Latin

Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 03

Süzlärneñ gomumi sanı 3642
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1542
34.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
53.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
бахыр булған бит. Үҙе бүләк алырға
килгән, үҙенең иҫе дөрөҫ түгел,— ти.
Батша:


— Нисек
инде иҫе дөрөҫ түгел? — тип һораны, ти.


— Дөрөҫ
түгел шул. Ышанмаһағыҙ, сығып ҡарағыҙ.
Ул ишек төбөндә йомортҡа баҫып ултыра,—
тип яуап бирә Алдар батыр, күҙен дә
йоммай. Батша сығып ҡараһа, генералы,
ысынлап та, яп-яланғас көйө йомортҡа
баҫып ултыра, ти. Батшаны күргәс, генерал,
нимә эшләргә белмәй, аптырап урынында
тик ултыра, ти. Ҡарап-ҡарап торҙо ла, ти,
батша:


— Ахмаҡ
баш! Шул хәлеңдә бүләк алмаҡ булаһыңмы
ни әле! — тип асыуланды ла генералды
ҡыуҙы ла сығарҙы, ти.


Шулай
итеп, Алдар батыр генералдан үсен алған.


 


Алдар
төлкө


Бер
төлкө юл буйлап китеп барғанда, бер
һарыҡ тояғы табып алған. Бер утар һымаҡ
ергә барып еткәс, Әтәсғолдан йоҡ ларға
фатир һораған, ти. Әтәсғол уға:


— Өйөм
бик бәләкәй, һин һыйырлыҡ урын юҡ,—
тигән, ти.


— Мин
үҙем дә бәләкәймен. Үҙем һикелә бөгәрләнеп
кенә ятырмын, ҡойроғомдо һике аҫтына
тығырмын,— тигән төлкө.


Әтәсғол
риза булған. Йоҡларға ятыр алдынан төлкө
хужаға:


— Ошо
һарыҡ тояғын берәй ергә ҡуйып тор әле!
— тигән. Әтәсғол тояҡты һандыҡ артына
һалып ҡуйган, ти. Төлкө


уның
ҡайҙа ҡуйғанын ҡарап ҡына торған да,
хужа йоҡлағас, тороп, тояҡты тышҡа
сығарып йәшергән. Иртән торғас, төлкө
Әтәсғолдан тояҡты таптыра башлаған. Эй
эҙләгән хужа тояҡлы, эй эҙләгән, таба
алмаған. Төлкө уға:


— Ярар,
тояҡ булмаһа, уның, урынына бер тауыҡ
бирерһең! — тигән.


Әтәсғол:
«Йә башыма берәй бәләһе булыр», — тип
ҡурҡҡан да төлкөгә тауыҡ биреп ҡотолған.
Төлкө тауыҡты, юл ыңғайында тояҡты ла
алып, сығып киткән.


Икенсе
ауылға барып еткәс, ул Ҡаҙғәленән фатир
һораған. Ҡаҙғәле ҡаршы килмәгән. Йоҡларға
ятыр алдынан төлкө уға:


— Зинһар,
ошо тауыҡты йыйып ҡуйсәле! — тигән.


Хужа
уны ҡаралды артына йыйып ҡуйған. Төлкө
был юлы ла хужаның ҡайҙа ҡуйғанын ҡарап
ятҡан. Төндә тороп, тауыҡты икенсе урынға
йәшергән. Иртә менән төлкө Ҡаҙғәленән
тауыҡты һораған. Хужа ҡараһа, ҡуйған
ерендә тауыҡ булмаған. Төлкө:


— Ярар,
тауыҡ булмаһа, уның урынына һин бер ҡаҙ
бир!— тигән.


Ҡаҙғәле:
«Йә берәй бәләһе булыр», — тип, уға ҡаҙ
биргән. Төлкө, тояҡты ла, тауыҡты ла,
ҡаҙҙы ла алып, үҙ юлына киткән.


Төлкө,
йәнә бер ауылға барып етеп, Мөгөҙбайҙап
фатир һорап ингән. Мөгөҙбайға ҡаҙҙы
иртәнгә тиклем һаҡларға ҡушҡан. Хужа
ҡаҙҙы ситәүкә эсенә ултыртып ҡуйған.
Төлкө йәнә, төнөн тороп, ҡаҙҙы тышҡа
йәшереп ҡуйған. Иртән торғас, Мөгөҙбайҙан
ҡаҙҙы таптыра башлаған; теге, күпме генә
эҙләп ҡараһа ла, ҡаҙҙы таба алмаған. Шул
саҡта төлкө:


— Ярар,
улай булһа, ҡаҙ урынына бер үгеҙ бир,
бирмәһәң, үҙеңде судҡа бирәм! — тигән.


Мөгоҙбай:
«Суд бәләһе — эт бәләһе»,— тип, бер
үгеҙен югертеп килтереп биргән.


Төлкө,
үҙепең һарыҡ тояғын күтәреп, үгеҙен
етәкләп, тауығын, ҡаҙын эйәртеп, өйөнә
ҡайтып киткән.


Һыуыҡ
төшкәс, уларҙың бөтәһен дә һуйып, бесән
аҫтына йәшергән. Ә үгеҙ тиреһенә бесән
тултырған да өй алдына баҫтырып ҡуйған.


Бер
аҙ ғүмер үткәс, төлкөнөң өйө эргәһенән
айыу менән бүре үтеп бара икән. Төлкө
уларға:


— Барығыҙ
әле, бер сана менән ҡамыт килтерегеҙ.
Үгеҙҙе егеп урманға утынға барайыҡ,—
тигән.


Айыу
менән бүре, югереп барып, сана, ҡамыт
килтергәндәр. Төлкө теге үгеҙҙе еккән
дә өсәүләп санаға менеп ултырғандар..
Айыу менән бүре үгеҙҙе ҡыуа башлағандар,
үгеҙ һис ыжламаған, бер урында тора
биргән. Шул ваҡытта төлкө:


— Һеҙ,
ебегәндәр, үгеҙҙе лә йөрөтә алмайһығыҙ!
— тип, Айыу менән бүрегә асыуланған
булып, сананан төшөп киткән.


— Беҙгә
шул ғына кәрәк ине, сәнселеп кит! Бына
хәҙер үгеҙҙең ҡойроғон күрерһең инде!
— тип, бүре үгеҙҙең муйынынa барып та
йәбешкән, айыу янбашына һелтәп ебәргән.
Шул саҡта үгеҙҙең тиреһе бүҫелеп,
эсендәге бесән әйләнеп килеп сыҡҡан.


Быны
ситтән генә ҡарап торған төлкө:


— Бесән
булһа ла, иттәй күреп ашағыҙ! — тип
хихылдап,. ауыҙын йырып көлә икән.


Алдарҙың
ер һатҡаны


Берҙән-бер
көндө Алдар хәбәр таратҡан: «Шулай ҙа
шулай, бер әсмухә сәйгә бер түтәрәм ер
һатам». Алдарҙың был ниәтен ишеткәс тә,
иң тәүҙә мулла килеп инә.


— Шулай
ҙа шулай, мулла кем Алдар, һин ереңде
миңә һатһаң, урының ожмахта булыр.


— Әйҙә,
рәхим ит, ала күр. Тик хаҡына килеш кенә.


— Хаҡы
күпме һуң әле? — тигән була мулла
белмәмешкә һалышып.


— Бер
әсмүхә сәй, мулла абзый.


Мулла
тиҙ генә сәйҙе бирә лә ҡайтып китә. Шунан
күп тә үтмәй мәзин килеп инә.


— Ереңде
миңә һатһаң, сауаплы булырһың,— ти был,—
ике донъялыҡта ла изгелек күрер инең.


— Ал
әйҙә, мәзин абзый, тик мин әйткән хаҡына
ғына күн. Хаҡын алдан белгәс ни, бер
әҫмүхә сәйен алып килгән мәзин.


— Күнәм,
күнәм,— тип, бер әсмүхә сәйҙе ҡалдырып,
мәзин сығып китә.


Күп
тә үтмәй, ишек төбөндә тағы берәүҙең
тамаҡ ҡырғаны ишетелә.


— Әйҙә,
әйҙә,— тип ҡысҡырыуға, туҡ-туҡ таяғын
таянып, мөтәүәлли килеп инә.


— Ереңде
һатаһың икән, тип ишеткәйнем, хаҡ һүҙме!'


— Хаҡ,
хаҡ.


— һин
уны, Алдар ҡустым, минең кеүек изгелек
юлында йөрөгән кешегә Һат. Ғүмергә
яҡшылыҡ күрерһең.


— Ал,
мөтәүәлли ағай, рәхим ит.


Мөтәүәлли
ҙә бер әсмүхә сәйҙе ҡалдырып сығып Китә.
Алдар самауыр ҡуя башлауға ғына бер бай
килеп инә.


— Ереңде
миңә һат, Алдар ҡусты,— ти быныһы ла,—
мин һиңә хаҡты арттырып бирермен.


— Рәхим
ит, бай ағай,— ти Алдар,— артығы кәрәкмәй.
Алдар бынан да үҙе әйткән хаҡты алып
ҡала. Бай сығып китә.


Инде
Алдар сәй эсергә генә ултырғанда, бер
сауҙагәр килеп инә.


— Эй
Алдар ҡустым, күҙ күреш кешебеҙ, ағайыңа
әйтмәй-нитмәй, ереңде осларға йөрөй
икәнһең. Миңә, һат, мин һиңә сәй янына
ике шаҡмаҡ шәкәр ҙә өҫтәрмен,— ти
сауҙагәр.


— Ал,
сауҙагәр ағай,— ти Алдар,— үҙ хаҡына
бирәм мин уны.


— Әһә,
шулаймы?


Сауҙагәр
һалырға торған шәкәрен тиҙ генә кеҫәһенә
тығып, сәйен генә ҡалдырып сығып китә.
Алдар бер сынаяҡ сәйен эсеп бөтөүгә
йорт старшинаһы килеп инә.— һин, Алдар
ҡусты, ереңде ситкә һатырға тейеш
түгелһен,,— ти был.— Миңә һат, эйе, мин
бит, үҙең беләһең, закон кешеһе.


— Ала
күр,— ти Алдар,— тик хаҡына күнһәң, тим
инде.


— Хаҡы
беҙҙең өсөн бүстәк,— тип старшина ла
бер әсмүхә сәйҙе өҫтәлгә сығарып һала.
Шунан үҙ юлына китә. Алдар сәйен эсеп
бөтөп, инде торам тигәндә генә, ишектән
мирауай судья килеп инде, ти.


— Алдар
Фәләнович, һеҙ ерегеҙҙе һатаһығыҙ икән.
Мин уны үҙем алырға булдым,— ти был.


— Рәхим
ит, господин судья, ер бик яҡшы. Во, тигән!
Судья ла артыҡ туҡталып тормай бер
әсмүхә сәйҙе кеҫәһенән


сығарып
Алдарға тоттора ла үҙ юлына китә.


Иртәгәһен
иртүк тегеләр, береһе лә ҡалмай,
хеҙмәтселәрен алып, Алдар күрһәткән
ерҙе һөрөргә килгәндәр, ти. Килһәләр,
бер генә түтәрәм ерҙә ете хужа булып
киткәндәр, ти. Ни эшләргә?


— Алдар
был ерҙе миңә һатты,— тип әйтә, ти,
береһе.


— Юҡ,
һиңә түгел, миңә һатты,— тип әйтә, ти,
ҡалғандары.


Шулай
итеп был ете хужа араһында тауыш сыҡты,
ти. Тамаҡтары ҡарлыҡҡансы талашҡандың
һуңында, яғалашыуға етә яҙған саҡта
ғына, мирауай судья:


— Йәмәғәт,
улай законды боҙмағыҙ. Сабыр итегеҙ.
Киттек Алдарҙың үҙенә! — тип ҡысҡырып,
уларҙы аңдарына килтерә. Китәләр Алдарҙың
үҙенә. Шау-гөр килеп инәләр былар, Алдарҙы
өҙгәләп ташларҙай булып. Мулла ҡысҡыра:


— Һин,
ахмаҡ, нишләп улай бер түтәрәм ереңде
ете кешегә һатаһың?


Алдар
иҫе китмәй генә яуап бирә:


— Бәй,
мулла абзый, ер ете ҡат, тип әйткән кеше
һин түгелме ни әле ул?


— Мин.


— Һуң?


— Мин
булһа ни! Ер ете ҡат инде ул. Китап шулай
ти. Уны бына ил ағалары ла белә.


— Ете
ҡат, мулла, ете ҡат! һәр кемсәнгә мәғлүм
инде ул ерҙең ете ҡат икәне,— тиешәләр
тегеләре.


— Бәй,
шулай булғас, һеҙҙең ғауға күтәреүегеҙҙе
аңлап етмәйем. Мин етәүегеҙгә ерҙең ете
ҡатын һатҡанмын, һатыу минән, бүлешеү
үҙегеҙҙән. Йәрәбә һалаһығыҙмы, нишләйһегеҙ,
уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ,— тип, үҙ эшенә
тотондо, ти.


Тегеләр
ни эшләһен инде? Елкәләрен тырнай-тырнай
сығып киткәндәр, ти.


Алдарҙың
ен ҡыуғаны


Элек
Алдар тигән бер кеше йәшәгән. Уның
ҡорсаңғы ғына аты булған, ти. Шул атын,
ҡойроғо аҫтында алтыны бар, тип һатмаҡсы
булып йөрөй, ти. Ике кеше быны ишетеп
ҡала ла, Алдар янына килеп:


— Ысынлап
та алтыны бармы? Һатаһыңмы атыңды? —
тиҙәр.


— Һатам.


— Күпмегә?


— Был
үҙе алтын бирә. Шулай булғас, ун ат хаҡы
ла аҙ булыр;— ти Алдар.


Тегеләр,
Алдар һораған хаҡҡа килешеп, атын алып,
ары киткәндәр, ти.


«Асығауыҙҙарға
бер үләкһәне ослап, ун атлы булынылды,
тағы берәйһен отоп булмаҫмы», тип, бер
ваҡыт Алдар бағанаға һөйәлеп уйланып
торған икән, әмәлгә ярағандай, бер кеше
килеп сыҡҡан.


— Нимә
эшләп тораһың? — тип һораған был Алдарҙан.


— Бына,
бағана аумаһын тип, терәп торам. Ул ауһа,
эш харап. Теләһәң, һин минең урынға тороп
тор. Мин ҡайтып шуның хаҡын алып киләйем,
тигән, ти Алдар.


Теге
кеше ҡалған бағананы терәтеп. Эй көтә,
эй көтә икән был. Алдар юҡ та юҡ. Байтаҡ
торғас, Алдарҙың ҡатыны килеп сыҡҡан.


— Еңгә,
Алдар өйҙәме?


— Юҡ,
ул ҡарауылға киткән, һин нимә ҡыйратып
тораһың?


— Бына,
Алдар ағай: «Терәп тор, был бағана ауһа,
эш харап»,— тип, үҙе шуның хаҡын килтерергә
киткәйне,— тигән.


— Уҡытҡан
икән. Әйҙә әле, үҙен табайыҡ.


Төге
кеше бағананан ситкә киткән, бағана
ҡоламаған, шул көйөнсә тора биргән, ти.
«Алдаған икән был мине, кафыр. Туҡта,
кәрәгеңде бирәйем әле мин, тип, теге
кеше Алдарҙың бисәһенә эйәреп киткән.
Барһалар, теге келәт терәтеп тора, ти.


— Ни
эшләп тораһың?


— Миңә
хаҡ бирә торған кешеләр тотолдо. Ат
хаҡын да, бағана терәү хаҡын да бирергә
тейеш ине. Келәте менән китеп бармаһын
тип, терәтеп торам,— тип әйткән, ти,
Алдар.


— Аттың
алтын биргәнен кем күргәне бар,— тип,
теге ҡорсаңғы атты алған кешеләрҙе
бисәләре келәткә бикләп ҡуйған булғандар
икән.


Бағана
терәткән кеше уны-быны белмәй, ҡатындарынан
булһа ла хаҡ алайым, тип инһә, тегеләр
быны орғолап-бәргеләп сығарып ебәргәндәр.
Алдарға ла өлөш эләккән, ти.


— Ну,
бисәкәй, хәҙер эш башлана инде. һине
минән һалдырып алырға тырышырҙар инде,—
тигән Алдар, был мәхшәрҙән имен-аман
ҡотолғас.


Ысындан
да, теге өсәү бергәләшеп, Алдарҙан үс
алырға булғандар! Уларҙың береһе мулла,
береһе мәзин, береһе ҡазый булған икән,
ти.


— Беҙ
уның үҙен ҡыуҙырып, бисәһен үҙебеҙгә
алайыҡ,— тип һуҙ ҡуйышҡан, ти, был өсәү.


— Беҙ
Алдарыңды ебәрәбеҙ! — тип, ҡазый, мәзин,
мулла берәм-берәм киләләр икән, ти.


— Ай,
ҡәрендәш, һылыуһың. Йәш ваҡытың үтен
бара, шиңгән гөлдәй һулырһың. Ни генә
бирәйем һиңә, күңелеңә ярарға? — тигән
ҡавый Алдарҙың ҡатынына.


— Ай-й-й,
ҡәрендәш, сибәрһең! Һинең менән ҡалған
ғына ғүмеремде уҙғарырға булмаҫмы?
Күңелең ниҙе һөйә, ниҙәр алын бирәйем?
— тигән мәзине.


— Бик
сибәрһең икән! Йәнебеҙ йәннәттә булыр
ине, икәү торһаҡ,— тигән мулла.— Ниҙәр
алып киләйем?


— Йөнө-ние
менән ҡаҙ килтер.— тигән дә ҡатын уларҙың
төрлөһөн төрлө ваҡытҡа саҡырған. Ҡазый
ҙа, мәзин дә, мулла ла берәр ҡаҙ тотоп
килгән. Ҡатын йөнө йолҡолмаған ҡаҙҙы
шул көйө-бер мендәргә тыҡҡан. Тегеләрҙең
килгән берен сыуал артына индереп торған
да, баяғы мендәр менән кәпләп ҡуйып,
сыуалына ауалатып ут яғып ебәргән.
Йылыла көплө тороп, теге һимеҙ нәмәләр
бышлығышып, мендәрҙәге ҡаҙ һөрһөп, өй
эсенә яман еҫ тарала.


Алдар
ҡайта. Ишектән килеп инеү менән:


— Фу-у,
әллә ниндәй еҫ сыға. Ендәр эйәләшкән,
ахыры,— тип мылтыҡтан атып ебәрә. Теге
өсәү ҡоттары осоп, ни эшләргә белмәй
шарылдап, тырым-тырағай сығып тая.


Былар
киткәс, Алдар яҡшы ғына кейенә лә
арттарынан китә.


— Мөфтиҙәнмен
мин,— ти Алдар.— Илгә яманлыҡтар килә.
Шуның өсөн имен-аман саҡта изге кешеләрҙе
икенсе ергә күсерәбеҙ,— ти.


Шулай
итеп, муллаларҙы тейәндереп сығарып
ебәргән дә үҙе, улар ерендә ҡалып, бик
бай тормош көтә башлаған.


Алп
батыр


 


Борон-борон
заманда Ағиҙел буйында бер бабай менән
әбей йәшәгән, ти. Бабай һунарға йөрөгән,
әбей орсоҡ иләп, киндер һуҡҡан. Шулай
бергә ғүмер иткәндәр, оло йәшкә еткәндәр.
Әйләнеп ҡараһалар: ғүмер үткән, бер ҙә
балалары булмаған. Үҙҙәре үлгәс, иҫкә
төшөрөрлек кеше лә юҡ. Шунан бабай бик
ҡайғырған да, уҡ-һаҙағын алып, балтаһын
билгә тағып, сығып киткән. Эй киткән
был, эй киткән, бер тау битләсенә барып
еткән. Шунда ял итергә ултырған. Ултыра
торғас, был йоҡомһорап киткән. Бабай
шул ерҙә бер төш күргән. Төшөндә уға ошо
тауҙың хужаһы килеп сыҡҡан.


– Эй,
бабай, – тигән был, – ни эшләп бик бойоғоп
киттең?


Ҡарт
яуап биргән:


– Донъяла
нисәмә йыл йәшәнем, бер улым да булманы.
Үлеп китһәм, атым да, затым да юҡҡа сыға.
Шуның өсөн ҡайғырам, – тигән.


Теге
тау хужаһы әйткән:


– Бер
йән үлмәй, бер йән тыумай. Әгәр донъялыҡта
ул алһаң, үҙең донъянан китергә тейеш
булаһың.


Ҡарт
риза булған. Шунан теге тау хужаһы таш
артына инеп юғалған. Бабай ултырып уйға
ҡалған. Шунан һуң күп тә үтмәй, бабай
башын һөйкәп ултырған таш ҡыймылдай
башлаған. Бабай уянып киткән дә, билендәге
балтаһын алып, ташҡа һуҡҡан. Таш ярылып
киткән. Таш эсенән, тауҙы ярып, бик таҙа
бер егет килеп сыҡҡан.


Бабай
аптырап ҡалған. Егет, йылмая биреп, ҡарт
янына килгән дә әйткән:


– Бына
мин һиңә ул булып килдем, – тигән.


– Әйҙүк,
улым,– тигән ҡарт, теге егетте ҡосаҡлап
алған.– Мин һине ғүмерем буйы көткәйнем.


Егет
бик килбәтле, үҙе бик мөһабәт, ҙур кәүҙәле
икән. Бармаҡтары беләктәй, ти, уның.
Беләктәре бүрәнәләй, аяҡтары кәмәләй,
яурыны яландай киң, кәүҙәһе имәндән
ныҡ, ти.


– Мә
улым, әләйһәң, минең ҡоралдарымды ал, –
тип әйткән, ти, шунда бабай, малайына
янында ятҡан уҡ-һаҙағын алып, билендәге
балтаһын һалып биргән, ти.


Егет
әйткән:


– Атай,
был ҡоралдарың үҙеңдә торһон. Миңә
икенсене – ҙурыраҡты яһап алайыҡ, –
тигән.


Ҡарт
әйткән:


– Юҡ,
улым, был уҡ-һаҙаҡ менән балта миңә
олатайыңдан ҡалған. Уларҙы мин һиңә
тапшырам, – тигән. – Былар хәҙер һинеке
булһын, мә ал, уғың менән ҡош ауларһың,
балтаң менән урман ҡырҡырһың, – тигән.


Егет
риза булып алған да ҡарттың һаҙағынан
бер ук алып, йәйәһен киреп, керешен тарта
башлаған. Әҙ генә тартайым тиһә, йәйәһе
шартлап һынған да сыҡҡан. Йәйәһе шартлап
һынған тауышҡа тау һелкенеп киткән, таш
емерелеп төшкән, бабай ҙа йығылып киткән.


– Алп!..
– тип ниҙер әйтмәк булған да бабай,
шунда йән биргән.


Егет
тәүҙә аптырап киткән. Шунан ни, ни эшләһен
инде, атаһын ҡәҙерләп кенә күмгән дә,
балтаһын алып, ташҡа ҡайрап үткерләгән
дә, сәс бәкеһе кеүек кенә итеп усына
һалып, урманға инеп киткән. Унда бер
йыуан оҙон имән ағасы ҡырҡып, үҙенә йәнә
яһап алған. Өс айыуҙың тарамышынан кереш
яһап тарттырған. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған,
ул уҡтың башағына осло таш ҡуйған. Шунан
донъя гиҙергә сығып киткән.


Уралтауҙың
аръяғына сығып, ете аҙым атлаған да
туҡтаған. Тегенең аяғы төшкән урындар
аҡлан-аҡлан тигеҙ ялан €улып ҡалғандар.
Егет шунда хәл йыйырға ултырған. Шул
саҡ ҡаршы тауҙан быны бер ҡыҙ күреп
ҡалған. Ул хан ҡыҙы икән. Шунда ҙур тирмә
ҡороп ята икән. Тирмәһенең ҙурлығы ике
өйөр йылҡы һыйырлыҡ булған. Ҡыҙ үҙе лә
мөһабәт батыр булған. Егетте күргән дә
үҙенә саҡырып алған.


Ҡыҙ
әйткән:


– Исемең
нисек, егет? – тигән.


Егет
аптырап ҡалған. Кешелә исем тигән нәмә
булыуын ул белмәй икән.


– Нимә
һуң ул исем? – тип һораған, Ҡыҙ йылмайып
яуап биргән:


– Бына
һиңә кем тип өндәшәләр һуң? - тигән. Егет
әйткән:


– Атайым
үлер алдынан ғына миңә «Алп» тип
өндәшкәйне, – тигән.


Ҡыҙ
әйткән:


– Улай
булғас, һин Алп батыр булаһың инде, –
тигән, – әгәр ҙә көрәштә мине еңә алһаң,
мин һиңә ҡатынлыҡҡа барам, – тигән.


Егет,
риза булып, көрәш тотҡан. Былар ете көн,
ете төн көрәшкәндәр, шунан килеп, Алп
батыр ҡыҙҙы еңгән. Алп батыр әйткән:


– Йә,
һылыу ҡыҙ, үтә вәғәҙәңде, – тигән. Ҡыҙ
әйткән:


– Минең
күңелем күптән һиндә, – тигән. – Мин
һинеке, һин минеке, көс һынаштыҡ – хәҙер
бергә булайыҡ, – тигән.


Егет
әйткән:


– Тәүҙә
һин миңә исемеңде әйт, һылыу ҡыҙ, –
тигән. Ҡыҙ яуап биргән:


– Минең
исемем Барһын булыр, – тигән. Егет
әйткән:


– Барһын
һылыу, Барһын һылыу, йөрәгемде алһын
һылыу, – тигән. Килеп ҡыҙҙы ҡосаҡлап
алған.


Шунда
былар ҡауышҡандар, туй үткәргәндәр,
бергә тора башлағандар.


Уларҙың
ете улы булған. Ошо ете улынан ете башҡорт
ырыуы башланып киткән, ти. Ошо ете ырыу
Урал буйын биләп йәшәгән. Алп батыр аяҡ
баҫҡан ете аҡлан ошо ете ырыуҙың йәйләүе
булып ҡалған, ти.


Алпамыша
батыр


Борон
заманда бер әбей менән бер бабай булған.
Уларҙың һис балалары булмаған. Үҙҙәре
бик фәҡир торғандар. Емерелеп бөткән
өйҙә йәшәгәндәр. Бабай байҙа эшләгән.
«Ҡартайғанда, исмаһам, берәй балабыҙ
ҙа юҡ бит», – тип ҡайғырышҡандар былар.


Әмәлгә
ҡалғандай, бер ваҡыт быларҙың эштән
ҡайтыуына өйҙәрендә бер бала илап ултыра
икән.


– Ниндәй
бала был?


– Үҙебеҙҙең
бала. – Әбей менән бабай би-и-ик шатлана.


– Ниндәй
сем бирәбеҙ?


– Әйҙә,
Алпамыша тип әйтәйек.


Күрше-күләнде
саҡырып, үҙҙәренә күрә исем туйы
үткәрәләр. Бала бин таҙа була: көн үҫәһен
сәғәт үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. Бер-ике йыл
үтеүгә, эшләп йөрөй, атаһына ҡул ярҙам
итә.


– Һин,
атай, ҡартайғанһың, ял ит. Һинең урыныңа
үҙем барып эшләйем, – ти.


Атаһы:


– Балам,
йәшһең әле, эшләргә өлгөрөрһөң, – ти.
Алпамыша атаһының ай-вайына ҡарамай,
эшкә үҙе йөрөй.


Атаһы
бик ныҡ шатлана. Ниндәй генә эш булһа
ла, малай бик тиҙ, бик һәйбәт эшләй.


Бер
саҡ, эшлән норогон сағында, Алпамыша
ниндәйҙер батшалыҡта ниндәйҙер майҙан
булғанын ишетеп ҡапта. «Атай, миңә бер
ат алып бир, – ти.– Бер батшалыҡта майҙан
була икән, шунда көрәшкә барам», – ти.
Атаһы ҡайғыға төшә.


– Ат
алырлыҡ хәл юҡ бит әле, балам, – ти.
Алпамыша ике уйлап тормай, ат эҙләргә
үҙе сығып китә.


Бер
күрше ауылдағы байға бара.


– Берәй
атыңды бир миңә, бай, – ти. – Хаҡын берәй
ваҡыт түләрмен, – ти.


Бай
ҡарышын тормай.


– Анау
аранға кер ҙә үҙең теләгән атты һайлап
ал, – ти. Алпамыша иң элек сбруй келәтенә
кереп, иң яҡшы югән менән ҡамсы һайлап
ала. Унан аранға керә. Аттар юшап тора
икән. Югән шылтыратҡанға ҡайһы ат ҡараһа,
шул ат уныҡы була икән. Югәнде шылтырата
был. Бер наса-а-ар ғына ҡорсаңғы ат ҡарай.


– Миңә
тура ҡарағас, бәхетем шунандыр, – тип
ошо бәләкәй генә тулаҡты тотоп алын
сыға. Бик һәйбәт итеп торон эйәрләй.
Хәҙер ҡорал да һорай:


– Бай,
уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс бир миңә, – ти.


Теге
бай барын да бирә. Атты етәкләп бик күп
ерҙәр үтә. Алпамыша ҡайтыу яғына бара.
Ат үҙенән-үҙе ҙурая килә, ҙурая килә,
баҡтыһын ҡоя килә. Бара торғас, ат бик
яҡшы бер толпарға әйләнә. Ҡайтышлай,
бер йылғаға төшөрөп, атын эсереп ала ла
менеп ултыра тегенең өҫтөнә. Шул саҡ ат
телгә килә:


– Алпамыша
батыр, бер һуҡ – тиремә үтер, ике һуҡ –
итемә үтер, өс һуҡ – елегемә үтер, – ти.


Алпамыша
һуға. Шунан ат тағы телгә килә:


– Күҙеңде
йом, батыр, – ти.


Алпамыша
күҙен йома. Шул арала күҙ асып йомғансы
ат егетте үҙенең ишек алдына килтереп
тә ҡуйған була. Инәһе-атаһы ҡаршы сыға.


– Эй
балаҡайым, ҡайһы илдәрҙә йөрөнөң, ни
михнәттәр күрҙең? – тип илай инәһе.


--
Иламағыҙ, ҡайттым бит инде, – ти Алпамыша
батыр.


Шул
кисен ҡуна ла иртәгеһен Алпамыша майҙан
тотолған батшалыҡҡа китә, Бының барыуына
бик күп халыҡ йыйылған була. Көрәш бара
икән. Алпамыша, атын ебәреп, үҙе генә
барырға итә. Шул саҡ аты әйтә:


– Өс
бөртөк ҡылымды алып ҡал. Ни ваҡыт ҡыл
үтә һыҙғырһаң, шул ваҡыт килеп етермен
яныңа, – ти.


Алпамыша
атын ебәрә лә, майҙанға яҡын уҡ килеп,
көрәш араһына килеп керә. Тәүҙә бер аҙ
ҡарап тора. Бер батырға ҡаршы бер кем
дә сыҡмай, ҡурҡалар. Алпамыша батыр:


– Таҫтамалды
бирегеҙ, үҙем сығамын, – ти. Бөтөн халыҡ
хайран ҡала. Байҙар, мыҫҡыллап:


– Эй,
бынау йолҡондонан буламы ни? Ниндәй
таҙа-таҙа егеттәр сығып еңә алмайҙар,
– тип көләләр.


Бер
кешенең һүҙенә ҡарамай, үҙенә-үҙе ҡеүәт
биреп, үҙенә-үҙе дәрт биреп, Ҡарабатырға
ҡаршы сыға Алпамыша. Ҡарабатыр, ер
тырнап, быға килә инде, йәнә лә быны
ҡурҡытырға. Былар алышырға тотоналар.
Алыша торғас, икеһе лә тубыҡ тиңете ергә
баталар. Берҙән-бер ваҡыт теге Ҡарабатырҙы
Алпамыша батыр ерҙән һурып алып, күккә
сөйөп ебәрә. Ҡарабатыр ергә килеп төшә
алмай, Алпамыша батыр тегене ҡулы менән
тотоп ала. Ҡайһы халыҡ ҡысҡыра:


– Булманы
ла булманы! – Байҙар инде. Ҡайһылары:


– Булды,
булды! – ти.


Шунан
Алпамыша батыр, ғәрләнеп китеп, Ҡарабатырҙы
икенсегә сөйөп ебәрә.


– Юҡ,
былай булмай! – тип өсөнсөгә көрәштерәләр.
Өсөнсөһөндә Алпамыша ҡаҙаҡ батырын шул
тиклем ныҡ күтәреп ебәрә, әллә ҡайҙа
күккә олғаштырып, халыҡ күҙенә күренмәҫлек
итеп, өҫкә ырғыта. Шулай уҡ ергә төшөрмәй,
күтәреп алып, Ҡарабатырҙы үҙе ултырған
балаҫҡа, байҙар янына, илтеп ултырта.
Алпамыша батырҙы бөтөн халыҡ маҡтай.


– Ҡайҙан
килгән был батыр? Ҡайҙан килгән был
батыр? – тип бөтөнөһө уратып ала. Ҡымыҙ
эсерәләр, бүләктәр бирәләр.


Батшаның
шарты былай булған була:


– Ҡарабатырҙы
кем еңә, сабып килгән килеш ҡулса
күҙәүенән кем уҡ үткәрә, ҡыҙымды ашарға
килгән алты башлы аждаһаны кем үлтерә,
шуға ярты батшалығымды бирәм, – тигән,
ти.


Ошо
өс шарттың тәүгеһен Алпамыша үтәне бит
инде. Хәҙер икенсеһен үтәргә кәрәк.
Аттар ебәрәләр сабыштырырға бер иллешәр
саҡрымға. Теге ҡулсаны бейе-е-ек тау
башына мендереп ҡуялар. Шуға күҙ күреме
ерҙән атырға кәрәк була.


Алпамыша
иптәштәрен алдан ебәрә, үҙе артҡараҡ
ҡала. Береһе лә үткәрә алмай уғын ҡулса
күҙәүенән. Алпамыша батыр үҙе алыҫ ерҙән
атҡан була. Атып ебәрә – Алпамышаның
уғы, күҙәүҙән үтә сығып, майҙан уртаһына
килеп ҡаҙала.


Алпамыша
батырҙы майҙанда шау-гөр килеп күтәреп
алалар.


Икенсе
бер батшалыҡтан, үс итеп, батшаның ҡыҙын
алырға алты башлы аждаһа ебәрәләр. Батша
ҡыҙын таш келәткә бикләп ҡуя. Һаҡсылар
ҡуйыла. Алпамыша батырҙы ҡыҙ янына
килтерәләр. Алпамыша батыр ҡыҙға:


– Мин
бер аҙыраҡ йоҡлап алам. Бына һиңә хәнйәр.
Аждаһа килһә, шуның менән берәй еремә
ҡаҙарһың, – ти.


Алпамыша
батыр ултырған килеш кенә йоҡлап китә.
Теге аждаһа, ер тетрәтеп, ҡауға ҡуптарып,
ҡара буран туҙҙырып килгән була. Ҡыҙ
бик ныҡ, ысын күҙ йәштәре менән илай,
хәнйәре менән Алпамышаға ҡаҙарға йәлләй.
Шул ваҡыт эҫе күҙ йәше Алпамышаның
битенә төшә. Ошо йәш тамсыһынан Алпамыша
уянып китә.


– Һи-и-и-и,
һылыу, бик оҙаҡ йоҡлағанмын бит! Ниңә
иртәрәк уятманың? – ти. Тирә-яғына
ҡараһа, Алпамышаның янында өҫтәл тулы
аҙыҡ, ти. Ашап торорға ваҡыты булмай,
бер-ике туҫтаҡ ҡымыҙ эсеп ала. Эсеп
бөтөүгә, аждаһа бик яман үкереп,
ҡапҡаларҙы, тимер ишектәрҙе асып, кереп
килгән була. Алпамыша батыр быға ҡаршы
сыға. Ҡыҙы, илап, ишек алдында ҡарап
тора.


Аждаһа:


– Батша
минән берҙе түгел, икене йәлләмәгән
икән: ҡыҙын да, был егетте лә килтереп
ҡуйған. Бик тештәрем дә, ҡулдарым да
ҡысып тора ине, – ти. Алпамыша батыр
әйтә:


– Ҡысыһа
ҡысыйҙыр. Әйҙә, улай булғас, алышабыҙмы,
көрәшәбеҙме? – ти.


Шунан
аждаһа, маҡтанып:


– Һин
миңә бер ҡабымлыҡ ҡына бит инде, ни эшләп
мин һинең менән көрәшеп торайым? – ти.


Алпамыша
аждаһаның ай-вайына ҡуймай:


– Алышмы,
көрәшме? – ти.


Шулайтып,
былар алышырға тотоналар. Ике төн, ике
көн алышалар. Өсөнсө көнөн Алпамыша
аждаһаның аҙаҡҡы башын өҙөп алып,
тураҡлап, ҙур бер таш аҫтына ҡыҫтырып
ҡуя.


Шунан
ҡыҙ, ҡайтып:


– Алпамыша
батыр аждаһаны еңде, – ти.


Батша,
вәзирҙәрен ебәреп, һарайға саҡырта
Алпамышаны. Бара Алпамыша батша ҡырына.
Батша бик шатлана.


– Ярар,
егет, мин һиңә рәхмәт белгертәм, – ти.
– Әйткән Һүҙемдә торамын. Бына, – ти, –
өсәү ине ҡыҙҙарым, – ти. – Иң кесеһе
генә тороп ҡалды, икәүһен элегерәк
килеп, аждаһа ашап китте, – ти. – Һин
кесе ҡыҙымды ҡотҡарҙың, шатлығымдан
ярты батшалығымды бирәм,– ти.– Күңелеңә
оҡшаһа, ҡыҙымды ла ал, – ти.


Ҡыҙыҡай
Айһылыу исемле була.


Шулайтып,
бында туй яһайҙар. Батша бөтөн илдән
үҙенең дуҫ-иштәрен саҡырған була.
Алпамышаның ата-инәһен дә алдырта. Туй
айҙан ашыу бара – оҙаҡ байрам итәләр.


Аҙаҡ
Алпамыша ата-инәһен тотош күсереп алып
килеп, бер һарайҙа тота. Ялан тулы көтөү,
үҙенең хеҙмәтселәре була, яртылашын
ярлыларға таратып бирә.


Алпамыша
батыр толпарына атланып, йыраҡ-йыраҡ
ерҙәрҙә һунарҙа йөрөй. Өс көн, өс тон
йөрөһә, өс көн, өс төн йоҡлаған була.
Һунарҙан ҡайтып килешләй һәр саҡ бер
бей-е-е-к тау башына менеп ултыра ла атын
аҡланга ашарға ебәрә икән. Үҙе бик ҡаты
йоҡоға тала, ти.


Ҡарабатыр
бының ҡайҙарҙа йөрөгәндәрен күҙәтеп
йөрөгән икән. Ҡарабатыр бер саҡ яҡындарына
әмер бирә:


– Алпамыша
батыр ҡайҙа йоҡлаған, шунда бик тәрән
итеп соҡор ҡаҙығыҙ, – ти.


Ун
ике һыбайлы килеп, Алпамышаның йоҡлаған
урынын табалар. Бында бик тәрән итеп ер
ҡаҙыйҙар. Алпамыша батырҙы йоҡлаған
килеш шул ямға осоралар. Бының өҫтөнә
йәшел ағастар ауҙаралар. Атын алып
ҡайтып китеп, таш келәткә бикләп ҡуялар.
Шулайтып, был Ҡарабатыр хәҙер маҡтана:
йәнә инде донъя йөҙөндә ул ғына батыр!


Айһылыуға
яусы ебәрә;


– Һинең
Алпамыша батырың үлде, мин һине аламын.
Бер аҙнанан туй яһайбыҙ!– ти.


Яусы
килгәндән һуң Айһылыу бик ҡайғыра, көн
илай, төн илай. Айһылыуҙың ай-вайына
ҡуймай, туй яһарға булалар.


Был
ваҡытта инде Алпамыша батыр теге соҡорҙа
ун ике көн ятҡан була. Айһылыуҙың
иптәштәре, ун ике-ун бишләп ҡыҙ йыйылып,
яланға еләккә сыҡҡан икән, ти. Еләк йыйып
йөрөгәндә, улар ҡайҙандыр ер аҫтынан
бер бәйет ишетәләр:


Оҙон
сәсле, ҡара ҡашлы Айһылыуым бар микән?


Ялы-ҡойроғо
ергә тейгән туры толпарым бар микән?


– Ҡарабатырҙың
эше генәлер, иҫән-һауҙар ошонан сыҡһам,
күккә сөйөр инем үҙен, – тип һөйләнә
үҙалдына үҙе Алпамыша батыр.


Теге
ҡыҙҙар тауышты юллап килеп, Алпамыша
ултырған соҡорҙо килеп табалар.


– Кем
унда? – тип һорайҙар ҡыҙҙар.


– Мин,
мин. Мин Алпамыша батыр. Айһылыуым иҫән
микән? Минең толпарым ҡайҙа йөрөй икән?


– Толпарың
бында аҡланда юҡ. Айһылыуың йортта,
иҫән, Ҡарабатыр туйға әҙерләнә, – тип
яуаплайҙар ҡыҙҙар.


– Айһылыу
килһен ине бында, ҡайтып әйтегеҙ әле, –
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 04
  • Büleklär
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 01
    Süzlärneñ gomumi sanı 3830
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1535
    35.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 02
    Süzlärneñ gomumi sanı 3778
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1445
    35.2 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 03
    Süzlärneñ gomumi sanı 3642
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1542
    34.9 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 04
    Süzlärneñ gomumi sanı 3697
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1456
    36.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 05
    Süzlärneñ gomumi sanı 3840
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1573
    34.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    53.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 06
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1580
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.7 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 07
    Süzlärneñ gomumi sanı 3878
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1426
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 08
    Süzlärneñ gomumi sanı 3854
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1615
    35.3 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 09
    Süzlärneñ gomumi sanı 3754
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1588
    35.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 10
    Süzlärneñ gomumi sanı 3769
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1489
    36.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 11
    Süzlärneñ gomumi sanı 3700
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1676
    34.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.3 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    54.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 12
    Süzlärneñ gomumi sanı 3731
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1624
    36.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.5 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 13
    Süzlärneñ gomumi sanı 3775
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1516
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    48.8 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 14
    Süzlärneñ gomumi sanı 3694
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1553
    37.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.5 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    56.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 15
    Süzlärneñ gomumi sanı 3841
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1637
    36.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    49.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 16
    Süzlärneñ gomumi sanı 3581
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1780
    32.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    46.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    52.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 17
    Süzlärneñ gomumi sanı 3267
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1504
    36.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    50.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    55.8 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
  • Башҡорт Халыҡ Әкиәттәре - 18
    Süzlärneñ gomumi sanı 2896
    Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1414
    38.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    51.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    57.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
    Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.