Latin

Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 02

Süzlärneñ gomumi sanı 3621
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 1672
28.5 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
41.2 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
48.3 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.
ads place
айырым-айырым дәүләт булып, үҙ-ара
дошманлашып киткән. Шул уҡ заманда Бирке
хан үлгәндән һуң (1266й.), Алтын Урҙаның
үҙ эсендә лә тәхет өсөн тартыш башланған
һәм XIV быуат башында ул Күк Урҙа менән
Аҡ Урҙа тигән ике дәүләткә бүленгән.
Шуларҙың икенсеһе тәүгеһенә бойондороҡло
тип һаналған. Ләкин бының менән дә Жуси
балалары араһында талаш туҡталмаған.
Ҡайһы берҙә ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына, дәүләт
башында берәй көслө кеше килгәндә
(мәҫәлән, 1312-1342 Үзбәк хан заманында),
берҙәмлек кире ҡайтҡан һымаҡ булып
торған, шунан һуң элеккенән яманыраҡ
талаш тоҡанып китер булған.

Алтын
Урҙала ныҡлы вариҫлыҡ тәртибе булмаған,
Жуси нәҫеленә ингән һәр кеше хан тәхетенә
дәғүә итә алған. Әммә талаш-тартыш унан
ғына ла сыҡмаған. Алтын Урҙа татар-монгол
өсөн тыуған ил булмаған, ханзада, мырҙа
һәм шулай уҡ ябай кешеләр баҫып алынған
ят ерҙе тыуған иле тип тоймаған. Был ер
улар өсөн талау, талап байыу сығанағы
ғына булған, һәм һәр кем шул сығанаҡҡа
хужа булырға, һис юғында унан мөмкин
тиклем күберәк өлөш йолҡорға тырышҡан.
Байлыҡ сығанағы өсөн тартышта Жуси
балалары бер-береһен тәхеттән ҡолатып,
туған – туғанын, улы – атаһын үлтереп,
йә тотош Алтын Урҙаның, йә бер өлкәнең
ханы булып ултырған һәм шунда уҡ тигәндәй
башҡа дәғүәселәр тарафынан ҡолатып
йәки үлтереп ташланған. Улар араһында
ҡан дошманлыҡ хөкөм һөргән. Әммә төп
мәсьәлә, бойондороҡло халыҡтан һалым-яһаҡ
түләтеүҙә, улар берҙәм булған. Был эшкә
тәғәйенләнгән дәүләт аппараты үҙ
хеҙмәтен яҡшы башҡарған. Улай ғына
түгел, тәхет һуғышы көсәйгән һайын
халыҡты иҙеү ҙә яман көсәйгән, сөнки
һәр дәғүәсе күберәк үҙенә һалым йыйырға
тырышҡан, һәм халыҡ икеләтә, өсләтә
нығыраҡ таланған. Татар хөкөмөндәге
ерҙәрҙә хужалыҡ ҡыйраған, сәсеүлек һәм
көтөүлектәр ҡороған, халыҡ татар
ҡылысынан ғына түгел, аслыҡ-яланғыслыҡтан
да ҡырылған.

Башҡортостанға,
бигерәк тә уның көньяҡ һәм көнбайыш
ерҙәренә, 1377-1380 йылдарҙа бөтә Алтын
Урҙаны үҙ ҡулына алған Туҡтамыш менән
Урта Азиялағы Мавернаһһар дәүләтенең
хакимы булған Аҡһаҡ Тимер араһындағы
һуғыш иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән.
Был һуғыш икәү-ара ер бүлешә алмау
арҡаһында килеп сыҡҡан.

1391
йылда Аҡһаҡ Тимер 200 меңлек сиреү менән
көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанға баҫып
ингән дә, юлындағы бөтә нәмәне емереп,
көнбайышҡа йүнәлгән. Шул уҡ йылдың
йәйендә башҡорт ерендәге Ҡондоҙса
йылғаһы буйында ҡаты һуғыш булып,
Туҡтамыш ҡыйратылған. “... Йәйәүлеләр
10-ар – 20-шәр ат, ә бер атлы яугирҙәр
100-ҙән артыҡ ат алып ҡайтып киткән; башҡа
малға, шул иҫәптән ҡуй-һарыҡҡа килгәндә,
уларҙың иҫәбе булмаған. Бигерәк тә
Тимергә һәм уның сәрҙарҙарына ҙур өлөш
тейгән. Тимерҙең үҙенә ҡол итеп биреү
өсөн әсиргә алынған ҡыҙ һәм егеттәрҙең
һаны... 5000 кешенән
артҡан. Тимер сиреүе үҙ иленә ҡайтышлай
ҙа талауын туҡтатмаған”.22
Башҡорт халҡына ошо көнгә тиклем Аҡһаҡ
Тимер яуын иң яман һәләкәт, ҡот осҡос
бәлә тип һөйләйҙәр. Архивта һаҡланған
“Һуңғы һартай” тигән ҡулъяҙмала һартай
ырыуының, Туҡтамыш сиреүендә түгел, ә
үҙ алдына тыуған илен ҡурғап, Тимер
менән иң һуңғы кешеһе ҡалғанса һуғышыуы,
иҫән ҡалған ҡарт ырыу башының тыуған
ил ҡазаһы һәм яуҙа үлгән ырыуҙаштары
өсөн һаман туҡтамай дошмандан үс алып
йөрөүе хаҡында бәйән ителә.

Туҡтауһыҙ
дауам иткән ҡанлы талаш-тартыш арҡаһында
элекке Алтын Урҙа XV
быуаттың
тәүге яртыһында Оло Урҙа, Нуғай Урҙаһы,
Ҡазан, Себер, Ҡырым, Әстрәхан, Ҡаҙаҡ,
Үзбәк ханлыҡтарына бүленгән. Нуғай
Урҙаһы менән Ҡаҙан, Әстрәхән, Себер
ханлыҡтарының сиктәре – Башҡортостан
ерҙәрен бүлгеләп үткән.

Ҡоролошо,
политик һәм юридик нормалары, эксплуатация
формалары буйынса яңы барлыҡҡа килгән
татар ханлыҡтары Алтын Урҙанан бер ҙә
айырылмаған. Һалым-яһаҡтың күләме, хәрби
һәм башҡа йөкләмәләр кәмеү түгел,
киреһенсә артҡан, бөтәһе хан һәм
мырҙаларҙың нәфсеһе теләгәнсә алынған.
Хан һәм мырҙалар үҙҙәренең аҙаҡҡы
һулышында сиктән тыш ҡанһыҙлыҡ һәм
ҡомһоҙлоҡ күрһәткән. Халыҡ ғазабы
самаһыҙ булған.

Башҡорт
халҡының Алтын Урҙа һәм унан һуңғы
ханлыҡтар заманында татарға ҡаршы
көрәшеүе хаҡында мәғлүмәт бик әҙ
һаҡланған. Ул дәүерҙең тарихи һәм әҙәби
ҡомартҡылары быуаттар буйы һүнмәгән
ут һәм яу ялҡынында һәләк булған, беҙҙең
көнгә өҙөк-өҙөк кенә хәбәр килеп еткән.
Мәҫәлән, башҡорттарҙы яңынан буйһондороу
өсөн Ҡазан татарҙарының 1445-1467 йылдарҙа
бер нисә тапҡыр яу менән килгәне билдәле;
башҡорттоң “Мең һаҙаҡлы Урҙас бей”
тигән шәжәрәһендә меңле (меңулы)
башҡорттарының Нуғай Урҙаһына ҡаршы
һуғышыуы хаҡында әйтелә. Хатта ошо әҙ
генә мәғлүмәт нигеҙендә лә, ирек һөйәр
башҡорт халҡы татар золомона баш эймәгән,
быуаттар буйы көрәште туҡтатамаған,
XVII-XVIII быуаттарҙағы кеүек үк, ҡоллоҡҡа
ҡаршы өҙлөкһөҙ һуғышҡан, тип раҫларға
мөмкин. Тынғыһыҙ көрәше менән ул үҙен
тағы ла яманыраҡ ҡырыу һәм талауға дусар
иткән. Иҫәпһеҙ ваҡыттар буйы аяуһыҙ
ҡырыу һәм талау арҡаһында башҡорт
халҡының һаны ун тапҡырға кәмегән*,
көн итер мал-мөлкәте бөтөп һуңғы сиккә
тиклем бөлгән. “Хакимдәре тарафынан
таланып һәм тамам бөлдөрөлөп, йәнлек
һәм балыҡ тотоп ҡына тамаҡ туйҙырғандар...
– тип яҙған башҡорттар тураһында
П.И.Рычков. – шул хәйерсе хәлендә улар
Ҡазан һәм Себер хандары ҡулына эләккән,
был хандар уларҙы тағы лы нығыраҡ
бөлгөнлөккә төшөргән, көс еткеһеҙ һалым
һалған”.23

РУС
ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛҒАНДАН ҺУҢҒЫ ХӘЛДӘР

Татарға
яһаҡ түләүсе генә булып, үҙ аллы политик
һәм экономик үҫеш өсөн мөмкинлек һаҡлаған
рус кенәзлектәре аяуһыҙ талау һәм
ҡырыуҙы күрмәгән. Улар яйлап талаш-тартыштан
кимгегән Алтын Урҙаға ҡаршы торорлоҡ
көс йыйған. 1380 йылда Мәскәү кенәзе
Дмитрий етәкселегендәге берләшкән рус
ғәскәрҙәре Кулик яланында татар хакиме
Мамай сиреүен ҡыйратҡан. Дмитрийҙан
һуңғы кенәздәр ҙә татар иҙгенлегенән
ҡотолоуға бөтә эшен йүнәлткән. Ләкин
тулы иреккә ирешкәнсе тағы йөҙ йыл үтеп
киткән. Ул иректе рустар 1480 йылда, Мәскәү
кенәзе Иван III дәүерендә, яу менән килгән
Әхмәт хан юлын киҫкәндән һуң ғына алған.
Татар бойондороғонан ҡотолоу Иван
III-гә көнбайыш һәм көнсығыш рус биләмәләрен
киңәйтеү өсөн ҡыҙыу эш башларға мөмкинлек
биргән. Төнъяҡ-көнсығышта рус юлбаҫарҙары
Төнъяҡ Сулман, Төнъяҡ Урал, Төнъяҡ диңгеҙ
буйҙарына, хатта алыҫ Юғыр ерҙәренә
үтеп, борондан шунда йәшәгән коми,
нена, хант, манси тигән төп халыҡтарҙы
көсләп, Мәскәүгә яһаҡ түләргә мәжбүр
итә башлаған. Василий III
заманында Псков, Рязань, Смоленск
кенәзлектәрен ҡушыу менән бөтә булған
рус ерен берләштереү тамамланған һәм
Рус дәүләте барлыҡҡа килгән. Был дәүләт
бик етеҙ көсәйә башлаған. Беренсе рус
батшаһы Иван IV-нең ҡаты ҡулы менән дәүләт
ныҡ үҙәкләштерелгән, самодержавие власы
нығытылған. Иван III башлаған актив
баҫҡынсылыҡ политикаһын Иван IV бик
уңышлы дауам иткән.

1552
йылдың 2 октябрендә Иван IV 150 меңлек
ғәскәр менән оҙаҡ ҡамауҙа тотҡандан
һуң Ҡазан ҡалаһын алып ҡыйратҡан, шуның
менән татарҙарҙың Ҡазан ханлығын
бөтөргән. Ҡазанды баҫып алғас, Рус
дәүләте көнсығышта илбаҫарлыҡ эшен
көсәйткән. 1554 йылда яҙ 30 меңлек рус
ғәскәре караптары менән Волга буйлап
Әстрханға йүнәлгән һәм 2 июлдә ҡаланы
ҡаршылыҡһыҙ баҫып алған. Әстрхан ханлығын
улар 1556 йылдың авгусында икенсе тапҡырға
яу менән барып, бөтөнләйгә юҡ иткән.
1554 йылда рус ғәскәрҙәренең уңышы
тәьҫирендә Нуғай Урҙаһы үҙен Рус
дәүләтенең вассалы тип таныған. Ләкин
вассалитет менән риза булмаған татарҙарҙың
бер өлөшө Волганы аша сығып, Аҙау менән
Ҡабарда араһында Кесе Нуғай Урҙаһы
төҙөгән. Был урҙа Ҡырым ханының ҡанаты
аҫтына һыйынған. Оло Нуғай Урҙаһының
вассалитеты 1557 йылды тамам нығытылған.
Шулай итеп, 1552-1557 йылдарҙа Башҡортостан
ерен үҙ-ара бүлешеп тотҡан дүрт татар
ханлығының өсөһө Рус дәүләтенең ҡул
аҫтына ҡалған. Дөрөҫ, Нуғай Урҙаһы һаман
башҡортто үҙ ҡулында тоторға, һаман
унан һалым йыйырға маташып ҡараған,
әммә рустар татарҙарҙың Ҡазан ханлығын
кире тергеҙеү өсөн күтәргән хәрәкәтен
баҫтырғас (1553-1557 йй.), нуғайҙар Башҡортостан
еренән тотош ҡасып китеп бөткән. Ҡасҡан
ваҡыттарында улар башҡортто ла көсләп
алып китергә тырышҡан, ләкин башҡорттар
үҙ илен ташламаған, ҡорал тотоп нуғайға
ҡаршы торған һәм еңеп сыҡҡан.

Өс
йыҙ йылдан артыҡ хакимлек иткән татарҙар
ханлыҡтары ҡолағас та көслө халыҡ булып
ҡалған. Ләкин улар рус власына оҙаҡ
ҡаршылашмаған, сөнки бында боронғо үҙ
ерҙәре булмағас, ханлыҡтарын юғалтыу
менән улар үҙ иленең азатлығын юғалтмаған,
ә хакимлектәрен генә юғалтҡан. Хакимлекте
юғалтыуға татарҙар күнгән. Ҡасандыр
монголға яраҡлашҡан кеүек, улар яңы
хужаға бик тиҙ яраҡлашып алған һәм Рус
дәүләтенең тоғро кешеләре булып киткән.
Артабан улар рус колонизаторҙарына
көнсығыш ерҙәрҙе баҫыуҙа, башҡорттарҙы
талап, буйһондороп алыуға, уларҙың ерен
талап, буйһондороп алыуға, уларҙың ерен
талауға бик тырышып ярҙам иткән. Тоғро
хеҙмәте рус власы татарҙарға бик яҡшы
ҡараған: уларға юғары исем-дәрәжәләр,
төрлө өҫтөнлөктәр биргән, башҡорт
ерҙәрен бүләк иткән.

Татар
ханлыҡары ҡолағас, башҡорттар, бер яҡтан
татар иҙгенлегенән ҡотолған, икенсе
яҡтан, шундай уҡ йыртҡыс илбаҫарҙарҙың
баҫып алыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған.
Татарҙан һуң бик ауыр хәлдә ҡалған
башҡорттоң яҡынлап килгән рус һөжүменән
ҡаршы тороп, илде һаҡларлыҡ көсө булмаған.
Шуның өсөн улар, Нуғай Урҙаһы һымаҡ,
вассалитет шарты менән Рус дәүләтенә
буйһонорға, шулай итеп, күпмелер кимәлдә
сикләнгән булһа ла, үҙ аллыҡ алырға
ҡарар иткән. 1557 йылғы Грамота менән
нығытылған шарт буйынса, рус хөкүмәте
башҡорттарҙың үҙ еренә нәҫелдән нәҫелгә
эйә (аҫаба) булыу хоҡуғын таныған, шул
хоҡуҡты эске һәм тышҡы баҫҡынсаларҙан
һаҡларға йөкләмә алған, шулай уҡ
башҡорттоң эске идараһын, дин тотоу
иркен таныған; башҡорттар үҙ нәүбәтендә
яһаҡ түләргә, үҙ иҫәптәренә хеҙмәт
атҡарырға, алыҫ һәм яҡын походтарҙа
ҡатнашырға, күсмәнде халыҡтар яуынан
дәүләттең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен
һаҡларға йөкләмә алған. “Бөрйән, ҡыпсаҡ,
үҫәргән, тамъян башҡорттарының
шәжәрәһе”ндә ошо хаҡта: “Жирларемез
һәм динларемез илә айрә языб, ислам
динендә булған башкырт жәмағәтләрен
аслан ғәйре дингә көсламәскә ғәһед вә
йәмин идеб (ант итеп), һәм безлар
руғ-әнсабларемез ихласлы хезмәтләр
ҡылмаҡ өчен, указнамәләр төзеб,
бер-беремездан алынмыш бадбичнамәларыбыз
Ҡазан шәһәрендә дәфтәргә язылмышдыр”,
- тип әйтелгән.24
Башҡорттарҙың тоғролоғон тәьмин итеү
өсөн рус хөкүмәте, күрһәтелгән шарттарҙан
тыш, Ҡазан һәм Мәскәүгә күренекле
кешеләрҙең уландарынан аманат килтереп
тороу шартын ҡуйған. Был шарт оҙаҡ
ваҡыттар буйы халыҡ өҫтөндә ауыр йөк
булып ятҡан.

1554-1557
йылдарҙа ошо шарт нигеҙендә Рус дәүләтенә
Ҡазан, Әстрхан ханлыҡтары һәм Нуғай
Урҙаһы ҡул аҫтында булған башҡорттар
ҡушылған, ә Урал арты башҡорттары рус
бойондороғон һуңыраҡ, рустарҙың Себер
ханлығын баҫып алыу барышында, ҡабул
иткән. Өҫтәүенә, Урал арты башҡорттарының
рус бойондороғона күсеүе батша ғәскәренең
йыртҡыслыҡ һәм ҡанһыҙлығы менән ныҡ
тотҡарланған. Мәҫәлән, 1596 йыл Төмән
ҡалаһының баяр улы етәкселегендәге бер
ғәскәри төркөмө һис бер сәбәпһеҙ
ҡаратабын башҡорттарының ауылына сапҡын
яһап, күп кешене үлтергән, ҡатын-ҡыҙ,
бала-сағаны әсир иткән. Әсирҙәрҙең
күбеһе тотҡонда үлгән, иҫән ҡалғандары
Себерҙәге рус ҡалаларына һатылған.
Шундай йыртҡыслыҡтар ҡаратабын, һеңрән
башҡорттарын Күсем хан менән уның
уландарына һыйынырға мәжбүр иткән. Шуға
ҡарамаҫтан, XVII быуаттың 20 йылдарына
хәтлем башҡорттарҙың бөтәһе лә рус
бойондороғона ҡалып бөткән. Рус хөкүмәте
биргән грамоталар буйынса , башҡорт
халҡы татар-монгол яуына тиклем Башҡорт
дәүләте биләгән бөтә ерҙе тигәндәй кире
үҙенә ҡайтарып алған.

Вассалитет
шарты менән Рус дәүләтенә ҡушылыу ул
заманда башҡорт өсөн ҙур уҫеш булған.
Шуның менән башҡорттар, берҙән, иң ауыр
бер тарихи осорҙарында аяуһыҙ рус
ғәскәренең баҫып инеүенән ҡотолған;
икенсенән, Рус дәүләте алдында үҙҙәрен
боронғо үҙ ерҙәре, үҙ политик һәм экономик
мәнфәғәттәре булған айырым халыҡ итеп
күрһәткән; өсөнсөнән, милли хоҡуҡтарын
һәм милли ерҙәрен яҡлау өсөн юридик
нигеҙ һалған; дүртенсенән, бойондороҡло
хәлдә булһа ла, Башҡортостанды айырым
бер ил итеп тергеҙгән, шул арҡала артабан,
административ-террирториаль йәһәттән
бүлгеләнеп бөтөүгә ҡарамаҫтан, бөтә
кеше уны бер бөтөн ил тип белгән.

Башҡорттар
үҙ теләге менән рус бойондороғона ингән,
ләкин ул бойондороҡ вассалитет шарты
менән сикләнгән булған. Шуға күрә Рус
дәүләтенә Башҡортостанды тотош баҫып
алып, үҙ эсенә индереү өсөн, ҡушылыу
шартын һәм Иван IV ҡул ҡуйған 1557 йылғы
Грамотаны тотош боҙоп, ике быуаттан
артыҡ аяуһыҙ ҡанлы һуғыш алып барырға
тура килгән.

Иван
IV дәүерендә рустарҙың төнъяҡҡа һәм
Себергә баҫып инеүҙәре тағы ла нығыраҡ
көсәйгән. Икһеҙ-сикһеҙ сит ерҙәрҙе
буйһондороуҙа Строгоновтар кеүек
промышленниктар, сауҙагәрҙәр һәм улар
тарафынан файҙаланылған һәр төрлө
юлбаҫар һәм ҡараҡтар ҙур урын тотҡан.
Шул юлбаҫарҙарҙың бер төркөмөнә “Рус
дәүләтенә күрһәткән хеҙмәте өсөн”
әлеге көндә лә бик ҙурлап йөрөтөлгән
Ермак етәкселек иткән. Промышленниктар,
сауҙагәрҙәр һәм юлбаҫарҙар урындағы
төп халыҡтарҙы аяуһыҙ ҡырып, мәңге
йәшәгән үҙ ерҙәренән ҡыуып, иҫ киткес
йыртҡыслыҡтар ҡылған. Шул баҫҡынсылыҡҡа
ике нәмә бик хас булған. Беренсенән,
илбаҫарҙар, иң ябай ҡарағына тиклем,
шул заманда уҡ оло дәүләтселек һәм
баҫҡынсылыҡ рухы менән ғәжәп ныҡ
һуғарылған, улар алдан уҡ, үҙҙәре бармаҫ
борон уҡ, көнсығыштағы бөтә ерҙе Рус
дәүләтенең законлы, тәбиғи биләмәһе
тип, ундағы төп халыҡтарҙы (“яуыз
шайтандарҙы”, “динһеҙ ҡәбәхәттәрҙе”)
рус батшаһына яһаҡ түләргә тейеш, тип
һанаған (“ерҙәр буш”, йәғни рустар юҡ,
һәм “батша ҡаҙнаһына ул ерҙәрҙән һис
ваҡыт яһаҡ түләнмәгән”); шулай уҡ рус
батшаһы ла үҙе белмәгән ят ерҙәрҙең
иҫәпһеҙ киңлектәрен тулыһынса биләү
хоҡуғы менән сауҙагәрҙәргә өләшкән.
Икенсенән, рус илбаҫарҙары үҙ хәрәкәтенең
һәр аҙымын батша бойороғо буйынса ҡала
һәм ҡәлғәләр менән нығытып барған
(“уңайлы урынға ҡала ҡорорға, ә ҡалаға
атар туптар ҡуйырға”, “төрлө ҡәлғә
менән бик ныҡ итеп нығытырға”),
ҡала-ҡәлғәләргә сиркәү һалған һәм тиҙ
генә үҙ халҡын алып барып тултырған.
XVI быуаттың икенсе яртыһында Пермь
ерҙәрендә төҙөлгән шундай ҡалалар
төнъяҡ башҡорттарының күп ерен баҫып
алған был эш иң мөһим вассалитет
шарттарының береһен боҙоу булған. Шуға
күрә 1572, 1582 йылдарҙа, төнъяҡтағы пермәк,
манси, хант, удмурт, мари халыҡтар үҙ
ерҙәрендә ҡала-ҡәлғәләр төҙҙөрмәҫ,
төҙөлгәндәрен емерер өсөн ҡорал тотоп
күтәрелгәндә башҡорттар ҙа бик ныҡ
ҡатнашҡан.

1582
йылдың октябрендә Ермак Себер ханы
Күсемдең сиреүен ҡыйратҡас, рус хөкүмәте
ныҡышмалы рәүештә Себергә үтеп инә
башлаған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә
Көнбайыш Себерҙә бик күп ҡәлғә һәм
нығытылған ауыл төҙөлгән, уларҙың хәрби
гарнизоны бик тиҙ көсәйгән. Хеҙмәт
кешеләренән тыш, Себергә шулай уҡ
Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренән крәҫтиәндәр
күсерелгән. Себергә үтеү уңышлы булһын
өсөн рустарға уңайлы тура юл һалырға
кәрәк булған. Урындағы халыҡҡа әүәлдән
билдәле был юл Башҡортостан аша, Ҡариҙел
тамағынан үткән. Рус хөкүмәте шул юлды
үҙләштермәк булып, 1586 йыл Өфө ҡалаһын
һалған. Өфөнән үткән Себер юлын Тобольскиға
тиклем үткәрергә уйлағандар. Өфө ҡалаһын
һалыу бер юлы бер нисә маҡсатҡа яуап
биргән: был ҡала Башҡортостанды колонизлау
һәм артабан көнсығышҡа үтеү өсөн,
Башҡортостанда Рус дәүләтенең хакимлеген
нығытыу өсөн терәк хеҙмәтен үтәргә
тейеш булған. Әммә килешеү шарттары
менән ҡулы бәйләнгән Рус хөкүмәте тәүге
мәлдә башҡорттарҙы ҡуҙғатмаҫҡа тырышып,
яһаҡ түләтеүҙе еңеләйтер өсөн, яһаҡты
алыҫ Ҡазанға йөрөтмәҫ өсөн ҡала һалыу
кәрәк, тип башҡортто алдаған. Башҡорттар
шул һуҙгә ышанып, үҙ еренең ҡап уртаһына
ҡала ултыртырға ризалыҡ биргән.

Өфөнө
һалыу менән Башҡортостанда ысын рус
колонизацияһы башланған. Өфөнөң тәүге
халҡы ҡаланы төҙөү һәм һаҡлау өсөн
ебәрелгән тупсылар, уҡсылар, подъячийҙарҙан
торған. Яңы хеҙмәт кешеләре иҫәбенә
ҡала халҡы бик тиҙ арта башлаған. Хеҙмәт
кешеләре, шул иҫәптән уҡсылар, ҡала
тирәһенән ер алған. Өфө эргәһендә баяр
һәм алпауыттарҙың фамилияһы менән
аталған байтаҡ ауыл барлыҡҡа килгән.
Алпауыттар араһында батшаға тоғро
хеҙмәт иткәне өсөн дәрәжә алған татар
мырҙалары ла булған. Алпауыт биләмәләренә
күсерелгән рус крәҫтиәндәре башҡорт
ерҙәрен һөрә башлаған. Өфө тирәһендәге
ер бик күп саҡрымдарға тиклем башҡорттан
тартып алынған. Өфөлә воевода
етәкселегендәге колониаль хөкөм
урынлашҡан. Воевода үҙ ҡулында ғәскәр
тотҡан, ул халыҡтың тотҡарлыҡһыҙ яһаҡ
түләп тороуы өсөн яуап биргән, суд һәм
хөкөм вазифаһын үтәгән, һәм иң мөһиме,
үҙенә тапшырылған территорияла һәр
төрлө сара менән башҡорттарҙы баҫып,
ҡыҫып торорға тейеш булған.

Өфөлә
рус хөкөмө нығығас, Башҡортостандың
ҙур өлөшөндә Ҡазан һарайы Приказына
бойондороҡло Өфө өйәҙе ойошторолған.
Өфө өйәҙе дүрт даруғаға (өлкәгә) – Ҡазан,
Нуғай, Юса, Себер даруғаларына – бүленгән.
Был даруғалар нигеҙҙә элекке татар
хандарының биләгән ерҙәренә тап килеп
торған. Төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының
ерҙәре Тубыл, Верхотур һәм башҡа өйәҙҙәргә
беркетелгән. Башҡортостанға шул рәүешлә
административ етәкселек итеү системаһы
XVIII быуат башына тиклем һаҡланған. Ләкин
унан һуң да ул төрлө өйәҙ, провинция,
губерния сиктәре менән бүлгеләгән хәлдә
ҡалған. Рус хөкүмәтенең Башҡортостанды
админстратив-территориаль яҡтан
бүлгеләүе башҡорт халҡының берҙәмлеген
тарҡатыу, берҙәмлектең көсәйеүенә
тотҡарлыҡ яһау өсөн эшләнгән. Шундай
политикаға ҡарамаҫтан, башҡорттар, 1557
йылғы Грамота биргән хоҡуҡтан файҙаланып,
үҙҙәрен электән билдәле булған йыйындарын
берҙәм милли идара органы итеп тергеҙеп
ебәргән. Был йыйындар халыҡты берләштереү,
үҙ аллығын ғәмәлләштереү сараһы булып
бик яҡшы хеҙмәт иткән. Йыйындарҙа
халыҡтың мөһим тормош мәсьәләләре, хәл
ителгән. Башҡорттарҙың XVII быуаттағы
һәм XVIII быуаттың тәүге өлөшөндәге оло
яуҙары һәр ваҡыт асыҡ йәки йәшерен
үткәрелгән йыйын ҡарарҙары буйынса
башлана торған булған.*

Өфөнө
һалғандан һуң, XVII быуат башында, башҡорттоң
ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан,
Башҡортостандың төрлө районында тағы
күп ҡала, шул иҫәптән Юса**,
Бөрө, Табын ҡалалары ҡоролған. Был ҡала
һәм ҡәлғәләр шулай уҡ Башҡортостанды
колонизлау терәгенә әйләнгән. Колонизлау
терәктәре бик һәләтләп Урал арты
башҡорттарының ерендә, Исәт, Тинес
(русса: Теча), Мейәс йылғалары буйында
ла төҙөлгән.

Башҡортостанды
колонизлауҙа монастырҙар актив ҡатнашҡан.
Иван IV һәм уның улы Федор заманында уҡ,
башҡорттоң ризалығынан тыш, Ағиҙел,
Сулмай йылғалары буйынан монастырҙарға
бик күп ер бирелгән. Был ерҙәргә дин
әһелдәре менән бергә крәҫтиәндәр ҙә
килеп ултырған. Монастырҙар бөтә
Башҡортостанға таралып, бик тиҙ күбәйеп
киткән.

Тарихи
материалдарҙағы мәғлүмәтәтр һәм хәҙерге
башҡорт тарихсыларының берҙәм фекере
буйынса, Рус дәүләтенә ҡушылып, Нуғайҙар
тотош ҡасҡас, тәүге дәүерҙә башҡорттоң
татар-монгол яуына ҡәҙәр биләгән боронғо
ерендә йәнә башҡорттар ғына йәшәгән,
һис бер башҡа халыҡ булмаған. Башҡортостанға
ят халыҡты күсереү рус колонизацияһының
көсәйеүе менән бергә башланған. Рус
хөкүмәтенең ҡала-ҡәлғәләргә, монастырҙарға
һәм улар һағында булған ерҙәргә төрлө
хеҙмәт кешеләрен, һарай, алпауыт,
монастырь крәҫтиәндәрен, шулай уҡ
татар-мишәрҙәрҙе килтереп ултыртыуынан
тыш, Башҡортостанға төрлө ҡыҫынҡылыҡ
һәм ҡыҫымдан ҡасҡан татарҙар, сыуаштар,
мариҙар, удмурттар, марҙыуалар һәм
башҡалар күпләп килә башлаған. Үҙәк
губерналарҙан килгән рус крәҫтиәндәре
лә булған. Башҡорттар, был халыҡтың
ағымына ҡаршы торор көс тапмай, рус
батшаларына баш орған. Улар, башҡорттоң
боронғо аҫаба ерҙәренә ауыл-ауыл булып
бик күп килмешәк ултыра, “сәсеүлектәрҙе
һөрөп, сабынлыҡтарҙы сабып, урманлы
ҡырҡып бөттөләр”, шул арҡала яһаҡ
сығанаҡтары ҡыҫҡарҙы, “яһаҡ һәм төрлө
һалым түләр хәл ҡалманы”, тип яҙған.25
Ләкин рус хөкүмәте, 1557 йылғы Грамота
буйынса башҡорттарҙың ер хоҡуғын
һаҡларға йөкләмә алыуына ҡарамаҫтан,
үтенестәргә иғтибар бирмәгән. Шулай
итеп, Башҡортостанды рустар ғына түгел,
татарҙар һәм тирә-яҡтағы башҡа халыҡтар
ҙа актив колонизлаған. Уларҙың бөтәһе
лә тиерлек башҡорт ерен баш-баштаҡлыҡ,
көслөк менән алған. Шул арҡала башҡорт
менән килмешәктәр араһында бик йыш
янъял ҡуба торған булған. Башҡорттар
килмешәктәрҙең бик аҙы менән генә ер
һәм башҡа тәбиғи байлыҡ өсөн яһаҡтың
бер өлөшөн түләтеү тураһында яҙма
рәүештә шартнамә төҙөүгә ирешә алған.
Был килмешәктәрҙе “кермешәк” тип
атағандар.*
Ҡалған яһаҡты рус хөкүмәте, ер хужаһы
тип башҡорттан түләткән. Ә шул ваҡытта
ерҙең бик күп майҙанын сит халыҡтар
файҙаланған. Ә яһаҡ, ер биләгән өсөн
түләтелгән төп һалым, бик ауыр булған.
Ваҡыты-ваҡыты менән хөкүмәт һалымдарҙың
күләмен арттырып торған. Ошонан тыш
башҡорттарҙан тағы аяҡлы малдың биштән
бер өлөшө, батша һәм воевода поминкаһы
һәм һәр төрлө һағыҙ һәм аңғыҙ күп һалым
түләтелгән. Был ғына түгел, һалым
йыйыусыларҙың аяуһыҙ талауы һәм алдауы
арҡаһында түләгән түләүҙең күләме
ике-өс тапҡырға артып, көс еткеһеҙ йөккә
әйләнә торған булған. Түҙмәҫ сиккә еткән
төнъяҡ-көнсығыш башҡорттары шул хаҡта
хөкүмәткә яҙған: “Ҡыш булыу менән,
тигән, уларға (башҡорттарға) воеводалар
Верхотурҙан йыйырға ғәскәриҙәрҙе ебәрә,
ә ерҙәре урманлы булып, сана юлы булмаған
өсөн былар ғәскәриҙәрҙе нарта менән
үҙҙәре һөйрәп йөрөтә, шул Верхотур
ғәскәриҙәре уларҙа алмашлап өҙлөкһөҙ
ҡыш буйы тора; ә үҙҙәре (башҡорттар) ҡыш
көнө яһаҡ өсөн һунар иткән ерҙә йәшәгәс,
ирҙәр юҡта теге ғәскәриҙәр ҡатындарын,
балаларын туҡмай һәм мәсхәрәләй,
аҡсаларын талай, йәнлек тирәләрен тартып
ала, яһаҡты ла кенәгә буйынса түгел, үҙ
файҙаһына артыҡ итеп ала, шул артыҡ
яһаҡтан ғәскәриҙәр воеводалар менән
үҙҙәре файҙалана һәм башҡортҡа төрлө
йәбер ҡыла”; “ҡалын ҡар төшөп, яһаҡ
йыйыусыларҙы ат менән йөрөтөп булмай
башлағас, шул яһаҡ йыйыусылар ат өсөн
һәр өйҙән берәр һум аҡса ала, ә йөрөй
саңғы менән”; “воеводалар уларға
(башҡорттарға) яһаҡ кенәгәләрен күрһәтмәй,
ә яһаҡты артыҡ итеп ала, кемдә ниндәй
йәнлек тиреһе күрһәләр – тотош алалар
һәм шуның менән үҙҙәре файҙаланалар”;
“бынан элек улар (башҡорттар)... Верхотурға
яһаҡты йән башына йылына бишәр һыуһар
иҫәбенән түләне, ә хәҙер Верхотур
воеводалары уларҙан унар һыуһар ала”;
“улар (башҡорттар) шундай көслөктән
тамам бөлдө, күптәре иҫәпһеҙ бирәсәкле
булды, ҡатындарын, балаларын аманатҡа
биреп, үҙҙәре таралып бөттө, ә ғәйеп
булған яһаҡлылар өсөн яһаҡты барыбер
ҡалған башҡорт түләй; урман яғы булғас,
уларҙың игенлектәре юҡ, йәй көнө һарына,
ҡыш көнө балыҡ менән генә тамаҡ аҫрайҙар”.26
Шулай уҡ золом төнъяҡ-көнсығышта ғына
түгел, Башҡортостандың бөтә яғында
хөкөм һөргән. Рус хөкүмәте яһаҡ йыйыусы
вазифаһын алпауыттарға яҡшы хеҙмәт
күрһәткән өсөн бер бүләк рәүешендә
биреп, башҡорто таларға үҙе ҡеүәтләгән.
Шулай булғас, тейешле яһаҡты йыйыу
өҫтөнә үҙ нәфсеһен тыйҙырыу өсөн хөкүмәт
вәкилдәре, әлбиттә, халыҡтың мөмкинлегенә
ҡарамаған, үҙе белгәнсә көслөк ҡылған.
Ваҡытында яһаҡты түләмәгән кешеләрҙе
халыҡ алдында таяҡ менән һуҡтырғандар,
унан үлмәй ҡалған кеше һирәк булған.
Көс еткеһеҙ һалым һәм аяуһыҙ йәбер күп
башҡортто үҙенең аҫаба ерҙәренән боронғо
башҡорт еренең сигенә, көнсығышҡа һәм
көньяҡҡа ҡасырға мәжбүр иткән. Әммә
унда улар ҡалмаҡ һәм ҡаҙаҡ ҡулына барып
элеккән. Сөнки VII быуаттың тәге сирегендә
ситке башҡорт ерҙәрен улар баҫыл алған
булған. Ҡасҡан кешеләрҙең күбеһе һуңынан
кире ҡайтҡан. Рус колонизаторҙарырның,
татар заманындағы кеүек үк, түҙә алмаҫ
ауыр хәлгә килтереүенә ҡарамаҫтан,
башҡорттар үҙ илен ташлай алмаған. Ул
ғына түгел, яһаҡ түләткәндәге ҡаты
ғәҙелһеҙлек һәм йәбергә зарланһа ла,
улар, ғөмүмән, яһаҡҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ
белдермәгән, сөнки яһаҡты үҙ ерҙәренә
аҫаба сифатында эйә булыу хоҡуғын
һаҡларлыҡ ныҡлы шарт тип иҫәпләгән һәм
1557 йылғы Грамотаны абруйлы дәүләт актына
һанап, шундағы йөкләмәләрҙе үтәүгә ҙур
әһәмиәт биргән.

Рус
дәүләтенә ҡушылған мәлдән башҡорттар
рустың хәрби похотарына йәлеп ителә
башлаған. 1557 йылдың көҙөндә үк уларҙы
Ливон һәм Ҡырым һуғышына алғандар, XVII
быуат башында башҡорттар поляк-швед
ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, Минин һәм
Пожарский ополчениеһы менән Мәскәүҙе
азат иткәндә ҡатнашҡан. Рус дәүләтенең
башҡортто ҡатнаштырмаған бер генә
һуғышы һәм походы булмаған. Шунан тыш,
башҡорттарҙы ғәскәри бурыслылар
сифатында ҡала һәм ҡәлғәләр төҙөргә
йөрөткәндәр. Мәҫәлән, 1594 йылда ҙур бер
төркөм башҡортто алыҫ Себергә Тара
ҡалаһын һалыуға ебәргәндәр. Башҡорттарҙың
үҙ иҫәбенә атҡарған хәрби хеҙмәте ифрат
ауыр йөкләмә булып торған. Етмәһә, был
хеҙмәт йыл һайын бик күп башҡортто
хужалығынан айырған, шуның менән
бөлгөнлөккә һәм яһаҡ буйынса һаман
күберәк бирәсәккә төшөргән. Ләкин хәрби
хеҙмәт башҡорттарҙың 1557 йылғы Грамотала
күрһәтелгән йөкләмәләре иҫәбенә ингән,
шуға күрә хеҙмәт атҡарыуҙы ла улар
мотлаҡ бурыс итеп һанаған.

Яһаҡ
түләү һәм хәрби хеҙмәт атҡарыуҙан башҡа,
башҡорттар һәр төрлө дәүләт йөгөн
ташығанда атлы арба менән тәьмин итергә
тейеш булған. Был йөкләмәнең ауырлығы
хәрби хеҙмәттән кәм булмаған, сөнки Рус
дәүләте яңы ерҙәрҙе баҫып алыу буйынса
актив эш алып барғанда йөк йөрөтөү күп
булған, атты алыҫ араға алғандар һәм
йөк хужаларын ашатыу, тәрбиәләү йәнә
башҡортҡа йөкмәтелгән.

Шулай
итеп татар хандарының хөкөмөнән ҡотолоу
башҡортҡа һис бер еңеллек бирмәгән,
эксплуатация формалары һәм саралары
үҙгәрмәгән, был йәһәттән рустар күп
нәмәне татарҙарҙан алған. Өҫтәүенә,
“татарҙар, рус өлкәләрендәге кеүек үк,
ер бәрәүҙеке лә түгел, алланыҡы, тип
үҙләштермәһә”27*,
рустар аяуһыҙ
көсләү һәм талау менән генә сикләнмәгән,
улар бик ҡыҙыҡ рәүештә башҡорт ерҙәрен
баҫып ала башлаған. Рус хөкүмәте 1557
йылғы Грамотаны башҡорт һымаҡ изге итеп
күрмәгән. Грамотаны дөрөҫләп Федор
Иванович та (Иван IV-нең улы), унан һуңғы
батшалар ҙа күп тапҡыр белдереү яһаһа
ла, рус хөкүмәте ундағы йөкләмәләрҙе
үҙенә мотлаҡ итеп һанамаған. Рус батшаһы
үҙен бөтә баҫып алынған һәм алынмаған
ерҙәрҙең берҙән-бер юғарғы хужаһы тип
белгән. Шуға күрә ул һәм уның хөкүмәт
органдары, ысын колонизатор булараҡ,
бер нәмәнән дә тартынмаған. Үҙе баҫып
алыуҙан башҡа, был хөкүмәт Башҡортостанға
төрлө килмешәк һәм ҡасҡынсыларҙың күсеп
ултырыуын хуплаған, төп халыҡты, уның
хәжәм һәм мәнфәғәттәрен һанға һуҡмаған.
Бөтә булған ошо нәмә һәм иҫ киткес
йәбер-золом башҡорт халҡында көслө
ризаһыҙлыҡ уятҡан.

ТӘҮГЕ
БАШҠОРТ ЯУҘАРЫ

Рус
хөкүмәтенә ризаһыҙлыҡ көсәйгәнен
башҡорттарҙың 1572 һәм 1582 йылдарға ҡарғанда
1616 йылғы яуҙа күпкә нығыраҡ ҡатнашҡаны
асыҡ күрһәтә. 1616 йылғы яу Ҡазан татарҙары,
сыуаштар, мариҙар, удмурттар араһында
ҡупҡан. Баш күтәреүселәр Ҡазанды ҡамаған,
Сулман йылғаһы буйына яңы һалынған Юса,
Сарапул ҡалаларына һөжүм итеп,
колонизаторҙарҙы көслө ҡурҡыуға
төшөргән. Башҡорттар ныҡ ҡатнашһа ла,
был яу уларҙың үҙ аллы сығышы булмаған.
Беренсе үҙ аллы башҡорт яуы 1645 йылда
булған. Бында төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары
үҙ ерҙәрендә Минзәлә ҡалаһын төҙөүгә
һәм шуның менән 1557 йылғы Грамотаны
боҙоуға ҡаршылыҡ белдереп, дәррәү баш
күтәргән. Әммә башҡорттарҙың рус
политикаһына ҡарата булған мөнәсәбәте
ризаһыҙлыҡ һәм ҡаршылыҡ белдереү, алған
йөкләмәләрен үтәтергә тырышыу менән
генә бөтмәгән. Шуның менән бергә колониаль
баҫҡынсылыҡ һәм иҙгенлектең активлаша
башлаған сағынан башҡорт халҡында яйлап
рус бойондороғонан баш тартыу, үҙ аллы
милли дәүләт төҙөү фекере уянған. Был
фекер баяғы 1645 йылғы яуҙы аяуһыҙ баҫтырып,
етәкселерен язалағандан һуң тамам
нығынған, төп маҡсатҡа әйләнгән.
Башҡорттар рустарҙың, татар кеүек үк,
хас дошман булғанын, киләсәктә вассаль
хоҡуҡ өсөн алышыуҙан бигерәк, тулы
азатлыҡ өсөн көрәшергә кәрәк икәнен
яҡшы төшөнгән.

Шул
уҡ ваҡытта рус хөкүмәте лә, күрәһең,
күпмелер һығымта яһаған. 1649 йылғы Собор
уложениеһында (Ҡандар йыйынтығында) ул
яңынан 1557 йылғы Грамота шарттарына
тоғро булғанын, башҡорттоң үҙ еренә
аҫаба булыу хоҡуғын яҡларға һәм һаҡларға
әҙер торғанын дөрөҫләгән. Әммә ғәмәлдә
башҡорт тормошо бер ҙә үҙгәрмәгән.
Башҡорт һаман элеккесә яһаҡ йыйыусыларҙың
Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.
Çirattagı - Башҡорт Халҡының Тарихы Һәм Азатлыҡ Көрәше - 03