Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 07

Süzlärneñ gomumi sanı 3531
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1697
29.0 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
42.9 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
50.4 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнсығыш Башҡортостанда
ул ғәмәлдә хәрби һәм донъяуи власть
хөкөмөн башҡарған, ә июль уртаһынан
бөтә башҡорт яуына етәкселек иткән.
Егерме йәшлек батырҙы ябай башҡорттар,
аҡ һаҡаллы старшиналар – яуға ҡалҡҡан
бөтә башҡорт халҡы юлбашсыһы тип белгән.

Салауат
һәм уның яуҙаштары Екатеринбургтан
Өфөгә, Юсаға, Көнгөргә тиклем һаман
актив һуғыш алып барған. Рус администрацияһы
шул яҡҡа яңынан-яңы хәрби көс ташлаған.
Ҡала, ҡәлғә, завод һәм хатта ауылдарға
эре-эре ғәскәри берәмектәр урынлаштырылған.
Ул ғәскәрҙәр баш күтәреүселәргә өҙлөкһөҙ
һөжүм яһап торған. Салауатсылар ҙа
уларҙы ныҡ ҡына теткеләгән. Ләкин
салауыасыларҙың йән аямай һуғыш алып
барған ере бик тар булып ҡалған. Шундай
хәлдә көрәште асыҡтан-асыҡ дауам итеү
мөмкин булмай башлаған. 1774 йылдың
ноябрендә Ҡатау-Иван заводы эргәһендә
Салауат карателдәргә һуңғы тапҡыр һөжүм
яһаған. Ошо һуғыштан һуң Салауат иптәштәре
менән отрядты таратырға, ләкин баш
һалмаҫҡа ҡарар иткән. Улар ваҡытлыса
боҫоп тороға ла, яҙға сыҡҡас, ҡабат көрәш
башларға булған. Ләкин уларҙың уйы
тормошҡа ашмаған. Халыҡ араһында гел
шымсылап йөрөгән мишәр старшинаһы
Мөҡсин Әбдесәләмов Салауаттың йәшенгән
ерен белеп, ғәскәр килтергән. 1774 йылдың
25 ноябрендә карателдәр уны тотоп алған.

Салауатты
дүрт иптәше (Раҡай Ғәлиев, Әбдрәшит
Ғәлиев, Юртым Ғәҙелов, Зәйнәш Сөләймәнов)
менән аяҡ-ҡулдарына бығау һалып Өфөгә
килтергәндәр. Генерал-аншеф Панин
Салауат менән Юлайҙы башҡорт халҡының
йөрәгенә мәңге бөтмәҫ ҡаты ҡурҡыу
һалырлыҡ итеп язаларға кәрәк һанаған
һәм Салауат менән дүрт иптәшен,
аяҡ-ҡулдарын бығаулап, Ҡазанға ебәрергә
әмер биргән. Силәбелә төрмәгә бикләгән
Юлай хаҡында ла шундай уҡ әмер булған.

Ҡазандағы
йәшерен комиссия ҡулында Салауат менән
Юлайҙы 1775 йылдың февраль башынан 13
февраленә тиклем булған, шунан һуң
уларҙы Екатерина II-нең бойроғо менән
Мәскәүгә алып барғандар. 25 февралдә
Сенаттың генерал-прокуроры А.А.Вяземский,
Мәскәү генерал-губернаторы М.Н.Волконский,
экспедицияның обер-секретары, һуңғараҡ
“дәүләт инквизиторы һәм дәрәжәле
сыбыртҡысы” булып танылған С.И.Шешковский
башҡарған. Бүтән ерҙәге кеүек үк, Йәшерен
экспедицияла яуап алғанда Салауат менән
Юлайҙы ҡаты язалағандар, уларҙы ниндәй
ҡанһыҙлыҡ менән нисек ғазаплағандарын
күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.

1775
йылдың
16
мартында
йәшерен экспедиция тәүге приговорын
билдәләгән. Икенсе көнөнә, 17 мартта,
Екатерина II 1773-1775 йылдарҙағы яу
башлыҡтарының бөтәһен дә ғәфү итеүе
тураһында манифест сығарған. Ысын хәлгә
һис тап килмәгән был ялған манифест
буйынса, ҡаты тән язаһына хөкөм ителгән
кешеләр язанан азат ителеп, ғүмерлек
һөргөнгә ебәрелергә тейеш булған.
Әлбиттә, Юлай менән Салауатҡа манифест
ҡағылмаған. Манифест менән бергә
Екатерина II улар тураһындағы приговорға
ла ҡул ҡуйған.

“Өҫтәмә
рәүештә тикшереү”, дөрөҫө, сығарылған
приговорҙы “башҡа яуызлыларҙың ҡотон
алып” башҡорт ерендә ғәмәлдә атҡарыу
өсөн Салауат менән Юлайҙы Мәскәүҙән
Ырымбурға, ә унан, губернатор
И.А.Рейнсдорптың ҡарары буйынса, Өфөгә
оҙатҡандар.

1775
йылдың 22 июлендә, тағы өс ай буйы яуап
алғандан һуң, Өфө провинциаль кәнсәләре
экзекуция тәртибе тураһында ҡарар
сығарған. Ҡарар буйынса, Салауат менән
Юлайҙы 175-әр сыбыртҡы һуҡтырырға,
танауҙарын йолҡорға, биттәренә тамға
һалырға, шунан һуң Рогервикка (Эстониялағы
хәҙерге Палдиски) ғүмерлек каторгаға
ебәрергә тигән хөкөм билдәләнгән.

Салауат
менән Юлайҙы аяҡ-ҡулдары бығауланған
көйө Твердышев тартып алған Шайтан-Көҙәй
ерендәге Эҫем заводына алып киткәндәр,
аяуһыҙ яза шунда башланған. Юлайға Эҫем,
Ҡатаутамаҡ, Ҡатау-Иван заводтарында
45-әр, Орловка ауылында 40 сыбыртҡы
һуҡтырғандар. Салауатҡа Эҫем заводында,
Юлай һәм Ылыҡлы ауылдарында, Красноуфисмк,
Көнгөр, Юса, Йәлдәк ҡәлғәләрендә 25-әр
сыбыртҡы һуҡтырғандар. Һәр урында уңалып
бөтмәгән ҡанлы яраны сыбыртҡы менән
ҡабат ярғандар. Экзекуция башҡарған
һуңғы урында уларҙың танауҙарын йолҡоп,
биттәренә тамға баҫҡандар. Шул аяуһыҙ
ҡаты язаны улар медицина ярҙамы алмай
түҙеп үткәргән.

Салауат
менән Юлайҙы кире Өфөгә алып килгән,
пронциаль кәнсәләрҙең чиновниктары
танауҙары ныҡ өҙөлмәгән, тамға эҙәҙре
әҙ беленә тип тапҡан һәм 25 сентябрҙә
Өфө ҡала майҙанында был язалар ҡабаттан
башҡарылған.*

1775
йылдың 2 октябрендә ете ай ярымға һуҙылған
яуап һәм язанан, ай ярым барған экзекуциянан
һуң Салауат менән Юлайҙы тыуған
Башҡортостанынан алып киткәндәр.

Юлайҙың
Рогервиктағы сағын белдергән һуңғы
документаль мәғлүмәт 1797 йылда яҙылған.

Тимер
менән бығауланған Салауат каторганың
таш ҡапсығында егерме биш йыл ултырып,
1800 йылдың 26 сентябрендә вафат булған.
46 йыл ғүмеренең 26 йылын ҡот осҡос ғазаплы
тотҡонда үткәргән. Шундай ҡаты яза уға
үҙ ерендә үҙ халҡына ирек даулап, йән
аямай көрәшкән өсөн генә бирелгән. Бөтә
ғәйебе уның шул булған.

Салауат
менән Юлайҙың ҡатын һәм балаларын үҙҙәре
тотолғанға тиклем үк аманат итеп Өфөгә
алып киткәндәр. Шунда, күрәһең, йә
үлтергәндәр, йәки көсләп суҡырғандар
ҙа бөтә нәҫелдәрен ҡоротоу, халыҡ
хәтеренән мәңгегә юйыу өсөн чиновник
һәм офицерҙарға хеҙмәтсе итеп таратҡандар.

Салауатты
тотҡандан һуң башҡорт яуы яйлап һүрелә
башлаған. 1775 йыл башына башҡорттарҙың
актив хәрәкәте туҡтаған, ләкин йыл
аҙағына тиклем бәләкәй ҡораллы төркөмдәр
рус, татар, мишәр ауылдарына һөжүм яһап
торған, тыныслыҡ һаман булмаған.
Башҡорттарҙың яңынан яуға күтәрелеүе
ихтимал, тип хәбәр йөрөгән. Шуға күрә
рус хөкүмәте Башҡортостанда 1775 йылдың
аҙағына ҡәҙәр эре регуляр ғәскәр тоторға
мәжбүр булған. П.И.Панни урынына каратель
ғәскәрҙәрененң баш командующийы булып
ҡалған А.В.Суворов халыҡтың болоҡһоуо
хаҡында хәбәр алып, каратель ғәскәрҙәрҙе
“көтөлмәгән хәлгә, ауылдарҙы һаҡлауға
ғына түгел, ҡаты һөжүм менән яуап биреүгә”
әҙерләп ҡуйған.61

1773-1775
йылдарҙағы яу бик күп мең башҡортто
һәләк иткән һәм халыҡтың бөлгөнлөктөң
ситенә килтереп ҡуйған. Ҡаты һуғыштар
йөҙәрләгән, меңәрләгән кешене бер юлы
юҡ иткән. Яуҙы ҡырылғандан тыш, иҫәпһеҙ
күп башҡорт карателдәр ҡулынан үлгән.
Губернаторҙар, воеводалар, командирҙар
башҡортҡа ни теләһә шуны ҡылған. Улар
унарлаған, йөҙәрләгән кешене бер яңғай
атып, сыбыртҡы менән һуҡтырып, язалап
үлтергән. 1774 йылдың 29 июлендә каратель
ғәскәрҙәренең командующийы итеп ҡуйылған
генерал-аншеф П.И.Панин халыҡты тотош
һыпырып ҡыра башлаған. 1774 йылдың көҙөндә
бөтә Башҡортостанға килеп туҡталған
каратель ғәскәрҙәренең командирҙарына
Панин болартыусыларҙы шунда уҡ дүрт
һанын сабып үлтерергә, ә шуларҙы йәшергән
кешеләрҙе йәрәбә буйынса язаларға
бойороҡ биргән. Халыҡтың ҡотон алыр
өсөн ҡолаҡтары, танауҙары, ҡул бармаҡтары
ҡырҡылған башҡорттарҙы ауылдан ауылға
йөрөтөп күрһәткәндәр. Панинды алмаштырған
Суворов шул уҡ ҡанлы эште дауам иткән.
Мең-меңләгән башҡорт каторгаға, һөргөнгә
ебәрелгән, ғүмерлек һалдатҡа бирелгән.
Үлтерелгән, ғәрипләнгән башҡорттоң
иҫәбе булмаған. Шуның өҫтәүенә Екатерина
II-нең 1775 йыл 19 февралдә сығарған укзы
буйынса, “ҡылған енәйәттәре өсөн”
башҡорттар дүрт мең штраф аты, ә аттары
етмәгән хәлдә һәр ат егерме бишәр һум
иҫәбенән аҡса түләргә тейеш булған.
Бөлгөнлөктөң сигенә еткән башҡорттарҙы
тотош астан үлеүгә дусар теү өсөн бөтә
сара күрелгән. Шул уҡ ваҡытта, яуҙа бер
аҙ ҡатнашып та һуңынан карателдәргә
башҡортто бөтөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән
рус заводсы крәҫтиәндәренә еңеллек
бирелгән: “(1763 йылғы) ҡағиҙәгә ҡаршы
рәүештә крәҫтиәндәрҙе артыҡ эш менән
интектермәҫкә”.62
Башҡортостанда
йәшәгән башҡа халыҡтың тәүге осорҙа
яуҙа ҡатнашҡан өлөшө лә әллә ни яза
алмаған.

8.
БӨЛГӨНЛӨКТӨҢ
СИГЕ. КАНТОН ИДАРАЛЫҒЫ

Яуҙы
баҫтырған саҡта аяуһыҙ таланған
башҡорттар хәйерселектең сигенә еткән.
1735-1740 йылдарҙағы яу ваҡытында һәм унан
һуңғы осорҙа булған кеүе:к, ас башҡорттар
ғиаләләрен үлемдән ҡотҡарыр өсөн
балаларын ҡоллоҡҡа һата башлаған.
Мәҫәлән, 1776 йылда 6 майында Силәбе
сауҙагәре Е.М.Сапожников башҡорт балаһын
һатып алырға рөхсәт һорап Исәт провинциаль
кәнсәләренә шундай ғариза яҙған: “Миңә
башҡорт Ҡасимбай Асыҡаев килде, ул
үҙенең 18 йәшлек улын Сураны алып килгән
һәм миңә мәңгелек хеҙмәтсе итеп илле
һумға бирмәксе була. Был аҡса уға үҙе
менән ҡатынын, унан бигерәк өйөндәге
башҡа бәләкәй балаларын аҙыҡландырыу
өсөн кәрәк, сөнки ул, Асыҡаев, билдәле
фетнәлә бөлгөнлөк һәм хәйерселектең
иң сигенә килеп еткән, өй эсе менән тамаҡ
аҫрап торорға бер нәмәһе лә юҡ, ә урман
ҡыҙырып, үлән ашап йөрөйҙәр һәм
тәғәм-ризыҡһыҙ үлеп ҡуйыуҙан ҡурҡалар”.63
Бындай ваҡиға, әлбиттә, күп булған. Шуға
күрә Ырымбур губернаторы И.А.Рейнсдорп
1779 йылдың 3 авгусында: «… башҡорт
балаларын һатыу һәм аҡсаға һалыуҙы
тыйырға», - тип махсус указ сығарған.64
Яуҙан һуң ете йыл үткәс тә, башҡорттоң
экономик хәле бик ауыр булған. 1782 йылдың
23 июнендә Ырымбур генерал-губернаторы
И.В.Якоби Екатерина II-гә ебәргән
рапортында: “Башҡорттоң бөтәһе лә
аҙаҡҡы болала ҡаҡшағандан һуң һаман
бөлгөнлөктән сыға алмай һәм сиктән тыш
ярлы хәлдә йәшәй”, - тип яҙған.65
Башҡорттоң хәлһеҙләнеүе Башҡортостанда
алпауыттар колонизацияһын тағы ла ныҡ
көсәйткән. XVIII быуат аҙағында Башҡортостанға
яңы килеп ултырған алпауыттар һаны йөҙ
илленән артып киткән. Шулар араһында
йөҙәр дисәтинә биләп алған алпауыттар
булған. Башҡортостанға шулай уҡ Ҡазан
губернияһының татарҙары бик ныҡ ағыла
башлаған. Оҙаҡ быуаттар буйы хакимлек
иткән татарҙар, башҡа халыҡты аяуһыҙ
ҡырып, һан яғынан үҙҙәре туҡтауһыҙ
үҫкән. Рус дәүләтенең власы аҫтында ла
улар башҡорттар һымаҡ ҡырылмаған. Дөйөм
һандарын ныҡ арттырыу менән бергә
татарҙар Башҡортостанда ла күбәйгән.
Улар башҡорт ерҙәренә XVII быуатта күсә
башлаған, XVIII быуат аҙағында уларҙың
ағымы ҡапыл ныҡ көсәйгән. Етенсе ревизия
үткәрелгәнгә тиклем (1817 йыл) Башҡортостандың
көнбайыш һәм төнъяҡ-көнбайыш өйәҙҙәрендә
татарҙарҙың һаны башҡорт һаны менән
тиңләшкән, өҫтәүенә улар һаман күберәк
күсенгән.

Башҡорттоң
хәлһеҙләнеүенә ҡарамаҫтан, рус хөкүмәте
уларҙың тағы азатлыҡ яуына күтәрелеүенән
ҡурҡҡан. Өфө һәм Себер наместничествоһының
генерал-губернаторы О.А.Игельстром
фекеренсә, “батыр етәксе килеп сыға
ҡалһа”, башҡорттар “яңынан бола йәки
фетнә күтәрергә әҙер” торған.66
Яңы яуҙы киҫәтер өсөн рус хөкүмәте бер
нисә кардиналь сара үткәрергә булған.

1781
йылда генерал-губернаторҙың тотош үҙ
хөкөмөнә буйһонған Өфө наместничествоһы
ойошторолған. Халыҡ өҫтөнән күҙәтеү
эшен нығытыу өсөн өйәҙ башлыҡтары итеп
рус офицерҙарынан сикләнмәгән хоҡуҡлы
капитан-исправниктар ҡуйылған.

1789
йылды рус хөкүмәте Өфөлә Мосолман диниә
назараты асҡан, шуның менән башҡорт
халҡының рухи донъяның тоғро рус ялсыһы
татар руханиҙары ҡулына тапшырған. Шул
мәлдән башҡорттоң бөтә дини эше генә
түгел, мәғариф һәм мәҙәниәт эше
туранан-тура татар хөкөмөнә буйһондоролған.

Башҡорттан
хәрби хеҙмәткә алына торған кеше һанын
бик киҫкен рәүештә арттырыу шул дәүерҙә
атҡарылған сараларҙың иң көслөһө булған.
XVIII быуаттың 40-сы йылдарында, йәғни
башҡорттарҙы нығытмалы Ырымбур һыҙығына
даими хеҙмәткә ылыҡтыра башлаған саҡта,
һәр һигеҙ өйҙән бер кеше алынған булһа,
80-се йылдарҙан һәр хәрби походҡа өҫтәмә
призыв булмаған тыныс ваҡыттарҙа һәр
өс өйҙән бер кеше ала башлағандар. Шуның
менән бергә хеҙмәт шарты һәм хеҙмәтте
ҡылыҡһырлау өсөн 1793 йылдың сентәбрендә
Екатерина II-гә башҡорттар ебәргән
ғарызнәмәнән ике генә өҙөк килтереү
етә. “Күп кеше, - тип яҙа башҡорттар, -
бөтә мөлкәтен һатып, ҡатын һәм бәләкәй
балаларын шыпа сараһыҙ итте, ә күпселеге
кешегә тереклек өсөн иң кәрәкле булған
иген игеү, донъя көтөү һәм төрлө хужалыҡ
итеү эшен генә түгел, ҡартайып хәлдән
тайған атай-инәһен дә бер ярҙамһыҙ
ҡалдырып, һәр саҡтағы кеүек үк, үҙ кейеме,
үҙ ҡоралы һәм башҡа кәрәк-ярағы менән
һеҙ императрица ғали-йәнәптәренә хеҙмәт
итергә китте”. Башҡорттар хеҙмәткә
алына торған кеше һанын элеккесә
ҡалдырып, хеҙмәт ауырлығын еңеләйтергә
үтенгән һәм артабан дауам иткән: “Башҡорт
халҡы Урал буйында һәм Себер сигендә
мишәрҙәр менән хеҙмәт итһә лә, халҡы аҙ
булғанға уларҙың һеҙ императрица ғали
йәнәптәтәренә хеҙмәт иткән һаны
башҡорттоҡона сағыштырғанда һигеҙҙән
бер өлөшкә лә етмәй, ләкин төрлө мутлыҡ
менән командир булып, улар хеҙмәт иткән
башҡортҡа бик күп йәбер ҡыла, шуның өсөн
шөһрәтле императрица, башҡортто мишәр
менән ҡушмай, һәр саҡ айырым хеҙмәт
итергә бойор, сөнки мишәрҙәрҙең төрлө
йәбере арҡаһында башҡорттар улар менән
бергә хеҙмәт итергә теләмәй”.67
Башҡорттарҙың һигеҙ өйҙән бер кеше алыу
тәртибен ҡайтарыу тураһындағы үтенесе
лә, мишәрҙәрҙән ауйырыу үтенесе лә
ҡәнәғәләндерелмәгән, сөнки рус хөкүмәтенең
маҡсаты башҡорттарҙа ризаһыҙлыҡ уятҡан
нәҡ шул сараларҙы ғәмәлгә ашырыуҙан
ғибәрәт булған: беренсенән, хәрби тәртип
ҡыҫымында мөмкин тиклем күберәк башҡортто
тотоу; икенсенән, мишәрҙәр аша ҡораллы
башҡортто ныҡ күҙәтеп, ҡарап тороу;
өсөнсөнән, башҡорт халҡының социаль-политик
тормош ҡоролошон нигеҙҙән үҙгәртеү,
йәғни 1737 йылдың 14 июлендә үк Минзәлә
кәңәшмәһендә ҡабул ителгән ҡарар
буйынса, уларҙы казак ҡатламына күсереү
өсөн ерлек әҙерләү.

Тейешле
әҙерлек осоронан һуң уйланған үҙгәреш
бойомға ашырылған: 1798 йылдың
10
апрель указы менән рус хөкүмәте
башҡорттарҙы һәм улар менән бергә
мишәрҙәрҙе гражданлыҡ ҡатламынан хәрби
казак ҡатламына күсереп, 11 (1803 йылдан –
12) башҡорт һәм 5 мишәр кантоны ойошторған.
Ойошторолған яңы ҡоролош кантонлы идара
ситемаһы тип аталған. Кантон системаһы
башҡортттоң бөтә тормошон һәм эшен ҡаты
тәртипле, аяуһыҙ язалы хәрби ойошмаға
буйһондорған.

Кантонға
идара итеү өсөн кантон башлығы
етәкселегендә вазифалы кешеләр аппараты
төҙөлгән. Вазифалы кешеләр, иң элек
кантон башлыҡтары, рус офицерҙарынан
йәки татар һәм ышаныслы башҡорт
феодалдарынан билдәләнгән. Ышаныслы
кәштән феодалдарға төрлө өҫтөнлөк
бирелгән, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарға
ярамаған башҡорт тархандары ябай
хеҙмәтсе дәрәжәһенә төшөрөлгән. Ябай
башҡорттар чиновник итеп ҡуйылмаған,
улар тик иң түбәнге иррегуляр ғәскәр
чины ғына ала алған. Әммә офицер дәрәжәһе
һәм алпауыт исеме алған “тоғро”
башҡорттар ҙа шәхси алауытлыҡ менән
генә файҙаланған, ә татарҙарға нәҫелле
алпауытлыҡ бирелгән. Рус хөкүмәте
башҡорт алпауыттарының күбәйеүенә ныҡ
тотҡарлыҡ яһаған һәм ғөмүммән башҡорт
ғәскәрен баш казак ғәскәрҙәре файҙалнған
күп хоҡуҡтан мәхрүм булған.

Кантон
башлыҡтары туранан-тура Ырымбур
генерал-губернаторына, ә 1834 йылдан һуң
Башҡорт-мишәр ғәскәренең командующийына,
буйһонған. Уларға хәрби һәм
политик-административ эштә, суд, полиция
һәм хужалыҡ эшендә ҙур хоҡуҡ бирелгән.
Суд һәм следствие эштәрен, шул иҫәптән
енәйәтселек эшен, хәрби кантон суды
башҡарған. Билдәләнгән тәртип ҡағиҙәләренән
әҙ генә тайпылған өсөн дә был суд ҡаты
яза биргән. Һуйыл (шпицрутен), сыбыҡ,
ҡамсы менән һуҡтырыу киң ҡулланылған.
Һуйыл менән һуҡтырғанда 500-1500 кешелек
сафтан үткәргәндәр, унан һуң берәү ҙә
тере ҡалмаған.

Рус
хөкүмәте 1798 йылдың 10 апрелендә һәм 1806
йылдың 24 сентябрендә сығарған указдары
менән башҡорттоң йөрөү иркен бөтөнләй
киҫкән, шулай итеп, 1736 йылда
уҡ тыйылған нәмәне тағы ҡабат-ҡабат
нығытып ҡуйған. Тик “сығарыу билеты”
һәм “плакат паспорты” менән генә
ҡайҙалыр барырға рөхсәт ителгән. Ләкин
ундай рөхсәтте хеҙмәт йәшендәге (20-60
йәштәге)
кешеләрҙең 3-5
проценты
ғына ала алған. Тимәк башҡорттоң ҡалған
өлөшө үҙ-ара ҡатнашып, төрлө эш, сауҙа
һәм хужалыҡ өлкәһендә бәйләнеш тотоуҙан
мәхрүм булған. Шунан тыш, күрше ауыл
башҡорттары аралашмаһын өсөн 1828 йылдан
күмәк уйындар ҙа ныҡ тыйылған. Тыйылған
нәмәләрҙе эшләгән (йәғни рөхсәтһеҙ
сығып йөрөгән, уйын йыйған) кешегә ҡаты
тән язаһы биргәндәр йәки төрмәгә
ултыртҡандар. Мәҫәлән, 1799 йылдан 1831
йылға тиклем өсөнсө башҡорт кантонының
йорттарында шул сәбәптән хеҙмәт йәшендәге
кешеләрҙең 50,4 проценты язаға тарттырылған,
ҡайһы берәүҙәр бер нисә тапҡыр яза
алған. Шундай саралар менән рус хөкүмәте
башҡорт халҡының экономикаһын торғонлоҡҡа
дусар иткән, милли берҙәмлекте ҡыйратыуға
алып барған.

Башҡорт
араһында хәрби-феодаль тәртипте тағы
ла нығыраҡ көсәйтер өсөн хөкүмәт 1834
йылда “Башҡорт-мишәр ғәскәренең
командующийы” тигән вазифа булдырған
(тәүге командующийы Т.С.Циолковский
булған) һәм нәзирлектәр (попечительстволар)
ойошторған. Башҡорт-мишәр ғәскәренең
кантондары алты нәзирлеккә бүленгән,
уларҙың башына нәзир итеп рус
капитан-исправниктары ҡуйылған.
Нәзирҙәрҙең төп бурысы бик ҡаты күҙәтеп,
“яуызлыҡты бөтөрөү генә түгел алдын
уҡ киҫәтеп тороуҙан” ғибәрәт булған.

Кантон
системаһаның башҡортҡа күтәрткән төп
йөкләмәһе нығытмалы Ырымбур һыҙығында
хеҙмәт итеү булған. 1798-1848 йылдарҙа
һыҙыҡтағы ғәскәрҙең алтмыш биш процентын
башҡорт менән мишәр тәшкил иткән. Улар
хеҙмәткә йыл һайын 6500-ҙән 10500-гә тиклем
кеше сығарған, шул һандың 87-88 проценты
башҡорттан торған. Башҡа казак
ғәскәрҙәренән айырмалы рәүештә хеҙмәт
иткәндә Башҡорт-мишәр ғәскәренә хөкүмәт
бер ни ҙә бирмәгән. Хеҙмәткә сыҡҡан
кшеләрҙе ҡорал, ат, кейем һәм аҙыҡ менән
күмәк ярҙам рәүешендә тәьмин иткәндәр.
Шундай ярҙамһыҙ күпселек башҡорттоң
ғәскәрҙә хеҙмәт итергә хәле булмаған.
XIX быуаттың 20-се йылдарына тиклем ярҙамға
йыйылған аҡсаның күләме йән башына
25-37 тин көмөш, ҡайһы берҙә 1,5 һум тура
килгән. Был нәмә башҡорт елкәһенә өҫтәмә
ауыр һалым булып ятҡан.

Билдәләнгән
тәртип буйынса, ысын хеҙмәткә кеше
егерменән илле йәшкә тиклем алынырға,
унан һуң эске хеҙмәткә күсерелергә
тейеш булған. Ләкин был тәртип һәр ваҡыт
боҙолған, күп кеше ҡартайып бөткәнсә
сафта ҡалдырылған. Алтмыш йәшкә ҡәҙәр
һәр берәүгә 8-9 тапҡыр һыҙыҡта хеҙмәт
итергә һәм бер нисә тапҡыр оҙаҡ хәрби
походтарҙа ҡатнашырға тура килгән. 1847
йылда ғына мотлаҡи хеҙмәттең мөҙҙәтен
утыҙ йыл менән сикләп ҡуйғандар.

Һыҙыҡтағы
хеҙмәт йәйге һәм ҡышҡы мөҙҙәт тип икегә
бүленгән. Һыҙыҡтың үҙендә торған ваҡыт
алты ай дауам иткән. Ләкин йыйылыр урынға
хеҙмәт башланырҙан 1,5-2 ай алдан килеү
талап ителгән, шуға күрә ғәмәлдә кеше
йылына кәм тигәндә һигеҙ ай ваҡытын
сарыф итеп, бөтә эш ваҡытын бушҡа
үткәргән. Шуның арҡаһында унһыҙ ҙа
етешмәгән хужалыҡ һаман нығыраҡ бөлгән,
халыҡ төпһөҙ хәйерселеккә төшкән.

1807
йылдың 19 авгусындағы указ менән Ырымбур
һыҙығындағы һәр ҡәлғәгә комендант
ҡуйылған. Ҡәлғә коменданттары үҙ эшен
аяуһыҙ эшләтеп һыҙыҡта хеҙмәт иткән
башҡорттарҙы ысын ҡолға әйләндерә
торған булған. Шул хаҡта 1828 йылда Ырымбур
һыҙығына барып киткән подполковник
Прянишников әсенеп яҙған. “Ауыр эштән
интегеп бөткән башҡорттар, - тигән ул,
- ҡыш еткәс, саҡ ҡуҙғалып йөрөгән аттарын
менеп ауылдарына ҡайтып китә. Башҡортто
иҙеү ғөмүмән бер самаға ла һыймай, һәм
мин ҡомһоҙ өҙгөстәрҙең ошо меҫкен
ҡорбандарына түрәләр иғтибарын йәлеп
итеүҙе изге бурысыма һанайым”.68
Әлбиттә, ошонан һуң түрәләр “ошо меҫкен
ҡорбандарға” иғтибар иткәндер тип
уйлау үтә бер ҡатлылыҡ булыр ине.

Һыҙыҡ
хеҙмәтенән башҡа башҡорттар Россияның
һуғыштары һәм хәрби походтарында киң
файҙаланылған. 1805 йылды биш йөҙлөк
(530-ға тиклем) егерме башҡорт полкы
Напалеон менән һуғышырға ебәрелгән.
Наполеон Россияға баҫып ингәс, Ырымбур
һыҙығында хеҙмәт иткән ун ике мең кешенән
тыш, башҡорттарҙың шундай уҡ биш йөҙлөк
егерме һигеҙ полк төҙөлгән. Был полктар
башынан аҙағына ҡәҙәр һуғышта ҡатнашҡан,
шуларҙың утыҙ полкы иң беренселәр
сафында Парижға ингән. Һуғышҡа ебәрелгән
ғәскәрҙе бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин
итеү һаман баяғы башҡорт елкәһендә
булған. Ҡоралдары әүәлгесә уҡ-һаҙаҡ
менән һөңгөнән торған. Рустар ҙур башҡорт
ғәскәренә утлы ҡорал тотторорға ҡурҡҡан.
Улар командирҙы башҡорттан ҡуйырға ла
ҡурҡҡан. Полк командиры итеп рус, казак
офицеры билдәләнгән, ә башҡорттар
шуларҙың ярҙамсыһы ғына була алған. Шул
ярҙамсыларҙың иң билдәлеһе Ҡаһым түрәне
(35 йәшлек) Салауат кеүек булып ҡуймаһын
тип, рустар ағыулап үлтергән.

Башҡорттар
1828-1833 йылдарҙа Россияның көнбайыш
сиктәрен һаҡларға, 1853-1856 йылдарҙағы
Ҡырым һуғышы ваҡытында Балтик буйын
ҡурғарға йәлеп ителгән. Рустар Урта
Азияға һөжүм башлағанда тағы бик күп
башҡорт (һәр биш-алты кешенән берәү)
алынған. Урта Азия походтарынан башҡорттар
өсөн иң фажиғәлеһе 1839 йылда Ырымбур
генерал-губернатор В.А.Перовский
тарафынан ойошторолған Хиуа походы
булған. Ауыр шарт һәм ҡанһыҙ тән язаһынан
был походта 3700 башҡорттоң 2000 кешеһе
үлгән.

Һуғышҡа
һәм хәрби походҡа ебәрер өсөн башҡорт
ғәскәрҙәрен йыйғанда Ырымбур хеҙмәт
иткән кеше һаны кәметелмәгән. Шуға күрә
башҡорт халҡы ғәскәрҙәрҙе тәьмин итер
өсөн бөтә булған кеше көсөн һам матди
мөмкинлеген һығып биреп, иҫ киткес
хәйерсеклетә йәшәргә мәжбүр булған.

Утыҙынсы
йылдарҙан башлап, тышҡы политик
маҡсаттарын башҡара килә, рус хөкүмәте
бик күп аҡса һәм кеше ҡулы талап иткән
ҡаҙна эшендә хаҡһыҙ көс файҙаланыу өсөн
башҡортто хәрби хеҙмәттән “эш хеҙмәте”
тип аталған икенсе төрлө хеҙмәткә күсерә
башлаған. Кантон системаһын индергән
мәлдә наряд буйынса алынған кешеләрҙең
етмеш-туҡһан проценты хәрби хеҙмәткә
ебәрелһә, хәҙер һикһән-туҡһан алты
проценты “эш командаларына” билдәләнгән.
“Эш хеҙмәте” тағы ла ауырыраҡ булған
һәм халыҡҡа хәрби хеҙмәттән бик күпкә
ҡиммәт төшкән.

“Эш
командалары” Башҡортостандан ситтәге,
һыуһыҙ буш далаларҙағы алыҫ нығытмаларға
йөк алып барырға, ҡаҙнаға юл һәм күперҙәр
эшләргә, ҡәлғә һәм нығытмалар ҡорорға,
таш йорт һәм сиркәүҙәр һалырға, Ырымбур,
Өфө, Уральск һәм башҡа ҡалаларҙа урам
төҙөргә, материалдар (таш, бүрәнә) әҙерләп
ташырға, эзбиз һәм кирбес заводтарында
эшләргә, ҡыуғын ҡыуырға һ.б., һ.б. эштәргә
ебәрелгән. Шул уҡ командалар Ырымбурға
һәм һыҙыҡтағы ҡәлғәләрҙең барыһына ла
бөтә кәрәк нәмәне (иген, утын, бесән һ.б)
килтереп торған. “Эшсе командаларына”
йыл һайын меңәрләгән кеше һәм ат алынған.
Мәҫәлән, 1850 йылда губернатор ҡушыуы
буйынса башҡорттар ҡаҙна эшенә 3500 кеше,
311013 ат биргән, 1853 йылда юл төҙәтеү һәм
юл эшләүгә генә 162361 кеше, 102700 ат ебәргән.
Бөтә ерҙә башҡорттар үҙ аты, үҙ арба-санаһы
менән һәм ғәмәлдә үҙ тәьминәтендә
эшләгән. Эш шарты, бигерәк тә ағас
әҙерләүҙә шул хәтле ауыр булған, хатта
“йыл һайын шул эштән бик күп башҡорт
ғәрипләнеп ҡайтҡан, ҡайһы береһе бөтөнләй
үлеп ҡалған”.69

Транспорт
командаларында йыл һайын 1000
баш
ат тирәһе үлеп торған. Генерал-губернатор
В.А.Перовский, атһыҙ ҡалған башҡорт “эш
командаһынан” “хәйер һорашып” ҡайтып
китә, сөнки уларҙы эш урынынан киткәнсе
генә ашаталар, тип яҙған. Генерал-губернатор
В.А.Катенин әйтеүенсә, башҡорттар “бөтә
Ырымбур төбәгенең эш көсөнә” әйләндерелгән.

Түҙә
алмаҫлыҡ ауыр хеҙмәткә ҡарамаҫтан,
хәрби һәм эшсе команда башҡорттары
төрлө һалымдан да (земство һалымы,
төҙөлөш һалымы, кәнсәләр һалымы һ.б.)
бушатылмаған. Хеҙмәткә түккән сығым
менән бергә йән башынан йыйылған аҡса
дүрт һум егерме бер тингә барып еткән.
Шул уҡ ваҡытта һаҙаҡ хемәтенә генә
йөрөп, хеҙмәт иткән мәлдә тотош ҡаҙна
тәьминәтендә торған рус казактарынан
аҡсалата һис бер төрлө һалым алынмаған.

Хәрби
хеҙмәт менән эш хеҙмәтенән башҡа
башҡорттар, әүәлгәсә үк, почта йөрөтөү,
юл йөрөтөү йөкләмәләрен үтәгән. Бөтә
чиновник һәм хатта завод крәҫтиәндәрен
бушлай хеҙмәтләндергән юл йөрөтөү
йөкләмәһе һәр башҡорт өйөнә йыл һайын
кәм тигәндә өс һумға барып төшкән. Почта
хеҙмәтен үтәгән башҡа ҡатламдар юл
аҡсаһы алған, ә башҡортҡа уны түләмәгәндәр.
Башҡорттарҙың почта хеҙмәтенә киткән
сығымы йылына һикһән-йөҙ мең тәшкил
иткән. 30-сы йылдарҙа почта йөрөтөү менән
юл йөрөтөү йөкләмәһен аҡсалата түләү
менән алмаштырғандар. Ләкин был алмаштырыу
халыҡҡа еңеллек килтермәгән, сөнки
почта хеҙмәте өсөн генә, элекке һикһән-йөҙ
мең һум сығым урынына, башҡорттар йөҙҙә
һикһән мең аҡса түләй башлаған.

Хәрби
хеҙмәт һәм эш хеҙмәтенән тыш түләгән
күп төрлө һалым һәм йөкләмәләр бирәсәкте
арттырыуға килтергән. Бирәсәген түләмәгән
кешенең өйөн, атын, эш ҡоралдарын һәм
башҡа нәмәнәһен тартып алып һатҡандар.
Бирәсәктең күбәйеүе башҡортто унһыҙ
ҙа бик бәләкәйгә ҡалған аҫаба ерҙәрен
һатырға мәжбүр иткән. Башҡорт еренә
һөжүм итеү туҡтамаған. Генераль межалыҡ
хаҡындағы указ ер талауға яңы көс биргән.

Башҡорт
ерҙәрен генераль рәүештә межалау
тураһындағы Сенат указы 1797 йылдың 26
июнендә сығарылған. Генераль межа
үткәреү юлы менән рус хөкүмәте иң яҡшы
башҡорт ерҙәрен ҡаҙна, алпауыт һәм
заводсылар файҙаһына тартып алырға,
Рәсәйҙең эске губернияларынан хәрби
хеҙмәтсе һәм крәҫтиәндәрҙе күсереп
ултыртыу өсөн “буш” ер фонды булдырырға
тырышҡан. Ерҙе талау иҫ киткес ҙур күләм
алған. Мәҫәлән, 1827 йылда Урман-Көҙәй
волосының ерен межалағанда башҡорттоң
160295 дисәтинә еренән үҙҙәренә 6420 дисәтинә
генә ҡалдырылған, бүтән өлөшө дәүләт
файҙаһына тартып алынған.

Ырымбур
межа кәнсәләренең мәғлүмәттәре буйынса,
1833 йылдың мартында губернияла бөтәһе
28304856 дисәтинә ер булған, шуның 14093742
дисәтинәһе башҡорттоҡо тип иҫәпләнгән.
Ләкин “башҡорттоҡо” тигән төшөнсә
һүҙҙә генә йөрөгән, сөнки был ерҙең күп
өлөшө башҡорт ҡулында булмаған йәки
файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ булған.
Башҡорттоҡо тип иҫәпләнгән ерҙән тау
заводтары һәм тау түрәләре биләгән, рус
һәм татар алпауыттары баҫып алған,
казактарға бирелгән, файҙаланыуға
яраҡһыҙ булған ерҙәрҙе алып ташлаһаң,
башҡорттарға барлығы 3074880 дисәтинә ер
тороп ҡалған.

1832
йылдың 10 апрель указы башҡорттарҙы
“хәҙерге
мәлдә улар ҡулында булған бөтә ерҙең
эйәһе” тип белдергән, шул уҡ ваҡытта
уларҙың биләмәһен етенсе ревизияла
иҫәпләнгән һәр ир затының йән башына
ҡырҡ дисәтинә надел менән сикләгән.
Ләкин ул надел йәнә бөтөнләй ысынға
тура килмәгән. Етенсе ревизия буйынса
(1817 йыл) башҡорттарҙың 146000 ир заты, ә
туғыҙынсы ревизия буйынса (1850 йыл) 242000
ир заты булғанын күҙ уңында тотоп, шул
һанға ысынлап башҡорт биләгән ерҙе
бүлһәң, тәүге осраҡта 20,9 дисәтенә,
икенсеһендә 12,7 дисәтенә генә килеп
сыға. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтсе татар,
мишәр һәм типтәргә утыҙ дисәтинә, бөтә
булған башҡа килмешәккә ун биш дисәтинә
ныҡлы, хужалыҡ өсөн уңайлы ер билдәләнгән.
Тимәк, һәр килмешәк, хатта үҙ яйына килеп
ултырған һәр баш-баштаҡ, Башҡортостандың
төп халҡы булған башҡорттан бик күпкә
яҡшыраҡ хәлгә ҡуйылған булған. Шуға
ҡарамаҫтан, рәсми ҡағыҙҙарҙа башҡорт
һаман “ер биләүсе” тип атап йөрөтөлгән.
Йыш ҡына алпауыттар һәм батша
администрацияһы аҫаба башҡортто ҡыуып,
уның ерен баҫып ала торған булған.
Мәҫәлән, 1832-1842 йылдарҙа Бөрө өйәҙендәге
ун ете ауылдың башҡорто ҡыуылып, уларҙың
ере татар алпауыты Тевкелевҡа бирелгән.
Шул рәүештә ҡыуылған башҡорттар йә
кермешәк булып башҡа урынға күскән,
йәки ерҙе тартып алған алпауыттарға
тамаҡ ялына бушлай эшләргә ялсы булып
барған.

1863
йылдың 14 май ҡарары башҡорт ерен талауға
тағы ҙурыраҡ мөмкинлек асҡан. Был ҡарар
башҡорт общинаһына үҙ ҡулындағы ерҙе
өй хужаларының шәхси милкенә бүлеп
бирергә рөхсәт иткән. Шул хәлдән һуң
ауыр йөкләмә һәм бирәсәктәрҙән түҙмәҫ
сиккә еткән башҡорт ерҙең үҙенә тейгән
өлөшөн һатырға хоҡуҡ алған. Ерен һатҡан
кеше үҙ ҡулындағы һуңғы саранан мәхрүм
булыр булған.

Рус
тарихсылары генераль межалыҡты “буш”
башҡорт ерҙәрен тартып алыуы, Рәсәйҙең
эске губернияларынан күп-күпләп рус
халҡын күсереп ултыртыуы менән прогрессив
әһәмиәткә эйә булған тип иҫәпләй. Йәнәһе,
ул общиналы ер тәртибен бөтөрөп, башҡорт
хужалығын торғонлоҡтан сығарған, төбәктә
етештереү көсөнөң һәм ауыл хужалығының
үҫеүенә, тауар-аҡса мөнәсәбәтенең
тәрәнәйеүенә ярҙам иткән.70
Рус тарихсыларының рус хөкүмәте атҡарған
колониаль сараларҙы аҡлауы тәү тапҡыр
түгел (мәҫәлән, И.К.Кириллов планы һәм
Ырымбур экспедицияһын аҡлау). Бының
сәбәбе нимәлә тигәндә, рус тарихсылары
Башҡортостанды рустың үҙ еренә, унда
ҡылынған бөтә нәмәне рустың үҙ эшенә
һанап, колонизаторҙар политикаһын шул
уҡ колонизаторҙар мәнфәғәтенән сығып
баһалай. Ерһеҙ, көн күрер сараһыҙ
ҡалдырып, рустар башҡортҡа яҡшылыҡ
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 08