Latin

Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05

Süzlärneñ gomumi sanı 3501
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1770
32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
шунда уҡ һорай һалды:


Мәктәбегеҙҙә
шундай мөйөш тә бармы ни әле?

Бар.
География уҡытыусыһы ойошторған Мәжит
Зәбихович, хәҙер пенсияла инде ул.
Таллыгүлдә
йәшәй.

Минең
ҡарт олатай хаҡында унда ни ҙә булһа
бармы һуң?


Уны
яңыраҡ астыҡ бит әле.


Ҡасан?

Үткән
йыл ғына. Ә исемен обелискыға быйыл май
айында ғына яҙып ҡуйҙыҡ.

Иршаттың
һуңғы һүҙҙәренән һуң Хәсән, ҡарт
олатаһының аҡ мәрмәр таштағы исеменә
ҡарап, ғорурланып ҡуйҙы, күңелендә быға
тиклем кисерелмәгән оло хистең тамыр
йәйеүен тойҙо. Бәхтиәр олатаһы тураһында
атаһының һөйләгәнен томанлы ғына
хәтерләп, ул ваҡыттағы үҙенең вайымһыҙлығына
ғәжәпләнде.


Малайҙар,
— тине ул ҡапыл, — мин ҡарт олатайым
хаҡында күберәк белеп ҡайтырға уйлайым.
Иртәгә Ҡалманайбашҡа барып, мәктәптәге
яҙмаларҙы күсереп алырға ине.

Илнурҙың
был арала тартылып, тағы ла оҙонсалана
төшкән йөҙө, ҙур зәңгәр күҙҙәре
ҡараңғыланып китте.
Һин
нимә, Хәсән, беҙҙе кемгә һанайһың?— тине
ул. — Бәхтиәр олатайыңды һин
үҙеңдеке
тип кенә уйлайһыңмы? Уның тормош юлын,
батырлығын үҙең генә өйрәнергә хаҡлы
тип иҫәпләйһеңме? Яңылышаһың. Бәхтиәр
олатай беҙҙең ауыл батыры, халыҡ батыры.
Барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле. Шуға күрә уның
хаҡында беҙҙең дә күберәк белгебеҙ
килә. Йә, һеҙҙеңсә нисек, малайҙар?


Беҙҙеңсә
лә шулай, һин әйткәнсә, — тине Рәфҡәт.

Хәсәндең
күҙҙәре нурланып китте:


Бергәләп
булғас, бергәләп, улайһа...

САФА
ӘМИНДЕ ФАШЛАЙ
Әмин
тыштан бер ни булмаған кеүек йөрөһә лә,
иптәштәренә ҡарата хыянаттары өсөн
выжданы тыныс түгел ине. Үҙенең көньяҡҡа
сәйәхәт итеү хыялының да әлегә тормошҡа
ашмаҫтай буш нәмә булыуын аңлай башлағайны
ул. Малайҙарҙы ҡайтыр яҡҡа бороу теләге
барып сыҡмағас, хыянаты өсөн тынғыһыҙланыуы
тағы ла көсәйә төштө. Төнгө эштәрен әлдә
береһе лә белмәне, тип йөрөһә лә,
һиҙенеүселәр бар ине. Шуларҙың береһе
— Сафа ине. «Карап» ағып киткән төндө
Әмин ҡыуыштан мүкәйләп сығышлай уның
аяғына ҡулы менән баҫып китте. Сафа ярым
йоҡоло көйө быны тойҙо, тик күңелендә
шик-шөбһәһе булмағас, иғтибар итеү
кәрәклеге башына ла килмәне.
Башҡалар
ҙа шикләнде, әлбиттә. Тик береһе
лә
күңелендәгең асыҡтан-асыҡ ярып һалырға
батырсылыҡ итмәне. Өҫтөндә тотолмағас,
үҙеңдең, шиктәреңә таянып ҡына кешене
ғәйепләү әхлаҡһыҙлыҡ булыр ине.
Сафа
бөгөн иптәштәренән тороп ҡалғас, ҡармаҡ
һалырға әҙерләнде, ергә һуҙылып ятҡан
Әмингә ҡарап-ҡарап алды.


Әйҙә,
бергә ҡармаҡ һалайыҡ, — тине ул.—
Илнурҙың ҡармағы буш бит. Һуңынан
ҡоро-һарыны икәүләп йыйырбыҙ.

Теге
ҡуҙғалманы ла.


Эй-й,
туйҙырҙы бөтәһе лә. Тиҙерәк ҡайтаһы
ине, — тине ул бер аҙҙан.

Ошо
икәүҙән-икәү ҡалған уңайлы осраҡтан
файҙаланып, Сафа үҙенең шиктәрен әйтергә
булды.


Әмин,
тиҙерәк ҡайтырға теләп ағыҙҙыңмы ни
«карап»ты?

Әмин,
ҡорт саҡҡандай, шунда уҡ тороп ултырҙы.


Һин
нимә, миңә гел яла яғаһың? Күрҙеңме ни?

Күрмәнем.
Ләкин һиҙендем. Шул төндө ниңә ҡыуыштан
сығып йөрөнөң? Минең аяҡҡа ҡағылып
киткәнеңде тойҙом бит.

Үҙ
хәжәтем менән.


Үҙ
хәжәтең, имеш. Әгәр беҙҙең төйәккә ят
кеше килеп сыҡһа, Аҡтырнаҡ, моғайын,
тауыш ҡуптармай ҡалмаҫ ине. Ундай саҡта
уның нисегерәк ярһып абалауын беләһең.
Ә мин «карап»ты ныҡ бәйләгәйнем.


Һин
юҡты һөйләмә. Бәлки, Аҡтырнаҡтың ситкә
киткән сағы булғандыр...

Был
— икеле... Ярай, «карап»ты һин ағыҙманың,
ти. Ә ниңә икмәкте йәшерҙең?

Әмин
үҙенең был эшен дә бер кем күрмәүенә
ныҡ ышана ине. Шуға таянып, ҡыҙып уҡ
китте.


Һин
ауыҙыңды йыйып һөйләш. Юғиһә, һалдым
осорҙом.


Ҡыҙма,
миңә һуҡһаң, Аҡтырнаҡ һиңә ташланырға
әҙер тора. Ә бит мин икмәкте һин йәшергәнде
асыҡланым.


Нисек?
— Әминдең күҙҙәре ҙур асылып, йөҙөнә
ҡан бәреп сыҡты.

Нисекме?
Аҡтырнаҡҡа кейемдәреңде еҫкәттем дә
эҙләргә ҡуштым. Ул төнгө әҙеңде тапты
һәм туп-тура теге соҡорға табан китте.
Аңланыңмы?

Әмин
телһеҙ ҡалды. Бер аҙҙан, ниһайәт:


Мин...
ни... Эт яңылышҡандыр, — тине.

Сафа
уға туп-тура ҡараны.

Аҡтырнаҡ
яңылышмай ул, һин яңылышҡанһың. Был
хаҡта мин малайҙарға әйтмәнем әле. Үҙең
менән һөйләшергә уңайлы мәлде көттөм.
Ә әйтһәм, ни булырын үҙең самалайһыңдыр...
Әмин,
Сафа саҡ ҡуҙғатҡан утын түмәрҙәрен баш
өҫтөнә күтәрә алған көслө малай, ҡапыл
ебеп төштө.


Сафа,
һин... быны... малайҙарға әйтмә инде, —
тип ялбарҙы ул. — Үҙеңә, ҡайтҡас, бик
ҡыҙыҡлы әкиәт китабымды бирермен...

Миңә
бер ни ҙә кәрәкмәй. Башҡаса
бындай аламалыҡты эшләмә.

Юҡ-юҡ...
эшләмәм. Үҙем дә бик үкенәм хәҙер,
хаталандым. Әйтмә инде. Ваҡыты еткәс,
үҙем әйтермен. Тик әле түгел.

Уның
үкенес тулы ҡарашын күреп, Сафа йомшарҙы:


Ярай,
әйтмәм.

Улар,
ҡармаҡ тотоп, йылға буйына килде.
ӘРӘМӘ
АША ҠАЛМАНАЙБАШҠА
Икенсе
көндө «карап»ты һаҡлап береһе лә тороп
ҡалырға теләмәне. Хатта Әмин дә:
«Партизандар хаҡында минең белгем
килмәйме ни! Мин кемдән кәм?» — тип
һөйләнде. Был бәхәстән малайҙарҙы Иршат
ҡотҡарҙы.


Малайҙар,
ҡайғырмағыҙ, — тине ул.— Зәңгәр патруль
ағзаларынан ике-өс иптәшемде алып
килермен. Әйҙә, һеҙ ҡайтҡансы «Дункан»ы-
ғыҙҙы һаҡлап та, йөрөп тә торорҙар.

Илнур,
уны хуплап, башын ҡағып ҡуйҙы.


Эйе-эйе,
Иршат, был бик шәп булыр. Ә Аҡтырнаҡты
әйберҙәрҙе һаҡларға бәйләп ҡалдырырбыҙ.
Нисек уйлайһың, Сафа?

Шулай
итербеҙ. Йәне кеүек һаҡлаясаҡ ул.

...Оҙаҡ
та үтмәне, Иршат өҫтәренә футболка,
джинсы
салбар
кейгән, ҡояшта янып ҡарайған- лыҡтан,
бер-береһенә оҡшап торған өс малайҙы
эйәртеп килеп тә етте. Сәйәхәтселәр
улар менән танышып аңлашҡас, әйберҙәр
янына Аҡтырнаҡты бәйләп, күмәкләп
Ҡалманайбаш ауылына юл тоттолар.
Ҡалманайҙың
ауыл яғы ла әрәмәлек ине. Иршат малайҙарҙы
шуның аша тар ғына һуҡмаҡтан алып китте.
Уның артынан атлаған Хәсән тирә-яғына
ҡарана-ҡарана барҙы. «Был тирәләр ҙә
матур. Беҙҙең Ҡалманай буйҙары кеүек
ерҙәр башҡа яҡтарҙа юҡтыр ҙа ул», — тип
уйланы. Унан Бәхтиәр олатаһын күҙ алдына
килтерергә тырышты. Уның хыялында ул
олпат һынлы, Бу- денныйҙыҡы кеүек ҡалын
мыйыҡлы булып кәүҙәләнде. Ҡапыл Хәсәндең
күңеле тулҡынланып китте. Бәлки, ошо уҡ
әрәмә аша ҡарт олатаһы колчаксыларҙы
ҡыйратырға барғандыр. Әлбиттә, төн
булғандыр. Күктә йондоҙҙар емелдәп,
тулған ай балҡып, уларға юл күрһәткәндер.
Әрәмә ситендә туҡталып, ауылға разведка
ебәргәндәрҙер, һуңынан унда һиҙҙермәй
үтеп инеп, аҡтарҙы ҡырғандарҙыр.
Малайҙар
тауыш-тынһыҙ атланы. Ихтимал, улар ҙа
партизандар тураһында уйланғандарҙыр.
Бара
торғас, Илнур Иршаттан һорап ҡуйҙы:


Партизандар
ауылға ошо әрәмә аша инмәнеләрме икән?

Алдан
барған Иршат артына ҡарап алды ла:
Юҡ,
өлкәндәрҙең һөйләүенә ҡарағанда,
партизандар ауылға ҡапма-ҡаршы яҡтан
үтеп ингәндәр, — тине. — Ә үҙ биләмәләренә
ҡайтҡан саҡта бынан бер аҙ үрҙәрәк
Ҡалманай буйына алып барыусы юлдан
киткәндәр. Әлеге обелиск тәңгәлендәге
кисеүгә табан.
Был
һүҙҙәрҙе иғтибар менән тыңлап килгән
Хәсән:


Ауыл
аша үткәндәр инде, улайһа? —тине.

Шулай
булып сыға, — тине Иршат.

Ҡалманайбаш
— был тирәләге ғәҙәти ауылдарҙың береһе.
Уның уртаһында — аҡ кирбестән һалынған
бер ҡатлы һигеҙ йыллыҡ мәктәп. Ул
йәм-йәшел рәшәткә менән уратып алынған.
Малайҙар
мәктәп ихатаһына килеп ингәс, уларға
ябай ғына һоро костюм, башына шаҡтай
таушалған йәшкелт эшләпә кейгән, һыҙылып
ҡына торған ҡара мыйыҡлы, урта йәштәрҙе
уҙып барған ир кеше ҡаршы сыҡты.


Һаумы,
ағай!—тине Иршат.

Ярайһы
әле, — тине теге кеше бик иреп китмәй
генә.— Был тирәлә ни эшләп йөрөйһөгөҙ,
ҡустылар?

Иршат
юлдаштарына ҡарап алды ла:


Былар
— Ишемйәр районының Ҡаран ауылынан
килгән малайҙар, — тине.

Һуң?..

Улар
партизандар мөйөшөн күрергә теләй.
Береһе — партизан Бәхтиәр Ирғәлин
батырҙың бүләһе.

Ағайҙың
йөҙө шунда уҡ яҡтырып китте.


Шулаймы
ни? һай, маладистар! Батырҙарҙы юллап
килгәндәрме? Яҡшы! Яҡшы!..— Ағай саҡ
ҡына тынып торҙо ла:—Тик, ҡустылар,
партизандар мөйөшөнә юл бикле бит әле.

Ни
эшләп? —Үҙе лә һиҙмәҫтән тауышын
күтәреберәк һораны Хәсән.

Унда
үтә торған залды, бүлмәләрҙе иртән генә
буяп сыҡтыҡ, — тине ағай тыныс ҡына. —
Кисә килһәгеҙ, бер һүҙһеҙ ҡарар инегеҙ.

Малайҙар
һауала буяу, олиф
еҫен
әллә ҡайҙан уҡ тойғайнылар. Улар, хәҙер
ни эшләйбеҙ инде тигәндәй, аптырашып,
бер-береһенә ҡаранылар. Шунда теге ағай
уларҙы дәртләндереп:


Йә-йә,
борсолмағыҙ, ҡустылар. Иҙән буяуҙары
кипкәс тә, мәктәпте асабыҙ уны.
көндән килерһегеҙ, — тине лә боролоп
китеп барҙы.

Иршат
та ни тиергә белмәй уйланып ҡалды. Тик
бер аҙҙан ғына йөҙө ҡапыл асылып:


Хәҙер
үк Таллыгүл ауылына Мәжит Зә- бихович
янына юл тотоғоҙ, — тине. — Дөрөҫ, уны
бик ҡаты ауырый, тиҙәр ине. Бәлки,
һауыҡҡандыр. Нисек булһа ла белгәнен
һөйләп бирер ул. Партизандарҙың исемдәрен
асыҡлау, уларға һәйкәл ҡуйҙырыу эштәре
менән оҙаҡ шөғөлләнгән кеше бит ул.
Белмәгәне юҡ, ти, уның.

Хәсән:
«Малайҙарҙың барғыһы килмәһә, үҙем генә
китермен инде», — тип уйлап та өлгөрмәне,
Илнур Иршаттан һорай һалды:
Таллыгүл
бынан нисә саҡрым?


Ун
биш самаһы..,

Автобус-фәлән
йөрөймө?

Йөрөй,
— тине Иршат һәм ҡояшҡа ҡарап алды. —
Оҙаҡламай үтергә тейеш.

Сафа
менән Рәфҡәт ни ҙә булһа әйткәнсе, Әмин
күтәреп тә алды:


Киттек.
Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙе Бәхтиәр
олатайҙан башлайыҡ.

ЮЛ
— ТАЛЛЫГҮЛГӘ
Малайҙар
оло юлға сығыу менән, бер автобус килеп
тә туҡтаны, ултырып та киттеләр. Иршат
ҡына тороп ҡалды. Машина ҡуҙғалғас:
«Дункан»
өсөн
дә, Аҡтырнаҡ өсөн дә борсолмағыҙ»,— тип
ҡысҡырҙы ул.
Ярты
сәғәт үттеме-юҡмы, малайҙар Таллыгүл
тәңгәленә килеп тә төштөләр. Ауыл юлдан
бер таяҡ ташлам ғына ерҙә урынлашҡайны.
Ул ҙур түгел, ҡыҫҡа ғына ике-өс урам.
Эргәһендә, көҙгө һымаҡ ялтырап, йәшел
ҡамыштар, бөҙрә талдар менән уратылған
күле лә күренә. Башы менән шунда ымлап:


Шулдыр
инде уларҙың таллы күлдәре, — тине
Хәсән.

Эйе,
шулдыр, — тине Илнур, уны йөпләп. — Ә
ауылы былай ыҡсым ғына.

Урамға
килеп ингәс, малайҙар колонканан күнәккә
һыу ағыҙып торған өлкән йәштәрҙәге асыҡ
сырайлы апай янына туҡталдылар.


Апай,
уҡытыусы Мәжит Зәбиховичтың өйө ҡайһы
тирәлә? —тип һораны Илнур.

Апай
тулы күнәген ергә ултыртты ла, һынағандай
малайҙарға ҡарап:


Уның
өйө ана теге яҡта, Күл буйы урамында,—
тине, ҡулы менән күрһәтеп. — Тик ул бер
аҙна элек кенә үлеп китте шул.

Малайҙар
был хәбәрҙән, тетрәнеп, аптырашып ҡалды.
Күнәген күтәреп, ҡуҙғалып киткән апайға
ла иғтибар итмәнеләр. Быға тиклем бер
нәмәгә лә иҫе китмәгәндәй күренгән
Илнурҙың да йөҙө ҡараңғыланды.


Ни
эшләйбеҙ инде? Был хаҡта, исмаһам, Иршат
та белергә өлгөрмәгән бит. Килеп
йөрөмәгән булыр инек, — тине ул, көрһөнөп.
— Боролорғамы әллә?

Боролорға,
әлбиттә, — тине Рәфҡәт, капитанды
хуплап.

Хәсән
дә ни әйтергә лә белмәй торҙо. Башҡаларға
ҡарағанда ла уның күңеле кителгәйне.
Шул
саҡ Әминдең һайыҫҡандыҡына оҡшаған
шыҡырлығыраҡ тауышы малайҙарҙың
иғтибарын тартты.


Уҡытыусының
әбейе иҫәндер, бәлки. Килеп еткәс, уны
күрмәй китмәйек инде.

Ысынлап
та, — тине Хәсән, шунда уҡ дәртләнеп. —
Ни ҙә булһа белеүе ихтимал да уның.

Илнурҙың
да йөҙө яҡтырҙы.
Әйҙәгеҙ!
Күл
буйы урамынан стеналары тышҡы яҡтан
таҡта менән көпләнеп, йәшелгә буялған
алты мөйөшлө йортто табыуы ҡыйын булманы.
Малайҙар ҡапҡаны асып инеү менән, ихата
уртаһында башына сөйөлгән ап-аҡ яулыҡ
аҫтынан маңлайында һәм сикәләрендә
көмөш сәстәре балҡып торған асыҡ ҡуңыр
йөҙлө әбейҙе күрҙеләр. Уның тирә-йүнендә
һап-һары себештәр сипылдашып өйрөлөп
йөрөй. Ә саҡ ҡына ситтәрәк сыбар тауыҡ,
«ҡорт-ҡорт» килеп, суҡышы менән ергә
төртөп-төртөп ала. Әбей себештәргә әҙ-
әҙләп кенә ем һибә һәм үҙенә хас талғын,
көйлө тауышы менән: «Йә-йә, кескәйҙәрем,
сибәркәйҙәрем, сүпләгеҙ әйҙә, тиҙерәк
ҙур булып үҫегеҙ», — тип һөйләнә,
малайҙарҙың үҙ эргәһенә килеп баҫҡанын
да тоймай.
Ниһайәт,
Илнур саҡ ҡына тамаҡ ҡырғандай итеп:


Һаумыһығыҙ,
инәй, — тип өндәште.

Әбей
тертләп китте, малайҙарға күҙҙәрен
күтәреп ҡараны.


Эй,
күрмәй ҙә торам, ҡунаҡтар бар икән. Ни
йомош ине, балаҡайҙар? Үҙегеҙҙе танып
та бөтөрмәйем.

Илнур
үҙҙәренең кемдәр булыуын, ҡайҙан һәм
ни өсөн килеүҙәрен аңлатып бирҙе. Әбейҙең
йөҙө тағы ла асыла төштө.
Эй-й,
— тине ул йәнә, — үҙе иҫән булһа, бик
ҡыуаныр, белгәнен бәйнә-бәйнә һөйләр
ине лә... Шул партизандар тип күпме
йөрөнө! Улар
эҙе буйлап яҡын-тирәләге бөтә урмандарҙы
гиҙеп сыҡты. Үҙе тапҡан урындарҙа ул
ҡуйып киткән яҙыуҙар ҙа торалыр әле.
Шундай эште бик изге һананы ул...
Әбей
һөйләүҙән туҡтап, моңһоу ҡарашын
себештәренә төбәне. Малайҙар ҙа, уның
йөрәгендәге бөтмәҫ хәсрәтен тойғандай,
шымып торҙо. Бер
аҙҙан Хәсән һаҡлыҡ менән генә:


Инәй,
Мәжит Зәбиховичтың ниндәй сире бар
ине? — тип һораны.

Шул
ҡәһәр һуҡҡан һуғыштан үпкәһендә снәрәт
ҡыйпылсығы менән ҡайтҡайны. Шул урынға
шеш сыҡты, яман шеш. — Әбей башын әйеберәк
торҙо ла, ҡапыл иҫенә килгәндәй, өй
ишегенә ишаралап: — Эй-й, балаҡайҙар,
өйгә саҡырырға ла онотоп киткәнмен.
Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алырһығыҙ! — тине.

Әбейгә
эйәрергә ҡуҙғалып ҡуйған малайҙарҙы
Илнур туҡтатты.


Инәй,
беҙ инеп тормабыҙ инде, ваҡытыбыҙ юҡ,
— тине ул. — Партизандар тураһында
Мәжит Зәбиховичтың яҙмалары ҡалманымы?

Бар
ине, балаҡайҙар, бар ине,— тине әбей,
яғымлы ҡарап. — Тик бер кеше, кем әле,
эй хәтере... Илсеғолов... эйе, район
газетаһынан... бөтәһен дә йыйып алып
китте. Партизандар тураһында китап
яҙам, тиме?

Ҡыҙыҡ...
— тине Илнур, уйға ҡалын.

Ҡыҙыҡ,
әлбиттә, — тине әбей, Илнурҙың һүҙен
эләктереп алып. — Партизандар хаҡында
беләһегеҙ килһә, ана шул Илсеғоловҡа
барығыҙ, балаҡайҙар.


Ярай,
инәй, — тине Илнур, ҡапҡа яғына ҡуҙғалып,
— беҙ китәбеҙ, һау булығыҙ!

Юлығыҙ
уң булһын, балаҡайҙар. Юҡҡа сәй эсеп,
тамаҡ ялғап ҡына китмәнегеҙ, — тип
өтәләнеп ҡалды әбей.

АЛТЫНСУРИН
МЕНӘН ЙӘНӘ БЕР ОСРАШЫУ
Малайҙар
яңынан оло юлға сығып, район үҙәге
Ҡарабай поселогына автобус көттөләр.
Ләкин ул килмәне лә килмәне. Илнур,
аптырап, башын сайҡап ҡуйҙы, ни эшләйбеҙ
инде, тигәндәй, иптәштәренә ҡараны.
Шунда
Сафа үҙенең сәрелдек тауышы менән
күңелендәген әйтеп һалды.


Әллә
Ҡалманайбашҡа ҡайтып ҡына китәйекме?

Рәфҡәттең
дә нескә хисле күңеле тыуған яҡтарға,
өйҙәренә ҡош булып осорға әҙер ине.
Сафаның һүҙҙәре шул ҡошҡа ҡанат ҡуйғандай
итте.


Ысынлап
та, малайҙар, әллә тәртәне борайыҡмы?
Беҙҙең йылға башына барып етәһе лә бар
бит әле.

Рәфҡәт,
үҙен яҡлауын өмөт итеп, Әмингә төбәлде.
Тик тегеһе ни ҙә булһа әйтергә ашыҡманы,
уйланды. Ул тарихтан дәреслекте уҡып
гел «бишле» ала ине. Ә Иршат: «Дәреслекте
һәр ҡайһыбыҙ уҡый. Тарихты өйрәнеү
тыуған крайҙы, уның күренекле кешеләрен,
батырҙарын өйрәнеүҙән башлана», — тине.
Уға әлеге осраҡ тап Иршат әйткән
мөмкинлекте тыуҙыра түгелме) Партизан
Бәхтиәрҙең яҙмышында, батырлығында
тыуған яҡтың тере тарих еле сағылмаймы
ни?! Был минуттарҙа ул элекке бөтә
көйһөҙлөктәрен онотто, күңеле батырлыҡ
әҙенән барырға әйҙәне. Шуға күрә лә,
иптәштәрен ғәжәпкә ҡалдырып:


Беҙ
нисек булһа ла шул Илсеғолов ағайҙы
күреп ҡайтайыҡ инде, — тине ул.

Башта
аптырабыраҡ ҡалған Илнур бынан һуң,
үҙен ҡулға алып, хәл иткес һүҙен әйтте:


Һиҙеп
торам: беҙ Ҡарабайға бармаһаҡ, Хәсән
унда бер үҙе китәсәк. Был беҙгә оят
булыр ине. Бергә юлға сыҡтыҡ, бергә
ҡайтырға ла тейешбеҙ.

Сабыр
иткән — моратына еткән, тиҙәр, йәнә бер
сәғәтләп көткәс, Ҡарабай аша үтеүсе бер
автобус малайҙарҙы ултыртып алып китте.
Посе- локка килеп еткәндә, төш ауышҡайны
инде. Сәйәхәтселәр асыҡҡайны. Машинанан
төшкәс тә, ашханаға инеп тамаҡ ялғап
сыҡтылар ҙа район газетаһы редакцияһын
эҙләп киттеләр.
Ҡарабай
поселогының үҙәк өлөшө өс, биш ҡатлы
кирбес йорттарҙан тора. Партияның район
комитеты һәм район Советы башҡарма
комитеты урынлашҡан үҙәк урам
асфальтланған, башҡаларында— шоссе
юл. Машиналар үтеп-һүтеп тора, өйрөлөп
туҙан күтәрелә. Был — малайҙарға оҡшап
бөтмәне, әлбиттә. Улар, морондарын
йыйырып, тротуарға, ағастар күләгәһенәрәк
тайпылды.
Малайҙар,
һораша-һораша, редакция урынлашҡан
йортҡа килеп етте. Ул поселоктың шәхси
йорттар теҙелеп киткән бер урамында,
ҙур ғына ағас бинала ине.
Илнур,
артына боролоп, иптәштәренә карап алды
ла һаҡлыҡ менән генә «Хаттар бүлеге»
тип яҙылған ишекте асып, эскә атланы.
Бүлмәлә бер китап шкафы һәм ике яҙыу
өҫтәленән башҡа бер нәмә лә юҡ ине. Тәҙрә
эргәһендәге өҫтәл артында сәсен егеттәрсә
алдырған бер ханым ултыра. Малайҙар
килеп инеү менән, ул ҡағыҙҙарҙан башын
күтәрҙе. Йәп-йәш кенә, ап-аҡ тулы йөҙлө.
Ҡыҫынкырак
күҙҙәре ғәжәпләнеү менән ҡараны.


Һаумыһығыҙ,
апай, — тине Илнур ҡыйыу ғына.

Һау
ғынабыҙ әле, ҡустылар, — тине апай, саҡ
ҡына йылмайып.

Беҙгә
Илсеғолов ағай кәрәк ине.

Ә-ә...
— тине апай, һуҙып. — Ул күрше бүлмәлә,
партия булегендә эшләй.

Илнур,
еңел һулап, ишек яғына ҡуҙғалып ҡуйғайны
ла, апай, нимәлер иҫенә төшкәндәй, ҡулын
күтәрҙе.


Ә-ә...
ул колхозға киткәйне бит әле.

Малайҙар,
аптырашып, бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы.
Бөгөн
ҡайтырмы икән? — тип һораны Илнур.


Белмәйем.
Иртәгә килһәгеҙ яҡшыраҡ булыр ине.

Апай,
— Хәсән бер аҙым алға атланы, — Илсеғолов
ағайҙы нисек тә бөгөн күрергә ине беҙгә.

Шулайҙыр
ҙа.., — апай вайымһыҙ ғына башын ситкә
борҙо, — тик бөгөн ҡайтып етерме- юҡмы
— белмәйем. Шулай
ҙа эш аҙағынараҡ килеп әйләнерһегеҙ.

Апай
менән һаубуллашып урамға сыҡҡас, Илнур
асыу менән ҡулын һелтәп ҡуйҙы.


Ниндәй
уңмаған юлға сыҡтыҡ әле беҙ бөгөн!

Хәсән,
уны тынысландырырға теләгәндәй:


Эш
аҙағына табан күрә алһаҡ та һәйбәт
булыр ине әле. Ике-өс сәғәткә нисек тә
түҙербеҙ, — тине.

Малайҙар
редакцияның ҡапҡа төбөндә ҡайҙа китергә
белмәй тапанып торғанда, Рәфҡәт эйәге
менән ишаралап:


Әйҙә,
анау паркка барып, бер аҙ ял итәйек, —
тине.

Ысынлап
та, туҙан араһында уралып йөрөгәнсе,
киттек, — тине Илнур ҙа, йәнләнеп.

Район
ял паркының ҡапҡаһынан үтеп, таш юлдан
эскә атланылар. Олпат ҡайындар, йүкәләр,
ҡолас етмәҫ тирәктәр уларҙың иғтибарын
тартты. Ҡәнәфер һәм пион түтәлдәренә
һоҡланышып ҡарап торҙолар, ҡыҙыл, ал,
аҡ төҫтәр менән балҡыған сәскәләр
күңелдәрен күтәрҙе.


Ана,
кемгәлер һәйкәл ҡуйылған, — тине
алданыраҡ барған Сафа, ҡулын һуҙып.

Бөтәһе
лә шул яҡҡа ҡараштарын йүнәлтте. Унда
бетон постаментҡа мәрмәр бюст ҡуйылғайны.
һәйкәл тирә-яғы ҡап-ҡара баҙыҡ сылбырҙар
менән уратып алынған, һәм ошо майҙан
эсендә ҡып-ҡыҙыл ҡәнәферҙәр балҡып
ултыра.
Малайҙар
килеп еткәс тә постаменттағы яҙыуға
ҡаранылар. Унда:
«Большевик Ғабдулла Ҡорбан улы Алтынсурин.
1883—1919», — тип кенә яҙылғайны.
Һәйкәлдә
Алтынсурин киң күңелле, кешелекле һәм
ихтыярлы кеше булып сағылған. Киң
маңлайы, йөҙөндәге һиҙелер-һиҙелмәҫ
һыҙаттар, алыҫҡа төбәлгән үткер күҙҙәре
ошо хаҡта һөйләп тора һымаҡ.


Бына
тағы бер осрашыу, — тине Илнур, һәйкәлдән
ҡарашын алмай.

Бында
ҡайҙа барһаҡ та Алтынсурин да Алтынсурин,—
тине Рәфҡәт, ғәжәпләнгән һымаҡ.

Ниңә,
был насармы ни? Райондың халҡы үҙ
геройҙары менән ғорурлана, иҫтәлектәрен
ҡәҙерләп һаҡлай икән — был һәйбәт,
минеңсә, — тине Хәсән.

Бер
һәйкәлгә ҡарап, бер сәскәләргә һоҡланып
торған Әмин, уға боролоп, башын ҡағып
ҡуйҙы:


Эйе,
һәйбәт. Үҙ азатлығы, үҙ бәхете өсөн
көрәшкәндәрҙе халыҡ онотмай, тиҙәр.
Дөрөҫ икән. Мин шуны аңланым.

Хәсән
уға ғәжәпләнеп ҡарап алды: Әминме
был, түгелме? һуңғы мәлдә ул бөтөнләй
икенсе кешегә әйләнде.
Килеп
яҡшы иттек, — тине Илнур.
Ләкин
улар алдында йәнә бер осрашыу тора.
Уныһы нисек булыр? Шул борсой ине
сәйәхәтселәрҙе.
ҠАҺАРМАНДАР
ҮЛЕМҺЕҘ!
Малайҙар
редакцияға әйләнеп килгәндә, бәхеттәренә
ҡаршы, Илсеғолов ҡайтҡайны. Ул үҙ
бүлмәһендә яҙышып ултыра ине. Артҡа
таралған ҡуйы ҡара сәстәре араһында
буй-буй салдары күренгеләгән, атлет
һымаҡ һомғол кәүҙәле кеше икән. Шешмәгерәк
ҡабаҡтары аҫтынан һоро күҙҙәре
йылмайыбыраҡ ҡарай.


Йә
ҡустылар, ни эш бөтөрөп йөрөйбөҙ? —
тине ул, шариклы ручкаһын өҫтәлгә ҡуйып.

Илнур,
ғәҙәтенсә, иптәштәренә ҡараш ташлап
алды ла:


Ағай,
беҙ Ҡалманай буйы партизандары менән
ҡыҙыҡһынабыҙ. Беҙҙе бигерәк тә Ишемйәр
районы Ҡаран ауылынан Бәхтиәр Ирғәлин
ҡыҙыҡһындыра, — тине.

Илсеғолов
башын күтәрә төштө, ҡарашында ғәжәпләнеү
сағылды.


Туҡтағыҙ
әле, ҡустылар, һеҙ ҡайҙан булаһығыҙ
һуң?

Беҙ
шул Ҡаран ауылынан. Бына был, — Илнур
Хәсәнгә төртөп күрһәтте, — Бәхтиәр
олатайҙың бүләһе.
Йылмайыуҙан
ағайҙың, яҫы йөҙө тағы ла йәйелә төштө,
ҙур булмаған танауы биттәре менән
тигеҙләшә яҙҙы.


О-о...
— тине ул, ҡыуанып, — алыҫтан килгәнһегеҙ
икән. Ә мин Ҡаранда булғайным, алтмышынсы
йылдарҙа. Ауыл ҡарттарын, партизан
Бәхтиәрҙең улы Сәлих ағайҙы күреп
һөйләштем. Әйткәндәй, Сәлих ағай
иҫән-һаумы әле?

Хәсәндең
күҙҙәре моңһоуланып, йөҙө ҡараңғыланып
китте.


Үлгән,
— тине ул, Илсеғоловтан күҙҙәрен
йәшереп. — Мин тыуғансы уҡ... һуғышта
алған орден-миҙалдары һаҡлана.

Ауыр
тупрағы еңел булһын. Эйе, беләм, батыр
һуғышҡан ул. Фронттағы яралары алып
киткәндер, моғайын. Мин
барған саҡта уҡ сырхап тора ине. Аһ, был
һуғыш! Күпме аҫыл кешеләрҙе һәләк итте.
Шундайҙарҙың береһе Мәжит Зәбихович
Усманов ине. Беләһегеҙҙер инде?

Беләбеҙ,
— тине малайҙар.

Илсеғолов
тынып торҙо. Унан, ҡапыл уянып киткәндәй,
ихлас бер яғымлылыҡ менән малайҙарға
ҡараны.


Ҡустылар,
ултырышығыҙ әле. Әһә, ултырғыстар етмәй
икән...

Ул,
йәһәт кенә тороп, бүлмәнән сығып китте.
Малайҙар ҡуҙғалышып ҡуйҙы.


Әллә
партизандар тураһында онотто инде, —
тине Әмин.

Хәсән
ҡаршы төштө.


Ни
эшләп онотһон ти...

Илнур
бармағын ауыҙына ҡуйҙы:


Тс-с...

Илсеғолов
ике ҡулына ике ултырғыс күтәреп, бүлмәгә
килеп инде лә:


Ултырышайыҡ,—
тине. Малайҙарҙы урынлаштырып бөткәс,
үҙенең өҫтәл артына барып ултырҙы,
йылмайып ҡына һүҙ башланы:—Хәҙер
партизандар тураһында һөйләшеп алайыҡ.
— Ул фекерҙәрен туплап торған арала,
Хәсән үҙенең көндәлек дәфтәрен сығарып,
ручкаһын уңайлап тотоп яҙырға әҙерләнде.
— Башта шуны әйтеп китәйем әле. Мин
бынан егерме биш йыллап элек район
газетаһы редакцияһына эшкә килдем. Яңы
ғына университет бөтөрөп ҡайтҡан йәш
егетмен, эшкә атлығып торған саҡ.
Нисектер, редактор миңә район партия
тарихын өйрәнеп, ике- өс мәҡәлә яҙырға
ҡушты. Яуаплы бурыс. Ең һыҙғанып тотондом.
Башта уҡ Ғабдулла Алтынсурин шәхесенә
килеп төртөлдөм. Уның партизан отрядында
бик күп большевиктар була. Эҙләнә
торғас, бер килке партизандарҙың
исемлеген дә таптым.

Илсеғолов
шунда, һүҙҙән туҡтап, тәҙрәгә боролоп
ҡараны. Тыштағы сирень ҡыуаҡтары араһында
сырҡылдашҡан бер нисә сәпсек иғтибарын
тартты, күрәһең. Хәсән шуны ғына көтөп
торған кеүек:
Ул
исемлектә минең ҡарт олатай бар инеме?
— тип һорай һалды.
Илсеғолов
шунда уҡ малайҙарға боролдо.

Бар
ине. Хатта Бәхтиәр Ирғәлиндең ҡайҙан
булыуы ла күрһәтелгәйне. Ләкин уның
хаҡында башҡа бер ни ҙә яҙылмағайны,
һеҙҙең ауылға барғанда, Бәхтиәр Ирғәлин,
бәлки, иҫәндер, тигән уй ҙа юҡ түгел ине.
Өмөтөм аҡланманы, әлбиттә. Шулай ҙа уның
улы Сәлих ағайҙы осратып һөйләшеүем
яҡшы булды: Бәхтиәр партизандың тормош
юлы бер аҙ асыҡлана төштө.
Шул
уҡ алтмышынсы йылдар башында Ҡал-
манайбаш мәктәбе уҡытыусыһы Мәжит
Зәбихович та эҙәрмәнлек эшен башланы.
Ул үҙенең йәш ярҙамсылары менән райондың
күпселек ауылдарын йөрөп сыҡты һәм
иҫән-һау йәшәп ятҡан ике партизанды,
үлгәндәренең байтағының фотоһүрәтен
таба алды. Иҫән партизандарҙың береһе,
Етеҙәк йылғаһы буйындағы Таулы ауылы
кешеһе, Ҡалманайбаштан партизан отряды
сигенгәндә Алтынсурин эргәһендә булған,
уның теге ике партизанға күрһәтмә
биреүен күҙәтеп торған икән. Тик Бөйөк
Ватан һуғышынан көслө кантузия менән
ҡайтҡанғамы, ике партизандың да
исем-фамилияһын хәтерләй алманы. Ә Фома
Ивановичтың
һарғайып бөткән фотоһүрәтен күреү менән
таныны: «Отрядтың сигенеүен ҡаплап
ҡалыусыларҙың береһе ул ине», — тине.
Икенсе
иҫән партизан Ҡалманайбаш операцияһында
ҡатнашмаған. Ул отрядтың хәрби эштәре
хаҡында байтаҡ нәмә һөйләһә лә әлеге
ике
партизанды белә алманы. Бәхтиәр Ирғәлиндең
фотоһүрәте һаҡланмағайны. Шуға күрә
уны табыу оҙаҡҡараҡ һуҙылды.


Нисек
таптығыҙ һуң?—тип һорау ҡыҫтырҙы Хәсән.

Нисекме?
Осраҡлы рәүештә. Нисектер, 50-се йылдарҙа
баҫылған республика газетаһын аҡтарғанда,
бер некрологҡа иғтибар иттем дә шунда
уҡ күҙ йүгертеп сыҡтым. Ҙур етәксе,
элекке большевик хаҡында биографик
белешмәлә: «Граждандар һуғышы осоронда
колчаксыларға ҡаршы партизандар
хәрәкәтендә актив ҡатнашҡан»,— тип
яҙылғайны. Тыумышы менән беҙҙең райондан
булғас, яҡташыбыҙҙың ғаиләһен эҙләп
Өфөгә киттем. Ҡарттың тормош иптәше
менән осрашыу бәхетенә ирештем. Ул
ниндәйҙер яҙмалар килтереп сығарҙы.
Был — ҡаралама хәлендәге иҫтәлектәр
ине. Унда Алтынсурин отрядының
батырлыҡтарын асыҡлаусы ҡайһы бер
мөһим белешмәләр менән бергә, Ҡалманайбаш
ауылы янында партизандарҙың сигенеүен
ҡаплап ҡалған ике ҡаһармандың да
исем-фамилияһы бар ине. Тәүгеһен — Фома
Иванович
Петровты — беҙ дөрөҫ асыҡлағанбыҙ. Ә
икенсеһен табыу беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс
булды. Ул
— Бәхтиәр Ирғәлин ине.

Илсеғолов
үҙенә хас яғымлылыҡ менән йәнә йылмайып
ҡуйҙы. Хәсән уның партизандарҙы эҙләүҙәге
ныҡышмалылығына һоҡланып ултырҙы. Илнур
менән Әмин дә хәбәрсе ағаларына ҡараштарын
ихтирам менән текләгәйне. Уларҙың
йөҙҙәрендә, күҙҙәрендә эске бер нур,
яҡтылыҡ балҡыуы шуны күрһәтеп тора ине.


Ағай,
— тине Илнур көтмәгәндә, — Фома
Иванович
ниндәйерәк кеше була?

Ул
— ярлы крәҫтиән малайы. Ун дүртенсе
йылда рус-герман һуғышына алына. Бер
йылдан яраланып ҡайта. Октябрь революцияһы
еңгәс, ул ауылда Совет активисы булып
китә. Шуға ла аҡ чехтар беҙҙең яҡҡа
килеп сығыу менән, кулактар уны тотоп
бирәләр. Атылырға тейешле бер нисә кеше
менән Фома
Иванович
мунсаға ябып ҡуйыла. Алтынсурин үҙенең
ҙур булмаған отряды менән ҡараңғы төндә
Козлово ауылын килеп баҫа һәм тотҡондарҙы
ҡотҡара. Шунан һуң Фома
Иванович
партизан булып китә. Колчаксылар килгәс
тә, ул Алтынсурин отрядына ҡушыла.
Ҡалманайбаш янында партизандарҙың
сигенеүен ҡаплап ҡалыу бурысын командир,
әлбиттә, үҙенең Фома
менән
Бәхтиәр кеүек һыналған һуғышсыларына
тапшыра. Тегеләре,
күренеүенсә, был ышанысты аҡлай.

Башын
ҡыяраҡ һалып йотлоғоп тыңлап ултырған
Әмин ҡалҡынып ҡуйҙы.


Был
ике партизандың батырлығы, һеҙҙеңсә,
нимәлә һуң?

Ҡыҙғанысҡа
ҡаршы, уларҙың батырлығы тулыһынса
асылып бөтмәгән әле, — тип һөйләп китте
Илсеғолов.— Әммә беҙгә билдәлеһе лә
һоҡланғыс. Алтынсурин отряды Ҡалманайбашта
һан
яғынан
күпкә өҫтөн колчаксыларҙың көслө
ҡаршылығына осрай. Ул тегеләрҙе баштағы
дөйөм паника
ваҡытында
ҡыра-ҡыра ла, инде дошман иҫенә килеп,
ойошҡан рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтеүгә
күскәс, сигенергә әмер бирә. Партизандар
араһында яраланыусылар ҙа була. Билдәле,
уларҙы ҡалдырып китергә ярамай. Төн
ҡараңғылығынан файҙаланып, партизандар
ауылдан Ҡалманай кисеүенә ашыға. Бында
килеп етеүгә, аҡтар уларҙың үксәләренә
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
  • Büleklär
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1697
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3630
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1784
    33.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3589
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1816
    32.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1768
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3501
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1770
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3633
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1851
    32.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3637
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1736
    32.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3643
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1756
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3666
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1893
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3574
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1811
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 2538
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1384
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.