Latin

Айыу өйө

Süzlärneñ gomumi sanı 180
Unikal süzlärneñ gomumi sanı 147
53.6 süzlär 2000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
65.6 süzlär 5000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
70.9 süzlär 8000 iñ yış oçrıy torgan süzlärgä kerä.
Härber sızık iñ yış oçrıy torgan 1000 süzlärneñ protsentnı kürsätä.

Бер бабайҙың яғырға утыны бөткән. Балтаһын яурынына һалған да киткән был урманға. Барып етеү менән ҡолас ташлап,

дөбөр-шатыр, күкрәп үҫеп ултырған меңйәшәр имәндәрҙе, йөҙ­йәшәр ҡарағайҙарҙы ауҙара башлаған. Уларҙы әҙ генә лә йәл­ләмәй, тумыра ғына, ти, бабай. Аяуһыҙ балта тауышы тотош урманды яңғыратҡан. Был тиклем яман тауышҡа өңөндә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан Айыу уянған. Ул үкереп бабай янына килеп еткән.

— У-у-у! һин нишләп минең өйөмдө ҡырҡаһың, ә? Хәҙер мин һине шуның өсөн ашайым,— тип бабайҙың өҫтөнә менеп килә, ти. Инде ҡабып йоттом тигәндә, ҡурҡышынан телен көскә әйләндерел, бабай былай тигән:

— Айыу ағай, ҡуй, һин мине ашама. Мин бит һинең өйөң — урман икәнен белмәнем. Мин бында утын үҫеп ултыра икән тип белдем!

— Вәт, ҡартбаш,— тип асыуланған Айыу ағай,— утын үҫәлер шул, шуны ла белмәйһеңме? Утын ерҙә йығылып ята ул. Ана ҡара — күпме ауған ағас, ҡоро-һары... Нисек ҡулың барҙы теп-тере ағастарҙы үлтерергә?

Шулай тигән дә Айыу бабайҙы ҡайтарып ебәргән. Ошо көндән башлап бабай утынлыҡҡа ҡороған, имгәнгән ағастарҙы ғына ала, ти. Ә айыуҙың өйө матур булһын тип, урманда ул үҙе лә әллә күпме ағас үҫтергән.

Урмандың утын түгеллеген шулай аңлаған был бабай.

Sez Başkort ädäbiyättän 1 tekst ukıdıgız.