Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 10

Süzlärneñ gomumi sanı 3349
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1472
28.4 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.4 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.6 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
«Беҙ башҡорттар, ерҙе, съезд ҡарар
иткәнсә, социалләштереү менән дә,
демократтар ҡуйғанса, дәүләштереү менән
дә риза түгел. Беҙҙең ер үҙебеҙҙә ҡалдырыу
ғына түгел, алдыҡ Һәм көслөк менән беҙҙән
тартып алынған бөтә ер кире ҡайтарылырға
тейеш». Ләкин яңы власть органдарында
башҡорттар ҡуйған талапты аңларға ла,
яҡларға ла теләмәгәндәр. Был органдар,
элеккеләре кеүек үк, Башҡортостанда
рус алпауыттары һәм күскенселәрҙең
мәнфәғәтен яҡлаған, ул ғына етмәгән,
яңы күскенселек тулҡыны һәм яңы
баҫҡынсылыҡ өсөн уңайлы шарттар
булдырған.

Шул
ваҡытта милли мәсьәлә буйынса үҙ
программаһы менән большевиктар сыҡҡан.
Үҙҙәренең 24-25 апрелдә үткәргән VII Бөтә
Россия (Апрель) конференцияһында улар
резолюция ҡабул иткән. Был резолюцияла:
«Россия эсенә ингән милләттәрҙең
барыһына ла ирекле рәүештә айырылып,
үҙ аллы дәүләт ҡороу хоҡуғы бирелергә
тейеш. Шул хоҡуҡты кире ҡағыу һәм ғәмәлдә
үтәлешен тәьмин итерлек сара күрмәү
баҫҡынсылыҡ һәм аннексия политикаһын
яҡлауға тиң»89
тип әйтелгән. Большевиктарҙың революцияһы
Ваҡытлы хөкүмәт белдереүҙәренән ҡырҡа
айырылып торған һәм башҡорттар теләгенә
тулыһынса яуап биргән. Шунан тыш, ул
резолюция большевиктарҙың милли
политикала II съездарынан (1903 йылдан)
бирле үҙгәрмәгәнен күрһәткәндәй булған
һәм
ихласлығына ышандырған. Шуның өсөн
башҡорттар
большевиктарҙың власть
өсөн көрәшеүен хуп күргән һәм еңеүен
теләгән. Большевиктарҙың Апрель
конференцияһында
ҡабул иткән резолюцияһына
таянып, башҡорттар
милли
- территориаль
үҙбилдәнешкә ныҡлы йүнәлеш алған. 1917
йылдың майында Бөтә Россия мосолман
съездында башҡорт делигацияһы территориаль
үҙбилдәләнешкә ирешер өсөн, аграр
мәсьәләне башҡорт хужалығының ихтыяжы
һәм талабына ярашлы рәүештә хәл итер
өсөн көрәшәсәктәре хаҡында асыҡтан
асыҡ белдергән.
Шул
ваҡытта улар үҙбилдәләнеште, Апрель
конференцияһының резолюцияһындағыса,
юғарынан күҙәтеү аҫтында тотолмаған
киң автономия менән генә сикләргә мәжбур
булған, сөнки иҫ киткес ҙур көстәр ҡаршы
торғанда үҙ аллы дәүләт булып айырылыу
тураһында хыяллана алмаған. Татарҙар
шул уҡ съезда Эске Россия һәм Себер
мосолмандарына милли-мәҙәни автономия
алыу фекерен ярһып яҡлаған, ни өсөн
тигәндә уларҙың үҙ милли територрияһы
һәм милли территорияль мәнфәғәте
булмаған, улар ғәмәлдә панисламизм
байрағы аҫтында үҙҙәренең әүәлге
хакимлеген тергеҙергә тырышҡан.

Бөтә
Россия мосолман съезындағы башҡорт
делегацияһы (иллеләп кеше) , автономия
һәм ер хаҡында һөйләшер өсөн айырым
ҡоролтай йыйырға ҡарар итеп , әҙерлек
комитеты төҙөгән. Комитетҡа ингән
Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Сәғит Мерәсовтың
ҙур тырышлығы менән 1917 йылдың 20 июлендә
Ырымбурҙа I Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы
йыйылған. Ҡоролтайға, Өфө, Ырымбур,
Һамар, Пермь губернияларынан башҡорттоң
төрлө социаль төркөм вәкилдәре килгән.
Ҡоролтайҙа юғары милли власть органдары
ойошторорға, айырым башҡорт ғәскәре
төҙөргә ҡарар ителгән.

Бер
ай үтеүгә, 1917 йылдың 25 авгусында, Өфөлә
II Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы йыйылып,
айырым башҡорт исемлектәре буйынса
Бөтә Россия учредитель (ойоштороу)
йыйылышына һайлауға әҙерләү мәсьәләһен
ҡараған. Башҡорт Мәркәз шураһы әҙерлек
эшен тиҙерәк бөтөрөп, Учредитель йыйылышы
асылмаҫ элек Башҡортостан автономияһын
иғлан итмәк һәм шуның менән автономияны
танырға уны мәжбүр итмәк булған.

Ул
арала, Учредитель йыйылышы асылғанға
тиклем, Россияла революцион
хәл юғары көсәргәнеш алған.
1917 йылдың
25
октяберендә социалистик революция
ҡубып, Ваҡытлы хөкүмәт төшөрөп ташланған.
Власты большевиктар баҫып алған.

1917
йылдың 2 ноябрендә яңы хөкүмәт. В.И.Ленин
председателлегендәге
Халыҡ Комиссарҙары Советы, “Россия
халыҡтарының хокуғы хаҡындағы декларация”
ҡабул иткән. Декларация больщевиктарҙың
элек иғлан иткән “Россия
халыҡтарының айырылып, үҙ аллы дәүләт
төҙөр дәрәжәләге ирекле үҙбилдәләнеш
хокуғын” дөрөҫләгән.

Совет
хөкүмәте биргән хоҡҡуҡа таянып, Башҡорт
Мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә
Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерниялырындағы
бөтә башҡорт территорияһын Россия
республикаһының автономиялы өлөшө тип
иғлан иткән.
Автономия иғлан иткән Башҡорт Мәркәз
шураһы Россиялағы ҡара-ҡаршы торған
политик һәм хәрби көстәрҙең конфликтына
ҡатышмау яғында ныҡ торған. Был позиция
шураның 1917 йыл 11 ноябрҙә сығарған беренсе
фарманында асыҡ сағылған. Ул фарманда
әйтелгән: “Башҡорт халҡына, тиелгән,
сәйәси төркөмдәрҙең эшенә ҡыҫылып,
көстө тарҡатыу һис тә ярамай, сөнки
ҡыҫылыу башҡорт халҡының милли – ерле
автономияһын ғәмәлгә атҡарыуға тотҡарлыҡ
яһар ине... беҙ большевик та, меньшевик
та түгел, беҙ башҡорт. Беҙ кем яҡлы ла
түгел. Беҙ үҙебеҙ яҡлы”.

1917
йылдың 8-20 декәбрендә Ырымбурҙа үткән
III Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы иғлан
ителгән Башҡортостан автономияһын
раҫлаған, Башҡорт хөкүмәтен һайлаған
һәм башҡа мөһим мәсьәләләр хәл
иткән.
Был
тарихи
ваҡиғаға
башҡорт халҡы иҫ киткес ныҡ ҡыуанған.
Бөтә башҡортто, уның бөтә социаль
төркөмөн уртаҡ ҡыуаныс берләштерелгән.
Автонимияла, үҙ хөкүмәтендә башҡорттар
иҫәпһеҙ ҡорбан биреп, икһеҙ-сикһеҙ ғазап
сигеп, буаттар буйы яулаған азатлыҡ
хыялының тормошҡа ашыуын күргән. Милли
азатлыҡ көрәшендә шул замандағы рус
йәмғиәтен ике дошман лагерына бүлгән
социаль ҡаршылыҡ кеүек эске ҡаршылыҡ
башҡорт халҡына ят булған. Төп маҡсатҡа,
милли азатлыҡ, өлкәшкәнгә тиклем бер
ниндәй синфи мәнфәғәт айырмалығы башҡорт
халҡын бүлгеләй алмаған.

Башҡорт
автономияһының хас дошманы булып баштан
уҡ татарҙар ҡалҡып сыҡҡан. Улар
башҡорттарҙы милли-мәҙәни мосолман
автономияһы төҙөүгә кәртә ҡуя торған
сепаратив эштә ғәйепләп, ҡаты һөжүм
асҡан. Асыуҙарынан ярһып, улар хатта
III Бөтә Башҡортостан ҡоролтайын хәрби
көс менән ҡыуып таратырға маташҡан.
Эштәре барып сыҡмағас, улар Башҡортостан
автономияһы төҙөүгә ҡырҡа ҡаршылыҡ
белдереп, ҡоролтайға ультиматум яһаған.
Ҡоролтай уларҙың ультиматумын кире
ҡаҡҡан. Ләкин татарҙа башҡортҡа ҡаршы
эш ҡылыуын туҡтатмаған һәм уларҙың яуыз
эше ахыр сиктә башҡорт халҡын ҙур
фәжиғәләргә килтергән.

Иғлан
итеү менән генә милли автономияны
ғәмәлләштереп булмағанын башҡорт
хөкүмәте яҡшы аңлаған. Башҡорттар
большевиктарынҙың Апрель конференцияһындағы
резолюцияла, үҙ билдәнеш мәсьәләһе
партия тарафынан “һәр айырым осраҡта
тик уҙенә башҡа хәл ителә”, тип шарт
ҡуйғанын белгән. Башҡорттар шулай уҡ
Башҡортостандың үҙендәге ҡатмарлы хәл
менән дә иҫәпләшмәй булдыра алмаған.
Татарҙың яман мөнәсәбәте, Башҡортостандағы
ярты халыҡты тәшкил иткән рус һәм башҡа
килмешәктәрҙең дә башҡорт автономияһына
ҡырҡа ҡаршы былыуы, Башҡортостан
территорияһының большевиктар менән
контрреволюцион казактар ҡул аҫтына
ҡалып, ике өлөшкә бүленеүе көс еткеһеҙ
ҡыйынлыҡҡа килтергән. Шуға күрә башҡорттар
иғлан ителгән автомияны рәсми рәүештә
раҫлатыр өсөн Совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт
итергә һәм шуның менән билдәләнгән сик
эсендә автономиялы Башкортостандың
юридик нигеҙен нығытырға булған. Милли
үҙбилдәләнеш хоҡуғы хаҡында бөтә донъяға
иғлан ителгән Совет хөкүмәтенең һис
бер тотҡарлыҡ һәм ҡаршылыҡһыҙ башҡорт
автономияһын
раҫларына
башҡорттар шикләнмәгән. Мәсъәләнең
анһат хәл ителеренә ышынған Башҡорт
хөкүмәте 1918 йылдың ғинуар башында
Петербургка Учредитель йыйылышҡа
барырға тейеш булған Башҡорт Мәркәз
шура вәкиле Шәриф Манатовҡа Халыҡ
Комиссарҙары Советының председателе
В.И.Ленин менән иғлан ителгән раҫлау
хаҡында һөйләшергә ҡушҡан. Манатов
В.И.Ленин менән шул мәсьәлә буйынса 1918
йылдың 7 ғинуарында һөйләшкән. Һөйләшкән
саҡта В.И.Ленин әйткән: “Беҙ башҡорт
хәрәкәтен беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән
контрреволюцион хәрәкәткә һанамайбыҙ...
- тигән. – Беҙ көнсығыш халыҡтарының
милли хәрәкәтен бик тәбиғи һәм кәрәк
тип һанайбыҙ. Көнсығыш халыктары социаль
революцияға милли революция аша ғына
килә ала”89.
Шундай дөрөҫ һүҙҙәр әйтһә лә, В.И.Ленин
ҡәтғи ҡуйылған мәсьәлә тураһында
һөйләшеүҙән ялтарған һәм шунда уҡ үҙенең
власы һәм абруйы менән баҫым яһап,
Манатовты башҡорт эштәре менән
туранан-тура шәғөлләнеүҙән ситләштергән.
Шулай итеп Манатовтың, “талап ителгән
автономияны хуплаған хәлдә башҡорт
хәрәкәте Советтарға ҡаршы йүнәдтелмәҫ,
ә Дутовҡа ҡаршы көрәштә
бик ҙур көс булыр”,
тип асыҡ әйтеүенә ҡарамаҫтан,
Россияның ул дәүерҙә берҙән бер үҙәк
хөкүмәте булып торған Совет хөкүмәте
башҡорт автономияһын раҫлауҙан баш
тартҡан. Уның был эше милли үҙбилдәләнеш
хоҡуғы хаҡындағы большевиктар
декларацияһының ҡоро һүҙ икәнен асҡан
һәм алдағы фәжиғәләргә төп сәбәпсе
булған...90

Башҡорт
хөкүмәте Ырымбурҙа ойошоп , шунда
урынлашҡан , ә ул ҡала 1917 йылдың 25
октябрендә казак атаманы Дутов ҡулында
булған. Башҡорт хәкүмәте үҙ-ара
дошманлашҡан рус көстәренең ҡайһы яғы
ҡаланы биләп тороуына әһәмиәт бирмәгән
, кем биләһә лә, битарафлыҡ һаҡлап
, ул
үҙ урынында
, үҙ ерендә
ҡалған. Үҙенең битарафлығы араһында
хаҡында Башҡорт Мәркәз шурәһе бер нисә
тапҡыр белдереү яһаған. Шуның өсөн 1918
йылдың 18 ғинуарында Ырымбурҙы Ҡыҙыл
гвардия частары алғас та , Башҡорт
хөкүмәте ҡаланан китмәгән , ә үҙ эшен
дауам иткән. Ул Совет власына яҡшы
мөнәсәбәт белдергән һәм унан дә шуны
көткән. Ләкин ғәмәлдә улай булып сыҡмаған.
Ҡыҙыл гвардияның командованиеһы башҡорт
милле хәрәкәтен Советтарға ҡаршы тип
, ә башҡорт хөкүмәтен мулла һәм кулактарҙан
ғына торған контрреволюцион хөкүмәт
тип һанаған. Татарҙар шунда уҡ быны
белеп , башҡорт автономияһын бөтөрөү
өсөн уңайлы хәлдән файҙаланмаҡ булған.
Улар ҡыҙыл командованиеға башҡорттарҙы
Дутов яҡлы тип яманлаған, шулай итеп
ҡыҙылдарҙы башҡортҡа тамам дошман
иткән. Башҡорттарҙы һәм Башҡорт хөкүмәтен
ҡаты эҙәрләй башлағандар. Шундай шартта,
1918 йылдың 3 февралендә татар шовинистарының
ояһы булған Мосолман хәрби-революцион
комитеты Башҡорт Мәркәз шураһы менән
Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡулға алырға
ҡарар сығарған. Әммә ләкин башҡорттарҙың
контрреволюцияла ҡатнашыуын, Дутов
менән бәйләнештә былыуын һис бер
документаль дәлил булмаған. Шуға
ҡарамаҫтан , башҡорттарҙы дошман күргән
рус большевиктарына татарҙар теләге
етәрлек нигеҙ булған: 1918 йылдың 4
февралендә Ырымбур губерния хәрби
революцион комитеты Мосолман хәрби
ревкомының ҡарарын хуплап, Башҡорт
Мәркәз шураһы менән Башкорт хөкүмәте
ағзаларын төрмәгә япҡан һәм уларҙың
кассаһынан башҡорт хөкүмәт ихтияжына
йыйып биргән 217 мең аҡсаһын алған. Шул
уҡ ваҡытта Ырымбур бойороғо буйынса
Баймаҡта Башҡорт хәкүмәтенең ике ағзаһы
(Иҙелбаев менән Мағазов) ҡулға алынып
, бер ҡыҙыл банда командирының үҙ ирке
менән атып үлтерелгән. Башҡорт хөкүмәтен
ҡулға алыуы һәм ике ағзаһы атып ултереүе
менән милли политикала һис бер көслөккә
юл ҡуймауҙы үҙенең принцибы итеп
белдерелгән совет власы ҡот осҡос
яманлыҡ ҡылған һәм үҙе сығырған
декларацияларҙың нимәгә торош иткәнен
тағы бер асып күрһәткән. Был ваҡиға
тураһында рәсми хәбәр алған үҙәк Совет
хөкүмәте Ырымбур губерния ревкомының
эше менән һүҙһеҙ генә килешкән, тимәк,
һис бер үлсәүгә һыймаҫ законлыҡты
хуплаған.

Башҡорттар
хөкүмәттең ҡулға алыуына шаҡ ҡатҡан.
Улар был эштең казак атаманы Дутов түгел
, ә бөтә халыҡҡа үҙбилдәләнеш хоҡуғы
биргән совет власы тарафынан эшләнгәнен
башына һыйҙыра алмаған. Хәл бик
киҫкенләшкән. Ләкин хатта шундай мәлдә
лә башҡорттар автономияны ҡотҡарыр
өсөн яңы ҡыйыу аҙым тапҡан: “Тулҡын”
тигән әҙәби йәштәр ойошмаһының ағзалары
(III Бөтә Башҡортостан ҡоролтайының
элекке делегаттары) хөкүмәт ҡулға
алынғас та, 1918 йылдың февраль көнө кис,
урындарҙан килгән вәкилдәр ҡатнашлығында
ашығыс йыйылыш үткәреп, яңы милли власть
органы – Башҡортостандың ваҡытлы
революцион советын (БВРС) төҙөгән.

БВРС
үҙенең Башҡорт Мәркәз шураһының эшен
дауам итеүсе тип һанаған һәм III Бөтә
Башҡортостан ҡоролтайының ҡараҙарын,
иң элек Башҡортостан автономияһы
хаҡындағы ҡарарҙы ,үҙ көсөндә ҡалдырған.
“Элекке хөкүмәт ҡайһы бер хаталары
арҡаһында ҡулға алынған өсөн генә
башҡорт халҡының автономияһына ҡарата
өмөтһөҙлөк күрһәтергә ярамай, - тип
яҙған БВРС “Башҡортостан” газетаһында,
ә, киреһенсә , башланған изге эште ғәмәлгә
ашырыу көрәшен тағы ла ҙурыраҡ дәрт һәм
көс менән дауам итергә кәрәк”. Был эштә
– автономияны ҡыйралыштан ҡотҡарыу
эшендә – БВРС совет власын асыҡтан-асыҡ
ҡабул итеп , автономияны совет власы
нигеҙендә ғәмәлләштереп кенә уңышҡа
өлгәшеп була тип һанаған һәм үҙенең
совет платформаһында торғанлығы хаҡында
белдереү яһаған. Шуға күрә Ырымбур
губерния ревкомы БВРС-ты шунда уҡ бөтөрөр
өсөн һылтау тапмаған һәм уны танырға
мәжбүр булған.

Совет
платформаһында баҫҡан БВРС ул замандағы
башҡорт милли хәрәкәтендә янғыҙ булмаған.
Башҡорттар һәр төрлө демократик идара
формаһында – совет формаһында
, буржуаз
формаһында – бер тигеҙ риза булған, тик
уның автономияла үҙ аллыҡ биреуе кәрәк.
Тимәк , ғөмүмән башҡорт халҡы совет
власына принципиаль ҡаршылыҡ күрһәтергә
уйламаған. Быны Крәҫтиәндәр съезына
килгән 200 башҡорт бик яҡшы белдергән.
Улар 1918 йылдың 26
феврәлендә
махсус
йыйылыш үткәреп, “башҡорт ерле
автономияһы
хаҡындағы изге теләккә зыян килтермәгән
хәлдә ... башҡорттар Советтар менән ҡулға
– ҡул тотошоп барасаҡ”, тигән ҡарар
ҡабул иткән91.

БВРС
Башкортостандағы халыҡтарҙы “диненә
лә, милләтенә лә ҡарамай”, автономияла
берләштерергә уйлаған һәм тиҙ көндә
Башҡортостан съезы йыйып, уға бөтә эште
тапшырыу бурысын төп бурыс итеп һанаған.
БВРС әҙерләгән “Башҡортостан автономияһы
һаҡындағы ҡағиҙәләр проектында”
Башҡортостан автонимияһы ғәмәлдә булыуы
билдәләнгән һәм Автономиялы Башҡортостандың
Федератив Россия эсенә инеүе, Автономиялы
Башҡортостанда Советтар съездының
юғары власть органы булып тороуы һ.б.
күрһәтелгән92

БВРС
Башҡортостанда большевиктар талабына
яуап биргән яңы Совет власы органы
төҙөгәнлеге хаҡында үҙәк хөкүмәткә тиҙ
генә телеграмма ебәргән. Халыҡ Комиссарҙары
Советына ул Башҡортостандағы татарҙар
ойоштороп ятҡан Урал-Волга штатына
индереүгә ҡырҡа ҡаршы булғанын белдергән
һәм башҡорт автономияһын раҫлатыр өсөн
Мәскәүгә тулы хоҡуҡлы вәкиләт ебәреүен
хәбәр иткән. Бәхтегәрәй Шафиев
етәкселегендәге дүрт кешеләй вәкиләт
26 мартта юлға сыҡҡан. Ләкин Халыҡ
Комиссарҙары Советы Башҡортостандың
хатта совет автономияһы хаҡында ла
ишетергә телемәгән. Уның урынына ул
башҡортто барыбер татарҙан йотторорға
булған һәм башҡорт вәкиләтте юлға сыҡмаҫ
борон уҡ, 22 мартта, Татар-Башҡорт
республикаһы төҙөү тураһында декрет
сығара һалған. Был Татар-Башҡорт
республикаһы татар шовинистары ҡорорға
уйлаған Урал-Волга штатынан исеме менән
генә айырылып һәм ул төҙөлгән көнөнән
үк бөтөүгә дусар булған.

Шул
ваҡытта Ырымбур губерния ревкомы БВРС-ты
бик ҡаты эҙерләй башлаған. Ырымбур
ревкомы башҡорт автономияһының һәр
төрөнә принципиаль рәүештә ҡаршы торған
һәм башҡорт хәрәкәтен тамам ҡыйратыр
өсөн уңайлы мәлде көткән.
Был
эштә
уға бик
ныҡ
ярҙам иткән. Татарҙар, Башҡорт хөкүмәтенә
ҡаршы көрәшкән
кеуек,
БВРС-ҡа ла
тәүге
көндән яу булып
ҡаршы
сыҡҡан. Улар БВРС-ты
үҙ
ҡулы аҫтына алырға
тырышҡан
уның
эш
сараларына
бөтә
яҡлап
аяҡ салған,
төрлө ялла яҡҡан
hәм
башҡорт
автономияһына
юл
ҡуймаҫ
өсөн
йәнә бөтә көсөн һалған.
БВPС-тың Башҡортостан
автономияһына күпселек
боронғо башҡорт
ерен
индереүе,
батша заманында талап алынған
бөтә башҡорт
ерен һәм мөлкәтен
Башҡортостан
хөкүмәте ҡарамағына ҡайтарыуҙы талап
итеүе
h. б. татарҙар менән Ырымбур
ревкомының
бигерәк
ныҡ
асыуын ҡабартҡан, уларҙың
шовинистик
сәменә
тейгән. Шуға күрә 1918 йылдың 30
мартында хәрби
ревком урынына 25 мартта
һайлап ҡуйылған Ырымбур
губерния Советының башҡарма
комитеты
ике ай
эшләргә
лә ирек бирмәй, БВРС-ты ҡыуып таратҡан.
Таратыу өсөн
башҡорт менән
татар араһындағы тартыштың ныҡ
көсәйеуе
һылтау ителгән, ләкин төп сәбәп ҡарарҙың
үҙендә
сиселгән. Унда, социалистик революция
милли
сик һәм милли автономияһы
ҡабул
итмәй,
тип әйтелгән. Үҙәк Совет
хөкүмәте
БВРС-ты
таратыу тураһында хәбәр
алғас,
тағы
бер
hyҙ
ҙә өндәшмәгән.

Колонизаторҙарҙың
һәм
совет
власының башҡортҡа
ҡаршы
йүнәлтелгән эше милли хөкүмәт органдарын
эҙерләү
менән генә бөтмәгән. 1917 йылдың ноябренән
башлап, улар башҡорт халҡын
аяуһыҙ ҡыра
башлаған. Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғас,
был
террор бигерәк тә ныҡ көсәйгән. Ҡыҙыл
ғәскәрҙәр
ҡарап тормай, зыялыларҙы, ябай һәм етәксе
башҡорт эшмәкәрҙен, ғөмүмән
бер
эшкә лә ҡыҫылмаған башҡортто һыпырып
атҡан,
башҡорт ауылдарын талаған.
Килмешәк халыҡ, башлыса рустар, ҡулында
булған волость һәм ауыл советтары
ҡотороп шашҡан. Рус, татар, сыуаш һәм
башҡа күскенсе крәҫтиәндәр башҡорттоң
милли хәрәкәтенең уҙ мәнфәғәтенә хәүеф
күреп, талап йыйған байлыҡтарын һаҡларға,
ул ғына түгел, башҡортто бөтөрөп,
ҡалған-боҫҡан бөтә ерен баҫып алырға
ярһып киткән. Шул маҡсат менән улар
ҡыҙыл
бандаларға
яҙылып, ҡорал алған һәм совет власы
исеменән башҡортто ҡырған. Улар башҡортто
өйөндә лә, урамда ла, юлда ла, ҡайҙа
тап килә - шунда үлтергән, тотош өй эсе,
ауылы менән юҡ иткән. Мәҫәлән, Көньяҡ
Башҡортостандың бер ауылында урындағы
властар бөтә ир затын, үҫмерҙәрҙе лә
ҡалдырмай, ҡулға алып, ҡамсы менән ярып,
волость үҙәгенә килтергән дә, береһен
ҡалдырмай атып үлтергән. Шундай вәхшилек
бөтә ерҙә хөкөм һөргән. Күмәк террор
менән бер ыңғай халыҡты талағандар,
ерҙәрен баҫып алғандар, урмандарын
ҡырҡҡандар. Ҡаршылыҡ күрһәткән ауылдарға
Ҡыҙыл гвардияның каратель отрядтары
ебәрелгән. Улар аяуһыҙ ҡан ҡойоп, халыҡтың
ҡотон алған, көс етмәҫ контрибуция
haлған.
Башҡорт телендә “урыҫ азатлығы” тип
исем алған революция колонизаторҙарҙың
йыртҡыс инстинктына тулы ирек биргән,
төп башҡорт халҡын бөтөнләй хоҡуҡһыҙ
иткән. Өфө һәм Ырымбур губернияларының
үҙәк партия һәм совет органдары башҡорт
ерен тартып алып, “эшсән” рус
крәҫтиәндәренә биреүҙе үҙҙәренең төп
бурысына һанаған шуның өсөн террорҙы
яҡлаған, үҙҙәре лә туранан-тура уға
ҡатнашлыҡ иткән.

Ҡыҙыл
ғәсҡәрҙең һәм совет органдарының ҡанлы
эше
большевиктарҙан
яҡшылыҡ
булмаҫына башҡортто
тамам
ышандырған.
Улар большевиктарҙы батша ваҡытында
төрлө ҡанһыҙлык ҡылған карателдәрҙән
бер ҙә кәм тугел икәнен, башкортҡа хас
дошман икәнен күргән. Хатта совет
органдарында эшләп йөрөгән башҡорттар
ҙа, берәм-һәрәмдән башҡаһы, уҙ урынын
ташлап, большевиктар менән мөнәсәбәтен
өҙгән.

2.
БАШҠОРТ ХӨКУМӘТЕНЕҢ
АҠТАР ЯҒЫНДАҒЫ
САҒЫ.

КЫҘЫЛДАР
ТЕРРОРЫ

Шундай
көсөргәнешле мәлдә, 1918 йылдың 4 апрелендә,
атаман Дутовтың Ырымбурға сапҡын яһаған
сағында Башкорт Мәркәз шураһы менән
Башҡорт хөкүмәтенең ағзалары төрмәнән
сыҡҡан. Төрмәнән ҡотолған хөкүмәт
ағзалары Советтар ҡул аҫтындағы ерҙән
ҡасып, Силәбегә йыйылған, Силәбе ул
ваҡытта совет власына ҡаршы фетнә
кутәргән плендағы чех һалдаттарының
ҡулында булған.

1918
йылдың, яҙ hәм
йәй
көндәрендә Башҡортостан ерендә ҡыҙылдар
менән аҡтар hуғышы
ҡыҙып киткән. Башҡортостан аша үткән I
фронт башҡорт халҡының ҡазаһын йөҙләтә
көсәйтеп ебәргән. Большевиктар ҡылған
аяуһыҙ террор өҫтөнә уларҙың сигенгән
ғәсҡәрҙәре ҡоторонған. Большевиктар
артында тотош таланған, ҡанға баткан
ауылдар тороп ҡалған.

Силәбелә
урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте яйлап эш
башлаған. Әлбиттә, булған хәлдәрҙән һуң
Башкорт хөкүмәте, бөтә башҡорт халҡы
кеүек үк, совет власына элеккесә ҡарай
алмаған, ул уны ысын дошман итеп күргән.
Большевиктарға ҡаршы көрәшкә саҡырып,
Башҡорт хөкүмәте: “Әгәр беҙ, башҡорттар,
...уларҙы Урал буйынан ҡыумаһаҡ, ер
хоҡуғын, автономия хоҡуғын тотош
юғалтабыҙ.” –
тип яҙған. Большевиктарҙың хөкөмөн
татыған башҡорттарҙы был һүҙҙәрҙең
дөрөҫлөгөнә
ышандырып тороу кәрәкмәгән,
улар
бөтә йөрәге менән үҙҙәренең яңынан
терелгән хөкүмәтенә тартылған. Башҡорттар
большевиктарға ҡаршы көрәшергә ныҡ
ҡарар иткән, ләкин большевиктарға ҡаршы
көрәшеү башҡа контрреволюцион төркөмдәр
өсөн төп маҡсат булғанда, башҡорттар
өсөн төп маҡсат булмаған, ә берҙән-бер
маҡсатҡа — халыҡтың тереклеген һәм үҙ
аллы үҫешен тәьмин итерлек милли
автономияға өлгәшер сара ғына булып
торған. Яңынан эш башлағас та, Башҡорт
хөкүмәте шул маҡсатты ғәмәлгә атҡарыу
хаҡында хәстәрлек иткән.

Башҡорт
хөкүмәте иң элек Силәбелә власть тотҡан
чехтар менән башҡорт автономияһы
тураһында килешеү төҙөгән. Автономияны
хуплау менән бергә чехтар килешеү
ҡағыҙына, автономияға һуңғы санкцияны
Бөтә Россия учредитель йыйылышы бирә,
тип иҫкәрмә индергән. 1913 йылдың июнендә,
Бөтә Россия учредитель йыйылыш комитеты
(Комуч) йәки, икенсе төрлө әйткәндә,
Һамар хөкүмәте төҙөлгәс тә, башҡорттар
уның менән һөйләшкән һәм Комуч Башҡортостан
автономияһын ҡабул иткән. Ләкин был
ғына әле етмәгән, сөнки Башҡортостандың
ҙур өлөшө 1918 йылдың ғинуарында уҡ Томск
ҡалаһында ойошторолған Ваҡытлы Себер
хөкүмәтенең ҡул аҫтында булған. Ул
хөкүмәт менән башҡорттар 1918 йылдың
июлендә килешеү яһаған. Себер хөкүмәте
лә башҡорт автономияһын таныған. Хәҙер
Башҡорт хөкүмәте алдына милли автономияны
ысынлап ғәмәлгә ашырыу, Башҡортостан
ерендә үҙ хөкөмөн урынлаштырыу һәм уны
ышаныслы һаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе
килеп баҫҡан. Бының өсөн көслө генә
Башҡорт ғәскәре
ойоштороу кәрәк булған.

Башҡорт
ғәскәрен ойоштороуға
Башҡорт хөкүмәте
ғәмәлдә эш башлаған
тәүге көндәренән үк
тотонған. Себер хөкүмәте
менән һөйләшкәнгә тиклем
уның 2
йәйәүле полкы һәм 12 ҡурғаныу төркөмө
булған, был
ғәскәри берәмектәрҙә бөтәһе
3500 кеше иҫәпләнгән.
Ләкин ғәскәри көстө тейешенсә
тәьмин итеү
һәм күбәйтеү өсөн башҡорттарҙың
матди (материаль)
сараһы булмаған.
Шуға күрә улар
ярҙам һорап ирекһеҙҙән Комуч
менән Себер
хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән.
Комуч ҙур вәғәҙәләр
биргән, ләкин киләсәк көнгә,
Себер хөкүмәте
килешеү яһағанда уҡ Башҡорт
ғәскәрен ҡорал-яраҡ
менән тәьмин
итергә
йөкләмә
алған һәм
үҙ йөкләмәһен күпмелер кимәлдә
үтәгән. Алған
ярҙамы өсөн башҡорттар үҙ ғәскәрен
оператив йәһәттән
Себер хөкүмәтенен хәрби
етәкселегенә буйһондорорға
риза булған, ләкин
оператив эшкә
ҡағылмаған башҡа яҡтан Башҡорт
ғәскәре Башҡорт
хөкүмәтенең хәрби бүлегенә
һәм үҙенең
Баш штабына буйһонған
айырым ғәскәри берәмек
булып ҡалырға тейеш булған.
Башҡорттар Себер
хөкүмәте менән булған
мөнәсәбәтте политик
бойондороҡҡа юл ҡалдырмай торған
килешеү
нигеҙенә ҡорорға тырышҡан.
Башҡорт хөкүмәте
тағы бер тапҡыр тик
үҙ
позицияһында
ғына торғаны
һәм партияһыҙ,
ләкин демократик, орган
булғаны хаҡында рәсми
белдереү
яһаған.

1918
йылдың
10
июлендә Башҡорт
хөкүмәте
“изге
Башҡортостан
ерен
залимдарҙан
һаҡлау
өсөн” башҡорттарҙы
ғәскәргә
мобилизациялау тураһында фарман
сығарған.
Ғәскәр төҙөү ниәтен башҡорт халҡы
бик
ныҡ хуплаған һәм үҙ ғәсҡәренә ҙур теләк
менән барған. Шуның өсөн Башҡорт
хөкүмәте бик тиҙ генә ваҡыт эсендә 2
атлы һәм 6 йәйәүле полк төҙөргә өлгәшкән.
Шунан тыш, халыҡты рус һәм башҡа килмешәк
крәҫтиәндәр террорынан һаҡлау, урындағы
башҡорт власын көсәйтеү өсөн ирекле
һыбай төркөмдәр ойошторолған.

Башҡорт
хөкүмәте менән бер үк ваҡытта Һамар һәм
Себер хөкүмәттәре лә мобилизация иғлан
иткән. Башҡорт хөкүмәте, уларҙың
мобилизацияһы башҡорт кешеләренә
ҡағылмай,
тип
фарман
сығарған. Ләкин был фарманды
аҡ
гвардия хөкүмәттәре
иҫәпкә
алмаған,
шулай итеп
автономиялы Башҡортостан хоҡуғын тупаҫ
рәүештә
инҡар
иткән.
Был
хәл
башҡорттарҙы
рус хөкүмәттәре менән
тәүге ҙур
ҡаршылыҡҡа килтергән.

Башҡорт
хөкүмәтенә Көнбайыш
Башҡортостанда
үҙ власын урынлаштырыр
мөмкинлек булмаған:
тәүҙә ул фронт
һыҙығы аръяғында булған,
ә Ҡыҙыл ғәскәр сигенгәс,
аҡ гвардия хөкүмәттәре
автономияны киңәйтергә
ирек бирмәгән.
Шуға күрә автономия
көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыштағы
“Бәләкәй
Башҡортостан”да ғына
ғәмәлләштерелгән. Башҡорт
хөкүмәте Бәләкәй
Башҡортостанды административ
йәһәттән 13 кантонға,
ә кантондарҙы волость
һәм йорттарға
бүлгән. Ул административ
берәмектәрҙә милли
власть органдары ойошторолған.
Ләкин Башҡорт
хөкүмәте элекке
өйәҙ идаралығын бөтөрә
алмаған. Өйәҙ
идаралығы аҡтар бойондороғона
күсеп, һаман эшләп
ятҡан. Рус административ
органдары башҡорттоҡо
менән йәнәш эш иткән,
улар аша аҡ гвардия
хөкүмәттәре автономиялы
Башҡортостан ерендә
үҙ власын атҡарған
һәм шуның менән автономияның
эске эшенә ҡыҫылмаҫҡа
тигән йөкләмәһен
боҙған. Башҡортостан
эшенә ҡыҫылыу менән бергә
улар башҡорттарҙы
кәмһеткән, рәнйеткән
һәм идара итеүгә
булдыҡһыҙ итеп күрһәтергә тырышҡан.
Былар
бөтәһе лә тағы башҡорт менән
рус
властары араһын ныҡ боҙоуға сәбәп
булған.

Башҡорт
хөкүмәтенең демократик платформала
тороуы һәм революцияға ҡаршы ысын
союздаш булырға теләмәүе аҡтарҙа ҙур
ризаһыҙлыҡ
уятҡан.
Юғарыла әйтелгәнсә, башҡорттар революция
яһағандары өсөн түгел, ә яман дошманлыҡ
ҡылғандары
өсөн болышевиктарға ҡаршы барған.
Башҡорт хөкүмәте
совет яғында ябай эш кенә түгел, етәксе
вазифа башҡарып киткән кешеләрҙе лә
эҙәрләмәгән, уларҙы
үҙенең урындағы һәм
үҙәктәге власть органдарына
эшкә алған.
Бындай
позиция аҡтарға башҡорттарҙы
“большевиклыҡта”
ғәйепләргә һәм өҙлөкһөҙ
эҙәрләргә
сәбәп биргән. 1918 йылдын 23 сентябрендә
Һамар
һәм Себер хөкүмәттәре урынына
Бөтә
Россия ваҡытлы хөкүмәте, икенсе төрлө
әйткәндә,
Өфө
Директорияһы, ойошторолғас, башҡортто
эҙәрләү бигерәк көсәйгән. Директория
ябай
һәм яуаплы башҡорт хеҙмәткәрҙәрен ҡулға
ала
башлаған. Себер төрмәләре башҡорт менән
тулған.
Эҙәрләүҙең көсәйеүе “большевиклыҡ”
менән
көрәшеүҙән түгел, ә Директорияның элекке
хөкүмәттәр
биргән башҡорт автономияһын
бөтөрөргә
уйлауынан булған.

Башҡорт
автономияһына ҡаршы дошманлыҡ эше
эшләп,
Директория иң
элек
Башҡорт ғәсҡәренә
күҫәк
төшөрөргә, шуның менән Башҡорт хөкүмәтен
ҡоралһыҙландырырға ҡарар иткән. Башҡорт
ғәскәре
был ваҡытта ҙур көскә әйләнгән
булған.
Тәьминәте насар булыуға ҡарамаҫтан,
фронтта
ул ғәжәп ҙур ҡыйыулыҡ, күмәк батырлыҡ
күрһәткән.
Фронт һыҙығы аръяғында ла
уны яҡшы
белә, бик иҫәпләшә башлағандар, аҡтар
яғында
ла ул ҙур хәүеф уятҡан. Шуға күрә
Директория
милли
теләк һәм бер маҡсат менән
ныҡ ойошҡан
был ғәскәри берәмекте бер һуғыуҙа
ҡыйратырға
булған: 1918 йылдың 15-19 октябрендә
Юғарғы
баш командующий штабы
Башҡорт ғәскәренә мобилизация үткәреүҙе
туҡтатыу, Башҡорт корпусын таратыу,
уның полктарын рус ғәскәри берәмектәренә
беркетеп, тотош рус етәкселегенә
буйһондороу һәм Башҡорт хөкүмәтенең
Хәрби советын бөтөрөү тураһында бойороҡ
биргән. Һөҙөмтәлә,
башҡорт полктары
фронттың төрлө
еренә күсерелгән, юғарғы башҡорт
командованиеһы улар менән бәйләнеш
тотоу
хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Бер юлы
башҡорт
ғәскәрҙәренең етәкселегенән мосолман
офицерҙар
алынып, улар урынына рус казак
офицерҙары,
милли автономияның ата дошмандары,
ҡуйылған. Шунан башҡа, башҡортто
яуҙа ҡырыу
өсөн электән ҡулланылған ысул буйынса
башҡорт полктарын фронттың иң ҡурҡыныс
ерҙәренә, һөжүмгә барған сафтарҙың
алдынан
ебәрә
башлағандар.

Әлбиттә,
башҡорттар
менән аҡтар араһы баштан
уҡ киҫкен
булған, ул мөнәсәбәт һаман нығыраҡ
боҙолоуға
барған, шуға күрә яҡшылыҡ
көтөр урын
булмаған. Ләкин барыбер Башҡорт ғәскәренә
төшкән күҫәк башҡорттарға йәшен
һуҡҡан кеүек
тәьҫир иткән: йәнә уларҙың аяҡ
терәр таянысы
ҡалмаған. Башҡорт һалдаттары
үҙ
ғәскәренә үҙ автономияһын һаҡлар өсөн
барған,
шул автономия
өсөн йәнен бирергә әҙер булған.
Ә хәҙер
уларҙы яуыз батша заманын кире
ҡайтарыр өсөн үлемгә
ҡыуалар.

Төрмәнән
ҡасып
эш башлаған тәүге мәлдә Башҡорт
хөкүмәтенә
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 11