңдең
кемлегең менән маһайма. Йәнәһе, берәү
патруль етәксеһе...

Хәйҙәрҙең
Ҡасимға һарыуы ҡайнаһа ла, тыйылып
ҡалды. Балыҡ менән мауығып, ысынлап та
үҙенең кемлеген онотоп ебәрҙеме әллә?!
Ҡайҙан бынау ажауы килеп ҡапты... Хәйҙәр
тешен ҡыҫып, үртәнеп кенә:


Ярай,
минең, арҡала бер рәтле балығың була
инде, — тине теге сандырға.

Ихтимал,
был ваҡиға бер көлкө булып ҡына ҡалыр
ине, әммә Ҡасим уны эләктереп алып, ҙурға
ебәрҙе. Ул Хәйҙәрҙе яратмай, уны эсенән:
«Маҡтансыҡ, ҡупыр», — тип атай ине. Быйыл
алтынсы класты бер парта артында ултырып
тамамланылар. Хәйҙәр гел «дүртле»,
«бишле»гә генә уҡыны, ә Ҡасим, нисек
тырышһа ла, ул тиклем үк булдыра алманы,
бер-ике «өслө»һө лә сыҡты. Уҡыуҙағы был
айырма уның мин-минлегенә тейә, ярһыта
ине. Ул ғына етмәгән, иптәштәре Хәйҙәрҙе,
унан өҫтөн ҡуйып, зәңгәр патруль отрядында
звено командиры итеп һайлап ҡуйҙылар.
Ҡасим йәнә түбәндә, буйһоноусы ғына.
Йәнең көймәҫме шунан һуң...
Әлеге
ваҡиға уны ҡыуандырҙы. Малай үҙенең
Хәйҙәрҙән кәм түгеллеген, хатта өҫтөн
икәнлеген иҫбатларға иҫәп тотто. Шуға
күрә, Ҡамышлы буйында йөрөп ҡайтҡас, ул
күп кенә иптәштәрен күреп, «ЧП» хаҡында
ҡабартыбыраҡ һөйләп сыҡты...
Тынлыҡты
нәҙек оҙон буйлы, ҡаҡса ҡуңыр йөҙлө
Сулпан боҙҙо. Ул алғараҡ сығып:
Мин
Хәйҙәрҙең ғәйебе юҡ тип уйламайым.
Бәйләнмәҫкә ине шул малай менән. Тағы
шуныһын да онотмайыҡ: теге ажауҙа
Хәйҙәрҙең дә өлөшө бар бит. Әҙ генә булһа
ла бар. Ни бары шуның өсөн генә уны
командирлыҡтан алырға ярамай, минеңсә.


Мин
Ҡасимды алама малай тип әйтмәйем, —
тине сәсен малайҙарса алдырған, зәңгәр
кофталы, джинсы салбар кейгән ҡыҙ. —-
Звено командиры эшен ул да башҡара ала.
Бәлки, насар ҙа башҡармаҫ. Шулай ҙа
Хәйҙәрҙе мин уға алмаштырмаҫ инем. Ни
өсөн, тиһегеҙме? Ул иптәштәрен, бигерәк
тә Хәйҙәрҙе, йыш ҡына яманлап һөйләй.
Кисә лә, йорт һайын инеп, уның хаҡында
тел шымартып йөрөнө. Улай
егетлек түгел ул.

Был
һүҙҙәрҙән һуң патрулселәр умарта күсе
кеүек гөжләне лә китте.


Хәйҙәрҙең
дә ғәйебе бар...

Барыбер
уны Ҡасимға тиңләп булмай инде.

Хәйҙәр
— ҡыйыу ҙа, ғәҙел дә малай ул.

Ә
теге ваҡытта ике браконьерҙың ҡойроғона
нисегерәк баҫты. Оноттоғоҙмо ни?

Бер
ҙә онотманыҡ...

Иптәштәренең
һүҙҙәрен ишетеп, Хәйҙәрҙең күңеленә
йылы йүгерҙе. Теге ике браконьер ваҡиғаһы
күҙ алдына килде.
Көн
киске яҡҡа ауышып һүрәнләнә башлаған
саҡ. Хәйҙәр бер нисә иптәше менән Ҡамышлы
буйына патрулгә сыҡҡайны. Беләктәрендә
— зәңгәр таҫма. Бына улар балыҡ һөҙөп
йөрөгән ике ир кешене күреп, шулар
тәңгәленә ҡырсынға килеп туҡтанылар.

Ағайҙар,
һөҙөргә ярамай бит,— тине Хәйҙәр тауышын
артыҡ күтәрмәй генә.
Әммә
һыуҙағы икәү бар тип тә белмәне, шөғөлдәрен
дауам итә бирҙе.
Был
юлы шаҡтай ҡатыраҡ итеп:


Һөҙөүҙе
туҡтатығыҙ!—тип ҡысҡырҙы Хәйҙәр.

Ҡамышлының
бирге яҡ ситенәнерәк барған оло ҡорһаҡлы
ҡап-ҡара ир, ниһайәт, Хәйҙәрҙәр яғына
башын бороп:


Барығыҙ,
бар, үҙ юлығыҙҙа булығыҙ, — тине, күҙҙәрен
асыулы ялтыратып.

Бына
улар йылымдарын һөйрәп ҡырсынға сыҡты.
Тиҫтәнән артыҡ йомро сабаҡ, алабуға
ҡомда һикереште. Тегеләр, шатланышып,
йылтыр тоҡсайға уларҙы тултыра башланы.
Хәйҙәр,
браконьерҙар ҡаршыһына килеп:


Ағайҙар,
яҡшы саҡта балыҡтарҙы һыуға ебәрегеҙ,
— тине, ҡыҙарынып. — Ә йылымығыҙҙы беҙ
алырға тейешбеҙ.

Малай
йылымды таяғына урарға уҡ керешкәйне,
оло ҡорһаҡлы уны төртөп осорҙо.


Буталып
йөрөмә әле бында, маңҡа!..

Икенсеһе,
шырпы кеүек төҙ буйлы һәм ап-аҡ
тәнлеһе,
йәшел күҙҙәрен сәйер ялтыратып
көлөмһөрәне, тик бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Шулай ҙа уның иптәшен хуплағаны һиҙелеп
тора ине.
Былар
менән һуғышып булмай, низағлашыуҙан да
файҙа юҡ. Хәйҙәр, аптырап, Ҡасимға ҡараны.


Ни
эшләйбеҙ?

Теге
яурынын ғына йыйырҙы.


Белмәйем,
һин бит башлыҡ, үҙен, ҡара инде.

Шул
арала теге ике ир, йылымдарын һөйрәп,
йәнә һыуға төшөп китте. Хәйҙәр, көсһөҙлөктән
һарыуы ҡайнап, тирә-яҡҡа ҡаранды һәм
таллыҡ буйында торған бишекле мотоциклды
күреп ҡалды.

Ҡасим,
ҡыҙҙар менән бында ҡал, мин — хәҙер... —
Ул мотоцикл янына йүгереп барҙы. Бәхетенә,
тоҡандырыу асҡысы үҙ урынында ине.
Мотоцикл
гөрөлтөһөн ишетеп, браконьерҙар ашығып
һыуҙан сыҡты. Тик
һун, ине инде. Ә бер аҙҙан уларға милицияның
участка инспекторы менән осрашырға,
«аңлашырға» тура килде.
Был
ваҡиғанан һуң Хәйҙәрҙең иптәштәре
араһында ла, ауылда ла абруйы күтәрелде.
Хәйер, ул тәбиғәтте һаҡлау эшенә һәр
саҡ тоғро булды. Ә кисә яңылышты, юҡҡа
ҡыҙып китте. Оят ине уға хәҙер...


Йә,
— тине отряд командиры Әхтәр, — Ҡасимды
һайлайбыҙмы, әллә Хәйҙәрҙе ҡалдырабыҙмы?

Ишетмәнеңме
ни?—тине Сулпан, Әхтәр- гә үтә ҡарап.

Ишеттем,
— тине Әхтәр. — Шулай
ҙа
тауышҡа
ҡуям. Кем дә кем Ҡасим патруль диры
булһын ти, шулар ҡулдарын күтәрә. Берәү,
икәү, өсәү... Тимәк, Хәйҙәр үҙ
мы
ни?

Ҡалһын!


Ҡалһын
әйҙә!—тип ҡысҡырҙы бер нисә тауыш.

Әхтәр
ҡулбашын һикертеп ҡуйҙы ла Ҡасимға
ҡараны.


Һайламанылар...

Тегенең
йөҙө боҙолоп, иларға етешкәйне.


Мин
зәңгәр патрулдән китәм.

Әхтәрҙең
иҫе лә китмәне.


Беҙҙе
тәбиғәтте, тыуған яҡты һаҡларға бер
кем дә көсләп ҡушманы, уға үҙ иркебеҙ
менән килдек, үҙ иркебеҙ менән китә лә
алабыҙ.

Ҡасим
урынынан ҡуҙғалманы. Ул да тыуған яҡты,
тәбиғәтте ярата ине. Ләкин үҙен Хәйҙәр
урынына патруль командиры итеп һайлауҙарын
бик теләгәйне, һайламанылар. Уны, һүҙ
йөрөтөүсе, ғәйбәтсе, тип уйлайҙар. Шуның
өсөн отрядтан китергәме? Һуңынан
иптәштәре ни тиер? Моғайын, көлөрҙәр
генә. Юҡ, ул үҙенең хатаһын төҙәтергә,
ысынлап та ниндәй икәнлеген иҫбат итергә
тейеш...
Әхтәр
уға төбәлде:


Ниңә
китмәйһең?

Китмәҫкә
булдым.

Ҡасимдың
күҙҙәре йәшкәҙәгәйне. Иптәштәре уны
йәлләп ҡуйҙы.



















































ӨЙКӨМ
ТАЛ ҺАНДУҒАСЫ
Май
айының сыуаҡ бер көнө. Еләҫ. Сағыу ҡояш
нурҙары аҫтында Ҡуңыҙлы күле йымылдап
балҡып ята. Ана, яр буйында ике малай —
Ғаян менән Ринат — ҡармаҡ һала. Улар
бында уҡыуҙан ҡайтҡас та килгәйне.
Бына
Ғаяндың ҡалҡыуысы һелкенеп-һелкенеп
ҡуйҙы. Белеп тора ул, ҡармаҡтағы емде
табан балығы тәмләп ҡарай. «Әйҙә,
ҡыйыуыраҡ бул!» — тине малай, ҡыуанып,
һәм, ҡалҡыуысы батып китеү менән, сыбығын
күтәреп тә алды, ус аяһы ҙурлыҡ ҡына
баҡыр табан һыуҙан йылҡылдап килеп
сыҡты.

Һиңә
эләгә, ә минең ҡармаҡты еҫкәп тә ҡарамай,
— тине Ринат, көнләшеп.
Ғаян,
Ринатты тынысландырып:


Еҫкәр,
еҫкәү генә түгел, килеп тә ҡабыр әле, —
тине.

Әммә
улай булып сыҡманы. Тиҙҙән Ғаянға йәнә
балыҡ эләкте. Был
юлы Ринаттың түҙемлеге бөттө.


Етте,
— тине ул, ҡармаҡ сыбығын ергә ташлап,
— бүтән һалмайым, кешенең нисек
ҡаптырғанын ҡарап торорға килмәнем,
ҡайтам.

Ғаян,
өтәләнеп, уның янына килде.


Шул
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
  • Büleklär
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1697
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3630
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1784
    33.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3589
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1816
    32.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1768
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3501
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1770
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3633
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1851
    32.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3637
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1736
    32.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3643
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1756
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3666
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1893
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3574
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1811
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 2538
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1384
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.