Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 12

Süzlärneñ gomumi sanı 3360
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1591
28.7 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
43.7 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
ҡылыусы итеп күрә... Беҙ үткән хаталарҙы
төҙәтергә һәм башҡорт халҡын үҙебеҙгә
ауҙарырға
тейеш. Башҡорт контрреволюционерҙары
менән
көрәшкәндә
һис тә башҡорттарҙы иҙеп байыған
рус
күскенселәренә таянырға ярамай...»98.

Был
хаҡта Революцион хәрби совет ағзалары
Куйбышев менән Новицкий ҡул ҡуйған, ә
Көньяҡ ғәскәрҙәр теркөмөнөң командующийы
Фрунзе ҡул ҡуймаған: уны башҡорт халҡының
фажиғәһе борсомаған, ул һөжүмдә аяуһыҙ
көс
менән
еңергә өмөт тотҡан, башҡорттарҙың яҡшы
мөнәсәбәтенә мохтаж булмаған.

Ҡаты
һуғыш һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл ғәскәр 1919
йылдың авгусында бөтә Башҡортостан
территорияһын баҫып алған. Башҡортостан
алты тапҡыр ҡанлы һуғыш ҡырына әйләнгән.
Хәҙер һуғыш үтеп киткән, ә башҡорттоң
күҙендә бөтә кисергән мәхшәрҙең ҡот
осҡос эҙе ҡатып ҡалған. Ләкин бының
менән башҡорттарҙың күрәсәге әле
бөтмәгән.

4.
БАШРЕВКОМДЫҢ АВТОНОМИЯНЫ ҒӘМӘЛЛӘШТЕРЕҮ

ЭШЕНДӘГЕ
ТЫРЫШЛЫҒЫ.

ҮҘӘК
ҺӘМ УРЫНДАҒЫ
ВЛАСТАРҘЫҢ ҠАТЫ
ҠАРШЫЛЫҒЫ

1919
йылдың август уртаһында Бәләкәй
Башҡортостанға эвакуациянан
Башревком ҡайтып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында
урынлашҡан. Башревком председателе
вазифаһын 1919 йылдың 18 майында һайлап
ҡуйылған Харис Йомағолов башҡарған
(тәүҙәге Әхмәт-Зәки Вәлидов урынына),
председателдең беренсе урынбаҫары
М.Ҡулаев, икенсе урынбаҫары Г.Ҡарамышев
булған. Башревкомда комиссариаттар
эшләгән. Шул иҫәптән Ситке бәйләнеш
комиссариаты төҙөргә уйлағандар. Юғарғы
Халыҡ Хужалығы Советы
(Совнархоз) президиумының
1919 йыл
12 июнь ҡарары
менән Башревком янында Башҡортостан
Совнархозы
төҙөлөп, уның председателе
итеп
Г.Ҡарамышев
ҡуйылған. Башкортостан
Совнархозы тулыһынса
Юғарғы
Совнархоз бойондороғонда булған. Уның
ҡарамағына урындары әһәмиәткә генә эйә
булған, йәки, дөрөҫөрәге, һис ниндәй
экономик әһәмиәткә эйә булмаған,
ваҡ хужалыҡтар ғына бирелгән. Шул уҡ
ваҡытта Юғарғы Совнархоз теләгән бер
ваҡытта теләгән бер хужалыҡты үҙенә
тартып алырға хоҡуҡлы булған.

Башревкомдың
Стәрлетамаҡҡа килеүе башҡорт халҡын
уятып, политик йәһәттән активлаштырып
ебәргән. Башҡорттар Башревкомды үҙҙәренең
берҙән-бер законлы хөкүмәте итеп ҡаршы
алған һәм уның ҡушҡанын ғына иҫәпкә
алып, бер һүҙһеҙ үтәй башлаған, параллель
рәүештә эшләгән губерния властарының
бойороғына буйһонмаған. Колчак яғында
йөрөгән башҡорттар
төркөм-төркөм
булып, тотош батальондары менән үҙ
хөкүмәте яғына сыға башлаған. 13
апрелдән бирле аҡтар яғында йөрөп, дүрт
ай эсендә оло бригадаға әйләнгән Мортазин
пол­кы ҡыҙылдарға сығыу өсөн ҡаты
шарт ҡуйған:

а) ҡоралһыҙландырмаҫҡа,
мыҫҡылламаҫҡа, атмаҫҡа
һәм
командирҙарҙы үҙ урындарында ҡалдырырға;

б) ҡаршылау
өсөн
Башревком һәм совет командованиеһы
вәкилдәре
менән ике-өс башҡорт совет
полкын ебәрергә;

в) сыҡҡандан
һуң
заводтарҙын, йәки рус күскенселәренең
ауылдарына
урынлаштырмаҫҡа.

Ошо
шарттарҙы
үтәмәгән хәлдә Мортазин үҙ бригадаһы
менән
ҡаҙаҡ далаларына сығып китергә
ниәт тотҡан.
Ләкин ҡыҙылдар бригаданы тыныс
ҡаршы
алған, күрәһең, Мортазиндың яҙ көнө
биргән
һабағынан фәһем алғандар. 1919 йылдың
24 авгусында
ҡыҙылдар яғына сыҡҡан был
бригаданы
шунда уҡ Көнсығыш фронтҡа
оҙатҡандар,
һуңынан,
август аҙағында, уны Урал
фронтына
күсергәндәр. Бригадаға тынғы бирмәгәндәр.

Башревком
эш
башлап, Башҡоргостан республикаһына
күсә
торған территорияны, мөлкәтте,
эштәрҙе ҡабул итер
өсөн Ырымбур, Пермь, Өфө
губревкомдары менән
бәйләнешкә ингән һәм
улар яғынан шунда
уҡ яман ҡаршылыҡҡа осраған.
Губревкомдар Башҡорт
республикаһына
урын бирмәҫкә тырышҡан,
бөтә көсө менән
Башревком эшенә аяҡ салыу
маҡсатын ҡуйған. Тапшырыу
һәм ҡабул итеү
мәсьәләһе
буйынса тәүге ултырыш 1919 йылдың 18
авгусында Өфө губревкомында булған.
Ултырышта губревком башҡорт вәкилдәренең
талабын кире ҡағып, тапшырыу эшен
ҡатмарлы бер бюрократик мәшәҡәткә
әйләндерә торған ҡарар ҡабул иткән, ә
аҙаҡ һәм башҡа төрлө нәмә әҙерләү
аппаратын тапшырыуҙан бөтөнләй баш
тартҡан. Өфө губревкомы был баш тартыуын
аҙыҡ әҙерләү эшенең мөһимлеге менән
аңлатып маташҡан. Ырымбур губревкомы
Башревкомдың Стәрлегә килеп төшөүе
менән унда башҡорт автономияһының хас
дошмаңы Ғәли Шәмиғоловты коммунистар
фракцияһының председателе итеп ебәргән
һәм уның менән берлектә башҡортҡа ҡаршы
көслө эш башлаған. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур
губревкомы аҙыҡ әҙерләү эшен бөтөнләйгә
үҙендә ҡалдырыу хаҡында Үҙәк менән
һөйләшә башлаған. Бөтә Россия Үҙәк
Башҡарма Комитетының (ВЦИК-тың) Өфө
губернияһындағы вәкиле, әгәр кемдер
берәү уға ҡаршы эш алып барһа, ҡулындағы
бөтә власть көсөн файҙаланып, тейешле
сара күрәсәге хаҡында ҡаты иҫкәртеп
ҡуйған. Башревкомға республикала үҙ
власын урынлаштырырға юл бирмәҫ өсөн
бөтә нәмә эшләгән. Таланған, бөлгән,
астан ҡырылып ятҡан башҡорт халҡын
ҡотҡарыр өсөн ашығыс сара күрер саҡта,
улар Башревкомдан иң элек аҙыҡ эшен
тартып алырға тырышҡан.

Ни
хәтле аяҡ салһалар ҙа, Башревком ҙур
тырышлыҡ менән янып, бөтә көсөн биреп
эшләгән. Кадрҙар мәсьәләһенең ауырлығына
ҡарамаҫтан, Башревком комиссариат һәм
бүлектәренең эшен яйлау, кантондарҙа
ревком һәм милиция органдары төҙөү,
улар менән даими бәйләнеш булдырыу,
төрлө ҡарар һәм бойороҡтар таратыу,
күрше губревкомдар менән элемтә ойоштороу
кеүек бик күп эш башҡарған. 26
августа Башревком Башҡортостан Совет
Республикаһында етәкселекте үҙ ҡулына
алыуы хаҡында фарман сығарған. Башревкомдың
был ҡыйыулығы, һорауһыҙлығы рус менән
татарҙа яман асыу һәм ҡаршылыҡ уятҡан.
РКП(б)-ның Өфө губерния
комитеты
секретары
Нимвицкий асыу һәм нәфрәткә тулышып,
1919 йылдың 14 сентябрендә булған губком
пленумында, «башҡорттар етәкселек
кимәленә бөтөнләй үҫеп етмәгән», тип
белдергән, шулай итеп, батша администрацияһы
һәм аҡтар хөкүмәтенең бөйөк дәүләтсе
ата шовинистары менән тулыһынса фекерҙәш
икәнен фаш иткән. Нимвицкий хатта
Башревком аппаратына кадрҙар етмәүен
дә мыҫҡылға алған, был ауыр хәлде рус
колонизаторлыҡ политикаһының һәм
революциянан һуңғы аяуһыҙ ҡыҙыл террорҙың
әсе һөҙөмтәһе тип уйлай белмәгән.
Секретарь Нимвицкий тәҡдиме менән шул
пленум Башҡорт республикаһының тереклек
нигеҙен ҡыйратыуға, уға ҡаршы рус халҡын
ҡотортоуға һәм республикала власты
баҫып алыуға йүнәлтелгән ҡарар
ҡабул иткән Был йәһәттән Өфө губерния
властырының ынтылышы Ырымбурҙыҡыларҙың
ынтылышы менән тотош тап килгән..

Ырымбур
губерния башкарма комитеты һәм РКП(б)-ның
губерния комитеты 1919 йыл 20 сентябрҙә
ВЦИК Президиумы Председателе М.И.Калинин
ҡатнашлығында ултырыш үткәргән. Шул
ултырышта губком секретары Акулов
Башревкомға яла һәм бысраҡ яғып, урындағы
ойошмалар Башҡортостан республикаһына
ҡаршы булды. Килешеүҙән һуң ирекһеҙҙән
генә уны таныны, тип асыҡ әйткән. Ул
Башревком эсенә рус
эшмәкәрҙәрен индереүҙе талап иткән,
Баш­ҡортостан
республикаһына баш булырға дәғүәләшкән.
Председатель Калинин уға ҡаршы һүҙ
әйтмәгән, тимәк, тулыһынса уның фекеренә
ҡушылған.

Күрше
губерния властарының дошманлык эшенә
Бәләкәй
Башҡортостандың үҙендәге рус һәм
татар
эшмәкәрҙәре ныҡ ярҙам иткән. Уларҙы
үҙәк һәм губерния властары ҡоротҡослоҡ
өсөн юрамал килтереп тултырған. Был
эшмәкәрҙәр ҡотороноп Башкортостан
республикаһына ҡаршы агитация алып
барған, төрлө яуызлыҡтар эшләгән.
Урындағы коммунистик ойошмалар милләт,
ер, территория ҡаршылыҡтары нигеҙендә
башҡорт власть органдарына һуғыш иғлан
иткән. Улар ғәҙәттән тыш комиссия (ЧК)
һәм трибунал бурысын үҙләштереп,
башҡорттарҙы теләгәнсә ҡулға алған,
атҡан, башҡорт милиция органдарын
ҡоралһыҙландырған, мал-мөлкәт һәм аҡса
талаған, башҡорт халҡын аяуһыҙ эҙәрләгән.
Башҡорт власть органдарының ул бандиттарға
ҡаршы торор көсө булмаған. Башҡортостан
ерендә һуғыш бөтөп, республика етәкселегенә
Башревком килеү менән башҡорт халҡының
ғазабы бөтмәгән. Террор ҙа, аслыҡ та
элеккесә дауам иткән. Аслыҡ 1919 йылдың
көҙөнән бигерәк ҡурҡыныс төҫ алған.

Ике
йыл буйы вәхшиҙәрсә талау һәм көсләү
арҡаһында былай ҙа бик ярлы йәшәгән
башҡорт халҡы тамам бөлгән, һәләкәт
сигенә килеп баҫҡан: ауылдар яндырылған,
мал ҡыуылған, һаҡлыҡ аҙыҡ таланған, бөтә
мөлкәт һәм игенселек ҡоралдары яттар
ҡулына таралған. Меңәр-меңәр башҡорт,
күбеһенсә эш эшләр йәштәге ирҙәр, һуғышта
үлгән һәм һаман үлеү өҫтөндә булған,
үртәлгән ауылдарҙа аслыҡтан һәм тифтан
ҡырылып сараһыҙ халыҡ ҡына ҡалған. Шул
ваҡыттағы бер мөрәжәғәттә башҡорт халҡы
тураһында: «һеҙҙең көнөгөҙ ҡот осҡос
хәҙер... Балаларығыҙ аслыҡ-яланғаслыҡтан
үлә. Ҡатындарығыҙ тәнен ҡаплар нәмә
тапмай сыр-яланғас көйө мискә эсендә
ултыра, төндә генә сығып йөрөй»99,

тип яҙылған. Шул хәлдән ҡотолор
әмәл
булмаған. Халыҡ
тотош өй
эсе, тотош
ауылы
менән
үлгән. Хужалыҡты тергеҙер, экономиканы
йүнләр
өсөн башҡорттоң бер сараһы
ла
ҡалмаған. Совет хөкүмәте башҡорт халҡының
тотош
һәләк булғаны өсөн үҙ өҫтөнән ғәйепте
төшөрмәк
булып, бер аҙ ярҙам күрһәтергә уйлаған.
РСФСР
Халыҡ Комиссарҙары Советы 1919
йылдың
6 октябрендә Ленин ҡултамғаһы менән
ҡарар
сығарған. Ул ҡарарҙа: «Башҡорт Совет
Республикаһының,
аҡ Колчак бандалары айырыуса ныҡ
ҡоторонған өс районындағы халҡы
сиктән
тыш ауыр хәлдә булыу сәбәпле, кисекмәҫтән,
ғәҙәттән тыш дәүләт сараһы рәүешендә,
Башҡортостан территорияһындағы аҡ
гвардия ҡылған көслөк һәм ҡырғын
ҡорбандарына ярҙам ойошторорға...» —
тип әйтелгән. Был ҡарарҙа башҡорт
халҡының һәләкәтле хәле өсөн бөтә ғәйеп
оятһыҙ рәүештә колчаксыларға ауҙарылған,
ә ғәмәлдә эштең бөтөнләй киреһенсә
булғанын һәр кем белгән. Хатта уларҙың
үҙ кешеһе, Ҡырғыҙ ревкомының председателе
С.С.Пестковский, Председатель Калинин
алдында: «Ҡыҙыл
армия
үткән саҡта башҡорттар бик күпкә ҙурыраҡ
ҡаза күрҙе»100,
— тип әйткән. Шул фажиғәле
заманды башынан үткәргән ололар әле
булһа, аҡтар ул хәтле булманы, иллә
ҡыҙылдар яман
ҡанһыҙ
булды, тип һөйләй. Бөтә халыҡ алдында
аҡтарҙың
ҡотороноуы тураһында әйтеп,
үҙҙәренең
һаман дауам итеп ятҡан йыртҡыслыҡтары
хаҡында
өндәшмәҫ өсөн ниндәй оятһыҙ
булыу
кәрәк. Шул ваҡытта башланған оятһыҙлыҡ
һәм
ике йөҙлөлөк бара-бара улар ҡорған
бөтә система
өсөн ҡағиҙәгә әйләнеп киткән.

Халыҡ
Комиссарҙары Советының ҡарарын үтәү
рәүешендә башҡорттарға ярҙам итер өсөн
«Башкирпомощь» тигән ойошма төҙөлгән.
Ысын мохтажлыҡ менән сағыштырғанда был
ярҙам бөтөнләй бәләкәй булған. 1920 йылдың
ғинуарынан сентябренә ҡәҙәр 90 мең бот
иген, 200 мең, аршын тауар бирелгән 101,
шуны ас-яланғас башҡортҡа бүлһәң, иң
күп тигәндә һәр кешегә 1,4 кг иген һәм
0,2 аршын тауар тура килгән. Ләкин тамсы
хәтле генә шул ярҙам да башҡорттоң үҙенә
теймәгән. «Башкирпомощь ойошмаһына
етәкселек итеп, бөтә эште башҡарған
кешеләр үрҙән түбәнгә тиклем рус булған.
Улар, «рус, немец, татар һ.б. күскенсе
кулактар тарафынан ҡол ителгән» 102ас
башҡортто түгел, ә иң элек үҙҙәренең
туҡ ҡарынлы рустарын ҡайғыртҡан, бөтә
ярҙамды шуларға тотонған. Ошо иҫ киткес
ғәҙелһеҙлек хаҡында Башревком ВЦИК-ка,
Ленинға, Сталинға доклад яҙып,
«Башкирпомощь» ысын мәғәнәһендә рус
шовинистарының ойошмаһына әүерелде,
башҡорт халҡына ул бөтөнләй ярҙам итмәй,
рустарҙы Башҡорт республикаһына ҡаршы
ҡотортоу менән генә шөғөлләнә, «башҡорттар
өсөн төҙөлгән приюттар ҡоро башҡорт
балаларын үлтерә»103,
тип хәбәр иткән. Башревком бер нисә
тапҡыр Үҙәккә «Башкирпомощ»ты үҙ
ҡарамағына биреуҙәрен үтенеп мөрәжәғәт
иткән. Әлбиттә, ундай үтенес үтәлмәгән,
сөнки Үҙәк башҡорт халҡына ярҙам итеү
эшен башҡорттоң үҙенә ышанып тапшырырға
теләмәгән.

Башҡорт
халҡы һәләкәтле хәлдә булыуға ҡарамаҫтан,
Совет хөкүмәте уның әле һаҡланып ҡалған
кеше көсөн тулыһынса үҙ мәнфәғәтенә
рус революцияһын ҡурғау өсөн –
файҙаланған.Ҡатын-ҡыҙ,
бала-саға астан үлгәндә, өй хужаһы ирҙәр
ғәскәргә алынып фронтҡа оҙатылған.

1919
йылдың сентябрь башында Урал фронтына
аҡ казактарға ҡаршы Мортазиндың атлы
бригадаһы ебәрелгән. Ул декабрь уртаһына
тиклем сикһеҙ ҡаты һуғыш алып барған.
һуғышҡан осорҙа уның 2700 кешеһенән яу
ҡырында һәм тифтан 2000-гә яҡын кешеһе
үлгән.

Шул
уҡ сентябрь башында төҙөүле башҡорт
ғәскәри берәмектәренең барыһы ла Ленин
бойороғо буйынса Петроград фронтына
ҡыуылған. Фронтта Башҡорт ғәскәри
төркөмө ойошторолған, төркөм эсендә
бөтәһе 10 меңгә яҡын кеше һуғышта
ҡатнашҡан. Башҡорт төркөмөн һуғыштың
иң ҡурҡыныс ерҙәренә, йыш ҡына ысын
үлемгә ебәрер булғандар. Мәҫәлән, һис
бер разведка мәғлүмәте булмаған көйө
дошман ҡулына оҙатылыу сәбәпле Иляпурская
ауылы янында 3-сө йәйәүле полктың бер
батальоны ҡамалып, тотош юҡ ителгән.
Ошо урында ирекһеҙҙән И.К.Кирилловтың
1735 йыл кабинетҡа ебәргән доношениеһы
иҫкә төшә. Ул унда, башҡорттарҙы хеҙмәткә
ебәрергә кәрәк, «унда булған саҡтарында
ҡатындары ауырһыҙ ҡалыр,ә үлгәне бөтөнләй
ҡайтмаҫ. Бөтә дәүләттә электән шул
политика тотолған..., хеҙмәт бурысы итеп,
ә ғәмәлдә өйҙә кәрәкмәгәндәре өсөн,
бөтә ерҙә уларҙы ғәскәр алдынан үлемгә
ебәргәндәр», тип яҙған. Шулай итеп
күрәләтә ҡырыу арҡаһында, Петроград
эргәһендәге һуғыш бөтөүгә Башҡорт
ғәскәри төркөмө тотош һәләк булған.
Төркөмдән иҫән
ҡалған
900 кешене бер полкка йыйып, 1920 йылдың
майында Польша фронтына оҙатҡандар.

Башҡорт
һалдаттары алыҫ фронттарҙа совет власын
һаҡлап һәләк булғанда, Башҡортостандың
үҙендә, ярҙам итеү урынына, астан һәм
тифтан ҡырылған башҡорт халҡын аяуһыҙ
иҙгәндәр Башревкомды эҙәрләгәндәр.
Башревком Килешеү шарттарын ныҡ һаҡлап,
республикала Совет власын ғәмәлләштерергә,
Үҙәктең талаптарын үтәргә тырышҡан. Ул
ҡаршылыҡтарҙы тыныс юл менән хәл итеү
саралары күргән,
эшләргә һәм, бирелгән хоҡуҡ кимәлендә
генә булһа ла,
автономияны бойомға ашырыуға мөмкинлек
бирһендәр өсөн ҡулынан килгән бөтә
нәмәне үтәгән. Ләкин башҡорт халҡының
дошмандары нәҡ шул автономияның бойомға
ашыуын теләмәгән. Улар Килешеүҙе хатаға
һанаған, башҡорт автономияһының
бөтөрөлөүен талап иткән. Башҡорт
автономияһына ҡаршы көрәштә рус менән
татар берҙәм булған, уларҙңн тик көрәшеү
сәбәбе генә бер булмаған: татарҙар
башҡорттоң автономия төҙөп, татар
йотоуынан ҡотолоуына түҙә алмаған, ә
рустар «берҙәм һәм буленмәҫ» Россияны
һаҡларға тырышҡан. Был йәһәттән бөйөк
дәүләтсе рус шовинисы булған большевиктар
колчаксыларҙан айырылмаған, ләкин
үззәренең төп маҡсатын, коммунистик
төҙөлөш РСФСР хужалығының берҙәмлеген
талап итә тигән тезис менән йәғни һаман
да шул башҡортҡа көсләп тағылған үҙ
мәнфәғәттәре менән, ышыҡлап маташҡандар.
Большевиктар «Россия халыҡтарынын
айырылып, үҙ аллы дәүләт төҙөр дәрәжәләге
ирекле үзбилдәләнеш хоҡуғы» хаҡында
үҙзәре иғлан иткәнен бөтөнләй онотҡан,
«шул хоҡуҡты кире ҡағыу һәм ғәмәлдә
үтәлешен тәьмин итерлек сара күрмәү
баҫҡынсылыҡ һәм аннекция
политикаһын яҡлауға тиң»,
«ирекле
рәүештә айырылыу хоҡуғын кире
ҡағыу
туранан-тура батшалыҡ политикаһын
дауам итеүгә
килтерә», тигән Апрель
конференцияһының резолюцияһы
ла
уларҙың иҫенән сыҡҡан. Улар оятһыҙ
рәүештә
шул уҡ аннекция, шул уҡ батшалыҡ
политикаһын
дауам иткән. Ленин үҙе үк Башҡортостанды
рус колонияһы тип әйткән. Шул
колонияны
һәм баҫып алынған башҡа ерҙәрҙе
большевиктар Россияның айырылғыһыҙ
өлөшә тип
һанаған,
үҙҙәрен колониаль ерҙәрҙең тулы хоҡуҡлы
вариҫы тип белдергән.

Башҡортостанда
алған йүнәлеш урындағы большевиктарҙың
баш-баштаҡлығынан ғына булмаған, ул
йүнәлеште үҙәк Совет хөкүмәте билдәләгән
һәм Россияның бөтә колониаль халыҡтарына
ҡарата үткәргән. 1917 йылдың декабрендә
үк, тимәк революциянан һуңғы пропагандистик
декларациялар ваҡыты үткәс тә, В.И.Ленин
Россия
империяһының ситтәрендә милли
тенденцияларҙын көсәйеүенә ирек
ҡуймаҫҡа, айырылыу маҡсатындағы һәр
ынтылышты ҡорал көсө менән баҫырға ҡаты
юл алған. Башҡортостандағы большевиктар
шул юлға ярашлы рәүештә эш иткән
башҡорттоң һәм
Башревкомдың
бәләкәй генә үҙ аллы эшен дә улар
милләтселек тип, айырылырға тырышыу
тип иҫәпләгән һәм контрреволюцияға
тиңләгән. Улар башҡорт һәм ғөмүмән совет
автономияһын ваҡытлы бер бәлә тип
белгән, шул бәләгә ҡайһы бер хәл
арҡаһында, иң элек үҙҙәренең үк көнсығыш
политикаһы мәнфәғәтендә, бер аҙ түҙергә
кәрәк тип һанаған. Көнсығыш
илдәрендә –
Һиндостан, Афғанстан, Иран, Төркиә кеүек
күп илдә –
революцион Россияның милли мәсьәләне
хәл итеүе менән бик ҡыҙыҡһынғандар.
Шуға күрә
көнсығыш
илдәр һәм халыҡтарға ҡарата ҙур пландар
ҡорған большевиктар улар алдында матур
йөҙлөк (фасад)
ҡороуға
оло әһәмиәт биргән, шул йөҙлөктә актив
хәрәкәте менән танылып өлгөргән башҡортто
төп урындарҙың береһенә ҡуйған. Тышҡы
йөҙлөк артында большевиктар башҡортҡа
ҡаршы көрәш алып барған һәм Башҡортостанда
бөтә власты үҙ ҡулына алырға тырышҡан.

Шундай
шарттарҙа 1919 йылдын 8-11 ноябрендә
Стәрлетамаҡ ҡалаһында РКП(б)-ның I Бөтә
Башкортостан конференцияһы булған.
Күршеләге Ырымбур, Өфө, Екатеринбург,
Силәбе РКП(б)-губкомдары Башҡорт
республикаһының партия үҙәген ойоштороу
эшенә ныҡлы
тәьҫир
яһар был конфернцияға алдан ук әҙерлек
алып Комитетының рөхсәте менән улар
Ырымбурҙа ошо
мәсьәлә буйынса бергәләп кәңәшмә
үткәргән алдынан Ырымбур губкомының
секретары Акулов шунда ҡатнашлыҡ
итергә
ҡаты тәҡдим яһап,
күрше
губернияларға телеграмма һуҡҡан
һөҙөмтәлә Ырымбур, Өфө, Силәбе
губернияларының вәкилдәре
РКП(б)-ның Бөтә Башкортостан конференцияһында
тулы хоҡуҡлы делегат булып ҡатнашҡан,
шуның менән улар үҙ партия уставын
оятһыҙ рәүештә боҙған. Шундай законһыҙ
юл менән рустар һәм татарҙар күпселек
тауыш алып, РКП(б) өлкә комитетына үҙ
кешеләрен һайлаған. Был комитетҡа хатта
Башревком председателе Йомағолов та
«үҙ дошмандарының дипломатик ярҙамы
арҡаһында ғына»104үтеп
киткән. Башҡорт
республикаһының
партия үҙәген ҡулға
төшөрөп,
рус-татар эшмәкәрҙәре
бөтә көсөн Башревкомды
баҫып
алыуға йүнәлткән. Был өлкәлә улар үҙәк
Совет хөкүмәте менән бергә эшләгән.

Апрель
конференцияһының резолюцияһында «киң
өлкә автономияһы, юғарынан күҙәтеүҙе
бөтөрөү вәғәҙә итеүенә ҡарамаҫтан,
башҡорттарға көсләп тағылған шарт
буйынса, ВЦИК Башревкомға тулы хоҡуҡлы
ағза сифатында үҙенән ике вәкил ебәрергә
хаҡлы булған, ләкин икәү менән генә ул
сикләнмәгән. Шунан башҡа,
1919
йылдың 15 сентябрь ҡарары менән ул
Башҡортостанға үҙенән
Аҙыҡ халыҡ комиссары
ебәрергә
хоҡуҡ алған
һәм, Башревкомдың
ҡаршы булыуы менән иҫәпләшмәй, шул
вазифаға
Өфө
губревкомының ағзаһы А.М.Дудникты
ҡуйған.
РКП(б) Үҙәк Комитеты ла
үҙ кешеләрен
Башревкомға һәм обкомға урынлаштырған.
Шундай
вәкилдәр, күп тауыш биләүҙән
тыш, Үҙәктең делегаттары
булараҡ, ҙур
көскә эйә
булған
һәм Башревкомға
һәр ваҡыт
ҡаты баҫым яһаған.
Шундай вәкилдәрҙең береһе
Ф.
Н.Самойлов, һуңынан үҙе яҙғанса, хатта
Килешеү бар икәнен
дә, кемден Башревком председателе
икәнен дә
белмәгән 105.
Күрәһең, вәкил
итеп билдәләнгәндә, уға
берҙән-бер күрһәтмә бирелгән булған:
«Тот та ебәрмә!» Шул күрһәтмәне ул
ысынлап та
ҙур
тырышлыҡ менән үтәгән.

Башревком
агитацион (өгөтсө) аппарат ҡына булып
ҡалырға теләмәгән. Килешеү нигеҙендә
бирелгән автономияны ул ысын мәғәнәһендә
аңлаған һәм, шунан сығып, мөмкин тиклем
үҙ алдына эшләргә тырышҡан. Ул бөтә
көсөн һалып автономия
дошмандарының
һөжүменә
ҡаршы торған
һәм ике як араһындағы мөнәсәбәт
барған
һайын киҫкенләшкән. Башревком
бер нәмәлә
хаталанған: ул башҡортҡа
ҡаршы алып
барылған
яман
һөжүмде урындағы эшмәкәрҙәрҙең
генә
эше тип уйлаған һәм үҙәк Совет хөкүмәтенең
килешеү шарттарын тоғро үтәренә ышанып,
унан
ярҙам һораған, ләкин ярҙам ала алмаған.

Республикалағы
тартыш Башревкомдың
Ситке
элемтә бүлеге ойоштороу хаҡында ҡарар
ҡабул
итеүенән һуң киҫкен һынылыш нөктәһенә
еткән.
Был булек тураһындағы мәсьәлә яңы
булмаған.
Башревкомдың структураһын билдәләгәндә
тәүҙән үк, 1919 йылдың 23 февралендә, Ситке
эштәр
комиссариаты төҙөү хаҡында һүҙ булған.
Икенсе
мәртәбә был мәсьәлә Башревком
ултырышына
1919 йылдың 17 майында, өсөнсөгә

20 октябрендә ҡуйылған. Аҙаҡҡы ултырышта
комиссариат
түгел, ә Башревком председателенең
үҙ
ҡарамағындағы бер бүлек ойошторорға
ҡарар ителгән. Был ҡарарҙарҙың береһенә
лә
үҙ
ваҡытында
үҙәк хөкүмәт һәм уның, урындағы
вәкилдәре
ҡаршы килмәгән.
Башревком
раҫлаған
положение буйынса, Ситке
элемтә
бүлеге РСФСР-ға
ингән совет республикалары менән
хоҡук,
сауҙа, хужалыҡ һәм финанс бәйләнештәре
урынлаштырырға тейеш
булған. Автономияны
ысын мәғәнәһендә аңлап,
Башревком
үҙен РСФСР
эсендә бөтә башҡорт эшен,
шул иҫәптән Бәләкәй
Башкортостан
менән башҡа
республикалар
араһындағы
бәйләнеште, ғәмәлләштерергә
бурыслы
тип һанаған. Ул Килешеү
шарттарына
ҡаршы килерлек бер маҡсат
та ҡуймаған. Иң
зыянһыҙ, ябай бер
теләктән
сығып,
Башревком
президиумы 1920
йылдың 12 ғинуарында
күптән
һөйләп
киленгән
баяғы
Ситке элемтә бүлеген
ойошторған һәм К.М.Ракайҙы
мөдир итеп
билдәләгән. Рус-татар төркөмөнә шул етә
ҡалған: улар был эштә «тулыһынса
айырылыуға тәүге аҙым» яһалғанын күреп,
Башревкомды быуырға
булған. Икенсе көнөнә үк был төркөм
РКП(б) өлкә комитетында ашығыс ултырыш
йыйған.

РКП(б)
өлкә комитеты тулы хоҡуҡлы үҙ ағзаларын
кәрәк булғанда һәм кәрәк хәтлем
Башревкомға индерергә ҡарар ҡабул
иткән һәм шунда уҡ тәүге ағза итеп
Артемды (Ф.А.Сергеевты) тәғәйенләгән,
шуның менән ул Башревкомдың
теләгенән тыш уның составын билдәләү
хоҡуғын үҙенә үҙләштергән.
РКП(б) өлкә комитеты ҡаты бойороҡ
рәүешендә: «Коммунистарҙың а) айырылыу
тураһында агитация алып барырға, б)
асылда
айырылыуға килтерерлек саралар тураһында
агитация алып барырға хаҡы юҡ», –
тип
үҙ ҡарарына яҙып ҡуйған. Ул Ракайҙы бөтә
яуаплы эштән алырға ҡарар иткән,
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш комиссияһы
(БашЧК) председателе итеп Башревкомда
һайланған кеше урынына үҙенекен
раҫлаған106.Ҡарарҙың
бөтә пункты Башревком ҡулынан власты
тотош тартып алыуға йүнәлтелгән.

Ғәмәлдә
автономияны бөтөрөү өсөн эш эшләнеп
ятҡанда, Башревкомға тейешенсә ҡаты
сара күреүҙән башҡа юл ҡалмаған һәм ул
иң элек башҡортҡа ҡаршы дошманлыҡ
менән ярһыған татарҙар төркөмөн
ҡыйратырға булған. Шундай
төркөмдөн
барлығы бер кемгә лә сер булмаған, ул
үҙ эшен асыҡтан-асыҡ алып барған һәм
маҡсатын
йәшермәгән. Уның барлығын 1920 йылдын
26
ғинуарында
РКП(б) Үҙәк Комитетына ебәргән
докладында
Ырымбур губкомы ла дөрөҫләгән һәм уның
баштан уҡ етәксе
башҡорт эшмә-
кәрҙәрен
ҡыуырға йүнәлтелгән эшен
ихлас күңелдән
хуплаған107.Татар
төркөмөнөң етәксеһе
F.Шәмиғолов
булған. Был мишәр революциянан
һуңғы
иң тәүге көндәрҙән башлап, башҡорт
милли
хәрәкәтенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш
асҡан. Уның
инициативаһы менән 1918 йылда Башҡорт
хөкүмәте
төрмәгә
ултыртылған һәм ВБРС
ҡыуып таратылған.
Башревком звакуациянан ҡайтҡас,
ул
үҙенең яуыз эшен дауам итер өсөн тиҙ
генә
Ырымбурҙан
Стәрлетамаҡҡа күскән. Башҡорттоң
бөтә булмышына дошман булған көйө
Шәмиғолов,
әшәкелектең сигенә сығып, рус етәкселәренә
үҙен башҡорт тип танытҡан*.

Стәрлетамаҡтағы
Үҙәк вәкилдәре политик хәйлә йөҙөнән
Шәмиғолов төркөмөнә инмәгән, улар оло
хакимлек юғарылығын һаҡлап, эште
үҙ
алдына алып барған, ләкин Шәмиғоловты
ныҡ яҡлаған һәм уның менән тығыҙ
бәйләнештә булған.

Башревком
1920 йылдың 14 ғинуар ултырышында
татар төркөмөнөң авантюраһын ҡырҡа
киҫер
өсөн иң актив дүрт ағзаһын, шул иҫәптән
Шәмиғоловты,
ҡулға алырға ҡарар иткән һәм
16
ғинуарҙа иртәнге сәғәт дүрттә үҙ ҡарарын
еренә
еткергән. Шул уҡ ваҡытта Башревком
уларҙың
йәнен алырға уйламаған, ә
башҡарылған
сара хаҡында тиҙ генә ВЦИК-ка,
Ленинға, Троцкийға,
Сталинға телеграмма һуғып,
ҡулға
алынған
кешеләрҙе бөтә эше менән бергә тикшереү
өсөн РКП(б) Үҙәк Комитетына оҙатырға
булған. Башревком һаман әле
үҙәк Совет хөкүмәтенә
ышанған һәм үҙенең ҡарарында:
«Беҙ
был төркөмдөң политикаһын үҙәк
Совет хөкүмәте
һәм юғарғы РКП органының политикаһы
тип, БССР-ҙы ҡыйратыу инициативаһы
Үҙәктән килә тип, һис кенә лә уйлай
алмайбыҙ»,—
тип яҙған. Башревком шул сара
менән тик
ғәҙеллек табырға, автономияны һаҡларға
тырышҡан,
ә, ул саҡта һәм хәҙер баһаланғанса,
бер
ниндәй фетнә лә, восстание ла күтәрмәгән.
Башревком
тыныс маҡсат ҡуйған, шуға
күрә ғәскәри
берәмектәргә һәм кантон идараларына
тыныслыҡ
һаҡларға, әүәлгесә революцияны ҡурғарға
өндәп, телеграмма таратҡан108.
Ләкин
ҡаршы
яҡтағылар конфликтты тыныс юл
менән хәл
итергә теләмәгән.

Шәмиғолов
төркөмөнөң дүрт
кешеһен ҡулға
алыу Үҙәк вәкилдәрен, Самойлов менән
Артемды,
яман ярһытып ебәргән. Улар тиҙ
генә Стәрлетамаҡтың
төрлө ойошмаһынан һәм
күрше губернияларҙың
ҡалаға килгән өйәҙ эшмәкәрҙәренән
10 коммунист йыя һалып, бөтөнләй
хоҡуҡһыҙ
шул кәңәшмәлә: «Йомағолов менән
Имаҡовты
партия судына биреп, партия тәғәйенләгән
бөтә партия
һәм совет эшенән бушатырға,
ошо
хаҡта Үҙәк
Комитетҡа
хәбәр
итергә... Йомағоловты
Мәскәүгә саҡыртып
алыуҙарын
талап итергә» 109,

тип
ҡарар сығарған.
Самойловтың РКП(б) өлкә комитеты исеменән
кантондарға
таратҡан
циркуляр хатында: «Стәрлетамаҡта
берҙән

бер иректә ҡалған Самойлов иптәштең
һәм РКП Үҙәк Комитетының вәкиле Артемдың
ҡарары менән...» 110
— тип әйтелгән. Был факт автономиялы
хөкүмәттең ни кимәлгә
ҡуйылғанын
асыҡ
күрһәтә: бер кеше йәки ике кеше
уны туҙҙырып
ташларға хаҡлы һаналған һәм юғарғы
инстанция уларҙың эшен законлыға
иҫәпләгән.

Шул
уҡ көндө, 16
ғинуарҙа,
Самойлов менән
Артем
был ваҡиға хаҡында Халыҡ Комиссарҙары
Советы һәм Ҡурғаныу Советы председателе
Ленинға, Төркөстан фронты командующийы
Фрунзеға хәбәр иткән һәм шул көндө үк
Ленин Йомағоловҡа телеграф аша «Эште
урынбаҫарға тапшырып, һис кисекмәҫтән
аңлатма биреү өсөн Мәскәүгә килеп
етергә111
бойороҡ ебәргән, ә
Фрунзе
Ырымбур нығытмалы районының коменданты
Каширинға Стәрлетамаҡҡа ҙур атлы отряд
ебәрергә бойороҡ биргән, Стәрлетамаҡ
ко­менданты Файгелгә, ҡулға алынған
кешеләрҙе һис кисекмәҫтән сығарырға
партия судына бирелгән
Йомағоловтың бер әмерен дә үтәмәҫкә,
тип телеграмма һуҡҡан112.
Ырымбур нығытмалы районының коменданты
Каширин да Йомағоловты ҡурҡытып
телеграмма ебәргән113.
Ырымбур эргәһендә торған Башҡорт
бригадаһын ул
бик көслө
күҙәтеү
аҫтына алған, телеграфҡа махсус цензура
ҡуйған, командир Мортазинды
бригаданан айырған. Ғәҙәттәгесә,
конфликтҡа күрше
губерния
властары килеп ҡыҫылған, улар
бөтә башҡорт
эшенә туранан-тура ҡатнашыуҙы үҙҙәренең
бурысы
һанаған. Улар РКП
Үҙәк
Комитетынан
«иң
яҡшы
партия эшмәкәрҙәренең иркенә ҡул һуҙған
«авантюристарға»
иң
ҡаты
сара
күрергә талап иткән. Башҡорт
республикаһындағы Үҙәк вәкилдәре,
Төркөстан фронтыньң ҡулға алынған
иптәштәрҙе кисекмәҫтән сығарырға тигән
бойороғон үтәмәй тороп,
Башревком менән Башҡортостандың законлы
власть вәкиле тип һөйләшә алмауҙары
тураһында ультиматум яһаған. «Федератив
республиканың берҙәм Ҡыҙыл
ғәскәр командованиеһынан килгән
бойороҡто утәмәү,
тиелгән был ультиматумда, РСФСР менән
БССР араһындағы килешеүҙең иң төп бер
шартын боҙоу булып тора»114.
Ахыры килеп, улар Килешеү бар икәнен
иҫенә төшөргән, ләкин шунда ла уның
йөкмәткеһен үҙ файҙаһына яраҡлаштырып,
боҙоп күрһәткән: Килешеүҙә
хәрби властарҙың бойороғона буйһонорға
тигән шарт булмаған,
киреһенсә, республикалағы властың
тулыһынса
Башревкомға күсеүе хаҡында әйтелгән.
Мәскәү хөкүмәте һәм уның вәкилдәре
Килешеүгә теләгәнсә төҙәтмә индерергә
һәм Башҡорт хөкүмәтен бер
һүҙһеҙ
буйһонғанда
ғына законлы тип
һанарға
үҙҙәрен хаҡлы
иҫәпләгән.
Фрунзе
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 13