Latin

Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 08

Süzlärneñ gomumi sanı 3854
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Тотоп ҡараһалар, тирмән ташы ватылып
бара, ти.


Тегеләр
тирмән ташып алмай ҡайтып китәләр.
Аждаһа:


— Тоттоғоҙмо?
— тип һорай.


— Юҡ,
юл буйында бер иҫке тирмән ташы күргәйнек,
уны алманыҡ, — тиҙәр.


— Их,
һеҙ, ниңә алманығыҙ, өҫтө ҡыҙым, аҫты
кейәүем ине! Барығыҙ, инде нимә күренһә
лә, алып ҡайтығыҙ, — тип ғәскәрен кире
ебәрә.


Аждаһа
ғәскәре яман яу булып килә икән. Ҡыҙ,
ғәскәр килгәнен күреп, тиҙ генә егетте
үҙе насар, үҙе иҫке, бысраҡ, тоторға шул
хөтле сиркәнес бер ҡыу һалам итә лә ҡуя.
Ғәскәр килеп туҡтай. Тик һаламды тоторға
сиркәнәләр. Береһе килеп һаламдың бер
ерен соҡоп ҡарай; соҡоған еренә генә
бер сысҡан инә лә китә. Ғәскәр кире
ҡайтып китә.


— Тапманыҡ,
бер ҡыу һаламдан башҡа бер нәмә лә
күрмәнек, — тип һөйләп бирәләр.


— Их,
һеҙ, сусҡа балалары! һаламы кейәүем,
сысҡаны ҡыҙым ине. Әйттем бит мин һеҙгә,
нимә осраһа ла алып ҡайтығыҙ, тип.
Барығыҙ, тағы ла китегеҙ, нимә булһа ла
алып ҡайтығыҙ, — тип аждаһа тегеләрҙе
орошоп-орошоп кире ебәрә.


Бер
ваҡыт ғәскәр ҡара туҙан булып сабып
килә, ти. Ҡыҙтиҙ генә егетте иҫкереп,
мөйөштәре төшөп бөткән мәсет итә, үҙе
бер ҡарт ҡына бабай була ла ҡуя. Үҙе
мәсеттең мөйөштәрен ҡуйып йөрөгән була.
Ғәскәр килә лә бабайҙан:


— Бер
егет менән бер ҡыҙҙы күрмәнеңме? — тип
һорай.


— Әй-й-й,
һеҙ һуңланығыҙ бит. Улар мин йәш саҡта,
был мәсет яңы саҡта уҙып киткәйнеләр,
— ти бабай.


Ғәскәр
кире ҡайтып китә. Ҡайтҡас:


— Бер
мәсет менән бабай гына күрҙек. Бабайын
алыр инек, мәсетте нисек алып ҡайтайыҡ,
— тиҙәр.


— Их,
һеҙ, асыҡ ауыҙҙар, бешмәгәндәр! Ҡарты
ҡыҙым ине, мәсете кейәүем ине. һеҙҙән
булманы инде, үҙем китәйем, — тип, аждаһа
үҙе сығып китә.


Ел-дауыл
ҡуптарып эй килә, ти, теге, эй килә, ти.
Уның килгәнен күреп, ҡыҙ менән егет
суртан булып һыуға төшөп китәләр. Аждаһа
күреп ҡалып, ҙурыраҡ суртанға әйләнә
лә быларҙың арттарынан төшә. Аждаһа
быларҙы эй баҫтыра, эй баҫтыра, ти. Инде
тотам тигәндә генә, ҡыҙ һыу буйында бер
ҡыҙҙың кер сайҡап ултырғанын күреп
ҡала. Тиҙ генә сыға ла ҡыҙға:


— Ҡотҡар
беҙҙе! Мә, мине көмөш йөҙөк итеп кей.
Аждаһа килеп таптыра башлаһа, бырғыт
та ебәр. Ул ваҡланып китер. Шул ваҡытта,
зинһар, бер биш бөртөгөн йәшереп алып
ҡал инде! — ти ҡыҙ.


Ҡыҙын
күреп, аждаһа килеп сыға ла көмөш йөҙөктө
һорай башлай: -


— Бир
йөҙөктө! — ти.


— Юҡ,
йөҙөк үҙемдеке, — тип ҡыҙ бирмәй. Аждаһа:


— Бирмәһәң,
талап алам, — тигәндә генә, ҡыҙ йөҙөктө
бырғыта ла ебәрә. Йөҙөк ваҡланып китә,
ҡыҙ биш-алты бөртөгөн аяғы менән баҫып
алып ҡала. Аждаһа, әтәс булып, йөҙөктөң
ярсыҡтарын сүпләй башлай. Шул ваҡыт
ҡыҙы тиҙ генә кеше була ла әтәстең йөнөн
йолҡа башлай. Эй йолҡа, эй йолҡа, ти, был,
йолҡа торғас, теге аждаһа инәлә башлай:


— Зинһар,
ҡыҙым, түбәмдә генә булһа ла бер бөртөк
йөнөмдө ҡалдыр инде, — ти.


Ҡыҙ
һаман йолҡа. Шул саҡ аждаһа:


— Ашамайым,
ашамайым, зинһар, ҡалдыр! — ти.


Ҡыҙ
аждаһаның түбәһендә бер генә бөртөк
йөнөн ҡалдыра ла ебәра. Ә үҙе, һыуға
төшөп, егетте эҙләп таба. Шунан аждаһа
артынан ҡ|йтып китәләр.


Ҡайтҡас,
атаһына барып, ярты байлығын алып,
егеттең тыуған ауылына китәләр. Ҡайтһалар,
егеттең атаһы улын танымай, уның иҫән
булыуына ышанмай, ти. Егет башынан
үткәндәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.
Шунан һуң ғына атаһы үҙ улының ҡайтыуына
ышана. Әле булһа улар бергә-бергә татыу
ғына донъя көтөп яталар, ти.


Әкиәтем
таш йөкмәп китте, үҙем аш йөкмәп ҡалдым.


Батшаның
өс ҡатыны


Борон-борон
заманда бер фәҡир ҡарт йәшәгән. Аяғындағы
ҡатаһынан башҡа бүтән байлығы булмаған.
Береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙы бар икән.
Әммә ҡыҙҙар үтә ялҡау булғандар.


Бер
ваҡыт ҡарт оло ҡыҙына ҡатаһын мейес
башынан алып төшмәгә ҡуша, ҡыҙы тыңламай.
Уртансы ҡыҙына ҡуша, ул да тыңламай.
Бәләкәй ҡыҙына ҡуша, уныһы ла атаһы
һорағанды ҡолағына ла элмәй. Бабай,
асыуланып, ҡыҙҙарын өйөнән ҡыуып сығара.
Ҡыҙҙар өйҙән теҙелешеп, илашып сығып
китәләр. Иң алдан оло ҡыҙы, уның артынса
уртансыһы, бәләкәйе иң арттан бара, ти.


Был
ваҡытта өйләнмәгән бер батша урманда
уҡ атып йөрөй икән.


— Уғым
кем алдына төшһә, шул минең ҡатыным
булыр,— ти икән. Батшаның уҡ атыуы булды,
уғы ҡыҙҙар алдына килеп тә төштө, ти.
Батша уғын эҙләп килһә, алдында
береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙ торғанын
күрә. Батша, ҡыҙҙарҙың матурлығына
ҡыҙығып, өсөһөн дә ҡатынлыҡҡа алып,
һарайына ҡайтып китте, ти.


Бер
көндө батша оло ҡатынына елән текмәгә,
уртансы ҡатынына күлдәк текмәгә,
бәләкәйенә бер ул, бер ҡыҙ тапмаға ҡушып,
сәфәр сығып китә. Байтаҡ ваҡыт үтте, ти.
Өс ҡатын батшаның сәфәрҙән ҡайтыуын
көтә. Оло ҡатындың еләне әҙер, уртансы
ҡатындың күлдәге әҙер, ә бәләкәй ҡатын
уланға сирләй башланы, ти. Оло ҡатын
менән уртансы ҡатындың көнсөлөгө килә,
ти.


— Батша
уны ғына яратыр, беҙгә әйләнеп тә
ҡарамаҫ,— тип кәңәшләштеләр ҙә хәйлә
уйлап таптылар, ти, былар. «Уланға
сирләгәндә күҙҙе бәйләйҙәр», тип алдап,
оло ҡатын кесе ҡатындың күҙен бәйләне,
ти. Уртансы ҡатын, йәһәт кенә сығып китә
һалып, эттәр торған һарайҙан ике көсөк
алып керҙе, ти. Ике бала донъяға килгәс,
тегеләр балалар урынына ике көсөктө
ҡуйҙылар ҙа, балаларҙы, мискәгә һалып,
һыуға ырғыттылар, ти. Балалар илаша-илаша
ағып киткәндәр.


Шул
ваҡыт һыуға килгән бер әбей ағып барған
мискәне ярға сығарып асһа, яңы тыуған
бер малай менән бер ҡыҙ бала ята, ти.
Балаларҙы өйөнә алып ҡайтҡан да,
тамаҡтарын туйҙырып, аҫырай башлаған.


Батша
сәфәрҙән ҡайтып төштө, ти. Оло ҡатыны
теккән елән батшаға бик оҡшаны, батша
уға ҡиммәтле бүләктәр бирҙе, ти. Уртансы
ҡатыны теккән күлдәкте лә бик оҡшатты,
ти, батша. Уныһына ла ҡиммәтле бүләктәр
бирҙе, ти. Хәҙер сират бәләкәй ҡатынға
етте, ти. Батша йәш ҡатыны ятҡан бүлмәгә
керҙе, ти; керһә, бәләкәй ҡатындың күҙе
бәйләүле, эргәһендә көсөктәр ята. Батша
асыуынан көсөктәрҙе иҙәнгә үлтергәнсе
быраҡтырҙы ла ҡатынын аҙбар бағанаһына
ҡаҙаҡлатып ҡуйҙы, ҡоро һөлдәгә ҡалғас
ҡына алып ырғытырға бойорҙо, ти.


Был
ваҡытта малай, ай үсәһен көн үҫеп, йыл
үҫәһен ай үҫеп, бик сибәр батыр егет
булып етә. Әбейҙең бабайы уға ел етмәҫ
ат биреп, һунарға өйрәтә. Батша ла
ҡайғыһынан көнө-төнө һунарҙа йөрөй, ти.
һунарҙа йөрөгәндә батша, батыр егетте
күреп, хайран ҡала.


Ҡайтҡас,
батша ҡатындарына һөйләй:


— Бер
юнһеҙ ҡарттың да балаһы ел етмәҫ ерән
менән һунарға йөрөй, ә һеҙ, юнһеҙҙәр,
пиегеҙҙең берегеҙ миңә ул бүләк итмәне,—
ти. Оло ҡатын да, уртансы ҡатып да бик
ҡайғыра. Оло ҡатын әбейгә бара.
Инәлеп-ялбарып, күп итеп аҡса биреп,
егетте үлтерергә ҡуша.


Егет
һунарҙан ҡайтҡас та әбей уға асыуланырға
тотона.


— Утһыҙ
ҡайнай торған ҡаҙан табып килтерер
инең,— ти. Егет ел етмәҫ ерәненә атлана
ла сығып китә. Бер аҙ барғас,


ел
етмәҫ ерән телгә килә:


— Ҡайғырма,
егет, мин ул ҡаҙандыр ҡайҙалығын беләм.
Ҡаҙан ике тау араһында,— ти.


Ул
тау араһына кеше инә алмаған икән. Әгәр
ҙә кеше, ҡаҙанды алырға тип керһә, ике
тау бергә ҡушылып, кергән кешене иҙә лә
ҡуя икән.


Ат
егеткә уң яҡ ҡабырғаһынан ҡаны сыҡҡансы
һуғырға ҡуша. Егеттең атҡа һуғыуы була,
ат күҙ асып йомғансы тау эргәһенә барып
та етә. Барып еткәс, ат егеткә:


— Мин
хәҙер ике тау араһынан осоп үтермен,
һин ҡаҙанға ҡамсы менән һуҡ та, күҙеңде
йом, күҙеңде асаһы булма,— ти. Ел етмәҫ
ерән ике тау араһынан уҡтай атылып уҙа,
егет ҡаҙанға һуға ла күҙен йома.


Шул
ваҡытта ҡаҙан егет артынан тәгәрәй
башлай.


Егет
ҡаҙанды тәгәрәтеп алып ҡайта ла тағы
ла һунарға сығып китә. Һунарҙа батша
тағы ла егетте осрата. Ҡайтҡас, тағы ла
ҡатындарын әрләргә тотона. Ҡатындары
тамам ҡайғыға ҡалалар. Оло ҡатыны тағы
ла әбейгә килә, күп итеп алтын бирә,
егетте үлтерергә ҡуша.


Егеттең
һунарҙан ҡайтыуы була, әбей йомошон
әҙерләп тора.


— Ике
диңгеҙ араһында алма баҡсаһы үҫә икән,
исмаһам, шуны алып килер инең,— ти.


Егет
ел етмәҫ ерәнгә атланып сығып китә. Бер
аҙ барғас, ел етмәҫ ерән телгә килә лә:


— Егет,
ҡайғырма, ул алма баҡсаһын беләм: ике
диңгеҙ араһында үҫә, унда кеше бара
алмай, кеше алма үҫкән утрауға аяҡ баҫһа,
ике диңгеҙ ҡоторонорға тотона, шунан
бергә килеп ҡушылып, кешене йота ла
ҡуя,— ти.


— Борсаҡ-борсаҡ
ҡандарым сыҡҡансы уң яҡ ҡабырғама һуҡ,
утрауға еткәс тә алма япрағына һуҡ та
күҙеңде йом.


Егет
ат ҡушҡанса эшләй. Алма баҡсаһы, үҫеп
ултырған еренән ҡуҙғалып, егет артынан
эйәрҙе, ти. Егет ҡайтыу менән баҡса ла
өй алдарына килеп ултырған.


Иртәгеһен
егет тағы ла һунарға сыҡҡан. Батша ла
һунарҙа йөрөй икән. Егетте күреп, батша
һорашмаҡсы булған. Тик егет туҡталмайынса
сабып үтеп киткән. Батша ҡайтҡан да
ҡатындарына:


— Мин
егет менән һөйләшеп ҡарайым: ҡартайып
та барам, миңә ул булмаҫмы икән? — ти.


Оло
ҡатын тағы ла әбейгә югереп бара, күп
итеп алтын бирә. Егет һунарҙан ҡайтҡас
та әбей:


— Ер
аҫтында йәшәүсе әүлиә ҡыҙҙы табып алып
ҡайтыр инең,— ти. Егет атына атланып
сығып китә. Бер аҙ барғас, ат телгә килеп
былай ти:


— Барып
еткәс тә һине ер уба башлар, шул ваҡытта
һин: «Әүлиә ҡыҙ, сыҡ!» — тип ҡысҡырырһың.
Үҙең шунда уҡ ер өҫтөнә ҡалҡып сығырһың.


Барып
етте, ти, егет. Ер уба башлағайны, егет:


— Әүлиә
ҡыҙ, сыҡ! — тип ҡысҡыра. Ҡыҙ шунда уҡ
югереп килеп тә сыҡҡан, егет тә ер өҫтөнә
ҡалыҡҡан. Ҡыҙ егет эргәһенә килде лә
ошондай шарт ҡуйҙы, ти:


— Әгәр
минең аҡбуҙ атты уҙа алһаң, мин һинеке,—
тигән. Ҡыҙ яланаяҡ икән. Ул итеген
кейгәйне, алдына бер аҡбуҙ ат килеп тә
баҫҡан. Егеттең аты шул саҡ телгә килеп:


— Борсаҡ-борсаҡ
ҡаным сыҡҡансы һуҡ,— тигән. Егет ат
ҡушҡанса эшләгән. Былар сабыша башлағандар.
Ҡыҙҙың аҡбуҙ аты бер ҙә ҡалышмай, егеттең
ел еткермәҫ ерәне бер ҙә ал бирмәй, ти.
Шулай йән-фарман сабышып килә ятҡанда,
юл өҫтөндә батша күренә. Шул ерҙә ҡыҙҙың
аты һөрлөгөп китә лә, ҡыҙ ат өҫтөнән
осоп барып төшә. Егет, тиҙ генә атынан
һикереп төшөп, ҡыҙҙы ҡосағына ала.


— Мин
һинеке,— ти ҡыҙ. Батша былар эргәһенә
килә, егетте ҡунаҡҡа саҡыра.


Егет
ҡыҙҙы алып ҡайта, батшаға ҡунаҡҡа барырға
йыйына башлай. Ҡыҙ егеткә бер күгәрсен,
шешә менән һыу бирә. Был кешене терелтә
торған һыу икән. Шунан ҡыҙ егеткә батша
ҡатындарының этлектәрен һөйләп бирә.


— Барғас,
иң тәүҙә тере һыуҙы әсәнеңдең уң яҡ
ҡабырғаһына һөрт, ул аҙбарҙың уң яҡ
бағанаһында ҡаҙаулы тора,— ти.— Барғас
та аш ултыртырҙар, һин күгәрсенеңде
ҡуйыныңдан сығарырһың. Әгәр күгәрсен
яурыныңа ҡунһа, ашарһың, әгәр әйләнеп
йөрөһә, ашамаҫһың: аш ағыулы булыр. Батша
ҡатындары: «Атың пи ашай?» — тип һорарҙар,
һин уларға: «Сынйыр ашай»,— тип әйтерһең.
Улар: «Ат сынйыр ашаймы ни?» — тип
әйтерҙәр, һин уларға: «Кеше көсөк табамы
ни?» — тип әйтерһең. Шул ваҡыт бөтәһе
лә асыҡланыр,— тип, ҡыҙ егеткә аҡыл
өйрәтә.


Егет
барып төшә лә әсәһенең ҡабырғаһына
шешәләге һыуҙы һөртә. Батша мул итеп
тороп ит һалдыра, ит бешеп сыҡҡас, ашамага
ултыралар. Егет ҡуйынынан күгәрсенен
осороп ебәрә. Күгәрсен әйләнеп осоп тик
йөрөй. Егет ашты ашамай. Ҡыҫтап-ҡыҫтап
та егет бер ҡабым да ит ашамағас, батша
ҡатындары:


— Үҙең
туйынып килгәнһең, ахыры. Атың асығып
торалыр, атың ни ашай? — тип һорайҙар.


— Сынйыр
ашай.


— Ахмаҡ,
ат сынйыр ашаймы ни?


— Әҙәм
балаһы ла көсөк тапмай бит,— ти. Шул
ваҡытта ишек артында ғына торған әсәһе
килеп инә лә:


— Улым,—
тип егетте ҡосаҡлап ала.


Батша
ла эштең асылын аңлап, ҡатындарының
икеһен дә өйөнән ҡыуып сығара, йәш
ҡатынынан ғәфү үтенеп илай. Ҡатын батшаны
ғәфү итә. Шунан батша теге әбейҙәргә
барып, ҡыҙын, киленен алып ҡайтҡан. Ҙур
итеп туй яһағандар. Бабай менән әбейҙе
лә туйға саҡырғандар. Бабай менән әбей
өйҙәренә кире ҡайтмағандар, батша
йортонда ҡалғандар. Күмәкләп донъя
көтөп алып киткәндәр.


Батыр
малай


Борон-борон
заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бер
бабай. Уларҙың улдары ла, ҡыҙҙары да
булмаған. Фәҡир генә көн күргәндәр, ти.


Бер
ваҡыт быларға йәшел сапан кейгән, башына
аҡ салма ураған, йәшел таяҡ таянған бер
мосафир ҡарт килеп кергән. Әбей менән
бабай быны хәлдәренән килгәнсә һыйлағандар
ҙа зарҙарын һөйләгәндәр.


– Ҡартайған
көнөбөҙҙә ҡарар кешебеҙ ҙә юҡ, – тип
илашҡандар.


Йоҡлап
торғас, мосафир әбейгә бер алма биргән
дә икеһенә бүлеп ашарға ҡушҡан.


– Улығыҙ
булһа, миңә ҡунаҡҡа ебәрерһегеҙ, –
тигән. Күп тә үтмәй, әбей бер ир бала
таба. Малай ун биш йәшенә


етә.
Бер көндө теге мосафир килеп, баланы
үҙенә ҡунаҡҡа алып ҡайта.


Ашап-эсәләр
вә, кис булғас, йоҡларға яталар. Ята
биргәс, егет ыңғырашҡан тауыш ишетә.
Торон барып ҡараһа, кәүҙәһенән киҫеп
алынған бер баш ята.


– Эй,
баш, һин ни эшләп ятаһың бында? – тип
һорай икән малай. Баш, ыңғыраша-ыңғыраша,
үҙенең хәлен һөйләй:


– Был
ҡарт – сихырсы ул, кеше ашай. Мине лә
һинең кеүек алып киткәйне, мин ҡастым.
Ҡыуып тотто ла ошолай итеп сихырлап
китте. Бына хәҙер ни үлмәй, ни нитмәй
тик ятам. Һине лә ул ашарға итер, сәй
ултыртыр ҙа икмәк алып бирергә ҡушыр.
Ҡайнап торған ҡаҙаны булыр. Ҡаҙан бейектә
тора. Ҡаҙан өҫтөндә шүрлек, шүрлектә
икмәк, һин икмәккә менгәс тә, шул ҡаҙанға
төртөп төшөрөр, һин: «Менә алмайым», –
тип ҡарыш, шунан үҙе менер.. Шул саҡта
ҡаҙанға төртөп төшөр.


Егет
башҡа рәхмәт әйткән дә һиҙҙермәйенсә
генә кире ҡарт янына йоҡларға ятҡан.
Ята торғас, теге ҡарт уяна ла:


– Уф,
бик оҙаҡ йоҡлағанмын икән, улым, сәй
эсеп алайыҡ әле,– ти.


Сәй
ҡайнап сыға, ҡарт сәй яһай башлай.
Малайға:


– Шүрлектәге
икмәкте алып бир әле, – ти.


Малай
ҡараһа, оло ҡаҙап бығырҙан ҡайнап ултыра,
өҫтә икмәк тора.


– Бабай,
мин менә алмайым бит әле, – ти малай.


– Уның
нимәһе бар, бына ошолай итеп менәһең дә
китәһең, – тип, бабай шүрлеккә менеп
китте, ти. Малай тегене ҡаҙанға төрткән
дә төшөргән. Ҡарт шунда бешеп үлгән.


Был
сихырсы ҡарттың бер бик ҙур бесәйе бар
икән. Муйынына ҙур-ҙур асҡыстар тағылған,
ти. Малай шул асҡыстарҙы алырға итһә,
бесәй уға ташлана. Егет уның менән бик
оҙаҡ алыша. Бесәйҙе быуын үлтереп
асҡыстарҙы алып, беренсе келәтте асып
ҡаран. Асһа, келәт тулы кешеләр, ти, ҡайһы
береһенең маңлайына энә ҡаҙалған, ти.
Кешенең һимеҙме, түгелме икәнен белеү
өсөн теге ҡарт шулай ҡаҙаған икән. Һимеҙ
булһа, энә шунда уҡ маңлайға керен китә,
ябыҡ булһа, һөйәгенә бәрелеп һына икән.
Һимеҙҙәрен һайлап алып, ҡарт һәр көн
бер кеше ашай икән.


Келәт
ишеге асылғас, теге кешеләр, ҡурҡышып,
мөйөшкә һырығышып бөткәндәр. Егет:


– Ҡурҡмағыҙ,
мин һеҙҙе ашамайым, ҡотҡарырға килдем,–
ти. Тегеләр, тышҡа сыҡҡас:


– Был
тиклем ярҙамың өсөн ниҙәр бирәйек һиңә?
– тиҙәр.


– Миңә
бер ни ҙә кәрәкмәй, бәхет голын гына
күрһәтегеҙ,– ти егет. Кешеләр ҡибла
яҡҡа киткән юлды күрһәткән. Егет шул юл
менән киткән. Эй барған, ти, был, эй
барған, ти, ай үткән, йыл үткән, ти. Бара
торғас, йонсоп бөткән, ти. Хәл йыйырға
тип, бер ағас төбөнә ятһа, өс көн, өс төн
уянмай йоҡлаған. Уянып китһә, бының
ҡаршыһында бер арыҫлан тора, ти. Үҙе
үкерә, үҙенең күҙенән йылға кеүек булып
йәше аға, ти, алғы аяғын егеткә һуҙып
тора, ти. Егет арыҫландың аятына ҡараһа,
табанына бер ҙур шырау кергән икән.
Шырауҙы тартып алып, яраһын үлән менән
дауалап бәйләп ҡуйғас, арыҫлан, телгә
килеп:


– Был
яҡшылығың осоп һиңә ниҙәр бирәйем,
егеткәй? – тип һораған.


– Миңә
бәхет ала торған ергә барырға ярҙам ят,
– тигән егет.


Арыҫлан
егетте өйөнә алып ҡайтҡан, бак шәп итеп
һыйлаған. Йоҡлап торғас, арыҫлан егетте
арҡаһына ултыртып алып киткән. Бара
биргәс, күҙен йоморға ҡушҡан. Егет,
арыҫландың һыртына яҡшылап ултырып
алын, ялына тотонған да күҙен йомған.
Арыҫлан бер ынтылыуҙа уҡ һауаға
күтәрелгән. Эй осалар, ти, былар, эй
осалар, ти. Оса торгас, арыҫлан бер урынға
килеп төшкән. Егет күҙен асһа, ожмахтың
ишек төбөндә торалар икән. Арыҫлан уға
бер бөртөк йөнөн биргән дә:


– Мин
кәрәк булһам, ошоно яндырырһың, – тигән.


Егет
ишекте асып керһә, ожмахтың матурлығына
иҫе китеп, һушынан яҙған. Шундай яҡты,
йылы, ти, ҡоштары һайрай, баҡса тулы алма
да хөрмә, һөт йылғалары ағып тора, ти.
Күгәрсен һөтө лә бар, ти. Хур ҡыҙҙары
һыу керәләр, ти. Тора торған һарайҙары
алтындан да көмөштән, алмастан да
гәүһәрҙән, яҡут, зөбәржәт таттарынан
эшләнгән, ти. Хур ҡыҙҙары егетте күрәләр
ҙә:


– Ен-пәрей
килгән,– тип, сыр-сыу килеп, быны ҡыуа
башлайҙар. Ҡасып барғанда, егет икенсе
бер ишеккә барып бәрелә. Ишек шар асылып
китә, ҡараһа, егет тамуҡҡа барып ингән.
Ғазраил егетте тамуҡ ситенә баҫтыра ла
утлы суҡмары менән тамуҡ соҡорона төртөп
төшөрә. Соҡорҙан тартып алып, боҙло
һыуға илтеп тыға ла, арт яғына тибеп,
ишектән сығарып ебәрә.


Егет
икенсе бер ишеккә барып төртөлә, ишек
асылын китеп, аңғармаҫтан бер һөт күленә
барып сума. Күлдән ҡарап туймаҫлыҡ
егеткә әйләнеп килеп сыға. Хур ҡыҙҙары
матур егетте күреп ҡалалар ҙа уратып
алалар. Уның күңелен асалар, уйнайҙар,
көләләр. Егет, һәммә ҡайғыларын онотоп,
рәхәт тормошта йәшәй башлай.


Бер
көп үтә, ике көп үтә, бер йыл тула, егет
тыуған илен һағына башлай.


– Ниңә
ҡайғыраһың, нимә оҡшамай? – тип һорашалар
хур ҡыҙҙары.


– Алтын-көмөш
яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ, – ти
ҙә егет, хур ҡыҙҙары менән хушлашып,
ожмахтан сығып китә. Йөндө яндырыу
менән, теге арыҫлан сабып килеп тә етә.
Былар бер ҡараңғы ҡуйы урманға килеп
инәләр. Егет, арыҫланға рәхмәттәр әйтеп,
ҡайтарып ебәрә. Ожмахта тороп, егет бер
йыл буйына йоҡламаған икән. Йыуан ағас
төбөнә ята ла йоҡлап китә. Ике көн, ике
төн уянмай йоҡлай. Өсөнсө төндө бер
тауыш ишетеп уяна ла тыңлап ята. Янында
гына ендәр батшалығы икән. Батшаһы һыңар
күҙле, һыңар мөгөҙлө, бик йәмһеҙ ен икән.
Батша ендәрен бынан бер йыл элек төрлө
батшалыҡтарға сығарып ебәргән булған.
Хәҙер ендәр бер йыл буйына нимә эшләгәндәр,
шул хаҡта иҫәп-хисап биреп ултыралар
икән. Бер ен торған да һөйләй башлаған.


– Мин
фәлән батшаның фәлән исемле ҡыҙын
сирләттем. Уны минән башҡа бер кем дә
терелтә алмай. Фәлән йылда төҙөлгән
күпер бар, шуның төбөндә гөбөргәйел
йәшәй. Шул гөбөргәйел йәшәгән Һыуҙы
битенә һипһәң генә, ҡыҙ терелә. Ул һыуға
бер кеше лә бара алмай, һыуҙы бағанаға
уралған йылан һаҡлай, йылан йоҡлағанда
гына барып була, – ти икән.


Ҡояш
сыҡҡас, ендәр юҡ булғандар. Егет фәлән
батшалыҡты эҙләп киткән, бер ҡалаға
барып кергән. Урам тулы кеше, ти. Барыһы
ла баштарын түбән эйгәндәр, ти. Егет
ҡала ситендәге бәләкәй генә йортҡа
барып ингән. Бер әбей илап ултыра, ти.


– Инәй,
ниңә илайһың?


– Эй
балаҡайым, нисек иламайһың инде, шул
тиклем ҡайғы төштө бит. Батшаның бик
Һылыу ҡыҙы бар ине, сирләп китте. Уны
терелтәбеҙ тип, һинең һымаҡ һөлөк кеүек
егеттер әрәм булалар, – тигән дә әбей
ҡысҡырыбыраҡ илай башлаған.


Төн
булғас, егет теге күперҙе барып тапҡан.
Йылан һиҙенгәнсе, бағананы һурып алған
да күтәреп ергә бәргән. Бағанааҫтынан
борҡолдап һыу атылып сыҡҡан, һыуҙы
шешәгә тултырып алған да егет ҡайтып
киткән. Теге йылан йоҡоһонан уяна ла
алмай дөмөккән, ти.


Ҡайтып,
егет батша һарайына барған.


– Батша
ҡыҙын терелтергә килдем,– тигән.


– Эй,
егет, иҫән сағыңда тайып ҡотол, бында
һинең ишеләр генә килмәне. Башыңдан
яҙғың килмәһә, тиҙерәк табаныңды ялтырат,
– тигән батша ялсыһы. Егет:


– Бәхетте
һынап ҡарарға кәрәк әле, – тип, һарай
эсенә инеп киткән. Уны батша ҡыҙы янына
алып кергәндәр ҙә үҙен генә ҡалдырып
сығып киткәндәр. Битенә һыу һипкән икән,
ҡыҙ шунда ук һикереп тороп ултырған.


– Эй,
оҙаҡ йоҡлағанмын да инде, – тип күҙен
асып ҡарана, алдында алама гына кейемле
бик матур егет баҫып тора, ти. Ҡыҙ шунда
уҡ егеткә ғашиҡ булған. Ҡыҙҙың матурлығына
егеттең дә иҫе киткән. Батша, ҡыҙы
терелгәс, ҡаршы килмәгән, туйға әҙерләнергә
әмер биргән.


Егетте
матур итеп кейендереп, инеһен дә өҫтәл
янына ултыртҡандар. Егет менән ҡыҙ шул
хәтле матурҙар, шундай пар килгәндәр,
ти. Туй ун ике кон, ун ике төн барған.


Батша
кейәүенә ярты батшалығын биргән. Егет
менән ҡыҙ, бала үҫтереп, һаман да йәшәп
яталар, ти, әле.


Урал
батыр


 


Борон-борон
заманда, Урал тауы ла, Ағиҙел дә әле юҡ
саҡта, шыр урман эсендә йәшәгән, ти, бер
бабай менән бер әбей. Оҙаҡ ғүмер иткәс,
әбей үлеп киткән, ә бабай береһе Шүлгән,
икенсеһе Урал исемле ике үҫмер улы менән
тороп ҡалған, ти. Бабай һунарға йөрөгән,
ә Шүлгән менән Урал өйҙә ҡалыр булған.
Айыу тиһәң – айыуҙы, бүре тиһәң – бүрене,
арыҫлан тиһәң – арыҫланды тере көйө
тотон алып ҡайтыуҙы бабай уйынға ла
күрмәгән, ти, – ул шулай көслө булған.
Ни өсөн тиһәң, бабай һунарға гел генә
бер ҡалаҡ йыртҡыс йәнлек ҡаны эсеп китә
икән. Шул ҡанды эсеп алдымы – уға ана
шул йыртҡыстың көсө өҫтәлер булған.
Йола буйынса, йыртҡыс кейекте үҙ ҡулы
менән үлтергән кешегә генә уның ҡанын
татып ҡарарға яраған, Шуның өсөн бабай
уҙенең улдарына: «Бәләкәйһегеҙ әле,
кейек ауларға йәшегеҙ етмәгән, минән
күрмәксе турһыҡтағы ҡанға ауыҙығыҙҙы
тейҙерәһе булмағыҙ тағы – һәләк
булырһығыҙ»,– тип гел генә киҫәтә торған
булған.


Берҙән-бер
көндө, аталары һунарҙа саҡта. Шүлгән
менән Урал янына бик һылыу бер ҡатын
килгән дә:


– Атайығыҙ
менән бергә һунарға йөрөмәйенсә, ниңә
өйҙә ултыраһығыҙ? – тип һораған, ти.


Шүлгән
менән Урал:


– Йөрөр
инек тә, атайыбыҙ алып бармай, йәшегеҙ
етмәгән әле, тип, өйҙә ҡалдыра, – тигәндәр.


Шунан
һуң теге катын:


– Өйҙә
ултырып, йәш еткереп булалыр шул! – тип
көлгән, ти.


– Ә
нимә эшләргә һуң?


– Анау
турһыҡтағы ҡанды эсергә кәрәк, – тигән
теге ҡатын.–


Шуны
бер генә ҡалаҡ эсеп алдыңмы – бер көн
эсендә үк ир еткән егеткә әйләнәһең,
арыҫландай көслө булаһың.


Шүлгән
менән Урал:


– Атайым
ҡан һалынған турһыҡ янына яҡын барырға
ла ҡушманы. Эсһәгеҙ – һәләк булаһығыҙ,
тине. Беҙ атайыбыҙҙың һүҙен тотабыҙ,–
тигәндәр.


Шунан
теге ҡатын:


– Һеҙ
бәләкәйһегеҙ шул әле. Атайығыҙ ни әйтһә,
шуға ышанаһығыҙ,– тигән.– Был ҡанды
эсһәгеҙ. Һеҙгә арыҫландай көслө егеттәргә
әүерелеп. рәхәтләнеп һунарға йөрөргә,
ә атайығыҙға өй һаҡлап ултырырға тура
килә. Бына шуны белеп алған да, атайығыҙ
турһыҡтағы ҡанды үҙе генә эсеп йөрөй,
ә һеҙгә күрһәтмәй ҙә... Ихтыяр үҙегеҙҙә,
әйттем дә бөттөм.– тип, теге һылыу ҡатын
юҡ та булған, ти.


Был
ҡатындың әйткәненә ышанып. Шүлгән ҡанды
тәмләп ҡарамаҡсы булды, ә Урал, атаһының
һүҙен ныҡ тотоп, ҡанға яҡын да барманы,
ти.


Шүлгәндең
турһыҡтан бер ҡалаҡ ҡанды алып йотоуы
булды – айыуға әүерелеүе булды, ти.
Шунда уҡ теге һылыу ҡатын инеп, Уралға:


– Бына
күрҙеңме – туғаның ни эшләне!– тип һыны
ҡатып көлә икән. Үҙе шунда уҡ:


– Хәҙер
мин уны бүре яһайым!– ти икән.


Ҡатын
айыуҙың маңлайына бер сирткәйне – теге
бүрегә әйләнде, ти. Бүренең маңлайына
бер сирткәйне – арыҫлан булды, ти. Шунан
теге ҡатын ана шул арыҫланға атланып
алды ла үҙ юлына саптырып сыҡты ла китте,
ти.


Был
ҡатын тигәнебеҙ юха йылан булған икән.
Һылыу ҡатын ҡиәфәтенә ингән ана шул юха
йыландың хәйләһе арҡаһында, Шүлгән,
үҙенең кешелеген ғүмергә юғалтып, кейек
булып ҡалған. Бер ҡараһаң – айыу, икенсе
ҡараһаң – бүре йәки арыҫлан булып
йөрөгән-йөрөгән дә, йөрөй торғас, бер
күлгә батып үлгән, ти.


Ә
Урал тиңдәше юҡ батыр егет булып үҫеп
киткән. Ул, атаһы кеүек, һунарға йөрөй
башлаған мәлдә генә тирә-яҡты үлем
ҡурҡынысы солғаған: күлдәр, йылғалар
ҡороған, үлән дәр ҡыуарған, ағас япраҡтары
һарғайып бөткән, тын алыуы ауырлашҡан.
Кешеләр үлгән, малдар ҡырылған. Донъяны
ҡыҙырьп, бөтә тереклекте ҡоротоп йөрөгөн
Әжәлгә ҡаршы бер кем бер ни эшләй алмаған.


Урал
батыр Әжәлдең үҙен тотоп үлтереү хаҡында
хыяллана башлаған, ти. Атаһы уға үҙенең
атаһынан ҡалған, һелтәгәндә йәшен уттары
сығара торған алмас ҡылысын биргән дә:


– Был
ҡылыс менән бөтә нәмәне ҡыйратып була,
тик Әжәлде генә үлтереп булмай. Шулай
ҙа һин уны ал, кәрәге булыр,– тигән.–
Ҡайҙалыр, бик алыҫта Тереһыу тигән бер
шишмә ағып ята икән. Ана шул Тереһыуҙың
бер тамсыһы үлеп ятҡанды терелтә, ауырып
ятҡанды һауыҡтыра, ә Әжәлдең үҙен үлтерә
икән. Әжәлде шул шишмә һыуына тотон
һалырға кәрәк. Унан ҡотолоу өсөн башҡа
әмәл юҡ,– тигән.


Урал,
атаһы биргән ҡылысын тағып, башы һуҡҡан
яҡҡа сығып китте, ти. Эй китте, эй китте,
ти, был, бара торғас, ете юл сатына килеп
сыҡты, ти. Шунда ул бер ҡартҡа тап булып:


– Бабай,
Тереһыу шишмәһенә ҡайһы юл менән
барырға?– тип һораны, ти.


Бабай
ете юлдың береһен күрһәткәс, Урал батыр:


Ә
ул бынан алыҫмы, нисә көнлөк юл?– тип
һораны, ти. Шунан бабай:


– Уныһын
инде, балам, мин әйтә алмайым. Ҡырҡ йыл
буйы мин ошо ерҙә уҙғынсыларға Тереһыу
юлын күрһәтеп торам, иллә-мәгәр ошо
ғүмер эсендә унан әйләнеп ҡайтҡан бер
кешене күргәнем юҡ әле,– тигән. Быға
өҫтәп, бабай йәнә шулай тигән:


– Улым,
бер аҙ барғас, йылҡы өйөрөнә осрарһың,
шул өйөрҙә бер Аҡбуҙат булыр. Булдыра
алһаң, шуны менеп ал.


Урал
батыр, бабай менән хушлашып-аманлашып,
Тереһыу юлы менән китеп барҙы, ти. Китә
торғас, теге бабай әйткән йылҡы өйөрөнә
барып сыҡты, ти. Ҡараһа – йылҡы өйөрө
араһында:


 


Башы
югән күрмәгән,


һыртына
эйәр теймәгән;


Ҡолағын
беҙҙәй ҡаҙаған,


Ялын
ҡыҙҙай тараған;


Ҡарсыға
түш, тар бөйөр,


Еңел,
текә тояҡлы;


Һарымһаҡтай
аҙаулы,


Ҡыҫыр
йылан тамаҡлы;


Урайы
ҡуш, яңағы ас,


Ҡыйғыр-бөркөт
ҡабаҡлы;


Муйындары
бер ҡолас,


Ҡыйғас
ҡамыш ҡолаҡлы;


Алғыр
бүре күҙендөй,


К
үҙ бәбәген сылатыр;


Елһә,
ҡоштай өлпәйеп,


Артында
саң уйнатыр


Аҡбуҙат
тора ине, ти.


 


Урал
Аҡбуҙатҡа иҫе китеп ҡарап торҙо-торҙо
ла әкрнн генә янына барҙы, ти. Аҡбуҙат
бер боролоп ҡараны ла ятһынмай нитмәй
тик торҙо, ти. Шунан Урал йәһәт кенә
Аҡбуҙҙы менеп алып, саптырып китмәксе
булғайны, Аҡбуҙ асыуланып Уралды шул
тиклем бейеккә сөйөп ебәрҙе, ти, кем,
теге атылып төшөп, биленә тиклем ергә
батты, ти. Урал тырышып-тырмашып батҡан
еренән сыҡты ла яңынан Аҡбуҙатҡа барып
атланды, ти. Аҡбуҙ Уралды йәнә сойорғотоп
ебәрҙе, ти. Был юлы Урал ергә тубыҡтан
батты, ти. Ул тағы тырышып-тырмашып тора
һалды ла йәнә Аҡбуҙға атланып, уға талпан
һымаҡ йәбешеп алды, ти. Аҡбуҙ, күпме генә
тырышмаһын, был юлы өҫтөндәге Уралды
осортоп төшөрә алманы, ти. Шунан Аҡбуҙ
Уралды баш тартҡан яҡҡа ҡарап елдереп
алып китте, ти.


Эй
бара, ти, Урал, эй бара, ти. Оҙон-оҙон
яландарҙы, тау-таш ерҙәрҙе, соҡор-саҡыр
урындарҙы үтте, ти. Бер ҡара урмандың
уртаһына еткәс, Аҡбуҙ туҡтаны, ә Урал,
ни булды икән, тип, ергә һикереп төштө,
ти. Шул ваҡыт Аҡбуҙ, телгә килеп: «Беҙ
хәҙер Тереһыу юлын бүлеп ятыр туғыҙ
башлы дейеү пәрейе янына килеп еттек,
һиңә уның менән алышырға тура килер.
Ялымдан өс бөртөк ҡылымды алып ҡал.
Кәрәк булһам, шуларҙы өтөрһөң дә, мин
килеп етермен»,– тип әйтте, ти.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 09
  • Büleklär
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3830
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1535
    35.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3778
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1445
    35.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3642
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1542
    34.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3697
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1456
    36.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3840
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1580
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3878
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1426
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3854
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3754
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1588
    35.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3769
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1489
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3700
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1676
    34.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 3731
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1624
    36.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1516
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 14
    Süzlärneñ gomumi sanı 3694
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1553
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 15
    Süzlärneñ gomumi sanı 3841
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1637
    36.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 16
    Süzlärneñ gomumi sanı 3581
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1780
    32.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 17
    Süzlärneñ gomumi sanı 3267
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1504
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 18
    Süzlärneñ gomumi sanı 2896
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1414
    38.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.