Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 13

Süzlärneñ gomumi sanı 3278
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1533
28.8 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
44.1 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
51.2 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
ВЦИК вәкилдәренең ультиматумын яҡлап,
«Йомағолов
етәкселегендәге авантюраны...
восстание тип
кенә
баһаларға
мөмкин һәм һис
кисекмәҫтән уны
юҡ итергә кәрәк»115,
тип Ленинға
хәбәр ебәргән. «Автономия»
биргән совет
власы башҡорттоң әҙ
генә
үҙ
хоҡуғын
яҡларға
тырышыуын батшалар быуған
кеүек быуырға
әҙер торған һәм әҙер торғанын
ул
баштан
уҡ
ысын
эш менән күрһәткән.

Үҙҙәренең
дүрт
кәштәнен яҡларға
үҙәк хөкүмәт вәкилдәре тотош
иле менән күтәрелгән.
Ленин менән Фрунзе береһенән-береһе
ҡурҡынысыраҡ
телеграммалар яуҙырып
торған,
шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡын
өсөнсө йыл
айҡаған ҡанлы ҡырғынды улар күрмәгән
дә
белмәгән. Дүрт бөртөк үҙ кешеһе улар
өсөн тотош
бер халыҡтын тереклегенән ҡәҙерлерәк
булған.

Ҡоторонған
ҡыҫымға сыҙамай,
Башревком
19
ғинуарҙа
өс көн үткәс,
ҡулға алынған
татарҙарҙы сығарған. Ҡотолоп сыҡҡас,
Шәмиғолов
шунда уҡ башҡорт эшмәкәрҙәрен
бөтөрөргә
талап иткән,
ләкин РКП(б)
Үҙәк
Комитеты
политик
хәйлә менән ундай аҙымға бармаған,
уның ҡарыуы
Башревком ҡулында милли
властын әҫәрен
лә ҡалдырмаған.

РКП(б)
Үҙәк
Комитеты өлкә
партия комитетына
Башревкомды яңынан төҙөргә
күрһәтмә
биргән. Яңы талап буйынса,
Башревкомда Үҙәккә
кәрәк хәтлем партия вәкилдәре булырға,
Башревком
функцияһын биш кешенән (өс Башревком
кешеһенән, ике ВЦИК
кешеһенән)
торған
президиум
үтәргә, Башревкомдың һәр ҡарарын
ВЦИК-тан
билдәләнгән махсус
вәкил раҫларға
һ.б. тейеш булған 116.
Үҙәктең ошо
күрһәтмәһе
буйынса, РКП(б) өлкә комитеты ултырыш
үткәреп,
тейешле ҡарар ҡабул иткән. Шул
уҡ ултырышта
Йомағолов һәм башҡалар партиянан
сығарылған. Шунан тыш, Йомағолов, кире
ҡайтыу
хоҡуғынан мәхрүм ителеп, Мәскәүгә
ебәрелгән.
Раҡайҙы ултырыш бер тауыштан атырға
хөкөм иткән 117.

Үҙәк
Совет хөкүмәте һәм уның Бәләкәй
Башҡортостанда эшләгән вәкилдәре
Шәмиғолов төркөмөнөн барлығын, уның
башҡортҡа ҡаршы эш алып барғанын инҡар
иткән, шуның менән үҙҙәренең алдаҡсы
һәм бысраҡ икәнен фаш иткән. Башревком
төҙөгән комиссия ҡулға алынған кешеләрҙең
ғәйебен бик күп документ нигеҙендә
иҫбат итеп, Үҙәкте дөрөҫлөккә һәм
ғәҙеллеккә саҡырып ҡараған, ләкин Үҙәккә
ғәҙеллек кәрәкмәгән, сөнки ғәҙеллек
күрһәтеп, үҙен-үҙе фашлай алмаған.
РКП(б)-ның Ырымбур губкомы 1920 йылдың 26
ғинуарында РКП(б) Үҙәк Комитетына ебәргән
докладында, оятһыҙ яла һәм ялған, мыҫҡыл
һәм дошманлыҡ менән башҡортто яманлаған,
Башревкомдың ҡылығын үҙенсә аңлатҡан
булған. «Күрәһең, тиҙҙән, Бөтә Башҡортостан
совет съезынан һуң, үҙҙәренең ҡоларын
һиҙеп, — тиелгән был докладта, — улар
Коммунистар партияһы һәм уның иң яҡшы
эшмәкәрҙәренең үҫә барған йоғонтоһон
емерергә маташа... Уларҙың
был сығышы «уңмаған политиктарҙың»
Башҡортостандағы бөтә партия эшен
ҡыйратырға маташыуҙан
башҡа бер ни ҙә түгел». Әммә
шунда
уҡ, әҙ генә аҫтараҡ, бөтөнләй ошоноң
киреһе яҙылған: «Милләтселәрҙең (йәғни
Башревкомдың)
йоғонтоһо башҡорт
ярлылары араһында
сиктән тыш
ныҡ
үҫә.
Бындай шартта съездың
ниндәй булырын әйтеүе
ҡыйын түгел»118.
Тимәк,
«тиҙҙән ҡоларын һиҙгән» «уңмаған
политиктар»
Башревкомда түгел, рус-татар
төркөмөндә
йөрөгән. Рус һәм татар коммунистарының,
шул
иҫәптән Ырымбур губкомы әйткән «иң
по­пуляр»
Шәмиғоловтың, башҡорт халҡында
бер абруйы
ла, бер ҡатнашлығы ла, бер йоғонтоһо
ла
булмаған, шуға улар алдағы Бөтә
Башҡортостан
совет съезында һәләкәткә осрауҙан иҫ
киткес
ҡурҡҡан, һәләкәттән һуң власты баҫып
алыуы
ауыр булырын белгән. Шул хәлгә юл ҡуймаҫ
өсөн
улар юрамал бәләкәй мәсьәләне ҙур
итеп ҡабартып,
оло конфликт ҡуптарып, Башревкомды
юҡ иткән. Әлбиттә, улар элекке Башревкомды
тотош
юҡҡа сығармаған. Йомағоловты һөрһәләр
ҙә,
Башревком әле ҡалған, ләкин ул Башревкомдың
ҡулында власть бөткән. Башревком ағзалары
бының менән килешә алмай, йә власты
башҡорттоң
үҙ ҡулына бирергә, йәки ялған автономияны
бөтөрөргә талап итеп, юғарғы власть
органдарына
мөрәжәғәт иткән. Ләкин был
талаптарҙың
береһе лә Үҙәктең политикаһына тап
килмәгән.
Үҙ эшен эшләгәс, Үҙәк конфликтты
йомшарта
башлаған булған. Шул рухта
1920 йылдың
14 мартында Стәрлетамаҡта берлектәге
кәңәшмә
үткәрелгән. Кәңәшмәлә РКП(б)
Үҙәк
Комитетының вәкиле Л.Д.Троцкий
ҡатнашҡан. Кәңәшмә ике
яҡты яраштыра алмаған.
Башревкомдың
башҡорт өлөшө менән рус-татар
төркөмө
араһында
дошманлыҡ һаҡланған. Кантондарҙа
ла хәлдәр бик насар булған. Ҡыҙылармеецтар
һәм һәр төрлө ҡыҙыл бандалар
һаман
элеккесә
башҡортто ҡырған, башҡорт халҡын талаған.
Коммунист ячейкалары урындағы Башревком
органдарының эшенә һорауһыҙ ҡул тыҡҡан,
ағзаларын тотоп атҡан. Был енәйәт өсөн
берәү ҙә яуап бирмәгән.

Башревкомды
һәм башҡортто эҙәрләүҙә РКП(б)-ның Өфө
һәм Ырымбур губкомдары ҙур ныҡышмалылыҡ
күрһәткән. Улар башҡортто «совет власының
тоғро эшмәкәрҙәрен ҡыҫыуҙа»,
«Башҡортостандағы рус һәм татарҙарҙың
законлы мәнфәғәтен» ситкә тибеүҙә,
рустарҙы иҙеүҙә ғәйепләгән. Шундай
ялған һылтау менән «башҡорт тенденцияһы»
тигән нәмәне баҫырға башҡортто бөтөрөргә
тырышҡан. Был губкомдар ер мәсьәләһенең
тиҙерәк хәл ителеүен, йәғни рус менән
татарға башҡорттоң ҡалдыҡ-боҫтоҡ һуңғы
ерен таларға мөмкинлек бирелеүен, талап
иткән. Улар, Башҡорт республикаһын төҙөү
«яғыулыҡ һәм сырьенан яҙҙырып, бөтөнләй
критик хәлгә ҡалдырып, төбәктең хужалыҡ
тормошон бик түбәнәйтте, һәм шунан тыш,
республиканың асыҡланмаған сиктәре
ҙур талашҡа килтерҙе», тип раҫларға
маташҡан. Бының береһе лә дөрөҫ булмаған.
Улар Башҡорт республикаһын бөтөрөү
кәрәк икәнлеген иҫбатлар өсөн юрамал
хәлде шулай киҫкенләштереп күрһәткән.
Күрше губернияларҙың губком һәм
губисполкомдары үҙ газеталарында
Башревкомды һәм башҡортто әшәкеләп,
рус, татар һәм башҡа халыҡты тары
ла
көслөрәк террорға ҡотортҡан. Был эштә
шул
уҡ
губернияларҙа һәм Ҡазанда эшләгән
татарҙар
ҙа ҡалышмаған. РКП(б) Үҙәк
Комитеның
Татар-Башҡорт
республикаһы
төҙөү хаҡындағы декреты 1919 йылдың 13
декабрендә юҡҡа сығарылған булһа ла,
татарҙар һаман шул республика өсөн
даулашып, үҙ матбуғаттарында Башҡорт
республикаһына ҡаршы дошманлыҡ агитацияһы
алып барған; башҡорт эшмәкәрҙәренә
шашып һөжүм иткән.

Башревком
өсөн шундай ауыр мәлдә Үҙәк Совет
хөкүмәте Зәки Вәлидовты Мәскәүгә алған
һәм башҡорттарҙың көсөн йәнә нығыраҡ
кәметкән Йомағолов артынса Вәлидовтың
Мәскәүгә алыныуы Башревкомдың башҡорт
өлөшөндә ҙур ризаһыҙлыҡ уятҡан, ләкин
Үҙәк был ризаһыҙлыҡҡа иғтибар бирмәгән.
Башревкомды көсһөҙләндереү уға Башҡорт
республикаһына ҡарата артабанғы
пландарын ғәмәлләштереү өсөн кәрәк
булған.

Башҡорт
республикаһы буйынса ҡоролған планды
ғәмәлләштереү эшенә Башҡорт атлы
бригадаһының, Башҡорт ғәскәренән ҡалған
берҙән-бер хәрби көстөң, Ырымбур эргәһенән
Польша фронтына оҙатылыуы ла туранан-тура
бәйле булған. Мортазин етәкселегендәге
был бригада 1920 йылдың апрель аҙағында
оҙатылып, май башында фронтҡа килеп
еткән һәм шунда уҡ һуғышҡа инеп киткән.
Май уртаһында бригадаға элекке Петроград
фронтындағы Башҡорт ғәскәри төркөмөнөң
ҡалдығынан йыйылған полк ки­леп
ҡушылған. Башҡорт атлы бригадаһы 1920
йылдың 30 ноябренә ҡәҙәр һан һәм ҡорал
яғынан күп тапҡырға көслө поляк ғәскәрҙәре
менән иҫ киткес ауыр һуғыш алып барған.
Бригада бик насар тәьмин ителгән,
артиллерия булмаған, бөтә ҡорал трофей
карабинынан торған, кейем дә
ғәнимәттән килгән, медицина персоналы
юҡ хисабында булған. Рус ғәскәри
берәмектәренә беркетелгән атлы бригаданы,
элекке кеүек
үк,
иң ҡурҡыныс һуғыштарға ебәргәндәр,
нығытмалы дошман позицияларына рустарҙың
йәйәүле ғәскәре алдынан ҡыуғандар.
Бригаданың разведкаһыҙ ебәрелгән ике
полкы 1920 йылдың 24 июлендә Суск ауылы
янында ҡамауға эләгеп, яртылаш юҡ
ителгән. Шулай ҡырылыу арҡаһында һуғыш
бөтөүгә бригадала кеше бик әҙ ҡалған,
шуға күрә 1920 йылдың декабрендә уның
ҡалдығынан булыр-булмаҫ ике полк төҙөлөп,
Россияның көнбайыш сиктәрендә бандиттар
менән һуғышыуға тәғәйеләнгән. «Бандиттар»
менән һуғышып, тағы кешенең яртыһы
үлгән. 1921 йылдың 25 мартына бригаданан
барлығы дүрт эскадронлыҡ һалдат ҡалған,
ләкин улар ҙа
Башҡортостанға ҡайтарылмаған. Оҙаҡламай
уларҙы Ҡыҙыл ғәскәрҙең төрлө ғәскәри
берәмектәренә таратып бөткәндәр. Шулай
итеп, ҡасандыр башҡорт автономияһының
терәге булған Башҡорт ғәскәрен юҡ
иткәндәр.

5.
автономия хаҡындағы килешеүҙең юҡҡа
сығыуы. террор һәм аслыҡ ҡазаһы

1920
йылдың апрель аҙағында, Башревком
председателе Вәлидов Мәскәүгә алынып,
Башҡорт атлы бригадаһы Польша фронтына
ебәрелгән мәлдә, Мәскәүҙә башҡорт эше
буйынса махсус комиссия эшләй башлаған.
Был
комиссия башҡорт автономияһы хаҡында
яңы положение төҙөү менән шөғөлләнгән.
Килешеү шарттарына индерелә торған
үҙгәрештәрҙең асылын белеп,
Вәлидов Башревком ағзаларына
хат яҙған: «Үҙәк хөкүмәт Башҡортостандың
бөтә
экономик байлығын тартып ала һәм дә
уның политик ойошмаларын үҙенә буйһондора,
беҙгә милли-мәҙәни мөхтәриәт рәүешендәге
бер нәмә ҡалдыра». Башревком
ағзалары
1920
йылдың 15 майында яңы үҙгәрештәргә ҡаты
ҡаршылыҡ белдереп, Үҙәккә телеграмма
һуҡҡан. Ләкин уларҙың
ҡаршылығына иғтибар биреүсе булмаған.
1920 йылдың 19
майында
РСФСР
Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм
Халыҡ Комиссарҙары Советы
«Автономиялы Башҡортостан
Совет Республикаһының
дәүләт
ҡоролошо
хаҡында» ҡарар ҡабул иткән. Ҡарарға
ВЦИК Председателе Калинин менән Халыҡ
Комиссарҙары Советының
Председателе Ленин ҡул ҡуйған119.
Вәлидовтың «милли-мәҙәни мөхтәриәткә»
генә ҡалдырыуҙары тураһындағы
һүҙе дөрөҫләнгән һәм был хаҡта ете
башҡорт коммунисы
белдергән ҡәтғи ризаһыҙлыҡҡа яуап
итеп
яҙған аңлатмала Башҡортостан РКП(б)
өлкә комитеты
ап-асыҡ
әйткән: «Башҡорттарға,
– тиелгән
был аңлатмала,
–мәҙәни
үҫеш өсөн киң мөмкинлек бирелә.
Коммунистарҙың
бурысы

автономияның кәрәген бөтөрөү өсөн эш
алып
барыу120.
Мәсьәлә шулай ҡуйылған.
Революцияға
тиклем милли-мәҙәни автономияға
ҡаршы ярһып
көрәшкән В.И.Ленин
революция булып, милли хәрәкәттәрҙе
быуып бөткәндән
һуң мили-территориаль
автономияны
барыбер шуға уҡ ҡайтарып
ҡалдырған, ҡайтарғанда
ла ныҡ сикләп, мәктәп эшен уның ҡарамағынан
тартып алып ҡайтарған. Был автономия
тик йырлау-бейеүгә,
күпмелер кимәлдә әҙәбиәткә генә ҡағылышлы
булып ҡалған. Шуға күрә партия артабан
үҙенең «ғәҙел» милли политикаһын
күрһәтер өсөн шул мәҙәниәт төрҙәрен
киң файҙалана
башлаған,
бүтән күрһәтерлек
бер
милли нәмә
ҡалмаған.

Шулай
итеп, Үҙәк Совет
власы менән
Башҡорт
хөкүмәтенең Автономиялы Совет
Башҡотостаны
тураһындағы Башревкомдың

Ҡырҡа
ҡаршы былыуына ҡарамаҫтан Совет хөкүмәте
тарафынан
бер яҡлы
рәүештә
юҡҡа
сығарылған.
Батша хөкүмәте
өс
йөҙ
йыл буйы тырышып
та
1557 йылғы Грамотаны тотош юҡ
итә
алмаған
булһа,
Совет
хөкүмәтенә
үҙ
ҡултамғаһы менән тәсдиҡланған
дәүләт
актын
ҡыйлыҡҡа сығарып
ташлар
өсөн бер
йыл ваҡыт еткән. Башревком ағзалары
хөкүмәт
ҡарарынан шаңҡып ҡалған. Шулай ҙа
улар ныҡ
алданғандарын аңлай алмаған,
һаман
ысын
автономияны һаҡлауҙан өмөт
өҙөп бөтмәгән,
ҡаршылашып маташҡан.

Был
ваҡытта
кантон
совет
съездарын һәм I
Бөтә Башҡортостан совет
съезын үткәреүгә әҙерлек
барған. Башҡорт
эшмәкәрҙәре шул
съездарҙа
позицияны
нығытып,
власть
көсө менән
хоҡуҡ дауларға
ҡарар
иткән. Съездарға
әҙерлек
эшен
Башревкомдың Үҙәк ойоштороу
комиссияһы
башҡарырға тейеш
булған. Әлбиттә,
демократия
принцибын
әҙ
генә тотҡанда
ла,
бөтә башҡорт
халҡының ихлас
ярҙамына һәм
теләктәшлегенә
таянған башҡорт
эшмәкәрҙәре теләгән уңышҡа
ирешер ине.
Ләкин
РКП(б) өлкә комитеты исеменән эш иткән
Үҙәк
вәкилдәре 1920 йылдың
20
майында
Башревком
төҙөгән комиссияны
ҡабул итмәй, ҡыуып таратҡан,
башҡорттарҙы
съезд үткәреү буйынса
агитаторҙар йөрөтөүҙән
ҡаты тыйған, шулай итеп,
башҡорт эшмәкәрҙәрен
совет органдарына һайлау әҙерлегенән
ситләштергән, бөтә эште үҙ ҡулына алған.
1920 йылдың 27
майында
кантондарға
тараткан
циркуляр хатында Үҙәк вәкилдәре
коммунистар алдына
совет органдарынын, ғәмәлдәге составын
тамырҙан үҙгәртеү бурысын ҡуйған,
«Башҡортостан власында
коммунистар ныҡлы урын алырға тейеш»,
тип күрһәтмә биргән. Улар, РКП өлкә
конференцияһы
Бөтә Башҡортостан совет съезынан алда
үткәрелә, ул съездың көн тәртибен раҫлай.
БашЦИК һәм
БССР халыҡ комиссарҙары советына
кандидаттар билдәләй, шул уҡ тәртип
РКП(б)
кантон конференцияларын һәм кантон
совет съездарын үткәргәндә лә атҡарылырға
тейеш, тип талап иткән. Улар, «съезд
йыйғанда съезға коммунистарҙы үткәреү
өсөн бик тырышырға кәрәк»121,
тип ныҡ әйткән. Ата рус шовинистарынан
һәм ҡанһыҙ енәйәтселәрҙән торған
кантондар шундай ҡаты
күрһәтмә
менән ҡоралланғас, аяуһыҙ көсләк
ҡулланып, кантон совет съездарында
күпселеккә ирешкән һәм үҙҙәренә кәрәк
ҡарарҙар сығарған. Ҡайһы бер
кантон съездарындағына, мәҫәлән
Туҡ-Соран, Арғаяш, Ялан
кантондарында,
башҡорттар күпселек делегат тауышы
алып, Башревкомды яҡлап сығыуға өлгәшкән.
Кантон съездарының дөйөм һөҙөмтәһе
башҡорт эшмәкәрҙәренең ышанысын
аҡламаған һәм шундай ажарлы көслөк
хөкөм һөргәндә, әлбиттә, яҡлай ҙа алмаған.
Бынан һуң
өмөт итер бер нәмә лә ҡалмаған.
Башҡортостандың хужалыҡ һәм экономика
өлкәһендәге автономия хоҡуғын тартып
алыуҙан башланған эш
башҡортто үҙ республикаһында бөтә
политик власть
ҡалдығынан мәхрүм итеү менән тамамланған.
Сараһыҙлыҡтан башҡорт эшмәкәрҙәренең
бөтөнләй күңеле һүрелгән. Бөтә башҡорт
халҡының йән аямай түккән көсө, иҫәпһеҙ
ҡорбаны,
күргән
ғазабы
бушҡа сыҡҡанда, ниҙер эшләп маташыуҙан
мәғәнә
ҡалмаған. Шунда ауыр хәлдең йоғонтоһонан
тәрән ҡайғыға төшкән башҡорт эшмәкәрҙәре
иң һунғы аҙымға аяҡ баҫҡан: 1920 йылдың
16 июнендә эш урынын ҡалдырып, ситкә
таралышҡан. 17
июндә улар Бөрйән-Түңгәүер кантонының
Яңы Усман ауылында кәңәшмә йыйып,
декларация ҡабул иткән.
Декларацияла: «Милли әҙселектең
үҫешенә аяҡ салған рус бөйөк дәүләтселек
тенденцияһы һәм Үҙәктең башҡорт
коммунистарына ышанмауы сәбәпле яуаплы
башҡорт хеҙмәткәрҙәре
Башҡортостанды ташлап китә... Китеүҙең
маҡсаты –
һис тә халыҡ ялпыһын совет власына ҡаршы
күтәреү түгел, ә эш ҡалдырып, рус
шовинизмына ҡаршылыҡ белдереү»122,

тип әйтелгән.

Башревкомдың
эш ташлап китеүен Стәрлетамаҡта һәм
урында эшләгән күп башҡорт хуп күргән.
Уларҙың ҡайһы береһе, шул иҫәптән хөкүмәт
ағзалары һәм етәксе хеҙмәткәрҙәр, шулай
уҡ эш ташлаған. Уларҙың өлгөһөнә Башҡорт
республикаһындағы әҙ-мәҙ башҡорт ғәскәри
берәмектәре эйәргән: был берәмектәр
ҡораллы көйө өйҙәренә таралышҡан.
Башҡорт халкы араһында үҙәк хөкүмәттең
политикаһына ҡарата ризаһыҙлыҡ көсәйгән.

Ғәҙел
милли политика үткәреүсе булып күренергә
тырышҡан РКП(б)-ның политикаһында әҙ
генә ғәҙеллек булып, бәләкәй милләттәрҙең
мәнфәғәттәренә иғтибар бирелгән булһа,
Үҙәк вәкилдәре эш ташлап киткән Башревком
ағзалары менән нисек тә осрашып, был
эштең сәбәбен асыҡларға, аңлашырға
тырышыр ине. Бәлки, башҡорт етәкселәре
ҡаршылыҡ белдергәндә шуға иҫәп тотҡан
булғандыр. Ләкин РКП(б) Үҙәк комитетына
һәм уның вәкилдәренә ундай нәмә
кәрәкмәгән. Улар аңлашыу һәм килешеүгә
мохтаж булмаған, ә тик үҙҙәренең власын
нығытыу яғын ғына ҡараған . Восстание-фәлән
булып ҡуймаһын тип, улар Башҡортостанды
төрлө яҡтан уратып алған Ырымбур, Троицк,
Орск, Преображенск һәм башҡа нығытмалы
нөктәләрҙе (большевиктар тергеҙгән
элекке ҡәлғәләрҙе) яу әҙерлегенә
килтергән, хәүеф хаҡында Волга аръяғы
хәрби округына, Урал эске һаҡлыҡ секторына
хәбәр иткән, шулай итеп хәүефһеҙлек
сараһы күргәс, «ҡасҡан» Башревкомға
ҡаршы яман тауыш күтәргән. Яуаплы партия
хеҙмәткәрҙәре матбуғат биттәрендә
башҡорттарҙы контрреволюцияла «фашлаған»,
үҙҙәренең шовинистик зәһәрҙәрен түккән,
улар шул хәтле күп мәшәҡәт һәм хәүеф
килтергән дошманды еңгәненә тантана
иткән.

1920
йылдың 23 июнендә берҙән-бер ағзанан,
ВЦИК вәкиле П.М.Викмандан, торған РКП(б)
өлкә комитет «президиумы» һәм шунда
ғына билдәләнгән ике яны өлкә комитет
«ағзаһы» менән биш «актив партия
хеҙмәткәре» ултырыш үткәреп, яңы
Башревком төҙөгән. Был яңы
Башревкомда гел рус менән татар ғына
булған. Яңы
Башревкомдың председателе
итеп татар Ф.Мансырев ҡуйылған, Викман
уның урынбаҫары булып алған.
Тағы, 1920 йылдың ғинуарындағы
кеүек,Үҙәктең берҙән-бер вәкиле
республикала власть мәсьәләһен хәл
иткән. Үҙәктең ризалығы менән Викман
төҙөгән яңы Башревком 1920 йылдың 26 июнендә
үҙенең Башҡорт республикаһында
етәкселеккә тотоноуы хаҡында бойорок
сығарған һәм, «Башревкомдың ҡушҡанына
буйһонмаған, ҡаршылашҡан
кешеләр
һуғыш ваҡытындағы закон буйынса язаға
тарттырыласаҡ»123,
тип ҡаты тәнбиһ яһаған. Шул уҡ ваҡытта
яңы Башревком кантон парткомдарына
«уға тулы һәм ысын ярҙам күрһәтергә»,
яңы Башревкомды яҡлап көслө агитация
үткәрергә контревком йәки кантком
ағзалары «ҡасҡан» хәлдә, улар урынына
үҙ кешеләрен ҡуйырға бойороп, телеграмма
таратҡан124.
«Совет Башҡортостанының бөтә
хеҙмәтсәндәренә, бөтә башҡорт ғәскәрҙәренә,
пандар Польшаһына ҡаршы һуғышҡан батыр
башҡорт полктарына» тигән мөрәжәғәтендә
РКП(б) өлкә комитеты элекке Башревком
ағзаларын контрреволюцион эштә,
милли-шовинистик агитацияла ғәйепләп,
үҙен ас башҡорт ярлыларының мәнфәғәтен
яҡлаусы итеп күрһәтеп, «Башҡорт ярлылары
үҙ яҙмышы өсөн тыныс булһын!»125
тип оран һалған. Мөрәжәғәт баштан аяҡ
алдыҡ, ике йөҙлө ялған менән тулы булған.
Башҡортто ул алдай алмаған.

Яны
Башревкомды башҡорт халҡы ҡаты ҡаршылыҡ
белдереп ҡаршылаған. Күпселек ағзаһы
башҡорттан торған ҡайһы бер кантон
ревкомдары яңы Башревкомды белергә
теләмәгән. Үҫәргән кантонының председателе
Сабирйән Усаров яңы Башревкомға ҡаршылыҡ
белдереү йөҙөнән председателлек
вазифаһынан баш тартҡан. Бер нисә көндән
уны ҡулға алып атҡандар. Ҡулға алыу,
атыу бөтә Башҡортостан республикаһында
яңынан шашып киткән. Рус, татар, сыуаш
һәм башҡа килмешәк халыҡ башҡортто
бөтөрөүгә яңы һылтау табып, ҡотороуҙың
сигенә сыҡҡан. Аяуһыҙ репрессия менән
бер ыңғай бөтә урында башҡорт ауылдарының
ерен баҫып алыу киң таралған.

Яңы
Башревком элекке Башревкомдың эш
һөҙөмтәһен
юҡ итеүгә ҡыҙыу тотонған. Башҡорт ғәскәре
төҙөлә, имеш, ул совет власына ҡаршы
сығырға әҙерләнә, имеш, тигән ялған
хәбәрҙән ҡурҡып, яңы Башревком менән
РКП(б) өлкә комитеты бөтә Волга аръяғы
хәрби округын аяҡҡа баҫтырған. «Дошмандың»
фарази тупланған урынына Преображенск
нығытмалы нөктәһенән тиҙ генә ҙур
разведка отряды ебәрелгән. Уның артынса
хәрби округтың революцион советы шул
уҡ ергә аҡ гвардия бандаларын бөтөрөүгә
тәғәйенләнгән махсус ҙур атлы ғәскәр
ебәргән. Республиканың
башҡа райондарында ла
ҡораллы
отрядтар эш иткән.
Улар яңы Башревкомға ҡаршы
булған
башҡорттарҙы һыпырып кулға
алған, атҡан, язалаған.
Шундай шартта III
өлкә партия
конференцияһына һәм I Бөтә
Башкортостан
совет
съезына ашығыс әҙерлек барған.

Элекке
Башревком киткәс,
РКП(б)
Үҙәк
Комитетының
инициативаһы менән
I Бөтә Башҡортостан
совет съезын саҡырыу
буйынса Үҙәк
ағзаһы һәм
урындағы ике
татарҙан
торған яңы
комиссия төҙөлгән. Комиссия съезд
саҡырыу
хаҡында манифест
сығарған.
Манифест
башынан
аҙағына тиклем
оятһыҙ
ялған һәм
яла
менән тулы булып, уны
яҙған кешеләрҙең
бик намыҫһыҙ икәнен
асып
күрһәткән126.
Манифеста:
«Башкортостан беренсе
башлап
һүҙ менән түгел, ә эш менән Көнсығыштың
иҙелгән халыҡтарын һәм бөтә донъяға
таралған
колонияларҙы
азатлыҡҡа саҡыра», «бөтә донъяны
иҙеүсе
(империалистик) буржуазияһы автономиялы
бәләкәй халыҡтың
был
беренсе съезын
йөрәге
ҡалтырап, ҡото
осоп ҡаршылаясаҡ»,

тип әйтелгән, ә шул саҡта
был
«автономиялы
бәләкәй
халыҡ» ҡот осҡос
эҙәрләнгән, аслыҡтан һәм
ҡыҙыл башкиҫәрҙәрҙең ҡулынан
ҡырылған. Манифеста,
тулы, ысын автономия
«контрреволюцион
сигенеш, айырымланған (шуның
өсөн дә
көсһөҙ) ваҡ милли дәүләттәрҙең үҙ-ара
дошманлашҡан иҫке донъяһына кире ҡайтыш
була», «ундай автономия ҡотолғоһоҙ
рәүештә батша бөйөк дәүләтселегенә,
йәғни иҫке деспотик иҙгенлеккә, алып
бара һәм алып барырға тейеш» һ.б., һ.б.,
тиелгән, ә ғәмәлдә «бөйөк дәүләтселеккә»
һәм
«деспотик иҙгенлеккә», ҡанлы террор
һәм
бәйһеҙ
золомға большевиктарҙың иғлан иткән
үҙ
милли политикаһынан баш тартыуы,
башҡорттоң
автономия хоҡуҡтарын тартып алыуы
килтергән.

1920
йылдың июлендә Мәскәү вәкилдәре
етәкселегендә III өлкә партия конференцияһы
булған.
Конференцияла
РКП өлкә комитеты яңынан һайланған.
Өлкә комитеты президиумына Шәмиғолов
та ингән.

Партия
конференцияһы үткәс тә, 1920 йылдың 25
июлендә, I Бөтә Башҡортостан Совет съезы
йыйылған. Съезд
тотош тигәндәй коммунистарҙан торған.
Делегаттар араһында башҡорттар булмаған.
Республиканы ойоштороу съезында төп
халыҡтан бер генә вәкил дә ҡатнашмаған.
Шәмиғолов әйтеүенсә, тәүҙә делегаттарҙың
күпселеге тиерлек башҡорттарҙан
һайланған булған, ләкин һайланғандарҙың
ҡайһы береһен улар милләтсе тип ҡулға
алған, шунан һуң ҡалғандары ҡурҡышып
ҡасып бөткән, ҡасҡандар урынын тотош
рус һәм татар биләгән127.
Шундай яуызлыҡ ҡылыу өсөн «ҡасҡан»
Башревком һылтау ғына
булған, ғәмәлдә РКП(б) органдары үҙенә
кәрәк эште эшләгән: һис кем менән бүлешмәй
ҡаты власть
урынлаштырған. Уларға милли автономия
үҙе түгел, исеме генә кәрәк булған. Шуға
күрә милләттең үҙ ҡатнашлығынан башҡа
«милли» республиканы һаҡлау уларға
ғәжәп тойолмаған.

Советтар
съезы ерҙе дәүләтләштереү хаҡында ҡарар
ҡабул иткән, ВЦИК һәм Халыҡ Комиссарҙары
Советының автономиялы дәүләт ҡоролошо
тураһындағы 19 май ҡарарын
хуплаған Башревком урынына республиканың
юғарғы власть органы итеп Үҙәк
совет
башҡарма
комитеты
(БашЦИК) һайланған һәм Башҡортостан
халыҡ
комиссарҙары советы
төҙөлгән. БашЦИК менән
Башсовнарком «тотош
коммунистарҙан торған,
ул коммунистар
ниндәй
милләттән булһа
булған,
тик башҡорттан
булмаған»128.
Съезд урындағы советтарҙы
башҡорттарҙан
таҙартыу өсөн яңынан һайларға
ҡарар
иткән.

БашЦИК
һәм Башсовнарком
председателе итеп
Шәмиғолов һайланған һәм ул
тиҙ үк асыҡтан-асыҡ
көслөк
ҡулланырға
тотонған.
Ул
власты
баҫып алыуға ризаһыҙлыҡ
белдергән
бөтә
халыҡҡа
ҡаты репрессия
үткәрә
башлаған; генерал-губернатор
Обручев
заманындағы
кеүек,
көнсығыш
башҡорттарын
мәжбүри
рәүештә тотош
игенселеккә күсерергә тотонған, нисә
йыл буйы
таланып тамам
бөлгән
халыҡтың ҡапыл
игенселеккә
күсер
өсөн
малы ла, ҡорал-ҡорамалы ла, бер мөмкинлеге
лә
юҡлығын иҫәпкә алмаған;
ул малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға
иген разверсткаһы
(булған
игенде тотош
тартып алыу) индергән һ.б., һ.б.

Башҡорт
республикаһын
мәсхәрәгә,
мыҫҡылға
әйләндергән
май-июнь
ваҡиғалары,
рус
һәм
татар
төркөмдәренең
шовинистик эште тағы
ла нығыраҡ көсәйтеүе,
ҡабат
тергеҙелгән
нығытмалы
хәрби
нөктәләрҙең (батша
ҡәлғәләренең) ҡотороноуы, үҙенән
үҙе ойошоп, бер
кемгә лә буйһонмаған «партизан»
отрядтары
һәм совет органдарының аяуһыҙ
баш-баштаҡлығы
һ.б.,
һ.б. — шулар бөтәһе
лә башҡорт халҡында
нәфрәт уяткан. Бәләкәй
Башҡортостанда, бигерәк тә
уның
көньяҡ-көнсығышында, буталыш
һәм
хәрәкәт башланған. I Бөтә Башҡортостан
Совет съезы БашГК-ға «контрреволюцияға
ҡаршы
көмлө
көрәш алып барырға, контрреволюционерҙарҙы
йәшергән кешеләргә ҡаты яза
бирергә» ҡушҡан. Шул уҡ ваҡытта съезд
башҡорт халҡынан ҡаҡшатҡан көслөк һәм
йәбер-золомдо бөтөрөү яғын ҡарамаған,
был йыртҡыслыҡты ул тейеш тип һанаған.

I
Бөтә Башҡортостан Совет съезының ҡарарын
үтәр өсөн БашЧК
башҡорттар буталышҡан яҡҡа В. Поленов
етәкселегендә
ҙур отряд ебәргән. Шул уҡ районда Руденко
етәкселегендәге бер ҙур
отряд дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәшеп
йөрөгән. Был отрядтарға ярҙам итер өсөн
урындарҙа теләһә ниндәй рус
колонизаторҙарынан «коммунистик отряд»
тигән нәмәләр төҙөлгән.

БашЧК
һәм РКП(б) өлкә комитеты вәкиле Поленов
тәғәйенле ергә килеп еткәс тә, 1920 йылдың
1 авгусында, беренсе бойороғон сығарған129.
Бойороғонда ул Бөрйән-Түңгәүер кантонының
территорияһын хәрби хәлдә тип иғлан
иткән,
граждандарҙың, урындағы ойошма һәм
власть
органдарының бөтәһенә «банданы»
бөтөрөргә ярҙам итеү, айырым «шайка»
һәм
«дезертирҙар» күренгән йәки торған ер
хаҡында
кисекмәҫтән хәбәр итеү бурысын йөкмәткән,
«бандиттарға» ял итер урын йәки
аҙыҡ биреп ярҙам иткән өсөн шунда уҡ
атыу һәм мал-мөлкәткә конфискация яһау
менән ҡурҡытҡан. Поленов ҡул
ҡуйған бойороҡ, һис шикһеҙ, республиканың
юғары власть органдары, йәғни РКП(б)
өлкә комитеты БашЦИК һәм БашЧК, тарафынан
эшләнгән
булған.
Бойороҡтоң йөкмәткеһе Советтар съезы
ҡуйған талапҡа тотош тап килеп торған.

Кантон
территорияһында хәрби
хәл иғлан итеп,
Поленов кантон съезында һайланған
башҡарма
комитетты ҡыуып таратҡан,
башҡарма комитеттың
ҡайһы бер ағзаларын
атҡан,
ҡалған
ағзалар
ҡасып бөткән. Поленов
төҙөгән хәрби совет
бөтә власты үҙ ҡулына
алған. Поленов кантондың
диктаторына әйләнгән.
Кантон
башҡарма
комитеты председателе
Шәһит Хоҙайбирҙиндең
һуңынан һөйләүенсә,
ғәмәлдәге
хәл һис
бер
ҡаты сара ҡулланыуға
сәбәп
бирмәһә лә, Поленов менән
Руденко
отрядтары
һәм тирә-яҡтан йыйылған «коммунистик
отрядтар»
башҡорттарҙы аяуһыҙ һуя
башлаған.
Карателдәр халыҡты талаған. донъяһына
тентеү
һалған, бөтә мөлкәтенә конфискация
яһаған, иҫәпһеҙ ҡулға алған,
төркөм-төркөмөн бер юлы тотоп атҡан.
«Дезертирҙар»ға
урын һәм
аҙыҡ
биргән өсөн, хатта
ирекһеҙҙән
биргән булһа
ла,
карателдәр ауылдарҙы яндырған, балаларҙы
штык
менән сәнсеп
утҡа
ташлаған, сараһыҙ
башҡортто
һыпырып ҡырған. Уларҙың ҡанлы
туйҙары аяуһыҙлыҡ
яғынан XVIII быуаттағы батша карателдәре
ҡылған эштән һис тә айырылмаған.

БашЦИК
председателенең урынбаҫары
татар Мансырев
каратель операциялары үткәрелгән
урындарҙа
булып, Поленов менән Руденконың эшен
тотош хуплаған. Халыҡты һыпырып ҡырыу
һәм талау дауам иткән. Шундай хәлдә
башҡорттоң
бергә
ойошоп карателдәргә ҡаршы тороуҙан
башҡа сараһы ҡалмаған. Башҡорттарҙың
берләшкән
көсөнә
элекке Башревком ағзаһы С.Ш.Мырҙабулатов
етәксе булып алған. Башҡорт хәрәкәте
көсәйгән,
ләкин ул пассив булған, яу төҫөн
алмаған. Башҡорт
отрядтары һөжүм алып бармаған,
улар
тау юлдарын
биләп, карателдәрҙе
башҡорт
ауылдарына
үткәрмәй
торған.
Властар
был
хәрәкәтте
үҙенең
аяуһыҙ
көсөнә,
бәйһеҙ хөкөмөнә ҡаршы
сыҡҡан
өсөн восстание тип
ҡабул
иткән.
Башҡорттоң
ҡаршы
тороуы карателдәрҙе
сығырынан
сығарған,
улар ысын
һуғыш
аскан. Республика
хөкүмәте
хәрби хәрәкәт
барған
ергә
ҡыҙыл
ғәскәрҙең
регуляр
частарын
туплай
башлаған. Тағы
ла яманыраҡ саралар күреп,
ул баш күтәргән башҡортто
ут һәм
яу менән баҫтырып ҡуймаҡ булған.

Ленин
етәкселегендәге РКП(б)
Үҙәк Комитеты башҡортҡа ҡаршы алып
барылған каратель операцияларын өндәшмәй
генә хуплап ятҡан, ләкин был операциялар
һуғыш төҫөн ала башлағас, политикаһын
бер аҙ үҙгәртергә мәжбүр булған
ул Башҡорт
республикаһынан башҡоттарҙың хас
дошманы Шамиғоловты саҡыртып алған һәм
үҙенең
вәкиле
П.Н.Мостовенкоға
башҡорттар менән мөнәсәбәтте
йомшартыу,
хәрәкәтте үҙ ара килешеү
юлы менән туҡтатыу
сараһын күрергә ҡушҡан.
Шул йомошто
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 14