Latin

Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 01

Süzlärneñ gomumi sanı 3830
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1535
35.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
49.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Әбйәлил


Борон-борон
заманда бер ауылда бер әбей менән бабай
йәшәгән, ти. Уларҙың Әбйәлил исемле
берҙән-бер улдары булған. Былар бик
ауырлыҡ менән, интегеп көн үткәргәндәр.
Мал-тыуарҙары ла, ҡош-ҡорттары ла булмаған
уларҙың. Берҙән-бер көндө әбей менән
бабай үлеп киткән. Бәләкәс Әбйәлил үкһеҙ
етем тороп ҡалған. Атаһынан уға бер
ҡосаҡ һалабаш ҡабығынан башҡа бер нәмә
лә ҡалмаған, ти.


Бер
көндө Әбйәлил, ана шул ҡабыҡтарҙы
күтәреп, ҙур бер күл янына барған. Ҡабыҡты
һыуға һалып шешендергән дә унан һалабаш
һуйған, шунан оҙон итеп арҡан ишергә
тотонған. Шул саҡта һыуҙан күл эйәһе
килеп сыҡҡан да, унан:


— Егет,
һин нимә эшләйһең? — тип һораған. Әбйәлил,
иҫе китмәй генә:


— Бына
ошо арҡанды ишеп бөтәм дә күлде күккә
аҫып ҡуям, — тигән.


Быны
ишеткәс, күл эйәһен бөтөнләй ҡурҡыу
алған. Ул ялынып-ялбарып:


— Ҡалдырһана,
егет! Күлгә теймә инде, йәнең нимә теләһә,
шуны бирермен, — тигән.


«Был
шөкәтһеҙ мәхлүктән нимә һорарға икән
һуң?» — тип, Әбйәлил уйға ҡалған. Уның
менеп йөрөргә берәй яҡшы атың булһын
ине тигән күптәнге теләге бар икән.
Әбйәлил күл эйәһенән шундай бик шәп бер
ат һорамаҡсы булған.— һин миңә иң яҡшы
бер һайлам ат бир. Шул сағында кулде
урынында ҡалдырырмын, — тигән ул.


— Юҡ,
егет, мин һиңә ат бирә алмайым. Атым
киттеме — даным да бөтә минең, — ти икән
күл эйәһе.


— Ихтыяр
үҙеңдә, мин көсләшеп тормайым, ә күлде
мин бында ҡалдыра алмайым, — тигән дә
Әбйәлил арҡанын ишә биргән.


Күл
эйәһе уйға ҡалған. Бер аҙ уйлап торғас,
Әбйәлилгә ҡарап:


— Һин
күл саҡлы күлде күтәреп китерлек шундай
бер бәһлеүәнһең икән, минең менән
кемуҙарҙан югерешеп ҡара улай булғас.
Күлде тирәләп югерешәйек. Мине уҙалһаң,
ат һинеке булыр, — тигән.


— Була
ул, — тигән Әбйәлил. — Тик шундай шарт
менән: минең сәңгелдәктә ятҡан бер кесе
ҡустым бар, шуны югереп уҙа алһаң, инәү
ярышырбыҙ. Уны уҙа алмаһаң, мин һинең
ише менән югерешеп тә тормайым.


— Ул
ҡустың ҡайҙа һуң һинең? — тип һораған
күл эйәһе.


— Анау
ҡыуаҡ төбөндә ята, — тигән Әбйәлил.
Хәҙер шунда бар ҙа ҡойроғоң менән ҡыуаҡҡа
һуғып ал, ул шунда уҡ югереп китер.


Күл
эйәһе ҡыуаҡлыҡҡа барып, теге әйткәнде
эшләгән икән, шунда уҡ ҡыуаҡ төбөнән
бер ҡуян сығып та югергән, ти. Күл эйәһе
ҡурҡаҡ ҡуян артынан төшкән, ләкин ҡыуып
етә алмаған.


Шунан
инде ул, Әбйәлил янына кире килеп:


— Йә,
егет, былай булғас, өҫкә тиклем ярышайыҡ.
Хәҙер көрәшеп ҡарайбыҙ, — тигән.


Әбйәлил
быға ла риза булған.


— Минең
һикһән йәшлек олатайым бар,— тигән ул,—
әгәр һин шуны көрәшеп йыға алһаң, күл
һинеке булып ҡалыр. Олатайым анау тал
агаһында ята. Бар ҙа таяҡ менән ҡаты
итеп һуғып ал. Шунан ул һинең менән
көрәшә башлар.


Күл
эйәһе талыҡҡа барып, йоҡлап ятҡан айыуға
таяҡ менән берҙе ҡундырып алған, ти.
Айыу һәйбәтләп кенә урынынан торған
да, алғы аяҡтары менән күл эйәһен бөрә
тотоп алып, шунда уҡ ергә йығып һалған.


Күл
эйәһе айыуҙан көскә ысҡынып, ҡайтанан
егет янына килгән.


— Һәләк
көслө икән дәһә олатайың! Былай булғас,
һипең үҙең менән көрәшеп тормайым инде,
— тигән. Шунан һуң ул:—Минең алтмыш
ҡолас ала бейәм бар. Әйҙә, шуны күтәреп,
күлде берәр ҡат әйләнеп сығайыҡ, —
тигән.


— Тәүҙә
һин үҙең әйләнеп сыҡ, ә унан мин ҡарап
ҡарармын, — тигән Әбйәлил.Күл эйәһе
үҙенең алтмыш ҡолас ала бейәһен иңбашына
күтәреп алған да күлде әйләнен сыҡҡан.
Шунан һуң, Әбйәлилгә ҡарап:


— Йә,
егет, хәҙер һин әйләнеп кил инде, —
тигән. Әбйәлил арҡан ишеүен ташлап,
алтмыш ҡолас ала бейә-


янына
килгән дә, күл эйәһенә ҡарап:


— Самалауымса,
һин ул тиклем көслөләрҙән түгел икәнһең,
һин атты иңбашыңа күтәреп йөрөттөң, ә
бына мин уны аяҡтарым араһына ҡыҫтырып
ҡына ла йөрөтә алам! — тигән.


Шул
ерҙә Әбйәлил, атты йәһәт кенә менеп
алған да күлде-тирәләп сабып та сыҡҡан.


Күл
эйәһе хәҙер инде вәғәҙәһен үтәмәй
булдыра алмаған. Ул үҙенең йылҡы өйөрөнән
иң яҡшы бер атты һайлап, Әбйәлилгә
килтереп биргән, ә аты — алтынға
алыштырғыһыҙ булған: ҡаты тояҡлы, шырт
текә яллы, бөркөт күкрәкле, суртан
һыртлы, шеш ҡолаҡлы, еҙ күҙле, яңаҡтары
тар ғына, эйәге ослайып барып бөткән
һылыуҙарҙан һылыу салт саптар бер
арғымаҡ икән, ти.


Әбйәлил
көтмәгәндә килгән был бәхеткә ҡыуанып,
саптар-арғымаҡҡа атланған да өйөнә
сабып ҡайтып киткән, ти.


Шул
көндән алып Әбйәлилдә яҡшы аттар
үрсетәләр икән, ә-егеттәренең зирәклек,
ҡыйыулыҡ менән тирә-яҡҡа дандары
таралған, ти.


Әхмәт
жулик


Борон
заманда Әхмәт исемле атаҡлы бер жулик
булған. Теге илгә лә барып сыҡҡан, был
ҡалаға ла килеп киткән, гел шулай урлашып
йәшәгән, ти. Бер заман Әхмәт жулик Ҡазанға
килеп сыҡҡан. Тик бында уға бер ҙә рәт
сыҡмай икән. Быға әйтәләр:


– һин
Иранға бар! – тиҙәр. Шунан был кәрәк-ярағын
ала ла Иранға китә, Бағдад шәһәренә.
Бағдад шәһәренә барғас, үҙенә бер иптәш
табып ала. Ул бер ҡарт жулик булған, ти.
Шуның менән бергәләп эш итә башлайҙар
былар.


Нисәнсе
йыл булғандыр, уныһын кем белһен инде,
тик


август
айы була был. Әхмәт жулик күлдәк-ыштандан
ғына бер


баҡсала
ята икән. Был ваҡыт бүтән ҡалананмы әллә
икенсе


илдәнме
икән инде, – бында һатыу итер өсөн байҙар
килә. Бер


бай
атынан төшкән дә тротуарҙан атлап бара
икән, шул саҡ


Әхмәт
жуликте күреп ҡалған. «Бынау өшөп ята,
бисара», –


тип,
ун тин көмөш хәйер биргән.


Әхмәт
жулик, тороп ултырып, хәйерҙе ала, ә
күҙҙәре байҙың аҡса тоҡсайында: ҡайҙа
һалыр икән тип ҡарап тора.


Бай
китә. Әхмәт жулик тора һала ла, тегегә
күренмәйенсә генә, артынан эйәрә. Былар
шулай үҙәк урамдан үтеп китәләр, инде
байҙың фатиренә яҡынлашалар. Әхмәт
жулик бер ҙә рәтен сығара алмай бит
һаман. Шулай тағы бер аҙ барғас, ҡараңғы
төшкәйне, тегенең кәшәләгөн ала бит был
ҡалай итеп булһа ла. Ала ла яңынан теге
урынына барып ята.


Бай
фатиренә ҡайтып етте. Өйгә кергәс,
көшөлөгөн алып ҡуяйым тиһә, көшөлөк юҡ
бит бының.


– Бәй,
бәй, бая ун тин хәйер биргәйнем, шунда
төшөрөп ҡалдырғанмындыр, ахырыһы, – ти
был.


Бай
кире әйләнеп килә лә быға йәбешә:


– Һин
алғанһыңдыр минең аҡсаны, – ти.


Ә
Әхмәт жулик теге аҡсаларҙы – гел унарлыҡ
алтын икән – барыһын да табан аҫтына
тығып бөткән.


– Юҡ,
– ти был, – ҡайҙан алайым мин һинең
аҡсаңды. Бына үҙең биргән ун тинең, –
тип, усын асып, бер ун тинлекте генә
күрһәтә.


Бай
ҡарап тора-тора ла аптырап ҡайтып китә.


Хәҙер
Әхмәт теге ҡарт жулик менән икәүләп, ер
аҫтынан юл яһап, үҙҙәренә бер торлаҡ
ҡоралар. Алтын күп бит инде быларҙың.


Бер
заман сығалар ҙа былар батша һарайы
янынан үтеп баралар. Ҡойма буйында бейек
бер тирәк үҫеп ултыра икән. «Мин сыҡмайынса
ошонан китмә»,–тип, ҡарт жуликте
ҡарауылға ҡалдыра ла Әхмәт жулик үҙе
тирәккә менеп китә. Менеп етһә, тирәктең
осо балконға тейеп тора. Шунан балконға
төшөп, балкондан Иран батшаһының һарайына
инеп китһә, унда ҡулдарына киң балта
тотоп, ҡарауылсылар тора икән.


– Әһә,
былар йоҡлап китһә, мин бындағы алтынды
алам,– тип уйлай Әхмәт жулик.


Тегеләр
йоҡлағас, ключник эргәһенә бара. Ключникте
уятмайынса ипләп кенә асҡыстары менән
бергә күтәреп ала ла бер йоҙаҡты аса.
Асһа, бында аҡса булып сыҡманы, батша
ҡыҙының иң яҡшы ҡиммәтлә биҙәнеү
әйберҙәре булып сыҡты. Был шунда ла
муйынға элә торған ынйыларынан бер-икеһен
алып һалды, башҡаһына теймәне. Шунан
был: «Туҡта, һарайға бер кергәс, батша
ҡыҙып үбеп сығайым әле»,– ти. Китә был,
ҡыҙҙың ятҡан бүлмәһен әҙләп.


Шулай
бүлмәнән-бүлмәгә бара торғас, батша
ҡыҙының ятҡан еренә барып сыға. Батша
ҡыҙының йөҙөн асып ебәргәйне, аяғын да
күреп ҡалды. Аяғында бигерәк тә матур
ботинка икән. Башта шуны алырға булды.
Береһен сисеп алғайны, батшаның ҡыҙы
уянып китеп, юрғанын һирпеп ебәрҙе.
Юрғанын һирпеп ебәргәйне, Әхмәт жулик
юрған аҫтында торҙо ла ҡалды бөркәлеп.
Батша ҡыҙының ҡысҡырған тауышына бының
янына килһәләр, бер кеше лә юҡ. Аптыранылар.
Хәҙер үҙҙәренең белемселөрен килтерҙеләр.
Улар ҙа ҡарайҙар – тапмайҙар.


– Бында
бер кем дә юҡ. Һин һаташып уянғанһыңдыр,



тиҙәр.


Был
батшаның ҡыҙында монгол батшалығынан
килтерелгән бер ҡыҙ стряпка булып тора
икән. Хәҙер ул музыка уйнай, музыка
тауышына ҡыҙ йоҡлап китә. Монгол ҡыҙы
быны тәрбиәләп, юрғанын ябырға үрелгәйне,
кинжалын тотоп, Әхмәт килде лә сыҡты.


– Тауышланма,
бар кереп йоҡла, – ти.


Монгол
ҡыҙы үҙенең бүлмәһенә кереп киткәс,
Әхмәт ҡыҙ янына барырға иткән саҡта,
теге тағы ла ҡысҡырҙы ла ебәрҙе бит,
жулик, бур, тип. Хәҙер ҡарауылсылар быны
баҫтырырға тотондо. Был бер бүлмәнән
икенсе бүлмәгә үтеп, балконға сыға ла,
тирәк буйлап, урамға төшә. Иптәше менән
теге ҡойоларына барып яталар.


Шунан
бында хәҙер батшаның күңеленә ҡурҡыу
төштө бит инде. Иртәгеһен был ҡапҡаһына
иғлан ҡаҙаҡлата. Унда шулай тип яҙылған:
«Батшаның вариҫтәре, килегеҙ. Батшаның
ҡыҙы үҙенең теләгән кешеһенә бара.
Асыуланып, һуғыш-фәлән булырҙан түгел».
Әхмәт жулик тә килеп иғланды уҡый.


Күп
тә үтмәй, сит батшаларҙың улдары килә
лә башлайҙар. Әхмәт жулик: «Бына фәлән
ерҙә ике ат бар, шуларҙы алып киләйек
тә беҙ ҙә барайыҡ», – ти.


Ун
биш көндән шул аттарҙы алып киләләр ҙә,
бер көнгә һуңлап, былар ҙа китәләр шунда.
Бында Греция, Монгол, Япон батшаларының
улдары килгән. Улар инде һарайға инеп,
алдан урын алғандар, ултыралар, ти, һис
тә ки әллә кем булып! Әхмәт жулик ҡарт
жуликте үҙенең консулы итеп, икеһе ике
ат менеп, килеп еттеләр былар ҙа бында.
Килеп еткәс, әйтәләр: «Беҙ утрауҙарҙағы
ҡырағай батшалыҡтың улы», – тиҙәр. Шулай
тигәс, быларҙы ла индерҙеләр.


Шунан
һуң бында туй ҡыҙып китте, бәхәсләшеү
китте: һәр ҡайһыһының батша ҡыҙын үҙенә
алғыһы килә бит инде. Батшаның ҡыҙы
сығып һөйләй башлай: «Үҙемдең яратҡан
кешемә барам, – ти. – Тик һуғыш булырҙан
түгел», – ти. Шулай тип әйтә лә, балдағын
алып, Әхмәт жуликтең бармагына кейҙерә.
Әхмәт, жулик булһа ла, бик матур булған
ул. Шунан былар туй яһайҙар, бергәләп
тора башлайҙар. Бер нисә көн үткәс, теге
монгол ҡыҙы быны таный бит. Батшаға
барып әйтә: «Был утрауҙарҙан килгән
ҡырағай батшалыҡтың улы түгел, ә теге
саҡта килгән жулик»,–ти. Батша егетте
ҡулға алдыра.


Хәҙер
Монгол батшаһының улы ҡысҡыра: «Бындай
жуликте үлтерергә кәрәк!»__ти.


Япон
батшаһының улы ла ҡысҡыра. Грецияныҡы
ла ҡысҡыра. Былар батша менән бер булып,
хәҙер дүртәүләп йәбештеләр. Ултыра
торғас, шундай ҡарар сығаралар; «Йөҙ
розга бирәйек тә йыртҡыс януарҙарға
ташлайыҡ», – тиҙәр.


Батша
ҡыҙы быны ишетеп ҡала ла ике һалдатты
нығытып ҡуя: «Һеҙ розга бирҙек тип
әйтерһегеҙ ҙә ер аҫты юлынан сығарып
ебәрерһегеҙ, мин һеҙгә фәлән тинлек
алтын бирермен»,– ти.


һалдаттар
шулай итә: йөҙ мәртәбә розга бирҙек
тиҙәр ҙә, йыртҡыстарға ташлайбыҙ тип
алып китеп, йәшерен юлдан сығарып
ебәрәләр.


Әхмәт
әлеге землянкаһына барып керһә, ҡарт
жулик шунда ята. Ул теге саҡта шау-шыу
башланғас та сығып тайған булған икән.


– Үлмәнеңме
ни, һин нисек ҡасып ҡотолдоң? – ти,
аптырай был. Әхмәт жулик башта бармағындағы
батша ҡыҙының, балдағын, аҙаҡ арҡаһында
ялланып ятҡан ҡамсы эҙҙәрен асып күрһәтә
лә эште һөйләп бирә.


Хәҙер
батша һарайына килһәк, бында талаш
киткән бит әйГ Монгол батшаһының улы:
«Ҡыҙҙы мин алам», – ти. Япон батшаһының
улы: «Юҡ, мин алам»,–ти. Греция батшаһының
улы: «Мин алам», – ти. Ҡыҙ әйтә тегеләргә:


– Алты
ай тыуып, алты ай үткәс, әйтермен, шунда
килерһегеҙ. Унда ла әле кем ҡиммәтле
бүләк алып килә, шуға ғына барырмын, –
ти.


Батша
ҡыҙы һалдаттарға яҙыу яҙып бирә лә Әхмәт
янына барырға ҡуша, Бының инде тегеләрҙең
береһенә лә барғыһы килмәй, Әхмәткә
барғыһы килә.


Яҙыуҙы
алғас, Әхмәт тегенең өйрәткән белемсеһенә
(сихырсыға йәғни) китә. Килә лә, миңә
өйрәт, ти. Батша ҡыҙының балдағын, ҡағыҙын
күрһәтә. Шунан һуң белемсе бер бүлмәгә
алып килә быны. Бүлмәнең стеналары шау
көҙгөнән, ти,


– Анауһына
ҡара әле, – ти ҡарсыҡ.


Әхмәт
жулик ҡараһа, бер Аҡбуҙат сабып килә.


Ҡарсыҡ
быға бер кинжал бирә. Шуны ҡулыңдан
төшөрмә, ти.


Әхмәт
кинжалды ала ла, әбей өйрәткәнсә, шул
Аҡбуҙатты эҙләргә сығып китә. Әйҙә, ул
китә торһон, беҙ тегеләргә киләйек.


Батша
малайҙары һөр береһе үҙ илдәренә ҡайтып
керҙеләр инде. Ҡайттылар ҙа ҡиммәтле
бүләк әҙерләргә тотондолар.


Бына
Монгол батшаһының улы сығып китә ҡиммәтле
бүләк эҙләргә. Үҙе менән йөҙ һалдат ала
был, ашамлыҡ ала. Эҙләп, өс ай тирәһе
йөрөйҙәр былар. Бының һалдаттары астан
үлеп бөтә, хәҙер үҙе генә ҡала. Йөрөй
был бер үҙе, эй йөрөй, йөрөй торғас, бер
һыу буйлап төшәп килә ине, бер алмағас
үҫеп ултыра. Алмағасыңда ике генә бөртөк
алмаһы бар. «Алманың береһен ашаһаң,
үлтерә, икенсеһен ашаһаң, терелтә» тип
яҙып ҡуйылған шунда.


«Әһә!
– ти был. – Былай булғас, был – иң
ҡиммәтлә бүләк булды бит, – ти. – Әгәр
миңә килмәһә, быныһын ашатып үлтерәһең
дә, икенсеһен ашатып терелтәһең»,– тип
уйлап алмаларҙы икеһен дә өҙөп алып,
икеһен ике тоҡҡа һала ла ҡайтып китә.


Хәҙер
Греция батшаһының улына килһәк, ул да
ҡиммәтлә бүләк эҙләп йөрөй. Быныһы
йөрөп-йөрөп, бер тауҙан икенсе тауға
һуҙылған тоҙаҡҡа барып сыға. Тоҙаҡта
бер хрусталь эленеп тора. Ҡояш яҡтыһында
ялт-йолт килә. Ҡылана торғас, шуны өҙөп
төшөрә бит был. Ҡулына алып тегенең аша
ҡарағайны, үҙенең шәһәре лә, Бағдад
шәһәре лә яп-яҡын булып күренеп тик тора
бит эй!


«Бәй,
былай булғас, был ҡиммәтле бүләк булып
сыҡты лабаһа, бының аша теләгән ерҙе
күреп була бит!» – тип, Греция батшаһының
улы ла ҡайтып китте.


Инде
Япон батшаһының улына килһәк, ул да
сығып киткән ҡиммәтле бүләк эҙләргә.
Диңгеҙ утрауҙарын, урмандарҙы ҡалдырмай
эҙләп йөрөгәндә, был бик матур бер
балаҫҡа тап була. Хәҙер был шул балаҫҡа
баҫҡайны, балаҫ быны күтәреп, үҙенән-үҙе
осоп сыҡты ла китте бит эй!


«Әһә,
был бик ҡиммәтле бүләк бит! Мин бының
менән Бағдад батшаһының ҡыҙын алалам»,
– тип шатлана был.


Ярай,
быларҙың һәр береһе үҙҙәренсә шатлана
торһон, ҡыҙ янына барырға әҙерләнһен,
хәҙер китәбеҙ Әхмәт жулик янына.


Әхмәт
жулик, теге белемсе ҡарсыҡҡа рәхмәттәр
әйтеп, Аҡбуҙатты эҙләргә сығып киткәйне
бит инде. Ҡулында бының –кинжал. Эй бара
был, эй бара, тауҙар, урмандар үтә. Ике
тау араһынан барған ваҡытта бер йортҡа
барып керә, унда бер ҡарсыҡ ултыра.
Ҡарсыҡтың исеме Заһира. Заһира ҡарсыҡ
әйтә тегегә:


– Бынауында,
ти, бер ҡапҡа бар, кинжалың менән һелтәһәң,
йоҙағын өҙә һелтәрһең, ти. Түлке кинжалыңды
ҡулыңдан ысҡындыра күрмә, ти. Шунан, ти,
ҡапҡа үҙе асылыр. Унан һинең алдыңа бер
крокодил килеп сығыр. Крокодилде үлтереп
сығып китһәң, аждаһа торор. Уны үлтергәс,
бер сихыр ағасы булыр. Ул ағас кешене
үҙенә тартып ала ла, быуа ла үлтерә, һин
ҡурҡма, гел алға бар, тик кинжалыңды
ғына ҡулыңдан ысҡындырма, шуның менән
һелтөй-һелтәй бар, – ти. Заһира ҡарсыҡ
һөйләй инде быларҙы.


Хәҙер
Әхмәт, шул ҡапҡа ҡаршыһына барып, кинжалын
һелтәп ебөргөйпе, йоҙаҡ шарт итеп килеп
төшө. Йоҙаҡ өҙөлөп төшкәйне, ҡапҡа
шарран-яра шығырҙап асылып китә лә бының
алдына бер крокодил килеп тә сыға. Әхмәт,
төгө ҡарсыҡ әйткәнсә, кинжалын һис
ҡулдан ысҡындырмай, һелтәнеп тик тора.
Бәй, Әхмәт һелтәгән һайып, тегенең
тештәре ҡойола бит! Шулай, крокодилдөң
тештәрен ҡойоп бөткәс, ары китә был,
аждаһа янына барып өтә. Аждаһа үкерә,
ауыҙынан уттар сәсә бит, ҡәһәрең! Әхмәт
ҡурҡмай, ҡулынан кинжалын да ысҡындырмай,
һелтәнә-һелтәнә һаман алға бара. Аждаһа
хәлһеҙләнеп,. йомғаҡ һымаҡ йомарлана
да әллә ҡайҙа тәгәрәп төшөп китә!. Шунан
китә Әхмәт тағы ла алға. Эләге сихыр
ағасына барып етә. Индә был, бөтә көсөн
йыйып, кинжалын һелтәй башлай, һелтәгән
һайын ағастың ике-өс ботағы өҙөлөп төшә.
Шулай ботаҡтары өҙөлөп төшөп бөттө,
ағас ҡоро төпсөккә ҡалды. Шунан Әхмәт
жулик ары киткәйне, бөтә яҡты ялмап, ут
солғап алды. Заһира ҡарсыҡ Әхмәткә бер
һыҙғыртмаҡ биргәйне, бик ҡыйын булғанда,
шуны һыҙғыртырһың тип. Кинжал менән
һелтәп-һелтәп тә, ут кәмемәгәс, шул
һыҙғыртмаҡты алып һыҙғыртып ебәргәйне,
бының алдына Заһира ҡарсыҡ үҙе килде
лә баҫты.


– Бына
ошонан бер нур күренер, шуға ҡарап бер
ай барырһың. Шул нур һиңә Аҡбуҙатты
бирер, – ти Заһира ҡарсыҡ Әхмәткә.


Был
хәҙер бер ай буйына шул нурға ҡарап
китә. Бер ай тигәндә, нурға барып етә.
Барып етһә, нур булып балҡып, ап-аҡ;
йөҙлө, ап-аҡ сәсле бер ҡарт ултыра икән.


– Бында
һин нисек килеп еттең, улым, унда януарҙар
күп ине бит? – ти ҡарт.


– Бик
ауыр булһа ла килеп еттем инде, бабай,
миңә Аҡбуҙат кәрәк ине бит әле, – ти
Әхмәт.


– Һе,
алаймы, әйҙә, алай булғас, киттек, – ти
ҙә, быны бер кәмәгә ултыртып, диңгеҙ
әсенә алып кереп китә. Байтаҡ ҡына
барғас: «Бына ошонда сум, – ти. – Диңгеҙ
төбөндә бер таш булыр, шуның аҫтында
бер асҡыс булыр, шуны алып сыҡ», – ти.


Әхмәт
сума, ҡарт кәмәлә ҡала. Әхмәт теге ташты
табып, таш аҫтындағы асҡысты алып сыға.
Ҡарт Әхмәттә кәмәгә тартып ала ла китәләр
былар ҡоро ергә сығып. Күпме ер үткәндәрҙер
былар, бер тауға килеп сығалар. Тауҙың
битендә бер ишек күренә. Бабай әйтә:
«Бар ҙа ана шул ишекте ошо асҡыс менән,
ас. Аҡбуҙат шунда булыр», – ти.


Әхмәт
бара, теге асҡыс менән ишекте шартлатып
аса. Асһа, бында Аҡбуҙат тора. Эйәрләнгән,
ҡоралдары ла бар. Әхмәт Аҡбуҙатты менә
лә, йылт итеп, бабай янына килеп те етә.
Ҡарт әйтә: «Был атты менеп алғас, һин
инде хәҙер ике айлыҡ юлыңды ике сәғәттә
алдыраһың», – ти.


Ап-аҡ
йөҙлө, ап-аҡ сәсле ҡарт ошо урында тороп
ҡала. Әхмәт, Аҡбуҙатҡа атланып, сығып
китә. Ҡайтып килешләй әлеге Заһира
ҡарсыҡҡа килеп төшө.


– Атыңдан
төш тә, эйәренең артында бер тартма бар,
шуны тартып ал, – ти Заһира ҡарсыҡ.


Әхмәт
төшөп, шул тартманы тартып алғайны,
Аҡбуҙат осоп сыҡты ла китте, шунда уҡ
күҙҙән дә ғәйеп булды.


– Бына
атһыҙ ни эшләйһең инде хәҙер? – ти Заһира
ҡарсыҡ, көлә.


Оҙаҡ
ваҡыт үтмәне, бында бер күк ат килеп
төштө. Арҡаһында бына тигән эйәре,
эйәрендә ҡоралы бар.


– Бына
шуға атлан, – ти ҡарсыҡ.


Әхмәт
атҡа менгәйне, Заһира ҡарсыҡ быға ун
биш бөртөк борсаҡ бирә:


– Бағдад
ҡалаһына барып етер саҡта, ошоно һибеп
ебәрерһең. Уң яғыңа һипһәң, кавалерҙәр
булыр; һул яғыңа һипһәң, армия булыр, –
ти.


Был
шунда тороп торһон, хәҙер яңынан тегеләр
янына барайыҡ. Монгол батшаһының улы,
Япон батшаһының улы, Гре-ция батшаһының
улы – өсөһө өс яҡлап киләләр ҙә бер һыу
буйында юлдары ҡушылғас, бергәләп
китәләр. Монгол батшаһының улы теге
алманың үлтерә торғанын Иран батшаһының
ҡыҙында хеҙмәт итеүсе монгол ҡыҙына
посылка итеп һалған була, «мин барғансы
ашат шуны», тип. Хәҙер былар өсөһө бергә
килеп ҡушылғас: «Давай, минең хрусталдән
ҡарап алайыҡ әле», – ти Греция батшаһының
улы. Ҡараһалар, батша ҡыҙы үлгән, Бағдад
ҡалаһына ҡара флаг эленгән. Япон
батшаһының улы әйтә:


– Минең
балаҫ оса бит. Шуға өсәүләп ултырһаҡ,
бик тиҙ барып етәбеҙ, – ти.


Монгол
батшаһыпың улы әйтә:


– Миндә
терелтә торған алма бар, шуны ашатһаҡ,
терелтербеҙ уны, – ти.


Балаҫҡа
өсәүләп баҫҡайнылар, осоп сығып та
киттеләр, Бағдад ҡалаһына барып та
төштөләр. Батша быларҙы бик ҡайғырып
ҡаршы алды. Монгол батшаһының улы барып
теге алмаһын еҫкәткәйне, ҡыҙ ырғып торҙо
ла ултырҙы,.ти.


Быларҙың
өсәүһе араһында тағы талаш китте. Япон
батшаһының улы әйтә:


– Минең
балаҫ булмаһа, килеп етә алмаҫ инек, –
ти. Греция батшаһыпың улы әйтә:


– Минең
хрусталь булмаһа, күрмәҫ инек, – ти.
Монгол батшаһының улы әйтә:


– Минең
алма булмаһа, ул терелмәҫ ине, – ти.


Монгол
батшаһы улының ике йөҙ һалдаты бар. «Мин
һуғышып булһа ла алам», – ти. Шулай итеп,
быларҙың өсәүһе араһында ыҙғыш сығып
киткәс, ҡыҙ әйтә:


– Бирегеҙ
бүләктәрегеҙҙе, тикшереп ҡарайыҡ, –
ти. Бирәләр. Шул арала Әхмәт жулик тә
Бағдад ҡалаһына килеп етә. Армияһы теге
яҡтан да, был яҡтан да ерҙе ҡаплап килә
икән. Килеп етте лә был, кремлде уратып
алды. Монгол батшаһының армияһын юҡ
итте, тегеләрҙең үҙҙәрен ҡулға алды.
Ҡыҙ югереп ҡаршы сыҡты ла: «Мин бына
быға барам», – ти. Тегеләрҙең ҡиммәтле
бүләктәре ҡыҙҙың ҡулында ҡалды.


– Яҡшы
саҡта ҡайтаһығыҙмы әллә төрмәлә ятырға
риза булаһығыҙмы? – ти был тегеләргә.


Тегеләр
ҡайтып китә. Шулай итеп, Әхмәт жулик
батшаның, ҡыҙын алып ҡуя, батша була.


Айыу
менән бал ҡорттары


Борон-борон
заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник
саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу.
Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк,
оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор
булған ти.


Айыу
бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған.
Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән.
Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын
күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай
башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына
менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал
ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы
һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә
булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө
оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары
ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға
тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә
шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул
ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла
ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып
ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр.
Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып
ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып,
ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә
ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал
бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана
икән, ти.


Бер
ваҡыт урманға утын алырға бер кеше
килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас
башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп
ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ
оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа
икән, ти.


– Әх,
һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы
ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән
әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә
тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп
киткән.


Ул
айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә
балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона
тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп,
тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо
менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан
төшкән дә, башын түбән баҫып, урман
араһына инеп юғалған.


Шунан
бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып
ҡалғандар, ти.


Теге
кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп
сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған
да ҡайтып киткән.


Бал
ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр.
Улар инә ҡорттан:


– Ниңә
был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап ботөрөп
китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт
ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай
ҙа ул бал ҡорттарына:


– Барығыҙ,
осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы
ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.


Бал
ҡорттары теге кешене ҡыуып етеп һорағас,
ул:


– Әгәр
мин балығыҙҙы ашаған булһам, үҙегеҙгә
ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан
үлер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр
инем, – тип яуап биргән, ти.


Бал
ҡорттары солоҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар
ҙа инә ҡортҡа теге кешенең һүҙҙәрен
әйтеп биргәндәр. Шул саҡта инә ҡорт
кәңәшкә бөтә ҡорттарҙы йыйған. Бал
ҡорттары, ул кешегә күмәкләп барырға
ла, үҙҙәрен айыуҙан һаҡлауын һорарға,
тип кәңәш иткәндәр, ти.


Ҡорттар
ауылға, теге кеше янына барып:


– Беҙҙе
яуыз айыуҙан ҡотҡара күр, үҙ эргәңә ал.
Ә беҙ һиңә бының өсөн рәхмәт әйтербеҙ,
– тигәндәр, ти.


– Яҡшы!
Мин һеҙгә бик һәйбәт итеп умарта эшләрмен.
Һеҙ шунда йәшәрһегеҙ, бал йыйырһығыҙ,–
тип яуап биргән ти, кеше.


Шул
көндән бирле бал ҡорттары кешеләрҙе
бал менән һыйлай башлаған, ти.


 


Флүр
Яхин


 


Бер
бабайҙың яғырға утыны бөткән. Балтаһын
яурынына һалған да киткән был урманға.
Барып етеү менән ҡолас ташлап,


дөбөр-шатыр,
күкрәп үҫеп ултырған меңйәшәр имәндәрҙе,
йөҙ­йәшәр ҡарағайҙарҙы ауҙара башлаған.
Уларҙы әҙ генә лә йәл­ләмәй, тумыра
ғына, ти, бабай. Аяуһыҙ балта тауышы
тотош урманды яңғыратҡан. Был тиклем
яман тауышҡа өңөндә тыныс ҡына йоҡлап
ятҡан Айыу уянған. Ул үкереп бабай янына
килеп еткән.


— У-у-у!
һин нишләп минең өйөмдө ҡырҡаһың, ә?
Хәҙер мин һине шуның өсөн ашайым,— тип
бабайҙың өҫтөнә менеп килә, ти. Инде
ҡабып йоттом тигәндә, ҡурҡышынан телен
көскә әйләндерел, бабай былай тигән:


— Айыу
ағай, ҡуй, һин мине ашама. Мин бит һинең
өйөң — урман икәнен белмәнем. Мин бында
утын үҫеп ултыра икән тип белдем!


— Вәт,
ҡартбаш,— тип асыуланған Айыу ағай,—
утын үҫәлер шул, шуны ла белмәйһеңме?
Утын ерҙә йығылып ята ул. Ана ҡара —
күпме ауған ағас, ҡоро-һары... Нисек ҡулың
барҙы теп-тере ағастарҙы үлтерергә?


Шулай
тигән дә Айыу бабайҙы ҡайтарып ебәргән.
Ошо көндән башлап бабай утынлыҡҡа
ҡороған, имгәнгән ағастарҙы ғына ала,
ти. Ә айыуҙың өйө матур булһын тип,
урманда ул үҙе лә әллә күпме ағас
үҫтергән.


Урмандың
утын түгеллеген шулай аңлаған был бабай.


 


Аҡҡош
һөтө


Борон-борон
заманда бер һунарсы урманға һунарға
киткән икән, бер убыр ҡарсыҡ быны ут
менән ялмап алып ҡурҡытҡан:


— Һинең
улың бар икән, шул улыңды сал да, үпкәһен
сәйнәп, тирә-яғыңа ҡан төкөрөп ултыр.
Шулай эшләмәһәң, һинең һунар эшең бер
ваҡытта ла уң була алмаҫ, — тигән.


Һунарсы,
бик баш ватып, уйға тарыған.


Шул
ваҡыт һунарсының арғымағы, сабып ҡайтып,
арт аяғы менән ишекте яра типкән,
һунарсының улы:


— Бәй,
малҡай, һинең был ни эшең? — тип һораған.
Арғымаҡ, телгә килеп:


— Атайың
һунарҙан ҡайтҡас, һине салырға уйлай.
Ҡайтып кереу менән атайыңдан, мине
менеп, анау күлде әйләнеп сығырға рөхсәт
һора, ул рөхсәт иткәс, ҡасырбыҙ, — тигән.


һунарсы
ҡайтҡан. Егет арғымаҡ әйткәнсә эшләгән,
атаһы рөхсәт иткән. Арғымаҡ алдына ҡояш
төшөрөп, һыртына томан төшөрөп сыға ла
китә.


Бик
оҙаҡ ваҡыттар йөрөй егет донъя гиҙеп.
Йөрөй торғас, бер батшаның өс ҡыҙына
кейәү һайлауы тураһында ишетә. Ул батша
йәйләгән ергә китә. Килеп еткәс,
арғымағынан төшөп, уның өс ҡылын өҙөп
ала. Батша йәйләүенә ҡарап йәйәү китә.
Ҡараһа, бер ағас төбөндә ҡот осҡос бер
үгеҙ бәйле тора. Шул үгеҙҙең артынан
ҡамыш менән өргән икән, үгеҙҙең тиреһе
һыҙырыла ла төшә. Егет үгеҙ тиреһен
кейеп ала ла йыйын урынына килә. Шунда
ғәскәр кеүек йыйылып торған халыҡ,
эркелешеп, үгеҙ торған ерҙән ситкәрәк
һыйына, ти.


Бер
ваҡыт батшаның вәзире сығып, йыйын
шартын халыҡҡа аңлата. Батшаның иң оло
ҡыҙы ҡулындағы ҡарсығаһын сөйөп ебәргән
икән, ҡарсыға бер хандың ҡулбашына барып
ҡунған. Халыҡ:


— Бик
шәп, бик шәп! — тип гөр килгән.


Батшаның
икенсе ҡыҙы ҡулындағы бөркөтөн сөйөп
ебәрһә, бөркөт бер бай егеттең ҡулбашына
барып ҡуна. Халыҡ тағы ла:


— Бик
хуп, бик хуп! — тип гөрләшә башлаған.Өсөнсө,
кесе ҡыҙы сөйөп ебәрһә, тегенең шоңҡары
ситтә ер тырнап торған үгеҙҙең мөгөҙөнә
барып ҡунған. Халыҡ та, батшаның яҡындары
ла:


— Дөрөҫ
түгел, дөрөҫ түгел! — тип ҡысҡыра икән.
Ҡыҙ өс тапҡыр сөйһә лә, шоңҡар үгеҙ
мөгөҙө тирәһенән бер ҙә китмәй,. ти.
Шунан батша:


— Ярар
инде, яҙмышы шулдыр, — тип ризалыҡ биреп,
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 02
  • Büleklär
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3830
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1535
    35.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3778
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1445
    35.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3642
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1542
    34.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3697
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1456
    36.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3840
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1580
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3878
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1426
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3854
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3754
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1588
    35.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3769
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1489
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3700
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1676
    34.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 3731
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1624
    36.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1516
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 14
    Süzlärneñ gomumi sanı 3694
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1553
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 15
    Süzlärneñ gomumi sanı 3841
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1637
    36.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 16
    Süzlärneñ gomumi sanı 3581
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1780
    32.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 17
    Süzlärneñ gomumi sanı 3267
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1504
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 18
    Süzlärneñ gomumi sanı 2896
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1414
    38.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.