Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 16

Süzlärneñ gomumi sanı 3356
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1568
28.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.0 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
Был нәмә
үҙ нәүбәтендә бөтә кимәлдәге
партия комитеты секретарҙарының ҡаты
диктатураһын донъяға килтергән. Партия
демократияһы һәм ғөмүмән
совет демократияһы тигән
нәмәнең әҫәре
лә ҡалмаған. СССР Конституцияһы
һәм совет власы органдары партия
секретарҙарының сикләнмәгән диктатураһын
ышыҡлау өсөн генә хеҙмәт иткән*.

Был
ваҡиғаларҙан һуң Башҡорт республикаһы
1920 йылда Башревком эш ташлап киткәндән
һуң
төшкән хәлгә кире ҡайтҡан: бер ерҙә лә,
бер эштә лә башҡорттар ҡатнашмаған,
улар тотош бөтөрөлгән, ә һирәк –
мирәк ҡотолоп ҡалғандары иҫәптән төшкән,
улар милли тойғо, милли теләк белдерергә
ҡурҡҡан, әҙ генә белдергән хис буржуаз
милләтселеккә, дошманлыҡҡа иҫәпләнгән.

Сталин
В.И.Ленин идеяһына тоғролоҡ һаҡлап,
тотош Ленин милли политикаһын бойомға
атҡарған. Шуға күрә 1937 –
1938
йылдарҙағы
репрессия рус йәмғиәтенә зыян килтерһә
лә,
«буржуаз милләтселек» бапағы менән
бәләкәй халыҡтарҙың активлығын бөтөнләй
баҫып, рус халҡының хәлен нығытҡан, унда
бөйөк дәүләтселек ынтылышын көсәйткән.
Бөйөк
дәүләтселек менән көрәшеү бөтөнләй
туҡталған һәм халыҡтарҙы руслаштырыу
тенденцияһы
үҫкән. Был тенденция рус телен таратыу
өсөн үткәрелгәп
өҫтәмә сараларҙа айырым

асыҡ
сағылыш алған.

1924
йылда уҡ рус теле башҡорт мәктәптәренең
программаһына мотлаҡ фән итеп индерелгән
һәм батша хөкүмәте үткән быуаттың
урталарынан бире ирешә алмаған нәмәне
революция исеме менән анһат ҡына
законлаштырып ҡуйғандар. 1925 йылда рус
коммунистары етәкселегендә үткән IX
Башҡортостан партия конференцияһы
мәктәптәрҙә рус телен уҡытыуҙы мәжбүри
нығытҡан.

Рус
телен милли мәктәптәргә индереү эшендә
Н.К.Крупская ла актив ҡатнашҡан һәм шул
мәсьәлә буйынса махсус мәҡәлә яҙып
сыҡҡан. («Белем» журналы, 1925, № 7 – 8.)
Ләкин
ошо йүнәлештәге иң ҡыҙыу эш репрессия
көсәйгән саҡта башланған. Әҙ булһа ла
милли кадрҙар әҙерләүгә ярҙам иткән
«коренизация» политикаһы ла
шул ваҡытта бөтөрөлгән. Мәктәптәрҙә
рус теле күптән
уҡытылһа ла, 1938 йылдың 13 мартында ВКП(б)
Үҙәк Комитеты менән СССР Халыҡ
Комиссарҙары Советының «Милли республика
һәм өлкә мәктәптәрендә
рус телен мотлаҡ өйрәнеү хаҡында» өҫтәмә
ҡарары сыҡҡан.
Ҡарарҙа был мотлаҡлыҡ, рус телен белеү
СССР халыҡтарының көслө аралашыу сараһы
буласак, тип дәлилләгән.

Был
дәлил үткән быуаттың 70-се йылдарыңдағы
батша чиновниктарының һүҙенән һис тә
айырылмаған. Мәҫәлән, генерал-губернатор
Кауфман 1876 йылдың 1 мартында халыҡ
мәғарифы министрына: «Инородтарҙы
беҙҙең дәүләт теленә өйрәнеүгә йәлеп
итергә һәм шуның менән төрлө халыҡты
берләштереү сараһы күрергә кәрәк», –
тип яҙған. Берләштереү тигәндә
ул рус халҡы менән берләштереүҙе, йәғни
руслаштырыуҙы күҙҙә
тотҡан. Революциянан һуң, иҙелгән
халыҡтарға
«үҙбилдәләнеш хоҡуғы» бирелгәс,
революцион лозунгыларға төрөлгән был
политика бик ныҡлы программа төҫөн
алған.

Партия
һәм хөкүмәт ҡарары, рус телен белеү
ғилми һәм техник
белем өлкәһендәге милли кадрҙарҙы
артабан
камиллаштырыуға ярҙам итә, тип икенсе
дәлил килтергән. Был дәлил үҙе үк, бәләкәй
халыҡтарҙың урта һәм юғары уҡыу
йорттарында үҙ телендә уҡытып, кадр
әҙерләү хоҡуғын юҡҡа сығарған һәм был
халыҡтарҙы тотош рус теле бойондороғона
ҡуйған.

Башҡорт
мәктәптәренә рус теле күптән мәжбүри
фән итеп индерелгән
булһа ла, Башҡорт АССР-ының Мәғариф
комиссариаты баяғы ҡарарҙың талабына
яраштырып, мәктәп пpoгpaмаһына
яңы үҙгәрештәр индергән, рус теленә
тағы ла нығыраҡ иғтибарҙы көсәйткән.
Шул ваҡыттан рус теле башланғыс мәктәптең
икенсе синыфынан уҡытыла башлаған.

Руслаштырыуға
йүнәлеш алып, СССР-ҙың хөкүмәт
органдары
революцияға
тиклемге оло чиновниктарҙан шул эште
ғәмәлләштереү юлын да үҙләштергән. Үрҙә
әйтелгән генерал-губернатор Кауфман,
миссионер Ильминский һымаҡ уҡ, рус телен
таратыу өсөн
иң ышаныслы юл «көнсығыш
телдәренең» яҙмаһын
рус алфавитына күсеүҙән
ғибәрәт, тип һанаған. Ырымбур уҡыу –
уҡытыу округының нәзире Лавровский
1876 йылдың 4 мартында,
Кауфманды
хуплап, үҙенең хатында:
«Алфавитты күсереүҙең
бик тәрән политик әһәмиәте
бар,
ул халыҡтарҙы бер дәүләт алфавиты
менән
һәм уның аша бер дәүләт теле менән
берләштерә», –
тип яҙған. Батша чиновниктары
«көнсығыш
телдәрҙең» алфавитын үҙгәртеү ниәтен
батшалыҡтың һуңғы
көндәренә тиклем ташламаған, ләкин ни
хәтле тырышһалар ҙа
ул
ниәтте ғәмәлгә ашыра алмаған. Уны
большевиктар ғәмәлгә ашырған. Улар рус
алфавитына күсеү фекерен халыҡтарҙың
репрессиянан ҡурҡып, бөтә ихтыярын,
милли
активлығын юғалтҡан мәлдә тәҡдим иткән.
Республикаларҙың
етәкселәре юғарынан килгән күрһәтмәне
теләһә-теләмәһә лә күтәреп алған һәм
ябай халыҡтың үҙ теләге итеп шаулатҡан.
Шунан ашығыс рәүештә рус алфавитына
күсеү кампанияһы башланған. Рус алфавиты
файҙаһына килтерелгән дәлил һаман да
шул элекке руслаштырыусыларҙыҡы һымаҡ
булған: рус телен өйрәнеүҙе еңелләштереү.

Башҡорт
АССР-ының ВКП(б) өлкә комитет бюроһы
1939 йылдың 21 апрелендә алфавит буйынса
билдәләнгән сараларҙы бойомға
ашырыу өсөн комиссия төҙөгән. Өлкә
комитет секретары Г.Растегин, рус кешеһе,
бөтә эшкә етәселек иткән.
Башҡорттарҙың
ҡатнашлығы исем өсөн генә булған. 1939
йылдың 23 ноябрендә БАССР Верховный
Советы яңы алфавитҡа күсеү хаҡында
ҡарар сығарған. Ул ҡарар: «Башҡорт
эшсәндәренең теләген
үтәп...» - тип башланған, ә шул саҡта
башҡорт
эшсәндәре һис бер
ундай теләк белдермәгән, халыҡты тыңлар
өсөн тип йыйылған йыйылыштарҙа алдан
ҡурҡытып әҙерләнгән кешеләр, хатта рус
кешеләре һөйләгән, һәм был йыйылыштар
хөкүмәт политикаһын формаль рәүештә
аҡлар өсөн генә хеҙмәт иткән.

Көнсығыш
халыҡтарының
яҙмаһын
рус
алфавитына күсереү менән уларҙы рус
милләтенән айырып торған ҙур бер кәртә
емерелгән һәм руслаштырыу эше еңеләйгән.

Был
йылдарҙа
халыҡтың тормошо ауырлашҡан.
Халыҡ
күңелен ауыр тойғо баҫып ятҡан, киләсәк
көнө шомло, борсоулы булған.
Шундай
ауыр
мәлдә
донъя күрмәгән яман
һуғыш башланған,
халыҡ
башына тағы ҡот осҡос бәлә төшкән.
Ләкин
хатта иҫ киткес ауыр һуғыш йылдарында
ла халыҡ
муйынынан
башкиҫәрҙәрҙең
ҡанлы балтаһы алынмаған. Һуғыш
буйына
һәм уның аҙағына репрессив
саралар
йомшамаған, киреһенсә, көсәйгән. Партия
һәм именлек
органдары башҡорт интеллигенцияһынан
иҫән
ҡалған
берәм
– һәрәм кешенең тын алышын ҡаты
күҙәтеү аҫтында
тотҡан һәм «буржуаз милләтселектең»
бәләкәй
генә
һәр «сағылышын» киҫергә
әҙер торған.
Шул рухта йәғни аяуһыҙ киҫеү рухында,
1945 йылдың 25 ғинуарында «ВКП(б) Үҙәк
Комитетының
Башҡортостан партия ойошмаһындағы
агитацион-пропаганда эшен яҡшыртыу
саралары
хаҡында»
ҡарары сыҡҡан. Ҡарарҙың проектын
А.А.Жданов
эшләгән булған. Был
ҡарар
Башҡорт
АССР-ында эшләгән айырым тарихсы
һәм
әҙәбиәтселәрҙең
башҡорт тарихын яҡтыртыуында
«етди
идеологик хаталар» тапҡан. Үҙәк Комитет
башҡорт тарихын объектив итеп яҙған
рус тарихсыларын
да ғәйепләгән һәм дөрөҫлөк
талап
итеү һылтауы менән бөтә тарихты
колонизаторҙар
күҙлегенән сығып ҡабат баһаларға,
рустарҙың башҡорт халҡына элек һәм
хәҙер килтергән
бөтә нәмәһен ялтыратып, маҡтап күрһәтергә
йүнәлеш биргән. Үҙәк Комитет башҡорт
халҡын азатлыҡ көрәшенә күтәргән тарихи
батырҙар тураһындағы эпик әҫәрҙәрҙе
тыйған. Тыйыу артынса, шул әҫәрҙәрҙе
баҫтырып сығарған халыҡ сәсәне Мөхәмәтша
Буранғоловты ҡаты язаға тарттырып,
төрмәгә япҡан. Үҙәк
Комитет
репрессия
арҡаһында бөтөнләй әҙәбиәтһеҙ тиерлек
ҡалған башҡорттарҙы тулыһынса рус
әҙәбиәте менән мәҙәниәтен үҙләштереү
юлына күсергән.

Шул
ҡарарҙан һуң, башҡорт тарихын дөрөҫ
итеп
яҙыу бөткән, уның урынына башҡорттоң
азатлыҡ яуҙарын ҡаралаған, рус
колонизаторҙарын яҡшылыҡлы, изге итеп
күрһәткән, рус
менән
башҡорттоң борон –
борондан килгән дуҫлығын
маҡтаған ялған эштәр яҙыла башлаған.
Мәҙәни
тормош йүнәлеше лә киҫкен рәүештә
үҙгәртелгән.
Башҡортостан китап нәшриәте тотош
рус
яҙыусыларының тәржемә әҫәрҙәрен баҫыуға
күскән, бөтә нәшриәт планын
рус яҙыусылары
биләп алған. Мәктәптәге башҡорт
әҙәбиәтенең
программаһында күпселек урын рус
яҙыусыларына
бирелгән, шуға өҫтәп
тағы рус
әҙәбиәте уҡытылған. Шунан тыш,
репрессияға
эләккән
башҡорт
яҙыусыларының
урыны
татар яҙыусылары
менән
тултырылған. Улар араһында
бигерәк
тә яласы Сәйфи Ҡудашты
күтәргәндәр.
Башҡорт әҙәбиәтенең вәкиле итеп
уны
киң донъяға танытҡандар, ҙур хөрмәт
менән
уратҡандар*.

ВКП(б)
Үҙәк Комитетының һәм тәүге
партия
органдарының асыҡтан
– асыҡ руслаштырыуға йүнәлтелгән
ҡарарҙары һәм саралары Башҡорт
республикаһына Россияның көнбайыш һәм
1 үҙәк
өлкәләренән рустарҙы яңынан күпләп
күсереү,
рус элементын күбәйтеү менән нығытылған.
Был осорҙағы иң ҙур күскенселәр тулҡыны
һуғыш
башланғас килгән, ул инженер – техник
хеҙмәткәрҙәрҙән, эшселәрҙән һәм ябай
ҡасҡындарҙан торған.
Килгән халыҡтың күпселеге
Башҡортостандың
ҡалаларына урынлашҡан һәм
тотош
тиерлек кире китмәй шул көйө тороп
ҡалған.
Шундай уҡ халыҡтың ағымы һуғыш бөткәс
тә
туҡтамаған. Мәҫәлән, 1949 –
1955 йылдарҙа
Башҡортостанға,
эшселәрҙе генә иҫәпләгәндә лә,
70
мең эшсе килгән. Бөгөнгө көндә лә был
көслө ағым
дауам итә... Шунан тыш, 50-се йылдарҙағы
сиҙәм асыу кампанияһы ваҡытында ауыл
ерҙәренә
күскенсе крәҫтиәндәр бик күп килгән.
Был
күскенселек батша заманындағы крәҫтиәндәр
колонизацияһынан кәм булмаған, тик
ул заманда
колонизаторҙар башҡортто әҙме
– күпме
иҫәпкә
алып, үҙҙәренең баҫҡынсы икәнен
белгән
булһа, хәҙергеләре һис иҫәпкә алмаған,
үҙ
еренә
килгән
кеүек килеп
ултырған.

Башҡорттоң
милли активлығын тамам быуған
репрессия һәм эҙәрләүҙәр рустарға иркен
эш итергә шарт булдырыу менән бергә,
татарҙарға
ла Башҡортостанда бик көсәйеп, ныҡлы
өҫтөнлөк
алырға мөмкинлек биргән.
Татарҙар
башҡорт
«буржуаз милләтселеген» бөтөрөүҙә
актив
ҡатнашып, үҙенә юл таҙартҡан һәм
властар
ярҙамында арҡа терәп, республикала
алдынғы
милли көс булып киткән.
Республиканың милли вәкиле булып,
татарҙар ижтимағи-политик
һәм мәҙәни
тормошта бөтә эште үҙ
ҡулына алған
һәм рустарҙың шовинистик политикаһы
менән
бергә үҙ политикаһын
үткәргән. Быуаттар
буйы башҡортто тапап, үҙенең өҫтөнлөгөн
нығытырға
тырышҡан
татар халҡы Башҡортостанда
тулы иреккә өлгәшкән, үҙҙәрен
хужа итеп
тоторға мөмкинлек алған. Хәҙерге
көндә
улар асыҡтан-асыҡ: «Башҡортостан
үҙебеҙҙеке!»
— тип маһая*.
Башҡорт исеме
менән аталған
республикала башҡорт халҡының хәле
һәләкәт
сигенә килеп еткән.

9.
БАШҠОРТ ХАЛҠЫН ҠЫҪЫУ
ҺӘМ
ИҘЕҮ
ЙҮНӘЛЕШЕНДӘГЕ
ЭШМӘКӘРЛЕК

Бәлки
промышленносы көслө булған Башҡортостанда
милли эшсе синыфы һәм
милли
техник интеллигенция етерлек булһа,
башҡорттоң хәле нығыраҡ булыр ине. Ләкин
башҡорттар
оло ҡырғын осоронда промышленность
кадрҙары
әҙерләү өлкәһендә лә 30-сы йылдарҙың
уртаһында
өлгәшкән уңышын тотош юғалтҡан һәм ул
кимәлгә ҡабат етә алмаған. 1933 йылда эре
промышленность өлкәһендә башҡорттар
эшселәрҙең 14,4 процентын тәшкил иткән,
йәғни уларҙың нисбәте сама менән 1970
йылдағы һымаҡ булған. 1933 йылдан 1936 йылға
тиклем промышленносты үҫтереү һәм халыҡ
хужалығы яңыртыу
барышында
эшсе башҡорттарҙың һаны
6 тапҡырға артҡан.
Башҡортостандағы бүтән халыҡта
ундай
киҫкен үҫеш булмаған. Шулай
итеп, 1936 йылда
республикалағы эшселәрҙең
башҡорт
өлөшө
шул хәтле үҫкән, хатта ундай
өлөш бөгөнгө
көндә лә юҡ. Ул ваҡытта башҡорт
инженерҙары,
техниктары, хеҙмәткәрҙәренең
һаны ла
күбәйгән. Уларҙың республикалағы
дөйөм
һандан
10
проценты
башҡорт
булған,
Шундай уҡ кимәлгә, 10,2 процент кимәленә,
башҡорттар 1979 йылда саҡ яңынан килеп
еткән. Тимәк, башҡорттоң промышленноста
ҡатнашыу кимәле шул ике аралағы 40 йыл
эсендә артмаған, киреһенсә бик ныҡ кәмеү
осорон кисергән. Республиканың төп
халҡына көслө эшсе синыфы ғына түгел,
дөйөм халыҡ эсендәге үҙ нисбәтенә
тура килерлек ҡәҙәр эшсе үҫтрергә
лә
мөмкинлек бирмәгәндәр. Шул уҡ ваҡытта
Башҡортостандағы татарҙар,
революцияға тиклем эшселәр һаны буйынса
башҡорттан өҫтән түгел, ә бәлки, түбән
булһа ла, промышленность кадрҙары
әҙерләү өсөн тулы мөмкинлек алған. Был
эшкә, бөтә булған башҡа сәбәптән тыш,
яңы промышленность предприятиеларының
етәкселектә ултырған татарҙар ирке
менән гел Башҡортостандың үҙәк
һәм төньяҡ –
көнбайыш райондарында, күпселек
татар
халҡы йәшәгән
яҡта,
төҙөлөүе
лә ныҡ
ярҙам иткән.
Республиканың күпселек халҡын башҡорттар
тәшкил иткән көнсығыш
һәм көньяҡ райондарында промышленность
предприятелары төҙөлмәгән һәм был яҡтың
элекке промышленность даны һүндерелгән.
Төрлөсә кәртә ҡуйыу арҡаһында
промышленность өлкәһендә башҡорттарҙың
ҡатнашлығы әҙ
булып
ҡалған һәм ошо хәл уларҙың шовинистар
һөжүменә ҡаршы тороу һәләтен ныҡ
кәметкән.

Һуңғы
ваҡытта башҡорт эшселәре шулай ҙа күбәйә
башланы, ләкин улар, батша заманындағы
кеүек үк, иң
ауыр
эш
тармаҡтарына
ылыҡтырыла.
Мәҫәлән, 1979 йылғы иҫәп материалдарына
ҡарағанда, урман ҡырҡыу эшендә
эшселәрҙең
47 проценты, мәғдән сығарыу промышленносында
29 проценты,
төҙөлөштә 23 проценты
башҡорттан тора, бүтән тармаҡтарҙа
уларҙың һаны 12 – 16 проценттан артмай.
Төҙөлөшкә күберәк
ҡалаға
тартыла
башлаған йәштәр
килә. Был йәштәр ҡала ерендә
торор
урыны һәм
пропискаһы булмағанлыҡтан,
ятаҡтан
урын алыр
өсөн төҙөлөштәге
төрлө
ярҙамсы эшкә инә
һәм
үҙен ғүмерлек ятаҡ
тормошона, янғыҙлыҡҡа
дусар итә. Ләкин
ҡалала
пропискаһы юҡлыҡтан ғына булмай
был
хәл. Төҙөлөштән башҡа предприятиеларҙың
етәкселегендә
ултырған рустар
һәм
татарҙар
башҡорттарға
ғәҙәттә эш бирмәй,
йәғни уларҙы
асыҡтан асыҡ ситләтә. Ситләтеү,
кәмһетеү, мыҫҡыллау
ҡалалағы башҡортто
һәр
ерҙә
эҙәрләп
йөрөй. Шулай ҙа ҡалалағы
башҡорттарҙы түгел, ә ауылдағы башҡорттарҙы
ҡыҫырыҡлау бөтә башҡорт халҡынын яҙмышын
һәләкәт алдына ҡуя.

Ауыл
хужалығында, кеүек
үк, Башҡортостандың күпселек татар
йәшәгән төньяк – көнбайыш райондарын
үҫтереү маҡсат итеп ҡуйылған. Төньяҡ –
көнбайыш райондар капитал һалымы, төп
средство һәм ауыл хужалығы
техникаһы
менән тәьмин итеү йәһәтенән юғары урын
алып тора. Шуға күрә унда хәҙерге талапҡа
яуап биргән малсылыҡ фермалары һәм
башка объекттар күп төҙөлә, игенселек,
малсылыҡ, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ һәм
башҡа тармаҡта тейешле нисбәттә үҫтереү
һөҙөмтәһендә бөтә эштең интенсивлығына
өлгәшелә. Был иһә колхоз һәм совхоздарҙа
эш көсөнөң файҙаланышын һәм эш хаҡын
күтәрергә мөмкинселек бирә.

Көнсыгғыш
һәм көньяк райондарҙа бөтөнләй икенсе
хәл. Ауыл хужалығы объекттарын төҙөүгә
унда капитал һалым бик әҙ бүленә, төп
средство һәм ауыл хужалығы техникаһы
менән
тәьмин итеү төньяҡ көнбайышҡа ҡарағанда
бик күпкә түбән. Элек күберәк малсылыҡ
менән шөғөлләнгән был райондарҙа хәҙер
игенселеккә өҫтөнлөк бирелгән, малсылыҡ
ҡыҫҡартылған. Шул сәбәпле кешене эш
менән тәьмин
итеү
мөмкинлеге бик бәләкәй, йыллыҡ эш хаҡы
ныҡ түбән, крәҫтиәндәрҙең көнкүреше
насар. Крәҫтиәндәргә эш етмәү, бүтән
эшләр урын булмау арҡаһында был
райондарҙағы халыҡтың күп өлөшө Башҡорт
республикаһынан ситкә китергә мәжбүр
була. Был процесс барған һайын
көсәйә. Шул арҡала 1979 йылғы иҫәп буйынса
Башҡорт АССР-ындағы халыҡтың 24,3 проценты
башҡорт булһа, 1989 йылда улар 21,9 процент
булып ҡалған.

60-сы
йылдарҙа ауылдарҙы эреләтеү планы
буйынса күп башҡорт ауылы бөтөрөлөп,
колхоз – совхоз үҙәктәренә, йәғни рус
йәки татар ауылдарына, күсерелде.
Ташландыҡ башҡорт ауылдарының халҡы,
бигерәк тә йәштәр, эш юҡлыҡтан күп ваҡыт
үҙ теләге менән дә колхоз- –совхоз
үҙәгенә күсергә мәжбүр була. Үҙәк
ауылдарҙа әҙселек булған башҡорт көслөк
менән ассимиляцияға дусар ителә.

Ауыл
башҡорттарын ситнәтеү һәм кәмһетеү
бөтә башҡорт халҡы өсөн һәләкәткә
әйләнә, сөнки халыҡтың абсолют күпселеге
ауылда булғас, дискриминацияға ла шул
күпселек эләгә. 1979 йылғы иҫәп буйынса,
Башҡорт АССР-ындағы башҡорттарҙың 71,9
проценты ауылда, 28,1 проценты ҡалала
йәшәгән, шул уҡ ваҡытта бөтә республика
халҡының уртаса 56,8 проценты ҡалала
булған. Ошо уҡ мәғлүмәттәр буйынса,
эшләгән рустарҙың 7,6 проценты ғына,
татарҙарҙың 19 проценты ауыл хужалығы
менән шөғөлләнә. Тимәк, социаль
дифференциация нигеҙҙә милләтселәр
сигенән үткәрелә.

Тормош
шарты һәм дискриминация арҡаһында
башҡорттарҙың рухи үҫеш сығанаҡтары –
китапхана, культура йорто, кинотеатр
менән һәм көнкүреш уңайлыҡтары – газ,
үҙәк йылытҡыс, һыу үткәргес менән
файҙаланыу мөмкинлеге бүтән халыҡтарға
ҡарағанда бик күпкә бәләкәй. Был да ҙур
әһәмиәткә эйә. Электр, телевидение,
транспорт барып етмәгән башҡорт ауылдары
күп, ә телефон тураһында әйтәһе лә юҡ.
Был хәл башҡортто тағы нығыраҡ рәнйетә,
культура һәм тормош кимәленең үҫешенә
тотҡарлыҡ яһай.

Башҡорт
ауылдарының халҡы медицина хеҙмәте
менән дә насар тәьмин ителгән. Күпселек
башҡорт ауылдарында медицина пункты
юҡ булған хәлдә
лә бик күбеһе врачһыҙ, дауалау эше
менән
шәфҡәт туташтары ғына шөғөлләнә. Ундай
ауылдарҙың башҡорттары ныҡ ауырып
киткәндә лә, врачҡа күренер өсөн 20 –
30 км
ергә барырға
мәжбүр була.

Башҡорт
мәктәптәре бик насар хәлдә. Ауылдарҙы
эреләтеү планын бойомға атҡарғанда,
башҡорт мәктәптәренең һаны ныҡ кәмене.
1967 – 1968 йылдарҙа, Башҡорт АССР-ындағы
мәктәптәрҙең дөйөм һаны 6,2 процентҡа
кәмегәндә, башҡорт
мәктәптәренең һаны 37,5
процентҡа
кәмене. Шул уҡ ваҡытта татар мәктәптәре
кәмемәне, ә рус мәктәптәре 9 процентҡа
артты. Ошо процесс хәҙер ҙә дауам итә.
Күп башҡорт ауылдарында мәктәп ябыла
йәки ун йыллыҡ мәктәптәр һигеҙ йыллыҡҡа
күсерелә, балалар күрше ауыл мәктәптәренә
беркетелә. Милли яҡтан ҡатнаш халыҡлы
урындарҙа балалар беркетелгән мәктәп
рус йәки татар мәктәбе булып сыға. Ундай
мәктәптә балалар башҡорт телендә уҡыуҙан
ғына түгел, туған телде өйрәнеүҙән дә
мәхрүм ителә. Был нәмә йәнә бер ассимиляция
ҡоралына әйләнә.

Әлбиттә,
республикала башҡорт мәктәбе тип аталған
мәктәптәр ҙә бар, ләкин улар рус һәм
татар мәктәптәре күргән иғтибарҙы
күрмәй, шул уҡ дискриминацияға эләгә.
Башҡорт мәктәптәре
өсөн
яңы, ҡулайлы биналар әҙ һалына, уларҙың
күбеһе иҫке, яртылаш емерек йорттарҙа
урынлашҡан. Күп мәктәптә йылытыу
системаһы насар эшләнгән. Ҡыш көнө ул
мәктәптәрҙә түҙеп
торғоһоҙ
һыуыҡ. Ҡышҡы селлә һыуығында
оҙаҡ ваҡытҡа
ябылып торған мәктәптәр күп.

Башҡорт
мәктәптәренең материаль – техник базаһы
бик ярлы: йыһазландырылған кабинеттар,
техник саралар, күргәҙмә әсбәптәр,
хеҙмәт мастерскойҙары, спорт залдары
һ.б. нәмәләр юҡ.

Башҡорт
мәктәптәре уҡытыусылар менән, бигерәк
тә юғары белемле уҡытыусылар менән,
күпкә насар тәьмин ителгән. 1970 йылда
республикалағы юғары белемле уҡытыусыларҙың
16,1 проценты башҡорт мәктәптәренә, 20
про­центы татар мәктәптәренә, 57
проценты рус мәктәптәренә тура килгән,
шунан бирле бер ҙә хәл яҡшырмаған,
киреһенсә, насарланған. Башҡорт
мәктәптәрендәге уҡытыусыларҙың яртыһынан
күбеһе юғары белемгә эйә түгел. Өҫтәүенә,
башҡорт мәктәптәре ғөмүмән уҡытыусыға
ҙур ҡытлыҡ кисерә. Уҡытыусы етмәү сәбәпле
күп мәктәптә уҡытыу программаһы яртылаш
үтәлмәй, уҡыусылар кәрәкле белем ала
алмай.

Бөтә
булған ошо сәбәп арҡаһында уҡыусыларҙың
әҙерлек кимәле түбән була һәм юғары
уҡыу йортона инеү ауырлаша, ә был, үҙ
нәүбәтендә, яңы уҡытыусы кадрҙар әҙерләү
эшен ныҡ тотҡарлай. Шулай итеп, бер
кәртәнән икенсе кәртә барлыҡҡа килә,
уны анһат ҡына үтеп булмай.
Мәсьәләне хәл итеү өсөн башҡорт
мәктәптәренә айырым иғтибар бирергә,
улар хаҡында һөрән һалырға кәрәк. Ләкин
берәү
ҙә улай итә алмай, сөнки башҡорт
мәктәптәрен йәки ғөмүмән
башҡорт хәлен әҙ генә айырым алып
хәстәрләгән
өсөн шунда уҡ «башҡорт шовинизмы»нда
ғәйепләргә әҙерҙәр. Башҡорт
республикаһының
төп халҡы булмаған рус
менән татарға ундай
ғәйеп яғылмай һәм улар
бер ниҙән ҡурҡмай,
башҡорт мәктәптәрен ҡыҫып, үҙ
мәктәптә­рен үҫтерә.
Тимәк, милли
республика теп милләттең
хоҡуғын
арттырмай, ә киреһенсә, киҫә,
һәм шул
милләткә ҡаршы торған көстәргә
иркенлек
бирә.

10.
БАШҠОРТТОҢ ҺӘЛӘКӘТЛЕ ХӘЛЕ.

ЯҢЫ
МИЛЛИ СӘЙӘСӘТТЕҢ ЯЛҒАНЛЫҒЫ

Тышҡы
эффект уятҡан нәмәләр аша милли политиканы
күрһәтеп, КПСС һәр ваҡыт «берҙәм һәм
бүленмәҫ» Россияны һаҡлауға һәм рус
булмаған халыҡтарҙы тотош руслаштырыуға
йүнәлтелгән төп маҡсатын ышыҡлап килде.
Руслаштырыу политикаһы ваҡыты-ваҡыты
менән яңы һөжүм рәүешен ала. 20-се һәм
30-сы йылдарҙың аҙағында руслаштырыу
политикаһын көсәйтеү һөҙөмтәһендә
Башҡорт АССР-ында башҡорт теле эш һәм
эш йөрөтөү өлкәһенән ҡыҫырыҡлап сығарыла,
бөтә йыйылыш һәм ижтимағи
саралар, бер генә рус кешеһе ҡатнашҡан
йәки ҡатнашмаған хәлдә лә, рус телендә
генә үткәрелә башлай, башҡорт мәктәптәрендә
рус телен уҡытыу бик күпкә көсәйтелә,
ҡала һәм ҡатнаш милләтле ауылдарҙа рус
теле башҡорттарҙың өй эсенә үтеп инә.
Быға, кешенең
көн иткән мөхитенән тыш, башҡорт
мәктәбенең һәм балалар баҡсаһының
юҡлығы ныҡ ярҙам итә. Шундай шарттарҙа,
50-се йылдарҙың урталарынан алып, КПСС
яңынан бик көслө руслаштырыу эше башлай.

Тиҙерәк
руслаштырыуға йүнәлеш алған партия һәм
хөкүмәт органдары XVIII быуаттан бирле
үткәрелеп, совет осоронда ныҡ көсәйтелгән
ышаныслы сараны Башҡортостанда рус
элементын күбәйтеп, башҡорттарҙы башҡа
ерҙәргә таратыу сараһын бойомға ашыра
башлай.
Халыҡты аралаштырып, болғатып бөтөр
өсөн етәксе органдар республиканың эш
көсөнә булған яңынан-яңы ихтыяжын
эске ресурстарҙы файҙаланыу һәм урындағы
халыҡтан кадрҙар әҙерләү иҫәбенә түгел,
ә Россияның үҙәк һәм башҡа өлкәләренән
рус халҡын килтереү иҫәбенә ҡәнәғәтләндерә.
Улар хатта ауыл хужалығына ла ситтән
күпләп
кеше күсерә һәм урындағы
квалификациялы эшсәндәрҙе эшһеҙ ҡалдыра.
Билдәле маҡсат менән башҡарылған шундай
эш һөҙөмтәһендә күскенселәр ҡала
халҡының үҫешен артығы менән тәьмин
итә һәм ауыл еренән,
иң элек көнсығыш райондарҙан, эшкә
һәләтле башҡорт
йәштәрен ҡыҫырыҡлай.
Эш табыу һәм донья көтөү мөмкинлегенән
мәхрүм ителгән башҡорттар Башҡортостандан
ситкә китеп, морон төртөр урын эҙләргә
мәжбүр була. Башҡорттарҙың «үҙ-үҙлегенән»
барлыҡҡа килгән миграцияһы башлана һәм
ул иҫ
киткес ҙур күләм ала. 1959 –
1965 йылдар
эсендә генә көнсығыш райондарҙың
башҡорттары 97 – 100 мең кешегә кәмей,
киткән кешеләрҙең һаны ул райондарҙа
25 проценттан арта һәм киткән халыҡ һанын
тәбиғи үҫеш ҡаплай алмай. Был процесс
һаман көсәйә. Мәҫәлән, әлеге мәлдә бер
Хәйбулла районынан ғына башҡа өлкәләргә
йыл һайын 800 самаһы ғаилә китә. Һуңғы 20
– 30 йыл эсендә Башҡортостандан киткән
башҡорттоң дөйөм һаны 400 меңгә етә. Сит
халыҡтың күпләп
килеп, төп халыҡтың китеүенән ғибрәт
булған миграция Башҡортостанда күрше
өлкәләргә ҡарағанда күп
тапҡырға көслөрәк. Шуға күрә хатта
Мәскәү этнографтары ла, 1926 йыл менән
сағыштырғанда территориаль компактлыҡ
бөтәһенән дә нығыраҡ башҡорттарҙа
кәмегән һәм был факт уларҙың бик күп
өлөшө БАССР-ҙан ситкә күскәнен күрһәтә,
тип яҙа157.

Миграция
һәм башҡорттарҙың, иң элек йәштәрҙең,
күпләп ситкә китеүе арҡаһында
Башҡортостандың ауыл ерендә халыҡтың
тәбиғи үҫеше барған һайын нығыраҡ кәмей.
Ул үҫеш хәҙер күпселек халҡы рус менән
татарҙан торған ҡала еренә ҡарағанда
байтаҡҡа түбән. Ауылдарҙа йәш ғаилә һәм
балалар һаны бик күпкә әҙәйҙе. 1959 – 1965
йылдарҙа уҡ ауыл ерендә өйләнешкән
ҡатын-ҡыҙ һаны 43 процентҡа (ҡала ерендә
– 18), тыуған бала һаны 30 процентҡа, халыҡ
һанын тултырыу коэффициенты 24 процентҡа
кәмегән. Шунан һуң
үткән 25 йыл эсен­дә йәш ғаилә һәм
тыуған балалар һанының кәмеү тенденцияһы
тағы ла нығыраҡ көсәйҙе.

Башҡорттарҙы
таратыу һәм башҡа милләт менән аралаштырыу
ҡатнаш ғаилә һанының бик тиҙ артыуына
килтерә. 1978 йылда ҡатнаш ғаиләләрҙең
дөйөм һаны эсендә
ҡатнаш башҡорт ғаиләләренең өлөшө 61
процент булған. Тимәк, республикалағы
башҡа милләт вәкилдәре бөтәһе
бергә башҡорттарға ҡарағанда бик купкә
әҙерәк ҡатнаш ғаилә ҡора. Был йәһәттән
башҡорт күрһәткесе бөтә Союз
күрһәткестәренән сағыштырғыһыҙ кимәлдә
юғары. Ҡатнаш ғаилә төҙөгән башҡорттар,
үҙе булмаһа –
мотлаҡ уның балалары, милләтен юғалта,
күпселек ваҡыт руслаша. Шуның өсөн дә
партия һәм хөкүмәт органдары
интернационализм һәм халыҡтар дуҫлығының
кәүҙәләнеше тигән булып, ҡатнаш
ғаиләләрҙең күбәйеүен бик хуплай һәм
ныҡ тәбрикләй.

Партия
етәкселеге һәр ваҡыт, милләттәрҙе
аралаштырып, болғатыуҙан башҡа, шундай
уҡ көслө руслаштырыу сараһына һанап,
мәктәп аша туранан-тура балаларға тәьҫир
итеү сараһын ҡуллана килде. Юғарыла
әйтелеүенсә, рус политикаһы өсөн был
нәмә яңы түгел. 1912 йылда халыҡ мәғарифы
буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә Ырымбур
уҡыу-уҡытыу округының нәзире Владимиров
әйткән: «Инород мәктәптәренең бурысы
инородтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү һәм
камиллаштырыуҙан ғибәрәт түгел, ә уларҙы
мәҙәни йәһәттән юғары торған һәм илдең
төп хужаһы булған рус халҡының
руслаштырыуынан ғибәрәт. Шул маҡсатҡа
ирешелмәй икән, халыҡ аҡсаһын түгеүҙән
мәғәнә юҡ», – тигән. Ленин һыҙған КПСС
политикаһы революция тиклемге
руслаштырыусылар аманатына тоғролок
һаҡлап, баштан уҡ бөтә эшен шул аманатты
бойомға ашырыуға йүнәлтте.

50-се
йылдар аҙағында руслаштырыу политикаһын
яңынан көсәйтеп, үҙәк хөкүмәт рус телен
уҡытыуҙы яҡшыртыу һылтауы менән милли
мәктәптәрҙе рус телендә уҡытыуға күсереү
хаҡында урындағы
органдарға аҫтыртын курһәтмә бирҙе.
Шул мәсьәлә буйынса республикаларҙың
тар даирә мәғариф түрәләре ҡатнашлығында
региональ кәңәшмәләр үткәрелеп, Мәскәүгә
кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителде. Ҡабул
ителгән ҡарарҙар нигеҙендә БАССР мәғариф
министерствоһы рус теленән яңы программа
сығарҙы. Яңы программа буйынса, рус
телен уҡытыу 1 синыфтың икенсе ярты
йыллығынан индерелгән, рус теле менән
рус әҙәбиәтен аҙналыҡ дәрес 8 сәғәт итеп
күбәйтелде. Был сара мәктәпртәрҙе рус
телендә уҡытыуға тәүге әҙерлек баҫҡысы
булды.

Ҡыйыуыраҡ
икенсе баҫҡысҡа КПСС-тың XXII съезы
башланғыс һалды. Ул съезда халыҡтарҙы
ҡушыу хаҡындағы Ленин тезисы алға
сығарылды. КПСС Үҙәк Комитеты Генераль
секретары Н.С.Хрущев КПСС программаһы
тураһындағы докладында: «Коммунистар
милли үҙенсәлек һәм айырмалыҡтарҙы
мәңгеләштереүгә, нығытыуға ҡаршы, улар
милли айырымлыҡтарҙың юғалғаны һәм
бөткәне өсөн бошона алмай»158,
- тине. Ошонан һуң партия һәм хөкүмәт
органдарының бөтә эше айырмалыҡтарҙы
мөмкин тиклем тиҙерәк бөтөрөүгә
йүнәлтелде һәм милли мәктәптәр бик
ҡыйыу рәүештә рус телендә уҡытыуға
күсерелә башланы. Был эш халыҡҡа
белгертмәй, уның фекере менән теләген
һорамай, тейешле инстанцияларҙың талабы
буйынса эшләнде.

Иң
элек боронғо башҡорт ерендә, ләкин хәҙер
Башҡорт республикаһынан ситтә (Курган,
Силәбе, Свердловск, Пермь, Ырымбур,
Куйбышев, Саратов өлкәләрендә) йәшәгән
башҡорттарҙың мәктәптәре һис бер
мәшәҡәтһеҙ рус те­лендә уҡытыуға
күсерелде. Унда был сара туранан – тура
административ бойороҡ менән үткәрелеп,
1964 – 1965 йылдарҙа тотош тамамланды һәм
башҡорт мәктәптәре рус мәктәптәренең
уҡыу планы буйынса уҡый башланы, йәғни
ғәҙәттәге рус мәктәбенә әйләнде. Башҡорт
теле менән башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу
уларҙа бөтөрөлдө. Силәбе өлкәһенең бер
нисә мәктәбендә генә халыҡтың бик ныҡ
юллауы арҡаһында бер – ике сәғәт башҡорт
телен программанан тыш факультатив
дәрес рәүешендә ҡалдырырға рөхсәт
иткәндәр.

Башҡорт
АССР-ының үҙендә партия күрһәтмәһен
тейешенсә үтәүгә бик ҙур тырышлыҡ
һалынды. 60-сы йылдар башынан уҡ республикала
бик күп мәктәп руслаштырылды. Бер ыңғай
башҡорт
телендә сыҡҡан район газеталарының
бөтәһе лә рус газеталарының тәржемәләнгән
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 17