Latin

Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02

Süzlärneñ gomumi sanı 3630
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1784
33.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
47.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Илнурҙан шөрләй ине. Ләкин эсенән: «Ярай,
юлға сығығыҙ әле. Мин һеҙгә ҡартәсәйегеҙҙе
танытырмын. Нисек боролоп ҡайтыуығыҙҙы
һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ», — тип янаны.
Малайҙар
оҙаҡ ҡына гәпләшеп ултырҙы. Улар яңы
тыуған «Дункан»
«караб»ының
капитаны итеп бер тауыштан Илнурҙы
һайланы.


Капитан
итеп һайлағанһығыҙ икән, малайҙар, бер
һүҙһеҙ мине тыңлаштан булһын, — тине
Илнур. — Башта уҡ шуны килешеп ҡуяйыҡ.

Ярай.


Әлбиттә,
— тиеште тегеләре.
Тик
Әмин генә, турһайып, һүҙгә ҡатнашманы.
ИРТӘНГЕ
СӘҒӘТТӘ!
Бортына
зәңгәр буяу менән «Дункан»
тип
яҙылған «карап» эргәһенә беренсе булып
Илнур үҙе килеп етте. Тауҙар артынан
күтәрелеп килгән ҡояштың тәүге нурҙары
талғын ғына ағып ятҡан
йылға
һыуын да, уның өҫтөнән күтәрелгән шыйыҡ
томанды ла алһыу төҫкә мансыған. Эргәлә
генә, талдар араһында, ошо гүзәл иртәне
данлағандай, әллә күпме ҡоштарҙың дәртле
сутылдашҡаны ишетелә. Капитан Илнур
күңеле менән иртәнге сафлыҡты, күркәмлекте
тойһа ла, уйында икенсе нәмәләр ине.
Һөйләшеү буйынса, һәр кем икмәк, йомортҡа,
консерва, картуф, шәкәр, тоҙ һәм башҡа
ризыҡты етерлек алып килерме? Хәйер,
уныһы булыр ҙа ул. Ә сәйәхәт нисегерәк
килеп сығыр? Экипажда берҙәмлек, дуҫлыҡ
яғы ҡыуанырлыҡ түгел: Крылов
мәҫәлендәге
аҡҡош, суртан, ҡыҫала һымағыраҡ. Юл
мажаралары, мәшәҡәттәр уларҙы берләштерһә
ярай ҙа бит. Әлбиттә, Илнур атаһының
кәңәштәрен тотасаҡ.
Илнур
«карап»ҡа рюкзагын урынлаштырғас, уң
яғына аҫылған планшет һымаҡ нәмәһенән
үҙе яһаған картаһын сығарҙы ла, уны
йәйеп, һоҡланғандай ҡарап торҙо.
Картаһында аҡ ҡағыҙға йылға һәм уның
буйындағы ҡайһы бер ауылдар төшөрөлгәйне.
«Ҡалманай башына тиклем һикһән саҡрым
самаһы, — тип уйланы ул. — Дүрт көндә,
моғайын, барып етербеҙ». Шунан ул,
барлағандай, «планшет»ындағы компасын,
блокнотын, ручка һәм ҡәләмен һәрмәп
караны. Картаһын ипләп кенә урынына
тыҡты.
Шул
саҡ яр буйында Хәсән күренде.

Капитанға
сәләм!—тине ул, шаяртып.
Илнур
уға башын ғына ҡағып ҡуйҙы, өндәшмәне.
Бары тик:


Малайҙар
күрунмәнеме?—тип һораны бер аҙҙан.

Хәсән,
рюкзагын һала-һала:


Юҡ,
— тине, ҡояш сыҡҡан яҡҡа ҡаранып. —
Ниндәй матур иртә!

Кәмә
уртаһында торған Илнур, йөҙөнә ябырылған
серәкәйҙәрҙе ҡыуып:


Матурлыҡҡа
матур ҙа, тик серәкәй тынғы бирмәй, —
тине.

Шул
саҡ талдар араһында шыптырлаған тауыш
ишетелде. Ауыл яғынан Аҡтырнағын эйәрткән
Сафа килә ине. Ул яҡынлашҡас:


О-һо,
үҙең бәләкәй булһаң, да, ҙур тоҡсай
алғанһың әле, — тине Илнур.

Аҡтырнаҡҡа
ла ҡайһы бер нәмәләр кәрәк бит, — тине
Сафа, рюкзагын ергә төшөрөп.

Хәсән,
эттең башынан һыйпап:


Аҡтырнаҡ
хаҡында һәр ҡайһыбыҙ ҡайғыртырға тейеш,
— тине.

Был
һүҙҙәрҙе ишетеп, Сафа шат йылмайып
ҡуйҙы.
Бер
аҙ тын торҙолар. Унан Илнур, ауыл яғына
ҡарап:


Әллә
был Әмин менән Рәфҡәтте әсәләре ебәрмәйме
икән? — тине.

Хәсән
көрһөнөп ҡуйҙы.


Бәлки,
йылға үренә табан бармаҫҡа булғандарҙыр.
Ҡайғырмайыҡ әле. Әйҙә, «карап»ты һыуға
төшөрә башлайыҡ.

Малайҙар,
талдарҙы аралап, «Дункан»ды һыуға
этәрҙе.
Ул түбәнгә ыңғайланы һәм, һыуға барып
төшкәс, бер аҙ сайҡалып торҙо.
Бына
талдар араһындағы һуҡмаҡта ике малай—
Әмин менән Рәфҡәт күренде. Ни өсөндөр
Әминдең йөҙө һытыҡ, ә тегеһенеке уйсан
ине.
Илнур,
уларҙы күреү менән, тауышын күтәрә
төшөп:


Ниңә
һуңға ҡалдығыҙ?—тип өндәште.

Әминдең
әсәһе ебәрмәй торҙо, — тине Рәфҡәт.

Ләкин
Рәфҡәт алдаша ине. Кисен, барырға булып,
әҙерләнеп ҡуйһа ла, иртәнсәк уянғас,
Әмин карауатта ята бирҙе. Рәфҡәт килеп
ингәс тә, торорға ашыҡмайынса: «Минең
һүҙҙе иҫәпкә алманылар, бармайым», —
тип киреләнде. Рәфҡәт уны көйләп алып
сыҡҡансы, байтаҡ ваҡыт үтте.
Бынан
һуң малайҙар күп һөйләшеп торманылар.
Һәр ҡайһыһы, шул иҫәптән Аҡтырнаҡ та,
«карап»тағы үҙ урындарына ултырғас,
капитан тәүге әмерен бирҙе:


Ҡуҙғалырға!

Ишкәксе
Хәсән, ҡойроҡта ултырған Илнур ишкәктәр
менән этә-этә «карап»ты ярҙан айырып,
Ҡалманай үренә йүнәлттеләр.
АҒЫМ
ҮРЕНӘ
Малайҙар,
тырышып-тырмашып, үҙҙәренсә «карап»
тип атаған ябай кәмә менән һаман ағым
үренә йөҙҙө. Таныш ярҙар артта ҡалды.
Ҡояш
ҡыҙҙыра
башланы. Ләкин йылға өҫтөндә еләҫ,
һалҡынса, ишкәкселәргә генә эҫе. Сөнки
һөҙәк ярлы, һыу буйҙарында ваҡ ташлыҡтар
йәйелеп ятҡан үҙәндәргә сығыу менән,
Ҡалманайҙың ағымы көсәйҙе, ул «карап»ты
алға үткәрмәҫкә тырышты, ишкәктәргә
көсөргәнешлекте әҙ генә кәметһәң, дә,
артҡа ағыҙҙы. Әммә малайҙар сәмле ине
шул. Улар, бер-береһен алмаштырып,
тештәрен ҡыҫып, ҡайырып-ҡайырып иште,
ә ҡойроҡта ултырғаны һайыраҡ урындарҙа
ҡолғаны йылға төбөнә терәп этә-этә
ярҙамлашты. «Карап», ағым көсөн еңеп,
әкренләп булһа ла алға үрләне. Әле яңы
ғына ишкәксе урынын алған Әмин көрһөнөп
ҡуйҙы.

Их,
ағым ыңғайына ҡайһылай ҙа шәп елдерер
инек! Тыңламанығыҙ шул мине.
Уның
бындай һүҙҙәре ғәҙәтигә әйләнгәнлектән,
бер кем дә иғтибар итмәне, һәр ҡайһыһы,
нисектер, үҙ уйҙары, хәстәрлектәре менән
мәшғүл ине. Ана, Хәсән яр буйындағы ҡуйы
ҡыуаҡлыҡтарға, улар араһынан мөһабәт
булып ҡалҡып торған олпат тирәктәргә,
түбәләре болоттарға тейә яҙған тауҙарға
һоҡланып бара. «Йәмле шул беҙҙең яҡтар»,
— тип ҡуя эсенән. Тағы ла күпме
йәм-күркәмлектәр күрәсәген уйлап, йөрәге
ҡыҫылып-ҡыҫылып ала.
Ә
Рәфҡәт өҙөк-өҙөк ишетелгән ҡоштар
тауышына ҡолаҡ һала. «Карап» бөҙрә
талдар эргәһенән үтеп барғанда, нимәгәлер
иғтибар итеп, йөҙө яҡтырып, күҙҙәре
баҙлап китте уның.


Ҡарағыҙ
әле, ҡарағыҙ!—тип ҡысҡырҙы ул ҡапыл.

Нимә
бар тағы?

Бөтәһе
лә Рәфҡәт күрһәткән яҡҡа төбәлде. Унда
ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ бер нәмә тал ботаҡтарында
аҫылынып тора ине.


Нимә
һуң ул?—тип һораны Хәсән, ҡыҙыҡһынып.

Ҡош
ояһы бит, — тине Рәфҡәт, ғәжәпләнгәндәй.
— Ана, инеп-сығып йөрөү өсөн яһалған
«ишеге»лә бар.

Оҫта
эшләнгән был оя, — тине Сафа, «карап»ты
туҡтатыу өсөн талға тотоноп. — Ниндәй
ҡоштон, ояһы икән был?

Рәфҡәт
ҡәнәғәтләнеүҙән йылмайып ҡуйҙы.


Шуны
ла белмәйһегеҙме? Бәләкәй ҡарабаш
турғай ояһы ул. Рустар ремез
тиҙәр.
Бына шундай тыныс йылға, күл буйҙарында,
сәңгелдәк һымаҡ, талдарға аҫып яһай ул
ояны.

Белә
ҡоштар «профессоры», — тине Әмин дә,
беренсе ҡат тештәрен йылтыратып.

Ярай,
ҡуҙғалдыҡ! — Был Илнур тауышы.

«Карап»
йәнә алға китте. Ишкәксегә ҡойроҡта
ултырған Хәсән дә ярҙам итте. Ул, Әмин
теләгәнсә түгел, үргә табан барыуҙарына
ҡәнәғәт ине. Эйе, Ҡалманай башын күреп
ҡайтырҙар. Йылға башланған ерҙе!
Әмин,
тирләп-бешеп ишә-ишә, «карап»ты алға
үрләтә. Тороп-тороп, үҙенең ағым ыңғайына
йөҙөү тураһындағы хыялын уйлап, йөрәге
әсенеп
китә.
Бындай саҡта ишкәктәрен һүлпәнерәк
йөрөтә башлай. Ләкин үҙенә ҡаршы ултырған
Илнурҙың күҙ ҡарашын тойоп, ишкәккә
ныҡлабыраҡ тотона. Бер аҙҙан тағы
йомшара. Күңеленән төрлө уйҙар үтә.
«Йылға башын күрәм тип, шулай көс түгеп,
ошо остоҡ ҡына кәмәлә бар инде, — ти ул,
асыу менән ишкәктәрҙе һыуға батырып. —
«Карап», имеш. Етмәһә, «Дункан»...
Ниңә
китергә булдым һуң әле мин былар менән?
Ниңә әле Рәфҡәттең өгөтөнә бирелдем?»
Үҙенең «оло» хыялы алдында әле кәмәлә
барыуҙары көлкө булып тойолдо уға.

Арыным,
— тине ул бер аҙҙан. — Кем мине. алмаштыра?
Илнур,
үтәнән-үтә күргәндәй, уға төбәлә:


Ниндәй
арыу ти тағы? Яңыраҡ ҡына ултырҙың бит.
Әле ана Сафа ла һинән күберәк иште.

Минең
башҡаларҙа эшем юҡ, арыным, — тип ныҡышты
Әмин.

Илнур
башын сайҡап ҡуйҙы.

Йә
ярай, арығанһың икән, Рәфҡәт алмаштыр.
Рәфҡәт
шунда уҡ, «карап»ты бер аҙ сайҡалтып,
Әмин эргәһенә килде. Улар урындарын
алмашҡансы, кәмә әкрен генә артҡа
сигенде. Әммә оҙаҡҡа түгел. Рәфҡәт
ишкәктәрҙе эләктереп алды ла ныҡлап
ишә башланы. Әмин менән серҙәре береккәс,
иптәштәре алдында үҙен, нисектер, уңайһыҙ
тоя ул. Көньяҡ йәмдәре, шаулы диңгеҙ ҙә
күңелен арбай шул уның, Илнурҙарҙан да
айырылғыһы килмәй. Шунлыҡтан үҙен ике
ут араһында хис итә.
Ҡалманай
ҡапыл һулға боролдо ла, яр буйҙарындағы
туғайлыҡты ваҡ сауҡалыҡ алмаштырҙы.
Унда һыйыр көтөүе йөрөй ине. Күрәһең,
был бейек үләнле урынға яңыраҡ килеп
сыҡҡандарҙыр. Яр башында, йылғаға ҡарап,
ҙур ғына ҡыҙыл үгеҙ тора. Уны күреп,
Аҡтырнаҡ ҡапыл һауһаулап өрөп ебәрҙе.
Шунда
малайҙар бөтәһе лә эткә боролдо.


Аҡтырнаҡ
та үҙенең барлығын һиҙҙерҙе, — тине
Илнур, уны хуплаған һымаҡ.

Ниңәлер
уйға талыбыраҡ килгән малайҙарҙың
телдәре сиселеп китте.


Беҙҙе
яҡлаусы бар, — тине Хәсән.

Рәфҡәт,
ишкәктәрҙе батырып ишә-ишә:


Эйе,
Аҡтырнаҡтың тауышы көр, — тип этте
маҡтап алды.

Әмин,
иптәштәре менән килешмәгән һымаҡ:

Яҡлаусы,
имеш. Кемдән ҡурсалай ала ул?—тип
һөйләнде.
Сафа
уға үпкәле ҡараш ташланы ла, этен ир-
кәләп:

Аҡтырнаҡмы?..
Үҙен күрһәтер әле,— тине.
Сәйәхәтселәр
ҙур булмаған Игенсе ауылы тапҡырына
килеп етте. Күрше генә булғас, малайҙар
уны яҡшы белә. Яр буйындағы ағаслыҡтар
аша бары тик ике-өс өйө генә күренә.
Ошо
тирәлә төшкөлөккә туҡталайыҡ инде, —
тине
Әмин, ҡояшҡа ҡарап.
Илнур
яурынын йыйырып ҡуйҙы. Унан картаһын
алып ҡараны ла:


Иртәрәк
әле, был ауылды үтеп, бер аҙ барайыҡ.
Алда — Әрәмә ауылы. Шуны үткәс туҡтарбыҙ,
— тине.

Тиҙҙән
Ҡалманай аша һалынған ағас күпер, һыу
инеп йөрөгән бала-саға, балыҡсы малайҙар,
һирәкләп өлкәндәр ҙә күренде. Ҡармаҡ
һалып торған, шаҡмаҡлы күлдәк кейгән
бер малай сандыр иптәшенә, Илнурҙарҙы
күрһәтеп:


Ҡарәле,
кәмәләренә «Дункан»
тип
яҙғандар, хәсрәт сәйәхәтселәр, — тине,
һәм улар икеһе лә шарҡылдап көлдө.

Илнурҙың
уларға яуап бирергә теле ҡысытып ҡуйһа
ла, түҙҙе, өндәшмәне. Бары
тик бер аҙҙан үҙ алдына:


Көлгән
булалар хөрәсәндәр. Үҙҙәренә бындай
кәмә эләкһә, нимә генә ҡыланмаҫтар ине!
—тип ҡуйҙы.

Был
осраҡта Әмин дә һүҙһеҙ ҡалманы, күҙҙәрен
ҡояшҡа ҡыҫа төшөп:


Улар
дөрөҫ әйтә: хәсрәт сәйәхәтселәр беҙ, —
тине.

Юҡты
һөйләп килмә әле, — тине Илнур, асыуланып.
— Беҙ — ысын сәйәхәтселәр, тыуған яҡты
күрергә, өйрәнергә сыҡҡанбыҙ. Шулаймы,
малайҙар?


Шулай,
әлбиттә, — тине Хәсән, ихлас килешеп.

Беҙ
— бөйөк сәйәхәтселәр, — тине Сафа, бер
аҙ шаяртып.

Был
һүҙҙәр Әмингә етә ҡалды. Эсен
тотоп:


Ха-ха-ха!—тип
ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.— Үәт «бөйөк»
сәйәхәтселәр. Ха-ха-ха...

Был
юлы башҡаларҙың, да ауыҙҙары йырылды.
Сафаның шаяртыуы уларға ла оҡшап ҡуйҙы,
ахырыһы.
Ағас
күперҙе үтеп, йәнә ике саҡрым самаһы
киткәс, бөҙрә талдар үҫкән ҡырсынлы
урында төшкө ашҡа туҡтанылар малайҙар.
«Карап»тың когы, йәғни ашнаҡсыһы, Сафа
ең һыҙғанып сәй ҡайнатырға тотондо.
*
* *
Тамаҡ
туйҙырып, бер аҙ ял иткәс, капитан фарманы
менән малайҙар йәнә юлға ҡуҙғалды. Илнур
ишкәктәргә үҙе тотондо. Әммә бер саҡрым
самаһы киттеләрме-юҡмы, кисеү-шаршыға
килеп төртөлдөләр. Ағым был урында
шундай көслө ине, нисек кенә тырышһаң
да, үргә барырлыҡ түгел. Етмәһә, әле
тегендә, әле бында һыуҙан ҙур-ҙур таштар
сығып тора. Капитан маңлайынан ағып
төшкән борсаҡтай тирҙәрен ҡулы менән
һөрттө лә, аптырап, иптәштәренә ҡараны:

Нимә
эшләйбеҙ?
Хәсән,
ҡойроҡта ҡолғаһы менән кәмәне артҡа
сигенеүҙән туҡтатырға тырышып:

Сисенәйек
тә, ошо шаршыны үткәнсе, «карап»ты һөйрәп
барайыҡ, — тине.
Был
тәҡдим капитанға урынлы һымаҡ тойолдо.
Ул, Әмингә төбәлеп:

Кем
көслө, кем ҡурҡмай, шул, сисенеп, «карап»ты
буксирға алһын, — тине.
Әмин,
ҡарашын ситкә бороп:


Минән
булмай, — тине.

Хәсәндең
уға асыуы килеп ҡуйҙы. «Сәйәхәткә алырға
үҙем тәҡдим иттем бит. Иҫәр мин», — тип
уйланы ул, көйәләнеп. Шунда уҡ урынынан
тороп, тиҙ генә сисенде лә һыуға төшөп
тә китте. Уға Сафа эйәрҙе. Рәфҡәт тә
сисенә башлағайны, Илнур туҡтатты.


Бында
икеһенең дә көсө етер, алдағыларында
беҙ төшөрбөҙ, — тине.

Һыу
тубыҡтан саҡ юғары, тик шаршыға ҡаршы
атлау ифрат ҡыйын ине. Хәсән «карап»
мо- ронондағы бауҙан тартып, Сафа иһә
арттан этеп, әкрен генә алға атланылар.
Аяҡ аҫтарында эре- эре тайғаҡ таштар.
Хәсән бер нисә аҙымдан тайып йығылып,
һалҡынса һыуға ҡойоноп сыҡты. Аяғы
ауыртһа ла, рәхәт булып ҡалды үҙенә. Ә
кәмә бик үк еңел түгел ине. Шулай ҙа
Хәсән менән Сафа уны тәрәнерәк, ташһыҙыраҡ
урындарҙан алға үрләтте.


Әйҙә,
шәберәк тарт, на! — тине Әмин, алға,
Хәсән яғына ҡарап һәм аҫтыртын көлөп.

Башҡалар
уның урынһыҙ шаяртыуына ҡушылманы.
Хәсән үҙе лә иғтибар итмәне. Илнур,
дуҫының хәленә кергәндәй:


Хәсән,
ярҙамға төшәйекме әллә?—тип өндәште.

Юҡ-юҡ,
әллә ни ауыр түгел дә, — тине тегеһе
артына боролмай ғына.

Әмин
йәнә ауыҙын йырҙы:


Нисауа,
Хәсән көслө ул.

Был
юлы Илнур Әмингә асыуланып, тегене бер
семтеп ҡуймай булдыра алманы.


Эйе,
Хәсән маладис ул, ҡайһы бер беләге
йыуандарҙан көслөрәк тә, ихтыярлыраҡ
та, — тине, йөҙөндә етдилек һаҡлап.

Әмин
Илнурҙың ни әйтергә теләгәнен аңланы,
әлбиттә. Әммә сер бирмәне.


Шулайҙыр,
шулайҙыр,— тигән булды, көлөп.

Хәсән
менән Сафа «Дункан»ды бер аҙ үрләткәс,
шаршы бөтөп, йылға тәрәнәйә башланы.
Малайҙар «карап»ҡа, үҙ урындарына, менеп
ултырҙы.


Күлдәктәрҙе
сисеп, ҡояшта ҡыҙынып барһаҡ та була
икән, — тине Сафа.

Тик
капитан уны хупламаны.


«Карап»та
яланғас бармаҫҡа, — тип бойорҙо ул. —
Беҙ, сәйәхәтселәр, һәр ваҡыт формала
булырға тейеш. Ял иткән саҡта ғына
ҡыҙынырға мөмкин.

Илнур
был хаҡта алдан уйлап ҡуйғайны инде.
Әлегә тиклем малайҙар ҡыҙынманы. Бөгөн
килеп,
сағыу ҡояш аҫтында яланғас барһалар,
эҫе ҡабып, сирләп йөрөйәсәктәр.
Сәйәхәтселәр
һәүетемсә генә алға юл тотто. Малайҙар
алмашлап ишә-ишә бер аҙ арып та, ялҡып
та киттеләр шикелле. Ләкин быны береһе
лә һиҙҙерәһе итмәне.
«Дункан»
Ҡалманайҙың
талғын аҡҡан урындарына килеп инде. Үҙ
яйың менән ишһәң дә ярай хәҙер!
«Карап»тың
алғы осона ултырып алған Сафа уң яҡтағы
текә яр өҫтөндәге бейек-бейек өйәнкеләргә
ҡарап бара. Бер нисә ерҙә улар, яҙғы
ташҡындар мәлендә һыуға ауып, йыуан
беше тамырҙары менән генә ярға эләгеп
торалар. Шул көйө лә япраҡ ярғандар,
йәшәүҙәрен дауам итәләр.
Көмөш
таҫмалай һыҙылып аҡҡан Ҡалманай, уның
буйҙарында йәшел диңгеҙҙәй урмандар,
туғайлыҡтар, болондар... Уларҙа күпме
йән эйәләре йәшәй! Айыу, бүре, мышы,
төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, ҡуяндар...
Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡоштар... Шуларҙы уйлаһаң,
ҡыуанмаҫҡа мөмкинме! Эйе, беҙҙең Урал
төбәктәре үҙе бер хазина инде ул!
Сафа
алда Ҡалманайға ҡушылған бер йылғасыҡты
күрҙе. Ул ярайһы уҡ алыҫтан, урмандар
менән ҡапланған тауҙар араһынан, килеп
сыға ла киң генә яланды ярып үтеп, өлкән
туғаны менәм тоташа. Уның буйҙары ла
бөҙрә талдарға күмелгән.

Анау
ҡушылдыҡ тамағында туҡтайыҡмы әллә?
—тине Сафа, алға күрһәтеп.
Бәләкәй
йылға малайҙарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Бөтәһе
лә ҡараштарын шунда йүнәлтте.


Ысынлап
та, матур урын да баһа, - тине Хәсән.

Арыта
ла башланы, тәүге көнгә ярап торор, —
тине Рәфҡәт Илнурға. ,

Тегеһе,
бер аҙ уйланып, картаһына ҡарап алғас:


Булмаһа,
туҡталайыҡ. Бында ҡармаҡ һалырға ла,
ял итергә лә уңайлы, — тине.

ТӨН
Ҡомташтарҙан
торған яр буйына, теге йылғасыҡ ағып
төшкән моронға, «Дункан»
килеп
туҡтаны. Малайҙар тиҙ генә «карап»тан
һикерешеп төштөләр ҙә, уны ҡороға
тартыбыраҡ, йыуан ғына талдың төбөнә
бәйләп, рюкзактарын таллыҡ буйына
килтереп ҡуйҙылар. Аҡтырнаҡ еҫкәнә-еҫкәнә
тирә-йүнде әйләнеп сыҡты. Унан, нимәлер
эҙләгәндәй, ҡайҙалыр инеп юғалды.
Көн
кискә ауыша башлағайны. Шулай ҙа йылы,
ҡояш нурҙары ла артыҡ һүрелмәгән.
Малайҙарҙың күңелдәрен күтәрергә
теләгәндәй, таллыҡтан ҡоштар һайрағаны
ишетелә.
Илнур
менән Сафа ҡармаҡ һалырға әҙерләнде.
Капитан фарман бирергә лә онотманы:


Башҡалар
усаҡ яғыу өсөн ҡоро-һары әҙерләй. Сафа
менән беҙ кискелеккә балыҡ ҡаптырабыҙ.

Илнур
менән Сафа ҡармаҡтарын емләп йылғаға
ташланылар ҙа, күҙҙәрен ҡалҡыуыстарына
төбәп, балыҡ ҡапҡанын көттөләр. Бәләкәй
йылғаҠалманайға ҡушылған урында тыныс
ҡына ятыу хасил булған. Илнурҙың иҫәбе
буйынса, бында балыҡтар һуғылып китергә,
был тирәне үҙҙәренең яратҡан төбәктәре
итергә тейеш. Ысынлап та, оҙаҡ та үтмәне,
Илнурҙың ҡалҡыуысы һелкенеп ҡуйҙы,
шунан ҡапыл ғына һыуға батты.


Ана,
ҡара, ҡапты!—тине Сафа ла, ҡалҡыуысҡа
үрелеп ҡарап.

Күрәм,
ҡысҡырма, — тип бышылданы тегеһе һәм
сыбыҡ тотҡан ҡулын алғараҡ һуҙҙы ла
ҡыҙыл ҡанатлы көмөш балыҡты ярға
ырғытты.

Һай,
ҡапты бит әй, — тип, Илнурҙан алда Сафа
ҡысҡырып ебәрҙе, унан сыбығын ярға
ҡуйып, балыҡҡа ташланды. — Ҡыҙыл күҙ,
ҡыҙыл күҙ!

Улай
шаулама әле, ҡармағыңды ҡара,— тине
Илнур, асыулана төшөп.

Сафа
ҡармағына боролғайны, һыу өҫтөндә үҙ
ҡалҡыуысын тапманы. Ул, ҡабаланып,
сыбығына тотондо, ебе скрипка ҡылылай
тартылғайны. Малай, сыбығын күтәрә
башлағайны, ҡарағусҡыл һыртлы, ҙур башлы
балыҡ һыу өҫтөнә ҡалҡты ла, ҡойроғо
менән ҡаты ғына һуғып, кире сумды. Ҡармаҡ
сыбығы көйәнтәләй бөгөлдө. Күҙҙәре дүрт
булған Сафаға Илнур:
Һөйрәп,
һөйрәп кенә сығар, — тип ҡысҡырҙы. Тик
тегеһе тыңламағас, Илнур үҙе килеп
Сафа
ҡулынан сыбыҡты тартып алды ла балыҡты
ипләп кейә ярға ыңғайлатты. Был ярайһы
ғына ҙур ажау ине. Ярға сығарғас, Сафа
ҡыуаныстан хатта һикергеләп алды.


А-а,
ниндәй ҙур!

Илнур
ҙа йылмайып ҡуйҙы.


Былай
булғас, балыҡ һурпаһы бешәсәк!

Былар
балыҡ ҡаптырған арала башҡалар бәләкәй
йылға буйындағы таллыҡтарҙан ҡоро
сытыр-сатыр йыйҙы, усаҡ урыны әҙерләне.
Унан улар һыу инергә төштө. Көн буйы
йылынған йылғала ҡояш байыр алдынан
һыу инеүҙең ләззәтен кем белмәй!
Сафа
үҙҙәренән аҫтараҡ шау-гөр килеп һыу
ингән иптәштәренә ҡыҙығып ҡараһа ла,
балыҡ ҡаптырыуҙан туҡтарға иҫәбе юҡ
ине. Әммә уға һыу инергә лә, йәнә балыҡ
ҡаптырырға ла тура килмәне. Үҙе менән
бергә торған капитандың:


Сафа,
бар, усаҡ яғып, һурпа бешерә башла, —
тигән фарманы уны ҡармағын йыйырға
мәжбүр итте. Рюкзактар ҡуйылған урында
Сафаны, ҡойроғон болғап, Аҡтырнағы
ҡаршы алды. Малай уға иғтибар ҙа итмәне,
усаҡ яғып ебәрҙе, таған ҡорҙо. Ҡоро
сыбыҡ-сабыҡ бик тиҙ дөрләп янып китте.
Сафа бәләкәй биҙрә менән һыу килтереп,
тағанға элде лә картуф әрсергә кереште.
Шунда уҡ ҡомда гәпләшеп ятҡан иптәштәре
яғына башын бороп:

Хәсән,
Әмин, балыҡ таҙартығыҙ!—тип ҡысҡырҙы.
Сафа,
ысын кок
һымаҡ,
бөтәһен дә теүәл эшләне. Усаҡ өҫтөндәге
биҙрәгә әрселгән картуфты урталай ярып
ҡына һалды ла, һыуы бер аҙ ҡайнағас,
балыҡтарҙы сумдырҙы. Былай иткәс, балыҡ
менән картуф бер сама бешеп сыға, иҙелмәй.
Сафа
һуған, борос кеүек тәмләткестәр ҙә
алғайны.
Малайҙар
балыҡ һурпаһын яратып ашаны. Хатта Әмин
дә ниндәй ҙә булһа мыҫҡыллау һүҙе әйтергә
баҙнат итмәне. Ә «карап» капитаны
һауытындағы һурпаны, икмәк менән ҡушып,
тәмләп ашап бөттө лә:


Беҙҙең
«Дункан»
когы
Сафа Ғариповҡа киске ашты яҡшы әҙерләгәне
өсөн рәхмәт белдерәм, — тине.

Был
һүҙҙәр шаярып әйтелһә лә, бер кем дә
көлмәне, уны һәр кем ысын итеп ҡабул
итте. Ә Сафаның ауыҙы ҡолағына еткәйне.
Эңер
ҙә төштө. Тын ғына аҡҡан йылға өҫтөндә
унда-бында балыҡ ҡарпығаны күҙгә салынды.
Эргәләге болонда бытбылдыҡтың дәртле
тауышы ишетелде. Таллыҡтар ниндәйҙер
шом менән уралды. Сафаны ҡурҡыумы,
борсолоумы тойғоһо биләп алды. Тик быны
ул бер кемгә һиҙҙермәне. Хәйер, төнгә
ҡаршы бындай хисте башҡалар ҙа кисерҙе
шикелле. Илнур һүнеп барған усаҡҡа ҡараш
ташланы ла:
Төнгөлөккә
утын күберәк кәрәк булыр,— тине һәм
урынынан торҙо. — Әйҙәгеҙ, тағы ла бер
аҙ ҡоро-һары йыйып киләйек.
Малайҙар
дәррәү урындарынан ҡуҙғалды. Усаҡ
эргәһенән китеүҙәре булды, уларға
серәкәйҙәр ябырылды. Был бәләне береһе
лә иҫкә алмағайны. Әле килеп, көндөҙгө
йомшаҡ ел баҫылғас, ул үҙен ныҡ һиҙҙерҙе.
Рәфҡәт
зарланып та алды:


Төндә
серәкәйҙәргә нисек түҙербеҙ икән?

Түҙербеҙ,
— тине Илнур, артыҡ иҫе китмәйенсә, һәм
таллыҡ араһына инеп китте.

Уның
артынан башҡалар эйәрҙе. Серәкәйҙәр
малайҙарҙы көтөп кенә торғандай, «без»,
«без» тип,
тирә-яҡта болоттай өйөрөлдө. Бер аҙҙан
Сафа таллыҡ араһынан атылып килеп сыҡты.
Уның сәбәләнеүенә хатта артынан килгән
Аҡтырнағы ла ҡапыл өрөп ҡуйҙы. Был өрөү
Сафаға, серәкәйҙән ҡотоң остомо? тигәндәй,
яңғыраны. Малай тирә-яғына ҡаранып алды
ла йәнә таллыҡҡа сумды. Төн буйына усаҡҡа
утын күп кәрәк буласағын яҡшы аңлай ине
ул.
Оҙаҡламай
ҡоро-һары һәм киҫкәләр ҡосаҡлап, малайҙар
бер-бер артлы усаҡ янына йыйылды. Әминдең
йөҙө уйсан: серәкәйҙәр уның да кәрәген
биргән шул. Бына нисәнсе ҡат инде ул
үҙ-үҙенә: «Ниңә юлға сыҡтым?» — тигән
һорауҙы бирә. Уға был сәйәхәт бер ҙә
күңелле түгел. Инде башҡалар ҙа үкенәлер
һымаҡ тойола уға.


Кем
бөгөн төндө дежурный була? — тип һораны
Илнур, усаҡҡа утын өҫтәй-өҫтәй.

Мин,
— тине Хәсән.

Мине
ҡуйығыҙ, — тине Рәфҡәт тә.
Әммә
Илнур Сафаға боролдо:


Әйҙә,
бөгөнгә Аҡтырнағың менән һин бул әле.

Сафа,
честь биргәндәй, ҡулын сикәһенә тейҙереп:


Есть,
иптәш
капитан!—тигән булды һәм, шунда уҡ
урынынан тороп, уҙ вазифаһын үтәй ҙә
башланы. Ҡалманай буйында ятҡан серек
бер түмәрҙе усаҡҡа килтереп һалды.
Тиҙҙән, серәкәйҙәрҙе өркөтөп, тирә-яҡҡа
ҡара-һоро төтөн йәйелде.

Малайҙар
аҙыраҡ һөйләшеп ултырҙылар ҙа, курткаларын
аҫтарына йәйеп, өйҙән алған юрғандарына
төрөнөп, усаҡ тирәләй йоҡларға ятты.
Төн
уртаһы күптән ауышҡайны инде. Сафа
ултыра бирҙе, Аҡтырнағы ла уның эргәһендә
башын ал аяҡтарына ҡуйып күҙҙәрен йомдо.
Эт —эт инде: аҙ ғына ҡыштырлауға ла,
алыҫтан килгән тауышҡа ла уның ҡолаҡтары
ҡуҙғалып- ҡуҙғалып ҡуйҙы.
Сафа,
ҡыҙарып торған аяҙ көнбайышҡа ҡарашын
төбәп, уйға сумды. Күҙ алдына әсәһе,
атаһы, һеңлеһе килеп баҫты. Улар хәҙер
йоҡлайҙыр. Атаһы, ғәҙәтенсә, тамаҡ ҡырып
ҡуялыр. Сәйәхәткә китмәһә, Сафа ла күптән
ятҡан булыр ине. Әсәһе, моғайын, уның
янына килеп, арҡаһынан ҡағып, башынан
һыйпап китер ине. Шундай саҡта уға
әсәһенең ҡытыршыраҡ ҡулдарынан ниндәйҙер
йылылыҡ, рәхәтлек яғылып ҡалғандай була
һәм ул бик тиҙ татлы йоҡоға тала.
Ауыр
көрһөнгән тауыш Сафаның татлы уйҙарын
бүлде. Әмин
һикереп тороп ултырҙы.


Йоҡлап
булмай, серәкәй тынғы бирмәй, — тине
ул, әсенеп.

Төрөнөбөрәк
ят, — тип кәңәш итте уға Сафа.

Төрөнөп
ҡарайым да ул, тик барыбер ҡайҙандыр
инәләр ҙә йә танау, йә ҡолаҡ төбөндә
генә безелдәй башлайҙар. Йоҡлап ҡара
унан...

Башҡа
малайҙар ҙа әйләнде лә тулғанды.
Серәкәйҙәр бер кемгә лә тынғы бирмәне.
Сафа усаҡты тағы ла нығыраҡ яндырҙы.
Теге серек бүрәнә киҫәге лә, инде тамам
кибеп, дөрләп ҡабынып китте. Әммә
серәкәйҙәр юрған аҫтына, малайҙарҙың
йөҙҙәре йәшеренгән урынға, юл тапты.
Уларҙың әсе итеп безелдәүҙәре лә янғын
машинаһының сиренаһы һымаҡ тетрәткес
тәьҫир итә ине.
Шулай
ҙа бер мәл усаҡ тирәһе тынып ҡалды. Сафа,
ултырған килеш, үҙе лә йоҡомһорай
башлағайны. Ҡапыл Аҡтырнағының, нимәлер
һиҙенеп, өрә башлауын ишетеп, күҙҙәрен
асты. Тап шул саҡ эте абалап өрә-өрә
болон яғына сабып китте. Сафа ла, йәһәт
кенә тороп, уның артынан ташланды. Аяҙ
күктән яртылаш кәмегән ай һәм секрәйеп
ҡараған йондоҙҙар яҡтыһында төлкөгә
оҡшаған йәнлекте шәйләп ҡалды һәм
йылмайып ҡуйҙы.
Аҡтырнаҡ
теге йәнлекте бер аҙ ҡыуып оҙатҡас.
Сафа менән усаҡ янына ҡайттылар. Был
ваҡытта малайҙар ҙа тороп ултырғайны.


Нимә
бар унда?—тип һораны Илнур.

Төлкө
шикелле, — тине Сафа тыныс ҡына.

Бәлки,
бүрелер?—тине Әмин, күҙҙәрен йылтыратып.

Хәсән
йылмайып ҡуйҙы.


Әллә
айыумы?

Малайҙар
ҡапыл көлөп ебәрҙе. Әминдең кәйефе
ҡырылды. Ул Хәсәнгә асыулы ҡараны ла
юрғанына төрөнөп урынына ауҙы.


Төлкө
бында ризыҡ еҫен тойоп, берәй мә
сәлдереп булмаҫмы тип килгәндер инде,
— тине Илнур, ултырған көйө. — Аҡтырнаҡ
һиҙгән бит үҙен. Маладис! Ышаныслы
һаҡсыбыҙ бар, былай булғас...

Был
төндә береһенең дә йоҡоһо йоҡо булманы.
Иртән, яҡтырыу менән, бөтәһе лә аяҡҡа
баҫты, һәр кем ауыҙын асып иҫнәне,
тәндәрендә ауырлыҡ тойҙо. Әмин серәкәйҙәр
талауҙан шешенгән күҙ ҡабаҡтарын
ыуа-ыуа:

Булмай
былай, малайҙар, яҡшы саҡта ысҡынайыҡ
ҡайтыр яҡҡа. Нисек шулай ғазапланып
сәйәхәт итмәк кәрәк? — тине.
Рәфҡәт
тә уға ҡушылды:


Ысынлап
та, гел былай йоҡламай төн үткәрһәң,
бер нисә көндән аяҡ һуҙыуың бар.

Һуҙмабыҙ,
— тине Илнур, үҙ-үҙенә ныҡ ышанып, бер
аҙ тын торғас, өҫтәп ҡуйҙы: — Сәйәхәтселәр
юлдан кире боролмай.


Дөрөҫ!—тип
күтәреп алды Хәсән. — Серәкәйҙәрҙән
ҡурҡҡандарға ҡайтып китергә лә мөмкин.

Әмин
ауылға тайыу мәсьәләһен үҙенсә төндә
үк хәл иткәйне инде. Әле Хәсәндең
мыҫҡыллай әйткән һүҙҙәрен ишеткәс, уйға
ҡалды. Бөгөн ҡайтып китһә, иптәштәре:
«Серәкәйҙән ҡурҡып ҡасты»,— тип
көләсәктәр. «Юҡ, түҙергә кәрәк. Ҡайтыр
өсөн, бәлки, башҡа сәбәп табылыр».
АҘАШЫУ
Сәйәхәттең
икенсе көнө лә үтте. Малайҙар яр буйындағы
бер аҡланда серәкәйҙәр менән һуғыша-һуғыша
төн ҡундылар ҙа иртүк йәнә юлға
ҡуҙғалдылар. Илнур
картаһын алып, текләп торҙо ла:


Алда
— Ҡобау ауылы. Шунда магазинға һуғылып
китербеҙ, — тине.

Ишкәктәрҙе
дәртле йөрөтөп, ҡолға менән арттан
этә-этә, сәйәхәтселәр «карап»ты алға
ҡыуҙылар. Төшкә табан Ҡобау ауылы
тәңгәлендә туҡталып, магазиндан икмәк,
пакетлы аш, шәкәр алып киттеләр.
Ҡалманай
өҫкә ауып торған ҡуйы урмандар эсенән
аға ине хәҙер. Уның үҙәне тарайҙы, һыуы
һайыға төштө. Яр буйҙарындағы йүкә,
ҡарама, саған һәм башҡа ағастар йомшаҡ
ҡына елгә лә япраҡтарын шыбырлатып, ә
иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡоштары һәр ҡайһыһы үҙ
йырын һуҙып, сәйәхәтселәрҙе сәләмләп
ҡала ине.
Тәбиғәт
күркенә бөтөнләй вайымһыҙ кеше юҡтыр
донъяла. Ә Хәсән йәшенә хас булмағанса
ярата уны. Урман менән йылғаға малайҙың,
ихтирамы айырыуса ҙур. Ни өсөн? Ул быны
үҙе лә аңлата алмаҫ ине.
Бына
әле Хәсән тирә-йүнде сихырланған һымаҡ
күҙәтә. Ниндәй матурлыҡ, мөһабәт көс
был урмандарҙа! Ниндәй олпатлыҡ һәм
сабырлыҡ! Их; фотоаппараттары ла юҡ шул,
исмаһам. Был гүзәллекте тел менән аңлатып
буламы ла, бөтәһен дә хәтерҙә ҡалдырырға
мөмкинме!
Хәсән
түҙмәне, ҡояш саҡ-саҡ төшлөктән уҙһа
ла:


Әллә
ошонда туҡталайыҡмы? Тирә-яҡ менән
танышыр инек. Ғәжәп урындар бит! — тип
Илнурға өндәште. Тегеһе иптәштәренә
күҙ ташланы. Кәмәне алмашлап ишә-ишә,
ярайһы уҡ арығайнылар инде. Хәсәндең
тәҡдименә йөҙҙәре яҡтырып китте. Быны
күреп, капитан ишкәксе Әмингә шунда уҡ
әмер бирҙе:

Боцман,
«Дункан»ды причалға, анауы һөҙәгерәк
ярға йүнәлт.

«Карап»
ярға килеп төртөлгәс тә, һикерешеп
төштөләр ҙә уны, ҡороға тарта биреп,
йыуан ғына тамырға бәйләп ҡуйҙылар.
Унан яр өҫтөнә менделәр. Был урында
урман бер аҙ артҡа сигенгән дә ҙур
булмаған аҡлан барлыҡҡа килгән. Унда
клевер, кәрешкә, ҡыңғырау сәскә, ҡыяҡ
үләндәр үҫкән. Араларында балтырған,
айыу көпшәләре күренә.
Илнур,
ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап:


Утын
күп, балыҡ тотоу өсөн уңайлы, ашты
балтырған ҡушып бешерергә мөмкин,—тине.

Оҙаҡламай
яр буйында усаҡ ҡабынды. Малайҙарҙың
һөйләшкән тауыштары тирә-йүнде йәнләндереп
ебәрҙе. Үлән араһында, еҫкәнеп, быршылдап,
Аҡтырнаҡ йөрөп ята. Күрәһең, унда
ниндәйҙер йән эйәһе бар ине.
Малайҙар
балтырған йыйып килтергәс, Сафа уйға
ҡалды: нисек бешерергә? Шулай ҙа йүнен
тапты. Башта ваҡлап туралған балтырғанды
ныҡлап ҡайнатты, бешеп сыға яҙғас ҡына,
һауытҡа пакетлы ашты һалды. Бына тигән
балтырған һурпаһы килде лә сыҡты.
Малайҙар маҡтай-маҡтай ашаны.
Капитан
Сафаға ҡарап күҙ ҡыҫып ҡуйҙы.


Ашыңа
— «бишле». Һауыт-һабаны йыйыштырайыҡ
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
  • Büleklär
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1697
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3630
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1784
    33.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3589
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1816
    32.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3516
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1768
    33.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.1 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3501
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1770
    32.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    44.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3633
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1851
    32.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3637
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1736
    32.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3643
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1756
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3666
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1893
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    45.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3574
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1811
    32.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    43.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Һүнгән Йондоҙ Яҡтыһы - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 2538
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1384
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    47.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.